Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
16 Август 2022, 07:00

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07. - 12.08.2022)

"Йәшлек" гәзитендә донъя күргән көләмәстәр





* * *

* * *

Бер егет шәп тиҙлектә мотоциклда китеп бара. Ҡапыл шлемына турғай килеп бәрелә. Ҡошсоҡ шунда уҡ иҫен юғалта. Йомшаҡ күңелле егет уны өйөнә алып ҡайтырға була. Турғайҙы ситлеккә урынлаштыра, эргәһенә икмәк, һыу ҡуйып, өйҙән сығып китә.

Турғай иҫенә килә һәм тирә-яғына ҡарай.

– Тәк- тәк… Икмәк, һыу, ситлек. Йә, Хоҙай, мин бит мото­циклисты үлтергәнмен!

 

* * *

ЮХХДИ хеҙмәткәре гүргә эләгә.

– Алдыңда ике юл: уң яҡта – ожмах, һулда – тамуҡ. Ҡайҙа бараһың? – тип һорай унан Ғазраил.

– Юл сатында ғына ҡалһам яраймы?

 

* * *

Уҡытыусы беренсе класс бала­ларынан үҫкәс кем булыуҙары хаҡында һораша.

– Мин табип булам.

– Мин – космонавт.

– Мин әсәй булам, – ти Гөлбикә.

– Ә мин Гөлбикәгә әсәй булырға ярҙам итешәм, – ти Марат.

 

* * *

– Минең өҫтәге күршеләр чечетка бейей, уң яҡтағылар көнө-төнө талаша, һулдағылар ремонт менән булыша, ә аҫта – музыка аҡырталар. Бына һин үҙең уйла, ошондай шарттарҙа мин нисек барабанда уйна­йым инде?

* * *

– Нисек йәшәйһең? – тип һорайҙар берәүҙән.

– Әкиәттәге кеүек. Ҡәйнәм – Убырлы ҡарсыҡ, ҡатыным – сихырсы, балаларым – шайтан, күршем –  һылыу Василиса, ире – иҫәр Иван.

 

***

Ҡатыны – иренә:

– Ҡәҙерлем, әйт әле, ер йөҙөндә, ысынлап та, иң иҫәрҙәре ҡуяндармы ул?

– Әлбиттә, ҡуянҡайым минең!

***

Уҡытыусы балаларҙан һорай:

– Бәшмәктәрҙең барыһын да ашарға яраймы?

– Ярай, ярай, ҡайһы берҙәрен бер генә тапҡыр ашап ҡалырға мөмкин, – ти Әнәс.

***

 Ике «яңы башҡорт» һөйләшә:

– Ишеттеңме, кисә Санкт-Петербургта теге беҙҙең бай дуҫ атҡа  атланған иргә барып бәрелгән…

– Шунан, аҙағы нимә менән бөткән һуң?

– Нимә тип ни, машина эшлектән сыҡҡан…

– Теге һыбайлының хәле нисек һуң?

– Уға нимә булһын, ул бит бронзанан…

***

 Ике эшҡыуар осраша:

– Мин теге көн һинең турала бик яҡшы итеп һөйләнем. Күп итеп аҡса эшләй, аҡса уға күктән яуа тинем, – ти береһе.

– Рәхмәт инде, дуҫҡайым. Кемгә маҡтаның һуң мине?

– Кемгә булһын. Һалым инспекторына инде…

***

Вәлит эштән ҡайтып инеүгә бәләкәс улы йүгереп килеп уны ҡосаҡлап ала ла:

– Бына хәҙер ҡыҙыҡ буласаҡ, – ти.

– Нимә булды? – тип ҡыҙыҡһына атай кеше.

- Әсәйем ике сәғәт элек һинең эшеңә шылтыратты. Һаман һинең менән һөйләшә.

***

ЮХХДИ хеҙмәткәре бер машинаны туҡтата ла аҡыра башлай:

– Һеҙ ни  өсөн рулгә этте ултырттығыҙ?

– Был машина ла, эт тә минеке түгел, мин пассажир булып китеп барам…

 ***

Һалдаттар ялға туҡтап, ултырып бөтөүгә өҫтәренә снаряд осоп килеүен күрәләр. Төрлөһө төрлө яҡҡа һибелә. Тик бер Нуриман ғына тороп ҡала. Снаряд ситтәрәк шартлай. Һалдаттар ҡабат йыйылыша.

– Маладис, Нуриман, батыр йөрәкле икәнһең, ҡурҡманың. Миҙал бирергә кәрәк.

– Ниндәй миҙал булһын, орден!

Шунан Нуриман:

– Эй, туғандар, йондоҙо ла, ордены ла кәрәкмәй. Ҡоро ыштан ғына  бирегеҙсе…

 

 

* * *

Тормош ваҡ-төйәктәре мине борсомай, тиеүселәрҙең бер бөртөк серәкәй менән бер бүлмәлә йоҡлап ҡарағаны юҡ, күрәһең.

 

* * *

– Ниңә эшкә һуңға ҡалдығыҙ?

– Өйҙән һуң сыҡтым.

– Иртәрәк сығып булмай инеме ни?

– Иртәрәк сығырға һуң ине шул.

 

* * *

Бер ир ҙә ҡатынының һәм хөкүмәттең аҡса тотоноуынан ҡәнәғәт түгел. Айырма шунда ғына: хөкүмәтте рәхәтләнеп әрләп була.

 

*    *    *

Сәхнәлә барыбер үҙ тауышы менән йырлаған йырсылар юҡ, тип тамашасылар алҡышлау тауышы яҙҙырылған яҙма йөрөтә башлаған.

 

*    *    *

Ҡатын иренә:

– Ниңә һин миңә гел хыянат итәһең ул?

– Нимә һөйләйһең һин, һөйөклөм? Ниндәй хыянат? Мин бит бары сағыштырып ҡына ҡарайым.

 

*    *    *

– Һеҙгә танылған альпинист булырға ике генә нәмә ҡамасаулай.

– Нимәләр ул?

– Аяҡтарығыҙ...

 

*    *    *

– Ирем фатир алырға аҡса йыя.

– Күпме йыйҙы һуң?

– Байтаҡ. Тиҙҙән шәшке тун алырға етәсәк!

 

*    *    *

Ҡайһы бер ирҙәр фекеренсә, ҡатынға өй йыйыштырырға ярҙам итеү – ул иҙән йыуғанда аяҡтарҙы күтәреп тороу.

 

*    *    *

Өс бер туған ир ашарға ултыра. Алдарында кәбеҫтә ашы. Байтаҡ ҡына тауыш-тын сығармай ултырғас, олоһо көрһөнөп ҡуя:

– Һмм...

Уртансыһы:

– Шул-шул, ҡамасауламаҫ ине...

Төпсөк егет һикереп тора:

– Нимә, йүгереп кенә алып киләйемме?



* * *

– Бала саҡта минең иң ҡурҡ­ҡаным янғын һүндереүселәр ине.

– Ни өсөн?

– Ә һинең уларҙың ҡайыш­тарын күргәнең бармы?

* * *

 

Танышыу сайты аша тапҡан "бәхете" менән осрашыуға барырға йыйынған ир:

– Мин һеҙҙе нисек танырмын икән? – тип һорай.

– Ҡаршығыҙға бер ҡыҙ атлар һәм һеҙ: "Шул ғына булмаһа ярар ине, эй, Аллам!" – тип уйларһығыҙ. Ә ул мин бу­лыр­мын!

 

* * *

Рәмил мәктәптән ҡайтҡас, ата-әсәһенә өндәшә:

– Белмәйем, синыф етәксем нимәгеҙҙе шул тиклем оҡ­шатҡандыр ул... Иртәгә лә һеҙҙе күргеһе килә.

 

* * *

8 Март байрамынан һуң әхирәттәре менән осрашыуҙан   ҡатын өйөнә ҡайтып ингән. Ире, уянып, тыңлап ята икән. Шул ваҡыт ишек төбөндә нимәлер дөбөр-шатыр ауып киткән.

– Нимәне ауҙарҙың унда?! – тип ҡысҡыра икән ир йоҡо бүлмәһенән.

– Һин бүләк иткән шәшке тун төшөп китте, –  тип яуаплай ҡатын.

– Ни эшләп улай ныҡ дө­бөрләй һуң?

– Мин уның эсенән сығып өлгөрмәй ҡалдым.

 

 

***

Төҙөлөштә 30 йылдан ашыу эшләп ташлаған прораб Фәррәх, ниһайәт, ҡатыны менән йәйге ялға Ҡырымға бара. Ҡатыны, ләззәтләнеп:

– Ҡояш, ҡыҙыу ҡом, диңгеҙ!Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк!

Фәррәх:

– Цемент!

***

Ейәне өләсәһенең тыуған көнөнә рауза сәскәләре тотоп килгән.

– Рәхмәт, улым. Сәскәләрең бигерәк матур! Беҙҙең баҡсала үҫкән раузаларға оҡшап тора.

– Хәҙер үҫмәйҙәр инде, өләсәй…

– Минең артыҡ ауырлығым тураһында шаяртып берәй һүҙ әйтһәң, маңлайыңа аласаҡһың. Аңланыңмы?

– Эйе!

– Һин ни аңланың?

– Һинең артыҡ ауырлығың мине үлтерергә йыйынғанын.

 

***

Психолог кабинетында.

– Туғандарығыҙҙан берәйһе эскелек менән интекмәнеме?

– Бер кем дә интекмәне. Бөтәһе лә эсте һәм ҡыуанып йәшәне…

 

* * *

– Һиңә әсәйең йоҡларға ятҡанда ниндәй әкиәттәр һөйләй ине?

– Институт бөтөрөрһөң дә  ҙур аҡса эшләй башларһың, тигәйне.

* * *

Ике ҡатын ғәпләшеп ултыра, ти. Беренсеһе зарлана башлаған:

– Эй, ирем эсеп тә ҡуя. Әле бер айныҡ көнө юҡ.

Икенсеһе тыныс ҡына:

– Ә минеке байрамдарҙа йәки мунсаға барғанда ғына эсә.

Шул саҡ икенсе ҡатындың ире ҡайтып инә лә:

- Ҡыҙҙар, бөгөн ниндәй байрам?

Ҡатындар уға:" Байрам түгел!" – ти.

– Улайһа, мин мунсаға киттем...

 

 

– Был алыпһатарҙар һуңғы ваҡытта шул тиклем оятһыҙ­ланды! Кешенең өс ҡат тиреһен һыҙырып алырға әҙерҙәр. Бынау күлдәкте күпмегә алған тип уйлайһың? – ти берәү танышына, магазиндан ҡайтҡас.

– Ә уны нимә эшләтәһең ул тиклем ҡиммәт булғас? Һинең размер түгел бит...

– Мин уны районға алып ҡайтып, хаҡын өс тапҡыр арттырып һатам.

* * *

Айыу менән бүре илай-илай урман буйлап атлай. Ҡаршы­ларына шат күңелле ҡуян осрай:

– Ниңә илайһығыҙ, егеттәр?

– Хәрби хеҙмәткә алалар. Ә һин ниңә шат?

– Ә мине, әрмегә яраҡһыҙ, тинеләр. Күҙҙәр насар күрә.

– Кит, булмаҫ...

– Ысын. Анау тауҙы күрә­һегеҙме?

– Эйе.

– Ә тау башындағы ҡайын­ды?

– Уны ла күрәбеҙ.

– Вәт! Ә мин хатта тауҙы ла күрмәйем.

 

* * *

 

Бер ир табип янына инә:

– Табип әфәнде, минең бер күҙем бала саҡтан бирле ҡылый.

– Күрәм.

– Һәм ниңәлер һуңғы арала тауышым ҡарлыҡты.

– Ишетәм.

– Етмәһә, кисә «Ашығыс яр­ҙам» машинаһы бәреп китте.

– Беләм.

 

 

*    *   *

Командировкаға йыйынған ир ҡатынына:

– Әгәр ҙә миңә тотҡарланырға тура килһә, һиңә хат яҙырмын.

– Ебәреп мәшәҡәтләнмә. Уны костюмың кеҫәһенән табып уҡыным инде.

 

*    *   *

– Ғәли, һиңә нимә булды? Ниңә кәйефең юҡ?

– Нимә булһын... Таланылар, бөтә аҡсамды тартып алдылар.

– Кем икәнен таныныңмы һуң?

– Үҙ ҡатынымды ла танымаҫҡа мин әллә йүләрме?

 

*    *   *

Ҡатын-ҡыҙ мөғжизә: ул “кем ғәйепле” һәм “нимә эшләргә кәрәк” икәнлеген һәр ваҡыт белә. Ләкин бер ҡасан да “Иртәгә эшкә ниндәй күлдәк кейергә?” һәм “Бөгөн кисә нимә ашайбыҙ?” тигән ябай һорауға яуап бирә алмай.

 

*    *   *

– Их-х, бына хәҙер ыуылдырыҡ менән бутерброд ашарға ине!..

– Икмәк юҡ бит.

– Ә ыуылдырыҡ бармы ни?

– Булған хәлдә лә икмәк юҡ бит...

 

 

*    *   *

– Улым, һин ошо мәктәптә уҡыйһыңмы?

– Эйе.

– 20 йыл элек мин уны тамамлағайным.

– Директорҙың: “Мәктәптә бындай ахмаҡтың 20 йыл булғаны юҡ ине!” – тигәнен хәҙер генә аңланым.

*    *   *

Урамда илап торған бәләкәй генә малай янына бер ҡатын килеп:

– Нимә булды? Ниңә илайһың? – тип һорай.

– Аҙаштым!

– Ә адресыңды беләһеңме?

– Эйе. www.mаlаy.ru.

*    *   *

Спорт магазинында.

– Һеҙҙең парашюттар сифатлымы?

– Әлбиттә. Әле берәүҙең дә кире килтергәне юҡ.

*    *   *

– Әсәй, тиҙерәк кил әле! Мин баҫҡысты ауҙарҙым.

– Атайың белеп ҡалһа, кәрә­геңде бирә бит...

– Ул белә. Ҡыйыҡ башына тотоноп тора...

*    *   *

“КамАЗ” машинаһы шо­ферын хөкөм итәләр.

– Сәлимов, “Запорожец”ты тапауҙа үҙ ғәйебегеҙҙе та­ный­һығыҙмы?

Сәлимов иптәшенә боролоп ҡарай ҙа:

– Их-х, Ғәли, әйттем мин һиңә, юлда машина тора, тип. Ә һин: “Юҡ, аунап ята бит!” – тигән булдың...

 

*    *   *

– Әсәй, мин Рөстәм менән уйнарға сығайым әле.

– Юҡ, уйнама. Рөстәм – насар малай.

– Улайһа, сығып, уны туҡмап инәйем.

*    *   *

Бер ҡыҙ юл буйында үткенсе машиналарға ҡул күтәреп тора. Бер машина килеп туҡтай ҙа, шофер:

– Тәүҙә усығыҙҙы күрһәтегеҙ, – ти. – Ә ғүмер һыҙығы оҙон күренә, ултырығыҙ.

– Ә һеҙгә минең ғүмерем нимәгә кәрәк?

– Һуңғы арала машинаның тормозы әллә нимә эшләне. Шуға ҡыҙыҡһынам.

 

*    *   *

Ике дуҫ һөйләшә.

– Үҙең, машинамды кем урлағанын беләм, тиһең. Ә үҙең полицияға әйтмәйһең...

– Сабыр итәм әле. Башта бер аҙ йүнәтһендәр.

 

*    *   *

– Ҡара әле, Ғәли Ғәли улын үҙенә йорт һалдырған өсөн эшенән ҡыуғандар, ти.

– Йорт һалдырған өсөн түгел. Өй төҙөйөм, тип халыҡтың һуңғы ыштанын һалдырған өсөн ҡыуҙылар.

 

*    *   *

– Әсәй, һинең сал сәстәрең күренә башлаған.

– Эйе шул, балалар тыңлашмаһа әсәйҙәрҙең сәсе ағара ул.

– Ә-ә-ә, бына ни өсөн өләсәйҙең сәстәре ап-аҡ икән!?

 

* * *

Бер ир дуҫына маҡтана.

– Минең машинаны күр әле, тотош автоматика! Бер педалгә баҫһам, телевизор ҡабына, икенсеһенә баҫһам, музыка уйнай.

– Тапҡанһың нимә менән маҡтанырға! Минең машинам­дың, беләһеңме, бер ишеген ҡатыраҡ итеп япһаң, ҡалған өсөһө шунда уҡ асылып китә.

 

 * * *

– Һеҙҙең улығыҙ минең машинаға таш ырғытты!

– Тейҙерҙеме һуң?

– Бәхеткә күрә, юҡ...

– Улайһа минең малай түгел инде.

 

* * *

Зоопаркта.

– Атай, маймыл беҙгә бик уҫал итеп ҡарап ҡуйҙысы...

– Тыныслан, улым. Был әле касса ғына.

 

* * *

Егетенә бүләк алырға килгән ҡыҙ һатыусынан кәңәш һорай.

– Ә ул нимә менән шөғөл­ләнә? Ниндәй һөнәр эйәһе?

– Ул – шағир!

– Улайһа нимә тип әйтергә лә белмәйем... Бәлки, бынау сүп кәрзинен алырһығыҙ?

 

* * *

– Атай, беҙгә мәктәптә уҡы­тыусы: “Аслыҡ йылдарында икмәкте карта менән бир­гәндәр”, – тип һөйләне.

– Эйе, улым, шулай булған шул.

– Ә икмәкте банкоматҡа нисек һыйҙырҙылар икән?

 

 

 

 

 

 

*    *   *

ЮХХДИ хеҙмәткәре янына бер төркөм малайҙар йүгереп килә:

– Ағай, ағай, тиҙ генә беҙҙең арттан барығыҙ әле!

– Нимә булды?

– Беҙҙең уҡытыусы машинаһын тыйылған урында ҡалдырып китте.

 

*    *   *

– Әсәй, телевизорҙан ҡоштарҙы үлтергәндәрен күрһәтәләр. Ни өсөн шулай ҡыланалар икән?

– Уларға ауырыу йоҡмаһын өсөн.

 

*    *   *

– Был ни хәл, Марат? – ти уҡытыусы. – Башланғыс класта һин “бишле”-ле билдәләренә генә уҡый инең. Ә хәҙер “икеле”-нән башың сыҡмай.

– Ҡартатай ғәйепле бында!

– Ниңә ул?

– Ул бит башланғыс кластарҙы тамамлағас, артабан уҡымаған...

 

*    *   *

ЮХХДИ хеҙмәткәре ҙур тиҙлектә барған машинаны туҡтата:

– Танытмағыҙҙы күрһәтегеҙ. Һеҙҙең бит бында фотоғыҙ дөрөҫ түгел!

– Нисек дөрөҫ түгел? Бына бит, һулдан өсөнсө – мин!

 

*    *   *

ЮХИДИ хеҙмәткәре машинала барыусы ҡатынды туҡтата:

– Һеҙ нимә, светофорҙағы ҡыҙыл төҫтө күрмәйһегеҙме әллә?

– Ҡыҙыл төҫтө күрҙем дә ул, – тип аҡлана тегенеһе. – Һеҙҙе генә абайламағанмын.

 

 

 

 

 



* * *

Ике ҡараҡ осраша.

– Һин әллә театрға барҙыңмы?

– Эйе. Ә һин ҡайҙан белдең?

– Өҫтөңә яңы тун кейгәнһең бит.

 

* * *

– Ҡатын, мин һине дауаханаға оҙата барырға булдым.

– Ниңә?

– Һинең менән бер-бер хәл булмаһын һәм һин берәйһе менән бер-бер хәл ҡылмаһын өсөн.

 

* * *

Атаһы менән 5 йәшлек улы йоҡларға ятыр алдынан ванна бүлмәһендә теш таҙартып тора. Тынлыҡты боҙоп, улы, көҙгө аша атаһына ҡарап, күңелһеҙ генә тауыш менән:

– Атай, ирҙәр, ысынлап та, ҡатындарҙан алдараҡ үләме? – тип һорап ҡуя.

– Статистика буйынса шулай, улым...

– Һин дә әсәйҙән алдараҡ үләһеңме?

– Уны алдан белеп булмай, балам.

Малайы, атаһына боролоп, та­ғы ла борсоулыраҡ тауыш менән:

– Атай, әтеү әсәйгә интер­неттан планшетҡа уйын­дар яҙҙырырға өйрәтеп ҡуй әле.

 

* * *

Әсәй миңә, әгәр тату эш­ләтһәм, өйгә ҡайтып йөрө­мәһәм дә була, индермәйем, тине. Быны ишетеп торған атайым:

– Бындай форсат бик һирәк кенә тәтей, улым! Мотлаҡ файҙалан! – тине.

 

* * *

Ҡатыны – иренә:

– Мин – һинең өсөн икенсе урында. Беренсе урында – футбол!

– Юҡ, ҡәҙерлем, икенсе урында – хоккей. Беренсе урында, ысынлап та, футбол.

 

 

 

* * * 

Стоматологияға инеп, теш протезын ҡуйҙырыу хаҡтарын белешеп сыҡҡайным. Блендер һатып алыуың яҡшыраҡ икән, тигән һығымтаға килдем.

***

 

– Сания, иреңә яңы костюм алдығыҙмы ни?

– Юҡ, был – минең икенсе ирем.

***

 

5 йәшлек ҡыҙ фотоальбом ҡарап ултыра.

– Әсәй, пляжда һинең яныңда ултырған ошо матур ғына кешекәй кем ул?

– Атайың да инде.

Бала шаҡтай ғына йыуанайған атаһына ымлап, бышылдап ҡына әсәһенән һорай:

– Ә был миңә кем була?

***

Табип бер әбейҙең күкрәк ситлеген тикшерә:

– Бына былай баҫҡанда үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ?

– Йәш ваҡыттар иҫкә төшә…

***

– Алло! Был «Тиҙ ярҙам»мы? Бала ручка йотто!

– Хәҙер килеп етәбеҙ.

– Һеҙ килгәнсе нимә эшләйек?

– Ҡәләм менән яҙа тороғоҙ.



* * *

 

Бәҙрәфтә ике таныш студент осраша.

– Шунан имтиханыңды ҡабаттан тапшыра алдыңмы?

– Юҡ шул, декан, ҡәһәрең, рөхсәт бирмәне.

Икенсе кабинанан тауыш:

– Рөхсәтем булмаясаҡ та…

* * *

Дарыуханала практикант­тың яңғыҙын ҡалдыралар.

Табип килгәс:

– Пациенттар булдымы? – тип һорай.

– Булды берәү, йүтәлдән дарыу һораны.

– Нимә бирҙең?

– Эс йомшарта торған дарыу…

– ????

– Нисек ярҙам итә әле: ана, йүтәлләргә лә ҡурҡып тора.

 

* * *

Бер ир күршеһенең  ҡоймаһы янына килә лә әкрен генә шаҡый башлай. Бер тауыш та юҡ. Нығыраҡ шаҡый – тынлыҡ. Ҡойманың теге яғынан эт килеп сыға ла:

–  Нимә шаҡыйһың, өйҙә берәү ҙә юҡ, – ти.

Ир иҫтән яҙып ҡолай. Бер ни тиклем ваҡыттан иҫенә килһә, эт һаман уға ҡарап тора.

– Һин нимә, өрә белмәйһеңме әллә? – тип һорай аптыраған ир.

– Беләм, әммә һине ҡурҡыт­ҡым килмәгәйне.

 

* * *

Атаһы менән улы һөйләшә.

– Атай, ҡайһы бер Көнсығыш илдәрендә егеттәр өйләнгәнгә тиклем ҡатынының кем булыуын белмәй, тиҙәр…

– Ул барлыҡ илдәрҙә лә шулай , улым…

* * *

Бер ҡыҙ эшкә урынлашырға килгән.

– Элекке эш урынынан ни эшләп киттегеҙ?

–  Арыу сәбәпле.

– Ул ниндәй арыу тағы?

– Белмәйем, ни өсөндөр минән арынылар.

* * *

Бер ҡатын икесеһенә зарлана:

– Туйҙым был ирҙән. Гел әсәһен һөйләй ҙә әсәһен һөйләй . Мин уға бар ни ҙә, юҡ ни!

– Ул һине ҡатын-ҡыҙ итеп күрмәй улайһа. Беләһеңме, һин шулай эшлә. Ул эштән ҡайтыуға енси теләген уятырлыҡ итеп кейен, әсәһен иҫкә лә алмаҫ!- тип кәңәш бирә әхирәте.

Кистән ир ҡайтып инә, күрә: ҡара эске кейем, ҡара селтәрле ойоҡ кейгән ҡатыны уны йылмайып ҡаршылап тора.

– Хоҙайым, ниңә былай ҡаранан кейендең?! Әсәйем менән бер- бер хәл булдымы әллә?

Купела пассажир яңғыҙы ғына ултыра. Талаусы килеп инә лә, уға пистолет тоҫҡай:

– Тиҙ генә аҡсаңды сығар!

– Миндә һуҡыр бер тин дә юҡ.

– Ә ниңә шулай ҡалтыранаһың?

– Мин һеҙҙе контролер тип уйланым.

* * *

 Ике әхирәт һөйләшә.

– Беләһеңме, кисә беҙ ирем менән киске ашты шәм яҡтыһында ашаныҡ…

– Ысынлапмы?! Шунан?!

– Шунан утты йүнәттек инде.

 

 

*   *   *

– Һин ҡайҙа ял итергә яратаһың?

– Мин ҡайҙа яратам, шунда уҡ ял да итәм.

*   *   *

Ҡыҙ – егеткә:

– Йәнем, миңә һыуыҡ. Дер-дер киләм...

– Ҡалтыра, ҡалтыра. Тирләп сыҡҡансы ҡалтыраһаң, йы­лынырһың.

*   *   *

– Машина юлының уртаһынан йәйәү барған саҡта тротуарҙан килеүсе машинаны үткәреп ебәрергә тейешменме-юҡмы?

*   *   *

Һуңғы ун йылда Рәсәйҙән сит илгә 670 физик, 349 химик, 986 табип күсеп киткән. Улар араһында, исмаһам, бер бөртөк  ГАИ хеҙмәткәре булһасы!

*   *   *

Ололар Ҡыш бабайға ышанмай. Уның ҡарауы, көн торошо тураһындағы хәбәрҙе тыңлайҙар һәм һайлауҙарға йөрөйҙәр.

*   *   *

– Битең ниңә тырналып бөткән ул?

– Һин буйҙаҡмы ни?

– Юҡ, өйләнгәнемә өс йыл...

– Улай булғас, ниңә һорап тораһың?

*   *   *

Ышаныслы аҙымдар менән алға барыу өсөн башыңдың артында тағы ла бер күҙең булыу кәрәк. 

*   *   *

Хеҙмәт маймылды кеше иткән, тиҙәр. Ә ниңә ҡырмыҫҡа менән бал ҡорто һаман кешегә әйләнмәй икән?

*   *   *

Һөйәркә менән булған мөнәсәбәттәрҙең ҡатының менән булған мөнәсәбәттәргә бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ.

*   *   *

Ваҡытлы ауырлыҡтарҙан да даимираҡ нәмә юҡ.

*   *   *

Бер егет театрҙан сыҡҡас, дуҫынан һорай:

– Һин бер ни ҙә күрә алмағанһыңдыр инде, алдыңда ғына арандай бер ҡатын ултыра ине.

– Рәхәтләнеп ҡараным. Ул ҡолағын тиштергән булып сыҡты. 

*   *   *

– Туташ, телефонығыҙҙы бирегеҙ әле?

– Нимә, бер күреүҙә ғашиҡ булдым, тип әйткегеҙ киләме әллә?

– Юҡ, был – талау, тип әйткем килә!

*   *   *

– Кисә һинең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыңды күргәйнем. Ул мине танымайынса үтеп китте.

– Беләм, ул миңә был турала кисә үк әйтте.

*   *   *

– Атай, һин иң күп аҡсаны ҡасан юғалттың: 1998 йылдағы иҡтисади көрсөктәме, әллә 2008 йылдағындамы?

– 2006 йылда. Әсәйең менән айырылышҡас...

*   *   *

Ахмаҡ булып күренергә теләмәһәң, аҡыл һатма.

*   *   *

Анкета тикшереүҙәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 76 проценты зифа буйлы, сибәр һәм аҡыллы булырға ынтыла. Ҡалған 24 проценты һорауҙы аңламаған.

*   *   *

– Туташ, һеҙгә был күлдәк килешмәй. Тегенеһен һатып алығыҙ...

– Килешмәһәсе! Шкафта эленеп торһа, ярамаймы ни?!

*   *   *

Ғаиләлә тыныслыҡ хөкөм һөрһөн өсөн сабырлыҡ, мөхәббәт, бер-береңде аңлау һәм ике телевизор кәрәк.

*   *   *

– Эсеүҙе, тартыуҙы һәм ҡатынды ташланым әле.

– Ә ҡатыныңды ниңә ташланың һуң? Инде кешесә йәшәй башланың ғына тигәндә...

– Ул бындай бәхеткә лайыҡ түгел.

*   *   *

– Ниңә был балыҡтарҙың хаҡы төрлө ул? Ҙурлығы ла, ауырлығы ла, атамаһы ла бер иш.

– Ҡиммәтлеһе ҙурыраҡ селәүгә эләктерелгән.

*   *   *

Урамдың теге яғындағы туҡталышҡа автобус һәр ваҡыт тиҙерәк килә.

*   *   *

– Минең ҡатыным тыйнаҡ кеше, шуға күрә бер нәмә лә һорамай. Әмер генә бирә.

*   *   *

– Ҡәҙерлем, ниңә һин кәтлиттәрҙе төрлө ҙурлыҡта яһайһың ул?

– “Аҙыҡты төрләндерергә ваҡыт етте” – тип үҙең әйттең дә баһа, һөйөклөм...

*   *   *

– Тормош нисек?

– Лениндыҡы кеүек...

– Уныһы нисек була?

– Ашатмайҙар ҙа, күммәйҙәр ҙә.

 

*   *   *

Халыҡ-ара иҫәрҙәр конкурсында Вәли 1-се урын яуланы. Сөнки, күпме генә тырышһалар ҙа, уға бәйгенең асылы нимәнән ғибәрәт булыуын аңлата алманылар.

 *   *   *

Ике тотҡондоң береһе ултыра, икенсеһе тегеләй-былай туҡтау­һыҙ йөрөй. Беренсеһе икен­сеһенән һорай:

– Ҡара әле, һин ихтималлыҡ теорияһы тураһында берәй нәмә беләһеңме?

– Юҡ. Ә нимә ул?

– Бына һин әле нимә эшләйһең?

– Тегеләй-былай йөрөйөм.

– Ул һиңә генә шулай тойола. Ә ысынбарлыҡта һин ултыраһың.

*   *   *

Кешеләр ике төргә бүленә. Берәүҙәр донъяны тәгәрәтә. Ә икенселәр: “Донъя ҡайҙа тәгәрәй?!” – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йәнәшәнән йүгерә.

*   *   *

– Нимә ул бәхет?

– Яҡшы сәләмәтлек һәм насар хәтер.

*   *   *

– Көслө шахматсы көсһөҙөнән нимәһе менән айырыла?

– Көсһөҙ шахматсы һындарҙы таҡтала шыуҙырып, ә көслөһө күтәреп күсерә.

*   *   *

Баланы өндәшмәҫкә өйрәтеү уны һөйләшергә өйрәтеүҙән күпкә ауырыраҡ.

*   *   *

– Ҡәҙерлем, кәрәкле һүҙҙәр табыуы миңә бик ауыр...

– Борсолма, йәнем. Кәрәкле аҡсаны тапһаң, шул етер.

*   *   *

Өфөнө эттәр баҫып бара. Оҙаҡ­ламай кешеләрҙе “Ҡыҙыл китап”ҡа индерерҙәр, моғайын.

*   *   *

Ҡабаҡ ыуылдырығы тәмле булһын тиһәгеҙ, уны ҡара йәки ҡыҙыл ыуылдырыҡҡа алмаш­тырығыҙ.

*   *   *

Ришүәтселекте еңергә маташ­мағыҙ, аҡсағыҙ етмәйәсәк.

 

***

– Көлөү кешенең ғүмерен оҙайта, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?

– Ә был инде кемдән көлөүеңдән тора, хөрмәтлем… Ҡыҫҡартыуы ла бар.

 

***

Ейәне менән өләсәһе аш-һыу бүлмәһендә.

– Их, – ти ҡарсыҡ, – беҙ йәш саҡта музыка бигерәк матур ине.

– Өләсәй, был бит миксер шулай эшләй, – ти ейәне.

 

***

Ҡатын – иренә:

– Әгәр мин икенсе иргә китһәм, һин бик үкенәсәкһең һәм ҡыҙғанасаҡһың.

– Әйттең һүҙ, ни эшләп мин кеше ҡатынын ҡыҙғанырға тейешмен? – тигән ир.

 

***

«Иремдең дуҫтарын шул тиклем яратмайым. Ҡулым­дан килһә, шуларҙың бары­һын да өйләндереп,   этлек эшләр инем…»

***

 Тегенсе заказ артынан килгән ирҙән һорай:

– Һеҙҙең ҡатынығыҙ бармы?

–  Эйе.

– Улайһа, йәшерен кеҫә тегергә тәҡдим  итәм.

 

***

– Ҡатын-ҡыҙ менән спиртлы эсемлек араһында ниндәй айырма бар?

– Аҡсаң булмаһа, береһенең дә янына яҡын барырмын тимә.

 

***

Автобуста бер ҡыҙ итәгенә бесәйен ултыртып иркәләп бара. Ҡаршыһында ултырған егет:

– Минең дә шул бесәй урынында булғым килә…

– Һис тә бесәйгә ҡыҙыҡмағыҙ. Мин уны ветклиникаға стерилизация эшләтергә алып барам.

 

***

– Кисә поезда барғанда проводница танауыма тондорҙо?

– Абау, ни өсөн?!

– Түшәк мәсьәләһе бында нисек тисек тип һорағайным. Мин нимә теләгәнде аңламаны.

 

***

 Ир ҡатынына:

– Ҡайҙа киттең?

– Кибеткә.

– Аҡса алдыңмы?

– Алдым.

– Туҙҙыра күрмә, йәме!

 

***

Ике  ир маҡтана.

– Минең өйҙә бөтә нәмә автоматлаштырылған, - ти береһе.

– Ә минең өйҙә – Японияла етештерелгән робот. Бөтә нәмәне лә эшләй. Хатта мин юҡта түшәктә лә алмаштыра, – ти икенсеһе.

- Ҡайҙан беләһең?

- Кәләш ауырға ҡалды.

 

***

Кеҫә телефоны аша һөйләшеү:

– Ҡәҙерлем, һин ҡайҙа?

– Һунарҙа.

– Кем унда һинең яныңда шул тиклем ауыр итеп тын ала?

– Кем булһын, айыу.

 

***

 Магазинда практика үтеүсе егет – өлкән һатыусыға:

– Һеҙ юҡта мин бер пар ботинка һаттым. Тик ул кеше аҡсаһын иртәгә килтерәсәк.

– Шулай итмәй ни, – тип асыулана һатыусы. – Хәҙер ул кеше бер ҡасан да беҙҙең магазинға килмәйәсәк.

– Киләсәк, – ти эре генә практикант, – мин бит уға ботинканың икеһен дә бер аяҡтыҡын бирҙем…

 

***

Дауаханала икәү һөйләшә.

– Ни эшләп йөрөйһөң?

–  Балаларҙы алып килдем.

– Нимә булды?

–  Башҡа сиртештән шахмат уйнағандар. Береһенең бармағы һынған, икенсеһенең мейеһе һелкенгән.

 

***

Бер ир ашығып кәңәшмәгә килә лә, машинаһын ҡуйырға урын таба алмай аҙаплана.

– Эй, Хоҙайым, автомобилемде ҡуйырға урын тапһаң, эсеүемде лә ташлап, намаҙға ла баҫыр инем.

Ҡапыл буш урын күреп ҡала.

–  Ярай, кәрәкмәй. Таптым инде.

 

 

***

– Әйтегеҙ әле, костю­мығыҙҙы ҡайҙа тектерҙегеҙ?

– Парижда.

– Ул Одессанан алыҫмы?

– 10 мең саҡрым.

– Ҡара һин уны, ниндәй төпкөлдә, ә нисек тегәләр!

 

***

Ике әхирәт серләшә.

– Бер ҡасан да ирем менән балыҡҡа бармаясаҡмын! үтә ҡыс­ҡырып һөйләштем,   селәү­сенде лә дөрөҫ итеп ҡуй­ма­ғанмын, имеш. Иң ҡур­ҡынысы аҙаҡ булды – иремә ҡарағанда балыҡты күберәк тоттом.

 

* * *

Бер ир балыҡ ҡармаҡлай икән. Эргәһенә икенсеһе килә лә һорай:

– Бөгөн һыу нисек, яҡшымы?

– Бик һәйбәт! Балыҡтың хатта сыҡҡыһы ла килмәй!

 * * *

Магазинда ике әхирәт һөйләшә.

– Һин нисек уйлайһың, нин­дәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме?

– Нимә хөрмәтенә һуң?

– Эй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит.

 

* * *

Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.

– Алло, был радиомы?

– Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.

– Туғанҡайым, радиоғыҙ­ҙың тауышын бер аҙ ябы­ғыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.

– Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радио­ғыҙҙы ябығыҙ.

– Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатирға яңғырай.

 



***

– Ғәлиә, һүрәт төшө­рөргә яратаһың, буғай?

– Ниңә?

– Ҡашыңа ҡарап әй­тәм...

        

***

Әсәһе – ашнаҡсыға уҡы­ған ҡыҙына:

– Ҡыҙым, һеҙгә үҙегеҙ әҙерләгән ри­зыҡтарҙы ашата­лармы һуң?

–  Мәжбүр итәләр!

 

 

***

Бер сибәр ҡыҙ ма­газинда:

– Миңә шундай туф­ли кәрәк: аяҡты ла ҡыҫ­маһын, шул уҡ ваҡытта ябай һәм нәфис тә булһын, – ти.

– Мин һеҙҙе аңла­ным, – ти һатыусы, – эстән ҙур, тыштан бәләкәй генә туфли эҙләйһегеҙ.

 

***

 

– Әйҙә, Вәлиҙе ҡы­ҙыҡ итәбеҙ?

– Әйҙә! Ә нисек?

– Стаканына лимо­над урынына араҡы ҡоябыҙ.

– Юҡ, Вәли юморҙы аңлай торған кеше түгел, уның урынына мине ҡыҙыҡ итәйек.

 

***

– Һөйләп ебәр, ҡартлас, кистәрегеҙҙе ҡайҙа уҙҙыраһығыҙ?

–  Ҡайҙа булһын, өй­ҙә – ҡатын янында.

– Бына был мөхәб­бәт, исмаһам!

– Юҡ, дуҫым, был мөхәббәт түгел, ә радикулит!..

 

***

– Йәшлегемде һа­ғы­­нам…

– Беҙҙең таныш­ҡан ваҡыттарҙымы, атаһы?

– Юҡ. Һине бел­мәгән ваҡыт­тарым­ды…

 

***

– Доктор, мин  көн һайын бер үк төш күрәм.

– Ниндәй төш?

– Мине самолеттан ырғыталар!

– Парашют кейеп ятығыҙ.

 

***

Ике пенсионер ос­раша:

– Шунан, хәлдәр нисек?

– Ресторандан сыҡ­ҡан юҡ!

– Әллә берәй мираҫ алдыңмы?

– Швейцар булып эшләйем.

***

Парикмахер клиенттан һорай:

– Һеҙ муйынығыҙға әллә берәй буяу буянығыҙмы ул?

– Юҡ!

– Тимәк, мин ысынлап та муйынығыҙҙы киҫкәнмен инде...

***

Уҡытыусы Вәлигә шылтырата:

– Һин ни эшләп бөгөн мәктәпкә килмәнең?

– Апай, минең температура. 42 градус!

– Нисек инде?

– Әсәй: “ 36,6”, – тине.

 

***

– Ҡәҙерлем, тоҙ түгелһә, талашҡа, тиҙәр. Мин тоҙ һауытын төшөрөп ебәрҙем.

– Һөйөклөм, ҡайғырма, бәлки, бер ни ҙә булмаҫ.

***

Таң беленер- беленмәҫтән бер ир балыҡҡа сығып китә. Урамда буран сыҡҡас, әйләнеп ҡайта ла  ҡатыны янына инеп ята.

– Ҡәҙерлем, был һинме ул?

– Эйе, мин.

– Ә минең алйот балыҡҡа китте...

 

***

– Апай, ситтән тороп һайлау нисек була ул?

–  Ҡустым, һин өйөңдә, кемде һайларға икән, тип уйлап ултыраһың. Тегендә һин уйлаған кешене һайлап та ҡуялар.

 

***

– Кибеттә сиратта торғанда халыҡ  таралмаҫмы тип, сөскөрөп ҡарағайным. Барыһы ла сөскөрә башланы.

 

 

* * *

Төҙөлөштә 30 йылдан ашыу эшләгән прораб Фәррәх, ниһайәт, ҡатыны менән йәйге ялға Ҡы­рымға бара. Ҡатыны, ләззәтләнеп:

– Ҡояш, ҡыҙыу ҡом, диң­геҙ!.. Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк?

Фәррәх:

– Цемент!

* * *

Ир ҡатынының, үлсәүгә баҫып, ҡулдары менән ҡорһағын йыйып торғанын күрә лә:

– Гөлйемеш, үлсәү өҫтөндә тороп, ҡорһаҡты йыйыу нисектер ауыр­лығыңды кәметер тиһеңме?

– Зато үлсәүҙең һандары күренә!

* * *

Туйҙан һуңғы көндөң иртәһе. Ир аш-һыу бүлмә­һенә килеп сыҡһа, ҡатыны­ның күҙҙәре илауҙан шешенеп бөткән.

– Нимә булды, матурым?.. Берәй нәмә оҡша...

– Юҡ-юҡ, бәғерем. Бынауы ике йомортҡаны таң һары­һынан  тороп, ике сәғәт ҡай­натам, ә улар һаман бешмәй, йомшарырға ла уйламай!!!

 

* * *

Өс ҡатын серләшеп ултыра, ти.

– Кисә ирем телевизор, CD-уйнатҡыс бүләк итте. Хәҙер көнө буйы өйҙә ултырам. Бер ҡайҙа ла йөрөйһө түгел!  – ти беренсеһе.

– Ә миңә ирем өй кинотеатры бүләк итте! Күңел асам да асам, асам да асам... – ти икенсеһе.

– Ә һиңә ирең Яңы йылға берәй нәмә бүләк иттеме? – тип һорай тәүге ике әхирәт өсөн­сөһөнән.

– Миңә бер нәмә лә һатып алманы! Һинең менән әле киноға ла, театрға ла йөрөп була, матурым,  ғына тине!

 

* * *

Дүрт йәшлек ҡыҙ бала төн уртаһында уянып киткән дә:

– Әсәәәй, әкиәт һөйлә, әкиәт һөйләәәә...  – тип аптырата, ти.

– Хә-ә-әҙер, ҡыҙым, атайың ҡайт­һын да, икебеҙгә лә әкиәт һөйләйәсәк!

* * *

Һалдат,  ауырыу ҡатынының хәлен беләм тип, командирынан ял һорай.

– Мин һине ялға ебәрер инем, – ти полковник, – ләкин кисә генә ҡатыныңдан хат алдым. Ул, хәлем еңеләйҙе, ирем борсолмаһын, тигән.

Һалдат ҡырт боролоп, ишеккә йүнәлә, әммә сығып китер алдынан ҡабат командирына  өндәшә:

– Беҙҙең полкта, иптәш полковник, ике ата алдаҡсы бар! Шуның береһе – мин, сөнки  ҡатыным юҡ.

 

***

Тәфтишсе:

 – Ҡатынығыҙға ни өсөн һуҡтығыҙ?

– Өйгә ҡайтмайынса, иптәш ҡыҙында ҡунып ҡалғаны өсөн!

–  Шуның өсөн ҡул күтәрәләрме ни?

– Һе, мин уның иптәш ҡыҙында ҡунып ҡалғас, ҡатын былай ғына ҡыланмағайны  әле!

 

***

Юлда ЮХХДИ хеҙмәткәре автомобилде туҡтата.

– Һеҙ сәғәтенә 60 км тиҙлегендә барҙығыҙ. Бында 40 билдәһе тора.

Шофер:

– Ғәфү итегеҙ, минең тиҙлегем теп- теүәл 40 ине, иптәш постовой.

– Бына радар күрһәтте бит.

Водителдең ҡатыны хәбәргә ҡушыла:

– Иптәш лейтенант, бәхәсләшмәгеҙ, «ҡырын тейәп» алһа, минең ир гел шулай үҙһүҙле.

– Етмәһә, эскән килеш рулгә ул­тыр­ғанһығыҙмы ни әле?!

Артта ултырыусы ҡәйнә:

– Әйттем бит мин һеҙгә, урланған машина менән әллә ҡайҙа китә ал­майһығыҙ, тип…

***

Ике ир һөйләшә.

– Һин бокс менән шөғөлләнәһеңме әллә?

– Юҡ. Ниңә улай тип һорайһың?

– Танауыңа кем һуҡты?

– Мин ҡатын-ҡыҙҙар мунсаһында тәҙрә йыуам…

* * *

– Атай, әсәйем һиңә өйҙә тапочка кейергә ҡушманы. Нәскиҙә йөрө!

– Ниңә?

– Сер. Был турала ул һиңә әйтмәҫкә ҡушты.

– Йә, һөйлә әле, ҡыҙым.

– Уф, ярай инде, серҙе асам. Әсәй энә юғалтты һәм уны табырға теләй.

 

* * *

Туйға тиклем СМС: «Яратам, көтәм, һағынам».

Туйҙан һуң: «Икмәк, һөт,  бәҙрәф ҡағыҙы».

 

* * *

– Ирегеҙ менән оҙаҡ йәшәнегеҙме?

– Икенсе айфондан  би­шен­сеһенә тиклем. 

 

* * *

 – Кисә һинд киноһы ҡараным. Их, шулар кеүек йәшәргә ине ул. Проблемаларынан күп нәмәләре юҡ. Ә улар бейейҙәр ҙә йырлайҙар…

* * *

 Театр гардеробында.

– Минең курткамды элегеҙ әле.

– Элмәге юҡ, элмәйем!

– Һуң, капюшонынан элегеҙ!

– Юҡ, тим бит!

– Спектакль башлана бит хәҙер!

– Башланмай. Ҡара, актерҙар менән тамашасы­ларҙың барыһы ла элмәк тегә.

 

* * *

– Ләйлә менән Кәрим өйләнешкән икән. Нисек йәшәп яталар?

– Күгәрсендәр кеүек. Тәүҙә тәҙрәнән береһе осоп сыға, һуңынан икенсеһе.

* * *

Ир өйөнә бик ныҡ иҫереп һәм йонсоп ҡайтып бара. Ҡатыны һорай:

− Ҡайҙа юғалдың?

− Ҡайтып барам шулай. Ҡарайым. Ҡаршыға  бер машина килә. Урап үтер тип уйлағайным. Юҡ, бәреп йыҡты. Һушты йыйып, аяҡҡа баҫырға ғына уйлағайным, ат килеп сыҡты. Урап үтер тип уйла­ғайным, ә ул тояғы менән маң­лайға – “шаҡ!”. Саҡ үлмә­нем. Һуңынан бер самолет килеп сыҡты ла, ҡанаты менән маңлайға “бабах!”. Ятам шулай. Һуш йыям. Ҡарайым − ракета...

− Һин инде бөтөнләй тағы...

− Ышанмаһаң, ана, кару­сел­дең хужаһынан һора.

 

* * *

Яңы йыл төнөндә буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй икән:

– Ҡара әле, етте, тинем бит! Аңла­майһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйлап ҡара: беҙ бит вагон-ресторанда!!!

* * *

Ир ҡатынына СМС яҙа:  “Ҡәҙерлем, бөгөн корпоративта аяғымды ауырттырҙым. Гөлдәр мине дауаханаға алып килде... Хәлдәр хөрт, аяғымды киҫ­мәһәләр ярар ине...”

Ҡатынынан СМС: “Ә кем ул Гөлдәр?”

* * *

Өләсәһе ейәнсәренә Яңы йылға табип йыйылмаһы бүләк итә. Бесәйҙәр шунда уҡ ҡасып бөтә. Ә олатаһы өлгөрмәй.

 

* * *

– Был тиклем дә насар һүҙҙе кемдән ишеттең һин? Атайың да хатта улайтып әйтмәй! – тип әрләй әсәһе алты йәшлек Рәшитте.

– Ҡыш бабайҙан ишеттем!

– Алдашма!

– Ыыыысссын! Фәнил уға ҡар менән бер бәргәйне, ул шулай тине...

 

***

– Асығыҙ, һеҙҙе полиция борсой!

 – Өйҙә бер кем дә юҡ!

– Ә мин кем менән һөйләшәм?

– Ҡолағығыҙға ишетелгәндер.

– Ә ни эшләп утығыҙ яна?

– Хәҙер һүндерәм.

* * *

Ике дуҫ һөйләшә.

– Ҡатыным йыл һайын яңы тун һорап йонсота.

– Шул тиклем тунды нимә эшләтә һуң?

– Белмәйем. Әлегә берҙе лә алып биргәнем юҡ.

* * *

Улы – атаһына:

– Ерҙең түңәрәк формала булыуын ҡайҙан белгәндәр икән?

– Шуны ла белмәйһеңме ни? Глобусты бер ҙә күргәнең булманымы әллә?

* * *

 

 Ир таңға ғына өйөнә ҡайтып инә. Ҡатыны, сәғәткә күрһәтеп, уны әрләй башлай. Ир аптырап ҡалмай:

- Сәғәтеңде болғап торма күҙ алдымда! Ҡатындар сабыр булырға тейеш! Әсәйем атайымды календарь болғап ҡаршылай торғайны әле!

 

 

 

* * *

− Һин йәш сағыңда һәйбәт ҡыҙҙар менән генә осраш­тыңмы?

− Эйе.

− Хәҙер ундайҙары юҡмы ни?

Юҡ шул.

− Ул ҡыҙҙар ҡайҙа булып бөттө һуң?

− Береһенә мин өйләндем.

 

 * * *

− Ғәли, ишеттеңме, тиҙҙән донъя бөтәсәк, тиҙәр.

− Ишеттем. Элеккеләре кеүек үк, һиҙелмәй үтеп китер әле...

 

 * * *

Шығырым тулы автобуста бер ҡарт баҫып тора, ә эргәһендә бер йәш сибәр ҡыҙ ултырып бара.

− Ҡыҙыҡай, бабайға урын бирер инең, − ти кемдер.

− Һеҙ нимә, − тип сәрелдәп ебә­рә ҡыҙ, − ниндәй бабай булһын, минең ирем бит ул!

* * *

− Күршекәйем, ярты сәғәткә генә уҡлауыңды биреп тормаҫһыңмы икән?

− Юҡ, үҙем иремде көтәм. 

 

* * *

Ире ҡатынына:

− Ни  өсөн кәтлиттәреңде төр­лөсә эшләйһең?

− Үҙең бит, ашыңды төрлән­дер, тигәйнең.

* * *

 

Балалар баҡсаһында шыршы байрамы үткәргәс, атаһы икенсе көнөнә улына һөйләй икән.

− Улым, быйыл ҙур үҫтең инде, аңлағанһыңдыр. Ҡыш бабай әкиәттә генә ул. Ҡыш бабай булып мин кейенеп килдем һеҙгә.

− Эй, шулаймы ни? Кәбеҫтә араһынан  суҡышына бала ҡабып ҡайтыусы ҡауҙы  һин булғанһың икән дә...

 

 

* * *

 Илдар әсәһенән һораша.

– Әсәй, беҙҙе Аллаһы Тәғәлә туйҙыра, тигәндәре дөрөҫмө ул?

– Ну-у-у, эйе, тиергә лә мөмкин.

– Ә балаларҙы ҡауҙы алып киләме?

– Эйе.

– Бүләктәрҙе Ҡыш бабай таратамы?

– Эйе.

– Улайһа, атай беҙгә кәрәкмәй ҙә инде…

 

* * *

Ҡатын иренә:

– Мин магазинға барып киләм. Һин духовкалағы тауыҡты ҡарап тор! – ти.

Ҡайтһа, өйҙә төтөн тулған, ире һаман диванда аунап ята. Ҡатындың йәне көйөп, иренән:

– Шунан, хәлдәр нисек? Тауыҡ нисек? – тип һорай икән.

– Барыһы ла һәйбәт, тауыҡтың духовканан сыҡҡаны күренмәне.

* * *

− Иҫәрем минең, кил инде бында.

− Мин хәҙер һинеке түгел инде. Һинеке булғанда, эйе, иҫәр инем...

 

* * *

− Әсәй, тыуған көнөңә нимә бүләк итергә?

− Һинең яҡшы билдәләр алыуыңдан да яҡшыраҡ бүләк юҡ.

− Ә осһоҙораҡ вариант юҡмы һуң?

 

 

 

* * *

– Фамилияғыҙ нисек?

– Вә-вә-вә-вәлиев.

– Тотлоғаһығыҙмы ни?

– Юҡ, минең атайым тотлоға. Ә паспортистка шыр наҙан ҡатын булған.

* * *

Иҫерек ир, битен һыпыр­ғылап, Маркс портреты ҡаршы­һында баҫып тора:

– Был ниндәй хәл? Әле бөгөн иртә менән генә ҡырынғайным бит!

* * *

Диетолог көнөнә 3 – 4 билмән генә ашарға рөхсәт иткәс, Ғәлиә билмән ҡамырын кәстрүл ҡап­ҡасы менән генә ҡырҡа башланы.

* * *

– Атай, мин кейәүгә сығам, – ти ҡыҙы.

– Ярай, тик буласаҡ кейәү менән таныштырырға онотма, йәме.

– Ана, «Мерседес»ында килеп туҡтаны.

– Бәй, ҡыҙым, ул һинән  10 – 15 йәшкә өлкән бит!

– Ю-у-у-ҡ! Төшкәне бит уның төпсөк улы.

* * *

– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, – һин минән нимәлер йәшерәһең, буғай?

– Ниңә улай тиһең әле?

– Төндә бөтөнләй һөйләшмәй башланың.

 

* * *

Бер әбей табипҡа бара. Бырыһын да тикшереп бөткәс, табип:

– Йөрәгегеҙ насарыраҡ. Шуға күрә һаҡланығыҙ, мин әйткән дарыуҙарҙы эсегеҙ,  баҫҡыстан күтәрелмәгеҙ…

Өс айҙан ҡарсыҡ тағы дауа­ханаға килә.

– Бына хәҙер хәлегеҙ яҡшырған, дауа килешкән. Баҫҡыстан күтә­релһәгеҙ ҙә була.

– Аллаға шөкөр икән улайһа. Һыу торбаһы буйлап фатирға менеп йөрөүҙәр тамам ялҡыт­ҡайны  бит инде…

* * *

Германияла дәрес бара. Уҡы­тыусы уҡыусынан һорай:

– Рәсәйҙәге иң оҙон урамлы ҡаланы әйтегеҙ әле?

Уҡыусы:

– Сталинград. Минең олатай уның бер урамын  200 көн буйына үткән.

* * *

Әхирәттәре күҙе күгәргән Нәғимәгә:

– Ирең туҡманымы ни?

– Эйе.

– Судҡа бирҙеңме һуң?

– Бирермен әле. Әле дауахананан сыҡмаған…

* * *

Иғландан: “Ҡулланыусылар иғтибарына! Һатыуға “Табип” тигән яңы һабын сыҡты! Сифаты бынамын тигән! Беҙ һабынды эшләгәндә тик тәбиғи сеймал ғына ҡулланабыҙ!”

* * *

Вәли:

– Класта Сабира менән шул ҡәҙәр пар килгәнбеҙ! Беҙҙең кеүектәр мәктәптә юҡ!

– Ниңә улай тип уйлайһың?

– Сөнки уның да, минең дә барлыҡ фәндәрҙән дә “икеле”!

 

* * *

Етәксе хеҙмәткәренән һорай:

– Сабиров! Ниңә һин өс көн буйы эшкә килмәнең?

– Һунарға барғайным. Айыу баҫтырғас ағас башына менеп киттем дә, төшә алмай ултырҙым.

– Өс көн буйы ас ултырҙыңмы ни?

– Юҡ, ҡатыным мендереп ашатты...

* * *

– 18 йәш ғүмергә бер генә килә.

– Ә 81 йәш тағы ла һирәгерәк.

 

* * *

Беренсе осрашыу. Ғашиҡ егет ҡаушай-ҡаушай һөйгәненә һорау бирә:

– Ә  миңә ҡәҙәр һинең малайың булдымы?

– Юҡ, булманы. Ике ҡыҙым ғына бар. Улар ауылда, өләсәләре янында.

 

 

* * *

Магазинда йөрөгәндә ҡатыны иренә өндәшә:

– Ҡәҙерлем, аҡ төҫ мине һимеҙ итеп күрһәтә...

– Быға аҡ төҫ түгел, ә көнөнә 10 тапҡыр ултырып ашау ғәйепле.

* * *

Кескәй Вәли атаһы менән зоопаркка килә. Арыҫлан ситлеге янына килгәс, һорап ҡуя:

– Атай, әгәр арыҫлан бере­беҙҙе ашаһа, миңә өйгә нисәнсе автобус менән ҡайтырға ул?

 

* * *

– Өфөнән килгән тикшереүсе бик шиксел кеше икән. Биргән ришүәтте өс тапҡыр һанағас ҡына кеҫәһенә һалды.

 

* * *

Урамда аҙашҡан баланан һорашалар:

– Һинең исемең кем?

– Вәли!

– Ә атайыңдың исеме?

– Белмәйем.

– Нисек белмәйһең? Әсәйең уға кем тип өндәшә?

– Күҙле бүкән, ти...

 

* * *

– Сәләм, күрше! Кисә һеҙҙә ниндәй байрам булды?

– Ҡатыным утыҙ йәше тулыуҙың ун йыллығын билдәләне.

* * *

Телефондан табипҡа ауырыу шылтырата:

– Табип әфәнде, әйтегеҙ әле: йылан саҡһа, нимә эшләргә?

– Башта ни өсөн саҡҡанын белергә кәрәк. Бәлки, һеҙ уның өҫтөнә баҫҡанһығыҙҙыр. Шулай икән, ғәфү үтенегеҙ...

– Ярҙам итер тиһегеҙме?

– Һис юғы һеҙ намыҫлы  булып  үләсәкһегеҙ!

 

* * *

– 18 йәш ғүмергә бер генә килә.

– Ә 81 йәш тағы ла һирәгерәк.

* * *

Беренсе осрашыу. Ғашиҡ егет ҡаушай-ҡаушай һөйгәненә һорау бирә:

– Ә  миңә ҡәҙәр һинең малайың булдымы?

– Юҡ, булманы. Ике ҡыҙым ғына бар. Улар ауылда, өләсәләре янында.

* * *

Төнгө сәғәт 3-тә телефон шылтырай:

– Сәләм, таныш булмаған дуҫ! Һин дә минең кеүек йоҡламайһыңмы?

* * *

– Нимә ул сәнғәт теле?

– Тамашасыларға сәхнәнән сығарып күрһәтелгән тел.

* * *

Яңы етәксе беренсе тапҡыр хеҙмәткәрҙәрен йыйып, сығыш яһай:

– Мин белгән ойошмаларҙың барыһында ла кешеләрҙең яртыһы эшләй, яртыһы  ҡул ҡаушырып ултыра. Беҙҙә киреһенсә буласаҡ...

* * *

– Эй-й, әхирәткәйем, ҡыҙың ни арала үҫеп еткән?! Кейәүгә бик иртә сыҡҡанһың, ахыры?

– Эйе, бик иртә. Иртәнге сәғәт 8-ҙә!

 

* * *

Олатаһы менән ейәне урамдан китеп бара.

Олатай:

– Йәшен, ана, һинең уҡытыусың килә. Бөгөн дәрескә бармағаның өсөн шелтәләр!

– Юҡ, олатай, һин үҙең йәшен. Мин  уға һине, үлде, тип әйткәйнем.

* * *

Йәне көйгән атаһы улының көндәлеген өҫтәлгә ырғыта:

– Кемгә оҡшап шул хәтлем бушбаш һин?!

Улы:

– Һиңә!

Аш-һыу бүлмәһенән әсәһе:

– Ҡысҡырма атаңа! Уның бында ниндәй ҡыҫылышы бар?!

* * *

– Йәш кейәүегеҙ нисек һуң? Оҡшанымы?

– Эйе, яҡшы егет. Вакцина яһатҡан ғаиләнән.

* * *

Атаһы улына йомаҡ ҡоя икән:

– Йә ябыға, йә һимерә, бар тауышҡа үкерә.

Малай аптырап ҡарап торған да:

– Әсәй түгелме ул? – тигән.

* * *

Офтальмолог кабинетында:

– Мин ниндәй хәрефтәрҙе күрһәтәм?

– Ә һеҙ ҡайҙа?

* * *

– Әсәй, бөгөн беҙгә прививка эшләнеләр!

– Ҡыҙым, һин иламаған­һыңдыр ул?

– Юҡ, әсәй, улар мине ҡыуып тота алманы!

* * *

Әбейен етәкләп aэрoдрoмға килгән бабай уңайлы мәлде ҡарауыллап, пилотты туҡтата:

– Улым, иҫәнме? Ҡара әле, беҙ ҡарсыҡ менән 70 йыл бергә торабыҙ. Бер ҙә самолетта осҡан юҡ... Йөрөтөп килмәҫһеңме беҙҙе?

Осоусы:

– Ярар, бабай. Бер шарт менән. Әгәр ҡурҡышыңдан ҡысҡырһаң – миңә 12 мең  һум аҡса түләйһең! Килештекме?

– Килештек! – ти ҡарт.

Һауаға күтәрелгәс, пилот  самолетын тегеләй ҙә, былай ҙа  әй­ләндерә. Тик ҡарт ҡына шып-шым икән. Ялҡҡас, самолетын ултырта ла, бабайҙан һорай:

– Саҡ ҡысҡырып ебәрмәгән берәй мәл булдымы, исмаһам, бабай?

– Булды, улым.

– Ҡайһы мәлдә?

– Әбей төшөп киткәндә!..

* * *

Һунарсы өйөнә ҡайтып, мыл­тығын элеп ҡуя ла, һөйләнә-һөйләнә сисенә башлай:

– Фәриҙә, бөгөндән башлап өс ай буйы ит һатып ал­маясаҡбыҙ.

– Әллә мышы атып ал­дыңмы?

– Юҡ, закон боҙған өсөн 20 мең һум штраф сәпәнеләр.

* * *

Бер ир, ҡатынының күңелен күрмәксе булып, кафеға саҡырған икән. Ултыралар. Ҡатын әйтеп ҡуя:

– Күп йылдар элек, йәш саҡта инде, анау, бар артында торған ирҙе ташлағайным. Һаман да эсә, бахыр...

– Дәәә, бик оҙаҡ байрам итә икән...

 

* * * 

Биш йәшлек улына әсәһе итек һатып алған. Малай уны биҙрәләге һыуға тыҡҡан.

– Улым, ниңә улай иттең?

– Йыуам!

– Нисек инде йыуаһың?

– Атайым яңы әйбер алғанда гел: "Әйҙә йыуайыҡ!" – тип әйтә бит.

 

* * *

– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.

– Ике ҡолағы ла ишетмәйме ни?

– Юҡ, береһе генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.

 

 

 

* * *

– Ирегеҙ бигерәк йәшләй үлгән. Уға әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит...

– Эйе, – ти ҡатын, – етмәһә, иң үкенеслеһе, өс аҙна эсерлек дарыуҙары ла ҡалды.

 

* * *

– Усыңды ас, кәнфит бирәм, – ти бер ир бәләкәй малайға.

– Атайыма бирегеҙ.

– Бәй, һин кәнфит ярат­майһыңмы ни?

– Яратам, тик атайымдың усы ҙурыраҡ.

 

* * *

– Иптәш водитель, ни өсөн эргәгеҙҙәге пассажир хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән?

– Һуң, ул ҡатынымдың әсәһе лә баһа!

***

– Табип әфәнде, һеҙ миңә төнгә ҡарай ашамаҫҡа ҡушҡайнығыҙ, бына шуға күрә һалҡын тейҙе.

– Улар араһында ниндәй бәйләнеш бар һуң?

– Мин төнө буйы һыуытҡыс эргәһендә тауыҡҡа ҡарап торҙом бит.

***

Офтольмолог кабинетында:

– Мин ниндәй хәрефтәрҙе күрһәтәм?

– Ә һеҙ ҡайҙа?

* * *

Стоматолог:

– Ғәфү итегеҙ, яңылыш һау тешегеҙҙе һурғанмын. Хәҙер һыҙлағанын һурырға тура килер инде.

– Ярай-ярай, әлдә һеҙ әле окулист түгел.

***

 Табип:

– Ялан аяҡ йөрөү сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы.

 – Һин хаҡлы дуҫ! Иртәнсәк аяҡ кейемендә уянһам, минең шул тиклем башым ауырта.

***

 Уҡытыусы балаларға бүлеү темаһын аңлатҡанда, таҡтаға «2:2» тип яҙа.

– Уҡыусылар, был нимә аңлата?

– Ничья!

****

– Ҡылым менән һөйләм төҙө әле.

– Арбаны ат тарта.

– Ошо ҡылымдың бойороғо нисек яңғырар икән?

– На!

∼∼∼

Хужа Насретдин кейем шкафы алып ҡайтып ҡуйған, ти. Ишек эстән көҙгөлө булған. Был шуны асып ебәргән дә, ҡысҡыра икән:

- Бисәкәй, ҡарале, ағайым килеп төшкән дәһә.

Тегеһе йүгереп килеп, ҡараған да:

- Етмәһә, әллә ниндәй ямаҡай әбей эйәртеп алған, - тигән имеш.

∼∼∼

Ике йәһүд балыҡ ашап ултыра. Береһе үҙенә ҙур киҫәкте ала, ә иптәшенә бәләкәйерәкте һала. тәүгеһе үпкәләп;

- Һинен урынында булһам, мин һинә - ҙур киҫәкте, ә үҙемә бәләкәйерәген һалыр инем.

- Бәй! Күҙенде асыбыраҡ ҡара - бәләкәйерәк киҫәк бит алдында!

* * *

Авиаклубта.

– Парашюттан һикереү күпме тора?

– 20 мең һум.

– Һикергәндә парашют асыл­маһа?

– Аҡсағыҙҙы кире бирәбеҙ.

 

* * *

Бер ир кис эштән ҡайтҡан да, ашарға ултырғас, өҫтәл артында көлөп ултыра икән.

– Бөгөн кәйефең шәп күренә. Нимә булды? – тип һорай икән ҡатыны.

– Мине эштән ҡыуҙылар,– тигән ир.

– Бының өсөн ҡыуанырға түгел, иларға кәрәк.

– Мине эштән генә ебәрҙеләр, баш    ҡаларҙы төрмәгә ултырттылар…

* * *

– Доктор, доктор, уның хәле нисек?

– Ауыр, ныҡ имгәнгән.

– Мин уның менән һөйләшә аламмы?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Нимә әйтергә теләйһегеҙ, әйтермен.

– Һорағыҙ әле, водитель танытмаһына имтиханымды тапшыра алдыммы икән?

* * *

Ир полицияға ҡатынының юғалыуы тураһында ғариза яҙырға килгән. Дежур унан:

–  Күптән юғалдымы? – тип һорай.

– Бер аҙна элек.

– Ниңә был хаҡта  һуңлап хәбәр итеп тораһығыҙ?

–  Шатлыҡтан дуҫтар менән әҙерәк байрам итеп алғайныҡ.

 

* * *

Бәләкәй малай – әсәһенә:

– Әсәй, һеҙ мине кибеттән һатып алдығыҙмы?

– Эйе.

– Килоһын нисә һум менән?

 

* * *

Ике ҡыҙ урамдан китеп бара.

– Ҡара әле, анауы егет миңә ҡарап йылмайҙы. Оҡшатты, ахыры.

– Мин дә һине тәүге тапҡыр күргәндә, ҡиәфәтеңә ҡарап, һыным ҡатып көлгәйнем.

 

***

– Уҡытыусы Әмирҙең иншаһын тикшергәс:

– Иншаны  бер үҙе генә  шул тиклем хаталы итеп яҙған!

Әмир:

– Ни эшләп бер үҙем булайым, ти. Атай ҙа яҙҙы.

***

Табип сирленең анализдары менән таныша.

Ауырыу:

– Нисек минең анализдарым?

– Кредит ала алаһығыҙ.

– Уны мин түләй алмаясаҡмын.

– Һеҙгә түләргә лә кәрәкмәйәсәк.

***

ДАИ  хеҙмәткәре ун ике  кеше тейәләгән автомобилде туҡтата.

Машиналарынан барыһын да төшөрә лә, һөйләшерлек хәлдә булмағас, уларға иртәгә ошо уҡ составта  бүлексәгә килергә ҡуша.

Айнығас, кисәге «гастролерҙар» автомобилгә тейәлә. Ун икенсе кешеләре һыймай ҙа ҡуя.

–  Ғәле, бәлки һин булмағанһыңдыр, ә ?..

– Һеҙ нимә, егеттәр? Ә кем һеҙгә гармун уйнаны һуң?

 

* * *

– Алло! Был янғын һүндереү хеҙмәтеме?

– Эйе.

– Бында полицейский менән табип һуғыша ла, ҡайҙа шылтыратырға белмәнем – “02”-гәме,  “03”-кәме...

* * *

– Һинең буйың күпме?

– 145.

– У-й-й, бигерәк бәләкәйһең икән. Ә ауырлығың?

– Уныһы тағы ла бәләкәйерәк – 110.

* * *

– Беҙҙең етәксе етештереү кимәле үҫеше, иҡтисад уңыштары тураһында һөйләй башлаһа, миндә бер һорау тыуа: ул ил үҫеше хаҡында һөйләйме, әллә “Минең фермам” уйынындағы ҡаҙаныштары менән маҡтанамы?

 

* * *

Хирург кейәүе ҡайныһына операция яһай.

Ҡайны кеше:

– Һин, кейәү, мине шәбәйтергә тырыш инде. Юҡһа, мин үлһәм, ҡәйнәң һеҙгә күсеп киләсәк бит...

 

* * *

– Беҙҙең фирманың ҡағиҙәләренә ярашлы, һеҙ хеҙмәт хаҡы күләме тураһында бер кемгә лә һөйләргә тейеш түгелһегеҙ.

– Әлбиттә. Мин башҡалар алдында меҫкенләнеп тормайым инде...

 

* * *

– Беҙҙә хәҙер сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйҙылар. Хас та Европалағы кеүек.

– Эйе, бик яҡшы эшләгәндәр. Тик ҡый ташыусы машина килә лә, барыһын да бер контейнерға тейәп алып китә шул. Тап ошоноң менән беҙ Европанан айырылып торабыҙ ҙа.

* * *

– Доктор, мин һеҙҙе шатландыра алам: битемә башҡа са­бырт­ма сыҡмаясаҡ.

– Дауалауым һөҙөмтә бирҙеме?– Юҡ. Яңыларына урын ҡалманы.

* * *

Музыка мәктәбендә:

– Улығыҙҙың көйҙө ишетеү һәләте бөтөнләй юҡ!

– Булмаһын. Ул бында уны тыңларға түгел, уйнарға өйрәнеү өсөн йөрөйәсәк!

* * *

Анатомия дәресендә уҡытыусы Вәлиҙән һорай:

– Йөрәк тәндең ҡайһы яғында урынлашҡан?

– Билдәле инде: эске яҡта.

* * *

Әсә кеше баланың тән температураһын үлсәй:

– 37 лә 3!

Ире, аптырап, һорап ҡуя:

– Нимә, 40 градусмы әллә?

* * *

– Бесәй нимә менән туҡлана?

– Кеше ашағанды ашай инде: ит, балыҡ, һөт, икмәк, сысҡан...

* * *

Теш табибы:

– Э-эй-й, бында һеҙҙең ике генә тешегеҙ ҡалған бит! Береһе – аҫта, береһе – өҫтә. Ауыҙ түгел был, ә томшоҡ!

* * *

Балалар баҡсаһында:

– Ни өсөн һеҙҙең улығыҙ үҙенән көсһөҙҙәрҙе туҡмай ул?

– Ул әрме хеҙмәтенә әҙерләнә.

* * *

– Вәли, ниңә танауың төшөп йөрөй?

– Институттан ҡыуылдым...

– Кәйефең төшмәһен. Һал­даттарға күңелһеҙ йөрөргә ярамай.

* * *

– Биш минут көлөү ғүмерҙе оҙайта, тиҙәр. Дөрөҫмө икән?

– Кемдән көлөүгә ҡарап инде. Бокссынан көлһәң, ҡыҫҡарыуы ла бар.

*  *  *

– Атай, мин, класта иң оҙоно!

– Әлбиттә, шулайҙыр. Һин бит уҡытыусы.

*  *  *

– Атай, бөгөн мәктәптә ата-әсәләрҙең кесе йыйылышы була.

– Уныһы нисек була тағы?

– Унда һин, мин, уҡытыусым һәм мәктәп директоры ғына була...

*  *  *

Уҡытыусы:– Колумб Американы ҡасан асҡан?

– Белмәйем. Беҙ уның менән бөтөнләй таныш түгел.

*  *  *

– Атай, мин 1000 һум аҡсаны янда ҡалдырҙым.

– Нисек итеп?

– Бөгөн күршеләрҙең тәҙрәһен ватманым.

*  *  *

Уҡытыусы:

– Балалар, әйтегеҙ әле: алманы ҡасан йыялар?

– Августа!

– Сентябрҙә!

– Күршеләрҙең эте бәйле саҡта!

 

*  *  *

Күрше йәшәүсе ике ҡыҙ һөйләшә:

– Ниңә бесәйең кисә ҡот осҡос итеп ҡысҡыра ине ул?

– Мин уны һыу индерҙем.

– Һыу яратмаймы ни?

– Юҡ, һыҡҡанды яратмай.

 *  *  *

Уҡытыусы:

– Сәйнүктә һыу ҡайнай башлағас, ундағы молекулалар нимә эшләй?

– Сәйнүктең ҡапҡасын һикертә.

*  *  *

Илгиз дуҫына ҡунаҡҡа килә. Уны ишек төбөндә ҡот осҡос ҙур эт ҡаршы ала.

– Ин әйҙә, Илгиз!

– Ә этең тешләшмәйме?

– Белмәйем... Уны беҙ бөгөн генә һатып алдыҡ.

*  *  *

Ишектән шатланып бер егет килеп инә:

– Һаумы, атай!

Атаһы компьютерҙан айырылмай ғына:

– Һин улай оҙаҡлап ҡайҙа йөрөнөң ул?

– Хәрби хеҙмәттә булдым.

*   *   *

“Аҡса артыҡ булмай”, – тип уйлай халыҡ. “Артыҡ аҡса булырға тейеш түгел”, – тип төҙәтә уларҙы дәүләт.

 *   *   *

Элек ҡиммәтле машина кешенең күпме эш хаҡы алып эшләгәнен күрһәтә ине. Ә хәҙер ул күпме бурысы барлығын күрһәтә. 

*    *   *

Йүләрҙәр йортонда.– Мин башҡаса был кеше менән бер палатала йәшәй алмайым!– Ниңә?– Ул үҙен мотоцикл тип хис итә.– Тауышланамы?– Юҡ, төтөн сығара!

 *   *   *

Етәксе – секретарына:– Бына был ҡағыҙҙарҙы тиҙ арала почтаға алып барырға кәрәк. Онотмаҫ өсөн тырнаҡ буяуың янына һалып ҡуй!

 *   *   *

“Яңы башҡорт” машина йүнәтеү оҫтаханаһына килә лә мастерға асҡысын тоттора:– Тә-әк, минең маши­на­ның майын, тормозын һәм эсен­дәге ҡыҙҙы алмаш­тырығыҙ әле.

 *   *   *

Беҙҙә фекер йүнәлеше бик үҙенсәлекле: бер-бер хәл булһа, һуғышҡа барырға барыһы ла әҙер. Ә бына хәрби хеҙмәткә – теләмәйҙәр. 

*   *   *

– Әсәй, әсәй, ҡара әле! Анау велоспортсыларҙың бирсәткә­ләре хәс тә атайымдың ойоҡ­башы кеүек: бармаҡтары тишелеп бөткән!

 *   *   *Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға! Эш барыбер юҡ...

 *   *   *Ҡатыны ире янында машинала ултыра.– Газға баҫ. Ашыҡмай ғына бар. Уҙып кит. Сапма. Тынысыраҡ йөрөт. Ҡара әле, ниндәй матур машина!!!

Ҡапыл нимәгәлер дөбөр-шатыр килеп төкөгән тауыш сыға, унан һуң тынлыҡ урынлаша. Ҡатын:

– Әйттем мин һиңә! Бар, нимәне емерҙең икән, сығып ҡара! *   *   *

“Аҡса артыҡ булмай,” – тип уйлай халыҡ. “Артыҡ аҡсалар булырға тейеш түгел,” – тип төҙәтә уларҙы дәүләт.

 *   *   *Элек ҡиммәтле машина кешенең күпме эш хаҡы алып эшләгәнен күрһәтә ине. Ә хәҙер ул күпме бурысы барлығын күрһәтә.

  *    *   *

Йүләрҙәр йортонда.– Мин башҡаса был кеше менән бер палатала йәшәй алмайым!– Ниңә?– Ул үҙен матоцикл тип хис итә.– Тауышланамы?– Юҡ, төтөн сығара!

 *   *   *

Етәксе үҙенең сәркәтибенә:– Бына был ҡағыҙҙарҙы тиҙ арала почтаға алып барырға кәрәк. Онотмаҫ өсөн тырнаҡ буяуың янына һалып ҡуй!

 *   *   *

Яңы “башҡорт” машина төҙәтеү оҫтаханаһына килә лә, мастерға асҡысын тоттора:– Тәәк, минең машинаның майын, тормозын һәм эсендәге ҡыҙҙы алмаштырығыҙ әле.

* * *Ҡатын ирен төнгө сәғәт 3-тә уята.– Нимә булды?– Баш ауыртыуым бөттө...* * *Ике ҡатын һөйләшә:– Ниңәлер һинең Вәли ике аҙна күренмәне.– Ул дауаханала ирлек һәләтен дауалап сыҡты.– Нисек һуң?– Бик яҡшы! Сүп-сар түгә, бәрәңге утай, кисә телевизор ҙа ҡараны...* * *Көн торошон билдәләүселәр фаразы буйынса, быйыл ҡыш һалҡын буласаҡ. Йәйгә ҡарағанда...* * *Ике чукча диңгеҙҙә морж тотҡан да, өйҙәренә табан һөйрәй башлаған. Байтаҡ ҡына ер барғас, быларға геолог осраған.– Һеҙ бит моржды дөрөҫ һөйрәмәйһегеҙ. Ҡойроғонан тартҡанда ул тештәре менән боҙға ҡаҙала. Уны, киреһенсә, тештәренән тотоп һөйрәргә кәрәк.Былар шулай иткән дә. Байтаҡ ер киткәндәр.– Был әфәнде бик шәп кәңәш бирҙе әле ул! Былай тиҙ була икән...– Бысағымды шәп кәңәш булһынмы! Моржды кире диңгеҙгә алып килгәнбеҙ бит!* * *– Ғәфү итегеҙ, әфәндем, беҙҙең ресторанға эт менән инергә ярамай...– Аңлашылды. Улайһа, бар, сығып тор***Табип:– Әбекәй, анализдарығыҙ күрһәтеүенсә, һеҙ һау-сәләмәт. Нимәгә зарланаһығыҙ һуң?– Тыным ҡыҫыла.– Ҡайһы ваҡытта?– Автобусты ҡыуып етә алмағанда.

***– Һин телевидениеның бер ваҡытта ла гәзитте алмаштыра алмағанын беләһеңме?– Юҡ. Ни өсөн?– Битеңә телевизор ҡаплап йоҡлап ҡара әле.***– Минең атым бик аҡыллы, – ти бер фермер икенсеһенә. – Ул хатта һанай белә.– Ә минеке йүнһеҙ, – ти иптәше.– Бер саҡ шулай өҫтөнән йығылып төшкәйнем, беләһеңме, ул миңә кемде алып килде?– Табиптымы?– Юҡ, мал табибын.***– Илшат, ниңә кисә улыңды әрләй инең ул?– Аяҡ кейемен сыҙатмай. Кисә яңы ботинка алғайным. Табаны артыҡ туҙмаһын өсөн эре аҙымдар менән атлап йөрөргә ҡуштым. Ә ул баҫҡыстан күтә­релгәндә, ике тупһаны бер итеп аша атлағанда ыштанының төбөн йыртҡан…*** – Улым, дәресте күп бир­ҙеләрме?– Күп, әсәй. Бөгөн һиңә ҡыс­ҡырырға ла ҡысҡырырға әле…*** – Һин ысынлап шәп хужа­бикәме?– Эйе.– Хужабикәләрсә берәй нәмә әйт әле.– Ауыҙыңды яп та, нимә бирәләр, шуны тығын!*** Вальс бейегәндә бер ир:– Был ни хәл? Һеҙҙе бейеүгә саҡырыуым була, көй шунда уҡ туҡтай.Ҡатын:– Юҡ өсөн борсолмағыҙ. Ирем музыка аппаратураһы артында көй ҡуйып ултыра.*** Йәш ғаиләнең оҙаҡ ҡына балалары булмаған. Бер дуҫтары Римгә барып, изге сиркәүҙә теләктәр теләп, майшәм ҡуйырға кәңәш иткән. Бер нисә йылдан дуҫы был ғаиләгә ҡунаҡҡа килә. Ишектән уны бер төркөм ыбыр-сыбыр бала ҡаршы алған.– Әсәйегеҙ ҡайҙа?– Бала табыу йортона бәпәй алырға китте.– Ә атайығыҙ?– Ул кисә Римгә осто. Майшәмде һүндерергә…* * *Парикмахер – иргә:– Сәсегеҙ ҡойолоп бөтөп бара икән. Уны һаҡлап ҡалыу өсөн берәй нәмә эшләйһегеҙме?– Эшләнем. Ҡатыным менән айырылышыу тураһында ғариза илтеп бирҙем.* * *– Һин ни өсөн уҫал? – тип һорай бер эт икенсеһенән.– Киреһенсә, – ти уныһы, – мин бик йыуаш, тик быны бер кемгә лә һиҙҙермәҫкә тырышам.– Ниңә?– Эш урынымды юғалтыу­ҙан ҡурҡам.* * *Ике асарбаҡ осраша.– Һин ҡайҙа йәшәйһең?– Теләһә ҡайҙа.– Улайһа, сәләм, күрше.* * *– Һеҙҙең улығыҙ минең машинаға таш бәрҙе, – тип ғауғалаша бер ханым.– Тейҙерҙеме һуң? – тип ҡыҙыҡһына малайҙың атаһы.– Юҡ, Алла һаҡланы.– Тейҙермәгәс, минең ма­лай түгел инде…* * *– Иптәш полковник, йәш саҡта иң яратҡан шөғөлөгөҙ нимә ине?– Һунар һәм ҡатын-ҡыҙ.– Ә ниндәй йән эйәһенә һунар иттегеҙ?– Ҡатын-ҡыҙға.* * *Ресторанда.– Официант, ниңә һеҙ бөтә аҙыҡ­ты ла һыуыҡ килеш килтерҙегеҙ?– Һеҙ араҡы, винегрет, ҡойҡа, туңдырма килтереүҙе һора­нығыҙ. Аныҡ ҡына әйтегеҙ әле, нимәне йылытырға ине?..* * *Һатыуға көйөүгә ҡаршы аҫлығы булған электрон табалар сыҡҡан. Аҙыҡ көйә башлаһа, һеҙҙең интернетығыҙ ҙа һүнә.* * *Ҡапҡа тышындағы яҙыу: «Ҡыңғырау эшләмәй. Бәйле торған этте үсекләгеҙ».* * *– Сәләм!– Сәләм! Нимә эшләп ултыраһың?– Сәйнәйем, сәйнәйем, еҫ һәм тәмде тоймайым…– Һиндә ковид инде.– Юҡ. Супермаркеттан сит илдә үҫтерелгән ҡыяр һатып алғайным.*** Төҙөлә башлаған йорт емерелә. Бөтәһе лә бер булып ғәйеплене эҙләй. Кирбестәр янына киләләр.– Бында һеҙ генә ғәйепле!– Юҡ! Ҡарағыҙ, беҙ ниндәй ныҡ! – тип улары  күкрәктәренә һуға башлай.Ҡом янына киләләр.– Йорт һеҙҙең арҡала ғына ҡойолоп төштө, һеҙ генә ғәйепле! – Һис кенә лә! Мә, тотоп ҡарағыҙ, ниндәй сифатлыбыҙ!Тикшереүселәр цемент янына килә.– Әһә! Бына кем арҡаһында йорт ҡойолоп төшкән! Ғәйеп һиндә,  цемент!– Ниңә мин булайым, ти. Минең унда бер ниндәй ҡыҫылышым юҡ! Ғөмүмән, мин  унда бөтөнләй булманым.

 * * *

Ирҙәр таң атҡансы кәрт уйнай. Хужабикә түҙмәй, бүлмәһенән сығып, иренә ҡысҡыра:– Ҡасан да булһа бөтәме беҙҙең өйҙә был уйындар?– Бөттө бит инде,– тип тынысландыра уны ире. - Хәҙер был йорт беҙҙеке түгел. * * *  Күптән түгел донъяла һөйләшә белгән кер йыуыу машинаһы уйлап тапҡандар. Уның эшләү принцибы шундай:– Керҙе эскә һалығыҙ! Йыуыу режимын һайлағыҙ! Рәхмәт! Аһ, Мәстүрәәәәә! Иреңдең күл­дәгеңдә помада эҙе ҡалған…* * *  – Күҙҙәрең ҡып-ҡыҙыл. Әллә конъюнктивитмы?– Юҡ. Төнгө интернет.* * * Бабай әбейенә:– Әбей, әйт әле, үлеп китһәм, белеп үләйем, һин миңә хыянат иттеңме?– Хәҙер. Әйттем, ти, көтөп тор! Үлмәй ҡуйһаң...

* * *Купела пассажир яңғыҙы ғына ултыра. Талаусы килеп инә лә уға пистолет тоҫҡай.– Тиҙ генә аҡсаңды сығар!– Миндә бер тин дә юҡ…– Ә ниңә ҡалтыранаһың?– Мин һеҙҙе контролер тип уйланым.* * * Бер көндө төлкө балыҡсының бер күнәк балығын урлаған да, шуларҙы ашап ултыра икән. Уны бүре күреп ҡалған.– Эй, төлкө, балыҡ бир әле!– Үҙең бар ҙа тот!– тип яуаплаған төлкө.– Нисек, минең бит ҡармаҡ юҡ.– Минеке лә юҡ. Ҡойроғомдо һыуға тығып ултырғайным, балыҡ эләкте.– Бына рәхмәт әйткәнеңә, – тип шат­­ланған бүре һәм төлкөнөң ҡойро­ғон өҙөп алған да балыҡ тоторға йүгергән.* * *– Бөгөн төндә бер минут та йоҡлай алманым, – ти бер ханым әхирәтенә.– Ауырып киттеңме әллә?– Күршеләрем туҡтауһыҙ һөй­ләшеп сыҡты.– Бик ҡысҡырып һөйләштеләрме ни һуң?– Юҡ шул, бышылдашып ҡына. Ҡайһы бер һүҙҙәрен аңлап та бөтөп булманы.* * * – Һеҙҙең бөтә сирегеҙгә лә араҡы ғәйепле, – ти табип эскесегә.– Рәхмәт, доктор. Әлегә тиклем барыһы ла минең үҙемде ғәйепләп маташты…* * * Бер ир дуҫына маҡтана.– Минең машинаны күр әле, тотош автоматика! Бер педалгә баҫһам, телевизор ҡабына, икенсеһенә баҫһам, кондиционер эшләй башлай.– Тапҡанһың маҡтаныр нәмә! Минең машинамдың, беләһеңме, бер ишеген ҡатыраҡ итеп япһаң, ҡалған өсөһө лә шунда уҡ асылып китә!* * *Дүрт башланғыс синыф уҡыусыһы бер юлы дәрескә һуңлай. Уҡытыусы беренсе баланан һорай:– Һин нишләп дәрескә һуңланың?– Әсәйем сирләп китте, дарыуханаға барып, уға дарыуҙар алып килдем.– Ә һин? – Беҙҙең сәғәт туҡтап торған булған икән...Уҡытыусы өсөнсө баланан:     – Ә һин ниңә һуңланың? – тип һорай.– Минең башым ныҡ ауыртты.Шул ваҡытта дүртенсе бала аҡырып илап ебәрә. “Ниңә илайһың?” – тип аптырай уҡытыусы.– Ниңә һуңлағаныма  сәбәп таба алмайым. Улар барыһын да әйтеп бөттө...* * *Һалдаттың дуҫына яҙған хатынан:“Беҙ бында ҡар көрәйбеҙ, ашханала картуф таҙартабыҙ. Дошман һөжүм итә ҡалһа, юлдар ҙа таҙартылған, ашарҙарына ла әҙер...”* * *Әбей – балаларына:– Бабайға икенсе күҙлек кәрәк. – Ниңә?– эшләп торған кер йыуыу машинаһы янына ултырған да бер сәғәт инде, телевизорҙан ҡарар нәмә юҡ, тип   зарлана.* * *Ялҡау юлда барғанда йығылған. Тороп, бер аҙ киткәс, абынып, тағы барып төшкән. Шунан һуң:– Икенсе тапҡыр йығылырымды белһәм, бая уҡ тормаған булыр инем, – тигән.* * *Олатаһы – оло ейәненә:– Улым, һыу ғына алып бир әле!– Кесе ейәнеңә әйт, ул аш бүлмәһендә йөрөй.Ке ейәне:– Шул ялҡауҙан һыу һорап ултыраһың. Тор ҙа үҙең ҡойоп эс. Бер ыңғайҙан миңә лә бирерһең…* * *–  Ниңә бер ҙә кәйефегеҙ юҡ? Нимә борсой?– Бына минең алты ҡыҙым бар. Йәштәре бара. Исмаһам, берәүһе кейәүгә сыҡһа икән!– Шул да булдымы проблема?! Минең, мәҫәлән, бер ҡыҙ, ә инде алтынсы кейәү…* * *Йәш егет табипҡа эләгә. – Доктор, ҡотҡарығыҙ! Минең йәшәгем килә! Йәш бит әле мин! – Өйләнегеҙ.– Дауалауҙа ярҙам итәсәкме? – Юҡ, әммә йәшәргә теләк бөтәсәк.

 

 

* * *Суд залында.– Ә һеҙ ялған шаһит күрһәтмә өсөн нимә булғанын беләһегеҙме һуң?– Беләм, белмәйсә... «Рено Логан» вәғәҙә иттеләр.* * *Бер малай – иптәшенә.– Әйҙә, «Зоопаркта» уйынын уйнайбыҙ.– Нисек итеп?– Мин маймыл булайым. Ә һин миңә банан ашат.* * *Хеҙмәткәр начальнигы янына инә лә, һүҙ башлай:– Мин һеҙҙә ун йыл эшләйем инде. Тик быға тиклем бер тапҡыр ҙа эш хаҡын арттырыу тураһында һора­ғаным булманы.– Шуға ла ун йыл эшләнегеҙ ҙә инде.* * *– Ҡәҙерлем, мине тағы бер үпһәң, ғүмерлеккә һинеке булырмын!– Аһ, иҫкәртеүең өсөн рәхмәт!* * *– Һин кем менән һаулыҡ һораштың ул?– Икенсе иремдең беренсе ҡатынының өсөнсө ире менән.* * *– 5 йәштән 12 йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләү буйынса берәй нәмә бармы һеҙ­ҙә?– Бына, бик һәй­бәт һалдат ҡа­йышы.* * *Һарыҡ, тәкәббер генә башын юғары күтәреп, ишәктән көлгән:– Һине бит бөтә хайуан аңғыра тип атай. Шул хурлыҡҡа нисек түҙәһең?– Дөрөҫ түгел, – тигән ишәк, – мине берәүҙең дә әлегә һарыҡ тип атағаны юҡ. * * *

Бер ханым егермеләп кибеттә эшләпә һайлағандан һуң:– Мин, ахырыһы, бына ошо эшләпәне алырмын. Нисә һум тора?– Бер һум да түгел. Был һеҙҙең эшләпә.

* * * Ике иҫерек тимер юл буйлап үрмәләй.– Бигерәк текә баҫҡыс, араһы ла бик киң.– Борсолма, ана, лифт килә.* * *Ҡатыны – полицияла эшләгән иренә:– Бына был фотолағы кешене күрәһеңме?– Күрәм.– Шуны сәғәт алтыла балалар баҡсаһынан барып ал!* * *– Һеҙҙә тараҡан дарыуы бармы?– Тараҡандарығыҙ нимә менән сирләй һуң?* * *Фермер ҡатыны – иренә:– Ҡәҙерлем, беҙҙең өйләнешкәнгә иртәгә ун йыл тула. Шул уңайҙан һарыҡ һуябыҙмы?– Һарыҡтың бында ни ғәйебе бар?* * *Ҡатыны иренә яңы тун алып бирмәүенә зарлана.– Ҡәҙерлем, һинеңсә, хәҙер мин бөтә ғүмерем буйына ошо ҡуян тунын кейеп йөрөргә тейешме инде?– Ә ниңә йөрөмәҫкә, ти? Ҡуян йөрөй бит әле. * * * Ике дуҫ һөйләшә.– Шундай матур ҡыҙҙы осраттым. Күҙҙәре эре ҡарағат, ирендәре ҡып-ҡыҙыл сейә, бит урталары алланып бешкән алма тиерһең. Үҙе ҡурай еләге  инде бына! Мөхәббәтме икән ул?– Тыныслан, дуҫым, һиндә авитаминоз башланған.* * * Ресторанда ике егет ике ҡыҙҙы күҙәтә.– Бәлки, барып танышырбыҙ.– Бер аҙҙан.– Ни эшләп?– Башта аҡсаларын түләһендәр әле.* * *– Нимәгә шул тиклем ҡыуанаһың әле? – тип һорай бер ҡыҙ әхирәтенән.– Бөгөн тиҙлекте арттырғаным өсөн  ЮХХДИ-нан штраф килде. Фотола мин шул тиклем матур сыҡҡанмын…* * * – Беҙ ҡатыным менән дискотекала осраштыҡ.– Бик романтик осрашыу булған икән.– Һөйләп бөткәнде көт. Мин уны балаларҙы ҡарап өйҙә ултыра икән, тип уйлағайным.* * *– Беҙ ҡатыным менән дискотекала осраштыҡ.– Бик романтик осрашыу булған икән.– Һөйләп бөткәнде көт. Мин уны, балаларҙы ҡарап өйҙә ултыра икән, тип уйлағайным.* * *– Доктор, беҙҙең ауыр хәлдәге пациент һөйләшә башланы.– Нимә тине?– Үләм, тине.* * *Табип кабинетында:– Доктор, ни эшләптер минең гел тәнем ҡысыта…– Йыуынаһығыҙмы һуң?– Йыуынып та ҡараным инде, ай ҙа үтмәй, тағы ҡысынам...* * *– Бер ай рулгә ултырған юҡ. Бөгөн миңә ҡул болғанылар, ҡысҡырып уҙ­ҙылар, фараларын ҡабыҙып, һүн­дерәләр – һағынғандар.* * *– Туй машинаһы өҫтөндәге бал­даҡтар нимәне аңлата?– Иҫәпте: 0:0.* * *– Һине, бик матур һәм аҡыллы ҡатынға өйләнгән, тип һөйләйҙәр.– Кем әйтте?– Ҡатының...* * *Ике әхирәт һөйләшә.– Сиған ҡатынына, күрәҙәсегә барҙым. Мең һум түләнем. "Ирең хыянат итә", – тине.– Аҡса әрәм итеп, юҡҡа йөрөгәнһең. Мин уны бушлай ҙа әйтер инем.* * *– Ниңә беҙ отпускты мотлаҡ ауылда, һинең атайың-әсәйең менән үткәрергә тейешбеҙ? – тип һорай йәш кәләш иренән.– Ҡәҙерлем, выждан, бурыс кеүек төшөнсәләр хаҡында ла уйларға кәрәк бит!– Ә улар хаҡында Ҡара диңгеҙ йәки Урта диңгеҙ ярында уйлап булмаймы ни?* * *Ҡатын табипҡа килә.– Иремдең нервылары бөтөнләй ҡаҡшаны. Ялға ҡайҙа барһаҡ һәйбә­те­рәк: тауҙарғамы әллә диңгеҙ буйынамы?– Һеҙгә – диңгеҙгә, уға – тауға. Киреһенсә булһа ла ярай.* * *– Ҡәҙерлем, мин һине шул тиклем яратам. Яратыуымды нисек белдерергә лә белмәйем.– Аҡса менән белдер.* * *  Миләүшә 1-се синыфҡа уҡырға килгәс, уҡытыусы:– Һин һанай беләһеңме? – тип ҡыҙыҡһына.– Эйе.– Һанап күрһәт әле.– Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ…– Тағы ла.– Туғыҙ, ун, валет, дама, туз…*** Ҡатыны иренә яңы тун алып бирмәүенә зарлана.– Ҡәҙерлем, һинеңсә, хәҙер мин бөтә ғүмерем буйына ошо ҡуян тунын кейеп йөрөргә тейешме инде?– Ә ниңә йөрөмәҫкә, ти? Ҡуян йөрөй бит әле. *** Ике дуҫ һөйләшә.– Шундай матур ҡыҙҙы осраттым. Күҙҙәре эре ҡарағат, ирендәре ҡып- ҡыҙыл сейә, бит урталары алланып бешкән алма тиерһең . Үҙе ҡурай еләге  инде бына! Мөхәббәтме икән ул?– Тыныслан, дуҫым, һиндә авитаминоз башланған.*** Ресторанда ике егет ике ҡыҙҙы күҙәтә.– Бәлки барып танышырбыҙ.– Бер аҙҙан.– Ни эшләп?– Башта аҡсаларын түләһендәр әле.*** – Нимәгә шул тиклем бөгөн ҡыуанаһың әле?– тип һорай бер ҡыҙ әхирәтенән.– Бөгөн тиҙлекте арттырғаным өсөн  ЮХХДИ -нан штраф килде. Фотола мин шул тиклем матур сыҡҡанмын…*** – Беҙ ҡатыным менән дискотекала осраштыҡ.– Бик романтик осрашыу булған икән.– Һөйләп бөткәнде көт. Мин уны балаларҙы ҡарап өйҙә ултыра икән, тип уйлағайным.

 

 

* * *– Һеҙ ниндәй аҡсаға йәшәйһегеҙ?–  Пенсияға.–  25  йәштә пенсия бирә башланылармы әллә?–  Миңә түгел, атайға.* * *Ҡыҙҙар ятағына егет килә.Вахтер:– Һеҙгә кем кәрәк?– Ә һеҙ кемде тәҡдим итер инегеҙ?* * * Ата-әсәһе – студент ҡыҙға:– Төнө буйы ҡайҙа йөрөнөң?– Лекцияла.– Һин нимә?! Төнгө сәғәт дүрткә тиклем лекция уҡыйҙармы ни?– Эйе. Лектор тотлоға ине.* * * Атай кеше мәктәптә балаһының дәрестәре бөткәнен көтөп ултыра.Янынан үтеп барған уҡытыусы:– Бала көтәһегеҙме?– Ю-ю-юҡ. Мин үҙем шулай һимеҙмен...* * *Бер ир наркологҡа ингән.– Минең ҡатыным эскелектән интегә...– Шулай ныҡ эсәме ни?– Юҡ. Ул эсмәй, мин эсәм.* * * – Һеҙҙең фамилияғыҙ нисек?– Ишәков.– Ҡыҙыҡ икән...– Инициалдарығыҙ?– И. А.*** Бер егет дуҫына зарлана.–    Бына өйләндем дә хәҙер эсергә лә, тартырға ла, дуҫтар менән эсергә йөрөргә лә ярамай.–    Үкенәһеңме инде?–    Үкенергә лә ярамай...**** Ир күҙ табибына килгән.–    Туй үткәйне, күҙҙәрем күрмәй башланы.–    Атап әйткәндә, нимәләрҙе күрмәйһегеҙ?–    Аҡсаны.*** Уҡытыусы математика дәресендә:– Илгизәр, әгәр һиңә дуҫың ике бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә барыһы нисә бесәй балаһы була?– Туғыҙ!– Туҡта, әйҙә, икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Атайың һиңә бер ҡарбуз бирә, әсәйең – ике ҡарбуз, ә өләсәйең тағы ла дүрт ҡарбуз бирә икән, ти. Һиндә барыһы нисә ҡарбуз була?– Ете.– Һуң, шулай булғас! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ булды?– Туғыҙ була инде... Өйҙә үҙемдең бер бесәй балаһы бар бит!.. Уны ҡайҙа итәйем?–    *** Әтәс музыка мәктәбенә ғариза биргән.– Һиңә ниңә инде тағы уҡырға? Һин бит былай ҙа матур ҡысҡыраһың, – тип ҡыҙыҡһынған һандуғас.– Уныһын үҙем дә беләм, кешеләр ҙә оҡшата, – тигән әтәс.–    Ләкин тауыҡтар диплом талап итә бит, диплом!***Ике әхирәт һөйләшә.– Сиған ҡатынына, күрәҙәсегә барҙым. Мең һум түләнем. "Ирең хыянат итә", – тине.– Аҡса әрәм итеп, юҡҡа йөрөгәнһең. Мин уны бушлай ҙа әйтер инем.***– Ниңә беҙ отпускыны мотлаҡ ауылда, һинең атайың-әсәйең менән үткәрергә тейешбеҙ? – тип һорай йәш кәләш иренән.– Ҡәҙерлем, выждан, бурыс кеүек төшөнсәләр хаҡында ла уйларға кәрәк бит!— Ә улар хаҡында Ҡара диңгеҙ йәки Урта диңгеҙ ярында уйлап булмаймы ни?***Ҡатын табипҡа килә.– Иремдең нервылары бөтөнләй ҡаҡшаны. Ялға ҡайҙа барһаҡ һәйбәтерәк: тауҙарғамы әллә диңгеҙ буйынамы?– Һеҙгә – диңгеҙгә, уға – тауға. Киреһенсә булһа ла ярай.

 

 

* * *

Ире – торт ашап ултырған  ҡатынына:– Етер инде торт ашарға. Һимерәһең бит!– Мин быйыл биш кенә торт ашаным.– Һуң бөгөн бит саҡ 5 ғинуар ғына!

* * *

– Әйҙәгеҙ, эсеүҙе ташлайбыҙ!– Шәп тост.* * *– Кисә миңә һөжүм иттеләр. Барсеткамды, сәғәтемде талап алдылар.– Һин бит бокс буйынса чемпион, миҙалың  да бар!– Миҙалды улар таба алманы.* * * Уҡытыусы:– Вәли, һин был матур ташты ҡайҙан  тапҡайның әле? Бына был  геолог ағайҙы шул урынға алып барырһың.Вәли:– Булмай.– Ниңә?– Сөнки бөгөн музейҙа ял көнө.* * * Полиция ирҙән һорау ала:– Ни өсөн күршегеҙҙе туҡманығыҙ?– Ул беҙҙең йорттоң 12-се ҡатында урынлашҡан фатирында тауыҡтар тота. – Һеҙгә ниндәй зыяны тейҙе һуң?–   Ҡолағыма гелән  тауыҡ ҡытҡылдаған тауыш ишетелгәс, психиатрия дауаханаһында өс ай ятып сығырға тура килде.* * * –  Һин ишеттеңме әле. Ғайнисламды ҡатыны ташлап киткән бит…–  Шунан, үҙе нисек һуң?–  Хәҙер тынысланды инде. Юҡһа тәүге мәлдәрҙә шатлығынан хыялый була яҙғайны. * * *  Элек яңы сит ил машинаһы алған егет бик «текә»ләр рәтендә ине. Хәҙер, ҡыҙҙар, һаҡ булығыҙ: әгәр егет сит ил машинаһында икән, тимәк, уның биш йыллыҡ кредиты бар.* * *    –  Һеҙ ниндәй аҡсаға йәшәйһегеҙ?–  Пенсияға.–  25  йәштә пенсия бирә башланылармы әллә?–  Миңә түгел, атайға.* * *Йоҡларға ятҡас, ҡатыны иренә һырпалана.– Ҡәҙерлем, мин һиңә әкиәттән килдем…– Ҡайһыһынан?– Матур әкиәттән.– Ҡыуып сығарҙылармы әллә?* * * – Һин ит ашайһыңмы?– Юҡ.– Ә балыҡ?– Юҡ.– Әллә һин вегетарианмы?– Юҡ, бюджетник.* * *Ике  әхирәт һөйләшә. – Мин йоҡлай алмай интегәм. Һин нисек йоҡлап китәһең ул?– Өскә тиклем һанайым.– Башыңды мендәргә терәү менән йоҡлап китәһең икән дә.– Кисә сәғәт төнгө дүрткә тиклем һананым.* * *  – Вәли, бына һиңә ун кәнфит, шуның яртыһын ҡустыңа  бирерһең.– Мин уға өс кәнфит бирәм.– Нимә, һанай белмәйһеңме әллә?– Мин беләм, ҡустым белмәй.* * * Доктор ауырыуҙы тикшерә:– Араҡы эсәһегеҙме?– Рәхмәт, доктор! Һеҙҙең янға туп-тура һырахананан ғына килеүем…* * *Берәү аяғы һынып һәм биттәре һыҙырылып табип янына килә.– Аварияға эләктегеҙме?– Юҡ, шкаф эсендә сөс­көргәйнем…* * *  – Әгәр ҙә һөйгән ҡыҙым туйға тиклем бала тапһа, был гонаһмы?– Ни эшләп гонаһ булһын? Ул сабый туйҙың ҡасан булырын ҡайҙан белһен инде?* * * – Был аш боҙолмағанмы?– Аша, аша, барыбер иртәгә ял көнө.* * * Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы тәртип боҙоусыны туҡтата. Руль артында ултырған ҡатындан «право»һын һорай. – Һуңға ҡалдың, үҫкәнем, – ти ҡатын, яғымлы йылмайып.– Уны кисә һинең коллегаң алып өлгөрҙө инде.* * * – Атай, винтовка менән автомат араһында ниндәй айырма бар?– Бик ҙур, улым. Күҙ алдыңа килтер әле: мин нисек һөйләшәм дә әсәйең нисек һөйләшә.* * * Такси водителе – пас­сажирға:– Әле генә автомобиль эсен дезинфекцияланым. Еҫ булһа, танауығыҙҙы ҡаплап ултырығыҙ йәки тәҙрәне асығыҙ.–  Борсолмағыҙ, мин былай ҙа еҫ тоймайым ул…* * *– Һеҙ ҡатынығыҙ менән йыш ирешәһегеҙме?– Бөтөнләй ирешеп тор­майбыҙ.– Нисек?– Беҙ  шунда уҡ һу­ғышырға тотонабыҙ.* * *– Бармаҡ­тарығыҙ бигерәк нә­ҙек. Моғайын, һеҙ пианистыр? – Юҡ,  мин – лаборант. Пробиркалар йыуам. * * *Әсәһе ҡыҙын ҡурҡыта:– Әгәр ҙә ошо манный бутҡаһын ашамаһаң, убыр­лы ҡарсыҡты са­ҡырам.Ҡыҙы:– Ә һин ул ошо тәмһеҙ бутҡаны ашар тип уйлайһыңмы?* * * Малайҙы күршеһе алма менән һыйлай. Ул өндәшмәй генә ала ла әсәһенә ҡарай. Әсәһе:– Улым, нимә тип әйтергә кәрәк?– Ә һеҙ уны йыуҙығыҙмы һуң?* * *– Отпускта тағы ла Таиландҡа бараһыңмы?– Бик кәрәге бар ине! Үҙебеҙҙең тәбиғәткә етә буламы һуң! Теләһәң, урманда бәшмәк йый, теләһәң, күлдә балыҡ ҡармаҡла… Шәп бит, ә!– Ипотека алдыңмы ни?– Эйе.* * *– Буйҙаҡ өйләнгән ирҙән нимәһе менән айырыла?– Буйҙаҡты бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа ымһындыра, ә өйләнгәнде –   берәүҙән тыш барыһы ла.* * * Юғары уҡыу йортонда ҡабул итеү имтиханы бара. Юлдаштан башҡа бер кем дә таҡтала аҡбур менән һыҙып, дөрөҫ итеп түңәрәк эшләй алмай.– Бындай оҫталыҡҡа ҡайҙа өйрәндең?– тип һорай профессор.– Армияла бер йыл буйы ит үткәрҙем, – ти ауыҙы ҡолағына еткән егет.* * *Студент ашханала ике сосискаға заказ  биргән. – Күп булмаҫмы? – Ашнаҡсы көлә.– Ун ике сәнске лә килтерегеҙ, – тип өҫтәй студент. * * *Ире ҡатынына:– Ҡәҙерлем, мин балкондың иҙәнен йәйеп бөттөм, һиңә ит үткәрешергә ярҙамлаштым, автомобилемде йыуҙым. Бөгөн күп кенә эштәр эшләп ташлағанмын икән.– Шулайын шулайҙыр ҙа. Тик  «Виагра» таблеткаһы һиңә икенсерәк тәьҫир итергә тейеш ине...* * * Физик менән математик урмандан китеп барһа, ҡаршы­ларына айыу килеп сыҡҡан.Математик: «Айыуҙың тиҙлеге  сәғәтенә 20 км, ауырлығы – 300 кг. Ҡасып ҡотолоп булмаҫ», – тип уйлай икән.Физик: «Айыуҙың ашҡаҙаны 20 кубик дециметр, кешенең күләме 100 кубик дециметр. Уға бер математик етә. Ҡасып китергә кәрәк».* * * – Ҡәҙерлем, диңгеҙ буйында бөтә кеше лә миңә ҡарап: «Аһ»» итһен өсөн нимә алып барайым икән?– Сана.* * *   – Булды. Яңы йылға барыһына ла бүләктәр алдым. Инде еңел һулап ҡуйырға һәм аслыҡтан, хәйерселектән тынысланып үлергә лә була.                   * * *Йәмәғәт транспортындағы хәҡиҡәт: кеше ни тиклем күп, кондуктор шул тиклем йыуаныраҡ.* * * “Ҡыҙыл Башлыҡ” әкиәте – бөгөн.– Ҡыҙыл Башлыҡ, һинең кәрзинеңдә нимәлер бар, ашайыммы?– Мә, Бүре, аша!Бүре бер бәрәмәсте алып ашағас, ҡыҙ йәһәт кенә телефонынан:– Алло! Әсәй, ул ашаны... Эйе, нисауа ғына күренә: был бүренән ике бүрек сығасаҡ!* * * Һуңғы яңылыҡтарҙан: ҡораллы өс бандит ике ҡатлы турист автобусына һөжүм иткән. Хәҙер полицияла уларҙың 75 фотоһы бар.* * * Кеше 25 йәшкә тиклем үҫә. Ошо йәштән һуң бер кәүҙә әйткән ти:– Ярай, өҫкә үҫә алмаһаҡ та, ян-яҡта, ана, күпме урын бар!* * *Ике альпинист бейек тауға үрмәләй икән. Ыһ та бых килеп, былар ял итергә туҡтала. Шунда береһе икенсеһенән һорай:– Һеҙ нисек, фатирығыҙҙы алмаштырҙығыҙмы?– Юҡ, баш тарттым. Бишенсе ҡатҡа лифтһыҙ менеп йөрөргә алйотмо ни мин?!* * *– Хәйерле көн, был Именлек хеҙмәтеме?– Эйе, ә ниңә?– Һеҙ беҙҙең телефондан һөйләшеүҙәрҙе тыңлайһығыҙ, тип ишеткәйнем, дөрөҫмө?– Ә ниңә?– Миңә ҡатын магазиндан нимәлер алырға ҡушҡайны. Тик онотҡанмын. Һеҙҙән шуны белешергә ине...                 * * *Ҡатын-ҡыҙ көндөҙ ятып торһа, был – ял итеү, ир кеше ятһа – диванда аунау.* * * Иҫерек ир төн уртаһында ҡайтып, ишек шаҡый. Ҡатыны асмай.– Ас, мин иң матур ҡатынға рауза сәскәләре алып ҡайтып киләм!Ҡатыны ишек асҡас:– Ҡайҙа сәскәләр? – тип һорай.– Ә ҡайҙа иң матур ҡатын? – ти ир, теле көрмәлеп.* * * Элекке күршеләр – рус менән башҡорт осраша.– Нисек йәшәйһең? – тип һорай рус.– Шәп йәшәйем: ҡатынымда – айфон, ҡыҙымда – айпад, ә миндә – ай һайын!– А что такое “ай һайын”?–Нимә, нимә, банктағы кредит! Ҡәһәрең...* * * – Атай, кешегә мыйыҡ ни өсөн кәрәк?– Танауҙан аҡҡан ауыҙға инмәһен өсөн...* * * Береһе – Мәскәүҙә, икен­сеһе төпкөл ауылда йәшәүсе класташтар осраша ла, һүҙҙәре юл торошона килеп ялғана. Былар хатта бәхәсләшеп китә: йәнәһе, кем йәшәгән ерҙә юлдар яҡшыраҡ? Баш ҡалала торғаны әйткән була, ти: – "Иномарка"ға ултыраһың да машина башына һыу тулы стакан ҡуяһың, бөтә көскә ҡыуып та, барып етеп туҡтаһаң, һыу түгелмәгән була!Ауылдыҡының да иҫе китмәй:– Беҙҙең юлдарҙа хет теләһә ниндәй машинаның артына ултырып йоҡлап барһаң да, бер нәмә лә булмай.– Һи-и, бигерәк ҡабартаһың. Рулдә ултырып, тиең.– Юҡ, рулде тотмаһаң да була. Машина кәлейәнән бер ҡайҙа ла сыға алмаясаҡ.* * * – Һеҙ нисек миллионер булдығыҙ?– Ҡатыным арҡаһында.– О-о-о! Нисек инде ул? Бик яҡшы кәңәштәр бирҙеме?– Юҡ. Уның “Аҡса етмәй” тигәне ҡасанға тиклем дауам итерен белгем килде лә...* * *Ҡатын аптырашта тора. Ире һорай икән:– Ҡәҙерлем, ниндәй уйға баттың?– Диңгеҙгә 12 көнгә барабыҙ. Ә минең 13 йәйге күлдәгем бар. Ҡайһыһын алмаҫҡа икән, тип баш ватам...* * *– Магазиндарҙа ниндәй генә шампунь һатылмай: ҡауаҡты бөтөрә торғаны, сәсте йылҡылдата торғаны, күпертә торғаны... Ә бысраҡ сәсте йыуа торған шампунь бармы икән?* * *– Сәс төрөнә ҡарап, кешенең холҡо тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин.– Уныһы нисек була инде?– Бына, мәҫәлән, йомшаҡ сәсле кеше – йомшаҡ холоҡло, ҡаты сәслеһе – ҡырыҫ. – Ә пеләш булһа?– Ул саҡта был кеше – бик шыма.* * *– Апай, ниңә илайһың?– Бына бит, гәзиттә, Өфөлә бер ҡыҙҙы трамвай тапаған, тип яҙғандар. Минең Ринат түгелме икән, тип ҡайғырам...– Атаҡ, унда бит, “бер ҡыҙҙы”, тип яҙғандар.– Һ-и-и, трамвай ҡарап тора, ти, малаймы, ҡыҙмы...* * * – Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең урынға ултырғанһығыҙ.– Һеҙҙең урынға? Ә быны нисек иҫбат итерһегеҙ?– Үҙемдең урынға торт киҫәге һалғайным. Һеҙ уның өҫтөндә ултыраһығыҙ... * * * – «Дом-2» тапшырыуын ябырға булғандар...–  Быйыл, исмаһам, бер яҡшы хәбәр ишетелде...* * * Күршеләр һөйләшә.– Беләһеңме, заводҡа эшкә ингәндең тәүге көнөндә үк дауаханаға эләктем.– Нимә, әллә унда карантинмы?– Юҡ та. Ҡаршымда торған Иван­ға, Вань, асҡыс ырғыт әле, тип ҡысҡырғайным да... Кем бел­һен цехта биш Иван эшләгәнен...* * *– Әсәй, бөгөн әхирәттәрем ме­нән бер кисәгә барабыҙ, теге брил­лиантлы муйынсамды тағайым әле...– Юҡ, ярамай.– Ниңә ярамай?! Ул муйынсаны Яңы йылға бүләк иттегеҙ, тағырға ярамай. Ҡиммәтле “иномарка”ны бүләк иттегеҙ – йөрөргә ярамай. Шкафта инде дүрт йылҡылдап торған шәшке туным тора – ярамай. Ә ҡасан ярар икән һуң?!– Атайың пенсияға сыҡҡас. Әле ул – ябай “гаишник”.* * * Бер йәш ҡыҙ туй саҡы­рыуҙары эшләгән ойошмаға шылтырата:– Иҫләйһегеҙме, мин һеҙгә ике аҙна элек саҡырыу эшләргә заказ биргәйнем. Открыт­ка­ларҙы бер аҙ үҙгәртергә мөм­кин булырмы икән?– Эйе, яңы мәғлүмәттәрҙе яҙып алайым улайһа...– Яҡшы! Туйҙың датаһын, урынын һәм ирҙең исемен генә үҙгәртергә.* * * Рәсәй йәнһүрәттәре донъя­һында криминаль хәл: көслө дауыл арҡаһында Чебурашка үҙ ҡолаҡтарынан йыртҡыстарса туҡмалды...* * * Бер ҡыҙ – әхирәтенә:– Мин үҙемдең тал сыбығы кеүек нескә билемде, йомро матур янбаштарымды, шып-шыма ғына эсемде ны-ыҡ яратам. Тик бына шул матурлыҡты ҡаплап торған майҙы нимә эшләтергә, ҡәһәрең?!* * * Әсәһе балкондан улына ҡысҡыра:– Булаа-ат, һин ҡайтырға уйлайһыңмы, юҡмы?– Уйлайым, әсәй.– Күпме ваҡыттан уйлап бөтәсәкһең инде?– Тағы бер-ике сәғәттән! * * *– Ильяс, һин күбеһенсә кемде тыңлайһың: атайың­дымы, әсәйеңдеме?–  Әсәйемде.–  Ни өсөн?– Сөнки ул күберәк һөйләй.* * *Ике таныш һөйләшә.– Кисә концертта тәнәфес ваҡытында һинең ҡатыныңды күргәйнек. Бик йүткерҙе, ба­рыһы ла уға әйләнеп ҡараны. Әллә ауырыймы?– Юҡ, ул яңы күлдәк кейгәйне...* * *– Атай, атай, иҙәндә ялан аяҡ йөрө әле!– Атаҡ, ниңә?– Әсәйем ҡушты. Ул энәһен юғалтҡан да, тапҡыһы килә.* * *45 йәштәрҙәге ир әсәһенә шылтырата:– Әсәй, мин ҡайтырға сыҡтым. Нимә алайым?– Юҡ, бер нәмә лә кәрәкмәй, – ти әсәһе һәм телефонды һүндергәс, –  үҙеңә фатир ал да айырым йәшә, улым...* * *Ҡатын, табиптан сыҡҡас, уны көтөп ултырған иренә:– Ҡәҙерлем, табип миңә сәйәхәт итергә ҡушты, – ти.–  Яҡшы, киттек.– Ҡайҙа? Сәйәхәткәме, хәҙер үкме?– Икенсе табипҡа.

* * *Иҫ киткес һомғол буйлы ҡыҙ йылғаға табан ыңғайлай. Уның менән танышырға теләп, бер егет ҡысҡыра:– Һаҡ булығыҙ, унда тәрән! – Ҡыҙ боролоп ҡарағас, өҫтәп ҡуя. – Барығыҙ, бар, унда шаҙралар батмай ул...* * *Ике “яңы урыҫ” һөйләшә:– Кисә “Ока” машинаһы һатып алдым әле.– Яҡшырағын алырға мөмкинлегең бар бит, шул хәстрүшкә ҡыҙыҡмаһаң?!– Уныһы шулай, әлбиттә, тик “Ока” менән фатирҙа йөрөүе яйлы.* * *Өйҙән бер ир сыға ла, рәхәтләнеп кирелеп-һуҙылып ала. Бер ни тиклем ваҡыт тирә-яҡҡа хозурланып торғас:– Их-х, донъяһы, әй! Ер емертеп эшләгеләр килә. Өйгә инеп, бер аҙ ятып алайым. Бәлки, үтеп китер.* * *Бер малай өлкән йәштәге ҡатын янына килә лә:– Апай, бынау кәнфитте ашап ҡара әле, – тип мөрәжәғәт итә.– Бик тәмле, – тип баһа бирә ҡатын.– Ғәжәп, ниңә беҙҙең эт уны ауыҙынан кире сығарҙы икән? – тип аптырауға ҡалған малай.* * *Берәү табипҡа зарлана:– Йоҡлап булмай...– Ә һеҙ әкрен генә алтыға тиклем һанап ҡарағыҙ.– Ә мин етенсе яртыға тиклем һанайым. Унан һуң инде һыйыр һауырға торорға кәрәк.* * *Йәш кәләш әсәһе янына илап килеп инә:– Әсәй, мине кейәүең туҡманы!– Бәй, командировкаға китте, тигәйнең бит!– Мин дә шулай тип уйлағайным...* * *  – Доктор, һуңғы арала холҡом ныҡ боҙолдо. Юҡтан ғына гөлт итеп ҡабынам да китәм.– Нимә-нимә?– Асыуыма теймә, ҡәбәхәт!* * * Дауахананың бер бүлексәһе яна.Янғын һүндереүсе баш табип янына йүгереп килә.– Корпусты тиҙ арала һүндерә алдыҡ. Ун ауырыуҙың һигеҙен аңына килтерҙек. 2 кешене ҡотҡарып ҡалып булманы.Баш табип аңын юғалтып йығыла ла уны һушына килтерәләр.– Һеҙгә нимә булды?!– Корпус түгел был, морг! * * * – Дачалағы бәҙрәфкә  ҡасан ишек ҡуяһың инде?– Ә унда урларлыҡ нимә бар?* * *   Аяғы һынған ир төҫө ҡасып табип янына килә.– Аварияға эләктегеҙме?– Юҡ, шкафта сөскөрҙөм.* * *  Вацаптан килгән яҙыу.«Ҡәҙерлем! Һине бик һағындым! Яратам! Һинең өсөн тауҙар күсерергә лә әҙермен! Көт мине, һөйөклөм! Әгәр ҙә ямғыр яумаһа, иртәгә килермен».* * *  Бурҙан һорайҙар.– Зыярат ҡапҡаһы янында торған велосипедты ниңә урланың? – Мин уның эйәһе үлгәндер тип уйланым.* * *Бер ҡыҙ әхирәтенә һөйләй.– Беҙҙең өйҙә дини әйберҙә­р­ҙән иҙәндәге үлсәү генә бар. Көн һайын иртән шунда баҫҡас, әсәй: «Йә, Хоҙайым!»  –ти.***  – Өйләнергә кәрәк һиңә.– Ниңә?– Артыҡ шат күренәһең.*** – Мин тәртипле ҡыҙ,  тартмайым.– Туҡта, туҡта… Бер көндө генә тартҡаныңды күрҙем дә инде!– Уныһы эскән баштан ғына ине…*** – Ҡатының була тороп, башҡалар менән йөрөргә нисек оялмайһың?– Элек ояла инем. Хәҙер күнектем инде.* * *  – Әле генә шнф янында булдым. Ике яңылыҡ бар: яҡшы һәм насар. Ҡайһыһынан башлайым?– Мине эштән ҡыуҙылар.– Ә яҡшыһы?– Һине лә ҡыуҙылар.* * * Итәк ни тиклем ҡыҫҡараҡ булһа, ул шул тиклем күберәк кәмселекте ҡаплай.* * * Беҙҙең эш урынында төшкә тиклем бер кем дә эшләмәй. Ә төштән һуң барыһы ла ял итә.* * * – Теш табибына барҙыңмы?– Барҙым.– Хәҙер тешең һыҙламайҙыр инде?– Белмәйем. Ул табипта ҡалды...* * *Абрам Изя янына инһә, теге стеналағы обойҙы аҡтарып маташа.– Нимә, Изя, обойығыҙҙы алмаштыраһыңмы?– Юҡ, яңы фатирға күсәм.* * *Хужа – ҡунаҡҡа:– Һин, Аллаға шөкөр, китәһеңме, әллә, Алла һаҡлаһын, тағы бер аҙға ҡалаһыңмы?* * *Теш табиптары ла яңылыша. Ләкин бер кешене дауалағанда бындай яңылышыуҙар 32-нән артмай.* * *Тәнҡитсе – режиссерға:– Кисә һеҙҙең премьерағыҙҙы ҡарағас, төнө буйы керпек ҡаҡманым...– Спектакль шул тиклем тәьҫир иттеме ни?– Юҡ. Театрҙа йоҡоно туйҙырып ҡайтҡанмын.* * *Етәксе – хеҙмәткәренә:– Ҡара әле, һиңә нимә булды? Ҡарап тороуға тыйнаҡ ҡына ир кеше кеүекһең, көтмәгәндә-уйламағанда ҡолағыңа һырға тағып йөрөй башланың.– Теләһәң-теләмәһәң дә тағырға тура килә.– Ни эшләп?– Бер көндө ҡатын беҙҙең карауатта һырға тапты.* * *– Нимәләр менән шөғөл­ләнәһең?– Мин хәҙер сәйәсмән, спорт комментаторы, тәнҡитсе.– Пенсияға сыҡтыңмы әллә?* * *Берәүҙән:– Ниңә сәсеңде ҡыҫҡа йөрөтәһең? – тип һорағандар.– Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙы, сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа, тип мыҫҡыллайҙар. Тимәк, сәсе ҡыҫҡа кешенең аҡылы оҙон булырға тейеш, – тип яуап биргән.* * *Уҡытыусы:– Һыу кеше тормошонда әһәмиәтле урын биләй. Йәле, Вәли, әйт беҙгә, һыуҙың айырыуса ҙур әһәмиәте нимәлә?– Әгәр ҙә һыу булмаһа, беҙ бер ҡасан да йөҙөргә өйрәнә алмайынса, батып үлеп бөтөр инек.* * *Бер балыҡсы өйөнә гел ваҡ балыҡ алып ҡайта.– Нишләп һин бер ҙә эре балыҡ алып ҡайтмайһың? – тип һорай ҡатыны.– Һи-и, йүләр, эре балыҡты кем ташлап ҡалдырһын!* * *Туҡтауһыҙ мораль уҡыуға асыуланған ҡыҙы – әсәһенә:– Әсәй, үҙең эскесе атайға кейәүгә сыҡҡанһың бит!– Миңә өйләнгәнсе атайығыҙ рөхсәтһеҙ бер рюмка араҡы ла эсмәй ине, – тип маҡтанырға ашыға әсәһе.* * *Ҡатын-ҡыҙға, һин – иң матуры, тиһәң, ул донъяла минән дә матурыраҡ кеше юҡ, тип уйлай башлай.* * Көнсөл ир шкафтан – ҡатынының һөйәркәһен, аҡыллы ир ҡатынына үҙе алып бирмәгән кейемде эҙләй.* * *Аҡыллы ҡатын һәр ваҡыт иренең йәшергән аҡсаһын таба. Тағы ла аҡыллыраҡ ҡатын был аҡсаға ҡағылмай. Ә иң аҡыллы ҡатын уға тағы аҡса өҫтәй.* * * Атай кеше мәктәпкә барған да коридорҙа балаһын көтөп ултыра. Янынан үтеп барған уҡытыусы: – Бала көтәһегеҙме?– Юҡ, мин үҙем шулай һимеҙ.* * *Ҡыш көнө ауылда кешеләр йыйылып һөйләшеп тора икән. Араларынан берәү һөйләй, ти:– Кисә урманға барғанда ҡаршыма быҙау ҙурлыҡ өс бүре килеп сыҡты. Мин – ялт арыш араһына...– Нимә һөйләйһең, ҡыш көнө ҡырҙа арыш буламы ни?– Белмәйем тағы, бәлки, һоло булғандыр...* * * Судья:– Ғәйепләнеүсене таный­һығыҙмы? Һеҙҙең машинаны ысынлап та ошо кеше урланымы?–  Кисерегеҙ, судья әфәнде, ул кешенең адвокаты сығыш яһағандан һуң бөтөнләй ике­ләнеп ҡалдым – машинам булдымы икән һуң минең? * * *+10°С: Американдар өшөп ҡалтыранып йөрөй. Урыҫтар   ҡыяр ултырта.+5 °С: Итальяндарҙың маши­наһы тоҡанмай. Урыҫтар авто­мо­билдәренең тәҙрәһен тө­шөрөп йөрөй.–17.9°С: Нью-Йоркта өйҙәргә йылы бирәләр. Урыҫтар ҡышҡа инер алдынан һуңғы тапҡыр пикникка сыға.–42°С: Европала транспорт йөрөмәй. Рәсәйҙә урамда туңдырма ашайҙар.–73°С: Фин спецназы Санта-Клаус­ты Лапландиянан эвакуациялай. Урыҫтар ҡолаҡтарын ябып йөрөй.–114°С: Этил спирты туңа. Урыҫтарҙың кәйефе насар.–295°С: Католиктарҙың таму­ғында шайтандар туңып үлеп бөтә. Рәсәйҙең футбол йыйылма командаһы донъя чемпионы исемен яулай...* * *– Һинең ниндәй хыялың бар?– Ямғыр аҫтында мине берәйһе үпһен ине.  Ә һинең?– Тиҙерәк ямғыр яуһын ине...* * *– Иремдән айырылам. Миңә ҡул күтәрә, эсә, эшләмәй.– Ниңә кейәүгә сыҡтың һуң уға?– Эй, алйот булғанмын.–  Күрәһең, һин алйотто кәләш итеп алғас, насар кеше түгелдер.* * *Режиссер – драматургҡа:– Пьесағыҙҙы уҡып сыҡтым. Тик уны сәхнәлә ҡуя алмайым. Сөнки һүгенеүгә ҡаршымын.– Пьесамда бер һүгенеү һүҙе лә юҡ бит.– Текста юҡ. Әммә залда буласаҡ...* * *Маршрут автобусында.Пассажир:– Ҡыҙыл «Мерседес»ты кү­рәһегеҙме? Шуның янында туҡтағыҙ әле.Водитель:– Ул ҡуҙғалып китте, ҡыуып тоторғамы?* * * Әбей, ҡыҙыҡһынып, колясканы ҡарай.– Эй, матур игеҙәктәр! Икеһе лә малаймы?– Юҡ, уң яҡта ҡауын ята.* * * Әрмелә: – Иптәш прапорщик! Миңә каптеркаға инеп, телевизор ҡарарға мөмкинме?– Мөмкин. Тик ҡабыҙмағыҙ!* * *  Ейәне: – Өләсәй, мә һиңә тәмле кәнфит!– Рәхмәт!– Тәмлеме?– Тәмле.– Ҡыҙыҡ. Эт менән бесәй ниңә төкөрҙө икән?* * * – Ниңә тынып ҡалдың? Берәй этлек уйлайһыңдыр әле тағы, – ти әбейе бабайына.– Бер нәмә лә уйламайым.– Шулай инде һин. Бөтәһе тураһында ла мин уйларға тейеш.* * *Табип, ауырыу ҡатынды ҡарағас, иренә:– Ҡатынығыҙ миңә оҡшамай.Ир, көрһөнөп:– Миңә лә оҡшамай ул. Нимә эшләйем һуң, йәшәйем инде...* * *Телефон шылтырай. Ир трубканы алып:– Алло. Матурым, гөлкәйем, һинме был?– Юҡ. Был мин – һинең ҡатының...* * * Ике әбей һөйләшә.– Ейәнең ҡунаҡҡа ҡайтҡан икән. Олатаһына ярҙам итәме һуң?– Итә. Кисә икәүләшеп олатаһының пенсияһын эсеп бөтөрҙөләр. * * *Бер ир баҙарҙа йөрөгәндә тутыйғош күреп ҡала. Уның аяғына ике бау бәйләнгән була. Береһенән тартһаң, ҡош ин­глизсә һөйләшә, икенсеһенән тартһаң – французса. Ир, ҡыҙыҡ күреп, икеһенән дә бер юлы тарта.Тутыйғош башҡортсалап:– Аяҡтан  йығаһың бит, шайтан алғыры!  * * *Бер ҡыҙ эшкә инеү өсөн әңгәмәләшеүгә килә.– Элекке хеҙмәткәрегеҙ ҡайҙа китте?– Декретҡа.– Ҡурҡыныс икән дә бында...  * * *Юлай ата-әсәһе менән машинала бара.– Әсәй, ҡара әле, ҡыҙыҡ ҡына самолет!– Әсәй, ана,   беҙ теге юлы туңдырма ашаған кафе.– Атай, ҡара әле, ана, матур ғына апай!* * *– Ҡәҙерлем, мин үлһәм, һин ҡайғырма, кейәүгә сыҡ. Ул беҙ­ҙең улдарыбыҙҙы һәйбәт итеп тәрбиәләһен.– Уф, шул тиклем ялҡыттың. Аш әсемәгән бит. Ашағың килмәһә, ашама! * * * Күршеләре зарлана:– Этегеҙ шул тиклем олой. Тынысландырығыҙ әле. Ҡыҙым хатта йыр дәресен туҡтатырға мәжбүр булды.– Һуң, ҡыҙығыҙ тәүләп үҙе башланы бит.  ***Ҡатыны иренән:– Ҡәҙерлем, минең өсөн тәмәкеңде ташлар инеңме?– Ташлар инем.– Эсеүеңде лә туҡтатыр инеңме?– Әлбиттә, матурым!– Һөйөклөм, минең өсөн ғүмереңде лә бирер инеңме?– Әлбиттә, ундай күңелһеҙ тормош миңә нимәгә инде...*** “Ҡыш бабай, былтыр киләһе йәйҙе ҡомда ҡыҙынып ятыусы ҡыҙҙарҙы күҙәтә-күҙәтә Ҡара диңгеҙ ярында үткәрергә  ярҙам ит, тип һиңә хат яҙғайным. Хыялым тормошҡа ашты. Рәхмәт инде.Вәли Ғайсин. 2 рота. Абхазия”.*** Бер ир зоомагазинға ингән.– Миңә тутыйғош бирегеҙ әле.– Юҡ, кисә һуңғыһын алдылар.– Өйҙә бөтә нәмәм дә бар, һөйләшергә кеше юҡ. Табығыҙ инде миңә тутыйғош. Һатыусылар  өкөнө буяй ҙа  быға тутыйғош тип һатып ебәрә.Бер аҙнанан был ир тағы магазинға килә.– Егеттәр, рәхмәт! Ҡошоғоҙ оҡшаны.–  Нимә, һөйләшәме һуң?– Юҡ. Ул мине шул тиклем диҡҡәт менән тыңлай...*** Бер ир гәзиттә үҙенең вафат булыуы тураһындағы некрологты уҡый ҙа, көйөп, дуҫына шылтырата.– Күрҙеңме, миңә гәзиттә некролог биргәндәр.– Уҡыным. Ә һин ҡайҙан шылтыратаһың әле?*** Аэропорт. Пассажирҙар трапта самолетҡа ултырырға әҙерләнә. Иҙән йыуыусы самолеттан килеп сыға. Ҡултыҡ аҫтына гәзит- журналдар.Быны күргән пасажирҙар:– Ә беҙ осҡанда хәҙер нимә уҡырға тейешбеҙ?– Доға.    *** Бер рухани самолетта осоп бара. Һауаға күтәрелгәс, стюардессанан:–    Беҙ нисә  саҡрым бейеклектә осабыҙ әле?– 3 км.–    Араҡы һалып килтерегеҙ әле.–    Ярай.Бер аҙ ваҡыт үткәс:–    Ә хәҙер нисә саҡырым булды?–    6 км.–    Тағы эсергә алып килегеҙ әле.Бер аҙҙан тағы һораша:–    Әле нисә саҡырым бейеклектә беҙ?–     10 км. Тағы эсергә килтерәймме?–    Юҡ. Шеф күрәсәк. *** Бер ҡыҙ эшкә инеү өсөн әңгәмәләшеүгә килә.–    Элекке хеҙмәткәрегеҙ ҡайҙа китте?–    Декретҡа.–    Ҡурҡыныс икән дә бында...   * * *– Әсәй, 50 һум бир әле.– Нимәгә ул һиңә?– Мин уны анау меҫкен генә инәйгә бирәм.– И-и-и, нескә күңелемде. Мә, утыҙ һум. Ә ҡайҙа ул меҫкен инәй?– Ана тора бит туңдырма һатып...* * * Әҙ-мәҙ ҡырын төшөрөп алған ир ҡоймаға тотона-тотона туйҙан ҡайтып килә, ти. Ҡараһа, остағы  батҡаҡ эсендә бер иҫерек ята.Туйҙан ҡайтып килеүсе:– Алкаш, аяғыңда баҫып тора алмағансы эсмәҫкә ине!– тигән була.– Атла-атла! Хәҙер ҡойма бөтә, һин ни эшләрһең икән– ҡарарбыҙ!* * * – Һинең егетең бармы?– Юҡ. – Шундай һылыу ҡыҙ, үҙенең егете лә юҡ.– Миңә ирем рөхсәт итмәй.* * *– Һине үбергә буламы?– Юҡ. Туйҙан һуң ғына.– Ярай, кейәүгә сыҡһаң, яҙырһың.* * *Ире ҡатынынан һорай:– Мин лотереяға аҡса отһам, нимә эшләр инең?– Аҡсаның яртыһын алыр инем дә һин эскесенән  тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарар инем.– Бөгөн ике мең аҡса оттом. Бер меңен ал да, тай бынан тиҙерәк!* * * Текә генә эшҡыуар бәләкәй улы менән “ Салауат Юлаев” хоккей командаһы матчына барған. Хоккеистар берәм-һәрәм боҙға сыға башлағас, улы:– Атай, ни эшләп уларҙың арҡаларына хаҡтары яҙылып бөткән ул?– тип һорай икән.* * *Паркта дүрт йәшлек малай игеҙәк бәпестәрҙе күреп, бик оҙаҡ ҡарап тора ла әсәһенән:– Әсәй, ә минең һыңарым ҡайҙа? – тип һорай.* * *Егет ҡыҙы менән осрашҡас, унан һорай:–  Һин кем булып эшләйһең ул?– Ландшафт дизайнеры.– Ә аныҡлабыраҡ әйткәндә...– Тракторсы.* * *90 йәшлек ҡарт телефоны кенәгәһен ҡарап ултыра.– Бында номерҙары яҙыл­ғандарҙың барыһы ла үлеп бөттө. Миңә телефон кенәгәһен яңыртырға кәрәк...* * * Бер ирҙең телефоны шылтырай.– Алло! Һеҙҙең улығыҙ беҙҙә!– Нимә талап итәһегеҙ?– Тиҙерәк килеп алығыҙ! Балалар баҡсаһы бикләнә.* * *Ике дуҫ һөйләшә.– Элекке йөрөгән ҡыҙым иҫкә төшә. Нисек оноторға инде шуны.– Будильнигыңа уның тауышын ҡуйып ал!* * * Ир теш табибы бүлмәһенә инә.– Доктор, әйҙәгеҙ тиҙ генә, ауыртыуҙы баҫыусы уколһыҙ ғына теште һурығыҙ ҙа алығыҙ!– Их, бөтә пациент та һеҙҙең кеүек булһа икән!Ярай, башланыҡ улайһа.–    Ир йүгереп барып, бүлмә ишеген аса:–    Ҡәҙерлем, ин, күрһәт тиҙ генә тешеңде.  * * *Йәрәшкән ҡыҙы егетенә үпкәләй:– Һаранһың, сыҡмайым һиңә кейәүгә. Мә, балдағыңды кире ал!– Мин – һаран? Ә ҡумтаһы ҡайҙа? * * *Әгәр ир ҡатыны машинанан сыҡҡанда уға ишекте аса икән, тимәк, был – йә яңы машина, йә яңы ҡатын. * * *Диңгеҙ буйында ял итеүсе берәү  өс көн ямғыр яуғандан һуң  ҡайтырға йыйына башлай.– Ниңә ваҡытынан алда йы­йынаһың?– Бындағы ямғыр үҙәккә үтте.– Һеҙҙең яҡта ла шундай ямғыр яуа инде....– Беҙҙәгеһе арзаныраҡҡа төшә шул. * * *Ике әхирәт осраша.– Сәләм! Был һинме ул? Ҡалай йәйелеп киткәнһең. Танымай ҙа торам!–  Һин дә үҙгәргәнһең. Әгәр ҙә студент сағыңдағы ошо күлдәгеңде кеймәгән булһаң, мин дә һине танымаҫ инем... * * *Арыҫлан хайуандарҙы йыйып алып, бер сафҡа теҙгән.– Матурҙар – алға, аҡыллылар  – бер аҙым артҡа! – ти.Маймыл ғына тик тора икән.Арыҫлан унан: – Ә һин ни эшләп тик тораһың? – тип һорай.– Миңә нимә, икегә ярылырғамы ни?.. – ти тегеһе.* * *– Атай, винтовка менән автомат араһында ниндәй айырма бар– Бик ҙур, улым. Күҙ алдыңа килтер әле: мин нисек һөйләшәм дә  әсәйең нисек һөйләшә. * * *Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәү­ләт инспекцияһы хеҙмәткәре арыу ғына тиҙлектә килгән машинаны туҡтата:Инспектор:– Күреү менән самаланым, кәм тигәндә – 70!Руль артында ултырған ханымдың ҡото оса:– Абайлап һөйләшегеҙ! Мине эшләпәм генә шулай ҡартайта! * * * Ире, эштән ҡайтҡас, бөгөн биге­рәк һөйкөмлө күренгән ҡатынын ир­кәләп, һурып үбергә маташа. Киске аш әҙерләп булышҡан хәләле иһә:– Ташла әле шул күрше Ғимай холҡон! – ти.* * *Дауаханала.– Коронавируслы ауырыуҙың хәле нисек әле?– Һәйбәт. Айырым бүлмәлә ята. Махсус диета тәғәйенләнек. Печенье ашатабыҙ.– Нимә эшләп печенье ғына?– Ул ятҡан палата ишеге менән иҙән араһына башҡа нәмә һыймай.* * *Дауаханала:– Доктор, миңә операцияны студент-практикант эшләйәсәкме?– Эйе.– Дөрөҫ эшләмәй, үлтереп ҡуйһа?..– Беҙ уға “икеле” ҡуясаҡбыҙ.* * *Энергетик үлеп киткәс, уны тамуҡҡа илтәләр. Фәрештәләр  һорау ала икән:– Һеҙ энергетикмы?– Эйе.– Тамуҡҡа тиҙерәк алып барығыҙ!– Һеҙ нимә?! Мин – ғүмер буйына тәртипле йәшәгән кеше. Ни гонаһтарым өсөн бындай яза?!– Һеҙ беҙҙе аңламанығыҙ. Беҙгә сафтан сыҡҡан ҡаҙанлыҡты тиҙерәк эшләтеп ебәрергә кәрәк ине...* * *  Ҡатыны ял итеп өйөнә ҡайтҡас, күршеһе ошаҡлаша:– Үҙегеҙ өйҙә юҡта ирегеҙ тик ятманы: көн һайын кис бисәләр алып ҡайтты.– Бының бер насарлығын да күрмәйем. Ул – гинеколог, тимәк, эше өйөнә эйәреп ҡайтҡан.***Улы атаһынан һорай:–    Атай, һин ниңә әсәйгә өйләндең ?Ир аптырап, ҡатынына ҡарай.–    Ҡара, хатта быға бала ла аптырай.Ике бабай осрашҡан.–    Әйҙә, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, ҡыҙҙарға барабыҙмы?–    Киттек һуң. Осрашырға теләмәһәләр, оят бит!–    Оят түгел. Бына беҙҙең менән булырға ризалыҡ бирһәләр, вәт, оят буласаҡ...*** Туй алдынан.Егет:–    Ура! Ниһайәт, был ваҡытты түҙемһеҙләнеп көтөп алдым!Ҡыҙ:–    Бәлки, миңә һинән китергәлер?Егет:–    Ул турала уйлай ҙа күрмә!Ҡыҙ:–    Мине яратаһыңмы?Егет:–    Әлбиттә!Ҡыҙ:–    Ә һин миңә берәй ваҡыт хыянат иткәнең булдымы?Егет:–    Был уй нисек һинең башыңа килде әле?Ҡыҙ:–    Мине үбәһеңме?Егет:–    Эйе.Ҡыҙ:–    Ҡул күтәрәсәкһеңме?–    Егет:–    Бер ҡасан да.Ҡыҙ: –    Мин һиңә ышана аламмы?Туйҙан һуң бер йыл үткәс, киреһенсә уҡығыҙ* * *– Һине Иҙрискә тормошҡа сыға, тип ишеттем, бындай уйың юҡ кеүек инесе...– Иҙрискә лә шулай тойолғайны.* * *– Ғәлимә ханым, күҙҙәрегеҙ ҡасандан бирле ҡылый?– Игеҙәк балаларым тәпәй йөрөй башлағандан бирле.* * *Сәләмәтлегенә  зарланған бер танышына тәжрибәле табип былай ти:– Утыҙ йыл кешеләрҙе дауалап, шундай фекергә килдем: бөтә сирҙән дә иң һәйбәт дарыу ¬ мөхәббәт!– Әгәр ул ярҙам итмәһә?– Дозаны икеләтә арттырырға кәрәк!* * *“Кисә ирем менән ирештек тә, ул айырым йоҡларға ятты. Йоҡлап киткәс, баш аҫтына мендәр һалайым тип эргәһенә барғайным, уянып китте лә: “Ғәфү ит, ғәфү ит! Түлкә йоҡлағанда тонсоҡтороп ҡына үлтермә инде”, – тип ҡысҡырырға кереште.* * * – Минең бер бесәйгә лә оҡшамаған бесәйем бар.– Нимәһе менән үҙенсәлекле инде?– Бына, фотоларҙы ҡара.– Ҡаймаҡ, һөт, сысҡандар, ҡоштар... Был нимә?– Бесәйем үҙе фотоға төшөргән бит.* * *Автобуста ҡатын менән ир талаша.Ҡатыны:– Һин бер генә бисәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайһың! Уйнаш итеүҙән башҡа нәмәне белмәйһең!Эргәлә торған ҡатын:– Ғәфү итегеҙ, һеҙ ирегеҙҙе әрләйһегеҙме ул? Әллә рекла­малай­һығыҙмы?* * *Үҙҡурсаланыуҙың етенсе көнө.– Вәли, ниңә күңелһеҙ генә ултыраһың?– Төрмәлә был ваҡытта беҙҙе һауа һуларға алып сығалар ине...* * *“Был йыл ысынлап та Сысҡан йылы булды. Ояларыбыҙҙан сыҡмай ятабыҙ. Аҙыҡ кәрәкһә генә сығып әйләнәбеҙ, запас туплайбыҙ, берәйһен күрһәк, ҡаса һалабыҙ...”* * *Берәү теш пастаһын рекламалай.– Беҙҙең теш пастаһын ғына  ҡулланығыҙ. Тештәрегеҙ ҡондоҙҙо­ҡо кеүек булыр.– Ныҡ һәм ап-аҡ төҫтәме?- Юҡ, ҡондоҙҙоҡо кеүек икәү генә. * * *Бер ир янғын һүндереү часына эшкә урынлашҡан. Дуҫы һорай икән:– Нисек яңы эшең?– Һәйбәт. Эш хаҡынан ҡәнәғәтмен. Кейемен дә бирәләр, ашаталар ҙа. Егеттәрем дә яҡшы. Шахмат уйнайбыҙ, кәрт һуғабыҙ. Бына янғынға барырға тура килһә инде, эштән китке килә башлай...* * *– Һеҙҙең фамилияғыҙ нисек?– Ишәкбаев.– Ҡыҙыҡ икән. Ә ини­циал­дарығыҙ?– И. А.* * * Часть командиры өйөнә ҡайтып инеүе менән ҡатыны һөйөнсөләй:– Һеҙҙең часты башҡа часҡа ҡушалар икән.– Кит, юҡты һөйләмә!– Миңә баҙарҙа Мәфтүха ҡарсыҡ әйтте.– Юҡ хәбәр был. Мин – часть командиры. Һеҙҙән яҡшыраҡ беләм.Икенсе көндө командир өйөнә ҡайтып инә лә ҡатынына өндәшә:– Мәфтүха ҡарсыҡтан һораш  әле:  мине ҡайҙа командир итеп күсерәләр икән?  * * *– Табип әфәнде, әйтегеҙсе, уның хәле нисек?– Хәле бик ауыр. Һөйәктәре һынған, башы ярылған.– Ә мин уның менән һөйләшә аламмы?– Үкенескә күрә, юҡ. Нимә әйтергә теләүегеҙҙе миңә әйтегеҙ, еткерермен.– Һорағыҙсы унан: “право”ға тапшырҙыммы икән?* * *Корпоративтан һуң ире ҡатынын әрләй.Ҡатын:– Ҡәҙерлем, шул тиклем ҡысҡырып әрләмә әле. Хәҙер барыһын да һөйләп бирәм. Мин эсмәнем дә, ирҙәр менән дә үбешмәнем. Тик ашаным да бейенем. Тағы һорауың бармы?– Күлдәгең ҡайҙа?!Фото: Т.Аманов

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: