Хөрмәтле уҡыусылар! Вәғәҙә – иман. Арабыҙҙан иртә киткән шағир, журналист Дамир Шәрәфетдиновтың көндәлектәрен быйыл баҫасаҡбыҙ, тип алдан ҡысҡырып өлгөргәйнек, хәтерләйһегеҙме? Әле уның ҡатыны Римма көндәлегенең бер өлөшөн баҫып килтерҙе. Дамир мәрхүм менән эшләгәндәр уның яҙыуы нисек икәнен яҡшы белә. Хатта үҙе нимә яҙғанын танымаған саҡтар була торғайны. Шуға күрә эш яйыраҡ бара. Бөгөн һеҙгә көндәлектәрҙең башын тәҡдим итәбеҙ.
Июль – 90
Инеш һүҙ
Ҡағыҙға ла ҡытлыҡ заманда был дәфтәрҙәге яҙыуҙарҙың кемгә кәрәге бар, тигән һорау борсоманы мине. Ошо юлдар ҡасан да булһа яҙылырға тейеш ине. Һәм быны, һуңлап булһа ла, мин эшләйем икән, тимәк, башҡаса мөмкин булмағандыр.
Һөйләнәсәк хәл-ваҡиғалар, уй-кисерештәр – кеше яҙмыштары. Киләсәктә тарихҡа әйләнәсәк эштәрҙе беҙҙән һуң йәшәйәсәк быуындарға еткереү бурысын ҡуймай, дәфтәрҙе көндәлек формаһында алып барырға ҡарар иттем. Бында исемдәре телгә алынғандар араһында үпкәләүселәр ҙә булыр. Ләкин күпселек минең башланғысты хуплап ҡаршы алды.
Һәр бер эштә, бигерәк тә шәхси уйланыуҙарҙа, әлбиттә, субъектив элемент остоғо булырға тейеш. Шулай ҙа бында мин мөмкин тиклем әҙерәк файҙаланырға тырышып, хәл-ваҡиғаларҙы күберәк кешеләр һөйләүе буйынса яҡтыртырға тырышасаҡмын.
Бындай осраҡтарҙа йыш ҡулланыла торған исемдәр алыштырыу менән мауыҡмаҫҡа булдым. Аңламаған кешегә исем генә бер ни ҙә һөйләмәҫ, ә белгәндәр исемһеҙ ҙә аңлап торасаҡтыр. Башта миңә персонаждарҙың тормошона үҙем белгән ҡәҙәре байҡау яһау кәрәктер. Быны үткән бер йыл эсендә эшләү етә ине.
Ләкин, мин яңыраҡ ҡына ситтә йөрөп ҡайтҡанлыҡтан, был мөмкин түгел. Шуға күрә белгәндәрҙе генә яҙып үтәм.
Әгәр ҡасан да бер ошо яҙғандарым өсөн яуап тоторға тура килһә, ниндәйҙер ҡыйралған яҙмыш өсөн выждан ғазабы кисермәҫемә ышанысым ҙур. Һәр хәлдә ваҡиғалар ағышына ситтән күҙәтеүсе булып ҡына тәьҫир итеүе ҡыйын.
Уҡырға форсаты тейгәндәр, бындағы кешеләр бигерәк ябай, ошо һөйләгәндәрҙән башҡа уларҙың башҡа бер эше булмаған, тип уйлар. Ул фекерҙе һәр кемдең үҙ ҡарамағына ҡалдырам.
Үҙем тураһында
Был юлдарҙы яҙғанда мин тыныс була алам.
Сөнки быға тиклем үҙемде бик яҡшы белергә өйрәндем инде. Әлбиттә, әлеге тормош алдыма мин көткән һынауҙарҙың барыһын да ҡуймаған. Мөмкинселектәремдең сикләнгән булыуын институтта уҡыған тәүге йылдарҙа уҡ тойҙом. Ләкин ул саҡта был турала белһә лә, берәй ныҡ башлы ғына кеше тойомлағандыр. Күпселек өсөн ул йылдарҙа мин етди сырайлы, спорт, фотография менән шөғөлләнеүсе, хатта өмөтлө генә башлаусы шағир ҙа инем.
Уларҙың бер уйы ла, әлбиттә, дөрөҫкә сыҡманы. Йомшаҡлығым, алға бер ниндәй маҡсат ҡуймай йәшәүем арҡаһында һаман да бер кимәлдә ҡалам. Шиғырҙар ғына моңлораҡ була бара ла, мин үҙем еңел холоҡло, бар донъяға битараф, уйын-көлкө менән генә йәшәүсе йән эйәһенә әйләнә барам.
Аҡыллыраҡ кеше, ғүмеренең ошо еренә еткәс, бер ныҡ ҡына уйланып алыр ине, һәм йәшәү менән йәшәмәү мәсьәләһен һуңғыһы файҙаһына хәл итеүҙе өҫтөнөрәк күрер ине.
Минең уйланғы ла, үлге лә килмәй. Киреһенсә, минең өсөн донъяла йәшәүе ҡыҙыҡлыраҡ була барған кеүек.
Ләкин мин ул тиклем бөткән кеше лә түгел, шикелле әле. Һорғолтораҡ булһа ла, айырым маҡсаттарым, уға илтер юлдарым билдәләнгән, ҡайһы бер өлкәләрҙә ниҙер төҫмөрләнә лә башлаған саҡ. Уларҙың башҡаларға ҡыҙығы юҡ, шуға күрә лә, ваҡыт етмәү сәбәпле, яҙып тормайым.
Ни тиһәң дә, үҙем тураһында ҡасан да булһа һөйләп өлгөрөрмөн кеүек. Ә был яҙмаларҙың маҡсаты – кеше яҙмыштарын байҡау. Ҡыҙҙар өлкәһендә абруйым һәр саҡ түбән булды. Быға бер яҡтан тәбиғәт бирмәгән матурлыҡ һәм артығы менән бирелгән оялсанлыҡ та сәбәпсе булғандыр.
Икенсе яҡтан, үҙем дә уларға ылығып барманым. Ошо йәһәттән күпме выждан ғазабын кисерҙем икән?! Ҡунаҡҡа ҡыҙҙар саҡырғанда гел уңайһыҙ хәлдә ҡала инем.
Беренсенән, әҙерәк кенә мине белгән ҡыҙҙар минең менән ҡалырға тартыналар. Икенсенән, уларға яҡын барырға баҙнат итмәйем. Миңә ниңәлер шул саҡ бер нисә әсе һүҙ әйтеп ҡалдырырҙар ҙа китерҙәр һымаҡ тойола. Тойолоу ғына түгел, бындай һабаҡты бирҙеләр инде үҙ ғүмеремдә.
Ысынын ғына әйткәндә, мине ярата алған ҡыҙҙы бәхетле итер өсөн бөтә ғүмеремде бирер инем. Сөнки, минең уйымса, башҡаса булыуы тейеш тә түгел. Әлегә иһә ябай ғына ҡыҙҙың да күңелендә йөрөгән идеалдан мин күпкә ҡайтыш, шикелле.
Үҙем турала етеп торор. Минең бит, күңелһеҙ уйҙарымдан тыш, бихисап күп дуҫым, танышым бар. Был дәфтәр улар тураһында.
Ошо яҙмаларға эләккән һәр кеше үҙе ҡатнашҡан ваҡиғаларҙан уның тураһында минең һәм башҡаларҙың фекерен белә аласаҡ. Бындай ирекле анализ яһау идеяһын миңә Дим Йомағужин тәҡдим итте.
Ысынлап та, ваҡиғалар һуңғы арала ныҡ ҡуйырып китте шул. Дим менән күптәнге таныштар түгелбеҙ. Һәр хәлдә уның хаҡында ишетеп кенә белә инем. Уның Айҙар ағаһы менән генә беҙ ярайһы уҡ дуҫтар. Орел өлкәһенән әйләнеп ҡайтҡас ҡына Димдең поезд аҫтында ҡалыуын ишеттем. Минең дуҫтарымдың, таныштарымдың уны бәләлә ҡалдырмауы ҡыуандырҙы. Байрамдарҙа, былай көндәрҙә беҙҙең ауылға алып килеп ҡунаҡ итеп, күңелен күрергә тырышып йөрөнөләр. Мин шунда уның менән таныштым да инде.
Фажиғәнең ҡасан, нисек булыуын махсус асыҡлап йөрөмәнем. Бының кәрәге лә юҡ ине. Ул поездан һикергән һәм нисектер иң артҡы тәгәрмәскә эләккән, аяғы киҫелгән.
Ошо ярайһы уҡ һуш килтерерҙәй бәлә кемдең кем икәнен асыҡ күрһәтте. Бер-берең менән дуҫ булып, ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөүе бик еңел. Ә кешенең кешелеге башҡаларға бәлә килгәндә генә беленә. Тормош беҙҙең дуҫлыҡты ул тиклем үк ҡаты һынауҙар менән һынамаһа ярар ине лә... Уның үҙ ҡанундары бар шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
2-се өлөш
Тағы ла байтаҡ ҡына ваҡыт үтте. Әллә ниңә ошо дәфтәрҙе онотам да ҡуям. Берәйһе алып ҡуймаһын тип төпкәрәк тығырға тура килә шул. Бына бөгөн, ниһайәт, март тыуҙы. Яҙҙың тәүге көнөн тәбрикләгән һымаҡ, көн дә аяҙ, йылы булды. Хәҙер һөйләнеләсәк ваҡиғалар 91 йылды үҙ эсенә ала.
Ошо осорҙа мин өс тапҡыр Өфөгә барып килдем. Ҡыҫҡаса ғына шул: китап нәшриәткә тапшырылды. Юғары баһаланды. Өфөлә йыйын ваҡытында мине Башҡортостанда яңы өмөтлө шағир тыуыуы менән ҡотланылар, күп кәңәштәр бирҙеләр. Хәҙер иң мөһиме – ваҡ-төйәкте ситкә ҡуйып, ижад эшенә мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк.
Драма түңәрәгенә йөрөй башланым. Шул түңәрәк мине ҡабаттан Гөлнара менән осраштырҙы. Уны яҡыныраҡтан күрергә форсат тейҙе. Үткәндәге ябайҙар исемлегенә Тәғзимәгә ҡушып уны ла индермәүем юҡҡа булмаған икән. Тик барыбер күп нәмә оҡшамай уның холҡонда. Әллә мин үҙем элегерәк уға ҡарата үҙемдә ниндәй ҡараш булдырғаным да, хәҙер шуларҙан ситләшә алмай ыҙалайыммы? Элекке ҡараштарым бит ситтән ҡарау емеше генә ине, ә хәҙер уның менән йыш осрашырға тура килә. Хәйер, кем әйтмешләй, актриса – йыраҡтан һоҡлана торған картина. Яҡындан ҡарағанда ул картинаның бөтә матурлығы тупаҫлана. Юҡҡа сыға. Тик шуны аңламайым: ниңә ул тормошта үҙ ярын эҙләмәй, бер маҡсатһыҙ ағым ыңғайына бара бирә?
Уның кеүектәр ҡасан булһа ла үҙ асылын иҫкә төшөрә...
Иртәрәк әле тиеүеме, әллә башҡаларға эйәреүеме?
Һәр хәлдә Рәйхана ике егет табып, уны эйәртергә иткәйне, Гөлнара баш тартты. Сер булып ҡалды, тип уйлайҙыр инде. Ә мин бит уларҙың ым-ҡараштарынан, бышылдашыуҙарынан да күп нәмә аңлайым.
Сөнки мин артист ҡына түгел, журналист та. Ваҡыт үтә биргәс, уныһы ла асыҡланыр. Түҙем бирһен Хоҙай.
Түҙем тигәндәй, уны М. Димгә биргәндә яҡшы булыр ине! Һуңғы күреүемдә уның яҙмышын үҙ елкәмдә татыным. Гөлфара үсегеп әсәләренә ҡайтып киткән икән. Икеһе лә принципҡа барып, үсегешеп йөрөйҙәр ине. Былай бармай, тип ике көн өгөтләй торғас, Димде Гөлфараларға алып киттем. Тик һөйләшергә бирмәнеләр, Зилә апаһы әрләп сығарҙы. Башҡаса уларҙың тормошона ҡыҫылмаҫҡа ҡарар иттем. Теләһә нимә эшләһендәр.
Эшкә килгәндә, мин дә уның менән баҫам йөрәк әрнеүен. Яңы йылдан һуң Мөхәммәт ауылына барып килдем. Унан килгәс тә Өфөгә китергә тейеш инем. Поезға тиклем Хәлиҙә менән аңлаштым. Һорауҙар менән килтереп ҡыҫҡас, ун бишенсе мартта туйҙары буласағын, М.-ды яратмаһа ла, унан ҡотола алмаясағын әйтеп бирҙе. Тағы бер бәхетһеҙ ғаилә артасаҡ илдә...
Күп нәмә аңлашылды, ҡыҙҙарға мөнәсәбәтем ҡырҡа үҙгәрҙе. Ләкин, әлеге лә баяғы, был дәфтәр минең турала түгел...
Гүзәлдең ағаһы Фаил кәләш алырға йыйына. 8 мартта мин уларҙың туйында свидетель буласаҡмын. Фаилдың кәләше – Зиләнең ике туған һеңлеһе. Туйҙа осрашырға яҙған микән? Хәйер, уның миңә ҡарашында барыбер йылылыҡ юҡ. Ят кешеләр генә булып ҡалырбыҙ уның менән.
Һигеҙенсе марттар ҙа үтеп китте. Фаилдың туйында байтаҡ ваҡиғаларға тарыным. Свидетельница Зилә ине. Туй башында беҙ татыу ғына йөрөнөк тә, аҙаҡ ул миңә үсегеп китте. Сәбәптәре билдәле инде – беҙҙең холоҡтар тап килерлек түгел. Ә шулай ҙа шәп ҡыҙ булып сыҡты ул.
Туй фотоларын илтеп биргәндән һуң уға барып йөрөмәнем. Барыбер файҙаһы булмаҫ ине.
Дим менән осрашып, Фаилдың туйынан һуң Гөлфараларға киттек. Эскән баш менән башта Лилиәгә кереп сыҡтыҡ. Лилиәнең әсәһе беҙҙе таныманы.
Фаилдың туйынан һуң Сәүҙәнеке булды. Мин унда барманым. Гастролдә йөрөнөм. Алдан күпме әйтһәм дә, Зилә лә, 8 март ҡыҙҙары ла килмәнеләр. Ярай, үҙҙәренең ихтыяры...
Гөлнара менән бер спектаклдә уйнап йөрөнөк. Күңелендә ниҙәр ятҡанын һаман белерлек түгел. Әллә бушлыҡ ҡынамы? Теге милиционер М. менән килештеләр, буғай. Һәр хәлдә ул ҡыҙҙы оҙатып ҡуя.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, мин уларҙың фотоларын эшләгәндә Гөлнараны бик сибәр тип атаусылар, спектаклгә уның өсөн йөрөйһөң, тиеүселәр булды. Бәлки шулайҙыр. Тик уның мине бер ҡасан да аңлай алмаясағы, аңларға тырышмағаны асыҡ. "Г..." тип яҙып биргән шиғырымда ана шул тойғо хөкөм һөрә лә инде. Шулай ҙа яҙыласаҡ китабыма ҡыҙҙың образын индермәйенсә булмай. Димдәрҙе төп герой итеп алғанда, уларҙың биографиялары бәйләнә. Был дәфтәргә теркәлмәй ҡалған бик күп эпизод ҡына хәтерҙән юйылмаһын...
Һиҙемләүем буйынса, геройҙарымдың тормошо логик тамамланыуға табан йүнәлә. Тағы бер-ике йылдан китабымды ла башларға мөмкин буласаҡ. Ә был дәфтәремдең яҙмышы билдәле: көндәлектәремдең башы буласаҡ был дәфтәр, кеше биографияларын теркәүҙән үҙемдең кисерештәремде тасуирлауға күсәсәк. Һуңғы арала шуға мохтажлыҡ тоя башланым.
Әлегә был дәфтәрҙе уҡып сыҡҡан кеше минең хәҙерге бай һәм ҡатмарлы тормошомдоң мыҫҡалын да күҙаллай алмаясаҡ. Нимә тураһында белә ул кеше? Ара-тирә шиғыр яҙыштырған ябай ауыл егете – берәүҙәр күҙлегенән. Етлегеп килгән өмөтлө генә шағир һәм журналист – икенселәр ҡарашы буйынса (ун минут эсендә русса йәки башҡортса мәҡәләне бер ниндәй ҡараламаһыҙ яҙып ырғытыусыны тағы нисек атарға?). Үҙемдең фекерем иһә – бер эшкә ашмаған егет йораты. Шулай булмаһа, һаманға тиклем үҙемдең нимә эшләүемде белмәҫ инемме ни?!
Ә Мәскәүгә, Горький институтына уҡырға китмәүемде нисек аңлатырға? Яҙыусы булам тигән кеше бөтә башҡа ваҡ мәсьәләләнән өҫтөн тоторға тейеш. Ә мин эреләнә белмәнем. Рәшит Солтангәрәев үҙе бит минең менән Мәскәү мәсьәләһе буйынса һөйләшкәйне. Яҙыусылар Сабир Шәрипов, Рауил Ниғмәтуллин, Танһылыу Ҡарамышева, Тамара Искәндәрова, Хисмәт Юлдашев, Әхмәҙин Әфтәх, Әхмәр Үтәбаев, Салауат Әбүзәров – бөтәһе лә уҡырға һәм ижад менән нығыраҡ шөғөлләнергә тәҡдим итә.
Ағыла ла көндәр, ағыла...
Әгәр бөгөн, ялға ҡайтып китмәйенсә ҡалып, төн уртаһы еткәс ҡағыҙҙар аҡтарырға тотоноп, ошо дәфтәрҙе табып алмаһам, кем белә, яҙыуымдың дауамы ла булмаҫ ине. Һәр хәлдә яҙ яҙылғайны һуңғы тапҡыр.
Хәҙер ҡыш етте. Тышта ноябрь уртаһы. Ялға ҡайтмай ҡалыуыма Рәшит менән Әнүзәнең туйы сәбәпсе булды. Фотоларҙы эшләйем тип ҡалдым. Шәп үткәрҙек туйҙарын. Туйҙар тигәндәй, йәй байтаҡ булды улар. Мин булғандарынан Йомағужин Дим менән Зифаныҡы. Тағы бер туй – беҙҙең Әлфиәнең туйы. Унда бөтә ауыл зыҡ ҡубып гулять итте. Булмаған кеше ҡалманы.
Икеле-микеле уйҙар менән йөрөй торғас, БДУ-ға барып керҙем. Филфакка. Инеүе пустяк ҡына былай. Тик миңә унда бөтөнләй оҡшаманы.
Был йәй кисерештәргә бай булды. Күп йөрөнөм, осраштым. Өйҙәгеләр менән мөнәсәбәттәр насарая башланы. Барыһы ла миңә ҡырын ҡараған кеүек. Нишләйһең инде, өйҙә һирәк булырға тура килә, Марат, Назир менән сәкәләшеп алдыҡ, әйтешеп инде. Өйҙә өс буйҙаҡ ир бар. Шуларҙың яҙмышы ҡыҙыҡһындырырға тейеш һәр кемде. Ә улар миңә бәйләнә. Дөрөҫ, мин дә сәбәптәр биреп кенә торам. Ике йыл Белоретта йәшәп, исмаһам, берәйһе өйөмә килеп сыҡманы. Нисек йәшәй, ни эшләй Дамир – ҡараңғы төн.
Килделе-киттеле уйҙар менән йәйҙе үткәрҙем. Көҙөм дә еңел булманы шул. Августа отпуск алып булманы. Сентябрҙә установочный сессияға барҙым. Был минең уҡырға кереүемдең мәғәнәһеҙлегенә тағы ла бер тапҡыр инандырҙы. Ике аҙнаның ике көнөн уҡығанмындыр. Ҡалғанын редакцияларҙа йөрөп үткәрҙем. Радионан сығыш яһаным, "Ағиҙел" журналында ике тапҡыр күрендем. Өфө телевидениеһында интервью бирҙем. Аҙаҡ, ҡайтҡас, Белоретта хатта мәрйәләр танып торҙо.
Әхмәр Магнитка сығып китте. Яныма быға тиклем килеп йөрөнө. Мин газетала уның бер шәлкем шиғырҙарын баҫтырҙым. Флүрҙең хикәйәһен бирҙем. Уларҙы бер тапҡыр Көмбәгә лә алып ҡайттым, ҡунаҡҡа. Шау-шыуһыҙ ғына йөрөнөк. Белоретҡа Әхмәр бер нисә тапҡыр килде, ҡурай тураһында кино ла төшөрөп йөрөнө. Мин Магнитҡа бер тапҡыр барып килә алдым. Установочный ваҡытында шағир Рауил Ниғмәтуллинға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ике көн булдыҡ. Тап шул саҡта "Йәшлек" газетаһына күсергә тәҡдим яһанылар. Был икенсе тәҡдим, быға тиклем Хисмәт Юлдашев менән Венер радиоға эшкә саҡырғайнылар. "Йәшлек"кә күсергә ризалыҡ бирҙем, был аҙымды яһауы миңә бик ҡыйын булды.
Беренсенән, ауылдан йыраҡ йәшәгәндә өйҙәгеләр менән мөнәсәбәттәр яйланыр һымаҡ ине. Икенсенән, Белоретта йәм ҡалмай башланы.
.
Дамир Шәрәфетдинов
Көндәлектәр
3-сө өлөш
Өсөнсөнән, маҡсатымды ысынлап та ҙурҙан ҡуям икән, ҙурыраҡ урынға китеү урынлыраҡ. Аралашыу даирәһе киңәйгән һайын кешенең аңы үҫә бит.
Сессиянан ҡайтҡас та, китеү тураһында заявление яҙҙым. Был, әлбиттә, барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Өгөтләүҙәр, аптырауҙар башланды. Клубтыҡылар аптырашта ҡалды. Заявлениемды редактор йыртып ырғытты. "Йәшлек"кә шылтыратып уларҙы тетеп ташлағандар. Шунан редактор больничныйға китте лә лә мин уның урынына ҡалдым.
Шуныһы ҡыҙыҡ: был шау-шыулы, ығы-зығылы ваҡиғалар теҙмәһендә минең үҙ тауышым юғалып ҡалды ла, үҙем дә һиҙмәҫтән, тулҡын ыңғайына киттем. Нимә минең ихтыярымды тулҡын ағымына ебәрҙе һуң? Ҡасан киләһең, тип шылтыратыуҙар, бындағы өгөтләүҙәр ҙә бөтөнләй икенсе кешегә адресланған һымаҡ ине. Ә мин барыһын да автомат робот һымаҡ тыңлап, үҙ ғәмем менән йөрөй бирҙем. Сөнки аңлашылмаған нәмә ҡалды. Ул да булһа, Рәшиҙә менән минең ара.
Рәшиҙә тигәс тә күптәр "Йәшлек"тән командировкаға килеп минең менән йөрөгән Рәшиҙәне иҫләйҙер. Ә был икенсе, бөтөнләй икенсе ҡыҙ... Инде бөтәһе лә хәл ителеп бөтөп килгәндә, тик тағы бер-ике аҙна көтөргә ҡалғанда, осраны ул. Осраны тигәндәй, мин уны элек тә күреп белеп йөрөнөм. Иғтибар итерлек ине былай. Бер ялдан поезда бергә килдек тә, мин уны таксиға ултыртып алып киттем. Оҙаҡ һөйләшеп өлгөрмәнек Белоретҡа тиклем.
Һәм шул ваҡыттан ул юғалды. Иптәш ҡыҙҙары күренә, ул юҡ. Әллә юрый ҡаса, әллә миңә шулай тойола. Бер уйлаһаң, уға ҡасырлыҡ та. Бала ғына бит әле ул. Ә мин, бөгөн-иртәгә осратам тип, һаман көндәрҙе һуҙҙым. Ул арала мине зам. редактора итеп приказ яҙылды. Нәсибулла ағай үлеп китте. Похорондан һуң мине Рамаҙан ағай өйөнә алып ҡайтты. "Әрем еҫе" хикәйәһен тикшерҙе, кәңәш бирҙе.
Тик былар барыһы ла, хатта беҙ әҙерләп үткәргән ҙур байрам да икенсел ваҡиға –булды ни ҙә, булманы ни. Ә Рәшиҙә һаман юҡ. Миңә уның кәрәге дә юҡ шикелле ул. Тик бер күреп һөйләшмәйенсә, ниҙер асыҡланмай ҡалыр төҫлө.
Ваҡыт бик тығыҙ. Шуға күрә спектаклдән баш тартырға тура килде. Режиссер миңә үпкәләп йөрөй. Йыйын әҙерләй башланыҡ, клуб эштәре күп ваҡытты ала. Өфө мәсьәләһе һаман асыҡ тора. Эш миндә генә ҡалды. Редактор урынына йыш ҡалырға тура килә, эш күбәйҙе.
"Ер йондоҙо" н яҙып бөттөм. Бер фантастик хикәйә сығарҙым. Бында ултырырға ла, эшләргә лә эшләргә лә. Тик ул саҡта мине бер кем дә аңламаҫ шул. Тағы ялҡаулыҡта ғәйепләр башларҙар. Алға ҡышҡы сессияға барыу-бармау мәсьәләһе килеп баҫты. Һәм Өфөгә күсеү-күсмәү мәсьәләһе. Китһәм, бөтә булғанды бер юлы өҙәсәкмен. Тик башланырмы яңы тормош?!
4-се өлөш
Июль, 1995 йыл.
Һаумы, яңы дәфтәр! Оҙаҡ көттөрзөң был юлы, үтә оҙаҡ. Йәй йәй инде, күп эштәр кисектереп торола торған ваҡыт. Ә быйылғы йәйем, башҡаларынан байтаҡ тынысыраҡ булһа ла, мәғәнәһеҙерәк тә һымаҡ. Хәйер, көҙ күрһәтер.
Теге дәфтәрҙе июнь башында уҡ ослаған булғанмын икән. Унан һуң байтаҡ ҡына ваҡиға булып алды. Редакциябыҙҙы күсерҙек, ул хәҙер – Аксаков урамында. Ҡоролтайҙан һуң Дүртөйлө районына барып килдек, Бабич музейын астыҡ. Унан һуң ауылға ҡайтып килдем, һуңлап булһа ла, малайҙар менән бергә тыуған көндө үткәреп ебәрҙем. Һәм шул көндән бирле ямғыр яумағайны. Ҡаты ҡоролоҡ, көндәр эҫе тора ине. Кисәнән алып яуа хәҙер, ҡасанға тиклем һуҙылыр тағы.
Ауыл яғында яңылыҡтар юҡ. Көҙгә тиклем бер-береңде күреү һирәгәйгәс, хәбәр әҙ йөрөй. Был йәйҙә мин отпуск алмам, моғайын. Эште ҡалдырып китер кеше лә юҡ бит. Әле Өфөлә вуздарға прием бара. Мин филфакка инеүселәр өсөн бер нисә инша яҙып бирҙем.
Ғәлиә Өфөгә килгән, бер нисә уҡыусыһын төрлө вузға индереп йөрөй. Гимназия шулай эшләй икән хәҙер. Ул китабының корректураһын алған. Төҙөүсеһе Сафуан Әлибаев булған икән, мин туплап биргән вариантты күпкә ҡыҫҡартып ташлаған. Ике көн рәттән – ял көндәрендә һалҡын, ямғырлы булғас, уның менән бер ҡайҙа ла йөрөп булманы. Бүлмәһендә һөйләшеп ултырырға форсат та юҡ. Ул июндә ауырып, больницала ятып алған икән, йөрәге насарайған. Һәр уҡыусыны мәктәп бөткәс тә етәкләп йөрөй башлаһаң, йөрәк түгел, нервың да ҡалмаҫ. Ни генә тимә, ул шиғриәттең тәмен татыған хәҙер. Әҙәбиәт, шиғриәт тураһында һөйләштек былай. Уның өсөн кеше ҡамасау түгел бит.
27 август, 1995 йыл.
Яңы дәфтәр башлауыма байтаҡ ваҡыт булып киткән. Ай буйы ямғыр яуғаны юҡ. Ифрат ҡоро килә быйылғы йәй. Шул июнь айынан бирле ауылға ҡайтып булманы, өйҙәгеләрҙең күҙенә кем булып күренәмдер инде. Әле алда дүрт китап әҙерләү мөмкинлеге бар. Тәүгеһе – үҙем яҙырға тейешлеһе – режиссер Лек Вәлиев тураһында. Уны Мәҙәниәт министрлығы аша сығарырға мөмкин буласаҡ. Әле мин шуның өсөн материалдар йыйыу өҫтөндә эшләйем. Ҡалғандары минең инициатива аша юл башлаясаҡ. Үҙемдең ҡатнашлығым ниндәй кимәлдә булыр, әйтеүе ҡыйын. Рәхим итеп эшлә генә, тип тороусылар булмаҫ, һәр хәлдә.
Заманыбыҙ әллә ниндәйерәк шул. Беренсенән, шул уҡ Лек Вәлиевтың пьесалар йыйынтығын баҫмаға әҙерләү мәсьәләһе. Эш бында уларҙың мөмкин тиклем барыһын да табыуҙа һәм редакторлауҙа тора. Ә улар, фараз итеүемсә, байтағы ғына һәм төрлөһө төрлө кимәлдә туҙған йә эшләнмәғән. Шулай ҙа быныһы әлегә ҡулдан килерлек. Икенсенән, Айҙар Хөсәйенов менән башҡорт поэзияһы антологияһын төҙөү мәсьәләһе. Был эш байтаҡҡа һуҙылырлыҡ ҡына түгел, хатта беҙҙе яҡын юлатмауҙары ла ихтимал. Мәҙәниәт министрлығы үҙ өҫтөнә алырға теләмәне. Хәҙер академия йәки филфак ҡала. Өсөнсөнән, БДУ проректоры Минеев менән «Башҡорт сәхнәһе йондоҙҙары» исемле китап төҙөү. Уны еңел хәл итеп булыр һымаҡ, тик русса эшләргә тура килә инде.
Үҙемдең шиғырҙарым юлайҡан яҙылып тора әле. Сыҡмай ятҡандары юҡ, шуға ла улар өсөн әллә ни борсолмайым. Тик, Хөрмәт Үтәшев әйтмешләй, «Эҙләнеү, үҫеш булмаһа, ижад кешеһе лә юҡҡа сыға». Туҡтамам тигән өмөттәмен! Әлегә иң борсоғаны – үҙем яҙа башлаған китап. Уның сюжетын һәм ҡоролошон төрлөсә күҙ алдыма килтереп ҡарайым да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер фекергә килерлек түгел әле. Ысынлап та иҫ китмәле, ғәжәйеп эшмәкәр кеше, үтә лә ҡатмарлы яҙмышлы, шул уҡ ваҡытта гениаль шәхес. Китапта һүҙ, әлбиттә, уның образы аша, генийҙың тормоштағы урыны, уны трагедияға илтеүсе шарттар тураһында барасаҡ. Әле үк шик менән ҡараусылар бар: тарта алырмы был, йәнәһе. Өркөтөүселәр ҙә юҡ түгел. Лекты юҡ итеүсе, уның баш режиссер урынын яулаусыларҙың иң тәүгеһе – әле лә үҫә барыусы Рифҡәт Исрафилов. Тайфур ағай уның хаҡында китап яҙырға хыялланып йөрөй.
Сентябрҙә Кәтибә апайҙың етмеш биш йыллығы була. Әхмәргә тағылып, мин дә Силәбегә барып ҡайтмаҡсымын. Былай ҙа был йәйҙә бер ергә сығып булманы. Муса ағайҙың фекере: «Мостай менән Кәтибә алтмышын уҙғарғайны, юбилейҙарҙы илле һәм етмеш биштә генә үткәрергә рөхсәт итәләр». Иллелә әҙип әле әҙип түгел, (беҙҙең заманда), етмеш биштә уже кеше түгел (шулай уҡ беҙҙең заманда).
5-се өлөш
август, 1995 йыл.
Төн, шундай ҡараңғы төн. Сәйер ямғырҙар һәм йәйғорҙар. Ни үлге, ни йәшәге килмәгән миҙгел... коридорҙа кис буйы ҡысҡырыш, илаш, бисәләр һүгенеүе. Тышта, алыҫта, ҡала һәм ямғыр шауы аҫтында, иҫерек тауыштар, һирәк-һаяҡ автомат очередтары. Ҡулға ниндәй эш барһын да, ниндәй яҡты уй килһен ошондай ваҡытта?!
Ҡараңғы төн. Ҡара һыҙат иртәгә, унан һуңғы көндәргә. Нимәгә тотонһаң да, ни генә ҡылырға маташһаң да, ошо һыҙат ракурсынан ҡараһаң, шундай мәғәнәһеҙлек кеүек тормошоң. Беҙгә лә бер балҡыр әле көн, тип теш ҡыҫып түҙергәме... Ғорур яңғыҙлыҡҡа китергәме? Ағым ыңғайына китмәҫ осөн ҡайҙан көс табырға?.. Ни өсөн һин шул тиклем ышанған, улар өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшләгән кешеләр һине һемәйтергә әҙер генә тора икән?
4 февраль 1996 йыл. Йәкшәмбе.
Тормош лабиринтының вираждарына ситтән күҙ һалһаң, иҫ китерлек икән ул. Үҙең көндәр менән төндәр алмашыуынан торған тар ғына ығы-зығылар коридоры буйлап елгәндә, ике яҡтағы һоро төҫһөҙлөккә иғтибар ҙа итмәйһең. Һәм бына, ниһайәт, ниндәйҙер бер ҡалҡыулыҡҡа йә асыҡлыҡҡа килтереп сығара. Албырғап, туҡтап ҡалаһың да, йәнләнеп бағып шаҡ ҡатаһың – ана ниндәй һуҡмаҡтарҙан йөрөткән икән һине тәкәббер яҙмышың! Ә үткәндәргә әйләнеп баҡҡан кеше бөгөнгөһө, иртәгәһе хаҡында ла уйланмай ҡалмай. Ҡайҙа ғына барһа ла, һуҡмағың бөтмәгән бит әле. Һыҙланыуҙар ҙа үтә. Улар урынына тағы ла әсерәктәре килеүе ихтимал булыуға ҡарамаҫтан, үткәреп ебәрә белеү ҙур көс икән ул. Сөнки тотош әсе тәмдәрҙән тормай тормош, таты ла эләгеп ҡуя уның.
Бөгөн ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, мин эштә – Матбуғат йортоноң туғыҙынсы ҡатында ултырам. Көҙгө сыуалыштарҙың лирик осланышы булып минең «Йәшлек»кә кире әйләнеп килеүем торалыр. Шунан бирле башты эштән сығармаҫҡа тырышам. Бер генә йыуанысым шул – эш. Зарланырлыҡ түгел былай. Шул уҡ атмосфера, шул уҡ кешеләр. Пландарҙың ҙурҙарын ҡормаҫҡа тырышам, таңдарҙың алһыуҙарын көтмәйем. Артыҡ пессимист та булып китмәйем. Күп кеше менән аралашмаҫҡа тырышам, сөнки һәр береһенә күңелһеҙ аңлатмалар бирергә тура килә: ни өсөн үҙең башлап ебәргән журналды ташлап киткәнеңде һөйләргә. Ҡыуыусы булманы, үҙ теләгем менән киттем.
21 февраль, 1996 йыл.
Был юлы эшкә иртәрәк килеп, ҡағыҙҙар аҡтарып ултырһам, дәфтәрем ҡулға килеп йоҡто. Йышыраҡ һәм күберәк яҙырға ине лә, әллә ниңә тура килмәй тик тора. Өс көн ял булды. Өсөһөндә лә эшкә сығырға ҡарар иткәйнем дә , ентекләп ултырып булманы барыбер. Гел генә ҡайҙалыр олаҡҡы килеп тик тора. Ә шулай ҙа үҙемде көсләп егәм әле. Эш, ысынлап та, бик күп. Яңы идеялар, пландар бар. Уларҙы үҙең тормошҡа ашырмаһаң, һүҙҙә генә ҡалып тик торасаҡ. Һуңғы аралағы мөһим эштәрҙең береһе итеп Фәүзиә Рәхимғолова янына барыуҙы һанарға булалыр. Был изге күңелле, алсаҡ күңелле апай менән ике кис үткәрҙек. Нәҡиә менән. Нәҡиә «Ағиҙел» журналына мәҡәлә әҙерләргә йыйына, миңә лә әңгәмәләшеүҙең файҙаһы тейҙе. Күпте күргән һәм үтә лә ҡыҙыҡ яҙмышлы кеше ул Фәүзиә апай. Минең унан алда ғына анализлаған «Һөйөү көсө» повесы хаҡындағы фекерҙәрем, баҡтиһәң, тотошлайы менән хаҡ булып сыҡты. Тағы ла бик күп элекке яҙыусылар тураһында иҫтәлектәр яҙып алдым. Ҡыҫҡаһы, дуҫтар булып айырылыштыҡ. Тағы ла килеп йөрөргә саҡыра ине лә, тик ауырыу кешегә йыш барып, борсоп йөрөгө килмәй.
Яҙ һулышы һиҙелә башланы. Бөгөн ҡыҙҙар беҙҙе ҡотлай, сөнки иртәгә Нурҙар туйға китә. Минең прнципиаль хәл ителмәгән бер нисә мәсьәлә бар. Нияз «Аманат» журналының редакторы булып алды ла, мине хәҙер эшкә саҡыра әҙәбиәт бүлегенә. Аптырап бөттөм инде, әллә нисә сәбәп табып һаман һуҙа киләм. Төп сәбәп – йәшәүгә урын эҙләү мәсьәләһе яңынан ҡалҡасаҡ. Әйләнгән һайын эш алыштырыу ҙа килешмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, әллә ниндәй изге маҡсаттар менән китһәң дә, улар тураһында эш үткәс тә оноталар. Ә йомошто йомошлап кире ҡайтыуың иһә ниндәйҙер үсәү һымаҡ ҡабул ителә.
Бөгөн иртәнсәк ниңәлер Гөлнара иҫкә төштө. Ул хәҙер үҫкәндер инде, минең яратҡан һеңлем. Мин һөйләр нәмәләрҙе ҡабул итер, тыңлар һәм аңлар һымаҡ. Серҙәш эҙләүем шул микән? Түгелдер, сөнки бында, редакцияла ла мин бер ҡасан да кисергән тойғоларҙы, үткән тәьҫораттарҙы әйтмәй ҡалдырмайым. «Йәшлек» бит ул. Һәр кем шәхес, мин тәүгеһе һәм һуңғыһы түгел. Ҡабул итә, аңлай, кисерә йә пыр туҙҙырып бәхәсләшә белеүселәр бар. Ә был эҙләнеүем, күрәһең, туғанлыҡ тойғоһон юғалта башлауым һәм, нимәнеңдең күңелдән китеүен тойғас, аптыранып эҙләнә башлауымдыр.
24 март, 1996 йыл.
Бөгөн тағы ял көнө эшкә сыҡтым. Кисә лә килеп киткәйнем. Тышта яҙ ҡотора. Машиналарға, кешеләргә эйәреп урам буйлап гөрләүектәр сабыша. Күңелдең дә шуларға эйәреп, әллә нәмәгә ашҡынып торған мәле. Иртәләй, ахыры, быйылғы яҙ. Әле апрель дә етмәгән, ҡалала ҡар иреп бөтөп бара.
Минең эшемдә ниндәйҙер депрессия бара. Сәбәбе асыҡ инде: Рәлис урынына иҡтисад бүлегенә күсерҙеләр ҙә, кәйеф төшөп, бер нәмә лә эшләге килмәй йөрөйөм. Ҡыҙыҡ килеп сыға шул: бер эшкә күнегеп, пландар төҙөп, дәртләнеп эшләп йөрөгәндә, барыһын да һыҙып ташла ла, яңынан башла, имеш. Бер-ике аҙналыҡ отпуск һорарға ҡыйманым. «Аманат»ҡа барыуҙан баш тарттым. Үтер әле, бындай ғына кәйеф боҙоуҙар булып тора ла һуң. Инйәр мәктәбенә саҡырғайнылар, аҙна уртаһы булғас, сығып китеп булманы. Ун өсөнсө апрелдә район студенттары осрашыуын үткәрергә самалайбыҙ. Унда ла ойоштороу көсө миңә төшөр инде. Ундай сараларҙа барыһы ла ҡунаҡ ҡына булып йөрөргә ярата бит.
Һигеҙенсе мартта Нурҙың туйында йөрөргә яҙҙы. Эштән минән башҡа барыусы булманы. Анил менән Ирина барҙы. Туғыҙында ауылға ҡайтһам, гөрләтеп туй үткәреп, Марат ағайым кәләше менән йәшәп ята.
7 апрель Йәкшәмбе. Был дәфтәргә тик эштә генә, тик йәкшәмбе көндәре генә ҡағылырға яҙғандыр. Гел шулай килеп сығып тора. Бөгөн хоккей буйынса Европа чемпионаты башлана. Малайҙар шунда китте. Кисә Мөнир менән циркка кереп сыҡҡайныҡ. Күптән булмағанға микән ,бигерәк ҡыҙыҡ тойолдо. Нисәмә көнөм бигерәк мәғәнәһеҙ үткәйне. Бер ни ҡыйратып булманы. Шуғалыр, бөгөн сығып китеп, исмаһам, Нәҡиәнең мәҡәләһен үҙгәртеберәк эшләргә иҫәп, бөгөн алып барырға кәрәк.
Икенсе апрелдә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембайҙа булып ҡайттыҡ. Тағы ла юл төшөр әле ул яҡтарға, ун икеһе район студенттары менән осрашыу буласаҡ, аҙаҡ Мөнир менән Салауат районына барырға иҫәп тотабыҙ. Тағы ла егеттәр менән тәбиғәткә сығыу теләге бар. Айҙар Хөсәйенов хәҙер «Башҡортостан» гәзитендә эшләй. Минән шиғырҙар алғайны, ҡасан баҫтырыры билдәһеҙ. Отпуск ваҡытында бер аҙ яҙышып, гәзит-журналдарға биреп ҡалырға иҫәп. «Шоңҡар»ҙа теге «Юл» исемле киносценарийҙы һорағайнылар, һаман баҫтырып ала алған юҡ. Почергым бигерәк йүнһеҙ шул, хатта машинисткалар танымай. Әҙәби тәнҡит буйынса бер нисә сығыш яһап алырға иҫәбем бар. Ошо өлкә менән ҡыҙыҡһына башлағас, бик күп «бушлыҡ» асылды. Кем генә, ниндәй генә, шул тиклем мәғәнәһеҙ әйбер яҙмаған. Шундай күренешкә килеп еттек хәҙер: беҙҙәге хәҙерг ҡараштарҙан сығып берәйһенең яҙғанын, хет мәҡәл, хет очерк, хет хикәйә тип ата – барыһы ла шулайҙыр тип ҡабул итәсәк. Жанрҙар араһындағы сиктәрҙең юйылыуында түгел бында эш: талаптың түбән булыуы, дөрөҫөрәге, бөтөнләй булмауы, һәр кем иң аҡыллыһы тип һанауы арҡаһында кеше үҙе нимә яҙғанын да белмәүендә. Шуға күпселектә әҙәбиәтте уҡығы ла килмәй. Газета битенә полемика рәүешендә сығарырғамы был мәсьәләне әллә баяғыса әйткәнсә, заметки по поводу эшләргәме?
Нурия менән тәүге мөхәббәт тойғоһо тураһында әңгәмә ҡороп алғайныҡ. Мин унан бер нәмә лә йәшермәнем. Ысынлап та, тәүге мөхәббәтем менән яҙмыш тағы осраштырһа, мөнәсәбәттәрҙе яйларлыҡ мөмкинлектәр булһа, мин, әлбиттә, үткәндәрҙе кире ҡайтарырлыҡ көс таба алыр инем. Саф тойғоларым әле лә һаҡлана, улар әлегә усаҡта күмеп ҡалдырылған ҡуҙ хәлендә. Ниңә шулай? Тәүге һөйөү үкенес түгел, ә саф тойғо булып һаҡланып ҡалғанғалыр. Ул нәфрәткә лә, үскә лә әйләнмәне, йылы хәтирә булып йәшәүен дауам итә...
23 июль, 1996 йыл. Йәйгә сыҡҡас та донъя менән ошо дәфтәр ҙә онотола икән. Шуға мин үҙемә тағы ла бер иҫкә төшөрөп ҡуяйым: яҙ, Дамир, йышыраҡ яҙ. Күрмәйһеңме ни, һуңғы яҙыуың менән хәҙерге яҙыуың араһында инде бер нәмә иҫкә төшөрөрлөк түгел, томанлы ваҡиғалар ебе генә. Ул ваҡиғаларҙағы айырым осрашыуҙар, кешеләр, һыҙаттар һәм әңгәмәләр – барыһы ла , рустар әйтмешләй, канули в лету. Шулай итеп мин Хәйбулланан ҡайтып төштөм. Унда Аҡъярҙа мәктәптә осрашыу, Сибайҙа яҙыусылар союзында, педучилищела осрашыуҙар булды. Апрель-май айы эш менән үтте. Хәйер, хәҙер ниъә инде ул саҡтарҙы кисләп иҫләп ултырырға. Майҙа бер командировкаға барып булманы, эш күп ине. Хатта тыуған көнөмдө лә ваҡытында үткәрергә форсат теймәне. Уны аҙаҡтан, июнь башында билдәләп куйырға тура килде. Эштән стакандар наборы бүләк иттеләр. Бер һылыу (беҙҙә эшләй) кеше күрмәгәндә генә һурып үбеп алды. Шуның менән вәссәләм.
Июнь ваҡиғаларға ифрат бай булды. Был баш нимәләр генә күрмәне инде. Ельцин Өфөгә килгәндә уның свитаһына эйәреп йөрөнөм. Элек батшалар ҙа бындай хөрлөктә йөрөмәгәндер. Шул бер Өфө осрашыуын ойоштороу өсөн генә элекке ярты батшалыҡ китер ине, моғайын. Унан алда ғына Мин Федоровка районының Бала Сытырман ауылында үткәрелгән Бөтә Рәсәй семинарында йөрөп ҡайтҡайным. Шулай итеп, семинар көнө. Мин сәғәт алтыла тороп, семинаристар туҡтаған урынға «Зеленая роща» санаторийына киттем. Тик мине унда үткәрмәнеләр. Әҙерәк йөрөй торғас, башға бер фекер төштө: ул менттар бында тәртип һаҡлар өсөн ҡуйылған, нишләп уларҙың бер журналист өсөн башы ауырһын? Әҙерәк бара бирҙем дә кәртә аша – йылп санаторий эсенә. Керһәм, улар инде автобустарға тейәлергә тора. Дүрт автобус һәм еңел машиналар ҡуҙғалдыҡ. Автобус тулы минераль һыу, һут ,һыра. Мин «Башинформ» хәбәрсеһе Марият Артюхова менән йәнәш эләктем. Автобуста гид та бар, ул радио аша Өфөнөң тарихы, бөгөнө менән таныштыра бара. Сытырманда беҙҙе Заверюха, Рәхимов, Бакиевтар ҡаршы алды. Николаевкалағы һымаҡ , тик ҡыҫҡағыраҡ буфет, унан шулай уҡ баҫыу уртаһында түбәлек аҫ тында бер сәғәт теоретик семинар , баҫыуҙа сәсеү күрһәттеләр ҙә төшкө ашҡа алып киттеләр. Унда инде охмахтың үҙе. Ошондай уҡ церемония тағы Ауырғазы районының Ишлы РТП-һында ҡабатланды. Ана шундай хәтирәләр был семинарҙан. Унан һуң газетала бер фото һәм бер нисә битлек материал баҫтырҙым.
Туғыҙынсы сентябрь, дүшәмбе. Ниһайәт, мин – ауылда! Дәфтәрҙе асмағанға ла айҙан аша ваҡыт булып киткән. Төндәрен ултырып яҙышам , тигәс, иң тәүҙә ошо дәфтәр иҫкә төштө. Теге повестҡа тотонорға форсат тейер эле, үлегә ошоно булһа ла теркәп торайым.
Тышта, көҙгө булһа ла йылы төн. Аласығыбыҙ буш беҙҙең. Һәм хәҙер ул гел генә буш буласаҡ. Уның хужаһы, минең кинйә ҡустым, юҡ инде. Бына аҙнанан ашыу юҡ инде. Ә ул, кисә генә еңгәм әйтеп торғанса, һаман да ошонда йөрөй һымаҡ. Бына хәҙер килеп керер төҫлө. Юҡ, өйрәнеп булмай анау оста ҡына ҡалҡҡан яңы ҡәбергә лә, бушап ҡалған аласыҡҡа ла. Апайым кисә Оло йылғаға ҡайтып китте. Ул ныҡ сирләй. Әсәйем менән атайым да ныҡ бирешеп китте. Роботтар һымаҡ тик йөрөйҙәр инде бына. Беҙҙең ғаиләнән иң тәүҙә иң оло апайым, унан иң бәләкәй ҡустым китте. Ҡәберҙәре лә йәнәш кенә... Шулай, Назир, һин миңә ҡарағанда көсһөҙөрәк булып сыҡтың. Бик тиҙ бирештең, ҡустым...
Дүртенсе сентябрҙә мин Өфөгә киттем. Муйнаҡ ҡына, тоғро Муйнаҡ ҡына поезға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Станциянан саҡ ҡайтарып ебәрҙем. Ун алтыһы инде егеттәр мине рәсми рәүештә отпускыға оҙатты. Көндәр әле йәйҙәй тора. Тик бер ҡайҙа ла сығып йөрөгәнем юҡ. Картуфты ҡаҙып та бөттөк. Шулай ҙа эш муйындан. Кистәрен яҙышырмын инде. Ә көндөҙ бер ике сәғәткә булһа ла урманға сығып әйләнергә ине. Шәп бит көҙгө урманда! Әле үк әллә ҡайҙа саҡырып арбап тора ла ул , бер сәбәпһеҙ унда сығып китһәң, бер кем аңламаҫ . баҡса эштәре әҙерәк кенә тамамланһын әле, өйгә килеп, яҙышырға ла бирмәй ҡаңғыртыусылар булмаҫ тимә. Минең әле бер кемде лә күргем килмәй.
10 сентябрь, шишәмбе. Хәйер 11 сентябрь инде. Сәғәт таңғы өс. Йоҡо килмәй, шуға аптырағандан яҙырға керештем. Кисә Инйәргә барып килгәс, ағайым менән ике баҡса картуф ҡаҙҙыҡ, икенсе ағайым менән утын быстыҡ. Һунар этеләй арығайным. Бәй һаман тик ултырам. Ағай төнгө сменаға эшкә китте. Уның менән бик оҙаҡ бәхәсләшеп ултырырға тура килде гәзит тураһында. Күңелендә һаман йөрөткәнме икән, әллә ҡайҙан йәшергән еренән «Йәшлек» гәзитен килтереп сығарҙы ла төртөп күрһәтә-күрһәтә нисек гәзит сығарырға өйрәтә башланы. Ә мин үҙ сиратымда, нисек электровоз йөрөтөргә «өйрәттем». Ә шулай ҙа күңелдә көйөк ҡалды: аҡыллы кешенең дәғүәләре бар икән, тимәк, беҙ ҡайҙалыр эшләп еткермәйбеҙ. Ә беҙ әллә кем булып ултырабыҙ, эшем эйәләре. Дүрт шиғыр осланым, буғай. Һис юғы, шулай тойола. Йоҡлап торғас ҡарармын әле, ни килеп сыҡҡан. Йоҡлап торғас,эш күп булыр ул, миллион малды кем ҡараһын...
29 сентябрь, йәкшәмбе. Бөгөн минең яҙырға ваҡытым юҡ. Ләкин кәрәк. Шуға ла төн тип тормай, таңдан торорға кәрәк булһа ла , бер аҙ ултырмай булмай.
Бөгөн торналар китте. Марат ағай менән иртән тороп кисә башлап ҡуйған түбәлекте бөтөрөп йөрөй инек. Һәм, ни ғәләмәт, сылбыр-сылбыр эргәләге генә бейек, йәшкелт-һары ҡайындар менән һырланған түбә башынан сыңрап килеп сығалар ҙа, ҡаршылағы Кәштәк тауының уртансы бөгөлөнә китеп юғала торалар. Торналарҙың көҙгө юлдары ауыл аша үтә. Уныһына өйрәнеп бөткәнбеҙ инде. Быйыл бигерәк түбән остолар. Шуныһы ғәжәпләндерҙе. Элек бит улар күк йөҙөнән беленер-беленмәҫ сылбыр була инеләр.
4 октябрь, йома, 1996 йыл. Моңһоу ямғырлы көндәр тағы ла сыуаҡлыҡтар менән алмашты. Таңдар менән төндәр һалҡын, көндәр сағыштырмаса йылы. Ел булмағанлыҡтан, һап-һары булған урман шәлен сисергә ашыҡмай. Ниндәйҙер бойоҡ йылмайыу менән балҡып тик ултыра. Урманда хөрриәт хәҙер. Шундай серле тынлыҡ. Ҡоштар тауышы ла ишетмәҫһең.
Дүшәмбе Белоретҡа барып ҡайттым. Редакцияла Зилә лә, Венера ла эшкә сыҡҡайны. Бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Редакторҙың атаһы Нурислам ағай Шәйхуллин үлеп киткән икән. Ул шуға ҡайтҡан. Бигерәк һәйбәт ағай, иртәрәк китеп барған шул. Ниндәй сәйер йыл булды ул быйыл?! Белоретта фәҡәт редакцияла ғына булдым, башҡа береһенә лә барып йөрөмәнем. Инйәргә сыҡҡанда Зөлфиә Ханнанованы күреп киттем, саҡ эҙләп табып . осрашыу үткәрергә ҡоҙалай ине. Ул урыҫ мәктәбендә нимә эшләйем инде мин. Шиғырҙар тоташ Өфөлә ҡалған, ятҡа бер нисәһен генә иҫләйем. Белореттан Әхмәргә шылтыратҡайным, дүшәмбе үк килеп табырға ҡуша. Барғас та, эштәр бик күп булып китә шул. Тиҙ генә әллә ни ҡыйратып булмаҫ. Эшкә ылығып киткәнсе бер аҙна үтеи китә. Ярай әле , ошо дәфтәр яҙыуҙы оноттормай. Был ултырыуым отпуск осоронда һуңғы төнөмдөр, ахыры. Иртәгә бында халыҡ кәп буласаҡ. Ана Сибай поезы Өфө яғына сығып бара ла инде. Тимәк, Вәкил ағайҙар икенсе поезд менән, таңға ғына килә. Иртәгә Сафия апайҙар ҙа Өфөнән 12-гә килергә тейештәр. Машина менән килһәләр, мин дә шулар менән ҡуҙғалырмын. Улар әсәһе ауырығанын белмәй ҙә эле. Әйтмәгәндәрҙер. Хәйер, ул терелеп тә килә инде, оҙаҡ йәшәр, моғайын. Гөлназ менән Камилдың да ҡайтҡаны юҡ. Ни эш бөтөрәлер улар?
15 . 01. 99. Ошонан да сәйер хәлдең булыуы мөмкинме икән? Ошо дәфтәрҙе ҡулға алмағанға тотош ғүмер үтеп киткән икән дәһа. Тағы ла бер ғүмер үтер ине лә, бөгөн яңылыш ҡына Нияз иҫкә төшөрөп ҡуйҙы: «Дамир , ә һин һаман көндәлектәреңде алып бараһыңмы ул?» «Эйе», – тигән булдым. Үҙемә оят булып китте. Шуға әллә ҡайҙа ятҡан ҡағыҙҙар араһынан ошо дәфтәрҙе эҙләп таптым. Һуңғы яҙыуҙы иҫкә төшөрә алманым. Уны ни өсөндөр йыртып ырғытҡанмын. Тимәк, шулай кәрәк булғандыр. Туҡһан туғыҙынсы йыл... Бына ҡайҙа килеп еткәнмен икән ,ығышып ҡына атлай торғас. Кисә Рәлис менән таңға тиклем һөйләшеп ултырғвнда эшләгән һығымтаға ҡарағанда, йылдар алға бара. Аҡыл ултыра ,ә күңел – өҫкәрәк үрләй! Йәғни, тормош ваҡлыҡтарынан арынып, юғарыраҡ төшөнсәләрҙе һанларға өйрәнә. Иртәнсәк т ороп һөт артынан сиратҡа теҙелгәндә, ошо сиратты һәм хаҡтарҙы һүгеп түгел , ә һөт тыуҙырған тормош мәңгелеге тураһында уйлап йөрөй. Ошо уйланыуҙар ҙа мәңгелектең асылылыр ул... Бөгөнгә мин тып-тынысмын. Хәлем шулай ҡуша. Әгәр ҙә мин мөмкинлегем тыуып, «Йәшлек» минең турала эшләргә йыйынған «Аҡ һәм ҡара» рубрикаһына интервью бирергә теләгем булһа, ошолай тип әйтер инем:
– Ағың ниҙә?
– Ҡыҙым бар!
– Ҡараларың ни?
– Ҡараһыҙ аҡ булмай. Ҡараларым күп , бик күп... ана шулай. Көндәлекте, төндәлекте ай һайын түгел, йылына бер яҙып барһаң, күп нәмә артҡа күсә икән. Ләкин йөрәк барыбер берәү икән. Әле мин Өфө куранттары тирәһендә, Цюрупа урамындағы ике бүлмәле фатирҙа апрелгә тиклем ҡыҙымды ҡарармын. Был фатирҙа бәпәй ҡарау шатлығын , мәшәҡәттәрен дә татырмын. Яратып өйләндем. Өфөгә килдек. (Сафия апайҙарҙа бер аҙна йәшәнек. Апай менән Хәбир еҙнәгә мең рәхмәт!) Өфөлә урын тапмай, Максимовкаға киттек. (Беҙҙең бәхетле көндәр. Ярты йыл йәшәнек).
Ун икенсе апрель, ҡыйын көн. Өфө буйлап фатир эҙләп саптым. Тегенән киттек. Яңы урын юҡ. Таптым , шәп, тыныс урын. Артабан да ошолай булыр һымаҡ, эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ. Ҡатыным... Римма. Мине, йүнһеҙҙе, мин холоҡһоҙҙо аңланың... Ярты йыл буйы минең маршрутым шул ғына булды: эш – больница – өй. Шул ярты йыл буйына көн һайын тиерлек. Кемгә еңелерәк булғанын аҙаҡ тикшерербеҙ. Бирешмәнек. Өфө уртаһындағы фатирҙы бәпәй ҡайтыуға әҙерләнем, йыйыштырҙым. Таҙа, йәмле фатирға оҙаҡламай ҡыҙым ҡайтасаҡ. Шәп квартирала мин һеҙҙе көтөп йөрөйөм. Артабан нисек булырын әйтә алмайым. Әммә шуны беләм: тормош дауам итә!
8 июнь, 1999 йыл. Тышта йәйҙең шундай гүзәл көндәре! Бая ғына , эшкә барғанда,күңелемдә әллә ҡасанғы шиғырым яңғырап барҙы: «Тәбиғәттә тирәк бурандары, күңелемдә шундай саф тынлыҡ...», әйтерһең дә, кисә генә мине оятһыҙ рәүештә ситләштереп, Шәйехзада Бабич премияһынан мәхрүм итмәгәндәр. Эйе, эләкмәне миңә премия. Дөрөҫөн әйткәндә, өмөт тә юҡ ине. Сөнки ул кимәлгә барып еткәс, кемдең кемлеген тикшерә башлайҙар. Ә ул, әлбиттә, минең файҙаға түгел. Юхалана, ялағайлана белмәйем бит. Арыу ғына шаулап , үҙемде онота башлағандарға ҡабаттан иҫләтеп алдым былай. «Шоңҡар»ҙың алтынсы һанында Әхмәр менән минең әйтеш тә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йәл, Әхмәр ҡабаттан Яҙыусылар союзына эшкә китеп барҙы, ижади дуэтыбыҙ уңышлы ғына башланып киткәйне журналда. Ә йәй ысынлап та матур. Егерменсе майҙа ауылға ҡайтып килдем. Унан алда ғына, Римма, Лилиә менән өсәүләп ҡайтып килгәйнек. Ул саҡта премияға тәҡдим ителеүем билдәле түгел ине. Хәҙер килеп эләкмәне. Бәпәйем менән Римма ауылда, Салауатта. Оҙаҡҡа түҙерме икән унда , берәй аҙнанан кире килеп төшмәһә. БДУ-ла минең поэма буйынса дәрес бик елле килеп сыҡты. Алдан әҙерләнгәс, студенттар һорауҙар яуҙырҙы ғына. Ҡыҙығыраҡтарын һаҡлап ҡалырға кәрәк булыр. Бәлки ,шундай осрашыуҙар һөҙөмтәһендә берәй нәмә барлыҡҡа килер. Шунда әйтеп ысҡындырҙым башта йөрөгән «ташҡын» идеяһын. Ул турала миңә башлап Юнир Салауатов әйткәйне. Нефтекаманан ҡайтып төшкәс, ул редакцияға килгәйне (ул шунда филармония ойоштороп йөрөй), яңы шиғырымды уҡыным. «Боҙ киткәс» тип атаным уны, ваҡыт һөрәнсеһе малай тураһында. Ул иһә яҙғы ташғын күренешенә төрлө кеше күҙлегенән ҡарап, шиғри шәлкем төҙөргә тәҡдим итте. Терт итеп ҡалдым: был бит поэма! Тәбиғәттә, йәмғиәтттә, күңелдәрҙә ташҡын – бер нәмәнең икенсегә әйләнеүе, шунәң өсөн мөһим булған бер шарт. Деталь генә кәрәк берәй, йәки герой ғына, тәртипкә һалыр өсөн. Ғаилә ауылда саҡта, күберәк яҙышып ҡалырға ине, тегеләй- былай сапмай ҡына. Ғүмер бит ул эшләһәң- эшләмәһәң дә үтә. Бөгөн генә Яҙыусылар союзында Фәрит Богданов һөйләп ултырҙы – уның йәшенән иҫләп башлаһаң, ғүмерҙең бик һирәк мәлдәре иҫтә ҡала, имеш. Ул да бит тик ултырмаған, тик, үҙе әйтмешләй, баяғы, кәңәшмәләр, секция ултырыштары, идара эше... өлгөр генә. Ә иҫләрлек нәмә лә юҡ улар араһында. Пушкиндың юбилейына тәржемәләр конкурсы иғлан иткәйнеләр. Бер элигияһын тәржемә итеп «Йәшлек»тә баҫтырғайным. Наил Ғәйетбай кереп маҡтап торҙо. Тас Пушкинса килеп сыҡҡан, тине. Әхмәр оҡшатмағайны. Пушкин формаһын бында мотлаҡ һаҡларға кәрәкме икән, йәнәһе. Юҡ, тәржемә булғас, ул оригиналға мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға тейеш. Юғиһә ул тәржемә түгел, ә ирекле күсермә, ошо темаға яңынан шиғыр яҙыу. Бөгөн «Китап»ҡа ингәйнем, унда «Наш Пушкин» тигән пушкиниана сыҡмаған икән әле. Унда ла бер шиғырым бар ине. Хәҙер Закир беҙҙең эргәгә ответ. секретарь булып күсте.
Көн һайын осрашып, төрлө мәҡәлә буйынса һөйләшеп алабыҙ. Тәрән аналитик булғас, минең саҡ һиҙемләгәндәрҙе ул асыҡ итеп дәлилләй ала. Ә хәтере һәйбәт булғанлыҡтан, әллә ҡасан уҡыған китаптарҙан цитаталар килтерә. Әллә ниндәй идеялар менән килеп аптыратып бөтә ул, нишләп үҙе генә яҙмайҙыр шуларҙы. Яҙырға тиһәң, ваҡыт табылмай ҙа ҡуя шул. Йә бәпәй тыуғансы тип, унан үҫеп киткәнсе тип йөрөлдө. Шул арала, ана, күпме ғүмер үткән дә киткән. Ғәбиҙулла яғына Мирсәйет менән Юлдаш барып ҡайттылар. Машинка бүләк иткәндәр. Уның хәле һаман ауыр. Төҙәлергә өмөт тә юҡ, шикелле. Тағы ла хөртәйеп китмәһә... Балалар өсөн бер повесть тамамланым, тигәйне үткән хатында. «Аманат»ҡа бирәлер, моғайын. Беҙҙең журналда уның «Көмөш йөҙөк» китабына рецензияһы сыҡты, тап Ғәбиҙулласа яҙылған. Премиялар тураһында. Был поэмаларҙы Бабичҡа тәҡдим итеп , мин ижадымдың шул кимәлгә килеп еткәненә инандым. Кандидаттар араһында әҙәбиәт буйынса ун кеше бар ине. Фекерҙәр ҙә тик ыңғай ғына булды. Комиссияла шиғриәтте аңламаған кешеләр ултырғанға мин ғәйепле түгел былай. Әхмәрҙең һөйләгәненә ҡарағанда улар минең поэмаларҙы уҡып та ҡарамаған. Ҡасанға тиклем беҙҙә шундай кешеләр яҙмыштарҙы хәл итеп ултырыр икән? Ғөмүмән, нимәгә ул шағир кешегоә исемдәр. Шағир тигән һүҙ әҙе үк бөйөк исем түгелме ни? Лауреат исемдәре, Тамара Ғәниева әйтмешләй кешенең исеменә тағылған ҡыңғырау ғына бит ул. Шылтырап, минең кемлегемде күреп тороғоҙ, тип иҫкә төшөрөп тороусы ҡыңғырау. Ә мин ҡойроҡ тип атар инем, сөнки мәҡәлә яҙғанда, кеше башта исем - фамилияһын ҡуя, унан өтөр аша ана шул ҡушымталар китә.
18 октябрь, дүшәмбе. Эштә яҙышып ултырам. Эш булмағанға түгел, бер ни ҙә эшләге килмәгәнгә. Бөгөн беҙҙең аттестация булырға тейеш ине, иртәгәгә күсерергә тура килде, Әмир ағайҙар Ырымбурға киткәйне, ҡайтып етеп өлгөрмәнеләр, иртәгәгә күсерергә тура килде. Машина ватылып, юлда ултырғандар. Һуңғы арала ҡағыҙ эштәре күбәйеп киите. Устав, военкомат, гигиена сертификаты, госсобственность реестрына инеү. .. Шуға бар эштәргә лә ҡул һелтәп ҡуйыуым да инде.
Ә тормош үҙ яйы менән аға ла аға. Ана, яңыраҡ Нәзар Нәжми үлеп ҡалғайны, өсөнсө көн Әнғәм Атнабай китеп барҙы. Бер айҙа ике халыҡ шағиры баҡыйлыҡҡа күсте. Мостай Кәрим шаулап һикһән йәшен билдәләп йөрөй. Уның да һаулығы маҡтанырлыҡ түгелдер, Атнабайҙы оҙатҡанда килеп кенә күренде лә, ҡайтып китте, үткәндә Мөнир, Салауат, Рәлис, Булат уның өйөнә барып, оҙайлы осрашыу -әңгәмә эшләгәндәр. Үҙебеҙҙең алтынсы һанға редакцияға архивына ебәрелгән шиғырҙарға байҡау яһайһым бар. Нисек яһарға уйлап та бөткәнмен инде, әллә ниңә ултырып булмай ҙа ҡуя. Тормозы бар, ябай әйткәндә. Йыш була тормошта ундай хәлдәр: ҡарамаҡҡа ябай ҡына эштәр эшләнмәйенсә ҡала килә, ҡала килә... әллә ниндәйҙер эске һиҙемләү быны эшләмәҫкә ҡуша микән.
31 ғинуар, 1999 йыл. ХХ быуат һуңғы көндәрен һанай... Иғтибар итмәһәң шул уҡ ғәҙәти көндәр генә, ә тарихҡа, киләсәккә күҙ һалып заман, кеше тураһында уйлана башлаһаң, әллә ниндәй тойғолар уятырлыҡ осор. Йыл ҡаршылағанда күптәр, ХХI быуатҡа аяҡ баҫтыҡ, тип хис итә ине әле үҙен. Иҫәптең берҙән башланғанын белмәгәнгә түгел, ҡыҙыҡ бит – 2000 йыл! Ҡасан ғына әле ул донъя ахыры булып күренә ине. Бер ҙур айырым донъя ята кеүек ине был серле сиктең артында. Бер ни ҙә булманы, тормош та шул элеккесә кеүек .Килер быуындар был заманды элеккесә баһалар. Ни тиһәң дә, алыҫтарҙан ҡарап һоҡланырлыҡ та, әсенерлек тә ваҡиғалар таба алыр ине ошо осорҙа. Шулай, күрәһең, ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнап йөрөүсе кеше –ниҙе булһа ла тойорға, баһаларға һәләтле түгелдер. Һәр нәмәне ҙур ваҡыт ағышы күҙлегенән ҡарап, анализлағанда ғына тәрән һығымта – асыштарға килеп булалыр. Ябай йылъяҙмасы хеҙмәте лә быуаттар үткәс кенә ҡиммәтле сығанаҡҡа әйләнә шул... Мин был дәфтәрҙе күптән онотоп, ташлап та ҡуйғайным инде. Закир күреп ҡалған да , ҡөндәлектәрҙе алып барыу ғына гел, шиғырҙарҙы ла бер дәфтәргә йыйып барырға тәҡдим итте. Байтаҡ ҡына шиғыр яҙылды. Егерме етенсе ғинуар Яҙыусылар союзында әҙәби кесаҙна үткәреп ташланым. Яңы шиғырҙарҙы күккә күтәреп маҡтанылар. Әллә яңғырауыҡлы һәм аңлайышһыҙ булғанға, әллә шулай тейешле инде. Унан алда ғына «Йәшлек»тә минең хәҙерге йәштәр әҙәбиәтенә ҡарата «Һәүәҫкәрлек: Ғәйепме, бәләбеҙме?» тигән мәҡәләм баҫылғайны. Кисәлә шуның буйынса ла дискуссия булып алды. Бөгөн иртән телевидениенан күрһәттеләр. Шуныһы үкенес бындай кисәләргә яҙыусы халҡы һирәк йөрөй. Минә лә күпме кеше килергә вәғәҙә итеп, килә алмағанға аҙаҡтан үкенес белдерҙе. Тамара апай икенсе кисәнән тороп ҡала инде. Апрелдә мине союзға алыу мәәсьәләһен күтәрмәксе. Шуға тиклем һуңғы шиғырҙарҙы ла индереп , китапты әҙерләп бөтөргә ҡуша.
7 февраль, 2000 йыл. Таң менән эштә ултырам. Иртә уяндым да эшкә сығып киттем. Бында килеп тә, әлбиттә, кеше йыйылғансы ниҙер булһа ла эшләп өлгөрөү мөмкин түгел. Иртә торорға өйрәнеү үҙе мөһим. Китапты Гөлназға биреп компьютерҙа йыйҙыра башланым. Дискетаға күсереп, үҙебеҙҙә верстка эшләтермен инде. Шул арала ғына әллә күпме шиғыр яҙылды. Иҫкеләрен ҡарап ултырғанда темалар килеп сыға. Закир немецтарҙың «Кудруна» эпосын биргәйне. Ҡыҙыҡ өсөн ҡарап сыҡтым. Ул әҫәрҙәр дөйөм белемде күтәреү өсөн кәрәк. Бик ентекләп өйрәнелгәне күренеп тора, русса тәржемәһендә анализы ла ентекле, тәржемә үҙенсәлектәренә тиклем билдәләп киткәндәр. Ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә тел ни тиклем үҙгәреш кисереп лөгөрә.! «Знание»нан Ғәли Соҡоройҙоң китабын алғайным, үткән быуатта яҙған шиғырҙарҙа бер нәмәлә аңларлыҡ түгел. Алфавиттың йыш үҙгәреүенәндер инде был. Яҙма тел әллә ниндәй үҙгәрештәр кисергән хәлдә лә, халыҡ һөйләше бер төрлөрәк һаҡланыусан бит. Шуға ла бит төрлө башҡорттар араһында йөрөгәндә, телдәр айырымлығы ныҡ һиҙелә. Яҙма тел уртаҡ булһа ла, бер быуат эсендә генә башҡорт өс алфавит буйынса йәшәп алған. Компьютер тигәндән, берәй яйы сыҡһа, миңә лә уҡып алырға тура килер. Наҙан булып йөрөп булмай ҙа, Эштә лә еңелерәк булыр.
25 октябрь, 2000 йыл. Быйылғы көҙҙөң матурлығына иҫең китер, октябрь аҙағы, һаман аяҙ, йылы көндәр тора, иркенләп сығып китеп, тормоштоң ошондай ҡыуаныслы мәлдәренә һоҡланып өлгөрөргә ине лә, йәйҙәй сыуаҡ көндәрҙә Өфө урамдарын тапап үтте. Көндәлектәр яҙам, тип ҡоро һөйләнемме генә икән, ә ошо дәфтәрҙе биш йыл элек башлағанмын. Унан алдағылары юҡ ителгән. Күп нәмәне яҙмай ҡалдырыу отошло ла, сөнки үҙең үлгәс кемделер талаштырыуған ни фәтүә. Быйылғы йәйҙә Күмертауҙа башҡорт йәштәре көндәрендә булып ҡайттым. Гел ямғыр яуып торғас, байрамдың йүне булманы. Ҡыҙым һөйләшә башланы! Хәҙер доньяла унан әкәмәт кеше юҡ. Сәғәтенә биш илай ҙа, ун көлә. Бик аҡыллы бала булмаҡсы, миңә оҡшаған, тиҙәр. Балам бер йыуаныс инде мәғәнәһеҙ ҙә, алйот та тормошта.
12 март. Йәй генә түгел, ҡыш та һиҙелмәй генә үтеп киткән икән. Әллә ниндәй ҡыш булды был быуат аҙағы касафатымы, аңламаҫһың. Ҡарҙа буран, һалҡындар ҙа булманы. Кешеләр яҙмыштары ла тегеләй әйләнде лә, былай тулғанды. Һөҙөмтәлә мин яңынан «Йәшлек»тә эшләп ултырам. Бөгөн Учалыға командировкаға китергә тейешбеҙ. Иртәрәк килеп ултырғайным, дәфтәр иҫкә төштө.
Алтынсы февраль Ғәбиҙулла үлеп китте. Ерләргә барып булманы. Әхмәр менән Нияз барып килгәндәр. Әхмәр әйтеүенсә, үлер алдынан бөтөн уйлағандарын яҙып, ҡустыһына биргән булған. Ул яҙыуҙы береһенә лә күрһәтмәгәндәр. Ноябрҙә генә беҙ уға барып, хәлен белешеп, аҡса ҡалдырып киткәйнек. Хәле бик насар, ныҡ ауырый ине ул. Ғүмерендә йылылыҡ, яҡшылыҡ күрмәне шул... Аҙаҡ Яҙыусылар союзында хәтер кисәһен үткәрҙек. Өр-яңы шиғырҙарынан китап әҙерләгән булған. Мин «Йәшлек»кә уның некрологында: «Бер китабын да күрмәй үлде», – тип яҙғайным. Аҙаҡ мине әйҙә соҡонолар шуның өсөн. Тимәк, ысынлап та үҙәктәренә үткән.
Римма ӘХМӘТЙӘНОВА әҙерләне.