Сәлихә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙгә күренмәҫ ваҡ эштәрен тамамлап, ҡулдарын билендәге альяпҡысына һөртә-һөртә, өйҙә сәңгелдәктә йоҡлап ҡалған сабыйын имеҙергә ашыҡты. Йоҡлаған арала ғына ваҡ-төйәк менән булашмаһа, хатта тынысһыҙ бала. Атаһы баҫыуҙан ҡайтып килмәй. Һау булһын инде кемеһе булһа ла. Тәүге икеһе ҡыҙ бала. Байтаҡ ваҡыт өсөнсөгә бәпескә уҙалмай йөрөнө. Ғайсаһы: "Кәләш, миңә малай ғына алып ҡайт инде, һәр әйткән үтенесеңде үтәп, ауыҙыма тәмәкене лә, әсе шайтанды ла алмаясаҡмын, бына биллаһи!" – тип, йөҙөнә етди төҫ алып, үтенгән кеше булды. Сәлихә лә ҡәйнәһе мәрхүмәнең әйткәндәрен һәр саҡ иҫендә тотто: "Бер бала – юҡ бала, ике бала – бер бала, килен. Минән васыят – атаһына таяныс, алмашсы булыр, һинең үҙеңә бар бит ярҙамсылар, улыма ла алып ҡайт берҙе!" Тик үҙе ошо көндәрҙе күрмәне, ҡалай ҡыуаныр ине. Ике ҡыҙын да ҙурайғансы итәгенән төшөрмәй, күтәреп үҫтереште. Бик аҡыллы, тыныс, дини кеше ине. Әле лә ҡәйнәһенең төҫө итеп дини китаптарын ҡәҙерләп кенә һаҡлай. Бергә ваҡытта ҙур итеп өй һалып сыҡтылар. Шәмсиә әбей бер йыл ғына йәшәп ҡалды яңы нигеҙҙә.
Иренең инде ҡулынан килмәгән бер эш тә юҡ. Йорттарын да кеше ҡушмай, үҙе генә һалды. Баҫыуына ла өлгөрә – әле тракторҙа йөрөп, ер һөрәләр. Бик үк әсе һыуға ла алданып, шашып эсеп йөрөмәй. Ҡунаҡта ғына әҙ-мәҙ күтәрә лә: "Һәр нәмәнең самаһы бар, етте”, – тип кире урынына ултырта. Дуҫтары ла уларға күнегеп бөткән инде, шуға ҡыҫтамайҙар. Хатта исем дә таҡҡандар Ғайсаға ҡарата – "Ер ҡорто". Көнләшеүҙән түгел, ә ихтирам йөҙөнән. Ҡатын да йортон матур ҡарай, баҡсаһында төрлө сәскә күҙҙең яуын алып тора. Ҡәйнәһе мәрхүмә менән дә кәңәшләшеп, татыу йәшәнеләр. Ауыр һүҙ әйтешмәй, һауыт-һаба шылтырамайынса донъя булмай, тигәндәй, булғыланы инде әҙ-мәҙ. Шунда ла киленсәк – иренә, әсәһе улына ошаҡлашманы, Ғайса ҡайтыуға бер нәмә лә булмағандай, сөкөрҙәшеп сәй эсерҙәр ине. бергә емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйырға йөрөнөләр. Әле лә киптереп моҡсайҙарға һалынғандары келәт эсендә элеүле тора. Сирләп китһәләр, тиҙ генә шуларҙы ҡулланалар.
Эй, үлән тигәндәй, ире бөгөн төнө буйына йүтәлләп сыҡты. Ҡатын келәттән йүкә сәскәһе ҡарап алды. Унан сыҡҡайны ғына, ҡапыл ҡайҙандыр ҡара ҡуйы болоттар килеп сығып, шаптырҙап ямғыр яуа башланы. Ҡатындың киптерергә элгән бала йүргәктәре иҫенә төшөп, инеп килгән еренән кире тышҡа сығып, керҙәрен йыя башланы. Үҙе һаман: “Улым уянып сәңгелдәктән генә осоп төшмәһә ярар ине..." – тип ҡабаланды. Эшкә әүрәп, байтаҡ йөрөп ташлаған шул. Инһә, сабыйы геүелдәп әсәһенә тауыш биреп тә ята, кескәй аяҡтарын тыбырсып, туҡтауһыҙ тибенә.
– Әү-әү, бәпкәм, уяндыңмы, асыҡтыңмы? Хәҙер-хәҙер, эммә бирәм мин уға. Йүргәктәреңде типкесләп, өйөп ташлағанһың бит. Үҙе сыр яланғас, өшөгән. Нисек осоп төшмәгән? Ух-х, шул әсәһен, түтен сиптырыр кәрәк ибет, улым? – тип, үҙенсә бала ише һөйләнеп, иркәләп, күтәреп алайым тигәнсе, сабыйының аяҡ осондағы йүргәктәр араһынан күҙенә бер ҡара әйбер салынып ҡалды. Асып ҡараны ла, ҡурҡышынан сәрелдәп, ҡысҡырып та ебәрҙе. Ыңғайына, улын ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, аңын юйып, тәгәрәп тә китте. Ап-аҡ биләүҙәр араһында ҡап йомарланып, туҙбаш йылан ята ине. Ҡатындың ҡолаҡ ярғыс тауышына һиҫкәнеп, яйлап ҡына сәңгелдәк тирәләй оҙон булып шыуышты ла, бау буйлап түбәгә ҡарай күтәрелде, барып-барып өрлөк ситендәге бәләкәс кенә өңрәйеп торған тишек эсенә инеп юғалды.
Лысма һыу булып ҡайтып ингән Ғайса иҙәндә тас салҡан ятҡан ҡатынын, әсәһенең түшен һәрмәп имеп ятҡан улын күреп, аптырап китте.
– Сәлихә, Сәлихә тим! Нишләнең, тор, әллә эскән инде? – тип, ҡатынының ике сикәһен ыуа башланы. Үҙе артабан ни эшләтергә лә белмәй, һаман һөйләнде. – Аһа, нимә булған үҙе? Йә тор, ана, балаң илай бит...
Йүгереп сығып, һыу алып инде лә, битенә бөрктө. Ҡатын саҡ иҫенә килгәндәй булды ла: "Унда сәңгелдәктә..." – тип ҡулы менән күрһәтеп , тағы ҡысҡырып илай башланы.
– Йә инде, баланы ҡурҡытаһың бит. Нимә булды, матурлап аңлат. Йөрәкте алдығыҙ бит...
– Йы-ла-н, ҡара йы-ла-н сәңгелдәктә...
Ғайса сәңгелдәктең аҫтын-өҫкә килтерҙе.
– Юҡ унда бер нәмә лә. Уйынсығы шулай күҙеңә күренгәндер. Һин дә ҡыҙыҡһың, унда нисек менеп ятһын ул? Әйҙә, ултырма, ашыңды әҙерлә, асыҡтырҙы, – ир ҡатынына бер аҙ дорфараҡ өндәште. Үҙе улын ҡулына алып, һикертеп ярата башланы.
Сәлихә үҙе лә: “Ғайса дөрөҫ әйтә, әллә ҡабаланып йөрөп, күҙемә күренде микән? Ярай, сабыйым иҫән-һау...” – тип тынысланырға тырышып, аласыҡҡа сығып китте. Сәй эскән арала ҡапыл иҫенә төштө лә, иренә өндәште:
– Ҡара әле, Ғайса, ҡәйнәм мәрхүмә әйтә торғайны бит: “Өйҙөң эйәһе – йылан бар. Ул беҙҙең нигеҙ ташыбыҙҙы һаҡлай, үлтерергә ярамай. Үлтерһәң, ҙур ҡаза киләсәк", – тип. Шул микән әллә?
Тик ире һаман:
– Эй, ҡуй әле, бушты! әкиәт һөйләмә! Ана, уны балаларыңа һөйлә, – тип һикереп тороп, кәртә яғына ҡарай сығып китте.
Шул ваҡиғанан һуң Сәлихә йоҡламаҫ булды. Төндәр буйы һаташа, йә уяна ла, таң атҡансы йөрөп сыға. Юлында берәй ҡарағусҡыл әйбер күрһә лә ҡурҡты. Иренә әйтеп, күрше ауылдағы бер әбейгә барып, үҙенә ҡот ҡойҙорҙо. Ҡарсыҡ өс тапҡыр ҡойҙо. Өсөһөндә лә йылан башы төштө. Әбей: "Балам, йыландан ҡурҡҡанһың бит!" – тип, ҡотон аҡ сепрәккә төрөп, түшенә элде. Ҡатын уға бынан бер нисә көн элек булған хәлде һөйләп бирҙе. Уныһы тыңлап бөтөп, бер аҙ өндәшмәй ултырғас:
– Тимәк, сабыйыңды нимәнәндер ҡурсалап, өй эйәһе менеп ятҡан. Улар үҙ кешеләренә зыян килтермәй. Ҡояшҡа ҡыҙынып, тупһа алдына ла менеп ятырға мөмкин. Бынан һуң күрмәмеш булып, үтегеҙ ҙә китегеҙ. Тик, ҡыҙым, үҙенә зыян килтермәгеҙ – аҙағы насарлыҡ менән бөтөр. Иптәшеңә лә аңғартып ҡуй, – тине.
Тағы бер мәртәбә доғаларын уҡыны ла: "Инде тыныс йоҡларһың", – тип оҙатып ҡалды. Ысынлап та, әбейҙән ҡайтҡас, тынғыһыҙ йөрәге лә тынысланды, рәхәтләнеп йоҡланы ла. Улы ла хәҙер юҡ-барға илап бармай. Һалған ерендә уйынсыҡтары менән уйнап ултыра. Юғиһә, янынан бер аҙға ла китә алмай ине.
Был хәл онотолоп та бара ине. Йәйге көндәр эҫе, тынды ҡура ғына. Тышта эштәр күп. Сәлихә сабыйын коляскаһына һалды ла, баҡсаһын утарға инеп китте. Бер ваҡыт кәртә аҫтында 2-се класта уҡып йөрөгән Йәмиләһе ҡысҡырып илай башланы.
– Әсәй, ата ҡаҙ баҫтыра! Ана, килә ята!
Ҡатын тиҙ генә ҡулындағы тәпкеһен ташланы ла, ҡыҙы яғына йүгерҙе. Уныһы һаман: "Әсәй! Әсәй, тием!" – тип ҡысҡыра ине. балаһы янына барып еткән Сәлихә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: ата ҡаҙ менән теге ҡара йылан айҡаша ине. Ҡаҙ тегене суҡыйым тиһә, быныһы уның суҡышына кире ырғый. Тәки артҡа сигендереп, ҡаҙҙы мөйөшкә һырындып та ҡуйҙы. Үҙе ипләп кенә шыуышып, келәт аҫтына инеп юғалды.
– Ҡурҡма, балам, ул себештәрен һинән ҡыҙғанған... – тип ҡатын тиҙерәк ҡыҙын йыуатырға ашыҡты.
– Әсәй, ә йылан? – тине Йәмиләһе.
– Ул, балам, өйҙөң эйәһе. Өләсәйеңдең йәне уға күскән дә, һине ата ҡаҙҙан ҡурсалап алып ҡалған...
Ҡыҙы бер аҙ тынысланғайны, һорау яуҙырырға йыйынды:
– Өләсәй һымаҡ һөйләшергә лә мөмкинме, йәне унда булғас?
– Эйелер... Әйҙә, ҡайтайыҡ, ҡустың да уянғандыр инде, – тип, һүҙҙе икенсегә бора һалды.
Ире эштән ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләгәйне, уныһы ҡул һелтәп, көлөп кенә ҡуйҙы. Башҡаса ҡатын йылан менән булған хәлдәрҙе берәүгә лә һөйләмәне, үҙендә һаҡланы.
Йәмле йәй үтеп, көҙ яҡынлашты. Ире ҡабат тимер атына атланып, баҫыуға эшкә төштө. Кескәй Ирғәле лә яйлап имгәкләй башланы. Ҡыҙҙар береһе – 4-се, икенсеһе 3-сө класҡа уҡырға барҙы. Йорттоң бар эше Сәлихә елкәһендә. Малайына күҙ-ҡолаҡ булып тормаһаң, бар донъяны бөлдөрә генә. Ҡатындың ярты ваҡытын алыусы ул хәҙер. Ул-был итте ниһә, кис етеп, мал ҡайта башлай. Бер көн шулай ире, бергә эшләгән егет менән алмашып тороп, ике көн урманға ағасҡа йөрөп алды.
Сәлихә тауыҡтарына ем һибеп йөрөй ине, иренең өй янында дөңкөлдәп, ҡулына һаплы көрәген тотҡан килеш әллә нимәне туҡмауын күреп ҡалды. Янына барыуға:
– Бына, һинең әкиәтеңдәге йыланың килеп сыҡты бит. Балаларҙы ҡурҡытып, тупһала ята ищеү... – тине, йыландың башына осло көрәге менән һуғып.
Албырғап ҡалған Сәлихә:
– Нишләйһең ул, Ғайса? Теймә! – тип, иренең ҡулындағы көрәген тартып алырға маташты. Уныһы:
– Үлде бит инде, – тине лә, йыланды көрәгенә элеп, кәртә аҫтына алып барып ташланы.
Ҡатындың күңелендә тағы тынғыһыҙлыҡ башланды. Һәр иртә Хоҙайҙан иренең, балаларының һаулығын, ғүмерен һораны. Бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, тип мәсеткә барып, хәйер һалды, әруахтарына бағышлап, доға ҡылдырҙы. шулай ҙа йөрәге ниндәйҙер ҡаза килерен һиҙгертеп, сәнсеп-сәнсеп алғандай була. Ҡатын дарыуҙарын эсеп, үҙен үҙе тынысландырғандай итте.
...Ҡыш бергә аралашып йәшәгән дуҫтары уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Үҙҙәре менән Ирғәлене генә алдылар ҙа, ҡыҙҙарын: "Һеҙ хәҙер ҙурһығыҙ, өйҙә ҡалып тороғоҙ. Эйәреп барһағыҙ, оят була", – тип ҡалдырып киттеләр.
Ҡунаҡта оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Йырлашып-бейешеп, көлөшөп ваҡыттың үткәнен һиҙмәнеләр. Ҡайтҡас, Сәлихә иренә: "Ипләп кенә ин, ҡыҙҙар йоҡлағандыр инде", – тип, алғы бүлмәнең генә утын тоҡандырып, сисенә башланылар. Ҡулындағы сабыйын сәңгелдәгенә алып барып һалырға иткән ире саҡ төп яҡта иҙәндә йоҡлап ятҡан ҙур ҡыҙының кәүҙәһенә эләгеп тәгәрәп китмәне. Ҡатынына:
– Ҡыҙҙарҙы уят, урындарына менеп ятһындар. Иҙәндә йоҡлап ҡалғандар бит, – тип өндәште.
Сәлихә өҫтөн һалып бөттө лә, Илүзәһен уята башланы:
– Ҡыҙым, тор, урыныңа менеп ят... – күпме генә өгөтләһә лә, уянмағас, – күтәреп кенә һалайым да ҡуяйым... – тине.
Ҡулына алыуға уныһы ҡамыр шикелле таралып төштө лә ҡуйҙы. Ҡатын ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе. Ғайса тиҙ генә ауылдың фельдшерын саҡыртты. Уныһы шунда уҡ: "Һуңлағанбыҙ..." – тине.
Шулай итеп, шатлыҡлы балалар ауазы яңғырап торған ҡотло йорт эсенән ике сабый мәйете сыҡты. Әсәләре ҡунаҡҡа китер алдынан мейескә яғып: “Беҙ ҡайтҡансы торһон, теймәгеҙ”, – тиһә лә, ҡыҙҙар мейесте ҡыҙыулай томалаған да, икәүһенә лә еҫ тейгән. Ир менән ҡатын өсөн донъя бөтөнләйгә туҡтап ҡалған кеүек тойолдо. Икеһе бер-береһенә сит кеше кеүек була башланы. Айырым ашап, айырым йоҡларға күнегеп киттеләр. Ҡатын күп илауҙан, үҙенә үҙе ҡул һелтәүҙән элекке шәп, сибәр Сәлихә түгел ине инде хәҙер. Ғайса ла, ҡайғыһын баҫам, тип шешә менән дуҫлашты. Алыҫтан уҡ балҡып торған йорт бер нисә ай эсендә ялҡыны бөткән майһыҙ шәмгә әйләнде. Өҙөлөп барған епте төйнәүсе Ирғәлеләре генә әле бер нәмә лә аңламай, шаяра, көлә, тәкмәс атып йөрөй. Туғандары килеп төрлөсә кәңәш биреп ҡараны.
– Ҡайғың онотолор яйлап, беҙ аҙ эсеп ал. Һиҙмәйһеңме ни, эстән янып, әбейгә әйләнеп бараһың. Эсһәң, бер аҙ күңелең тынысланып, стресың баҫылыр, – тип, бәғзе берәүҙәр үҙҙәренсә бик матур аҡыл өйрәтте.
Ҡатын үҙен көсләп, бер көн әсе һыуҙы ауыҙына алып ҡараны. Ысынлап та, ҡалай рәхәт, бөтә ер шары әйләнгәндәй. Ул ваҡытта бер нәмә лә кәрәкмәй икән һиңә. Яңы теле асылып килгән, аяҡ араһында буталып йөрөгән малайы ла ҡамасауламай. Тик иртәгәһенә башына ел тултырғандармы ни – көс еткеһеҙ ауыр, тәне туҡмалған кеше шикелле. Ауыҙынан ниндәйҙер һаҫыған балыҡ тәме килгән кеүек. Янында ятҡан улын һәрмәп ҡараны – йоҡлай. Бите ҡап-ҡара бысраҡ. Тышҡа сыҡты – таң яңы һыҙыла икән. Кис һауылмаған һыйырҙары хужабикәләрен күргәс тә мөңрәшә башланы. Күнәктәрен алам тигәнсе, Сәлихә нимәгәлер эләгеп тәгәрәп китте. Юлында таш ятҡан икән. Торам тип ынтылғайны, арыраҡ йыландың үлгән кәүҙәһен күреп ҡалды. Көрәк менән сабылған башы ғына юҡ ине.
– Нисек килеп ятҡан һуң бында? Әллә ҡош суҡып төшөрөп ҡалдырғанмы? – тип уйланды.
Сәлихә өй эйәһенең кәүҙәһен аҙбар артына, кеше аяғы баҫмаған ергә ҡәҙерләп күмеп ҡуйҙы. Ике ҡулы менән маңлайын бәреп сыҡҡан тирен һөрттө лә белгән доғаларын уҡып, битен һыпырҙы. Өҫтөнән ниндәйҙер ауыр йөк төшкәндәй булды. Күңеле нисектер үҙенән-үҙе күтәрелеп китте. Дөбөрҙәтеп һыйырҙарын һауып, көтөүгә ҡыуҙы. Ире менән улы уяныуға бар эштәрен бөтөрөп, өҫтәлгә боһратып самауырын килтереп ултыртты. Өй эсе ҡабат йылынып, нурға сумды. Малайҙары бесәйен күреп, шарҡылдап көлә-шаяра ла башланы. Ире лә ҡырынып, таҙа кейемдәрен кейеп алғас, ҡалай күркәмләнеп, йәшәреп киткәндәй.
Ҡатын эстән генә Хоҙайға рәхмәттәрен уҡып, үҙенең өйө эсенә йән, тән тыныслығы һораны. Ҡайғыларын эш менән баҫырға көс табып, ҡабаттан гөл-сәскәләй тормош башлауына ышанысы уянды ир менән ҡатында.
Зифа ИШМЫРҘИНА.