Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
14 Сентябрь 2023, 10:55

Лекция

   (Хикәйә)

80-се йылдар башында һирәк-һаяҡ асылған клуб ишегенә алдан белдереү яҙҙырып элдереп, донъя ағышынан, яңылыҡтар барышынан ситтә ятҡан, төпкөлдәге урман-ҡырҙарға һыйынған, тауҙарға ҡамалған, килеп-китеүселәр үтә һирәк һуғылған Тәкәһуҡҡан ауылына көтмәгәндә-уйламағанда район үҙәгенең “Белем” йәмғиәтенән лектор килеп төштө. Таң һарыһы, эңергә тиҙ арала ялғанған ҡыҫҡа ҡышҡы көн үтеп, мал ҡураға ябылып, киске тәғәм ейелгәс, ауыл халҡы ғәҙәти булмаған темаға ойошторолған кисәгә эркелеп ағыла ла башланы. Күрмәгәндең күргеһе килә, тигәндәре шулдыр, был юлы ла ғәжәйеп мауыҡтырғыс, сит-яттар өсөн ябыҡ, хатта ҡайһылыр кимәлдә йәшерен сер һаҡлаған төш-өнсәләрҙе ишетергә, ишетергә генә түгел белергә, көндәлек ғаилә тормошонда ҡулланырға теләй ине йыйылыусылар.

Иң әүәл имән таяғы менән туҡылдатып юлды ҡыуалатҡан, күреүе насарланһа ла ишетеүгә сос Сөләймән ҡарт ҡарсығын эйәртеп килеп инде лә дәрәжәле, һауалы ҡиәфәттә ҡайҡайып китеп, алғы ултырғыстарҙың береһен биләне. Шулай булмай тағы, заманында ошо төбәктә беренсе колхозды ойоштороп, уның тәүге рәйесе булған кеше ул, мир алдында үҙен тота, кәрәкле ерҙә һеңдергәнсе әйтә лә белә.  Ҡарсығы Бытыр Сәлихә йоран бейәләйҙәрҙе, ҡырма кәпәсте һалдырып, бабайының ҡырып алынған таҡыр башын шау һөйәк усы менән наҙлы һыпырғас, йылыға, йомшаҡҡа тартылған өй бесәйеләй кәзә тиреһенән тегелгәнгә тәкә еҫен аңҡытҡан тиретунлы уҫлаптай кәүҙәгә күндәм һыйынды. Улар яңыраҡ ҡына бергә йәшәүҙәренең 70 йыллығын тантаналы шарттарҙа билдәләп, ер-аяғы ер башынан балаларын, яҡын туғандарын, таныш-белештәрен, ауылда ҡатышып йәшәгән ауылдаштарын йыйғайны. Тантана тигәне шунан ғибәрәт, район башлығы, пар аҡҡоштарҙай имен-аман йәшәгеҙ, тигеҙ, тыныс ҡартлыҡ кисерегеҙ, тигән йылы һүҙҙәрен әйтеп, аҡҡош йөнө тултырылған ике яҫтыҡ бүләк итеп китте. Башлыҡтың нескә кинәйәһе ысынлап та дөрөҫлөккә тап килә ине, ошо ике пар аҡҡоштоң йөндәре ҡырыҫ көнитмеш тарафынан күптән аяуһыҙ йолҡолоп, тормош яҫтыҡтарына нышып тултырылғанлыҡтан, бабай әлегә төҫ-һын ташламаһа ла кире ҡайтҡыһыҙ кимәлдә ҡарыуы ҡайтҡан тупыс тояҡлы әтәскә, ҡарсыҡ ҡаурыйҙары ҡойолоп, шау һуҡтаға тороп ҡалған, яланғас ҡорһағы ергә һөйрәлгән, ҡырҡа йомортҡа һалыуҙан ҡалған йолҡош тауыҡҡа оҡшап ҡалғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ығырлаһалар-шығырлаһалар ҙа һәүетемсә йәшәйҙәр бит әле, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙары ла һис кәмемәгән, яңылыҡтарҙы белергә, күрергә, ишетергә теләп йәнтәслим тырышып тертәңләп, йөрөп ятҡан көндәре.

Уларға эйәреп тиерлек клуб үтә лә һалҡын булғанлыҡтан көптәй итеп тыҡшырынып, башына тула, пальто тышынан биленә сәсәкле ҡыя шәлдәрен урап, аяҡтарына табанлы быймаларын кейеп, пенсияға сыҡҡансы клубта оҙаҡ йылдар алыштырғыһыҙ йыйыштырыусы булып эшләгән Бөтмөр Хәйерниса еңгә күренде. Ул бында үҙенең ят түгеллеген белдереп, күптән аҡбалсыҡ әҫәре күрмәгән, ауыҙын шыҡһыҙ ҡором япҡан мейескә, йыуыу ғына түгел, һеперелмәгән ҡыйлы иҙәнгә, урын-урыны менән селтәрле һорғолт үрмәкес ауы эленгән һылауһыҙ стена буйҙарына ризаһыҙ, тәнҡитле ҡарашын атты.

Уның артынса уҡ дейеүҙәй ғәйрәтле, солоҡ умартаһылай бейек, тирмән ташылай йәйенке буйһынлы Маһибәҙәр еңгә ҡорҙай йоҡа кәүҙәле, тәбәнәк буйлы Салихйәнен елтерәтеп ҡултыҡлап килеп инде лә алаңлаған ҡарашын ян-тирәгә йүнәлткәс, ирен эргәһендәге ултырғысҡа төртөп ебәреп урынлаштырҙы һәм үҙе лә янына, ишек төбөнәрәк һылашты. Тәү ҡарашҡа тупаҫыраҡ ҡыланһа ла татыу ғына, килешеп кенә, ике аҙнаға бер ирешеп  көн итә улар, шулай булмаһа теҙәктән тупылдатып ун бер балаға ғүмер бүләк итмәҫтәр ине. Сығыу яғына яҡын урынды биләгән еңгә, моғайын да, кескәйҙәренә ышанып ҡалдырып киткән, сәңгелдәктә ятҡан имсәк балаһын ҡайтып имеҙеп килергә йыйыналыр, күрәһең.

Ауыл буйынан ҡайтып инә белмәгән Миңзифаның шөғөлө таныш, ауыҙы ситтәренә йәбешкән көнбағыш онтаҡтарын яҫы усы менән ыуып иҙәнгә төшөрөп урта төшкә йәйелде лә йәнә онотолоп көнбағыш сиртергә керешеп китте. Бер ҡайҙа ла бер көн дә эшләп ҡарамаған, ғөмүмән, тир түгергә теләмәгән Миңзифаның ҡулы эштән бушамаған урмансы ире Ғилметдин бер йыл элек ҡапыл, йөрәк өйәнәге тотоп, мәрхүм булып ҡалғайны. Шуға күрә эсенә йыйылып киткән тәрән ҡайғы-хәсрәтен көн оҙоно ауыл буйлап тарата, кис етһә уның юҡһыныуҙарын таратырға, ауыр уйҙарынан ваҡытлыса булһа ла арындырырға теләп, буйҙаҡ ир-ат һирәкләп булһа ла сиратлап уға һуғылғылай. Береһен дә етемһерәтеп кире бороп сығармай Миңзифа, ҡайғы бергәләшеп уртаҡлашҡанда ғына сигенә, еңеләйә бит ул. Малсылар, һауынсылар, тракторсыларҙың инеүен белгертеп, клубтың ҡыҫынҡы залына әсе силос, уҡшытҡыс һауылған һөт, ҡырҡыу мазут еҫе таралды.

Ниһайәт, ишетер ҡолаҡҡа ят сығышты тыңларға теләгән көллө халыҡ йыйылып бөткәс, иң аҙаҡтан аҙна һайын халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы политинформация үткәрергә хирес башланғыс мәктәп директоры, парторг Ғәбделхәй пәйҙә булды ла, йә, минән уҙҙырып кем сығыш яһай алыр икән, тигән маһайыулы ҡиәфәттә иң түргә, алғы рәткә барып ҡунаҡланы. Түрә йоратының  күренеүен түҙемһеҙләнеп көткән клуб мөдире Рамазан йүгерә һалып килеп етеп биленән бөгөлөп оло ауыҙға ҡарпыш ҡолағын ҡуйғайны, тегеһе, өндәшергә иренепмелер, ялтас маңлай-лы башын өнһөҙ һелкеп ризалығын бирҙе, шул ишараны ғына көткән мөдир ыңғай тотош залға ишеттерерлек итеп һөрәнләп тә ебәрҙе: “Уаҡыт етте, башлайбыҙ, ағай-эне!” Был берәгәй фарман тамашасыларға ғына еткерелмәне, бер яҡ ситтәрәк ултырған мискәләй йыуан ҡунаҡ ҡатынға ла ҡағылды. Лектор ҡатындың атлауының шыпа ла ғына рәте юҡ, ҡуҙғалыу-ҡымғырлау хәрәкәте лә яй, һәлкәү, шуға мөдир Рамазан уны этеп-һөйрәп тиерлек сәхнәлә ҡуйылған өҫтәл артына мендереп урынлаштырғансы апаруҡ ҡына ваҡыт китте. Фәҡәт майҙан һәм целлюлиттан ғына хасил центнерҙан ашыу һумалтыр ауырлыҡты көскә үҙенә һыйҙырған бүкәнгә тартым ултырғыс аяныслы шығырҙап ҡуйҙы, шул эшлектән сыҡҡан артһыҙ нәмәгә ҡушылып, лекторҙың килбәтһеҙ кәүҙәһе лә иланы, сеңләне һымаҡ.

       Бына лектор артыҡ көсөргәнеүҙән бөрсөк-бөрсөк тир япҡан тумжыҡ танауына һөйәк тирәсле лупалы күҙлеген ҡунаҡлатҡас, йыйылыусыларға һораулы ҡарашын төбәлде лә сәхнә ситенә ҡуйылған трибуна артына барып баҫты, ауыл еренә күстәнәсһеҙ йөрөмәүҙәрен кинәт иҫенә төшөрөпмөлөр маңлайын сирып бер аҙ уйланғандай иткәс, һөйләнеләсәк темаға ярашлы итеп ҡара бәрхәт яғалы пальтоһының өҫкө төймәләрен ысҡындырып ебәреп, һөткә тулышҡан һыйыр елененән кәм булмаған үтә мул түштәрен устары менән ҡәҙерләп остап, ҡағыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән ҡулайламаға һалды. Алдараҡ ултырған ир-аттың ҡыҙыҡһыныусан-нәфселе күҙҙәре таһырайып шаҡмаҡланды, хатта ки Сөләймән бабайҙың нуры ҡайтҡан ҡарашына ла онотола барған өмөт сатҡыһы ҡунғандай итте. Лектор алдан әҙерләп ҡуйылған һарғылт төҫ алған ҡырлы стакандан тамағын сылатҡас,  сыйылдыҡ тауышы менән иғлан итте:

- Йәмәғәт, хөрмәтле тәкәһуҡҡандар! Мин район дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләйем, йәшем пенсияға ла етте инде. – Шул һүҙҙәрҙе әйткәс, илаһи теләген-ең эргәлә-яҡында ғына икәнлеген күрергә теләгәндәй стенаға беркетелгән, алғы өлөшө йылдар тарафынан ныҡлы юйылһа ла аҙаҡҡы һүҙҙәре асыҡ уҡылған: “... старикам везде у нас почет!” лозунгыһына ҡарап алды. – Бер үк ваҡытта йәмәғәт башланғысында ғаиләне планлаштырыу, балаларҙы тәрбиәләү комитеты эшен дә миңә ышанып йөкмәттеләр, район “Белем” йәмғиәтенең актив ағзаһымын да, шуға ла әле һөйләйәсәк лекциям: “Бөгөнгө заман шарттарында секс” тип атала.

       Залдан сәрелдәк тауыш ишетелде:

- Бынағайыш, ғаиләлә сикс бармы икән у, ә? Уның беҙҙә иҫе-оҫо ла буғаны юҡсы, ни ғүмер сиксһыҙ-ниһеҙ генә көн итәбеҙ, бала-сағабыҙ ҙа, мал-тыуарыбыҙ ҙа бар, көн итеүебеҙ ҙә тәгәрәп кенә китеп бара!

- Ызнамы дөрөҫ әйттең, беҙ ул сиксты кеймәйенсә, ҡулланмайынса ғына ун бер бала таптыҡ та баһа! – тип әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләне, йөпләне ласылдығы сығып һағыҙ сәйнәгән Маһибәҙәр. – Ун икенсеһен әүәләргә лә рәт бар әле, ирем генә һау-сәләмәт буһын!

- Арыҡ әтәс дәртле була, тигәндәре шулдыр, һин дә, еңгә, бигерәк үрсемлеһең, хас та туҡтай алмай өҙлөкһөҙ көсөкләгән сәүек кәнтәй! – Вахтанан яңы ғына ҡайтып күренгән Ришат лауылдап ебәрҙе.

- Һин үҙең аш йоҡмаҫ бурҙайҙай ил ҡыҙыраһың, каторжан ише Себерҙән ҡайтып ингәнең юҡ!

- Бында бит ус яларлыҡ эш хаҡы ла түләмәйҙәр, шулай булғас, кемдең бушлай ел йотҡоһо килһен?!

- Ары ла хәйерселә улайһа, унда минең эшем юҡ, мәгәр берәй йүнле кәнтәй табып ғаилә ҡорор инең, ҡәйнеш! – тоҙло-боросло һүҙҙәр ишетеүгә күптән күнгән Маһибәҙәр асыуланмай ғына тауыш хужаһына кәңәшен бирҙе.

      Урынһыҙ репликаларға, үҙ-ара ҡайымлашыуҙарға яуапһыҙ ҡалған лектор ары дауам итеп һораны:

- Күрәм, башлыса бында урта йәштәгеләр ҙә ҡарт-ҡоро йыйылған, ә йәштәр ҡайҙа һуң?

      Һорау туранан-тура клуб мөдиренә ҡағылғанлыҡтан, ул осаһы бешкәндәй ырғып торҙо ла яуабын да ҡайтарҙы:

- Тема тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, күпте күргән-белгән өлкәндәргә генә ҡағылғанлыҡтан белдереүҙең аҫтына: “Кроме дитий да шистнадсати лит” тип тә өҫтәгәйнем.

- Дөрөҫ эшләгәнһең, мырҙа, мәле еткәс күрмәгәнен күрерҙәр әле, хәләл бисәне ҡыҫаһы урынға минең ише һалҡында тракторҙың аҫтында калинвалды ҡосаҡлап боҙҙа ятып... Түшәктә маҙырап аунауы эрәхәт ул, ә бына асыҡ һауала ҡышҡы селләлә иҫке, эшлектән сыҡҡан тракторҙы римунтлап ҡара, бына ҡайҙа у сикстың нәғеҙе! – Быларҙы инде ғүмере буйы көҙгө осорҙа – комбайнсы, ҡыш етһә тракторсы булып эшләгән, шунлыҡтан хроник радикулиттан яфаланған һәм көсәнеп ылғый ауыр күтәргәнлектән ҡан яраулы геморойға юлыҡҡан Ғимран әйтте.

- Әйтмә лә, бейә кешәнәмәһә айғыр яҡынлай һалып бармай у, шуға ниңә кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ-ҡырҡынды мында, колопҡа саҡырып, кешәнәргә өйрәтеп ултырырға, сәпсим дә кәрәкмәй! – Быны инде ғаиләләрендә ете ултыраҡ ҡыҙ тәрбиәләгән, ҡайҙа ла ҡул эше итеп бәйләмен тотоп йөрөргә ғәҙәтләнгән Гөлшат өҫтәне. Әле ул иренә йөн ойоҡбаш бәйләй ине булһа кәрәк, тағатылған дәү йомғаҡ сәхнә ауыҙына уҡ тәгәрәп барып ятҡан.

- Уҡлау Ғимран ҡырҡҡа бөгөлөп күтән һурпаһын ғарҡ булғансы һемергән кеше булараҡ хаҡты һөйләй. – Эшенән, ферманан тура бында килгәнлектән йылтырап ҡатҡан халатын һалып та тормаған һауынсы Мәликә әңгәмәне күтәреп үк алды. – Мына, нишаналай кейенеп алып эрәхәтлектә, балда, майҙа йөҙөп көн иткән Көнбайыш бисәләрен генә алайыҡ әле. Улар бит һис ҡасан риҙикүлдән тосораҡ ауырлыҡтың ни икәнлеген дә белмәйҙәр, ҡалала йәшәүселәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел!  Ә беҙ – ауылдыҡыларсы? Ҡара таңдан, ҡул фонарен ҡабыҙып алып төртәңләп, эләгә-йығыла фермаға бараһың да резина итектәр кейеп алып шыйыҡ һыҡра кисеп, ике бот ауырлыҡ битундарҙы жанглерҙай ҡулдарыңда уйнатырға керешәһең! Арыған быуындар дыулай, икенсе яҡтан өшөгән аяҡтар сәңкей. Шунан һауынды ослайһың да көрәк алып һыйыр тиҙәктәрен транспартер ҡулсаһына этеп төшөрә башлайһың, уныһына ла әҙ тигәндә өс-дүрт сәғәт ваҡыт китә. Ҡайтып инһәң, өйҙә – мыжыҡ ир, ас бала-саға. Әҙерләп-яраштырып уларҙың тамағын туйҙыраһың да тауҙай өйөлгән ҡашығаяҡты йыуырға керешәһең, ул бөттө ниһә мөйөштә күбәләй керҙәрең көтөп ята. Йыуғандан һуң ауырҙарын сығарып тышҡа эләһең, еңелерәктәрен еүеш көйө булһа ла үтекләйһең. Шулай итмәһәң иртәгә балалар мәктәпкә нимә кейеп барыр тиһең?! Һарайыңдағы һыйырҙар, быҙауҙар ҙа тәғәйен һинеке. Барлыҡ эшеңде ослайһың да, иртәгәге көнгә икмәк бешереп алыр өсөн оло табаҡҡа әсетке һалып ҡалҡытырға тип ҡамыр ҡуяһың. Сәғәткә күҙ һалһаң, атаң башы, төнгө ике лә булып киткән икән дә баһа. Иң аҙаҡтан туңҡайып, арт һыныңды болғай-болғай, улай-былай  уйнатҡылап иҙәнде йыуып сығараһың, һине көтөп йоҡламай ятҡан иреңә шунан артығын вәғәҙәләп тә, күрһәтеп тә булмай! Иртәнге биштә тағы торорға йыйынып, иҫһеҙ-оҫһоҙ булып түшәккә ауаһың. Мына шул була инде беҙҙәге көн һайын ҡабатлана килгән, танһыҡты ҡандырып бөткән сикс!

- Мәликә, һин ферманы һөйләйһең, беҙҙә мәктәптәсе! – Бөхтә һәм йыйнаҡ итеп кейенеп килгән уҡытыусы Хәнифә әҙәпле генә итеп һүҙ ҡыҫтырҙы. – Мәктәбебеҙ башланғысҡа ҡалғас, бар эш минең өҫтә, техничка ла, утын ярыусы ла, яғыусы ла, завхоз да үҙеммен! Көнө буйы ҡырҡ бала атаһына белем бирәм, тип сәсте ағартаһың, ә ярты эш, уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшереү, иртәгәһе көнгә дәрестәр планы төҙөү артыңдан эйәреп ҡайта! Унан ҡалһа йәй буйы, яҙлы-көҙлө сабынлыҡтарҙа, баҫыуҙарҙа алыштырғыһыҙ агитаторһың, һайлауҙар осоро етһә пропагандистһың, унан ҡалһа сәхнәгә әртис итеп сығаралар. Һөйләй китһәң, ғибрәт инде!

- Тауыш, ағай-эне, сығыш яһаусыны тыңлап өйрәнегеҙ! – Ғәбделхәй, таяҡтың ауыр башы үҙенә эләккәнлектән, һуңғы сығыш яһаусыны әйтеп бөтөрмәй бүлдереп, шау-шыуҙы баҫырға тырышты.

- Секс ул – бик ҡатмарлы эмоциональ төшөнсәләр йыйылмаһы...

- Йыйылмаһы, тип уратма-суратма, ҡорҙашбикә, кәнкритне итеп теҙеп әйт! – Быны ат ҡараусы булып эшләгән Куних Зәбихулла һораны.

- Бер-береңә тартылыу иң әүәл яғымлы һүҙҙән башлана...

- Хәсрәт, ырауанъян, төпсөнөп ултырған була тағы, һин миңә, ошо йәшеңә етеп тартылырлыҡ, ылыҡтырырлыҡ, йән иреп китерлек берәй яғымлы һүҙ әйткәнең булды-мы?! – Зәбихулланың ҡатыны Фатима сәсрәп китте.

- Оноттоң дамы әллә, өйләнгән йыл: “Дауай, бергәләп, һауыт-һаба шалтыратмай ғына, килешеп кенә йәшәйек!” – тип кем әйтте?

- Ә унан һуң?! Мин һиңә бит сыбыртҡы менән һелтәнеп, һүгенеп ҡыуаларға бейә түгел!

- Тыу бейә, тиң! – Арт яҡтан кемдер шыйылдап көлөп ебәрҙе.

    Тауыш хужаһын танып өлгөргән Фатима һуғышсан ҡиәфәттә арт яҡҡа ҡайырылды ла асыулы ыҫылданы:

- Үҙеңде бел, һәүерек, бестерелгән үгеҙҙәй көн итәһең шунда?!

- Яғымлы түгелһең, тип мине ғәйепләгән булаһың тағы, үҙең һуң туңған тиҙәк менән берһең! – Зәбихулла ғаиләләрендәге ҡатмарлы мөнәсәбәтте асыҡлауҙы дауам итте.

- Ана, күҙ менән ҡаш араһында туңған тиҙәккә әйләнеп тә ҡуйҙым. Бик беләһең килһә, тотош донъябыҙҙы мин генә ҡотло, бәрәкәтле итеп тотоп торам, хужалыҡ ҡараулы, өй эсе йыйыштырыулы. Хәҙер  тураһын әйт: өҫтөңдө бысраҡ йөрөткәнем бармы, тамағың асмы?

- Тамаҡтамы ни эш, күңелдә...

- Бөгөн ҡайтайыҡ ҡына, башың өйгә тығылһын ғына, төпкө яҡҡа сығып, люстраны ҡабыҙып, өҫтәлгә менеп, күҙҙәрең маңлайыңа менгәнсе стримтиз күрһәтермен үҙеңә, әйҙә, күңелһеҙ булһа, күңелләнеп ал!

       Һүҙен һүҙ итә, алдына алғанын ҡуя белмәй торған кеше ул, Фатима, һис шикһеҙ иренең күрмәгәнен күрһәтер, тик тултырылған тауыҡтай тыңҡыш, килбәтһеҙ, гармун күрегеләй бүлкәттәрҙән генә хасил кәүҙәне ут яҡтыһында күргән иренең өрәйе алынып, ҡото осоп ҡуймаҫмы икән, шуныһы ла бар бит әле...

- Мин әйткән төшөнсә яғымлы һүҙ генә түгел, урынлы ғына итеп, яратып ҡағылыу ҙа...

      Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән Маһибәҙәр мул, итләс ҡултығының аҫтынан арыҡ муйынлы ҡуш йоҙроҡтай башын сысайтҡан иренең пеләш башын наҙлы һыйпап, тар маңлайынан супылдатып үбеп алды.

- Ул тағы яҡтылыҡ һәм йылылыҡ сығанағы ла...

- Яңылыш әйттең, апай, – һүҙҙең рәт-сүрәтен белмәгән, мөғәмәләгә иғтибарһыҙ, фермала малсы булып эшләгән Айҙар тамағын ярып ҡысҡырып һүҙ ҡыҫтырҙы.. – У сикрит эш бит яҡтыла түгел, утты һүндергәс, балалар йоҡлап киткәс дөм ҡараңғыла башҡарыла, йылы түшәк аҫтында йә мунсала...

- Һеҙгә интим мөнәсәбәт, енси акт хаҡында һөйләмәйем дә баһа, секс хаҡында һүҙ алып барам...

- Күпме сәйнәһәң дә бер үк балыҡ башы инде, сикс ни ҙә, интим ни ҙә, парнаграфия ни, бөтәһе лә бер ҡалыптан, бер ҡап та бер һап...

- Төшөнөп етмәгән минең бер һорауым бар ине, балам! – Ошоғаса шымып, йоҡомһорап ултырған Сөләймән бабай теремекләнеп, көрәктәй сал һаҡалын устары менән яҙып-тағатып һүҙ ҡатты. – Мына һин әле генә, хәләл ҡатыныңа яғымлы ҡағылыу кәрәк, тип әйттең. Икәү арабыҙға ел үткеһеҙ кимәлдә ней ғөмөр татыу йәшәнек инәйең менән, әммә һәр нәмәнең, һәр ҡылмыштың үҙ мәле, Беҙҙең түшәк айырғанға ла апаруҡ йылдар уҙҙы. Ҡағылыу, ябайлаштырып әйткәндә, һәрмәү кәрәккәс, ҡарсыҡ менән ҡабаттан йәнәш ятырғамы әтеү?!

- Ни һөйләйһең, бабай, ишетмәй ҡалдым? – Сәлихә ҡарсыҡ шәлен бер яҡҡа шылдырып ебәреп, ҡолағына усын ялғаны.

- Алйыған ҡарсыҡ, ликтор ҡыҙым, иркенләгеҙ, бер-берегеҙгә яҡынлағыҙ, ти ҙә баһа...

- Ыуынығыҙ, тиме? Ҡаҙ майы менәнме, әллә бурһыҡтыҡы менәнме, юҡ тигәндә йылҡыныҡы ла барамы? – Лектор яғына һирпелде. – Көнөнә нисә тапҡыр?

       Мәғәнәһе аңына барып етмәгән һорауҙан лектор баҙаңҡырап, юғалыңҡырап ҡалды ла теленә ни килде шуны әйтте:

- Һеҙҙең йәштә көнөнә бер тапҡыр ҙа етә!..

- Көнөнә бер тапҡыр, ти ҡарсыҡ, киске сәйҙе эскәндән һуң, бисмилланы әйтеп...

- Шуныһы ла баштан ашҡан, минең ни быуындарым һыҙлай килеп тороп, бил ебәрмәй...

- Иркенлә әле, олатай, бәлки Сәлихә инәй ҡартайған көнөндә яңылыштан ғына бәпәйләп тә ҡуйыр, бәлки! – Мәктәптә ҡарауылсы булып эшләгән Данирҙың әйткәндәренә зал шау-гөр килеп көлөп ебәрҙе.

    Лекцияның рәт-яйы киткәйне инде, шулай ҙа лектор ҡатын дауам итергә булды:

- Мәҫәлән, сит илдәрҙә бөгөн сексҡа ҡарата мөнәсәбәт, ҡараш икенсерәк...

  Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткән Ғәбделхәй, сыҙап ҡала алмағанлыҡтан, ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп китеп аяғөҫтө баҫты ла ярпайып, сәхнә уртаһына сығып баҫты:

- Сит илдәр тинеңме, ҡәрендәш? Уратып һуҡтырма, йәме, Германия тигән дә ҡуй! Беҙ ул мәлғүнде 45-се йылда уҡ еңдек һәм тар-мар иттек, япон самурайҙарын да, уғаса Францияны, Напалеонына ҡушып. Совет иле юлбашсыбыҙ, бөйөк Ленин һыҙған тура юлдан ышаныслы, еңеүле аҙымдар менән коммунизмға ынтыла. Бөгөн коммунистар партияһының аҡыллы уйланған, планлаштырған етәкселеге аҫтына Аҙыҡ-түлек программаһын уңышлы үтәйбеҙ һәм сираттағы съезға әҙерләнәбеҙ! Шулай булғас, үҫешкән социализмы коммунизмға тоташтырып йәшәп ятҡанда, капитализм ҡалдығы секс хаҡында халыҡҡа һөйләү кәрәкмәй, ул урынһыҙ, хатта әйтер инем – зарарлы!

      Ошондай ялҡынлы сығыштарҙы тыңлап өйрәнгән, шуларға күнгән, мөкиббән киткән Тәкәһуҡҡан халҡы гөрләтеп ҡул сабып ебәрҙе.

       Тәкәһуҡҡан ауылын уратҡан тауҙар киртләстәренә таң ойотҡоһо ҡунды; йылға аръяғындағы ферма яғынан малсы ирҙәрҙең ете ҡат һүгенеүҙәре ишетелде, уларға һауынсыларҙың сәрелдәп һыйырҙарын тиргәүҙәре ҡушылды, был тарафта инде тракторсы Ғимран ушҡыртып танауын һеңгереп тамаҡ төбө менән йүтәлләне лә тракторын ҡабыҙып ебәрҙе. Сираттағы хеҙмәт көнө башлана, барса халыҡ ең һыҙғанып сираттағы съезға әҙерләнә. Бындай дөйөм күтәренкелек шарттарында Тәкәһуҡҡан ауылына ят секс төшөнсәһе йоҡманы һәм яҡын киләсәктә йоҡмаҫ та.

     Хәйҙәр Тапаҡов

Читайте нас: