Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
5 Июнь 2023, 20:15

Һуңғыһы булмаһын...

Яҙыусы-публицист Рәлис Ураҙғоловтың исеме Республикабыҙҙа ғына түгел, хәҙер илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә билдәле.   

Заманында "Йәшлек" Республика йәштәр гәзитендә оҙаҡ ваҡыт эшләп,  тормошобыҙҙың  актуаль статьялары менән танылыу тапты ул. Сит өлкәләргә йыш командировкаға ла йөрөп, уларҙың   көн-күрешен, проблемаларын асыҡтан-асып  бирә алды. Билдәле "Аслыҡ" романы ла шул ваҡытта тыуҙы. Унан һуң да үҙенең ижад емештәре менән һөйөндөрөп торҙо уҡыусыларын. Һәм бына яңыраҡ сираттағы ижад емеше - "Һуңғы йәйләү" китабы баҫылып сыҡты.  Был инде уның бишенсеме-алтынсымы китабы. Маладис, ҡотлайым! Киләсәктә лә Алла бирһа, ижад емештәрең һүрелмәһен. Афарин!

 

Һуңғыһы булмаһын...
Һуңғыһы булмаһын...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: