“Йә, яҙ инде бөгөнгө яңылығыңды”, тигәндәй, Латифаның көндәлеге үҙенән-үҙе асылып китте.
– Ошо ниндәй дәфтәр ул? – парталашы Гөлнара уның яғына һонолдо.
– Көндәлек.
– Ҡыҙыҡ... Нимә яҙаһың унда?
– Уйҙарымды...
– Һы, – тип ҡуйҙы Гөлнара. – Ҡасандан бирле яҙаһың?
– Былтыр башлағайным. Бер дәфтәрҙе тултырҙым. Бында килгәс, яңыһын башланым.
– Әлләсе-е-е... Нимәгә ул, бер кәрәген дә тапмайымсы.
– Ҡай саҡ күңелде асҡы килә. Көндәлек серҙәш кеүек.
– Ыста! Улайһа, миңә лә яҙып ҡарарғамы икән?.. – мәрәкәләнеме-ысынмы, Гөлнара көлөп үк ебәрҙе.
Арғужа урта мәктәбенә һигеҙенсе класҡа Латифа быйыл ғына уҡырға килде. Яңғыҙ торған ҡәрсәһенә иптәш булһын, тип ебәргәйнеләр уны. Эйе, ҡәрсәһе йыш ҡына сирләштереп ала. Быйыл булмаһа, икенсе йыл уны аталары күсереп аласаҡ, ләкин әлегә күҙ-ҡолаҡһыҙ ярамай. Яңы мәктәп, яңы класташтар. Ҡапыл ғына араларына инеп китеүе еңел булманы. Һәр кемеһенең - үҙ дуҫы, үҙ төркөмө. Улар араһында Латифа башта үҙен ала ҡарға һымаҡ тойҙо. Әлдә тәүге көндән үк ихлас ҡаршы алған, мәктәп тормошона инеп китергә ярҙам иткән ошо Гөлнара булды. “Мине лә ситләтеп маташалар. Айырыуса, Юлиә алама. Класта бөтәһе лә уға эйәрә. Бигерәк тә яңы кеше күренһә, шуны мыҫҡыл итергә генә тора. Икәү булһаҡ, бирешмәҫбеҙ”, – тине яңы дуҫы. Баштараҡ класта Латифа нимәлер тип әйтһә, шуны көлкөгә һабыштырған, икенсе мәғәнә бирергә тырышҡандар булды. Ете йыл эсендә был класта барлыҡҡа килгән ҡағиҙәләрҙе белеп бөтмәүе – мыҫҡыл итергә бер сәбәп. Ә теге Юлиә исемле ҡыҙыҡай бер йәшкә өлкән, шуға ул үҙен апайҙарса тота. Күрәһең, беренсе кластан уҡ бөтәһе өҫтөнән командалыҡ итергә өйрәнгән.
– Эй, һин, аҡыллыбаш булып күренергә тырышаһың түгелме? Һәр дәрестә ҡул күтәрәһең, әллә кем, тиерһең! Самаңды бел!
Латифа ике дәрестә бик әүҙем ҡатнашҡайны, күрәһең, шул Юлиәгә оҡшамаған. Гөлнара уға эйелеп шыбырланы:
– Беҙ элек дуҫ булдыҡ, хәҙер һинең менән генә һөйләшәм, шуға уның йәне көйә.
– Дуҫтар инегеҙме? – Латифаның ҡашы маңлайына менде. – Ә нимә булды?
– Һөйләрмен аҙаҡ.
Бына бөгөн дә Юлиә үтеп барғанында Латифаға “яңылыш” яурыны менән ҡағылды һәм ишетерлек кенә итеп бышылданы:
– Осоҡ! Малайҙарға үҙеңде күрһәткең киләме?
Бына шулай тик торғандан бәйләнеп алырға ярата ул. Яҡшы өлгәшкән, әүҙемсе булараҡ та танылған Латифа бындай ҡыйышлыҡтарға иғтибар итмәҫкә тырышты. Ваҡыты еткәс, бөтәһе лә үҙ урынына ултырыр. Ысынлап та, ике айҙан Латифаның көндәлегендә ҡыуаныслы ноталар күберәк урын ала башланы.
“Юлиәгә өйҙә йылы һүҙ, иғтибар етмәгәндер, тупаҫлығы шунан, тип уйлайым. Ләкин тормош һәр кемде үҙ урынына ҡуя. Ул да үҙгәрер. Бына ярты йыл эсендә мин – класташтарыма, улар миңә тамам өйрәнделәр. Тәүге мәлдәге яңғыҙлыҡты бөтөнләй тоймайым, – тигән юлдарҙы яҙҙы. – Класташтарым төрлө-төрлө, кемеһелер үтә шаян, кемеһелер үтә етди. Кемеһелер хәбәрҙе ҡоя ғына, кемеһенеңдер ауыҙынан бер һүҙ ҙә тартып алып булмай. Төрлөлөк – кластың үҙенсәлеге. Араларында бер, хатта ике йәшкә олораҡтар бар. Малайҙар араһында кәүҙәгә ҡайтыш, йыуаштарына еңел түгел. Береһе икенсеһен кәмһетмәһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине! Ғәҙел мөнәсәбәт урынлаштырып буламы икән?” – бына шулай ҡыҙ үҙенең уй-фекерҙәрен, күҙәтеүҙәрен теркәй барҙы. Малайҙар араһынан Латифа Иреккә иғтибар итте. Ҙур күҙле, тыныс холоҡло класташы әллә ҡайҙан айырылып тора. Баҫалҡы ул, ығы-зығыға ҡатнашып бармай. Иң мауыҡҡаны футбол. Ул турала һүҙ сыҡһа, күҙҙәре янып китә... Латифаның хәҙер үҙенән дә йәшергән ҙур сере бар. Ҡыҙ ошо матур күҙҙәргә йәшереп, һиҙҙермәй генә ҡарап ала. Хатта Ирек ҡайҙалыр күренеп кенә ҡалһа ла, Латифаның донъяһы яҡтырып, нурланып киткәндәй була. Ул ошо кисерештәрен дә көндәлегенә яҙҙы. “Мөхәббәт” тигән һүҙ юҡ көндәлектә. Уныһы бик ҙур мәғәнәгә эйә. Ләкин һинең уйыңа йыш ҡына ингән кеше бар икән, ниңә был турала көндәлегең-серҙәшең менән уртаҡлашмаҫҡа, ти?
“Мин уны гел уйлайым. Донъялағы иң һәйбәт, иң матур кеше... Физкультура дәресендә бөгөн стартҡа баҫтылар, ул шундай етди. Шундай уйсан ҡараш, ундай күҙҙәр берәүҙә лә юҡ...” Артабан Латифа ысын дуҫ була белгән Гөлнараға рәхмәтен яҙҙы. Тағы ла бер дуҫын телгә алды. “Әбүзәр менән тәүге көндән үк дуҫлаштыҡ. Беҙҙең ҡайтыу юлы бер яҡҡа бит. Беҙ – баҫма аръяғындағы бәләкәй генә бер урамдың балалары”.
Эйе, был класташын телгә алмай булмай. Әбүзәр өс өй аша ғына тора. Урам ҙур түгел, ауылдың төп яғынан уларҙы йылға бүлә. “Иптәш кәрәк, эт-ҡош осрап ҡуймаһын, Әбүзәр улым, минең баламды ҡарап йөрө!” Бына шулай ҡәрсәһенең ҡушыуы менән, урамдаштар ғына түгел, яҡын класташтарға әйләнде улар. Әбүзәр әсәһе Ниса апай менән әллә ни ҙур булмаған өйҙә тора. Уның ҡарауы, күңелдәре киң, ныҡ алсаҡ кешеләр.
Тәүге көндән үк синыфташтар бер-береһен яҡшы белгән кешеләр кеүек һөйләшә башланы. Әбүзәр – тәбиғәт балаһы. Ҡоштар булып һайрай, йәнлектәр тураһында белмәгән нәмәһе юҡ. Һәйбәт, ярҙамсыл класташы бар. Ә Ирек... Исемен ишетеү менән күңелде йылылыҡ солғай. Латифа ла Иректең үҙенә ҡарап-ҡарап алғанын тоя. Уңайһыҙлыҡ һәм рәхәтлек биргән ҡараш... Бына шул турала нисек көндәлеккә яҙмайһың, ти, инде?
Был юлы ла үҙенең әхирәттәре менән үтеп барған Юлиә телләшмәйенсә түҙмәне. Ул Гөлнараға ҡарап ауыҙын бәлшәйтте:
– Ярай, быйыл үҙеңә иптәш табылды. Әтеү ултырыр инең япа-яңғыҙ, байғош булып.
– Мин һиңә әйттем дә инде... Мин түгел тип... Нимә һаман...
Гөлнараның Юлиә алдында аҡланыуы аңлашылмай, Латифа аптырап әхирәтенә текләне:
– Нимә, “һаман” тинеңме? Аңлат, нимә һин түгел?
– Ней... Шул инде... Былтыр алтын йөҙөгөн юғалтты, шуны һаман минән күрә. Бөтә ҡыҙҙар ошо алйотҡа ышанып, шуны тыңлап, минең менән һөйләшмәҫ булдылар.
– Ғәйепһеҙ булғас, аҡланма! – тине Латифа ҡаты ғына итеп. – Ә һинең ул йөҙөктө күргәнең булдымы хет?
Гөлнара баш ҡаҡты:
– Тағып йөрөнө-ө-ө. Гәрәбә ташлы... Эй, маҡтанды!... Кәрәге бер тин ине!
Дуҫын ихлас тыңлаған Латифа йәнә баш сайҡаны, был осраҡта һүҙ артыҡ. Гөлнара тамаҡ ҡырҙы:
– Бына һиңә серҙе асҡас, үҙемә лә рәхәт булып китте. Миңә лә серҙәш кәрәк, көндәлек башлайым.
– Табылдымы йөҙөк? Туҡта, икенсегә бормай тор.
– Табылһа, ошолай ашарҙай булып йөрөр инеме?
– Яһил икән...
***
Бер көндө Гөлнара портфеленән дәфтәр килтереп сығарҙы.
– Бына мин дә башланым теге ниҙе... Уҡып ҡарайһыңмы?
Ғәжәпһенгән Латифа баш сайҡаны:
– Ул бит һинең серең!
– Дөрөҫ яҙаммы-юҡмы, шуны ғына белгем килгәйне.
Латифа тәүге асылған биткә күҙ һалды.
– Рәсми блокнот һымаҡсы. Юҡ, улай ғына ла түгел, рәсми – ул эш тураһында. Ә бында нимә ашаның, нимә эстең, нисәлә йоҡонан торҙоң. Улар нимәгә кәрәк? Көндәлектә күңелең сағылһын, хистәрең. Әйттем бит, ул иң яҡын серҙәшең, тип.
Әллә ҡатыраҡ бәрелдеме, Гөлнара бер талай өндәшмәй ултырҙы. Шунан көндәлеген сумкаһына тыҡты.
– Ярай, белемсе... – тип аҙаҡ көлгән булды.
Латифа физкультура дәресендә Юлиә менән ярышып йүгерҙе һәм унан алда килде. Эргәһенә тып итеп Гөлнара килеп баҫты.
– Нишләп Юлиәне алға үткәрмәнең? Ул һинән үс аласаҡ, күр ҙә тор!
Дуҫының Юлиәне яҡлаған һымаҡ һөйләп тороуы һис кенә оҡшаманы.
– Кит әле, бушты һөйләмә! – тине Латифа ҡырыҫ ҡына.
Дәрестәр бөткәс, тәьҫораттарын яҙып ҡуйыр өсөн көндәлеген алырға булды. Өҫтәленә килеп ултырҙы, портфеленә үрелде, күпме генә аҡтарһа ла, көндәлеге юҡ ине. Ул һиҫкәнеп тирә-яғына ҡаранды.
– Гөлнара, көндәлегемде тапмайым.
– Нисек тапмайһың? Өйөңдәлер.
– Юҡ, портфелемдә ине.
– Әлләсе-е-е... Һинең көндәлегең кемгә кәрәкһен тағы, – тип Гөлнара иңбашын һикертте.
Латифа ҡайтып инеү менән өйҙө аҡтарырға кереште. Көндәлеге бер ерҙә лә юҡ. “Нисек юғалды һуң? Портфелгә һалғанымды яҡшы хәтерләйем. Төшөрөп ҡалдырырға ул ваҡ әйбер түгел. Кемдең алыуы мөмкин?” Күпме генә баш ватһа ла, яуап таба алманы. Иртәгәһен мәктәпкә барғанда, берәйһе ҡулыма яңылыш эләккән, тип, тотторор тип тә өмөтләнде. Ләкин ауыҙ асҡан кеше булманы.
– Ярай, борсолма, килеп сығыр, – тип уны үҙенсә йыуатты Гөлнара.
Ҡайтырға сыҡҡанда Латифаны Әбүзәр ҡыуып етте.
– Кәйефең юҡ, йөҙөңә сыҡҡан... Нимә булды?
Латифа баш сайҡаны. Әбүзәр нимәлер һөйләй, ҡыҙ уны бөтөнләй ҙә ишетмәй ҙә. Башында бер генә һүҙ: “Көндәлек, көндәлек...” Ул кем ҡулында? Нимә булыр?
– Тыныслан. Табылыр. Кем алған - хурлығы уға, – тине класташы.
Ә иртәгәһен нимә булғанын күрә башланы. Бына ҡай берәүҙәр уға сәйер генә күҙ һирпәләр. Шунан бер-береһенә ҡарашалар ҙа, быш-быш итеп көләләр. Ҡыҙҙар һүҙ ҡуйышҡан, тиерһең, Латифаға яҡын килеүсе юҡ.
Тағы ла бер көндән малайҙарҙың тауышы ла ишетелде. Араларынан иң өлкәне Артур тамаҡ ҡырҙы:
– Иптәштәр, беҙҙең теге алкаш ағай, кем әле?
– Рәүис!
– Эйе, Рәүис ағай кәләш эҙләй. Беҙҙә кәләштәр бармы? Бармы, юҡмы?
– Бар-бар! – һаһылдап көлгән тауыштар ишетелде. – Беҙҙә иреклеләр юҡ, бөтәһе лә ирекһеҙҙәр! Тотабыҙ ҙа бирәбеҙ!
Латифаның сикәләрен нимәлер ныҡ итеп ҡыҫып алды, үҙәге янды, тын алыуы ауырлашты. Ләкин ул бер нәмә лә өндәшә алмай ине.
Ирек иһә башын баҫҡан, шым ғына ултыра, берәүгә лә ҡарамаҫҡа тырыша. Тимәк, көндәлекте бөтәһе лә уҡыған. Латифа үҙен шәрә ҡалған һымаҡ тойҙо. Тик ҡапланырға ла, боҫорға ла мөмкинлеге юҡ ине... Физкультура дәресендә нимәгәлер һөрлөктө. Арттан көлгән тауыштар ишетелде: “Ташбаҡа!”
Бынан ары төртмә телләнеү, уның көндәлегенән ҡайһы бер юлдарҙы ишеттереүҙәр башланды, хатта дуҫ, тип йөрөгән Гөлнара ла Юлиә тирәһендә күберәк уралды.
– Миңә улай ҡарама, көндәлегеңде кем алғанын белергә генә тырыштым, – тип аҡланды ҡыҙыҡай.
– Белдеңме?
– Атаҡ, әйтмәһәләр ҙә беленеп тора, шул Юлиә инде. Беҙгә үсле бит.
– Ҡасан, нисек? – Латифа тағы ла нығыраҡ аптыраны. – Ул нисек минең көндәлек барлығын белһен?
– Ер аҫтында йылан көйшәгәнен белә, хәшәрәт!
Латифа көндәлегенең уҡытыусылар, ата-әсәһе ҡулына барып эләгеүҙән ҡурҡты. Бынан ары йыуашланып, юғалып ҡалған ҡыҙҙан көлөү күптәргә оҡшаны, шикелле. Төрттөрөү, мыҫҡыл һүҙҙәре юҡ-юҡ та ишетелеп торҙо. Бары Әбүзәр генә уның эргәһендә булды, кемдәр менәндер телләште, хатта янаны. Көндәлек кенә табылманы. Икенсе аҙнала линейканан сыҡҡас, уға записка тотторҙолар. “Любовь менән мөхәббәт – = ир, йәки Ир -ек.” Ғәрлегенән нишләргә белмәгән ҡыҙҙың күҙҙәренән йәше атылып килеп сыҡты.
Класҡа ингәс, портфеленең асыҡ торғанын күрҙе, ҡулын тыҡты ла, унан көндәлеген килтереп сығарҙы. Кемдер һалып киткән... Туҙған, бысранған, ҡайһы бер бите тотошлайы, икенсеһе яртылаш йыртып алынған килеш. Латифа дәрестән һуң тиҙ генә ҡайтып китмәне. Класта яңғыҙы оҙаҡ ҡына ултырҙы, унан әкрен генә коридорға сыҡты. Кемдер уға исем атар, ниндәйҙер көлөүҙәр ишетер һымаҡ ине. Ауыр аҙымдар менән ҡайтыр яҡҡа боролдо. Һәр тәҙрәнән уны күҙәтәләр, ауыҙ йыралар һымаҡ. Бына үҙҙәренең урамына табан боролдо. Хәҙер йылға аша сығырға кәрәк. Шунда ғына Латифа күкрәк тултырып һулыш алды. Бында ҡоштар моңо, йылға шауы – һәр ваҡыттағыса Латифаны ҡыуанып ҡаршы алған тауыштар. Һәр ваҡыттағыса... Тын алыуы иркенәйҙе.
Ағуна.
Латифа шаулап аҡҡан йылғаға оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Шул саҡ йылға төпкөлө үҙе лә уға текләгәндәй тойолдо. Ахыры, улар бер-береһен танырға теләнеләр. Һыу күбекләнеп шаулап аға, ә төпкөл тыныс. Һыуҙың ярһыуы ла, ажарлығы ла уға тәъҫир итмәй. Һалҡын тәрән,тыныс төпкөл. Уға бер нәмә лә тәҫъир итә алмай. Янау ҙа, мыҫҡыл итеү ҙә, кәмһетеү ҙә... Нимә ул төпкөл? Нимә унда йәшеренгән? Нимә уны үҙенә саҡыра? Латифаның эсендәге ут-ялҡынды һүндерергә итәме әллә? Бөтөн үртәлеүҙәрен юҡ итәсәкме? Төпкөлгә барыбер. Ул көлмәй, мыҫҡыл итмәй, ул хатта ҡурҡытмай ҙа! Тыныс һәм һалҡын, тыныс һәм һалҡын. Төпкөл һинең ҡайғыңды ла, яныуыңды ла йоторға әҙер. Ул бергә йотасаҡ та. Латифа ҡапыл һыу эсенә барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ниндәйҙер тауыш яңғыраны.. Юҡ, йылға шауы был, ул да кеше ауазы сығара белә... Кемдер ҡыҙҙы эләктереп алды ла, ярға өҫтөрәне. Бер нисә минуттан ул яр ситендә ята ине.
-Латифа!
Был бит Әбүзәр. Тимәк, бөгөн дә уны яңғыҙлатмаған. Бөгөн дә ҡарап артынан килгән. Латифа нимәлер әйтергә итте, тик ыңғырашыу ғына сыҡты.
-Ыһ...
-Латифа, һин ныҡ бул! Беләһеңме, беләһеңме... – Әбүзәр үҙҙәрен ҙур асып уға текләне. – Һин юғалма! Ҙурайғас... Мин һине үҙем алам.
Был һүҙҙәр шул тиклем көтөлмәгәнсә булды, был һүҙҙәр иҫкә килергә ярҙам итте. Латифа хатта асҡан ауыҙын ябырға онотто. Бәлки, яңылыш ишеткәндер, һаташалыр?
- Һин бүтәнсә улайтма... Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, - тип ҡабатланы Әбүзәр.
-Мин үҙем дә белмәй ҡалдым... аңламайым...
- Эйе, төпкөл үҙенә һурып ала ла ҡуя ул. Абай булырға кәрәк. Хәлең бармы? Әйҙә, тотон миңә.
Был хәлде белеүсе булманы. Сер булып ҡалды. Шул ваҡиғанан һуң Латифа ла үҙен ҡулға ала алды.
Һигеҙҙе гел бишкә тамамланы. Медучилищеға уҡырға инде. Аҙаҡҡы курсында кейәүгә сыҡты. Был уҡыу йортонан ҡыҙыл диплом алып, артабан Мәскәү мединститутына уҡырға инде. Арғужа ауылы менән ара бөтөнләй өҙөлдө. Йәш белгесте Мәскәүҙең абруйлы клиникаһында эшкә алып ҡалдылар.
Бөгөн ул иң ҡатмарлы операцияларҙы яһаған һирәк белгестәрҙең береһе. Ни өсөн нейрохирургияны һайлауын аңлата алмай. Хәйер, һайлау тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, үҙенең алтын ҡулдары мендерҙе уны ошо бейеклеккә. Ҡайҙа ғына саҡырмайҙар Латифа Рим ҡыҙын, сит илдәргә лә йыш йөрөргә тура килә.
Бөгөн иһә, көтмәгәндә, Өфө ҡалаһынан шылтыраттылар.
-Латифа Римовна, бик ауыр авария булды, бала үлем хәлендә. Башы селпәрәмә килгән, тиерлек. Беҙҙә ундай операция яһарлыҡ белгестәр юҡ.
Ун биш йәшлек Саимә исемле ҡыҙға ашығыс ярҙам кәрәк. Латифа ханым Интернеттан ебәргән мәғлүмәттәрҙе ҡарап сығыу менән яуап бирҙе.
-Операцияға әҙерләгеҙ. Мин барып еткәнсе бәйләнеште өҙмәйбеҙ.
Өфөгә килеп төшөү менән, туп-тура операция бүлмәһенә инеп итте. Биш сәғәт өҫтәл артында торорға тура килде. Бала бына-бына был донъянан китте, тигән саҡтар ҙа булды.
Иң ауыры артта тороп ҡалды.
-Беҙ ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләнек... – тине нейрохирург ярҙамсыларына, үҙенә бүленгән бүлмәлә арманһыҙ булып креслоға ауҙы. Ойоно. Бер мәл албүлмәлә ишетелгән ниндәйҙер тауыштарға уянды. Берәү үкһей, шикелле.
-Кем унда, инһен!
Үткәрҙеләр. Бына бер ҡатын дөбөр-шатыр килеп инде лә, уның алдына барып тубыҡланды. Аптырауға ҡалған Латифа икенсе яҡҡа ҡайырылды.
-Нимә эшләйһегеҙ?
-Латифа! Латифа Римовна! Был мин Юлиә. Класташың, хәтерләһәң! Һеҙ ҡыҙыма операция яһанығыҙ. Рәхмәт яуһын! Рәхмәт! – тип үкһене ҡатын.
-Тынысланығыҙ. Операцияла бер мин генә булманым. Беҙ күмәк булдыҡ. Хәлдән килгәндең бөтәһен дә эшләнек. Сабырлыҡ кәрәк, тынысланығыҙ, – Латифаның телефоны зыңланы, – Миңә шылтыраталар. Тңлайым. Сығам-сығам. Өлгөрәбеҙ самолетҡа. Ғәфү итегеҙ, Юлиә, табиптар һеҙгә бөтәһен дә аңлатыр. Рәсим Хәйерович, ингеҙ бында!..
-Һеҙ китәһегеҙ!?.
-Мин эш кешеһе. Көтәләр. Юлиә, ҡыҙығыҙ ышаныслы ҡулдарҙа. Рәсим Хәйер улы минең кеүек үк белгес. Һәйбәт ҡарарҙар. Өмөт бар.
-Бар-бар,- тип ҡабатланы килеп ингән табип та.
Артабан ул ҡыҙҙың хәлен белешеп, кәңәштәрен биреп торҙо. Бер нисә айҙан Саимә ултыра һәм яңынан һөйләшергә өйрәнә башланы. Юлиә менән булған һуңғы осрашыуын Латифа иҫенә төшөрмәне. Ләкин класташы ғына уны онота алманы. Берҙән-бер көндө социаль селтәрҙә унан хат килеп төштө. “Хөрмәтле Латифа Римовна! Һеҙҙән яуап көтмәйем, ләкин эс серемде бушатырға тейешмен. Иң башта рәхмәтемде әйтәм! Туҡтауһыҙ рәхмәт яуһын һеҙгә!...”
Латифа ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы. Бына нисек! Кем уйлаған “аңра, ташбаҡа” тип көлгән класташы уға туҡтауһыҙ рәхмәт яуҙырыр, тип. Латифа табип. Латифа үҙ бурысын атҡара. Шуныһы менән бәхетле табип. Ҡатын тағы мониторға эйелде.
“...Беҙ класта бит бер-беребеҙҙе яҡшы белә инек. Бына яңы ҡыҙ килде. Әлбиттә, ул беҙҙе тыңларға, эйәреп кенә йөрөргә, осонмаҫҡа тейеш. Ә инде фекерләүе, тырышлығы менән айырылып торғанын күргәс, күптәребеҙгә был оҡшаманы. Эйе, һине үҙенсәлекле булыуың өсөн яратманыҡ. Шуға ла һине үҙебеҙсә тәрбиәләп алырға тейеш инек. Гөлнара юлын тапты, көндәлегеңде кем урлағанын һин бит белә алманың. Шулай бит?..”
Латифа йәнә уҡыуҙан бүленде. Белмәне, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Ул һиҙенде.
Гөлнара... Уның менән дә хушлашманы Латифа. Май аҙағында, ауылдан китер алдынан әхирәтенә барып килергә булды. Гөлнараның Мөниә исемле башланғыс класта уҡып йөрөгөн һеңлеһе генә өйҙә булып сыҡты.
-Апайым юҡ. Ҡайтмаған.
-Нимә тағып алғанһың, һылыу? Ялтыр ғына.
Ҡыҙыҡай муйынына тағылған епсәгә йәбеште.
-Уй-уй, тәсәйемде йәшереп өлгөрмәнем.
-Ниндәй тәсәй?
-Минеке түгел, апайымдыҡы. Апайым күрһә, әрләй. Күрһәтергә ярамай.
Латифаға ҡыҙыҡ ине, ул рәхәтләнеп көлдө:
-Берәүгә лә күрһәтергә ярамаймы?
-Берәүгә лә. Мин уйнатҡанды әйтмә, йәме.
-Әйтмәм, - шулай тине лә Латифа муйынға тағылған ялтыр тәтәйгә эйелде. Ул гәрәбә ташлы йөҙөк ине. Ҡыҙ тертләне. “Юлиәнеке!”
Латифа өйҙән шым ғына сығып китте...
Бер аҙ йөрөп әйләнгәндән һуң, Латифа йәнә мониторға яҡын килде. “Гөлнара ҡыҙҙарға: “Латифа, бөтә серҙәрен яҙып бара. Етмәһә, беҙҙең егеттәрҙе тартып алмаҡсы. Ирек тураһында әйҙә яҙа ла яҙа. Шуны аҡылға ултыртайыҡ сәле!” – тине. Башта: “Бының минең менән ҡабат дуҫлашҡыһы килә,” тип иғтибар итмәгәйнем. “Класташтары тураһында ла яҙа. Мин күрһәтмәй генә уҡып барам. Иң ғәләмәте һинең турала”, - тине. Шунан көндәлегеңде алып килде.
Беҙ иҫке тәртипте боҙоусы, тимәк, беҙҙе һанламаусы тип, һиңә аҫтыртын һуғыш астыҡ. Ысынбарлыҡта, мин түгел, ә Гөлнара беҙҙең менән идара итте. Ни өсөн бер өҫтәл артында ултырған дуҫың һиңә ҡаршы китте? Был һине уйға һалмаймы? Иректе яратып йөрөгән бит ул. Сығарылыш кисәһендә иҫереп алып, Иреккә бәйләнде. “Мин һине берәүгә лә бирмәйәсәкмен”, тип сат йәбеште.” Һуңынан да хаттар яҙған, барып та йөрөгән. Ирек ситкә сығып китте. Ә бер мәл алтын балдағымды Гөлнараның бармағында күреп ҡалдым. Шул ваҡыт күп нәмәне аңланым, буғай...
Йылдар үткәс, Иректе тап иткәндә: “Беҙ Латифанан көлгән саҡта, уны яҡлап ниңә бер нәмә лә әйтмәнең?”- тип һораным. “Ҡыҙҙар тураһында уйларға йәшем етмәгән булғандыр. Минең башта ул саҡта боевиктар, йәнһүрәттәр генә ине, футбол типтем. Көндәлек тураһында ишеткәс, аптырауҙа йөрөнөм. Малайҙар минән: “кейәү” тип, көлә башлағас, хатта ғәрләндем. Ике-өс йәшкә олораҡ булһам, яуап бирә алған булыр инем. Инде шулай ҡалһын... Ваҡыт үтте, мин Латифа өсөн дә, бүтәндәр өсөн дә аңра малай булып ҡалайым. Сөнки хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай”, тине.
Былар тураһында һиңә күптән һөйләргә уйлай инем, бер ҙә яйы сыҡманы. Шунан ҡул һелтәнем. Ләкин яҙмыш беҙҙе барыбер осраштырҙы. Тимәк, мин быларҙы һиңә еткерергә тейеш инем. Ғәфү ит. Ирем: “Ҡыҙыбыҙҙы үлемдән алып ҡалған хирургҡа рәхмәтебеҙҙе нисек әйтеп бөтөрбөҙ?” тине. Минең тәүбәм – иң ҙур рәхмәтем булһын. Саимә -- беҙҙең оҙаҡ көттөрөп тыуған балабыҙ.”
Яуап бирергәме был хатҡа? Кәрәге бармы? Латифа бер талай уйланым ултырҙы. Ул судъя ла, авдокат та түгел. Ул бары үҙенең эшен атҡарҙы. Шәп нейрохирург булғаны өсөн еңеп сыҡты. Әгәр ҙә ҡыҙҙы ҡотҡара алмаған булһа? Ул саҡта ошондай тәүбәле хат алыр инеме? Ғөмүмән, Латифа үткәндәрҙе иҫләп ултырырға һәм, юлға сыҡҡанда, артына боролоп ҡарарға яратмай. Был хат та уның ошо инанысын үҙгәртә алманы. Юлиәгә ул яуапты Саимәгә операция яһаған нейрохирург булараҡ, яуап бирҙе. Кәңәштәр бирҙе, мөмкинлек тыуһа, баланы үҙе лә барып күрәсәген өҫтәне.
***
Быйылғы йәйендә Латифа Арғужа аша үтергә булды. Был ауыл тураһында яҡты хәтирәләр ҙә һаҡлана: Әбүзәр менән бергә үткән һуҡмаҡ, баҫмалы күпер бар. Әйткәндәй, ул баҫма ҡалғанмы, әллә яңыһын төҙөп ҡуйғандармы? Әбүзәр генә иртә үлеп ҡалды. Дүртенсе курста тарих факультетында уҡып йөрөгәндә, уҡыуын ташлап ҡайтып китә ул, бер йылдан вафат булып ҡала. Йөрәк өйәнәгенән, тип ишетте Латифа. Йәл дуҫы...
Ҡәрсәһенең өйө урынында яңы йорт тора. Латифа ундағы кешеләрҙе белмәй. Тағы өс өй аша... Бәй, шул уҡ бәләкәй генә иҫке өй. Хәйер, яңғыҙ әсә йортон ҡайһылай итеп яңыртһын? Әбүзәр тере булһа, ул саҡта...
Латифа ишекте шаҡыны.
-Кем унда? Әйҙә, ишек асыҡ ул.
Таныш тауыш. Йылдар эҙ һалған, апайҙың күҙҙәре төпкә батҡан, ә йылмайыуы элеккесә. Ниса апай Латифаны таныманы.
-Сырамытҡан һымаҡмын...
-Латифа бит мин. Әбүзәрҙең класташы.
Күҙҙәрен селт-селт йомған Ниса апай көлөп ебәрҙе.
-Уй, Латифа ҡыҙым бит, хәҙер сәй ҡуям!
-Юҡ-юҡ, Ниса апай, күстәнәс кенә ҡалдырып китәм. Мин бында юл ыңғайы ғына һуғылдым. Баҫманың теге яғында машина көтә. Ни хәлдәһең үҙең?
-Шөкөр, ҡарттарса,- тип кеткелдәне Ниса апай. – Әбүзәр һине гел иҫкә ала торғайны, ҡыҙым.
-Мин уның йөрәге сирле икәнен белмәнем бит. Үҙе лә әйткәне булманы. Әллә Әбүзәр үҙе лә белмәнеме?
-Белә ине. Уға докторҙар ун һигеҙ йыл ғүмер “ биргәйнеләр”. Ул хатта оҙағыраҡ йәшәне. Институтҡа ла инде бит. Сирләп бында ҡайтҡас: “Әллә өйләнәһеңме, улым?”- тинем. “Ҡуй, әсәй, тол ҡатын, йәтим бала ҡалдырыу - эш түгел. Мин үҙем дә йәтимлек һурпаһын әҙ эсмәнем”,- тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы.
-Яҙмыш... Һүҙ артыҡ... Ярай, мин ҡуҙғалайым...
-Бер генә сынаяҡ булһа ла сәй эсеп сыҡ! Улай килешмәй!
Ҡарт әсәнең һүҙен йыға алманы, бер сынаяҡ сәй эселде. Ниса апай уны оҙатырға сыҡты. Бына баҫмаға килеп еттеләр. Латифа, тотонғосҡа йәбеште лә, бер килке аҫҡа ҡарап торҙо.
-Үлер алдынан Әбүзәр ҙә ошонда йыш килә торғайны. Бер мәл шомланып: “Йылға төбөнән нимә байҡайһың? Хазина таптыңмы әллә? Яңылыш төшөп китмә, ҡотҡарырға көсөм етмәҫ,” - тинем. Балаҡайым көлдө: “Иң ҙур хазинаны мин ошонан тартып сығарҙым ул, әсәй! Мин үҙем ҡотҡарыусы. Был донъянан бурысымды үтәп китәм. Сөнки хәҙер ул меңдәрҙе ҡотҡарасаҡ”, тине, - әсәнең тауышы ошо урында өҙөлдө.
Латифаның да күкрәген нимәлер ҡыҫып алды. Шул саҡ телефоны шылтыраны. Ҡатындың өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды.
-Ниса апай, мине көтәләр. Тегендә, - Ул машина торған яҡҡа ишараланы. – Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, апай. Хушығыҙ!
Латифа машина торған яҡҡа атланы. Шул саҡ артта яңғыраған тауышы уны йәнә туҡтарға мәжбүр итте.
-Ә һин меңдәрҙе ҡотҡарҙыңмы әле?
Латифа юлға сыҡҡанда артына боролоп ҡарарға яратмай. Ләкин был һорауҙы ишеткәс, кире боролғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Әкрен генә баш сайҡаны.
-Юҡ әле.
-Ҡотҡарырға яҙһын...
Латифа әсәнең күҙҙәренә тултырып ҡараны, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә баш ҡаҡты һәм, ҡырҡа боролоп, өҙөлгән юлын дауам итте.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.