Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Сентябрь , 14:00

Таңсулпан Ғарипованың юбилейы уңайынан конференция үтәсәк

22 сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғариповаға 75 йәшен билдәләй. Ошо  күркәм юбилейы уңайынан 13 сентябрҙә «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөш» тип аталған Бөтә Рәсәй конференцияһы ойошторола.

Таңсулпан Ғарипованың юбилейы уңайынан конференция үтәсәк
Таңсулпан Ғарипованың юбилейы уңайынан конференция үтәсәк

«Торатау» конгресс-холында үтәсәк сарала республика етәкселеге, ғалимдар, дәүләт һәм муниципаль музейҙар, китапханалар, театрҙар етәкселәре һәм белгестәре, Рәсәй төбәктәренән вәкилдәр ҡатнашасаҡ.

Конференцияла фекер алышыуҙың темаһы –  яҙыусының тормошон һәм ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәренең художестволы, жанрлы, лексик-стилистик үҙенсәлектәре, шулай уҡ һүҙ оҫталарының тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса музейҙарҙың традициялары һәм инновациялары. Конференция эше пленар өлөштән һәм ике тематик секциянан торасаҡ: «Т.Ғарипованың тормошо һәм ижады. Уның әҫәрҙәренең художество үҙенсәлектәре», «Һүҙ оҫталарының тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса музейҙарҙың һәм белем биреү учреждениеларының традициялары һәм инновациялары». Унда ҡатнашыусыларҙың докладтары йыйынтыҡта баҫылған.

Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы,  Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Яҙыусылар союзы, «Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма ойоштора.

Таңсулпан Ғарипова - күренекле прозаик, драматург, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ул бөтә ғүмерен халҡына, республикаһына хеҙмәт итеүгә арнаны. Уның әҫәрҙәре стиль үҙенсәлеге, һутлы халыҡ теле, һынлы сәнғәт сараларының байлығы менән айырылып тора. Яҙыусы үҙенең «Бөйрәкәй» китабы өҫтөндә ете йыл самаһы эшләне, һуңыраҡ ул пенталогияға әүерелде. Ул башҡорт әҙәбиәтендә сағыу һәм үҙенсәлекле күренеш булды. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы күҙәтелә, изгелек менән яманлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш яҡтыртыла, башҡорттарҙың иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдары тыуҙырыла.

 

 Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в