Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
24 Февраль 2023, 10:09

Журналист, шағир, шәхес

Бөгөн үткер ҡәләмле журналист һәм шағир Айрат Сирбаев үҙенең тыуған көнөн билдәләр ине.Үкенескә, ул бик иртә арабыҙҙан китте

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Айрат Фирғәт улы күптәр башҡара алмаҫлыҡ изге эштәр башҡарып китте: ағасын да ултыртты, ул-ҡыҙҙар ҙа үҫтерҙе, йортон да һалды, Тыуған иле өсөн фиҙа ҡылды.Бер ҡасан да эшен илке-һалҡы атҡарманы, һәр саҡ ихлас күңелдән атҡарҙы.

Айрат үҙен үткер ҡәләмле журналист, үҙенсәлекле шағир, спортсы, ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, һүҙ оҫтаһы һәм артист итеп танытты.Эйе, Айрат бөтөн яҡтан талантлы ине. Үҙ заманының шәхесе ине ул.

А.Ф. Сирбаевтың 50 йыллыҡ юбилейына арнап бынан ике йыл элек Баймаҡ районының беренсел журналистар ойошмаһы һәм "Һаҡмар" гәзите уның исемендәге ижади конкурс иғлан иткәйне.Ул юғары кимәлдә үтте, яңы таланттарҙы асыҡланы.

Бәйгегә йомғаҡ яһағанда конкурсты ике йылға бер үткәрергә килешелде һәм ошо арала ул рәсми рәүештә иғлан ителәсәк.

Айрат Сирбаев кеүек арҙаҡлы замандаштар онотолорға тейеш түгел, улар мәңге беҙҙең хәтерҙә һаҡлана.

 

Автор:Азамат Мухаметшин

https://vk.com/wall-60402485_85936

Читайте нас: