Әгәр ҙә “2023 йыл башҡорт әҙәбиәте тарихына ниндәй төп ваҡиға менән яҙыласаҡ?” тигән һорау ҡуйылһа, күптәр, һис һүҙһеҙ, әҙәби-нәфис һәм публицистик журналыбыҙ “Ағиҙел”дең 100 йыллыҡ юбилейын, республикабыҙ, Рәсәй кимәлендә яңғыраш алған “Аҡмулла арбаһы” проектын, шул проект нигеҙендә нәшер ителгән “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” ике томлығын телгә алыр ине.
Халыҡта “Ашаған белмәй, тураған белә” тигән һүҙ бар. Шуға күрә ошо ваҡиғаларҙың тап уртаһында ҡайнаған “Ағиҙел” журналының ижади коллективына, атап әйткәндә, баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға, яуаплы сәркәтибе Луиза Кирәеваға, баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайға, бүлек мөхәррирҙәре Гөлнара Хәлфетдинова менән Салауат Әбүзәргә өс һорау менән менән мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәнең әтнәкәһе шунда: һорауҙарға яуап биреүселәр бер-береһенең яуабын уҡымайынса үҙ фекерен яҙҙы.
– ”Ағиҙел” журналының 100 йыллығы уңайынан быйылғы байрам ваҡиғаларын редакция Башҡортостан Республикаһы Башлығының “Аҡмулла арбаһы” проекты менән билдәләне. Әлбиттә, был күренеш осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәне, ни өсөн тигәндә беҙ барыбыҙ ҙа, асылда, шул әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғрифәт арбаһында барабыҙ. Шулай бит?
Салауат Әбүзәр: Нимә генә тиһәк тә, “Ағиҙел” – ул башҡорт әҙәбиәтенең үҙәге, “әҙип” тигән төрлө эреле-ваҡлы “планета” уның орбитаһында әйләнә... Әлбиттә, “планеталар” әйләнеше үҙәктең тартыу көсөнә бәйле. Шаштырып әйтмәйем, һуңғы осорҙа “Ағиҙел”дең тартыу көсө артҡандан-арта бара. Редакция коллективының Башҡортостан буйлап “Аҡмулла арбаһы”ндағы сәйәхәте башҡа өлкәләргә, хатта Мәскәүгә барып етеүе, төрлө конкурс ойоштороуы быға асыҡ дәлил. Ҡыҫҡаһы, “Ағиҙел” – халыҡҡа, халыҡ “Ағиҙел”гә тартыла.
Тимәк, “Аҡмулла арбаһы”ның тәгәрмәстәре әйләнә...
Гөлнара Хәлфетдинова: “Аҡмулла арбаһы” – редакция хеҙмәткәрҙәренең энтузиазмы менән инде байтаҡ йылдар халыҡҡа күберәк журнал таратыу, “Ағиҙел” журналы арҡылы әҙәбиәтебеҙҙе еткереү маҡсатында алып барған фиҙакәр эшмәкәрлеген яңы баҫҡысҡа күтәргән, географияһын киңәйткән, йәмғиәткә еткергән проект ул. Эйе, бер уйлаһаң, ысынлап та беҙ был проект сиктәрендә лә шул уҡ күнегелгән юҫыҡта эшләүебеҙҙе дауам иттек, ләкин “Аҡмулла арбаһы”, заманса термин менән әйтһәк, шул эшмәкәрлекте киңәйтеү, уҡыусыға яҡынайыу мөмкинлеген бирҙе. Күпме әҙәби акция, бәйге уҙҙы, уларҙа еңеүселәр матур бүләктәр алып һөйөндө, проект булмаһа, легендар “Ағиҙелдән 100 хикәйә” китабы ла донъя күрмәҫ ине ләһә. Ә инде тотош редакция менән Мәскәүгә барып, башҡорт телендә ҙур әҙәби сара уҙғарыу, шул байрамға Рәсәйҙең билдәле шәхестәренең дә килеүе – ғорурланырлыҡ ваҡиға. Бынан тыш, республиканың күп кенә районында, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаларында ла булдыҡ бит әле. “Аҡмулла арбаһы” шулай уҡ райондарҙағы әҙәби берекмәләрҙең дә эшен теремекләндереп ебәрҙе, “Ағиҙел”дәр улар менән осрашыуҙарҙа байтаҡ ҡына ижади оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Проект сиктәрендә төрлө район китапханаһында журналда баҫылған яңы әҫәрҙәргә арналған «түңәрәк өҫтәл»дәр, уҡыусылар конференциялары уҙҙы, уларға хатта психолог, психиатр кеүек тар профилдә эшләгән белгестәрҙең дә саҡырылыуы ҡыҙыҡлы, был йүнәлешендә бигерәк тә әбйәлилдәр әүҙемлек күрһәтте. Проекттың тағы бер яҡшы яғы булды, редакция коллективы күп кенә эре китапхана менән ныҡлы дуҫлыҡ булдырҙы.
Луиза Кирәева: Быйыл донъя күрә башлауына 100 йыл тулыу уңайынан “Ағиҙел” журналы редакцияһының башҡарған иң ҙур һәм мәртәбәле эштәренең береһе – “Аҡмулла арбаһы” проекты. Уның сиктәрендә бәләкәй генә коллектив байтаҡ матур сара, осрашыу үткәрҙе, үҙенсәлекле конкурстар иғлан итте.
Ошо проекттың йөҙөк ҡашы булған, ике томдан торған “Ағиҙел”дән – 100 хикәйә” йыйынтығын әҙерләү айырыуса иҫтә ҡалды. Төпләнмәләрҙән хикәйәләрҙе йыйған ваҡытта ниндәй генә асышҡа һәм табышҡа (яңы исемдәр, әҙәби-мәҙәни факттар, жанр күренештәре) юлыҡманыҡ. Әйтәйек, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның матбуғатта сыҡҡан тәүге әҫәре – “Гөрләүектәр араһында” исемле тәүге хикәйәһе 1930 йылда “Октябрь” (“Ағиҙел”) журналында баҫыла. Редакция баш һүҙҙә шулай тип яҙа: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын матур әҙәбиәткә яҡынайтыу уйы менән, күп етешһеҙлектәренә ҡарамайынса, был хикәйәне баҫабыҙ”. Ғөмүмән, утыҙынсы йылдарҙа хикәйә жанрын нисек тә популярлаштырыу уйы менән яна редакция хеҙмәткәрҙәре. Хатта махсус заказ менән яҙҙыралар. Ошо осорҙа аҙаҡтан шағир булараҡ танылыу тапҡан Назар Нәжмиҙең хикәйәләре бик йыш баҫылған журнал биттәрендә. “Ағиҙел”дән – 100 хикәйә” томлыҡтары аша баҫманың йөҙ йыллыҡ тарихын да, хикәйә жанрының, уның геройының үҫеш-үҙгәрештәрен дә, хатта нәфис әҙәбиәттең торошон күрергә була. Үҙенсәлекле китаптың исем туйы Ырымбур, Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларында үтте. 2022-2023 йылдарҙағы редакция тарихында бындай әҙәби-мәҙәни ваҡиғаларҙы бик күп һанарға булыр ине.
Ғөмүмән, журнал бөгөн дә халыҡты һүҙ сәнғәтенең яңы ҡаҙаныштары менән таныштырыуын, республиканың сәйәси-иҡтисади хәлен яҡтыртыуын, мәғариф, әхлаҡ, илһөйәрлек темаларын күтәреүен, яҙыусыларыбыҙ өсөн ижад мәктәбе булараҡ сығыш яһауын дауам итә.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Йәш ғалим Искәндәр Сәйетбатталов бынан бер нисә йыл элек бик ҡыҙыҡлы, әммә бәхәсле фекер әйткәйне. Уның фекеренсә, беҙгә алға табан барыу өсөн Октябрь инҡилабына тиклем башҡорт мәғрифәтселәре һәм шағирҙары тәҡдим иткән мәғрифәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт юлын һайлау ҙа етә. Йәнәһе, “велосипед уйлап сығарырға” түгел. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, Европаға эйәреп технократия йүнәлешен алған ХХ һәм ХХI быуаттар үҙенең ысын йөҙөн күрһәтте инде: беҙ рухи йәһәттән күпкә ҡыйралыш кисерәбеҙ. Улай ғына ла түгел, ныҡ үҫешкән мәғлүмәт технологиялары йәш быуындың, балаларҙың ауыҙынан туған телде ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Һөҙөмтәлә хатта төпкөл ауылдарыбыҙҙа ла балаларыбыҙҙың теле урыҫса асыла. Бына нимә өсөн кәрәк беҙгә “Аҡмулла арбаһы”на ултырыу.
Мөнир Ҡунафин. Мәғрифәтсе Аҡмуллабыҙ ике тәгәрмәсле арбаһын һөйрәп, халыҡҡа аҡ белем, аҡ йыр таратып йөрөгән шикелле, беҙ ҙә бөгөн өҫтәл артында ултырып яҙған йырҙарыбыҙға аҡ елкәндәр эләбеҙ ҙә “Ағиҙел”ебеҙгә төшөрөп, ағыҙып ебәрәбеҙ. Улар тулҡындарын ҡаға-ҡаға халҡыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ күңеленә, зиһененә барып инә. Ҡай саҡ уҡыусыларыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып, һөйләшеп ултырғы килгән саҡтар була. Баяғы тажзәхмәттән һуң был теләк бигерәк тә көсәйҙе. Шул саҡта “Аҡмулла арбаһы” кәрәк булды ла инде. Был проект менән беҙ етмешкә яҡын осрашыу үткәрҙек, Мәскәүҙә лә, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә лә булдыҡ. Әҙәбиәт һөйөүселәр, матурлыҡ яратыусылар, ҡояшлы яҡта йәшәүселәр беҙҙе һәр ерҙә көтөп алды. Эштәр гөрләп барҙы, бара. “Ағиҙел”дән – 100 хикәйә” ике томлығын халыҡ яратып ҡабул итте. Бынан ун йыл элек Әмир Әминев етәкселегендә башланған эште беҙ тормошҡа ашырып ҡуйҙыҡ. 100 йылда журналда баҫылған 100 авторҙың 100 иң шәп хикәйәһе урын алған. Иҫ киткес оло ҡаҙаныш, байлыҡ был. Һораусылар күп, ҡайҙан һатып алып була, тиҙәр. Бындай байлыҡтың хаҡы юҡ, ул һатылмай, тип яуаплайбыҙ, улар китапханаларҙа һәм “Ағиҙел”дең дуҫтарында буласаҡ.
Ошо көнгәсә кешелектең аҡыллы һүҙҙән, зирәк фекерҙән баш тартҡаны юҡ әле. Халҡыбыҙ ғүмер буйы ижад иткән. Тарих күсәрен барыбер ҙә матди байлыҡ, көндәлек мәшәҡәт түгел, ә классик ҡабатланмаҫ әҙәби әҫәрҙәр, сәнғәт гәүһәрҙәре әйләндерә. Ысынлап та, беҙ барыбыҙ ҙа Аҡмулла арбаһында барабыҙ. Барайыҡ әле, тәгәрмәстәр туҡталмаһын!
– ”Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың” ти халыҡ мәҡәле. Ә “Аҡмулла арбаһы”ның йыры ниндәйерәк һуң?
Салауат Әбүзәр. Минең өсөн ул йыр былайыраҡ яңғырай:
Булған заман: башҡорт халҡы
Белгән белем баһаһын,
Көтөп алған улар һәр саҡ
Аҡмулланың арбаһын.
Заман башҡа, заң да башҡа,
Башҡа төрлө арбалар.
Халыҡ йөҙө балҡып китә,
“Ағиҙел”дән барһалар.
“Ағиҙел”дең арбаһы был –
“Аҡмулланың арбаһы”.
Зиһендәрҙе нурландырып,
Күңелдәрҙе арбаны.
Гөлнара Хәлфетдинова. “Аҡмулла арбаһы”ның йыры – ул ғаиләлә башҡортса уҡыу традицияһын тергеҙеү, булдырыу. Туған телдә уҡыған башҡорт балаһы башҡортса фекерләй ала, уҡымай икән – юҡ. Тимәк, “Аҡмулла арбаһы” башҡорт телен һаҡлаусы, уны артылыш аша киләсәккә алып сығыусы арба. Мөһимдәрҙән мөһим миссия.
Луиза Кирәева. Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйылғы 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булараҡ үтә. “Аҡмулла арбаһы” проектын тормошҡа ашырыуҙың өлөшләтә ошо йылға тура килеүе (проект 2022 йылдың сентябренән башлап 2023 йылдың июненә тиклем дауам итә) символик мәғәнәгә эйә. Мәғрифәтсе-шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла бөгөн дә аҡыллы шиғри һүҙе менән халҡыбыҙҙы берләштереп йәшәй. Әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, матбуғат – рухи ҡиблаларыбыҙ. Уларҙың береһе лә айырым йәшәмәй.
Ә һорауға килгәндә, халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаеваның шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Эй, Аҡмулла! Бары һинең һүҙең –
Ғүмерҙәрем буйы арбаған.
Мин халҡыма ғына хаж ҡыламын –
Холҡом ҡалған һинең арбаңдан.
Быуаттарҙан килер быуаттарға
Китеп бараһың һин, Аҡмулла.
Ә арбаңдан милләт балалары
Төшә бара, төшә хаҡ юлға.
Барған юлдарыбыҙ хаҡ булһа ине...
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Белеүебеҙсә, шағирыбыҙ Аҡмулла башҡорт, татар ауылдарында, ҡаҙаҡ далаларында думбыраһын сиртеп, башҡортса йыр-өләңдәрен, нәсихәттәрен башҡарып йөрөгән. Шуға күрә лә бөгөнгө “Аҡмулла арбаһы”ның йыры ла – бар халыҡ тәржемәһеҙ ҙә аңлай алырлыҡ башҡорт йырҙары. Моңға тәржемә кәрәкмәй, тиҙәр.
Мөнир Ҡунафин. Кеше тормошон уңайлыраҡ итер өсөн тәгәрмәс уйлап тапҡас та, һөйөнөсөнән көйләп ебәргән, тип уйлайым. Аҡыл артынан илһам, моң килгән әҙәмгә. Ул моң тормоштан йәм, асыш табыуҙан һәм иң мөһиме – камиллыҡҡа ынтылыштан тыуған.
Башҡорт халҡы бик борондан һүҙ ҡәҙерен, моң аһәңен белеп-тойоп йәшәгән, шуға уның ауыҙ-тел ижады ла иҫ киткес бай. Милләтебеҙ ҡаһарманлығы һәм яугирлығы, шифалы балы, моңло ҡурайы, аты-ҡымыҙы менән генә түгел, меңәр йыллыҡ “Урал батыр” кеүек эпостары, феноменаль күренеш булған оҙон көйҙәре, сеңләүҙәре, тылсымлы көскә эйә булған ҡобайыр-әкиәттәре, мәҡәл-әйтемдәре менән дә данлыҡлы. Сәсәндәр, мәғрифәтселәр, суфыйсылар, шағир-яҙыусыларға башҡорт бер ҡасан да, ниндәй генә хәл йә һуғыш-ҡыйралыш булмаһын, һәр заманда ла ҡытлыҡ кисермәгән. Уғы менән бергә һүҙе лә осҡан.
Аҡмулла арбаһының йыры – күңел юғарылығындағы, зиһен бейеклектәрендәге тормош моңо, ҡабатланмаҫ һүҙе ул!
– ”Ағиҙел”дең быуатлыҡ юбилей тантаналары үтеп тә китте. Киләсәктә журнал “Аҡмулла арбаһы”нда барыр тигән өмөттәбеҙ. Ошо юҫыҡта башҡорт әҙәбиәтенең иртәгәһен нисегерәк күҙаллайһың?
Салауат Әбүзәр. Әлбиттә, замана арбалары үҙгәреп тора: “Аҡмулла арбаһын” башҡа төрлө етеҙерәк арба ла алмаштырыр, сөнки тәбиғәт тәгәрмәсенә таяҡ тығып булмай...
Ә инде иртәгәһе көн тигәндә, Аллаһы Тәғәләне көлдөргөң килһә, пландарыңды һөйлә, тиҙәр. Минең Уны көлдөргөм килмәй әле, кешелектең ҡылған эштәренән былай ҙа йыш көлөргә тура киләлер Уға... Аллаһ бирһә, тип кенә әйтәм...
Гөлнара Хәлфетдинова. Тәҡдимде ихтыяж тыуҙыра. Башҡортса әҙәбиәткә ихтыяж булһын өсөн “Аҡмулла арбаһы” эшмәкәрлеге туҡтауһыҙ барырға тейеш, бөгөнгө аяуһыҙ шарттар шуны талап итә. “Аҡмулла арбаһы”на барыһы ла ултырып бара алмай, унда урын алыр өсөн тәү сиратта яуаплылыҡ кәрәк. Ә бит күптәр әле үҙ балаларын да башҡортса китап уҡыуға йәлеп итә алмай, хәленән килмәй. Хәленән килер ине, булдырам тигән яуаплылыҡты йөкмәргә ҡурҡа кеше. Сөнки был – ныҡышмалылыҡ һәм ваҡыт талап иткән айырым бер мәшәҡәт. Шәхсән үҙем балаларымды башҡортса уҡыуға ылыҡтырҙым, береһе баштан ҙур теләк менән тотонһа, икенсеһе мыжый-мыжый, ҡаршылаша-ҡаршылаша саҡ өйрәнде, бигерәк тә күләмле китаптарҙы уҡығыһы килмәне, көндәлектә башҡортса ғына һөйләшмәгәс, аңламаған һүҙҙәре күп булды, шуға уҡығыһы килмәй ине. Аңлашылмаған нәмә һәр ваҡыт ҡурҡыта бит. Башҡортса уҡытыу түгел, һөйләшергә лә өйрәтергә теләмәгәндәр ҙә күп, дөрөҫөрәге, ваҡытында яуаплылыҡ алмаған, инфантиль кешеләр. Балаға 3 – 4 йәш тулып үткәс иҫтәренә килгән ата-әсәйҙәр ҙә осрай, тик ул саҡта инде һуң була, бала руссаға һалышҡан була. Бына ошолай әллә күпме, тәү ҡарашҡа бер-береһенә бәйле булмаған кеүек тойолған нәмәнең сылбыр кеүек ваҡытында үҙ урынына теҙелә барыуынан тора әҙәбиәтебеҙҙең дә иртәгәһе булырмы-юҡмы тигән һорауға яуап.
Луиза Кирәева. Заман елдәре жанрҙарҙы, форманы үҙгәртергә мөмкин, әлбиттә. Ниндәй генә үҙгәреш булмаһын, кеше күңелен бөтәйтер ысын һүҙ сәнғәте йәшәр ул. Фото, видео, музыка, инфографика менән биҙәп бирһәң дә, йөкмәтке бит ҡала. Һүҙ сәнғәтенән тыш, киноиндустрия ла, театр ҙа, йыр ҙа, хатта бейеү ҙә йәшәй алмай. Һәм тағы ла: телебеҙҙе һаҡлау тик башҡорт әҙәбиәте аша ғына мөмкин.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Башҡорт әҙәбиәте, шулай уҡ уның көҙгөһө булған “Ағиҙел” журналы халҡыбыҙҙың асылына, уның гуманлылыҡ принциптарына тоғро булып ҡала килә. Күршенең баҡсаһына таш ырғытмай, башҡа халыҡтарҙың күңелен йыртмай башҡорт әҙәбиәте һәм “Ағиҙел” журналы. Ошо сифаттарға эйә булған әҙәбиәт шундайын арбаға ултырып алған икән, уның иртәгәһен тик яҡты итеп күҙаллап булалыр.
Мөнир Ҡунафин. Кеше ғүмер буйы әҙәбиәттән тормош юлында йүнәлеш, ғүмер асылына асҡыс эҙләп йәшәй. Яҙыусынан, журналдан ул хаҡлыҡ-асыҡлыҡ көттө, әле лә көтә. Тура мәғәнәлә әйтеп булмаҫын аңлаһа ла, бигерәк тә совет осоронда, образдарҙан, йәшерен “аҫҡы ағымдарҙан”, эзоп теленән сырамытырға тырышты хәҡиҡәтте. Энә йомортҡала йәшеренгән кеүек, әйтәйек, заманында бигерәк тә соцреализм осоронда Мостай Кәримдең “Вәғәҙәләр бирмә”, Рәми Ғариповтың “Табыныу”, Рауил Бикбаевтың “Ностальгия”, “Халҡыма хат”, Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” әҫәрҙәрендәге, Булат Рафиҡов, Ғәзим Шафиҡов, Рәшит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев публицистикаһы төбөндә йәшеренгән мәңгелек һәм көндәлек серҙәрҙе, әсе хәҡиҡәтте шәйләһә, үҙен дә ижадсы итеп тойҙо, кинәнеп мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайҙы ябай уҡыусы. Шуға ул журнал өсөн аҡсаһын да йәлләмәне. Ә бөгөн ул уҡыусы... бар мәғлүмәт, бар асыҡлыҡ һәм билдәлелек интернетта бар, тип уйлай. Уның өсөн ысын зауыҡ, ысын сәнғәт, юғары әҙәбиәт яйлап-яйлап ҡына юҡҡа сыға бара. Был үҙ артынан башҡа ихтыяждарҙы тыуҙыра. Юғары сәнғәтте аңлап йәшәгән замандаш менән көндәлек ләззәт менән эш иткән кеше араһында айырма шунда ғына: беренсеһе усында мәңгелекте күрә, уның менән эш итә, икенсеһе ошо мәлде мәңгелек тип хис итә. Ҡайһыһы хаҡлы? Шайтан ғына белһен. Шуға күрә яҙыусыға үҙ уҡыусыһын табыуы ауырлашты. Ә уйлаһаң, яҙыусыларыбыҙ бер ваҡытта ла йәмғиәттән, халҡы-милләте яҙмышынан, тыуған иле тормошонан, заманы булмышынан, хәстәре-хәсрәтенән ситтә ҡалғаны юҡ. Ниндәй генә сәйәси-ижтимағи шартта йәшәмәһен, ижад итмәһен, ижадсы, теләйме-теләмәйме, ул киләсәкте хәстәрләй, дәүеренең, асылда заманының рухи ныҡлығы, күңел таҙалығы, тел йәшәйеше һағында тороусы булып ҡала.
Тормошта кеше һәр саҡ Үҙен эҙләй. Кемдер – аҡыллы китаптан, затлы тамашанан. Тик күптәребеҙ – ике нотанан торған йырҙан, еңелсә таҡмаҡтан, затлы машинанан... ҡыҙғаныс, бына шул кимәлдәге зауыҡ беҙҙә. Ә инде “Ағиҙел” журналының ике мең тоғро дуҫы Толстой менән Чеховтың, Мостай менән Рәмиҙең, Таңсулпан менән Шәкүрҙең, Йомабикә менән Гөлсирәнең, Чайковский менән Исмәғилевтың... дуҫы. Ике мең кеше ике миллион кеше менән идара итеп, киләсәккә алып бара алыр, шуға ышанайыҡ. “Ике-өс” уҡыған кеше өсөн булһа ла ижад итәбеҙ. Ана шул “ике-өс” үҙ артынан тотош заманды, тотош халыҡты үҙе менән рухлы, аңлы киләсәккә эйәртеп алып китәсәк. Шулай ҙа яҙыусыны аңлаған, һанлаған дуҫтар күберәк булһа, тағы ла шәберәк.
Поэзиябыҙ ҙа, прозабыҙ ҙа электән үк юғары кимәлдә булды. Тема, форма йәһәтенән дә эҙләнеүҙәр бара. Танылған шағирҙарҙың да, прозаиктарҙың да ижады туҡтағаны юҡ. Һуңғы йылдарҙа прозаиктарҙан Ғәлим Хисамов, Наил Ғәйетбай, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Хәйҙәр Тапаҡов, Флүр Ғәлимов, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Рәлис Ураҙғолов, Миләүшә Ҡаһарманова, Әминә Яхина, Иҙрис Ноғоманов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып ҡабул итте. Улар янына йәштәрҙән Айгөл Йәмилева, Заһиҙә Мусина, Айбулат Сәсәнбаевтар ең һыҙғанып проза баҫыуында тәүге бураҙналарын һалды. Поэзиябыҙҙа бөгөн әүҙем ижад иткән билдәле шағирҙарыбыҙ Ҡәҙим Аралбай, Йомабикә Ильясова, Тамара Юлдашева, Салауат Әбүзәр, Гөлнара Хәлфетдинова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина (күптәр улар) янында ныҡлы сафта килгән Миңзәлә Шөғәйепова, Наилә Хамбалеева, Фәнис Сирбаев, Ғәлиә Кәлимуллина, Зөлфирә Ҡарағужиналарҙың тауышы барған һайын асыҡ һәм ышаныслы ишетелә башланы. Әҙәби процесс туҡтағаны юҡ, бер быуынды икенсеһе алмаштыра, күтәремләп алып китә, тип әйтмәксемен.
Фекерҙәрҙе Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай бер епкә теҙҙе.