Андрей Платонов (1899 – 1951) – рус яҙыусыһы, шағир, драматург, хәрби хәбәрсе. 1947 йылда яҙыусының эшкәртеүендә “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” китабы баҫылып сыҡҡан.
Гвардия капитаны Алексей Алексеевич Иванов армиянан демобилизация буйынса китте. Һуғыш йылдарында хеҙмәт иткән частан уны, талап ителгәнсә, үкенес менән, яратыу, хөрмәт менән, музыка һәм шарап менән оҙаттылар. Яҡын дуҫтары һәм иптәштәре Иванов менән тимер юл станцияһына барҙы, унда һуңғы тапҡыр һаубуллашып, яңғыҙын ҡалдырҙылар. Поезд, шулай ҙа, оҙаҡ сәғәттәргә һуңланы, ә һуңынан, был сәғәттәр уҙғас, өҫтәмә рәүештә һуңланы. Һалҡын көҙгө төн тыуҙы; вокзал һуғышта емерелгән, ҡунырға урын юҡ, Иванов үткенсе машинала часҡа кире ҡайтты. Иртәгәһен хеҙмәттәштәре Ивановты яңынан оҙатты; улар йәнә йырланы, мәңгелек дуҫлыҡ билдәһе итеп уны ҡосаҡланы, ләкин тойғоларын әллә ни күрһәтеп барманылар, сөнки эш дуҫтарҙың сикләнгән даирәһендә барҙы.
Шунан Иванов икенсе мәртәбә вокзалға китте; бында кисәге поездың әле булһа килмәүен асыҡланы, шуға күрә ул яңынан часҡа ҡайтып ҡуна алмай ине. Әммә оҙатыуҙы өсөнсө тапҡыр кисереү, иптәштәрен борсоу уңайһыҙ, һәм Иванов буш асфальт перронда яманһыуланырға тороп ҡалды.
Станцияның юл аша сығыу стрелкаһы янында стрелка посының бөтөн будкаһы тора. Будка эргәһендәге эскәмйәлә һырма кейгән һәм йылы шәл ябынған ҡатын-ҡыҙ ултыра; ул бында әйберҙәре менән кисә лә ултыра ине, әле лә поездар көтә. Кисә часҡа ҡунырға киткәндә Иванов, әллә был яңғыҙ ҡатынды ла саҡырырғамы икән, тип уйлағайны, ул да шәфҡәт туташтары янында йылы өйҙә ҡунһын, ниңә төнө буйы туңырға, стрелочниктың будкаһында йылына алыуы икеле. Ул уйлап өлгөргәнсе үткенсе машина ҡуҙғалды, һәм Иванов ҡатынды онотто.
Әле ҡатын кисәге урында элеккесә ҡымшанмай ултыра ине. Был түҙемлек һәм сыҙамлыҡ, һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙ йөрәгенең әйберҙәренә, ҡайтырға йыйынған өйөнә тоғролоғон һәм үҙгәрмәүсәнлеген белдерә ине. Иванов уның янына барҙы; бәлки, уның менән үҙенә лә, уға ла әллә ни күңелһеҙ булмаҫ.
Ҡатын Ивановҡа йөҙө менән боролдо, ир уны таныны. Ҡыҙ кеше, исеме Маша – “мунсасы ҡыҙы”, сөнки ул үҙен ҡасандыр нисектер шулай тип атағайны, ул, ысынлап та, мунса хеҙмәткәре ҡыҙы. Иванов һуғыш ваҡытында аэродром һағы батальондарының береһенә барғанда уны ара-тирә күргеләне. Маша – мунсасы ҡыҙы – үҙ ирке менән ашханала ашнаҡсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итте.
Үҙҙәрен уратып алған көҙгө тәбиғәт был мәлдә моңһоу һәм күңелһеҙ ине. Машаны ла, Ивановты ла бынан өйҙәренә алып ҡайтып китергә тейеш поезд һоро киңлектең ҡайһылыр билдәһеҙ ерендә. Кешенең йөрәген тынысландырыр һәм кәйефен күтәрер берҙән-бер нәмә – икенсе кешенең йөрәге.
Маша менән һөйләшкәс, Ивановтың кәйефе күтәрелде. Маша мөләйем, ябай, ҙур эшсе ҡулдары, сәләмәтлеге, йәш тәне менән киң күңелле. Ул да ҡайтып бара, хәҙер яңы тормошта нисек йәшәре хаҡында уйлана; ул хәрби әхирәттәренә өйрәнгән, оло апайҙарылай күреп үҙен яратҡан, шоколад бүләк иткән летчиктарға күнеккән. Летчиктар уны оҙон буйлы һәм бөтә туғанын да айырым-айырым түгел, ә бер мәртәбә мөхәббәт менән йөрәгенә һыйҙырған ысын апай булараҡ “мунсасы Маша” тип йөрөттө. Ә хәҙер Машаға күптән төңөлгән ҡәрҙәштәре янына ҡайтыу күнегелмәгән, сәйер һәм хатта ҡурҡыныс.
Иванов менән Маша армияһыҙ үҙҙәрен хәҙер етем тойҙо; шулай ҙа Иванов төшөнкө-бойоҡ хәлдә оҙаҡ була алманы; уға бындай минуттарҙа кемдер алыҫта уларҙан көлә, уның урынына бәхетле була, ә ул һөмһөрө ҡойолған бер ҡатлы кеше булып ҡала һымаҡ тойолдо. Шуға күрә Иванов тормош эшенә тиҙ тотона, йәғни ул үҙенә ниндәй ҙә булһа шөғөл һәм йыуаныс, үҙе әйткәнсә, ҡул аҫтындағы ябай шатлыҡ таба – шулай итеп, күңел төшөнкөлөгөнән ҡотола.
Ул Маша янына килеп, яңағынан иптәштәрсә үбергә рөхсәт итеүен һораны.
– Мин саҡ-саҡ ҡына, – тине Иванов, – юҡһа, поезд һуңлай, уны көтөү күңелһеҙ.
– Поезд һуңлаған өсөн генәме? – тип һораны Маша һәм Ивановҡа иғтибарлап ҡараны.
Элекке капитанға утыҙ биш йәштәр тирәһе; ел ашаған һәм ҡояшта янған битендәге тиреһе ҡуңыр төҫтә; Ивановтың һоро күҙҙәре Машаға тыйнаҡ, хатта оялсан ҡараны, туранан-тура әйтһә лә, ул әҙәпле һәм кеселекле һөйләне. Машаға оло кешенең тоноҡ, ҡарлыҡҡан тауышы, уның ҡара тупаҫ йөҙө, көс-ҡеүәтенең ташып тороуы, ярҙамһыҙ булыуы оҡшаны. Иванов көйрәп янған эҫене тоймаусы ҙур бармағы менән төрөпкәләге утты һүндерҙе, рөхсәт көтөп, көрһөндө. Маша Ивановтан янтайҙы. Унан тәмәке, ҡоро ҡыҙҙырылған икмәк, әҙерәк шарап еҫе – уттан йәки үҙҙәре ут барлыҡҡа килтереүсе таҙа нәмәләр еҫе көслө аңҡый ине. Әйтерһең, Иванов бары тик тәмәке, сөхәри, һыра һәм шарап менән генә туҡлана тиерһең.
Иванов үтенесен ҡабатланы.
– Мин һаҡ ҡына, өҫтән генә, Маша... Мине ағайың тип күҙ алдына килтерегеҙ.
– Мин күҙ алдыма килтерҙем инде... Мин һеҙҙе миңә ағай тип түгел, ә атай тип күҙ алдына килтерҙем.
– Бына нисек... Һеҙ рөхсәт итәһегеҙме?..
– Атайҙар ҡыҙҙарынан һорап тормай, – Маша көлдө.
Һуңынан Иванов Машаның сәстәре урманда ҡойолған көҙгө япраҡтарҙай аңҡыуын таныны, ул еҫте бер ваҡытта ла онота алманы...
Тимер юлдан ситкәрәк китеп, Иванов Маша менән үҙенә кискелеккә тәбиә әҙерләү өсөн бәләкәй усаҡ яҡты.
Төндә поезд килеп, Иванов менән Машаны үҙ яҡтарына, тыуған яғына алып китте. Улар ике тәүлек буйы бергә барҙы, ә өсөнсө тәүлектә Маша егерме йыл элек тыуып үҫкән ҡалаға барып етте. Маша вагондағы әйберҙәрен йыйҙы, Ивановтан тоҡто арҡаһына уңайлыраҡ итеп артмаҡлауын үтенде, ләкин Иванов тоҡто үҙ арҡаһына һалды, үҙҙәренә етергә тағы ла бер тәүлектән ашыу барырға кәрәк булһа ла, Маша артынан вагондан сыҡты.
Маша Ивановтың иғтибарына ғәжәпләнде һәм иҫе-аҡылы китте. Ул үҙе тыуып үҫкән һәм йәшәгән, ләкин хәҙер үҙе өсөн ятҡа әйләнгән тиерлек ҡалала яңғыҙы ҡалырға ҡурҡа ине. Машаның ата-әсәһен бынан немецтар ҡыуып алып киткән, улар билдәһеҙ яҡтарҙа һәләк булған. Хәҙер Машаның тыуған ерендә ике туған апаһы һәм ике ағаһы ғына тороп ҡалған. Ҡыҙ уларҙы яҡын күрмәй ине, эҫенмәне.
Иванов тимер юл комендантында ҡалала туҡталыш билдәләтеп, Маша менән тороп ҡалды. Асылда, уға дүрт йыл буйы күрмәгән һәм көткән ҡатыны менән ике балаһы янына тиҙерәк ҡайтырға кәрәк ине. Шулай ҙа Иванов ғаиләһе менән ҡыуаныслы һәм хәүефле күрешеү сәғәтен кисектерҙе. Ул ни өсөн былай эшләгәнен үҙе лә белмәй ине, бәлки, иректә тағы ла бер аҙ йөрөгөһө килгәндер.
Маша Ивановтың ғаилә хәлен белмәй ине, ҡыҙҙарға хас оялсанлыҡ арҡаһында был хаҡта һорашманы. Ул Ивановҡа бер нәмә тураһында ла уйламай йөрәге ҡушыуы буйынса ышанды.
Ике көндән Иванов артабан тыуған еренә юлланды. Маша уны вокзалда оҙатып ҡалды. Иванов уны ғәҙәтләнгәнсә үпте һәм ғүмер буйы хәтерендә тоторға вәғәҙә бирҙе.
Яуап итеп, Маша йылмайҙы:
– Мине ниңә ғүмер буйы хәтерҙә тоторға? Кәрәкмәй, һеҙ барыбер онотасаҡһығыҙ... Һеҙҙән бер нәмә лә һорамайым, онотоғоҙ мине.
– Һөйөклө Машам! Элек һеҙ ҡайҙа булдығыҙ, ни өсөн һеҙҙе элек-электән осратманым икән?
– Һуғышҡа тиклем ун йыллыҡта булдым, ә элек-электә мин бөтөнләй булмағанмын...
Поезд килде, һәм улар һаубуллашты. Иванов китте, ул яңғыҙы ҡалғас, Машаның илағанын күрмәне, сөнки ҡыҙ тәҡдир ҡасандыр осраштырған кемде булһа ла – әхирәтен дә, иптәшен дә – онота алманы.
Иванов вагон тәҙрәһе аша ҡаласыҡтағы өйҙәрҙе ҡараны, уларҙы үҙ ғүмерендә тағы ла күрерме икән? Ошондай уҡ өйҙә, ләкин икенсе ҡалала, балалары Петька һәм Настя менән ҡатыны Люба йәшәй, улар уны көтә; ул частан ҡатынына, оҙаҡламай ҡайтырға сығам, уны һәм балаларҙы тиҙерәк үбергә теләйем, тип телеграмма һуҡты.
Ивановтың ҡатыны Любовь Васильевна көнбайыштан килгән бөтә поездарҙы ла ҡаршыларға өс көн рәттән барҙы. Ул эшенән һорап китте, нормаларҙы үтәмәне, төндә, стеналағы сәғәттең маятнигы әкрен һәм вайымһыҙ йөрөгәнен тыңлап, шатлығынан йоҡлай алманы. Әгәр ул көндөҙ ҡайтһа тип, аталарын ҡаршы алырға вокзалға дүртенсе көндә Любовь Васильевна балалары Петр менән Настяны ебәрҙе, ә төнгө поезға тағы ла үҙе сыҡты.
Иванов алтынсы көндә генә ҡайтты. Уны улы Петр ҡаршы алды; Петрушка хәҙер ун икенсе йәше менән бара, атаһы үҙ балаһын шунда уҡ таныманы, ул үҙ йәшенән өлкәнерәк күренә, етди үҫмергә әйләнгән. Атаһы Петрҙың бәләкәй буйлы һәм ҡаҡса икәнен күрҙе, уның ҡарауы, ҙур башлы, киң маңлайлы, йөҙө тыныс, әйтерһең, тормош хәстәрлектәренә күнеккән, ә бәләкәй ҡуңыр күҙҙәре яҡты донъяға күңелһеҙ һәм ҡәнәғәтһеҙ ҡарай, гүйә, улар бары тик бөтә ерҙә лә тәртипһеҙлек кенә күрә. Петрушка бөхтә кейенгәйне: башмағы туҙһа ла, әле кейерлек, ыштаны менән курткаһы иҫке, атаһының кейемдәрен боҙоп тегелгән, ләкин йыртыҡ түгел – кәрәк ерҙәре йүрмәлгән, ямалған, Петрушка бәләкәй, ярлы, ләкин тырыш ир-егеткә оҡшағайны.
– Һин атаймы ни? – тип һораны Петрушка, Иванов уны күтәреп алып ҡосаҡлап үпкәс. – Атайҙыр, күрәһең!
– Атайың... Һаумы, Петр Алексеевич!
– Һаумы... Ниңә оҙаҡ ҡайттың? Беҙ көттөк тә көттөк.
– Петя, поезд әкрен йөрөнө... Әсәйең менән Настя нисек, иҫән-һауҙармы?
– Һәйбәт, – тине Петр. – Ордендарың нисәү?
– Икәү, Петя, һәм өс миҙал.
– Ә беҙ әсәйем менән һинең күкрәгеңдә буш урын юҡтыр, тип уйланыҡ. Әсәйемдең дә ике миҙалы бар, хеҙмәттәре өсөн бирҙеләр... Ниңә әйберҙәрең әҙ – бер генә сумка?
– Миңә артығы кәрәкмәй.
– Ә кемдең һандығы бар, уға һуғышыу ауырмы? – тип һораны улы.
– Уға ауыр, – тип ризалашты атаһы. – Бер сумка менән еңел. Һандыҡтар унда бер кемдә лә булмай.
– Ә мин барҙыр, тип уйлағайным. Мин һандыҡта бөтә әйберемде лә һаҡлар инем, ә сумкала ватыла һәм бөтәрләнә.
Ул атаһының тоғон алды ла өйҙәренә атланы, атаһы уға эйәрҙе.
Әсәһе уларҙы өй күтәрмәһендә ҡаршыланы; ул тағы ла эшенән һорап китте, әйтерһең, йөрәге иренең бөгөн ҡайтырын тойҙо. Заводтан сыҡҡас, һуңынан вокзалға китер өсөн, башта өйөнә инеп сыҡты. Ул Семен Евсеевич килмәнеме икән, тип ҡурҡты: ул ҡайһы саҡ көндөҙ килергә ярата; уның көпә-көндөҙ килеп биш йәшлек Настя һәм Петрушка менән ултыра торған ғәҙәте бар. Дөрөҫ, Семен Евсеевич бер ваҡытта ла буш ҡул менән йөрөмәй, һәр саҡ балаларға ни ҙә булһа – кәнфит, шәкәр, аҡ ҡалас, йә сәнәғәт тауарына ордер алып килә. Любовь Васильевна иһә үҙе Семен Евсеевичтан бер ниндәй насарлыҡ та күрмәне; бер-береһен белгән был ике йылда Семен Евсеевич уға ҡарата мәрхәмәтле булды, ә балаларға туған атаһы һымаҡ ҡараны, хатта ҡайһы бер атайҙарҙан да иғтибарлыраҡ. Ләкин бөгөн Любовь Васильевна иренең Семен Евсеевичты күреүен теләмәне, ул кухняны һәм бүлмәне йыйыштырҙы, өйҙә таҙа һәм бер ниндәй артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Ә һуңынан, иртәгә йә иртәнән һуңға, нисек булған шулай барыһын да үҙе һөйләр. Бәхеткә күрә, Семен Евсеевич бөгөн килмәне.
Иванов ҡатынына яҡынлашты, уны ҡосаҡлағас, яратҡан кешеһенең онотолған һәм таныш йылыһын тойоп, айырыла алмай баҫып торҙо.
Бәләкәй Настя өйҙән сыҡҡас, хәтерләмәгән атаһына ҡарап, ҡулдарын уның аяғына ҡуйып, атаһын әсәһенән этә башланы, аҙаҡ иланы. Атаһының тоғон иңбашына һалған Петрушка атаһы менән әсәһе янында өндәшмәй баҫып торҙо; бер килке көткәс:
– Етте һеҙгә, әтеү Настька илай, ул аңламай, – тине.
Атаһы әсәһенән айырылғас, ҡурҡышынан илаған Настяны ҡулына алды.
– Настька! –тине уға Петрушка. – Аңыңа кил, мин кемгә әйтәм! Был беҙҙең атай, ул беҙгә туған!..
Өйҙә атаһы йыуынғас, өҫтәл артына ултырҙы. Ул аяҡтарын һуҙҙы, күҙҙәрен йомдо, йөрәгендә тыныс шатлыҡ һәм һил ҡәнәғәтлек тойҙо. Һуғыш үтеп китте. Был йылдарҙа аяҡтары меңдәрсә саҡрым атланы, битенә арыу һырҙары ятты, ябыҡ ҡабаҡтары аҫтындағы күҙҙәрен ауыртыу киҫте – хәҙер улар эңерҙә йәки ҡараңғыла ял итергә теләй ине.
Ул ултырған арала бөтә ғаиләһе табын әҙерләп, кухняла мәш килде. Иванов өйҙәге барлыҡ әйберҙе – стена сәғәтен, һауыт-һаба шкафын, стеналағы термометрҙы, ултырғыстарҙы, тәҙрә төптәрендәге гөлдәрҙе, кухнялағы мейесте рәттән ҡараны... Улар бында унһыҙ оҙаҡ торҙо, уны һағынғандар. Хәҙер ул ҡайтты, унһыҙ һағышта һәм ярлылыҡта йәшәгән ҡәрҙәштәреләй күреп, һәр береһе менән яңынан танышып, уларға ҡараны. Ул тыуған йортоноң нығынған еҫен – утындың быҫҡып янған еҫен, балаларының тән йылыһын, мейес көлдөксәһенең көйөк еҫен һуланы. Был еҫ элек тә, дүрт йыл элек тә, шулай ине, ул таралмаған һәм унан башҡа үҙгәрмәгән. Һуғышта Иванов төрлө илдә йөҙҙәрсә тораҡта булһа ла, был еҫте бүтән тойманы; унда еҫ башҡаса аңҡый, тыуған йортоҡо түгел ине. Иванов йәнә Машаның еҫен, уның сәстәренең нисек аңҡыуын иҫенә төшөрҙө; ләкин уларҙан өй еҫе түгел, ә таныш булмаған юлдағы урман япрағы еҫе килә, хәүефле тормош аңҡый ине. Әле мунсасы ҡыҙы Маша ни эшләй, тормошон граждандарса ҡора алдымы икән? Ярар ҙа...
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
Иванов Петрушканың башҡаларға ҡарағанда өйҙә күберәк эш итеүен күрҙе. Үҙе эшләүе генә етмәгән, ул әсәһе менән Настяға ла нимә эшләргә, нимәне эшләмәҫкә, нисек дөрөҫ эшләргә күрһәтмә бирҙе. Настя Петрушкаға күндәм буйһондо, атаһынан сит кешенән ҡурҡҡандай ҡурҡманы; унда тормошта барыһын да дөрөҫ һәм етди башҡарыусы тере, иғтибарлы бала йөҙө, изге йөрәк, сөнки ул Петрушкаға кенә тотмай.
– Настька, көрөшкәнән картуф ҡабығын бушат, миңә һауыт кәрәк...
Настя көрөшкәне күндәм бушатып йыуҙы. Әсәһе ул арала Петрушка яҡҡан мейескә ултыртыу өсөн ашыға-ашыға әсемәгән ҡамырҙан бәлеш әҙерләне.
– Тиҙерәк, әсәй, тиҙерәк! – Петрушка бойорҙо. – Мейестең әҙер икәнен күрәһең дә баһа. Соҡонорға өйрәнгән, стахановка!
– Хәҙер, Петрушка, мин хәҙер, – әсәһе күндәм һөйләнде. – Йөҙөм һалаһым ғына ҡалды, атайыңдың күптән йөҙөм ашағаны юҡтыр. Мин йөҙөмдө электән һаҡлап тоттом.
– Уның ашағаны бар, – тине Петрушка. – Беҙҙең ғәскәргә йөҙөм дә бирәләр. Ҡара, беҙҙең боецтар табаҡ битле, улар аш ашай... Настька, һин ни эшләп ултыраһың, ҡунаҡҡа килдеңме әллә? Картуф әрсе, төшкөлөккә табала ҡурырбыҙ... Бәлеш менән генә ғаиләнең тамағын туйҙырып булмай.
Әсәһе бәлеш әҙерләгәндә Петрушка ут юҡҡа янмаһын өсөн мейескә ҙур тотҡос менән щи бешерергә суйын ултыртты, шунда уҡ мейестәге утҡа күрһәтмә бирҙе:
– Ниңә ялбырап янаһың, ҡара һин уны, төрлө яҡҡа борғоланма! Тигеҙ ян. Аштың аҫтын ғына йылыт, урманда ағастар утынға юҡҡа үҫкән тиһеңме ни... Ә һин, Настька, ни өсөн таптарҙы мейескә теләһә нисек тыҡтың, мин өйрәткәнсә һалырға кәрәк ине. Картуфты тағы ла ҡалын әрсейһең, йоҡа ғына итеп әрсе – ни өсөн картуфтың итен юнаһың: беҙҙең аҙыҡ-түлекте тәләфләйһең... Мин һиңә был хаҡта күпме әйттем, хәҙер һуңғы тапҡыр әйтәм, шунан елкә төбөңә аласаҡһың!
– Нимә һин, Петруша, Настяға бәйләнәһең? – тине әсәһе ҡырҡа ғына. – Ул һиңә ниңә? Шул ҡәҙәр картуфты таҙартып ул оҫтара тиһеңме, парикмахерҙыҡы һымаҡ һиңә йоҡа ла булһын, бер ерҙә лә итенә теймәһен... Беҙгә атай ҡайтты, ә һин һаман асыуланаһың!
– Мин асыуланмайым, мин эш буйынса... Атайҙы ашатырға кәрәк, ул һуғыштан ҡайтҡан, ә һеҙ ризыҡты тәләфләйһегеҙ... Картуф ҡабығынан бер йылда күпме ризыҡ юғалды?.. Әгәр беҙҙең сусҡабыҙ булһа, уны ҡабыҡ менән генә лә бер йылда һимертер ҙә, күргәҙмәгә ебәрер инек, ә күргәҙмәлә беҙгә миҙал бирерҙәр ине... Ни булырын күрҙегеҙме, ә һеҙ аңламайһығыҙ!
Иванов ошондай улы үҫеүен белмәй ине, әле уның аҡылына ғәжәпләнеп ултырҙы. Ләкин уға кескәй генә ҡулдары менән хужалыҡта мәшәҡәтләнгән бәләкәй йыуаш Настя нығыраҡ оҡшаны, ҡулдары әле үк эшкә килешеп тора. Тимәк, улар әллә ҡасан өйҙә эшләргә өйрәнгән.
– Люба, – тип һораны Иванов ҡатынынан, – һин ниңә миңә бер нәмә лә һөйләмәйһең – был ваҡытта минһеҙ нисек йәшәнең, сәләмәтлегең нисек, эштә ни эшләйһең?
Любовь Васильевна әле иренән йәш кәләштәй тартынды: ул унан һыуынғайны. Ул хатта ире мөрәжәғәт иткәндә ҡыҙарҙы, бите, йәш сағындағы кеүек, Ивановҡа ныҡ оҡшаған оялсан, ҡурҡынған төҫ алды.
– Зарар юҡ, Алеша... Беҙ ярайһы йәшәнек. Балалар әллә ни сирләмәне, уларҙы үҫтерҙем... Улар менән өйҙә төндә генә булыуым насар. Кирбес заводында эшләйем, преслауҙа, унда йөрөү йыраҡ...
– Ҡайҙа эшләйһең? – Иванов аңламаны.
– Кирбес заводында, преслауҙа. Квалификациям юҡ ине, башта ихатала төрлө эштә йөрөнөм, шунан өйрәттеләр ҙә пресҡа ҡуйҙылар. Эшләү һәйбәт, тик балалар үҙҙәре генә... Күрәһеңме – нисек үҫтеләр. Барыһын да үҙҙәре эшләй белә, нисек үҫтеләр, – тине әкрен генә Любовь Васильевна. – Был йүнлегәме икән, үҙем дә белмәйем...
– Унда күренер, Люба... Хәҙер бөтәбеҙ ҙә бергә йәшәйәсәкбеҙ, һуңынан нимәнең яҡшы, нимәнең насар икәнен ҡарарбыҙ...
– Һинең менән бөтәһе лә яҡшы булыр, юҡһа, яңғыҙым нимәнең дөрөҫ, нимәнең алама икәнен белмәйем, мин ҡурҡтым. Хәҙер һин үҙең балаларҙы беҙгә нисек үҫтерергә икәнен уйла...
Иванов тороп бүлмә буйлап үтте.
– Тәк, былай барыһы ла ярайһы тиһең инде, бында һеҙҙең кәйефегеҙ булдымы?
– Зыян юҡ, Алеша, барыһы ла артта ҡалды инде, беҙ түҙҙек. Тик һине ныҡ һағындыҡ, беҙгә бер ваҡытта ла ҡайтмаһаң, башҡалар һымаҡ, унда һәләк булһаң, тип уйлауҙан ҡурҡыныс булды...
Ул тимер формаға һалынған бәлеш өҫтөндә иланы, күҙ йәштәре ҡамырға тамды. Яңы ғына бәлеш өҫтөнә туғылған йомортҡа һөрткәйне, хәҙер, байрам бәлешенә күҙ йәштәрен тамыҙып, усын ҡамыр буйлап йөрөттө.
Настя, бите менән әсәһенең итәгенә һырынып, ҡулдары менән уның аяғынан ҡосаҡланы, ҡаш аҫтынан атаһына уҫал ҡараны.
Атаһы уға эйелде.
– Һин нимә?.. Настенька, һин нимә? Һин миңә үпкәләнеңме ни?
Ул ҡыҙын ҡулдарына алып, башынан һыйпаны.
– Һин нимә, ҡыҙым? Мине оноттоңмо ни, мин һуғышҡа киткәндә бәләкәй инең шул әле...
Настя башын атаһының иңбашына һалды ла илап ебәрҙе.
– Һин нимә, Настенькам минең?
– Әсәйем илағас, мин дә илайым.
Мейес алдында аптырап ҡарап торған Петрушка ҡәнәғәт түгел ине.
– Нимә һеҙ бөтәгеҙ ҙә?.. Кәйефегеҙ төштө, ә мейес һүрелә. Яңынан яғабыҙмы ни, ә беҙгә утынға яңы ордерҙы кем бирер? Элеккеләренә барыһын да алып яғып бөттөк, һарайҙа әҙ генә ҡалды, ун ярҡа, етмәһә, береһе уҫаҡ... Әсәй, мейес һүрелмәҫ борон ҡамырҙы ҡуя һал.
Петрушка мейестән щилы ҙур сүлмәкте сығарҙы, күмерҙе тигеҙләне, ә Любовь Васильевна, Петрушкаға тиҙерәк ярарға тырышҡандай, ике бәлеште мейескә тыҡты, береһенә туғылған йомортҡа һөртөргә онотҡайны.
Ивановҡа тыуған йорто сәйер, әле һаман аңлайышһыҙ ине. Ҡатыны элеккесә – мөләйем, оялсан, тик бите генә ныҡ арыған, унан тыуған балалар ҙа шул уҡ, тик һуғыш ваҡытында үҫкәндәр, ул шулай булырға тейеш тә. Ивановҡа үҙенең ҡайтыу шатлығын бөтә йөрәге менән тойорға нимәлер ҡамасауланы, – күрәһең, ул өй тормошонан бик ныҡ ситләшкәндер, хатта шунда уҡ иң яҡын, ҡәҙерле кешеләрен аңлай алманы. Ул Петрушкаға, үҙенең тәүге үҫкән улына, ҡараны, уның әсәһенә һәм кескәй һеңлеһенә нисек команда һәм күрһәтмә биреүен тыңланы, уның етди, борсоулы йөҙөн күҙәтте, ул булараҡ, был малайға аталыҡ тойғоһо, уға тәьҫире етерлек түгеллеген оят менән таныны. Петрушканың һөйөүгә һәм хәстәрлеккә башҡаларға ҡарағанда ла мохтаж икәнен таныу Ивановҡа үҙенең Петрушкаға битарафлығынан тағы ла нығыраҡ оят ине, сөнки уға ҡарау йәл. Иванов үҙенән башҡа ғаиләһенең нисек йәшәүен аныҡ белмәне, ни өсөн Петрушканың холҡо шулай нығыныуын аңлай алманы.
Ғаиләһе менән өҫтәл артында ултырғанда Иванов үҙ бурысын төшөндө. Уға нисек тә эшкә тотонорға, йәғни аҡса эшләр өсөн эшкә урынлашырға һәм ҡатынына балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә ярҙамлашырға кәрәк, – ул саҡта барыһы ла әкренләп яҡшыға үҙгәрәсәк, Петрушка малайҙар менән йүгереп йөрөйәсәк, китаптар уҡыясаҡ, ә мейес алдында тотҡос менән командалыҡ итмәйәсәк.
Өҫтәл артында Петрушка башҡаларға ҡарағанда әҙерәк ашаны, әммә үҙенең артынан бөтә валсыҡты ла йыйып алып ауыҙына һалды.
– Ниңә һин, Петр, – атаһы уға мөрәжәғәт итте, – валсыҡ ашайһың, ә үҙеңдең бәлеш киҫәген ашап бөтмәнең... Аша! Әсәйең һиңә тағы ла бүлеп бирер.
– Барыһын да ашарға ярай, – Петрушка сырайын һытты, – миңә етте.
– Ул күп ашауҙан ҡурҡа, Настя ла унан күреп, күп ашай башлаясаҡ, – тине эскерһеҙлек менән Любовь Васильевна, – ә уға йәл.
– Ә беҙгә бер нәмә лә йәл түгел, – тине ғәмһеҙ генә Петрушка. – Мин һеҙгә күберәк ҡалыуын теләйем.
Ата менән әсә бер-береһенә ҡарашты, улдарының һүҙҙәренән ҡалтыранып ҡуйҙылар.
– Ә һин ниңә семсенеп кенә ултыраһың? – тип һораны атаһы бәләкәй Настянан. –Петрға ҡарайһыңмы ни?.. Ашап бөт, әтеү үҫмәйһең...
– Мин ҙур булып үҫтем инде, – тине Настя.
Ул бәләкәй бәлеш киҫәген ашап ҡуйҙы, ә ҙурырағын үҙенән этәреп салфетка менән ҡапланы.
– Ни өсөн улайтаһың? – тип һораны унан әсәһе. – Теләйһеңме, бәлешеңә май һөртәм?
– Кәрәкмәй, мин туйҙым инде...
– Йә, былай ғына аша... Ниңә бәлеште этеп ҡуйҙың?
– Семен ағай киләсәк. Уға ҡалдырҙым. Бәлеш һеҙҙеке түгел, уны үҙем ашаманым. Уны мендәр аҫтына һалам, әтеү һыуына...
Настя өҫтәл артынан сыҡты ла, салфеткаға төрөлгән бәлеш киҫәген карауатҡа алып барып мендәр аҫтына тыҡты.
Әсә Беренсе майға бешергән бәлеш Семен Евсеевич килгәнсе һыуынмаһын өсөн уны үҙенең дә мендәрҙәр менән ҡаплап ҡуйыуын иҫенә төшөрҙө.
– Ә Семен ағай кем ул? – тип һораны Иванов ҡатынынан.
Любовь Васильевна ни әйтергә лә белмәне.
– Кем икәнен белмәйем, – тине. – Балалар янына бер үҙе килә, ҡатынын, балаларын немецтар үлтергән, ул беҙҙең балаларға өйрәнгән, улар менән уйнарға йөрөй.
– Нисек уйнарға? – Иванов ғәжәпләнде. – Улар бында һиндә ни уйнай икән? Уға нисә йәш?
Петрушка әсәһе менән атаһына йылғыр ғына ҡарап алды; әсәһе атаһына яуап бирмәне, тик Настяға яманһыу күҙҙәре менән ҡараны, ә атаһы асыулы йылмайҙы, өҫтәл артынан тороп папирос тартты.
– Теге Семен ағай һеҙҙең менән уйнаған уйынсыҡтар ҡайҙа һуң? – тип һораны һуңынан атаһы Петрушканан.
Настя ултырғыстан төшөп, комод янындағы икенсе ултырғысҡа менде лә комодтан китаптар алып, уларҙы атаһына килтерҙе.
– Улар китап-уйынсыҡтар, – тине Настя атаһына. – Семен ағай уларҙы миңә ҡысҡырып уҡый: бына ниндәй ҡыҙыҡ Мишка, ул уйынсыҡ та, ул китап та...
Иванов ҡыҙы биргән Мишка айыу, пушка-уйынсыҡ, Домна әбей йәшәгән һәм ейәнсәре менән етен иләгән өй тураһындағы китап-уйынсыҡтарҙы ҡулына алды...
Петрушка мейес мөрйәһендәге йүшкәне ябырға кәрәклеген иҫенә төшөрҙө, юҡһа, өйҙән йылы сығып бөтәсәк.
Йүшкәне япҡас, ул атаһына:
– Ул – Семен Евсеевич – һинән өлкәнерәк!.. – тине. – Ул беҙгә файҙа килтерә, йәшәй бирһен...
Тәҙрәгә күҙ һалғас, Петрушка күктә сентябргә хас булмаған болоттарҙың йөҙөүен шәйләне.
– Ниндәйҙер ҡарағусҡыл ҡуйы болоттар йөҙә, – тип һөйләнде Петрушка, – ҡар яуыр, ахыры! Таң менән ҡыш тыуырмы икән? Улайһа, беҙгә ни эшләргә һуң: картуф баҫыуҙа, хужалыҡта әҙерлек юҡ... Бына шундай хәл!..
Иванов улына ҡарап, уның һүҙҙәрен тыңланы, уның алдында үҙенең баҙнатһыҙлығын тойҙо. Ҡатынынан анығыраҡ белергә теләне: ғаиләһенә бына ике йыл инде килеп йөрөүсе Семен Евсеевич кем ул, кем янына йөрөй – Настяғамы әллә һөйкөмлө ҡатынынамы – ләкин Петрушка Любовь Васильевнаның иғтибарын хужалыҡ эштәре менән ситкә йүнәлтте:
– Әсәй, миңә иртәгәгә икмәк карточкаларын һәм теркәү талондарын бир. Тағы ла кәрәсин талондарын – иртәгә һуңғы көн, ағас күмере лә алырға кәрәк, ә һин тоҡто юғалттың, унда беҙҙең һауытҡа ғына бирәләр, хәҙер теләһә ҡайҙан тоҡ эҙлә йәки сепрәктән яңыны тек, беҙгә тоҡһоҙ йәшәргә ярамай. Ә Настька иртәгә беҙгә ишек алдына һыуға бер кемде лә индермәһен, әтеү ҡоҙоҡтан һыуҙы күп һоҫалар: бына ҡыш килер, ул саҡта һыу түбәнәйә, ә беҙҙең биҙрәне төшөрөргә бауыбыҙ етмәйәсәк, ҡарҙы сәйнәп ашап булмай, уны иретергә шулай уҡ утын кәрәк.
Үҙ һүҙҙәрен һөйләгәндә Петрушка бер үк ваҡытта мейес алдын һеперҙе, кухня кәрәк-ярағын тәртипкә килтерҙе. Шунан мейестән щилы суйынды сығарҙы.
– Бәлеш ҡапҡыланыҡ, хәҙер икмәк менән итле щи ашаясаҡбыҙ, – тип күрһәтмә бирҙе Петрушка. – Ә һин, атай, иртәгә иртән райсоветҡа һәм военкоматҡа барырһың, шунда уҡ иҫәпкә баҫырһың – һиңә карточкаларҙы тиҙерәк алырбыҙ.
– Барырмын, – атаһы күндәм ризалышты.
– Бар, онотма, иртән йоҡлап ҡалырһың да оноторһоң.
– Юҡ, мин онотмам, – тип вәғәҙә бирҙе атаһы.
Һуғыштан һуңғы үҙҙәренең дөйөм беренсе төшкө ашты – итле щиҙы – ғаилә тауыш-тынһыҙ ашаны, хатта Петрушка ла тыныс ултырҙы, гүйә, атай менән әсәй, балалар бергә йыйылып ултырған ғаиләнең тыныс бәхетен көтөлмәгән һүҙ ысҡындырып боҙоуҙан ҡурҡты.
Шунан Иванов ҡатынынан һораны:
– Люба, һеҙҙең кейем-һалым менән нисек, туҙып бөткәндер инде?
– Иҫкелә йөрөнөк, ә хәҙер яңыһын алырбыҙ, – Любовь Васильевна йылмайҙы. – Балалар кейеп йөрөгәндәрен яманым, һинең костюмыңды, ике ыштаныңды, бар эске кейемеңде һүтеп, уларға тегеп бирҙем. Беләһеңме, беҙҙең артыҡ аҡсабыҙ юҡ ине, ә балаларҙы кейендерергә кәрәк...
– Дөрөҫ эшләгәнһең, – тине Иванов, – балаларға бер нәмәне лә йәлләмә.
– Йәлләмәнем, һин миңә алып биргән пальтоны ла һаттым, әле һырмала йөрөйөм.
– Һырмаһы ҡыҫҡа, ә ул шуны кейеп йөрөй – һыуыҡ тейҙереүе бар, – тине Петрушка. – Мин мунсаға кочегар булып эшкә барам, аҡса алғас, уға пальто һатып алам. Баҙарҙа ҡулдан һаталар, барып хаҡын белештем, унда тамандары бар...
– Һинән башҡа ла, һинең аҡсаңдан башҡа ла алырбыҙ, – тине атаһы.
Төшкө аштан һуң Настя танауына ҙур күҙлек кейҙергәс, тәҙрә янына ултырып әсәһе эштә бейәләй аҫтынан кейгән эске бейәләйҙе ямарға тотондо – һыуыҡ төштө, тышта көҙ.
Петрушка һеңлеһенә ҡарап, уны орошто:
– Һин ниңә шаяраһың, ни өсөн Семен ағайҙың күҙлеген кейҙең?..
– Ә мин күҙлек өҫтөнән ҡарайым, уның аша түгел.
– Тағы нимә? Мин күрәм дә баһа! Күҙҙәреңде боҙоп һуҡырайғас, ғүмер буйы кеше елкәһендә һәм пенсияға йәшәйәсәкһең. Хәҙер үк күҙлекте һал – мин кемгә әйтәм! Бейәләй ямауҙы туҡтат, әсәй үҙе ямар, йәки бушағас үҙем тотонормон. Дәфтәр ал да таяҡтар яҙ, ҡасан яҙғаныңды онотҡанһыңдыр ҙа инде!
– Нимә, Настя уҡыймы ни? – тип һораны атаһы.
– Юҡ әле, ул бәләкәй, – тип яуапланы әсәһе, – ләкин Петрушка Настяға һәр көн шөғөлләнергә ҡуша, уға дәфтәр алып бирҙе, ул таяҡтар яҙа. Петрушка тағы ла һеңлеһен уның алдына ҡабаҡ орлоҡтары һалып, һанарға өйрәтә, ә хәрефтәрҙе Любовь Васильевна үҙе өйрәтә.
Настя бейәләйҙе ситкә алып ҡуйҙы, комод йәшнигенән дәфтәр һәм перо ҡуйылған ҡаурый алды. Петрушка барыһы ла тәртип буйынса башҡарылыуынан ҡәнәғәт ҡалып, әсәһенең һырмаһын кейҙе лә иртәгәгә утын ярырға ишек алдына сыҡты; Петрушка ярҡаларҙы, ғәҙәттә, кипһен һәм ялҡынланып янһын өсөн төнгөлөккә өйгә индереп, мейес артына өйә.
Кис көнө Любовь Васильевна ашарға иртә ултыртты. Ул балаларҙың иртәрәк йоҡлауын, ире менән үҙҙәре генә ҡалып, уның менән һөйләшергә теләне. Ләкин балалар тамаҡ туйҙырғас, тиҙ генә йоҡламаны; ағас диванда ятҡан Настя одеял аҫтынан атаһын бик оҙаҡ күҙәтте, ҡыш та, йәй ҙә мейес башында йоҡлаған Петрушка борғоланды, ниҙер мығырланы, тиҙ генә тыныслана алманы. Ҡара төн етте, Настя арыған күҙҙәрен йомдо, ә Петрушка мейес башында хырылданы.
Петрушка һаҡ йоҡланы: ул һәр ваҡыт төндә нимәлер булыр ҙа ишетмәй ҡалырмын тип ҡурҡты, өйгә юлбаҫарҙар инер йәки әсәһе ишеккә бик һалырға онотор ҙа, ишек асылып өй һыуыныр. Әле Петрушка кухня янындағы бүлмәлә һөйләшеүсе ата-әсәһенең хәүефле тауыштарына уянды. Ваҡыт күпмелер – төн уртаһымы әллә иртәнме – ул белмәне, ә атаһы менән әсәһе йоҡламай ине.
– Алеша, һин шаулама, балалар уяныр, – тине әсәһе әкрен генә. – Уны әрләмә, ул мәрхәмәтле кеше, һинең балаларыңды яратты...
– Беҙгә уның яратыуы кәрәкмәй, – тине атаһы. –Үҙемдең балаларымды мин үҙем яратам... Ҡара һин уны, сит балаларҙы яратҡан! Мин һиңә аттестат һалдым, үҙең дә эшләнең, – һиңә Семен Евсеевич нимәгә кәрәк булды? Ҡаның ҡайнармы ни һаман да... Их һин, Люба, Люба! Ә мин унда һинең хаҡта икенсе төрлө уйланым. Тимәк, һин мине иҫәргә ҡалдырғанһың...
Атаһы тынып ҡалды, шунан төрөпкә тартырға шырпы ҡабыҙҙы.
– Нимә һин, Алеша, ни һөйләйһең! – әсәһе ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы. – Мин балаларҙы ҡараным, улар сирләмәнеләр тиерлек, ябыҡманылар ҙа...
– Шулай ҙа булһын, ти... – тине атаһы. –Башҡаларҙың дүртәр балаһы ҡалды, насар йәшәмәнеләр, балалары ла беҙҙекеләрҙән хөрт үҫмәне. Ә һинең Петрушкаң ана ниндәй кеше булып үҫкән – ҡарттар һымаҡ һөйләшә, моғайын, уҡыуҙы онотҡандыр әле.
Мейес башында ятҡан Петрушка ауыр һуланы, артабан тыңлар өсөн хырылдағанға һабышты. “Ярай, – тип уйланы ул, – мин ҡарт, ти, ә һин әҙер ашты һыпыртып ҡуйҙың!”
– Уның ҡарауы, ул тормоштағы иң мөһим нәмәләрҙе, барлыҡ ҡыйынлыҡты белде! – тине әсәһе. – Уҡыуҙа ла артта ҡалмаҫ.
– Һинең Семеның кем ул? Миңә юҡ-бар һөйләүеңде туҡтат, – атаһы асыуланды.
– Ул изге күңелле кеше.
– Әллә һин уны яратаһыңмы?
– Алеша, мин һинең балаларыңдың әсәһе...
– Артабан! Дөрөҫөн әйт!
– Мин һине яратам, Алеша. Мин әсә, ҡатын булғаныма әллә ҡасан, һинең менән генә, ҡасан икәнен дә оноттом.
Атаһы өндәшмәне, ҡараңғыла төрөпкә тартты.
– Мин һине һағындым, Алеша... Дөрөҫ, балалар минең менән булды, ләкин улар һине алыштырмай, мин һине гел көттөм, оҙон ҡурҡыныс йылдар буйы, иртән уянғым килмәне.
– Вазифаһы буйынса ул кем, ҡайҙа эшләй?
– Ул беҙҙең заводтың матди тәьминат бүлегендә хеҙмәт итә.
– Аңлашыла. Жулик.
– Ул жулик түгел. Мин белмәйем... Ә тотош ғаиләһе Могилевта һәләк булған, өс балаһы булған, ә ҡыҙын кейәүгә бирерлек булған.
– Мөһим түгел, ул алмашҡа әҙер ғаилә алған – ҡатын әле ҡартаймаған, һөйкөмлө, шулай булғас, ул йәнә йылыла йәшәй.
Әсәһе бер ни тип тә яуапламаны. Тынлыҡ урынлашты, тиҙҙән Петрушка әсәһенең илағанын ишетте.
– Ул балаларға һинең турала һөйләне, Алеша, – тине әсәһе, һәм Петрушка уның күҙҙәрендә эре йәштәрҙең туҡтап ҡалыуын ишетмәй ҡалды. – Ул балаларға һинең унда беҙҙең өсөн нисек һуғышыуың, яфаланыуың тураһында һөйләне... Улар унан, ни өсөн, тип һораны. Ә ул уларға былай тип яуап бирҙе: сөнки һин изге күңелле...
Атаһы көлдө, төрөпкәнән көлдө ҡаҡты.
– Һинең Семен-Евсей бына ниндәй икән! Мине бер ваҡытта ла күргәне юҡ, ә хуплай. Үәт, шәхес!
– Ул һине күрмәне. Балалар һинән төңөлмәһен, атаһын яратһын өсөн юрамал уйлап сығарҙы.
– Был уға ни өсөн кәрәк, ни өсөн? Һине тиҙерәк үҙенеке итеү өсөнмө? Һин әйт, уға ни кәрәк ине?
– Бәлки, уның йөрәге һәйбәттер, Алеша, – шуға күрә шундайҙыр. Ә ни өсөн һуң?
– Иҫәр һин, Люба. Һин мине ғәфү ит. Ниәтһеҙ бер нәмә лә булмай.
– Ә Семен Евсеевич йыш ҡына балаларға ни ҙә булһа алып килде, һәр ваҡыт йә кәнфиттәр, йә аҡ он, йә шәкәр килтерҙе, күптән түгел Настяға быйма алып килде, ләкин ул яраманы – бәләкәй. Уның үҙенә беҙҙән бер ни ҙә кәрәкмәй. Беҙгә лә кәрәкмәй ине, беҙ, Алеша, уның бүләктәренән башҡа ла йәшәр инек әле, беҙ өйрәнгән инде, ләкин ул, башҡалар хаҡында хәстәрлек күрһәм, күңелем тыныслана төшә, ти, ул ваҡытта үлгән ғаиләһен әллә ни ныҡ юҡһынмай. Уны күргәс, уның һин уйлағанса түгел икәнен белерһең...
– Быларҙың барыһы ла ниндәйҙер буш һүҙ! – тине атаһы. – Һин мине ҡаңғыртма... Люба, миңә һинең менән күңелһеҙ, ә минең әле йәшегем килә.
– Беҙҙең менән йәшә, Алеша...
– Мин һеҙҙең менән, ә һин Сенька-Евсейка менәнме?
– Мин йәшәмәйәсәкмен, Алеша. Ул беҙгә башҡа бер ваҡытта ла килмәйәсәк, мин уға, ҡабат килеп йөрөмә, тип әйтәсәкмен.
– Тәк, тимәк, йәшәгәнһең, башҡа йәшәргә теләмәгәс?.. Их, Люба, бына һин ниндәй икән, һеҙ бөтәгеҙ ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар, шундай.
– Ә һеҙ ниндәй? – тип һораны әсәһе үпкәләп. – “Һеҙ бөтәбеҙ ҙә шундай” нимә аңлата? Мин ундай түгел... Мин көн-төн эшләнем, беҙ паровоз мейестәренә һалырға утҡа сыҙамлы кирбестәр һуҡтыҡ. Ябыҡтым, ямаҡҡа әйләндем, береһе лә үҙ итмәне, минең хәйерсем хәйер һорашмаясаҡ. Миңә ауыр булды, өйҙә балалар үҙҙәре генә. Ҡайтыуыма мейескә яғылмаған, бер нәмә лә бешерелмәгән, ҡараңғы, балалар юҡһына, улар, әлеге кеүек, шунда уҡ хужалыҡты алып бара башланы, Петрушка ла малай ине... Шул ваҡыт беҙгә Семен Евсеевич йөрөй башланы. Килә – балалар менән ултыра. Ул бөтөнләй яңғыҙы йәшәй. “Һеҙгә ҡунаҡҡа йөрөргә мөмкинме? – тип минән һорай, – һеҙҙә йылынам”. Мин уға, беҙҙә лә һыуыҡ, утын сей, тим, ә ул: “Зыян юҡ, минең тотош күңелем туңып бөткән, һеҙҙең балаларығыҙ янында булһа ла ултырып торормон, минең өсөн мейес яғырға кәрәкмәй”, – тип яуап бирҙе. Мин, ярай, әлегә йөрө, тинем: балаларға һеҙҙең менән әллә ни ҡурҡыныс булмаҫ. Һуңынан мин дә уға өйрәндем, ул беҙгә килһә, барыбыҙға ла һәйбәт булды. Уға ҡарап һине иҫкә төшөрҙөм, әлдә һин бар әле, тип уйланым... Һинһеҙ шул тиклем күңелһеҙ һәм ҡыйын булды; кем дә булһа килеп йөрөһә, ул ҡәҙәр ҡыйын булмай, ваҡыт тиҙерәк уҙа. Һин булмағас, беҙгә ваҡыт нимәгә!
– Шунан, артабан нимә? – атаһы ашыҡтырҙы.
– Артабан бер нәмә лә юҡ. Хәҙер һин ҡайттың, Алеша.
– Улай икән, һәйбәт, – тине атаһы. –Йоҡларға ваҡыт.
Ләкин әсәһе атаһынан һораны:
– Йоҡларға өлгөрөрбөҙ. Әйҙә һөйләшәйек, мин һинең өсөн шат.
“Бер нисек тә тыныслана алмай, – тип уйланы мейес башындағы Петрушка, – килештеләр бит инде, еткән; әсәһенә эшкә китергә иртүк торорға кәрәк, ә ул һаман күңел аса – ваҡытһыҙ ҡыуанды, илауҙан туҡтаны”.
– Ә ул Семен һине яраттымы? – тип һораны атаһы.
– Сабыр ит, мин Настяның өҫтөнә ябам, төшөндә өҫтөн аса, өшөй.
Әсәһе Настяның өҫтөнә одеял япты, кухняға сығып, Петрушканың йоҡлаймы, юҡмы икәнен тыңларға мейес янында туҡталды. Петрушка әсәһен аңланы, хырылдарға тотондо. Шунан әсәһе кире китте, ул уның тауышын ишетте:
– Моғайын, яратҡандыр. Ул миңә әҫәрләнеп ҡараны, мин үҙемдең ниндәй икәнемде күрҙем – хәҙер мин һәйбәтменме ни? Уға кемделер яратырға уңайһыҙ ине, Алеша.
– Эшегеҙ шул дәрәжәгә еткәс, һин уны бер мәртәбә булһа ла үптеңме һуң? – тине атаһы ихлас күңелдән.
– Шул ғына етмәгәйне! Ул мине үҙе ике мәртәбә үпте, теләмәһәм дә.
– Һин теләмәгәс, ниңә улайтты һуң?
– Белмәйем. Ул, онотолоп киткәнмен, ҡатыным иҫкә төштө, тине, ә мин бер аҙ уның ҡатынына оҡшағанмын.
– Ул да миңә оҡшағанмы?
– Юҡ, оҡшамаған. Һиңә бер кем дә оҡшамаған, һин берәү генә, Алеша.
– Берәү генә тиһең инде? Берәүҙән иҫәп башлана ла инде: берәү, шунан икәү.
– Ул минең яңағымдан ғына үпте, ирендәремдән түгел.
– Был барыбер – ҡайҙан булһа ла.
– Юҡ, барыбер түгел, Алеша... Һин беҙҙең тормошта нимә аңлайһың?
– Нисек “нимә”? Мин башынан аҙағынаса һуғыштым, әжәлде һиңә ҡарағанда ла яҡыныраҡ күрҙем...
– Һин һуғыштың, ә мин бында һинең өсөн ҡайғырҙым, ҡулдарым ҡайғынан ҡалтыранды, ә балаларҙы ашатыу, дошмандарға – фашистарға ҡаршы дәүләткә файҙа килтереү өсөн күтәренке кәйеф менән эшләргә кәрәк ине.
Әсәһе тыныс һөйләне, йөрәге генә ғазапланды, Петрушка әсәһен ҡыҙғанды: ул итексегә ҡиммәт түләмәҫ өсөн үҙенә һәм Настя менән миңә аяҡ кейемдәрен йүнәтергә өйрәнде, күршеләрҙең электр мейесен төҙәтеп картуф алды.
– Мин тормошҡа һәм һине юҡһыныуға түҙеп тора алманым, – тине әсәһе. – Түҙһәм, үлер инем, ул саҡта үлеремде белә инем, ә минең балаларым бар... Миңә ниндәйҙер башҡа нәмә татырға кәрәк ине, Алеша, мин ял итһен өсөн ниндәйҙер шатлыҡ. Бер кеше миңә, мин һине яратам, тине, ул һин ҡасандыр мөләйем мөнәсәбәттә булғандай, яғымлы булды...
– Был тағы ла Семен-Евсеймы? – тип һораны атаһы.
– Юҡ, башҡа кеше. Ул беҙҙең профсоюз райкомында инструктур булып эшләй, эвакуацияланып килгән...
– Кем булһа ла суҡынып китһен! Ни булды, ул һинең күңелеңде күрҙеме һуң?
Петрушка был инструктор тураһында бер нәмә лә белмәй ине, уны белмәгәненә ғәжәпләнде. “Ҡара һин уны, беҙҙең әсәй ҙә үткер икән”, – тип бышылданы үҙ алдына.
Әсәһе атаһына яуапланы:
– Мин унан бер нәмә лә белмәнем, бер ниндәй шатлыҡ та, миңә һуңынан тағы ла насарыраҡ булды. Күңелем уға тартылды, сөнки күңелем үлеп бара ине, ә уның менән яҡынлашҡас, бөтөнләй яҡынлашҡас, битараф ҡалдым, ул мәлдә өйҙәге мәшәҡәттәр тураһында уйланым, уның менән яҡынлашҡаным өсөн үкендем. Мин һинең менән генә тыныс, бәхәтле булыуымды, һинең менән яҡынлыҡ ҡылғанда ғына ял итеүемде аңланым. Һинһеҙ үҙемде ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйем, балалар хаҡына үҙеңде ҡотҡарырға ярамай... Беҙҙең менән йәшә, Алеша, беҙгә һәйбәт буласаҡ!
Петрушка атаһының өндәшмәйенсә карауаттан тороуын, төрөпкә тартып, табуреткаға ултырыуын ишетте.
– Яҡынлыҡ ҡылғанда һин уның менән нисә тапҡыр осраштың? – тип һораны атаһы.
– Бер генә мәртәбә, – тине әсәһе. – Бүтән бер ваҡытта ла булманы. Ә нисә мәртәбә кәрәк?
– Күпме теләйһең, уныһы һинең эш, – тине атаһы. –Ни өсөн һин үҙеңде балаларыбыҙҙың әсәһе, ә һинең менән генә ҡатын булдым, уныһы ла әллә ҡасан, тинең...
– Был дөрөҫ, Алеша...
– Нисек инде улай, бында ҡайҙа дөрөҫлөк? Һин уның менән дә ҡатын булғанһың да баһа?
– Юҡ, мин уның менән ҡатын булманым, булырға теләгәйнем дә килеп сыҡманы... Мин һинһеҙ юғаласағымды тойҙом, кемдеңдер янымда булыуын теләнем, алйып бөттөм, йөрәгем ҡара янып сыҡты, хатта үҙ балаларымда ярата алманым, ә улар өсөн, һин беләһең, мин барыһына ла түҙергә әҙер, улар өсөн һөйәктәремде лә йәлләмәйәсәкмен!..
– Сабырлан, – тине атаһы. – Һин, теге үҙеңдең яңы Сенька-Евсейыңда яңылыштым, тинең бит, унан бер ниндәй шатлыҡ та алманым, тинең, шулай ҙа юғалмағанһың, һәләк булмағанһың, бөтөн ҡалғанһың.
– Мин юғалманым, – әсәһе шыбырланы, – мин йәшәйем.
– Тимәк, һин бында ла мине алдайһың! Һинең дөрөҫлөгөң ҡайҙа һуң?
– Белмәйем, – әсәһе шыбырланы. – Мин күп нәмәне белеп бөтөрмәйем.
– Ярай. Уның ҡарауы, мин күпте беләм, мин һиңә ҡарағанда күберәк кисерҙем, – тине атаһы. – Бәдбәхет һин, башҡа бер кем дә түгел.
Әсәһе өндәшмәне. Атаһының йыш-йыш ауыр һулағаны ишетелде.
– Бына мин өйҙә, – тине ул. – Һуғыш юҡ, ә һин минең йөрәгемде яраланың... Йә, ярай, хәҙер Сенька-Евсейка менән йәшә! Һин мине әҙәм көлкөһөнә ҡалдырҙың, мин дә кеше, ә уйынсыҡ түгелмен...
Атаһы ҡараңғыла кейенә башланы. Шунан кәрәсин шәмен ҡабыҙып, өҫтәл артына ултырҙы, ҡулындағы сәғәтте борҙо.
– Сәғәт дүрт, – тине ул үҙ-үҙенә. – Ҡараңғы әле. Бисәләр күп, ә бер генә ҡатын да юҡ, тип дөрөҫ әйтәләр.
Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Настя ағас диванда тигеҙ һулай. Петрушка йылы мейестәге мендәргә ҡапланды, хырылдарға кәрәклеген дә онотто.
– Алеша! – тине әсәһе мөләйем тауыш менән. – Алеша, мине ғәфү ит!
Петрушка атаһының ыңғырашыуын, ҡыуыҡтың шартлауын ишетте; пәрҙә тишегенән атаһы менән әсәһе булған бүлмәнең ҡараңғыланыуын, әммә уттың әле яныуын күрҙе. “Ул шәмдең ҡыуығын ватты, – Петрушка һиҙенде, – ә ҡыуыҡ бер ерҙә лә юҡ”.
– Ҡулыңды киҫкәнһең, – тине әсәһе. – Ҡаның аға, комодтан таҫтамал ал.
– Тының сыҡмаһын! – атаһы әсәһенә ҡысҡырҙы. – Тауышыңды ишеткем дә килмәй... Балаларҙы уят, хәҙер үк уят!.. Уят, тиҙәр һиңә! Мин уларға әсәләренең кем икәнен һөйләйем! Белһендәр!
Настя ҡурҡып ҡысҡырҙы ла уянды.
– Әсәй! – тип саҡырҙы ул. – Яныңа барырға яраймы?
Настя төндә әсәһенең карауатына барып, уның янында одеял аҫтында йылынырға ярата ине.
Петрушка мейескә ултырҙы ла, аяҡтарын түбән төшөрөп, барыһына ла әйтте:
– Йоҡларға ваҡыт! Һеҙ мине ниңә уяттығыҙ? Таң атмаған әле, тышта ҡараңғы! Ниңә шаулашаһығыҙ, ут ҡабыҙҙығыҙ?
– Йоҡла, Настя, йоҡла, иртә әле, хәҙер яныңа үҙем барам, – тип яуапланы әсә. – Һин дә, Петрушка, торма, бүтән һөйләшмә.
– Ә һеҙ ниңә һөйләшәһегеҙ? Атайға нимә кәрәк? – Петрушка һөйләргә тотондо.
– Миңә ни кәрәклегендә эшең булмаһын! – тине атаһы. – Ҡара һин уны, сержант!
– Ә һин ни өсөн шәмдең ҡыуығын ваттың? Ниңә әсәйҙе ҡурҡытаһың? Ул былай ҙа сибек, картуфты майһыҙ ашай, майҙы Настькаға бирә.
– Ә һин әсәйеңдең бында ни менән шөғөлләнгәнең беләһеңме? – атаһы, сабый бала һымаҡ, ялыныслы тауыш менән ҡысҡырҙы.
– Алеша! –Любовь Васильевна иренә мөрәжәғәт итте.
– Мин беләм, мин барыһын да беләм, – тине Петрушка. – Әсәйем һине юҡһынып иланы, һине көттө, ә һин ҡайттың, ул һаман илай. Һин белмәйһең!
– Һин бер нәмә лә аңламайһың! – Атаһы асыуланды. – Бына беҙҙә үҫенте үҫкән.
– Мин барыһын да аңлайым, – тип яуапланы Петрушка мейестән. – Һин үҙең аңламайһың. Беҙҙең эшебеҙ бар, йәшәргә кәрәк, ә һеҙ иҫәрҙәр кеүек әрләшәһегеҙ...
Петрушка тынып ҡалды; ул мендәренә ятты ла көтмәгәндә шым ғына иларға кереште.
– Һин өйҙә үҙеңә ҙур хоҡуҡ алғанһың, – тине атаһы. –Хәҙер минең өсөн барыбер, хужа урынына йәшә...
Күҙ йәштәрен һөртөп, Петрушка атаһына яуапланы:
– Их һин, ниндәй атай, ни һөйләйһең, үҙең олоһоң, һуғышта булғанһың... Ана, иртәгә инвалидтар кооперацияһына бар, унда Харитон ағай эшләй, икмәк телә, бер кемде лә алдамай. Ул да һуғышта булған, өйгә ҡайтҡан. Унан барып һора, ул барыһына ла һөйләп көлә, үҙем ишеттем. Ҡатыны Анюта, ул шоферлыҡҡа уҡыған, әле икмәк ташый, изге күңелле, икмәк урламай. Ул да дуҫлашҡан, ҡунаҡҡа йөрөгән, унда уны һыйлағандар. Уның танышы орденлы, ҡулы юҡ, айырым кешеләр промтауар алыусы магазиндың башлығы...
– Унда һин ни һөйләйһең, лутсы йоҡла, тиҙҙән таң ата, – тине әсәһе.
– Һеҙ ҙә миңә йоҡларға ирек бирмәнегеҙ... Тиҙ генә яҡтырмай әле. Теге ҡулһыҙ Анюта менән дуҫлашҡан, улар яҡшы йәшәй башлаған. Ә Харитон һуғышта йәшәгән. Шунан Харитон ҡайтҡан да Анюта менән әрләшергә тотонған. Көнө буйы әрләй, төндә шарап эсә, ҡабымлыҡ ашай, ә Анюта илай, бер нәмә лә ашамай. Әрләгән-әрләгән дә шунан хәлдән тайған, Анютаны ғазаплауҙан туҡтаған, уға былай тигән: ниңә һинең бер генә ҡулһыҙың булды, һин иҫәр ҡатын, ә бына минең һинән башҡа Глашка ла булды, Апроська ла булды, Маруська ла булды, һинең аҙашың Нюшка ла булды, тағы ла, өҫтәүенә, Магдалинка ла булды. Ә үҙе көлә. Анюта апай ҙа көлә, һуңынан ул үҙе маҡтанды: Харитон һәйбәт, унан да яҡшыраҡ кеше бер ерҙә лә юҡ, ул фашистарҙы үлтергән, уға төрлө ҡатындар тынғылыҡ бирмәй. Харитон ағай берәмләп икмәк ҡабул иткәндә кибеттә беҙгә барыһын да һөйләй. Хәҙер улар татыу, һәйбәт йәшәй. Ә Харитон ағай йәнә көлә, беҙгә былай ти: “Үҙемдең Анютаны алданым, бер кемем дә – Глашка ла, Нюшка ла, Апроська ла булманы, өҫтәүенә, Магдалинка ла булманы. Һалдат – Ватан улы, иҫәрҙәрсә йәшәргә ваҡыты юҡ, йөрәге дошманға ҡаршы ҡоролған. Мин юрамал Анютаны ҡурҡыттым...” Йоҡларға ятығыҙ, атай, утты һүндер, ҡыуыҡһыҙ ниңә ут төтәй?..
Иванов Петрушка һөйләгән ҡиссаны ғәжәпләнеп тыңланы. “Эттән тыуған! – тип уйланы атаһы улы хаҡында. – Хәҙер минең Маша тураһында ла әйтер әле...”
Петрушканы йоҡо баҫҡайны, хырылданы; ул хәҙер ысынлап йоҡоға талды.
Ул көн яҡтырғас ҡына уянды, оҙаҡ йоҡлағанмын, өйҙә иртәнән бирле бер ни ҙә эшләмәнем, тип ҡурҡты.
Өйҙә Настя ғына ине. Ул иҙәндә әсәһе әллә ҡасан һатып алып биргән һүрәтле китапты аҡтарып ултыра. Ул уны көн дә ҡарай, сөнки башҡа китабы юҡ, бармаҡтарын уҡыған һымаҡ итеп хәрефтәр буйлап йөрөтә.
– Ниңә китапты иртүк бысратаһың? Урынына һалып ҡуй! – тине Петрушка һеңлеһенә. – Әсәй ҡайҙа, эшкә киттеме?
– Эшкә, – тип яуапланы шым ғына Настя һәм китапты япты.
– Ә атай ҡайҙа булды? – Петрушка өйгә күҙ һалды, кухняны һәм бүлмәне ҡараны. – Үҙенең биштәрен алдымы?
– Ул үҙенең биштәрен алды, – тине Настя.
– Ул һиңә ни тине?
– Әйтмәне, ауыҙымды, күҙҙәремде үпте.
– Тәк-тәк, – тине Петрушка, уйға талды. – Иҙәндән тор, – ул һеңлеһенә бойорҙо, – мин һине таҙараҡ йыуындырып кейендерәм, һинең менән урамға сығырбыҙ...
Аталары был мәлдә вокзалда ултыра ине. Ул ике йөҙ грамм араҡы эсергә өлгөрҙө лә инде, иртән юлға бирелгән талон буйынса ашаны. Ул төндә үк Машаны ҡалдырып киткән ҡалаға юлланырға, унда уның менән яңынан осрашырға, бәлки, уның менән башҡаса айырылышмаҫҡа хәл иткәйне. Сәстәренән тәбиғәт аңҡыған мунсасы ҡыҙынан байтаҡҡа олораҡ булыуы насар. Нисек килеп сығыры унда асыҡланыр, алдан күҙалларға ярамай. Шулай ҙа Иванов Маша уны яңынан күргәс, әҙерәк ҡыуаныр, тип өмөтләнде, унан шуныһы ла еткән; тимәк, уның яңы яҡын кешеһе бар, өҫтәүенә, һылыу, күңелсәк, изге йөрәкле. Унда күҙ күрер!
Тиҙҙән поезд килде, ул кисә генә Иванов килгән яҡҡа бара ине. Биштәрен алғас, ултырырға сыҡты. “Бына мине Маша көтмәй, – тип уйланы Иванов. – Ул миңә, мине барыбер онотаһың, беҙ һинең менән бер ваҡытта ла осрашмаясаҡбыҙ, тине, ә мин уның янына ғүмерлеккә китеп барам”.
Ул вагон тамбурына инде, поезд ҡуҙғалғас, һуғышҡа тиклем йәшәгән, балалары тыуған бәләкәй ҡалаға һуңғы тапҡыр ҡарарға унда ҡалды... Ҡалдырып киткән өйгә тағы ла бер мәртәбә күҙ һалырға теләне; уны вагон тәҙрәһенән күрергә мөмкин, сөнки ул йәшәгән өй урынлашҡан урам тимер юл аша сыға, унан поезд уҙа.
Поезд ҡуҙғалды, станция уҡтары аша көҙгө буш баҫыуҙарға әкрен генә китте. Иванов вагон таянғысына тотоноп, тамбурҙан элек күңеленә яҡын булған өйҙәргә, биналарға, һарайҙарға, ҡаланың янғын һүндереү ҡалансаһына ҡараны. Алыҫтағы ике торбаны таныны: береһе – һабын ҡайнатыу, икенсеһе кирбес заводыныҡы; әле унда кирбес пресында Люба эшләй; хәҙер ул үҙенсә йәшәһен, ә ул үҙенсә йәшәр. Бәлки, уны ғәфү итә лә алыр ине, ләкин был нимә белдерә һуң? Йөрәге барыбер уға ҡаршы ҡатыланды, сөнки һуғыш осорон һәм ире менән айырылышыуҙы күңелһеҙ, яңғыҙ үткәрмәҫ өсөн башҡа кеше менән үбешкән һәм йәшәгән кешене ғәфү итә алмай.
Любаның үҙенең Семенына йәки Евсейына яҡын булыуы, йәшәүҙең ауырлашыуы, мохтажлыҡ һәм һағыш яфалауы – аҡланыу түгел, уның тойғоларын раҫлау ул. Бөтә мөхәббәт мохтажлыҡтан һәм һағыштан барлыҡҡа килә; әгәр кеше бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәһә, һағышланмаһа, башҡа кешене бер ваҡытта ла яратмаҫ ине.
Иванов үҙе йәшәгән һәм балалары ҡалған өйгә һуңғы мәртәбә ҡарағыһы килмәй тамбурҙан йоҡларға ятырға вагонға инергә йыйынды; үҙеңде ерле юҡҡа яфаларға ярамай. Ул алға баҡты – тимер юл аша сығыу урынына күп ҡалдымы икән, уны шунда уҡ күрҙе. Бында тимер юл ҡалаға алып барыусы арба юлы менән киҫешә; ер юлда йөктәрҙән төшөп ҡалған һалам һәм бесән шәлкемдәре, тал сыбыҡтары һәм ат тиҙәге ята. Ғәҙәттә, был юлда аҙналағы ике баҙар көнөнән тыш, кеше йөрөмәй; ҡалаға бер йөк бесән алып барыусы йәки унан ауылға ҡайтыусы крәҫтиән һирәк уҙа. Әле лә шулай ине; ауыл юлы буш ята: тик юл ингән ҡала урамынан алыҫта ниндәйҙер ике бала йүгерә; береһе ҙурыраҡ, ә икенсеһе бәләкәйерәк, ҙурырағы, бәләкәйенең ҡулынан тотоп, үҙе артынан йәһәт алып бара, ә бәләкәйе нисек кенә ҡабаланмаһын, аяҡтары менән нисек кенә атламаһын, ҙурыһы артынан өлгөрмәй. Шунда ҙурыһы уны үҙ артынан һөйрәп алып барҙы. Улар ҡаланың һуңғы өйө янында туҡтап, вокзал яғына ҡараны, үҙҙәренә шунда барырғамы, юҡмы, тип хәл иттеләр булһа кәрәк. Шунан тимер юл аша сығыу урынынан уҙыусы пассажирҙар поезына күҙ һалдылар, уны көтмәгәндә ҡыуып етергә теләгәндәй, юл буйлап поезға йүгерҙеләр.
Иванов баҫып торған вагон юл киҫелешен үтеп китте. Иванов вагонға үтеп, өҫкө кәштәлә йоҡлар өсөн (унда башҡа пассажирҙар ҡамасауламаясаҡ) иҙәндән биштәрен алды. Теге ике бала поездың һуңғы вагонына килеп етә алдымы икән? Иванов тамбурҙан һонолоп артҡа ҡараны.
Ҡулдарынан тотошҡан ике бала һаман юлдар киҫешкән урынға йүгерә ине әле. Шунда уҡ икеһе лә йығылды, торҙолар һәм йәнә алға йүгерҙеләр. Уларҙың ҙурыһы буш ҡулын күтәреп, йөҙөн поездағы Иванов яғына бороп, ҡулын үҙенә табан болғаны, әйтерһең, кемделер үҙенә ҡайтырға саҡырҙы. Шунда уҡ йәнә ергә йығылдылар. Иванов ҙурыһының аяғына быйма, икенсеһенең галош кейгәнен күрҙе, шуға күрә ул йыш йығыла ине.
Иванов хәлһеҙләнеп йығылған балаларҙың ауыртыныуын һиҙмәҫ һәм күрмәҫ өсөн күҙҙәрен йомдо, ә үҙе күкрәгенең эҫергәнен тойҙо, әйтерһең, күкрәгенә бикләнгән һәм яфаланған йөрәге ғүмер буйы бик оҙаҡ һәм юҡҡа типкән, ә хәҙер, уны йылы һәм ҡалтырау менән тултырып, иреккә сығырға ашҡына. Ул ҡапыл элек белгәндәренең барыһын да анығыраҡ һәм ысынбарлыҡта белде. Бөтәһенән элек, ул тәкәбберлек һәм үҙ мәнфәғәте кәртәһе аша башҡа тормошто тойҙо, ә хәҙер уға көтмәгәндә яланғас йөрәге менән ҡағылды.
Ул вагон баҫҡыстарынан поезд ҡойроғондағы алыҫлашыусы балаларға тағы ла бер мәртәбә күҙ һалды. Хәҙер уларҙың үҙенең балалары Петрушка менән Настя икәнен белә ине. Улар, күрәһең, вагон юлдар киҫешкән урындан үткәндә уны күренгәндер, һәм Петрушка уны әсәһенә ҡайтырға саҡырғандыр, ә ул уларға иғтибар менән ҡараманы, башҡа нәмә тураһында уйланы, үҙ балаларын таныманы.
Әле Петрушка менән Настя рельстар буйындағы ауыл юлынан поездан ныҡ артта йүгерә; Петрушка элеккесә бәләкәй Настяның ҡулынан тотоп, ул аяҡтары менән йүгерергә өлгөрмәгәндә, үҙенең артынан һөйрәй.
Иванов биштәрен вагондан ергә ырғытты, шунан вагондан түбәнге баҫҡысҡа төштө, поездан балалары үҙенең артынан йүгереүсе ауыл юлына һикерҙе.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.