* * *
Бәләкәйҙән ҡулды тотоп йөрөр ине. Көтөү ҡаршыларға барғанда әсәһе теге һөҙгәк хайуан мал араһында ҡайһы тирәлә икәнен ҡарап ала ла, Кәрим күрмәһен өсөн үҙ малдарын ҡайырып, көтөүҙең икенсе осонан уратып алып ҡайта. Уҡырға барыуға, хужалары теге боға-үгеҙ Бүгәйҙе һуйыуын ишеткәс, малай сыбыртҡыһын шартлатып үҙе генә көтөүгә йөрөштөрҙө. Бер көн һыйырҙарҙы кәртә артынан алып ҡайтып килһә, алданыраҡ барған үгеҙ баҡсаға табан боролдо ла ҡапыл уны баҫтыра башланы. Ярай әле тыҡрыҡтан килеп сыҡҡан атаһы сыбыртҡыһын шартлатып хайуанға эләктереүгә, тегеһе һыйырҙар ыңғайына алға атланы.
Сәлим улы янына килеп:
– Ҡурҡма! Һин – егет кеше, ҡуш йөрәкле бул! – тип аҡыл өйрәткән булды.
Быны килеп еткән Фәниә лә ҡолаҡ сите менән генә ишетеп ҡалды: “Тас әсәһе кеүек әйтеп ҡуйҙы, әйтерһең, мейеһенә һеңдереп ҡуйған, үәт һин аны!”
Атаһы баҡсалағы бағана башына үрмәләгән бот буйы малайға төшөргә ярҙамлашты.
– Мин бәләкәйҙән уға һөт эсереп, ашарға биргән һайын: “Берәүҙе лә һөҙмә, уҫаллашма, йәме”, – тип йөндәренән иркәләп кенә һыйпап, яратып үҫтерҙем. Ул шулай баҫтырып шаярышып уйнағыһы килгән, ә һин, ҡурҡаҡ ҡуян, бағанаға менеп тә еткәнһең!
– Ыһы-ы-ы! Һөҙөп ҡуйһа! – тип үҙенекен тылҡыны малай.
– Йә, ярай, телләшмә! Бынағайыш, бөтә үгеҙҙәр ҙә һөҙмәй инде! – тип әсәһе Кәримен етәкләп өйгә табан атланы.
Көн дә яңы ғына һауған йылы һөттө иң элек Кәримгә эсерә Ләлә, унан йәтеш сеүәтәгә ҡойоп биргәнен улы быҙауға эсерә. Ярышып үҫте улар. Йәй көндәрен малай күрше ауылда йәшәгән ҡартатаһында үткәрә. Уныһы, совхоз директоры булараҡ, үҙен хужаларса эре тота, ҡырыҫ холоҡло, уҫал, халыҡҡа һүҙен бирмәй – аҙаҡҡы нөктәне ул ҡуйырға тейеш. “Үҙ һүҙле – үгеҙ күҙле, уға әйттең ни ҙә, диуарға әйттең ни! Бүгәй Бүгәй инде!” – тип кеше уның менән һүҙ көрәштереүҙән файҙа юҡлығын белә. Ҡул һелтәп, ни ҡушылһа, баш баҫып эшләйҙәр, ҡарышҡандар бик һирәк. Халыҡҡа шулай ҡаты булһа ла, ҡартатаһы ейәненә йомшаҡлыҡ күрһәтергә тырышты. Йылыға йылан да эйәләй тигәндәй, Кәрим уға тартылды. Етәксенең табыны мул, ҡасан барһаң да, табағында йылҡы, ҡош-ҡорт ите өйөлөп ултыра, ҡаҙы, ҡымыҙҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Тәм-томдоң да йәнең теләгәне бар. Хужаға тегенән дә, бынан да тамып ҡына тора. Тик кешеләрҙең ҡартатаһын Бүгәй тиеүен оҡшатыңҡырамай.
Фырт ҡына кейенеп, шәп машинала ҡартатаһы янында ултырып йөрөүҙе әллә ни күрҙе. Ә бер йылы һабантуйға алып барыуын мәңге онотмай ул. Байрамға әҙерлек бара. Кәрим ҡартатаһы менән яланға килеп туҡтаны. Сынтимер ошо урында ейәненә хужа булараҡ өлгө күрһәтергә маташты:
– Ана, күрәһеңме, совхоз халҡы минең бойороҡ менән йүгереп йөрөп һабантуйға әҙерләнә. Так што мин яңғыҙ түгел, мине уратып алған халҡым бар. Ә атаңдың ғаиләһенән башҡа кеме бар? Хәтереңдә тот: яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Түрә бул, башҡаларға түреңде бирмә!
Тирмә янына килеүгә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан бер сая ғынаһы йүгертеп ҡымыҙ килтерҙе:
– Сынтимер ағай, рәхим итегеҙ!
– Ағайың өйҙә ҡалған, мин һиңә ниндәй ағай булайым!
– Ғәфү итегеҙ, Сынтимер Аязович! – ҡыҙҙың уңайһыҙланыуҙан бите ҡыҙарҙы, хатта күҙҙәре йәшкәҙәне.
Ейәне менән икәүләп ҡымыҙ тәмләнеләр.
– Нимә, кисәге ҡымыҙҙы алып сыҡтығыҙмы? Үҙәкте көйҙөрөп төшөп китте, ейәнем дә эсмәне, – тип сирылып ҡарауға, йәш ҡыҙҙы ҡаплап әсәһе килеп баҫты.
– Бынауы бөгөнгө ҡымыҙ, атаһына тип әҙерләгән әсеһе һеҙгә яңылыш эләкте.
– Райондан килгән ҡунаҡтар алдында шулай эш боҙһағыҙ, миңә үпкәләмәгеҙ! Эшегеҙҙән елдәр иҫер, так што, ҡарағыҙ уны, болғаҡтар!
Ул арала һабантуй хәбәрен еткерергә ҡолғасылар күренде. Билдәрендә – ҡыҙыл билбау, яурындарында – сигелгән һөлгөләр, ҡолғаға таҫтамалдар элеп, ир-егеттәр хужа янында туҡталды. Береһе дәртле тауыш менән һамаҡлай ҙа башланы:
Һабантуйға барығыҙ,
Ҡотлап бүләк һалығыҙ,
Таҫтамалдар һалығыҙ,
Һөлгөләр ҙә тағығыҙ!
Хужа ауыҙ асып та өлгөрмәне, ҡайҙандыр клуб мөдире йүгереп килеп сыҡты:
– Булды, булды! Ағай-эне, был репетиция булды, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, – тип ғәфү үтенеп, ҡолғасыларҙы алып китте. Кире боролоп килде: – Иң сағыу һөлгө еңгәмә һабантуй бүләге! Ейәнеңә ҡулъяулыҡ! – тип бүләген тотторҙо ла, йәнә берәй хата эшләп ҡуймаһындар тигәндәй, ҡолғасылар янына ашыҡты.
– Хужа алдында ниндәй репетиция ти ул тағы, үәт әртистәр! Һабантуй ғына үтһен әле, кәрәгегеҙҙе алырһығыҙ, бисталкауайҙар! Репетиция тигәндән, кәмиссийәгә ниндәй йола әҙерләнегеҙ? Үәт, шуны ҡабатлағыҙ. Ыҡ-мыҡ итеп, һөйләй алмай битемә ҡыҙыллыҡ килтерһәгеҙме? Ҡарағыҙ уны! Ейәнемде кәмиссийә тип ҡабул итегеҙ, мин хәҙер киләм, – ҡартатаһы ейәнен етәкләп тирмәнән ситкәрәк китте. – Улым, тирмә янында ауыл әртистәре әҙерләгән йоланы ҡарай тор, мин башҡа эштәрҙе теүәлләп киләйем. Ошонда ғына тор!
Тирмә алдында ҡунаҡ ҡаршылауға “Кәңәштуй” йолаһын күрһәттеләр. Кәримде ҙурлап ҡапма-ҡаршы түмәргә йомшаҡ түшәк түшәп ултырттылар.
Тирмә тирәләй нәҫел-нәсәп, ҡан-ҡәрҙәштәр, туғандар милли кейемдәрҙә, байрамса кәйеф менән ҡунаҡ ҡаршыларға йыйылған. Бәләкәй малай йүгереп инеп, Аҡһаҡал килеүен хәбәр итә. Иҫәнләшеп, доға ҡылалар. Кәңәштуйҙа ғаилә байрамына килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, нәҫелде дауам итеүсе йорт хужаһын билдәләү өсөн йыйылыуҙары хаҡында әңгәмә ҡоралар. Аҡһаҡал:
– Ата-бабанан ҡалған йола буйынса, нигеҙ һаҡлау, йорт хужаһы булыу иң кинйә уланға тапшырыла, – тигәс, халыҡ уны ҡеүәтләй.
– Кинйәкәү булһын.
– Бик мәслихәт, мәрҙәс.
– Дөрөҫ-дөрөҫ.
Ағинәй кинйәкәүгә: “Йола тотҡан хур булмаҫ. Аҡыл менән эш ит, улым!” – тип түбәтәй кейҙерә. “Иле ныҡтың – биле ныҡ, тиҙәр. Бикбау бей батырынан ҡалған ҡомартҡы ҡәмәр һинең билеңде биҙәһен! Ныҡ бул, илеңде, ырыу-нәҫелеңде һаҡла!” –тип аҡһаҡал уның биленә билбау таға. “Ырыҫлы, ҡотло, иманлы бул, ҡолонсағым!” – тип өләсәһе муйынына бетеү таға ла ҡымыҙ эсерә. Ир-егеттәр күмәкләп күтәреп, кинйәкәүҙе аҡ кейеҙгә баҫтыралар. Ошондай йоланы ҡарап ултырған Кәримдең эсе көтөрләне. “Һы, кинйәкәүҙе хужа итәләр икән… Ә минсе?” Уның борсоулы уйҙарын таҡмаҡсылар бүлдерҙе.
Һаумыһығыҙ, ҡан-ҡәрҙәштәр,
Яҡташтар һәм туғандар!
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ,
Ил эшендә уңғандар.
Таҡмаҡ аҙағына Сынтимер Аязович килеп етте.
– Таҡмағығыҙ хөрт, шартлатып, дәртле итеп йырларға кәрәк! Һеҙҙе тыңлап иларға була! Ну-ка нығытығыҙ! – тине лә хужа янында ейәне барлығын иҫләгәндәй, уға боролдо. – Өндәшмәһәң, елкәгә менеп баралар. Так што уларҙы бына ошолай тотор кәрәк! Улым, атаң кеүек мәмәй булма, әйтер һүҙең уҡ булһын, уҡ булмаһа, юҡ булһын! – Былай ҙа оҙон буйлы, тулы кәүҙәле, ҡаҡ баш ҡартатаһы турая биреберәк баҫты, тамағын ҡырыбыраҡ һүҙен дауам итте. – Беҙҙе “эре тоҡом” тиҙәр. Эреләнергә хаҡыбыҙ бар. Атайым элек председатель булып оҙаҡ етәкселек иткән, халыҡ алдында баш эйеп, теҙгенен бушатмаған. Мин уның юлын ҡыуам. Ике улдан сыҡмаҫ: береһе – бушаҡ, икенсеһе – ялҡау, эре тоҡомдо һин генә ишәйтмәһәң!
Ул арала ағинәй килеп директорға нағышланған түбәтәй кейҙерҙе:
– Ауылымдың уңғандары сигеп әҙерләгән түбәтәйҙе хужабыҙҙың башына кейҙерәйем. Аҡыл менән эш итһен, илде тотҡан намыҫлы хужа булһын.
Ҡартатаһы түбәтәйҙе ейәненә кейҙерҙе.
– Мин күптән хужа, ә изге теләктәрегеҙ ейәнемә килешһен. Түбәтәй уға ҙур башлыҡ итергә әйләһен, – тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Ул арала йәшник күтәргән ир йылмайып, ихласлап ҡул биреп күреште:
– Сынтимер Аязович, һабантуйҙа ярышыусыларға бүләктәр һеҙ әйткәнсә теп-теүәл алынды. Бына быныһы һеҙгә – һабантуй бүләге.
Уныһы, нимә икәнен дә ҡарамайса, йәтеш һауытлы әйберҙе кеҫәһенә һалды:
– Так што һиңә ышанам. Яҡшы, яҡшы! Ойоштороусыларға бүлеп, таратып сыҡһаң, һинән дә шәп кеше булмаҫ!
Маҡтауға ирегән егет йылмайып юлын дауам итте.
– Улым, һиңә исемде үҙемә оҡшатып, тимер кеүек ныҡ һәм бай булырһың тип, Тимербай тип ҡушырға уйлағайным. Тик атайың үҙенә оҡшатып Кәрим тип ҡушты. Ҡөрьән Кәримде күҙ уңында тотоп, мулла яһамаҡсы булғандыр, күрәһең.
Мулла һүҙенән малайҙың асыуы ҡабарҙы.
– Юҡ, мин мулла булмайым.
Сынтимер баяғы бүләкте кеҫәһенән сығарып, асып ҡараны. Ялтырап ятҡан ҡиммәтле ҡул сәғәте, уртаһындағы түңәрәккә доға яҙылған. Хәтәр бүләккә ейәндең күҙе йызлауын ҡартатаһы шәйләп ҡалды.
– Бүләкте бүләк итмәйҙәр, шулай ҙа... Эре тоҡомдоң хужалыҡ ҡото һиңә йоғор, мулла түгел, хужа булырһың, алла бирһә! Так што, улым, был сәғәт һиңә булһын!
Сынтимер ейәнен эйәртеп тағы бер-ике тирмәне ҡарап сыҡты – ҙур түрәләр киләсәк бит, оятҡа ҡалыуҙан ҡурҡа шул. Бер тирмәнән милли кейемдә ҡоҙағыйы – Ләлә килененең әсәһе килеп сыҡты.
– Ҡоҙа, һаумы? Ни хәлдәһегеҙ?
– Һин миңә ҡоҙағый булһаң да, мин Сынтимер Аязович икәнде онотма!
Уныһы халыҡ араһында бындай тупаҫлыҡтан ҡыҙарынды, һүҙҙе икенсегә бороп, тирмә эсенә инеп китте.
Бер мәл йәйге эҫелә күрше малай шырпы менән булышып, өйҙәренә ут ҡабынғайны. Саҡ һүндереп алып ҡалдылар. Шул ваҡытта ярҙам һорағанда ла күңеле кителеп ҡайтты. “Бында ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡты соҡоп ултырмағыҙ! Улым мин һайлағанға өйләнмәне, Ләлә ҡыҙығыҙҙы мин үҙһенмәнем. Так што үҙ йүнегеҙҙе үҙегеҙ күрегеҙ!” – тигәндәрен мәңге онотмай. Ҡыҙына һөйләгәс, уныһы кейәүе менән ҡайныһына барып ғауғалашып ҡайтҡан.
– Һин – ауылдың хужаһы, һәр кемде тигеҙ ҡарарға тейешһең!
Атаһы сығырынан сыҡты.
– Малакасос, үҙеңә етмәгән аҡылды миңә өйрәтмәксеһеңме? Кемгә ярҙам итергә үҙем беләм. Иҫке донъяһын минең арҡылы бөтәйтеү өсөн, бәлки, үҙҙәре юрый ут төрткәндер. Ә һин, ыштанһыҙ, шуларға ышанған булаһың!
– Их, атай, ҡайҙан килә һиңә бындай бысраҡ уйҙар?
– Улым, бына һин ул ата һүҙен тыңламай бысраҡҡа батып йөрөйһөң.
– Зато күңелем таҙа минең! Йә, ҡайныма ярҙам итәһеңме?
– Юҡ! Һинең ҡайның бит, һинең проблема! Так што...
Сәлим башҡа һүҙ ҡуйыртманы, асыуынан ишекте шарт ябып сығып китте. Өйөнә ҡайтып еткәнсе бала сағындағы атаһының тупаҫлығын, әсәһен йәберһетеүҙәрен иҫләне. Тик Ләләгә һиҙҙермәне. Атайыма оҡшамаясаҡмын, ҡатынымды рәнйетмәйәсәкмен, балаларыма һәйбәт атай буласаҡмын, тип үҙенә һүҙ биргәйне. Эштән һуң көн дә ҡара кискә тиклем ҡайныһына өй эшләшергә йөрөнө. Йонсоно, теш ҡыҫып түҙҙе. Тыныс холоҡло, бер-береһенең һүҙен ҡараштан ғына аңлап торған ҡайны-ҡәйнәһенән өлгө алырға тырышты. Тыуған йортона бик һирәкләп, әсә хаҡына ғына йөрөнө. Күберәк ҡайны-ҡәйнә йортона күңеле тартылды.
Ҡуңыр буға.
(Дауамы бар).
* * *
Балаларына ла мәрхәмәтлек тәрбиәһен һеңдерергә тырышты, тик Кәриме бигерәк үҙ һүҙле булып сыҡты. Әҙләп һалынған ҡартатай тәрбиәһе егеттең күңеленә һыйыша барҙы. Етмәһә, бала саҡта ҡартатаһы менән ҡараған һабантуйҙағы йолала – нәҫел хужаһы итеп кинйәкәүҙе һайлауҙарынан асыуы ҡабарғанын күңеленә һеңдереп, нисә йылдар ҡуйынында таш йөрөттө. Ҡустыһының донъяға хужа булыуынан ҡото буйына китеп, бәғере ҡатты. Олоғайған хужа ҡартатаһы ҡустыһына сәмләшкән Кәримдең йәш күңелендә үҫә килә етәкселек итеүҙең орлоғон шыттырҙы. Күндәм генә баланың тора-бара ҡырыҫланыуына Ләлә менән Сәлим көйөндө. Сәбәбен дә аңланылар, ҡартатаһына ебәрмәй тыйып та ҡаранылар. Үҙҙәренсә йомшаҡ тәрбиәгә ылыҡтырмаҡсы инеләр, тик ҡартатайҙан һалынған ҡатылыҡ орлоғо күңелдә тирткән ине инде. Ҡустыһы ла, ике һеңлеһе лә ата-әсәһе янында ғына уралды. Ә олоһо Кәрим шыйғаҡ, йомош ҡушһалар, һылтау табып, табан ялтыратырға ярата. Йә булмаһа, ата-әсәһе күрмәгәндә генә ҡусты-һеңлеләрен йомшай. Ниндәйҙер эш булырын алдан һиҙеп, ата-әсәһенән рөхсәт тә һорамай, ҡартаталарына тая. Хатта холоҡ-фиғеле, тура баҫып, башты ғорур тотоп, ҡайҡая биреп атлауҙары ла тас ҡаратаһыныҡы. Ҡустыһы, киреһенсә, ябайлығы, эшһөйәрлеге менән алдырҙы. Беләме-юҡмы, ҡулы буш тормай: атаһына йә әсәһенә ҡыҫтырылып, нимә булһа ла эшләргә тырыша. Ҡартатаһы әллә күпме үҙенә саҡырып, ҡылын сиртеп ҡараны, тик кинйәкәү уға ылыҡманы.
Аят уҡытҡанда ҡустыһы аҡ ҡына түбәтәйен кейһә, Кәрим теге мәл һабантуйҙа ағинәй кейҙәргән хәтәр матур итеп семәрләнгән түбәтәйен кейеп, маҡтанғандай ҡустыһы янына килеп ултыра. Тик тегеһенең иҫе лә китмәүенә йәнә эсен бесәй тырнай. Аҙым һайын кинйәкәү ҡустыһын түбәнһетергә тырышты. Ағаймын, тип ярҙам итеү түгел, үҙенә ҡушылған бар эшкә ҡустыһы менән һеңлеләрен йомшарға яратты.
“Әсәй, мине гел етәкләп кенә йөрө, мин һине ташламайым,” – тигән Кәриме буй еткереп, башлы-күҙле булғас, ҡулынан ысҡынды. “Сибайҙа ла эш бөтмәгән, Магнитта ни юғалттың?” – тип әсәһенең ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан: “Унда аҡсаны ҡайырып алаһың, карьера үҫеше көтә. Борсолма, әсәй, үҙем хужа булһам, ике һеңлемде лә яныма күсереп алырмын. Һеҙҙе кинйәкәүегеҙ көтөр, мин дә ярҙам итермен,” – тип сығып китте. Ҡан тарта икән. Сәлиме хәләл көсөнә донъя йөгөн тартһа, ҡустыһы атай елкәһендә көн күрә. Шулай нәҫел ҡағиҙәһе ҡабатлана кеүек. Бына уларҙың да кинйәкәүе күршелә генә ыҡсым өй һалып, кәләше менән һин дә мин донъя көтә. Бала-сағалары ла өләсәләренән сығышмай. Ике күрше ярышып көтә, бергәләп өмә яһап, ҡош-ҡортон йолҡоп, һуғым һуйып, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәй. Ә бына оло улы Кәримдең яҙмышы икенсерәк. Өйләнде, кәләше өс бала бүләк итте. Ҙур урында эшләгәс, тегеһе-быныһы ваҡ-төйәген килтерҙе, үҙе лә ризыҡтарын, өй кәрәк-яраҡтарын һырттан ғына өйгә ташыны. Мыҡты, тулы итләс кәүҙәле, үҙ һүҙен бирмәҫ етди хужаның һәр ерҙә лә һүҙе өҫтөн булды. Бер көн урынбаҫары менән кәңәшмә ваҡытында нимәгәлер эләгешеп китеп, тегеһе хужаға: ”Кәүҙәң ҙур, аҡылың бәләкәй. Күҙеңде тызырайтып ҡарағансы хәлеңдән килһә, һөҙөп ҡара, Бүгәй!” – тигәнгә Кәрим (ауылда ла ҡартатаһын Бүгәй тийеүҙәрен яратмай ине) уны эштән бушатҡан. Оло ғауға ҡупҡанын ишетеп, Ләлә менән Сәлим йәһәт кенә Магнитҡа килеп тә еттеләр. Яңы фатирҙарына күргәндәре юҡ ине әле. Ҡиммәтле сит ил йыһаздарын, үҙҙәренең, балаларының зиннәтле кейемдәрен күргән ата-әсә улының тиҙ байыуын өнәмәне. Өҫтәлдә лә һый һығылып тора.
– Кешенеке менән кештәкле булма! Донъя ҡыума, барына шөкөр итеп, һәүетемсә генә йәшәргә кәрәк. Хөкүмәт эше бөтмәй, балаларға иғтибар бүлеп, өйҙә йышыраҡ бул, балам!
– Эй, әсәй, һеҙҙең боронғо аҡыл менән йәшәһәң, ҡол кеүек бил бөгәһең дә, тормош байлығын күрмәй аяө һуҙаһың. Йәшәгәс, барыһының күҙен ҡыҙҙырып, дер һелкетеп йәшәр кәрәк! – тине Кәрим борсаҡты эре сирттереп.
Ләлә берәм-берәм үҙенә һырылған ейәнсәрҙәрен арҡаларынан тупылдатып һөйөп, күстәнәскә килтергән кәнфиттәрҙе һондо. Тегеләре биттәрен сирып:
– Фу, ундай кәнфит ашамайбыҙ – тине улары. Ахыр ҙа, өләсәй кеше кеҫәһенән аҡса сығарҙы. Ҡыҙҙар күҙе йылтырап, йәнә өләсәйгә һырышты. Ҡулға төшкән ҡағыҙҙы алып, бүлмәләрендә затлы телефондарына тексәйҙеләр.
– Кеше үҙ ҡәҙерен үҙе арттырыр, улым. Эшеңдә тыйнағыраҡ ҡылан! – тип үҙ фекерен еткерергә ашыҡты аҙ һүҙле атаһы.
– Нимә, замды увольнять итеүем һеҙгә лә барып еттеме? Һы... Киләбеҙ , тигәс, ҡунаҡҡа йыйынғандарҙыр, тип киленең менән мәжлес ҡороп ебәрһәк, һеҙ ни натация уҡырға килгәнһегеҙ түгелме?! – Кәрим төкөрөк сәсеп һөйләй башлауға, атаһы һүҙен бүлдерҙе:
– Улым, һауалы етәкселәр оҙаҡ эшләй алмай, ҡыҙып хәл итергә ярамай. Халыҡ араһында абруй арттырырға теләһәң, эшселәреңдең һүҙенә ҡолаҡ һал!
– Етмәһә, һинең зам, алыҫ булһа ла беҙгә ҡәрҙәш килеп сыға бит әле, – тип әңгәмәне икенсе яҡҡа борорға тырышты Ләлә.
– Бүгәй тимәһен! Бәләкәй саҡта көн дә һөт эсереп, һин Бүгәй яһаның мине, әсәй!
Аш-һыу араһында буталған килендәре лә ирен яҡлап, тырт-мырт хәбәр ҡушты. Бынамын тигән өйгә күсеп, донъяһын бөтәйтеп алғас, һин дә мин йөрөгән килендәре лә һауаланды, танау сөйөргә яратты. Кәрәкле кешеләр менән генә ҡатышты. Кәрәкмәһә, һә тигәнсә сәбәп табып, араларын өҙөү уға бер ни түгел ине. Ләлә менән Сәлим улар өсөн күпме генә өҙгөләнеп торһа ла, килендәре уларға ылыҡманы. Һарыуы ҡайнаһа ла: ”Ғаиләләре тыныс йәшәһен, табаҡ -һауыт шылтырамаһын,“ – тип Ләлә бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне. Ике һеңлеһен үҙ янына алам, тигән Кәримдең һүҙҙәре елгә осто. Улары Магнитҡа уҡырға барабыҙ тиһәләр ҙә, ата-әсә ағаларына мәшәҡәт тыуҙырмаһындар, тип икеһен дә Өфөгә урынлаштырҙы.
Килендәре көҙ етһә – ҡаҙ-өйрәктәрен, ҡышын һуғымынан өлөш сығарғанда ла барыбер “уларҙан бер ярҙам юҡ” тип ҡайны-ҡәйнәһенең яманатын һатып, үҙ ата-әсәһен маҡтап, Кәримгә юҡ-бар хәбәрҙе ошаҡлап, уны үҙ арбаһына ауҙарғайны инде. Береһе – уңға, икенсеһе һулға ишеп, килененең бәйеле аҙа башлағас, булмағанды бар итеп, туғандар араһын болғағас, ҡәйнә һеңдергәнсе әйтте үҙенә:
– Урам һүҙе урамда ҡалһын! Белеп һөйләмә, күреп һөйлә, килен!
Әсә кеше балаға үпкәләмәй, барын ғәфү итә, онота. Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә бит, тип сабыр була белде Ләлә. “Бөтә холҡо, ҡыланышы ҡойоп ҡуйған ҡартатаһыныҡы. Ҡайныһының Бүгәй тигән ҡушаматын да улына тағып ҡуйғандар. Тамыр тамырға тарта икән шул. Үҙем дә бер мәл үгеҙ кеүек уҫал бул, тип теләк әйткәйнем. Әсә теләге ҡабул булыуы шул булдымы икән? Ҡайҙан ғына ысҡынды икән был һүҙҙәр!? “ – тип үрһәләнде ҡатын. Улының ҡайныһы биргән сәғәтте нисәмә йылдар ҡулынан төшөрмәй тағып йөрөүенә йәнә көйөндө. Боҙолмауын әйтһәңсе... Шул мәлдәрҙе артҡа ташлап, сәғәтен алып ырғытҡыһы килде. Быуындар сылбырын бәйләүсе ваҡытмы әллә?
Тик ҡыҫҡа булды ул ваҡыт. Ҡаты ауырыуҙан ҡоро һөйәккә ҡалған, улын ҡатыны машина яллап ауылға алып ҡайтты.
* * *
…Ләлә берсә ялтырап ятҡан бүләк сәғәткә, берсә Кәримдең өмөтһөҙ күҙҙәренә ҡараны. Улы хатаһын һуңлап булһа ла төҙәтергә уйланы, буғай.
–Әсәй, ғәфү ит… – Кәримдең моңһоу күҙҙәренән сикәһе буйлап йәш бөртөктәре йүгерҙе.
Донъяһын теүәлләне лә ул, тик ауырыу арҡаһында йәшләй генә ғазап сигеп ятыуҙары аяныс.
– Әсәй! Үгеҙ килә, ҡулыңды ебәрмә!
– Улым, үгеҙ юҡ ул, Шәриф олатаң, уны биш былтыр һуйып ашаны!
– Бүгәйҙе ҡыуып ебәр, әсәй...
Ләлә албарғап, берсә ҡаршыһында ултырған килененә, берсә иренә төбәлде. Тынлыҡты боҙоп улы ыңғырашты:
– Атай, үгеҙҙе ҡыу! Ыһ!
Улы әсәһенең ҡулына һағыҙаҡ кеүек йәбеште. Бөтә көсөн һалып, үгеҙҙе ҡыуып ебәрер ине, тик уны күрмәй, бар көсөнә ҡысҡырыр ине, өнө тығылған, сәсен йолҡоп илар ине, һыны ташҡа әйләнгән Ләләнең. “Үгеҙ боға бәләкәй сағында ҡотон алғас, ҡот ҡойҙороп, йәшәү бүләк иткәйнем. Әле үгеҙ ғазраил Кәримемдең йәнен алырға килгәнме?! Ни уйлайым мин, тәүбә-тәүбә! Һаташыуы ғына булһын... Үгеҙ ҡиәфәтендә Хызыр Ильяс килеп, ғүмер бүләк итһенсе... Йә Раббым!!! Кит, кит үгеҙ-ғазраил! Кил, кил, Сәңке бабам, кил!” – тип эстән генә Хоҙайға һығынған әсәнең йөрәге ярһығандан ярһып тибә…
Ҡайныһы килеп ингәс, ҡара көйҙө. Үт, тигән кеше юҡ, ейәне янына килеп ултырҙы ла, ҡулын ҡулына һалды. Нисәмә йыл элек бүләк иткән сәғәт. Телдәре йүгергән һайын, Сынтимерҙең күҙ алдынан хәтирәләр үтте. Сәғәт текелдәгән һайын, йөрәге һулҡылданы. “Байлыҡҡа күмелдем, уның кәрәге бар инеме? Бына бит минең нәҫел дауам итеүсе байлығым...” – үкенесле ҡараштарын Ләләгә төбәне. Килененең күҙҙәрендә рәнйеү, күңел әрнеүе, һыҙланыу, зәһәр нәфрәт яныуынан Сынтимер тертләп китте. Кәримдең аяҡ осонда өнһөҙ генә башын түбән эйгән улы Сәлимде йыуатҡыһы килде – намыҫы ҡушманы, тыйылды.
Тышта барыһын тетрәндереп үгеҙ үкерҙе.
– Әсә-ә-ә-й! Бүгәй һөҙә-ә-ә-ә! Ҡотҡа-а-а-а-р!
Әлнисә АЛДЫРХАНОВА.