Рәшит Рәил улы Зәйнуллин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән. Мәктәп йәшенән шиғырҙар һәм мәҡәләләр яҙа, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа иһә «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Йәшлек» кеүек республика баҫмаларында әүҙем баҫыла.
Төрлө йылда «Аҙна» һәм «Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Шоңҡар» журналында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. «Хыял иле» шиғырҙар китабының һәм «Йәшәү көсө» публицистик йыйынтығының авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Тештәремде ҡыҫып
көрәшәмен...
Тештәремде ҡыҫып көрәшәмен,
Тыныс тормошто мин белмәйем.
Әллә яҙмыш һынай, әллә үҙем
Көрәшергә сәбәп эҙләйем.
Йоҙроҡтарҙа – ҡанһыраған яра,
Ә урттарым сәйнәп тешләнгән,
Күҙҙәремдә – асыу, сөнки артта
Хата артынан хата эшләнгән.
Һуғышамын... Әммә һиҙә йөрәк,
Тиҙҙән ҡолармын мин туҡмалып,
Тик был ғына ҡурҡытамы инде –
Шуға ҡуям алға уҡталып.
Һаман хәтеремдә – кескәй саҡта
Ҡамап алғайнылар малайҙар,
Һуғышҡайным иҫте юғалтҡанса,
Әммә һаман мине ҡамайҙар.
Тештәремде ҡыҫып көрәшәмен,
Хәтәр был тормоштоң эштәре,
Сигенмәйем, бары күҙҙәремдән
Сикәләргә тама йәштәрем.
Ҡулым һырты менән ышырам да,
Мин ҡабаттан алға ынтылам,
Бына күҙҙәремә ут күренә,
Ауыҙыма йәнә ҡан тула.
Ә мин ҡоламайым... Торам әле...
Ана, мине йәнә ҡамайҙар,
Тик был юлы башҡа ҡәбәхәттәр,
Түгел асыу тотҡан малайҙар.
Улар көсө – таш быуаттан килә,
Хәйләләре – юха йыландан,
Әҙәмде лә шулар һәләк иткән,
Һауа тап шуларҙан алданған...
...Көрәш алып барам нәфсем менән,
Иң ауыры икән был һуғыш,
Бер хаталы аҙым яһап кеше
Упҡындарға оса яңылыш.
Бысраҡлыҡтар мине баҫмаҡ була,
Тартмаҡ була төпһөҙ һаҙлыҡҡа,
Арзан данға ымһындырмаҡ та бит,
Тик мин зар-интизар сафлыҡҡа.
Талған йөрәккәйем дарҫлап тибә,
Түҙемлегем етер күпмегә?
Ҡанһыраған яраларым әрней,
Сикәләрҙә йәшем кипмәгән...
Тештәремде ҡыҫып көрәшәмен,
Тыныс тормошто мин белмәйем.
Әллә яҙмыш һынай, әллә үҙем
Көрәшергә сәбәп эҙләйем...
Аҡты ҡара тип һин
әйтеп ҡара…
Аҡты ҡара тип һин әйтеп ҡара,
Һәм ҡараны аҡ тип ҡабатла,
Атлап ҡара шунан юлдарыңдан
Ҡибла тарафтарын юғалтмай…
Йәшәп ҡара шунан был донъяла
Күңелеңдәге бөтмәҫ кер менән,
Аҡты аҡ тип әйтә алмаҫ әҙәм
Халыҡ таянысы – ирме ни?
Аҡ һәм ҡара болғанышҡан заман,
Ҡара һәм аҡ күптән буталған,
Ҡайҙа арҡа терәр дуҫым минең,
Ҡайҙа күршем – минән ут алған?..
Атап ҡара аҡты аҡ тип бөгөн,
Ҡараны әйт – ул бит ҡап-ҡара!
Ҡара түгелер һинең аҡ йөҙөңә –
Әммә күңелеңде ҡотҡарыр!..
Ғүмере буйы кеше
бәхет көтә
Ғүмере буйы кеше бәхет көтә,
Көтә яҡты көндәр мөлдөрәп,
Яҙмыш ҡына рәхәтләнеп уйнай –
Илата ла йәнә көлдөрә.
Үткәне – төн, киләсәге – ҡояш,
Хыялдары оло кешенең.
Шул хыялға күпер һалам тиеп,
Әммә күпме йөрәк өшөнө...
Маңлай һырҙарына яҙылғанды
Алһаҡ, әгәр, бер мәл үҙгәртә,
Барыбер беҙҙең хыял алдарында
Килеп тыуыр ине йөҙ кәртә.
Әммә берәү шул кәртәләр аша
Хыялына һалһа күперҙәр,
Башҡалар был мәлдә көлә-көлә
Әҙер күпер эҙләп китерҙәр.
Шунан офоҡтарҙа юғалырҙар
Төшөнмәйсә тормош ҡанунын –
Бик күптәр был ерҙә үҙ бәхетен
Бәхетһеҙлек аша таныны...
...Иртәме йә һуңмы был донъяла
Бәхет килә барыбер һәр кемгә,
Бәхетһеҙлек – бәхетең янда булып,
Бәхет килмәне, тип үкенһәң...
Күҙҙәреңә, балам,
ҡарағайным
Күҙҙәреңә, балам, ҡарағайным,
Сафлыҡ ҡына күрҙем –
Шул, моғайын, күсәрендә тота
Ҡара янған Ерҙе.
Йөрәгемде һағыш биләп алды –
Һине ниҙәр көтә?
Был сафлыҡты йылдар юя алмаҫ,
Тип мин өмөт итәм.
Саф хыялдар менән барһаң, балам,
Ғүмер юлдарында,
Ҡара янған Ерҙе ағартыу ҙа
Килер ҡулдарыңдан...
Мөғжизә
Мөғжизәгә тулы минең донъям,
Һәр көнөмдән тылсым бөркөлә,
Аҙым һайын бер ҙә көтмәгәндә
Мөғжизәгә барып төртөләм!
Ә ҡасандыр әкиәттән генә
Эҙләй инем уны, диуана!
Хәҙер инде ғәжәп был хәлдәрҙе
Һәр көнөмдә күреп ҡыуанам!
Ал таңдарҙа, ана, ҡояш ҡалҡа,
Ысыҡ ята йәшел үләнгә –
Ошо үҙе бит ул ҙур мөғжизә
Мөғжизәне таный белгәнгә!
Шуға ла мин мөғжизәгә әҙер,
Тылсым көтәм һәр бер иртәлә –
Ана, мине яҙғы ҡояш булып
Ҡыҙым ҡараштары иркәләй!..
Һыҙланамын
Һыҙланамын…
Даръя төптәренә
Бер таш булып ҡына батһаң ине,
Меңәр-меңәр йылдар буйы шунда
Ауыртыуҙар тоймай ятһаң ине.
Һыҙланамын…
Саң бөртөгө булып
Осһаң ине йыһан сөңгөлөнә,
Бәлки, шул саҡ яраларым уңып,
Тынлыҡ килер ине күңелемә.
Һыҙланамын…
Өмөт тә юҡ инде –
Бөтмәһен дә, әйҙә, был яныуҙар,
Бары минең ошо ғазаптарым
Килтермәһен һиңә һыҙланыуҙар…
Миңә мәңгелек
кәрәкмәй...
Миңә мәңгелек кәрәкмәй,
Тик бер минут булһам ине
Ҡояшлы йәй ҡосағында
Һәм йылына алһам ине...
Йөрәгемә һалып ҡуйып
Йәй йылыһын, барыр инем –
Киләсәктең боҙлауығын
Мең ярсыҡҡа ярыр инем.
Алағуян ярын таштар
биҙәй
Алағуян ярын таштар биҙәй –
Эреһе бар бында, вағы бар,
Һыуын кисеп кенә сыҡҡаным бар,
Ярҙан ярға ятҡан сағы бар.
Ҡарағайҙар уны оҙатып бара,
Оҙатып бара мәғрур ҡаялар,
Бары бындай ҡаяларҙа ғына
Бөркөт менән шоңҡар оялар.
Алағуян һыуын услап эсәм,
Тик барыбер ҡанмаҫ танһығым,
Ҡанмаһа ла танһыҡ, бер аҙ баҫылыр
Һағышланған йөрәгем ярһыуы.
Алағуян яры таш тип тормай,
Һайрай бында затлы ҡоштары,
Тау-тау алтынға ла тыуған ерҙең
Алмаштырмам ябай таштарын.
*Алағуян – Бөрйән районындағы бәләкәй генә йылға.
Бында ҡояш кәрәк
Диоген кеүек, көндөҙ шәм яҡтыртып
Кеше эҙләнем мин,
Кешеләр юҡ, улар бөткән, тигәндәргә
Юҡ, түҙмәне йәнем.
– Кеше исеменә хаҡлылар бар –
Тирә-яҡҡа ҡара! –
Шәм яҡтыһы менән кешеләрҙе
Эҙләп алға барам.
Әллә дөрөҫ һөйләгәндәр миңә?
Тик берәүҙе күрҙем –
Юлда торған хәйерсене йәлләп
Киҫәк икмәк бирҙе.
Динозавр ғына түгел, хәҙер
Кешеләр ҙә һирәк.
Ҡулымдағы шәм яҡтыһы һүнде –
Бында ҡояш кәрәк...
Минең күҙҙәремдән
һағыш тамды...
Минең күҙҙәремдән һағыш тамды,
Тамды тамсы булып, ысыҡ булып
Ул саҡырҙы үҙ янына таңды,
Ләкин, ул килмәне, уның юлы
Алыҫ офоҡтарҙа ине әле,
Мин дә Ер һәм Күк алышҡан мәлдә
Тоя инем уның мамыҡ шәлен
Аҡ көмбәҙле зәңгәр Ирәмәлдә.
Елеп үтте күк арғымаҡ булып
Минең миҙгелемдең һуңғы йәйе,
Бәлки, шуға моңһоулана йөрәк,
Бәлки, шуға тулай күңелкәйем...