Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Ғинуар , 07:00

Алдаша белмәһәң...

(Юмореска)

Мәрзиә апай ҡалала йәшәгән улын һағынып, барып ҡайтырға булды. Алдан хәбәр итеп торманы, йә улы үҙе, йә килене йөҙ сәбәп табып, уны килеп йөрөмәҫкә өгөтләй башлаясаҡ. Йә улы командировкала, йә килене сирләй, ышанып етмәһә лә, риза булырға тура килә. Ә былай ни, иртәнге поезд менән килде лә төштө.
Ишекте килене Зилә асты. Бер килке аптырап торғандан һуң, үтергә саҡырҙы. Сөнки яңы отпускыға сыҡҡан Әкрәм өсөнсө көн, әсәйемдең хәлен белеп киләйем, өйөндә әҙерәк ярҙам да итермен, тип сығып киткәйне. Кисә шылтыратҡанда, утын кил­терҙек, ярып, өйөп ҡуйырға кәрәк, тағы бер нисә көн булырмын әле, тип ышандырҙы. Ә был ҡәйнә тигәне үҙе килеп инде лә, телефонды юғалттым, шылтырата алманым, тигән була. Кем алдай, асыҡларға кәрәк.
Телефон тураһында Мәрзиә апай дөрөҫөн әйтмәне, әлбиттә. Юғиһә, хәбәр итмәй килеп етеүен нисек аңлатыр ине. Ул залда төйөнсөктәрен сисеп маташҡан арала Зилә ванна бүлмәһенә бикләнеп, Әкрәмгә шылтыратты. Кисә кис арыу ғына һөйләшеп алғайнылар, бер сәбәпһеҙ ниндәй звонок ул тип асыуланмаһын өсөн, башына беренсе килгән уйын әйткән булды.
– Зәңгәр свитереңде табалмайым, алып киттеңме ни, хим­чисткаға бирәйем, тигәйнем. Бер юлы һорайым әле, ҡәйнәм ни хәлдә, әтеү насар төш күрҙем бөгөн.
– Свитерҙе үҙең биреп ебәрҙең бит. Әсәйем арыу ғына, сәләм әйтә. Кисә утын ярып, ныҡ ары­ғайным, әле саҡ йоҡонан торҙом.
Тимәк, ире алдай. Зилә ҡәйнә­һенә дөрөҫөн әйтеп тормаҫҡа булды. Иҫән-һау, ҡайтыр әле, аңлашырбыҙ. Уның ире бер ҡат­лыраҡ, алдаша белмәй, тиҙ тотола.
– Әкрәм командировкала, бер аҙнаһыҙ ҡайтмаҫ, – тине Зилә, ҡәйнәһе аҙна буйы көтөп ятырға риза булмаҫ тигән уй менән.
Әммә Мәрзиә апай ғүмер буйы ауылда йәшәһә лә, төшөп ҡалғандарҙан түгел ине.
«Килен алдай. Командировкала булһа, килеп инеү менән әйтер ине. Ә ул минән йәшенеп, Әкрәм менән һөйләшеп алды. Килендең төҫөнә ҡарағанда, Әкрәм иҫән-һау, ә ҡайҙа йөрөгәнен килен үҙе лә белмәй. Уйлап ҡына һөйләшергә кәрәк, яңылыш улыма зыян килтереп ҡуймайым».
– Минең килеүемдең сәбәбе лә шунда, – тигән булды ул. – Әкрәм бер нисә көнгә миңә килергә һүҙ биргәйне. Көттөм-көттөм... Ул командировкаға киткән, имеш, ә минең телефон юғалған.
– Мә, минең телефон аша һөйләшеп алығыҙ, – Зилә телефонын ҡәйнәһенә һуҙҙы.
«Ә һин хәйләкәр бисә икәнһең, – тип эстән генә уйлап алды Мәрзиә апай. – Тик мине былай ғына тота алмаҫһың».
– Юҡ, юҡ, эш кешеһен бима­зала­майыҡ, – тине лә, үҙе уйға ҡалды. Зилә хәҙер, Әкрәм ауылға китергә сыҡҡан да, юлда берәй хәлгә осраған икән, тип уйлаясаҡ. Ә Әкрәм уға дөрөҫөн әйтмәгән.
Зилә мөләйем генә йылмайып ҡуйҙы. «Был әбекәй улының мине алдағанын һиҙҙе. Әсәйемә киттем, тип икенсе ерҙә йөрөгәнен аңланы. Хәҙер улын ҡурсаларға маташа. Үәт төлкө...»
– Улай булғас, мин ҡайтайым инде, – тине Мәрзиә апай. – Әкрәм командировканан ҡайтҡас, миңә килһен әле, өйҙә ирҙәр эше йыйылып киткән.
Урамға сығыу менән ул Әкрәмгә шылтыратты.
– Иғтибар менән генә тыңла мине, улым. Килен һинең миндә түгел икәнеңде белә. Мин хәбәр итмәй генә һеҙгә килгәйнем. Ғәфү ит, кем белгән инде, һағынғайным шул. Һинең ҡайҙа йөрөүеңдә минең эшем юҡ, ә киленгә ошолай тип әйтерһең...
Мәрзиә апай улына үҙенсә бик һәйбәт итеп аңлатҡан кеүек булды.
– Нисек унда әсәйең? – тип һораны Зилә ишек төбөнән үк. – Утынды ярып бөтөрҙөңмө?
Әкрәм шөрләп кенә алан-йолан ҡаранып алды. Ишек төбөндә ике ҙур сумка тора ине. «Әйберҙе йыйып ҡуйған. Ҡыуып сығарырға итә. Харап булдым бит, әй...»
– Ҡапыл начальник шылтыратты. Эшкә сығырға ҡушты. Силәбегә ебәрҙеләр. Һине борсоп, хәбәр итеп торманым инде.
«Тәк, шулай тиһең инде. Хәҙер мин һинең башыңды бутайым әле. Тағы нимә тип алдарһың икән», – тип эстән генә тантана итте Зилә.
– Силәбелә йөрөнөң инде? Ә ҡәйнәм әйтә, аҙна буйы миндә булды, тей.
Әкрәм ҡойолдо ла төштө. Бәй, әсәйем миңә бөтөнләй икенсе төрлө һөйләргә ҡушҡайны бит. Нишләргә һуң, аптыраҡ...
– Әй шулай шул, мин үҙем уға шылтыратып, һинең яныңа ки­лергә ҡушҡайным, – Әкрәм бутала ла башланы.
– Ниңә?
– Һинең өсөн борсолдом. Бер үҙең ҡалдың бит. Хәлеңде белеп ҡайтһын, тигәйнем.
– Аңланым. Ә ниңә ҡәйнәм, улым миндә, утын яра, тине?
– Сөнки ул һиңә киткәндә, мин ауылға барып төштөм. Силәбелә эшем тиҙ бөттө минең, шунан ауыл­ға киттем. Ә әсәйем беҙгә китеп өлгөргән, аймылыш бул­ғанбыҙ. Мин шылтыратҡанда ул беҙгә етеп килә ине. Шуға күрә мине ауылда тигән.
– Ә һин ниңә әсәйемдә булманым, Силәбелә булдым, тинең?
– Ә мин әсәйемдең һиңә нисек әйткәнен белмәнем, – тип әйтеп һалды тамам башы әйләнгән Әкрәм.
– Һин шулай әсәйеңде ныҡ яратаһың икән, – тип көлөм­һөрәне Зилә.
– Эйе, эйе, ныҡ яратам шул. Силәбе тиклем ерҙән йән-фарман килеп еттем бер нисә сәғәткә булһа ла...
– Ҡабаланмаҫҡа ине бында ҡайтырға, – тип бүлдерҙе уны Зилә. – Ярай, ана, сумкаларың әҙер, тот та, кире әсәйеңә кит.
– Нишләп? Китмәйем. Нишләп мин унда китергә тейеш?
– Әсәйемде ныҡ яратам тиһең бит. Силәбе тиклем ерҙән шунда китеп барғас...
– Юҡ, юҡ, ул тиклем ныҡ түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, мин әсәйемдә булманым.
– Ҡайҙа булдың һуң?
– Командировкала.
– Бына нәмә, Әкрәм. Алдашырға эшкинмәйһең һин. Юҡҡа ваҡытты һуҙмайыҡ. Барыбер дөрөҫөн әйт­терәм бит инде. Хәҙер үк әйт тә ҡуй.
– Яҡшы! Дөрөҫө шулай. Мин бер ҡыҙ янында булдым. Уның да исеме Зилә. Үҙемде хыянат иткән, тип иҫәпләмәйем. Етте! Арыным, асыҡтым. Ванна кереп, ашап алыр­ға кәрәк. Ышанаһыңмы хәҙер?
– Хәҙер ышанам. Ванна ла ке­рерһең, ашарһың да. Тик бында түгел.
Зилә елтерәтеп ике сумканы тупһа аша ташланы ла, Әкрәмде лә төртөп сығарып, ишекте шап итеп бикләп ҡуйҙы.
Ошо мәлдә телефон шылтыра­ны. Зиләнең әсәһе икән.
– Телевизорығыҙ эшләйме? Әле анонс булды, һинең ирең тура­һында. Ҡайҙа, нишләп йөрөй ул, беләһеңме шуны?..
Зилә, тыңлап та бөтмәй, телевизор ҡабыҙырға йүгерҙе. Унда турист кейеме кейгән, бысранып бөткән, ныҡ арыған ҡиәфәтле Әкрәм бер төркөм журналист менән һөйләшә ине. Баҡтиһәң, Зилә исемле бер ҡыҙ аҙна элек көртмәлегә киткән еренән аҙаш­ҡан, эҙләп ҡарағандар, тапма­ғандар. Урманда бер үҙе йөрөгән Әкрәм осраҡлы рәүештә шул ҡыҙға килеп юлыҡҡан. Ҡыҙҙың аяғы һынған, тау-таш араһында бер нисә тәүлек йөрөп, тамам хәлдән тайған. Әкрәм уны күтәреп 15 саҡрымда ятҡан Бирҙеғол ауылына алып барған да, туҡтап та тормай, бөтөнләй икенсе яҡта ятҡан әсәһенең ауылына киткән. Әсәһе өйҙә булмағас, ҡалаға йүнәлгән, шул мәлдә уны журналистар тотоп алған.
Зилә тышҡа йүгереп сыҡҡанда Әкрәм бер ерҙә лә юҡ ине. Туҡтамай телефон шылтырай башланы. Яңылыҡты ишеткән таныштары икән, һорашалар, ҡот­лайҙар, ә Зиләлә уның ҡайғыһы юҡ, Әкрәмде табырға, ғәфү үте­нергә, алып ҡайтырға кәрәк.
– Бер үҙең тау-урман ҡыҙырып йөрөүеңде ташламаһаң, үҙем һине ташлайым, тигәйнең бит, – тип аҡланды Әкрәм, табылғас. – Мин бер тапҡыр ҙа командировкала булманым. Турист кейемдәрем вокзалда, һаҡлыҡ камераһында ята. Йылына бер нисә тапҡыр йөрөп әйләнәм. Дөрөҫөн әйтергә ҡурҡам... – Зилә уның һөйләп бөт­кәнен дә көтмәне, ҡосаҡлап, яратып, ғәфү үтенә-үтенә өйгә алып китте.
Хәҙер улар әсәһе янына ла, тәбиғәт ҡосағына ла икәүләшеп кенә йөрөй.

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: