Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Ноябрь 2022, 18:50

Һандыҡ

— Апай, ҡомғанға йылы һыу ҡойғайным, алып сыҡ. Һеҙҙәге һымаҡ, ауылда әбрәкәй өйҙә түгел шул, и, Аллам, өшөрһөң инде, — тип өтәләнеүен белде Сәғиҙә. — Хәйер, өйрәнерһең әле, оҙаҡҡа ҡайттым, тиһең бит...  

— Өшөмәм, ҡороға ҡайғырма. Ғүмер буйы ҡомған тотмағанды, бөгөн килеп абыстай булып булмаҫ инде, — тине лә Ғәшүрә, кейеҙ менән көпләнгән ҡалын ишекте тышҡы яҡтан япты. Солан тупһаһынан тайып китмәҫ өсөн көмөш һаплы таяғын һаҡ ҡына алдан төшөрҙө, уның артынса аяҡтарын шыуҙырҙы. — Һай, шул кейәү, ғүмер буйы йүнһеҙ булды инде, кеше күтәрмәне ошо тиклем бейек яһаймы? Сәғиҙә нисек мандыһын, ҡаҡлаған ҡаҙ шикелле, артҡан ере юҡ. Был баҫҡыстан көнөнә нисә тапҡыр күтәрелә, төшә. Ҡуй, бер йүнһеҙгә сыҡты бит. Анау нәмәҫтәкәйен дә өйҙән әллә ҡайҙа илтеп ҡуйған, барып етер әмәл юҡ...

 

Атлаған һайын Ғәшүрәнең күҙенә ниҙер салына барҙы.

 

— Ыста, күҙгә төртөлә инде, — тип, ул баҡса кәртәһенең был яғына сыҡҡан алмағас ботағын тиргәп алды. — Йүнле кеше рәшәткәнең эргәһенә үк ағас ултыртамы? Бынау юлын әйтер инем, ауылда ла тротуар яһап була инде ул, кеше көлдөрөп, ҡырсынташтан һуҡмаҡ һалған... Кит, әрәм итте ғүмерен Сәғиҙә. Ғүмере буйы ир ҡоло булды ла, бала-саға нәжесен таҙартыуҙан бушаманы. Мал араһында йөрөһә лә шул Сәғиҙә, өйҙә лә шул Сәғиҙә. Заяға үтте ғүмере...

 

Ғәшүрә йомошон йомошлағанда таяғын тышҡы яҡта ҡалдырып керергә уйлағайны ла, кире булды. Кешегә ышанып буламы, алдылар киттеләр, тип уйланы ул, йөрөрһөң аҙаҡ Саҙрый кейәү яһап биргән кәкре тал сыбығына таянып. Матурлап яһаһа бер хәл әле ул, бер нәмәһен сапмаған да юнмаған. Бынау убырныйын да кирбестән һалмаған, әҙәм көлдөрөп, мунса ҙурлыҡ бураған да ҡуйған. Йүгереп йөрөргә йыйына тиерһең, эсенә ингәс, тишеген таба алмай бер булаһың.

 

Ҡарсыҡ таяғын мөйөшкә һөйәне. Ишек келәһен элде. Таҡта ярығынан тышҡа күҙ һалырға булғайны ла, улары шул тиклем нәҙек, күрерлек өлөшө ҡаршыға өйөлгән тиреҫтең яртыһын да күрһәтмәй. Был хәл оторо һарыуын ҡайнатты Ғәшүрәнең. Ярай әле аҫтараҡ ботаҡ тишеген күреп ҡалды. Эйелеп, шунда күҙ һалды: тиреҫ башында соҡсоноп, тибенеп йөрөгән тауыҡтарҙан, ара-тирә осоп үткән турғайҙарҙан башҡа йән эйәһе шәйләнмәй. Ул эске яҡты барлап сыҡты, балсыҡ менән күтәрелгән ҡалын бүрәнәләр араһынан себен дә инерлек ярыҡ тапманы. Саҙрый юҡҡа ғына ошо тиклем туалет бураған тиһеңме, Сәғиҙә күрмәгәндә бер-бер этлек ҡылалыр әле, йә инеп эсеп алалыр, ҡарт шайтан, тип уйланы Ғәшүрә.

 

Кәрәкле ерҙә әйләнгеләгәс, ҡарсыҡ итәген күтәрҙе лә бил тәңгәлен ҡапшаны. Күңеленә оло бер кинәнес табып, ҡабарып торған бөрмәләрен һыйпап-һыйпап алды.

 

— И-и, затлыҡайҙарым, ошонда ғына ятығыҙ, ошонда ғына. Бар янына бар һыя ул, арта тороғоҙ. Һеҙ ишәйгән һайын бөрмә бөгөрмөн, ошо бөрмәләр бит ул минең һандыҡ, — тип һөйләнә-һөйләнә, йомошона ултырҙы. Тик ҡапыл биле тотто. — Ах-х, ү-үлтерҙе...

 

Уф, аяҡһыҙ ғына иткәне етмәгән, хәҙер билдән яҙҙыра...

 

Өшо мәл Ғәшүрәгә баяғы ботаҡ тишегенән кемдер ҡарап торғандай булып тойолдо. Биле ауыртыуын да онотоп, тын алышын һирәгәйтте, ирендәрен ҡымтыны, бармаҡтары тағы ыштан бөрмәләрен һәрмәне. Һаман үҙен кемдер күҙәткәндәй, хатта тегенең ауыр ҡарашын бар тәнендә тойҙо: әйтерһең, елкәһенә ике ботло гер аҫҡандар — ауырлығы аяҡ табандарын яндыра, сымырлатып үткән ытырғаныс тойғо семтеп-семтеп ала, ҡалтырата. Ул башын һелкте. Бер ҡараһаң, ботаҡ тишеге көн яҡтылығын эскә төшөрөргә аҙапланғандай, икенсе ҡарағанда тағы томалана. Тишек тағы асылды. Ҡарсыҡ уның ҡараңғыланыуын көтһә лә, бүтән ябылманы.

 

— Бөттө, күрҙеләр! — тине Ғәшүрә эстән генә. — Харап ҡына булдым, йәшерен һандығымды күрҙеләр... — Тиҙҙән уның башын тик бер уй сүкене: кем булыуы мөмкин? — Сәғиҙә тиһәм... Туҡта, бәлки, улдыр, апайым ниңә оҙаҡланы әле, тигәндер? Йо-оҡ, булмаҫ. Ә-ә...

 

Ғәшүрә, ат башындай алтын тапҡандай, ҡысҡырып үк ебәрҙе: "Саҙрый!" Эйе шул, ниңә уйып ҡуйған тиһең ул тишекте, бигерәк һантыймын да инде, нишләп ботаҡ тишеге булһын, махсус уйылған тишек был, тигән уйға килде ҡатын. Ысынлап та, юҡҡа ғына мунса ҙурлыҡ убырный бураған тиһеңме ни? Ярамағанмы шунда. Ана, кешеләрҙеке алам-һалам таҡтанан да яһалған бит әле, йыуғыслыҡ йүкәһен һыҙырған ҡабыҡтан көпләнгәндәре лә етерлек. Дә-ә, юҡҡа бурамаған, бик ҙур хәйлә ята бында, хәйлә!

 

Тишек тағы ҡапланды. Был юлы ҡатын тышҡы яҡтағының тын алышын да тоя ине. Ҡарашы, инде Ғәшүрә уйлағанса Саҙрыйҙың ҡарашы, күтәрә алмаҫлыҡ күләгә булып тағы тәненә ятты: тынын быуҙы, һарыуын ҡайнатты, ярһытты, ыштанындағы, итәгендәге бөрмәләрҙе тартҡылағандай булды.

 

Ғәшүрә мөйөштә һөйәлгән таяғының осо менән келәне асты ла, бер аяғының аҡһаҡ икәнен дә онотоп, тышҡа атылды.

 

— Әһә, кәптеңме аҙғын! — тип сәрелдәүгә, таяҡтың көмөш һабы һауаны ярып үтте һәм... убырный мөйөшөнә елкәһен ышҡыған быҙауҙың башына килеп ҡунды. Ни булғанын аңғармаған быҙау, әсе мөңгөрәп, ауып китә яҙҙы. Тик, иҫенә килгәс, ҡурҡышынан тура эсәгенә тығылған нәмәләрен бушатты ла, ары сапты.

 

— Ҡәһәр генә һуҡҡан... Шайтан... Мал хужаһына оҡшай инде ул, — тигән өҙөк-өҙөк һуҡраныу ауаздарын сығарҙы йыш итеп тын алған арала Ғәшүрә.

 

Тышҡа сыҡҡанда ни булғанын һиҙҙермәҫкә тырышты Ғәшүрә. Шулай ҙа ағарынған йөҙөнән, ҡан һауған күҙ тамырсаларының ҡыҙарыуынан, апаһының быуыла-быуыла йыш итеп тын алыуынан хафаға ҡалды Сәғиҙә. Бирешкән апайым, олоғая бит инде, тип уйланы ул.

 

— Бер-бер хәл булдымы әллә, апай? — тип һораны ла фараз иткән сәбәптәрен үҙе үк теҙеп китте. — Ауылда шул инде, урамға уҡ сығып йөрөр кәрәк. Әллә тим, апай, биҙрә-фәлән кертеп ҡуяйыммы? Өяты юҡ инде уның, Саҙретдин өйҙә торлай торған кеше түгел — тыштан керә белмәй, шунда ниҙер булһа ла шаҡылдап, соҡсоноп йөрөй, мал йәнле кеше бит ул...

 

— Мал йәнле булғансы, лутсы һине уйлаһын ине. Бынау күтәрмәгә менә-менә хәл бөтә, — тине лә Ғәшүрә, диванға арҡыры ауҙы. — Уф, һушың алыныр менеп еткәнсе. Берәй аҙна-ун көн торормон тигәйнем, булмаҫ, ахыры.

 

— Ҡуйсы, апай, тор әле, күргәндәй ҙә, һөйләшкәндәй ҙә булманыҡ. Тыуған ауыл да тарталыр, һирәк кенә ҡайтҡас, һағындыралыр ҙа. Атай менән әсәйҙең ҡәберен барып күрербеҙ. Ҡөрьән дә уҡытырбыҙ тигәйнек, — тип өгөтләргә кереште Сәғиҙә.

 

— Ыста-ыста, һин дә мулла бесәйе ише, зыярат һөйләйһең дә, Ҡөрьән һөйләйһең. Саҙрый тамам боҙған һине. — Ғәшүрә кеҫәһенән ҡулъяулыҡҡа төрөлгән дарыуын алып, бер төймәһен тел аҫтына ҡуйҙы. — Унан тағы, донъяла иң ҡурҡҡаным шул зыярат та мәйет...

 

— Нимәһенән ҡурҡаһың инде, апай, бөтәбеҙ ҙә шунда барабыҙ. Боронғо юлсылар хатта йәйҙәрен юлда ҡуна ҡала булһа, зыяратҡа инеп йоҡлағандар — тынысыраҡ урынға.

 

Ғәшүрә һикереп үк китте. Муйын тәңгәлендәге ҡан тамырҙары бүртә барҙы, ҡабаҡтарын йыртып, күҙ алмаһы бит һөйәктәренә тиңләште, өҫтөндә, әллә нисәмә һырҙар барлыҡҡа килтереп, танау тишектәре ҙурайҙы, салышайған ауыҙы ытырғанып бөрөштө. Кәүҙәһе тағы һикереп алды ла дивандың икенсе яғына уҡ күсте.

 

— Кит, кит һөйләмә, үлгәс ҡайҙа ҡуйһалар ҙа барыбер түгелме ни? Тауыҡ һымаҡ, сүплеккә генә ташларҙар ине лә, эт-фәлән теймәһен, ҡарға суҡымаһын тип кенә күмәләр инде. Ыста, ошо йәшеңә етеп, юҡ-бар һөйләп тораһың. — Сәғиҙә өндәшмәгәс, Ғәшүрә үҙенең һүҙе өҫкә сыға барыуын тойҙо, һөйләгән һайын үҙ-үҙенә ышана барҙы. — Атай-әсәйгә лә һинең ғәрәп һүҙҙәрең кәрәкмәй, күптән һөйәктәре лә юҡтыр инде уларҙың...

 

Кеше үҙгәрмәгәс үҙгәрмәй икән, тип уйланы Сәғиҙә. Йәше етмештән уҙһа ла, һис кенә лә үҙгәрмәгән апаһы. Ана бит, хатта атаһы менән әсәһе тураһында ла... Аллам һаҡлаһын, уйлауы ла ҡурҡыныс, тәүбә-тәүбә. Хәйер...

 

Аталары Нәҡиулла ине. Ауылда уны Нәкәй тип кенә йөрөттөләр. Өлоғайып, быуатҡа яҡын ғүмер кисереп донъя ҡуйҙы. Ауырып та йөрөмәне. Тик йән бирер алдынан аҙна-ун көн алда ғына йәшлек, балалыҡ йылдары менән һаташҡылап алды. Ҡайҙандыр йүгән табып алған, мәрхүмкәйең, моғайын, ат ҡараусы — конюхтарҙандыр инде, башҡаса ҡайҙан булһын — ул саҡта халыҡҡа ат аҫрарға рөхсәт юҡ ине бит. Өҫтөнә ап-аҡ күлдәген, ҡара салбарын, өр-яңы һырмаһын, аяғына энәнән генә төшкән ойоҡбашын, ҡаҙ майы һөртөп ялтыратҡан кәлүшәһен кейеп ала ла, йүгән ауыҙлығын зыңғырлатып, урам буйлап китә: "Минең атты күрмәнегеҙме, балалар? Калхуз тип апкиткәйнеләр, башына еткәндәрҙер инде. Тай-тулағы йәл түгел, туратым юғалды бына. Күрмәнегеҙме, малайҙар?" Бала-саға ла шуҡ бит, олоно оло тип белмәйҙәр, мәрәкәләргә, ниҙән булһа ла ҡыҙыҡ табырға ғына торалар. "Күрҙек, күрҙек, күтерлеккә төшөп бара ине", — тиҙәр ҙә, кәзәләнә-кәзәләнә, юҡтан да хихылдашып, баштары тирәләй бармаҡтарын быраулап, маймылдай ҡыланып бабай артынан төшәләр. Нәкәй ҡарт тау башына баҫып, күтерлек яғын байҡай. Тураты күренмәгәс, сабыйҙарса үсегеп, малай-шалайҙы ҡыуаларға тотона: "Ристандар, ивандар, алдатып йөрөйһөгөҙ, суҡынмыштар, — тип, әсе тауышы менән берсә әрнешен сығара, берсә, һуҡранып, ауыҙ эсенән мығырлай: — Кеше атын юғалтҡан, улар кеше ҡайғыһынан көлә..." Һуңғы һүҙҙәре менән ул ҡайтҡас, ҡарсығы Хәсбиямалға ла һуҡрана. "Ҡарсыҡ, туратым әллә ҡайҙа булды. Балаларҙан һорағайным, улар алдаҡсы, шаҡшы булып сыҡты, иванлашырға ғына торалар", — тип, оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөй. Тик Хәсбиямалдың: "Ҡайтыр турат, ҡайтыр, бабаҡай, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ та, аҙ ғына ятып тор. Һин хәл алған арала мин ҡарап әйләнермен", — тип иркәләүенә генә тыныслана төшә. Йә булмаһа: "Ҡайтмаҫ инде ул, калхуз уны упалнамучҡа биргән, ти", — тип, йүгәнде ҡоса ла, әбейенең итәгенә башын һалып, сабыйҙарса илап ебәрә. Был арала Сәғиҙәнең әсәһе атаһының сәсһеҙ түбәһен һыйпай: "Ҡайғырма, ҡартыҡайым, нахаҡҡа тартып алынған малдарыбыҙға ултырып, ҡылдан да нәҙек тамуҡ күперен сығырбыҙ әле. Йылын-йылы ҡорбан да салып киләбеҙ, әхирәттә лә хайуанҡайҙар етерлек. Фанилыҡта, Аллаға шөкөр, балаларҙың һарайы тулы мал-тыуар. Беҙҙекен һыпырып алып, йорттан ҡыуһалар ҙа, иншалла, етерлек. Ялҡауҙың балалары ла үҙҙәренән алыҫ китмәгән", — тип туҡтауһыҙ һамаҡларға керешә.

 

Аталары түшәккә йығылып та оҙаҡ ятманы. Баш осона Ғазраил фәрештә яҡынлашҡан һайын уның аңы, киреһенсә, асыла ғына барҙы, әжәле килеп еткәнен дә аңлап ятты.

 

— Ҡарсыҡ, бөтә балаларҙы ла йый, ҡайтһындар. Бәхилләшергә ваҡыт еткәндер, — тине ул бер көндө, һәр һүҙенә баҫып яһап.

 

Ҡарт әйтмәһә лә Хәсбиямал ситтәге бар балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәбәр иттергәйне инде. Алтыһының бишеһе юлда булыуын, тик Ғәшүрә апаһының ғына ҡайта алмауы тураһында күңелһеҙ хәбәр алып ҡайтты Сәғиҙә. "Әсәй, ул ҡайталмай, шәмбе менән йәкшәмбе талчукта баҙар көнө, һатыуҙың самай төшөмлө сағы, ти", — тине лә, ғәрлегенән йәшенә быуылды. Ғәшүрә апаһы ебәргән конвертты әсәһенә тотторҙо. Хәсбиямал уны асыуға, егерме бишәр һумлыҡ ике ҡағыҙ аҡса һәм хат киҫәге төштө. "Әсәй, мине беләһең — мәйеттән ҡурҡам. Атайҙы ерләр өсөн илле (!) һум аҡса һалам. Ауырып, бар нәмәһе аҫтында булғансы, оло кешенең ҡотолғаны хәйерле. Һиңә лә ауыр бит. Аңла, әсәй, мәйеттән ҡурҡам", — тип яҙылғайны унда. Хәсбиямал иламаны. Аҫҡы ирендәрен ҡалған өс бөртөк теше менән ҡыҫты ла: "Ярар инде, бигерәк нескә күңелле бит, баламды, атаһы күҙ алдында тере килеш ҡалһын, тигәндер инде", — тигән булды. Әсәһенең эсендә утлы күмер баҙлаһа ла кешегә һиҙҙермәгәнен яҡшы аңлаған Сәғиҙә: "Үҙ намыҫында инде, әсәй, атай өсөн ҡайғырған да еткән, шуға ла борсолма. Бер бөгөн генәме ни", — тип, йыуатырға кереште. Сәғиҙәнең "бер бөгөн генәме ни" тиеүендә "олатайым менән өләсәйҙәремде лә ерләргә ҡайтманы" мәғәнәһе ята ине. Һуңынан, бер нисә йылдан, ошо уҡ хәл әсәһе мәрхүмә булғас та ҡабатланды...

 

— Уф-ф, был йөрәк, суҡынғыры...

 

Сәғиҙә һиҫкәнеп китте. Йөрәк тәңгәлен тотҡан апаһы ҡалтыранған ҡулдары менән ҡулъяулығынан дарыу төймәләрен алырға аҙаплана.

 

— Һәй, уйланып китеп, ҡарамай ҙа торам, апай, — тип, Сәғиҙә үҙен тиргәп алды. — Ҡана, дарыуыңды үҙем алып бирәйем.

 

— Йо-оҡ, тығылма кеҫәгә! — Ғәшүрәнең күҙҙәре аҡайҙы. Һуңынан, артығыраҡ ебәрҙем ахыры тигәндәй, былай юхаланы: — Үҙем дә, үҙем дә таба алам, юҡҡа борсолма. Зыярат тиһең дә хәбәр һатаһың бит, әллә минең мәйеттәрҙән ҡурҡҡанды белеп юрый һөйләйһең?

 

— Нишләп юрый һөйләйем ти инде, апай, тик атай менән әсәйҙең ҡайҙа ятҡанлығын ғына күрһәтермен тигәйнем. Беҙ ҙә шул тирәлә...

 

— Ана, тағы башланды. Ҡайҙа күмһәләр ҙә барыбер түгелме ни бер дөмөккәс? — Ғәшүрә, ауыр көрһөнөп, тәрән итеп тын алды. — Шулай ҙа үлге килмәй бит әле минең, үлге килмәй. Таҙалыҡ та бөттө бөтөүен, ошо тәгәрмәстәрҙе генә ҡабып торам. Үлә-нитә ҡалһам, Сәғиҙә, һиңә васыят итеп әйтәйем, теге ней, йыуып, сисендереп, аҡ простыняға төрөп тормағыҙ, йәме.

 

— ..?

 

— Шул көйө генә грубҡа һалығыҙ ҙа — вәссәләм! Ғүмер буйы Аллаһына ла, муллаһына ла ышанманым, үлгәс кенә килештереп ятаһы юҡ әле. Шунан тағы, тәнемә теләһә кемдең тотонғанын теләмәйем...

 

Апаһының юҡ-бар һөйләүенән тамам ялҡтымы Сәғиҙә, мунса яғаһы барлығы иҫенә төштө.

 

— Ярай, апай, үлергә иртәрәк әле, ә мунсаны хәҙер үк яғырға кәрәк, — тигән булып, һүҙҙе башҡа юҫыҡҡа борҙо. — Һин сәй эсә тор, мин мейескә ут төртөп киләйем.

 

— Ней, һинең һаман шул ҡара мунсацмы, Сәғиҙә? Инһәм, ҡоромлана ла сыға торған ғәҙәтем бар, ҡара булһа, яғып та торма, йәме. Ы-ы... Ҡһы-ым... Ҡайтҡас ваннала йыуынырмын әле, тимәксемен.

 

— Апай, ауыл мунсаһына етәме ни ул? — Сәғиҙә дәртләнеп һөйләп китте: — Саҙретдин тик тора торған кеше түгел, үҙе ҡара мунса яратҡас, уныһын һипләп, ырҙын артына ултыртты, йорт алдына ағын һалды, уның хәл ала торған яғы ла бар. Бала-саға ҡайтһа, шунда быстырҙаша. Беҙ үҙебеҙҙекенә — ҡараға китәбеҙ. Эх, тын алыуҙары икенсе бит ул ҡара мунсала-а...

 

— Харап икән, харап! Ҡарап торам да һиңә, Сәғиҙә, һис кенә үҙгәрмәгәнһең: телеңдән Саҙрыйың төшмәй, һаман шул илгәҙәк, бер ҡатлыһың. Ғүмереңдә ир кейеме йыуыуҙан, бала-сағаның бысрағын таҙартыуҙан башҡаны белмәнең. Үҙең өсөн йәшәмәнең, Сәғиҙә, минең һүҙҙе тотманың, һай тотманың. Ғүмер буйы ир ҡоло булдың. Ҡол инде, ҡол булмай, кем һин?

 

Был һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалышты Сәғиҙә, мейес өрлөгөнән шырпы үрелеп алды ла, соланға сыҡты. "Ҡалай дөрөҫ әйткән боронғолар, алтылағы алтмышҡа икән", — тип уйланы ул.

 

Ғәшүрә һеңлеһенең мунса яғына йүнәлеүен тәҙрә аша оҙатып ҡалды. Өҫтәл эргәһенә килеп, самауырға бармаҡ суҡтарын тейҙереп алды. Ҡайнар.

 

— Һаман шул иҫкелек ҡалдығына йәбешеп яталар, шажлатып бер булалар. Самауыр сәйе тәмле, имеш. Һылтау ғына ул, һылтау. Саҙрый ҡарун газын йәлләйҙер әле, шуға Сәғиҙәне этләйҙер күмер һүндертеп. Ҡалала йәшәп ҡараһындар, ана, һәр нәмәгә аҡса сығарһалар, белерҙәр ине. Бында ни, бөтәһе лә үҙҙәренеке, йәшәйҙәр кулак ише бушҡа ашап...

 

Ғәшүрә килгәс үк үҙе ятҡан диван тартмаһына тығып ҡуйған сумкаһын алды. Унан йылтыр тышлы шоколадтың береһен һүтеп, ҡағыҙын кире һалды.

 

Күстәнәскә әллә рәхмәт әйттеләр, әллә юҡ, тип уйланы ул, юҡ әйтмәгәндәрҙер. Өйгә ингән бала-сағаға таратты ла бирҙе "карамель" кәнфиттәрен Сәғиҙә. Әллә Ғәшүрә бар ауыл ышпанаһына алып килгән, ти? Бөтмәҫ Саҙрыйҙың тоҡомо. Пеләмән үгеҙ шикелле, нәҫеле лә ҡатлы-ҡатлы, суҡынғандың. Сәғиҙәнән алтыны таптырҙы, улары үҫеп етеү менән үҙҙәре тупылдата башланы — осона ла сығырлыҡ түгел. Ана бит, килоға яҡын кәнфит "шап" итеп ҡалды. Әлдә үҙенә сәй эсергә тип алып килгән әле яратҡан шоколадын, кимерер инең Саҙрыйҙың ҡатҡан писугын. Игелек күрһәтә торған нәҫел түгел инде, түгел. Шул Сәғиҙәһе булмаһа, ҡайтып та урамаҫ ине. Өлоғайған һайын иҫән ҡалған берҙән-бер һеңлеһенә тартып тора бит. Шулай ҙа тиҙ туйҙыра ауылда, биҙҙерә. Ни табаларҙыр инде ошонда: көн дә иртән тор ҙа мал тиҙәге таҙарт, тор ҙа һыйыр елененә ҡарап ҡат, юҡ, тормоштоң ҡәҙерен белмәйҙәр бында, ғүмерҙәрен әрәм итәләр. Хәйер, ҡалала йәшәй аламы ни улар? Унда бит кругом аҡса кәрәк.

 

Уйҙары аҡсаға барып төртөлгәс, Ғәшүрә тертләп китте. Ҡайҙа ҡуйҙы һуң әле ул ҡайтырға тигәнен? Ә-ә... ы-ы... Әй, шулай бит әле, сумкаһында лаһа! Юлына ла күп китә шул. Әле автобусҡа ултыраһың, әле "попутка"ға. Күстәнәсе лә кәрәк. Уйлап тапҡандар бит теләһә нәмәҫтәкәй, ҡунаҡҡа барһаң — күстәнәс ал, имеш. Лутсы шуның хаҡын үҙең ашаһаң, аҙнаға етер. Беҙҙең халыҡ ҡына ыштанһыҙ инде, ана, бында килеү өсөн дә күпме кәрәкте. Тә-әк... Килоға яҡын кәнфит, ике ҡап һинд сәйе, ик-өс төрлө булка-а... Ә юлы, юлы!

 

Солан ишеге асылыуын ишеткәс, Ғәшүрә ҡалған шоколадын тулыһынса ауыҙына ҡапты. Сәйнәй алмай аҙапланыуы ғына етмәгән, артынан уртлаған сәйе алҡымына ҡапланды. Сәсәне. Ирекһеҙҙән, теге шоколад киҫәге иҙәнгә осто. Ғәшүрәнең бар тәне ҡалтыраны. Бына-бына Саҙрый килеп инер ҙә: "Әһә, кәптеңме уғры, үҙең генә көйшәп ултыраһыңмы?" — тиер төҫлө булды. "Тиҙ, бик йәһәт кенә эләктерергә лә, өйгә килеп үк кергеләгәнсе, кеҫәгә тығырға кәрәк". Был уй мейе һырҙары буйлап йүгереп тә өлгөрмәне, иҙәндә ятҡан һоро "ҡамыр"ҙы үрелеп алырға аҙапланған ҡарсыҡ ултырғысы-ние менән тәгәрәп китте.

 

— Уф-ф... Ба-ба-шы-ы-ым...

 

— Бына, апай, яғып ебәрҙем, аҡшамдан һуң мунсаға ла барырһың, Аллаһы бойорһа... — Һөйләнеп инеп килгән Сәғиҙә, ҡапыл тертләп китте. — А-а-пай!!! Ҡуй, шаяртмасы, апаҡайым, шаяртмасы...

 

Ләкин Ғәшүрә шаяртмай ине. Һандыҡ ситенә терәлеп үк ятҡан башы аҫтынан иҙән буйлап ҡан йүгергән, асыҡ күҙҙәре тоноҡланып ҡалған да яйлап ҡына яры менән ҡаплана бара, алтын тештәрен ҡыҙартып, асыҡ ауыҙы ситенән дә ҡан юлдары һуҙылған; ҡыҫылған усының бармаҡтары араһынан һоро шыйыҡса ағып сыҡҡан, икенсе ҡулы эс тәңгәлен бөрөп тотҡан.

 

Сәғиҙә апаһының башын ҡосто.

 

— Ташлама, берүк, ташлама, йәшәйек әле... — тип һамаҡланы ул. — Ай, апай, нишләнең һин мин сыҡҡан арала, нишләне-ең? Әй, мин генә ғәйепле, мин генә, нишләп ташлап сыҡтым икән, Хоҙайым!

 

Сәғиҙә апаһының маңлайынан үпте, сәсенән һыйпаны. Шул саҡ, ниңәлер, уға әсәһен ҡосҡандай булып тойолдо. Бынан ун биш йылдар самаһы элек тә, ауырыу әсәһе яҡты донъя менән хушлашҡас, ул нәҡ әлегесә илағайны. Хәлһеҙ Хәсбиямал ҡарсыҡ тәнендә ҡалған остоҡ ҡына көсөн йыйҙы ла, тартыла, һуҙыла биреп: "Бәхил бул, ҡыҙым. Бөтәһе лә йыйылыр, тик... Ғә-Ғәшүрәм менән Рев-Ревлен ғына килмәҫ-ҫ. Бәхиллегемде ет-кер. Ғә-Ғәшүрәгә рәнйемәйем", — тине. Әсәһенең "рәнйемәйем" тигәнен төрлөсәгә юрап була ине. Ерләшергә ҡайтмағанға ла, башҡаса ла...

 

Ғәшүрә фатир киңәйтер булғас, әсәһен бер аҙ үҙенә йәшәргә алып торғайны. Шулай итмәһә, өҫтәлмә бүлмә бирмәйҙәр ине ул саҡта. Ҡышын тышҡа сығып йөрөргә лә еңел булыр, тип, әй, шатланып китте Хәсбиямал әбей! Китеүен китте, тик ике ай ҙа үтмәне, өлкән ҡыҙы уны кире ҡайтарҙы...

 

— Ҡайтам, тип, мыжып тик йөрөй. Ревленға ла дәрес әҙерләргә ирек бирмәй, — тине ул. Үҙе, сисенеп тә тормай, автобусҡа өлгөрөргә кәрәк, тигән һылтау табып сығып та китте.

 

Әсәһендә ниндәйҙер үҙгәреш барлығын шундуҡ һиҙемләне Сәғиҙә, тик тәүҙә үк ни икәнен аңлап етмәне. Сисендереп, яңы кейемдәрен алырға һандығы эргәһенә килтерәйем тиһә... Ҡото алынды: Хәсбиямалдың әлегә тиклем таҫмалап, осона сулпы-тәңкәләр тағып үргән сәсе юҡ ине! Үҙе лә һиҙмәҫтән, ул әсәһенең яулығын һыпырып төшөрҙө.

 

— Әс-сәй... — тине лә, хәле бөтөп, артына — һандыҡ өҫтөнә ултырҙы. — Ни-ни бу-улды-ы?

 

Хәсбиямал илап ебәрҙе. Бәләкәс кенә ҡалған ябыҡ кәүҙәһе дер ҡалтыранды, үкһегәндә һикереп-һикереп китте.

 

— Әрәм генә итте ғүмер буйы үҫтергән толомомдо, балам, әрәм генә итте. Төйөнсөктә ята ул хәҙер, төйөнсөктә... Ғәшүрә киҫте, көн дә сәсеңде тарап торорға ни, тине лә киҫте. Йә бетләрһең, һиңә бында йыш йыуырға бушҡа килгән ҡатыҡ менән йомортҡа юҡ, тине... Үлгәс, түшемә һалырға ла ҡалманы хәҙер сәсем, балаҡайым, түшемә һалырға ла ҡалманы. Рәнйенем мин уға, рәнйенем...

 

Сәғиҙә ул саҡта әсәһен йыуата алманы, күңеленә ятырлыҡ һүҙ тапманы. Ҡәҙерле кешеһенең илауын тәү тапҡыр күреүе үҙенә лә ауыр ине. Ирекһеҙҙән, йәшенә быуылды...

 

...Ғәшүрәнең кәүҙәһен өйҙөң түр яғына ҡуйҙылар. Табип, бүлексә инспекторы килеп ҡарағас, тейешле ҡағыҙҙар яҙып, ҡултамғалар һалдырҙылар. Бер нисә сәғәттән инде үҙ машинаһында ҡалаға киткән Сәғиҙәнең улы Ильяс ҡайтып етте. Ғәшүрәнең берҙән-бере Ревленға әсәһенең үлеме тураһында әйтергә барғайны ул.

— Ревлен ағайҙы офисында тап иттем...

— Ҡайтмайҙыр? — тип бүлдерҙе улын Сәғиҙә. — Мәйеттән ҡурҡа, бигерәк нескә күңелле бала шул. Күҙ алдында әсәһенең тере килеш ҡалғанын теләйҙер...

 

Сәғиҙә, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, аҫҡы иренен тешләне лә, улы биргән ҡағыҙ киҫәген алып, ҡашығаяҡ яғына сыҡты. Ҡалтыранған ҡулдары менән ҙур конвертты асты. Ундағы ҡағыҙға компьютерҙа ошондай һүҙҙәр баҫылғайны:

 

"Апа, маманы билән прощаться итергә кайталмайым. Улган кешедан куркам. Кумганда карагыз але, уның аксасы булырга тиеш, алтын айберлары да, разные бриллианты. Может быть они в одежде. Өс кондан кайтам, сезга расходы на похороны тулармын шунда. Ауылда кумыгез, здесь сами знаете, похороны, поминка во что обходится. Постарайтесь бабушкалар кырында похоронить. Өчень сожалею, но не могу приехать..."

 

— Илама, әсәй, — тине эргәһенә сыҡҡан Ильяс. — Әбейем өсөн бөтөрөнгән дә еткән, һәр кемдең үҙ намыҫында...

 

— Э-э... Эйе, улым, эйе. Ней, һин хәҙер үк төнәтергә ҡарсыҡтар саҡыр, ясин сығырға мулланы алып кил. Мосолманса ерләрбеҙ. Үҙемә әҙерләнгән кәфенлектәр ҙә бар, — тине лә Сәғиҙә, һуңғы һүҙҙәрен апаһына төбәне: — Асыуланма, апай, васыятыңды тоталмайым.Үҙебеҙсә ерләтһәм, исмаһам, йәнең бер аҙ тыныслыҡ табыр...

Рәлис УРАҘҒОЛОВ.

 

Һандыҡ
Һандыҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: