Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
29 Август 2023, 10:57

Мәсет

* * *

1

Иштуған ҡарт, олоғайған көнөндә үҙенән һуң яҡты эҙ, яҡшы һүҙ, күҙгә эләгерҙәй ҡомартҡы ҡалдырырға теләп, тыуған, ғүмер кисергән ауылында үҙ иҫәбенә мәсет  төҙөргә ҡарар итте. Ҡартайған көндәрендә мөлкәт, бол инселәрлек балалар булмағас, нимәгә беҙгә, ҡыутомшоҡтарға, былар, шуға йыйғанды, төйнәгәнде изге маҡсатта ҡул­ланыр­ға  кәрәк, тип эстән генә фекер йөрөттө лә уйындағын һүҙ араһында олоғайған көнөндә тешекмәгә  ҡалған ҡарсығына ет­кер­ҙе. Тегеһе йомоҡ холҡона ярашлы ҡайтарып яуап ҡатманы, йоҡа, ҡан ҡасҡан ирендәрен ҡымтып, төҫһөҙ ҡарашын ситкә йүнәлтеү менән генә сикләнде. Йәшәй-йәшәй бындайыраҡ ым-ишараға төшөнөп, күнегеп бөткән, күренеп тора, әле эстән ҡабул ҡылғанын Гөлнәзирәһе хупламай була. Бисә-сәсә һүҙен тыңлап, уларҙың әйткәндәрен һанлап, иҫәпкә алып өйрәнмәгән кеҙелеге, кирелеге еңде һуңғы сиктә, шуға, уйымды асҡас, ошоноһо ла баштан ашҡан, тип өнһөҙ киреләнеүгә ҡылъяйманы ла, хәлбүки эште ҡыҙыу, ҡыҫҡа тотто, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, хакимиәттән яңы урында ер бирелгәнлеге хаҡында рәсми рөхсәт ҡағыҙын алғас та тиҙ арала элекке мәсет түңендә үҙҙәренә өй һалырға тип әҙерләгән, шыңғырлап торған ҡарағай бураны күтәрҙе. Иҙән-түбәлек таҡталар ҙа әллә ҡасан лапаҫ аҫтына өйөп һалып, киптереп ҡуйылған. Башлағанын бер аҙ яйға һалһа, һайғау тартып ваҡытлыса кәртәләп алынған ихата эсенә усаҡлыҡҡа тигән уҫаҡ бураһын да килтереп ултыртыр. Быныһы инде ыҡсым ҡунаҡхана ролен үтәр. Ошо изге теләге бойомға ашһа, күҙ терәп килерлек, ҡаршы сығып аттарын бәйләрлек тә яҡындары ҡалмаған ауылдаштары тура бында ҡайтып төшә ала – әруахтар­ға аят бағышлатып хәйер-саҙаҡа һалам тиһәң, мәсет эргәлә генә, болдорға сыҡһаң, ауыл ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, алыҫта тыуған яҡ тәбиғәте бөтә хозурлығында сағыла, күҙ күреме ерҙә, тау аҫтында, Һаҡмар бормаланып ағып ята. Дөйөмләштереп әйткәндә, һағыныуҙы, йән болоҡһоуын баҫыр биләмәгә әйләнер ошо ҡалҡыулыҡ!
Әүәле бынау ерҙә, ҡашлаҡтың ҡырлауындараҡ ине мәсет. Ул иҫ белгәндә ҡарағастан һалынған алты мөйөшлө өй ташландыҡ хәлгә ҡалғайны. Шунан, бураның ныҡлығын, ҡаҡшамағанлығын иҫәпкә алып, тәҙрә рамдарын алмаштырып, һипләп, ян-тирәһендәге баһыу­ҙарын яңырттылар ҙа бинаны ауыл советының архив келәтенә әүерелдерҙеләр, ары клуб иттеләр. Әммә ауыл ҡарттарының ҡәтғи талабын иҫәпкә алып, уның ярым айлы манараһына оронорға ҡыйманылар. Мәктәп янында блоктарҙан яңы клуб ҡоршағайнылар, мәсеттең хәжәте бөттө. Ишегенә ат башындай йоҙаҡ элделәр, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡаттылар. Ташландыҡ харабаны  уның класташы Яндырай Абдулла һатып алып, үҙенә торлаҡ итергә булды. Ҡоролманы һүткәндә лә шаптыр ҡыланды, манараны кәбән тарта торған трактор тросына тағып ауҙар­ҙы ла, үҙенә кәрәкмәгән таҡта-тоҡтаны, түбә ҡалайын нисек етте шулай туҙҙырҙы. Уның хаяһыҙлығына ҡаршы торор диндарҙар ҡалмағайны, ә йәшерәктәргә булды ни ҙә булманы ни, үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын. Абдулла ҡорған нигеҙендә мандып йәшәй алманы, яман сирҙән ҡатыны үлеп китте, берҙән-бер малайын афған яуынан ҡурғаш табутҡа бикләп ҡайтарҙылар, үҙе олоғайған көнөндә эскегә һабышып, ҡараусыһыҙ ҡалды ла теге түңдә, ҡапрыҡ араһында берәҙәк эттәй ятып йән бирҙе. Өсөнсө көнгә генә табып алдылар, тын алғыһыҙ эҫе йәйге селләлә мәйет еҫләнергә лә өлгөргәйне. Хәҙер йорт ауыл ситендә тора: шифер ҡыйығы күптән емерелеп төштө, тәҙрә уйымдары шыҡһыҙ өңрәйеп күренә. Ошо хәлдә лә төп өлөш – бура замана ел-ямғырына бирешмәй әле, бирешмәй. Эш башларға йыйын­ғас, башта шуны ҡулланырға иткәйне лә – тартынды, кеше өлөшөнә ингеһе килмәне, хужаһы булмаһа ла, ул уның тир түгеп тапҡан хәләл мөлкәте түгел бит, йәнә иҫкегә иҫең киткәнсе яңыға тотоноуың хәйерле. 
Бураны йоманан һуң ир-ат, егет-елән сығып күтәрешкәйне, эштең ауырын ауҙарыр­ға ла ҡулдары буштар ярҙам итте, инде килеп ҡалған ваҡ-төйәген ҡабаланмай ғына үҙе урын-еренә еткерергә тырыша. Яңғыҙы эшләп өйрәнгәс, күмәк хеҙмәтте, шаулы өмәләрҙе өнәп еткермәй: ҡырҡ ата балаһы алып-һуғып, ат өркөтә лә юҡҡа ла сыға. Аҙаҡтан йөрө ҡыйшайған-салшайғанды тө­ҙәтеп. Ә былай үҙ яйыңа ҡымғырлауы рәхәт, күҙгә төртөлмәйҙәр, аяҡтарға сыбалып ҡамасауламайҙар. Ваҡ-төйәге ҡалды, тиһә лә, мәсеттең манараһына тотонорға йөрьәт итмәй әлегә, элек бындай айырым оҫталыҡ талап иткән эште башҡарып ҡарамағас, ҡайһы ерҙән тотоп башларға белмәй аптырана, өҫтәүенә, үрелеп ҡарағанда кәпәс төшөр бейеклеккә ярым айҙы мендереп ҡундырыу яңғыҙ кешенең ҡулынан килер шөғөлмө! Һүҙ ҙә юҡ, ситтән оҫталар саҡыртырҙар, тик улар ни хаҡҡа яллана бит әле, уныһы бер мәсьәлә. Ярар, әлегә ҡулымдан килгәнен бөтөрә торайым, ҡалғаны аҙаҡ асыҡланыр, юлға һалыныр, тип тынысландырҙы үҙен. Шулай ҙа һәр нәмәнең үҙ яйы, үҙ рәте – ҡыйыҡта манара ултыртыр урын ҡалдырҙы, кипкән ҡарағас һуйындыларын  әҙерләне. Төҙө­лөштә ҡарағасҡа тиңләшер ағас юҡ – ҡатһаң, ек ҡалдырып ҡалтаймай, ҡуйған урынында ныҡ тора, дым тартҡан ерҙә инде сыныҡтырылған ҡоростай ҡатыға әүерелә.
Көтөүҙе ҡыуып, кәртә-ҡура тирәһендәге мәшәҡәттәрен теүәлләй ҙә, иртәнге сәйен ҡабалан эскәндән һуң кәрәк-ярағын алып, елтәңләтә баҫып, төҙөлөш барған ергә йүнәлә. Көн оҙоно шунда мөштөрләй, ҡайһы саҡ шөғөлөнә әүрәп онотолоп китһә, ашау-эсеүенә лә ҡайтып әйләнмәй. Ул саҡта инде, ашантыһын яулығына бөрөп тотоп, янына ҡарсығы килә.
Үпкәләгәндәй бер-береһенә һырттарын ҡуйып һерәйәләр. Ул ҡабаланмай ғына ҡабып сепсенә башлай, ә Гөлнәзирәһе өнһөҙ-һүҙһеҙ уныһын-быныһын сиратлап алдына шылдыра. Ҡуйһаңсы, әллә был телен йотҡан инде? Өндәшеп һүҙ ҡушһа ни була! Улай тиһәң, уның да әйтере ҡалмаған. Йәш саҡтан уҡ йәндәре лә, тәндәре лә, һөйләшер әңгәмәләре лә берегеп барманы шул. Әүәле ирешәләр-талашалар, битәрләшәләр ине, ә хәҙер ҡартайған көндәрендә көнләшер, бүлешер нәмәләре ҡалманы, шуға эстәренә йомолдолар.
Бөгөн эшенең рәт-сүрәте күренмәне нишләптер, ҡулы балта-йышҡыға тартманы. Шуғалырмы, бик йыш ишек алдындағы ер ҡыртышын йыртып сыҡҡан аҡ таш өҫтөнә барып ултыра ла, арыҡ тубыҡтарына терһәкләнеп, нуры ҡайтҡан күҙҙәрен билдәһеҙлеккә төбәп, оҙон-оҙаҡ хәтирәләргә бирелә. Бүкәндәй сысайған суйырға бәрелеп, бынан бик күп йыл элек яҡын дуҫы ҡазаланғайны. Бура күтәрергә ниәтләгәс тә әле түмәләс­тең ҡап уртаһын биләгән ошо нәмәне алып ырғытырға теләп, ян-тирәһен көрәк менән ҡаҙып, лом менән соҡоп аҙап­ланды, дәү сүкеш менән ватып маташты, тегеһе “ыһ” та итмәне, ҡаҙнаһына һеңгән аҙау тештәй ныҡ ине таш, саҡ ҡына ҡымғырлау түгел, ҡымшанманы ла, йөҙөнә бәрелеп кире ҡаҡлыҡҡан дәү сүкеш йәмшәйеп бөттө, ә бының, исмаһам, бармаҡ битендәй бер өлөшө кителһәсе, юҡ, әйтерһең дә, булаттан ҡойол­ған! Маташып-маташып та, ҡулынан килмәгәс, ҡаршы урамда йәшәүсе Рауилдың төпсөк улы Рәмилде сүмесле, эттергесле тракторы менән саҡыртып ҡараны. Дыңғырлап ятҡан ҡаты ҡатламды һоҫа алмаған сүместең ҡорос тештәре һынып сыҡты, эттергескә бәрелгән һайын осҡон­­да­рын сәскән сусаҡ ҡара төтөн сығарып көсәнгән тракторҙы бар тип тә белмәне. “Ни етте шуның менән булашып, күҙ терәп торған техниканан яҙаһым юҡ!” – һирәк тештәре араһынан серт иттереп төкөргән Рәмил, башҡа саҡырып йонсотма, тигәндәй, кабина ишеген шартлата ябып китте лә барҙы. Йәне көйгәнлектән, үртәлгәнлектән көйәнтәләй бөгөлгән ломын, муйынынан һынып сыҡҡан сүкешен ситкә атып бәрҙе лә үҙ алдына лауылданы: “Дасадны!” Нисәмә йыл күҙәтә йөрөп шуны күҙаллай – был таш киҫәге ниндәйҙер ҡөҙрәткә, юғарынан килгән көскә эйә нишан. Нигеҙ билдәләгәндә лә ниргәне  бер яҡҡа тартыңҡырап ҡорорға мәжбүр булды. Әле лә боҙ киҫәгеләй өшәндергес тыныуын бәреп, биленә һуғып, тәнен дерелдәткән таштан шылып ултырырға ашыҡмай урынында суҡая бирҙе. Ер ҡуйынынан килгән һалҡындан ойоған булмышы уяна, башында мыжғышҡан иҫтәлектәре, епкә теҙелгән сәйләндәй, ниндәйҙер мәғәнәүи тәртипкә килә төҫлө.
Ниәтләгәненә тотонорҙан алда күңеленә шикләнеүгә, икеләнеүгә тартым хис инеп оялағайны, хәҙер шул икеләнеүле шөбһәһе йәненә тынғылыҡ бирмәй, өҙлөкһөҙ мейеһен сүкей. Мәсет төҙөр кимәле бармы, изге ғәмәл атҡарырға лайыҡмы ул? Ошо һорауҙы ҡат-ҡат үҙенә үҙе бирә лә яуап таба алмай ҡаңғыра. Йәнә уны бит йәш сағында “Динһеҙ Иштуған” тип тә йөрөттөләр. Йылдар үтеү менән булмышына айырылмаҫлыҡ кимәлдә йәбешкән ошо ҡушаматын яйлап-яйлап оноттолар. Аңлашыла, шыҡһыҙ исемде таҡҡан оло быуын баҡыйлыҡҡа күсеп бөтөп бара, ә бәрей туйы ҡоторған осорҙа йәшәгәндәр иманлыҡты  имандан алда ҡуя, аҡсаға, матди байлыҡҡа Хоҙай Тәғәләнең үҙенә табынғандай табына. Хәҙер уны йәш-елкенсәк, Иштуған олатай, тип ололай, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған тиң-тошо Иштуған, йә Иштуған ҡарт тип өндәшә, бәғзе зыялы, берәй рәсми, тантаналы сарала кәйефе килгәндә, хөрмәт йөҙөнән хәтерҙән юйыла барған атаһын иҫкә төшөрөп, Иштуған Ишмөхәмәтович, тип тә ебәргеләй. Тик таҙ бөтһә лә табыты  ҡала, ҡапҡаға яғылған дегеттәй йәнен таплаған ҡушаматы барыбер тынғылыҡ бирмәй, башҡалар онотһа ла, мин бындамын әле, тигәндәй, унда-бында бер булһа ла күңел төбөн әрнетеп-әрнетеп ала. Йәшәйештә динһеҙҙәрҙең күплеген, фанилыҡта го­наһһыҙҙарҙың, фәрештәләй сафтарҙың булмағанлығын да белә. Хаталарын танып тәүбәгә килгәнде, хаҡ юлға баҫҡанды Тәңре лә хуплай, кисерә тиҙәр, әммә ләкин ҡылынғандың юйылмаҫтайҙары ла осрай… 

2

Донъя шаулатып, үҙе әйтмешләй, теттереп көн итте йәш, дәртле сағында. Урта мәктәптән һуң армия сафында ике йылдан ашыу хеҙмәт итте лә Юлдыбай ауылындағы профтехучилищела механизатор­ҙар курсын тамамлағас, бүлексәгә ҡайтып, ҡаҡшауы еткән сылбырлы тракторға ултырҙы, тик барымы булмағанлыҡтан, ауыр эшкә шыпа ла ылығып барманы. Ус яларлыҡ ҡына аҡсаға көн оҙоно рычагтарҙы тартып көсәнергә, ҡышын-йәйен мазутҡа батып, ремонтлайым тип, иҫке техниканың аҫтында ятып этләнергә теләмәне, балтаһын алды ла күрше-тирә ауылдарҙа, ялланып, оҫталыҡ эштәре менән булыша башланы. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, уға ағас эшкәртеүгә һәләт, ынтылыш тоҡомдан күскән, ҡартатаһы тирә-йүндә таныулы балта оҫтаһы булған, атаһы ла бысыу-йышыу­ға хирес, һырлап артлы ултырғыстар, бүкәндәр, семәрләп, маҡбаллап  бирнә һандыҡтары, быялалап, көҙгөләп шкафтар әтмәләп һатты заманында. Һәр кем күңеленә ятҡаны менән йүнен күрә, тамаҡ туйҙыра, тип аҡланы сиғандай ауылдар ҡыҙырыуын. Яйын яйлап, ашыҡмай ғына йорт ҡыйыҡлаһаң, иҙән һалһаң, өрлөктө ырып, ек ҡалдырмай түбә таҡтаһын теҙһәң, бураны уйып тәҙрә яңаҡтары ултыртһаң, рамдар эшләп ҡуйһаң, килешелгән, алдан беселгән хаҡты услап тоттора ла ҡуялар. Ҡайт та, әйҙә, ирәүәнләп ял ит, тиңдәштәреңде йыйып табын ҡор, көн һайын эшкә сығырға мәжбүр итеүсе, һәр аҙымыңды тикшереүсе, күҙәтеүсе юҡ. Ауыл советына саҡыртып, бер нисә тапҡыр трактор­ға ултыртырға тырыштылар тырышыуын, иллә ышаһыҙ егеттең ыжламай аяҡ терәп ныҡ тороуын күргәс, киләсәктә, кәрәккәндә төрлө йомошҡа йәлеп ителәсәге хаҡында киҫәтеп, ауылға бәйләп тотоу маҡсатында хеҙмәт кенәгәһен тартып алып, яңынан штатҡа кереттеләр ҙә эште тамамлағанға иҫәпләнеләр. Бик ҡулай ҡарар уның өсөн, сөнки ярты ауылдың ир-аты, күҙгә эләгерҙәй эш ҡыйратмаһа ла, совхоз бүлексәһендә иҫәпләнә. Ә кенәгәгә килгәндә, бөгөн-иртән пенсияға йыйынмағас, ул уға кәрәкмәй ҙә. Штатҡа алыуҙары, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, файҙаға ғына – исмаһам, аҙмы-күпме хеҙмәт стажы барыр. Өйҙәгеләр ҙә уның елфай  тормош ҡыуыуына ҡәнәғәт­һеҙлек белдереп, мыжып ҡаранылар ҡарауын, мәгәр аҙна-ун көн арауығында тракторсының ике-өс айҙа тапҡанын бер юлы көрәп алыуын күргәс, шым булдылар, әйҙә, әлегә, беләгендә көс барҙа бол туплап алһын да, башлы-күҙле булғас, моғайын, баҫылыр, ыҡҡа килер, тип өмөтләнделәр. Өҫтәүенә, атаһы ла ныҡ биреште һуңғы осорҙа, ҡарыуы ҡайтты, кәртә-ҡура тирәһенә сығып ҡымғырларлыҡ та рәте юҡ. 

Ата-әсәһенең алған пенсиялары ла ташҡа үлсәйем, осто-осҡа ялғарлыҡ түгел. Ошондай шарттарҙа кемдер ғаиләне аҫрарға тейештер бит. Класташтары, тиңдәштәре өйләнеп, кейәүгә сығып бөтһә лә, ғаилә ҡамытын кейергә ашыҡманы, ниңә башты мәленән алда тормош боғалағына тығырға? Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән дуҫы Рәүеф Атанғол ауылының ҡыҙына өйләнде лә, ирекһеҙҙән ғәйре тормош йүгәнен кейеп ауыҙлыҡланғас үкенеп бөтә алмай, шуға һаман элекке, буйҙаҡ тормошо менән йәшәргә, бойондороҡһоҙ көн итергә тырыша. Ә дуҫының ҡатыны Лира сибәр: күрмәлекле йөҙ, уйнаҡлап торған буй-һын, күлдәкте бытлыҡтырған тығыҙ түштәр, тулы балтырҙар, итәкте ҡалҡытҡан туптай тумалаҡ оса. Уны тәү күргәнендә үк йәне сабырһыҙ тертләп китте, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе. Әгәр ошо бисә уның өлөшөнә төшһә, түшәктән тормай ятыр ине лә бит, үкенесле, нишләп уны элек күрмәгәндер, тап итмәгәндер. Алтындың ҡулда саҡта ҡәҙере юҡ шул, байталдай  бисәһен мөрхәтһенмәгән дуҫының сәйер ҡылығын аңлап та етмәй. Һатыусы булып эшләгән шаталағыраҡ, шарҙауайыраҡ холоҡло Лира ла ауыл уртаһындағы кибеткә тәмәке артынан һуғылғанында, кеше юҡта кинәйәле шаяртып һүҙ ҡуша, дәртте ҡуҙғытҡыс, саҡырыулы ҡарашын ташлай. Ҡыйшанлауҙың, һырпаланыуҙың да тикмәгә түгеллеген һиҙә…

Рәүефте эйәртеп, балталарын билгә ҡыҫтырып, Ишәй менән Ҡушайҙай ситкә сығып китәләр ҙә, ҡайтып төшкәс, бар ауылды дер һелкетеп байрам итергә тотоналар: көн дә табын, көн дә эскелек. Кеҫәләре ҡалын һыйлаусылар балыуан ҡыланғас, әҙергә хәҙер, дуҫ-иштәр ҙә етерлек. Бер көн шулай иҫереп алып ҡараңғы төшкәс клуб хеҙмәтен үтәгән элекке мәсеткә килделәр, йәштәр уйын-көлкөнән һуң тотҡарланмай таралышһа ла ҡайтырға ашыҡманы, иҫәптәре – артыҡ шаулашмай ғына аулаҡлап алыу. Клуб мөдире Рауил сәхнә артындағы өкәлтәгендә наҡыҫ ҡына булһа ла һый хәстәрләне, һый тигәне лә шул ҡаты-ҡото ла гәзит киҫәгенә төрөлгән килька балығы. Бер ярты ”первач” көмөшкөне бушатҡас, йөктәре еткән ике иҫерек юғарыға менә торған ишек йоҙағын ҡайырып асып, ауа-түнә шунда үрләп, манара асыҡлығына сығып баҫты. Бынан тирә-яҡ асыҡ күренә икән дә баһа. Төнгө уттарын балҡытып серлелеккә сумған Имәнлекүл ауылының киске күренешенән илһамланғанға ҡулдарын алға һоноп, ҡартәсәһенә оҡшатырға тырышып тәҡбир әйткәндәй көйләп ебәрҙе:
Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр,
Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ…
Мәғәнә, айыҡ аҡыл ҡасҡан ташбыҡ күҙҙәрен алартҡан Рәүеф ҡыҙыл буҫтау күреүҙән ярһыған нәҫел үгеҙеләй тамаҡ төбө менән үкерҙе:
Һин нимә бында әҙәм ышандырып, аҙан тәзелдәгән мөәзиндәй әртисләнәһең! Алла бер ҡасан булмаған һәм булмаясаҡ та! Ҡайҙа ул, йә күрһәт? – Эт саҡырғандай һыҙғырып башын уңға-һулға борғаланы. – Эй, Алла, бер тапҡыр ғына булһа ла күрен әле, һин ниндәйерәк икәнһең? – Бер аҙ бәүелеп тора биргәс, артына боролдо. – Сыҡманы, ызнашит юҡ. Юҡ! Ул әҙәм балаһын тәүфиҡ сиктәрендә, ҡалып ҡыҫымында тотоу өсөн уйлап сығарылған татлы алдыҡ ҡына! Алла булмағас, мас булғансы, ғарҡ кикергәнсе гүләйт итергә лә мөмкин. Беҙҙе бер кем тыя алмай, мына шу! – Билбыуар кәртәнән аша сығырға ынтылып ярты кәүҙәһен тыш яҡҡа һалындырҙы. Иҫке манара, ваҡытһыҙ маҙаһыҙлағанға үпкәләгәндәй, ел-ямғырға бирешеп йоҡарған, кибеп ныҡ һирәгәйгән таҡталарын ҡалсылдатып, ауыр сыйнап ҡуйҙы.
– Һин  нимә, дүрәкләндеңме әллә, шаярҙыҡ, етте, инде дауай төштөк! Төймәләре ысҡындырылған пинжәк салғыйынан эләктереп өлгөрҙө.
– Кит әле м-м-ы-ы-нан, Иш-ш-т-у-уған, уйнаштан тыуған! – Ус ҡабырғаһы буҫтауҙы матҡыған бармаҡтарҙы ауырттырып һуғып төшөрҙө.  
Рәүеф манара кәртәһен аша атлап ҡалай менән ябылған ҡыйыҡҡа сығып баҫты ла тар ҡырласта тигеҙлеген һаҡларға теләп, ҡоласын йәйеп бер килке талпынып торғас, аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫып тыпырҙатыу хәрәкәте яһап, һамаҡларға тотондо:
Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,
Нужа күрмә никакуй.
Тәҙрәңдән елдәр өрһә,
Куфайкыңды тыҡ та ҡу-ууй…
– Ҡайтайыҡ, тим, Рәүеф! – Был тәүфиҡһеҙ илереүҙең тиген бөтмәҫен һиҙенгәнгә ҡулдарын алға һоноп инәлә башланы, дуҫын әүрәтеп ипкә килтерергә теләп, өҫтәне. – Минең тағы ла бер ярты самагон запаста ята, әйҙә, беҙгә барып шуны  эсәбеҙ!
– Тороп тор, концертым тамамланмаған бит әле! – Төймәләре ысҡынған пинжәк салғыйҙарын ярпылдатып ҡоласын йәйеп ебәргән Рәүеф шашыныуын дауам итте:
Айға оса, айға оса,
Айға оса Гагарин.
Мин дә айға осор инем,
Эсем тулы маргарин!  
Таҡмағын тамамланы ла көтмәгәндә терәлеп баҫҡан аяғы ныҡлығын юғалтып бөгөлгәс, таһыр-тоһор тауыш сығарып, түбәнгә тәкмәсте: «А-а-а-аааа!..» 
Рауил менән эләгә-йығыла тышҡа сыҡҡандарында биле ер өҫтөнән сысайып сыҡ-ҡан аҡ ташҡа тап килеп бөгөлөп төшкән Рәүеф иҫһеҙ-оҫһоҙ ята ине.
Медпункт фельдшеры Рәйсәгә йүгереп барҙылар, шунан Рауилдың атаһының атын оҙон арбаға егеп, ҡазаланыусыны яңы сабылған бесән өҫтөнә һалып, төн тимәй Лира менән икәүләп күрше ауылдағы участка дауаханаһына юлландылар. Барышлай күк күкрәп, йәшен йәшнәп, ҡойоп ямғыр яуырға тотондо. Һуңғы епкә ҡәҙәр күшектеләр. Ошоғаса айнып етмәгән тубал башынан араҡы шауҡымы сығып осто. Ярты юл үтелгәс, баш осондағы болоттар ҡайҙалыр ағылып бөтөп, күк ҡабағы асылып китте, әйтерһең, әле генә ерҙе аяуһыҙ һыҙырған ямғыр ҡамсыһы һис ҡасан булмаған да. Юлдың ҡара мәтеһе әйләнеп тәгәрмәстәргә урала, арҡаһынан боҫ бәргән ҡарт алаша оҙон арбаны ауырлыҡ менән тарта, шуға юл ҡырлатып ҡыртыштан барырға тырышалар. Мул ямғыр тамсыларынан эйелгән һәрпенделәрҙе кисеп барып өҫтәре һыуланды. Арбала һуйҙайған Рәүеф тә, үҙенең әлегә тере икәнлеген белдереп, онотҡанда бер тамаҡ төбө менән шыңшып, ыңғырашып ҡуя. Эргәлә ҡарайып ҡалҡҡан урман эсенә боҫҡан өкө, уларҙың хәленә ингәндәй, ауыр уфтана ла ары мыҫҡыллағандай шашып көлөргә тотона: “У-у-уф-ф-фф… Ха-ха-ха…” Биҙәкле ситса күлдәге аша йомро тәненең һәр һыҙаты тулған ай яҡтыһында асыҡ тимгелләнгән Лира, тигеҙгә сығып арба ситенә һаҡҡас, дерелдәп уға һыйынды. Офоҡҡа таң ойотҡоһо ҡунғанда алыҫта берәм-һәрәм йызылдаған ауыл уттары күренде, тимәк, совхоз үҙәге иҫәпләнгән Матрайға яҡынлашалар. Дауаханаға барып еткәс, иҫенә килгән Рәүеф, ниһайәт фажиғәһенең тәрәнлегенә төшөнгәндәй, асырғаныулы аҡырып иларға тотондо:
– Урталай һынғас, ят инде кеше көнлө булып, инәңде орайым!..
Кире ҡайтҡандарында Лира, аулаҡтан файҙаланып, тартыныуһыҙ түшенә һылашты, ул өшөйөм тиһә лә, тәне уттай янып бара, һәм еүеш сәстәренән иҫерткес, башты әйләндергес хуш еҫ килә ине. Ул да яуапһыҙ ҡалманы, яҡыныраҡ шылып ултырып һығылмалы билдән ҡарманы, йәнендә тулышҡан нәфселе теләген тыя  алмай, тығыҙ балтырҙарға ҡағылды.
Лираны тура эшенә алып барғайны, ул йүгертеп алып сығып бесән араһына бер ярты араҡы һалды. Алашаға ары дилбегә ҡағыу кәрәкмәй ине, тура тартып хужаһының асыҡ ҡапҡаһына инеп тә китте. Бер хәбәрҙе ҡырҡ тыҡып, иләмһеҙ буҙлап, Рауил менән көнө буйы ҡайғыны йыуҙылар.
Ҡайтҡас, арманһыҙ булып түшәгенә ауҙы һәм йоҡлап та китте. Ҡараңғы төшкәс янына, төпкө яҡҡа инеп түшәк ситенә һаҡҡан ҡартәсәһе ауыр уфтанды:
– Үҙе ғәйепле, башҡа бер кем дә түгел, Аллаһы Тәғәлә ғәҙел язаһын бирҙе, ә һине, балам, бәлки, минең ихлас, ысын күңелдән уҡыған доғаларым аралағандыр…
– Юҡ ул Алла, юҡ, ышанмайым, мәктәптә беҙҙе шулай тип уҡыттылар!.. –
Килеп тыуған хәлдән албырғағанға ышанысһыҙ яуапланы ла керле сәстәре тырп-айған сөрәкә башын яҫтыҡ аҫтына йәшерҙе.
– Тәүбә, тиң, был аҡылһыҙ һүҙҙәрҙе ейәнем түгел, юлдан яҙған иблис әйтә! Йәшәүгә шарттар булдырып, тереклекте Тәңре яралтҡан. Бынау өҫтәлде атайың эшләп ҡуйғас ул бар, донъяла ла шулай, юҡтан бар яһап булмай… Мәсет – иман йорто. Унда ҡылынған гонаһ ҡына түгел, бәләкәй генә хилафлыҡ та оло ҡазаға юлыҡтыра. Шуны онотма! Әүәле иҫ белгәндә мәсетебеҙ мәхәлләгә , игелек нурын һибеп балҡый ине. Мәсет бит ул ауылдың күрке генә түгел, динебеҙ билдәһе, ер кендеге. Уны ил хужалары ана ни хәлгә төшөрҙө. Күреп тор, беҙҙәге халыҡ тиҙҙән инәһеҙ ҡалған күстәй тырым-тырағай һибеләсәк… Ә һин, балам, тәүбәңә кил, башҡаса эсмәйем, тип эҫе мәлендә әйтеү әйт!
Күңеле болғанғанға ауыҙын баҫып тештәрен шығырҙатты: 
Бар сыҡ әле бынан, бер кемде күргем килмәй, һинһеҙ ҙә бахмурҙан баш зыңҡып ярылып бара!
Ап-аҡ сәсле еңел һөйәкле ҡарсыҡ, нотоғоноң үтемһеҙлеген самалап, ары һүҙ көрәштереп торманы, башына яҙып ябынған яулығының бер яҡ сите менән тешһеҙ ауыҙын ҡаплап көлһыуаллаһын бышылданы ла сығыу яғына тәнтерәкләне.
Ил ауыҙына иләк ябып булмай, ошо ваҡиғанан һуң уға “динһеҙ” ҡушаматы тағылды. Хаслығына күрә язаһын алған Рәүефте кисекмәҫтән участка дауаханаһынан районға ебәрҙеләр, район табиптары санитар самолет саҡыртып, Өфөгә оҙатты.
Ғаилә ҡамытын кейҙереп тынысландырыу маҡсатында күршеләге Бикбирҙе ауылының ултыраҡ ҡыҙына яусы ебәреп, йәрәшеп, ике яҡтан да яҡын туғандарҙы йыйып бата уҡытып, ҙур булмаған табын ҡорҙолар ҙа уны ҡабалан ғына башлы-күҙле иттеләр. Һауынсы булып эшләгән Гөлнәзирәне ошоғаса бер нисә тапҡыр осратҡаны булды булыуға. Иртә яҙ менән теге ауыл эргәһендәге йәйләүҙе йәйгелеккә әҙерләргә ялланғайны: ҡуна ятып, сереп аушайған кәртә бағаналарын алыштырҙы, урын-урыны менән төшкән һайғауҙарҙы ҡалҡытып ҡатты, һауынсылар, көтөүселәр йоҡлап йөрөгән таҡта будкаларҙың ҡыйыҡтарын, менеп-төшөргә яйһыҙланған тупһаларын яңыртты. Бер һүҙ менән әйткәндә, оҫталыҡтан бигерәк ҡара көс талап иткән мәшәҡәт. Йәйләүгә яңы сыҡҡан һауынсылар ҙа уның тарафына шаян, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын атып, ширҡаңдашып эргәнән генә үтеп-һүтеп йөрөп ята, тик тәбәнәк, йыуантаҡ, сибәрлектәре уртанан түбән ҡыҙҙарҙың береһе лә күңеленә ятманы. Эргәһендәгеләргә ылығып бармаған, йомоҡ холоҡло бер ҡыҙға ғына иғтибар итте. Итте лә онотто, сөнки ул башҡаларға ҡарағанда өлкән дә, күр-мәлекһеҙ ҙә күренде, бары ҡыҫҡа аяҡтарға ултырған тулы кәүҙәһе, еҙ төҫөндәге оҙон сәстәре, өркөп ҡараған йәшкелт күҙҙәре генә хәтерендә ҡалған. Атаһы шул ҡыҙҙың атаһына, әрмелә бергә хеҙмәт иткән ҡорҙашының йортона яусы ебәрергә йыйын-ыуы хаҡында әйткәс, һүҙһеҙ ризалашты ла ҡуйҙы. Яңғыҙлыҡтан ялҡа башлаға-йны шул. Эйәле-башлы булыу буйҙаҡ көн итеүгә ҡарағанда отошлораҡ та баһа, юҡтың көнөндә өҫ-башын йыуыр, тамағына яраштырыр кеше була, тағы ауылдарҙағы ирһеҙ бисәләрҙе теүәлләп йөрөп, йоғошло ауырыу эләктереп, бәләгә тарыуы ла бик ихтимал.
Өйләнеп аҙна самаһы үткәс, тәмәке артынан кибеткә ингәйне, уны айҙай балҡып ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән Лира, был юлы үсеккәндәй, арты менән баҫты ла үсәгәндәй итеп әйтте: “Һайлана торғас, һаҙға батҡанһың икән, һыйыр, һөт еҫе һеңгән ул байғоштоң ҡайһы еренә ҡыҙыҡтың?..”
Йәш килен артыҡлап тотҡарланмай фермаға һауынсы булып сыҡты ла өнһөҙ-һүҙһеҙ баш баҫып эшләргә тотондо. Ә ул инде оҙаҡҡа һуҙмай ауыл осондағы яртылаш төҙөлгөн йортон бөтөрҙө, ҡыш етеп ҡырпаҡ ҡар яуыуға мунса, усаҡлыҡ, мал ҡураһын, келәтен төҙөп ҡуйҙы. Ҡартәсәһенең талабына ярашлы, нигеҙгә аят бағышлатып, өй мөйөштәренә аҙан ҡысҡыртып, йоманан һуң күсенделәр. Дөйөм табын артында бит һыпырып ултырырға теләмәгәнгә саҙаҡа өләшеүҙе ҡатынына ҡушып, мулла йоланы үтәгәнсе, йомош табып аҙбар яғында йөрөп торҙо. Әммә яңы йортҡа нишләптер ҡот ҡунманы, йәш кәләше менән уртаҡ һүҙ тапманы. Тегеһе бер ниндәй сәбәпһеҙ асыуын, һарыуын ҡайната, енен ҡоторта. Ундай саҡта инде ғауға-талаш сығырын көт тә тор. Улар яңы өйгә күсеп күп тә үтмәй таңға яҡын атаһының йорто янып китеп, бер төптән атаһы, әсәһе, ҡартәсәһе үлеп китте. Дәррәү күтәрелеп сыҡҡан халыҡ афәткә йәйелергә ирек бирмәне, ут кәртә-ҡураға ҡапманы, мал-тыуар имен ҡалды. Янғындың сығыу сәбәбен аҙаҡ боҙоҡ электр сымына һылтанылар. Нишләтер ҡайғырманы, хәсрәтләнмәне, яҡындарының фажиғәле вафатын күргәс, тәүге уйы шул булды: “Ярай әле, өлгөрөп ҡалынды…” Тейешлекте үтәп, мәрхүмдәрҙең өсөн уҡытты ла, кискә ҡарай тотош малды яңы кәртәһенә күсереп алды, ә иртәгеһен нигеҙҙе, көйөрәп, быҫҡып ятҡан торомбаштар өйөмөн бүлексәнең бульдозеры менән яр яғына ҡарай эттереп, йорт урынын ер менән тигеҙләп ҡуйҙы. Ҡайтып килешләй урам сатында арғы оста яңғыҙы йәшәгән Мөхипъямал ҡарсыҡ осрап, үҙенсә һығымта яһаны: “Шунан, улым, ай-тай баҫҡан тупһаңды туҙҙырып ҡайтып киләһеңме?..” “Ә мин нимә эшләй алам был осраҡта? Өй-өмдө янған нигеҙгә шылдырып ултырта алмайым да.” “Һәр ғәмәлдең үҙ әмәле.  Тыуған нигеҙеңде емерергә ашыҡһаң да, мәрхүмдәрҙең етеһе, ҡырҡы уҡытылмаған. Ә мин шул ерҙә һинең кендегеңде ҡырҡҡайным…”  

3

Ярты йылдан һуң, Яңы йыл байрамы алдынан, Мәскәүҙең үҙенә саҡлы тикшереүгә ебәрелгән Рәүефте алып ҡайттылар. Ауырыуҙы Имәнлекүлгә район дауаханаһының “Тиҙ ярҙам” машинаһы килтерҙе. Дуҫын бәпестәй күреп күтәреп, түр яҡтағы түшәккә индереп һалды. Ошоғаса ныҡ, беше булған кәүҙә ҡорҙайға ҡалып, еңеләйгәйне, ә яҫтыҡланып шешмәкләнгән күҙ төптәренә фажиғә, өмөтһөҙлөк тамғаһы юйылмаҫлыҡ дәрәжәлә һеңгәйне. Яҡыны булараҡ ҡаршы алырға килеүселәрҙән аҙаҡҡараҡ ҡалғайны, хужабикә өҫтәлгә бер ярты араҡыны тыпылдатты, һары май ватты, икмәк телде, башлы һуған ҡырҡты. Өндәшмәй-һөйләшмәй, ауыҙҙарына һыу уртлап ҡына ҡалмай зәһәр араҡыны тамаҡ төбөнә сытыраймай оҙатып, теге шешәне бушатҡайнылар, күҙҙәренә йәш алған Рәүеф ары аралашырға теләмәй стена яғына боролоп ятты.
Ауырыуҙы бер кешегә ҡарау мәшәҡәт булғанғалыр, Лира Атанғолда яңғыҙы көн иткән әсәһен үҙенең янына күсереп алды. Шул көндәрҙә Имәнлекүлгә тағы ла бер ҡаза килде. Кис эш урынында ауыл егеттәре менән эскелек ойошторған Рауил иң аҙаҡ ҡалып клубты бикләп сыҡҡанда ҡышҡы сасҡауҙа теге суйырташ янына ятып бөгәрләгән, ҡатыны эҙләп тапҡансы бейәләйһеҙ ҡулдары, дермантин ботинкалы аяҡтары туңып өлгөргән. Бармаҡтары мөнтәлгән ауырыу район дауаханаһында оҙаҡ ятмай гангренанан үлеп китте. Үлгәндәр үлә лә ҡотола, тереклек иткәндәр көндәлек мәшәҡәттәрҙе хәстәрләргә тырыша – Лира ла райондың мәҙәниәт бүлегенә барып, клуб мөдире булып эшкә төшөүе хаҡында бойороҡ алып ҡайтты. Көндәр буйы кибет һаҡлауға ҡарағанда бында ни ҡулай, мәҙәниәт усағында эшләү өсөн ойоштороу һәләтенә эйә булыу, йыр-моңға, нәфис һүҙгә маһирлыҡ кәрәкмәй, домино һуғып, шахмат уйнап биллиард шарын ҡыуыусы егет-еләнгә иртәле-кисле клубты асып-япһаң шул да еткән, ә ҡалған ваҡытта өй тирәһендә булаһың.
Һуңғы осорҙа ситкә сығып йөрөмәй, ялланайым, тиһәң ауылда ла ҡулға эләгер-ҙәй мәшәҡәте табылып ҡына тора, тип һылтаулай, ысынында иһә, табыш еҫен һиҙеп өлгөрөп һунарсы ҡомары уянған януар ише, уны бында ниндәйҙер ымһындырғыс көс бәйләп тота. Оҫталыҡ кәсебенән ҡайтып инеп ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылай ҙа дауахананан ҡайтҡас, кәйефе һиҙелеп ыңғай яҡҡа үҙгәргән дуҫының янына бара, сәғәттәр буйы гәп һатып ултыралар, шахмат уйнайҙар, кәрт һуғалар, тәмәке быҫҡыталар. Клубтан ҡайтып ингән Лира ишекте асып ҡуйып өйҙө елләттә лә сәрелдәк тауышланып, икеһен бер юлы әрләргә тотона. Белә, һиҙә, әрләүҙең дә төрлөһө була, Лира уны ҡыуалаған мәлендә яңылыш ҡына бәпес башындай ҡабарынҡы түштәре менән ҡағылып-ҡағылып ала, ишектән дә ҡулы менән түгел, мамыҡтай мыймылдаҡ осаһын ҡыйшаңлатып этеп сығара. Уға шул ғына кәрәк тә, иртәгеһенә һылтауын табып, тағы килә һалып етә, яңынан ошондайыраҡ ҡыуыуҙы көтә башлай.
Бер көн кис шахматҡа мауығып китеп, оҙағыраҡ тотҡарланды. Ҡайтырға сыҡҡанында ҡуйырып эңер төшкәйне инде. Артынан оҙатырға сығып, кире инергә ашыҡмай солан ишегенең яңағына һөйәлгән Лира менән ҡабалан ғына хушлашты ла ошоғаса кисектерелеп килеп әле ҡылынырға тейеш гонаһтан ҡасҡандай, йүгерә-атлай урам буйлап китте. Үҙәләнгән саҡырыу ишетте:
– Иштуған?!
– Боролоп ҡараны – артынан эләгә-йығыла Лира йүгерә. Килеп етте лә ҡаршыһына баҫып, бер килке текәлеп торғас ҡосағына тартыныуһыҙ һыйынып, өҙөп-өҙөп бышылданы:
– Инде күпме ныҡлығымды һынарға иҫәбең? Тәҡәтем ҡалманы, нәһерем ҡороно...
Сабырлығын, ихтыяр көсөн юйғанлыҡтан үҙ-үҙен белешмәй тумалаҡ һынды үҙенә тартты, фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәреп, мул түштәрҙе һәрмәне, ҡомһоҙланып текә осаны үҙенә ҡарай тартты. 
 – Ашыҡмайыҡ… Мин үҙем…Әйҙә, клубҡа инәйек, унда яғылған, йылы… - Шулай тине лә эргәһендәге йорт яғына ҡарай етәкләне.
Эскә үтеп сәхнәгә күтәрелгәс, ҡарһаланып сисенә башланылар, өҫ кейеме шар-шау артындағы элек мөнбәр  урынлашҡан, хәҙер гардероб хеҙмәтен үтәгән стеналағы ҙур уйым яғына ҡарай осто. Гонаһлы ҡауышыу ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан, һәм шул уҡ ваҡытта йәшен йәшнәүендәй сағыу, илерткес килеп сыҡты. Ярһып бушанғандан һуң уны өҫтөнән төшөрмәй ятҡан Лира ни сәбәптәндер түгелеп иларға кереште. Аңын кинәт асырғаныулы уй шаңҡытты: “Ни ҡыландым һуң әле, нимәгә кәрәкте? Лиранан башҡа бисәләр бөткәнме?.. Күҙ күрмәгән яттар менән сыуалыу бер ни түгел, мин бит йәндәй күргән яҡын дуҫыма хыянат иттем… Был бит яҡшы барып бөтмәйәсәк…”
Кейенде, ҡулына йомарлаған кәпәсен башына батырҙы ла, үҙе ҡылған хәшәрәтлектән ерәнгәндәй, асыу менән ласылдатҡансы иҙәнгә төкөрҙө:
– Тор, нимә ятаһың ҡул-аяғыңды йыя алмай тырпырап!
Ҡалҡыу урындарын, бөгөлгән-һығылған ерҙәрен күргәҙмәгә ҡуйғандай ялтлатҡан Лира ашыҡмай ғына кейенә башланы. Кәре ҡалҡыуҙан сығырынан сыҡҡанға яланғас ҡатынды ҡабаттан стенаға ҡыҫты. Клуб эсендәге бөләңгерт тынлыҡта яңынан татлы иңрәү яңғырап китте.  
Ишек алдына сыҡҡанда ябалаҡлап яуған ҡарҙы ойоҫҡотоп буран башланғайны. Ҡараңғы күккә уҡтай ҡаҙалған иҫке манара көслө елгә шағыр ҙа шоғор килеп бына-бына өҫкә ауыр төҫлө. Иштуған тиретун яғаһын торғоҙоп, ҡулына йоран бейәләйҙәрен кейҙе лә ҡатынды асыу менән өйө яғына этәрҙе:
– Бар ҡайт, ирең көтә!
– Көтһөн, шунан ары нимәгә эшкинә ул! – Ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡҡан Лираның иҫе лә китмәне. – Иртәгә тағы кил, тәҙрәләрҙә ут булмауға ҡарама, ишекте бикләмәйем…
– Ваҡытым юҡ!
– Ул бүктермәй торған нәмәгә ваҡыт кәрәкмәй…
Һинең менән буш һүҙ сыбалтҡансы китеп ҡотолам, тигәндәй ҡулын асыулы һелтәп ебәреп ҡайтыр яҡҡа йүнәлгәйне генә юл ҡырындағы ҡар һырынтыһына күмелгән теге суйырташҡа аяғы эләгеп тәгәрәп китте.
– Инәңде!..
Лира кинәйәле иһаһайланы:
– Һармышҡайым ?..
– Ништәп мин һиңә һармыш булайым тағы? – Иштуған яндырай ырғып тороп өҫтөндәге ҡарҙы ҡаҡҡыланы, ситкә осҡан кәпәсен алып кейҙе.
– Һармыш инде, һармыш, өйҙә ятҡан, эшкә ашмаған бәйнәтем абышҡа, ә һин – һармыш…
– Ярай, һармыш та икән ти, әле генә нимә әйтмәксе инең?
– Алды-артыңды ҡарап йөрө, аҙымыңды үлсәп баҫ, тимәксемен, ошо ерҙә минең абышҡа билен имгәтеп сатын ҡоротҡайны, ә һинең муйыныңды һындырып ҡуйыуың бар!
Ҡайтып ингәс ашың тоҙло, тип һылтауын табып Гөнәзирәне тиргәп ташланы, иллә ҡул күтәрергә ҡыйманы. Тауыш ҡуптарыуы ла айырым ятырға теләү генә ине, әммә йәшерен уйы барып сыҡманы, ҡатыны түшәкте уртаҡ йәйҙе лә аталығының тәнендә өйөккән ят кәнтәйҙең еҫен тойомлаған инәлек ише ятыу менән ҡылтайғандай һыртын ҡуйҙы.
Сәйер төш күрҙе Иштуған. Ерҙе асманға ялғаған ҡойон бағанаһы әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла, кәртә-ҡураларҙы һыртлатып, Имәнлекүл ауылы тирәләй өйрөлә башланы. Ҡойон үҙәгенә ҡара саңға ҡушылып болғанып ҡағыҙ киҫәктәре, кипкән ботаҡ-һатаҡ, ҡый-һай, тағы әллә нимәләр тартылған. Йотҡаны менән ҡәнәғәтләнмәгән шайтан бағанаһы ауылды уратҡан һайын берәүҙе эләктереп алып юғарыға күтәрә. Күптәрен танып та бөтмәй, тик шуны ғына тойомлай – уларҙың барыһы ла ауылдаштары. Ҡойонда мәсетте клубҡа әүерелдергән элекке ауыл Советы рәйесе Таһир ҡарт, уның ҡатыны завклуб Зөлхизә, Рауил, Лира, Яндырай Абдулла, ул, тағы әллә кемдәр әйләнә... Һөрәнләп ярҙамға саҡырыр ине лә, ҡул-аяғы тышалған, кипкән теле аңҡауына йәбешкән. Улар – ихтыярһыҙҙар, улар  барыһы ла ғәрәсәт әсирлегендә... Бына шашыныуҙан көсө ҡайтышланған ҡойон уларҙы берәмләп түмәләстәге аҡ таш өҫтөнә атып-бәрә башланы: кемеһенеңдер башы сәсрәп ярылды, кемеһенеңдер биле имгәнде, бәғзеләренең ҡул-аяҡтары өҙөлөп ситкә осто. Алынған яраларҙан ҡыҙыл ҡан түгел, дегеттәй ҡара шыйыҡса атылып сыға, имеш, сыға ла сәсрәп, тирә-яҡҡа һибелә. Шул төҫ ауылды, ер өҫтөн, күк йөҙөн яба барып, һуңғы сиктә ҡояшты һүндереп, яҡтылыҡ сығанағын томаланы. Тормош, йәшәйеш һүнде. Дөм ҡараңғынан бары ыңғырашыу ауаздары ғына ишетелә...
Ҡара тиргә батып уянды Иштуған. Урынында тороп ултырҙы, башта һәрмәнеп, ҡайҙалығын тоҫмалланы. Өйҙә, түшәгендә ята икән, эргәһендә бисәһе, эркет тултырылған тоҡтай күлбеп, ауыр мышнап йоҡлай. Ҡул һырты менән еүеш маңлайын, шырт баҫҡан сикәләрен һыпырҙы, тәҙрә ҡорғанын тартып, тышҡа ҡараны. Киске ел бер аҙ баҫыла төшкән, ауылды күмеп бурап ҡар яуа икән дә баһа. Күргәненең бары төш кенә икәнлегенә инанғас, ялан аяҡтарына табанлы быймаларын ҡатып, яурынына тиретунын һалып, башына төлкө кәпәсен батырҙы ла күтәрмәгә сығып тотонғосҡа терһәкләнеп, маҡсатһыҙ ғына бер аҙ һерәйгәс инеп, кире урынында йомарланды. Һаташыуҙан, әле генә һалҡынға сығып инеүҙән йоҡоһо тамам осҡайны. Тыныс таң аттырырға теләп, тәүге тапҡыр тупаҫ теленән иманлы һүҙ ысҡынды: “бисмилла...”
Ә иртәгеһен иртәнсәк инде ул үҙенең тәбиғи булмышына, яҡшы менән яманды бутаған гонаһлы көнитмешенә әйләнеп ҡайтҡайны.

4

Асыҡҡандан ғәйре ҡаныҡҡан яман, тигәндәй, башҡаса унда ике аяғымдың береһен баҫмайым, тип үҙенә үҙе ант итһә лә, туҡран  тәүбәһенән фәтүә самалы, кеше аяғы һилдә хыянат, боҙоҡлоҡ, аламалыҡ һуҡмағын таҡырлауы бермә-бер йышайҙы. Зиһен офоҡтары сикләнгән, хис инеше һай, тыйнаҡлыҡ, тотанаҡлыҡ төшөнсәһе фиғеленә яғылмаған Лира алдатҡыс, ҡыҫыр баҙлауыҡҡа  оҡшаш, иллә теләһә ниндәй ир-атты ымһындырырлыҡ байлыҡтары үҙ урынында. Уны шул ниғмәттәр үҙенә тарта ла инде. Рәүеф дуҫы боҙоҡ йәнле ҡатынынан юҡҡа ғына ситләшмәгән икән. Көслө затты бит иң әүәл наҙ, оялсан әҙәп, тыйнаҡлыҡ, күҙгә бәрелеп бармаған нәзәкәт йәлеп итә. Ошо күркәм сифаттар ҡатын-ҡыҙҙың күңел сырағын яҡтыраҡ яндыра, булмышын байыта, тормошон йәмләй, матурлай. Ул да аңлай, ваҡыт үтеү менән тышҡы ялтырауыҡ бөләңгертләнһә бер килеп аралары һыуыныр, һыуынып ҡына ҡалмай, икеһенең береһен туңдырыуы ла бик ихтимал… 
Бер көн ҡат-ҡат һөйөшкәндән аҙаҡ сәхнә түрендә, ләззәт тулҡынында туғарылып яталар ине, соланға өтә баҫып ингән аяҡ тауыштары ишетелде, уны-быны абайлап өлгөргәндәренсә түшәмдәге лампа гөлтләп ҡабынды. Ишек ауыҙында Лираның әсәһе Гөлйыһан ҡарсыҡ тора ине. Тимәк, һиҙенеп, эҙ ҡыуалатып килгән. Шаршау артына боҫоп саҡ ашыҡ-бошоҡ кейенеп өлгөрҙөләр. Лира башын баҫып йүгерә-атлай сығып китте, ә ул юлы быуылғанлыҡтан ары ни ҡылырға белмәй, аптыранып туҡтап ҡалды. 
Иблис, әҙәм аҡтығы, аңһыҙ хайуан кимәленә төшкән хыянатсы! – Ҡарсыҡ быуынһыҙланғандай иҙәнгә сүкте лә салланған сәстәрен ҡыу бармаҡтары менән аралап йыйырсыҡтар сыбарлаған сикәләрен ҡушусланы. – Һине юҡҡа ғына динһеҙ тип йөрөтмәйҙәр икән! Үҙеңдең элекке изге урында уйнаш иткәнлегеңде беләһеңме, кафыр? – Һорауына үҙе үк яуап бирҙе. – Белмәйһеңдер, белһәң, был тиклем дә түбәнселеккә төшмәҫ инең. Шуны хәтереңә киртеп ҡуй, бер килеп һине Алла һуғыр, шуны онотма! Бар, дүрт яғың ҡибла! Әгәр ошо хәл тағы ла ҡабатланһа устарымдың һырты менән хуш итеп бәддоға  уҡырмын! – Төҫһөҙ күҙҙәре сая янған, сәстәре ялбырап таралған, ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡарсыҡ был мәлдә мәскәй әбейҙән ҡурҡынысыраҡ күренде.
Гөлйыһандың ҡарғышына тетрәнгәнгә тәнтерәкләп ҡайтырға йүнәлгәйне, теге ташҡа эләгеп йығылып китте. Нисәнсе тапҡыр! Был ни ғиллә, ошо тәңгәлдә абайлап баҫҡандай ҙа һымаҡ, суйырҙы гелән ситләтеп үтергә лә тырыша – юҡ, арбағандай үҙенә тартып, әмәлен табып эләктерә барыбер. Ҡәһәрле, үсле нәмә тере йәндәй үткән-һүткән һайын уға аяҡ сала башланы.”Был тикмәгә түгел”, – тип иңрәне шөбһәләнгән күңеле.
Аҙна самаһы түҙеме етеп, таныш тарафҡа ҡайырылманы. Һыу юлында, тыҡрыҡ тәңгәлендә тап булыштылар. Һаулыҡ һорашып, башын баҫып үтеп китмәксе ине лә, ғәйепләүгә тартым шелтәле тауыш туҡталырға мәжбүр итте:
– Бысраттың да ҡойроғоңдо һыртҡа һалырғамы иҫәбең?
– Һәр нәмәнең дә башы, аҙағы була... – Аҡланғандай танауы аҫтынан мығырҙаны.
– Шулай уҡмы? Ә бына быға нимә тип яуап бирерһең, башҡалар алдында нисегерәк аҡланырһың? – Фуфайка аҫтынан ҡабара биреп күренгән ҡорһағын ыуҙы. – Бел, бер ни ҙә эҙһеҙ үтмәй!
– Рәүеф тә ир бит әле.
– Эйе, ир, тик уның биленән түбән яғының ҡыу ағастай ҡороғанлығын бөтәһе лә белә.
– Нимә эшләйбеҙ? – Албырғап ҡалды.
– Әлегә бер ни ҙә. Ҡалғанын ваҡыт күрһәтер…
– Эҫе мәлендә бәлки берәй сараһын күрерһең, ә? Бикйәндә бер әбейҙе беләм… Өйөн бушлай ремонтлау иҫәбенә килешергә мөмкин… 
– Мине ремонтлауың күрҙең бит, нимә менән барып бөттө. Ҡарап ҡарарбыҙ… Икенсе яҡтан уйлап ҡарағанда, был – минең беренсе бәпесем. Ауылдарға шабашкаға сыҡҡанда әүәләгән балаларыңды иҫәпләмәгәндә, һинең дә тәүгең… 
– Рәүеф… ирең белгәнме, һиҙгәнме?
– Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ.
– Нимә ти?
– Нимә тиһен. Бына. – Һиҙелер-һиҙелмәҫ күгәреп күренгән сикәһен ыуҙы.
– Сәсемдән эләктереп алып ятҡан еренән тондорҙо. Әсәйем дә уны яҡлай. Хәҙер аралашмайбыҙ.
– Һөйләшеү өҙөлдө. Һүҙһеҙ торҙолар. Лира шуҡ янған күҙҙәрен ҡыҫа төшөп тирә-яҡты һөҙөп байҡаны:
– Мир алдында һерәймәйек. Былай ҙа беҙҙең хаҡта өй беренсә ғәйбәт һөйләйҙәр. Әсәйем Атанғолға ҡунаҡҡа китте, Рәүеф аҙна самаһы инде көн яҡтыһын абайлар хәлдә түгел, лаяҡыл иҫерек… Гел клуб та клуб тигәнсе өйгә инеп күренгеләмәй генә эңер төшкәс кил, мунса яҡтым...
Ҡараңғы төшөүгә ҡараҡтай алан-йолан ҡаранып, кәртә артынан картуф баҡсаһы осондағы ҡара мунсаға йүнәлде. Лира уны көтөп торған, электр уты үткәрелгән йылы соланға бәләкәй өҫтәлгә һыйын теҙгән, уртаға бер шешә көмөшкә ҡуйырға ла онотмаған. Бындай осраҡта ашау-эсеү, мунса ҡайғыһымы, шешәне муйынынан тотоп яртылаш бушатты ла кейем-һалымын шытырҙата тартып сисенә башланы.
Һуңлап ҡына ҡайтып инде лә, бер ни булмағандай, залдағы утты ҡабыҙҙы. Түрбаш яғынан ҡаршыһына сыҡҡан Гөлнәзирә, йәшел күҙҙәрен нәфрәтле яндырып ҡаш аҫтынан тексәйҙе:
– Еңел пар менән тиер инем, мунсала йүнләп йыуынмағанһың түгелме?
– Ниндәй мунса?! Башты ҡатырып, юҡ-бар лыбырҙама, йәме?!
– Ҡайтып күренерҙән алда бит-йөҙөңдө тәртипкә килтерһәңсе, әйтәгүр!
Ыстырам!
Трюмоға күҙ ташланы ла көҙгөлә сағылған әҙәмде күреп, шаҡ ҡатты ла ҡалды: һалпыш биттәр, яҫы маңлай эт алғыһыҙлыҡ булып ҡоромға буялғайны, ҡара йөҙҙә кәкес танау торомбаш киҫәүеләй сысайған, ипкендә тиргә ҡатҡан сәстәр терпе энәләреләй тырпайған, ағы еңгән ташбыҡ күҙҙәр, йөҙөмдө ни хәлгә төшөрҙө, хаин , тигәндәй нәфрәтле аҡайып ҡарай, маңлайҙа мөгөҙ генә етмәй – торғаны бер ибәтәйһеҙ һыу инәһе, итәғәтһеҙ һаҙ албаҫтыһы.
Ҡойроғон бот араһына тартып мөйөшкә ҡыҫырыҡланған бурҙай хәлендә ҡалһа ла, үҙен ҡулға алып өлгөрҙө:
– Һәр аҙымымды күҙәтергә һин пракарур штүли?!
– Тамам күҙҙәрең тоноп, бәйелдән аҙҙың, мине эшкә һанамаһаң, күрше-тирәнән оялыр инең!
– Улар иң тәүлә үҙҙәрен һәрмәп ҡараһын, арттары таҙамы икән?! – 
Көҙгөләге шыҡһыҙ бапаҡтан ҡарашын алғас, тамам тынысланып тауышын көрәйтеп ебәрҙе. 
– Йәш-елкенсәктән, етеп килгән бала-сағанан тартын исмаһам, тотош ауыл һөйләй бит.
– Ят көсөктәрҙән өркәһем юҡ, әйткәндәй, ҡайҙа беҙҙең бала? Юҡ, һәм бер ҡасан булмаясаҡ та, сөнки кәнкритне биҙәүһең! Һыуһыҙ ҡоҙоҡ икәнлегеңде белгәндә, эргәңә яҡын юламаҫ инем.
– Күпме битәрләргә иҫәбең? Бергә көн иткең килмәһә айыр, хурлыҡлы тереклек итеүҙән ҡотолормон!..
– Хурлыҡлы, тиһеңме? Ас-яланғас тилмергәнең бармы, быйыл көҙгөһөн башҡалар кеймәгән йылы итектәр әпирҙем, яңыраҡ пәлтә, шәшке бүрек. Теге аҙнала хәтәр сексүәлней бөсгәлтер, панталун…
– Улайтып ыштан, түшелдерек иҫәпләп бисәкәйләнгәс, алғандарыңды үҙең кей! – Ҡатыны шифоньерҙы шар асып ебәреп, һаҡлап тотҡан кейем-һалымын иҙәнгә быраҡтырҙы.
Кәсекләшеү әргә, әр тауыш ҡуптарыуға ялғанғас сыҙаманы, ҡоромло йоҙроҡтарын төйнәп, бисәһенә ташланды ла уны еңелсә, йомшаҡ ерҙәрен төйөп бәргесләп ташланы. Үҙенә лә эләкмәне түгел, апаруҡ ҡына эләкте. Көрмәкләшкәндәрендә шифоньерға беркетелгән дәү көҙгөнөң бер сите йәнселде…
Өйләнгәндән алып тәүге тапҡыр икеһе ике түшәктә, ҡатыны түрҙәге диванда, ә ул ишек төбөндәге эскәмйәгә тартым киң һәндерәлә төн уҙғарҙылар.
Иҫерек булһа ла, йоҡо алманы, ҡулдарын баш аҫтына һалып, түшәмгә текәлеп ятты. Төпкө яҡта Гөлнәзирәһе тауышһыҙ ғына илай, тыштағы ел мөрйәне әсе һыҙғырта, өй ҡыйығын дыңғырҙатып ҡаҡҡылай. Артыҡлап беленмәһә лә, ишектән һалҡын бәрә икән дә баһа, кешегә эшләйем тип өй-тирәһенә ҡулы етмәй шул, таң атыу менән ишек яңаҡтарын йышып, ел өрөрлөк ек ҡалдырмай йүнәтеп ҡуйыр. Ҡалтыранып китте лә үрелеп ыҫ еҫе һеңергә өлгөргән тиретунын ябынды.
Һуңғы осорҙа ҡатынына ҡарата ҡаты ҡыланмай, ни тиһәң дә хәләле бит, ә ауылда унан башҡа бер кеме юҡ. Яҡынына хыянат итергә ярамағанлыҡты ла белә. Ҡайһылай ғына итһен, ғәҙәт ҡалһа ла, тоҡомдан күскән холоҡ ҡалмай икән, маңлайға яҙылғанды ус менән генә һыпырып ырғытырмын тимә. Атаһы ла йөрөмтәл, тотанаҡһыҙ елғыуар булды йәш сағында, әсәһен күпме ҡан илатты. Эсеп, ҡайҙалыр ҡунып һуң ғына ҡайта ла уларҙы урамға ҡыуып сығарыр ине, көн  йылыла һарай башында, һалҡындарҙа мунсала йоҡлап йөрөнөләр. Ә Гөлнәзирәгә килгәндә, уны айырыу ҡайҙа, унһыҙ ҡалайтыр? Әле боларғандарында ла тегеһе, сығып китәм, тип ишеккә уҡталғайны, беләгенән эләктереп төп яҡҡа елтерәтте, ятһын шунда. Йылыла.
Иртәгеһен Рәүеф дуҫы күршеһе аша саҡыртып, сәләм ебәрҙе.
Ҡурҡа-ҡурҡа ғына китте. Сисенеп түргә уҙҙы, карауат янындағы ултырғысҡа ултырып бөршәйҙе. Рәүефтең эскенән ныҡ таушалған йөҙө тағы ла һурыла төшкән, күҙ алмаларына һиҙелеп һары ҡунған, шулай булһа ла, күрешеүе ҡаты, йығырға теләгәндәй, ҡулын ынтылып тартып алып, бер килке ебәрмәй тотто.
– Хәлдәрең нисек? – Тишерҙәй итеп төбәлде.
– Әкренләп барғандай.
– Әкренләһә лә бара бит. – Бөтәрләнеп бөткән түшәгенә ымланы. – Һәр хәлдә минең ише урыныңа ҡаҙаҡланмағанһың.
– Нимә, дуҫ, байрам итеп ятышмы? 
– Эйе, миңә хәҙер көн дә байрам, көн дә туй. – Урыҫсалап ебәрҙе. – Лафа! Сикәң сапсылған түгелме?
– Профилактик маҡсатта бисәнең туҙанын бер аҙ ҡаҡҡылап алғайным, көтмәгәндә сәүек эттәй өҫкә ырғыны бит, сәсенән эләктерәйем тип ынтылғайным ғына битте тырнап өлгөрҙө, свулыш.
– Ҡатын-ҡыҙ юҡтан ғына тырнағын тырпайта һалып бармай, сәбәбе барҙыр?
– Замана бисәләре сәбәпһеҙ ҙә өҫкә ырғырға әҙерҙәр.
– Элек тупһаға туҙан ҡундырмай инең, хәл белеүҙе оноттоң ошо арала?
– Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәрме әле, ялланып, ситтә бер аҙ эшләп ҡайттым, юғиһә һуңғы осорҙа ауыл тирәһендә йүнле эш тә ҡалмай бара, ә тамаҡ туйҙырырға кәрәк… – Күрәләтә алдашты. – Бисәне әйтәм, бәлки оҙағыраҡ тотҡарланыуымды хыянатҡа иҫәпләп, шайтаны аҙғандыр, кем белә.
– Ояттан яҙған уйнаштарҙы алыҫтан эҙләһе түгел, ундайҙар беҙҙә лә етерлек.
Кинәйәле әңгәмә өҙөлдө. Ғәйепле кешеләй башын баҫып ултырыуында булды, Рәүеф, уҡыусыһынан имтихан ҡабул иткән ҡырыҫ уҡытыусылай, һынап текәлде:
– Тегендә, шабашкала, өй башын яптыңмы әллә мунса ғына һалдыңмы? Беҙҙеке ише ҡара мунса?
– Иҙән-түбә түшәнем, шунан ҡыйыҡ яптым.
– Ҡыйыҡтың урынында булыуы мөһим, юғиһә күптәрҙең шул нәмәһе ситкә шылыңҡырап китә йыш ҡына, урыҫтар әйтмешләй “крыша едет”. Мунса, тигәндәй, миңә лә йыуынып алырға ине.
– Алып барайым һуң.
– Ярай, кәрәкмәҫ. Үҙегеҙ генә инегеҙ инде. Минһеҙ генә. Кәрт һуғабыҙмы?
– Ваҡыт тар ине лә. Тарат һуң.
– Барыр ереңә барып өлгөрөрһөң. Ашыҡма. Әҙәм балаһының бөтәһе лә иртәме-һуңмы шунда юллана...
Фекере тарҡау булғанғамы, отолдо, кис буйы. Шунан шахматта ла еңелде.
– Бөгөн һинең көн, Рәүеф, ҡотлайым.
– Эйе. Минең көн.
Шул мәлдә Лира килеп инде лә, сырайын ҡараңғыландырып, ситкәрәк баҫты. Рәүеф әсенеүле йылмайып, уға мөрәжөғөт итте:
– Бөгөн кис клубты йылытып әҙерләйһеңме әллә мунса ғына яғаһыңмы?
– Кис буйы бергә булырбыҙ, яратҡан ашыңды яраштырырмын, юғиһә эш тә эш, һин дә ҡарауһыҙға ҡалып, мөҙөрөп киттең ошо арала.
Рәүеф асырғаныулы ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Үҙе көлдө, күҙҙәре көлмәне, асыҡ ауыҙҙа ыржайған тештәр ҙә һөжүмгә ырғырға йыйынған йыртҡыстыҡына тартым. 
– Иҫ китмәле, бисә мине нисегерәк ҡайғырта, ә?! Ундай хәстәрлекле фәрештәне көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә табырмын тимә! Эше лә үтә ауыр һәм мәшәҡәтле шул. Әлдә ҡәйнәм эргәлә, юғиһә яңғыҙлыҡтан хет бүре булып оло. – Уға нәфрәт менән ҡараны ла һуҡ бармағы менән ишек яғына төрттө. – Ә һин, Иштуған Ишмөхәмәтович, ҡайт. Короче, пошел вон, подонок! Ҡабаттан беҙгә килеп йөрөмә. Кәртә артынан да, ишектән дә.
Сығырға йыйынғайны, хөкөм сығарғандағылай ҡырҡыу яңғыраған тауыш ҡайырылыға мәжбүр итте:
– Хәтереңә һеңдереп ҡуй, мин бер ҡасан да дурак булманым, һәм еңелеп, бахыр хәлендә ҡалып та өйрәнмәгәнмен!
Иртәгеһен таң менән ауылда ҡурҡыныс хәбәр таралды: ”Рәүеф түшәгендә ятҡан килеш аҫылынып үлгән. Кеше көнлө булғыһы килмәгәндер, ғорур ине бит ул…” Имәнлекүлдә зыяратҡа ғәҙәттә тотош ауыл ирҙәре сыға. Ә ул, һылтауын табып, йомошо булмаһа ла, ҡара таң менән йәйәүләп күрше ауыл яғына йүнәлде. Әгәр зыяратҡа сыҡһа, тиҫтәләгән ҡараш уға ғәйепләп төбәлер төҫлө тойолдо.
Шулай ҙа дуҫы алдындағы бурысты үтәргә ҡарар итте. Рәүеф ҡазаланғас уҡ мал-тыуарын һатып бөтөргән Лираның ҡулынан килмәҫен белгәнгә һарайындағы һимеҙ бәрәнде һайлап алып, уны фидиә  итеп Хәмзә муллаға илтте.

5

Лира менән бер нисә тапҡыр урамда тап булыштылар. Теге саҡ бүлтәйә башлаған ҡорһаҡ тапҡырында артыҡ үҙгәреш һиҙелмәне, тимәк, мәлендә сараһы күрелгән. 
Көҙ еткәс, төн уртаһында кемдер һаҡ ҡына тәҙрә сиртте. Ҡатыны менән аралары һыуыныуы шулдыр, мәленән алда түшәк айыра башланылар. Кис етте иһә ҡайҙа етте шунда ятып бөгәрләнәләр. Ныҡлап һалҡын төшмәгәнгә верандала йоҡлап йөрөй, әле бошаланып карауатында  әйләнгеләй ине. Тороп ултырҙы. Тыңланды. Яңылыш ишеткәндер. Тыштағы ел муйыл суғын тәҙрәгә бәргәнгә оҡшай. Карауат пружиналарын шығырҙатып кире ятҡайны, кемдер усы менән ишекте ҡапшағандай итте.
– Кем? – Тыштан яуап бирмәнеләр.
– Нимә унда телеңде йоттоңмо әллә?!
– Мин әле… Ас… – Тауышты таныны. Осрашмағандарына байтаҡ булып китте, нишләп килергә итте икән әллә яһилланырғамы яйы? Келәне ысҡындырҙы. Биленән бөгөлгән ҡатын күтәрмә тотонғосона һөйәлгән.
– Төнө менән өй баҫып йөрөй, тимәксеһеңме? – Килеүсе шыбырҙап тиерлек һораны.
– Улай тип әйтмәгәнмен бит әле. Ни артынан килдең?
– Киттек беҙгә! – Лира яуапты ла көтөп тормай төн ҡараңғылығына инеп юғалды. Иштуған өйҙөң төпкө яғында йоҡлаған ҡатынын уятыуҙан ҡурҡып шып-ырт ҡына кейенде лә тауышһыҙ хәрәкәтләнеп күҙ күреме ерҙә ҡыймылдаған шәүлә артынан эйәрҙе.
Йоҙаҡ һалынмаған ишекте асып, уттары балҡып янған өйгә инделәр. Бөтә урында – дөйөм тәртипһеҙлек. Кейем-һалым вайран килеп таралып ята, өҫтәл өҫтөнә йыуылмаған ҡашығаяҡ өйөлгән.
– Бер нәмәгә күңелем ятмай. Рәүеф өйҙөң ҡотон үҙе менән алып китте һымаҡ. Әҙәм ҡәҙере үлгәс беленә икән ул. – Карауатындағы йыйыштырылмаған түшәгенә барып ултырған хужабикә, боланың сәбәбен аңлатҡандай, тирә-яғына ҡарашын һирпте. – Иркен өйгә һыя алмай мин бында, әсәйем усаҡлыҡта йәшәйбеҙ.
Һылыу йөҙҙән ҡан әҫәре ҡасҡан, бүлтек ирендәр, күҙ аҫтары күгәреп күренә.
Ултырырға теләмәгәнгә иҙән уртаһында һерәйеп тороуын дауам итте:
– Ниңә саҡырттың?
– Элегерәк ошо һорауыңды бирмәй инең түгелме? Мөхәббәт бәйләнешен яңыртырға теләй был, тип уйлаһаң, яңылышаһың. Бынан бүтән бик теләһәң дә яныма яҡынлатмаясаҡмын. Ошоғаса йәшәгән көндәрем һаташыулы төшкә оҡшаш. Аҙғынлыҡ шаршауы күҙҙәремде бәйләгәндер, ҡолаҡтарымды томалағандыр, күрәһең…
– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ҡасандан алып аҡылға ултырҙың әле?
– Ултырмағанмын, һаман да ташҡын ағымына эйәргән ихтыярһыҙ юнысҡы хәлендәмен.
– Ни кәрәк минән, әйт тә?! – Артыҡ һүҙ ҡуйыртырға теләмәгәнгә урынында тыбызыҡланы.
 – Өтәләнмә. Тик бөгөн генә миңә ярҙам ит тә, тормош һуҡмаҡтарыбыҙ мәңгегә айырылыр.
– Төн уртаһында ниндәй ярҙам ул тағы?
– Бар гонаһтар төндә, ҡараңғыла ҡылына. Эңерҙә балам төштө.
– Нисек? – Аңламағандай таҫырайҙы. – Һин теге саҡ аборт яһатманыңмы ни?
– Ниндәй аборт ул тағы, ошоғаса ҡорһағымды корсет менән ҡыҫып йөрөнөм. Шулайтып тыумаған баламды, бәпесемде ҡарында уҡ быуып үлтерҙем... – Битен ҡушуслап бөгөлөп төштө. Яурынбаштары дерелдәй башланы. Бына Лира ҡалҡты, соланға сығып китеп, үҙе менән ҡағыҙ ҡумта индерҙе. Иҙән уртаһына ултырғыс тартып, шунда ҡуйҙы. Үҙе урынына барып суҡайҙы, ул тубыҡланғандай иҙәнгә сүкте. Йәнде баҫҡан ауыр тынлыҡ урынлашты. Шыбырҙап тиерлек әйтелгән һүҙҙәр ҡолағын зыңлата:
– Ир йынысынан  ул. Тере тыуҙы. Фанилыҡта ике сәғәт кенә йәшәне. Шуға күңелемдән  генә исем дә ҡуштым. Быныһы һиңә мөһим дә кәрәк тә түгел. Хәҙер уны зыяратҡа апарып ерләргә тейешһең. Әсәйем ясин сыҡты, йыназа  уҡыны.
– Зыяратҡа? Төндәме?
– Төндә.
– Кеше күҙенән ҡасыпмы? Ә нишләп көндөҙ түгел?
– Йәне, тәне таҙа булһа ла, уйнаштан яралған. Тағы ошо хәлдән һуң ауыл халҡы миңә ҡырын ҡараясаҡ.
– Был эш закунныймы һуң? Бала тере тыуҙы, тиһең бит. Тимәк, уның да әҙәмсә ерләнергә хоҡуғы бар.
– Ҡасандан законға буйһоноп йәшәй башланың әле?! Ауырға ҡалғанымды бөтәһе лә белеп бөтмәй, башта әҙерәк шаулап алдылар ҙа баҫылдылар бит. Рәйсәгә лә мөрәжәғәт иткәнем булманы, медпунктта ауырлыларҙың иҫәбендә лә тормайым. – Бойорғандай әйтте. – Теге саҡ Рәүефтең нимә әйткәнен онотмағанһыңдыр? Минән шуны ҡабатлатма. Бар!
Апаруҡ тос ҡумтаны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып ҡайтып, ҡараңғы-юҡта һәрмәнеп, осло башлы көрәкте, ләхетлек таҡта киҫәген тапты ла  ҡараңғы булһа ла кәртә аҫлатып зыярат яғына ҡарай йүнәлде. Мәсет янындағы аҡ таш уға аҙым һайын аяҡ салып аптырата ине, хәҙер һуҡмағындағы һәр нимә эләктереп, тартып, семетеп ҡалырға тырыша, абынып йығылып китә лә ҡабат ҡалҡып алға ынтыла, ташҡа бәрелгән тубығы дыулай, асыҡ ерҙәрен әле һулырға өлгөрмәгән кесерткән саға. Ҡумта эсендәге мәйет ҡымғырлағандай итте. Тереме икән әллә? Шул уйынан тәне зымбырҙап китте. Туҡталды, тыңланғандай итте. Юҡ, бер ни ҙә юҡ, бары йөрәге күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп һуға икән дә баһа. Зыярат ҡапҡаһын таба алмай бер килке аңҡы-тиңкеләнеп ҡаңғырҙы ла кәртәнән ек табып шыуышып эскә үтте. Ауылда йола шундай – һәр ара үҙ кешеләрен билдәле бер урынға ерләй. Тоҫмал менән үҙҙәренекеләрҙең ҡайҙа ятҡанлығын билдәләп алды ла шул тарафҡа китте. Атлауы бигерәк яйһыҙ, ниндәйҙер түмәләстәргә барып менеп китә, ҡәбер таштарына эләгә йә бәрелә. Шаңҡығанлыҡтан, иҫәңгерәгәнлектән ҡурҡыу тойғоһон тамам онотто, һеңгәҙәгән зиһене генә нимәнелер эшләргә ҡуша, алға әйҙәп хәрәкәтләндерә. “Минекеләр ошонда ятырға тейеш...” Сираттағы кәртәгә килеп терәлгәс, кеҫәһенән шырпы сығарып ауырлыҡ менән тоҡандырҙы ла, усындағы яҡтылыҡ сығанағын ҡәбер ташына йүнәлтеп, тотлоға-тотлоға уҡыны: “Иш-мө-хә-мә-т Ишҡәле улы Баязи-тов... Шөкөр... Таптым...”   Көрәк менән тәрән булмаған соҡор ҡаҙығас, ҡумтаны, ләхет таҡтаһын шунда төшөрөп, тупраҡты ҡулдары менән ышырып күмә баш-ланы. Бына, ниһайәт уның да балаһы тыуҙы, тыуҙы һәм мәрхәмәтһеҙ ерҙә иблис тоҡомонан булған ата-әсәһе менән йәшәргә теләмәй, шундуҡ әхирәткә күсте. “Ул-ым…” Тамаҡ төбөнән ғырылдауға тартым өн һығылып сыҡты. Шуны ғына көткәндәй, ҡараңғы бейеклектән шым-шырыҡлап ямғыр яуырға тотондо. Уның да тамағын әсеткән төйөн һытылды, ниһайәт, еүеш тупраҡҡа бысранған ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап бөгөлөп төштө лә үкһеп илап ебәрҙе.
Иртәнсәк Гөлнәзирә уны төрткөсләп уятты:
– Бөгөн таңға саҡлы ҡайҙа темеҫкендең, төн ҡарағы, кемдең малын тамаҡ ланың? – Һуңғы йылдарҙа ҡыйыулана төшкән ҡатыны күҙҙәренә тура ҡараны.
Йәшереп маташманы:
– Бөгөн төндә улымды ерләп ҡайттым. Ғәзиз улымды. Тағы ла һорауың бармы?
– Өйләнешкәндән алып тәүге тапҡыр алдашманың. Шуныһына рәхмәт...
Ҡояш ҡалҡыуға әүеҫлек  аҫтынан ҡарағас һайғауын табып алып, бер осон ослап, икенсе осон ялпаҡлап сабып унда улының тыуған һәм баҡыйлыҡҡа күскән көнөн сыймаҡланы ла иң аҫҡа, Иштуған улы, тип өҫтәне. Бер ҡулына шул беләк буйы ағас киҫәген тотоп, икенсеһенә балта алып, зыяратҡа йүнәлде. Ғәжәпкә ҡаршы уның был ҡылығын ауыл күләмендә ғәйбәтләүсе табылманы. Йәшерен гөнаһын алдан һиҙгәндәрҙер, белгәндәрҙер, бәлки. Иртәгеһенә ҡапыл ғына үлеп киткән Гөлйыһан ҡарсыҡ та зыяратҡа күсте.
6

Киләһе йылдың йәйе аҙаҡтарында Лира тәрбиәгә малай алып ҡайтты. Балалар йортонан алған, тигән хәбәр сыҡты ауылда. Беренсе сентябрҙә иртә таң менән Лираны урамда тап итте. Ул, 8 – 9 йәшлек малайҙы етәкләп, мәктәпкә китеп бара ине. Бөхтә итеп кейенгән, ҡулына ҙур гөлләмә тотҡан ҡатма малай, уны күреү менән ҡурҡҡандай бер яҡҡа тартыла бирҙе. Лира тегенең башынан һыйпап ҡосаҡланы.
– Һаумыһығыҙ, Лира? – Арауыҡ һаҡларға теләгәнгә рәсми иҫәнләште.
– Үҙең ни хәлдә йөрөп ятыш, Иштуған? – Лира йылмая биреп яуапланы ла малайына өндәште. –- Ағай менән һаулыҡ һораш, улым!
– Здравствуйте, – тине, тегеһе.
– Башҡорт ул, исеме Танһыҡ, тегендә тәрбиәләнгәс, телде белеп еткермәй.
– Нисек йәшәйһегеҙ?
– Иҫ китмәле шәп. Бына әле икәүләп Белем байрамына китеп барабыҙ.
Йортома ҡот ҡунды, йәшәүемә тел менән аңлата алмаҫлыҡ мәғәнә һалынды. – Лира шулай тине лә, башын ғорур тотоп, ары атланы. Уны бындай фиғелдә күреп өйрәнмәгәнгә урынында һенағастай ҡатып торҙо ла ҡалды.
Тағы ла бер йыл үтте. Күрше ауылдан ҡайтып төшөп кенә тора ине, кемдер ишек шаҡыны. Сыҡһа – Танһыҡ. 
– Һаумы, улым?
– Һаумыһығыҙ. – Малай был юлы башҡортсалап яуапланы ла, йомошон әйтергә уңайһыҙланғандай, туҡталып ҡалды.
– Ни йомош, берәй ярҙам кәрәк булып киттеме әллә?
– Әсәйем сирләй, килеп сыҡһын әле, ти.
Уңайһыҙланғандай ҡатынына һирпелде, уныһы ыңғай яуапланы:
– Барып сыҡ, бик етди сирләй, тиҙәр уны. Әйтере барҙыр.
Блантҡа ингәйнеләр, Танһыҡ усаҡлыҡ иҫәпләнгән бәләкәй йорт яғына ымланы:
– Өйҙә түгел, шунда ята. Хәҙер ике көн сығып күренгәне юҡ.
– Ә үҙең нисек туҡланып йөрөйһөң һуң?
– Икмәк-май бар әлегә. Сәй ҡайнатып эсәм.
Тәҙрәһе одеял менән томаланған усаҡлыҡтың эсе ҡараңғы. Инде лә, күҙе бәйләнеп, урынында туҡталып ҡалды.
– Килдеңме, Иштуған? Зинһар, утты ҡабыҙма… Бына, бынауында ултыр…
Һәрмәнеп ултырғыс табып, шунда һаҡты.
– Сырхап киттем әле, – тине Лира ғырылдаҡ тауыш менән.
– Бөтә кеше лә сырхап ала инде ул, сырхай ҙа сәләмәтләнә.
– Минең ундай сир түгел шу. Сирҙең үлемеслеһенә юлыҡтым... Нишләп һине саҡырттыммы?.. Башҡа өндәшер яҡыным булмағанға. Ауылда һин дә, Танһыҡ. Ә баланы хафаға һалып, бөтәһен дә һөйләй алмайым. Ике аҙна элек йыйыштырыусы Мәстүрә апай менән клубты йыуып алырға иткәйнек. Шунда сәхнә артындағы тутыҡҡан ҡаҙауға ҡулым һыҙырылғайны. Эшкә һынамай йөрөгән ярам эренләп аҙҙы ла китте. Хәҙер ваҡыт-ваҡыт тотош тәнем ҡороша, аяҡ-ҡулдарым тартыша... Фильшер Рәйсә килеп ҡарағайны, кисекмәҫтән район балнисына барырға кәрәк, ти. Әле ылау эҙләп, шуның артынан сығып китте... Һиҙәм сирем үлемесле, унан ҡотолоу юҡ. Ҡулым һыҙырылған мәлдә нишләптер иң тәүҙә шул уй башыма к-и-и-и-лг-әйне... Б-б-е-ер  а-а-аҙға ғына сығып то-о-о-р-р-р,  ззи-и-нһа-а-аррр...
Лира тапма тотҡандай ҡалтыраша башланы. Ауырыуҙы ҡалдырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Күтәрмәгә сығып тәмәке ҡабыҙҙы. Бер ни тиклем ваҡыт төтөнө баҫылмаған ҡара мунсалай быҫҡыны. Ниһайәт, эс яҡтан хәлһеҙ саҡырыуҙы ишетте:
– Үтте шикелле…
Ҡабат инеп урынына ялпашты. Танауына йылымыс һыҡра еҫе килеп бәрелде. Ауырыу ҡул-аяғы ҡорошоуға сыҙамай көсөргәнгән мәлдә аҫтын еүешләгәйне. 
– Ғәфү ит... Хәлем ошондайға ҡалды шу… Бер генә үтенес менән саҡырттым һине. Үлә-нитә ҡалһам, Рәүефемдең янына ҡуйығыҙ. Тағы Танһыҡ кемгә ҡала инде... Теге балаға ла Танһыҡ, тип исем ҡушҡайным бит... Балалар йортона барғайным, ҡаршыма ошо бала осраны ла күҙҙәремә төбәп әйткәне шул булды: “Мине алырға килдеңме, апай, ә минең исемем – Танһыҡ!” Уны үҙ баламдай күреп, эйәрттем дә ҡайттым... Иң бәхетле көндәр бүләк итте ул миңә... Үкенесле, һуңлап ҡорған ҡотло, бәрәкәтле донъям ҡала... Тик кемдең ҡулына ҡала, бына бер бәлә... Әгәр бирһәләр, малайымды уллыҡҡа ал да ҡуй. Өйөгөҙгә йәм, яҡтылыҡ алып килер... Эргәңдән ебәрмә уны... Ә беҙҙең икебеҙгә килгәндә, изге йортто бысратып, гонаһтың юйылмаҫтайын ҡылдыҡ, ярлыҡау юҡ беҙгә...
Уңарсы ишек ауыҙында фельдшер Рәйсә күренде. Әлегә, әсәйең балниста саҡта беҙҙә йәшәп тор, тип Танһыҡты эйәртеп, үҙҙәренә алып ҡайтты.
Бер аҙнанан Лираны теге таныш “Тиҙ ярҙам” машинаһы үле килеш тейәп килтерҙе. Мәрхүмәне Рәүефтең эргәһенә ерләнеләр. Ә уллыҡҡа алыуға килгәндә, күпме генә тырышып документтар юллап, дәлилдәр килтереп ҡарамаһын, уға ауылдаштары, күрше-тирәһе ышаныс күрһәтмәгәс, Танһыҡты ҡайҙалыр алып киттеләр.
Балтаһы һыуға төшөп йөрөгән көндәрҙә кеше менән аралаша һалып бармаған йомоҡ Гөлнәзирәһе барыһын аптыратып изге эш ҡылды – һығылып торған табын әҙерләп, Лираның өсөн, етеһен, ҡырҡын, һуңынан йыллығын уҡытты, мул итеп хәйер өләште.

7

– Иштуған олатай, һаумы? – Һиҫкәнеп китте. Эргәһенә үк ауыл хакимиәте башлығы Илшат килеп баҫҡан имеш.
– Ә-ә-ә, һаумы, улым? – Таш өҫтөнән ҡалҡып салбарын һыпырып ҡаҡҡандай итте лә ике ҡулын һоноп күреште.
– Төҙөлөш барамы?
– Барған ерендә бара, тик ултырһаң туҡтай ҙа ҡуя.
– Улай тип әйтмә әле, яңғыҙ булһаң да ана күпме эш ҡыйратып ташлағанһың! – Илшат шулай лауылдап һөйләнеп, мәсеттең эсенә инеп сыҡты. – Мөгәрәптән нигеҙҙе нығытҡанһығыҙҙыр? Һалҡын бит иҙәндән бәрә.
– Быны миңә өйрәтеү кәрәкмәй, ғүмер буйы башҡарған эшем. – Үпкәләгәндәй итте.
– Йә, ярай, ҡылтайып барма инде, олатай, һүҙ араһында ғына белешеүем.
 –- Ҡыйыҡҡа ҡарашын атты. – Күрәм, ауырын ауҙарғанһың тиерлек, тик манараны нисек ҡалҡытырға иҫәп?
– Кипкән ҡарағас һайғауҙарын йышып етерлек кимәлдә әҙерләнем былай, – тип уратып яуапланы.
– Бик һәйбәт, әләйгәс ярҙамсылар кәрәгер инде. Манара һынлы манараны ослауҙы яңғыҙ кеше атҡара алмаҫ.
– Билдәле... – Әйтерен урата бирҙе. – Һин әйткән эште башҡарыу артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫ, тик ярым айҙы килештереп эшләтеп, уны иң түбәгә ҡундырырға ла кәрәк бит әле. Аҡсаһын тапҡан хәлдә, күпмегә төшөр икән?
– Алтын һымаҡ итеп һары ялатып ялтыратһаң, байтаҡ ҡына сығым талап итер инде ул, тик алдан киҫәтәм, ауыл хакимиәтенең артыҡ аҡсаһы юҡ. Был төҙөлөш проектланып, планға инеп, уға бюджет сығымдары бүленмәгән. Вапше-то хакимиәт ауылда мәсет ҡалҡытырға ни имеет право! – Ни сәбәптәндер урыҫсалап ебәрҙе. – Дин хөкүмәттән, мәктәптән айырым, тип бик күп йылдар элек сығарылған указды әлеге көндә лә отменять итмәгәндәр. Хөкүмәт дингә йөҙ менән боролған хәлдә лә ошо документ ғәмәлдә ҡала килә. Шулай булғас, теләктәре барҙарға дини биналар төҙөргә рөхсәт итәләр, әммә финанс ярҙамын күрһәтеүҙе юғарыла хупламайҙар... – Аллаһы Тәғәләнең үҙенә күрһәткәндәй һуҡ бармағын юғарыға сәнсте.
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған телмәрҙе ризаһыҙ бүлдерҙе:
– Һин әйткән ярым айҙы эшләткән осраҡта, уны урынлаштырыу өсөн кран кәрәк буласаҡ.
– Уныһына ғына ҡалған көндө. – Илшат фильтрлы сигарет сығарҙы ла, тартырға тәҡдим итеп, ҡапты уға һуҙҙы.
– Ул һаламдай нәмәңдең ҡеүәте юҡ, мин ғүмер буйы “Беломор” тарттым.
Кеҫәһен һуҡҡылап таш тәхетенә барып ултырҙы, башлыҡ йәнәшәһенә баҫты.
– Мин шуға һинең янға һуғылдым әле, олатай, – Илшат тәмәке төтөнөн ситкә өрҙө, – мәсетте Ҡорбан ғәйетендә асҡанда арыу булыр ине.
– Арыу булыр ине лә эштең нимәгә килеп төртөлгәнен күрҙең дә. 
– Ул мәсьәләне бик еңел хәл итергә мөмкин.
Ышанмайыраҡ текәлеп ултырҙы ла яртылаш тартылған папиросын үксәһе аҫтына һалып ныҡлап иҙеп ҡуйҙы, шул хәрәкәте менән ишеткәнен буш һүҙгә алыуы ине.
– Көн барышында миңә берәү инеп сыҡты әле. Башҡаланың үҙенән килгән дә дилбегәһен беҙҙең тарафҡа ҡайырған.
– Бөтә барған ташландыҡ ауылда ни ҡалған уға?
– Уныһы хаҡында һуңынан. Мәсет тураһында һүҙ сыҡҡайны, көтмәгәндә тоҡанды ла китте был. Сығымдарға иҫе лә китмәй, ярҙам итәмдән һалдырып, ныҡыша башланы.
– Буштың атаһы күптән үлгән, ни хаҡ һорай?
– Әйтәм бит, миңә сығымдар мөһим түгел, ти.
– Ҡайҙан килгәнлеген әйттең. Сүтәки, йомаҡ өймә, кем әле ул сумарт ?
Илшат күҙҙәрен шуҡ ҡыҫты:
– Әйткәндәй, ул беҙҙең өсөн ят әҙәм түгел. Ҡайтышлай хакимиәткә һуғыл, шунда һөйләшербеҙ. 

8

Хакимиәт янында ҡара төҫтәге ике джип ултыра. Машиналарҙың эргәһендә спорт кейемендәге йәш егеттәр күренә. Сәстәре ҡыҫҡа, май бөргән йөҙҙәре йылтыр быжыр, бөтәһе лә ҡара күҙлектә, эре һөйәклеләр, һүл ағасынан ашыҡ-бошоҡ әтмәләнгән һумалтыр шкафтай уҫлаптай кәүҙәлеләр. Туҡталып, аңшая биреберәк һоҡланып торҙо, бындай шәп машиналарҙы ошоғаса күргәне юҡ ине әле. Үткәндә Имәнлекүлгә район башлығы килеп киткәйне. Уның да ултырып йөрөгәне үтә лә кәттә ине, әммә бындай уҡ түгел.
Егеттәрҙең лас та лос һағыҙ сәйнәгәне ҡултығы аҫтындағы алтатарының кабураһын ҡапшай биреберәк яҡынланы ла тәртәләй оҙон ҡулын ишек яғына һуҙҙы:
– Что уставился, как ночной филин, дядя?! Проходи, не задерживайся!
Башлыҡтың кабинетында стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың береһенә ят кеше ултырған. Затлы пинжәгенең төймәләрен ысҡындырып, аяҡтарын тарбайтып ебәргән, үҙен иркен, бойондороҡһоҙ тотоуына ҡарағанда, урында эшләгән берәй түрәлер. Улай тиһәң, галстук таҡмаған, елкәһе ныҡ, ҡалын, ысҡындырылған иҙеүенән  ишелгәндәй итеп бер-береһенә тоташҡан эре ҡулсаларҙан ғибәрәт алтын сылбыр күренә, һулаҡай ҡулының сәпәкәй бармағында алмас ҡашлы алтын балдаҡ. Урта буйлы кәүҙәһе өрөп тултырылған туптай тумалаҡ. Ҡойола башлаған йоҡа ерән сәсенең сикә өлөшөндә башланған бакенбардалар ике яҡлап һалынҡы танау аҫтындағы һирәк мыйыҡҡа килеп ялғана. Яҫы, тура, ҡаштар текә маңлайҙы беркеткәндәй тоташып үҫкән. Кабинет эсенә ҡояш төшмәһә лә, был әҙәм ни сәбәптәндер ҡара күҙлеген һалмаған. Ҡунаҡ менән күреште лә ишек ҡырынан урын алды. Ир уның ҡулын ҡыҫҡан мәлдә ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла битлеккә тартым битараф йөҙөн тыш яҡҡа йүнәлтте.
– Бында яҡынлаһаңсы, олатай! – Башлыҡ ҡул ишараһы менән эргәһенән урын тәҡдим итте.
Саҡырыуҙы ишетмәгәндәй урынынан ҡуҙғалманы. “Был кешене ҡайҙалыр күргәндәймен…” 
– Таныш бул, олатай, Танһыҡ Фәтхуллович!
Күҙлеген һалған ирҙең йөҙөндә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ йәнләнеү ишараты сағылды:
– А я вас не забыл, дядя Иштуган, до сих пор помню! 
– Эйе… Һин теге…
– Не ошиблись, он самый!
Ҡабаттан ҡалҡып ҡунаҡтың ҡулын һәрмәп ҡыҫты ла яҡын кешеләй күреп эргәһенә ҡунаҡланы:
– Китсе, нисә йылдар үткәс! Үәт, исмаһам осрашыу! Икенсе урында тап итһәм танымай үтеп китер инем, билләһи.
– Да, годы летят, меняется мир, меняемся мы…
– Ҡайҙа йәшәйһең, улым?
– Ҡалала. Хәҙер ауылда открыть новое дело, получить прибыль, невозможно. Әле райцентрҙа икмәк цехы асыу буйынса веду переговоры. Если этот проект сработает, процесс пойдет, бер нисә ауылда магазин асырға ла теләк бар… Бында килгәс, ауылға ҡайтып әйләнергә булдым, как никак когда-то жил здесь.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, улым, райүҙәккә кил дә утыҙ саҡрымда ятҡан Имәнлекүлгә ҡайтып әйләнмә инде. Хилаф булыр!
– Я тоже так подумал. – Танһыҡ яҫы ҡаштарын яҙып ебәреп, көҙрөй елкәһен еңелсә эйеп, ризалашҡандай итте.
– Тормошоң, көнитмешең нисек, улым?
– Живу как все. Детдом. Армия. После демобилизации начал заниматься бизнесом. Стал получаться…
– Бөгөн танышһыҙ, дуҫ-ишһеҙ йәшәп булмай, берәре ярҙам иткәндер?
– Все своими руками. Начал с продажи семечек, потом перешел на китайские шмотки, теперь играю по-крупному, поле деятельности постепенно раширяется… Да ребята помогают, без этого никак… Видели по телеку сериал ”Бригада”?  Хотя… 
– Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле, Танһыҡ Фәтхулловичтың һиңә, дөрөҫөрәге, беҙгә бик эшлекле тәҡдиме бар. – Башлыҡ саҙаҡа там иткән урам хәйерсеһеләй йөҙөн кеселекле ирәмһетте.
– Дядя Иштуган, значит, вы решили построить мечеть?
– Ҡулдан килгәнсе тырыштырҙым инде…
– На свои деньги?! Сегодня таких людей встретишь редко. Все гребут под себя, ворует кто как может, научились считать деньги.
– Үҙегеҙ әйтмешләй, ауыл ерендә аҡса табыуы еңелдән түгел. Өйлөк тип йыйған материалдарҙан төҙөйөм. Әле күпләп аҡса сығарғаным юҡ.
– Материалы тоже стоят денег. – Танһыҡ әйтелгәндәр менән килешмәгәндәй өҫтәне. Сәғәтенә ҡарап алды. – Прошу прощения. Нет времени. Спешу. В городе важная встреча…
– Һуң хәҙер кис, ҡайтып еткәнегеҙсе төн уртаһы була…
– Все важные дела делаются ночью, иногда за неформальным столом.
Нишләптер теге саҡ Лираның әйткәндәре иҫенә төштө: “Бөтә ауыр гонаһтар төндә, ҡараңғыла ҡылына...”
– Әллә тим, беҙҙә ҡунып ҡайтаһыңмы, улым, аш һалырмын, мунса яғып ебәрербеҙ, миндекте туҙҙырғансы сабынып мунса төшөрбөҙ, кис буйы һөйләшеп ултырырбыҙ. – Урамдағыларҙы иҫенә төшөрҙө. – Эйәреп йөрөгән дуҫтарыңа ла урын табылыр.
Танһыҡ йылмая биреп ҡуйһа ла, һуңғы әйтелгәндәрҙе яуапһыҙ ҡалдырҙы.
– Һыймаҫбыҙ, тиһеңме? Беҙҙә ни килеп тороп иркен, ҡарсыҡ менән икәү генәбеҙ. Сәхәрҙә  сыҡҡан сәфәргә бер ни ҙә етмәй инде ул. 
– Нет, спасибо за приглашение. Говорю же, очень спешу… Глава наверное довел до вашего сведения наш с ним разговор?
– Тумбыта биреп ҡуйғайны ҡуйыуын.
– И что вы на это скажете?
– Нимә әйтәйем инде… Төҙөп бөтөрҙөм тиерлек, манара ғына ҡалды. Урыҫсалап әйткәндә минарет була инде.
– Я это понял. Ары нимә эшләргә уйығыҙ?
– Эштең яйын белгән оҫталар кәрәк…
– Осталар нужны, и еще деньги.
– Ни тиһәң дә башлағаның шул аҡсаға килә лә төртөлә шу…
– Я вам помогу. Какие финансовые вливания требует эта работа?
– Иҫәпләгән юҡ әлегә.
– До вашего прихода, сез килгәнче я посчитал… – Түш кеҫәһенән блокнот
Сығарып, яҙғандарына күҙ атты ла түңәрәк кенә хаҡты әйтте.
Һағайып ҡалды, яңылыш ишетмәнемме икән, тип көтөңкөрәй биреп тә ултырҙы.
– Сейчас все дорого, и цены растут не по дням.
– Уныһы билдәле инде. Һәр хужалыҡҡа һалынған налугты, икенсерәк итеп әйткәндә, төтөн аҡсаһын йыя алмай баш ҡата. – Тик ултырыуҙы килештермәгән башлыҡ әңгәмәгә ҡушылды. – Ә райондан биләмәне төҙөк тотоуҙы талап итәләр, юлы ла ялтырап ятһын, ҡоҙоҡтар ҙа эшләп торһон. Әйтеүе генә анһат. Баш ҡатҡан инде. 
– Давайте, конретно перейдем к делу. Мин сезгә помогу поднять минарет.
– Бушлаймы?
– Бушлай. Только у меня одно условие…
Ышанмай ҡарап ултырҙы. Һиҙеп алды. Танһыҡ – эшҡыуар. Ә бөгөнгө эшҡыуарҙар үҙ яҡтарын ҡайырырға әүәҫ.
– Ниндәйерәк шарт икән ул? Шул шарт аҙаҡтан елкәне баҫмаһа…
– Все будет по-честному. У меня только одно предложение – мәсетте ”Лира” тип атагыз, вот главное условие!
Баҙап, юғалып ҡалды, ул бындай тәҡдимде көтмәгәйне.
– Ну, что скажете? Мин никогда не видел своих родителей. А Лира апа для меня как родная мать. Она свята для меня. Кстати, сегодня посетил ее могилу. Поставлю ей памятник, это – однозначно.
“Эй, улым, ул һиңә изгелер ҙә ул…” Лираның һуңғы әйткәндәре тағы ла ҡолағында яңғырағандай итте: “Беҙҙең гонаһҡа ярлыҡау юҡ…”
– Мин ни әйтә алам?! Бындай сетерекле мәсьәләне ауыл схуды хәл итә инде ул. – Мәсеткә Лира исемен биреүгә ҡаршы сығасаҡтарына ышана, урында бит бер-береһен биш бармаҡтай яҡшы беләләр.
– Нимәгә ул сход?! Хәҙер халыҡты йыйыуы үҙе бер бәлә. Йыйылыш үтте тип ҡарар сығарабыҙ ҙа бер нисә кешенән ҡултамға алабыҙ. Бөттө-китте.
– Ете ҡат үлсә лә бер тапҡыр киҫ, тип боронғолар дөрөҫ әйткән, мир фекерен тыңламай булмай. – Һаман үҙенекен тыҡыны.
– Ҡасан йыябыҙ? Алдағы аҙнала ваҡытым юҡ. Ары мине Өфөгә ике аҙналыҡ учебаға ебәрәләр. Әгәр ошолайтып һуҙһаҡ, Ҡорбан байрамы килеп етә, ә мәсетте асыу шул көнгә планлаштырған. Так што был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. – Күренеп тора, башлыҡ бушлай ярҙамды ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй.
Яй ғына ҡалҡты ла ишек яғына йүнәлде.
Башлыҡ туҡтатырға итте:
– Ҡайҙа ҡабаландың, олатай, мәсьәләне хәл итмәнек бит.
Боролдо ла теләһәгеҙ нимә эшләгеҙ, тигәндәй ҡул ғына һелтәне:
– Һин башлыҡ, һиңә хәл итергә… Тағы эстә эшләнеп бөтмәгән бер ни тиклем мәшәҡәттәр ҙә ҡалды. Бер юлы шуларҙы ла иҫәпкә алып һөйләш.
Танһыҡ та еңел ҡалҡып эргәһенә килде лә ихласлап ҡулын һондо:
– Иштуган абый, мне было очень приятно с вами поговорить, побеседовать Думаю, что наша встреча не последняя... Скоро выборы в Государственную Думу. Этот вопрос на верхах уже отлажен, проголосуй за меня, агитируй других... Моя фамилия Хидиятуллин. Запомнил? Хидиятуллин! Я из вашего, вернее, из нашего районного электората намерен получить сто процентный результат...
“Бушлай, эскерһеҙ ярҙам итәм, тигән була... Хәҙер халыҡ юҡ шул беҙҙә, кеше юҡ, хәйер ырғытҡандарға хеҙмәт итеүсе моңһоҙ, һәммәһенә битараф электорат ҡына бар...”
Ул төҙөлөшкә барып кәрәк-ярағын алды ла аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтыу яғына йүнәлде. Күңеле иңрәп бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Ысынлап та минең мәсет төҙөргә хаҡым булмаған… Булмаған…”


9

Ҡорбан ғәйете күркәм, йәнле генә үтте Имәнлекүлдә. Көн боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, ҡорбан салыусылар өс урында ҡаҙан аҫып бишбармаҡ бешереп ауылдаштарын һыйланы. Унан тыш, байрамса кейенгән халыҡ көн барышында бер-береһен саҡырышты, ҡунаҡҡа йөрөштө, һәр кем, муллыҡ билдәһе итеп, өйө эсендә май еҫе сығарып, осраған береһен әҙерләгән табынына әйҙәләне. Һәммәһенең күңеленә ятҡан, хуш килгән күренеш шул булды – эскеселәр, баштары шаңҡып араҡы темеҫкенеүсе, намыҫтары етеп,  был көндө урамға сығып күренмәне. Тәүфиҡ, әҙәп, тәртип, әйләнә-тирәгә ихтирам алып килгән Ҡорбан байрамы ҡана ла һуң йыл барышында дауам итһә, көнитмеш бөтөнләй икенсе юҫыҡтан китер ине, билләһи!  Танһыҡ был тантаналы көнгә мәсеттең тирә-яғын кәртәләп алып, манара күтәреп өлгөрттө, буяу эштәрен тамамланы, кәрәк-яраҡ ҡаралты һатып алып урынлаштырҙы. Ҡапыл ғына сырхап ятып киткәс, ул быларҙың береһен дә күрмәне. Тик байрамдан һуң бер аҙна үткәс, кискә ҡарай, ҡояш байыр алдынан хәле яҡшырғандай тойолғас, тороп ултырҙы, икмәккә май һылап, ҡуян ҡанылай ҡаты итеп сәй яһатып эсеп тамаҡ ялғап алды, шунан бөхтә кейенеп, ҡасандыр үҙе төҙөп ҡуйған урыҫ ҡапҡаһының ауыҙына сығып баҫты. Һауа төмһәреп тора, күк йөҙөн яртылаш суйындай ҡара болоттар ҡаплаған, һалҡын ел ағас баштарын сайҡап шаулата. Көн торошоноң киреләнеүен ауырығанында тәҙрә аша күҙәтеп ятты. Бар ғаләм күҙ менән ҡаш араһында тәҙрә өлгөһөнә һыйҙы ла ҡуйҙы. Бала сағында күргәне шул тиклем дә иркен, төбәлгән тарафы икһеҙ-сикһеҙ ине. Ил ҡыҙырҙы, донъя күрҙе. Ҡартая төшкәс, ҡайҙалыр сығып әйләнеүҙән бөтөнләй төңөлөп, ауылына бикләнде, ауырып киткәс, күҙәтеүе өйөндәге быяла аша төшкән ус аяһылай яҡтылыҡҡа ҡалды. Шулайтып, әҙәм балаһы өсөн яйлап-яйлап тарая баралыр ул көнитмеш ҡалыбы, иртәме-һуңмы тәҙрәһеҙ ергә лә алып барып һалырҙар…
Бер аҙ урынында тапана биргәс, ашыҡмай атлап, урам буйлап китте. Бара бирә лә юлында осраған йоҙроҡтай таштарҙы бер яҡ ситкә, баһыу ҡырына алып барып һала. Һала ла ары атлай. Һәр нәмәнең үҙ мәле… Тәҙрәнән уны ауылдаштары ҡарап оҙаталар төҫлө.
Мәсет әллә ҡайҙан балҡып күренеп, үҙенә саҡырып тора. Манараны ҡайһылай ҙа бейек, елле итеп эшләгәндәр, ә ярым ай байып барған ҡояш нурҙарында саф көмөштәй балҡый. Тимер бағаналар ултыртып кәртәләп алынған ишек алдына таш плитәләрҙән һуҡмаҡ та һалғандар икән, тик теге аҡ ташты тағы ла ҡуҙғата алмағандарҙыр, ул тапҡыр ярым түңәрәккә алынған. Ултырып ял итергә ҡулай булһын өсөндөр ишек алдына ултырғыстар эшләп ҡуйғандар. Ғәҙәте буйынса ултырғысҡа түгел, аҡ ташҡа осаһын терәне. Ер ҡуйынынан килгән һалҡынлыҡ тағы ла тәненә күсте. Китсе, көндәр буйы ҡояш аҫтында ятҡан таш йылынмаһын сәле. Башын ҡалҡытып юғарыға һирпелде. Манараның оло юлға, ауыл яғына ҡараған тапҡырына, бейеккә, йәшел менән буялған дүрткел таҡта киҫәгенә аҡ хәрефтәр менән “Лира” тигән яҙыу элгәндәр. “Әҙәм хәтере ҡыҫҡарҙы шул, ата улын, әсә ҡыҙын танымаған бола заман килде…” Әсенеп шулай уйланды. Сырхап ятҡанында уның күп нәмәгә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Үҙгәрҙе, тик һуңлап, бик һуңлап. Әгәр мөмкинлек булып яңынан йәшәй башлаһа, ул бөтөнләй икенсе тормош йүнәлешенән китер ине, әҙәмсәрәк, кешесәрәк көн итер ине һәр хәлдә. Мөмкин түгел, кешегә ғүмер тигәнең тик бер тапҡыр ғына бирелә шул.
– Һаумы, Иштуған Ишмөхәмәтович?
Башын ҡалҡытты. Эргәһенә элекке мәктәп директоры, партия бар саҡта бүлексә парторгы булып йөрөгән Дәүләтша килеп баҫҡан икән. Ул ҡайҙалыр барып дини, белемен камиллаштырып ҡайтты ла әле мәхәллә муллаһы вазифаһын башҡара.
– Түҙерлек. – Теләкһеҙ генә һонолған ҡулды ҡыҫты.
– Мәсетте асыу тантанаһына килә алманың. Ҡорбан байрамына Һиҙиәтуллин иптәш, диниә назаратынан вәкил, район башлығы килгәйнеләр. Көткәйнек. – Мулланың йөҙөндә үкенес билдәһе сағылманы.
– Сырхап ятылды. Бөгөн генә аяҡҡа баҫтым әле. Исем дә ҡушып ташлағанһығыҙ икән. – Манаралағы яҙыуға ымланы.
– Ауыл сходы шулай хәл итте. Ғәжәпләнмә, ағай, бөгөн аҡса бөтәһен дә эшләй. 
– Ә үҙең һуң, мәсеткә исем ҡушыуҙы нисегерәк ҡабул иттең?
– Миңә ни… Ысынында иһә был ҡашлаҡты ауылдағы һәр кем Аҡташ түңе ти, хәҙер мәсетте лә шул исем менән  атап йөрөтә башланылар. Был ғәҙел дә дөрөҫ тә.
– Мин дә һинең менән килешәм. Киләләрме һуң?
– Бармаҡ менән генә һанарлыҡтар. Етмеш йылдан ашыу Аллаһыҙ йәшәгәндән һуң дингә йөҙ менән боролоу еңел бирелмәй. Иртәгә йома намаҙына кил. Бер юлы һиңә рәхмәтебеҙҙе лә әйтербеҙ.
– Кәрәкмәҫ. Мине бит заманында “Динһеҙ Иштуған”, тип йөрөттөлөр. – 
Йөҙөн мыҫҡыллы салшайтты.
– Үткәнде хәтерләмәйек инде? ағай, хәтерләй китһәң… – Мулла башлағанын әйтеп бөтөрмәй, манаралағы яҙыуға ҡараш һирпте. 
– Мәсеткә килгәндә, уны бит Танһыҡ төҙөп бөтөрөп ҡуйҙы. Бында выждандары таҙалар ғына йөрөргә хоҡуҡлы. Гонаһлы була тороп, үҙемде изгеләргә хисапламайым. Заманаға яраҡлаштырып, йөҙөмдө лә үҙгәртә алмайым. Нисек бар – шулаймын.
Әйтелгәндәрҙе күңеленә яҡын ҡабул иткән Дәүләтша, бурҙаттай ҡыҙарынып китһә лә, үпкәһен һиҙҙермәне:
– Үҙең ҡара улайһа. Инеп күргең киләме? – Кеҫәһенән асҡыс сығарып һондо. – Ҡайтайым булмаһа. Ә һин ҡабаланмай һәммәһен ҡарап сыҡ. Асҡысты тупһа аҫтындағы һауытҡа һалырһың.
Дәүләтшаны күҙ яҙғансы ҡарап оҙатты ла йоҙаҡты асты.
Эс яҡ еренә еткереп йыһазландырылған: иҙәндә йомшаҡ, затлы келәм, тәҙрә ҡорғандары ҡиммәтле аҡ ебәктән, бер яҡ ситтәге оргбыяланан эшләнгән журнал өҫтәленә дини китаптар күргәҙмәһе һалынған, стеналарҙа ғәрәпсә яҙыуҙар күренә, ҡаршыла – тәхеткә оҡшатып ағастан семәрләп эшләнгән, төҫһөҙ лак менән буялған мөнбәр. Мөнбәр янындағы ярым асыҡ ишек күҙенә салынды. Быныһы, моғайын да, манараға менә торған ерҙер. “Бөхтә урын, изге урын, таҙа, саф урын… Бындай матурлыҡты булдырыуҙары ай-һай… Ә мин ҡулымдан килмәҫтәйгә тотондом. Башланым, тик уны тамамлай алмаҫ инем барыбер, Хоҙай Тәғәлә быға фатихаһын бирмәҫ ине…”
Манараға сығып баҫты ла тирә-яҡҡа ҡарашын атты. Теге саҡ был ерҙән төнгө уттар ғына күренә ине, хәҙер яҡты күҙҙә һәммәһе асыҡ, ус төбөндәгеләй йәйрәгән. Ауыл һуңғы йылдарҙа кибә барған күл ише һиҙелеп үҙәгенә тартылды, мәктәп булмағас, йәштәр ситкә күсеп китә башланы, һөҙөмтәлә буш торған хужалыҡтар бермә-бер ишәйҙе, элекке ферма урынында ярым емерек һарайҙар ҡалды, ырҙын табағының урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Ауылда хәҙер эш тә юҡ, аш та юҡ. Элек ул эргә-тирәләге ауылдарҙы ғына ҡыҙыра ине, хәҙерге ир-ат, һөргөнгә ҡыуылғандай, Себергә китергә мәжбүр. Ғаиләһен ташлап, яҡындарын ҡалдырып, үҙ иректәре менән. Нигеҙҙәрҙең кәмеүе Имәнлекүлде ҡороуға килтерә. Имәнлекүл кеүек ауылдар бихисап. Яҙмыштары аяныслы, ай, ҡайһылай ҙа аяныслы…  Шулай ҙа төйәген ташларға теләмәгәндәрҙең тереклек итергә тырышып ятҡан көнө. Остараҡ уларҙың өйө, аҫта Рәүефтәрҙеке. Ул йортта хәҙер бер кем дә йәшәмәгәс ишек алдын кесерткән, дегәнәк баҫҡан, урам яҡтағы кәртә бағаналары сереп аушайған. Йорттар ҙа әҙәм балаһы һымаҡ ваҡыт үтеү менән ҡартая, туҙа, хәтерҙән юйыла икән ул… Бына Танһыҡ әсә хөкөмөндәге Лираның исемен мәңгеләштереү маҡсатында мәсеткә уның исемен биреп ҡуйҙы. Манара башына исем яҙып ҡуйыу менән генә халыҡ уны ҡабул итерме икән? Икеле. Халыҡ хәтере, әле заманалар боларып, үҙгәреп киткән хәлдә лә, яҡшы менән яманды айырыр кимәлдә.
Тора биргәс, ҡәтғи ҡарарға килеп, манара кәртәһе аша ҡыйыҡҡа сыҡты ла исем яҙылған фанера киҫәгенә йәбешеп, уны ҡуптарып алырға теләп тартҡылай башланы. Ныҡ ҡатылған нәмә урынынан ысҡынманы. Оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Көсәнеп тартып тырыша торғас  бер мөйөштө ҡумшытты, шунан икенсеһен, бер аҙҙан таҡта бер ҡаҙауға ғына эләгеп ҡалды. Хәҙер уны ысҡындырып алып түбәнгә ырғытаһы ғына ҡалды. Ике ҡуллап үрелде һәм… аяғы тайып китеп башта урынында бәүелеп тора биргәс түбәнгә мәтәлде.
Гөлнәзирәһе эҙләп килгәндә фанера киҫәген ҡосаҡлаған Иштуған һуҡмаҡ ҡырындағы аҡташ эргәһендә ята ине. Сикәһендәге яранан батмустай булып ҡан күләүеге йәйелгән. Иламаны ла, сарғаланманы ла ҡатын, бары ошондай фажиғәнең булырын алдан белеп, көтөп йөрөгән ҡиәфәттә иренең эргәһендә һерәйеп ҡатып ҡалды.
Иштуғанды иртәгеһен зыяраттағы теге ҡарағас таяҡ ҡатылған ергә йәнәшә ҡуйҙылар. Ерләү мәшәҡәттәре үтеү менән көтмәгәндә күк йөҙө асылып китеп, ҡояш нурҙары тәүҙә алыҫтағы тау аҙраттарына ҡунды, шунан ауыл эргәһендәге Аҡташ түңенә төшөп исемһеҙ мәсетте бөтә матурлығында балҡытып ебәрҙе.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас: