– Улым, яныма ултыр әле.
– Хәҙер, атай.
Атаһының ағарып киткән борсоулы йөҙөн күреп, Фәрит һиҫкәнде. Эйе, һуңғы ваҡытта уны нимәлер борсой. Йөрөш-торошо ла ауырайҙы. Оҙаҡ ҡына ятып ауырып та алды. Башҡараһы эшен теүәлләп, Фәрит йәһәт кенә Мәжит ағайҙың эргәһенә килеп ултырҙы. Уның: “Улым, бүлдермә, ахырынаса тыңлап бөт, һуңынан үҙ фекереңде әйтерһең”, – тиеүе һөйләшеүҙең етди буласағына ишараланы.
– Ҡәһәрле һуғыш тамамланыуға тиҙҙән алтмыш йыл тула. Күңелемдә йөрөткән, ошоға тиклем бер кемгә лә сисмәгән серемде үҙем менән баҡыйлыҡҡа алып китәһем килмәй. Тыңла, балам... Илебеҙгә ҡапыл вәхшиҙәрсә баҫып ингән немец фашистарының мәкерле тоҙағына совет халҡы башта баҙап ҡалды. Көстәр ҙә тигеҙ түгел ине шул… Шашынған дошман ил йөрәге булған Мәскәү ҡалаһына ынтылды. Яҙмыштарҙы хәл итерлек бер нисә сәғәтлек кенә юл айырып торҙо беҙҙе яуыздарҙан. Һәр совет һалдатына, тылда арымай-талмай тир түккән һәр кемгә айырым-айырым һәйкәл ҡуйып сыҡһаң да йәл түгел хәҙер. Күмәк көс менән көрәшкәнгә генә еңә алдыҡ беҙ дошманды. Шул тиклем яҡын килеп еткән фашист эттәрен үҙ ерҙәренә алып барып дөмбәҫләү өсөн, ай-һай, күпме ғүмер шәһит китте. Фашист эттәре артҡа сигенгән һайын аяуһыҙыраҡ, ҡанһыҙыраҡ була барҙы. Уларҙың совет кешеләренә ҡарата ҡылған һәр енәйәтенә сәстәр үрә торорлоҡ ине. Бер метр ер өсөн генә лә күкрәктәргә ҡаҙалған талпан шикелле ҡыландылар.
Украина өсөн барған һуғыштар аяуһыҙлығы менән айырыуса иҫтә ҡалған. Дошманға урындағы бандиттарҙан тороусы, “бандеровсылар” тип аталған шакалдарҙың ярҙам итеүе хәлде ҡатмарлаштырып ебәрҙе. Беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ совет һалдаттары үҙҙәрен һис аямай ҡаһармандарса көрәште. Шундай ҡаты алыштарҙың береһендә беҙҙең рота ҡамауҙа ҡалды. Ҡайҙа ҡарама, ыңғырашыу, аяҡ-ҡулдары өҙөлгән һалдаттарҙың өн-аралаш ярҙамға саҡырыуы үҙәкте өҙә ине. Ә минең вещмешокта дошман ҡулына эләгергә тейеш булмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр… Башта мең төрлө һорау… Ҡайҙа, нисек йәшерергә был документтарҙы? Ергә күмһәң, кем килеп таба, штабҡа кем тапшыра? Фашистар ҡулына эләкһә, нимә булыр? Нисек булһа ла ҡамауҙан сығыу юлын табырға! Дошман ҡулына ҡалғансы, көрәшеп үлергә тигән уй йәшен тиҙлеге менән бар зиһенемде солғап алды.
Сафтар һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара, патрондар ҙа, шартлатҡыс ҡоралдар ҙа самалы. “Дошманға тереләй бирелмәҫкә, һуңғы патронды һәр кем үҙенә ҡалдырырға тейеш”, – тип шыбырлай ирендәр.
Ҡапыл күҙ алдында бөтә ер күк менән тоташҡандай булды. Әсе һыҙғырып килгән снаряд ерҙең аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Снаряд ярсығы тейеп, тәрән яраланып ауғанмын. Иҫемә килгәндә, ниндәйҙер тәрән, ҡараңғы ерҙә ята инем. Үлем ошолай була икән, тимәк, мин үлгәнмен… Мине кем тәрбиәләп күмде икән? Соҡорға ырғытҡандар ҙа киткәндәрҙер инде. Ә ҡайҙа ҡалған яуҙаштарым? Ошондайыраҡ уйҙар менән тирә-яғымды ҡапшайым. Бөтә тәнем үлтереп һыҙлай. Ҡулдарым тыңлашмай. Шул саҡ: “Ә нишләп, үлгәс һуң, мин ауыртыуҙы тоям, ҡулдарымды ҡыбырлата алам?” – тигән уйға һиҫкәнеп, тороп ултырмаҡсы булдым. Ауыртыныуҙан иҫемде юйғанмын. Иҫемә килгәндә, янымда фәрештәләй һылыу ҡыҙҙың ултырыуын күреп, үлгән икәнлегемә тағы ла бер ҡат ышандым. Үлем ул тиклем үк ҡурҡыныс нәмә түгел икән дә, тимәк, мин ожмахта...
– Микола, Микола! Приди в себя! О боженька, помоги ему встать на ноги! – тигән итәғәтле лә, яғымлы ла тауышҡа күҙҙәремде астым. Зиһенем теүәл, тик ҡыбырлап ҡына булмай… Был күк йөҙөләй зәңгәр күҙле, етен сәсле һылыуға яуап ҡайтара алмайым… Шулай булһа ла, ҡайҙалығымды һорарға була, хәлһеҙ ирендәремде ҡыбырлатҡан булдым. Тауышым сыҡманы. Ә ҡыҙ, ағарынып, йомшаҡ ҡына ҡулдары менән ауыҙымды ҡапланы һәм өндәшергә ярамағанды аңлатып ым-ишара яһаны: “Микола! Тебе нельзя говорить… Я – Оксана! Мы с мамой тебя спасли… Это погреб, мы тут храним свой запас, – тип өҙөк-өҙөк һөйләп китте Оксана. – Ты здесь находишься уже шестой день, все это время был без сознания…”
Снаряд шартлауы, ерҙең аҫтын-өҫкә әйләндереүе, бик күп яуҙаштарымдың ыңғырашып ергә ауыуы, ҡолап барыуым тоноҡ ҡына булып иҫемә төштө…
“Ә мин нисек был ҡар баҙына килеп эләктем икән? Был һылыу ҡыҙ әсәһе менән икәүләп мине, бынауындай кәүҙәм менән нисек яу яланынан күтәреп алып сыҡты икән?” – тигән һорау борсоно.
Уйҙарымды һиҙенгәндәй, Оксана тағы телгә килде: “Микола, о том, что ты здесь находишься, знаем только с мамой мы вдвоем. Если твой стон услышит папа, он всех нас вместе с тобой порешит. Папа у меня – местный староста. Мы с мамой ничего не сможем сделать. С верой и надеждой служит он фашистам. Поэтому они нас не трогают. Все хозяйство на нас. Он и сюда никогда не заглянет. Ему некогда… Порой и месяцами дома не бывает. Мы уже привыкли всему этому…
А тебя мы нашли в поле боя. Ваших, кто остался в окружении, всех перебили, раненых добивали… На второй день, когда мы с мамой вернулись из соседнего села, проезжая мимо этого поля, услышали твой стон. Ты был без сознания и весь в крови. Немцы тебя или не заметили, или думали, что ты все равно уже не жилец.
Звал ты на своем языке кого-то, стонал и звал на помощь. Язык твой я не понимаю. Перевела мама. Мама моя в молодости училась в Москве. У нее очень много друзей и подруг было. Она даже дружила с одним мусульманским парнем. Общались-то, конечно, они на русском. Некоторое время мама изучала башкирский. Говорить не говорит, но хорошо понимает. Потом они расстались. Родители были против их женитьбы, потому что вера другая. Вот так, таким образом ты оказался у нас. Мы тебя спрятали в погребе. Папа никогда не догадается о том, что мы здесь с мамой выхаживаем советского солдата. Если догадается, конечно, нам всем конец…”
Оксана менән әсәһе Анастасия апай мине шулай йәшереп оҙаҡ аҫраны. Дауаланып аяҡҡа баҫҡансы ваҡыт арыу уҡ үтеп китте. Яраларым уңалып, аяҡҡа баҫа башлағас, йәшереп кенә хатта мунса яғып та төшөрҙөләр. Яҡшы тәрбиә ярҙам иттеме, йәш организмдың үлемгә ҡаршы тороуы көслө булдымы, мин тиҙҙән бөтөнләй аяҡҡа баҫтым. Тик әсәле-ҡыҙлы был мәрхәмәтле кешеләрҙе ҡалдырып китергә кәрәклеген күҙ алдына килтереп, эсем боша башланы, сөнки Оксана менән бер-беребеҙгә үлеп ғашиҡ булдыҡ. Әсәһе лә беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе һиҙә ине, буғай. Хистәр уртаҡлығы беҙҙе бәхетле итә ине. Бер нисә ләззәтле төн үткәреү икебеҙ өсөн дә оло бәхет булды… Хистәр тулҡынында бәүелеп, беҙ үлемесле һуғыш барғанын да, Оксананың атаһының фашистарға эшләүен дә, үҙ часымды нисек эҙләп табасағымды ла, ҡамауҙа ҡалған һәм оҙаҡ ваҡыт юғалып тороуым өсөн яуап бирәсәгем, бәлки, трибунал алдына баҫасағым тураһында ла бер мәлгә генә булһа ла онота торған инек…
Айырылышыу бигерәк ауыр булды. Оксананың төпһөҙ күк йөҙөндәй саф, зәңгәр күҙҙәрендәге йәштәрен күреп, йәнем әрнене. Был хушлашыу мәңгелеккә икәнен белгәндәй, йөрәк һыҡраны.
– Оксана! Һуғыш бөтөү менән мин һинең яныңа киләм. Башҡортостанға, таңдар иленә алып ҡайтам, һөйөклөм…
– Юҡ, Мәжит (ул мине беренсе тапҡыр үҙ исемем менән атаны), беҙ һинең менән бергә ҡала алмаясаҡбыҙ… Атайым быға юл ҡуймаҫ… Икебеҙҙе лә, хатта әсәйемде лә юҡ итер… Һуғыш тамамланғас, атайым фашист ялсыһы булған өсөн, беҙҙең ғаиләнең башынан һыйпамаясаҡтар… Хуш, йәнем! Миңә бәхетле мәлдәр кисерергә мөмкинлек биргәнеңә рәхмәт!
Анастасия апайҙың ярҙамы менән партизандар отрядына барып ҡушыла алдым… Күпмелер ваҡыттан һуң үҙемдең часымды ҡыуып етеүгә өлгәштем. Әлбиттә, ҡамауҙа ҡалыуым, оҙаҡ ваҡыт юғалып тороуымдың сәбәбен аңлатыу бик оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡуйынымда һаҡлаған, ҡаным тамған баяғы документ хәрби трибуналдан ҡотҡарҙы. Һуғыш ваҡыты ҡанундары буйынса, ҡамауҙа ҡалғандар, әсиргә эләккәндәр менән ике һөйләшеп тормайҙар ине шул… Бик оҙаҡ тикшереү үткәндән һуң ғына аҡланылар һәм кире часыма ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр.
Элекке фронтташ дуҫтарҙың бик һирәге генә иҫән ҡалған. Күптәре минең менән теге ҡамауҙа ҡалып, дошман менән батырҙарса һуғышып, һәләк булғандар...
Берлиндың үҙенә етеп, фашист мөртәттәрен үҙ өңөндә дөмбәҫләп, Бөйөк Еңеү менән тыуған ергә аяҡ баҫыу бәхете тейҙе миңә…
Тыуған тупраҡ ҡолас йәйеп ҡаршы алһа ла, эшләйһе, төҙәтәһе, яңынан төҙөйһө эштәр көтә ине фронтовиктарҙы. Башкөлләй эшкә тотонорға тура килде. Ир-ат ҡулы етмәгәнлектән, бик ныҡ миктәгән колхозды аяҡҡа баҫтырырға, ауыл хужалығын тергеҙергә кәрәк ине. Фронттан ҡайтыу менән колхоз рәйесе итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар…
...Украинала ҡалған Оксана апайҙың артабанғы тормошо тураһында һорашҡым килде. Атайым да һиҙгер икән.
– Эйе, бер аҙ тын алғас, Украинаға хат яҙып һалдым... Килеп алырға теләүемде аңғарттым. Хатыма яуап булманы... Икенсеһен, өсөнсөһөн яҙҙым… Яуап алырыма инде төңөлгән дә инем. Һуңғы хатты яҙып һалыуыма алты ай самаһы ваҡыт үткәс, көтмәгәндә Оксананан хат киҫәге килеп төштө. Хат бик ҡоро һәм ҡыҫҡа ғына ине. “Мажит, я очень ценю и уважаю тебя, но больше не пиши… Я вышла замуж…”
Был йән өшөткөс һүҙҙәр тереләй утҡа һалғандай тәьҫир итте. Бер килке аңымды юйып торғандай булдым. “Һин нимә, Мәжит, нишләп әллә ҡайҙағы бер совет һалдатына кейәүгә сыҡһын инде ул? Ярҙам итеп, һауыҡтырып ебәргәс етмәйме һуң һиңә?” – тип һуҡранып та, үҙ-үҙемде йыуатып та ҡараған булам. Йөрәккә бойороп буламы һуң? Оҙаҡ, бик оҙаҡ һулҡылдап торҙо уныһы…
– Әсәйем менән нисек осраштығыҙ һуң, атай? Ул Оксана апай тураһында белдеме?
– Өйләнешкәс, һөйләнем, улым. Ә әсәйең менән осрашыу, дуҫлашып китеү үҙе бер тарих инде ул… Йәшлек йәшлек бит инде. Таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем эшләһәк тә, кистәрен клуб тирәһенә барып урарға ла ваҡыт табабыҙ. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре бик әүҙем эшләй ине ул йылдарҙа. Ауыр һуғыштан, ҡайғы елдәренән халыҡ тамам йонсоп, күңел асыу, йыр-бейеүле уйындарға һыуһағайны. Бер мәл шулай, яҙғы сәсеү эштәрен тамамлағас, ауыл йәштәре менән матур ғына сығыш әҙерләп, күрше ауыл сәхнәләрендә тамашалар ҡороп йөрөргә ҡарар иттек. Рәйес булараҡ, концерт алдынан ун – ун биш минутлыҡ телмәр тотам. Һуңынан концерт башлана. Гармунымды алып, сәхнәлә башҡалар менән бер рәттән тороп, бер нисә йыр башҡарам. Инәлтеп тормайым, һораһалар, тағы сығам. Күмәк бейеүҙә ҡатнашам. Концерт һуңынан да ҡайта һалып китмәйбеҙ. Клубты бер итеп гармун моңона бейешәбеҙ. Һәр икенсе егет – гармунсы. Берәү инәлтмәй, берәү ҙә юҡ тимәй. Шундай сығыштарҙың береһендә әсәйең миңә күҙ һалған. Ә үҙенең йәрәшелгән егете булған... Һуңынан: “Юҡ, мин уға бармайым. Ошо егеткә генә тормошҡа сығасаҡмын”, – ти икән. Башҡортсаһы менән бергә урыҫ телендә лә сатнатып һөйләшкән үткер татар ҡыҙы ине ул. Шулай, улым, әсәйең йәш сағында сабып барған атты туҡтатырлыҡ сая булды.
Ауыл хужалығын тергеҙеп ебәрҙек, малсылыҡты яйға һалдыҡ, ә эшсе ҡулы етешмәй. Төрлө ауылдарҙан беҙҙең колхозға эш һорап килеүселәр күбәйҙе. Шулар араһында әсәйең дә бар ине. Быҙау ҡараусы булып урынлашты ул.
– Ә теге егете ни эшләне икән?
– Әсәйеңдең тура ҡарап, сатнатып әйтә торған холҡон беләһең. Теге егетенә барыһын да аңлатҡандыр инде. Уныһы нисек ҡабул иткәндер, әммә ләкин бер-ике аҙнанан үтәсәк туй үткәрелмәй ҡалған. Бер күреүҙән миңә ғашиҡ булған икән әсәйең. Һиҙҙермәне тәүҙә. Оксананан өмөттө өҙөп, төшөнкөлөккә бирелгән мәлем. Ә йәшлек үҙенекен итә. Һөйгө-һөйөлгө лә килә. Саялығы, тура һүҙлелеге, эшһөйәрлеге, ғәҙел булыуы менән ҡаратты үҙенә әсәйең. Ҡайһылыр яғы менән Оксанаға ла оҡшап тора ине ул. Шундай уҡ зәңгәр күҙҙәр, етен сәстәр... Тәүҙәрәк эш буйынса ғына осрашып һөйләшә инек. Киске уйындарҙа парлашып бейейбеҙ ҙә таралышабыҙ. Әсәйең һәр уйындың, һәр үткәрелгән сараның уртаһында ҡайнай. Өҙә баҫып бейегән, моңло итеп йырлаған һылыу ҡыҙ тиҙҙән бар булмышымды биләп алыр, тип уйламаған да инем. Оксананан башҡа берәүҙе лә йөрәгем ҡабул итмәҫтәй ине. Әсәйең сабыр саялығы, һөйә, көтә белеүе менән арбаны күңелемде. Тора-бара унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмай башланым. Оксанаға булған хистәрем яйлап тоноҡланды. Йәшлегем яҙында осратҡан һөйөү хисе, үрелеп буй етмәҫлек бер сағыу йондоҙ булып балҡыны ла, һүрәнләнеп, тоноҡланып, бейек тауҙар артына инеп юғалды, асманға ашты. Һәр хәлдә шулай, тип уйлаған инем… Һуңғы ваҡыт Оксана апайың төштәремә йыш инә. Бер үк төрлө инә, нимәгәлер…
Әй ҡыҙы.
(Дауамы бар).
...Ҡояшлы Украина ере. Йәм-йәшеллек ҡаплаған туғайҙа Оксана йөрөй, имеш. Етен сәстәре яурындарына һибелгән. Үҙе шундай сибәр, йәш. Башында сағыу сәскәләрҙән үрелгән таж. Ә ҡулында йәш бала. Уныһы шундай таҙа, шундай мөләйем, һөймәлекле. Бала, шат йылмайып, миңә кескәй генә ҡулдарын һуҙа, ниҙер әйтергә теләй… Уларға табан ынтылам, шул илгәҙәк малайҙы ҡулдарыма алырға уйлайым, тик, ниңәлер, аяҡтарым атламай… Аяҡтарым ҡурғаш шикелле. Ергә ҡаҙап ҡуйғандармы ни… Оксана, сыңғырлатып көлә-көлә, шау сәскәнән торған ҡыуаҡлыҡтар араһына инеп юғала…
– Бына шулай, улым. Күңелемдә йөрөткән, алыҫта ҡалған хәтирәләр менән уртаҡлашҡас, еңел булып ҡалды әле үҙемә лә…
– Атай, кешеләр яҡындарын юғалтһа, “Жди меня” тапшырыуына мөрәжәғәт итә бит. Әйҙә, беҙ ҙә Оксана апайҙы эҙләп ҡарайыҡ. Ул бит һине әсәһе менән үлемдән ҡотҡарған кеше. Үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырайыҡ, – тип бер тында сурыта һалдым. Атайымдың йөҙө яҡтырып китте.
– Ул турала үҙемдең дә уйланғаным булды. Таба алырбыҙмы икән? Фамилияһы ла үҙгәргәндер инде. Тормош иптәше нисек ҡабул итер? Бала-сағалары ла барҙыр инде. Кешеләр әллә нимә һөйләмәҫме? Әсәйең, апай-ағайҙарың нисек ҡабул итер? Ә күрге килә. Ғүмер ахырынаса, күҙҙәренә бер һирпелеп ҡарап, йөрәгем түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, балам…
– Әсәйем дә, туғандарым да дөрөҫ ҡабул итер, атай, ул тиклемен үҙ өҫтөмә алам. Мотлаҡ табасаҡбыҙ Оксана апайҙы. Үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырасаҡбыҙ, тинем. Ышаныслы ғына итеп әйтһәм дә, эште ниҙәнерәк башларға икән, тип башта баҙап ҡалдым. Әһә, эште апай-ағайҙарҙы йыйып алып, кәңәш-төңәш итеүҙән башларға кәрәк, тигән фекергә килдем…
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип тиккә генә әйтмәгән икән халыҡ. Мәсьәләне уртаға һалып аңлатҡас, туғандарым был фекеремде күтәреп үк алдылар. Үҙенә күрә эҙәрмәндәрҙең штабы һымағыраҡ нәмә төҙөлдө лә ҡуйҙы. Кем хат яҙыуҙы үҙ өҫтөнә алһа (быныһын, әлбиттә, күмәкләп башҡарҙыҡ), кемдер таныш – тоношлоҡто эшкә ҡушты. Иң тәү сиратта, элекке исем-шәрифтәре менән (ҡыҙҙарҙың ҡайһы берәүҙәре тормошҡа сыҡһа ла үҙ фамилияһында ҡалыуын күҙ уңында тотоп), Оксана апайҙы эҙләтеп, Украинаға запрос ебәрҙек. Хат Украинаға осҡандан һуң, һәр кемебеҙ яуап килһә ярар ине, тигән уй менән йәшәне. Бигерәк тә атайыбыҙ борсолоп көттө. Шул арала йөрәк өйәнәге менән дауаханала ла ятып сыҡты. Уның өмөтлө лә, бер аҙ ғазаплы ла йөҙөн күреп, был эште башлап ебәреүебеҙгә үкенеп тә ҡуйҙыҡ. Ләкин башланған эш – бөткән эш.
Өс ай тигәндә, Украинанан хат килеп төшмәһенме?! Уны ҡулға алғас, асырғамы юҡмы тигәндәй, бер мәлгә юғалып ҡалдыҡ. Ә хат юлдары былайыраҡ ине…
“Здравствуйте! Пишу из далекой Украины. Месяц тому назад получила Ваш официальный запрос. Извините за то, что сразу не ответила. Как только получила от вас весть, попала в больницу. Что-то последнее время сердце о себе дает знать. О себе сообщаю: осталась и живу на Украине. Нахожусь на пенсии. Работала учителем. Мамы давно уже нет в живых. Царство ей небесное. Отца – тоже… Нас с мамой спасли партизаны…
Вырос сын. Зовут его Миша. Работает врачом. У него своя клиника. Женился, у них трое детей. Как у вас дела? Напишите обо всем”.
Бына шундай йөкмәткеле ине ул. Ҡоро ғына, бер ниндәй сөсөләнеүһеҙ яҙылған хат киҫәге… Нисә йылдан һуң тергеҙелгән дуҫлыҡ хаты…
Тормош юлдашының кем булыуын күрһәтмәгәйне Оксана апай. Бәлки, уныһы күптән мәрхүмдер. Тик шуға иғтибар итмәү мөмкин түгел ине: Оксана апай дауаханаға ятҡан осорҙа атайым да йөрәк менән эләкте бит. Был ҡартлыҡ билдәһеме, әллә осраҡлы хәлме?
Хат атайыма әллә ни ҡыуаныс килтермәне. Һәр хәлдә беҙ, балалары, шулай тип фараз иттек, сөнки хатты алғандан бирле ул, нисектер, үҙ-үҙенә бикләнгәндәй, мөһабәт кәүҙәһе ҡуранысланып, шымып ҡалды. Оҙон-оҙаҡ уйланып ултырыусанға әйләнде. Хәтирәләре яңырҙы, күрәһең. Шулай ҙа, берҙән-бер көндө яуап хаты яҙып һалды. Атайымдың нимә яҙыуы беҙгә сер булып ҡалды... Алыҫ Украина менән Башҡортостан араһына йөрәк түренән урғылып сыҡҡан йылы, туғандарса мөнәсәбәт урынлаштырҙы был хаттар. Оксана апай ҙа асылғандай булды. Хаттары йылыраҡ, тулыраҡ яҙыла башланы. Улы, уның ғаиләһе менән ысын күңелдән ғорурлана ине ул.
Күмәкләп кәңәшләштек тә, йылы, ҡояшлы йәйҙәрҙең береһендә Оксана апайҙы ғаиләһе менән үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырырға булдыҡ. Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған был изге күңелле, ихлас апай, туғаныбыҙҙай яҡын кешегә әүерелгәйне инде. Бер нәмә лә вәғәҙә итмәне башта.
Ниһайәт, Украинанан шатлыҡлы хәбәр килде. Был тулҡынландырғыс телеграмманы почтальон атайымдың ҡулына тоттороп киткәйне.
– Балалар, Оксана апайығыҙ: ”Ҡаршы алығыҙ, юлға сығабыҙ”, – тип телеграмма һуҡҡан. Кемегеҙ, нисегерәк, ҡайҙа ҡаршы алабыҙ? – тигәнерәк, бер-береһенә бәйләнешһеҙ һорауҙар бирҙе атай. Йөҙө ағарып, һурылып киткән атайҙың тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡайны…
Оксана апай улы Михаил менән килеп төштө. Мөрсәлим станцияһына барып ҡаршы алдыҡ. Поезд бер нисә минутҡа ғына туҡтаясаҡ был станцияла, төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, кеше күп кенә төшөп ҡалды. Бер ҡасан да күрмәгәс, Оксана апай ниндәйерәк кеше икән, нисек бынауынса халыҡ араһынан танырға, тигәнерәк уйҙар ҡамауында, ағайҙар менән ситтәрәк баҫып торабыҙ. Атай ныҡ тулҡынлана. Нисек осрашырҙар? Бер-береһен танырҙармы? Шул саҡ төнгө шау-шыуҙы йырып, атайҙың: ”Оксана, ҡәҙерлем, мин бында. Мин – Мәжит. Бында мин…”, – тигән тауышы яңғыраны. Бер мәлгә барыбыҙ ҙа тын ҡалдыҡ. Етен сәсле, әле лә һылыулығын юғалтмаған ифрат һөйкөмлө апай атайыбыҙҙың ҡосағына һыйынды. Был тетрәндергес күренештән шаңҡып ҡалдыҡ. Улар икеһе лә эргәләрендә баҫып торған һәм был илаһи күренеште өнһөҙ генә күҙәткән ғәзиздәрен, гүйә, бер минутҡа оноттолар…
– Оксана, ҡәҙерлем… Һине күрер көндәрем бар икән…
– Мажит... Ты такой же сильный… Время как-будто вовсе и не коснулось тебя… Такие же волосы… ты стал еще мужественнее…
Әле генә өҙөлөп ғашиҡ булған йәш парҙар һымаҡ, бер-береһенән оҙаҡ ҡына айырыла алмай торҙолар. Был хәл күпмегә тиклем һуҙылыр ине икән, тынлыҡты башлап Оксана апай боҙҙо. Эргәһендә уңайһыҙланыңҡырап баҫып торған улына күрһәтеп: ”Это мой сын – Михаил”, – тине ул.
Иҫ киткес хәл – Михаил һуйған да ҡаплаған Салауат ағай. Әллә ҡайҙағы кеше лә шулай оҡшар икән. Туҡта, һуң Салауат ағай бит атайҙың йәш саҡтағы копияһы, ти әсәй. Шул уҡ ҡара бөҙрә сәстәр, шул уҡ мыҡты кәүҙә, тура ҡырлас танау, ҡарсығаныҡы кеүек үткер ҡараш… Йөрөш-торошо ла тас атайҙыҡы һымаҡ. Марат ағай ҙа атайға тартым, тик күҙҙәре генә әсәйҙеке һымаҡ зәп-зәңгәр…
Ҡунаҡ егете, ысынлап та, Салауат ағайға ныҡ оҡшағайны… Тимәк… Беҙҙең уйҙы һиҙенгәндәй, Оксана апай: “Михаил, сынок, подойди поближе, познакомься. Это – твой отец…”, – тимәһенме. Көтөлмәгән асыштан асҡан ауыҙыбыҙҙы ла ябырға онотток. Был хәл барыбыҙға ла иҫ киткес ныҡ тәьҫир иткәйне.
– Мажит, прости… Прости, что об этом не сообщила тебе раньше… Не хотела испортить твою жизнь... Репутацию... Ты же знаешь, кем был мой отец во время войны… Все равно житья не дал бы он нам… Хотя о его дальнейшей судьбе нам ничего не было известно. Он пропал без вести... Ни разу не выходила замуж… Родила и вырастила твоего сына… Не обессудьте, пожалуйста меня, дорогие мои…, – тип, барыһын да ярып һалды ла ҡуйҙы Оксана апай.
Атай өнһөҙ ине… Беҙгә нимә? Беҙ тағы ла бер туғанға байыныҡ. Өлкән ағайлы булдыҡ… Атайыбыҙ нисә йылдан һуң тағы ла бер уллы… Әсәй, ә әсәй нисек ҡабул итер был хәлде? Әсәйебеҙ, сабыр ҙа, сая ла ғәзиз әсәйебеҙ аңлармы быны? Йөрәгенә, күңеленә ауырға алмаҫмы?
Әсәй күптән көтөп алған, иң ҡәҙерле ҡунағылай ҡабул итте Оксана апайҙы. Михаилдың атайыбыҙҙың улы булыуын да, әйтерһең дә, күптән белгән:
– Оксана, я тебя понимаю… И не виню. Ты ни в чем не виновата. Это война... Ты спасла жизнь моему мужу. Я прожила с ним интересную, полную счастья жизнь. Родила от него четверых детей… Спасибо тебе. Ты нам подарила счастье, вторую жизнь. Твоего сына я приму как своего. Это – частичка моего мужа. По всей возможности будем помогать друг – другу, будем дружить семьями…
“Аҡыллы ҡатын – хазина!” тип бушҡа әйтмәгәндәр икән боронғолар. Барыбыҙҙы ла борсоған сетерекле хәлде зирәк әсәйебеҙ шулай ябай ғына итеп, еңел генә хәл итте лә ҡуйҙы. Әйтерһең дә, өҫтөбөҙҙән тауҙай йөк төштө. Барыбыҙ ҙа еңел тын алып ҡуйҙыҡ.
Аҙна самаһы ҡунаҡ булдылар ҙа Оксана апай менән Михаил Украинаға ҡайтып киттеләр. Хәлебеҙҙән килгәнсә ҡәҙер – хөрмәт иттек. Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылырға ла, ҡунаҡ итергә лә, йолалар менән таныштырырға ла тырыштыҡ. Риза ҡалып, матур хушлашып ҡайтыр яҡҡа юлланды улар. Украинаға саҡырып киттеләр.
Бер аҙна эсендә яҡын кешегә әүерелгәйнеләр, хушлашыуы ауыр булды. Әсәйҙәр икеһе лә күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Атайыбыҙ ҙа, ныҡ булырға тырышһа ла, машина ҡуҙғалып киткәс, йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөртөп алды…
Ошо осрашыуҙан һуң, күмәкләп Украинаға ҡунаҡҡа барып ҡайттыҡ. Атайыбыҙҙың көрәшеп йөрөгән ерҙәрен күрҙек, туғандар ҡәберлеген зыярат ҡылдыҡ, һәйкәлдәренә сәскәләр һалдыҡ. Михаилдың ғаиләһе менән таныштыҡ. Туғандар булып ҡатнашып йәшәргә, бер – беребеҙҙе онотмаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ. Ҡояшлы Украина ере беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз ергә әүерелде.
Тик, үкенескә ҡаршы, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын байрам итер алдынан ғына, атайыбыҙ, бер-ике аҙналай сырхаулап торҙо ла, ҡапыл ғына, беҙҙе ҡара ҡайғыларға һалып, тыныс ҡына баҡыйлыҡҡа күсте. Ғәжәйеп хәл, атайыбыҙҙың ҡырҡын уҡытҡан көндө Оксана апай ҙа мәңгелеккә күҙҙәрен йомған.
Әсәйебеҙ, үҙе иҫән саҡта, аяттар бағышлаһа, нимәгәлер, атайыбыҙ менән Оксана апайҙың икеһенә бергә бағышлар ине. Атайҙың йылын үткәреүгә, әсәй ҙә беҙҙе ташлап, мәңгелек йортона күсте.
Михаил ағай менән туғанлашып йәшәнек. Уның өлкән ҡыҙы Мәскәүҙәге Ломоносов исемендәге юғары уҡыу йортона ингәс, туғанлыҡ хисе тағы ла яҡыная төштө, йышыраҡ осраша башланыҡ. Балаларыбыҙ үҙ-ара аралашты. Компьютер заманы булғас ни, интернет, бәйләнеш тигән нәмә аша бер-беребеҙҙең хәлдәрен нығыраҡ белештек. Олеся, уҡыуҙы тамамлап, юғары белгес булып, Украинаға ҡайтып киткәс тә әле тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Михаил ағай, шаяртып, хатта бер осор атайҙың фамилияһына күсергә уйлайым, тиеп үк бөттө. Тик шаярыу ҡатыш әйтелгән был татлы хыялын тормошҡа ашыра алмай ҡалды. Йүнһеҙ әҙәмдәрең һаҡһыҙлығы арҡаһында, юл фажиғәһенә тарып, һәләк булып ҡуйҙы. Яҡын туғаныбыҙҙы һуңғы юлға оҙата ла, ҡәберенә бер ус тупраҡ та һала алманыҡ. Һуңғы ваҡытта бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө…
Резида ҮТӘШЕВА.