Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
11 Май 2023, 12:34

Улыҡайым

(Хикәйә)

– А-ай-йй! Алты йыл тейме?.. – Ғәлимә судьяның тауышын баҫып ҡысҡырып ебәргәнен дә аңламаны. Хөкөм сығарыусы саҡ ҡына пауза алды ла, ҡарарын уҡып бөтөп ҡуйҙы. Артабанғыларын ишетмәне ҡатын, битен ҡапланы ла ултырҙы. Аҙаҡ уны суд залынан балалары ике яҡтан ҡултыҡлап алып сығып, машинаға һалды. Һалды, сөнки арҡаһына терәлеп барырлыҡ та түгел ине.
– Әсәй... бирешмә. Ҡулға ал үҙеңде, әсәй... – тип өгөтләне Йәмиле.
– Ҡәйнәм, ҡана шәлеңде һалайыҡ... Йәле, аҙыраҡ сәй уртла, – тип хәстәрләп килде килене Әлфиә. Тик Ғәлимә уларҙы ла тыңламаны. Ул ҡайғы-хәсрәт упҡынына осҡан да, һаман төбөнә барып етә алмай, бушлыҡта сәбәләнгәндәй, әле ҡулдарын һелтәп, әле башын сайҡап өҙгөләнде:
– Улымды!.. Баламды... ҡалай ғына булды был?.. Ҡалай ғына...
– Әсәй... тыныслан...
– Рәмилемде... Алты йыл, тине... алты...
Йәмил башҡа һүҙ тапмай, тешен ҡыҫа ла, газға нығыраҡ баҫа. Иренең эсендә тулаған хистәр солғанышын яҡшы һиҙгән ҡатыны, уның беләгенә ҡул осон тигеҙеп ала, был уның һағайтыуы. Ир аңлай ҙа, тиҙлекте аҙыраҡ кәметә. Көйөк һәм ғазап менән тулы еңел машина убалы-уйһыулы дала юлы буйлап елә. Көҙгө ҡамғаҡтар ярышып сабыша бирә лә, тороп ҡала. Уларҙың да был михнәтле төркөмгә юлдаш булғылары килмәй.
Ғәлимә тәүге улы Рәмилде ирһеҙ тапты. Әммә уның был яҙмышы әлеге хәйерһеҙ бер һөйләмгә генә һыймай. Ирһеҙ бала тапҡанға тиклем оло һәм ҡайнар мөхәббәте булды уның. Аҡылды юйҙырған, әллә ниндәй ҡорбандарға ла риза иттергән, онотолмаҫ үкенесле һөйөүе. 
... Кер сайҡап торған ҡыҙ йылға үренән һыуҙы болғандырып үткән йөк машинаһына ризаһыҙ ҡарап тора. Хәҙер ағын таҙарғанды көтөп торорға кәрәк. Тик машина ярға күтәрелә бирә лә, кире боролоп төшә һәм йылға уртаһында тигәндәй туҡтай. Кабинанан сыҡҡан ир, оҙон резина итектәрҙә булып, шаршы эсенән тороп алып тимер атын биҙрәләп ҡойондора башламаһынмы? Йәне көйгән Ғәлимәгә керҙәрен йөкләп, машинанан өҫкәрәк барып баҫырға тура килә. Мәшәҡәт тыуҙырған ят иргә яман-яман ҡарап ала. Ғәйебен белһен әле, йүнһеҙ. Күренеп тора, был ауыл кешеһе түгел, мәғәнә белгән ир-егеттәр улай итмәй ҙә. Был, моғайын, ураҡҡа ярҙамға килгән берәй әтрәгәләмдер.
Ҡыҙ керен сайҡатып бөтөүгә, ир ҙә машинаһын йыуып, бер мәл һыу буйлап яҡынлашып килмәһенме? Ул килеп еткәнсе китә һалайым тип ҡабаланғанда, бер сепрәге саңлы таштарға төшөп тороуын әйт. Уныһын тотоп ҡабаттан һыуға инде. Ул арала ир янына килеп тә торҙо.
– Һаумыһығыҙ.
Ғәлимә башын ҡалҡытмай ғына һаулыҡ алды:
– Һаубыҙ...
Теге шаяртып та маташты:
– Был ауылда ҡыҙҙар сибәр икән, тик һөйләшмәйҙәр икән.
Яуапһыҙ ғына эшен тамамлап, биҙрәләрендәге керҙәрен ныҡлап баҫҡылап ҡуйғас, көйәнтәһен алып яурын аша һалғанда, ҡоро ғына ҡарашын теге әҙәмгә күтәргәйне... ҡапыл ғына күҙ ҡараларын шылдыра алмайыраҡ торҙо. Йөҙөнә ҡайҙандыр ҡайнар һауа бөркөлгәндәй булды – ҡыҙарҙы. Егет... егет шундайын... ябай һүҙ менән әйтеп, һөйләп аңлатҡыһыҙ һөйкөмлө, ирҙәрсә ҡырыҫ һылыу ине. Ҡабарып торған ҡара сәсен һыулап артҡа һыпырған, ҡоңғорт бите лә, муйыны ла һыу. Ҡыҫығыраҡ һоро күҙҙәре тонйорап көлөп тора, ҡаштары дуғалы, нәҙек мыйығы ҡош ҡанатылай ҡыйылған. Ҡыҫҡаһы, был бер һинд киноһының әртиселәй, бына-бына йырлап бейеп китер һымаҡ та, тик беҙҙеңсә һөйләшә:
– Күңелһеҙ ауылығыҙҙа. Йә клуб юҡ, йә кино килмәй... йә ҡыҙҙары уҫал ҡарай.
Ғәлимә ирекһеҙҙән йылмайҙы. Дөрөҫөрәге, ауыҙы үҙенән-үҙе йырылып, сикәләрендәге өйрөлмәктәрен уйҙы. 
– Э-эй... битендәге соҡоро, – тип аңғарҙы быны егет тә, унан күрешергә ҡулын һуҙҙы, – Дәүләт булам.
Ҡыҙ һуҙылған ҡулға ҡарап ҡына алды, күрешмәне. Был яҡта ҡатын-ҡыҙҙарға ҡул бирелмәй, был ысынлап та ҡыр кешеһе инде.
– Ғәлимә, – тине шулай ҙа, биҙрә ҡылыстарын көйәнтә элмәгенә элгәндә, аҫтан ғына көлөмһөрәп.
– Ҡайһы тирәлә йәшәйһең? Мин ферма йортонда. Беҙ инде... күмәкбеҙ, – тип һөйләнеп, уны тотҡарларға тырышты егет.
– Ауылда йәшәйем.
– Ауылда икәнен беләм дә, ҡайһы йортта? – һаман ныҡыша ине:
– Уныһы һиңә нимәгә? – тип ауыҙын йомдороп та китте.
Дәүләт уның артынан ҡарап ҡалды ла, барып машинаһын ҡабыҙып, тәңгәленән ер яңғыратып сигнал биреп үтте. Ғәлимә уңайһыҙланып, башын аҫҡараҡ эйҙе. Ә үҙенең йөрәге елпенеп-елпенде. Күҙ алдында баяғы нурлы ҡараш, нәҙек мыйыҡ, үҙенә һуҙылған ҙур ус тик торҙо. Быларҙың хәйерлегә түгелен эске бер тойомлауы менән һиҙҙе лә һиҙеүен, аҡыл уны тыңларлыҡ дәрәжәһен юйғайны инде. Ул йөрәккә буйһонғайны. 
Ураҡҡа эшкә килеүселәр баҫыуҙарҙы гөрләтте. Комбайндар ура торҙо, йөк машиналары ташып, ырҙынға тултыра торҙо. Юл ауыл эсенән үткәс, Ғәлимәләр тәңгәленә еткән һайын юрамал яйланы Дәүләт, ҡыҙҙы тәҙрәнән йә ҡапҡа алдында күреп ҡалыу менән пипелдәтте. Урамда күрһә туҡтаны ла, йүгереп килде, һүҙ ҡушып көлдөрҙө йә оялтты. Йә туғайҙан өҙгән сәскәһен тапшырып маташты, йә башҡа сәбәп тапты. Һәм, әлбиттә, уның был ҡылығын ауылдыҡылар хупламаны. Күрше еңгә иҫкәртеп тә ҡуйыуҙы кәрәк тапты:
– Бисәле ир тей ул. Бер балаһы бар тей...
Тик нишләптер шул ваҡыт Ғәлимәне был сәбәп туҡтата алманы. Аҙыраҡ бошоноп йөрөнө ул әлеге хәбәрҙән, әммә әллә ҡайҙағы, күренмәгән ҡатын уның өсөн кәртә була алмай һымаҡ ине. Көндән-көн артып, ҡабарып, бөтөн булмышын яулап алып барған хистәре уны һаңғырау һәм һуҡыр иттеме, ҡыҙ был мөһим яңылыҡты нисектер  үткәреп ебәрҙе. Уның хәҙер ике күҙе юлда, күңеле ят шоферҙа ғына ине.
Ғәлимә менән Дәүләттең мөхәббәте, йәйге селләлә шатырлап кипкән күбәгә ут төрткәндәй, “гөлт”ләп тоҡанды. Тоҡанды ла икеһен дә ялмап алып ҡурҙы ғына. Улар шул тәүге осрашҡан кисеүҙә күрешә торған булып китте. Егет йылға аръяғында көтөп ултыра ла, ҡыҙ кабинаһына инеп ҡунаҡлау менән, ауылдан ситкә елдерә. Төнгө ҡырҙа ут яғып, картуф өтөп ашап, ай нуры аҫтында һыу инеп йөрөүҙәр икеһен дә ысынбарлыҡтан айыра һәм яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрен бөтөнләй юйҙыра ине. Йәй аҙағы улар өсөн ожмахты астымы ни? 
– Минең бит ҡатыным бар... – тине бер төндә, йондоҙло күккә төбәлеп йәнәш ятҡанда, Дәүләт.
– Беләм, – тине Ғәлимә, тыныс итеп.
– Беләһең? – ир ҡапыл ҡалҡынып, ҡыҙҙың йөҙөнә төбәлде.
– Эйе. Баштан уҡ...
– Һәм?..
Ғәлимә күптән әҙерләнгән һәм йыш ҡына үҙенә ҡабатлар булғанын әйтеп һалды:
– Мин һиңә ҡатын булырға ынтылмайым... Талаптарым да юҡ. Бары... яратам һине...
Дәүләт уны ҡармап ҡосаҡланы ла, күкрәгенә ҡыҫты:
– Ғәлимә! Ғәлимәкәйем... мин дә һине яратам... Үлеп, өҙөлөп яратам...
Уларҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайтҡан, бер бөтөн иткән һәм һөйөүҙәрендә шик ҡалдырмаған төндәр ҙә, һөйләшеүҙәр ҙә була торҙо.
... – Йәнем... Ниңә беҙ баштараҡ осрашманыҡ?..
– Миңә бер ул табып бирһәң икән?..
– Һинең менән бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел...
Ауырлы икәнен аңлағанда, Дәүләт күптән ҡайтып киткән, һағыш ғазабы үҙен һарғайтҡайны инде. Хушлашҡандарына ай ярым ваҡыт үткән. Бер хат, бер хәбәр юҡ. Ғәлимә уға яҙа алмаһа ла, Дәүләт вәғәҙә иткәйне. Тик һүҙендә торманы...
Район дауаханаһына барып, йөклө­лөгөн табип ауыҙынан дәлилләтеп сыҡҡас, Дәүләттең “бик ныҡ кәрәк булғанда” тип ҡалдырып киткән телефон номерынан ирҙең апаһына шылтыратты.
– Алло! – тинеләр теге оста, шундуҡ трубканы алып.
– Ал-ло... Һаумыһығыҙ... Мин Дәүләтте эҙләгәйнем...
– Дәүләтте? – ҡатындың тауышы бер аҙ һағая төшкәндәй булды. – Ә кем һорай?
– Мин... танышы инем...
– Ә-ә... Дәүләт Себергә китте, вахтала. Ике ай самаһы булалыр ул. Берәй төрлө мөһим хәбәр инеме?
Ғәлимә бөтөнләй тарҡалып төштө:
– Мөһим тип... Юҡ та! Артыҡ ашығыс эш түгел. Ярай... Ә адресы юҡмы һеҙҙә?
– Юҡ шул. “Себер” тине лә китте, адресын уның кем һораған...?
Был хәсрәттән аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, бер көн әсәһе магазиндан сәсрәп ҡайтып инде лә, ҡосағындағы төргәктәрен урындыҡҡа быраҡтырып ебәреп, ҡобараһы осоп ҡыҙына текәлде:
– Һине ауыраяҡ тип әйтәләр, тей... Ысынмы-бушмы шул?
Усаҡ алдында ут тоҡандырып ултырған Ғәлимә лә, төшкө ашҡа инеп, гәзит уҡып ултырған атаһы ла бер юлы ҡатып ҡалды. Унан Ғәлимә ауырлыҡ менән ҡалҡып торҙо, мөмкин тиклем тыныслыҡ һаҡларға тырышып, бер атаһына, бер әсәһенә ҡарап алды һәм саҡҡа һығып сығарҙы:
– Эйе...
– Йә-әә! Хоҙай! – әсәһе ике услап ауыҙын ҡапланы ла, урындыҡ ситенә “лып” ултырҙы. Атаһы, киреһенсә, ҡапыл һикереп тороп баҫты. Унан ҡупты шау-шыу!
– Үлтерҙең! Әсәңде тереләй утҡа тыҡтың! Рисауай иттең би-ит!..
– Бер ҡыҙҙы ҡарай алманың! Һин ғәйепле, туңбаш бисә! Әйттем мин һиңә, әйттем! Ҡайҙа йөрөй шул ҡыҙ, тинем! Әхирәтендә лә өләпсәһендә!..
– Һин нимә ҡараның улай һиҙемле булғас, атаң башы?! 
– Хәҙер... икегеҙҙе лә!..
Атаһы нимәгәлер үрелгәнсе, Ғәлимә сығып та ҡасты, кәртә артлап өләсәһенә йүгерҙе...  
Ғауғалар бер тынып, бер тоҡанып, бала тыуғансы барҙы был йортта. Атаһы ныҡ ғәрләнде, урамға сыҡмаҫ, мал артынан да йөрөмәҫ булды. Әсәһе, ҡалайтһын, оятын артҡа ташлап, ире менән дә айҡашты, башҡаларҙың да ауыҙын яптырып ҡыртлашты:
– Мирҙа булмаған хәл түгел әле. Урламаған, үлтермәгән, таламаған. Дүрт аяҡлы мал да һөрөнә. Һеҙҙең итәккә илтеп һалмаҫ, үҙебеҙ ҡарарбыҙ.
Йәмле майҙың аяҙ иртәһендә йоморо ғына малай тапты Ғәлимә. Акушерканың ҡулында сыйылдаған балаһына йотлоғоп ҡараны, таныш һыҙаттарҙы күрергә ымһынды. Һәм тапты ла! Бит яңағынан, ҡолаҡтарынан һәм хатта бармаҡ суҡтарынан уҡ Дәүләттең ҡанын аңғарҙы. Аңғарҙы ла бәхетле булып күҙҙәрен йомдо: йәнемдең сатҡыһы...
Бала табыу йортонан сыға торған көндө, рөхсәт һорап, табип бүлмәһенән, теге телефонға тағы ла шылтыратты, тағы ла Дәүләтте һораны.
– Ғаиләһе менән күсеп киттеләр. Шул   Себергә, – тине апаһы.
– Китте?.. – Ғәлимә трубканы ҡолағына нығыраҡ ҡыҫты.
– Эйе. Былай, хәбәрләшеп торабыҙ, эшләгән еренән шылтырата ҡайһы саҡ. Нимәлер әйтергәме?
– Әйтегеҙ... улы бар, тип...
Дәүләттән хат булманы. Шулай ҙа, улы барлығын ишеткәндер, бер нисә тапҡыр Ғәлимә исеменә аҡса һалды. Тик ҡатынға аҡса түгел, ә һөйгәненең йылы һүҙе, аҙ ғына иғтибары кәрәгерәк ине. Мөхәббәтен белдергән кескәй генә билге, ым, ишара ла уны сәскә аттыра, йәнен йәннәткә алып инә ала ине. Ә Дәүләт өндәшмәне. Ғәлимә көттө. Ир юғалды.
Рәмилен һушһыҙ булып яратты ҡатын. Йәш әсәләрҙең барыһына ла балаһын ҡыҙғаныу, уға мөкиббән китеү хастыр, әммә Ғәлимәнең улына булған һөйөүе шул тиклем дә сикһеҙ һәм тәрән. Ҡарап туя алмай, һөйөп туя алмай, бер генә лә ҡулынан төшөрмәй, күҙ яҙҙырмай. Улыҡайы бит уға Дәүләттең күҙҙәре менән баға, ул булып йылмая һәм әсәһен ирекһеҙҙән татлы хыялдарға сумдыра. 
... Бына ул улын етәкләп Дәүләттең ҡаршыһына килә. Ир уларға ҡосағын йәйгән...
... Ишекте киң асып, Дәүләт килеп инә. Улы уға ҡаршы йүгерә...
... Дәүләт уның хатын асып, улы менән төшкән фотоһын ҡарап тора. Ауыҙы ҡолағына еткән...
– Атлап йөрөгән баланы нимәһен ҡулыңдан төшөрмәйһең шул? – тип, һуҡрана әсәһе, бәпәйен күтәреп тәҙрәгә төбәлеп ҡалған ҡыҙын һиҫкәндереп.
– А-ай...  Ҡасан индең ул? – ти, Ғәлимә, ҡапыл уянып киткәндәй.
– Дауна... 

(Дауамы бар).

Ҡыҙының һыҙылып һағышланғанын белеп-һиҙеп йөрөгән әсә, үҙ алдына һөйләнеп ҡуя:
–Э-эй... Күрәсәген күрмәй гүргә инмәй инде һәр кем... 
Улына дүрт йәштәр тигәндә Ғәлимәне һората килделәр. Күптән ғашиҡ булып йөрөгән Ислам ҡыҙҙы ситтән күҙәтте. Күҙе төшкәненең килгән әҙәмгә тағылып йөрөүен дә, машинаһына ултырып киткәндәрен дә, аҙаҡ ауырлы булыуын һәм әле бала ҡосаҡлап ҡалыуын да көйә-яна күтәрҙе. Йөрәгенән йолҡоп ташларға тырышҡанда ла, булманы, ныҡ тамыр йәйеп өлгөргәйне һөйөүе. Һәм әле ул, инде Ғәлимәне теге кешеһе килеп алмаҫына инанғас, бәхетен һынап ҡарарға булды.
Исламдың яусыһы теле шымарған һәм был эштә инде ярайһы тәжрибәһе булған Разия еңгәһе ине. Ул ҡышҡы эңерҙә тупһаны аша атланы ла, түргә әйҙәгәндә лә, ишетә һалмағандай, тора бирҙе. Өйҙәгеләр шунда ғына уның тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итте.
–Нимәсә кейенеп алғанһың шул? – тип көлдө әсәһе, – Ҡабаланғаның әллә?
–Бына: бер балағым тышта, икенсеһе эстә. Ҡыҙыл тауар эҙләп йөрөйөм. Һеҙҙең йортта бар, тинеләр. Беҙҙә алыусыһы бар.
Шунда ғына хужалар килеүсенең ниәт айышын аңлап алып, ҡымырйышып китте.
–Аһ-аһ... Бабай, ишеттеңме? Тор, сыҡ быяҡҡа, – тип, төп яҡтағы диванға терәлеп торған ирен ҡуҙғытты, ҡыҙына бойороҡ бирҙе: – Ғәлимә, сәй ҡуй.
Сәй артында Разия ҡәйнешенең етди ниәтен еткерҙе:
–Бөгөндән күсереп алыр йорто бар, донъяһы-малы вис теүәл. Баланы... баланы ла үҙ исеменә яҙҙыра. Ҡаҡмай-һуҡмай, бер ауыр һүҙ ишеттермәй йәшәтермен, тип, өҙөлөп тора инде.
Атаһы менән әсәһе үҙ-ара ҡарашып алып, ҡыҙҙарына төбәлде. Тик Ғәлимә ситкә ҡараны. Уның күңеле хыялындағы күренештәренән азат түгел ине әле. Була ла алмай. Сөнки уларҙы көн дә-көн дә терелтеп тора торған улыҡайы бар.
–Йә? – тине уға әсәһе.
Яуап бирмәне ҡатын, балаһын ҡосаҡлап, төпкө яҡҡа инде лә китте. Ололар бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Ахырҙа, яусы үҙе шымартып ҡуйҙы:
–Ярай... Ҡапыл өҙөп-йолҡоп ҡыла торған ғәмәл түгел. Ишетте... уйлар... үлсәп-нейтеп ҡарар. Беҙ, ней, көтәрбеҙ. Көтөр...
Разияны оҙатҡас, әсәһе, ҡыҙы ҡолағына еткереү өсөндөр инде, фекерен белдереп ҡуйҙы:
–Арыу заттан Балдыбайҙар. Уларҙың бисәләре, ана, балда-майҙа йөҙөп йәшәй. Дастуйын ир бит Ислам үҙе лә. Олораҡ булһа ней... Йәшәгән әҙәм йыш абынмаҫ.
Көттө Ислам. Сабыр булып, дәрәжә һаҡлап, баһа тотоп. Бер-ике тапҡыр әлеге еңгәһе аша саҡыртып сығарып та һөйләште. Ғәлимә уны артыҡ ҡыҙыҡһыныуһыҙ, әммә шым ғына тороп тыңланы.
–Ғәлимә, мин һине ихлас яратҡандан киләм... – тине, егет, өҫтән аҫҡа мөлдөрәп ҡарап, – Һине бәхетле итеү өсөн әллә ниҙәргә лә ризамын.
Һәм шундай һөйләшеүҙәрҙең береһендә, бығаса һәр саҡ шым ҡалған ҡатын шартын ҡуйҙы:
– Әгәр минең улыма бер ваҡытта ла ҡырын ҡарамаҫ һәм ҡаты һүҙ әйтмәҫкә ант итһәң?..
Ислам күкрәк тултырып тын алды ла, өҙә һуҡты:
–Ант! 
Бер аҙ ваҡыттан никах уҡытып, ҙур булмаған мәжлес йыйып билдәләп, йәшәп киттеләр. Исламдың яңы өйөндә ысынлап бөтә нәмә лә бар, кәртәлә малы тулып тора. Бары тик ошо барлыҡҡа йән өрөүсе, ҡот алып инеүсе ҡатын ғына етмәй торған. Ғәлимәнең артыҡ дәрте булмаһа ла, кеше алдында йөҙ һаҡларға тырышып, килгәс тә йортто бер ҡат йыуып-йышып, үҙ бирнәһе менән биҙәп, сынъяһау итеп ҡуйҙы. Исламдың бәхетенең сиге булманы. Ул йәш ҡатынын һөйөп, иркәләп туйманы, күҙ ҡарашынан аңлап, теләгәнен алдына алып килеп һалыр мәжнүнгә әйләнде. Барыһы ла ал да гөл һымаҡ барҙы. Ғәлимәнең йәшерен һағышын, йөрәгенең иң төбөнә бикләнгән мөхәббәтен һәм улына булған сикһеҙ һөйөүен күҙгә элмәгәндә. Күпмелер ваҡыт йәшәгәс, Ислам ҡатыны өсөн беренсе урында балаһы торғанлығын ныҡлап төшөндө һәм шул бәләкәсте шатландырыу әсәһен дә риза итеү икәнде аңларлыҡ булды. Ҡатыны йөҙөндә саҡ ҡына бер йылмайыу, рәхмәт белдереп баш ҡағыу йә аҙ ғына йылы ҡараш тойоу өсөн ир малайҙы бүләктәр, уйынсыҡтар менән күмде, матайынан төшөрмәҫ булды. 
Йыл самаһынан ҡыҙҙары тыуҙы, унан тағы бер ҡыҙ, өсөнсөгә малай. Балаларҙың береһе йүгереп китеүгә, икенсеһе ҡорһаҡта етешеп, аллы-артлы аяҡҡа баҫа килделәр. Һәр береһе татлы, һәр береһе ғәзиз булды уларҙың, әммә ни ғиллә менәндер, береһе лә әсә йөрәгендәге Рәмилдең йәнәшәһен биләй алманы. Ғәлимә өлкән улына иң тәмлене, иң яҡшыны иң беренсе тотторҙо. Унда ҡарашын оҙағыраҡ туҡтатты һәм был ҡараштан хәсрәт ҡатыш һөйөү түгелеп торҙо. Быны ул бер нисек тә йәшерә, ә башҡалар күрмәйсә булдыра алмай булып сыҡты. Ислам нисә йылдар үҙенә шул ҡараштың, шул хистәрҙең бер өлөшө булһа ла тәтерен көтөп зарыҡты. Тора-бара тамам өмөтөн өҙөп, оло аҡылы менән бынан уға зыян юҡ икәнлеген баһалап, күнде. Ҡыҙҙары ла Рәмилде өлкән ағайҙары итеп ҡабул итте һәм уға булған айырым иғтибарҙы ҡабул ҡылды. Ә бына кинйәләре Йәмил ризалашырға теләмәне.
–Һин ағайҙы нығыраҡ яратаң! Мине түгел! – тип янъял ҡуптарып алырға ла күп һораманы. Үҙенең ҙур ғаиләнең яратҡан төпсөгө икәнлеген белә башлаған сағы ине.
–Юҡты һөйләмә, – тине уға Ғәлимә, – Ағайың ҙур, шуға уға ла хөрмәт ҙурыраҡ булырға тейеш.
–Юҡ! Һин уны гел маҡтайһың, ә мине – юҡ! Уны һөйәһең, ә мине гел түгел... 
Үс иткәндәй, Рәмил үҙе лә бәләкәйҙән бер тиктормаҫ, ҡулсыр бала булды, ҡайҙа ла йә күҙгә, йә телгә эләкте. Үгәй атаһының нимәһен генә боҙманы: сәғәтен дә, радиоһын да тиреп ҡараны, паспортына һүрәт төшөрҙө, аҡсаларын ҡайсыланы, фотоальбомын сыйғыланы, шахматттарын усаҡҡа тыҡты... Быларҙы ул, әлбиттә, балалыҡ ҡыҙыҡһыныуы менән башҡарҙы. Әммә бер нәмә өсөн дә әрләнеү, иҫкәртеү йә тыйыу булмағас, ярамай икәнлеген белмәне. Үҫә бара иһә төшөндө, тик инде үҙенсә ҡыланырға, һүҙен һүҙ итергә күнеккәйне. Күршеләрҙең ҡаҙ себешенә таш һелтәп торғанында, хужабикәһе күреп ҡалып, әрләп ҡайтарҙы. Илап килгән малайынан сәбәбен белешкән Ғәлимә, кер йыуып торған еренән, ҡулын да һөртмәйенсә күршеләренә йүгерҙе һәм ҡапҡанан инеү менән өлкән ҡатынға ябырылды:
–Рәйсә апай, нишләп минең улымды әрләнегеҙ ул? Илатҡанһығыҙ!
Бәпкәләрен йыйып маташҡан күршеһе аптырап китте:
–Аһ-аһ, килен... Күрәләтә таш ата бит... Былар ней, ыуыҙ ғыналар бит әле, хәҙер ятыр ҙа үлерҙәр, тигәйнем генә...
–Үлмәгән дә инде! Кеше балаһына улайтмағыҙ ҡабат.
–А-аһ... Ярай һу-уң... – тип кенә ҡуя алды тегеһе.
Мәктәптә лә Ғәлимәнән әрләнмәгән уҡытыусы һәм ата-әсә ҡалманы. Рәмил бер нәмә өсөн дә яуап бирмәне һәм ғәйепле булманы. Уға бындай хоҡуҡты әсәһе яулап алып бирҙе. Һәм өйҙә лә, ауыр эштәрҙә, утын-бесән-кәртә кеүек саңлы, бысраҡ мәшәҡәттәрҙә малайҙы ҡатнаштырманы. Исламдың: “Өйрәнер ине...” – тип һүҙ башлауын да: “Үҙ балларыңды ек, минең улымды йомшама!” – тип кенә ҡырҡты. Ҡатыны менән һүҙгә килешергә яратмаған һәм шул сәбәпле генә ғаилә тыныслығын боҙоуҙан ҡурҡҡан ир бүтән ныҡышманы. Тора-бара ярҙамсыһы ла булды, Йәмилен кескенәнән эйәртеп йөрөтөп, барына ҡушты. Кинйәләре шуға беше, йылдам, эшлекле бала булып ҙурайҙы. Аталары шуға ҡәнәғәт булып, өлкәненә күҙ йомдо.
Ғәлимә баш балаһын саманан тыш яратты. Уға барыһын да ғәфү итте, бөтәһен дә рөхсәт итте, бер теләгенә лә ҡаршы килә, нимәнәндер мәхрүм итә алманы. Быларҙы ул йөрәгендәге ғүмер буйына ла үлмәй, юғалмай йәшәгән һөйөүенең талабы итеп ҡабул итте. Дәүләттең үҙе булмаһа ла, уның бер өлөшө бар, үҙен юғалтһам да, бер сатҡыһына эйәмен, тип уйлап йыуанды. Һәм шул бәхетен бәпләп, һаҡлап, ҡарауыллап ҡына йәшәне. Уның өсөн йәнен бирергә, ҡыйғыр бөркөттәй кемде лә өҙгөләп ташларға, кәрәк булһа, әллә ниндәй ҡорбандарға барырға ла әҙер ине. Хатта бер ҡылығы менән күпкә иғтибар итмәҫкә күнеккән ирен дә аптыратты.
Ҡәйнәһе менән ниндәйҙер сәбәптән талашып киттеләр ҙә, Ғәлимә ныҡ ҡына үпкәләп, ҡайтып китергә булды һәм туҙынып йөрөп йыйынды. Уны өгөтләп-өгөтләп тә арыған ир ҡул һелтәне. Шул саҡ ҡатын өлкән балаһын ғына кейендереп алды ла, сығыуға ыңғайланы. Бер ни аңламай илашҡан өс бәләкәсен, исмаһам, күҙгә лә элмәне.
– Һин нимә? Быларын ташлап китергә итәһеңме? – тип, ышана алмай торҙо Ислам, – Бәпәй имә лә инде!
–Ана, әсәң килһен дә имеҙһен. Мин үҙемә кәрәген алам!
– Ғәлимә! Ғәлимә, улай ярамай, – тип, инде ишеккә арҡыры торҙо ире, – Тыныслан... Әсәй бында тормай, уның беҙҙә эше юҡ. Давай, сисен... Сисенегеҙ! Бер ҡайҙа ла бармайһың. Балалар ҡурҡты... йә-йә... бөттө...
Шул хәлдән һуң ҡатынының үҙенә лә, унан тыуған балаларға ла әсәгә һәм ҡатынға тейеш булғанса бәйләнмәгәнен төшөндө Ислам. Әгәр шундай һайлау торһа, Ғәлимә һис уйлап тормаҫтан улының яғын аласаҡ. Оҙаҡ әсенеп йөрөнө ир: шулай уҡ та теге ирҙе ныҡ яратты микән ни?.. Һаман онотмаймы?.. Ул ниндәй шауҡымлы мөхәббәт һуң ул?..
Рәмил менән Йәмилдең йәш араһы ете йыл. Улар үҙҙәренең бер атанан түгеллеген белмәй. Улар түгел апайҙары ла хәбәрҙар түгел ине әле, бер хәл сәбәпсе булды. 
Ислам ике улы менән һарай ҡыйығын алмаштыра ине. Рәмилде өҫкә мендерҙе, Йәмилде таҡтаның бер осонан тотошоп килеүгә аҫта ҡалдырҙы. Түбәндән ябыуҙарҙы алып биреүгә быларҙың көсө етеңкерәмәй әле. Рәмил, армия йәшенә еткән булһа ла, көс ултырмаған. Бындай ауыр ҡара эшкә лә күнекмәгән. Ә Йәмил, әрһеҙ булыуы менәнме, бәләкәйерәк. 
Малайҙар эштән уйын яһап ҡоторошто, ҡыйыҡ осонда ултырған Рәмил ҡулындағы сүкешен үргә сойорғотоп ҡустыһына фокус күрһәтеп аҙапланды. Ислам уға әленән-әле иҫкәртеү яһаны, әммә тегеһе ҡолағына элмәне. Уға урам яғынан үтеп барған бер төркөм ҡыҙҙың сырҡылдашып уны күҙәтеүе лә дәрт өҫтәне, ахыры, һәм сойорғотҡан сүкешен тотам тип ситкә нығыраҡ ынтылды ла... мәтәләп килде лә төштө. “Лып” итеп кенә ҡалды ҡаҡ ергә. Аҫтағы ата менән ул хатта аңғармай ҙа ҡалды. 
Аҙыраҡ иҫе инәлеү-сығалы булып һеңгәҙәп ятты Рәмил. Атаһы уның яурынын ҡармап ҡалҡытып маташты:
–Улым?.. Рәмил! Нисекһең? Берәй ерең ауыртамы?
Егет “юҡ” тигәнде белдереп башын сайҡай ҙа, йоҡлап китергә теләгәндәй күҙен йома. Тырышып күҙ ҡабаҡтарын аса, тик улар ҡабаттан ҡушыла. Тап шул саҡ өйҙән Ғәлимә атылып килеп сығып, сүкәйеп ултырған Исламды яурынынан йән көсөнә этәреп ебәрә лә, улына эйелә:
–Улым!! Балам... Ни эшләттеләр һине, балаҡайым?..
Унан аптырап ҡалған ире менән кинйәһенә йәш тулған уҫал ҡарашын күтәрә:
–Юрамал өҫкә мендерҙегеҙме?.. Ҡолап төшһөн, тинегеҙме? Минең улымдың башына етмәксе булдығыҙмы?! Нигә үҙ балаңды осҡа ҡуйманың? Минеке йәл түгелме?!!
Йәмил аңлап етмәһә лә, Ислам, ныҡ рәнйеп, тороп уҡ китте. Эре-эре баҫып сығып китте лә, ауыл фельдшерын эйәртеп ҡайтып инде. Ярҙам килгәндә Рәмил инде тороп ултырғайны.
–Башы әйләнә... Танауы ҡананы бына... – тип теҙҙе Ғәлимә илаулап.
Фельдшер ир егетте баҫтырып ҡуйҙы, умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулдарын тикшерҙе, быялаһы менән күҙ алмаларын ҡараны, эйелтеп-иңкәйтеп алды һәм артыҡ зыян күрмәгән, ятып торғанда башы ла үтеп китер, тип ҡуйҙы. Өйгә лә ауырыу үҙе инеп ятты. Ә өйҙә дауыл ҡупты.
–Һин минең улымды күрә алмайһың! Уны артыҡ күрәһең, һәр ваҡыт нимәгәлер тотонорға ғына тораһың! – тип ярһыны әсә.
–Ғәлимә, аҡылыңа кил! Ауыҙың нимә һөйләгәнен ҡолағың ишетәме? – тип ире уны баҫырға тырышты. Әммә ҡатын алйыр хәлгә еткәйне:
–Ғүмер буйы шуны яратмағаныңды һиҙеп йөрөйөм! Шуны тартмағаныңды!
–Ундайҙы һин үҙең уйлап сығарыһың. Егет булып бөткән нәмәне себен-серәкәйҙән дә аралап йәшәтәһең. Етәр инде!
Ата-әсәһенең ирешкәнен тыңлап ятҡан Рәмил, сыҙамай түрбашҡа килеп сыҡты:
–Нимә һөйләйһең ул, әсәй? Ни эшләп мин һинең генә... улың?
Атаһы уға төп яҡ ишегенә күрһәтте:
–Рәмил! Бар ин, юҡҡа иғтибар итмә.
Тик Ғәлимә сарылдап ҡаршы төштө:
–Белһен! Һөймәгәндәргә һөйкәлеп йөрөмәһен һаман. Белһен кемдән һаҡланырға икәнде.
Ислам тамам көйөп, ҡул һелтәне лә сығып китте. Ә ҡатын улын килеп ҡосаҡларға итте, тик тегенеһе уның ҡулдарын яурынынан алып ташланы:
–Әйт! Нимә тинең һин атайға?
Ғәлимә улының был тупаҫ ҡылығынан аҙыраҡ иҫенә килгәндәй булды, ҡаушаңҡыраны:
–Улы-ым...
–Әсәй... Хәҙер үк...әйт, – тип дәшһәтле шыбырланы Рәмил. Бөтөн был хәлгә шәһит булып торған Йәмил ҡурҡып, мейескә һыйынды. Әсәһе менән ағаһы араһындағы мөнәсәбәт асыҡлауҙар уның өсөн бығаса күрелмәгән ауыр күренеш ине.
Ғәлимә, инде артҡа сигенер, әйтелгәндәрҙе кире алыр әмәл юҡлығын аңлағас, устарын күкрәгенә ҡаушарып башланы:
–Улым... Рәмил. Һинең атайың башҡа... Һин минеке генә, аңлайһыңмы? Һине мин...
–Әсәй!..
–Ысын, улым... Ысынды әйтәм... Һин минеке...
–Кем? – егеттең күҙҙәре уҫал баҙланы.
–Нисек... кем?
–Атайым кем?
Ғәлимә, улының атаһын эҙләп алып киткәндәй, ян-яғына ҡаранды:
–Ул... Ул сит яҡ кешеһе ине... 
–Ни эшләп... ул һине... мине алманы?
–Улым... шулай килеп сыҡты... Уның ғаиләһе бар ине.
Шул саҡ Рәмил әсәһен этә төртөп тышҡа ташланды. Ғәлимә, ана тотам, бына тотам тип, артынан йомолдо. Егет тышта ла туҡтамай, арт ҡапҡа яғына йүгерҙе лә, бер аҙҙан түбәһе картуф баҡсаһында күренеп ҡалып, бер аҙҙан баҡса аръяғындағы ереклеккә инеп тә китте.
–Туҡтат! Нишләп туҡтатманың? – тип ҡысҡырҙы ҡатын утынлыҡ бүкәнендә ҡулдарын һәлендереп ултырған иренә. Тегеһе өндәшмәне. Тағы нимәләрҙер тип сарылданы-сарылданы ла, тауышы ла, хәле лә бөтөп, һикәлтәгә ултырып буҙларға кереште Ғәлимә. Уның артынан сыҡҡан ике ҡыҙ һәм бер малай шаңҡышып артта баҫып тора бирҙе...
Рәмил уҡыманы. Армияға барып килде лә, нимә менән шөғөлләнергә белмәй, ары-бире һуғылды. Төбәп кенә эшкә лә төшмәне. Был хаҡта Ислам һүҙ ҡуҙғатып, кәңәш итеп ҡарағайны ла, һаман ҡатыны ҡыҫылды. Егет кис клубҡа сығып китеп, ярты төн йөрөп ҡайтты ла, төшкә тиклем йоҡланы. Ә инде уның бесәйҙеке шикелле татлы йоҡоһон әсәһе дүрт күҙ менән һаҡланы. Йәмилен, ишекте ҡаты япҡаны өсөн дә ҡаш һындырып, бармаҡ янап шелтәләне. “Ағайың йоҡлай, шаулама, бар, тышта йөрө, эшең юҡмы урамда” тип шыбырланы.
Шундай бер төрлө көндәрҙең йәйге иртәһендә Ғәлимәләрҙең урамына ауылдаштары килеп тулды. Ирле-ҡатынлы оло ғына пар, уларҙың ир ҡорондағы ике улы һәм силсәүиттән торған төркөмдө аптырап ҡаршыланы кәртә-ҡура араһында мәшәҡәтләнеп йөрөгән ғаилә.
Оло ир алға сыҡты:
–Ислам ҡусты, ҡайҙа һинең теге йүнһеҙ малайың?
Ислам ҡатынына ҡарап алды:
–Йоҡлай...
Ғәлимә тертләп китте:
–Һеҙгә ул нигә әле?
Яуап быларҙы шаҡ ҡатырҙы:
–Кисә төндә ул шаҡшығыҙ минең ҡыҙҙың артынан эйәреп килеп... бәйләнгән. Ярай әле ағаһы ишетеп ҡалып...өлгөргән. Сығарығыҙ! Баҫһын алдыма!
Уға уландары ҡушылды:
–Сыҡһын ир булһа!
–Томшоғон онтайым хәҙер!
–Кисә ҡуян һымаҡ ҡасып ҡотолдо... хайуан...
Ата менән әсә таралып төштө. Шулай ҙа Ғәлимә ҡаршы торҙо:
–Юҡты һөйләмәгеҙ! Ул ниндәй тиктомалдан яла яғыу?
Араға силсәүит торҙо:
–Ғәлимә, сыҡһын улын, яуап бирһен. Ҡыҙға ысынлап бәйләнгән... ҡулдарын шаҡарып... күлдәген йыртып бөткән... Был уйын эш түгел.
Шул ваҡыт Исламдың сабырлығы һынды. Ул елләнеп өйгә инеп китте лә, Ғәлимәнең йоҙроҡлап арҡаһын төйөүенә лә ҡарамай, Рәмилде төрөсиксән көйө елтерәтеп алып сығып ҡуйҙы:
–Ни эшләнең төндә? Әйт!
–Теймә! Теймә минең улыма! Һатлыҡйән! – тип ҡысҡырҙы ҡатыны, әммә уны ишетеүсе юҡ.
–Яуап бир! – тип талап итте атай кеше.
Ҡаршыһындағыларҙы күреп бөтөнләй ҡойолоп төштө егет, хатта сүгеп төшә яҙҙы, уны Исламдың көслө ҡулы ғына тотоп ҡалды.
–М-мин... Бер нәмә лә эшләмәнем... Шаярттым ғына... Шая...
Оло ир етеп килде:
–Эт балаһы! Атаң-әсәң өйрәтмәгәнде һеңдерәм хәҙер! – ҡулына ҡамсы ла тотоп килгән булып, һыҙыра тартып та ебәрҙе. Ғәлимә улын ҡапланы:
–Милиция! Милиция ҡайҙа! Ҡарауы-ыл! Үлтерәләр!
–Ә-ә! Милиция кәрәкме? Хәҙер саҡырабыҙ! Шәһиттәр бар! Нисә йылға киткең килә? 
Шул ваҡыт Ғәлимә ирҙең аяҡ аҫтына ҡоланы:
–Зинһар! Зинһар кисерегеҙ?.. Ағай?.. Апай...
Ирҙең ҡатыны ла телгә килде:
–Ғәлимә килен, улың ысынлап ныҡ яман ҡылыҡ ҡылған. Минең ҡыҙҙы дауна баҫтыра тип ишеттем. Балам менән серләшәм бит, барыһын һөйләй миңә. Һинең Рәмилеңде оҡшатмайым тей, ҡарамаған уға. Мына хәҙер үс алырға булған бының. Клубтан эйәреп килгән дә, йылға буйына һөйрәп әпкиткән. Ауыҙын ҡаплаған... Ярай балаҡай ысҡынып ҡысҡырып өлгөргән. Уның артынса килгән ағаһы тауышын ишетеп, йүгереп барып өлгөргән. Малайың ҡасҡан. Баламды талап маташҡан бит... Баслидный эш был, баслидный эш...
Ғәлимә башын тотоп, һаман ерҙә имгәкләне:
–Ауылдаштар?... Апай, үтенәм, ярлыҡағыҙ... Хаталанған...  Яңылышҡан, йәш бит... Мөхәббәттән күҙе томаланған инде... Уйһыҙлыҡ... уйһыҙлыҡ... зинһар...
Урамдағылар барыһы ла тынып ҡалды. Ҡараштар ерҙә өҙгөләнгән әсәлә ине. Ахырҙа оло ир һүҙен әйтте:
–Ярар... Беҙҙең ҡыҙ ҡурҡҡан, әммә зыян күрмәгән. Зыян иткән булһа, малайыңды ошо ҡулдарым менән быуа инем. Бер юлға ҡалдырам... Алйот булһа ла йәш кешенең тормошон боҙоуҙан беҙгә файҙа юҡ. Үҙе боҙа ул уны бер килеп... әгәр аҡыл инмәһә.
Ғәлимә биттәрен ҡапланы:
–У-уй!.. Рәхмәт, ағай, рәхмәт һеҙгә...
Ислам үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр Рәмилдең елкә төбөнә һуғып ебәрҙе:
–Ғәфү үтен!.. Йүнһеҙ! 
Рәмил әсәһе эргәһенә ҡоланы:
–Ғә-фү... Ғәфү итегеҙ... Башҡаса ундай хәл ҡабатланмаҫ...
Ир уның танау төбөнә ҙур йоҙроғон төрттө:
–Эҙең булмаһын ауылда... иртәгә үк.
–Я-арай...
Төркөм нисек ҡапыл килеп ингән булһа, шулай уҡ сығып та китте. Ә ҡалғандар шул халәттәрендә ҡатышып ҡалды. 
–Атай?.. 
Тауышҡа өсөһө лә әйләнеп ҡараны. Артта күҙҙәре шарҙай булған Йәмил баҫып тора ине.
Ғәлимәнең ҡалған ғүмере улын көтөүгә бағышланды. Рәмил бер заводҡа урынлашып, ятағынан бүлмә алды ла, шунда ҡалды. Онотҡанда бер ҡайтты. Уныһында ла дуҫтарына китеп олаҡты. Айнып, шешенеп иртәнсәк ҡайтты. Ауырып ятты ла, мунса төшөп, һурпа эсеп шәбәйеп, аҙыҡ-түлеген тейәп кире юлланды. Ғәлимә уның һәр ымын үтәп, өлтөрәп торҙо. 
–Улым... Улыҡайым минең, күҙ нурым... Арыйһыңмы эштә? Ҡыйын түгелме унда? – тип өҙгөләнде. Сәсенән һыйпарға үрелгәйне, тегеһе “теймә” тигәнде аңғартып, ҡулын һелтәне. 
–Улым... өйләнһәңсе?.. Исмаһам, өҫ-башыңды ҡарарға кеше булыр ине?
–Ты чье, мать? Үҙемде саҡ аҫырайым. Хәҙерге бисәләргә фатир кәрәк тә аҡса кәрәк.
–Йәки бында ҡайтыр инең? Үҙем тәрбиәләп алырмын. Эсеүеңде ташлап... 
–Давай, мать, кәйефте ҡырма әле. Ана... тегеләреңде воспитывай. 
–Тегеләр ни... күҙ алдында.
Рәмил йылмая биреп тә ҡуйҙы:
–Йәмил ҡусты маладис ул. Килеп сыға минең янға. Бүлмәмде таҙалап, ашарға бешереп китә, аҡса ла ҡалдыра әле, вәт сәпләк, әй... Шул уговаривать итеп ҡайтарта ошонда: “Әсәй көтә лә, әсәй илай” – тип, теңкәне ҡорота. Буйтым ир булып бара, ә?
Ғәлимә стенала торған кинйәһенең карточкаһына һирпелеп ҡарап алды:
–Институтты тамамлай инде быйыл... Өйләнәм дә тей шикелле. Атаһына әйткән инде... миңә түгел...
Йәмилдең беренсе балаһы тыуған көндө, һөйөнсөнө ишеткәс, өйҙә табын яптылар. Күрше-тирә, туған-тумаса инеп-сығып ҡотлап, һыйланып китте. Кискәрәк өсөһө генә ҡалдылар. Ғәлимә килен менән бәпескә алып барыу өсөн кәрәк-ярағын төйнәште, тауыҡ һурпаһына туҡмас ҡырҡты. Атай булыу бәхетенән ярһып, әле инеп, әле сығып үҙенә урын тапмаған Йәмилде күҙәтте.
–Шулай ул... тәүге бала һушты ала, – тип ҡуйҙы, ахырҙа.
Уның был һүҙенән улы шып туҡтаны. Әсәһенә текәлә биреп торҙо һәм асыуһыҙ ғына былай тине:
–Юҡ, әсәй, мин улай итмәйәсәкмен. Булыр балаларымдың барыһын да бер тигеҙ күреп яратасаҡмын. Һин миңә... беҙгә һабаҡ бирҙең.
Ғәлимә ҡылтайҙы:
–Әсәң ғәйепле инде барына. Ана, апайҙарың да ураған һайын әллә нимәгә үпкәләйҙәр.
–Үпкәләмәйбеҙ, әсәй. Апайҙар ҙа үпкәләй түгел, ә бары һинән аҙ ғына булһа ла йылылыҡ, иғтибар көтөп... әйтәләрҙер инде. Ә һинең бит күҙ алдыңда Рәмил ағай ғына.
–Ҡуйсы, улым, шул ағайыңа һүҙ тигеҙмә. Ул бит һеҙгә ағай кеше.
–Һүҙ тигеҙеп буламы инде? – Йәмил көлдө, әммә тауышында әсенеү, һағыш сағылды. – Һине йәлләйем бары... һине, әсәй...
Яман хәбәр Ғәлимәне аяҡтан йыҡты: Рәмил ҡулға алынған! Иҫереп ыҙғышҡандар ҙа, ике ир өсөнсө шешәләштәрен туҡмап үлтергән. Яңылыҡ йәшен тиҙлегендә ауылды ураны. Бот сабып аптыраған әҙәм булманы, бары ҡайғы бүлешеп һөйләнделәр генә. Һәр кем үҙенсә фекерләне:
–Йә, Хоҙай, үҙең арала... Әпсәһен уйламаған грам да...
–Ҡашҡа бала ҡайғы һала тип, баланы улай артыҡ яратырға ярамай шул... Боронғолар белмәй әйткәнме, баланы йоҡоһонда ғына һөй тип.
–Алдына алды ла торҙо шул улын...әллә ней. Һап-һау нәмәне... Мына, инде ризултәте...
–Бала ҡайғыһы күрһәтмә, Аллам?.. 
...Йәмил менән ҡатыны әсәләрен баяғылай ҡултыҡлап индереп өйгә һалды. Килене йәһәтләп дарыу иҙеп эсерҙе. Улы уның баш осонда булып, әле яулыҡ эсенән сығып туҙған аҡ сәстәрен, әле сирыш баҫа барған йомшаҡ битен һыпырҙы. Шым ғына килеп ингән ҡыҙҙары, йәшле күҙҙәрен йәшереп, ике яҡтан килеп ултырып, өшөп барған ҡулдарын өрөп йылтты, йыуатты:
–Әсәкәйем... бөтөрөнмә улай...
–Әсәй, бирешмә... Беҙҙең өсөн йәшә инде, әсәй?..
Йәмил дә һүҙҙәрен һайлап ҡына теҙҙе:
–Ғүмерлеккә түгел бит, әсәй... Алты йыл үтер ҙә китер. Йыл һайын алып барып торормон. Инде сыҡһа, Алла бирһә, ағайҙы ошо өйҙән бер ҡайҙа ла ебәрмәбеҙ...
Был әйтелгәндәрҙән Ғәлимә сытырлатып йомған күҙҙәрен ҙур асты һәм баш аша кинйәһенә төбәлде. Ышанмау ҙа, өмөт тө, сараһыҙлыҡ та һәм тағы әллә ниндәй хистәр солғанышы ине был ҡарашта. Йәмил тамамлап ҡуйҙы:
–Бергә йәшәрһең улың менән. Атай ҙа юҡ, ағай һиңә иптәш булыр.
Ҡыҙҙары йөпләне:
–Эйе...шулай.
–Ағайҙы бергәләп көтөрбөҙ.
Ғәлимәнең ирендәре ҡалтыраны, күҙҙәренә йәш эркелде. Ул башта ике ҡыҙын тартып күкрәгенә һалды ла, унан улына ынтылып, барыһын да ҡосағына һыйҙырырға тырышты:
–Балаҡайҙары-ым... ғәзиздәрем минең... Әлдә һеҙ бар...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: