Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Июнь 2025, 15:32

Яҙмыш миҙгеле

(Хикәйә)

Мин төшөмдә 
үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ 
ташлайһың.
Яратыуҙан янып
 һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай
 башлайһың... 
Рәми Ғарипов.

Усына ҡара тупраҡты ҡыҫҡан ки­леш ул ҡәбер янына сүгәләне. Елгә та­ралған сәстәре йөҙөн яба. Бите буйлап әллә йәш, әллә ямғыр тамсылары тәгәрәй... Ярым ябыҡ ҡорғандар аша ла үтеп ингән йәйге ҡояш бүлмәне йылы нурға сорнай.  Палатала ул бер үҙе генә ине. Тамыр­ҙары капельницанан тамған һыуҙы һура. Егет күҙҙәрен көскә асып ҡыбырларға тырышты, тик файҙаһыҙ: ҡабырғалары берҙәй һынғандай һыҙлай, һул аяғы гипста. Ҡашына тиклем бәйләнгән марля күҙҙе асырға ҡамасаулай. “Әллә яра һуҡтылар микән?” Егет был уйынан ҡурҡып китте. Башы күтәрә алмаҫлыҡ бер суйын тимер кеүек тойолдо уға. Тимәк, ныҡ туҡмағандар! Былай тере мәйет булып ятҡансы үлтергәнсе туҡма­һындар ине!.. Егет күҙҙәрен йомдо. Ҡояш нуры, әсә ҡарашындай булып, йөҙөн иркәләне. Их, әсәй, мине был хәлдә күреп һыҙланаһыңдыр инде. Мин һиҙәм, һин янымда. Һин һәр саҡ янымда булдың. Бына терелеп сыҡһам, ҡәбереңә тағы аҡ сәскәләр һалырмын. Һинең яратҡан сәскәләреңде”... Егет күҙҙәрен йомдо. 

 *      *      *
– Ильяс, улым, ҡолонсағым минең, тор, бөгөн атайың ҡайта. – Әсәһенең йомшаҡ усы бәләкәй малайҙың сәсенән һыйпаны. Тәҙрә аша үтеп ингән наҙлы ҡояш нурҙары кескәй бүлмәне йылы яҡтылыҡҡа күмгәйне. Әсәһенең һағышлы ҡарашы бөгөн өмөт һәм ҡыуаныс менән алмашынған. Малай ике ҡулы менән ҡәҙерлеһенең муйынынан уратып ҡосаҡланы. 
– Ә атай тәмлекәс алып ҡайтамы? – Бәләкәй малайҙың күҙҙәре эскерһеҙ ҡарай.
– Алып ҡайтыр, имен генә булһын... – әсәһе ҡарашын аяҙ офоҡтан алмай ғына яуапланы.
Икмәккә яңы айыртылған ҡаймаҡ һылап, өҫтөнә шәкәр һибеп тороп ашап, тәмләп сәй эскәс, Ильяс тышҡа сыҡты.  Солан тәҙрәһенә ҡайҙандыр осоп ингән ҡыҙғылт күбәләктең быялаға һуғыла-һуғыла иреккә ынтылғанын шәйләп ҡалды. Малай был аҙашҡан күбәләкте йәлләне лә кескәй усына һаҡ ҡына йомоп, күтәрмәнән төшкәс, күккә ҡарап устарын асты. Күбәләк бейеккә, иреклеккә, осто, ул рәхмәт әйткәндәй тойолдо. Малай уны күҙҙән юғалғансы күҙәтте... 
Атаһы көн кисләгәс кенә ҡайтып инде ул көндө. Арыған булһа ла, йөҙө ҡыуаныстан балҡый. Ильяс уны ауыл осона барып уҡ көтөп ултырғайны. Бер ҡулына ауыр сумка, икенсеһенә сәскә тотҡан атаһын күргәс, шатлығынан ҡысҡырып көлөп үк ебәрҙе. Атаһы ҡайтты бит! Ул алып ҡайтҡан кәнфиттәр донъялағы бөтә нәмәнән дә тәмлерәк кеүек ине. Күстәнәс кенә түгел, бүләктәре лә бар ине. Сәғәт алып ҡайтҡайны. Эйе, ҡул сәғәтен бүләк  итте атаһы улына.  Инде ул күптән йөрөмәй, ватылған. Әммә Ильяс уны барыбер һәр саҡ үҙе менән йөрөтә. Иң ҡәҙерле бүләге ул – атаһы иҫтәлеге... Шул көндәрҙән атаһы аҙна-ун көн торҙомо-юҡмы, тағы эшкә китте, алыҫҡа. Һәм... башҡа әйләнеп ҡайтманы. Урман ҡырҡҡанда ҡазаға осрап  һәләк булды...  Әсәһе атаһының үлемен кисерә алманы, һарғайып йөрөй торғас, ул да Ильясты ташлап, баҡый донъяға күсте. Малай шулай етем ҡалды.

   *       *       *
Әсәһенең ағаһы үҙенә алырға теләгәй­не лә, тик килеп сыҡманы. Дөрөҫөрәге, еңгәһе ҡаршы төштө. “Былай ҙа өс балаң бар, быныһын ҡайҙа итмәксеһең? Тағы бер артыҡ ауыҙ ашатырға хәлебеҙҙән киләлер шул!” Был һүҙҙәрҙе Ильяс ярым асыҡ ишек аша ишетте. Малайҙың кескәй йөрәге барыһын да аңланы. Ул – артыҡ. Ул – яңғыҙ. Ошо уйҙары уны бына инде күпме йылдар эҙәрлекләй. Гел артыҡ, мәңге яңғыҙ...
Хатта балалар йортонда ла уны үҙ итмәнеләр. Эйе, аралашып бармаған был ҡара башҡорт малайын “Дикий” тип йөрөт­төләр. Ата-әсәһе менән бирелгән исемен юғалттылар. Балалар йорто күрше районда булғанғамы, ағаһы ла  йыш килә алманы. Һирәк килгән саҡтары ла оло бер байрам кеүек тойола ине уға. Яңы кейем, тәмле ашамлыҡтар. Бүлмәләге малайҙар менән алмашлап кейгән кейем йыш туҙыусан, күстәнәстәр тиҙ бөтөүсән, әлбиттә. Әммә донъяла бөтөнләй яңғыҙ уҡ булмауыңды тойоу үтә ҡәҙерле хис ине. Ана һипкелле Айварға береһе лә килмәй, сөнки әсәһе уны тыуыу менән ташлаған. Атаһы йә ниндәй ҙә булһа туғандары бармы-юҡмы – бөтөнләй билдәһеҙ. Хәйер, бында күптәренең ошо йорттан башҡа бер нәмәләре лә юҡ. Улар ташландыҡ... әммә тормош бында ла бара. Үҙ ҡанундары, үҙ ҡамсылары. Ильясты ла улар урап үтмәне. Ул ҡамсы уның күңелендә иң ауыр йәрәхәттәренең береһен ҡалдырҙы. Нахаҡҡа ғәйепләнеү. 22 февраль. Уның тыуған көнө! Элек ата-әсәһе менән бергә үткәрелгән был матур байрам бөгөнгөһөнән ныҡ ҡына айырылһа ла, бары ниндәйҙер ҡыуаныслы изге көн ул. Ә иртәгәһенә тағы байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Шуға ла бөгөн мәктәптә малайҙар араһында күңелле ярыштар үткәрҙеләр. Спортзал һалҡын булһа ла, тиҙ йылынды улар. Һикереү–йүгереүҙәр өшөргә ирек бирмәне. Хәйер, ҡыҙҙар алдында һынатҡыһы килмәне шул, үҙ таҫыллығыңды күрһәтәһең. Конкурстар араһында концерт номерҙары ла булды. Шул мәл класташы Рәлиф, Ильяс янына килеп, тышҡа сығып килергә ымланы. Ильястың аяғы тартмаһа ла, ниңә­лер сығырға булды.  Ильяс, уҡытыусы­һынан класс асҡысын алып, ишекте асты. Быймаларын класта ҡалдыра торғайны­лар. Тиҙ генә кроссовкиҙарын алмаштырып тышҡа саптылар. Ә тышта көн болотло булһа ла, шундай күңелле, бәлки, тыуған көнө булғанғалыр. Бар донъя киңәйеп, яҡтырып киткәндәй. Бәҙрәфтә Рәлиф кеҫәһенән бер ҡап сығарҙы. Бер ағын алып Ильясҡа ла һуҙҙы. Тик иптәшенең аптыраулы ҡарашын тотҡас: “Өйрәнергә ваҡыт инде һиңә”, – тип үҙе тартып һурырға кереште. Рәлифтең оҙаҡ булашыуын көтмәне Ильяс, әкренләп атлай башланы. Ул ингәндә кластан Рәлифтең дуҫы Витька ҡулына дәфтәр тотоп сығып бара ине. Ильяс аяҡ кейемен алмаштырырға ултырғанда Рәлиф тә килеп инде. Бергә сығып класс ишеген бикләнеләр. Спортзалда күңелле сара тамамланырға тора ине. Ильяс үҙе йүгереү һәм шахмат буйынса беренсе урында. Ниндәй бәхетле ине ул шул саҡта! Эх, ата-әсәһе күрһә, ғорур­ла­нырҙар ине. Хуш, улар бына күктән барыһын да күреп тораларҙыр, моғайын. Бүләкләү-ҡотлауҙар тамам­ланғас, бөтә­һе лә кластарына ағылды. Ильяс ҡына спортзалда оҙаҡланы. Физкультура уҡы­тыусыһына әле скакалкаларҙы, әле туптарҙы йыйып алырға ярҙам итте, ултырғыстарҙы сығарышты. Класына ингәндә әле береһе лә ҡайтмағайны. Хатта иң беренсе ҡаса торған Байрас та бында. Ильяс аптырап китте. Зилә Наиловна менән күҙҙәре осрашты, уҡытыу­сыһының ҡарашы ҡырыҫ һәм асыулы ялтырай ине. Бөтәһе лә Ильясҡа ҡараны, әммә бер кем бер ни өндәшмәне. Ни булғанын аңламаған малай үҙ урынына барып ултырҙы. 
– Тәк, Ғәҙелшин, ниңә оҙаҡланың?
– Мин ултырғыстарҙы ташыштым, – Ильяс уҡытыусының күҙҙәренә тура ҡараны.
– Тәк, йыйылып бөттөгөҙ, бик яҡшы. ЧП икәнен аңланығыҙ инде. Хәҙер бөтәгеҙ ҙә бер-берегеҙҙең сумкаларын, әйберҙәрен, кеҫәләрен тикшерә башлайһығыҙ. Мин директорҙы саҡыртам.
Уҡытыусы сығып киткәс, эш ниҙә икәнен аңлап етмәгән Ильяс парталашы Айнурҙан һораны:
– Ни булған?
– Аңламаныңмы ни? Зилә Наиловнаның аҡсаһын урлағандар. 
Ильясҡа тиҙ барып етте: тимәк, шик уларҙың өсәүһенә төшә. Кеше әйберенә бер ҡасан да теймәгән малайға кеше сумкаһын аҡтарыу ҡыйын ине. Алмаша-алмаша бер- береһен тикшерҙеләр. Бер мәл Витька Ильястың дәфтәре  араһынан бөгәрләнгән ҡағыҙ сығарҙы.
– Зилә Наилевна, мин таптым!
Барыһы ла Витька ҡулындағы ҡағыҙ аҡсаға ҡараны. Ильясҡа эҫе һыу һипкәндәй булды. Күҙ алдары тимгел-тимгел ҡара таптар менән ҡапланды. Инде бөтәһе лә уға ҡарай, был нимә әйтер икән, тип көтәләр. Етмәһә кемдер: “Уның бит бөгөн тыуған көнө, үҙенә берәй нимә алырға уйлағандыр, бур!” – тип утҡа май өҫтәне. Класта шыбырлау тулҡыны ағылды. Ҡыҙҙар, Ильяс яғына ерәнгес ҡараш ташлап, шыбырлашырға тотондо. Зилә Наиловнаның: “Ильяс, кем-кем, тик һинән бындайҙы көтмәгәйнем!” –  тигән һүҙҙәре уның башына күҫәк менән һуҡ­ҡандай яңғыраны.  
Ҡалған аҡсаһын күпме генә эҙләмә­һендәр, бары таба алманылар. Полиция хеҙмәткәрҙәре килеп һөйләшеү үткәрҙе, Ильясты иҫәпкә ҡуйҙылар. Ниндәй ауыр кисереш ине ул нахаҡҡа ғәйепләнеү, “Бур” тигән ҡара мөһөр тағып йөрөүе! Был ваҡиғанан һуң малай бөтөнләй үҙенә бикләнде. “Дикий” ҡушаматы “Бур”ға үҙгәр­ҙе. Ә хәҙер килеп “Кеше үлтереүсегә” әүерелде... Был ваҡиғала үҙен аҡлай алмаған малай, егет булып еткәс тә, судта  үҙен аҡларға ашыҡманы...  

 *     *     *
Егет беләгенән нимәнелер һурғанға уянып китте. Шәфҡәт туташы капельницаның уколын тамырынан һурып алған икән. 
– Ҡуҙғалмағыҙ, һеҙгә тыныс ҡына ятырға кәрәк, – йомшаҡ тауыш саф шишмә сылтырауын хәтерләтте. Ильяс үрелеп тағы ҡарарға тырышты. Ҡараштар осрашты. Йәшкелт күҙҙәр. Яҡын да һәм яғымлы ла ине улар. 
– Лилиә? Һин? – егет ҡаршыһында торған һылыуға тағы текләберәк ҡараны.
– Эйе, Ильяс, был мин, – ҡыҙ үҙенең танылыуына үкенеберәк ҡуйғандай тойолдо.
– Һин...
– Ғәфү ит, миңә башҡа пациенттарға ла инергә кәрәк.
– Туҡта, Лилиә... 
Ҡыҙ йәһәт кенә капельницаны алып сығып та китте. Ильяс күҙҙәрен ныҡ итеп ҡыҫып тағы асты. Тик ярым асыҡ ҡалған ишектә ҡабат аҡ һын пәйҙә булманы. Ни аралалыр наҙлы ҡояшты һөрөмлө болоттар ялмап өлгөргән. Ямғыр тамсыла­рының тәҙрәгә әкрен генә сиртеүенә, ағастарҙың шыбырлауына егет күҙҙәрен йомдо. Лилиәне күреү бәхете күңелендә ут тоҡандырһа ла, ҡыҙҙың был ҡарашы һалҡын ямғырҙай йөрәгенә яуҙы...

     *        *       *
Ул һалҡын көҙгө кистә лә шулай ямғыр яуа ине. Ара-тирә эт өрөүе, ниндәйҙер ҡош тауыштары ишетелгеләне. Ятаҡҡа юлланған егет, ваҡ һибәләгән ямғырға битен ҡуйып, рәхәтләнеп атланы. Ҡапыл һул яҡта әсе ҡысҡырыу кистең мөғжизәле тынлығын боҙҙо. Ильяс, күпте уйлап тормай, ишетелгән яҡҡа боролдо. Магазин артындағы машинанан бер ҡыҙ сығырға тырыша ине. Уң аяғын тышҡа сығарып өлгөргән, тик  эстәге берәү көслө ҡулы менән ишекте шап иттереп япты. Ыңғырашыуҙы әлеге егет ҡулы ҡыҙҙың битенә сабып туҡтатты. Ҡыҙҙың илау ҡатыш ялыныуы ишетелде: “Ебәр мине зинһар, Роберт! Мин... мин яратмайым бит һине...” “Шың­шыуыңды туҡтат! Тағы бер күҙ йә­шеңде генә күрәйем!” Ильястың ҡыҙыҡһы­ныуы нәфрәт менән алышынды. Ул йәшен тиҙлегендә машинаға атылды. Руль артында ултырған егетте һөйрәп тигәндәй сығарҙы. Уны-быны көтмәгән Роберт аңғармай ҙа ҡалды. Ильяс быны курткаһының яғаһынан ҡыҫып тотоп: “Нимә, ҡыҙҙарҙы илатырға көсөң етәме?” – тип, эсенә берҙе тондорҙо. Тегеһе бөгөлөп батҡаҡ ергә ҡунаҡланы. Тағы берҙе битенә ҡундырғас, егеттең танауынан ҡыҙыл шыйыҡса аҡты. Ҡапыл ҡыҙҙың: “Туҡта, теймә уға, зинһар!” – тигән тауышына Ильяс туҡтап ҡалды. Ул әкрен генә баҫып ҡыҙға яҡынлашты. Тегеһе дер-дер ҡалтырай. Йәшкелт күҙҙәренән тушы ағып бөткән ҡыҙ ҡарашын йәшерҙе, ямғыр тамсыһымы, әллә күҙ йәшеме битенән ағып ергә тамды. Ильяс, өҫтөндәге ветровкаһын сисеп, ҡыҙҙың иңбашына һалды. Ҡыҙҙы йәлләп, тынысландырырға тырышыпмы, йылытырғамы, уны ипләп кенә ҡосаҡланы. Шул мәлдә Ильястың тәне буйлап ниндәйҙер йылы тулҡын йүгерҙе. Уның ямғыр моңо аҫтында шул килеш оҙаҡ торғоһо килгәйне...
– Кәрәгеңде аласаҡһың әле һин! Ныҡ үкенәсәкһең! – Роберт бысранған курткаһының еңе менән танауынан аҡҡан ҡанын һөртөп, ергә лас төкөрҙө.
– Нимә, етмәй ҡалдымы әллә? – Ильястың тағы барып берҙе тондорғоһо килгәйне лә, тик ҡыҙ уны ебәрмәнеме, әллә үҙенең ҡыҙҙы бер үҙен ҡалдырғыһы килмәнеме, фонарь янған яҡҡа ыңғайланылар.
Өндәшмәй күпмелер барғас, ҡыҙ әкрен генә, рәхмәт, тип шыбырланы. Ильяс, ҡыҙҙың буй-буй аҡҡан күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һөртөп: “Барыһы ла яҡшы!” – тип яуапланы. Лилиә менән ошолай танышты ул.  Ямғыр  үҙ йырын шыбырлап, ике йәш йөрәккә яуҙы ла яуҙы... 
 Йондоҙ.
(Дауамы бар).

*      *      *
Аҡ ҡыш ерҙе күптән мамыҡ юрғанға төргән. Ҡояш нурында ул гәүһәр-ынйы булып емелдәй. Саф һауа күңелгә шифалы дауамы ни! Бөтә арығанлығың ҡул менән һыпырып алғандай юғала. Ильяс болот араһынан аҙға ғына сыҡҡан яғымлы ҡояшҡа күҙҙәрен ҡыҫып ҡараны. Ҡар бөртөктәре аҡ күбәләкме ни, парланып өйрөлөп-өйрөлөп вальс бейегәндәй осалар. Мөғжизәле донъя! Йәнһөйгәнең яныңда булғанда ул тағы ла гүзәллерәккә әүерелә. Ильяс Лилиәнең сәстәренә, керпегенә ҡунған ҡар бөртөктәренә һаҡ ҡына ҡағылды: 
– Һине ошо аҡ ҡар бөртөгөнә оҡшатам. Тик һиңә ҡағылһам, һин ошо саф ҡар кеүек ирерһең дә юҡҡа сығарһың һымаҡ...
– Ә мин иремәм, һин янымда булғанда... –  һөйөү тулы йәшкелт күҙҙәр бәхетле йылмая ине. Тик шунда уҡ һағышлы борсолоуға батты: – Тик атайым ғына беҙгә бергә булырға юл ҡуймаҫ, ахыры...
– Ниңә улай тиһең?
– Үҙең беләһең, һәр атай үҙ ҡыҙына тик бәхет кенә теләй. Һәм ул бәхетте иң тәүҙә матди хәлгә бәйләй...
– Мин бер нидәй ҙә ауырлыҡтан ҡурҡмайым, сыныҡҡанмын. Себергә барырмын, аҡсаны ни, көрәп алырмын. Күп ғаилә беҙҙә шулай көн күрә бит хәҙер. Ирҙәре вахтала, ҡатындары яңғыҙ донъя көтә, балалар үҫтерә. Тик һин генә мине көт, йәме?
– Мин көтөргә риза, тик минән генә торамы һуң ?...
– Аңламайым.
– Беләһеңме, атайым, үҙе әйтмешләй мине  ярлы-йәтимгә үҫтермәй. Уға белеме булған, яҡшы эштә эшләгән, тырыш кейәү кәрәк. Ул мине Өфөләге бер танышының улына димләргә ниәтләй...
– Лилиәм, мин һине берәүгә лә бирмәм! Һине юғалтырға хаҡым юҡ. Мин тырышып юғары уҡыу йортона инермен, уҡыйым, вәғәҙә бирәм.
Ҡайҙандыр күктән ағылған моңһоу көйгә тибрәлгәндәй, ҡыҙ менән егет арҡаһын арҡаһына терәп, һәр кем үҙ офоғона төбәлгәйне...

  *     *    *
 Ильяс ҡабат күҙҙәрен асты. Янында бер кем дә юҡ. Ул тағы яңғыҙы ине. Күкрәгендә типкән йөрәге генә һин әле йәшәйһең, тигәндәй сәнсеп ҡуйҙы. Ҡапыл ишек шығырлап асылды. Егет, Лилиәме икән, тип бер аҙ ҡалҡына бирҙе. Ләкин, ишектән аҡ халатлы йыуантыҡ апай менән полиция хеҙмәткәре инде. Ильяс тыныслыҡ һаҡлау органдарын детдомдан бирле үҙ итмәгәнгә үҙендә көсөргәнеш һиҙҙе. 
– Һаумы, Ғәҙелшин. Һеҙҙең менән тағы күрешергә тура килде инде, – күҙлекле, оҙон нәҙек был ағай ултырғыс алып йәнәшенә ултырҙы. Ильяс уны судта күргәнен иҫенә төшөрҙө. 
– Һеҙ уны ныҡ борсомағыҙ инде. Ике операция үткәргән. Оҙаҡ түгел, йәме?
– Эйе, эйе. Ҡайғырмағыҙ, миңә өс минут та етә, – полиционер ағай теге хәстәрлекле генә күренгән апайҙың сығып китеүен көтә биреп, Ильясҡа өндәште. – Мдә, Ғәҙелшин, хәлегеҙ бик мөшкөл күренә. Һөйләшә алаһығыҙмы һуң? Тәк, Ильяс Ирекович, 21 июлде яҡшы иҫләйһегеҙме? – ҡуйынынан ниндәйҙер ҡағыҙҙар сығарып яҙа башлаған ағай, егеттең күҙҙәрен йомғанына иғтибар итмәй генә дауам итте. – Ҡайҙа йыйына инегеҙ?
– Себергә, – кипкән иренен көскә ҡыбырлатты Ильяс...
– Кемдәр икәнен беләһегеҙме? Нисәү инеләр? – ағай башҡа егеттән күҙен алмаҫҡа булды.
Ильяс, кемдәр булғанын яҡшы белһә лә:
– Юҡ, – тип кенә яуапланы. – Өсәү шикелле. 
– Роберт Маһайупов һеҙгә танышмы? – Ильясҡа нығыраҡ текәлде. Егет  ҡаршыһында ултырған ағайға тура ҡарап, “юҡ” тип башын һелкте. 
– Аңлашылды. Ә Алмас Батыршин менән ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ? –полиционер ағай ҡағыҙҙарына тағы нимәлер яҙа башланы.
Ильясҡа ҡыйын булып китһә лә, белдермәҫкә тырышып: “Беҙ –дуҫ”, – тип алдарға мәжбүр булды. Ишектән тағы ла теге яғымлы апай күренгәс, ағай ултырғысынан тороп: “Ярай, Ғәҙелшин, һеҙгә ял итергә кәрәк. Әле тикшеренеүҙәр бара, шуға күрешкәнгә тиклем. Тиҙерәк һауығығыҙ”, – тип асыҡ ишектән юғалды. Ильяс тәрән һулап ҡуйыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. 
Ильяс яңғыҙы ҡалғас тағы, уйҙарына бирелде.“Их, Лилиәм, бергә булһаҡ, тиҙерәк аяҡҡа баҫыр инем дә Себер тигәндәренә сығып та китер инем. Ҡайтарыр бурыс та ҙур шул... Эх, ул көндө үҙгәртеп булһа икән...” Ауыр иҫтәлектәр, күңелен ҡабат телгеләй-телгеләй, егеттең күҙ алдынан кинолағы кадрҙар һымаҡ берен - бере алмаштыра торҙо.

*      *      *
Хозур тәбиғәттең ҡар юрғанынан әрселеп уянырға торған мәле ине. Әле еңелмәгән ҡышҡа үҙ көсөн күрһәтергә теләгән яҙҙың селлә бураны бер аҙ баҫылғайны инде. Бер көндө танышы уны, аҡса эшләп алырға, тип саҡырып алды. Ильяс та, аҙ булһа ла  аҡсаның кеҫәһен тишмәүен аңлап, тиҙ ризалашты. Әммә кемгә ярҙам итергә кәрәклеген белгәс, бер аҙ ҡаушап  ҡалды. Лилиәнең атаһы ине ул.Арғы остағы Ғилман ағайҙарға төш тирәһенә барып инделәр. Аш-һыуға оҫта Алмабикә еңгәй өҫтәл тулы ризыҡ менән һыйланы. Күптән бындай һый күрмәгән егеткә был табын байрам кеүек тойолдо. 
Ҙур зәңгәр “Белорус”менән кәрәкле урынға тиҙ барып етеп, ауған ҡайындарҙы йәһәт кенә быстылар. Әллә һалҡын яҙғы ел өшөттөрҙөмө, әллә күрәсәк ашыҡтырҙымы – улар был эште тиҙ башҡарып сыҡты. Ҡайтыр саҡта Ғилман ағай, ҡатыны һалып ебәргән күстәнәсте алып, егеттәрҙе ҡунаҡ итергә булды. Һалҡын ит өй икмәге менән тиҙ ашалды. Тик хужа ҡулында бер шешә хасил булғас, Ильяс уны кире ҡаҡты:
– Мин алып ҡайтып еткерергә тейешмен бит әле...
– Аны, ней, юлды беләһең, нимәһенә ҡайғыраһың? Әйҙә-әйҙә, булғанда бүреләй, булмағанда шүреләй тигәндәй, – Ғилман ағай бер стаканға яртылай итеп һалып та ебәрҙе. – Әҙерәк ней һалҡында йылынырһың, эс - эс, ул тәнде эҫетеп ебәрә ул. Исамаһам, ауырымаҫһың. 
Ғилман ағайҙың ҡыҫтауынанмы, әллә буранлы еленән йылынырға теләпме, туңған бармаҡтар стаканға үрелде. Тамаҡты бешереп төшөп киткән аҡ һыу үҙенекен итте. Аяҡ, ҡул бармаҡтарына ҡан йүгерҙе, тән эҫенеп, йылы рәхәтлеккә төрөндө. 
– Үәт исмаһам егет икәнһең. Йә-йә, яңғыҙы оҙаҡ көтмәй, дуҫын саҡыра ти бит. Икәү итер кәрәк.
Ильястың кире ҡаҡҡан усына хужа тағы тотторҙо. Йылынып, дәртләнеп киткән ир-аттар түмәркә менән тулы арбаның прицепын ҡарарға онотоп, ҡайтыр яҡҡа юлланды. Көҙҙән ҡатып ҡалған батҡаҡлы юл, ҡаты ҡар менән ҡапланғас, бөтөнләй баш бирергә уйламай ине. Тәгәрмәстәр юл һыртынан шыла-шыла күпмелер ер түҙеп барҙы. Ильяс ҡаты рулде, иреккә өйрәнгән тайҙы эйәрләгән һымаҡ, үҙенә буйһондорорға тырышты. Кинәт, тиҙлекте арттырырға булғайны, алғы тәгәрмәстәр текә ерҙән упҡынға осто. Барыһы ла күҙ асып йомған арала ғына үтә тиҙ булды. Ильяс :“Юҡ!!!” – тип кенә уйлап өлгөрҙө, әммә көслө техника һаман алға тартты. Яҡшылап эләктерелмәгән прицеп тракторҙы ҡайырып үҙенекен эшләне. Кинәт көслө бәрелеү. Йәшен атҡан тиҙлек менән осҡан Ильяс иреп бөтмәгән ҡаты ҡарҙа салҡан ята ине. Арҡаһы менән килеп бәрелгәнгә тыны ҡыҫылып тын ала алмай күпмелер ятты. Нисек булһа ла күҙҙәрҙе йоммаҫҡа! Ә өҫтә, бөйөк һауала, күк көмбәҙе яҡтырып, болоттарҙан таҙарынды. Аҡ һын! Әсәһе?! Эйе, ул янына эйелде, йомшаҡ ҡулдар бала саҡтағы кеүек наҙлы ҡағылды. “Түҙ, балам...”  Әкренләп ебәрҙе. Ильяс һалҡын һауаның күкрәгенә бәреп инеүен һиҙеп, йүткереп ебәрҙе. Ҡабат ҡарашын асҡанда янында береһе лә юҡ ине. Күкрәге һәм ҡабырғалары сәнсеп һыҙлаһа ла, ул алға шылышты. Яҡында ғына Ғилман ағай. Егет үҙендә ҡайҙандыр көс табып алға ташланды. Күргән картинанан егеттең күңеле болғанды. Һауа етмәгәндәй йыш тын алып, кәүҙәне төрттө. Ильясҡа атаһының да шулай ағас аҫтында ҡалыуы күҙ алдына килде.  
Аҙаҡ ни булғанын Ильяс тоноҡ бер төш кенә һымаҡ иҫләй. Дөрөҫөрәге, был төш уныҡы түгел дә кеүек. Үҙе тере ҡалһа ла, мәрхүм Ғилман ағай урынында булырға теләне. Әҙәм ғүмере өҙөлөүҙә Ильясты ғәйепләнеләр. Был күтәрә алмаҫлыҡ ауыр тойғо балалар йортонда  нахаҡҡа ғәйепләнеүҙән күпкә ҡурҡынысыраҡ ине. Ул кеше үлтереүсе! Етмәһә кемде бит әле!... Бөтмәҫ тикшереүҙәр. Суд. Батыршиндар ғаиләһенә компенсация рәүешендә  судья ҙур сумма ҡуйҙы. Егет Лилиәне уйланы, тик ҡыҙ үҙенә йомолдо...
Шул ваҡиғаларҙан һуң Ильяс күпме генә һөйгәне менән күрешергә тырышмаһын, бер ни ҙә килеп сыҡманы. Ҡыҙҙың ағаһы Алмас ҡына бер нисә тапҡыр киҫәтеп ҡуйҙы. Тик 21 июль түҙемлегенең һуңғы тамсыһы булып Ильястың шылтыратыуы булды. Иртәгәһе таң менән Ильяс оҙон юлға сығырға ниәтләнгәйне – Себергә. Шуға ла  бығаса күңелен йыуатып килгән яҡты нуры-фәрештәһе менән һуңғы тапҡырмы, түгелме хушлашып китергә теләне. Телефонды ир-егет алды, сәләм дә бирмәй: “Клуб артына”, – тип әйтте. Ильяс күҙаллай ине, әммә тәүәкәлләне... 
Эңер ваҡыты. Ҡояш, таралған яғымлы нурҙарын йыйып, ҡараңғы болот аҫтына йомолғайны. Киләһе көндөң салт аяҙ буласағын ишаралап, ара-тирә болоттар ғына ал ҡан булып яна ине. 
– Һин, Ильяс, яҡшылап әйткәнде аңламайһың шикелле. Ике тапҡыр киҫәттем, өсөнсөһөнә ҡара инде, тинем түгелме? – буйға оҙон Алмас үтә ныҡ яҡынлашты. Ильяс сигенмәне. Артынан тағы бер таныш тауыш ишетелде.
– Ха, эләктеңме, малай. Әйттем бит мин һиңә... – Ильяс күҙ ҡырыйы менән генә теге көҙөн туҡмаған Робертты таныны. Ул Алмастың яҡын дуҫы булған икән. 
– Миңә Лилиәне күреп китер кәрәк, – Ильястың тауышы тыныс һәм етди сыҡты.
– Нимә, теге донъяға ашығаһыңмы әллә? – Роберттың ҡулында ағас рәшәткә күренде.
– Лилиәне ҡалдыр! Һин уға тиң түгел! – Алмас Ильясҡа тура ҡарай ине. 
– Бер ҡасан да... – Ҡапыл арҡаһына рәшәткәнең ҡаты бәрелеүенән Ильяс туҙанлы ергә йығылды. Күҙҙәрен йомоп, ҡабат асты. Торорға ынтылған егетте кемдер өсөнсөһө тотоп Алмас ҡаршыһына илтте. “Һеңлемде ҡалдыр!”,  уның тауышы Ильястың ҡолаҡ төбөндә ишетелде. “Ә быныһы – атайым өсөн!”– Алмастың ҡаты йоҙроғо Ильястың күкрәгенә тура килде. Артҡа аунаған Ильясты Роберт тотоп: “Ә быныһы – минең һөйгәнем өсөн! Әйттем бит мин һиңә, үкенәсәкһең, тиеп!” 
Муйын тирәһенә нимәлер һуғылыуҙан Ильяс иҫен юғалтты. Хушһыҙ ятҡан егетте күпме туҡмағандарҙыр – билдәһеҙ. Тик аҙаҡ туҙан ҡатыш ҡанға батҡан ветровкаһын һалып өҫтөнә ябып киткәндәр. Етмәһә, янына буш һыра һауытын ҡалдырғандар. Имеш, иҫергән дә тыныс йоҡлай. Иртәгәһен үтеп-һүтеп йөрөгән әбей-һәбей генә: “Аллаҡайым! Был йәштәр бигерәк иманһыҙ инде. Кит, көпә-көндөҙ шулай иҫереп ятмағайы. Ыстағафируллаһ!” – тип урап үтте. Төш ваҡыты етәр саҡта ғына кемдер “Ашығыс ярҙам” саҡыртты... 

*   *    *
Нескә бармаҡтары еүеш ҡара тупраҡты ҡыҫҡан килеш, аҡ һын яңы күмелгән ҡәбер янына сүгәләне. Елгә таралған оҙон сәстәре ҡыҙҙың йөҙөнә төшкән. Күҙ йәшеме, әллә ямғыр тамсыһымы йәшкелт күҙҙәренән тәгәрәп тупраҡҡа һыйынды...
Ильяс ҡабат күҙҙәрен асты. Аҡ палата эсе ярым тартылған тәҙрәнән үтеп ингән йәйге йылы ҡояш нурына күмелгәйне. Палатала ул бер үҙе генә ине. Тамырҙары капельницанан тамған һыуҙы һура. Егет капельницанан тамған һыуға оҙаҡ ҡарап ятты. Тамған тамсылар уның һуңғы минутын һанай кеүек ине. Был мәлдә егеткә сикһеҙ бөйөк күктән моң ағылғандай тойолдо. Таныш көй. Ильяс әкрен генә йырға ҡушылды:
Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.
Һин ташлаған бер ус дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла – 
Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас...
Ҡыҙ, был мәлдә ярым асыҡ ишектән инергәме-юҡмы тигәндәй, тапанып тора ине. Әкрен генә ағылған йырҙы ишеткәс, йөрәге тағы дарҫлап тибергә тотондо. Үҙен ҡулға алып, ҡыҙ аҡ бүлмә эсенә йомолдо. Был ваҡытта, капельницаны туҡтатмай, һуңғы тамсының үҙе артынан үлем алып киләсәген тыныс ҡына көткән егет йырҙың һуңғы һүҙҙәрен шыбырлай ине: “Нәфрәтең дә етә – һуңлағас....”
– Йәнем!!! – Лилиә Ильясҡа атылды. Бүрткән ҡан тамырынан энәһен алып өлгөрҙө, – мин һуңламаным! Юҡ! Юҡ... Һин йәшәргә тейешһең. Яҙмыш миҙгеленә бирешмә. Һинһеҙ мин – төн, мин ҡояшмын һин янымда булғанда, ишетәһеңме?... – Ҡыҙ ҡалтыранған ҡулдары менән егеттең йомолған күҙҙәренә, йөҙөнә ҡағыла, ә үҙе  шыбырлауын дауам итә. – Һинән башҡа бер кем кәрәк түгел, айыра алмаҫ беҙҙе хатта үҙе Үлем. Үлем. Атайымдың үлемендә һине ғәйепләмәйем...  Юҡ!  Мин ғәфү иттем һине, Ильяс, йәнем...

Аҡ сәскәләр сәскә атҡан мәл. Йылы ҡояш нурҙары бар тәбиғәтте, бөтә кешелекте үҙ йылыһына сорнағандай күңелле һәм яҡты. Медуниверситеттың ятағы алдына ҡояшҡа ялтырап торған ҡара төҫтәге Fort-fujen килеп туҡтаны. Аҡ розалар букетын тотҡан Ильястың бәхетле ҡарашы ятаҡ күтәрмәһенән аҡҡоштай йөҙөп килгән Лилиә менән осрашты. Һөйгәненең нескә бармағына алтын балдаҡ кейҙергәс, уны үҙенең көслө йылы ҡосағына алды. Тәүге тапҡыр ҡосаҡлағандағы һымаҡ, тәне буйлап йылы тулҡын йүгерҙе. Ҡояштың нурлы бишегендә ике йөрәк бергә типте...

Зөһрә САФИНА-РӘХМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас