Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Сентябрь , 17:06

Рәми Ғариповҡа арналған сайт буласаҡ

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы шағирҙың тормошона, ижадына арналған сайт булдырыласаҡ. Ул бөйөк шағирҙың  балалары ярҙамында эшләнелә, бында уның бығаса баҫылмаған ҡулъяҙмалары ла һалынасаҡ.

Рәми Ғариповҡа арналған сайт буласаҡ
Рәми Ғариповҡа арналған сайт буласаҡ

Әлеге проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

 

ФОТО: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в