Йәйге иртә. Ике тау араһына һыйынып ҡына ятҡан ауыл өҫтөн еңелсә генә томан ҡаплаған. Тауҙар артынан ҡыҙарып ҡалҡып килгән алсаҡ ҡояш нурҙары офоҡ ситенә үрелде. Бер тотам ғына төндә ял итеп тә өлгөрмәгән ауыл халҡы иртәнге эштәренә тотондо. Ҡайҙалыр борғо ҡысҡыртҡандай, һыйырҙар баҡырып ебәрҙе, уларҙың тауышы тауҙарға ҡаҡлығып, ҡайтауаз булып, урман эсенә инеп таралды. Ауылдың икенсе осонда түҙемһеҙ көтөүсенең сыбыртҡы шартлатҡаны ишетелде, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәүкәшләп мал ҡыуғаны ҡолаҡҡа салынды.
Ямғырлы ауылы ҙур ғына, шуға күрә бында дүрт көтөү дүрт тарафҡа көн оҙонона сығып китә. Мал сиратлап (ауыл халҡы әйтмешләй, “сирутлап”) көтөлә. Бөгөн шул көтөүҙәрҙең береһенең сират таяғы Миңлеғәле ҡулында. Ул һаламдан саҡ ҡына элгәрерәк сыбыҡ тотоп алып, урам буйлап көтөү алырға төшөп килә. Сыбыртҡы тотоп, малды шартлатып ҡыуыу – уның өсөн ят күренеш. Бер ваҡытта ла малға ҡул күтәрмәҫ, кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ, күңелен китмәҫ изге күңелле, йомарт ағай! Уны ауылда “Ҡыҙыҡ әҙәм” тип йөрөтәләр. Үткерерәктәре – “Ҡыҙыҡ” йәиһә урыҫсалап “Интерес” тип кенә лә ебәрә. Ҡушаматының ҡасан, кем тарафынан тағылғанын ағай хәҙер үҙе лә белмәйҙер, иҫләмәйҙер. Миңә ҡалһа, кеселәргә кеселекле, ололарға хөрмәтсел, әллә ҡайҙан көлөп, йылмайып килеүсән кешенең “Ҡыҙыҡ” тигән ҡушаматы менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Ә инде был Миңлеғәле тигән ағайҙың яҙмышы, күргәндәре тураһында ишеткәс, мин уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итә башланым.
...Бынан бик күп йылдар әүәл бер яҡтан тауҙар ҡуйынына һыйынып, бәләкәй бала кеүек иркәләнеп, икенсе яҡтан урман ҡосағында наҙланып, Өйрәкле йылғаһы буйына таралып ултырған Ямғырлы ауылында күп балалы ғаиләлә иң бәләкәсе булып, йылмаяҡ ҡына бер сабый донъяға килгән. Ата-әсәһе көн-төн тимәй тир түгеп, донъя малы йыйған, үҙҙәренең егәрлелеге арҡаһында арыу ғына бол туплаған. Инде иркенләберәк тын алып, мул тормошта йәшәрбеҙ, тип өмөтләнеп торғанда, илдә хәлдәр үҙгәреп, донъя буталып китә.
Шәхси хужалыҡтар юҡ ителеп, колхоздар ойошторолған мәл. Иң беренсе Миңлеғәле ағайҙың ҡартатаһы Ғарифулла ҡартты кулак тип табып, бар мөлкәтен тартып алып, ярлы крәҫтиәндәргә таратып бирәләр. Уның артынан ҡарттың өс улына сират етә. Иң беренсе булып оло улы Ғафар ғаиләһенә килеп ҡағыла был афәт. Ваҡытында улдарына мал-монаят бүлеп, һәр береһенә нигеҙ ҡороп, өй күтәреп, башҡа сығара килә Ғарифулла ҡарт. Бына шул тир түгеп тапҡан-таянғанға бер көн килеп кемдер хужа була. Өйҙәрен тартып алып, кәнсә яһағас, Ғафар ҡатыны Мәрфуға, Ғәбделяппар, Йәғәфәр, Миңлеғәле исемле өс малайы, Мәфрүзә исемле ҡыҙҙарын алып, мунсаларына күсенә. Ғәбделяппар саҡ өйләнеп, улы тыуып, ҡатыны Мәғүзә, улы Ғәфүр менән башҡаланмаған була. Тик бының менән бөтмәй күрәһеләре. Тиҙҙән Ғафарҙы, улы Ғәбделяппарҙы ауыл советы секретары, колхоз активистары килеп, тәҙрә сиртеп кенә тышҡа саҡырып сығарып, ғаиләләре менән һаубуллашырға ла мөмкинлек бирмәй, ҡайҙалыр алып китте. Ҡалған балаларға бәләкәй булғанға күрәмелер, теймәнеләр. Шул көндән башлап, һыуға төшкән кеүек юҡ булды яҡындары. Аптырағас, Миңлеғәленең әсәһе ҡалған балаларын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында, күтәрерлек өй әйберҙәрен төйнәп, яңғыҙ кәзәләрен етәкләп, төндә үҙенең тыуған яғына алып ҡайтып китте.
Тик унда ла бер кем ҡолас йәйеп ҡаршыламаны. Мәрфуғаның тыуған йортонда үҙҙәре бер өй эсе кеше, ятып йоҡлар, ултырыр урын юҡ. Ғаилә бер яңғыҙ әбейгә өйҙәш булып инде. Өйҙәшлекте күрмәгәндәргә Хоҙайым күрһәтмәһен, ә бындай өлөш кемдең иңенә ятҡан, уларға түҙемлек бирһен. Ике йыл самаһы түҙеп йәшәгәс, Миңлеғәленең әсәһе Мәрфуға Ямғырлыға, килен булып төшкән ауылына, кире ҡайтырға ҡарар итте. Был күсенеүгә бәхетһеҙлек сәбәп булды. күршелә йәшәгән бабай Ғафар менән Мәрфуғаның икенсе улдары Йәғәфәрҙән, колхоз малын үрешкә сығарыр алдынан үҙе сәй эсеп алғансы, атын һуғарып килеүен үтенде. Ә малай кешегә һыбай йөрөүҙән дә ҙур бәхет бармы? Юҡтыр! Йәғәфәр шатланып, атҡа атланып, йылғаға табан сапты, артынан саң болото ғына уйнап ҡалды! Шул саҡ аты нимәнәндер өркөп, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте, малайҙың бер аяғы өҙәңгегә ҡыҫылып ҡалды. Йәғәфәр ни хәтлем нығыраҡ ҡысҡырһа, ат шул тиклем шәберәк саба. Ауыл халҡы күреп ҡалып, туҡтатырға тырышып ҡарай, ләкин ҡан еҫенән күҙе аларған ат тағы ла нығыраҡ ҡурҡа. Башы иҙелеп, онталып бөткән сабыйҙы саҡ һалдырып алдылар...
Был ҡайғы Мәрфуғаны аяҡтан йыҡты, бар яҡтан да үҙен ғәйепләне ҡатын. Иренә, Ғафарына, нисек яуап биререн күҙ алдына ла килтермәне. Аңҡы-тиңке булып йөрөй торғас, Ямғырлыға кире ҡайтырға ҡарар итте. Торған ер тыуған ереңдән дә ҡәҙерлерәк булып китә икән шул, етмәһә, балаһының ғүмере өҙөлгән ерҙә иламаған көнө юҡ, тыуған йортонда ла ул хәҙер киҫелгән икмәк телеме. Унан ҡулға алынған Ғафарының, улы Ғәбделяппарҙың ауылға ҡайтып килеп, ғаиләне юғалтып, йөрәктәре ярылмаһын, тип уйланы ҡатын.
Йәй башында күршеләренең келәтенә ҡайтып морон төрткән ғаилә, көҙөнә ауыл осона ҡайырма ҡайырып, балсыҡ тултырып, яҡындағы күлдән өй башына ҡамыш ташып ябып, үҙҙәре кирбес һуғып, сыуал сығарып, беренсе ҡар төшөүгә өйлө булды. Мәрфуғаның ҡыуанысының иге-сиге юҡ: кеше күҙенә ҡарап, иртәгәһе көндә ни булырын да белмәй, өйҙәш булып торғансы, үҙ түрең – үҙ гүрең. Үҙеңдең өйөңдә иҙәне ер, күмәгенең йоҡлар урыны бер урындыҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, ул ошо тормошонан бик ҡәнәғәт ине. Үҙе колхоз эшенә сыҡты, төпсөгө Миңлеғәле менән ҡыҙы Мәфрүзә бер ауырлыҡтан да ҡурҡып тормайҙар, әсәләренең төп ярҙамсылары. Шул арала ҡул араһына ингән, матур ғына итеп буй еткергән ун алты йәшлек Мәфрүзәне йәштәше һоратып килгәс, кейәүгә бирергә риза булды әсә. Төшкән ере һәйбәт, ҡәйнәһе аҡыллы, кейәү бик булдыҡлы ғына, тормоштары ла барлы-көрлө. Сит ауылға биреп ебәргәнсе, бер бөртөк ҡыҙы яҡында, күҙ алдында...
Бөтәһе лә яйланған кеүек хәҙер, тик ире менән Ғәбделяппарынан ғына ҡош телендәй генә булһа ла бер хәбәр ҙә юҡ. Тереме улар? Ҡайҙарҙа ғына йән аҫрай икән ҡәҙерлеләре? Инде бер тиҫтә йыл колхоз эшенән хәлдән тайып арып ҡайтып, бер тотам ғына төндә йоҡоға китә алмай, уларҙың аяныслы яҙмышы тураһында уйлап, ҡан-йәш түгеп йәшәй ҡатын. Әлдә генә эргәһендә таянысы, оя төбө Миңлеғәлеһе бар. Атаһын алып сығып киткәндә ҡул балаһы булып ҡалған кинйәһенә хәҙер ун бер йәш тула. Ҡайғыларына түҙә алмағанда саҡырып, алдына алып яратһа, йәненә сихәт, йөрәгенә ял булып ҡала. Ул да хәҙер буйсан булып үҫеп китте, хатта арҡаһынан ҡағып яратҡанға уңайһыҙлана, үҙен егеткә һанай. Мәрфуға был төндә лә ауыр уйҙарына батып, уфтанып, оҙаҡ ойоп китә алмай ятты, тик таң алдынан ғына күҙҙәренә йоҡо эленде. Йоҡлап киткәс тә төшөнә ире менән Ғәбделяппары инде. Бына улар күмәкләп, Оло урмандағы аҡланда бесән саба. Тирә-яҡта төрлө ҡоштар һайрай, сиңерткәләр сырылдай. Мәрфуға усаҡ яғып, баҡырсала сәй ҡайната. Эргәһендә Миңлеғәле менән Йәғәфәр баҫтырышып уйнай. Ә арыраҡ, урман буйында, иң алдан ҡолас ташлап, ҡайырып бакуйҙарын теҙеп һалып Ғафары бара, беләктәрендә көсө уйнап тора. Уның артынан Ғәбделяппар төшкән. Бына улар сәй табынына килеп, күмәкләшеп көлөшөп, һөйләшә-һөйләшә ҡарағат, сейә, еләк япрағы һалып ҡайнатылған тәмле сәй эсеп, ял итәләр. Бер минут ваҡытын да әрәм итмәй ҡарты салғыһын алып, уңайлы итеп ҡырынайып ятып, сүкешен яйлап тотоп, салғы сүкергә тотондо...
– Туҡ! Туҡ! Туҡ!
– Туҡ! Туҡ! Туҡ! Әсә-ә-ә-әй! Әсә-ә-ә-әй! Ә сәй, мин ҡайттым, ас ишекте, был мин, Ғәбделяппар!
– Тәҙрә шаҡыйҙар түгелме? Йә Хоҙай! Кем йөрөй унда?
Иләҫләнеп һикереп тороп ултырған Мәрфуға, былайтып тәҙрә сиртеүҙән ҡото осоп ҡурҡып, ипләп кенә тәҙрә ҡорғанын асып, тышҡа ҡараны.
– Абау! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡатын, тәҙрәгә килеп ҡапланған, битен йөн баҫҡан әҙәмде күреп. – Быныһы ниндәй уғры тағы? Кем һин, биғылый!
– Әсәй! Ҡурҡма, был мин – Ғәбделяппар! Әсәй!
– Ғәбделяппар!.. Балаҡайымдың тауышы бит! Улым... һинме... түгелме? – Мәрфуға ауа-түнә һикенән төшөп, ишек келәһен ысҡындырып ебәрҙе лә балаһының ҡосағына ауып төштө.
– Әсәй, әсәкәйем! Был мин, Ғәбделяппар!
Аңы инәле-сығалы булған әсәһен өйгә алып инде улы. Тирә-яғына ҡаранып, үрелеп биҙрәнән сүмес менән һыу алып ирененә терәне.
– Балаҡайым! Өнөммө, төшөммө! Үлгәндер, балаҡайымдың һөйәккәйҙәре ҡайҙарҙа ғына теҙелеп яталыр, тип уттарҙа янғайным, улым! Иҫән, балаҡайым иҫән! – Мәрфуға улының һаҡал баҫҡан сикәһенә битен терәне, елкәһенә төшөп торған сәсенән һыйпаны. – Ҡуйсы, балам, ҡалайтып урыҫ кеүек оҙон сәс үҫтергәнһең, битеңде һаҡал-мыйыҡ баҫҡан! Улымды, балаҡайғынамды, яратып, һөйөп кенә баҡҡан баламды тартып алдылар бит хәсистәр! Ҡайҙа булдың, балам? Килен менән ейәнем Ғәфүр ҡайҙа? – тип һөйләнде бәхетле әсә.
Ул арала тауышҡа йоҡоһонан уянған Миңлеғәле ағаһының өҫтөнә һеләүһен кеүек ырғыны.
– Ағай! Ағайым ҡайтҡан!
– Айыу, йығаһың бит, ҡара әле, нисек үҫеп киткән, атайым танымаҫ та ине үҙеңде күрһә...
Ғәбделяппарҙың аҙаҡҡы һүҙҙәре бөтәһен дә һағайырға мәжбүр итте. Мәрфуға туп-тура улының күҙҙәренә ҡараны, ә үҙенең әсе йәштәре атылып сыҡты ла ике сикәһенән йүгерҙе.
– Атайың?!...
Ғәбделяппар башын түбән эйҙе. Шунан ғәйепле төҫ менән әсәһенең күҙҙәренә ҡараны.
– Һеҙгә хәбәр итмәнеләрме ни?! Атайымды... Өфө төрмәһенә барғас, үлем язаһына хөкөм иткәндәр. Беҙ уның менән башҡа күрешмәнек...
Өйҙө ауыр тынлыҡ баҫты, өмөттәр киҫелде, әле осрашыу шатлығын кисергән бәндәләренә Хоҙай тағы ла бер һынау ебәрҙе...
– Нимә өсөн? Атайың үҙ ғүмерендә себен дә үлтермәне, бер кемде лә рәнйетмәне. Үҙ көсөбөҙ менән йәшәнек, ҡулыбыҙҙан килгәндә бөтә кешегә ярҙам итергә тырыштыҡ. Кемдең ҡулы уйнаны беҙҙең бәхетһеҙлегебеҙҙә? Ниндәй заман был? Ни өсөн һаман ныҡлығымды һынайһың, Хоҙайым? – Мәрфуға илаулап, урындыҡ ситенә сүгәләне.
– Эй йәнекәйемде, мин бит һине тере тип көттөм, иртән торһам да, кис ятһам да, һинең имен-аман йөрөүеңә доғалар бағышланым! Йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрең яҡты булһын! – тип, үкһей-үкһей һөйләнде ҡатын. Бер мөйөштә әсәһенә ҡушылып, Миңлеғәле һыҡтаны, урындыҡ ситендә ултырған Ғәбделяппар йәшле күҙҙәрен әсәһенән йәшереп, башын түбән эйҙе.
Сая ҡатын.
(Дауамы бар).
Мәрфуға, бер аҙ тынысланғас, улына һорау артынан һорау яуҙырҙы, шул арала етеле лампаның филтәһен ҡабыҙырға усаҡтан күмер эҙләне, ҡоро-һары индереп һалып, өрә торғас, усағы тоҡанып, сырт-сырт килеп яна башланы. Өйгә усаҡтағы йылы менән бергә ҡот йүгерҙе. Самауырына Ғәбделяппары яратҡан Улаҡ шишмәһенең һыуын һалып, тупһаға сығарып ултыртты. Усағынан алып тере ҡуҙҙы йәмкә менән һоҫҡоһона тултырып, самауыр торбаһына төшөрҙө. Үҙе ошо самауырын йәшереп алып ҡалыуына сәй ҡуйған һайын ҡыуана. Яҡындарын алып киткән көндө һыуын бушатып, көлөн ҡағып, йылға буйына алып барып, ҡом менән ышҡып йыуып, өй артындағы ситәнгә түңкәреп ҡуйғайны. Өй әйберҙәрен тартып алыусылар күрмәгәндә ипләп кенә артҡа сигенеп, ситәндең теге яғына этеп төшөрөп, өҫтөнә сүп-сар ырғытты. Шулайтып, бәхетле саҡтарын иҫкә төшөрөп тороусы берҙән-бер иҫтәлек булды самауыр. Әле Мәрфуға балаҡайҙарының былай ҙа яралы йөрәгенә буҙлап йөрөп, тоҙ һалмайым, тип, күҙ йәштәрен эскә йотоп,хәләлен иҫкә төшөрөп, баҙлап киткән ҡуҙ өҫтөнә иҫке сөгөндән һүндерелгән күмер алып һалып, итек ҡунысы менән борҡотоп, торбаһын ел ыңғайына бороп ҡуйҙы ла, кире улы эргәһенә инеп, һике ситенә сүгәләне.
– Әсәй,ултыр әле эргәмә , һөйләшәйек! – Ғәбделяппар әсәһенең яурынынан ҡосаҡлап, бер аҙға тынып ҡалды.
– Улым, килен менән ейәнем тураһында нишләп бер нәмә лә һөйләмәйһең? Улар ҡайҙа? Ғәфүрем, бәпескенәм үҫкәндер инде?
Ғәбделяппар , өндәшмәй генә, бер нисә минут битен ике усы менән ҡаплап , өнһөҙ ултырҙы.
– Ейәнеңде... ейәнеңде айыу ашаған, әсәй, киленең...киленең... – Ғәбделяппар һыңҡылдап илап ебәрҙе... – өйҙә себен осһа ишетелерлек тынлыҡ урынлашты. – Киленең ҡайғыһынан еңеләйгән,улыбыҙҙы эҙләп урманға сығып киткән дә, юғалған... Эҙләй торғас,күмер яндырыусылар ҡалдырған соҡорҙа бөгәрләнеп кенә ятҡан килеш тапҡандар. Битен ниндәйҙер януар ашап бөткән. Кейеменән генә танығандар...
Мәрфуға һикереп тороп ,улын ҡосаҡлап алды,Миңлеғәле лә илап,ағаһы менән әсәһенә һыйынды.Өй эсе тағы ҡайғы ,ҡара ҡайғы менән тулды....
* * *
Ғәбделяппарҙың һөйләгәндәрен ишеткәндә сәстәрең үрә торорлоҡ ине. Шул тиклем ауырлыҡтарҙы күтәрергә ҡайҙан көс ала икән әҙәм балаһы?
– ...Беҙҙе,тотҡондарҙы, мал ташый торған вагондарға тейәп, оҙаҡ алып барҙылар, аҙаҡ бер бәләкәй генә станцияла төшөрҙөләр. Иҫ китерлек һыуыҡ, ышыҡ урын юҡ, ел аяҡтан йығып бара. Өҫтәге кейем тетелеп бөтә яҙҙы, йонсоған әҙәмдәрҙең дошманы ла етерлек! Бер яҡтан аслыҡ, яланғаслыҡ йонсотһа, икенсе яҡтан бет талай.Шулай йәйәүләп, өс көн буйы тайга эсенән атланыҡ. Күп кеше аслыҡтан, һыуыҡтан ҡырылды ғына.Үлгәндәрҙе шунда юл буйында арлы-бирле генә ҡар менән күмеп китәбеҙ.Тейешле ергә барып еткәнсе юлдың ике яғында әллә күпме кешенең ғәзиз балалары ятып ҡалды! Аслыҡтан, һыуыҡтан, ауырыуҙарҙан миктәп бөткән халыҡты тайгала барактар төҙөргә,землянкалар эшләргә ҡуштылар. Үҙебеҙ ағас киҫәбеҙ, үҙебеҙ йәшәр урын әтмәләйбеҙ. Башы асыҡ, төбө тишек баракта тороуы бер этлек булһа, ашарға етмәүе икенсе бәлә. Ир-егеттәр ҙә,ҡатын –ҡыҙҙар ҙа ағас ҡырҡа, ботай, тейәп оҙата. Һәр кешегә бирелгән норманы үтәргә кәрәк. Ә балаҡайҙарға бигерәк ауыр, ата-әсәләре көнө буйы эштә, улар һыуыҡ баракта ултырып ҡала. Ярты йыл самаһы бер урында эшләгәс, беҙҙе, йәшерәк ир-атты, икенсе урынға күсерҙеләр.Үтенеп һораһаҡ та ғаиләле парҙарҙы айырҙылар. Киленең бала менән тороп ҡалды, мине алып киттеләр. Был күрешеү һуңғыһы булды, башҡа осраша алманыҡ! Кем уйлаған Ғәфүремде, киленеңде башҡа күрмәйәсәгемде? – Ғәбделяппарҙың тауышы ҡалтыраны, ир хәтле ир һыңҡылдап илап ебәрҙе!
Мәрфуға улының башын ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты:
– Нисек итеп кенә ярҙам итәйем, балам?Нисек итеп хәлгенәңде еңеләйтәйем? Ныҡ ҡыйын бит яңынан шул хәлдәрҙе кисереүе! Ҡыйын булһа, һөйләмә, улыҡайым!
– Ғаиләмдең хәле тураһында осраҡлы ғына белеп ҡалдым,тағы бер төркөм ир-егетте минең ғаилә торған ерҙән беҙҙең эргәгә күсерҙеләр. Улар араһында таныштар ҙа бар ине. Улар һөйләүенсә, әсәләре эшкә киткәс, баракта ҡалған балалар ишек алдында уйнарға сыға. Йоҡлай алмай йөрөгән шатун-айыу килеп сығып,тәүҙә баракты пыр туҙҙырып аҡтара,шунан балаларҙы ҡасып ултырған ерҙәренән тартып алып, өҙгөләп ташлай. Эштән ҡайтып инеп, был вәхшилекте күреп асырғанып илаусы әсәйҙәрҙең тауышынан урман яңғырап торған . Ошо көндән киленең Мәғүзә яңылыша башлаған, тәүҙәрәк бала иҫән ҡалғандыр, урманда ҡасып ултыралыр,тип уйлап, көн дә эштән ҡайтҡас, урман ҡыҙыра.Ҡысҡыра-ҡысҡыра тамағы ҡарлығып бөтә, ашауҙы, йоҡоно онота. Ә бер көндө бөтөнләй ҡайтмай. Эҙләп сыҡҡан иптәштәре уны табып алып ҡайтып ,ерләй. Мин бит уларҙың ҡәберен дә күрәалманым! Саҡ йәшәй генә башлаған Ғәфүремдең ни ғәйебе бар ине, әсәй? Гонаһһыҙ сабыйым! – Ғәбделяппар ,урынынан һикереп тороп, һыу һауытынан һоҫоп алып, ғолтлатып эсергә тотондо. Әйтерһең, һалҡын һыу йөрәгенең ялҡынын баҫа!
– Әсәй, атайымдың, Мәғүзәнең, Ғәфүремдең ни ғәйебе? Ниндәй гонаһы бар уларҙың? Беҙ бит бер кемгә лә аламалыҡ эшләмәнек! Нишләп беҙҙе был тиклем дә язалай яҙмыш?!
– Балаҡайым, сабыр итәйек! Ил менән күргәнде бергә күтәрәбеҙ инде! Ҡалайтаһың? Ҡысҡырма, ишетеп ҡалмаһындар!Башыбыҙға тағы бәлә саҡырмайыҡ!
...Ғәбделяппарҙың яралары яйлап ҡына төҙәлде, ҡарттар әйтмешләй, ер ҡайғыны баҫа бит ул! Ул үҙендә яңынан йәшәргә көс тапты, әлдә генә эргәһендә уны аңлаған, ауыр саҡта йыуатҡан әсәһе, яратҡан Миңлеғәле ҡустыһы, әҙ генә буш ваҡыты булғанда бәләкәй бәпесен күтәреп йүгереп килгән Мәфрүзә һеңлеһе бар! Тереләр тереклеген итергә тейеш, үлгән артынан үлеп булмай, тормош дауам итә!
Тик иҫән ҡалған ғаилә ағзаларына оҙаҡ бергә йәшәү бәхете теймәне, Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ғәбделяппар, яңынан ғаилә ҡороп та өлгөрмәй, һуғышҡа алынды, Сталинградты һаҡлауҙа ҡатнашып, шунда хәбәрһеҙ ғәйеп булды.
Мәрфуға кинйәһе Миңлеғәле менән илай-илай донъя көттө.Ә улы, әсәһенең ҡыуанысына, аҡыллы, тыныс, сабыр бала булып үҫте, шул уҡ ваҡытта бик моңло ла ине ул. Йырлап ебәрһә, моңо йөрәгеңә үтә. Бөтә халыҡ йырын ысын күңелдән, бөтә бөгөлдөң еренә еткереп, башҡара ул. Моңһоҙҙарҙы ла моңландыра, һағышлыларҙы ҡайғыларҙан арындыра уның йыры. Миңлеғәле ваҡыты еткәс, һалдат хеҙмәтенә алынды, Алыҫ Көнсығышта ил һағында торҙо. Ҡайтҡас, трактор йөрөтөргә хоҡуҡ алды. Бер эштән дә ҡурҡып торманы, тракторҙан төшөп, комбайнға ултырҙы, ҡыш буйы техниканы йәйге сәсеүгә әҙерләне. Уның бөтә эште еренә еткереп башҡарыуы тураһында хатта көләмәстәр һөйләнеләр. Ҡыш зәңгәр тракторын йүнәткән саҡта, бер шөрөбө бушап, төшөп ҡалғанын күреп ҡала егет. Тимерлектә эшләүселәр уға шундай уҡ, тик ҡара төҫтәген табып бирә, Миңлеғәле рәхмәтен әйтеп алып, урынына бороп ҡуя. Тик тракторға төҫө килмәүен күреп, икенсе көнөнә көн буйы эҙләһә эҙләй, ләкин икенсе ҡарауға зәңгәр төҫтәгеһе үҙ урынын биләй.
Бәлки шул саҡта таҡҡандарҙыр Ҡыҙыҡ тигән ҡушаматты.Уның өсөн бөтә нәмә матур булырға тейеш, хатта тимер ҙә! Егет кешенең башлы-күҙле булғаны яҡшы, тип уға туғандары күрше ауылдан ҡалаҡҡа һалып йотоп ебәрерлек матур ҡыҙҙы димләне. Тауыш-тынһыҙ ғына тормош көтөп китте йәштәр, бер-бер артлы балалары донъяға килде. Бөтә нәмәнән риза булып, йәм табып йәшәне уҙаман. Тирен түгеп, тырышлығын һалып эшләгән эшенә башҡаларға ҡарағанда әҙерәк күләмдә аҡса түләһәләр ҙә даулап, тикшереп йөрөмәне. Күрше- тирәһенә ҡарата ярҙамсыл, иғтибарлы булды. Ауыл халҡы сиратлап көтөү көтә, башҡалар был эште каторгаға ебәрелгән көн кеүек ҡабул итә. Ә Миңлеғәле юлда осраған бөтә йәше, ҡарты менән ихлас йылмайып, хәл һорашып уҙа, үҙе ҡыуана, ауыҙы йырыҡ. ”Ҡыҙыҡ әҙәм” тип, аптырап ҡала ҡаш емереп йөрөүселәр. Әйтерһең, әле ул көтөүгә түгел, ә һабантуйға китеп бара. Һәр нәмәнән йәм табып йәшәй. Башҡалар оҙаҡ ямғыр яуыуға зарланһа,ул был ямғырҙа киләсәк ҙур уңыш күрә.Халыҡ ныҡ эҫе булыуға көйөнһә, буранлы ҡышҡа ҡарағанда еңелерәк икәнлекте һыҙыҡ өҫтөнә ала.Тағы “Ҡыҙыыыҡ!”тип ҡуя ҡалғандар.
Тик ошо изге күңелле кешегә кеҫә эсенән йоҙроҡ күрһәтеүселәр ҙә булғыланы. Ни ғиллә менәндер, ул кистән утын алып ҡайтһа, иртәгеһенә таң менән урман ҡарауылсыһы килеп инә. Бесән-һалам ташыһа, йә ауыл советынан, йә колхоз идараһынан тикшереү менән килеп етә һалалар, сөнки кемдер тиҙ арала йылан кеүек, сағып тора. “Үҙеңдән башҡаны әүлиә итеп бел!” – тигәнде алдына алып үҫкән кеше бөтәһенә ышана, хатта ул “сағыусының “ ғүмер буйы “дуҫ” тип йөрөгән әҙәм булыуы тураһында уйламай ҙа! ”Изгелек ерҙә ятып ҡалмай ул!” – тип, изгелек эшләүен белә, шул дуҫына төн йоҡоһон йоҡламай утын ташый, бесәнен килтереп бирә.
Хатта әжәле лә, тап үҙе теләгәнсә,алтын көҙ көндәренә тура килде Миңлеғәлиҙең!
– Ҡыш көнө мәрхүм булып ҡуйһаң,ҡәбер ҡаҙған кешеләргә ауырлыҡ төшөр инде,тәүҙә зыяратҡа барыр юлды ҡарҙан таҙарт,унан ҡәбер ҡаҙы! Юҡ! Ҡышын үлергә һис ярамай әҙәм этләп, – тиер ине мут йылмайып. – Яҙ көнө тәбиғәт яңырғанда,бөтә ғаләм уянғанда ер аҫтына кереп китер хәл юҡ! Унан, ҡасып китһәң дә сәсеп кит, тиҙәр бит әле! Картуф ултыртаһы, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартаһы була! Яҙын да үлергә ярамай! Йәйҙең гүзәл мәлендә йөрәгең туҡтаһа ла ҡыйын бит әле. Бер йыл ҡара ер аҫтында ятҡансы, бер көн булһа ла йәйҙең ожмах баҡсаһында булырға кәрәк! Бигерәк матур бит тыуған еребеҙ! Йәй күҙеңде йомоп,баҡыйлыҡҡа күсеүе анһат эш түгел! Юҡ, йәйҙе ер өҫтөндә йәйләргә кәрәк! Ә бына көҙ көнөндә китеп барыу иң уңайы! Уңыш йыйып алынған,мал ҡураға ингән. Ҡар ҡатыш ямғыр, ыжғыр елдәр иҫә башлағансы күҙең йомолоуы һәйбәт! Үҙеңә лә, ҡәбер ҡаҙыусыларға ла еңелерәк!
Миңлеғәлиҙең теләге Хоҙайҙың “Әмин!” тигән сағына тура килеүен әйт әле һин уның! Тап үҙе теләгәнсә, ағас япраҡтары алтын һары, сейә ҡыҙыл төҫкә инеп, ҡоштар тубы берәм-берәм йылы яҡҡа юлға сығыуға, уҙамандың тынғыһыҙ йөрәге тибеүҙән туҡтаны!
Юҡ! Ул күҙҙәрен йомоу менән тормош үҙгәрмәне,үҙ яйы менән алға тәгәрәне! Төн артынан көн тыуҙы, бер мәшәҡәтте икенсеһе алмаштырҙы, Ер шарының күсәре лә урынынан ҡупманы! Сөнки Йыһан өсөн бер кешенең ғүмере сүллектәге ҡом бөртөгөндәй, океан-диңгеҙҙәге һыу тамсыһындай ғына бит! Нисек матур итеп йәшәһә, шулай итеп тирә-яғындағыларға бәлә һалмай, көҙгө иртәлә тыныс ҡына фани донъяны ташлап баҡыйлыҡҡа күсеп китте ул. Хатта дауахана палатаһында күрше генә карауатта ятҡан әҙәм дә уның нисек итеп мәрхүм булғанын шәйләмәй ҡалды.Бары тик уны яҡшы белгән кешеләрҙең күңелендә бушлыҡ ояланы,эргәләрендә кемдер етмәне. Ана шулай, әүлиәләй аҫыл заттарҙың үҙ ваҡытында ҡәҙерҙәрен белмәйбеҙ,тейешле баһаһын бирергә лә онотабыҙ шул!Илгә төшкән ауырлыҡты иңе менән күтәреп йәшәй белгән,атаһының ,ағайҙарының яҙмышын уйлап, күңеле ҡатмаған Миңлеғәле кеүек “Ҡыҙыҡ әҙәмдәр” Ерҙә күберәк булһа, тормошобоҙ тағы ла күркәмерәк, матурыраҡ булыр ине түгелме?
Миңзәлә ХӘЛИЛОВА.