Әсә доғаһы
Фәниә Вилдан ҡыҙы Низамоваға
арнайым
Ут эсенә инеп бара балаһы,
Туҡтатырға юҡтыр уның сараһы...
Балаҡайы – күҙенең бит ҡараһы,
Йөрәгенең киҫәккәйе, яраһы,
Ут эсенә инеп бара балаһы.
Сараһыҙҙан ҡулын һуҙа күктәргә,
Күктәр, гүйә, уны үҙе күтәрә.
Бер генә һүҙ: "Һаҡла, Аллам, баламды!"
Мин артынан уны күҙләп барамдыр,
Балаҡайым – күҙемдәге ҡарамдыр.
Ул абынһа, мин күтәреп аламдыр,
Уйҙарымда иртән-кисен баламдыр.
Ут эсенә инеп барған баламдың
Артынан мин уттар йотоп ҡаламдыр.
Балаҡайым – күҙемдәге ҡарамдыр.
Доғаларым – тик берҙән-бер сарамдыр.
Балаҡайым – минең йөрәк парамдыр.
Доғаларым миңә, гүйә, юл аса,
Ҡамап алғас уны утлы ҡуласа,
Дер һелкетәм күктәрҙе мин: "Асығыҙ!
Минең алда яуап тотоп баҫығыҙ!
Төбәгәндә мылтыҡ әҙәм әҙәмгә,
Ҡайҙа һеҙҙең, аҡыллылар, башығыҙ?"
Үлем менән осрашҡас та күҙгә-күҙ,
Аҡылына килер уның тик бер һүҙ:
"Әсәй!" – тиеп ҡысҡырырҙай булыр ҙа,
Ут ҡуласа яҡынайыр быуырҙан.
"Әсәй!" – тиһә, тойормон мин алыҫтан,
Ут эсенән, дошман менән алыштан.
Көс алыр ул әйтеп әсәй һүҙенән,
Үлем кинәт ҡурҡып ҡасыр үҙенән.
Шул минутта ҡул һуҙырмын күктәргә,
Доғаларым ышыҡ булыр сүптәрҙән.
“Тапшырғанмын аманат тип үҙеңә,
Эй, Хоҙайым, ҡолаҡ һалсы һүҙемә”.
Ялҡын ялмай,
"Бөттөм!" – тигән уй ҡала.
Әсәйеңдең доға көсөн той, бала!
Шул ваҡытта ни мөғжизә,
Ут һүнә,
Дошман ҡаса,
Еңелеүгә ул күнә...
Доға көсө, әсәй көсө тау ярыр,
Үлемдәрҙән тартып алыр, яу һалып.
"Әсәй!" – тиһә,
Унан үлем сигенә,
Балаһының хәлен әсә һиҙенә.
"Әсәй!" һүҙе тартып алыр ялҡындан,
Өшөгәндә усаҡ булыр һалҡында.
Әсәй килер иң беренсе аңыңа,
Әгәр үлем килеп баҫһа яныңа.
"Әсәй!" – тиһәм, арта көсөм йөрәктә,
"Әсәй!" – тибеҙ ҡайҙа ғына йөрөһәк тә.
Әсәй беҙгә Ватан да ул, ил дә ул,
Ул булғанда теймәҫ беҙгә ел-дауыл!
Әсәй ҡылған доға-теләк үтәлә.
Әсәй күңеле нескә була үтә лә.
Балаһына йәнен бүлеп бирерҙәй.
Ҡарашынан ҡар тауҙары ирерҙәй.
Ҡул күтәреп әсә ҡылған доғанан
Сигенгән ут, ҡапыл ғына тоҡанған.
Хәүеф-хәтәр булмағандай юҡ булған,
Осҡан саҡта кәйелеп ғәйеп уҡ булған.
Әсәйҙәрҙең доға көсө – мөғжизә.
Әсәй генә барын һиҙә.
Ул түҙә.
Әсәйҙәрҙең доға көсө һаҡлаһын,
Улар башын ғорур тотоп атлаһын.
“Улым ҡайтты!” – тип һөйөнһөн гел генә.
Юлдарында күкрәп үҫһен гөл генә.
Әсәйҙәрҙең фатихаһы – бәрәкәт,
Изгелегең,
Доғаң өсөн ҙур рәхмәт!
Әсә сабырлығы
Махсус хәрби операция барышында һәләк булған батырҙарҙың, Фәнис Хөсәйеновтың әсәһенә бағышлайым
Ватан өсөн башын һала уландар,
Йөрәгендә ил тойғоһо булғандар.
Фиҙа ҡылған йәнен изге алышта
Мәләк кенә булып ҡала ғарышта.
Илкәйендә батыр тигән дан ҡала,
Батыр ҙа бит әсәһенә тик бала...
Күтәрә ул үҙ иңендә һынауҙы,
Сәскәйенә иртә төшкән ҡырауҙы.
Көтөп инде көтмәгәндәр төңөлһөн,
Әсә генә һәр тауышҡа өңөлһөн.
Шылт итһә лә улы төшөр иҫенә,
Ҡайтыр тигән уйына ул эҫенә.
Белгәндә лә инмәҫен был ишектән,
Күпме шундай хәлдәрҙе ул ишеткән!
Ҡайтыр кеүек йөрәгенә яҙ булып,
Тулыр кеүек йөрәгенә наҙ булып.
Доға ғына кәрәк хәҙер, юҡ сара,
Алыҫаймай, яҡынаймай бит ара.
Йондоҙ булып атылған ул күктәргә,
Башҡа һыймаҫ хәл кеүек был күптәргә.
Көс кәрәк бит артабан да йәшәргә,
Йәйғор булып һуҙылырға, йәшнәргә!
Ғүмер шәме һүрәнләнә барғандай,
Һағыштары ҡамсы менән ярғандай.
Түҙемлектәр нисек кәрәк кешегә!
Кеше генә һынауҙарҙан бешегә!
Ваҡыт дауа түгел ҡайғы-хәсрәткә,
Онотам да тиһәң, хәтер сәсрәтә...
Сараһыҙҙан сара табып йәшәргә,
Һүнгән ерҙән ҡабынырға, йәшнәргә.
Таба ул көс!
Доға ҡыла.
Эй, балам!
Йондоҙ булып хәҙер күктә нурланаң.
Хәҙер күктән көс бирәһең үҙемә,
Әйләнәм дә ҡайтам һуңғы һүҙеңә:
“Шәһит китһәм, һин йәш түкмә,
бул сабыр!
Һинең улың һис һынатмаҫ, юл табыр!
Юғары рух, ихтыярым – һинәндер.
Һинең юлдан тура ҡарап киләмдер!”
Батырҙарҙы – батыр әсәй үҫтерә,
Батырҙарға батыр әсәй көс бирә.
Шуға ла ул һынмаҫ рухлы үҙе лә.
Заман мохтаж батыр әсәй һүҙенә.
Балаларҙы доға көсө һаҡлаһын,
Әсәйҙәрҙең өмөттәре аҡланһын!
Иламаһын бер әсәй ҙә был Ерҙә,
Әсәйҙәрҙе бирмәйек беҙ йәбергә!
Әсәгә йыуатыу
Йәнен илебеҙҙе һаҡлап фиҙа ҡылған ауылдашым Әбйәлил районы Ишҡол ауылы егете Фидан Солтановҡа һәм шәһит киткән башҡа яугирҙар иҫтәлегенә. Фидандың әсәһе Нуриҙә Дим ҡыҙы Ниғмәтуллинаға сабырлыҡ теләйем.
Батыр үлмәй. Ул үлһә лә,
Ерҙә уның даны ҡала.
Иле өсөн йәнен бирһә,
Ергә уның ҡаны тама.
Ул ер булып кире ҡайта,
Ул ел булып иҫә күптән.
Ямғыр булып йәшен түгә,
Йондоҙ булып балҡый күктә.
Ул йылмайып килә ҡаршы,
Хәтерҙә ул шундай яҡын,
Иламағыҙ, ул ҡайтҡан бит!
Үтеп тамуҡ, үтеп ялҡын.
Ул йыр булып беҙгә ҡайтҡан,
Еребеҙгә фиҙа йәне!
Йәшәлмәгән уның ғүмере –
Бөтмәгән дә янып шәме...
Батыр ғүмере насип уға,
Онотолмаҫ уның хәтер.
Йондоҙ булып балҡый күктә,
Ул көс биреп беҙгә хәҙер.
Урал батыр вариҫтары
Эх, китә,
Аҫылдар китә.
Ғәзиз балалары әсәләрҙең...
Ҡасан килер шартлап ябылыр көн
Иҫәп көҫәр
Яһил кәнсәләрҙең?
Ҡәһҡәһәнән осҡан ҡанлы сәләм
Ҡырау булып төшә сәстәренә,
Салғы булып утай әсәләрҙе,
Ағыу сәсә ғүмер бәҫтәренә.
Китер юлдар гөлгә күмелә лә
Әсе йәштәр менән һуғарыла.
Йәшәлмәгән ғүмер,
Кеше хаҡы
Төҫһөҙләнә бара шуға ғына.
Урал батыр бөрккән тамсы булып,
Аҫыл егет һала ғәзиз башын.
Иле өсөн ҡорбан булғандарҙың
Нур яҡтыртыр ерҙә ҡәбер ташын.
Ниндәй һүҙҙәр менән йыуатайыҡ,
Әсәләргә был уңалмаҫ яра.
Уның өсөн, гүйә, тыныс төндәр
Өнһөҙ генә ергә инеп бара...
Урал вариҫтары яу сапҡанда
Ил тойғоһо менән ғүмер баҡый,
Ҡая төйәк иткән сая бөркөт
Ҡанаттарын йәйеп күктә саңҡый.
Ғорур Урал батыр вариҫтары –
Йәнен аямайса алға бара.
“Ә беҙ йәшәү өсөн,
Тереләр өсөн,
Ғүмер өсөн
Үлдек,
Алдыҡ яра”.
Йәшенгә
Баш осомдан, юҡ, ялағай түгел,
Һыҙғырып үтте, гүйә, утлы йәшен.
Тормошоңдо ҡап уртаға бүлер,
Юлда торма, кит тиҙерәк, йәшен!
Тормошомда сағыу йәйғор көткәс,
Ҡоласымды астым, яндыр, көйҙөр!
Йәшен булып йәшнәп юғалма тик,
Һөй өҙөлөп. Һәм үҙеңде һөйҙөр!
Йәшен уҡтарынан ут сәселә,
Ҡайһы тарафтарҙа күкрәй күктәр?
Йәшендән һуң килгән ямғыр – шифа,
Йыуылып төшә йәндән шырау-сүптәр.
Йәшен сатаҡтарын һайрар өсөн
Һайлаған мин булам, йәнкәй-йәнәш.
Моңом ҡала Ерҙә һиңә тигән,
Йырым ҡалыр шул йәшенгә тиңдәш.
Йәшен уғы сәрпәкләгән йөрәк
Кемгә кәрәк?
Йәйғор булып ҡалҡам.
Һинең йөҙөң сағылыуын көтә
Иртән теләк теләп кейгән алҡам.
Һин ҡайтыр көн
Күҙ алдыма килә ап-асыҡтан
Һин ҡайтыр көн: оҙаҡ көттөрмәҫ ул.
Хуш еҫтәрен бөрккән сәскәләрең,
Күҙҙәреңдең ҡапыл йәшкәҙәүе.
Йәнем шуны белә ине бит ул,
Күҙ алдыма килә ине асыҡ:
Ашығыуың ярһып минең янға,
Биш баҫырҙай ерҙә берҙе баҫып...
Ҡулың бешер кеүек үҙ тыныңдан,
Үрелгәндә ишек тотҡаһына.
Кеше генә түгел, әйберҙәр ҙә
һөйөклөһөн белә ул һағына!
Беҙ һағындыҡ тиеп тартып тора
Ҡулың тейгән, күҙең күргән тараф.
Йәнеңдә ул нөктә янып тора,
Ҡалып булмай уға һис битараф.
Танауыма бәрелә татлы еҫең,
Ҡосағыңа, гүйә, донъя һыйған.
Фәрештәләр тантанаһын күреп,
Фатихаһын биргән беҙгә Йыһан.
Күҙ алдыма килде ап-асыҡтан.
Күҙҙәреңдең йылы нурын тоям.
Һин ҡайтырһың.
Быға күп ҡалмаған.
Күңелем – тыныс.
Шуға бөтөн донъям.
Яугирға хат
Инәйҙәрҙең яҙған изге хаты –
Яугир йөрәгенә – юл япрағы!
Ойоҡбаштар тыуған яҡтан килгән,
Ниндәйе юҡ!
Һоро,
Ҡараһы,
Ағы!
Ойоҡбашҡа тағылып килгән сәләм
Яугир йәнен һаҡлар бетеү үҙе.
Атайҙарҙың ҡарап ҡалған күҙе,
Әсәйҙәрҙең юлға әйткән һүҙе.
Тыуған ил намыҫы, өмөтө һеҙ,
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ!
Ут-һыуҙарҙан һеҙҙе алып сыҡһын
Ғәм алдында биргән хаҡ антығыҙ!
Ә хатығыҙ...
Кире әйләнеп ҡайтҡан
Һаҡланһындар хәтер булып ерҙә!
Тыныс атһын киләсәктә таңдар,
Һуғыш уты тоҡанмаһын бер ҙә!
Инәйҙәрҙең ҡулы яҙған хаттар –
Бетеү булып һеҙҙең йәнде һаҡлар.
Ойоҡбашҡа тағылып килгән сәләм –
Һау ҡайтығыҙ!
Шуны көтә ғәләм.
Көтөрмөн!
Мин һине көтөрмөн!
Ыжғырҙан, һыуыҡтан.
Иламам, бирешмәм
Янымда Һин юҡта.
Мин һине көтөрмөн
Шым ғына, түҙемле!
Ышанып, һағынып
Ҡайтыр тип Үҙеңде!
Тамсы ла шикләнмәм,
Әйткәнең – йөрәктә!
Беҙ – бергә, ҡайҙарҙа
Айырым йөрөһәк тә!
Хәбәрең килмәһә,
Көтөрмөн ышанып!
Мин көткән өсөн дә
Булырһың һин дә – ныҡ!
Һин көткән өсөн дә
Мин ҡайттым, тиерһең.
Иң матур күлдәкте
Шул ваҡыт кейермен!
Йән ҡубарылыуы
Ҡайҙа тынғы табыр йәнең?
Диңгеҙ тулҡынымы имләр?
Аҡсарлаҡтар ҡыйылып осоп
Хәбәр итер тағы ниҙәр?
Офоҡтағы ҡояш нуры
Ҡыуһын болоттарҙы ситкә.
Боларып ҡабарған уйҙар
Килер ҙә бер яйлап ипкә –
Элеккесә балҡыр ҡояш!
Түгелмәҫ ҡан,
Түгелмәҫ йәш!
Һыуыҡтарҙа сынығыр ҙа
Уттай ҡыҙарыр тик миләш.
Барыһы ла килер ипкә.
Тик бер уй ҙа булмаҫ тиккә...
Ҡубарылған йәнде имләр,
Әйтегеҙсе, тағы ниҙәр?
Ил һаҡсыһына
Данға, хөрмәткә күмелһен
Илен һаҡлаған батыр.
Именлек, илдә тыныслыҡ
Уның иңендә ятыр.
Наҙға, һөйөүгә күмелһен
Илен һаҡлаған егет.
Уға бөгөн хөрмәтеңде
Яҡты йөҙ менән белгерт.
Муллыҡ, бәрәкәт эсендә
Йәшәһен ил һаҡсыһы.
Беҙ сәскә атырлыҡ булһын
Ҡарашының яҡтыһы.
Һаҡларға тура килмәһен
Ҡорал тотоп ҡулына.
Зәңгәр күк йөҙө теләйбеҙ
Илебеҙҙең улына.
Ир-егеткә алғыш
Аҫыл ирҙең йөрәгендә –
Эйәрле ат – аҡбуҙат.
Ниәттәре ҡоростай ныҡ,
Әйтер һүҙе, уйы хаҡ.
Салауат батыр тоҡомло,
Таш ярырҙай тәүәккәл!
Эше менән ул үҙенә
Мәңгегә һала һәйкәл.
Ала күктәр бәрәкәтен
Ғәзиз әсәһен һанлап.
Фатихалы кешеләргә
Үрҙәр яулана анһат.
Ерҙә хужа булып йәшәй,
Нәҫеленә ҡот, таяу.
Баһадирҙарса яуаплы,
Рух ҡәғбәһендә уяу.
Ауырлыҡта ебеп төшмәй,
Йөҙө яғымлы, алсаҡ.
Сая һынын тура тотоп,
Ул гел алға барасаҡ!
Салауат батыр тоҡомло,
Бөркөт рухлы уҙаман!
Ҡалҡан булып ил-йортоңа,
Йәшә һин имен-аман!