Үләкһәнең күҙ майын суҡырға аңдып ҡына торған ҡоҙғон шикелле, уңайлы мәлде бер нисә көн көтөп, шул тирәлә аҫҡа эйелеңкерәп торған башын һуҙып-һуҙып ҡаранып йөрөнө Дамир. Өйҙәш итеп индергән хужабикә эшкә киткәс, теге әҙәм төшкә тиклем йоҡо һимертә, күрәһең. Урам тирәһенә сығып йөрөмәй. Тәжрибәле коллекторҙың һиҙемләүе бушҡа булманы. Бесәй кеүек йомшаҡ ҡына баҫып йөрөгән саҡырылмаған ҡунаҡтың ингәнен һиҙмәне лә Көнбай. Заманса йыһаз менән тултырылған, тәҙрә төптәрендә күкрәп гөлдәр сәскә атҡан, хужабикәнең үҙ ҡулдары менән сигелгән картиналар стенаға эленгән, ҙур йоҡо бүлмәһендәге карауатта йөҙ түбән ятып иҫ тә белмәйенсә йоҡлай ине. Елкәһенән тотоп торғоҙған кешенең кемлеген белгәс, бисәнән-бисәгә йөрөгән, бер-бер артлы кредиттар алып бурыс тоҙағына ҡапҡан әҙәм башта әжәле булып коллектор килгәненә ышанманы ла.
– Һинең кеүектәрҙе ағайың күп күргән. Тай бынан! – тип ҡыуып сығарып ҡотолорға тырышты. Саҡырылмаған ҡунаҡ сираттағы ҡурҡытырға килеүселәрҙең береһелер, тип уйланы. Тик өрлөктәй ир, ас яңаҡлы, күҙҙәре сысҡандыҡы кеүек безелдәп торған орсоҡтай бәләкәс кенә кәүҙәле Көнбайҙың сыпраңлауына иғтибар ҙа итмәне. Елкәһенән тотҡан килеш һарай яғына һөйрәй башланы. Бары тик шунда ғына муйындан бурысҡа батҡан ир был юлы хәленең киҫкен икәнлегенә төшөнөп, инәлергә, ялбарырға тотондо:
– Зинһар, теймә инде. Бер нисә көндән үҙем кәрәкле сумманы алып барып бирермен. Минең менән йәшәгән ҡатындың бер нисә баш малын осорормон да...
– Һуң. Һиңә киҫәтеү алдан булды бит, – Дамир үҙе менән алып килгән арҡанды тауыҡтар төнәй торған кетәккә бәйләй ҙә башланы.
– Һеҙгә мине үлтереүҙән ни файҙа? – Көнбай тубыҡланып ялбара башланы: – Зинһар өсөн, үтенеп һорайым, теймә инде...
– Бер аҙна элек банкка саҡыртып нимә өсөн ҡул ҡуйҙыртҡандар тип уйлайһың, һиңмай?
– Ғүмеремде страховкалау өсөн. Әллә?.. – Әле генә ғүмере өсөн ҡурҡып сылт-сылт йомған күҙҙәре маңлайына менде. – Әллә барыһы ла алдан уйлап эшләнелгәйнеме?
– Башыңда ел уйнаһа ла, әҙерәк уйлай беләһең икән... Һинең өсөн банк мул ғына аҡса аласаҡ. Ҡурҡма, бурыстарыңды ла ҡаплаясаҡ. Так что теге донъяға тыныс күңел менән дөмөгәсәкһең...
– Ҡотҡарығыҙ! Ҡарауы-ы-ы-ыул!!! – Йән асығына ҡысҡырып ишеккә ташланған Көнбайҙың һә тигәнсе елкәһенән бөрөп тотоп ауыҙын баҫты. Бер нисә минуттан муйыны элмәккә тығылған ир һелкенеп туҡтағас, эйелгән башын өҫкәрәк күтәрергә тырышып тирә-яғына яй ғына ҡаранып һарайҙан сыҡты. Иртән көтөүгә сыҡҡан һыйырҙан ҡалған ҡоймаҡҡа аңғармайынса барып баҫты. Кибеп өлгөрмәгән ине әле.
– Тфү! Ҡәһәрең! Шул ғына ҡалғайны, – тип һөйләнә-һөйләнә үләнгә аяғын тызып таҙартҡас, енәйәт ҡылынған урындан тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡараны. Йорт хужабикәһе төшкөлөккә эштән ҡайтҡансы, был тирәнән шылырға кәрәк ине уға.
* * *
– Өҙөлөп ярата белгән кеше башын элмәккә тыҡмай! Аңлайһығыҙмы, тыҡма-а-ай! Миңә иномарка алып бирәм, тип йөрөнө, – тип һөйләнә-һөйләнә илап ҡаршыланы Люциә тәртип һаҡсыларын.
– Көнбай Мырҙаш улы Торсонбаев һеҙгә ҡасан йәшәргә инде? – тип һораны тәфтишсе ҡоро ғына.
– Ярты йыл самаһы элек. – Үкһеп ултырған ҡатын бер аҙ тынысланып, танауын тартып алды.
– Машинаны ниндәй аҡсаға аласағын әйттеме?
– Кредит алырбыҙ, тине... – үлем менән бының араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар тигәндәй, Кәрим Ишбулды улына һынаулы ҡараш ташланы.
– Уның кредит тарихын белә инегеҙме? Банктарға нисә миллион һумлыҡ бурысы булған кешегә кем машиналыҡ аҡса тоттороп ҡуйһын?
– Ыста... Был хаҡта белмәй инемсе мин... – Люциә үҙенә һауа етмәгәнен тойоп, муйынына матурлыҡ өсөн бәйләнгән бәләкәс кенә яулығын тағатып ебәрҙе. – Бер тапҡыр ҙа әйтмәне...
– Уның кеүек альфонстар әйтмәй ҙә... – Кәрим Ишбулды улы яҙып ултырған еренән һорау алыусыһына күтәрелеп ҡараны. – Рәсми рәүештә никахлашҡан инегеҙме?
– Юҡ. Өлгөрмәнек. Улымдың әрменән ҡайтыуын көтәйек, тинем. Тиҙерәк яҙылырға Көнбай ҡыҫтаһа ла...
– Тимәк Хоҙай бәлә-ҡазаларҙан һеҙҙе аралап ҡалған, тип шатланығыҙ...
– Нейә уратып-суратып ултыраһығыҙ ул? Хәлемде белә-күрә тороп?! Яңғыҙаҡ ир менән тол ҡатын ҡауышһа, ниндәй насарлыҡ бар? – Люциәнең асыуы алҡымына етте.
– Көнбай Торсонбаев тураһында бер ни тиклем хәбәрҙар булғанға әйтәм. Тирә-яҡта уны белгән халыҡ Көнбай тип түгел, ә Телдәрбай, тип йөрөтә. Ҡаҙаҡ яғынан әсәһенә эйәрсән бала булып килгән кеше бер ваҡытта ла, бер ерҙә лә рәсми рәүештә эшкә теркәлмәгән. Телгә бай, юхалана, матур һүҙҙәр һөйләй белгән кеше ғүмере буйы ҡатын-ҡыҙҙар елкәһендә ятҡан. Башта, әлбиттә, әсәһе аяҡҡа баҫтырған, һуңынан яңғыҙаҡ, бай гүзәл заттарға ҡармаҡ һала башлаған.
– Бә-әй... Минең ниндәй байлығым булһын, ти... – Люциә үлгән абышҡаһының һаман да үҙен эскерһеҙ һөйөүенә ышана ине.
– Ҡалаға ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы ауылда яландай ҙур, һәр мөйөшө тәфсирләп эшләнгән, ҡурсаҡтай биҙәлгән йортоғоҙ, ҡараулы ихатағыҙ, ҡурағыҙ тулы малығыҙ бар. Ҡулығыҙ оҫта икәнлеге өйҙөң һәр мөйөшөндә күҙгә салына. Үҙегеҙ еләк кеүек бешеп өлгөрөп кенә еткән ҡатынһығыҙ. Шул байлыҡ булмаймы ни?..
– Ҡуйығыҙ әле... – Люциә оялышынан ҡапыл ҡыҙарып, башын аҫҡа эйҙе. Әҙгә генә йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы ҡунған һөйкөмлө йөҙҙә ике соҡор ҙа барлыҡҡа килде.
– Ысыны шул, – тине Кәрим Ишбулды улы ҡабаттан рәсми тонға күсеп. “Биҙәнгән ҡыҙҙан оялғаны матур, тигәндәре дөрөҫ икән”, – тип эстән генә уйлап ҡуйҙы үҙе. – Урамығыҙҙа ултырған “Беларусь” та, квадроцикл да – етеш тормош күрһәткесе. Үҙегеҙ йөрөгән машина ла бынамын тигән. Нимә тип абышҡағыҙҙың, яңыһын алып бирәм, тигәненә ҡыҙыҡҡанһығыҙҙыр... – Кәрим Ишбулды улы асыуынан тамағын ҡырып ҡуйҙы.
– Яңғыҙ йәшәүҙәре ауыр шу-у-ул... Алты йыл элек ирем эш урынында фажиғәле вафат булғас, улымды яңғыҙым үҫтерҙем. – Люциә ауыр һулап ҡуйҙы. – Ауыл ерендә ир-егетһеҙ тороуы бигерәк тә ҡыйын. Унан башҡалары ла һәр ауылда етерлек, тиерһегеҙ. Тик күптәре иллегә етеп килгәндә лә ата-әсәһенең пенсияһын ашап, улар елкәһендә ята, әрәмтамаҡтарҙы белә, күрә тороп өйөңә индереп тә булмай. Көнбай иһә тәүге көндә үк ышанысҡа керҙе. Хәҙер аңлайым, татлы теле менән албырғатҡан икән наҙға, иғтибарға һыуһаған тол ҡатынды. – Люциә сисеп һалған бәләкәс яулығы менән битен ҡапланы.
– Тынысланығыҙ. Ул һеҙҙең күҙ йәштәренә лайыҡ кеше булмаған. Бер ваҡытта ла.
– Аңлайым да ул... – Ҡатын һыңҡылдап ҡуйҙы.
– Көнбай Торсонбаев аҫылған арҡан һеҙгә танышмы?
– Юҡ. Бындай бауҙы бығаса күргәнем булманы. Көнбайҙың ундай әйбер алғанын да иҫләмәйем.
– Тимәк, сит әйбер икәнлеген раҫлайһығыҙ инде?
– Эйе. Тимәк, һеҙ ҙә Көнбайҙың үҙенә ҡул һалмағанлығын аңлайһығыҙ? – Люциә һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Әлбиттә. Ундай әҙәм аҡтыҡтары үлемдән ҡурҡа һәм был аҙымға бер ваҡытта ла үҙе теләп бармай...
Йорт хужабикәһе менән һөйләшеп бөткәс, Кәрим Ишбулды улы Көнбай Торсонбаевтың мәйете аҫыулы торған һарайҙың тирә-яғын тағы бер тапҡыр ентекләп ҡарап сыҡты. Һыйыр тиҙәгенең уртаһына баҫылған ҡырҡ бишенсе размерлы ботинканың эҙен яңы шәйләне. Утыҙ туғыҙынсы размерлы аяҡ кейемендә йөрөгән Көнбайҙың үлемесле аҙымға үҙе бармағанлығын был йәнә бер тапҡыр иҫбатлай ине. “Елле кәүҙәле, быға етди әҙерлекле кеше булырға тейеш”, – тип эстән генә һығымта яһап, эш көнөн тамамланы Кәрим Ишбулды улы, яңы ғына мәйет сыҡҡан йорттоң ҡапҡаһын япҡанда.
* * *
Аҙна-ун көндән Дамирҙы эшенә саҡыртып алдылар. Сираттағы клиентының фотоһы алдына килеп ятҡас, терт итеп ҡалды.
– Ҡатын-ҡыҙ менән булышырға мине кем тип уйлайһығыҙ? – тип башта уҡ ҡырҡа баш тартырға уйланы.
– Ҙур суммаға алынған кредиттары байтаҡ ваҡыт түләнмәгән. Шулай булғас... – Банктың управляющийы ла артҡа сигенергә уйламаны.
– Уның ғәрип балаһы барлығын беләһегеҙме? – тине Дамир, һылыу йөҙгә бер ни тиклем текләп торғас. – Бәғзе берәүҙәр кеүек, банктан аҡса алып, күңел асыуға туҙҙырмағандыр...
– Уныһы беҙгә ҡараңғы. Ә бына һеҙгә, белеүемсә... – Управляющий тамағын ҡырып алғас, дауам итте. – Һеҙҙең балағыҙға дарыу өсөн аҡса кәрәк, күп кәрәк...
Йыландың ҡойроғонан тотоп тартҡан кеүек булды был. Ул да бит сараһыҙлыҡтан, теләйме-юҡмы, был осраҡта сағып ҡотолорға тырыша. Дамирҙың да башҡа сараһы юҡ ине. Артына клиенты яҙылған адрес һәм Дамирға биреләсәк страховканың проценты күрһәтелгән фотоны кеҫәгә һалып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Бер кемде күргеһе лә, ишеткеһе лә килмәйенсә, аяҡтары үҙенән-үҙе паркка табан атланы. Саҡ ҡына иҫкән елгә лә ҡойолған һары, ҡыҙыл япраҡ ямғыры аҫтында, яңғыҙы, уйһыҙ, моңһоҙ, ғәмһеҙ бер дәрүиш кеүек, оҙаҡ йөрөнө.
...Әле үҙе йәшәгән Кинйә ҡалаһына сиктәш районда тыуып үҫте Дамир Туҡтарбаев. Уҡыуға барымы, спортҡа һәләте барлығы иртә йәштән асыҡланды. Ата-әсәһе, уға төплө белем биреү маҡсатында, ошонда гимназия-интернатҡа килтерҙеләр. Дамир ҡайтмаған аҙнала ялдарға яҡындары үҙҙәре килде. Һағыныу, юҡһыныу тойғоһон кисермәне лә тиерлек. Кикбоксинг менән ныҡлап шөғөлләнде. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Республика, Рәсәй кимәлендә еңеү яулай башлағас, сит илдәргә лә ярыштарға сыға башланы. Донъя титулы исемен алғанда, юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсында ине. Аэропорттан туғандарынан тыш ҡаршылаусы ла булманы. Дәүләт имтихандарын тапшырып, ҡулына диплом алғас, башҡа ауыл балалары һымаҡ, дөйөм ятаҡтан ҡуртымға алынған фатирға күсте.
Бер нисә йылдан йәнә чемпион исеменә эйә булды. Унда бирелгән гонорарҙы һәләтле балаларҙы үҫтереү өсөн спорт мәктәбен асыуға тотондо. Ҡала уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы бинаны ҡуртымға алып эш тә башланы. Тик үҫергә яйын ғына бирмәнеләр. Исеме тотош донъяға танылыу алғанда, спорт министрлығынан килеп хәлен белеүсе лә табылманы. Ә бына үҙ эшен асҡас, хөкүмәт тарафынан иғтибар бермә-бер артты. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса схема дөрөҫ төҙөлмәгән, электр линияһы төҙөк түгел, тигән тикшереүҙәр күҙгә күренеп йышайҙы. Ниндәйҙер түләнмәгән һалымдарға штрафтар өйөлдө. Ҡышын буранлап яуған ҡар өйөмөләй өйөлгән проблемаларға өҫтәп, бер кис эштән ҡайтып килгәндә һыу эскеһеҙ итеп туҡмап киттеләр. Оҫта эш иттеләр. Биленә ҡапыл ауыр нәмә менән һуҡҡас, ауыртыуға түҙмәйенсә бөгөлөп төштө. Артабан: “Үҙ һүҙле, баран!” – тип башына ауыр ботинкаһы менән баҫҡан кешенең һүҙҙәрен генә хәтерләп ҡала. Ҡала дауаханаһында ике көн үткәс кенә аңына килде. Йөклө ҡатынының күп илауҙан шешмәкләнгән йөҙөн күргәс кенә, хәленең ни тиклем ауыр икәнлегенә әҙерәк төшөндө. Аяҡҡа баҫҡансы оҙаҡ дауаланырға тура килде. Уң яҡ ҡулы, һул аяғы, бер нисә урындан ҡабырғалары һынған. Арҡа мейеһенә операция эшләгәс, ҡабаттан атларға өйрәнде. Муйыны аҫҡа табан кәкерәйеп ҡалды. Нервы системаһы ныҡ зарарланған. Ҡатынының улдарын тапҡансы ике эштә егелеп эшләүе, ирен ҡайғыртыуы тыуасаҡ балаһында ла үҙен һиҙҙертте. Данир сирләшкә генә булып тыуҙы.
Мыштымбай.
(Дауамы бар).
Биш йәшендә, ике йәшлек ҡустыһы менән уйнаһа ла, арыған, танауы йыш ҡанаған малай менән дауаханалар тупһаһын тапай башланылар. Башта: “Рахитҡа оҡшаған. Шуға ла, тиҙ арый”, – тинеләр. Танауы ҡанауын гемоглабины түбән булыуы менән аңлатты табиптар. Тик улар яҙған дарыу-витаминдарҙың ғына файҙаһы теймәне. Хәле көндән-көн насарая барған баланың хәлен күреп ата-әсәнең йөрәге өҙөлдө. Барлы-юҡлы аҡсаларын йыйып Мәскәүгә барғас, ҡот осҡос диагноз шаңғытты. Ҡанында яман шеш таптылар. Һуңлағандар, ныҡ һуңлағандар ине. “Күпме ғүмере ҡалғанын бер Хоҙай белә. Хәлен еңеләйтеүсе дарыуҙар яҙам”, – тине Мәскәү табибы. – Уларҙы алырға үҙегеҙҙең генә ҡулдан килмәһә, хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итегеҙ”, – тип кәңәш биреп оҙатты.
Бер нисә урында төнгө ҡарауылда йөрөгән ғаилә башлығының айлыҡ эш хаҡы ла етмәгән дарыуҙар бар ине ул исемлектә. Ҡаланы арҡырыһына-буйына тетеп сығып яңы эш эҙләне. Күпме бәрелеп-һуғылып йөрөһә лә, табылманы. Бер көн ҡала балалар дауаханаһында ятҡан Данир янынан ҡайтып килгәндә, туҡталыш стенаһына йәбештерелгән иғланды күреп ҡалды. “Банкка физик яҡтан көслө ир-егеттәр талап ителә”, – тип яҙылған ине унда. “Кеше туҡмар өсөн асыҡтан-асыҡ реклама бирәләр икән”, – тигән уй менән барған ине. Банк хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән эште ишеткәс, артына ауып китә яҙҙы. Ваҡытында бурысын оҙаҡ ҡына түләмәгән клиенттарының муйынына элмәк һалырға ҡушалар икән. Әлбиттә, ишек дөбөрләтеп, туҡмау менән ҡурҡытып йөрөгән коллекторҙарҙыҡы һымаҡ ҡына түгел эш хаҡы. Үлгәндән һуң бирелгән страховканың ун проценты ҡулына бирелә ине. Ауырыған улына дарыу, дауалау курстары өсөн аҡса кәрәккән һайын, күңеле, аяғы тартмаһа ла был эшкә барырға мәжбүр ине. Үҙен ҡоҙғон урынына күрҙе. Был ҡош үләкһәнең күҙ майы өсөн тамшанып-темеҫкенеп йөрөһә, ул аҡса өсөн сираттағы ҡорбанын ҡарауыллай. Бындай эштә кейгән кейемдәре лә ҡап-ҡаранан. Оҙон буйлы, бәһлеүән кәүҙәле, көрәктәй ҙур ҡуллы, һәр ваҡыт башын аҫҡараҡ эйеп, ирендәрен ҡымтып йөрөгән был ир яндарына килеү менән күптәренең күңеле шомлана. Йәлләү кеүек тойғолар ҙа уның йөрәгендә көндән-көн юҡҡа сыға бара. Балаһы өсөн утҡа керергә лә, һыуға төшөргә лә әҙер атай кешене ғәҙелһеҙ тормош шулай үҙе үҙгәртте. Ғәмәл дәфтәренә, йәнә бер кешенең йәнен алған өсөн гонаһ яҙылып ҡуйғас, махсус кейеп йөрөй торған кейемдәрен шкафтың иң төбөнә һалып ҡуя ла, оҙаҡ итеп йыуына. Бер үҙәккә үтмәле һалҡын, бер ҡайнар эҫе һыу аҫтында алмаш-тилмәш тороп, гонаһтары өсөн үҙен язалай, эстән генә үкһеп-үкһеп илай.
Быға тиклем, күпселек, бер нисә йыл дауамында, кибер ауҙың тоҙағына эләгеүселәр менән эш итте. Бушлай сыр ҡапҡанда ғына була, тигән әйтемдең дөрөҫ икәнлеген, күптәр үҙҙәре ул проблема менән күҙгә-күҙ осрашмайынса аңламай шул. “Бер танышым: “Әйҙә, бер айлыҡ эш хаҡын ике-өс көндә аласаҡһың”, – тип юхалап үҙе ҙур сумма һалған компанияға саҡырҙы. Ун миллиондан артыҡ кредит алдым. Өс айҙан һуң, ул компанияның хужаларын ҡулға алдылар. Бурыстарым менән яңғыҙ ҡалдым. Минең кеүек асыҡ ауыҙҙарҙы үҙ артынан кереткән әҙәм беҙ һалған аҡсаларға ҙур проценттар алып, йылы яҡҡа һыпыртты. Ҡатын өйҙән ҡыуып сығарҙы. Асарбаҡ тормошонда йөрөп, былай ҙа йәшәүҙән туйғанмын. Һин, исмаһам, был ғазаптарҙан ҡотолдораһың”, – тине, үҙ-үҙенә күптән ҡул һелтәгән бер клиенты, хатта.
Ундайҙарҙы Дамир йәлләмәне лә тиерлек. “Туҡһанынсы йылдарҙа сиғандарҙан акциялар һатып алып ыштанһыҙ ҡалғандарҙың балалары ата-әсәләренең яҙмышын ҡабатлай. Тик быларының яҙмыштары хәтәрерәк, аяныслыраҡ”, - тип уйлай ине.
Бөгөн иһә Зөбәйҙәне теге донъяға ебәрергә приказ алғас, донъяһы ҡабаттан түңкәрелгәндәй итте. Беренсе тапҡыр, улында дауалай алмаҫлыҡ диагноз ҡуйылғас, шулай булған ине. Был ҡатын менән: “Ауырыу балаларға ярҙам итәбеҙ!” – тип һәр мөйөштән яр һалған хәйриә фондатырының береһенә барғанда танышҡан ине. Дөрөҫөрәге, Зөбәйҙәне баш ҡалаға машинаһына ултыртып алып барҙы. Берҙән-бер ҡыҙы Азалияға өс йәштә эшләнә торған прививка һалынғас, бала үҫемлеккә әйләнә лә ҡуя. Кәүҙәһе үҫә, тик хәрәкәт итә, һөйләшә алмай. Ауырыу балаһын ҡалдырып, ғаилә башлығы икенсе ҡатынға сығып киткән. Әсәй менән балаға түләнгән пенсия осто-осҡа ялғап торорға саҡ-саҡ етә. Түшәктә ятҡан кешенең тәне сейләнмәһен өсөн махсус түшәк, дарыуҙар, реабилитация курстары өсөн хәйриә фондына аҡса һорап барған ине ул. “Балам янында тәүлек әйләнәһенә кеше кәрәк. Кеше оҙаҡ ятһа, эске ағзалары ныҡ зарарлана икән. Тыны ҡыҫыла башлаһа, махсус аппарат менән үпкәһен елләтеп торорға кәрәк. Элек бергә эшләгән ҡатындың бөгөн яды булғанға ғына сығып китә алдым”, – тип һөйләнгән ине ул.
“Форсат сығыу менән ярҙам итербеҙ”, - тип, матур һөйләп оҙатыусы фондтан бер тин дә ярҙам булманы. Зөбәйҙәнең кредит алып балаһын ҡарарға тырышыуын, һуңғараҡ, ҡала балалар дауаханаһында бер осрашҡандарында белгән ине Дамир. Уларҙы түләй алмағас, ҡала уртаһындағы өр-яңы ике бүлмәле фатирын һатып, ҡала ситенән генә ныҡ иҫке ағас йортҡа күсәләр. Тик бурыстан ҡотолор өсөн был ғына етмәй. Киреһенсә, ямғырҙан сыҡҡан бәшмәк кеүек, арта барыуын Дамир уны теге донъяға ебәргәндән һуң түләнә торған страховканың күләменән аңланы.
“Зөбәйҙәнең йортона ғазраил булып бармайым да ҡуяйым. Минән башҡа ебәрер кешеләре лә юҡ шикелле”, – тип, ныҡлы ҡарарға килеп сыҡты Дамир парктан. Көн кисләтеп бара ине инде. Тик, бәндә – теләй, Аллаһ – бойора шул. Өйөндә күп илауҙан шешмәкләнгән йөҙөн ҡулы менән ҡаплап өҫтәл артында ултырған ҡатыны ҡаршы алды.
– Данирҙың хәле нисек? Ул тереме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе ғаилә башлығы, ҡото осоп.
– Тере-е-е... Тик бөгөн күҙен асып ҡарарға ла хәле юҡ ине. “Көслөрәк дарыу кәрәк”, – тине табип. – Фәриҙә иренең күкрәгенә башын терәп илап ебәрҙе.
– Тыныслан, ҡәҙерлем, тыныслан. Аҡсаны тиҙ арала табырға тырышам. Һеҙҙең хаҡҡа барыһын да эшләргә тырышасаҡмын. Иртәгә үк саҡырҙылар – тип, хәләленең сәсенән һыйпап йыуатҡан булды, Дамир.
– Алдыңды-артыңды ҡарап, һаҡ йөрө инде, – тине Фәриҙә ирен ҡайғыртып. Дамир уны: “Полицияла эшләйем. Киҫкен хәлдәрҙә генә саҡыртып алалар. Шуға ла ҡайһы саҡта тәүлек әйләнәһенә йөрөргә кәрәк була”, – тип алдаған ине.
“Бала хаҡына барыһына ла ризамын”, – тип һөйләнә-һөйләнә, иртәгәһенә таң менән, Зөбәйҙә йәшәгән адресҡа китте коллектор. Иртә булһа ла, йортта ут бар ине. Бына хужабикә тышҡы сыҡты. Ҡул ҡоҙоғонан һыу алғандан һуң, ҡабат кереп китте. Тиҙҙән икенсе биҙрә менән йыуынты һыуы сығарып түкте. Иҙән йыуҙы, ахырыһы, тип уйланы Дамир, яҡында ғына үҫкән тирәктең икенсе ботағына ултырып күҙәткән еренән. Зөбәйҙә ни тиклем генә йәл булһа ла, ҡушылған эште тиҙерәк башҡарырға кәрәк ине. “Данирҙың хәле үтә ныҡ насар. Бөгөн янында ҡалам. Раянды мәктәбенән тура һеңлем үҙҙәренә алып ҡайтыр”, – тип шылтыратты ҡатыны төшкә табан.
Киске ун тулғанда, Зөбәйҙәнең тышҡа сыҡҡанын аңдып тороп, аш-һыу бүлмәһендәге асыҡ торған, рамдарын сереп ҡойола башлаған, быяла тәҙрәнән эскә үтте Дамир. Бер ни тиклем ҡорған артында йәшенеп торҙо саҡырылмай килгән ҡунаҡ.Ҡыҙына төнгөлөккә эшләнә торған уколды һалғас, хужабикә һауыт-һаба йыуырға аш-һыу бүлмәһенә керҙе. Эшен тамамлауға өҫтәл артында яңағына ҡулын ҡуйып ултырған ирҙе күргәс, терт итеп ҡалды.
– Ой, һаумыһығыҙ! Һеҙҙең кергәнде күрмәй ҡалдымсы, – тине, һыула ҡулын таҫтамалға һөртөп.
– Мин ишектән кермәнем шул, – тине Дамир башын аҫҡа эйеп.
– Әллә? – Ҡатын асыҡ торған тәҙрәгә яғына ишаралап күрһәтте.
– Эйе. Ишектән кереп, ҡысҡырып сәләм бирә торған эш менән килмәнем, Зөбәйҙә. Ултырығыҙ әле. – Ни тиклем ауыр булһа ла, Дамирға килеүенең сәбәбен аңлатырға тура килде.
Ярҙам һорап ҡысҡырманы ла, иламаны ла күпте күргән ҡатын. Саҡматаштай ҡатты ла ҡуйҙы. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, тамағына тығылған төйөрҙө генә йотоп ебәреүен аңланы Дамир. “Ҡатын-ҡыҙҙы ошонан һуң көсһөҙ зат тип уйла инде. Үлемде һәр кем үҙенсә, тормошта кем булыуына ҡарап төрлөсә ҡабул итә икән. Ҡайһы бер етлекмәгән ирҙәрҙән бындай оло йөрәкле ҡатындар мең артыҡ”, – тип уйланы үҙе.
– Мин үлһәм, Азалиям да оҙаҡҡа бармаҫ инде, – тип уфтанды әсәй. – Өс-дүрт сәғәт һайын үпкәһен елләтеп торорға кәрәк бит. Һуңғы ваҡытта тыны ныҡ йыш ҡыҫыла башланы.
– Уны һеҙҙең кеүек итеп былай ҙа берәү ҙә ҡарай алмаясаҡ, – тине Дамир, хәҙер үҙенең тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп. – Һеҙҙең кеүек оло йөрәкле әсәй менән бала араһында, ул тыуғас та, күҙгә күренмәҫ еп барлыҡҡа килгән. – Үҙе Данирҙың хәле ныҡ ауырыйған сағында әсәһенең сыңарсаҡ бармағын усына ҡыҫып ятыуын күҙ алдына килтерҙе.
– Мине ҡайҙа?
– Ошонда уҡ... – Дамир аш-һыу бүләмһенең бер мөйөшөнә өрлөккә ҡағылып кәкерәйтелеп ҡуйылған йөҙлө ҡаҙаҡҡа төртөп күрһәтте. Күрәһең, элек бында бишек элгәндәр. Бишек йырын көйләй-көйләй әсәй кеше бәпесен бәүелткәндер. Ә хәҙер...
– Ҡыҙым менән бәхилләшеп килергә рөхсәт ит...
– Мәйелең... – Үҙе менән алып килгән бауҙы ҡаҙаҡҡа элә башлаған ир, Зөбәйҙәнең күҙенә күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәне.
Башына төрлө яҡтан бер юлы һуғылып шаңҡыған кеше ҡиәфәтендә сығып китте Дамир был йорттан. “Их, миңә һөжүм иткән саҡтарында нишләп үлтерә генә һуҡманылар икән? Улымдың йонсоуын күрмәҫ, күңелгә тауҙай гонаһ өйөлмәҫ тине”, – тип әсенеп уйланы ул, күҙ йәшһеҙ генә илап.
– Ниндәйҙер ғиллә бар. Суицидҡа оҡшамаған, – тине Кәрим Ишбулды улы бер юлы ике мәйет сыҡҡан йортҡа килгәс.
– Яңғыҙы көнө-төнө ауырыу бала ҡарауҙан ялыҡҡандыр. Ундай һынауҙы дошманыңа ла күрһәтмәһен, – тине участковый ауыр көрһөнөп. – Көн һайын яндарына кереп хәл белешеүсе лә булмаған бит. Түрбаштарында электр уты бер нисә төн буйы бөтөнләй һүнмәгәс, күршеләре аптырашта ҡалған. Аҫыулы торған әсәне, урынында, ҡороға сыҡҡан балыҡ кеүек, ауыҙын ҙур асып ятҡан баланың йәнһеҙ кәүҙәһен күргәс, ҡоттары осҡан.
– Ауырыу балаһының үҙе артынан китәсәген белә тороп әсә кешенең был аҙымға барыуы икеле, – тине Кәрим Ишбулды улы енәйәт булғанлығын һиҙенеп. Тик тотоп ҡына енәйәт эшен асырлыҡ бер дәлил дә юҡ. Күршеләре уларға кереп-сығыусыны күрмәгәндәр, сәйер тауыштар ишетмәгәндәр...
– Биш йыллап ауырыу балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылып йәшәгән әсәнең бер көн килеп ҡул һалыуына ышанмайым, – тине Кәрим Ишбулды улы өйөнә ҡайтҡас та, сәй артында көн яңылыҡтарын ҡатынына һөйләп.
– Балаларының хәлен өмөтһөҙ икәнлеген белеү менән, ҡайһы бер ата-әсәләр, шунда уҡ баш тартыу яғын ҡарайҙар. Икенселәре, бала йәнлеләре, үҙҙәренең ғүмерен бирергә лә риза. Бәлки, ул ҡатында психик яҡтан тайпылыш булғандыр? – тине Гөлира Мәлик ҡыҙы.
– Тикшереү эшен мин дә туҡтатмау яғында. Тик дауам итерлек етди сәбәп тапмайым. Ҡатын аҫылынған бау яңы. Көнкүреш магазиндарына барып ҡарағанда инде...
– Түшәктә ятҡан балаһы булғас, моғайын, ҡаланың икенсе осона йөрөп тормаҫ. Яҡын-тирәләгеһен йөрөп сыҡһаң да етер. Әгәр ҙә, үҙенә-үҙе ҡул һалған булһа инде...
– Ҡатын әллә беҙгә эшкә киләһеңме? – Кәрим Ишбулды улының йөҙөндә аҙға ғына йылмайыу сатҡыһы барлыҡҡа килде.
– Үлем мөһөрө баҫылған балаларҙы ҡайҙа ҡуяйым? – Гөлира Мәлик ҡыҙы ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Уларға ҡарайым да, Аллаһы Тәғәлә алдында ниндәй гонаһтары өсөн шул хәтлем ғазап кисерәләр икән, тип уйлап ҡуям. Араларында йылдар дауамында дауаханала ятҡандары бар. Күптәре шулай, әҙ генә ғүмерҙәре эсендә һыҙланып, йонсоп мәңгелеккә күҙҙәрен дә йома.
Кәрим Ишбулды улы ҡатынының кәңәшенә ҡолаҡ һалды. Иртәгәһенә иртә менән Зөбәйҙә йәшәгән яҡтағы төҙөлөш, көнкүреш тауарҙары һатылған магазиндарҙы ҡарап йөрөп сыҡты. Ҡатын аҫылынған бауҙы улар бер ваҡытта ла һатмағандар. Был эш суицид түгел икәнлеген йәнә бер ҡат иҫбат иткәнлеген яҡшы аңланы. Кинйә ҡалаһына яҡын ауылда Көнбай Торсонбаев аҫылынған бауҙы ла йорт хужабикәһе таныманы. Тик альфонс ир менән балаһы өсөн өҙөлөп торған әсә араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Ир кеше, ярай, әллә күпме ҡатын-ҡыҙҙарҙы алдап, уларҙың күҙ йәшен түгеп үҙенә дошман йыйған. Ә был ҡатындың кем алдында ниндәй гонаһы булһын? Был һорауҙар тәфтишсенең мейеһен игәне. Төйөндөң осон табырға йәнә ҡатыны ярҙам итте.
– Зөбәйҙәнең ҡыҙы Азалияның диагнозы яҙылған амбулатор картаһын ҡарап ултырҙым, – тип һүҙ башланы ҡала балалар дауаханаһында ауыр хәлдә ятҡан балалар бүлегенең мөдире Гөлира Мәлик ҡыҙы. – Түшәктә ятҡан баланы ҡарар, дарыуҙар менән тәьмин итер өсөн яңғыҙ әсәнең нисек ҡулынан килде икән?
– Хәҙер төрлө хәйриә фондтары бар түгелме? – тине Кәрим Ишбулды улы был юлы вайымһыҙ күренергә тырышып. Көнө буйы был енәйәт эше буйынса баш ватҡан ир, ғаиләһендә лә был теманы ҡабаттан дауам иткеһе килмәй ине бөгөн.
– Һәр кемгә тейешле медицина ярҙамы, бәхетле етеш тормош күп ваҡыт буш һүҙ генә булып ҡалғанын беләһең бит. Тәғәм ризыҡ ҡаба алмай ятҡан балаларға глюкоза кеүек укол-дарыуҙарҙы ла, ҡайһы саҡта, ата-әсәләргә һатып алырға тура килә. Ә ҡиммәтлеләре тураһында һүҙ ҙә юҡ...
– Фатирын һатып иҫке ағас йортҡа күскәндәрен беләм. Әллә...
– Эйе. Кредит тарихын тикшерергә кәрәк.
Ҡатыным булмаһа, нимә эшләр инем икән, тип йыш уйлай Кәрим Ишбулды улы. Тормоштоң ҡараңғы яғында йөрөгән ирен йән иретерлек йылы һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Оло йөрәкле Гөлира Мәлик ҡыҙын, ғөмүмән, тотош ҡала, яҡын-тирәләге бер нисә район халҡы ла ихтирам итә. Үлем хәлендә ятҡан балаларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләргә тырыша ул. Уларҙың ата-әсәләре, яҡындары тәүлек әйләнәһенә яндарына кереп йөрөй алһындар өсөн айырым дауаханаға айырым кереп-сығыу өсөн ишек эшләттерҙе. Ҡала ситендә йәшәгәс, бер нисә баш һауын кәзәләре тоталар. Иртәле-кисле шуларҙы һауып дауаханаға алып бара. Һөттө лаборанттар тикшереү менән, балаларға тараталар. Дөрөҫөрәге, ҡайһыһына ҡалаҡлап, ҡайһыһына тамсылап ҡына булһа ла эсерергә тырышалар. Файҙаһы яғынан, әсә һөтөнән ҡала, икенсе урында торған был ризыҡ үпкә-тын, ашҡаҙан-эсәк юлдарына файҙалы икәнлеген күптәр белмәй. Хатта яман шеш артҡа сигенгән осраҡтар ҙа бар. “Халыҡ белә-күрә тороп үҙен-үҙе ағыулай. Гүзәл заттар бутҡа, аш бешерергә ялҡауы килеп, ғаиләһе менән урамға сығып, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа әҙерләнгәнен белмәгән аҙыҡ менән ризыҡлана. Ауылдарҙа мал тотоусылар, баҡса үҫтереүселәр һаны әҙәйә, ә магазин кәштәләрендәге ялтыр ҡаптарҙа ултырған һөт-ит әйберҙәре менән тулғандан-тула бара. Уның туҡһан проценты ағыу икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Әммә ҡыбырларға иренәбеҙ. Аҙаҡ дауахана юлын тапайбыҙ”, – тип әсенеп йыш һөйләнә аҡыллы, белемле ҡатыны. Әле лә Гөлира Малик ҡыҙының фараздары дөрөҫкә сыҡты. Зөбәйҙәнең арыу ғына суммаға кредит алыуы һәм ваҡытында түләй алмағаны өсөн штрафы барлығы асыҡланды.
Халыҡ кредит һаҙлығына ныҡлап батҡас, бәләкәй банктарға көн бөткән ине. Ҙур процент менән бурысҡа алыусыларҙың һаны кәмегәс, аҙым һайын үҙенә саҡырып торған был аҡса тоҙаҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре, май айында ҡапыл яуған ҡар кеүек, юҡҡа сыҡҡайны. Был банк иһә һаман да урынында. Көнбай Торсонбаевтың эшен ҡабаттан ҡарап сыҡҡас, ул да ошо банк ауына эләгеүе билдәле булды. “Әллә?” – Башын ике ҡулы менән ҡыҫып тотҡан Кәрим Ишбулды улы артабан уйларға ла ҡурҡты. Тик әсе дөрөҫлөк, ер ҡыртышын ярып сыҡҡан шишмә кеүек, өҫкә ҡалҡып сыға башланы. “Үлгәндәрҙең страховкаларын алыр өсөн банк кеше йәнен алыуға тиклем барып етәме икән ни? Һуң аҡса бит, бөгөн – бар, иртәгә – юҡ. Әлбиттә, был тормошта күп нәмәне хәл итә. Тик кеше ғүмеренә хаҡ ҡуйып буламы ни? Был донъя шул хәтлем бысраҡлыҡҡа ҡасан тулды һуң? Эй, кешеләр, ваҡытында аңығыҙға килегеҙ!” – тип туланы йөрәге үҙ-үҙенә урын таба алмайынса. Үҙен ҡулға алғас, был банкта күпме кеше һуңғы йылдарҙа кредит алған һәм улар үлеү сәбәпле страховка аҡсаһы түләнеүе тураһында һораулама ебәрҙе. Кисен, эштән ҡайтыр алдынан, әҙер статистика алдында ята ине. Һуңғы өс йылға яҡын ваҡыт арауығында бер тиҫтәнән артыҡ клиенттары теге донъяға киткән. Ниндәй сәбәп менән? Нисек? Кәрим Ишбулды улына әлегә был һорауҙар сиселмәгән йомаҡ булып ҡалды.
@@@@
Дамирҙың улы Данирға, әллә Зөбәйҙәне үлтергәндән һуң бирелгән аҡсаға алынған ҡиммәтле дарыуҙың файҙаһы тейҙе, әллә ауырыу үҙе артҡа сигенергә булды. Ун йәше тулып килгән малайҙың хәле яҡшырыуға табан барҙы. Гөлира Мәлик ҡыҙы Фәриҙәне үҙенең бүлмәһенә саҡырып һөйөнөслө хәбәрҙе еткерҙе. Тиҙҙән баш ҡалаға реабилитацияға ебәрергә, әлбиттә, күпмелер өлөштө үҙҙәренә түләргә кәрәклеге хаҡында әйтте. Шатлыҡтан башы күккә тейә яҙып йөрөгән әсәй барыһына ла әҙер булыуҙарын белдерҙе.
– Улыбыҙ аяҡҡа баҫҡас, йоҡоһоҙ төндәр, түккән күҙ йәштәребеҙҙе ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтерләрбеҙ, – тине Фәриҙә өйөнә ҡайтҡас, иренә һыйынып. – Һин дә ул эшеңдән китер инең.
– Ниндәй эштән? – Дамир терт итеп ҡалды. – Ниндәй эш тураһында әйтәһең?
– Һуң полициялағы эшеңде әйтәм. Ауыр енәйәт ҡылған әҙәмдәрҙе ҡулға алырға ғына йөрөгәнеңде аңлайым инде. Шуға, Данир һауығып китһә, һин дә эшеңде ташлап, икенсегә – тынысыраҡ урынға күсер инең, тим...
– Их, Фәриҙә... Тиҙ генә ҡотолоп буырмы икән һуң? – Дамир ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Өфөгә алып барыр өсөн дә байтаҡ ҡына сумма кәрәк икән...
Бер нисә көн элек Дамирға сираттағы клиент-ҡорбанының фотоһын биргәндәр ине. Ҡала уртаһында, кирбестән төҙөлгән бейек йорттарҙың береһендә йәшәй икән. “Оло йәштәгеләр араһында ла, башҡаларҙан шәп, өҫтөн күренер өсөн аяғын юрғанына ҡарап һуҙмаусылар бармы икән ни? Ипотекаһын түләй алмайынса бурысҡа баттымы икән?” – тигән уй менән күҙәтергә тотондо. Етмеше тулып килгән Ислам Моратша улы яңғыҙы йәшәй ине. “Балалары ярҙам итмәһә, пенсияһы был фатир өсөн коммуналь түләүҙәргә генә китеп торалыр инде”, – тип тә эстән йәлләп уйлап ҡуйҙы уны Дамир. Сөнки сираттағы клиенты үтә күренмәле пакеттан осһоҙло ғына аҙыҡ-түлек ташый ине магазиндан. Ишегенә яратырлыҡ асҡыс таба аласағын белгәс, оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булды. Данирҙы ла ҡыҙыу итеп юлға әҙерләй башлағандар ине дауаханала. Дүшәмбене һайланы. Күршеләре – эш кешеләре. Ярҙам һорап ҡысҡырһа ла, килеүсе, ишетеүсе булмаясаҡ, тип уйланы ул. Туғыҙ менән ун араһында Ислам Моратша улының сыҡҡанын күреп, йәһәт кенә фатир ишегенең йоҙағын ватып эскә үтте. Ике бүлмәле ҙур фатирҙа артыҡ йыһаз күҙгә салынмаһа ла, тыйнаҡ итеп йыйыштырылған, таҙа ине. Залда диван, телевизор һәм бер стенаның буйынан буйына кубок, миҙалдар теҙелгән. Яҡшылап ҡарай торғас, оҫта шахматсы икәнлеген белде. Тиҙҙән: “Ишекте бикләгән һымаҡ инем дәһә. Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тип бушҡа әйтмәйҙәр инде”, - тип һөйләнә-һөйләнә хужаның асыҡ ишектән кергәне ишетелде. Өҫ кейемен сискәс, оҙаҡ ҡына ҡулын йыуҙы. Алып ҡайтҡан аҙығын һыуытҡысҡа урынлаштырҙы ла, залға уҙҙы.
– Ах, һеҙ кем? – тип ҡысҡырып ебәрҙе, Дамирҙы күреп ныҡ тертләне шикелле. – Әллә?.. – Ишек яғына күҙ һалды.
– Эйе, ишекте мин асып керҙем.
– Бикле ине ләһә... – Ниндәйҙер хәүеф янағанын тойған Ислам Моратша улы йөрәк тирәһен һыйпап ҡуйҙы.
– Кәрәкһә, асҡыс яратырға ла була. Ағай тип әйтәйемме, ултырығыҙ әле. Һөйләшәйек.
– Ишек ватып кергән әҙәм яҡшы хәбәр менән килмәйҙер инде...
– Уныһы шулай. Түләнмәгән бурыстарығыҙ артынан килдем. Дөрөҫөрәге, ебәрҙеләр...
– Тиремде һыҙырып алам, тиһәң дә унан ҡотолоп булмаҫ шу-у-у-ул. – Ислам Моратша улы ауыр һулап ҡуйҙы.
– Фатирығыҙ ҙур, яңы. Бәләкәйерәгенә алмаштырырға ла мөмкин ине бит. – Ғазраил булып килһә лә, Дамир янында ултырған ялтыр башлы, кәүҙәһе сүккәнгә бәләкәсәйгән, йөҙө борсоулы Ислам Моратша улы йәл ине.
– Күптән шулай итер инем дә. Бурыслы булып өйрәнмәгәнмен. Тик фатирҙы алғанда уҡ әбей менән: “Балаға ҡалһын”, – тип, берҙән-бер ҡыҙыбыҙ исеменә яҙҙырып ҡуйған инек. – Йорт хужаһының тауышында үкенеү ауаздары сағылды. – Үткән йыл ҡайтҡанында фатирҙы һатырға ла ҡуйған ине. Алыусыһы табылманы. Ул осраҡта мин урамда ҡалыр инем, әммә бурысым булмаҫ инем.
– Ниңә ҙур суммала кредит алдығыҙ һуң? – Дамир һорамай түҙмәне.
– Сит илдә йәшәй ҡыҙым. Ире менән талашып, бер-береһенән бүгеп китһәләр, бер нисә айға минең янда йәшәп китә. Дөрөҫөрәге, атаһы барлығын иҫенә төшөрә. Бала түгел, биҙа булды инде. Бында саҡта уға әхирәттәре менән ресторандар буйлап йөрөргә, күңел асырға, ҡатлап-ҡатлап яңы кейем алырға, хан балаһылай яҡшы ризыҡтар менән туҡланырға аҡса кәрәк. Күп кәрәк. Һуңғы ҡайтҡанында ярты йыллап ятты ла, мине кредитҡа сумырҙы. – Ислам Моратша улы ҡаршыһында кем ултырғанында онотоп хәбәрен теҙҙе. Күрәһең, кемгәлер күңелендә йыйылған аһ-зарҙы бушатҡыһы килде.
– Их, балалар, – тип Дамир ҡапыл уфтанып ҡуйҙы. Күҙ алдында көпшәләр менән ҡоршалған ап-аҡ йөҙлө улы Данир килде. – Атай-әсәйҙәрен утҡа ла, һыуға ла һалалар шул.
– Бурыстарым өсөн ҡурҡытырға, туҡмарға килдеңме мине, улым? – тип һораны Ислам Моратша улы, саҡырылмай килгән ҡунағының күҙҙәрендә тәрән һағышты шәйләп.
– Үткән аҙнала банкка саҡыртып ни өсөн ҡултамға ҡуйҙыртҡандарын белдегеҙме? – Дамир һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Страховка, тинеләр. Әллә? – Ислам Моратша улы Дамирға һораулы ҡарашын төбәне.
– Эйе, Ислам ағай. Шул эште атҡарырға миңә ҡуштылар...
– Тәү ҡарамаҡҡа яҡшы ғына кеше күренәһең дәһә. Нимә этәрҙе һине был эшкә, улым?
– Миндә лә бала ҡайғыһы, ағай... – Дамир ҡарашын йәшерергә тырышып, башын аҫҡа эйҙе.
– Ярай, тәҡдир йөрөтәлер инде беҙҙе, улым. Ҡабаланмаһаң, тәһәрәт алып һуңғы намаҙымды уҡырға рөхсәт ит...
– Көтөрмөн... – Дамир аяҡ өҫтө баҫып, тәҙрә алдына килде. – Көтмәй сарам юҡ, – тип эстән генә ҡабатланы ул.
Ванна бүлмәһендә Ислам Моратша оҙаҡ тотҡарланманы. Тиҙҙән ҡиблаға ҡаратып намаҙлығын йәйҙе. Ашыҡмай ғына уҡырға кереште:
– Аллаһу Әкбәр... Аллаһу Әкбәр...
– Тамамланығыҙмы? – тип һорап Дамир артына әйләнеп ҡараны. Бер нисә минут элек Ислам Моратша улының доғалар уҡыуы тынған ине. – Ислам ағай, шаяртмағыҙ инде. Йә тороғоҙ! – тине Дамир сәждәгә киткән еренән ҡатып ҡалған ҡартты күргәс.
Тик Ислам Моратша улы нисек ултырһа, шул килеш тора бирҙе. Ҡолаҡ ярғыс тынлыҡта ниндәйҙер шом барлығын һиҙеп Дамир ҡартҡа эйелде. Тамырҙары эскә батып, тәне һыуына башлаған ине был мәлдә йорт хужаһының. Көтөлмәгән боролоштан бер мәлгә шаңғып ҡалды Дамир. “Ах, миңә нимә эшләргә һуң? Был килеш ҡалдырып китһәм, страховканың ун проценты миңә эләкмәйәсәк,” – тигән уй йүгерҙе мейеһенән. Диванға күтәреп ултыртты ла, муйынына үҙе менән килтергән бауҙан элмәк һалды. Осон Ислам Моратша улының ҡулына ураны. Ишектән шыпырт ҡына сығып барғанында, кемдер үҙен ике яҡтағы ишектең “күҙ”енән ҡарағанын тойҙо.
– Динсел кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы бөтөнләй башҡа һыймаған хәл! Күрше-тирәләренән, подъезд алдындағы халыҡтан һорашырға! – тине Кәрим Ишбулды улы Ислам Моратша улының фатирына кереп мәйетте ҡарап сыҡҡас та. – Сөнки Исламда суицидҡа барған кеше иң ҙур гонаһ ҡылыусыларҙың береһе һанала, – тип өҫтәп ҡуйҙы үҙе менән бергә килгән полицияның һораулы ҡарашына яуап итеп.
Ул арала участковыйҙың Ислам Моратша улы менән бер тамбурҙа йәшәгән күршеләренең ишеген туҡылдата башлауы ишетелде. Бына берәүһе шығырлап асылып китте. Йәш кенә ҡатындың тауышы ишетелде.
– Улым ветрянка менән ауырыны ла, өйҙә ҡалырға тура килде, – тине ул. – Температураһы күтәрелгән баланы күтәреп, ишекле-түрле йөрөй инем. Оҙон буйлы, ҡап-ҡара кейемдәге бер ирҙең сыҡҡанын күреп ҡалдым.
– Полиция һеҙ саҡырҙығыҙмы? Йөҙөн күрҙегеҙме? – тип һораны Ислам Моратша улының фатирынан сығып килгән Кәрим Ишбулды улы. – Беҙгә протокол төҙөргә кәрәк.
– Әйҙәгеҙ, беҙгә керегеҙ, – тип, төнөн йоҡламағанлыҡтан күҙҙәре ҡыҙарған, йонсоған сырайлы ҡатын үҙҙәренә саҡырҙы.
– Ниндәйҙер күҙгә салынып торған билдәләрен әйтә алаһығыҙмы ул кешенең? – тип һораны, Кәрим Ишбулды улы залдағы компьютер өҫтәле артындағы ултырғасҡа йәтешләп ултырғас, яҙырға әҙерләнеп.
– Башын аҫҡа эйгән ине. Ғәҙәттә, Ислам Моратша улы килгән ҡунағын ишектән сығып оҙатып ҡала. Кеше уға былай һирәк килә ине. Был әҙәмдең шыпырт ҡына, ян-яғына ҡаранып сығып китеүе шомландырҙы. Шуға ла, подъездан сыҡҡанын, аш-һыу бүлмәһендәге тәҙрәгә барып ҡарап ҡалдым. Кәүҙәгә метр ҙа һикһән самаһы бар. Мыҡты кәүҙәле. Кепкаһы, эйелгән башына, батырып кейелгән. Артына боролоп ҡарамайынса, шәп-шәп атлап аллеяға кереп юғалды. Ирем төшкө ашҡа ҡайтҡас, күршебеҙҙең барып хәлен белешеүен һораным. Асыҡ ишекте әҙерәк туҡылдатты ла, эске керҙе. Ҡото осоп йүгереп сығып полиция саҡыртты, – тип ҡатын мыршылдап балауыҙ һығып ебәрҙе.
– Ислам Моратша улы һеҙҙең туғанығыҙ инеме әллә? – тип һораны Кәрим Ишбулды улы, ҡапыл илап ебәргән ҡатындың ҡыланылышына аптырап.
– Күрше генә. Тик туғаныңдан артыҡ ине. Бала ла ҡарашты, ирем эштә саҡта, мин сыға алмағанда, магазин, аптека-фәләнгә лә барып килде. Кистәрен шахмат уйнарға керә ине. Заманында көслө тренер, абруйлы кеше булған. Тыныс, аҡыллы ине. Бала ҡәҙерен генә күрмәне. Әбейе лә ҡыҙының аҙып-туҙып йөрөүенә йөрәге күтәрмәйенсә, өсөнсө йыл үлеп ҡалды.
– Ҡыҙы ҡайҙа икән?
– Сит илдә йәшәй ул. Бер-ике йылға бер генә ҡайта. Шул арала атаһын бурысҡа батырып китергә өлгөрә...
– Бурысҡы тиһегеҙме? Нисек?
– Күңел асырға ныҡ ярата. Атаһының аҡсаһына. Бер пенсияға артыҡ йөрөп булмай. “Һуңғы ҡайтҡанында арыу ғына кредит алдыртты. Түләүе ауыр”, – тип иремә Ислам Моратша улы үҙе әйткән.
– Аңлашылды. Мәғлүмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Протоколды уҡып сығып, ошонда ҡул ҡуйығыҙ, – тип Кәрим Ишбулды улы ҡатынға бер бит итеп яҙған ҡағыҙҙы һондо.
Кәрим Ишбулды улы полиция бүлегенә барғанда көн кискә һарыҡҡан ине. Ислам Моратша улының кредит тарихы тураһында һораулама ебәргәс, был көндө тиҙерәк үткәреп ебәрергә, оноторға теләгәндәй өйөнә ашыҡты. Ҡатыны яһаған үләнле сәйҙе эсһә, урынынан ҡубырҙай булып тулаған йөрәге бер аҙ тынысланыр кеүек тойолдо уға.
Иртәгәһенә эшкә килеүенә кисәге һорауына яуап әҙер ине. Ислам Моратша улы ла Көнбай Торсонбаев, Зөбәйҙә кредит алған банкка бурысы булған. Кисәге ҡатындың һөйләгәндәренән фото-робот төҙөп ҡаранылар. Тиҙҙән Ислам Моратша улының аҫылыныуҙан түгел, ә ҡапыл йөрәк өйәнәгенән баҡыйлыҡҡа күскән, тип мәйетханан шылтыраттылар.
“Алдан йән биргән кешегә ниңә элмәк элергә? Замана палачы кем? Нисек эҙенә төшөргә?” – тигән һорауҙар менән башы тубалдай булып йортона ҡайтты. Өйҙә тағы ла хәтәрерәк хәбәр көтә ине уны.
– Бөгөн – ике йыллап дауаханала ятҡан Данир исемле малай үлде, – тине Гөлира Мәлик ҡыҙы, күҙ йәшен һөртөп. – Хәле яҡшырыуға табан бара ине. Өфөгә реабилитацияға әҙерләй инек...
– Ни хәл итәһең инде. Балаларҙың үлеменә өйрәнеп булмай, – тине Кәрим Ишбулды улы сәй яһап торған ҡатынының яурынынан ҡосаҡлап.
– Иртән ҡапыл ғына хәле насарайғас, ата-әсәһен саҡырттыҡ. Байтаҡ ҡына телдән ҡалып ятты. Бер мәл атаһының ҡулын ныҡ итеп ҡыҫып тотто ла: “Атай, нишләп Ислам бабайҙы үлтерҙең? Ул бөгөн минең төшөмә керҙе. Ул мине, беренсе класҡа барғас, шахмат уйнарға өйрәткән ине”, – тине лә, бер нисә минуттан һуң йән бирҙе лә ҡуйҙы. Обход мәле булғас, мин дә ул палатала инем. Икенсе балаға система ҡуйып торған шәфҡәт туташы ҡапыл бирелгән һорауға баҙап ҡалып, ҡулына энә менән сәнсте.
– Атаһы улына яуап биреп өлгөрҙөмө? Әйткәндәй, фамилияһы нисек ине ул малайҙың?
– Улының хәлен күреп ирендәрен ҡымтып нишләргә белмәй торған атаһының башы аҫҡа эйелде лә ҡуйҙы. Нимәлер тип ауыҙ эсенән мығырланы ла шикелле. Уны тыңлап тора торған ваҡыт түгел ине. Данирға тиҙ ярҙам күрһәтергә ашыҡтыҡ. Тик беҙҙең ҡулдан килерлек түгел ине. Нисек кенә дауалаһаҡ та, ата-әсәһе ваҡытында беҙ һораған дарыуҙарҙы тапһа ла, үлем алдында беҙ көсһөҙ. Фамилияһы – Туҡтарбаев ине.
– Атаһының исемен беләһеңме?
– Дамир. Яңы ғына Өфөгә ебәрергә тип, документын үҙем әҙерләнем бит. Һауығып барған һымаҡ ине ул. Бер төн эсендә күҙгә күренеп һүнде лә ҡуйҙы.
– Тә-ә-әк. Дамир Туҡтарбаев, тиһең инде.
Ҡатыны менән киске ашты өнһөҙ генә ултырып ашағас, Дамир Туҡтарбаев тураһында интернеттан эҙләнә башланы. “Бәйләнештә” сайтында ун биш йыл самаһы элек теркәлгән. Кикбоксинг буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, ике бала атаһы. Һуңғы ваҡытта үҙе тураһында бер ниндәй ҙә яңылыҡ ҡуймаған. Яңы фотолары ла күренмәй. Балаһы хәл өҫтөндә ятҡанда уның ҡайғыһы булмағандыр. Ә бына кәүҙә төҙлөшө, Ислам Моратша улының күршеһе һүрәтләгәнгә тап килә. Әллә палач-коллектор ошо кешеме?!? Тынысландыра торған дарыу эсеп ятҡан ҡатыны янында, Кәрим Ишбулды улы төнө буйы йоҡлай алмайынса уйланып боршаланып сыҡты. Йөрәгенең үҙенә ишетерлек итеп дөпөлдәүенә түҙмәйенсә, бер нисә тапҡыр аяҡ осонда ғына баҫып тышҡа сығып йөрөп тә килде.
Саҡ-саҡ таң аттырғас, сәй ҡуйҙы, йомортҡа ҡыҙҙырҙы. Ҡатыны уянғанда ул өҫ кейемен кейә ине.
– Бөгөн ныҡ иртәләгәнһең түгелме? Бер-бер хәл булдымы әллә? – тип һораны Гөлира Мәлик ҡыҙы ире өсөн борсолоп.
– Кисәге һөйләшеүҙән һуң, төнөн йоҡлай алманым. Минең бүлеккә ҡараған бер нисә кешене Дамир Туҡтарбаев үлтергән булырға тейеш. Эшкә бара һалып, уны ҡулға алыр өсөн ордер әҙерләргә кәрәк.
– Атаҡ, Данирҙың атаһымы? – Аптырауҙан Гөлира Мәликә ҡыҙының йоҡоло күҙҙәре ҙурайып китте.
– Эйе, шул баланың атаһы. Бик ҡанһыҙ, ҡурҡыныс бәндәгә оҡшай, – тип ҡабаланып сығып китте.
– Һаҡ йөрө! – тип артынан Гөлира Мәлик ҡыҙы ҡысҡырып ҡалды.
Тик кеше үлтереүсе коллекторҙың үҙе менән осраша алманы Кәрим Ишбулды улы. Эш көнө башланғас та, иптәштәре менән Дамир Туҡтаровтың йәшәгән йорттоң подъезынан ҡара шыптырға һалынған мәйетте алып сығып барыуҙарын күргәс, туҡтатып таныҡлығын күрһәтте һәм йөҙөн асып ҡараны. Башы бер яҡҡа кәкерәйтеп һалынған мәйет улар ҡулға алырға килгән кеше ине. “Кешене – ҡәбер төҙәтә, тиһәләр ҙә, ысынбарлыҡҡа һәр ваҡыт тап килмәй икән”, – тигән уй менән Кәрим Ишбулды улы фатирға керҙе. Бәләкәс улын ҡосаҡлап илап ултырған ҡатынды йыуатып нимә тип әйтергә лә белмәй торҙо башта.
– Кисә – улым, бөгөн – ирем. Аллаһы Тәғәлә нимә өсөн беҙҙе шул хәтлем язалай икән? – тине Фәриҙә, бер аҙ тынысланғас, ҡаршыһында баҫып торған тәфтишсегә.
– Нимә тип әйтәһең инде... – тип көрһөндө Кәрим Ишбулды ул. – Ирегеҙ улығыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын күтәрә алманымы икән?
– Ошо хатта барыһы ла асыҡлана, – тип Фәриҙә ҡурҡып ҡына тәфтишсегә бер бит ҡағыҙ киҫәге һондо.
“Ҡәҙерле ҡатыным, Раян улым! Данир улымдың артынан китеү – минең өсөн берҙән-бер сара. Башҡа юл юҡ. Беҙ тоҡта ятмай, тиҙәр. Бөгөн булмаһа, иртәгә мине ҡулға алырға киләсәктәрен һиҙәм. Иңемә тауҙай гонаһ өйөлгән. Полицияла эшләйем тип, һеҙҙе алданым. Муйыны кәкре, һаулығы ҡаҡшаған кешене унда алмайҙар. Мин “Тиҙ аҡса” банкының коллекторы булдым һәм бурысы күбәйгән клиенттарының муйынына элмәк һалдым. Аҡса өсөн кеше үлтерһәм дә, улымдың ғүмерен ҡотҡара алманым. Барыһы өсөн дә мине кисерегеҙ. Үҙемде, ҡомһоҙлоғонан башына көсө етмәйенсә, үләкһәнең күҙ майы өсөн темеҫкенеп йөрөгән ҡоҙғондай итеп хис итәм.
Раян улым, һин – аҡыллы, тырыш малай. Әсәйеңә терәк бул. Һәйбәт итеп уҡы, матур һөнәр алырға тырыш, өйҙә ярҙамлаш. Фәриҙә ҡәҙерлем, мин һине яратам. Йәшһең, матурһың, күпмелер ваҡыттан икенсегә кейәүгә сыҡ. Ғүмереңде яңғыҙ үткәрмә, тип фатихамды бирәм. Бәхил булығыҙ”.
Дамир Туҡтарбаевтың ҡатыны менән улына яҙған хушлашыу хатын Кәрим Ишбулды улы көскә уҡып бөттө. Ҡағыҙҙың икенсе яҡ битендә хат авторы үлтергән кешеләрҙең исемлеге бирелгән ине. Йәмғеһе ун өс исем-фамилия. Улар араһында Көнбай Торсонбаев, Зөбәйҙә, Ислам Моратша улы ла бар ине. “Ислам Моратша улының йәнен коллектор ҡыйыуынан Аллаһы Тәғәлә аралаған. Ул үҙ үлеме менән үлгән”, – тип уйланы Кәрим Ишбулды улы.
Икенсе көндө республиканың төп яңылыҡтарынан “Кинйә ҡалаһындағы “Тиҙ аҡса”банкының ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрен ҡулға алыуҙарын, уларҙың ҡушыуы буйынса Ҡоҙғон ҡушаматлы коллекторҙың ун ике кешене үлтерелеүе хаҡында, хәбәр иттеләр. Банк хужаһы сит илгә алдан ҡасып ҡотолған икән. Ярҙамсыларына закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Дамир Туҡтарбаевтың исем-фамилияһын журналистарҙан йомоп ҡалыу өсөн Кәрим Ишбулды улы тырышты.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА-УРМАНШИНА.