Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Февраль 2023, 11:01

Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Баймаҡ районындә йәшәүсе Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының башҡорт теле тураһындағы шиғырҙары.

 

Гөлсөм Зәкирова

Кеше күрке — йөҙ икән,

Йөҙҙөң күрке — күҙ икән,

Уйҙың күрке — тел икән,

Телдең күрке — һүҙ икән.

 

Аҡыл — ҡаҙна, күңел — йоҙаҡ,

Ә телең инде асҡыс.

Ҡай сағыңда ошо телең

Була бит аҡса тапҡыс.

 

Күңелдә бар телгә килә,

Үҙ телем - үҙ ҡылысым.

Телем минең уйым, хисем,

Телем - күңел торошом.

 

Теле юҡтың иле юҡ бит -

Уны һәр кем дә белә.

Теле менән һөйләй, көйләй,

Яйлай, ярата, көлә.

 

Теле менән йәшәй халыҡ,

Ул тере теле менән.

Теле менән айырыла,

Ғөрөф-ғәҙәте менән.

 

Раушания Хазеева-Әбсәләмова

 

Әсәм мине аҡ биләүгә биләп

"Балам", - тиеп бәхет юраған,

Атам минең сәстәремдән һыйпап:

"Ҡыҙым" , - тиеп наҙлап ҡараған.

 

Үҙ телемдә тәүге ауаз һалып

Һыйынғанмын йылы ҡосаҡҡа,

Башҡортлоғом ялҡын булып янды

Ғаиләләге рухи усаҡта.

 

Туған телем йәнде иркәләһә,

Рух ныҡлығым - дауа күңелгә.

Мин ғашиҡмын һиңә, башҡорт телем,

Һинле тормош рәхәт, еңел дә!

 

Ата-бабам һине мираҫ итеп

Ҡалдырмағандыр бит һис юҡҡа,

Минең өсөн һин - йөрәгем наҙы,

Һин йыуаныс минең тормошта.

 

Дошмандарға ҡаршы ҡорал булһаң,

Яҡыныма - күңел асҡысы.

Атам-әсәм теле, минең телем,

Киләсәккә илтер баҫҡысым.

 

Йәшә, йәшнә, туған телем минең,

Һин булғанда йәшәй милләт тә,

Һинең өсөн йәнен фиҙа ҡылыр

Башҡорттарың шундай теләктә!

 

***

Тарих төпкөлөнән ҡалған өнөм,

Әсәйемдәй иң ҡәҙерле туған телем!

Яһилдарҙан еңелмәгән, дошмандарҙан киҫелмәгән

Былбыл тауышынан наҙлы һәр бер һүҙең!

 

Баҫҡынсылар баҫҡанда ла илебеҙҙе

Һис бирмәгән ғәзиз халҡым туған телде,

Михнәттәрҙән бөгөлөрҙәй саҡтарҙа ла

Башҡорттарым үҙ тарихын, телен белде!

 

Был донъяға ауаз һалған ғәзиз телем,

Тәүге тапҡыр "Әсәй!" тиеп әйткән өнөм!

Йәнкәйемде иҙерәтер гәлсәр моңом,

Ни хәлдәргә ҡалдың икән бөгөн?!

 

Урыҫлашҡан маңҡорттарҙың фарманымы,

Ғаризалар яҙа бөгөн ата-әсә

Уҡытырға үҙ балаһын үҙ илендә

Мең йыл яулап алған үҙ телендә.

 

Кәмһетелгән милләт булып ҡалмайыҡсы -

Үҙ илебеҙҙә телебеҙҙе данлайыҡсы!

Өндәшмәһәң әгәр бөгөн һин дә, мин дә,

Киләсәктә ҡамғаҡ булып ҡалайыҡмы?

 

Ере лә юҡ, иле лә юҡ ҡамғаҡ ише

Тәгәрәрбеҙ ҡайһы яҡҡа өрһә лә ел!

Ата-бабам ғәфү итмәҫ был ҡылыҡты,

Ер-Әсәбеҙ иңрәп ҡуйыр, әрнер күңел!

 

Хужа булып ҡалайыҡ үҙ еребеҙҙә,

Йырыбыҙға, моңобоҙға, телебеҙгә!

Әпкәләйҙәр китһен әйҙә үҙ юлынан,

Һөйләшәйек һәр кемебеҙ үҙ телендә!

 

Рәйсә Иҫәнбаева

МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ЯҘАЙЫҠ!

Туған телем аша алдым белем,

Кәм тоймайым әле үҙемде.

Бишек йыры булып аңға һеңдең,

Сихри моңдай тоям телемде.

 

Ҡан хәтере, әгәр мин кәмһенһәм,

Ғәфү итмәҫ мине һис ҡасан.

Телемә мин бер хыянат итмәм,

Башҡорт булыуымдан мин ҡасмам.

 

Ни мәғәнә минең башҡа телде

Һыу эскәндәй итеп белеүем,

Онота барып әле үҙ телемде

Ситтәр араһында йөрөүем?

 

Уйлан, башҡорт, бишек йыры менән

Аңыбыҙға һеңгән ошо тел.

Бөгөн туған телдән беҙ кәмһенһәк,

Милләт юғаласаҡ, шуны бел!

 

Юғалмайыҡ, ғәзиз милләттәштәр,

Әләм булһын туған телебеҙ!

Ошо хаҡта биреп беҙ кәңәштәр,

Тел хәстәрен күреп үҙебеҙ,

 

Башҡа телде белеү зыян түгел,

Мәғрифәтле булыу тик файҙа.

Мәңге Башҡорт булып ҡалһын күңел,

Башҡорт булайыҡ беҙ һәр ҡайҙа!

 

Телһөйәрҙәр туған тел хаҡына

Ҡәләмен дә ал ҡанға манған...

Үҙ телен милләт күтәрһен бөйөк,

Телде һаҡлап тотайыҡ майҙан.

 

Халыҡ иҫәбендә башҡорт булып

Тарих яҙҙыҡ нисә мең йыллыҡ.

Башҡорт булайыҡ беҙ бынан һуң да,

Дан йырлайыҡ телгә мең йырлыҡ!

 

Рәсимә Ишемова

Муллаҡай мәктәбе уҡытыусыһы

Ата - бабамдан аманат

Туған телем - иркә гөлөм.

Онотһам үҙем телемде

Ҡарайыр ап-аҡ көнөм.

 

Еткерәйек йәш быуынға

Телемдең сикһеҙ көсөн.

Еңел генә баш тартыу ул -

Хыянат минең өсөн.

 

Әсәй берәү булған һымаҡ,

Телем дә бары берәү.

Һаҡлайыҡ беҙ телебеҙҙе,

Булайыҡ уға терәү!

 

Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина

ТУҒАН ТЕЛЕМ

 

Башҡорт телен кәрәк күтәрергә -

Хоҡуҡтарын уның үҙ итеү.

Йәш быуынға икмәк-тоҙлоҡ ҡына

Дәрестәрҙең һанын кәметеү.

 

Бөгөн илай, бөгөн һыҡтай теле

Башҡорт тигән бөйөк милләттең.

“Милләтсе” тип ғәйеп таҡмағыҙсы,

Үҙ телемдән юҡ шул ҡиммәте!

 

Терелдек беҙ көлдән осҡонланып,

Ҡылыстан да үткер туған тел.

Телһеҙҙәрҙе йәбер баҫмаҫ, тимә,

Теле булһа ғына йәшәр ил!

 

 

Нурия Мортазина

БЕҘ – БАШҠОРТ!

(Алтынайҙың “Сәй” көйөнә рэп)

 

Башҡорт  телен өйрән һин,

Үҙ телеңдә һөйлә һин,

Булма хәтерһеҙ маңҡорт,

Һинең милләтең – башҡорт!

 

Үҙ телеңдә аралаш,

Туған телеңдә ҡайнаш,

Үҙ телен һанламаған -

Ырыуын аңламаған.

 

Сит телдәрҙе кәмһетмә,

Рус телен дә ситләтмә,

Әммә туған телеңде

Бер үк етемһерәтмә!

 

Көнөн башҡортса һөйләш

Төнөн башҡортса һаташ,

Хатта башҡорт телендә

Баҙарҙарҙа һатыулаш.

 

Башҡорт телендә һөйлә,

Башҡорт көйҙәрен көйлә,

Тик туған телдә генә

Гәзит-журналды  һайла.

 

Исемең башҡорт булһын,

Балаң да башҡорт тыуһын,

Кейәүгә сығыр булһаң,

Башҡорттар сират торһон!

 

Ситтәрҙе кәләш итмә,

Балаңды метис итмә,

Боҙма таҙа ҡаныңды,

Тупаҫлама аңыңды!

 

Ҡушымта:

Һин, һин, һин бит башҡорт!

Мин, мин, мин бит башҡорт!

Һеҙ, һеҙ, һеҙ ҙә башҡорт,

Беҙ – ғорур башҡорт!

Барыбыҙ -  башҡорт!

 

Риана Вәлеева

БАШҠОРТ ТЕЛЕ – ЙӨРӘГЕМДӘ

Башҡорт теле – йөрәктә,

Урыҫтыҡы – телдәрҙә.

Аҡыл – интернетта, тип

Йәшәйбеҙ был илдәрҙә.

 

Йөрәктәге башҡорт телен

Сығарайыҡ донъяға!

Һөйләшәйек, ҡәҙерләйек!

Һүҙем булып моң аға!

 

Мансур Рәхимғолов

 

Тигеҙ ерҙә соҡор тапҡан булып

Һүҙ әйтмәйек әле бер кемгә,

Онотмайыҡ әле, дуҫҡайҙарым,

Килгәнбеҙ бит Ергә бер көнгә.

 

Онотмайыҡ башҡорт икәнлекте,

"Баш" һүҙенән килә атыбыҙ,

Бушҡа ғына Хоҙай ҡушмағандыр,

Юғарылыр беҙҙең затыбыҙ.

 

Бушҡа ғына күңелдәрҙе ҡыймай,

Бер-беребеҙҙе ҡурсып һаҡлайыҡ,

Ҡәҙерләйек - былай ҙа бик аҙбыҙ,

Ел-ямғырҙан, хурҙан яҡлайыҡ.

 

Сабыйҡайҙар ишетһендәр ине

Туған телде хатта бишектән,

Ата йортон саф башҡорттар булып

Атлап сыҡһа ине ишектән.

 

Башҡортомдоң теле биг(е)рәк матур,

Ҡатнаш һүҙҙәр менән боҙмайыҡ!

Тик матурлыҡ, илаһилыҡ менән

Бар ғаләмгә беҙ танылайыҡ!

 

Зәкиә Сөләймәнова

 

“Һаумыһығыҙ!” - тиеп сәләм бирәм,

Аҫаба башҡорт ата-бабам.

Сал Ирәндек итәгенән

Саф башҡорт ҡыҙы булам.

 

Туған телем - башҡорт теле,

Ҡанымда - башҡортлоғом.

Мин һаҡлармын уның рухын,

Өҙмәҫмен ҡурай моңо.

 

“Һаумыһығыҙ!”  - тиеп сәләм бирәм,

Татыулыҡта - халҡым ҡөҙрәте.

Үҙ илемдә үҙ телдә һөйләшәм,

Ихтирам итәм һәр бер милләтте.

 

Көнһылыу Сөләймәнова

ТУҒАН ТЕЛЕМ

 

Туған телем - башҡорт теле,

Олатайҙар мираҫы.

Хазиналар араһында

Ул бит беҙгә иң аҫыл.

 

Һәр бала сәңгелдәк йырын

Тыңлаһын туған телдә,

Моңдары сылтыр шишмәнең

Ишетелһен был көйҙә.

 

Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы

Өйрәтәм ошо телдә,

Нәҫел-нәсәбем барлайым

Саф башҡортса мин көн дә.

 

Халҡымдың йәншишмәһе ул,

Үткәнем, киләсәгем.

Яҙылһын туған телемдә

Милләттең күрәсәге.

 

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева

РУХИ БРЕНДЫБЫҘ

Белмәһәм дә ҡасан яралғанын

Тәүге өндөң, ҡайһы заманда,

Беләм — ул мәмерйәлә тыуған,

Йәшәп килә әле һаман да!..

 

Саф тәбиғәт моңон ғына ейеп

Хәреф булып ташҡа ырылған:

«Ҙ» хәрефе тыуған «беҙҙҙ-беҙҙҙ» килгән

Солоҡ ҡорттарының йырынан.

 

«Ҫҫҫ» йылан ыҫылдауын алған,

Ниндәй ҡуш йөрәкле, батырҡай!

«Ғғғ» хәрефем ғыжлап ҡурай тарта,

Ә «Ҡ»ым ҡарға булып ҡарҡылдай.

 

«Эңңәәә! Эңңә!» - тиеп һәр сабыйҙың

Тыуған саҡта һалғаны ораны

Телебеҙгә кескәй «ң»е-не биргән -

Бер биҙәккә артҡан «ҡоралы».

 

Ә, Ү — кәкүк саҡырыуы,

У-Һу — өкө уһылдауы,

Ө — билдәһеҙ бер ҡошсоҡтоң

Уфтанып уфылдауы!

 

Туған телем тәбиғәттең моңон

Һеңдергәнгә бик тә ҡиммәт ул.

Ошо алтын ғына хәрефтәрҙе

Һаҡлап ҡала алыу - һиммәт ул!

 

***

Белмәһәм дә ҡасан яралғанын

Тәүге өндөң, ҡайһы заманда,

Беләм — ул мәмерйәлә тыуған,

Йәшәп килә әле һаман да!..

 

Ай-ҡояштан ваҡыт телен отҡан,

Ағын йылға йырын көйләгән.

Хәүеф-хәтәр ауҙа табыш ҡапһа

Шат ауаздан урман мөңрәгән.

 

Ауыл-ауыл итеп яндырылып

Һаналғанда беҙҙең тел үлгән

Аҡтамырҙай ҡалҡып сыҡҡан да ул

Телгә килеп ҡабат терелгән!..

 

Яуҙа оран булып яңғыраған

Ҡылыс менән танкка сапҡанда,

Еңеү йыры булып ишетелгән

Ғәзиз тыуған яҡҡа ҡайтҡанда.

 

Ә бөгөн беҙ нимә күрәбеҙ һуң –

Тел-байрағым ҡалған ямауҙай;

Гүйә, Йәншишмәне бөркөр Урал

Дейеүҙәрҙә ҡалған ҡамауҙа!..

 

Телем менән телеп һалыр мәлдәр

Булып тора төрлө дәүерҙә.

Әллә туйып шаша башланыҡмы -

Ахырызаман мәллә хәҙерҙә?..

 

Нишләйһең һин, бәғзе милләттәшем,

“Мам, пап” тиһең алдың уйламай?

Тарих сылбырҙарын өҙәһең бит,

Туған телде эшкә һанамай!

 

Теремеккәй ғәзиз телебеҙҙе

Юғалтһаҡ беҙ, ары ни ҡалыр?

Үткән менән киләсәкте бәйләр

Ҡан хәтере эҙһеҙ юғалыр...

 

Туған тел ул рухи брендыбыҙ бит,

Милләтебеҙҙең ныҡ ҡалҡаны!

Телһөйәр үә рухлы вариҫтарҙың

Киләсәккә үтер ҡапҡаһы!

Читайте нас: