Мәликә бөгөн дә күтәренке кәйеф менән уянды. Инде нисәнсе тапҡыр бер үк төшөн күрә: иҫәбе-һанын да юғалтты йәш ҡатын. Әллә күптәнге хыялы төш менән буталамы, әллә бер үк төрлө төшө яҙмышын еңеләйтер өсөн иҫкәртәме? Үҙенә биргән әллә күпме һорауға һаман яуап таба алмай. Һәр бер аҙымын үлсәп, иҫәпләп кенә баҫып йөрөгән, ошо килеш йәшәргә өйрәнгән һәм дә күмәк сәхнәләрҙә бейемәгән, тик үҙенә генә ҡуйылған яңғыҙ бейеүҙәрҙе башҡарған Мәликә һаман бер хыял менән яна. Тап шул хыялы төшөнә инеп аҙаплай ҙа инде. Имеш, ул – аҡҡош Һомай. Төпһөҙ зәңгәр күктән ергә аҡҡош булып килеп төшә лә, ҡыҙға әүерелә, һөйгәне Урал батырын һағынып, талғын ғына һағышлы бейеүен бейей. Үҙенең хыялында тыуҙырған сәхнә күлдәге лә мейеһең бер төпкөлөндә күптән әҙер. Үҙ ҡулдары менән мәрйен-сәйләндәрен, тәңкәләрен, ҡабырсаҡтарын баш кейеменә, күлдәк-еләненә тегеп, урынлаштырып бөткән. Магазиндан ниндәй тауар, ҡауырһынлы таҫма алырға кәрәклеген дә белә. Барыһын да үҙ ҡулдары менән башҡарғыһы килә. Тик теләгәнеңде тормошҡа ашырыу бик ауыр шул, мөмкинлеге лә сыҡмай тора. Сөнки Мәликәнең күҙҙәре күрмәй. Бөгөнгө заман техникаһы күреү һәләтен, биш кенә процент, тип билдәләне…
... Татыу ғына, һин дә мин йәшәп ятҡан ата-әсәһе аварияға эләгеп, вафат булды. Мәликәне өләсәһе тәрбиәләп үҫтерҙе. Әлбиттә, донъя йөгөн яңғыҙ әбей генә тартҡас, йәшәүе еңелдән булманы. Бер пенсияға ғына йәшәп, көн итеү мөмкин түгел. Оҫта ҡуллы, йор һүҙле өләсәһе берҙән-бер ейәнсәренә мохтажлыҡ күрһәтмәҫкә тырышты. Ҡала ерендә йәшәһәләр ҙә, ҡул эштәренән айырылманы: ойоҡбаш-бейәләй бәйләне, таныш-тоноштарына күлдәк текте. Айына бер тапҡыр тыуған ауылына ҡайтып, тоҡлап һарыҡ йөнө, кәзә мамығы тейәп килтерә. Ҡыҙҙың иркәләнеп ултырырға ваҡыты ла булманы, өләсәһе белгәндәрен түкмәй-сәсмәй ейәнсәренә өйрәтергә тырышты. Ҡул эше белгән юғалып ҡалмаҫ, тигән фекерҙе йөрәгенә һеңдереп үҫте Мәликә. 3-сө класта ғына уҡып йөрөгән ҡыҙҙың ата-әсәһен ҡапыл юғалтыуына ҡарамаҫтан, икеһенең дә ҡайғырып ултырырға форсаты булманы. Ҡул эштәре менән булышыуҙан тыш, әбей ейәнсәрен төрлө түңәрәккә ылыҡтырҙы, һәйбәт уҡыуын талап итте. Мәликә бейергә лә яратты, аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелгән бейеү түңәрәген һағынып көтөп алды. Унда үҙен иркенерәк тойҙо, үҫә барған һайын ҡара тырышланып, күберәк шөғөлләнергә ашыҡты. Ҙур кластарға еткәс, ҡыҙҙың күңелендә: “Бейеүсе – минең буласаҡ һөнәрем һәм булмышым”, – тигән фекер инеп оялағайны. Уның тырыш һәм ныҡышмал булыуын уҡытыусылар ҙа һиҙмәй ҡалманы. Күмәк бейеүҙәрҙә генә ҡатнашҡан балалар араһында Мәликә айырылып торҙо. Уҡытыусыһы ҡыҙ өсөн яңғыҙ бейеүҙәр ҡуйып, төрлө конкурсҡа әҙерләй башланы. Һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәне: мәктәпте тамамлауға Мәликә, ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә билдәле бейеүсе булып танылды. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, хореография колледжына уҡырға ҡабул ителде ҡыҙ. Уҡыу уға еңел бирелде, бер ниндәй ҙә ауырлығын тойманы. Уның өсөн артабанғы тормошо ла шулай йырлап ҡына ағыр кеүек тойолдо.
Тик оло тормош юлына баҫыу еңел түгел икән: берәү ҙә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алмай. Бар яҡлап ҡурсалап, аҡыллы кәңәштәрен һеңдереп торған, доғаларын уҡып оҙатып ҡалған өләсәһе лә Мәликә һуңғы курста уҡығанда мәрхүмә булып ҡуйҙы. Оло кешеләр үлем сәғәттәренә алдан әҙерләнә бит, ҡәҙерлеһе лә барлыҡ үлемтек әйберен, кәфенлеген, хәйер-саҙаҡаһын һандыҡҡа әҙерләп тултырған, ейәнсәренә барыһын да өйрәтеп, дәфтәргә яҙған. Бөртөкләп йыйған донъяһын, йортон уға васыят итеп ҡалдырған. Бер ниндәй ауырлыҡ күрһәтмәй генә баҡыйлыҡҡа күсте ғәзизе.
Ата-әсәһенең, өләсәһенең үлеме ҡыҙҙы ныҡ булырға өйрәтте. Ул баш-көллө диплом эшен әҙерләүгә сумды. Башҡалар ялҡауланғанда, тәндәре һыҙлау йә башҡа сәбәп менән дәрес ҡалдырғанда, ул уҡыны ла уҡыны. Төрлө ҡыҙыҡлы, йәлеп итерлек идея тәҡдим итеп, уларҙы сәхнәгә сығарыуы менән дә башҡаларҙан айырылып торҙо. Бейеү тигәндә күҙҙәре янды, күңеле һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылды. Һөҙөмтәлә, Мәликә уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Сығарылыш имтихандарына килгән бейеү ансамблдәре етәкселәре барыһы ла Мәликәне үҙҙәрендә күрергә теләүҙәрен белдерҙе. Ҡыҙ республиканың иң билдәле ансамблен һайланы.
Ансамбль өйөр кеүек йәшәй: сәхнәлә тик коллектив бейеүҙәр менән генә сикләнәләр. Яңғыҙ бейеү – һирәк күренеш, бик аҙҙар өлөшөнә генә төшкән көмөш. Улар концерт мәлендә бер бейеүҙән икенсеһенә күсеп, кейем алмаштырған мәлдә, бушлыҡты тултырыу ролен генә үтәй. Мәликә иһә был хәл менән килешергә теләмәне, етәкселеккә яңғыҙ бейергә теләүен белдерҙе. Ҡырын ҡараусыларға, һүҙ йөрөтөүселәргә иғтибар итмәне, алға табан барыуын дауам итте. Бер бейеүгә рөхсәт алғас, күптән күңелендә яралған “Ҡурай” бейеүен тәҡдим итте. Йөрәге ҡушыуы буйынса эшләгәс, нәзәкәтле һәм мәғәнәле килеп сыҡты: тамашасылар ҙа, етәкселек тә йылы ҡабул итте. Был уңыштан Мәликә тағы ла дәртләнеп эшләй башланы, күңелендә яңынан-яңы идеялар яралды. Көнсөлдәр, аяҡ салыусылар ҡара эштәрен башҡара торҙо, ә ул ҡаршылыҡтарға иғтибар итмәне. Сәнғәттә буй етмәҫлек матурлыҡ тыуҙырған ижад кешеләре бындай бысраҡлыҡ кимәленә төшәлер, тип һис уйламай ине. Баҡтиһәң, сәхнәлә – матурлыҡ, ә артында бысраҡлыҡ икән. Был хаҡикәткә тиҙ төшөндө йәш бейеүсе.
Сибәр, тал сыбығындай нескә билле, сәхнәлә аҡҡош кеүек йөҙгән матурлыҡҡа иғтибар итеүселәр бик тиҙ пәйҙә булды. Концерт һайын бер әрһеҙ егет бейеүсегә сәскә бүләк итә башланы. Бишенсе тапҡыр биргән гөлләмә араһынан Мәликә матур открытка тапты: егет уға осрашыу тәҡдим иткән. Ҡыҙ ризалашты. Рөстәм уның күңелен тиҙ яуланы. Үҙ сиратында егет тә дилбегәне ҡыҫҡа тотто: ғаилә ҡорорға тәҡдим яһаны. Ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән Рөстәм туйҙан һуң уға күсте. Йыл ярым ваҡыт үтеүгә, уларҙың бәхетен арттырып, тупылдап торған ҡыҙҙары тыуҙы.
Әммә был бәхет уларға оло һынау ҙа булды: бала тапҡандан һуң, артыҡ көсәнеүҙәнме, Мәликәнең күҙҙәре күрмәҫ булды. Алдында шәүләләр йыбырлағанын ғына тойҙо әсә. Донъяһының аҫты өҫкә түңкәрелгәндәй тойолдо. Бер туҡтауһыҙ илаған ҡатынды ҡат-ҡат тикшергәндән һуң, табиптар өмөт белдерҙе: күпмелер ваҡыттан һуң күреү һәләте ҡайтасаҡ, тинеләр. Тынысланды Мәликә, үҙен ҡулға алды.
Йорт эштәре, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр Рөстәмдең елкәһенә күсте. Ул һуҡыр, тип ҡатынынан йөҙ борманы. Ихласлап иҙәнен, керен йыуҙы, магазинға, баҙарға йөрөнө, Наҙгөл менән Мәликәгә лә иғтибар биреп өлгөрҙө. Ризаһыҙлығын, уф, тип зарланғанын ишетмәне ҡатын. Мәликә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, яңыса йәшәү әмәлен эҙләне. Өй эсендә һәр аҙымын һанап, хәтерендә ҡалдырып, йөрөргә өйрәнде. Хатта бала менән урамға саф һауа һуларға коляска менән дә сыҡҡыланы. Наҙгөл тыныс сабый булды, ашап туйһа, мыжымай ғына йоҡлауын белде. Тик бейеүсе күңелен ҡырған бер хәлде генә аңлай алманы: яратҡан эшенән коллегалары хәлен дә килеп белмәне, бер ниндәй ярҙам да күрһәтмәне. Әллә һуҡыр, тип кеше иҫәбенән һыҙып ташланылармы, башҡа эшкә сыҡмаҫ, тип оноттолармы? Был хәлдән ул үҙен ғаиләһенән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәгән йән эйәһе итеп тойҙо.
Көндө төнгә ялғап йәшәй торғас, йыл ярымдың үткәне һиҙелмәне лә. Мәликәгә эшкә сығырға мәл етте. Уның башында мең уй ҡайнаны:
– Артабан нисек йәшәргә? Эшкә ҡабат ҡабул итерҙәрме, мин бит инвалид. Табиптар өмөтләндерһә лә, һаман бер ниндәй үҙгәреш юҡ... Тәтелдәп йөрөгән ҡыҙымды ла күрә алмайым. Кемгә оҡшаған икән? Рөстәм, һинең кеүек һылыу ҡыҙ, тигән була ла бит, үҙ күҙҙәрең менән ҡарауҙарға ни етә...
Өләсәһе: “Ауыҙыңа һуҡмаҫтар, ныҡ кәрәк икән – һора! Ятып ҡалғансы – атып ҡал, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен!” – ти торғайны. Шул иҫенә төшкәс, Мәликә ныҡлы бер ҡарарға килде һәм теләген иренә еткерергә булды. Рөстәмгә эшкә сығырға теләүен әйткәс, аптырап ҡалды. Ул ҡатынын, сәхнәнән, бейеүҙән төңөлгәндер, тип уйлай ине.
– Күҙҙәрең күрмәгән килеш бейей алаһыңмы ни?
– Өйҙә бәрелмәй генә йөрөргә өйрәндем бит. Сәхнә – минең өсөн азатлыҡ урыны. Һанап бейергә өйрәнермен.
– Бындай хәлдә сәхнәгә сығырға кәңәш итмәҫ инем. Бер аҙ көтәйек...
– Ә күпме көтөргә була? – ирен бүлдерергә ашыҡты ҡатын. – Мин бит аяҡтары йөрөмәгән инвалид түгел. Өйҙә ултырыу ҙа ялҡыта башланы.
– Һиңә нимә етмәй? Ашарға етерлек, йәшәр өсөн ҡыйығыбыҙ бар. Аҡсаны етерлек табам.
Мәликә иренә һыйынды.
– Һүҙем юҡ, әммә һин дә мине аңла: яратҡан эшемдән айырылғым килмәй. Бала саҡтан, бейеү, тип ағыуланғанмын. Өйҙә ултырһам, ауырыуға һабышып, һарғайып кибәсәкмен. Етмәһә, әллә күпме идеям бар, башымдан аҡтарылып сығып киләләр, – тип иренә үҙ уйҙарын еткерергә, аңлатырға тырышты. – Күңелеңдә яралған ижад емешен халыҡҡа тәмләтмәһәң, ғүмерем буйы ауыр йөк булып ҡаласаҡ.
Рөстәм, ҡыйынһынып ҡына булһа ла, ризалашты. Наҙгөлгә лә йорттары янындағы балалар баҡсаһынан урын табылды. Мәликә өсөн иң ауыры эшенә барыу ине. “Мин уларҙың ҡараштарын, мыҫҡыллы йылмайыуҙарын күрмәйәсәкмен”, – тип үҙен тынысландырырға тырышты. Яйын тура килтереп, Мәликә ирен етәксе менән осрашыуға күндерҙе.
– Һинең яныңда үҙемде ышаныслыраҡ һәм көслөрәк тоясаҡмын, Рөстәм. Кабинетына индереп ултырт һәм янымда ҡал. Ҡалғанын үҙем һөйләшәсәкмен.
Әйтелгән – эшләнгән. Һөйләшелгән сәғәткә Мәликә ансамбль етәксеһе менән осрашты. Ҡолас йәйеп, шатланып ҡаршы алды, ҡатын унда яһалмалылыҡ тойманы. Шуға ла тулҡынланыуын онотто, йөрәгендәге ҡурҡыу тойғоһо һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. “Һәр ваҡыт ошолай барыһы ла ыңғай ғына килеп торһон, бер ауырлыҡһыҙ проблемаларым хәл ителһен ине”, – тип уйланы эшенә ҡабат ҡайтырға теләгән ҡатын.
– Хәлдәрегеҙ нисек? Бәпәй үҫәме? Баҡсаға урынлаштыра алдығыҙмы?
– Барыһы ла яҡшы. Ҡыҙыбыҙ инде йүгереп йөрөй. Һөйләшергә маташа, үҙенә кәрәген аңлата белә. Баҡсаға ла йөрөй...
– Һеҙҙең өсөн шатмын, Мәликә һылыу.
Бейеүсе йомошон әйтер алдынан тулҡынлана башланы, тамағына төйөр килеп тығылғандай тойолдо.
– Бала ҡарау ваҡыты үтте, миңә эшкә сығырға ваҡыт, – тип ҡатын бер тынала йомошон әйтеп һалды.
Етәксе шаҡ ҡатты, артисын үпкәләтмәҫлек һүҙҙәр эҙләй башланы. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ниһайәт, ир телгә килде:
– Һеҙгә күреү һәләте ҡайттымы ни?
Мәликә был һорауҙың буласағын аңлай ине, нисек яуап бирергә әҙерләнеп килде:
– Күҙҙәремдә бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ, һаман да элеккесә.
– Улайһа, асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек. Һеҙҙе үпкәләтергә теләмәйем. Әммә сәхнәлә, аяҡ-ҡулдарҙан, кәүҙәнән башҡа, күҙ ҙә бик кәрәк. Нисек бейергә уйлайһығыҙ?
– Өйҙә лә был хаҡта һөйләшеү булды, – тип, ире лә уның һүҙен йөпләгәндәй тойолдо.
– Рөстәм, зинһар өсөн, өндәшмә. Был осраҡта яҙмышымды тик үҙем генә хәл итәсәкмен, – ҡатын, етәксеһенең ҡараштарын тойорға тырышып, уға боролдо. – Әлбиттә, мин күмәк бейеүҙәрҙә ҡатнаша алмайым. Ә яңғыҙ бейеүҙә үҙемде ышаныслы тоясаҡмын. Яңғыҙ бейеүҙәр өсөн идеяларым да бик күп. Һеҙҙән миңә ҡарата ышанысығыҙ ғына кәрәк...
Етәксегә был һүҙҙәр оҡшаны, бер ниндәй ауырлыҡ алдында бирешмәгәне, бөгөлөп төшмәгәне өсөн артисына хөрмәт менән ҡараны. Ул бер аҙ уйланды ла, ризалыҡ бирҙе...
ЙОСОФ.
Мәликә өсөн яңы тормош башланды. Башта ире менән бөтә урындарҙы аҙымлап һанап сыҡтылар, ятланылар. Ышаныслы рәүештә үҙ аллы йөрөй башлағанға ҡәҙәр уны иғтибарһыҙ ҡалдырманылар. Репетициялар залына, сәхнәгә нисә аҙым барырға, уңға-һулға, артҡа-алға күпме атларға икәнен бик тиҙ ятлап алды. Иң ауыры сәхнәлә бейегәндә булды, ҡурҡҡаны – сәхнә ситенә килеп, ҡолап төшмәҫкә! Башта декрет ялы алдынан ҡуйған өс бейеүен яңынан тергеҙҙе. Бөтә хәрәкәттәрен һанап ҡына, аҙымдарын үлсәп кенә сәхнәгә һалып сыҡты. Уның һуҡыр икәнен тамашасы аңламаҫҡа тейеш – халыҡ алдына оҙатыусыһыҙ сығасаҡ. Тик сәхнә артынан ғына йүнәлеш биреп ебәрһендәр...
Йәне теләгән - йылан ите ашаған, ти торғайны өләсәһе. Тырыша торғас, Мәликә тағы өс бейеү сығарҙы. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай: бейеүсенең һуҡыр булыуы хаҡында һүҙ халыҡ араһында тиҙ таралды. Һәр концетҡа зал тула барҙы. Кеше ҡыҙыҡ йән эйәһе бит ул: әллә ҡыҙыҡһыныу, әллә йәлләү тойғолары әйҙәйме уларҙы? Ҡатын иһә үҙен йәлләүҙәрен теләмәй.
– Мәликә эшкә сыҡҡас, залдар тула башланы. Планды элеккесә өҙөп-йолҡоп тултырмайбыҙ. Тамашасы уны ярата, тик уны күреү өсөн генә концертҡа килә...
Етәксе тағы ла ни һөйләгәндер, ҡатын башҡа тыңларлыҡ хәлдә түгел ине. Башы әйләнеп, ҡолаҡтары шауланы, йөрәге ҡыҫа башланы. Ғәрләнде, кәмһенде, ғәриплеген үҙ файҙаһына ҡулланалар, тип ҡабул итте. Тик өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Бер-нисә көн аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, тынысланды:
– Теләһә ни ҡыланһындар. Тик мине ижад итеү мөмкинселегенән генә мәхрүм итмәһендәр, дәртемде һүндермәһендәр.
Мәликә үҙ халәтенә өйрәнде, үҙен башҡа бейеүселәр менән тиң күрә башланы. Рөстәм Мәликәне эшкә алып килеп ҡалдыра. Кисен килеп ала ла, бергәләп Наҙгөлдөң баҡсаһына юлланалар. Ҡатынды яңы эшкә килгән йәш бейеүселәр яҡын күрҙе. Ауыр саҡта кәңәш һорайҙар, берәйһе кәмһетһә, күңелдәрен бушаталар, буш ваҡыттарында бейеү өйрәнәләр. Бигерәк тә Эльвира исемлеһе әрһеҙ ҡыланды: ҡайтырға сыҡҡанда ишеккә ҡәҙәр оҙата сыға, эшкә килгәндә йылмайып-көлөп ҡаршы ала, репетиция залына ҡултыҡлашып үтәләр.
– Мәликә апай, берәй йомошоғоҙ булһа, магазиндан әйбер алырға кәрәкһә оялып тормағыҙ, әйтегеҙ. Ирегеҙҙең килеп алырға ваҡыты булмаһа, эштән һуң да оҙатып ҡуйырмын...
Көсләп тағылған иғтибарға күнекте ҡатын: йәш ҡыҙ эргәһендә осоп-ҡунып йөрөмәһә, хәбәрен һөйләмәһә, уға күңелһеҙ була башлай. Бер көндө Рөстәм шылтыратып, эштән һуңлаясағын әйткәс, эргәһендәге Эльвира:
– Мәликә апайҙы үҙем илтеп ҡуйырмын, ҡыҙығыҙҙы ла алырбыҙ, – тип үҙ ярҙамын тәҡдим итте.
– Рәхмәт, һылыу, – телефондың теге яғынан Рөстәмдең тауышы ишетелде. – Буш итмәбеҙ.
– Бер нәмә лә кәрәкмәй, ихлас күңелдән ярҙам итәм, – тип йылмайҙы ҡыҙ.
Ҡайтып еткәс, ҡатын Эльвираға сәй тәҡдим итте. Оҙаҡламай Рөстәм эштән ҡайтты, өҫтәл артына бергәләп ултырҙылар. Наҙгөл үҙ хәбәрен тәтелдәне, барыһынан да үҙен яраттырырға өлгөрҙө. Ҡунаҡты үҙе үк ҡосаҡлап алды. Рөстәм Эльвираға:
– Һиңә ҡалай бик тиҙ өйрәнде ул... Башҡа ваҡытта кешеләргә ылығып бармай ине, – тип ҡуйҙы.
Йортта ғаилә йылылығы һәм сафлыҡ бөркөлә. Бер-береһен ярты һүҙҙән, ҡараштары менән аңлап торалар. Бында– яҡтылыҡ, рәхәтлек. Мәликәнең һуҡыр булыуы һиҙелмәй ҙә, өйҙә үҙен иркен тота. Барыһын да күҙәтеп ултырған Эльвира ошо хаҡта уйланы.
– Рәхмәт һеҙгә, миңә ҡайтырға ваҡыт еткән, – тип ул урынынан ҡуҙғалды.
– Ултыра бирегеҙ... Наҙгөл һеҙҙе яратты, бергәләп уйнағыҙ. Аллаһ бирһә, тиҙҙән үҙеңдең дә балалар булыр. Өйрәнә тор, – тип Мәликә Эльвираны ҡалырға ҡыҫтаны.
– Юҡ, Мәликә апай, һәр кемдең үҙ эше, үҙ ваҡыты, тигәндәй. Былай ҙа оҙаҡ ултырҙым, ҡайтайым.
– Рөстәм, Эльвираны оҙатып ҡуй инде. Төндә етеп килә, автобус көтөп тормаһын. Машина менән тиҙерәк булыр, – ҡатын иренә үтенесен еткерҙе.
Ғаилә башлығы ризалашҡайны, өс сәғәттән һуң ғына әйләнеп ҡайтты. “Пробкаға эләктек,” – тип аңлатты был ҡылығын ул. Башҡа һүҙ ҡуйыртып торманылар, йоҡларға яттылар...
Ире эшендә тотҡарлана башланы, ҡатынын оҙатыуҙы һорап, Эльвираның үҙенә тура шылтырата. Ни ҡыла алһын, ҡатын ризалаша: бергәләп Наҙгөлдө алалар, саф һауала йөрөйҙәр. Өйгә ингәс, киске аш әҙерләйҙәр, Рөстәм ҡайтҡас сәй эсәләр. Төнгә ҡарай йәш ҡыҙҙы оҙатыу ир өсөн ғәҙәти хәлгә әүерелде. Иренең һуңлап ҡайтыуы йышайҙы, ҡырҡмаһа ҡырҡ сәбәп, һылтау таба. Кеше көнлө булып ултырған Мәликәнең ышанмай сараһы юҡ. Йөрәген көнләшеү ҡорттары кимерһә лә, тешен ҡыҫып түҙә. Эльвираның ярҙамынан баш тартып маташһа ла, ҡыҙ артынан ҡалмай.
– Мәликә апай, минең дә яңғыҙ бейеүҙәр башҡарып ҡарағым килә, булдыра алырмын тип уйлайым, – мәлен тура килтереп, Эльвира үтенесен еткерҙе.
– Ҡыйынлығы юҡ. Күҙҙәрем күрә башлаһа, шаян бейеүҙәр ҡуйырға, тип әҙерләгән идеяларым бар. Береһен бүләк итермен, – тип ысҡындырҙы Мәликә.
Йәш бейеүсенең күп ярҙамын тойған ҡатын уның алдында үҙен бурыслы тоя. Шуға ла Мәликә ҡыҙҙы яңғыҙ бейеүгә – “Ҡоҙаса”ға әҙерләй башланы. Халыҡ күңелен яуламаны ул, шулай ҙа худсовет репертуарҙа ҡалдырырға ҡарар итте. Мәликә аңлауынса, ҡоро хәрәкәттәр менән генә башҡарылған, күңел торошо сағылмаған бейеүҙең йәне юҡ ине. “Эх, күҙҙәрем күрһә икән! Үҙем башҡарһам бүтәнсәрәк булыр ине. Үҙең генә тойған емештең тәмен башҡалар аңламай шул,” – тип үкенде.
Наҙгөл бер көндө атаһы Эльвира менән сығып киткәс:
– Әсәй, ниңә һинең күҙҙәрең күрмәй? Миңә күргән әсәй кәрәк, – тип ысҡындырҙы.
Мәликә терт итеп ҡалды: баштан-аяҡ һалҡын һыу менән ҡойондорҙолармы ни. Бер аҙ аптырап торғандан һуң ҡыҙына:
– Аҡыллым, мин мотлаҡ күрәсәкмен! Ваҡытлыса ғына күрмәйем, ауырыуым шундай, – тип яуапланы, тамағына килеп тығылған төйөрҙө саҡ йотоп.
– Тиҙерәк күрергә тырыш, әсәй. Һинең менән уйнағым килә. Әтеү гел әкиәттәр генә һөйләйһең. Эх, Эльвира кеүек әсәйем булһа икән, – ҡыҙ туҡтамай тәтелдәне.
Ғәзиз балаҡайының әйткән һүҙҙәре икенсе тапҡыр шаңҡытты Мәликәне. “Итек башындай баланың башына бындай уйҙар ҡайҙан килә? Туғыҙ ай буйы ҡарынында йөрөтөп, мең һыҙланыуҙар аша, күҙҙәрен ҡорбан итеп тапҡан балаң йән өшөткөс хәбәрҙәр һөйләп торһон әле! Әллә... Юҡ, юҡ, был уйҙарыңды башыңа ла килтермә!” – Мәликә ҡалтыранды, берсә өшөнө, берсә башына эҫе ҡапты. Баланы йоҡларға һалғас, үҙен тынысландырырға тырышып, сәй ҡайнатып эсте лә, ваннаға кереп ятты. Рөстәм ҡайтҡас, ҡыҙы янына ятты...
Көн артынан көн үтте. Мәликә телевизор ҡарай алмағанға күрә, гел радио тыңлай. Бер көнө республикала киң билдәле күҙ табибы һәм ул ойошторған клиника хаҡында тапшырыу булды. Ҡатын радионың тауышын асып, иғтибарлап тыңлай башланы. Бөтә тәненән еңелсә ҡалтырау үтте, йөрәге лепелдәп тибә башланы. Табип күҙ ауырыуҙары хаҡында ғына ғына түгел, үҙенең тормош юлы, сәйәхәттәре хаҡында һөйләй, бөтә ауырыуҙар күңел торошо арҡаһында барлыҡҡа килеүе тураһында аңлата. Клиника асҡан саҡта ниндәй ҡаршылыҡтар аша үтеүе, уның дауалау ысулын әле лә ҡабул итеп бөтмәүҙәре, өнәмәүҙәре тураһында бәйән итте. Тапшырыу тамамланғас, Мәликә бик оҙаҡ уйланды. Өфөлә йәшәп, ул белгес хаҡында ниңә күптән ишетмәгәндер? Сәләмәтлеген күҙәткән табиптар ниңә уға юллама бирмәгән, йә иһә кәңәш итмәгән? Үҙ-үҙенә биргән ошо һорауҙарҙан һуң, тағы ла төшөнкөлөккә бирелде, минең ҡайғым башҡаларҙыҡы түгел шул, тип уйланы.
– Юҡ, былай еңел генә бирешергә ярамай. Бер кемгә бер кем кәрәкмәгән заманда йәшәйбеҙ, үҙемде тик үҙем генә ҡотҡара алам!
Мәликә ныҡлы ҡарарға килде: юлында тау ишелһә лә, таш яуһа ла, ошо табип менән осрашырға һәм дауаланырға тейеш. Ниәтен башлап ебәреү өсөн, иренең эштән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көттө ҡатын. Өҫтәл артына ултырғас та, һүҙ башланы:
– Рөстәм, һин күҙ табибы Эдуард Юлдашев хаҡында ишеткәнең бармы?
– Әлбиттә. Һәр бер мөйөштә тиерлек ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтайҙар. Күптәр шарлатан тип тә һөйләй, – ире һүҙҙе ҡыҫҡа тоторға теләне.
– Теләһә кемдең юҡ-бар хәбәрен һөйләргә ашыҡма. Уның менән осрашып ҡарағаның, аралашҡаның бармы? – Мәликә кире сигергә теләмәне.
– Ниңә кәрәк ул?
– Һиңә кәрәкмәһә, миңә кәрәк. Уның менән осрашып, күҙҙәремде күрһәтергә, тикшерелергә теләйем.
– Ҡабат күрә башлайһың, тип табиптар әйтте бит. Ҡабаланмаҫҡа ҡуштылар.
– Инде күпме көтөргә мөмкин? Биш йылға яҡын ваҡыт үтте бит. Башҡа түҙемлегем ҡалманы, тулы тормош менән йәшәгем килә. Бер төрлөлөктән йәнем арыны. Һалмаҡ ҡына баҫып бейеүҙән ялҡтым, ә бит минең башҡа мөмкинселектәрем дә бар!
– Мин ул кешегә ышанып та етмәйем, – Рөстәм һөйләшеүҙе тамамларға теләне.
– Әгәр ярҙам итергә теләмәһәң, Юлдашев янына имгәкләп булһа ла үҙем барып етермен, – Мәликә үҙ һүҙен әйтеп, һөйләшеүгә нөктә ҡуйҙы.
Рөстәм ҡатынының алдына алғанын ҡуймаясағын, маҡсаттарына ирешәсәген белгәнгә күрә, Мәликәнең теләгенә ризалашты. Иртәгеһенә таң менән клиникаға юлландылар. Бәхеттәренә күрә, буш ваҡыт табылды. Әгәр ҙә ныҡ теләһәң һәм тырышһаң, барыһы ла һин уйлағанса килеп сығасаҡ: Аллаһу Тәғәлә үҙе ярҙам итә, тиҙәр бит. Шатлығының иге-сиге юҡ – Мәликә табиптың дауаланыуына ныҡ ышана, күҙҙәренең ҡабат күрәсәгенә инанды. Эдуард Юлдашев ҡатындың һуҡыр ҡалыу сәбәптәрен асыҡлап, тикшереү үткәргәндән һуң, күреү һәләтен илле процентҡа булһа ла ҡайтарыу мөмкинселеге хаҡында әйтте.
Дауалау процесы башланды. Ике яҡлап бер-береһенә ышаныс кәрәклекте аңлатты дауалаусы, яҡты өмөттәр һәм ыңғай уйҙар яҡшы һөҙәмтәгә килтерәсәгенә ышандырҙы. Үҙе уйлап тапҡан алымдар ҡулланыуын да йәшермәне. Бейеүсе бар тормошон донъяға билдәле табипҡа ышанып тапшырҙы. Бер-бер артлы операция яһанылар.
Мәликә биш йылға яҡын күрмәй йәшәүенә өйрәнгәйне. Операциянан һуң реабилитация үткәс, ең һыҙғанып эшкә тотондо, иңдәренә ҡанат үҫкәндәй тойҙо. Ҡул һуҙымы аралығында шәүләләрҙе генә айырған Мәликә хәҙер донъяға сабый күҙҙәре менән баға: биш йыл эсендә ул нисек үҙгәргән? Сабый кеүек яңынан күҙ менән йәшәргә, ижад итергә өйрәнергә тура киләсәк. Иң ауыры – хеҙмәттәштәренең ҡарашы. Күптәренең уҫал күҙҙәре, йәлләүе, мыҫҡыллы йылмайыуҙары менән осрашты. Тимәк, һуҡыр сағында уның янында оҫта итеп уйнағандар, кемдәрҙер зәғифлеген үҙ файҙаларына бора белгән. Ҡатын бигерәк тә Эльвираның һалҡын ҡаршылауын, бер аҙҙан бөтөнләй ситләшеүен аңлай алманы. Күңеленә ауыр йөк алмаҫҡа тырышһа ла, башына килгән йәмһеҙ уйҙары тынғылыҡ бирмәне.
– Һуҡыр булыуым ниндәй файҙа күрһәтте икән? Ниңә береһе лә уңыштарым өсөн шатланмай?
Был һорауҙарының береһенә яуап тапҡандай булды Мәликә. Күҙ нурҙары ҡайтҡас, хеҙмәттәштәренең генә түгел, ә иңгә иң терәшеп йәшәгән, биш йыл эсендә булған барлыҡ ауырлыҡтарҙы, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә үткәргән иренең дә ҡәнәғәтһеҙ йөҙөн күреү уны аптыратты. Бергә ултырып һөйләшергә ынтылыш кире ҡағылды, һорауҙарға яуап ҡайтарыу ауыҙын салышайтып мыҫҡыллы йылмайыуҙар менән алмашынды. Шаян, алсаҡ күңелле Рөстәм аҫтан һөҙөп ҡараған, аҙ һүҙле, ҡатынының тәҡдимдәре менән риза булмаған иргә әүерелгән. Ғаиләһендә килеп тыуған көсөргәнештең сәбәптәрен асыҡларға, ире менән һөйләшергә, араларын көйләргә теләне. Әммә сәнғәт ҡорбан талап итә тигәндәй, Мәликә лә тәү сиратҡа ижадын беренсе урынға ҡуйҙы. Кейәүгә сыҡмаҫ борон барлыҡҡа килгән, йөрәгендә биш йылдан ашыу йөрөткән “Һомай” бейеүен тиҙерәк сәхнәгә сығарыу теләге өҫтөнлөк алды. Яуаплы эше алдынан башҡа ығы-зығы, конфликт менән үҙен йөкләмәҫкә, бындай күренештәргә ваҡ-төйәк кеүек ҡарарға кәрәк, тигән фекерен нығыты.
Етәксеһе менән идеяларын уртаҡлашҡас хупланы, тик сығымдарҙың яртыһын ғына ҡаплай аласағын белдерҙе. Мәликә артыҡ көйөнмәне, ең һыҙғанып ижадҡа сумды. Бүленгән аҡсаға магазиндан тауар һатып алды, ҡашмау-селтәрҙәрен биҙәргә мәрйен, ҡабырсаҡ-тәңкәләрен һайланы. Бер айҙан күркәм, күҙҙең яуын алырлыҡ кейеме әҙер ҙә булды. Бергәләп композитор менән көй яҙҙылар, компьютер рәссамы музыкаға тап килтереп һүрәтен эшләне. Тик егеттәргә түләргә аҡса ҡайҙан табырға? Үҙенең йыйнаштырып ҡуйған боло бар, әммә ул тулыһынса иҫәпләшергә етмәйәсәк. Иренән ярҙам һораны ҡатын. Рөстәме бер бүртенде, бер ҡыҙарынды, ялҡыттың тигән төҫ сығарып ауыр ғына уфылдарп ҡуйҙы.
– Мин ҡайҙан аҡса табып, ҡайҙа еткеререгә белмәйем. Ә кәләшем нисек туҙҙырырға икән, тип аптырай. Етеш йәшәргә, тип көн-төн тырышам, һин кеше күңелен күрәм, тип аҡса әрәм итәһең. Булмай, Мәликә, миңә машинаны алмаштырыр кәрәк, – тип ҡырт киҫте.
Бындай һүҙҙәр ишетермен тип көтмәгәйне ҡатын, аптырап ҡалды. Шулай ҙа тамамланып килгән эшен ташламаны: төшөнкөлөккә бирелергә ваҡыт юҡ. Интернет селтәренә: “Буласаҡ кейәү-кәләшкә туй бейеүе һалам, оҫталыҡ дәресе бирәм,” – тип иғлан таратты. Шөкөр, заказдар булды. Унан да етмәгәнен егеттәр бурысҡа эшләргә ризалашты.
...Сәхнәлә – Һомай. Зәңгәр күктәрҙе ҡосағына алырҙай булып осҡан аҡҡош Уралын һағынып ҡысҡыра, тауышы йөрәк өҙгөс. Ергә һалмаҡ ҡына килеп төшә, ҡыҙға әүерелә, һаман да батырын көтә, моңлана...
Мәликәнең Һомайы яңы бейеклектәргә күтәрелде. Күңелендә биш йылдан ашыу йөрөткән хыялы сәхнәгә ижад әҫәре булып яралды. Үҙ мәлен көтөп, ҡаты һынауҙар аша сығарылған бейеү ҡатынға баш әйләндергес уңыш килтерҙе. Тамашасылар аяҡ үрә баҫып алҡышланы, Мәликәнең үҙен сәхнәнән ебәрмәнеләр. Моғайын, бейеүсе тыуҙырған матурлыҡтан айырылырға теләмәгәндәрҙер. Уны халыҡ ҡына түгел, етәкселәр ҙә эшен лайыҡлы баһаланы: мәҙәниәт министрлығы тарафынан Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, ҙур ғына күләмдә премия түләнде. Ҡатындың шатлығы сикһеҙ булһа ла уңышына ипле генә ҡыуана белде. Премия өсөн дә шатланды, бурыстарын түләп бөтөү өсөн шәп ярҙам булды, тип шөкөр ҡылды.
Шатлыҡ менән ҡайғы йәнәш йөрөй – ҡатын был хаҡиҡәткә күптән инанды. “Изге күңелле” кешеләр Эльвира менән иренең гел бергә йөрөүен еткерҙе. Әлбиттә, Мәликә үҙ фаразының ысынбарлыҡҡа тап килеүен теләмәне, шиктәрен һәр ваҡыт башынан алып ташларға тырышты. Шулай ҙа, халыҡ һөйләгәс, өлөшләтә дөрөҫлөк барҙыр, тигән һығымта яһаны. Бейеүсе сабыр итте, Рөстәмдән һорау алып, йә иһә артынан күҙәтеү ойоштороп үҙен дә, ирен дә кәмһетмәҫкә булды. Тап ошо хәл-ваҡиғаны ағым ыңғайына ҡалдырҙы. Оҙаҡ көтөрмәнеләр, ситтән булһа ла иң яҡын кешеләренең хыянатын үҙе күрҙе. Эш көнө тамамланыуға бер сәғәт самаһы ҡалғас, ире шылтыратты. Килеп алырға өлгөрмәҫен әйтте, һуңға ҡалып ҡайтасағы тураһында ла иҫкәртергә онотманы.
– Ярар, – тип ризалашты ҡатыны. – Хәҙер бит үҙем дә ҡайта алам, үҙ эштәрең менән булыш.
Репетиция тамамланыуға бейеүселәр бер-береһе менән һаубуллаша башланы. Күренеп тора: Эльвира ҡайҙалыр ашыға, тулҡынлана. Тиҙ генә кейемен алмаштырҙы, буянды. Ҡулдары ҡалтырауынан әйберҙәре иҙәнгә төшөп йонсотто. Телефоны шылтырау менән тышҡа атылды. Мәликә лә ишек яғына ыңғайланы. Тышҡа сыҡҡас, бер аҙ тирә-яҡҡа һоҡланып торҙо. Шул мәлдә ситтәрәк, ағастар ышығанда иренең машинаһын күрҙе. Был ваҡытта Эльвира шул яҡҡа табан йүгерә ине. Рөстәм машинанан сыҡты ла, йәш ҡыҙҙы ҡосаҡлап ирендәренән үбеп алды. Мәликәне шәйләмәнеләр ҙә, машинаға ултырып, тиҙ генә ҡуҙғалып киттеләр.
Быға тиклем шик төшһә лә, ышанмаҫҡа тырышҡан ҡатын хыянатты үҙ күҙҙәре менән күргәс, тиҙ тынысланды. Был хәлдән ҡасып булмаясағын аңлап, көтөп йөрөнө бит. Бары тик күңелендә бәләкәй генә өмөт бар ине. “Һуҡыр булыуым минең өсөн яҡшыға булған икән. Артымдан хәнйәр тотоп йөрөүселәрҙе күрмәгәнмен,” – тигән уй мейеһен ярып үтте.
Ҡыҙын баҡсанан алап ҡайтҡас, шаяра-көлә киске аш ашанылар. Наҙгөл атаһын һораманы ла: күҙе күргән әсә менән уға былай ҙа күңелле...
Мәликә ҡыҙы менән ятҡайны ғына, Рөстәм ҡайтты. Ҡатындың торғоһор килмәне, урынынан ғына өндәште:
– Үҙең йылытып аша әле. Хәлем юҡ.
– Рәхмәт, тамағым туҡ, – Рөстәм йыуынды ла урынына килеп ятты.
Яҙғы ташҡын кеүек урғылырға торған һүҙҙәрҙе эсендә ҡалдырҙы ҡатын. “Күҙҙәремде һаҡларға кәрәк, артыҡ көсөргәнешлектән ҡабат насарайыуы мөмкин. Ашыҡмайым әле, өлгөрөрмен. Ҡабаланған – ашҡа бешкән,” – тип уйланып, оҙаҡ йоҡлай алмай борғоланды...
Мәликәне “Һомай”ы менән профессиональ бейеүселәр араһында үтәсәк бәйгегә саҡырҙылар. Ризалашмай буламы һуң! Сығышына ныҡлап әҙерләнде: һәр ым-ишараһына, һығылмалылығына иғтибар итте, һәр хәрәкәтен ентекләп өйрәнде. Конкурс көнө күк йөҙөндә ҡара болоттар ҡуйырҙы, йәшен йәшнәне, күк дөһөрләне. Әйтерһең, Һомайға йылан-аждаһалар, дейеүҙәр кәртә ҡорорға теләй. Бар булмышынан аҡлыҡ-сафлыҡ бөркөлөп торған изге йәнгә яҡынларға көстәре етмәгәс, ситтән генә тороп һөжүм итергә уйланылар, ахырыһы. Биҙрәнән ҡойғандай ямғыр яуа башланы. Төбө тишелгәнме ни, туҡтарға уйламай ҙа: берсә көслө итеп яуып үтә, берсә быҫҡаҡлап тамсыларға керешә...
“Ниндәй көн булды һуң? Тап бөгөн яуырға кәрәк инеме икән?” – кейемдәрен әҙерләп йөрөгән Мәликә үҙ алдына һөйләнде. Күрә башлағас, ул костюмдарына башҡаларҙың ҡулы ҡағылыуын теләмәй. Бары тик үҙе генә үтекләй, рәткә килтерә. Шулай ышаныслыраҡ та: күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән теккән кейемдәрен ҡыҙғана. Әҙерләнеп бөткәс, иренә шылтыратты:
– Рөстәм, зинһар мине ҡала һарайына ғына илтеп ҡуй әле. Ямғыр туҡтарға уйламай ҙа.
– Унда нимә юғалттың? – иренең ризаһыҙ тауыш ишетелде.
– Оноттоңмо ни: бөгөн бейеүселәр конкурсы. Мине махсус рәүештә ҡатнашырға саҡырҙылар.
– Ҡотлайым, – иренең тауышы ҡоро сыҡты. – Тик ваҡытым юҡ, Наҙгөлдө баҡсанан алып, гимнастика түңәрәгенә илтер кәрәк. Оноттоңмо ни?
– Бөгөнгә бармаһа ла ярар. Бергәләп сығышымды ҡарарһығыҙ, – тип ҡатын иренә иркәләнеп, уны ыҡҡа килтерергә маташты.
– Конкурс оҙаҡҡа һуҙылыр, моғайын. Наҙгөл арыр. Етмәһә, бер үк бейеүҙе ике тапҡыр ҡарау ҡыҙыҡ та түгел, – тип Рөстәм мыжырға кереште.
Мәликә аратабан һөйләшеүҙең файҙаһыҙ икәнлеген аңлап, телефонын һүндерҙе. “Үҙгәрҙе Рөстәм, минең өндәшмәүем дә йоғонто яһағандыр. Бер нимә лә күрмәй-ишетмәй, тип уйлай, ахырыһы. Ир күңелен уйлағанмын. Үҙем дә ғәйепле: ваҡытында дауыл ҡуптарыр кәрәк булған. Өндәшмәй ҡалыуым үҙемә зыян итә түгелме?“ Ҡатындың күңеле кителһә лә, үҙен тиҙ генә ҡулға алды. Хистәргә бирелеп, үҙен йәлләп торорға ваҡыт юҡ. Уны уңышҡа илткән сығыш көтә!
Мәликә такси ялланы. Машинаға ултырғас та биҙәнергә кереште, сәхнәгә сығырға өлгөрмәүе бар. Телефон бер өҙлөкһөҙ шылтырай башланы, ойоштороусылар борсола, күрәһең. Уларҙы тынысландырып, үҙ сығышына килеп етәсәгенә ышандырҙы. Ә ямғыр һаман туҡтаманы, проспектҡа сыҡҡас, транспорт тығыны башланды.
– Башҡа юл менән урап булһа ла алып алып еткерегеҙ, хаҡына тормам, – тип водителгә үтенде ҡатын.
Таксист кеше хәлен аңлай торған ир-егет булып сыҡты: әллә ниндәй тыҡтыҡтар аша машина алға елдерҙе. Мәликә үҙ сығышына килеп етте. Тиҙ генә кейемдәрен алмаштырҙы, сәстәрен рәтләне. Аяҡтарын яҙып, массаж эшләп алырға ла өлгөрҙө. Мәликәнең исемен һәм бейеүен иғлан итеүгә ул тиҙ генә аяҡ кейемен кейҙе. Талғын ғына бейеү көйө ағылды. Экранда күктәрҙе иңләп осҡан аҡҡош күренде. Ҡатын сәхнәгә аяҡ баҫҡас та тынысланды. Әйтерһең, иренең ризаһыҙ һүҙҙәрен ишетмәгән, ямғыр аҫтына эләкмәгән, сығышына саҡ һуңламаған. Барлыҡ мәшәҡәттәр, ваҡ-төйәктәр онотолдо, бер аҙға ғына булһа ла ситкә шылды. Мәликә бөгөн тағын да Һомай! Биш минутҡа ғына һуҙылған бейеүҙең ниндәй илаһи һәм сихри көсө бар! Һине тынысландыра, күктәргә күтәрә. Ҡатындың мөмкинселеге булһа, сәхнәнән төшмәҫ ине: бейеү тиһәң, йәнен бирергә әҙер бит ул. “Сәхнәгә аяҡ баҫаһың икән, үҙеңде йәлләмә, һуңғы тапҡыр бейейем тип ышанып, ижадыңды тамашасыға тәҡдим ит! Илке-һалҡы хәрәкәттәр менән генә бейергә ярамай. Йөрәгеңде эшкә ҡушыу мотлаҡ. Ижадта яралғанан емештең тәме лә, йәме лә икенсе,” – был хәҡиҡәтте Мәликәгә уҡытыусыһы өйрәтте.
Күктәрҙән ергә төшкән Һомай, ҡабат аҡҡошҡа әүерелергә теләп, аяҡ остарына күтәрелде. Ҡапыл... Мәликәнең тәнен тоҡ һуҡҡан тулҡындар ялмап алғандай булды. Аяҡ бармаҡтарына осло үткер әйберҙәр менән сәнстеләрме ни... Бер-нисә секундҡа ғына ҡатып ҡалды бейеүсе кәүҙәһе. Ваҡыт туҡтаны: аҡҡош күккә күтәрелергә тейеш, ә уның аяҡтары түҙеп торғоһоҙ ауырта. Шөкөр, был өлөштәге музыка оҙағыраҡ яңғырай. Мәликә көскә һулыш алды, һушын йыйырға тырышты. Ауыртыу-һыҙланыуыңды тамашасы һиҙергә тейеш түгел, улар һәр ваҡыт ижадсы тыуҙырған матурлыҡты, шәп кәйефте күрергә теләй. Аяҡ кейеменә йылылыҡ йүгерҙе. Мәликә һыҙланыуын һиҙҙермәҫкә теләп, тамашасыға ҡарап йылмайҙы – ул йылмайып күккә күтәреләсәк – аҡҡошҡа әүерелеп, ҡабат икһеҙ-сикһеҙ күк көмбәгенә күтәрелде... Яҡтылыҡты һүндерҙеләр, ә экранда тик бар йыһанды ҡосорға теләп Һомай-аҡҡош оса...
Мәликә сәхнә артына сыҡҡас һыҙланыуына ирек бирҙе. Грим бүлмәһенә ингәс, тиҙ генә аяҡ кейемен систе. Бармаҡ остарынан туҡтамай ҡан аға. Һаҡ ҡына колготкиҙарын систе, уның хәлен күргән башҡа бейеүселәр ҙә ярҙамға ашыҡты. Кемдер “тиҙ ярҙам” саҡырырға өлгөрҙө. Тас менән йылы һыу килтерҙеләр, Мәликә аяҡтарын шунда тыҡты. Бөтә тәненә йылылыҡ йүгерҙе, Мәликәнең күңеле йомшарҙы. Илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен тешләне. Килгән табиптар, яраны таҙалап, бинт менән бәйләп ҡуйҙылар. Аяҡ кейемен тикшергәндәр унан быяла ярсыҡтары тапты. Полицияға ғариза яҙырға ҡушһалар ҙа ҡатын баш тартты, ваҡланып йөрөргә ваҡыты юҡлығына һылтанды.
Бәйге тамамланды, еңеүселәрҙе бүләкләү мәле башланды. Уның исеме иң аҙаҡ яңғыраны, тимәк, төп бүләк уныҡы. Шатланырға ла хәле юҡ. Тороп баҫты, башы әйләнеп кире ултырҙы. Тейешле бүләген ултырған урынына килтереп тотторҙолар. Рәхмәт һүҙҙәре әйтеп ҡабул итергә көсө етте. Ойоштороусылар, жюри ағзалары янына килеп, ниндәйҙер теләктәр әйтте, бирешмәҫкә өндәне. Бер нәмә ишетмәне лә, күрмәне лә – ҡатын үҙен аҡ томандар араһында ултырған кеүек хис итте. Барыһының да сығып китеүен, был мәхшәрҙең тиҙерәк тамамланыуын теләне. Ҡыҙы менән иренә шылтыратып, шатлығы менән уртаҡлашырға теләге лә юҡ ине.
– Иремә кәрәгем юҡ, бөгөн минһеҙ генә йәшәп торһондар, – тип бәләкәй генә бала кеүек үпкәләне. Өйөнә ҡайтмаҫҡа ҡарар итте лә, такси саҡырып, яҡындағы ҡунаҡханаға юлланды. Урынлашҡас, кейемдәрен дә сисмәй карауатка ауҙы һәм күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Мәликә оҙаҡ иланы, һыҡтай-һыҡтай оҙаҡ һөйләнде.
- Ни өсөн? Кемгә зыяным тейҙе? Ниңә мине тыныслыҡта ҡалдырмайҙар? Ниңә кәрәк булды был ҡәҙәр һынауҙар? Минең бер кемгә лә кәрәгем юҡ! Кем өсөн бейейем? Һуҡыр булғанда йәшәүе еңел булған! Алдыма килгән ыҙ -михнәтте күрмәгәнмен дә, ишетмәгәнмен дә! Ошо бысраҡлыҡтарҙы күрер өсөн генә кәрәкме ни күҙҙәр!?
Уйларлыҡ хәле юҡ кеүек ине. Шул саҡ күҙен дауалаған табип менән осрашырға хәл итте һәм тынысланғандай булып, йоҡоға талды. Иртәнсәк телефонын тоҡандырғас, әллә күпме шылтыратыуҙар күреп, аптырап ҡалды. Ире, хеҙмәттәштәре, таныштары... Ҡул һелтәне ҡатын. Тәү сиратта ул Эдуард Юлдашевҡа шылтыратып, осрашыу һораны. Төштән һуңға буш ваҡыт табылғас, Мәликә тороп, үҙен тәртипкә килтерә башланы. Шешенеп-ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен һалҡын һыу менән йыуҙы, ҡунаҡхана кафеһына төшөп, аҙыраҡ ҡапҡылап алды. Клиника урман араһында урынлашҡан, тирә-яғын төҙ ҡарағайҙар, шыршылар, ҡайындар уратып алған. Ауырыған йәнгә дауа – Мәликә яйлап баҫып, паркта йөрөнө, ҡоштар һайрауын тыңланы, тейендәрҙең һикерешкәнен күҙәтте. “Күптән тәбиғәт ҡосағында йөрөгәнем юҡ, бына ҡайҙа икән йән тыныслығы. Артабан бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк,” – тип уйланы.
Осрашыу мәле яҡынлашты. Мәликә тулҡынланды: етди ҡарар ҡабул итте бит. Юлдашев ихлас ҡаршыланы:
– О, минең иң данлыҡлы һылыуым килгән! Һаумы, Мәликә! Әйҙә, түрҙән уҙып, ултырығыҙ. Һеҙҙең кеүек күренекле кешеләр бик һағындырып ҡына килә.
–Һаумыһығыҙ, Эдуард ағай. Килдем әле, –ҡыйынһынып ҡына һүҙ башланы Мәликә.
– Ҡаҙаныштарыңды ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам, һинең өсөн ихлас күңелдән шатланам, – күренеп тора, табип ысынлап шат, әйткән һүҙҙәренән дә ихласлыҡ бөркөлә, яһалмалыҡ юҡ. – Ниңә йөҙөң бик моңһоу, матурым. Күҙҙәрең ауыртамы?
Ҡатындың күҙҙәре йәшләнде, илап ебәреүҙән көскә тыйылды.
–Тартынма, һылыуым, һөйлә хәлдәреңде. Ҡулымдан килгән ҡәҙәр ярҙам итермен.
Бейеүсенең йөрәгенә йыйылған һыҙланыу ташҡыны ысҡынды. Күҙҙәре күрә башлағандан һуң, үҙе менән булған хәл -ваҡиғаларҙы һөйләй башланы. Табип иғтибар менән тыңланы. “Күҙҙәрен асҡанмын, әммә йәнен дауаламағанмын икән, – тип үҙенсә һығымта яһаны Юлдашев. – Иң мөһиме башҡармағанмын.” Пациенты үҙ хәлен бәйән итеп бөткәс, табип ҡатындан һалҡын ғына һорап ҡуйҙы:
– Был осраҡта һеҙгә нисек ярҙам итә алам? Әлеге хәлегеҙ минең профиль түгел.
– Бөгөн төнө буйы йоҡламаным, уйланым һәм ҡарар иттем. Тик һеҙ генә ярҙам итә алаһығыҙ. Минең ҡабат һуҡыр булаһым килә! – Мәликә ышаныслы тауыш менән үҙ теләген әйтте.
Юлдашев аптырауҙан урынынан һикереп торҙо:
– Аңламаным һеҙҙе, ҡабатлағыҙ әле, зинһар, – табип телен көскә әйләндерҙе.
– Үҙем менән булған хәлдәрҙе башҡа күрмәҫ-тоймаҫ өсөн ҡабат һуҡыр булырға әҙермен, – тип ышаныс менән ҡабатланы Мәликә.
Тынлыҡ урынлашты. Табип урынына ултырҙы һәм бейеүсегә төбәлде. Күҙен алманы, хатта йомманы ла. Ҡатын уңайһыҙлана башланы.
– Ә һеҙ ниңә миңә шулай ҡарайһығыҙ? – дауалаусыһының ҡараштарын күтәрә алмаған Мәликә һорай ҡуйҙы.
– Шок хәлендәмен, – тип яуапланы уныһы. – Ҡыҙыҡ пациент булып сыҡтығыҙ, бындай үтенесте эшләү дәүеремдә беренсе тапҡыр ишетәм. Һуңғыһы булыр тип тә өмөт итәм. Ә бына һин ҡабат һуҡыр булыуҙы нисек күҙ алдына килтерәһең?
– Дарыуы булғас, ағыуы ла барҙыр, моғайын, – битараф ҡына яуапланы ҡатын.
– Мәликә һылыу, әйтегеҙ әле, һеҙҙең элекке булмышығыҙға кире ҡайтарһам, ни рәүешле йәшәргә уйлайһығыҙ?
– Биш йылға яҡын йәшәнем бит, үтелгәнде ҡабат тергеҙеү ауыр булмаҫ.
– Шулай булһын да ти. Иреңде кире ҡайтарырға теләйһеңме? Элекке кеүек һеҙҙе әпәүләп, иркәләп ултырыр тип уйлайһыңмы? Һуҡыр Мәликәне ҡабат ҡабул итерме?
– Бөгөнгө иремдең был ҡәҙәр ҡыланыштарын, минең менән мыҫҡыллы йылмайып һөйләшеүен бүтән күрмәҫкә әҙермен. Һуҡыр килеш йәшәүе еңел булған икән. Артымдан хәнйәр тотоп йөрөүселәрҙе лә һиҙмәгәнмен...
– Аңлашылды. Рәхәт тормош эҙләп йөрөйһөң...
– Артабан нисек йәшәргә? – Юлдашевтың әйтергә теләгәнен тыңламай, бүлдерергә ашыҡты Мәликә. - Ҡабат һуҡырайырға ҡарар иттем, һеҙгә бер ниндәй ҙә дәғүәләрем булмаясаҡ!
– Һуҡыр ҡалдыра аласаҡмын: күҙҙәреңде соҡоп алам. Ниндәй ауыртыуҙар, һыҙланыуҙар кисерәсәгеңде күҙ алдына килтерәһеңме? – күҙ дауалаусы етди ҡиәфәттә киләһе һорауын бирҙе.
– Башҡа ысулдар юҡмы ни? Берәй көслө укол барҙыр бит? Күҙҙәрҙе соҡоп ҡына һуҡыр итә алыуығыҙға ышанмайым, – табиптың
шаяртып һөйләүен аңламаған ҡатын илап ебәрҙе.
- Шаяртам, әлбиттә. Һине ҡабат һуҡырайтыр өсөн ағыуын табырмын. Әммә минең йәнем хаҡында уйланыңмы: артабан ниндәй намыҫ менән йәшәрмен!? Выждан ғазабы тау кеүек көндән-көн иңемә өйөлөр. Үтенесеңде эгоизмдың иң бөйөк нөктәһе тип ҡабул итәм. Ҡабат кеше көнлө булып йәшәргә уйлайһыңмы? Үҙеңде етәкләп алып йөрөүҙәрен теләйһеңме? Бер аҙҙан кисергән ауырлыҡлыҡтарың тураһында оноторһоң, көлөп кенә иҫкә алырһың. Һәм дә яңы идеялар тыуыр, яңынан сәхнә тултырып бейегең килер. Миңә йүгереп килерһең... Тик икенсе тапҡыр мөғжизәне Аллаһу Тәғәлә бүләк итмәҫ. Күҙ йәштәрең бөгөнгөнән дә күберәк түгеләсәк, ҡайғыларың да артасаҡ.
– Был хаҡта мин уйламағанмын да, – шым ғына өндәште ҡатын.
– Ҡыҙыулыҡ менән ҡарар ҡабул иткәнһең. Һуҡыр килеш тә күрәсәктәрең алда буласаҡ. Иреңдең, әхирәт тип һанаған әҙәмдең хыянатын күңелеңдән алып ташлай алмаясаҡһың, ғүмер буйы ҡорт булып йөрәгеңде кимерәсәк. Еңел тормош булмаҫ.
– Һуҡыр килеш бөтә һыҙланыу-ауырыуҙарға ла түҙермен тип уйлағайным, – Мәликә тағы башын эйҙе.
– Әкәмәт заттар һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар. Һуҡыр килеш үҙегеҙҙе ҡорбан итергә әҙерһегеҙ, ә күҙле көйө артабан йәшәргә, көрәшергә тырышмайһығыҙ. Көлкө генә түгел, ә абсурд. Күҙен ҡайтарыу өсөн күптәр барлыҡ байлығын аяҡ аҫтыма ташларға әҙер, тубыҡланып йөрөй. Ә һин әллә күпме көс түгеп ҡайтарылғандан баш тартаһың.
– Кисерештәремдән һуң уйлау һәләтен юғалтҡанмын. Мин арыным... – Мәликә дауалаусыһы алдында уңайһыҙланды.
– Күңел күҙе, тигән һүҙбәйләнеште ишеткәнең бармы?
– Өләсәйемдең яратҡан һүҙе була торғайны.
– Күңел күҙе күрмәһә, маңлайҙағы – ботаҡ ишеге тигән аҡыллы һүҙҙәр ҙә бар.
– Рәхмәт һеҙгә, дауалаусым, тынысланғандай булдым, –ниһәйәт, Мәликә Юлдашевтың күҙҙәренә күтәрелеп ҡараны.
– Һылыуым, һиңә бит күҙҙәреңде тиккә генә ҡайтарманым. Яңы тыуған сабый кеүек йәшәй башланың, тәүге аҙымдар яһарға өйрәндең. Килеп тыуған һынауҙар ауырлыҡтарҙың башы ғына, шуны онотма.
– Йәшәү тәжрибәм юҡ икән, бөтөнләй уйлай белмәйем. Һеҙҙең алдығыҙҙа оят! Донъя кимәлендә билдәле булған табипты юҡ мәшәҡәтем менән борсойом. Валлаһи-билләһи, ер тишеге булһа, инеп китер инем. Һеҙ мине, зинһар өсөн, ғәфү итегеҙ.
– Алтын урталыҡ табырға тырышып, артабан йөрәк һәм баш менән йәшәгеҙ, – Юлдашев йылмайҙы. – Хыялыңды тормошҡа ашырыр өсөн һуҡыр килеш көрәштең. Ваҡ әҙәмдәр ауырлыҡтар тыуҙыра тип, улар алдында көсһөҙләнмә. Юлында мин осраным. Артабан тик шатланып-һөйөнөп кенә, шөкөр итеп йәшәүеңде дауам ит. Исемең батшабикә тигәнде аңлата, халыҡ алдында тик матурлыҡ ижад итеүсе хакимә булып ҡал. Ирең менән нимә эшләргә үҙең хәл ит, дөрөҫ ҡарарға килерһең, тип уйлайым.
Юлдашев алдында бөршәйеп кенә ултырған Мәликә һындарын турайтып тороп баҫты, күҙ йәштәрен һөрттө.
– Бик ҙур рәхмәт һеҙгә! Ваҡыт табып, ҡабул итеп мине тыңлағанығыҙ өсөн, артабан йәшәргә көс биргәнегеҙ өсөн. Концерттарыма саҡырам. Һау-сәләмәт булығыҙ.
– Үҙегеҙ ҙә ныҡ булығыҙ, һылыуым, бирешмәгеҙ. Хушығыҙ!
Тәнендә генә түгел, йөрәгендә лә еңеллек тойоп урамға сыҡты Мәликә, иңенән ауыр йөк алып ташланғандай һиҙҙе. Йортона
Ашыҡманы: үҙе өсөн ниндәйҙер ҡарар ҡылырға кәрәк ине.
– Артабан бергә йәшәргәме? Рөстәмгә кәрәкменме? Моғайын, юҡтыр. Эльвира менән икәүләп мине һындырырға, көсһөҙлөгөмдө күрергә теләнеләр. Донъянан ваз кисергә, һуҡыр ҡалып, үҙемә зыян яһарға теләнем. Әгәр ҙә элекке халәтемә ҡабат ҡайтһам, икеһе лә шатланыр ине. Ҡыҙымдың уйҙарына үҙем генә дөрөҫ йүнәлеш бирә алам. Наҙгөл әле үҙ аллы уйлай ҙа, фекер йөрөтә лә белмәй, кешенән ишеткәнен генә ҡабатлай. Насарҙы – яҡшынан, яманды – матурлыҡтан айырырға өйрәтергә ваҡыт, үҙем дә өйрәнермен. Рөстәм менән һөйләшергә кәрәк. Ҡапыл ғына өҙә һуғырға ярамай, бөткән кеше түгел дә, ауыр саҡтарҙы бергә йырып сыҡтыҡ, – тигән уйҙары тынғы бирмәне ҡатынға.
Кисләтеп кенә өйөнә ҡайтты Мәликә. Ҡыҙы йүгереп килеп ҡосаҡлап алды:
– Әсәй, ҡайҙа булдың? Мин һине һағындым. Улай оҙаҡҡа китмә, йәме. Атай менән шылтыраттыҡ. Әллә телефоның боҙолдомо? Ниңә алманың? – һорауҙарын бер туҡтауһыҙ теҙҙе Наҙгөл.
– Кисә бейеү конкурсында ҡатнаштым, миңә беренсе урын бирҙеләр, балаҡайым, – ҡыҙына ябай ғына итеп аңлатырға тырышты.
– Ҡотлайым, әсәйем. Һин бөтә бейеүселәрҙән дә иң матуры булдыңмы? Аҡҡош булып бейенеңме? – ҡыҙы ихласлап әсәһен ҡосаҡланы.
– Эйе, ҡыҙым.
Ире ҡотламаны, тағы ла ирен сите менән йылмайып ҡуйҙы.
– Ҡайҙа йөрөнөң? Ниңә телефонды алмайһың?
– Еңеү шатлығымды уртаҡлашыусылар күп булды, башымды юғалтҡанмын, – ҡырт ҡына яуап бирҙе Мәликә.
Ҡатын тыныслыҡ һаҡларға тырыша. Уйлағанын барыһын да әйтәһе килә, тик өләсәһе биргән тәрбиә үҙен тыйнаҡ тоторға ярҙам итә.
– Юҡ-бар шөғөл менән мауығып, башыңды юғалта күрмә, – ире көсләп көлөргә маташты.
– Ҡыҙым, бүлмәңә инеп, ҡурсаҡтарың менән уйна. Аҙаҡ сәй эсербеҙ, – тип ҡыҙын ҡосағынан айырып, бүлмәһенә оҙатты.
Ҡатын ире менән етди һөйләшеүгә әҙерләнде. Күңел торошона иғтибар итте: баҡтиһәң, ул тыныс. Күңелендә – бушлыҡ.
– Мине еңеү менән ҡотламайһың дамы ни? Хәлең нисек, тип һорамайһыңмы? Кисә ниндәй хәлдәр кисергәнемде, ниңә аҡһап йөрөүемде белгең килмәйме? – Мәликә тыныс ҡына Рөстәмгә һорауҙарын бирҙе, үҙе уның кисерештәрен күҙәтте.
– Ә ниңә? Еңеүсе булырға өйрәнгәнһең. Ҡатыным бейегәндә аяҡтарын яралаған тип һөрән һалайыммы? – ир һөйләшеү тамам икәнен белдерергә теләп, кухняға ыңғайланы.
– Яраланғанымды ҡайҙан беләһең?
Ир ҡатынға боролоп ҡараны, ә йөҙөндә ҡурҡыу сағылды, күҙҙәре ҙур булып асылған. Әммә тиҙ генә яуабын тапты.
– Барыһы ла белә. Һине эҙләп шылтыратҡанда әйттеләр.
Ошо мәл төплө бер ҡарарға килде Мәликә:
– Рөстәм, әйҙә айырылышайыҡ. Артабан былай йәшәү мөмкин түгел.
– Аңламаным, – ире бындай боролошто көтмәгән ине.
– Бик яҡшы аңланың. Минән дә нығыраҡ уны һин теләйһең.
– Күҙҙәрең күрә башлағас, яңы мөхәббәт барлыҡҡа килдеме ни? – ғәҙәттәгесә ирендәрен салышайтты ире.
– Үтенеп һорайым, кәмһетмә мине. Сатан – күп йөрөр, һуҡыр –
күп күрер тигәндәй, мин барыһын да беләм. Күреп йөрөнөм. Бер-беребеҙҙе алдамайыҡ, бысратмайыҡ, тыныс ҡына таралышайыҡ. Артабан бергә йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем.
Рөстән ауыр һулап, диванға килеп ултырҙы:
– Ғәфү ит мине, яңылыштым. Башҡа һүҙем юҡ.
– Юлымда осрағаның, минең менән булғаның өсөн ҙур рәхмәт. Ә ҡыҙыбыҙҙы үҙем тәрбиәләрмен. Теләгән ваҡытта килеп уйнарһың, үҙең менән алырһың. Ҡыҙыбыҙ атай һөйөүенә мохтаж.
Мәликәнең һүҙҙәренән һуң ауыҙ асып, нимәлер әйтеү артыҡ икәнен аңланы ир.
...Урал батырының үлеменән һуң, икһеҙ-сикһеҙ күктәргә күтәрелде Һомай, ҡанаттары талғансы Йыһанды иңләне, һөйгәне кешелеккә бүләк иткән тереклеккә һоҡланды. Яңғыҙ ҡалған, парын юғалтҡан аҡҡоштар кеүек ҡаяға бәрелеп яҡты донъя менән хушлашырға теләне. “Тәү сиратта мин әсә, ҡошсоҡтарымды кем осорға өйрәтер, – гонаһлы уйҙарынан ҡурҡты ул ҡош – Батырым кешелек хаҡына Йәншишмәнең һыуын эсмәне, үҙен ҡорбан итте. Мин мәңге йәшәйәсәкмен, халыҡҡа матурлыҡ өләшәсәкмен, Уралыма тоғро ҡаласаҡмын”...
Борис МӘХМҮТОВ.