Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Июнь 2025, 14:28

Тырнаҡ аҫтындағы кер

(Хикәйә)

Юлдарҙа йөрөү Айзадаға элек-электән оҡшай. Юлда бер аҙға һин үҙеңде нисектер икенсе кеше итеп тояһың. Күптән күңел төбөндә быҫҡып ятҡан фекерҙәр тоҡанып китә, байтаҡтан зиһенде таш булып түбәнгә тартҡан ауыр уйҙар сәсте елберләткән елдәр менән бергә осоп тарала, уйларға ла ҡыймаған идеялар ҡайҙандыр килеп тыуа. Осо-ҡырыйы ла күренмәгән юл һыҙаты эскә үтеп инеп, хистәреңә ҡуша үрелә һәм һине алға, тик алға әйҙәй. Әсә ҡуйынында наҙға туйып бөтмәҫ сабыйҙай, был тойғоноң мөмкин тиклем оҙағыраҡ һуҙылыуын теләйһең. Бер ҡайҙа ла ашыҡмайһың, бер ни борсомай үҙеңде.
Ошондай күңел торошо солғанышына бирелеп, плееры уйнаған еңел көйҙө тыңлап, бер ни тиклем ләззәт менән автомобиле менән китеп барғанында юл ситендәге кескәй шәүләне алыҫтан уҡ шәйләп ҡалды Айзада. Ни булыр был, эргә-тирәләге ауылдарға апаруҡ ара бар әле тип, газ педаленә баҫа бирҙе. Етә килә, ысынлап та, тәүге уйы раҫланды, ҡатын-ҡыҙҙы сырамытты. Былай ҙа оҙон кәүҙәле булмаған гүзәл зат вәкиле бөршәйеп алған да, үтеп-һүтеп торған машиналарға иғтибар ҙа итмәй, һәлмәк аҙымдары менән алға атлауын белә. Йәнәшәһенә етәрәк, Айзада тиҙлеген кәметте, уң яҡ тәҙрәһенән күҙен алманы. Ҡулына төйөнсөгөн күтәреп алғанмы тиһә, бына һиңә мә, етмәһә, имсәк балаһын күкрәгенә ҡыҫҡан. Оҙаҡ киләлер инде үҙе, кейеменә саң ултырған, күҙҙәре билдәһеҙлеккә төбәлгән.
Йәшен һуҡҡандағылай шом баҫҡан күңеленә буйһоноп, ҡатын авария сигналдарын тоҡандырҙы ла автомобилен юл ситенә борҙо. Йәш әсә, нисек килһә, шулай хәрәкәтен дауам итергә теләп, тәҙрәгә шикле ҡараш һирпте лә, бер ни өндәшмәй, машинаны урап үтмәксе булды. Айзада ишеген асты.
– Шул тиклем ҡабаланаһыңмы ни? Туҡтаһаңсы бер мәлгә.
Әсә кеше йүргәктәге балаһын ҡуйынына нығыраҡ ҡыҫып, аҙымдарын шәбәйтте лә уның тапҡырынан үтеп китте. Ғәжәпләнеүенән Айзада бер секундҡа уйлау һәләтен юғалтып, һәйкәлдәй урынында ҡатып тороп ҡалды. Зиһене элекке халәтенә ҡайтҡас, кире руль артына ултырҙы ла баяғы манёврын ҡабатланы. Был юлы әсә ситкә тайшанды.
– Нимә кәрәк һеҙгә? Баҫтырырға сыҡтығыҙмы әллә? – тауышында өмөтһөҙлөк сатҡыһы сағылды.
Айзада, киреһенсә, бер өрккән эт өҙөкләп өрөр, тигәндәй, ҡапылдан рыя ҡыланмаҫҡа тырышып, ипләберәк өндәште.
– Нисек, ни өсөн баҫтырайым, ти?! Мин һине белмәйем дә бит, – тине лә автомобиленең артҡы ишеген барып асты. – Былай көйө ҡайҙа юл тотҡанһың, тип һорамайым. Күреп торам, әле генә яуап бирмәҫһең. Шулай ҙа ултыр. Машинала барыбер тиҙерәк булыр.
Әсә ҡуҙғалмай, һаман уға күҙ ҡырыйы менән ҡарап тороуын белде.
– Күп өгөтләп тормам. Үҙеңде йәлләмәһәң, баланы уйла. Көн дә, ана, кискә ауыша.
Тегеһе икеләнә-икеләнә, ниһайәт, автомобилгә инеп ултырҙы.
– Исемем минең Айзада, – бындай осраҡта тәүҙә үҙең менән таныштырыуҙы яҡшы белгән ҡатын баштан уҡ һүҙҙе дөрөҫ юҫыҡта башлап ебәрҙе. – Ҡалала социаль хеҙмәткәр булып эшләп йөрөйөм.
Әсә яуап бирмәне. Иғтибары балала булды. 
– Малаймы, ҡыҙмы? – Айзада артҡы көҙгөгә ҡарап йылмайҙы. – Исеме нисек?
– Ирғужа.
Ҡабаланманы Айзада. Үҙ уйыңды ҡыуып, тотанаҡһыҙ ҡыланып, һорауҙар яуҙыра башларға кәрәкмәй. Аҙмы-күпме булһа ла кеше һиңә өйрәнергә тейеш. Уныһын-быныһын, күбеһенсә бала тураһында һорашты. Әсә йә бөтөнләй өндәшмәне, йә ҡоро ғына яуап биреп килде. Алда кафе күренде.
– Бына нимә, Мәрйәм, туҡталыш яһап алайыҡ әле. Руль артында ултырып тән ойоп киткән. Һин балаңды ҡарап алырһың.
– Ярай һуң, – тине юлсыһы яҡ-яғына ҡаранып.
Айзада бер сынаяҡ сәйен эсеп бөткәнсе күренмәне әсә. Был әллә тағы йәйәүләп сығып киттеме, тип тә уйлап ҡуйҙы автомобиль хужаһы. Шулай ҙа көтөп ҡарарға ниәтләп, тағы ла сәй алды. Ниһайәт, ҡайҙандыр пәйҙә булған йәш ҡатын өҫтәл артына килеп ултырҙы. Балаһынан оҙаҡ бушамай киткәндер, моғайын. Уныһы, бәхеткә күрә, тыныс күренә әле ул.
– Һыуынып өлгөргәндер, яңыһын алайыҡмы әллә? – тип Айзада уға бая уҡ алып ҡуйған икенсе сынаяҡты, бәлеш киҫәген алдынараҡ шылдыра биреп ҡуйҙы.
– Ҡуй, мәшәҡәтләнмәгеҙ.
Әсә сәйҙе бер-ике һемерҙе лә, ахыры, өндәшмәй ултырыуҙы килештермәй, күңелен өйкәп торған һорауҙы бирҙе.
– Ә һеҙ ҡайҙа китеп бараһығыҙ, Айзада апай?
– Әйт әле, бына һин үҙең ҡайҙа юл алғанһың? – һорауға ҡарата һорау ишетелде. – Былай килеш?..
Әсә ҡабаттан башын эйҙе. Әйтергә теләмәйме? Әйтә алмаймы? Әйтергә ҡурҡамы? Айзаданың мейеһенә бер-бер артлы шикле фараздар осло тештәрен батырҙы. Уларҙан ҡотолорға теләпме, ултырған урынында тертләгәндәй итте ҡатын. Ҡаршылағыһы быны аңғарып өлгөрҙө, буғай.
– Ә һеҙ ни өсөн миңә Мәрйәм тип өндәштегеҙ? Мин исемемде әйтмәнем дә инде, – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡарашын күтәрҙе.
– Сөнки, белеп ҡуй, осрашҡан минуттан һин минең өсөн Мәрйәмһең, – Айзада ҡәтғи һөйләшеүгә күсте. – Ҡайһы берәүҙәргә инкогнито булып ҡалыу хәйерлерәк. Юғиһә быға тиклем минең менән бөтөнләй һөйләшмәй ҙә инең. Ә хәҙер үҙең һорауҙар яуҙыра башланың.
Яңы танышы уға сәйерһенеп ҡараны, бер минутҡа телһеҙ ҡалғандай булды.
– Ә... быларҙы... был алымдарҙы ҡайҙан беләһегеҙ?
– Беҙҙең эштә социаль хеҙмәткәр генә түгел, психолог та, табип та, кәңәшсе лә булырға тура килә. Тормош өйрәтә, – тип ҡыҫҡа ғына итеп яуап ҡайтарҙы.
Тынлыҡ урынлашты. Юҡ бит, асылып китмәй Мәрйәм. Буталып бөткән. Быны күҙҙәренән уҡырға мөмкин, улары тәртипһеҙ рәүештә уңға-һулға йүгерешә. Билдәһеҙлеккә килеп төртөлгәнме? «Булмаһа ғына ярар ине, уныһы бит һуңғы сик», – тигән һуңғы уйҙарын ҡыуаланы Айзада.
– Йә, әйтергә ваҡыт, ҡайҙа илтеп ҡуйырға һине? – шулай ҙа артҡа сигенергә ярамай.
– Белмәйем, – Мәрйәмдең тауышы өҙөлөп, күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты.
Йәшерен түгел, әлеге һөйләшеүгә ҡарап, шундайыраҡ яуапты сырамытҡайны ла инде Айзада. Һуңғы өмөтө генә: “Алдан уҡ һығымта яһамай тор”, – тип тынысландырырға тырышҡайны.
– Ни хәл генә булмаһын, атай-әсәй балаһын һәр ваҡыт ҡабул итә ул.
– Ата-әсәһе булмаған әҙәм балалары ла бар был донъяла, – тештәрен ҡыҫып, үҙен ҡулында тоторға тырышты Мәрйәм.
– Ә туғандар? – әңгәмәсеңә ни тиклем ҡыйын булмаһын, бер төпсөнә башлағас, барыһын асыҡлап бөтөргә кәрәк шул.
– Яңғыҙ мин. Дүрт көнлөк көйөмә балалар йорто тупһаһында ҡалдырып киткәндәр. Бәхет яҙмаған миңә, – тамағына килеп тығылған төйөр аша саҡ өндәште йәш ҡатын.
Айзада ҡаштарын йыйырҙы. Бәлки, был тиклем ҡыйын хәл булмаҫтыр, тигән уйҙары раҫланманы.
– Барыр юлын белгән – бәхетле, – тип һуҙҙы. – Ярай, балауыҙ һығып ултырырға ваҡыт түгел. Ҡарғауыл ауылына, Бибинур инәйгә китеп барышым. Ул яңғыҙ тора, ишеге һәр саҡ асыҡ. Икегеҙ килешерһегеҙ, тип уйлайым. Ҡуҙғалдыҡ.
Әбей көтөлмәгән ҡунаҡтарын оторо ҡыуанып ҡаршы алды. Тиҙ генә өҫтәл яраштыра һалды. Айзада килтергән күстәнәс-әйберҙәрен ташып бөттө лә, һуң булыуға һылтанып, ҡайтырға ашыҡты. Шулай ҙа, ғәҙәттәгесә, рәхмәт уҡып бөтә алмаған йорт хужаһы уны оҙатырға сыҡҡас, иҫкәртеп ҡуйырға онотманы:
– Мәрйәм менән һағыраҡ ҡылан инде, инәй. Аңғарғанһыңдыр, нескә гөл кеүек бит үҙе. Әлеге мәлдә кешеләргә ышанысы бөтөнләй юғалған. Мәле еткәс, барыһы ла асыҡланыр әле, тормоштар ҙа яйға һалыныр. Бар йомошто ситкә ҡуйып,  иртәгә килермен.
– Һаҡ йөрө, ҡыҙым. Фәрештәләр һәр саҡ яныңда булһын, – тип әбей фатихаһын биреп ҡалды.
...Тормош һиҙҙермәй ҡалмай: кеше уҫалланды бөгөн. Юҡ, яҡшылыҡ та күп эшләргә тырышалар. Тик ул яҡшылыҡты кире ҡоҫтороп алып ҡуялар. Ниңә уҫалланды әҙәм балалары? Яңғыҙҙар күбәйҙе, көнләшеү, үҙеңдән яҡшыраҡ йәшәгәнде күрә алмау көсәйҙе. Өҫтәүенә, туҡтамаҫ көрсөктәр халыҡтың кеҫәһенә һуҡты. Шулай ҙа майҙа, ҡаймаҡта йөҙгәндәр байығандан-байый. Хатта ярлы, урта хәлле үҙе кеүекте талап ҡарай. Килеп сыҡмаһа, эткеләп-төрткөләп яла яға. Кеше бер-береһенә кәрәк булһын ул. Бер ниндәй сәбәпһеҙ. Эскерһеҙ рәүештә.
Ғөмүмән, ҡайҙа бара был тормош? Һүҙ әллә кемдәр хаҡындамы әллә ул һәр беребеҙгә ҡағыламы? Әллә күпселек осраҡта буяуҙарҙы үтә ҡуйыртып ебәрәбеҙме?
Ята-ятҡансы ошондай уйҙар солғанышында йөрөнө Айзада. Башын мендәргә терәгәс тә байтаҡ йоҡлай алмай ятты. Быға тиклем уйлап та бирмәгән уйҙарҙың ни өсөн мейеһен быраулауының сәбәбен үҙе лә аңлата алмай.
Иртәгәһенә килгәнендә Мәрйәм балаҫ ҡағып тора ине.
– Ирғужа йоҡлаймы? – иҫәнләшкәс, Айзада һорай ҡуйҙы.
– Рәхәтләнеп, – осрашҡандарынан әсә тәүге тапҡыр йылмайҙы. – Уянһа ла, хәҙер борсолмайым. Күҙ-ҡолаҡ булып торор кеше бар бит янында.
Айзада балаҫты индерергә ярҙамлашты. Тупһанан уҙыуҙары булды, Бибинур инәй алдарына килеп тә баҫты.
– Был тиклем уңған хужабикәне ҡайҙан таптың? Ҡуй, мәшәҡәтләнмә, тиһәм дә, ҡара, өйҙө нисек ялтыратып ҡуйҙы. Йортомдоң ҡасан былай ипле, таҙа булғанын хәтерләмәйем дә. Ҡунаҡ кешегә йомош ҡушыу килешә торған эш түгел, тип ҡаршы килһәм дә, ай-вайыма ҡарап та торманы, – тип сутылдарға кереште.
Инәйҙең ҡәнәғәт йөҙөнә ҡарап, Айзада кисәге ҡарары менән яңылышмауына тағы бер ҡат инанды. Үҙ-үҙеңә тулыһынса ышанырға ла, үҙең менән килешеп кенә йәшәргә лә мөмкин, әммә тормоштоң ҡасан ҡайһы яҡтан килтереп һуғырын белмәҫһең. Башҡаның уйында ни булғанын да белеп булмай. Хәйер, тормош һабаҡтары аҙым һайын тиерлек. Шуғалыр ҙа һәр аҙымды үлсәп баҫырға кәрәктер.
Мәрйәм ипле кеше күренә. Бер нәмәне лә буштан алып өйрәнмәгән, күрәһең. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр тапшырылған бүләккә рәхмәт тә әйтә белмәй. Ифрат сабыр, тотанаҡлы һәм тыйнаҡ үҙе, бер ҡасан да уйламай һөйләмәҫ, ҡапылғара тоҡанған хистәр тәьҫирендә дыуамал эш ҡылмаҫ. Мораль онотолоп килгән заманда оялыуҙы ла белә. Ошо ике көн эсендә шул һыҙаттарын күреп өлгөргәйне ҡатын. 
Эште оҙон-оҙаҡҡа һуҙып өйрәнмәгән Айзада. Нимәгәлер тотонғанһың икән, тиҙ арала урын-еренә еткереп ҡуй. Шуға ла, мәле еткәс, ниндәй хәлгә тарығаны тураһында үҙе бәйән ҡылыр әле, тимәйсә, Мәрйәм менән етди һөйләшеүҙе кисектермәҫкә булды. Сабыйынан бушаңҡыраған арала янына килеп ултырҙы. Бибинур инәй ситтә диванда үҙенең ҡул эше менән булды.
– Ҡулыңдағы бала менән билдәһеҙ йүнәлештә йәйәү килеш сығып китергә ниндәй сәбәп этәрҙе һине? Йәшермәй һөйләп бир.
Ҡасим МОРАҠАЙ.
(Дауамы бар).


Мәрйәм, балаһынан айырылып, ҡурҡынған күҙҙәре менән бер Айзадаға, бер Бибинур инәйгә ҡараны, әммә бер һүҙ әйтмәне. Айзада уға яҡыныраҡ шылып ултырҙы.
– Ҡара әле, әгәр хәлеңә асыҡлыҡ индермәһәң, һиңә ярҙам итә алмаҫбыҙ. Проблеманы һөйләмәһәң, ул үҙенән-үҙе хәл ителмәҫ.
Мәрйәм, ҡулындағы йүргәген йомарлап, һаман өндәшмәй тора бирҙе.
– Бәлки, кәрәкмәҫ? – тине шым ғына. – Һеҙҙең үҙегеҙҙең тормошоғоҙ, нимәгә һеҙгә минең проблемаларым?
– Ышан, мәсьәләне хәл итеү юлдарын бергәләп уйлау насар булмаҫ, – Айзада йәш әсәнең күҙҙәренә тура ҡараны.
– Юҡ, ҡурҡам, – Мәрйәм боролоп ултырҙы.
– Нимәһенән ҡурҡаһың? Беҙ һиңә насарлыҡ эшләргә йыйынмайбыҙ. Киреһенсә, ярҙам итергә тип белергә теләйбеҙ.
Ҡасим МОРАҠАЙ.
(Дауамы бар).


Әсә кеше барыбер өндәшмәне, күңелендә көрәшкән ҡапма-ҡаршылыҡлы ике тойғоноң ҡайһыһын тыңларға белмәй аҙапланды. Тыңлаусылары ла уға ҡамасауламаҫҡа тырышып, шым булдылар. Өйҙә сәғәт теленең текелдәүе ишетелеп торҙо.
– Һин шулай һаман да үҙ бәләң менән япа-яңғыҙ ҡалырға уйлайһыңмы? – Айзаданың түҙемлеге бөтә башланы, ахыры, тороп, бүлмә буйлап йөрөргә кереште.
Мәрйәм ҡарашын йәшереп ултырыуын белде.
– Ҡурҡыу, шикләнеү – нормаль тойғо ул. Уларһыҙ кеше буш мискәгә оҡшап ҡалыр ине: нимә тыҡһалар, шуның менән тулы булыр ине, – Айзада кире диванға килеп ултырҙы. – Тыңла, беҙҙән башҡа бында бер кем һине ишетмәй. Ә беҙгә һин тулыһынса ышана алаһың. Юғиһә ни өсөн мин һине юл буйынан алып киткән тиһең? Һатыр, фашлар йә иһә үҙемдең ҡара ниәт өсөн файҙаланыр өсөнмө ни?!
Мәрйәм ҡабаттан үҙен үрмәксе ауына килеп эләккән күбәләктәй итеп тойҙо. Ниндәй ҡарар ҡабул итһәң дә, мотлаҡ рәүештә сығып ҡотолғоһоҙ дүрт стена эсендә тороп ҡалғандайһың. Улай тиһәң, төшөнкөлөккә бирелеп, хәрәкәтһеҙ тик ултырһаң, шул зинданда дөмөгөп ҡалыуың да бар. Тимәк, нисек кенә булмаһын, ниҙер ҡылырға, сығыу юлын эҙләргә, юҡ, табырға кәрәк.
– Йә, һөйлә, – һөжүмен бер башлаған Айзада әңгәмәсәһенә бүтәнсә уйларға ваҡыт ҡалдырманы.
– Сәбәбе иремдә, – тине ниһайәт Мәрйәм, икеләнеүен көскә еңеп.
– Ҡыуып сығарҙымы ни? – ситтә әңгәмәгә ҡыҫылмай ултырған Бибинур инәй эшенән айырылып, һүҙгә ҡушылды.
– Киреһенсә, өйҙә булмағанында үҙем сығып һыҙҙым. Артымдан эҙәрлекләй күрмәһен тип, шөрләй-шөрләй килдем шуға ла юлда.
Айзада тәҙрәгә ҡарап уйланып ултырҙы.
– Был һөйләүеңдән бер ни аңлашылманы. Баштан бәйән ҡыл. Ирең кем?
– Полицияла хеҙмәт итә ул. Һуңғы йыл танымайым үҙен. Танышҡандан алып бик иғтибарлы булды, һәр саҡ күңелде күрергә тырышты. Һайланып торманы, төрлө ресторандарға саҡырҙы, мәжлестәргә йөрөттө, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Үҙемде тәүге тапҡыр ҡанат аҫтындағылай тойҙом. Мине лә ҡурсалар кеше булыр икән, тип ҡыуандым. Билдәле, әҙәм балаһы рәхәткә тиҙ өйрәнә. Өйләнгәс тә был ғәҙәттәрен ташламаны. Ҡайҙа йөрөмәһен, кеше араһында минең менән, һатып алған әйберендәй, маҡтанып булашҡанын аңғара башланым. Шуның өсөн, уның өсөн мин һәр саҡ ялтырап торорға тейеш инем. Балаға уҙғанымды хәбәр иткәс, йөҙөнә ҡара болот ҡунғанын шәйләнем. Йәшбеҙ бит, үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалырға тейешбеҙ, тип ҡул һелтәгәндәй итте. Ирғужа тыуғас та күңел асырға йөрөүҙәрен ташламаны. Әммә хәҙер яңғыҙ йөрөргә мәжбүр. Ә миңә өйҙән сығырға ла рөхсәт итмәне. Асҡысымды тартып алды. Эштә булғанында ла, кискеһен осрашыуҙарға киткәнендә лә мине фатирҙа бикләп ҡалдырырға күнекте.
– Һы, үҙе сит бисәләр менән типтерә, үҙе һине ҡыҙғанып маташтырамы? – тип тағы ҡыҫтырҙы Бибинур инәй.
– Зиннәтле әйберҙәр алыуын ташламаны, – өй хужаһының әйткәнен ишетмәгәндәй, Мәрйәм дауам итте. – Әммә хәҙер кешеләр алдында маҡтана алмай, шуныһы бигерәк асыуына тейҙе, буғай. Мин дә йүләр түгел дәһә, ябай хеҙмәткәрҙең был тиклем эш хаҡы алмауын беләм. Улайһа, туҡтауһыҙ көтөлмәгән бүләктәр яһарлыҡ аҡсаны ҡайҙан таба, тип уйлана башланым. Ай-һай, ғәҙел юл менән түгелдер, һәр хәлдә. Юҡ, бысраҡ аҡсаға мин ризалыҡ бирмәгәнмен. Тик үҙенә был хаҡта өндәшергә ҡурҡып йәшәнем. Тәфтиш бүлегенә күскәс, аҡсаны тирә-яҡҡа тағы ла нығыраҡ туҙҙырырға тотондо. Аҡса кешене кешегә ят итә. Күҙ алдында тиранға әйләнде. Барыһы ла тик уныңса ғына булырға тейеш. Өйҙән миңә сығырға ярамай. Аҡсаға һатырға мөмкин, тик минең аҡсаға һатылғым килмәй. Уның ҡыланыштары, һәр саҡ нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдереүе ялҡытты. Ә балаға әйләнеп тә ҡараманы. Йәнәһе, ҡолас киреп күңелле тормош алып барыу мөмкинлеген юҡ иткән. Артабан ни булырын күҙ алдына килтерергә лә ҡурҡтым. Әммә былай дауам итергә тейеш түгел ине.
– Дә-ә... – тип башын сайҡаны Бибинур инәй. – Заманалар...
Мәрйәм уға ҡырыҫ итеп ҡарап ҡуйҙы.
– Бер ҡыҙмаса сағында һөйләп биргәйне Алфир. Мохтажлыҡта үҫкән. Шул сағында, үҫеп етеп, үҙаллы тормош ҡорғас, мотлаҡ ҡалын кеҫәле булам, тип үҙ-үҙенә һүҙ биргән. Байығыу тигән оло хыял уның бөтә булмышын ялмап алған хәҙер. Маҡсатына ирешкән. Шуныһы бәлә: булғаны һайын күберәк кәрәк үҙенә. Хәҙер ул туҡтай алмай. Нәфсенең сиге буламы ни?
– Ә ниҙәр менән булыша һуң? – Бибинур әбей ҡул эшен ситкә һалып торҙо.
– Аныҡ ҡына итеп әйтә алмайым. Ул эше тураһында бөтөнләй һөйләмәне. Тоҫмаллауҙарым ғына бар. Әммә ҡулдарының бысраҡҡа буялғанына шигем юҡ, – Мәрйәм ауыр һулап ҡуйҙы.
– Бикләп ҡалдыра ине, тигәйнең. Нисек сығып китә алдың һуң? – тип ҡыҙыҡһынды инәй.
– Был ниәт күңелдә йөрөй ине инде. Берәй мөмкинлек килеп сығырын көттөм. Ә кисә ул эшенә яңы курткаһын кейеп сығып китте. Бер ни тиклем өмөт менән иҫкеһенең кеҫәләрен ҡапшап ҡараным. Һиҙемләүем раҫланды, асҡыстарымды алырға онотҡан ине ул. Күп уйлап тормай, тиҙ генә йыйынып баш һуҡҡан яҡҡа сығып киттем.
Тынып ҡалдылар. Һәр береһе үҙ уйында булды.
– Артабан нимә эшләргә йыйынаһың? – Бибинур инәй тыныслығын юғалтҡайны.
– Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә белмәйем. Ләкин Алфир сығып китеүемде был килеш ҡалдыра торған кеше түгел. Яуап бирергә тура киләсәк. Үс аласаҡ. Өҫтәүенә, полиция хеҙмәткәре үҙе. Бәйләнештәрен эшкә ҡушҡандыр ҙа инде. Мине тапмайынса туҡтамаясаҡ. Үҙем баш баҫып көн итер инем дә, улымдың киләсәге ниндәй булыр?
– Һулдан килгән аҡсалар менән эш итә, тинең инде? – Айзада һүҙ алырға ашыҡты. – Мә, ҡағыҙ бите: тулы исем-шәрифен, ҡайҙа эшләүен, вазифаһын яҙып бир.
– Нимә уйланығыҙ? – Мәрйәм өмөтһөҙ күҙҙәре менән ҡараны, шулай ҙа ҡулына ҡәләмде алды.
– Үҙен фаш итергә кәрәк. Ғөмүмән, ғәйепле яуап бирергә тейеш, – Айзада ҡәтғи өндәште. – Прокуратурала яҡшы танышым эшләй. Уның менән кәңәшләшермен.
Мәрйәм уңайһыҙланған йөҙөн аҫҡа йәшерҙе.
– Яҡын кешемә яуызлыҡ теләмәйем дә. Әммә ул үҙе шундай йәшәү рәүешен һайлағас, ҡалайтайым? – тип танауын тартып ҡуйҙы.
– Үҙеңде битәрләмә. Һин ғәйепле түгел, – Айзада уның арҡаһынан һыйпап ҡуйҙы.
– Бәлки, бында килеп йәшенгәнем еткәндер?
– Ни өсөн? – аш-һыу бүлмәһенә сығып барған Айзада әйләнеп баҫты. – Ғәйепле кеше язаһын алырға тейеш.
– Ҡурҡам мин, – Мәрйәм баяғы һүҙен ҡабатлап ҡуйҙы.
– Ғүмер буйы ҡурҡып, ҡасып-боҫоп йәшәрһеңме? Малайыңды ла шулай уҡ ситлектә лә үҫтерергә теләйһеңме?
– Был ҡылығым өсөн яза алырға уйлаһа?
– Өлгөрмәҫ, – тине Айзада ышаныслы итеп. – Бына күр ҙә тор, ҡылған гонаһтары өсөн үҙен язаға тарттырырҙар.
– Уныһы булыр ҙа, ти, ә ултырып сыҡҡас, үс алырға теләһә?
– Уға тиклем стеналарыбыҙҙы нығытып ҡуйырбыҙ. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел!
Йондоҙҙар күҙҙәрен асҡас, балаһын йоҡлатып ебәреп, Мәрйәм Бибинур инәй эргәһенә килеп ултырҙы.
– Әйтегеҙ әле, инәй, ниңә теге юлы Айзада апай тапҡырымдан үтеп китмәне икән ул? Юлдан китеп барғанымда йөҙләгән машиналар йәнәшәмдән үтеп торҙо. Ниндәй уй менән алдыма килеп туҡтаны икән?
– Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, – инәй һүҙен башлар алдынан ғәҙәтенә индергән һүҙҙәрен ҡабатланы. – Башыңдан кисергәндәр һине һәр кешенән шикләнергә, һәр мөйөштән алдаҡ, этлек көтөргә мәжбүр иткән. Ер йөҙөндә изге йәндәр бөтмәгән бит әле. Уларҙы иң тәүҙә эскерһеҙлек йөрөтә. Әйҙә, сәйҙе яңыртайым. Һүҙ оҙон булмаҡсы.
– Ҡана, мин үҙем, – Мәрйәм тиҙ генә эшен теүәлләне лә ултырып, йорт хужаһына төбәлде. Тыңларға әҙер, йәнәһе.
– Үткән ҡыш ҡаты сирләп ятҡанымда эргәмдән тотам да китмәне Айзада. Ҡуй, үҙеңдең дә эштәрең барҙыр, өйөңә лә ҡайтып кил, тигәнемдә лә, тыңлашманы, үҙ әсәһендәй ҡараны мине. Шул сағында һинең ише һорау биргәйнем: ни өсөн, үҙеңә ваҡыт та ҡалдырмай, үҙеңде һис уйламай ҙа, бар иғтибарыңды, мәрхәмәтеңде миңә бүләһең? Айзада ситкә ҡарап күпмелер өндәшмәй ултырҙы. Һүҙҙе нисегерәк башлап ебәрергә белмәй ине, ахыры. Унан һуң барыһын асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе. Туҡһанынсы йылдарҙа илдә ҙур үҙгәрештәр һәм тетрәнеүҙәр булған осорҙа эшһеҙ йонсоған Айзада үҙ эшен асып ебәрергә ниәт ҡыла: алыу-һатыу менән булыша башлай. Ниндәй ҡатмарлыҡтар, ниндәй һынауҙар аша үткәнен үҙе генә беләлер. Юлдың яртыһында кире боролоп китә торған кеше түгел бит ул. Бер ни ваҡыттан һуң тырышлыҡтарының тәүге һөҙөмтәһе күренә: ауылда магазин асып ебәрә. Был Айзадаға ышаныс өҫтәй, өлгәшелгәндәрендә туҡтап ҡалмай, эшен тағы ла киңәйтеп ебәрергә уйлай. Тора-бара, ысынлап та, күрше ауылдарҙа ла кибеттәре халыҡты ҡабул итә башлай. Бөтә бәлә шунда: аҡсаға бер ҡаныҡҡан кеше кеҫәһенең тағы ла ҡалыныраҡ булыуын теләй. Һәм мотлаҡ рәүештә ғәҙел юлдарҙы ла ҡараштырмай. Байлыҡтың ниндәй юл менән табылғаны уға инде мөһим дә түгел. Барыһы ла түгел, әлбиттә, әммә аңлы рәүештәме-юҡмы, үкенескә, күберәге ошо юлға баҫа. Уның күңелендә Хоҙайға ла, иблискә лә урын ҡалмай. Бары аҡса ғына. Нәфсеһенә ҡаршы тора алмай һоғона ла һоғона. Һүҙемде ситкәрәк алып китеп, ошо урында нимә әйтәйем һиңә, балам, бай кеше аҡсаның хужаһы булмай ул, юҡ, киреһенсә, аҡсаның ҡолона әйләнә. Хәҙерге аҡылым менән әйтә алам, аҡсаға бәйле булмаған әҙәм генә был донъяла ирекле ул.
Нимәлә туҡтап ҡалғайным әле? Ә, һин әйтмешләй, аҡса кешене кешегә ят итә. Берҙе ҡалала йомошон теүәлләп йөрөгәнендә Айзадаға ялған араҡы етештереүсе тауарын уның магазиндары аша һатыуҙы тәҡдим итә. Күп уйлап тормай был ризалаша Айзадабыҙ. Ниңә, еңел табыш таһа, тикшереүҙәр үтергә, һалымын түләргә кәрәкмәй. Аҫтыртын эшен тәүҙә ауылындағы магазинда ғына һынап ҡарарға аҡылы етә. Прилавка аҫтынан төртөүгә ризалашмай, һатыусыһы шунда уҡ эштән китә. Проблема тиҙ арала хәл ителә: теге етештереүсе үҙенең кешеһен килтереп ҡуя. Ауылдың төшөрөп алырға яратҡан өлөшө яңылыҡты ҡыуанып ҡаршы ала. Күпкә осһоҙораҡ араҡы артынан күрше ауылдарҙан да килә башлайҙар. Һорау хаҡ тыуҙыра, тиҙәрме шул, был ялған араҡы көндән-көн күберәк талап ителә, күберәк һатыла тора. Эсеп ағыуланыусылар тураһында ла ишетелә башлай. Магазиндарының береһен ҡарап, ҡайтырға торғанында бер көн әсәһенең бер туған һеңлеһе туҡтата Айзаданы.
– Бер-бер хәл булмаҫ борон был шөғөлөңдө туҡтатһаңсы. Аҡса аҡылыңды бөтөнләй томаламағандыр бит. Аңыңа килһәңсе, – тип һеңлеһен тыйып ҡарай ул.
– Үҙеңдең дә алғаның бар бит, – тип мыҫҡыллы йылмайып ҡына ҡуя Айзада.
– Исмаһам был ағыуҙы һатмаһаң ине. Магазиныңда ысын араҡыны ғына ҡалдырсы.
– Һы, мин һатмаһам, икенсе берәү һатыр, – ти Айзада, һаман иҫе лә китмәй.
– Үтенесемдең сәбәбе бигерәк тә шунда: улым Заһирҙың эсеү яғынан шыйығыраҡ икәнен беләһең бит. Һинең шул нәмәне һата башлауыңдан хәҙер туҡтамай ҙа тиерлек. Атаһы менән һүҙгә килешә башланы.
– Бер кемде, шул иҫәптән Заһирыңды йығып, ауыҙына көсләп ҡоймайым даһа. Бала-саға түгелдәр, үҙаллы ҡарар ҡабул итер йәштәрҙәләр, – Айзада үҙенекен һөйләүен дауам итә. – Улың эскәнгә килә-килеп мин ғәйеплеме? Үҙең үҫтергәнһең эскесене.
Был һүҙҙәр оторо ярһытып ебәрә апаһын.
– Шул аҡса артынан ҡыуып, байыныңмы? Эреләндеңме? Ә иман ҡалдымы үҙеңдә? Оятһыҙ! Күҙгә ҡарап, биткә төкөрә. Туған тип тә белмәй! – бынан һуң апаһы унан йырағыраҡ йөрөргә тырыша.
Был осрашыу шул көйө онотолор ҙа ине. Көндәрҙән бер көндө эшенән ҡыуылған Заһирҙың телефонын шешәгә алыштырыуын белеп ҡалып, атай кеше улы менән һөйләшергә була. Һүҙ артынан һүҙ сығып, айнығып бөтмәгән Заһир шул саҡ уға ҡул күтәрә. Был хурлыҡҡа түҙмәгән атаһы улын өйҙән ҡыуып сығара. Таңға Заһирҙы һарайҙа аҫылынған килеш табып алалар... Һуңғы юлға оҙатырға тип килгәнендә апаһы өйгә лә индермәй Айзаданы.
– Күҙемә күренәһе лә булма! Һин генә ғәйепле улымдың үлемендә! – тип төкөрөктәрен сәсә-сәсә этәреп сығарып ебәрә. – Ҡарғышым төшһөн үҙеңә! Ғүмерең ахырынаса выждан ғазабы яндырһын һине! Был хәлгә тетрәнгән Айзадаға башын эйеп, ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
– Эйе, мин генә харап иттем туғанымды, – тип үкһене. – Ошо гонаһ менән йәшәргә тейешмен хәҙер.
Был хәл һындыра, дөрөҫөрәге, күҙен аса Айзаданың. Эшҡыуарлығын ташлап, күрше, бына беҙҙең, районда социаль хеҙмәт эшен асып ебәрә. Тапҡан аҡсаларын сирле балалар фондына күсерә.
– Ни өсөн генә әҙәм балаһының тәбиғәте шулай икән: хаталарын һуңлап аңлай? Минең гонаһтарҙы йыуырға ла йыуырға әле. Был хаҡта быға тиклем башҡа бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине. Хәҙер һеҙ минең иң ҙур серемде, гонаһымды белдегеҙ. Бына хәҙер ысын йөҙөмдө күрәһегеҙ: мин дә фәрештә түгел. Ғөмүмән, Ер шарында фәрештә булырҙай кеше бармы икән? – ти Айзада таныш әбейенә.
 Рәнйешен асып һалыу күңелендәге ташты ярмаһа ла, сатнатҡандыр тип ышанам.
Һөйләп бөткәс, Мәрйәм менән Бибинур әбей бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. 
– Шулай ҙа була икән, – ишеткәндәренән иҫе киткән Мәрйәм бүтән һүҙ әйтә алманы.
Икенсе көнөнә килгән Айзадаға тәү күргәндәй итеп ҡараны Мәрйәм. Тегеһе быны һиҙмәй ҡалманы.
– Ни булды һиңә? Ҡобараң осҡандай, йөҙөң ағарынған, – үҙ уйҙарында булған Айзада үҙенекен һөйләргә ашыҡты. – Прокуратурала танышым бар, тигәйнем дәһә. Уйылдан ирең Алфирҙы күҙәтеү аҫтына алды. Ысынлап та бысраҡ эштәр менән булыша икән, күрерһең дә торорһоң, фаш ителеүе оҙаҡ көттөрмәҫ.
– Алфир беҙҙе эҙләйҙер, – балаһын күтәргән Мәрйәм уның алдына килеп баҫты.
– Ҡурҡма, – Айзада сабыйҙың башынан һыйпаны, – һине был ауылда эҙләргә тигән уй уның башына инеп тә сыҡмаҫ.
– Алфирға ҡарата бер нәмә лә табылмаһа әгәр? – тип тағы ла шикле уйҙарға бирелде Мәрйәм. – Дуҫтары менән берҙе йыйылғанда һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғайным. “Мин барыһын да һаҡ ҡыланып башҡарам. Көндөҙ сыраҡ яндырып эҙләһәләр ҙә, тырнаҡ аҫтынан да кер таба алмаҫтар”, – тип ҡупайып торғаны хәтеремдә.
– Күкрәк һуғырға аптырамаған бәндә, – Айзада, һуҡ бармағын эйәгенә терәп, уйланып торҙо. – Тырнаҡ аҫтындағы кер ҙә кешене бысраҡ итеп күрһәтә.
– Һин әйт әле ошо ҡыҙыҡайға, – тип һүҙгә ҡушылды Бибинур инәй, – урамға сығып йөрөп килһен. Балаға саф һауа кәрәк тәһә. Ирем фатирҙа бикләп тотто, тип һөйләне лә, үҙе көнө буйы өйҙә ултыра.
Айзада Мәрйәмгә ҡараны.
– Берәйһе күреп ҡалып, Алфирға еткерер тип ҡурҡам, – Мәрйәм ғәйепле төҫтә аҡланғандай итте. – Коляска ла юҡ.
– Бәй, уныһына баш етмәгән, – тип мыштырлап китте инәй. – Һуң ике өй аша торған Румияларҙың балалары коляска йәшенән үтте. Һорап торһаҡ, моғайын, юҡ, тимәҫтәр.
– Тәк, улай булғас, мин коляска артынан. Һин, – Айзада бойороулы тон менән Мәрйәмгә өндәште, – Ирғужаны имеҙеп, кейендерә тор.
Йөрөргә сыҡҡас, Мәрйәм күңелендәгеһе менән бүлеште.
– Бер йыл эсендә генә донъялар нисек итеп үҙгәрә. Юҡ, эш хатта бер йылда ла түгел: бер көн эсендә лә бит кеше мең төрлө сүрәткә инеп сығып өлгөрә. Сәбәбе нимәлә? Тотҡороһоҙлоҡтамы икән, әллә кеше күңеле уйҙарға буйһонмауындамы? Хәйер, төрлөсә ҡараһаң да, ахырында килеп бер үк нөктәгә төртөлмәйһеңме ни? – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй бара бирҙе. – Ниңә кешегә хәтер бирелгән икән, тиеп уйланып, уфтанып та ҡуям ҡай саҡ. Үткән яҡты көндәр ҙә күп осраҡта кәйефтең ҡырылыуына сәбәп була бит. Йөрәктең шул ҡәҙерле минуттарҙың тойғоларын юғалта барыуына иҫем китә. Шуғалыр ҙа киләсәк өсөн әйтеп булмай, кешегә ант менән һүҙ бирергә кәрәкмәйҙер. Ваҡыт үтеү менән уның әһәмиәте бөтә…
Айзада уны бүлдермәй, тыңлап ҡына килде. Үҙен дә мәле менән шундай фәлсәфәүи уйҙар сорнап ала бит. Тыңларға онотоп килгән заманда йәшәйбеҙ. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, яҡындарыбыҙ менән һөйләшергә онотабыҙ. Буш ваҡыт булһа, смартфон экрандарына текәләбеҙ. Ә әҙәм балаһына эсендәгеһен тышҡа бушатырға кәрәк. Юғиһә йөк булып күңелендә шул көйө ҡаласаҡ. Ә бит был йөк көндән-көн өҫтәлә генә бара.
Инде байтаҡ ваҡыт йөрөп, ҡайтырға боролғайнылар.
– Һинме-түгелме, тип алыҫтан ҡарап киләм, – алдарына ихлас йылмайып ир кеше килеп баҫты.
– Илнар? – Мәрйәм ҡаушап ҡалды. – Ә һин ҡайҙан бында?
– Йылдан ашыу ауыл медпунктында эшләп йөрөйөм. Ҡана, ҡосаҡлап алайым үҙеңде, – ир шатлығынан бейеп китергә әҙер ине. – Үҙең нисек беҙҙең яҡтарға килеп сыҡтың?
– Мин... беҙ... – Мәрйәм тотлоҡто. – Ғәфү итегеҙ, Айзада апай, Илнар менән балалар йортонда бергә үҫтек.
– Танышыуға бик шатмын, – Айзада ҡулын һуҙҙы.
Атлап киттеләр.
– Һин хәҙер табип, тимәк? – Мәрйәм ҡыҙыҡһыныулы ҡарашын Илнарға төбәне.
– Иҫләйһеңме, мин бала саҡтан кешеләргә ярҙам итеү хыялы менән янып йәшәнем. Шул хыялымды ҡыуып, мединститутҡа индем. Икенсенән, шау-шыулы ҡалала йәшәргә теләмәнем. Шуға бына тыныс ергә килеп төпләндем, – эскерһеҙ Илнар бер-ике һөйләм менән тормошон һөйләп тә бирҙе. – Ә һин әсәй булырға ла өлгөргәнһең.
Үҙе хаҡында өндәшкәндәрен ишеткәндәй, Ирғужа уянып, тауыш бирҙе. Колясканы бәүетеү тынысландырманы. Ул арала өй тапҡырына килеп тә еткәйнеләр.
– Ә, Бибинур инәйҙә ҡунаҡтаһыңмы? – Илнар тәҙрәләргә ҡарап алды. – Инәй үҙен нисек тоя? Һәйбәтме?
– Зарланмай. Ҡунаҡтары булғаны бирле хатта ла дәртләнеп йөрөй, – өндәшмәй килгән Айзада һорауға яуап бирҙе.
Ирғужа иламһырай башланы.
– Асыҡҡандыр йә аҫты еүешләнгәндер. Ярай, тағы ла күрешербеҙ, инегеҙ, – Илнар баяғылай Мәрйәмде күкрәгенә ҡыҫты. – Һеҙ оҙаҡҡамы бында?
– Күҙ күрер, – тип кенә ҡуйҙы Айзада.
Алфир буйынса фараздарҙы раҫлау өсөн айға яҡын ваҡыт кәрәк булды. Яңы аҙна башында Айзада иртә менән ҡабаланып килеп инде.
– Һиҙемләүең, Мәрйәм, дөп-дөрөҫ булып сыҡты! – тип һөйләп алып китте тупһа аша атлап инер-инмәҫтән. – Ныҡлап уйлап йәшертен эш алып барғандар бит, әй. Схемаларына ҡараһаң, күптән шөғөлләнгәндәрҙер: бер төрлө ҡалыпҡа һалып алғандар. Эште бына нисек алып барғандар, тыңла. Теге йәки был эш буйынса ғәйепләнгән ойошма етәкселәренә, эшҡыуарҙарға яҡлап алып ҡалыу өсөн үҙҙәренең хеҙмәтен тәҡдим итер булғандар. Тағылған ғәйепте сисер, юҡ итер өсөн документтарҙы төҙәтергә, тишек-йыртыҡ урындарҙы ямашырға ярҙам иткәндәр. Шул рәүешле эш фигуранттарын – енәйәтселәрҙе – таҙа итеп яһағандар. Ришүәттең күләме эштең ҙурлығына ҡарап билдәләнгән. Әлбиттә, Алфир яңғыҙы алып бармаған был ҡара эште. Сираттағы ришүәт алған мәлдәрендә тотолдолар, тотош бүлектәре менән ҡулға алындылар кисә. Соҡой китһәң, моғайын, күп кенә эштәрҙе ҡаплап алып ҡалғандарҙыр. Бер нисәмә йылдарға иҫәпләнәлер, күрәһең. Быныһын прокуратура ентекләп өйрәнәсәк.
– Ысынлап та Алфир бының менән шөғөлләнгәнме ни?! – Мәрйәм ултыра төштө.
– Үкенескә күрә, шулай, – Айзада уның яурындарына ҡулын һалды.
– Мин шундай боҙоҡ, аҫтыртын һәм енәйәтсе кеше менән йәшәгәнменме?.. – Мәрйәмдең күҙҙәре маңлайына менде. – Дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте яҡлар урынға, баҡһаң, ана, нимә менән шөғөлләнеп йөрөгән.
– Ярай, кәрәк урынға еткереп, яуыздарҙы асыҡланыҡ. Уйылдан һиңә рәхмәт һүҙҙәре еткерергә ҡушҡан ине, Мәрйәм. Дөрөҫ юлды һайлаған, ҡурҡып ҡалмаған, маҡтауға лайыҡ. Балаһын кеше итеп үҫтерһен, тине. Ҡабартмайым, һүҙмә-һүҙ ҡабатлайым.
– Миңә нимә өсөн, һеҙгә рәхмәт, Айзада апай. Һеҙ тап булмаһағыҙ, белмәйем, ҡайҙа барыр, нимә эшләр инем? Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Һеҙҙе миңә Хоҙай үҙе ебәргәндер.
– Кеше кешегә кәрәк булһын, – Айзада, ғәҙәтенсә, мәғәнәле итеп яуап ҡайтарҙы. – Иркен итеп тын ала алаһың. Артабан ҡурҡмайса йәшә, Мәрйәм!
Йәш ҡатын уға күҙҙәрен тултырып ҡараны.
– Нурия минең исемем, Айзада апай.

Фәиз ХАРРАСОВ.

Читайте нас