Ошо балаға ҡарайым да, бер нимә лә аңлай алмайым – әллә кемделер хәтерләтәме, әллә ҡараҡай ҡына булыуы күңелгә яҡынмы, белмәйем. Мәктәпкә инеп, кабинет ишеген асыу менән теге ҡыҙ баланы эҙләйем. Килгәнме ул бөгөн дәрескә? Кәйефе нисек? Күҙҙәрем менән генә уны байҡап, йылмаям да тынысланам. Ә нимәгә тынысланам, аңламайым. Дәрескә әҙер булмағанында ла бер нимә лә әйтмәйем, башҡаларға һиҙҙермәй генә арҡаһына ҡағылып үтеп китәм. Хәйер, был уҡыусым үҙе һиҙҙеме икән минең уға ҡарата йылы ҡарашымды, әйтә алмайым.
...Ҡайнағамдың вафатына ла байтаҡ йылдар булып килә. Әммә күңелдә һағыш, әсенеү, үкенеү баҫылмай. Иптәшем менән йыш иҫкә алабыҙ ағаһын. Һағыналыр ҙа ул, асыҡ әйтмәһә лә, күҙҙәренән, ауыр көрһөнөп ҡуйыуынан һиҙелә. Ағаһы менән апаһы вафатынан һуң ул үҙенән ҡала өс һылыуына терәк-таяныс, атай урынына ҡалды бит. Бер көндө иптәшем ағаһының улы хаҡында һүҙ ҡуҙғата биреп ҡуйҙы:
– Ҡайҙа йөрөй икән шул егет? Төҫкә ниндәй икән?... Өйләнгәндер, балалары ла барҙыр...
– Барҙыр, барҙыр... Йәше лә 30-ҙы уҙҙы бит инде. Нисек, ҡайҙан барып табаһың инде уны хәҙер, – тим.
– Э-э-эх-х, әллә ауылдарына барып килергәме икән?.. – тип ауыр көрһөндө хәләлем.
– Нисек, нимә тип кенә барып инербеҙ һуң, – тим, мин дә аптырап. Абзый ҙа иҫән түгел, исмаһам. Ныҡлап һораштырыр инек.
– Үкенестәр менән уҙа был тормош... – тип тынып ҡалды Йәлил.
...Ҡарлы-буранлы, әсе елдәре менән ҡыш килде. Йылдағыса көн артынан көн, төн артынан төн үтеп, шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамы ла уҙып китте. Каникул көндәрен һәр кем файҙалы үткәрергә тырышты: кемдер тау шыуҙы, икенселәр күрше ҡалаға, ауылға туғандарына, олатай-өләсәйҙәренә юлланды, берәүҙәр саңғы кейеп урман ҡыҙырҙы. Һәүетемсә генә шулай, ғәҙәттәгесә, мәктәптә уҡыуҙар башланды. Туған әҙәбиәт дәресенә килеп ингән балаларҙы һүҙһеҙ генә күҙҙән үткәреп, таҡтаға теманы яҙып ҡуйҙым – “Нимә ул шәжәрә?” Балалар ҙа дәфтәрен асып датаны теркәп, миңә текәлде. Презентациялар күрһәтеп һәм үҙемдең шәжәрәмдән миҫалдар килтереп дәрес уртаһына ла еттек.
– Шулай итеп, балалар, нимә ул шәжәрә? Шәжәрә – ул ырыу ағасы, ырыу тамыры. Атай-олатайҙар сылбыры. Башҡорттар үҙҙәренең ете быуынын белергә тейеш. Шәжәрәгә борон-борондан ир-егеттәрҙе генә яҙғандар, сөнки ҡыҙҙар кейәүгә сығып, икенсе фамилия ала. Шәжәрәлә ырыу тарихы, ата-балаларҙың йәшәү рәүеше, балалары, уларҙың йәше, шөғөлө, мал-мөлкәте, белем кимәле яҙылған. Бөгөн, балалар, шәжәрәңде белеү бик мөһим. Модала, тип әйтер инем. Үҙҙәрен икенсе милләт кешеһе тип йөрөгәндәр ҙә, шәжәрә аша ата-бабаларын табып, асылына ҡайта. Ә һеҙ, уҡыусылар, ҡайһы ырыуҙан, тамырығыҙҙы беләһегеҙме? – тип балаларға баҡтым.
– Мин ҡарт олатайымдың исемен беләм, ә бына ырыуымдың нисек аталғанын әйтә алмайым, – тине Айрат урынынан ҡалҡынып.
– Ә мин Байлар ырыуынан, – тине Илвина. – Алты быуынымды беләм!
Ҡалған биш бала өндәшмәй генә баштарын эйҙе. Уларҙың ата-әсәһе ҡайһы райондан, ауылдан икәнен белешергә булдым. Әгәр Башҡортостандан булһалар, йәнәһе, ата-бабаларын табып, шәжәрә төҙөүе еңелерәк буласаҡ. Шулай рәттән төшөп, һәр береһенән һорашам, кәңәштәр бирәм. Бына теге ҡараҡайыма ла сират етте. Өндәшмәй генә йылмайҙы ла әсәһенең был ҡаланан булыуын, ә атаһының республиканың көньяҡ райондарының береһендә йәшәүен әйтте. Яңылыш ишетәм, тип ҡабат һорай ҡуйҙым. Юҡ, минең тыуған районымды әйтә ҡыҙыҡай.
– Альбина, ә атайың ҡайһы ауылдан? – тип һорауыма, ул минең күрше ауылымды атаны. Урынымдан ҡалҡынып ҡуйҙым.
– Нисек? Мин дә шул райондан бит, хатта ул ауыл минең ауылымдан алыҫ та түгел. Ә ниңә мин белмәйем? Ниңә бығаса өндәшмәнең, Альбина? – Бер-бер артлы һорауҙар яуҙырыуыма аптырап ҡалған ҡыҙ бала яурындарын ғына һелкетте. Мейемдең бер урыны нимәнелер хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй, ҡылт итеп, семетеп ҡуйҙы. – Атайың, атайың кем исемле, Альбина? – тим бер аҙ ҡаушай биреберәк.
– Хәлил.
– М-м-м, Хәлил?.. – үҙ ҡолаҡтарыма үҙем ышанмағандай, ҡабат һорайым. – Ә Хәлилдең атаһы кем? Исемен беләһеңме, Альбина? – тим, үҙемдең тауышымды үҙем танымайса.
Минең ҡаушауымды уҡыусыларым да һиҙенде, буғай. Тып-тын булдылар ҙа, барыһы ла иғтибар менән беҙҙең һөйләшкәнде тыңлай, күҙәтә башланы.
– Юҡ, белмәйем, оноттом мин, – тине уҡыусым тын ғына.
– Улайһа, атайыңа ватсаптан яҙ әле, Альбина. Ҡартатайымдың исеме кем, тип һора, – тип бер тында теҙеп һалдым.
Ҡыҙсыҡ аптыраулы ҡараштарын миңә төбәп, хәҙер яҙһам яраймы, тигән ишара менән телефонына үрелде. Артабан дәрес бөтөүҙе белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Ә мин арҡа буйым земберләп, ҡаушауымдан балаларға өй эшен дә бирергә онотоп, урынымда ултырып ҡалдым.
Таллыкүл ауылы беҙҙән алыҫ түгел, Альбина, атайым шунда йәшәй, ти. Әгәр ул булһа... Хоҙайым, бына нисек килеп сыға бит. Ысынмы был, бушмы?.. Ай Аллам, нисек кенә киләһе дәрестең бөтөүен көтөргә, ә?
Ҡыҙыҡай тарих дәресенә инеп китте. Ә мин 40 минутты нисек үткәрергә белмәй мәктәпте ҡырҡ ураным, теге баштан беренсе ҡатҡа төшәм дә, был яҡтан икенсе ҡатҡа менәм. Иҙән йыуып йөрөгән Мәҙинә апай минең тегеләй ҙә былай сабыуыма сәйерһенеп ҡарап, ут сыҡҡанмы әллә, тип ҡуйҙы. Сабырһың да бына, башты ҡайҙа тығырға белеп булмай. Ғүмер буйы күңелде өйкәгән, йөрәк түрендә йөрөгән ҙур сер сиселергә торғанда, тик кенә ултырып ҡара. Мейе шаулай, баш ҡайнай башланы. Альбинаның дәрестән сығыуына ла һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Тәбиғәтем менән бер урында тора алмаған кешегә ысын мәғәнәһендә секундтарҙы еткереүе бер михнәткә әйләнде. Эстән генә көй көйләп тә ҡарайым, тыпырлап бейеге лә килеп китә, әммә ситтән күҙәткән кешегә сәйер тойолор тип, саҡ тыйылып торам.
Бына минең өсөн быуатҡа һуҙылған ваҡыт үтеп, ҡыңғырау ҙа шылтыраны һәм 9-сы кабинеттан берәм-берәм балаларҙың баштары күренде. Альбинаны тыным менән тартып сығарырҙай булып, ишек төбөндә “бейеп” торам. Йөрәгем сыға яҙып тибә башланы. Күреү менән ҡыҙыҡай ҙа миңә табан ынтылды һәм атаһының уның хатына яуап яҙыуын күрһәтте. Үҙемдең күҙҙәремә үҙем ышанмайым. Тамағыма төйөр тығылды, күҙҙәремдән йәштәр атылды. Бер балаға, бер яҙмаға ҡарап, ҡатып ҡалдым. Уҡыусым бер ни аңламай, миңә аптырап ҡарай. Башым әйләнеп китте һәм йығылыуҙан ҡурҡып, күтәрмәгә тотондом.
– Ни булды, Зөлхизә Әйүповна? Һеҙгә ҡыйынмы әллә? – тип ҡулдарымдан тотоп алды Альбина.
– Альбина, балаҡай... беләһеңме, беләһеңме, – хәбәремде һөйләй алмай ҡаңғырам.
– Эйе, тыңлайым һеҙҙе, Зөлхизә Әйүповна...
– Шамилмы ҡартатайың? Атайың шулай тинеме?
– Эйе, Шамил улы Хәлил минең атайым, – тине Альбина бер тында.
Бына ошонда аңланым да инде ниңә был бала миңә яҡын булғанын, ниңә күңелем уға тартылғанын. Үҙ күргәндәремә, ишеткәндәремә ышанмай, һаман аптырап баҫып тороуымдың ысынбарлыҡта икәнен дәрескә саҡырып шылтыраған сираттағы ҡыңғырау ғына төшөндөрҙө.
– Миңә дәрескә инергә кәрәк, Зөлхизә Әйүповна, – тигән тауышҡа һиҫкәнеп, ҡыҙҙы уҡытыусыһынан һорап, дәрескә һуңлап инәсәген төшөндөрҙөм дә, Альбинаны аулаҡ урынға алып барып ултырттым.
ЗӨЛХИЗӘ.
(Дауамы бар).
Һүҙҙе башлай алмай аҙапландым. Балаҡай миңә ҡараған да, сабыр ғына һүҙ башлағанымды көтә. Ә минең башта мең төрлө уй ҡайнай, мейем сатнап бара. “Ул, тап үҙе, табылды йән киҫәгебеҙ, тик нисек, нисек уның ҡыҙы миндә уҡый? Ниңә быға тиклем белмәгәнбеҙ? Бер ҡалала йәшәгәнбеҙ бит. Был бала ла миндә алты йыл уҡый. Һеңлеһе 4-се класта белем ала. Һорау күп төрлө, яуап табыуы ғына ауыр, дөрөҫ кенә булһа ярар ине, тап үҙе булһа ярар ине”, – тип уйлап, уҡыусымдың ҡалтыранған ҡулдарын үҙемдең дерелдәгән устарыма һалдым.
– Альбина, беләһеңме, бына нисек килеп сыҡты. Тормош, ул шул тиклем ҡатмарлы. Төрлө хәлдәр, төрлө саҡтар була. Әммә беҙ дөрөҫлөктө белергә, асыҡларға бурыслы. Бына мәле етте, балаҡай... Беләһеңме, һин миңә ҡыҙым булаһың!...
– Нисек, ҡыҙым, Зөлхизә Әйүповна, аңламайым, – тип Альбина урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы.
– Шулай, Альбина. Һинең ҡартайың Шамил менән минең ирем
Йәлил бер туғандар, – Альбина, нисек булды әле был, тигәндәй, күҙҙәрен селт-селт йомоп, телһеҙ ҡалды. – Атайың Хәлил, Шамил абзыйҙың улы була инде. Тимәк, беҙ – туғандар!
Нисек улай, һы... – Альбинаның күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.
Беҙ оҙаҡ ҡына ҡосаҡлашып ултырып, илап алдыҡ. Артабан, яйлап аңлатырмын, тип Альбинаны дәрескә ебәрҙем. Ә үҙем кабинетыма индем дә күҙ йәштәремә ирек ҡуйҙым. Байтаҡ ултырҙым мин, уйҙарымдан үткәндәргә ҡайтып, бөгөнгөнө кире байҡап. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң икәненә тағын бер инанып, мең рәхмәттәр әйтеп, ҡайтырға сыҡтым. Өйөмә етәрәк кенә келт итеп иҫемә төштө – бөгөн бит минең Йәлилемдең тыуған көнө! Бына бит, тағын бер мөғжизә! Тормош иптәшемдең тыуған көнөнә бүләк яһап, ағаһының балаһын таптым. Уның ҡыҙҙарының, Аллаһ ҡөҙрәте менән, миндә уҡығанын асыҡланым. Тормош – сер, тормош – мөғжизә тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Атлап түгел осоп ҡайттым өйөмә. Өйөм ишеген йырлай-йырлай, әммә еңелсә ҡалтыранған ҡулдар менән асып индем. Нисек әйтермен Йәлилемә был хәбәрҙе, нисек ҡабул итер, тигән уйҙар ҙа борсоно, әлбиттә.
– Йәлил, ҡәҙерлем, тыуған көнөң менән! Имен-һау ғына бул, йәме! Беҙ һине яратабыҙ, – тип ҡосаҡлап алдым да иланым да ебәрҙем.
ЗӨЛХИЗӘ.
(Дауамы бар).
– Йә, нимәгә илайһың ул, – тип бер аҙ аптырауға ҡалды йән киҫәгем.– Бер бер хәл булдымы әллә, төҫөң ҡасҡан, күҙҙәрең шешенгәнсе, – тине хәүефле тауыш менән.
– Булды шул, йәнем, булды. Әйҙә, ултыр әле, хәҙер һөйләйем, – тинем дә янына ултырып, телһеҙ ҡалдым. Хәбәрҙе ҡайһы ерҙән һүтергә белмәй аҙапландым. Йәнекәйемдең тыуған көнө, беренсенән, икенсенән, уның һаулығы өсөн дә хәүефләнәм. – Беләһеңме, ҡәҙерлем, бөгөн һинең тыуған көнөңә бер сюрприз килеп сыҡты, – тим, ипләп кенә ҡулына ҡағылып.
– Ниндәй сюрприз тағы, уратып һөйләргә ярата ла инде, әсәһе, –тип тороп китергә ынтылды.
– Ултыр, ултыр, хәҙер һөйләйем... – тип тәрән итеп тын алдым да, баштан алып теҙҙем дә һалдым.
Йәлилем бер ултырҙы, бер торҙо, бер йылмайҙы, бер уйға батты.
– Факттар дөрөҫмө һуң? Тап улармы? – тип кенә һорай алды.
– Әйҙә, улайһа, шылтыратайыҡ.Һөйләшәйек, Хәлил менән, – тим.
– Юҡ, мин әҙер түгелмен әле, – тип ҡырт киҫте ир.
Эйе, уны ла аңларға була. Нисек итеп, тота һалып, бына мин, һинең ағайың тип шылтыратһынмы? Кискә балалар, дуҫтар килеп, матур табын ҡороп, иптәшемде тыуған көнө менән тәбрикләнек. Байрам табынынан һуң да йоҡо йоҡо булманы, һаман шул ваҡиғаны байҡаныҡ. Альбинаға яҙып, Хәлилдең әсәһенең исемен белештек. Ул да тап килеп тора. Ә Әлфиә апай, үҙ сиратында, Шамилдың ата-әсәһенең исем-шәрифен асыҡлап һорағас ҡына, бында бер нидәй ҙә яңылышлыҡ булмауы, Альбина менән Айлинаның тап Шамил абзыйҙың ейәнсәрҙәре икәненә инандыҡ. Тимәк, Хәлил – Шамил абзыйҙың улы, табылды!
...Йәлил ул саҡта армия сафына алына. Ике йылдан һуң ҡайтһа, абзыйы Шамил Себер тарафтарына эшкә киткән. Йәлил дә ауылда оҙаҡ торламай, Салауат ҡалаһына юл тота. Әммә күп тә үтмәй, Шамил ағаһы ҡатынын, бер йәшлек улын эйәртеп, ауылға күсенеп ҡайта. Бында уларҙың тағын ике ҡыҙҙары тыуа. Шулай йәшәп ятҡанда колхоз тарҡала, эш юҡ, аҡса түләмәйҙәр. Шамил ғаиләһен алып ҡатынының районына күсеп китә. Йәлил дә өйләнеп, ауылда төпләнә. Әммә яҙмыш еле уны ла республиканың алыҫ бер районына эшкә ебәрә.
Алты йыл элек Шамил абзый гүр эйәһе булды. Үҙе иҫән сағында Таллыкүлдәге улы хаҡында һөйләргә яратманы. Һорағанды ла өнәмәне, гел һөйләшеүҙән, яуаптан ситләште. Ауылға юл төшкәндә һәр саҡ Таллыкүлгә барып килә ине. Һиҙҙермәй генә, әммә уның улы менән осраша алмағанын әле генә белдек. Йылдар үткәс, шәжәрә темаһын дәрестә үткәндә юллап табылған ейәнсәре аша ғына белдек. Хәлиле лә атаһын ғүмере буйы эҙләгәне асыҡланды. Видео бәйләнеш аша танышып, һөйләшкәндән түбәндәгеләр билдәле булды:
– Ғүмерем буйы атамды эҙләнем. Фотоһын булһа ла табырға ине, тип эҙләнем. Эх, ситтән генә бер күрһәң ине, тип хыялландым. Атам ауылы беҙҙән алыҫ түгел бит – тау аша ғына. Йәй көнө ҡартатай менән көтөү көткәндә ул атҡа һыбай мендерә лә, шунда ебәрә. Илағанмындыр, мыжығанмындыр инде. Тау башынан ауыл ус төбөндә кеүек кенә. Кешеләрҙең урамда йөрөгәне күренә. Шулар араһында атам да барҙыр кеүек. Һыбай килеш ауыл буйлап үтәм, һәр осраған кешегә ҡарайым, атайым түгелме, йәнәһе. Миңә оҡшағанмы икән, тим. Тик ниңәлер бер кемдән дә һораманым. Ниңә икәнен үҙем дә белмәйем. Атайымды табырға миңә һәр саҡ кәртәләр осрап торҙо. Хатта уның үле хәбәре лә һуңлап килеп етте. Ә ул ваҡытта күрше ауылда ғына, өйҙә инем бит. Ялға ҡайтҡайным. Атайымдың ни рәүешле вафат булғанын ишеткәс, аптырауымдың сиге булманы. Тоҙло әйберҙәр ашамаһам да, ниңәлер, ауыҙымда уксус тәме килеүенә бер нисә көн аптырап йөрөнөм. Аҙаҡ, шул хаҡта әсәйемә һөйләгәйнем, ул: “Атайың бит яңылыш уксус эскән, шунан арыулана алмай үлгән,” – тип һушымды алды. Аптырарһың, нисек улай булды икән, һаман шуны аңлай алмайым. Э-эх, тормош... – Хәлил бер тын һүҙһеҙ ултырҙы.
Мин дә ишеткәндәрҙән бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙым да:
– Йәлил, Хәлил, был бит, был бит рух саҡырыуы, ҡан тартыуы... Бына бит нисек, боронғоларҙың әйткәненә, һөйләгәненә ышанмай инек. Ә ысын мәғәнәһендә ата-бабалар менән бәйләнеш, ырыу-ара ҡот, ҡан тартымы бар икән шул, – тип күҙ йәштәренә ирек бирҙем.
Шамил абзыйҙың вафаты тыуғандары өсөн үтә лә ҡапыл, аяныслы булды шул. Дауаханаға алып барһалар ҙа, һуң булған, ҡотҡара алманылар. Йәйге эҫегә түҙмәй һыуҙы һыуытҡысҡа ҡуйып эсергә ярата ине шул абзыйҙары. Төндә ҡараңғыла, утты яндырмай ғына, һыуытҡыстан бәләкәй һауытты алып уксусты бер тында алып эскән дә ҡуйған. Аҙаҡ тын алғас ҡына эштең айышына төшөнә. Һөт тә, күп итеп һыу ҙа эсеп ҡарай. Хәле ҡатмарлаша башлағас ҡына һылыуына шылтырата һәм уны дауаханаға илтәләр. Юлда барғанында: “Ярай ҙа әсәйгә мейесен сығарып бөтөп өлгөрҙөм, әтеү ҡыйын булыр ине,” – тип шатланып барған. Шул китеүҙән ул үҙ аяғында ҡайта алманы, әсәһен, балаларын, тыуғандарын ҡара ҡайғыға һалып мәңгелек йортонан урын алды.
Хәлил ишеткәндәрҙе тыныс ҡына тыңлап ултырһа ла, сикә буйынан күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Уның күңел кисерештәрен, һыҙланыуҙарын, үкенестәрен беҙ белмәйбеҙ, аңлай ҙа алмаҫбыҙ кеүек.
Паспорт алыр йәшкә еткәс, үҙ атаһының фамилияһына күсергә хыяллана егет. Быға тиклем уны үҫтергән үгәй атаһының фамилияһында йөрөгән була. Ул саҡта ла әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар сыға һәм Хәлил шул фамилияла ҡала. Бөгөн ҡыҙҙары ла шуны йөрөтә. Әгәр ҙә үҙ атаһыныҡын алһа, туған тейешле уҡытыусы апалары күптән аңлап, табышҡан да булырҙар ине лә бит. Юҡ, тормош юлдарының ҡатмарлығы бына ошондай ваҡиғаларҙа күренә лә инде.
– Әгәр хат ташыусы ҡатын үҙ вазифаһын тейешенсә үтәһә, мин атайһыҙ ҡалмаҫ инем, – тип дауам итте һүҙен туғаныбыҙ.
– Ниңә улай, тиһең, Хәлил? – һорауым бер аҙ һауала эленеп торҙо ла, телефон сымдары аша теге яҡтан яуап ишетелде.
– Атайым Себер яҡтарына юлланып, эшкә урынлашҡас, әсәйемә баланы ал да, кил, тип телеграмма бирә. Әммә хат ташыусы яуыз ҡатын уны әсәйемә тапшырмай, үҙенә ғүмерлек гонаһ ала. Атайымдың Себергә юлланыуы ла шул аптырағандан килеп сыҡҡандыр инде. Әсәһе балалы ҡыҙҙы кәләш итеп алырға ҡаршы килә. Мине күтәреп барған әсәйемде әрләп, ишек алдынан кире бороп сығаралар. Йәйге эҫе көн була. Мин һыуһап илағанмын, әсәйем ҡушылып илап, күрше ауылға йәйәү ҡайтып китә. Шунан һуң ул был ауылға башҡаса аяғын да баҫмай. Атайымдың килеүен көтә, әммә ул да килмәй, ауылдан ситкә сығып китә.
Хәлилдең һөйләгәндәренән тәндәр земберләп китте, сәстәр үрә торҙо. Егеттең әсәһенә рәхмәт, шундай кәмһетелеүҙәр күреп, ишетеп йәшәһә лә, улында атаһына ҡарата һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләгән.
– Атайым миңә исемде үҙе ҡушҡан. Әсәйем уйлаған исемде үҙгәртеп, атайым – Зәмил, ҡустым – Йәлил, үҙем – Шамил, улым булһын Хәлил тигән. Исемем үҙемә оҡшай, төҫөм менән дә атайыма ла тартҡанмын икән. Тик шуныһы йәл: атайымды тәүге тапҡыр үҙем атай булғас ҡына, фотонан күрҙем, – тип үкенесле йылмайып ҡуйҙы Хәлил.
– Эй-й, ҡуй инде, ҡәйнеш, бына бит тормош, яҙмыш тигән нимә ҡайһылайтып осраштырҙы беҙҙе. Балаларың нисәмә йыл миндә уҡығандар, белмәгәнбеҙ, хатта уйламағанбыҙ ҙа. Ә бит мин һиҙендем, Альбинаға ҡарайым да, аңлай алмайым, нимәлер мине уға тарта, – тим, иламһырап.
– Эйе, еңгәй, абзый. Мин үҙем оҙаҡ баш ваттым, Альбинам кемгә оҡшаған икән, тип. Сөнки беребеҙгә лә тартмаған бит ул. Ә бына фотоларҙы ҡарағас, Йәлил ағайымды күргәс, аңланым: Альбинам, абзый, һиңә оҡшаған икән! – тип ҡыуанысын йәшермәне Хәлил.
– Шулай шул, ысынлап та, ҡара әле-е! – тип ҡысҡырып ебәрҙем үҙем дә. – Йәлилдең бала сағына оҡшап тора шул, балаҡай. Бына кемгә оҡшатып күңелем тартҡан икән дә. Шулай, кем нисек, ҡасан һәм ҡайҙа нимә булғанын бер Аллаһы Тәғәлә белә. Бар нәмә лә Хоҙай ҡулында шул.
– Абзый, еңгәй! Мин шул тиклем шатмын һеҙҙе табыуыма. Нисәмә йыл Бәйләнештәр селтәрендә абзыйҙы эҙләнем, таба алманым. Ә ул интернетта теркәлмәгән дә икән. Еңгәмә рәхмәт, ысын уҡытыусы ғына шулай итеп дәрес алып баралыр. Шәжәрәнең әһәмиәтен сағылдырған бер тарих булды инде, беҙҙең осрашыу, табышыу.
– Ҡәйнеш, табышыуыбыҙға шатбыҙ, сикһеҙ шатбыҙ! Белһәң, беҙ бик күмәк, һинең бер туған ҡустың һәм ике һылыуың бар – атайыңдың законлы ҡатынынан! Уларҙың балалары бар. Тимәк, татлы матур осрашыуҙар алда әле, Аллаһ бирһә!
– Шул тиклем шатмын. Ғүмерем буйы мин бер үҙем, яңғыҙым, тип йәшәнем, шуға атайымды эҙләнем. Ә мин яңғыҙ түгелмен икән! Бына тигән абзыйымдар, туғандарым бар! Тик был арала ғына осраша алмаҫбыҙ әле, туғандар. Сөнки мин тыуған ил сиген һаҡларға китәм. Аллаһ бирһа, ярты йылдан ял бирһәләр, ҡайтҡас күрешербеҙ, – тип егет үҙенең мөһим ҡарарға килеүен әйтте.
Нимә әйтәһең инде был осраҡта? “Имен-аман хеҙмәт итеп, еңеп ҡайтығыҙ, ҡәҙерлебеҙ. Ә балаларың, ҡыҙҙарың өсөн көйәләнмә, күҙ-ҡолаҡ булырбыҙ. Хәҙер табыштыҡ, инде лә юғалтышмаҫбыҙ,” – тип видеобәйләнеште тамамланыҡ.
Ҡыҙҙарҙың әсәһе – килен менән дә таныштыҡ. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ул хәҙер икенсе ир ҡатыны икән, улдары бар. Шулай ҙа ҡыҙҙарын аталары менән аралашыуҙан тыймауына рәхмәтебеҙҙе еткерҙек.
...Һалҡын ҡыш үтеп, яҙ етте, йәмле, тәмле хуш еҫле сәскәләре, күбәләктәре менән йәй ҙә етте. Каникул башланды. Ауылға йыйындыҡ. Әлбиттә, Хәлилдең балаларын ауылда ҡәрсәһе көтә. Юлға сығыр көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алды ҡыҙҙар. Алыҫ юл булғас, туҡтай-туҡтай, ял итә-итә ҡайттыҡ. Балаларҙың аҡыллы, итәғәтле булыуы, аталарының тыуған яғын, ҡәрсәләрен яратыуы күңелгә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек өҫтәй. Ике ай ял иткәндән һуң, балалар, кире ҡалаға ҡайтты. Аталарының ялға ҡайтыр ваҡытын түҙемһеҙлек менән көттө. Беҙ ҙә көттөк, осрашыу минуттарын, сәғәтәттәрен һананыҡ. Һәм бына ул, танышыу, күрешеү минуттары... Күҙ йәштәрен тыя алманыҡ, әммә һәр беребеҙ аңланы – шатлыҡ йәштәре ине ул. Йәйге каникулдар тамамланып, уҡыуға төшөр мәл еткәндә ике аҙналыҡ ялға ҡайтып төштө Хәлил. Уны барыбыҙ ҙа шатланып, ҡыуанып ҡаршы алдыҡ. Бер туған ҡустыһы һәм уның ғаиләһе менән дә таныштырҙыҡ туғаныбыҙҙы. Туғандарына ҡарап, үҙе менән уртаҡ, оҡшаш урындарын эҙләне. Әҙ генә осрашыу мәлендә лә аралашып, көлөшөп ултырған ваҡытта күп кенә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булыуы күңеленә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек өҫтәне Хәлилдең.
Ике-өс көндән ауылға ҡайтып, ҡәрсәһе менән танышырға теләүен белдергәс, Йәлил дә ҡаршы килмәне, йәһәт кенә йыйынып, юлға сыҡтыҡ. Был осрашыу ҙа бик тулҡынландырғыс булды.
– Һаумы, ҡәрсәй, был мин – Хәлил булам, – тип ҡаршы барып ҡул биреп күреште лә, ҡосаҡлап алды.
– Аһ, аһ, танымайымсы, йөҙө кемгәлер тартым да кеүек. Артур, балам, һинме әллә, – тип, оло ҡыҙының улын иҫенә төшөрөп алды Зәбирә ҡәйнәм.
– Юҡ, ҡәрсәй, Артур түгел, мин – Хәлил, Шамил малайы, – тине
йылмайып.
– Аһ-һ-һ... – олоғайған әбей артҡа сайҡала биреп ҡуйҙы ла, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, телһеҙ ҡалды, тамағына төйөр килеп тығылды.
Уныһын ни йота алмай, ни сәсәй алмай аҙапланды.
– Көйәләнмә, ҡәрсәй, барыһы ла яҡшы, – тип Хәлил ҡәрсәһен ҡосаҡлап алды.
Сәй табыны артында һәүетемсә генә һөйләшеп, хәл-әхүәл һорашып алғас, күмәкләп йыйынып Хәлилдең атаһының тыуған ауылына юлландыҡ. Йәлил юл буйына ҡустыһын ауыл менән таныштырып барҙы, үҙҙәренең тыуған йортон күрһәтте.
– Йәл, бөгөн унда икенсе кешеләр йәшәй, – тип ауыр һулап ҡуйҙы.
Ауыл аша үтеп, зыярат яғына боролдоҡ. Ауыл осонда етемһерәп кенә бер яҡҡа ауыша биреп, Хәлилдең атаһы йәшәп киткән йорт ултыра. Уға ла күҙ һирпеп үттек. Бына зыярат ҡапҡаһы. Барыбыҙ ҙа эске бер тулҡынланыу менән әрүахтар йорто ҡапҡаһын бисмиллаһ әйтеп үттек. Йәлил зыяраттағы тәртип, һәр фамилияның үҙ урыны булыуы тураһында ипле генә итеп һөйләп барҙы. Бына уларҙың араһы, ата-бабалары, яҡындары ятҡан урын. Бына Шамил ҡайнағаның ҡәбере. Егет ипле генә ҡәбер ҡаршыһына баҫып, тынып ҡалды. Оҙаҡ һүҙһеҙ торҙо ул атаһы янында. Ҡалғандар иһә уға ҡамасауламаҫҡа тырышып, башҡа туғандарының мәңгелек йортон ипкә килтерергә тотондо. Йәлил һылыуҙарына атаһының, ҡәрсәһенең ятҡан урынын күрһәтеп, уларҙың ниндәй яҡшы кеше булыуҙары тураһында бәйән иткәндә, улар янына әкрен генә Хәлил дә килеп баҫты. Егеттең күҙҙәрендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыш сағыла һәм күҙ йәштәре ялтырай ине.
– Еңгәй, ҡара әле, Хәлилдең атлап барыуҙары, баҫып тороуҙары тас ағайым бит әле ул, ибет?- тип ипләп кенә шыбырланы Әлиә.
– Эйе, ысынлап та, мин дә бая уҡ иғтибар иткәйнем инде уға, – тип бикәстең һүҙен йөпләнем.
– Ҡуй инде, “ДНК” тапшырыуы ла кәрәкмәй, былай ҙа аңлашылып тора – күҙ ҡарашы, ипле йылмайып, кеткелдәп көлөп ҡуйыуы, атлап барыуы, хатта ике ҡулын алға ҡуйып баҫып тороуҙарына тиклем атаһына оҡшаған бит әле, – тип ситтән генә күҙәттек егетте.
Зыярат ҡапҡаһын доғалар уҡып, әрүахтарҙың тереләргә риза булып, уларға ғүмер теләп ятыуҙарын үтенеп, бисмиллаһ әйтеп яптыҡ. Мәсеткә инеп, туғаныбыҙҙы ауыл хәҙрәте менән таныштырып байтаҡ ара һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул да доғалар уҡып, ут-һыу эсендә йөрөгән егетебеҙгә имен-һау тыуған яҡҡа үҙ аяғында атлап ҡайтыуын теләне. Шамил ағайға, башҡа вафат туғандары рухына аят бағышланы.
Ҡәрсәһен, туғандарын, атаһының тыуған ауылын һәм һуңғы йортон барып күргәс, егеттең күңеленә еңел булып ҡалды. Уларҙы оҙаҡ эҙләп, ниһайәт, табышҡандарына шатланыуын, инде лә аралашып йәшәргә теләүен белдерҙе. Бер нисә көндән Хәлил кире яу яланына юлланды – уны унда бергә хеҙмәт иткән иптәштәре көтә. Аллаһ бирһә, дошманды еңеп, эштәрен бөтөрөп, кире ауылына, балалары, әсәһе һәм тыуғандары янына имен-аман ҡайтырға насип итһен!
Гөлмирә БИКБУЛАТОВА.