Тыуған ауылына Хәлимдең күптән юлы төшкәне юҡ ине. Әле бына мәктәпте тамамлауға егерме биш йыл булыуға класташтарынан хәбәр алғас, эштәре күплеккә һылтанып, бармаҫҡа ла ине уйы. Унан ҡала, улар менән бергә унынсыны тамамламаны, һигеҙенсене бөткәс тә ун биш кенә йәшендә, ҡалалағы һөнәрселек училищеһына юлланды. Юлланды тип әйтеүе генә анһат хәҙер, ә ул ваҡыттар иҫенә төшһә, Хәлимдең тамаҡ төбөнә ниндәйҙер төйөр тығылып, күҙҙәре йәшләнә.
...Ауылдағы башҡа ғәиләләр кеүек, уларҙың да ғәиләһе ишле ине. Бер-бер артлы тыуған биш баланы тәрбиәләгән әсәһенең таңдан алып кискә тиклем донья мәшәҡәттәренән бушамағанын күреп үҫте Хәлим. Иң өлкән бала булғас, туҡмаҡтың еллеһе уның да иңдәренә төшә ине. Атайҙары колхоз эшенән бушаманы: механизатор булып эшләгәс, ҡыштарын юл таҙартыу, ҡара яҙҙан баҫыуҙарҙы һөрөү, иген өлгөрһә, комбайн менән ашлыҡ урыу, көҙөн тағы туңға һөрөү, шул арала техниканы ремонтлау бурыстары уның елкәһенә ятты. Шуға күрә лә атаһы таңдан сығып китһә, кистәрен генә ҡайтып йығылыр ине. Йығылыр ине тиеүе лә шул, йыш ҡына һуҡмыш ҡайта. Һәр ауыл кешеһе мал көсөндә йәшәгәс, бесән алып килергә, ҡышҡы һалҡындарҙа өйҙәрҙе йылытыр өсөн утыны ла кәрәк, ә бының өсөн тракторһыҙ булмай. Шуға күрә лә атаһы бик арыһа ла, ауылдаштарына юҡ тип әйтә алмағандыр, ял көндәре лә уға тынғы булманы. Тик бына ул ваҡытта “валюта”ның “бер эшкәлек” булыуы күңелен ҡыра ине әсәһенең. Йорттағы бар эш йәтеш кенә кәүҙәле, ҡаҡса ғына әсәһенең иңдәренә төшә. Биш баланы тәрбиәләү, кәртәләге мал-тыуарҙы ҡарау, уның араһында һыу алып килеү, баҡса үҫтереү, бесән әҙерләү кеүек эштәр уның өҫтөндә. Ярай әле утынын үҙе әҙерләр ине атаһы.
Мәктәпкә барғас, уҡыу Хәлимгә еңел бирелде, беренсе уҡытыусыһы Сәүиә Хәниф ҡыҙы балаларҙы дәртләндереп кенә торҙо. Оло йәштә булып, арыу ғына тормош юлын үткән, тәжрибәле педагог булараҡ, һәр баланың мөмкинлегенән сығып эш иткәндер. Ә инде бишенсе класта һәр фәндән төрлө уҡытыусы уҡытыуы һәр баланы һынау өҫтөнә ҡуялыр. Хәлим белемгә бик ынтылһа ла, әсәһенә ярҙам итәм тип, кистәрен арып, дәресен ҡарай алмай, ойоп киткән ваҡыттары ла булғыланы. Бигерәк тә яңы ғына эш башлаған математика уҡытыусыһы, шулай уҡ класс етәксеһе Нәйлә Харис ҡыҙы уға ҡаныҡты. Бер көн миҫал сисергә беренселәрҙән булып Хәлимде таҡта янына сығарҙы. Таҡтаға миҫалды яҙа ғына башлағайны, уҡытыусы:
– Һин нимә, ферманан тура килдеңме? – тип мыҫҡыллы йылмайып, уның аяғына текәлде.
– Юҡ та, көҙ бит, беҙҙең урамда бысраҡ, – тип аҡланырға теләне малай.
Бар класс шарҡылдап көлә башланы.
– Ботинкаңа ҡойо түгел, һыйыр тиҙәге йәбешкәнен күрмәйһеңме? Бар, таҙартып ин.
Оятынан ҡаушап ҡалған Хәлим шым ғына кластан сыҡты ла, күҙҙәренә тәйөлгән йәштәрен ҡулы менән һыпыра-һыпыра, мәктәп янындағы күләүектә ботинкаһын йыуҙы. Бөгөн иртән мәктәпкә йыйынып, ишекте асыуы булды, әсәһе илай-илай шешенеп бөткән бәләкәй ҡустыһын карауатынан күтәрен алды ла:
– Хәлим, ҡустың бик тынғыһыҙлана, әллә ауырый инде, малға бесән ташлап кит инде, – тип өндәшкәс, уның һүҙен йыға алмай, портфелен ишек төбөнә ташланы ла, һарайға йүгерҙе.
Ҡабаланып, дәрескә һуңлап ҡуймайым тип, аңғармаған шул тиҙәккә баҫҡанын. Дәрескә кире инеп торманы, ҡыңғырау тауышын ишеткәс кенә класына юлланды. Класҡа килеп инеүе булды, теге орсоҡ Фәрғәт таҡмаҡ әйтә башламаһынмы:
– Беҙҙең Хәлимдең ботинкаһы
Әллә ҡайҙан ялтырай.
Баҡһаң, крем урынына
Һыйыр тиҙәге һылай.
Ҡалғандары уға ҡушылып, көлөп тә ебәрҙе. Былай ҙа асыулы Хәлим Фәрғәткә ныҡ итеп ҡарап ҡуйҙы, уныһы инде һаман туҡтарға уйламағас, һалмаҡ ҡына аҙымдар менән янына килде лә, елкәһенә тондорҙо. Былай ҙа елгә елберҙәп торған малай, үҙенән бер башҡа күтәрелеп торған Хәлимдең тос йоҙроғонан парталар аша тәгәрләп, стенаға барып бәрелгәнен дә һиҙмәй ҡалды. Етмәһә, танауынан борлап ҡаны атылып сыҡты. Ул арала ҡайҙандыр математика уҡытыусыһы сәрелдәп тә ебәрҙе:
– Хулиган! Директорҙы саҡырығыҙ!
Кешегә ҡул күтәргәне өсөн башынан һыйпаманы директор, шелтәләне. Тағы ла иртәгәһенә мәктәпкә атаһы менән килергә ҡушты.
Быға тиклем мәктәптә маҡталып йөрөгән Хәлим ауыр кисерҙе әлеге хәлде. Нисек итеп был турала атаһына әйтергә? Атаһының холҡон белә ул, саҡ ҡына бер нәмәне яңылыш эшлә, йоҙроғо әҙер тора. Ваҡытында һарай таҙартмаһаң да, быҙау һыйырға ҡушылһа ла, урамда сүп туҙып ятһа ла Хәлим ғәйепле. Бер көн утын ярам тип, балтаны түмәргә һуғыуы булды, яңылыштан утын киҫәге эргәлә йөрөгән һеңлеһенең аяғына бәрелде. Уныһы сай итеп илап та ебәрҙе. Ул арала ҡапҡанан инеп килгән атаһы ҡулына эләккән сыбыҡ менән Хәлимдең осаһына эләктерҙе. Бик әсе эләкте ул сыбыҡ, уның күҙҙәренән ут күренде хатта, шулай ҙа ирендәрен ҡанатҡансы тешләп, күҙенән бер тамсы ла йәшен сығарманы.
Икенсе көнөнә, атайым эштән бушамай тигән һылтау менән, мәктәпкә әсәһе менән килде. Ҡалдырырға кеше булмағас, әсәһе алты айлыҡ ҡустыһын үҙе менән алды. Шым ғына килгән бала директор бүлмәһенә ингәс тә тынысһыҙланып илай башланы. Быны көтмәгән директор юғалып ҡалғандай булды, эштең ниҙә булғанын аңлатты ла, әсәһенең ғәйепле кешеләй мөлдөрәп торған күҙҙәренән екһендеме, әллә баланың илауын оҡшатманымы, тиҙерәк уларҙы кабинетынан сығарыу яғын ҡараны. Йүгереп килеп ингән математика уҡытыусыһы ауыҙын асып бер һүҙ ҙә әйтә алманы, директор уға ныҡ ҡына ҡараны ла, ҡулын һелтәп ҡуйҙы. Эштең ошолай бөтөүенә Хәлим эстән генә һөйөнөп ҡуйҙы, әлдә генә әсәһе ҡустыһын алып килгән тип, тағы бер ҡыуанды.
Фәрғәт тә үсләшеп йөрөмәне, һин дә мин аралаша башланылар, бәлки ғәйебен дә танығандыр. Тик ошо ваҡиғанан һуң Хәлим математика фәнен үҙ итмәне, унан да бигерәк уҡытыусыһын. рәсем төшөрөргә оҫта икәнен белеп, Нәйлә Харис ҡыҙы стена гәзите сығарыуҙы уға йөкмәтергә уйлағайны, Хәлим өйҙә эш күплегенә һылтанып, ҡырҡа баш тартты. Кластар араһында үткәрелгән саңғы ярышында ла ҡатнашманы, башы ауыртыуға һалышты. Һөҙөмтәлә уларҙың класы артҡы урындарҙың береһен биләне. Сиреккә математиканан “икеле” билдәһе сыҡһа ла, бик көйөнмәне, төҙәтермен әле уҡыу бөткәнсе, тип күңелен йыуатты. Сиреккә йомғаҡлау йыйылышы тураһында ата-әсәһенә өндәшмәне.
Каникул булһа ла, ауыл ерендә эш бөтәме ни! Был көндө Хәлим атаһы менән ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә тип йыйынып ҡына бөткәйнеләр, кемдер ишек шаҡыны. Ауыл ерендә ишекте бик һирәк шаҡыйҙар, шуғалырмы, атаһы аптырап китте.
– Кем унда? Ишек асыҡ, – тип һөрәнләне, фуфайкаһын кейә-кейә.
– Мөмкинме? – тип математика уҡытыусыһы килеп ингәс тә, Хәлим бер аҙға юғалып ҡалды. Ят кешене күреп, атаһы ла һағайҙы. Ул арала Нәйлә Харис ҡыҙы: – Һаумыһығыҙ. Мин – Хәлимдең класс етәксеһе. Ниңә йыйылышҡа килмәнегеҙ? – тип атаһына ҡараны.
Төпкә бүлмәнән әсәһе лә күренде.
– Ниндәй йыйылышҡа? – тип атаһы уҡытыусыға һөҙөп ҡараны.
– Шулай тип уйлағайным да. Мәктәптә класты артҡа һөйрәүе етмәгән, өйөндә лә ата-әсәһен һанға һуҡмай икән улығыҙ.
– Нимә һөйләйһегеҙ, Хәлим – тыңлаусан малай, – тип әсәһе ҡыҫылырға уйлағайны, атаһы:
– Ҡыҫылмай тор, ана, балаң илай, – тип екерҙе. – Ә һеҙ, иптәш уҡытыусы, бына ултырғысҡа ултырығыҙ һәм аңлатыбыраҡ әйтегеҙ, ниндәй эш боҙҙо был малай аҡтығы?
Шуны ғына көткәндәй, уҡытыусы Хәлимдең ниндәй алама малай булыуын, дәрескә әҙерләнмәй килеүен, үҙен дорфа тотоп, уҡытыусыны тыңламауын, класты артҡа һөйрәүен, математиканан сиреккә “икеле” сығыуын да бәйнә-бәйнә атаһына еткерҙе. Уны тыңлап ултырған ирҙең муйынындағы ҡан тамырҙары киңәйеп, йоҙроҡтары суҡмарҙай төйнәлеп китеүен күҙәтеп, малайҙың тынып ҡыҫылып, тамағына ниндәйҙер төйөн тығылды. Һүҙҙе икенсегә борорға теләпме, әсәһе:
– Самауырым ҡайнап сыҡты, Нәйлә һылыу, – тигән булды.
– Юҡ, юҡ. Миңә әле тағы ары барырға кәрәк. Хушығыҙ!
Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Атаһы урынынан тороп, айыуҙай кәүҙәһен кирә баҫып, Хәлимгә күҙенең ағы менән һөҙөп ҡараны. Бар тәне мамыҡтай йомшарып, аяҡтары баҫҡан урынында ҡатып ҡалғандай булды уның.
– Нәйлә һылыу бик арттырҙы шикелле, – тигән булды әсәһе.
Атаһы уға асыулы ҡарап:
– Уҡытыусы дөрөҫөн әйтә. Алдыңа алма малайыңды! – тип екерҙе лә, билен быуған ҡайышын сисеп, уға табан килә башланы. Бар кәүҙәһе менән уны ҡапларға тырышҡан әсәһен еңел генә ситкә этте лә, ҡайышы менән Хәлимде яндыра һуҡты. Ҡайыш тейгән тәне өтөп алынғандай булды, әйтерһең, кәүҙәһе икегә бүленде. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән атаһы:
– Аҡылға ултыртам мин һине! – тип тағы киҙәнде. Был юлы Хәлим бер нәмә лә һиҙмәне, әллә тәне инде иҫ белмәне. Ҡулдары менән башым ҡаплап, тештәрен нығыраҡ ҡыҫты ла, нисек тә иламаҫҡа тип күҙҙәрен йомдо. Әсәһе үкһеп илап, улын араларға теләгән өсөн, уға ла эләкте. Балалар ҡысҡырышып илай башланы. Тик күҙҙәре аларған атаһын туҡтатыр көс юҡ ине. Шул ваҡыт ишек асылып китте лә, кемдер көслө тауыш менән:
– Туҡта! Үлтерәһең бит баланы! – тип ҡысҡырҙы.
Иҫенә килеп күҙҙәрен асҡанда карауатта ята ине Хәлим. Эргәһендә күп илауҙан күҙҙәре шешенеп киткән әсәһе ултыра ине.
– Балаҡайым, – тип әсәһе уны ҡосаҡлап алды.
АЙБИКӘ.
(Дауамы бар).
Тиҙ генә йылы сәйен килтерҙе. Бөтә тәне һыҙлауҙан ут кеүек яна. Әсәһе атаһын әрләй-әрләй, уны йыуатып, ниндәйҙер май менән арҡаларын ыуҙы. Инде сәй эсеп алғас, бер аҙ еңеләйеп киткәндәй булды Хәлим.
– Бәхетебеҙгә, күрше Мансур ағайың килеп инде бит. Атайың менән утынға барырға һөйләшкән булған. Ниңә оҙаҡлайҙар тип килеп инһә, ошо хәл. Рәхмәт инде уға.
Күңелһеҙ булды был каникул. Бер аҙна буйы ауыртынып, өйҙән дә сыға алманы. Ярай әле һеңлеләре уның янынан китмәне, йә кәнфит, йә печенье алып килерҙәр ине.
* * *
Ошо хәлдән һуң Хәлимдең характеры ҡырҡа үҙгәрҙе, элекке шаян малайҙан бер ни ҡалманы. Иптәштәре менән бик аралашып барманы, уҡытыусыларға һаҡсыл ҡарай башланы, өйҙә атаһынан ситләште, әсәһе менән дә элеккесә аралашманы, үҙ эсенә йомолдо. Уҡыуға ла бик тырышманы , институтҡа бараһым юҡ, билдәле артистар ҙа бит мәктәптә яҡшы уҡымаған, тип үҙен йыуатты. Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, ҡуйын дәфтәрен алып, ниҙер сыймаҡланы. Ярай әле теге уҡытыусы йыл аҙағында мәктәптән китте, кемдер, директор менән һыйышмаған, тине, кемдер кейәүгә сыҡҡан, тине, ситтән килгән уҡытыусы ине ул. Алтынсы класта уларға яңы класс етәксеһен – Яңы ғына институт тамамлаған йәш белгесте рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын беркетте. Төҫкә шундай сибәр, оҙон сәсле, һомғол буйлы ине Сәмиғә Сабир ҡыҙы. Уҙе гел йылмайып килеп инер ине класҡа, әгәр балалар шаяра йә тыңламай башлаһа, ипле генә өндәшә. Балалар, бигерәк тә ҡыҙҙар, уға ылығып барҙы. Хәлимгә лә ул яҡшы мөғәләмәлә булды, йомшаҡ ҡына итеп, уға әҙерәк тырышырға, өмөтһөҙ бала түгелһең бит, тип бер нисә тапҡыр өндәшеп ҡараны. Тик бер тапҡыр ауыҙы бешкән Хәлим уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманы. Дәрестәрҙә ынтылыш күрһәтмәне, ҡайһы бер уҡытыусылар, уға ҡул һелтәп, ана, һигеҙҙе бөткәс атаһы һымаҡ тракторисы булыр, тип кенә ҡуйҙылар.
АЙБИКӘ.
(Дауамы бар).
Бер көн мәктәптән сыҡты ла, ҡайтыу яғына ыңғайлағайны,“мыяу” тигән тауыш ишетелде. Тирә-яғына ҡарап алды Хәлим, бесәй күренмәне. Инде тағын атлағайны, тағы бесәй тауышы ишетелде. Яҡшылабыраҡ ҡараһа, мәктәп эргәһендәге ағаста бесәй балаһы ултыра. Хәлим уны саҡырып ҡараны, ағасты һелкетеп тә алды. Юҡ бит, мыяулап тик ултыра. Хәлим күп уйлап тормай ҡар алды ла, уны йомарлап, бесәйгә ташланы, теймәне. Тағы ныҡ итеп йомарлап ташлағайны, быяла тауышы зыңҡ итеп ҡалды, бесәй ҙә һикереп ағас башынан төштө. Хәлим ҡаушап китте, тиҙерәк бынан шылырға тип уйлағайны, ҡар таҙартып йөрөгән ағай уны елкәһенән эләктереп тә алды. Ярай әле бындай ҡышҡы һалҡында тәҙрә үтә ярылмаған, быяла сатнаған булып сыҡты. Директор класс етәксеһен саҡыртып, уға иртәгә үк Хәлимдең өйҙәренә барырға ,ата- әсәһе менән һөйләшергә ҡушты.
Төнө буйы Хәлим йоҡлай алмай сыҡты. Нимә эшләргә? Әллә бөтөнләй баш-һуҡҡан яҡҡа сығып китергәме? Атаһы ла кистән һуҡмыш ҡайтты. Был юлы ул уны аямаясаҡ. Китергә кәрәк... Төнөн йоҡлай алмай ятҡан Хәлим таңға ғына йоҡлап китте. Ул уянғанда атаһы менән әсәһе сәй эсеп ултыралар ине. Битен йыуҙы ла Хәлим улар янына ултырған ғына ине, ишек шаҡынылар. Күп тә үтмәне, йылмайып Сәмиғә апайы килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, мин Хәлимдең класс етәксеһе, – тип үҙе менән таныштырҙы.
Хәлим уны күреү менән йөрәге дарҫләп тибә башлағанын тойҙо, ҡулдары менән нығыраҡ өҫтәлгә тотондо. Әсәһенең дә төҫө үҙгәреп китеүен аңғарҙы малай.
– Был малай тағы эш боҙҙомо? – тип, атаһы Хәлимгә күҙенең ағы менән һөҙөп ҡараны.
– Юҡ. Мин Сәмиғә Сабир ҡыҙы булам. Рус телен һәм әҙәбиәтен алып барам. Класс етәксеһе булараҡ, ял һайын уҡыусыларымдың ата-әсәһе менән танышып йөрөйөм. Бөгөн бына һеҙгә килдем.
– Улай икән, – тип атаһы улына ҡараны. Әсәһе иһә иркен тын алып:
– Сәмиғә һылыу, әллә сәйҙән ауыҙ итәһегеҙме? – тигән булды.
– Рәхмәт. Аштан оло булма, ти торғайны өләсәйем, – тип яуаплап уҡытыусы уҡыусыһы эргәнән урын алды.
– Мәктәптә был малай үҙен нисек тота? Уҡыуы барырлыҡмы?
– Хәлим насар малай түгел. Ниңәлер балалар менән бик аралашып бармай. Спортты ярата. Физкультура уҡытыусыһы уны маҡтай. Уҡыуын да алып бара. Әҙерәк тырышһа, тағы ла яҡшыраҡ уҡыр, тигән өмөттәмен. Хәҙерге ваҡытта рус телен белеү бик кәрәк. Уның өсөн күберәк китап уҡыр кәрәк. Шулай түгелме, Хәлим?
– Эйе, – тигән булды Хәлим.
– Ана бит, әсәһе, аҡыл ултырған түгелме был малайға?
– Электән аҡыллы ул беҙҙең Хәлим. Минең уң ҡулым. Йорттағы бар эштәр уның иңендә,– тип әсәһе ҡеүәтләп ҡуйҙы.
– Ағай, һеҙҙе ауылда алтын ҡуллы тейҙәр.
– Ауылда йәшәгәс, белмәгән эш юҡ инде. Әллә йомошоң төштөме, һеңлекәш?
– Шулайыраҡ, бына класта бер тәҙрә сатнаны, шуны алыштырырға ине.
– Уны ни, бер ҡыйынлығы ла юҡ. Әйт кенә,хәҙер инструменттарымды барлайым да, – тип атаһы, киң йылмайып, урынынан торҙо.
– Бына бит, ниндәй яҡшы кешегә осраным. Ә бөгөн һеҙҙең ваҡытығыҙ бармы?
– Как рас ял. Ә быялаһы бармы?
– Быялаһы бар.
– Бындай яуапты ишеткәс атаһы, куфайкаһын эләктерҙе лә, гаражына ашыҡты.
– Сәйегеҙ тәмле булды, рәхмәт апай. Хәлим, әйҙә һин дә, атайыңа ярҙам итерһең, – тип уҡытыусы серле генә йылмайып, малайға ҡараны. Уның йылы ҡарашынан күңелендә тулышҡан боҙ иреп киткәндәй, иркен тын алды Хәлим.
– Рәхмәт инде, һылыу, һуғылып йөрөгөҙ, – тип оҙатып ҡалды әсәһе.
Йылы һүҙ – йән аҙығы, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Хәлим инде класта уҡытыусының уң ҡулына әйләнде. Дәрестәргә лә әҙерләнеп йөрөр булды, уҡытыусылар ҙа быны һиҙҙе. Саңғы ярыштарында алдығылыҡты бирмәне, волейбол, баскетбол буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште класс командаһы. Уның һүрәттәре менән биҙәлгән стена газетаһы Яңы йыл кисәһендә иң яҡшыһы тип табылды. Атаһы менән дә аралары яҡшырҙы. Бар эште лә бергәләп башҡара башланылар. Был үҙгәрештәргә иң шатланғаны әсәһе булғандыр.
* * *
Былай ҙа буйсан Хәлимдең һигеҙенсе класта бөтәһенән дә аша ҡарап, мыҡты ғына кәүҙәле, бөҙрә сәсле, ҡара күҙҙәренән осҡон уйнап торған егеткә әйләнгәнен класташтары һиҙмәй ҡалманы. Инде каникулда уңыш йыйыу ваҡытында атаһы янында комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләп алған аҡсаһына килешле костюм, ялтырап торған ботинка ла алып кейгәс, класта ғына түгел, хатта мәктәптә беренсе егет булып китте. Һеңлеләре уны вальс бейергә лә өйрәтте. Шәмбе һайын мәктәптә үткән кисәләрҙә ҡыҙҙар уны иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар ине. Вальсты ниңәлер малайҙар бик өнәп барманы, әллә уңайһыҙланғандарҙыр, әллә еткерә бейей алмаҫбыҙ, тип ҡыҙҙарҙы саҡырмағандарҙыр, күберәк ҡыҙҙар парлашып бейей ине ул саҡта.
Ауыл ерендә Яңы йыл кисәһенә йәше лә, ҡарты ла эркелеп бара. Кемдер кейенеп бара, кемдер йырлап, бейеп күңел асырға теләй, кемдер күҙәтеүсе булып ҡына. Инде танауы еҫ һиҙә башлаған Хәлим дә тиҫтерҙәре менән клубҡа барырға булды. Улар килеп ингәндә йыр конкурсы тамамланып, бейеүселәр конкурсы башланғайны. Олоһы ла, кесеһе лә үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп бер булды. Беренсе урын өсөн Хәбирә әбейгә сәйнүк бүләк иттеләр. Ҡалғандары ла бүләкһеҙ ҡалманы. Алып барыусы вальс иғлан итте. Еңеүселәргә елле бүләк буласағын да аңғартты. Бына бер-бер артлы конкурсанттар вальсҡа әйләнә башланы. Мәктәптә дан алған Хәлимде тиҫтерҙәре ҡатнашырға көсләй башланылар.Ҡапыл Хәлимдең күҙе уны хуплап ҡул сабыусы уҡытыусыһы Сәмиғә апайына төштө. Ни булһа ла булһын, тип Хәлим уҡытыусыһын бейергә саҡырырға булғайны, колхоз рәйесенең яңыраҡ ҡына армиянан ҡайтҡан улы Вәлит уны яурынынан эләктереп:
– Эй, маңҡа малай, кемгә ынтылғаныңды беләһеңме? Был сибәр һинең кеүектәргә тиң түгел, – тип уҡытыусының ҡулынан эләктереп алды.
– Ебәр, мин кем менән бейергә икәнен үҙем хәл итәм, – тип Сәмиғә апайы яуаплағас , Вәлит аптырап ҡалды шикелле, тиҙ генә ҡулдарын ысҡындырҙы.
Уҡытыусыһының биленә ҡағылғас та, Хәлимдең ҡулдары зымбырлап, тәненән ниндәйҙер ток үткәндәй булды бөтә. Хатта бер аҙ ҡаушауҙанмы, әллә уның йылы һулышы битенә бәрелеүҙәнме, баштары әйләнеп, саҡ йығылмай ҡалды.
– Нисауа ғына бейейһең икән, – тип уҡытыусыһы ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайып ҡуйғас, Хәлимгә йән ингәндәй булды.
Үҙен әҙерәк ҡулға алып, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Баҡһаң, бар клубты тултырып, икәүҙән-икәү генә әйләнәләр икән, ҡалғандар уларҙың нисек бейегәнен күҙәтә. Күптәре уларҙы хуплап, дәртләндереп торһа, бер мөйөшкә өйөлөшөп торған егеттәр араһынан Вәлиттең зәһәр ҡарашын да аңғарҙы Хәлим. Шулай ҙа, көй тамамланғас, уҡытыусыһының ҡулдарынан алып, иптәш ҡыҙҙары янына илтеп, киноларҙа күргәнсе, башын да эйеп ҡуйҙы. Ул арала алып барыусы уларҙы еңеүсе итеп билдәләп, апайына йәтеш кенә сумочка, Хәлимгә портфель тотторҙо. Бынан һуң барыһы ла уларҙы көслө алҡыштар менән хупланы.
Ошо көндән алып Хәлим үҙен ниндәйҙер ят тойғолар биләп алып, бығаса булмаған хистәр доньяһында йәшәгәндәй, ураған һайын көҙгөгә ҡарай башлағанын һиҙҙе. Ә инде мәктәптә уҡытыусыһының дәрескә килеп инеүе була, йөрәгенең дарҫлап тибә башлай. Класташтары һиҙеп ҡалмаһын тигәндәй, дәрес барышында бер нисә тапҡыр класты күҙҙәре менән байҡап сығыр булды. Портфелен Хәлим ҡәҙерләп кенә тотто. Бер кемгә лә уны бирмәне, әйтерһең, ошо портфель уны әле бығаса ишетмәгән-күрмәгән сихри доньяға илтә. Мәктәп китапханаһынан “Алые паруса” китабын алып, кистәрен уҡыр булып китте. Уның өсөн әсәһенән әрләнеп тә алды, утты әрәм итәһең тигәс, юрған аҫтында фонарь яндырып уҡыр ине.
Хәлимдең һуңғы ваҡытта бар уйы уҡытыусыһын нисек тә, нимә менәндер хайран итеү теләге менән сыуалды: тиҙҙән бит һигеҙенсе Март байрамы. Иң шәбе тере сәскәләр булыр ине лә бит, тик уларҙы ҡыш көнө ҡайҙан алаһың! Үткән-һүткәндә магазингә һуғылып йөрөр булды. Аҡсаң булһа, бында алыр әйберҙәр бар ине, бигерәк тә “Красная Москва” тигән хушбуй уны ылыҡтырҙы. Тик бына хаҡы...
Кисен тағы китабын уҡыйым тип ҡулына алды ла, тышындағы һүрәтенә ныҡлап иғтибар итте. Яр буйында сибәр ҡыҙ, ә парусниктә егет. Тапты бит! Бына ошондай һүрәт эшләргә! Бер нисә көн маташҡандан һуң, арыу ғына килеп сыҡты шикелле һүрәте. Ҡоро ҡағыҙға ғына төшөрөлгән һүрәтте уҡытыусыға тапшырып булмай бит инде, шуның өсөн тырышып-тырмашып рам да яһаны. Әсәһенең тәҙрә буяған буяуын табып, рамын күк төҫкә буяп ҡуйҙы. Һүрәтен рамға беркеткәс, бик матур килеп сыҡты бит, тип үҙе лә шатланып ҡуйҙы. Өйҙәгеләр күреп ҡалмаһын өсөн уны ҡат-ҡат гәзиткә төрөп, шкаф башына йәшереп ҡуйҙы.
Матур башланды 8 Март байрамы, ғәҙәттәгесә, Сәмиғә Сабир ҡыҙы был байрамдың тарихын һөйләне, унан уҡыусылар әсәйҙәргә арналған шиғырҙарын һөйләне. Малайҙар ҡыҙҙарға йыйған аҡсаларына беләҙектәр алғайны, шуларҙы өләшеп сыҡтылар. Ҡыҙҙар инде ҡыуанған булып, уларҙы ҡулдарына тағып та алды. Хәҙер инде класс етәксеһен ҡотлау башланды. Иң беренсе уҡытыусыға арнап йыр йырланды, унан ҡыҙҙар уҡытыусыға бүләктәрен тапшырҙы: кемдер китап, кемдер яулыҡ, кемдер блокнот менән ручка. Был ваҡытта Хәлим портфелендә ятҡан ҡәҙерле бүләген нисек тапшырырға икән , тип баш ватып ултырҙы, шуға күрә лә, малайҙарҙың нимә бүләк иткәнен аңғарманы. Тик күршеһе биленә төрткәс кенә, үҙенә сират етеүен аңланы. Портфеленән тиҙ генә әйберен сығарҙы ла, уҡытыусыға тотторҙо. Ҡаушауынан, байрам менән ҡотлайым , тип әйтергә лә онотто. Кире әйләнеп партаһына ултырғанын, бите ҡып-ҡыҙыл булып янғанын ғына иҫләй. Ҡапыл ишек шарт итеп ябылды.
– Хәлим, ниндәй һүрәт бирҙең уҡытыусыға?
– Һинән быны көтмәгән инек, байрамды боҙҙоң!
– Оятһыҙ!
– Уҡытыусыны илаттың!
Бер юлы бар класс уға ябырылмаһынмы? Хәлим иҫен йыйып, нимә әйтергә лә белмәй, ҡаушап ҡалды. Ни өсөн уҡытыусыһының илап, уның бүләген күкрәгенә ҡыҫып, кластан сығып киткәнен дә аңлай алманы, ул бит уны ҡыуаныр тип көткәйне. Байрам тантанаһын ебәреүҙә үҙен ғәйепле һанап, портфелен эләктерҙе лә, кластан тайыу яғын ҡараны.
Кисәге ваҡиғанан һуң кәйефе юҡ ине Хәлимден. Шуға күрә , әсәһен байрам менән ҡотланы ла, көнө буйы тыштағы эш менән булышты: малға бесән һалды, аҫтарын таҙартты, һыу эсерҙе, уҙҙәренә лә һыу килтерҙе. Өйөлөп ятҡан түмәрҙәрҙе ярып, өйөп ҡуйғансы көн кисләгәйне инде. Инде өйгә инермен тип торғанда, ҡапҡа асылып китте лә, күрше Фәймә апай:
– Хәлим, атайың өйҙәме?- тип һөрәнләне.
– Юҡ, ул иртә менән балыҡҡа киткәйне.
– Эх! Һәләк итә инде баланы!
– Кем? Ниндәй баланы?
– Теге персиҙәтел улын әйтәм. Һеҙҙең уҡытыусы Сәмиғәне урлайым, тип әйтә икән. Ярай, мин киттем, яҡлар кешеһе лә юҡ бит балаҡайҙың...
– Нимә? – тине лә Хәлим, тиҙ генә атаһының гаражда йөшереп тотҡан обрезын куфайкаһы эсенә тығып, Фәймә апаһының артынан югерҙе.
– Ҡайҙа ул Вәлит?
– Ана, клуб алдында!
Хәлим барып еткәндә, клуб алдында торған машинаға ҡыҙмаса булып алған Вәлит уның яратҡан уҡытыусыһын һөйрәп маташа ине. Уның янындағы егеттәр Сәмиғә апайын яҡлаусыларҙы этеп-төртөп, хатта бер нисәүһен ҡолата һуғып , уларҙы машина янына яҡын ебәрмәйҙәр. Күп уйлап-тормай, обрезды ҡулына алып, Хәлим бар көсөнә:
– Ебәрегеҙ апайымды! – тип ҡысҡырҙы.
– Маңҡа, кит юлдан! – тип аҡырҙы Вәлит. Шулай ҙа үҙенә тоҫҡалған обрезды күреп, бер аҙға юғалғандай булды.
Бындай хәлде көтмәгән иптәштәре лә, бер-береһенә ҡарашып алды. Хәлим бары Сәмиғә апайының ҡурҡыу ҡатыш үҙенә төбәлгән күҙҙәрен генә күрҙе.
– Өскә хәтлем һанайым, ебәр, тием! – тип ҡысҡырҙы тағы Хәлим.
– Нимә эшләтерһең, маңҡа? – тине лә Вәлит, апаһын һөйрәп тигәндәй, машинаға яҡынланы. Ул арала кемдер машинаның ишеген дә асты.
Мылтыҡтың шартлау тауышы барыһын да айнытып ебәргәндәй булды. Ҡурҡышынан Вәлит табышын ысҡындырып, ике ҡулы менән машинаға тотондо, әллә кем булып әтәсләнеп йөрөгән иптәштәре тырым-тырағай ҡасыу юлын һайланы. Шул арала кемдер уҡытыусыны йолоп алып, клуб яғына йүгерҙеләр. Вәлит инде шыуышып тигәндәй машинаһына инеп китте лә, газына баҫып, осоп тигәндәй юҡ булды.
– Уҡыттың бит был ҡупырышты!
– Анһат ҡына ҡыҙҙы еләктермәксе ине!
– Шул кәрәк маҡтансыҡҡа! – тип кешеләр ҡысҡырышҡан арала, Хәлим тиҙ генә был урындан шыйыу яғын ҡараны. Вәлит хәтлем Вәлитте шыр һейҙереүенә шатланһа ла, атаһынан бер аҙ шөрләне ул. Өйгә ҡайтҡас та, обрезды тапмаһындар өсөн, полиэтилен менән бер нисә ҡат төрөп, әбрәкәйгә бырғатты.
Иртәгенәһенә уларҙың өйөнә милиционерҙар тентеү яһаны. Тик күпме генә эҙләһәләр ҙә обрезды тапманылар. Береһенең дә әбрәкәйҙе болғатырға башына етмәне. Унан һуң кешеләрҙе колхоз контораһына йыйып, берәм-берәм һорау алдылар. Хәлим менән атаһын да саҡырттылар. Атаһы ни өйҙә булмағас, бер ни ҙә белмәй ине. Бары улын яҡлап, председатель генә һәр кешегә бәйләнеп, аҡырып йөрөнө. Хәлим инде бер ни өндәшмәне, атаһы ла уға шулай ҡушты. Шуныһы ҡыҙыҡ, уның ҡулында обрез булыуын, аҙаҡтан атыуын бер Вәлит кенә әйткән. Ҡалған ауылдаштары ләм-мим. Хатта әле айнығып етмәгән дуҫтары ла, бер ни күрмәгән булып сыҡты. Ә малайҙың класташтары, клуб эргәһендә яңы йылдан ҡалған шартлатҡыс шартлаттыҡ, тип яуап биргән. Ауыл халҡы шулай инде, һәр кемде үтәнән-үтә күрә. Бөтөп барған колхозды былай ҙа бөлгөнлөккә төшөргән рәйесте, уның шашып йөрөгән улын яҡлаһынмы? Хәлимде атаһы менән бер аҙна буйы район үҙәгендәге милиция юлын тапаттылар. Тик бәйләнергә сәбәп булмағас, эште туҡтаттылар. Атаһын эштән сығарам тигән председателгә уныһы:
“Булған әйберҙе һатып бөттөң инде, колхоз да үлергә тора,” – тигән дә, урман хужалығына эшкә барҙы.
Тик шуныһы үкенесле, яратҡан уҡытыусыһы мәктәптән китте. Кемдер уны – тыуған яғына ҡайтып китте, кемдер Чечняла һуғышта ҡатнашып хәбәрһеҙ юғалған егетен эҙләргә юлланған, тине. Уҡытыусыһының ҡапыл ғына юғалыуында Хәлим үҙен ғәйепле һанап, оҙаҡ йылдар күңелен өйкәгән һорауҙарына яуап таба алманы. Ул йылдарҙа кеҫә телефондары, интернет булманы, ауылда бер нисә кешелә генә йорт телефоны үткәйне.
Капитан булырға хыялланған Хәлимде, һигеҙенсе класты тамамлау танытмаһын алғас та, директор башҡаса мәктәпкә килмәҫкә ҡушты. Шуға күрә район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһенә юлланды. Инде документтарын тапшырам тигәндә, кемдер яҡындағы ҡалала сәнғәт училищеһе асылыуын, унда рәссамдар әҙерләүҙәрен әйтте. Имтиханда яҡшы тапшырып, шунда уҡый башланы егет. Армияла хеҙмәтен тултырғас, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, баш ҡалала танылған рәссам булып китте.
... Ауылына яҡынлашҡан һайын, йөрәге дарҫлап тибә башланы Хәлимдең. Атаһы ла, әсәһе лә иртә китте был доньянан. Урманда эшләп йөрөгән атаһын ағас баҫты. Әсәһе яңғыҙ ҡалып, балаларын аяҡҡа баҫтырғайны, ҡаты ауырыуҙан һуң мандый алманы. Туғандары төрлө яҡҡа таралышты. Оло байрамдарҙа осрашып торалар. Һәр береһе үҙенең яртыһын табып, матур донья көтә. Хәлим үҙенең яртыһын оҙаҡ эҙләне, тик утыҙҙы уҙғас ҡына уҡытыусыһына оҡшаған ҡыҙҙы осратты. Бер малай, бер ул үҫтерәләр.
Нисек кенә булһа ла, иң яҡыны бала саҡ дуҫтары, бергә уҡыған класташтар икәнен һуң ғына аңлайһың икән был тормошта. Ана бит, һәр ҡайһыһы һине ҡулын йәйеп ҡаршы ала, ҡайһылары танырға тырышып, ентекләп ҡарай ҙа, исемеңде ишеткәс, яҡын туғанын күргәндәй ҡысҡырып ебәрә. Хатта оҙаҡ ҡына ҡосағынан ысҡындырмай. Шул сағында Хәлимдең күҙе ситтәрәк торған, инде сәстәре саллана башлаған, ир менән ҡатынға төштө. Бәй... Был бит уның күңелендә ғүмер буйы һаҡланған, уның тормошон ҡырҡа үҙгәрткән уҡытыусыһы түгелме? Танырмы ул уны, танымаҫмы?
– Һаумыһығыҙ, – тине Хәлим ҡыйыуһыҙ ғына.
– Бына ул батыр малай,– тип йылмайҙы ҡатын ир кешегә ҡарап.
– Был осрашыуға беҙ һине күрергә, рәхмәт әйтергә килдек, – тине уныһы.
– Ниндәй рәхмәт? – Хәлим аптырап китте.
– Хәтерләйһеңме, һин миңә һигеҙенсе Мартта һүрәт бүләк иттең.
– Эйе, тик һеҙ...
– Һинең һүрәтеңде күргәс тә, донъям түңкәрелеп киткәндәй булды, күңелем тулышып, күҙ йәштәрем тыя алмайынса кластан сығып киттем, илай-илай фатирыма йүгерҙем.
– Ул ваҡытта мин Чечня һуғышына эләгеп, ҡаты яраланып, госпитәлдә инем, – тип өҫтәне ир кеше.
– Унда бит яр буйында ҡыҙ һөйгәнен көтә. Ул ҡыҙҙа мин үҙемде күргәндәй булдым, хатта ул миңә оҡшағаәны. Ә егете хәбәрһеҙ юғалған һөйгәнемде хәтерләтте. Уның парусникта миңә табан килгәнен күреп, ул тере, ул мине көтә, тип илап ебәрҙем , – тип күҙҙәре йәшләнде уҡытыусының.
– Иҫемә килгәс, мин – ғәрип кемгә кәрәкмен, Сәмиғә мине көтмәһен, тип уның хаттарына яуап яҙманым, – тине ир кеше.
Шунда ғына Хәлим уның һул ҡулындағы ҡара бирсәткәне абайлап ҡалды.
– Мин иҫәр, артымдан бер аҙым ҡалмай йөрөгән Вәлиткә кейәүгә сығырға ризалыҡ та бирергә уйлағайным. Кире хәбәремде ишеткәс, эсеп алып, көслөк менән мине алырға уйлағайны, тағы һин килеп сыҡтың...
– Рәхмәт, Хәлим. Сәмиғә ни госпитәлдә ятҡанымда мине үҙе эҙләп тапты. Бына һинен арҡала бәхетлебеҙ. Өс балаға ғүмер бирҙек. Ә һинең һүрәтеңде һаман да ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
– Эй, ул һүрәтте...Мин һеҙгә бына тигәнен эшләп бирермен.
– Юҡ, юҡ. Ана, мәктәпкә саҡыралар түгелме? Ә һиңә ғүмер буйы рәхмәтлемен, – тине лә, Сәмиғә Сабир ҡыҙы ныҡ итеп Хәлимдең ҡулын ҡыҫты. Уның ҡулдарының йылыһы бәтә тәненә таралып, күңелен йылытып, нисә йылдар йөрәген өйкәп торған төйөндө таратып ебәргәндәй булды. Еңел итеп тын алды ла, Хәлим уҡытыусыһын һәм уның ирен ҡултыҡлап, мәктәп ишегенә табан атланы.
Әминә ЯХИНА.