Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
16 Февраль , 15:44

«Күҙ йәштәре аша алға барам, Осрашырбыҙ ҡайһы яҡтарҙа?..»

шағир Рәшит НАЗАРОВТЫҢ мөхәббәт тарихы

Бөгөн бәйән итәсәк мөхәббәт тарихына мин осраҡлы ғына юлыҡтым. Әммә был осраҡлыҡты оло мөғжизәгә тиңләргә була: ете йоҙаҡҡа бикләнгән серҙе белмәй ҙә ҡалыр инем бит. Һәм йөҙҙәрсә мөхәббәт шиғыры ижад иткән ШАҒИРҘЫҢ хис-тойғоларының кемгә арналғаны ла мәңгелек ҡуласаһында юғалып ҡалыр ине. Был тарихты белеүемә ике тиҫтә йыл үтте. Ижадсыны ғашиҡ иткән апай менән тағы ла осрашырға тура килде ул, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙон-оҙаҡ итеп серләшеп, йөрәкте өткән һорауҙарыма яуап алырға мөмкинлек булманы. Шуға ла мәҡәләлә бер аҙ асыҡланмаған факттар ҙа, даталар ҙа булыуы мөмкин. Әммә бәйән иткән һөйөү тарихы ысынбарлыҡта булған һәм мин уны әҙәбиәт, шиғриәт һөйөүселәргә, шағир яҙмышына, ижадына битараф булмағандарға еткергем килә.

2000 йылдар башы ине, ауыл китап­ханаһында эшләп йө­рөйөм. “Ейәнсура таңдары” гәзитендә Абзан мәктәбендә эшләп йөрөүсе Гөлфара Камил ҡыҙы ЙЫЛ­ҠЫБАЕ­ВАНЫҢ бер шәлкем ши­ғыры баҫылып сыҡты. Ул апайҙы яҡшы беләм – беҙҙең ауылда ты­уып үҫкән. Йәшлек йылдарында иһә төрлө ауылдың мәҙәниәт йортонда эшләне, аҙаҡ оҙаҡ йылдар Абзан мәктәбендә пионервожатый бул­ды. 1984 йылда уҡ хал­ҡыбыҙ ижадын ныҡлы өйрә­неп, мәктәп балаларын “Ын­йыҡай” фольклор ан­самбленә тупланы. Ейәнсура районына бәйле легенда-риүә­йәттәр, йыр­ҙарҙы йыйҙы, фольклор экспедицияларына йө­рөнө. “Ынйы­ҡай” ансамбле сы­ғыш­та­рына нигеҙләнгән тиҫтәнән ашыу телефильм, тапшырыу телевидение фондында әлеге көнгә тиклем һаҡлана. Шуны ла бил­дәләргә кәрәк: ансамбль ағза­ларының күбеһе уҡы­тыусы һө­нәрен һай­ланы, араларында ғүмерен сән­ғәткә, сәхнәгә арнаусылар ҙа бар. Гөлфара апай һәр кеше менән уртаҡ тел тапты, ойоштороу эшенә лә маһир ине. Шуға эш буйынса күп аралашырға тура килде беҙгә: ауылда үткән ҙур байрамдарға яҙған сце­нарийҙарымды тикшереп, кәңәшен дә бирә ине. ансамблдең сығышы иһә шул байрамдарҙы биҙәне. Әсәһе Мәр­фүға инәй менән минең Зәйтүнә ҡәрсәйем әхирәттәр булып, ғүмер буйы аралашып йәшәгәндәр. Шуға ла ул һәр ваҡыт мине туға­нындай күреп, һылыуым тип йөрөттө. Мин дә уға атаһының исемен ҡуш­майынса ғына, апай, тип өндәшә инем.
Гөлфара апайҙың шиғыр­ҙары, мәҡә­ләләре матбуғатта йыш баҫылып торҙо. Тик улар башлыса илһөйәрлек, тел, милләт темаһына арналған була ине. Ә был шәлкем нисектер күңелемде һиҫкәндереп ебәрҙе: һағыш һәм мөхәббәт, әрнеү һәм һағыныу тулы шиғырҙар ине ул. Ҡулыма гәзитте алам да, ҡат-ҡат уҡыйым, ҡайһы бер юлдарын ятлап та алдым. Аҙаҡ уларҙы ҡырҡып, блокнотҡа йәбеш­тереп ҡуйҙым.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Гөлфара апай менән осраш­ҡанда:
– Шул шиғырҙар һис кенә лә башымдан сыҡмай, апай. Шул тиклем хистәргә тулышҡан: әллә һеҙ шул тиклем ғашиҡ, әллә улар минең хәҙерге күңел торошома тап киләме? Һәр хәлдә битараф ҡалып булмай, – тип әлеге шәлкем ту­раһында әйтә ҡуйҙым.
– Рәхмәт, һылыуым. Быға тиклем мө­хәббәт шиғырҙа­рымды баҫ­тырырға ҡурҡа инем, быларын нисектер ба­тырсылыҡ иттем инде. Үҙем­дең дә күңел тетрәнеп ҡуйҙы ул. Ябай түгел улар, мәңгелек мөхәббәтем – шағир Рәшит На­зарға арналғандар...
– Нисек?
– Әйҙә, мәктәпкә төшәйек, һөй­ләшеп ултырайыҡ, серлә­шәйек. Һин бит миңә һылыу, серемде сисергә ярайҙыр... – күндәм генә эйәреп, апайҙың эш урынына йүнәлдек.
Кабинетына инеү менән өҫтәл тарт­ма­һынан таушалып бөткән китаптар сығарҙы – ҡат-ҡат уҡылған, йыш ҡулға алынғандар ғына шундай хәлдә була. Уларҙың барыһы ла Рәшит Назаровтыҡы ине.
– Мине бит 3-сө класҡа Өфө­ләге 9-сы башҡорт мәк­тәп-интер­на­тына (хәҙерге Рәми Ғарипов исе­мендәге республика башҡорт гимназия-интернаты) уҡырға ебәр­ҙеләр. Бик әүҙем, шуҡ, шаян, хатта бер аҙ шаталаҡ та бала инем. Бейергә яраттым, журна­листикаға ла ынтылыш бар ине, шул йыл­дарҙа уҡ таҡ­маҡтар, ҡыҫҡа ши­ғырҙар яҙа инем. 8-се класс башында “Баш­ҡортостан пионеры” һәм “Ленинсы” гә­зиттәре йәш шағирҙарға арналған ниндәй­ҙер сара үткәрҙе. Утыҙлап бала кил­гәйне (араларында мин дә бар), уларҙы беҙҙең интернатта ашаттылар. Олораҡтар айырым төркөм булып йөрөй, балаларға артыҡ иғтибар юҡ. Шул мәлдә ябай ғына кейенгән бер йәш егет килеп миңә һүҙ ҡушты. Шиғыр яҙыуын әйткәс: “Берәйһен уҡы әле”, – тинем. Тик ул баш тартты. Ә мин шунда уҡ уның оялсанлығына арнап бер таҡмаҡ сығарып, йырлап та ебәр­ҙем. Йылмайып ҡына ҡуйҙы. Сығып китер алдынан хат яҙырға адресымды һорап алды. Бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, Ауырғазы районынан Рәшит Назаров исе­менән хат килеп төштө. Яуап яҙҙым. Шулай беҙҙең арала дуҫлыҡ бар­лыҡҡа килде. Дуҫ­лыҡ тип әйтәм, сөнки ул һәр хатын: “Һаумы, дуҫым...” – тип башлап китә ине. 
Йылдар үтте, Рәшит мәктәпте тамамлап, ауылында эшләй башланы. Бер нисә тапҡыр Өфөгә, минең менән осрашыуға килде. Ул – етди, аҙ һүҙле, ә мин хәбәрҙе теҙәм генә, шаярам, көләм. Ҡайһы бер һүҙҙәремә йылмая ла ҡуя. Хаттарына йыш ҡына ши­ғырҙарынан өҙөктәр яҙа ине. Аҙаҡ миңә “аҫыл ҡошом”, “гөлөм”, тигән матур һүҙҙәр яҙа башланы, еңелсә генә хистәрен дә аңғартып ҡуя.
Беҙҙең яҡтар Өфөнән йыраҡ, һирәк ҡайтһаҡ та, ауылда оҙағыраҡ булырға тырышабыҙ. Бер шулай йәйгелеккә ауылға ҡайтыуым тураһында һүҙ сыҡҡас, Рәшит: “Бейеүсе булырға теләйһең бит, әйҙә, Стәрлегә барып ҡара. Миңә лә яҡыныраҡ булырһың, һағынам бит”, – тип әйтеп ысҡындырҙы. Шул саҡта ғына уның миңә булған тойғоларының етди булыуын аң­ланым, шикелле. Имтихандар ва­ҡытында килермен, тип ка­никулға ҡайтып киттем. Тик әсәйемдәр минең артист булыуыма ҡырҡа ҡаршы төштө, уларҙың һүҙен йыға алманым – имтихандарға барманым. 
Элек тыуған көндәргә нисектер иғтибар булманы, ҡот­лауҙар ҙа ҡабул итмәй инек. Шулай ҙа Рәшиттән июль аҙағындараҡ хат алдым. Унда:
Дуҫым! Тот та ҡулдарымдан,
Шатлыҡ, бәхет юра, –
Минең алда башланмаған
Аҙмы юлдар тора!
Төйнәп һаман осон осҡа,
Сабам күҙем тоноп,
Үрелерҙәр улар бергә
Ғүмер юлым булып.
Үрҙәр ҡалҡыр, һикәлтәләр...
Тыймам ләкин атты, –
Әкиәттәге ҡояш ҡыҙы
Һарайына саҡлы!
Уйҙар өсөн етә икән,
Юл да етмәҫ, тимә.
Дуҫым! Тот та ҡулдарымдан,
Шатлыҡ, бәхет телә! – тигән юлдар менән хат килде. Яҙған датаһы минең тыуған көнгә тап килә ине, ҡотлау кеүек ҡабул иттем. Шиғыр­ҙарын ул бик һирәк ту­лы­һынса яҙҙы, күберәк 1 – 2 куплетын ғына ебәрә ине. Бәлки ҡа­ралама варианты ғына бул­ғандыр. Мин уларҙы ятлап алдым, күптәре бөгөн дә иҫемдә. Донъя күргән китаптарында осратһам, ихлас кү­ңелдән шатланам.
Шул йылдың йәй аҙағында иген ташыған юлаусы маши­наларға ултырып, Рәшит Юл­дашҡа үҙе килеп төштө! “Уҡырға килмәнең, ә мине оҙаҡламай армияға ала­саҡ­тар”, – тине ул йылмайып. Ә өйҙә дауыл ҡупты: 16 йәшлек ҡыҙҙы анау һынлы ерҙән егет эҙләп килеүе башҡа һый­маҫ­лыҡ хәл! Көпә-көндөҙ урам буйлап етәкләшеп үткәнбеҙ! Ә минең шатлығымдан түбәм күккә тейҙе. Өфөлә мотлаҡ осрашырға, осраша алмаһаҡ, уны һалдаттан ҡайтыуын көтөргә вәғәҙәләп, Абзан ауылынан район үҙәгенә барған автобуста оҙатып ҡалдым.
Ә әсәйем менән үгәй әтейем миңә ныҡ асыуланды. Ин­тернатҡа ебәрмәү менән дә янанылар. “Беҙ һине уҡып, үҙебеҙҙең яҡҡа эшкә ҡайтыр, тип өмөт итәбеҙ. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигәндәрен онотма!” – тигән ноҡоттар күп булды. Уларҙың һүҙенә ҡараманыҡ, хат алышыуҙы дауам иттек. Тик ул һуңғы хатында: “Баш­ҡаса миңә яҙма, ҡайты­уымды көтмә”, – тигәнерәк һүҙҙәр яҙ­ғайны. Иланым, аңла­тыуын һорап хат яҙырға иттем дә, төңөлдөм. Ғорур ҙа инем, егет кешегә инәлеп торғом кил­мәне. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумында уҡый башлағайным, беткә үс ит­кәндәй, барыһын да ташлап, ауылға ҡайтып киттем. Икенсе кешегә ғашиҡ булғандыр, тигән уй ғына башыма килде. Сөнки тап шул ваҡыттараҡ бер курсташ ҡыҙыҡай бер туған ағаһының әрме хеҙмәтенән кәләш алып ҡайтыуы тура­һында һөй­ләгәйне.
5 – 6 йыл тирәһе үткәс кенә Рәшиттең ауырып китеүе тура­һында белдем. Ул саҡта мин инде кейәүгә сығып, оло улым тыу­ғайны. Шулай ҙа күңелемде тынысландырыу өсөн осрашырға, һөй­ләшергә булдым. Ауылына хат яҙып, Рәшиттең Благовещен ҡала­һындағы интернатта ятҡанын белә инем. Мәктәп йылдарынан уҡ яҡшы аралашҡан артистар ғаиләһе – Рәғиҙә апай Янбулатованан яр­ҙам һораным. Ул танышы менән һөйләшеп, машина тапты. Ә Гөл­сәсәк (Гөлли Мөбәрәкова) апай улымды ҡарап торорға булды. Тик ишек төбөндә ике сәғәт көтөп торһам да, күпме генә инәлһәм дә, мине Рәшит янына индермәнеләр – ул ос­ра­шыуҙан баш тартҡан. Бары тик санитарҙар аша өс сәғәт биреп сығарғайны. Хәҙер, әллә ул интернатта йәшәүселәр сәғәт эшләнеме, әллә тө­ҙәт­теме икән, тип уйлап ҡуям. Сөнки бер-бе­реһенә оҡшаш ҡына сәғәттәрҙе ҡайҙан ал­һын? Бына шулай, һы­лыуым, ғүмер буйы уны яратып, һағынып, шиғырҙарын уҡып йыуанып йәшәп ятам. Шәхси тормошом артыҡ матурҙан булманы, ике тапҡыр ғаилә ҡорҙом, килеп сыҡманы. Шулай ҙа үкенмәйем: өс улым, бер бөртөк ҡыҙым бар. Үҙемде тулыһынса мәктәп эшенә арнаным. Шиғыр һөйләүселәр конкурсы булһа, балаларға мотлаҡ рәүештә Рәшит Назаров тигән бөйөк шағир ту­раһында һөйләп, уның әҫәр­ҙәрен ятлатам. Сце­нарийҙар яҙғанда ла уларҙы индерәм... – тип һөйләне Гөлфара апай һәм үҙенә арналған бер нисә шиғырҙы уҡып күрһәтте.
Был тарих мине шиғырҙарға ҡарағанда ла нығыраҡ тет­рән­дерҙе. Беҙҙең ауылға  яратҡан кешеһен эҙләп, шундай күренекле, билдәле шағир үҙе килгән! Бына бит ниндәй көслө тойғолар: үткән быуат­тың 60-сы йылдарында Өфө тарафтарынан беҙҙең төпкөл ра­йонға, ауылға килеп етеү өсөн күпме михнәт аша үтеп, күпме ваҡыт сарыф итергә кәрәклеген ололар һөйләүенән беләм. Шағир һөйөүе генә бындай ба­тырлыҡҡа этәргән­дер.
Абзандан Юлдашҡа нисек ҡай­тып ет­кәнемде хәтерлә­мәйем. Гөлфара апай һөйлә­гәндәре кү­ңелгә һыймай, сәй эсеп ултырған атай менән әсәйгә:
– Беләһегеҙме, Рәшит Назаров менән Гөлфара Камил ҡыҙының мөхәббәт булған икән?! – тип һөйләргә булып киттем.
– Беләм. 63-сө йыл ул бит Юл­дашҡа килде уның артынан, – тип атай тағы ла бер тапҡыр шаҡ ҡатырҙы.
– Нисек беләһең? Белгәс, ни­ңә быға тиклем уның тура­һында һөйләмәнең?
– Әллә инде. Бер аҙ оятыраҡ та булды. Беҙҙең бер класташ Гөл­фараны яратып йөрөй ине бит, шуға Өфөнән егете кил­гән, тигәс, беҙ уны бер аҙ “аҡылға ла ултыртып” ма­таштыҡ. Ә бер егет, ҡурҡытам, тип клубҡа мылтыҡ та тотоп сыҡҡайны. Кем белгән инде, уның шундай күренекле кеше булғанын. Рәшитме – Рәшит. Аҙаҡ, бер нисә йыл үтеп, китабы сыҡҡас ҡына уның ысын шағир булыуын белдек... – тип ҡуйҙы атайым.
Бына ошо мөхәббәт тарихы ике тиҫтә йыл буйы минең күңелдә ниндәйҙер эске яныу ҙа, һағыш та, әрнеү ҙә булып йәшәне. Кешеләргә һөйләү тураһында уйламай ҙа инем. 2006 йылда шағир вафат булды. 2022 йыл аҙағында ҡаты ауырыуҙан һуң Гөлфара апайҙың да яҡты донъя менән хушлашыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Шул саҡ теге шиғри шәлкем тағы ла иҫемә төштө:
“Һине күрмәй китмәм был донъянан,
Китәлмаҫһың, ахыры, һин – минһеҙ...”
Тағы ла күңел болоҡһоно. Һәм 2023 йылдың аҙағында шағирҙың тыуған ауылында үтәсәк сараға саҡырыу алдым. Ниңәлер ошо тарихты һөйләге, ауылдаштарына еткерге кил­де. Ә был бит – сер, Гөлфара апайҙың ышанып тап­шырған аманаты. Икеләнәм. Ике­һенең дә рухына бағышлап аят-доғалар уҡыным да, тәүәк­кәл­ләнем. Тик сығыш яһағанда Рәшит Назаровтың Гөлфара апайға ар­налған шиғырҙарын ғына түгел, ә киреһенсә, һөй­гәненең шағирға арнап яҙ­ғандарын да уҡырға кәрәк бит. “Апай, әгәр был тарихты бәйән итеүемде теләһәң, юлымды ас: шиғырҙарың табылһын. Ә инде табылмай икән, тимәк, ризалығың юҡ, тип ҡабул итәм”, – тинем.
Минең китаптар, дәфтәрҙәр, блокноттар тупланмаһы бә­ләкәй китапхананы хә­терләтә. Кәштәгә һыймағандары өҫтәл тартмаларында, унда һыйма­ғандары ҡум­таларға, пакет­тарға тултырылып, шкаф­тарға урынлаштырылған. Балкон кәштә­ләренең яртыһы шундай ҡумталар менән тулған. Ә Гөлфара апайҙың шиғыры алһыу төҫтәге блокнотта һаҡ­ланғанын ғына беләм. Тағы ла бер мөғжизә: шкафтан алған икенсе ҡумтаның иң өҫтөндә табылды ул.
Осрашыуҙа матурлап сығыш яһай алманым – күңелем тул­ды, тулҡынландым, иланым. Шулай ҙа оло апайҙар килеп: “Рәхмәт, һылыу, беҙҙе тыныс­ландырҙың. Шундай ҙа талантлы, һылыу егетте яратҡан ҡыҙ булманымы икән ни, тип күңел борсола ине. Яратылған, үҙе лә яратҡанын белеп, ҡыуанып ултырҙыҡ. Гәзиткә лә шул турала яҙ әле”, – тинеләр. Гөлфара апай­ҙың ҡыҙы Гүзәл менән аралаша инек, рөхсәт һорап уға мөрәжәғәт иттем. Ни тиһәң дә, мең ғаләм хөкөмөнә был тарихты сығарыр алдынан яҡындарының да күңелен уйларға кәрәк бит. Телефондан йомошомдо әйтеү менән Гүзәл:
– Улар икеһе лә вафат, кеше һүҙе тейер тип ҡурҡырға түгел. Әлбиттә, рөхсәт, апай. Сөнки әсәйемдең ғүмер буйы Рәшит Назаровтың шиғырҙарын уҡып, уның тура­һындағы хәтирәләр менән йә­шәүен белдем. Улай ғына ла түгел, әсәйем 2004 әллә 2005 йылда Ишембай дауахана-интернатына барып, уның менән кү­решеп тә ҡайтты бит. Тик ул саҡта мин ситтә уҡый инем, ныҡлап һөйләшә ал­маныҡ. Бары тик шатланып: “Рәшит мине таныны бит, һаумы, Гөлфара, тип күреште. Сәғәт­тәренең икәүһен һаман һаҡлауымды, ә береһен һиңә биреүемде һөйләнем”, – ти­гәне генә иҫтә ҡалған. Нимә әйткем килә –  әсәй үҙе лә бик күп шиғыр, ҡобайыр яҙған, әллә күпме сценарийы, фольклор материалы бар. Вафатынан һуң барлыҡ архивын үҙемә алып ҡайттым. Яйлап өйрәнеп, уларҙы айырым китап итеп баҫтырырға ине, тигән уй  ҙа бар. Һәм шул материалдар араһында Рәшит Назар ижадына арналған айырым папка бар – әсәйем гәзит-журнал­дарҙа сыҡҡан мәҡә­ләләрҙе, ши­ғырҙарын айырым туплап барған икән. Шул тиклем таҙа, эскерһеҙ, йылдар буйына һаҡ­ланған һөйөү булған уларҙа, – тине. Шулай уҡ те­ләктәрен дә еткерҙе. – Был мөхәббәт тарихы бөгөнгө көнгә тиклем сер булып һаҡланды. Һәм был мәҡәлә донъя күргәндән һуң да саф хистәргә тулы шиғыр­ҙар аша дәлилләнгән хис-тойғоларға сит-яттар тап тө­шөрмәҫ, тип ышанам. Бары тик улар ижадына ҡыҙыҡ­һыныу, ихтирам һәм иғтибар артыр, исемдәре мәңгеләш­терелер. Ә серҙәрен асырға ярҙам иткән миңә, мо­ғайын, үпкә белдереүселәр булмаҫ...
Мөхәббәт хисе бар ваҡ­лыҡ­тан, ҡара­лыҡтан, ғәйбәттән һәр ваҡыт өҫтөн булды. Ошо хис шағир күңелендә ижадҡа ынтылыш булдырғандыр, бө­йөк әҫәрҙәрен яҙырға илһам биргәндер. Бәлки, ябай кеше­ләргә бикле булған үҙ донъя­һында ул ошо хистәр менән генә ғүмер иткәндер...
Был тарихты һеҙгә лә бәйән иттем. Инде ғашиҡ йәндәрҙең бер-береһенә арналған ши­ғырҙары күпер булып, ахи­рәттә уларҙы ҡауыштыр­ған­дыр, тип өмөт итергә генә ҡала...

Рәшит НАЗАРҘЫҢ Гөлфара апайға арнап яҙған шиғыр­ҙары

Барырмын

Тормош юлдарына сығыр өсөн
Йөрәк ҡағып килгән сағыңда
Мин осраттым һине, иҫеңдәме,
Алһыу таңда — тыуған яғыңда.
Юҡ, үпмәнем татлы иренеңдән,
Ҡосағыма һине алманым,
Шулай ҙа һин, йәнем, йөрәгемде
Һүнмәҫ ялҡын менән ялманың.
Алыҫһың шул хәҙер, бик алыҫһың,
Оҙон юлдар беҙҙең арала.
Улар буйлап төпһөҙ мәңгелеккә
Көндәр, йылдар ағып баралар.
Шул йылдарҙы байҡап, ҡара әле,
Ҡара әле минең күҙемә,
Унда, йәнем, һаман өмөт яна,
Мөхәббәтем хисе һиҙелә.
Һөйөүең бар икән, һин әйт кенә,
Йылдар үтә юлдар ярырмын,
Мәңгелектең баҫып сикәһенә,
Яндарыңа тағы барырмын!

*    *     *

Иҫеңдәме, миңә һөйләгәйнең
Был яҡтарҙың гүзәл таңдарын,
Һөйләгәйнең ярҙа йырлай-йырлай
Бейеп торған ғәжәп талдарҙы...
Мин дә килдем бына... Хистәремде
Мөхәббәтең менән биҙәйем.
Ҡайҙа үҫһә гөлдөң иң матуры –
Һинең эҙҙе шунан эҙләүем.
Сәскә диңгеҙҙәре... Аллы-гөллө...
Ә диңгеҙҙә эҙ һуң ҡаламы?
Тик хистәрең генә, көтмәгәндә,
Һиҫкәндереп тып-тын һауаны,
Серле бер ҡош булып, моңдай, 
нурҙай,
Ҡағынып үтә төҫлө шым ғына...
Туҡ-туҡ тибә өҙөлөп йөрәк шул саҡ,
Һулҡ-һулҡ ағыла һөйөү, моң шунда...

Ара алыҫ

Ара алыҫ, артыҡ алыҫ, иркәм,
Тура юлдар һиңә бармайҙар.
Йөрәгемде ҡырҙар, баҫыуҙарым
Мең төрлө хис менән арбайҙар.
Тыуған ерҙең сәскәләрен өҙөп
Илтә алмам һиңә. Шиңерҙәр.
Йәйәү китһәм — таяҡ ҡылға ҡалыр,
Епкә ҡалыр көслө һеңерҙәр.
Арғымаҡта елдәй елер инем,
Тыуған ерһеҙ нисек китәһең?
Арттарымдан кем һуң алып барыр
Ауылымды, Урал итәген?..
Мин уларһыҙ, иркәм, ояһыҙ ҡош,
Ҡанатһыҙ ҡош һинһеҙ, бик беләм.
Һинең янға шуға,
Һалып йөрәгемә,
Тыуған ерҙең үҙен килтерәм.

 *    *     *
Тик бер һүҙең менән йөрәгемә
Изге һулыш өрҙөң,
О, наҙлыһы тыуған тупрағымдың,
Аҫыл ҡошо ерҙең!
Туңып ятҡан хистәр уяндылар…
Тын бәхетте йығып,
Әйтерһең дә, тере ут сығарҙың
Боҙҙо боҙға һуғып.
Үҙ яныңа өндәп иҫкән елдә
Килһә әгәр өнөң,
Һигеҙ диңгеҙ һикереп үтер инем,
Алыҫ дуҫым минең! 

Йәшен

Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, 
утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең
 йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай 
ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, 
ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, 
утлы йәшен…

  *    *     *
Боролдоң да бер ал сәскә һуҙҙың:
«Кисер», — тинең никтер яй ғына…
Шул бер гөлгә, дуҫым, әллә ниңә
Ике ҡуллап шунда үрелдем…
Үҙең ул саҡ гөлдәр араһында
Иң матур гөл булып күрендең.
Әллә ниңә мин дә: «Кисер», — тинем,
Ҡаушаным да, ахыры, аҙыраҡ.
Һинең йөҙ ҙә дөрләп тора ине
Шул гөлдән һәм таңдан алыраҡ…
Оҙаҡ һаҡланым мин ул сәскәне,
Ҡарай инем һаман йышыраҡ.
Төҫө шул уҡ ине, кипһә лә ул,
Хуш еҫе лә барыбер шул һымаҡ.
Мин юғалттым уны… Белмәһәм дә,
Һинән оят — шул иң ауыры…
Ҡыш, ҡар, буран ине: алғандарҙыр
Яҙҙы һағынып йәштәр, ахыры…
Ни эшләйһең! Һәр кем яҙҙы көтә,
Иҫтәлеген һөйә яҙ юҡта.
Ҡыштан һуң да барыбер яҙҙар килә,
Буранда ла яҙҙар яҙлыҡмай.
Мин хат яҙҙым. Ҡыҫҡа ғына итеп,
Бар ялҡынды йыйнап бер биткә.
Һәм ебәрҙем һиңә һөйөүемде
Ал сәскәле йәшел конвертта.
Яуап көттөм… Буран, ҡыш ирене,
Ҡарлы ҡырҙа умырзаялар
Көлөп торҙо зәңгәр күккә ҡарап…
Сәскә атты хатта ҡаялар!
Аҫыл ҡошом минең!.. Хаттар алдым,
Гөлдәр алдым — тыуған ерҙекен.
Тик һаман да йөрәк әрнеп ҡуя,
Шул юғалған алһыу гөл өсөн.
Күҙ алдыма йыш-йыш килә тағы:
Алһыу сәскәләргә күмелеп,
Йырлай-йырлай таңда, көлә-көлә
Туғайҙарҙан атлап килеүең.
Һәм, мин ҡайтҡас ҡабат тыуған ергә,
Беҙ осрашырбыҙ гүзәл көн етеп, —
Һин һуҙырһың кеүек һөйөүеңде
Һис һулымаҫ алһыу гөл итеп…

Гөлфара ЙЫЛҠЫБАЕВАНЫҢ Рәшит Назарға арнап яҙған шиғырҙары

Һиңә барам

Шоморт ҡара күҙле ҡараңғы төн,
Арабыҙҙа йылдар теҙмәһе.
Йөрәк әрней, һыҙылып илай күңел,
Юҡ икән шул, юҡтыр сараһы.
Икебеҙ ике яҡта – эҙҙәребеҙ
Аҙым һайын ҡанлы таптарҙа.
Күҙ йәштәре аша һиңә барам,
Осрашырбыҙ ҡайһы яҡтарҙа?
Танырһыңмы, иркәм, 
“Гөлкәй-гөлдө?” –
Сәстәремә ҡунған ай нуры.
Йоҡоһоҙ төндәр һалған үҙ эҙҙәрен,
Бары күңелем һаман шул көйө.
Һиңә барам, юлым бәлки оҙон,
Бәлки ҡыҫҡа булыр – билдәһеҙ.
Һине күрмәй китмәм 
был донъянан,
Китә алмаҫһың, ахыры, 
һин – минһеҙ.
*    *     *
Һағыш даръяһына юлдар алды,
Йылдарымдың иң саф саҡтары.
Күҙҙәремдә сағылып ҡына ҡалды
Йәшлегемдең ярһыу саптары.
“Һөйәм!” – тинең хистәреңә
 сорнап,
Утлы өйөрмә булып ялманың.
Өйөрмәлә ҡалдың, әсе яҙмыш –
Юлды, иркәм, аңһыҙ һайланың.
Яҙған шиғырҙарың мине өтә,
Ҡан һырҡырай һәр бер һүҙеңдән.
Һин хыялый түгел, мин хыялый,
Һыным атлай утлы күмерҙән.

*    *     *
Аяуһыҙ ҙа яҙмыш ҡаҙаны ҡаяу,
Һин барһың да, һин бит юҡһың да.
Гүйә, ер ярылды, юл өҙөлдө,
Ҡарала яндым ҡайнар упҡында.
Саҡ-Суҡ булдыҡ, утлы йәшен өттө,
Сиселмәҫ сер – наҙлы һөйөүем.
Ғүмер буйы ҡолағымда сыңлай:
“Ауылың йыраҡ, ҡайтма...” – 
тиеүең.
Арабыҙҙа алыҫ йылдар түгел,
Донъя түңкәрелде баш түбән.
Ике яҡта ике күләгә беҙ,
Яңғыҙлыҡта ҡайнар йәш түгәм.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: