(Киткәнебеҙгә тиклем ҡылған гонаһтарыбыҙҙан таҙарынып китһәк ине. Ул саҡта ерҙә миһырбанлы йөҙлөләр күберәк булыр ине.)
Рәсимә эштән ҡайтып инеүенә күп тә үтмәне, артынса институтта уҡыған яҡын туғаны Шамил килде. Бер-бер йомошо барҙыр, ял көндәрендә генә килә ине, тип уйланы, яҡын туғанының борсоулы йөҙөн шәйләп. Килһә, ауыл яңылыҡтарын төпсөнөп һорашып, туған-тыумасаһының хәлен белеп ҡала. Кемеһенең ҡыҙы, улы тыуған, кемеһе кәләш алған, киткән.
Шамил ҡустыһы төҫ-башы, холҡо менән дә атаһына оҡшаған, шуға ла яҡын күрә. Оҙаҡлап килмәһә, саҡырып ала. Аш-һыуын әҙерләп, ҡунаҡ итеп, ҡайтыуына бәлешен өлгөртөп тоттора. Ауыл малайҙары ҡасан студент тормошона өйрәнеп алғанынса, йонсоп та ала. Кәңәштәрен биреп, уҡыуын һорашып торғанға ла туғаны Рәсимәне үҙ итә.
Ата-әсәһе донъя ҡуймаҫ элек ауылға йыш ҡайттылар. Картуф сәсешергә, алышырға, бесән ваҡытында аҙналап йөрөп, ҡырҙа мәтрүшкәле сәй эсеп, урман һауаһын һулап, рәхәтләнеп ял да иттеләр. Хәҙер инде еләк бешкән йәйҙә лә ҡайтырға ваҡыт тапмай. Йылына бер ата-әсәһенең йыллығын уҡытҡанда туған-тыумасаһы йыйылыша. Туғандары ла һирәгәйә бара. Ауылда йылдан-йыл буш өйҙәр арта. Хаҡлы ялдағы оло йәштәгеләр ҙә кәмей. Хәҙерге ауыл ауылса түгел һымаҡ. Колхоз, совхоз бөткәс, йәштәр ҡалала төпләнеү яғын ҡарай. Урамда бала-сағаның мәж килеп уйнағанын күрмәҫһең. Олоһо ла, кесеһе лә өйҙәренә бикләнеп, үҙ донъяһына ғарҡ булғанмы... Ҡапҡа төптәре буш. Бала саҡта үткән-һүткән баланы тупылдатып һөйгән әбейҙәрҙе һағынып иҫкә ала. Ҡолғаларын ултыртып йөн иләүсе алсаҡ әбейҙәрҙе лә күрмәҫһең...
Рәсимә институтта эшләгәс, студенттарҙың каникулында бушамайҙар. Йә Рауилының, йә үҙенең кисектергеһеҙ эше килеп сыға. Ейән-ейәнсәрле булғас, мәшәҡәттәре артты ғына. Балаларына ярҙам итмәйенсә лә булмай.
– Миңнур апай түшәккә ятып китте, – тине Шамил сәй янына ултырғас. – Себерҙән Ришат ағай ҡайтты, айҙан ашыу әсәһе янында. Һеҙгә, ошо арала килеп сыҡһын, тип хәбәр тапшырырға ҡушты, – тигән яңылыҡ килтерҙе бөгөн ҡустыһы.
Шамил – Рәсимәнең ауылда йәшәгән, уға ике туған тейеш булған Миңнурҙың ҡустыһы. Ҡыҙҙар йәштәштәр – Рәсимә көнләп кенә ҙур. Бала саҡтан бергә уйнап үҫтеләр, икеһе лә бер йылда мәктәпте тамамлап, бер институтҡа уҡырға инделәр. Буй еткәс, серҙәш ҡыҙҙарҙың араһы көтөлмәгән хәлдән һыуынды. Әммә ике яҡ туғандар аралашыуҙы өҙмәне. Ҡыҙҙар башлы-күҙле булғас та, һуғым аштарынан, ғаилә байрамдарынан ҡалдырманы. Бер йүнһеҙ арҡаһында заттың йөҙөн бысратмайыҡ, тип аҡыллылары буранды баҫты. Туғандарҙың араһында тыуған низағты сит-ят күҙгә һиҙҙермәнеләр. «Донъяла бер ни түңәрәк бармай, китеген дә ҡабул итеп йәшәйек», – тип Миңнурҙы ситкә типмәнеләр.
Ике аҙнанан туй була, тип дәртләнеп йөрөгән бишенсе курс студенттары Вәкил менән Рәсимәнең мөхәббәте көл-күмергә әйләнеп юҡҡа сыҡты. Егет пединститутты хайран итеп, ир-атҡа һырпаланып барған ҡыйшандаҡ Миңнурға өйләнде. Студенттар араһында йәшен тиҙлеге менән имеш-мимеш таралды: Рәсимә Вәкилгә хыянат иткән. Миңнурҙың Вәкилгә ғашиҡ булып, янында уранғылағанын белгәндәр ғәйбәткә иғтибар бирмәне.
Туй үткәс тә йәштәр фатирға күсте. Миңнур уҡыуын бер йылға кисектереп, ял алды. Ә Вәкил Рәсимә менән бергә уҡыған төркөмдән параллель төркөмгә күсте. Былар барыһы ла Миңнур уйлағанса хәл ителде. Һуңынан, ваҡытынан алда бала тапҡан, тигән хәбәр ҡолағына ярпы-йорпо салынып ҡалды.
Рәсимәгә еңелдән булманы, аҙ йәш түкмәне... Тыштан көлөп торһа ла, эс-бауырында ут янды. Йыуатыусылары ла булды. “Һөймәгәнгә һөйкәлмә”, тигән мәҡәлде белеп ҡуй! Матурһың, аҡыллыһың, танауыңды төшөрмә, һиңә әле артабан уҡырға кәрәк!” – тигән аҡыллы кәңәш бирҙе уҡытыусылар. Институтты ҡыҙыл дипломға тамамлап, артабан уҡырға теләген белдергән ҡыҙға ата-әсәһе ҡуш ҡуллап риза булды: “Ярҙам итербеҙ, хәлеңдән килгәс уҡы, беҙгә уҡыу теймәне”, – тинеләр. Кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлаған йәш, һәләтле белгесте институтта уҡытырға ҡалдырҙылар. Мәскәүҙә ойошторолған сираттағы симпозиумда буласаҡ ғүмер юлдашы – Рауилы менән яҙмышы осраштырҙы. Өйләнешкәндән һуң, йәштәр фән эштәре буйынса башта Америкала йәшәп, һуңынан Башҡортостанға ҡайтасаҡтары тураһындағы теләген белдереп, ата-әсәләренең ризалығын алды. Быйыл Өфөгә ҡайтып төпләнеп йәшәүҙәренә егерме йыл.
Миңнур институтты тамамлағас, ил ҡытлыҡ кисергән һөнәр алһа ла, эшкә сығырға уйламаны. Бала ҡарайым тигән һылтау менән өйҙә ултырыуҙы яйлы һананы. Иренең тапҡанын модалы кейемгә туҙҙырҙы. Йәш балаһын Вәкилгә ҡалдырып, театр, концерттарҙан ҡалманы. Бала һораған иренең: “Икенсе бала нимәгә, бер балаңдан артмай аҡсаң!” – тип ауыҙын япты. Ире ҡабат бала хаҡында һүҙ күтәрмәне. “Улым бар нәҫел дауам итергә, кеше итеп белем биреп, эйәле-башлы итһәм, киленем ҡыҙлы итер”, – тип күңелен йыуатты.
Миңнурҙың ауыр холоҡло икәнлеген белгән ике яҡтың туғандары ла был турала шым булды. Ауыл ерендә донъя көткән ата-әсәләре ҡалала йәшәүсе балаларын иттән, һөт-майҙан өҙмәне. атаһы донъя ҡуйғас, Вәкил һаулығы бөткән яңғыҙ әсәһен тәрбиәләргә ғаиләһен ауылға күсереп алып ҡайтты.
* * *
Шамил ҡайтҡас, Рәсимә уйға ҡалды. Миңнурҙың ире егәрле, ҡулына ауыр эш тейҙермәне. Улы өйләнеп, килененән уңдылар. Бала тип йән атҡан Вәкил ейәнсәрҙәрен һөйөүҙән ҡәнәғәт ине. Иренең иртә донъя ҡуйыуын күтәрә алманымы, тип уйланы.
Юлға сығыр алдынан Рауилына шылтыратып, хәлде һөйләп, институттағы эшен кисектереп, Миңнурҙың хәлен белергә ашыҡты. Әмәлгә ярағандай, таңға такси табылды. Килеп еткәс тә, туҡталышҡа ейәнен мотоциклда алып килгән класташы Мәжит Миңнур йәшәгән өй тәңгәленә килтереп үк ҡуйҙы. Ҡапҡа алдында машина ултырғанын күргәс хәүефләнеп, йөрәге «жыу» иттереп сәнсеп алды: “Өлгөрмәнемме, үтеп китте ләме ни?!” Кесе йәштән бергә уйнап, бер парта артында уҡып үҫкәнгә бик яҡын уға Миңнур. Дуҫлыҡтарын селпәрәмә килтерһә лә, тамсы ла рәнйемәй. Ҡан, туғанлыҡ тойғоһо рөхсәт итмәне. Үткән эш үткәндә ҡалып, миҙгелдәрҙең ямғыр-елдәрендә төҫө лә үҙгәрҙе. Телгеләнгән йөрәк яраһы мөҙҙәте етеп уңалды уңалыуын, тик йөйө ҡалмай буламы... Юҡ-юҡта Вәкиле төштәренә ингеләне. Ҡурай моңон, уның йырлаған йырҙарын ишетеп уңалған яраһын һулҡылдатып уфтанып алһа ла, тормошонан уңғас, яҙмышынан ҡәнәғәт ул. Аҡыллы ир, атай Рауилы. Икәү-ара уртаҡ фекерҙә, уй-хыялда – донъялары түңәрәк. Рәсимәһе өсөн өҙөлөп тора. Ғаилә, фән үҫеше өсөн янып йәшәгән ҡатынға шунан башҡа бер ни кәрәкмәй. Тупылдатып бер-бер артлы өс бала тапты. Улдары, ата-әсәһенә оҡшап, фән юлын һайланы. Хискә бай, нескә күңелле төпсөк ҡыҙы Нәркәс сәнғәт юлынан китте. Республикала билдәле йырсы.
– Һа-а-ай, ана, Рәсимә апай үҙе килә лә баһа! – тине ир тауышы.
– Ә-ә... Ришат икән, һаумыһың?
– Һаумы, апай, әсәйем һеҙҙе һорап тик ята. Бына, һеҙҙе барып алып киләйем, тип сыҡҡайным.
Рәсимә өйгә инде.
– Риша-ат, кем унда-а-а? – тигән һүрән генә тауыш ишетелде төпкө бүлмәнән.
– Рәсимә апай килде.
– Һаумыһың, Миңнур?! – тине Рәсимә. Ул ингәс, ҡапыл танымай, ҡаушап туҡтап ҡалды. “Шулай уҡ һуңғы ваҡыты еткәнме ни Миңнурҙың?” – тип уйланы, һарғайып кипкән япраҡ төҫөнә ингән йөҙөн, күгәргән ирендәрен күреп.
– Һи-ин кил-дең-м-е? Улы-ы-ым, сығып тор... беҙ ү-ҙе-бе-еҙ, – тине Миңнур, ятҡан урынында сәбәләнеп. Үҙенең ошо хәлгә төшөүенән тартынған һымаҡ, ҡалтыранған бармаҡтары менән йөҙөн, сәстәрен һыйпаштырғыланы... – Һыу, һыу бир әле, тамағым кибеп китте.
Рәсимә һыу алып эсерҙе.
– Рәхмәт, туғаным! Алыҫ юлдан арып та килгәнһеңдер... үт. Ултыр яныма.
«Ауырыу бөккәнме? Ул белгән, үҙен башҡаларҙан юғары ҡуйған Миңнур түгел. Туғаным, тип өндәшкәне лә булманы бит Рәсимәгә. Ни мәжбүр итте һуң уны был тиклем үҙгәрергә?»
– Яҡындан ултыр... Һин шул көйөһөң, матурһың, – тине уға, текләп ҡарап алғандан һуң, бошонҡо тауыш менән. – Өлгөрҙөң, һиңә генә әйтәһе хәбәрем бар ине... Ғәфү ит мине барыһы өсөн дә. Һине лә, Вәкилде лә бәхетһеҙ иттем. Ғүмерем буйы ярты бәхетле булып йәшәнем. Вәкилгә һүҙем юҡ, яҡшы ир булды. Тик... тик мине ярата алманы. Бер хатамды аңлап айырылырға ла уйланым. Бала бар, яҙмыштыр, Хоҙай ҡушҡаны шулдыр: ямаһаң да, йөйө бөтәймәҫ, тип риза булманы. Һуңғы йылдары ҡулына гармунын йә ҡурайын алыр ҙа уйнар ине. Э-э-э-эй, йөрәге ауырыуына ла мин генә ғәйепле, Рәсимә. Ауырайып, ятып киткәс тә һине һораны. Тик һиңә әйтергә батырсылыҡ итмәнем...
– Вәкил мине яратҡан булғанмы ни?!
– Эйе... Вәкил һине уйында ла, төшөндә лә йөрөттө шул. Бер йоҡлаған ваҡытында асыҡтан-асыҡ исемеңде әйтте. Мин иҫәр, уны һинән ҡыҙғанып, күҙ йәштәремде йәшереп, буҫығып илар инем. Күңеленән һине юйып ташлар өсөн ниндәй генә уйҙырма уйлап сығарманым. Рәсимә былай, Рәсимә тегеләй икән, тип...
– Ышандымы?!
– Юҡ... Бер ни өндәшмәй тыңлар ҙа, тороп сығып китер ине. Бер шулай, көн буйына юҡ булып, таңда ғына ҡайтты. Бешергән ашымды ашаманы, эсмәне, йөҙтүбән ятып йоҡлап китте. Аҙаҡ Вәкилдең шул төндө яр буйында гармун уйнап ултырғанын көтөүсе ҡатыны һөйләне.
– Эй, Хоҙайым, ул да минең кеүек яфаланған...
– Һин беҙҙән күпкә бәхетле булдың. Иреңдән дә уңдың. Вәкил китеп барғас, ғүмерлеккә төҙәтеп булмаҫлыҡ эш ҡылғаныма үкендем мин... Шулай икән был тормош, яҙыҡ эштәрең өсөн йәшәй-йәшәй үкенәһең. Ләкин үткәндәргә кире ҡайтып, хаталарҙы төҙәтер бер сара ла юҡ икән был фани донъяла. Вәкил улымдың атаһы түгеллеген белмәне лә. Хәйер, белмәгәне яҡшы. Минең гонаһтарым арҡаһында атай булыуҙан мәхрүм булды.
– Вәкилдеке түгел?! Нисек була инде? Ә Ришат кемдең балаһы һуң?
– Улмы? Улым зимагур Тимурҙан. Эскән баш менән ҡылған эш. Унан ҡасып Вәкилдең башын әйләндерҙем. Тик бер кемгә лә асаһы булма серҙе! Ришатты бәхетһеҙ итмәйек.
– Әйтмәҫмен. Их, һин, ниңә улай иттең?! Егеттәрең быуа быуырлыҡ ине бит, тапманыңмы ни береһен?!
– Эйе, күп булды, ләкин улар мине тәтәй ҡурсаҡ урынына уйнатты. Хоҙай биргән язаһылыр – берәүҙән ары балаға уҙа алманым. Бер бала ла еткән, тип йыуаш иремде баҫтым. Ришатты яратты Вәкил. Шуның өсөн генә минең холҡома күнеп йәшәне. Һин һиҙмәнең генә: институтта уҡығанда Вәкилгә үлеп ғашиҡ инем. Ғәфү итә күр балам хаҡына, Вәкил хаҡына, – тип башын ситкә борҙо иламһырап Миңнур.
– Ғәфү итәм, барыһын да ғәфү итәм, тик тыныслан ғына! Күптән онотҡанмын да ул мәхшәр хәлде, – тип Рәсимә уның карауатынан шылып төшкән юрғанының осон янбашына ҡымтып япты. Ҡулы Миңнурҙың ҡоро һөйәккә ҡалған, һалҡыная барған тәненә тейеп, тәне зымбырлап өшәнде.
Мәғҙәниә.
(Дауамы бар).
– Һыу, һыу, – тине Миңнур тамшанып.
– Һин яратҡан ананас һутын алып килдем, – Рәсимә уның башын яҫтығын ҡалҡытыңҡырап һөйәп һалды. Ауыҙына ҡалаҡ менән хуш еҫле һут һалды.
– Рәхмәт! Тәмле һут, һулышымды асҡандай ҙа булды.
– Һайлап ҡарап алдым, Быйылғы һут, эшләүҙәренә лә бер аҙна ғына ваҡыт үткән.
– Һин килгәс, шәбәйеп киткәндәй булдым даһа. Миңә үпкә тотмағанһың да, – тине Миңнур, тоноҡлана барған күҙҙәре осҡонланып. – Койка аҫтында сумаҙан ултыра, ал әле.
Рәсимә мөйөштәре ашалып, төҫө уңған сумаҙанды таныны. Вәкилдең студент ваҡытында алып йөрөгөн йәшел сумаҙан.
– Шунда аҡ яулыҡҡа төрөлгән әйбер ҙә бар.
Ҡатын яулыҡты алып асты. Семәрләп эшләнгән ағас рамды ҡулына алғас, Вәкил менән бергә төшөшөрөлгән рәсемде күреп аптырап китте:
– Беҙҙең рәсем... Тик ниңә йыртылған? Кем? – тип ҡарашын Миңнурға күсерҙе..
– Мин... Һуңынан Вәкил йыртҡанымды белмәһен дә, күрмәһен дә тип, утҡа яҡтым, тинем. Ул мәрхүм булғас, икегеҙҙе бергә ҡуйып йәбештерҙем. Бергә ҡуйҙым, сөнки белә лә инем һеҙҙең бер-берегеҙҙе яратҡанығыҙҙы. Ал рәсемде.
Рәсемдә Рәсимә ап-аҡ туй күлдәгендә. Икеһе лә ҡулдарын юғары күтәргән. Һауанан япраҡтар яуа.Улар йәш, матур, шат. Ул көҙҙә Вәкил менән Рәсимә аллеяға ял итергә сыҡты. Алтын көҙҙөң салт аяҙ, һил көнө. Өфө паркында имәндәрҙең япраҡ ҡойған мәле.
– Э-э-эх, ниңә ҡойолаһығыҙ, йәшәргә ине әле һеҙгә-ә! – тип Вәкил ерҙә ятҡан япраҡтарға баҫҡыһы килмәй ситтән уҙа. Осоп төшөп килгәндәрен тотоп алып күкрәгенә ҡыҫа.
– Вәкил, имәндәрҙән алтын ямғыр яуа, – тине Рәсимә.
– Алтын яуа?! Ысынлап та, Рәсимәкәй! Алтын ямғыр яуа.
– Әләйһә, Рәсимә, мин һиңә алтын ямғыр бүләк итәм! – тип Вәкил япраҡтарҙы йыйырға тотондо.
– Мин дә! – тип Рәсимә лә аллея буйлап йүгерҙе. Шау-гөр килеп йыйған бер ҡосаҡ япраҡтарын ҡосаҡлап, бер-беренең ҡаршыһына килеп баҫтылар ҙа, ҡайһылайтып бирергә белмәй аптырашып торҙолар ҙа, шарҡылдашып көлөргә тотондолар...
– Әйҙә, булмаһа, беҙ ҙә алтын ямғыр яуҙырайыҡ! – тип ҡыҙ күкрәгенә ҡыҫҡан япраҡтарын йән-яҡҡа һипте. Вәкил дә, ырғый-һикерә япраҡтарын сойорғотто. Улар ҡояш нурына сағылйышып, йым-йым килеп янған һары япраҡтар аҫтында ҡалып, шатланып көлә, ҡысҡыра:
– Алтын яуа, ялтын яуа!
– Иҫ киткес һоҡландырғыс матур картина! – тигән тауышҡа һиҫкәнеп, туҡтап ҡалды йәштәр. Яҡында ғына оло йәштәге ир һәм ҡатын уларға ҡарап йылмайып тора.
– Ғәфү итегеҙ! – тине Вәкил менән Рәсимә уңайһыҙланып ҡына, – сабый балалар һымаҡ ҡыланабыҙ ҙа баһа.
Оло ир йәштәр менән әңгәмә ҡороп, үҙҙәре менән таныштырҙы. Сал сәсле Михаил Кириллович билдәле рәссам булып сыҡты. Йәштәргә уларҙың һүрәтен төшөрәсәген белдереп, әҙер булһа, килеп алырға телефон номерын бирҙе.
– Ниндәй матур һүрәт төшөргән Михаил Кириллович! – тип һүрәттән күҙҙәрен алмай һоҡланып ҡарап ултырҙы Рәсимә. Ул рәсемде алырға барғанында, Вәкил алып өлгөргәйне. Был ваҡытта уларҙың араһы өҙөлгәйне.
– Шунда хат та бар, һиңә яҙғайным, ҡайтҡас уҡырһың. Һин изге йән эйәһе, мине ғәфү иттең. Эһ, һыуһаттырҙы. Һут...
– Бына ошонда яҡынға һалайым, ҡасан теләйең, көпшәһенән һурып эсерһең, – тине Рәсимә ҡатырға эсендәге һутты түшенә һалып, таҫтамал менән ҡалҡытыңҡырап ҡуйҙы.
– Эйе шул, рәхмәт. Күптән ананас һутын эскәнем дә юҡ ине, – ҡатын бер аҙ тын ятты ла: – Рәсимә, йырла әле, Вәкилдең яратҡан йырын. Һин матур йырлайһың, ул да йырланы. Минең моң булманы инде, шуға дәрт итһәм дә йырларға гел тартындым.
– Күптән йырлағаным да юҡ, – тине Рәсимә. Үҙе: “Нисек хәл өҫтөндә ятҡан кеше алдында йырламаҡ кәрәк?!” – тип уйлап ҡуйҙы.
– Вәкил үлгәс, йәм тапманым. Өйгә инһәм дә, тышҡа сыҡһам да ниҙер етмәне. Радионан уның йырлаған йырҙарын ишетһәм, илай инем...
– Әллә инде, булдыра алырмынмы икән? – тип күңеле тулып, тәҙрә эргәһенә килеп баҫты.
Күҙҙәре ҡаршы яҡта ятҡан Ирәндек тауҙарына төшөп, уйҙары алыҫта ҡалған яҡты хәтирәһенә етәкләне. Э-э-эй, шул саҡтарҙа беҙ ниндәй бәхетле инек! Бишенсе курста уҡыған йылы сентябрь айында атаһының юбилейына егетен ата-әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтты ҡыҙ. Егет: «Ҡунаҡҡа барһам ҡурайһыҙ йөрөмәйем», –тип ҡурайын һалып алды. Икенсе көндә ҡырға сыҡтылар. Вәкил Ирәндек тауының бейек түбәһенә менеп баҫып, «Уйыл» көйөн уйнаны. Атаһы:«Шәп егет, ҡыҙым!» – тип йәштәргә ризалығын белдерҙе.
Рәсимә хәтирәләргә бирелеп, бушанғай ҙа булды. Бына өй эсенә талғын моң ағылды.
Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа,
Егет кенә кеше йыр йырлмаҫ,
Йөрәгендә дәрт-моң булмаһа.
Йыр тамам булғас, еңелсә көрһөнгән тауышты ишетеп, әйләнеп ҡараны. Ишек яғына Ришат һөйәлеп тора лаһа. Йөҙөндә һағыш ҡатыш шатлыҡ нуры ла сағыла.
– Атайымдың яратҡан йыры, – тине Ришат, күҙҙәрен селт-селт йомоп.
Миңнур әйткәнсә: «Улының атаһы Вәкил булмаһа ла, холҡо менән оҡшаған». Эйе, бала кемдең ҡулында, шуның тәрбиәһен ала, ти психологтар. Кинәт, Рәсимә өйҙә ниндәйҙер тынлыҡ урынлашыуын һиҙемләп, боролоп ҡараны. Миңнурҙың йоҡарған ирендәре йылмайғандай һымаҡ, шекәрәләнә башлаған күҙҙәре бер нөктәгә төбәлеп хәрәкәтһеҙ ҡалған...
– Рәсимә апай, әсәйем һуңғы минуттарын яратҡан йырын тыңлап, матур үтеп китте... Рәхмәт һеҙгә!
– Эйе, Ришат, шулайҙыр.
Ул Миңнурҙың ярым асыҡ күҙҙәрен йомдорҙо, ҡулдарын, аяҡтарын ипкендереп һалды. «Тыныс йоҡла, йәнең ожмахта булһын. Донъялыҡта белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарыңды Раббыбыҙ ғәфү ҡылһын!» Кәрәге тейер, тип һалып алған аҡ туҡымаһын Миңнурҙың башы аша алып, кәүҙәһен ҡаплап япты. Барып, тәҙрә форточкаһын асты. Урамдан битенә көҙ айының һалҡынса дымлы һауаһы бәрелде. Иртәнсәктән алып ауырайып торған болоттар, мөҙәтте етепмелер, ямғырҙарын һибәләй-һибәләй яуып үтеп бара. Көн үҙәгендә ҡояш нурҙары ялтырап, көн асыла. «Раббымдың ҡабул итеүелер. Юлымды ла тура өйөнә генә тиҙләтеп килтерҙе. Миңнур әйтерен әйтеп өлгөрөп, фани донъялыҡтан еңел хушлашты», – тип Рәсимә өҫтөнән ҙур йөк төшкәндәй, иркен тын алып ҡуйҙы.
Һуңғы юлға оҙатыу йолаһын еренә еткереп башҡарҙы ул. Кибеттән мул итеп аҙыҡ-түлек, кәрәкле әйберҙәр алды, аҡсаһын йәлләмәне.
Ауылдан ҡайтып ингәс, сумкаһынан конвертты алды. Хат башында: «Рәсимә, зинһар өсөн мине ғәфү итә күр!» – тип тигеҙ, эре хәрефтәр менән яҙған Миңнур. Аҫтараҡ «Оҙаҡҡа һуҙмай яуап яҙ!» – тигән яҙыуҙы уҡып, Рәсимә ручкаһын алып, хаттың тышына «Тыныс йоҡла, мин һине ғәфү иттем!» – тип, яуап яҙҙы. Әллә күпме биттәге оҙон хат-хәбәрен асып уҡырға теләмәне. Арыуы етеп иртәрәк йоҡларға ятты.
Тик башын мендәргә терәгәс, йоҡлап китә лә алманы. Уғата аптырамалы мәғлүмәттәр йәненә тынғылыҡ бирмәне. Әгәр ул хәл булмаһа, йәш Вәкил менән йәш Рәсимәнең хыялдары тормошҡа ашыр ҙа, бөгөнгө көндә Вәкил дә, Миңнур ҙа тере булыр ине, тип уйлап талсыҡҡан йәнен йыуатырға теләгәндәй, хәтирәләрен йәшлегенең иң матур, сағыу бер мәленә ялғаны.
...Институт коридорының стенаһы буйында бер төркөм студент, дәрестәр теҙмәһен ҡарарға йыйылған. Улар араһында ҡап-ҡара сәстәрен ике толомға һалып үргән беренсе курс студенты Рәсимә лә бар. Өҙлөкһөҙ йылмайыуы былай ҙа матур йөҙөн ҡояштай балҡыта, һөйкөмлөлөк өҫтәй. Кәүҙәгә уртаса буйлы ҡыҙға кеше аша үрелеп ҡарап яҙып алыуы ауырға тура килә. Оҙон буйлы егет һылыуҡайға ярҙам итергә теләген белдерҙе. Артабан ятаҡханаһына оҙатып ҡуйҙы. Ошо тәүге һөйөү хистәре бөрө ярған юлдан етәкләшеп, дүрт йыл бергә үттеләр. Мөхәббәт гөлдәре сәскә атҡан йәштәр киләсәккә ниндәй генә матур хыялдар, уйҙар ҡорманы. Уй-хыядары тормошҡа ашыр, барыһы ла тап улар уйлағанса булыр кеүек һымаҡ ине....
Рәсимә йәшлек хистәренә сумып, татлы йоҡоһона сумды. Сикәһен һыйпаған ҡулдарҙың йылыһын тойоп күҙҙәрен асҡанда, янында ире ултырғанын күрҙе.
– Йоҡоң туйҙымы? – тине, ирендәренән үрелеп үбеп.
– Төшкә тиклем йоҡлағанмын... – тине тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙарына күҙе сағылып Рәсимә. Шул суҡ ваҡытта, хатты күрҙеме, ни булыр, нисек аңлатырмын, тигән һорауҙар бер-бер артлы мейеһендә ҡайнаны. – Һин, һин ҡайттың да мыни? – тине, ниндәйҙер эш боҙоп тотолған кешеләй тотлоғоп.
– Эйе, ҡайттым. Һиңә ҡарап һоҡланып туймай ултырам, һин һаман да йәшһең, матурһың.
– Рауил, мин һине яратам.
– Беләм, бик яҡшы беләм, һөйөклөм. Мин һине ғүмерем ахырынса яратыуҙан туймаҫмын да. Әйҙә, сәй эсәйек, арығанһыңдар ҙа. Мин өҫтәлгә ултырта торайым,тип аш-һыу бүлмәһенә сыҡты.
Рәсимә урынынан торҙо. Рәсемдең урынында, хаттың асылмағанын күреп, тынысланғандай булды.
Рауил Ҡаҙағыстандан ҡайтып ингәс, өҫтәлдәге ярым асыҡ торған сумкалағы ҙур табаҡ биттәге рәсемгә иғтибар итмәй ҡалманы. “Был нимә?! Рәсимәне ошоға тиклем уның ғына ҡатыны тип иҫәпләне бит?! Ниңә уға бер әйтеп һалмаған?!” – тип, йөрәге дөп-дөп дарҫлап типте. Маңлайынан эре тир бөрсөктәре бәреп сыҡты. Бәлки спектакль уйнағанда төшкәндәрҙер? Күҙе арыраҡ ятҡан хатҡа төштө. Асып тәүге битте уҡыны ла, Рәсимә ҡайһылай һалған, шулай ғына урынына ҡуйҙы. “Минең уҡығанымды белмәй торһон. Арып та ҡайтҡан. Бәлки, үҙе башлап һөйләр”, – тип Рәсимәнең янынан барып ултырҙы.
Өҫтәл артына ултырғас, ни тип хәбәр башларға ҡыймаған ҡатынына ярҙамға килде:
– Ваҡыт үтеү менән ғәйептәренән таҙарынаһы килә ҡайһы бер кешеләр. Уларҙың ғәфү итә белеүе батырлыҡҡа торош. Икенсенән күңеле ауырыу кешене һауыҡтыра ла.
– Бына нисек, минең өсөн тағы бер асыш! Ә һин ҡайҙан беләһең? – тине Рәсимә, иренең күҙҙәренә ҡарап. Һиҙә ине лә уның хатты уҡығанын.
– Уҡыным хатты.
– Мин уҡыманым, арығайным.
– Хәҙергә уҡымай тороуың хәйерле, бер уҡырһың... Миңнур һуң булһа ла ғәфү үтенеп өлгөргән. Бының менән һинең йөрөгеңде өйкәп торған төйөрҙө лә яҙған. Фани донъя өс көнлөк кенә, Рәсимә. Кешеләр бер-береһенән ваҡытында ғәфү үтенә белһә, тормош күпкә еңелерәк тә барыр ине.
–Эйе, Рауил.
– Минең һиңә тәҡдимем бар. Алдағы айҙа ялым, әйҙә ҡара диңгеҙгә барып ҡайтайыҡ?
– Мин, риза. Һин – минең яҙмышымды бәхетле итеүсе, – тип иренә һыйынды.
– Һин – минең бәхетемә төшкән берҙән-берем, – тине Рауил, көмөш биҙәктәр төшә башлаған сәстәренән һыйпап.
Нәсимә ҒАЙСИНА.