Был хәл Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт студенты менән булған 
.
Ҡыҫҡаһы, быға тыуған яғы Баймаҡтан күстәнәс ебәргәндәр. Һый араһында туңдырылған, әммә инде иреп өлгөргән сей ҡаҙы ла булған. Шулай, студент егет ҡыуана-ҡыуана ҡайтып барғанда пакетының тотҡаһы өҙөлөп китә. Студент оҙаҡ уйлап тормай, ергә таралған ризыҡтарҙы ашыҡ-бошоҡ курткаһы эсенә тултырып ала ла юл аша сыҡҡанда машина аҫтына эләгә 
...
Артабан водитель тасуирлай:
- Егеткә төкөгәс ныҡ ҡот осто! Машинанан сыҡҡанда... Асфальтта ята ине, эргә-тирәһендә бахырҙың эсәктәре туҙырап ята!.. Ҡыйын булып китте, шунда уҡ хушымдан яҙып йығылдым... Аңыма килгәндә... Әлеге егет йүгереп йөрөп эсәктәрен курткаһы эсенә тултыра ине!
Ҡалғанын иҫләмәйем, тағын хушымдан яҙҙым...