Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
6 Март 2023, 15:42

Иғтибар!  Өр-яңы әҙәби конкурс!

“Йәшлек” гәзите Баш­ҡортостан Республика­һының Яҙыусылар союзы, Ишембай районы хаки­миәте һәм “Рәсәй – Баш­ҡор­тостан” телеканалы менән берлектә Ноғман Мусин исемендәге хикәйә конкурсы ойоштора. Ул гәзиттең 100 йыл­лыҡ юбилейына арнала.

Конкурсҡа ирекле темаға күләме 15 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) проза әҫәрҙәре ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Компьютерҙа йыйылған эштәр “Йәшлек” гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзитебеҙҙең электрон почтаһына ([email protected]) ҡабул ителә. “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйырға, тулы исем-шәриф­тәрҙе, телефон номерығыҙҙы һәм псевдонимығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Башҡа конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала, интернет селтәрендә донъя күргән әҫәрҙәр ҡаралмай. Конкурста ҡатнашыусы­ның Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу-булмауы иҫәпкә алынмай. Хикәйәләр 2023 йылдың 20 февраленән 2024 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә.


Бәйге ике этапта үтә. Килгән хикә­йәләрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Улар араһынан күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Конкурсҡа йомғаҡ 2024 йылдың декабрь айында яһаласаҡ. Жюри ҡарары һәм баһалары еңеүсе тип табылмаған, хикәйәләре гәзит битендә донъя күрмәгән авторҙарға еткерелмәй, дәғүәләр ҡабул ителмәй.


Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй. Конкурста бер төп бүләк (50 мең һум) һәм дүрт дәртләндереү номинацияһы билдәләнә. Баһалама ағзаларының ҡарары һәм бүләкләү фондының мөмкинлегенә ҡарап, дәртләндереү номинацияһының һаны үҙгәрергә мөмкин. Дөйөм приз фонды – 100 мең һум.
Конкурстың положениеһы менән “Йәшлек” гәзитенең рәсми сайтында һәм “Бәйләнештә” төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

 Мөхәрририәт.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: