«Һа-ай, бөгөн көн бигерәк матур тора! Еләк бешкән, тиҙәр, әллә кискә тиклем еләкле яланға барып әйләнергәме? Аһ, барһам ни, барайым – өй эштәре ғүмерҙә лә бөтмәҫ. Ял көнө балалар ҡайтыуға еләк бәлеше бешерермен. Һыйыр һауып көтөүгә ҡыуылған, һөт үткәрелгән, ҡаҙ бәпкәләре йылғаға төшкән”.
Уйҙары менән көн дә башҡарған эштәрен барлап бөткәс, Бикә йәһәт кенә өйөн, усаҡлығын бикләне. “Һыйыр көтөүҙән ҡайтыуға мин дә ҡайтып өлгөрөрмөн”, – тип уйланы ла, күршеләрен дә иҫкәртеп тормай, беләгенә биҙрәһен элеп, автобус туҡталышына атланы. Оҙаҡ та бармай, урман янындағы туҡталышта төшөп ҡалды һәм һуҡмаҡ буйлап урман эсенә инеп тә китте.
Их, йәйҙең иң хозур мәле! Бөтә ерҙә йәшеллек, урман һауаһы башты әйләндерерлек хуш еҫтәр менән тулған! Ҡоштар, ошо хозурлыҡты тойоп, сут-сут һайраша, бер-береһенә сәләм бирә. Үҙҙәренең барлығын белдерергә теләгәндәй, йәй матурлығына кинәнеп, бал ҡорттары, бөжәктәр бызылдап оса, сәскәнән-сәскәгә ҡунып, бал йыя. Бикә, тәбиғәттең серле тынлығына иҫереп, ошо сафлыҡты үҙенә һеңдереп алырҙай булып, тәрән итеп һуланы, күҙҙәрен йомоп, хистәргә бирелде. Уйҙары менән йәшлек, беренсе мөхәббәте, йән яратҡаны менән ғүмер итеү, тормош сәскәләре – балалары тыуыу мәлдәренә әйләнеп ҡайтты. Бәхетле ғүмер кисерҙе ул. Тик тормош иптәшенең генә ғүмере ҡыҫҡа булды – ете йыл элек йөрәк өйәнәгенән баҡыйлыҡҡа күсте. Балалары үҫеп, үҙ аллы булып, ҡалаға китеп бөттө. Атайҙары мәрхүм булғас, әсәләрен ҡалаға – үҙ яндарына саҡырып бер булғайнылар ҙа, ҡайҙа инде ул, ошо хозурлыҡты ҡалдырып, ҡала фатирының дүрт мөйөшөнә ҡарап ултырыу!
“Бына бит ниндәй иркен донъя: тыуғандан алып ғүмер кисергән үҙ ере, үҙ һауаһы, һәр бер сәскә, һәр бер ҡош, ағас ҡәҙерле. Нисек мин ошо урманһыҙ көн итермен?” – шундай уйҙар менән тәбиғәт сафлығына, ҡоштар һайрауына кинәнеп бара торғас, ҡатын еләкле яланға килеп сыҡты. Яулығын ҡайырып бәйләп алды ла үлән араһын ҡараштыра башланы. Эйе, еләк булған, тик бында еләкте йыйғандар икән, ваҡтары ғына ҡалған, яланды ла тапап бөткәндәр. Шулай ҙа, ялан буйлап йөрөп, кешенән ҡалғанын биҙрәһенә бөртөкләп сүпләне. Һауыты яртылаш ҡына булғас, икенсе яҡты ла ҡараштырайым әле, тип урман эсенә инеп китте.
Шулай, күнәген тултырам тип, еләк эҙләп йөрөй торғас, кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайһы арала күкте ҡара болот ҡаплап алған, эре-эре тамсылар менән көслө ямғыр яуа башланы. Тиҙерәк ағас аҫтына йәшенәйем, тип атлағайны ғына, дауыл ҡупҡандай утлы йәшен теге ағасты атты. Бикә апай, иҫен юғалтып, ергә ҡоланы. Күпме ятҡандыр, иҫенә килгәндә дөм ҡараңғы төн ине. Аҫтына йәшенәм тигән ағастың ботаҡтары янып бөткән, ә олоно төтәп, ямғыр булһа ла, ҡуҙҙары быҫҡып, һаман яна ине.
Бикәнең башы шаңҡып, ҡайҙа, ҡайһы яҡҡа китергә икәнен дә аңлай алмай оҙаҡ ҡына ямғыр аҫтында ултырҙы. Төн һалҡыны үҙәгенә үтеп өшөтә, аяҡтары тыңламай, ҡайҙа булһа ла хәрәкәт итергә кәрәклеген аңлап, төҫмөрләп, урман яғына имгәкләне. Йыйған еләген дә онотто, нишләп бында йөрөгәнен дә аңлай алмай ҡаңғырҙы. Урманда бер ағастың төбөнә ултырып, уны ҡосаҡлап алды. Ә уныһы йылы ғына икән – шул йылыға ойоп ултыра торғас, ямғыр кәмегәндәй булды. Бер ваҡыт ҡатындың ҡолағына алыҫта геүләү тауышы салынғандай тойолдо. Әллә самолет булды, әллә машина тауышымы – аңлай алманы. Шулай ултыра торғас, тауыш ҡабатланды, ҡара болот ҡаплаған күк йөҙөндә бер ни күренмәй, килгән юлы ҡайҙа икәнен аңлай алмай аптыраны. Бына тағы баяғы тауыш айырыуса асыҡ ишетелде. Үҙен сихырланғандай тойоп, тауыш сыҡҡан яҡҡа ынтылды. Һәрмәнә торғас, ҡулына бер һынған ағас ботағын табып алды. Әммә тиҙҙән ул тауыш бөттө. Хәле бөтөп ултыра торғас, тағы бер тауыш ишетелде. Бикәнең зиһене асылып киткәндәй булды: ”Был –машина!” Ҡысҡырайым тигәйне, тауышы сыҡманы. Әммә күңелендә өмөт сатҡыһы тоҡанды, юлға яҡын ерҙәмен икән тип, ҡыуанғандай булды. «Юлға сыҡһам, берәүһе ултыртыр әле», – тигән уй үҫкәндән-үҫте.
Йә шыуышып, йә тубыҡланып тауыш килгән яҡҡа йүнәлде. Аяғына баҫырлыҡ хәле юҡ ине, йәнә тубыҡтары тотмаҫ булды ла ҡуйҙы. Ә ямғыр яуа ла яуа, күктең төбө тишелгән, тиерһең. Шулай итеп әҙме-күпме ер үтте, шул саҡ тауыш килгән яҡтан алыҫта яҡтылыҡ күренеп ҡалды. Машина тауышы ла асығыраҡ ишетелә башланы. Ул яҡтылыҡ Бикәне маяҡ кеүек әйҙәне, урмандан сығыу юлын күрһәткәндәй булды. Инде таң һыҙылыр ваҡыт етһә лә, баҫып алған ҡара болот бер ни ҙә күрһәтмәй ине. Ҡатын яйлап ҡына шыуышты, тура ғына барһам, юлға сығырмын, тип өмөтләнде.
Шулай ҙур михнәт күреп, өшөп, теше тешкә теймәй ҡалтырап, оло юлға килеп етте. “Ана, тағы бер яҡтылыҡ күренде, тимәк, машина килә!” – ул, таяғына тотоноп, саҡ-саҡ аяғына баҫты ла, ҡул күтәрҙе. Машина туҡтаманы. Аруҡ ҡына ултыра торғас тағы яҡтылыҡ күренде. Тағы күрмәй үтеп китер тип, юл эсенәрәк инеп баҫты бисара. Ә уныһы яйлаңҡыраны ла урап үтеп китте. Бикәнең хәле бөттө, аяғына баҫып тора алмағас, юлға ултырҙы. ”Тапаһалар – тапарҙар, был төн минең һуңғы төнөмдөр…” – тигән уй әйләнде башында. Ниңәлер, яулығы менән биҙрәһенең ауыҙын бәйләргә кәрәк, тигән уй килде башына. Тик биҙрә лә, яулыҡ та юҡ, ялан баш, сәстәр туҙған, күлдәге лыс һыу булып тәненә йәбешкән… Күҙен асыр-асмаҫ, аңын юғалтыр-юғалтмаҫ булып ултырғанда, яурынына берәүҙең ҡағылғанын тойҙо. Күҙен асһа, машина фары яҡтыһында янында бер кеше тора икән.
– Апай, апай, һеҙ нишләп бында ултыраһығыҙ?
Ауыҙ асып хәбәр әйтергә теле тыңламай ҙа ҡуя. Ҡулы менән ауыл яғына ишара яһағас, йәш кеше, аңлап, машинаһынан япма алып килде лә, Бикәне урап алып, күтәреп, артҡы ултырғысына һалды – ултырыр хәле юҡ ине. Йәш кеше, өлкән йәштәге ҡатындың ныҡ өшөп хәлһеҙләнгәнен аңлап, машинаһын йылыта башланы. Бара биргәс, Бикә йылынған кеүек булды, егеттең арҡаһына тейеп алды.
Егет машинаһын туҡтатып: “Хәлең нисек, инәй?“ – тип һорағас, теле асылып, ауылының исемен әйтте. Баҡһаң, таң атып килә икән, ямғыр ҙа туҡтаған. Бына машина туҡтаны, егет ҡайҙалыр инеп китте. Ҡатын тороп ултырҙы. Таныш ер һымаҡ, тик был уның өйө түгел. «Ҡайҙа килдек икән?» – тип ултырғанда, йәш кеше кире сыҡты ла:
– Инәй, һеҙгә тиҙ генә система ҡуйҙырып, дауаланып алырға кәрәк, юҡһа, ныҡ итеп ауырып китеүегеҙ бар! – тип, уны күтәреп ҡайҙалыр индерҙе.
Участка дауаханаһы икән. Дежурҙағы шәфҡәт туташы уны танып:
– Нимә булды һеҙгә? Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – тип һорауҙарын яуҙырҙы. Ә йәш кеше:
– Һуңынан һөйләшерһегеҙ, хәҙергә уның хәле юҡ. Дауалай һалығыҙ, – тине.
Үҙенең яҡындағы ҡалала терапевт булып эшләүен, әле эшкә китеп барыуын әйтеп, ниндәй дарыуҙарҙы система менән ебәрергә кәрәклеге яҙылған ҡағыҙҙы тотторҙо. Яңы танышына ҡарап:
– Башҡаса урманға яңғыҙ йөрөмәгеҙ инде! – тип эшенә ашыҡты.
Шәфҡәт туташы, Бикәнең һыу күлдәген йылы халатҡа алыштырып, одеялға төрөп, аяҡтарына йылытҡыс ҡуйҙы. Системаһы бөтөр-бөтмәҫтән йоҡоға талған ҡатын ике сәғәттән һин дә мин булып уянды. Шунда уҡ:
– Минең ҡотҡарыусым ҡайҙа? Кем балаһы икән? – тигән һорауҙар менән шәфҡәт туташын бер итте. Ярай әле йәш кеше уныһына, инәйҙең хәлен белдерерһең, тип телефон номерын ҡалдырған булған.
Шул көндән алып Бикәнең улдары тағы берәүгә артты.
Фәрҙиә ЮНЫСОВА.