Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
16 Август 2022, 07:00

Бабил бәхетлеһе

Джордж Самюэль Клейсон

“Бабил бәхетлеһе” тип тәржемәләнгән өҙөк инглиз телендәге “The Richest Man in Babylon” тигән китаптан алынды. Руссаға уны “Самый богатый человек в Вавилоне” тип тәржемәләйҙәр. Ҡала исемен инглизсәнән тура тәржемәләһәк, Бабилон (Babylon) тип аталыр ине. Баҡтиһәң, был ҡала хатта Ҡөрьәндә лә “Бабил” исеме менән телгә алынған икән. Шуға ла мин ҡала исемен изге китаптағыса ҡалдырырға булдым.
Кемгәлер ҡолдар тураһында әҫәр хәҙерге заманға тура килмәгән кеүек тойолор. Минеңсә, был әҫәрҙең тәрбиәүи мәғәнәһе ғәйәт ҙур. Үҫеп килгән быуында хеҙмәткә һөйөү уятыу, маҡсатҡа сабырлыҡ, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттар аша ирешеү һәм шулар аша бәхетле булыу был өҙөктөң төп идеяһы булып тора.
Тағы ла беҙҙең халыҡ аҡса темаһын өнәп етмәй. Йәнәһе лә, байлыҡҡа ынтылыу насар. Әгәр ҙә кеше, аҡсаға ҡыҙығырға ярамай, бөтә бай ҙа ҡомһоҙ, алама, тип башына һеңдерә икән, уның төпкөл аңы, ярлы булыу яҡшыраҡ, тип ҡабул итә башлай, үҙенә фәҡирлек һораған һымаҡ килеп сыға. Байҙар араһында ла алама кешеләр була, ләкин улар бай булғаны өсөн шулай түгел. Ярлы булған хәлдә лә бындай кеше насар булыр ине. Донъяла лайыҡлы йәшәү өсөн муллыҡҡа ҡарата дөрөҫ ҡарашта булыу мөһим. Был тәңгәлдә мөнәсәбәттәр дөрөҫ булһа, кеше етеш йәшәйәсәк. Етеш, мул йәшәһә, балаларына үҙ мәлендә матур тәрбиә бирергә, халҡына ярҙам итергә ваҡыты ла, мөлкәте лә етерлек буласаҡ. Әгәр кеше, аҡсаға ҡыҙығыу ярамай, тип һанай икән, ул бик самалы хаҡҡа эшләргә дусар ителә, тынғыһыҙ тормошта йәшәй. Ислам дине, биреүсе ҡул (йәғни, хәйер-саҙаҡа таратыусы) алыусы ҡулға ҡарағанда яҡшыраҡ, тип өйрәтә (“Әл-Бохари”, 5355). Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйтте: “Изге эштәргә тотонолған хәйер-саҙаҡанан мөлкәт кәмемәй, киреһенсә, күбәйә генә; кем дә кем һораныу юлына баҫа, Аллаһы Тәғәлә уға фәҡирлек ишектәрен аса (ул кеше үҙен үҙгәрткәнгә ҡәҙәр) (“Әхмәт”, “Тирмизи”). Һораныу тигәндә, бында кешеләрҙән һорау күҙ уңында тотола. Алланы онотоп йәки унан һорап була икәнен дә аңламай, кешенән һорай икәнһең, һин гел кешеләрҙән һорап йәшәүгә мохтаж булаһың. Нимәлер һорағығыҙ килә икән, Алланан һорау дөрөҫ буласаҡ: йә, Раббым, мине бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтаж итмә, тип, туранан-тура Аллаға теләк теләп йөрөгөҙ, Уға ғына тәүәккәл итегеҙ. Ошолай эшләһәгеҙ, ихтыяждарығыҙҙы  Ғаләмдәр Раббыһы ҡәнәғәтләндерәсәк, эштәрегеҙ ыңғай барасаҡ.
Ләкин аҡса эшләүҙә онотолоп китеп, сиктән уҙырға ла ярамай. Мөхәммәт (с.ғ.с.) самаһыҙ байлыҡҡа һәм юғары дәрәжәләргә ынтылыуҙы һарыҡ кәртәһенә инеүсе ике бүре менән сағыштырҙы (“Тирмизи”). Әгәр кешелә аҡса эшләүгә һөйөү кәрәгенән тыш көслө икән, ул тыйылған хәрәм ысулдарҙан баш тартмаясаҡ. Һәм был уны һәләкәткә илтәсәк, был донъяла ла, Ахирәттә лә. Муллыҡҡа ынтылығыҙ, ләкин саманы онотмағыҙ, урталыҡта булығыҙ.


Үҙ карауаны башында ғорур ҡиәфәттә Шәрру Нада, Бабил сауҙагәре, китеп бара. Ул затлы туҡымалар ярата һәм зауыҡлы, ҡыйбатлы кейемдәр кейә. Матур аттар яратыусы Шәрру етеҙ ғәрәп арғымағында үҙен бик ышаныслы тота. Тәү ҡарашҡа, уның оло кеше икәне күҙгә салынмай, йөҙөнә ҡарап та күңеле тынысһыҙ икәнен аңғарып булмай.
Дамаск юлы оҙон, сүллек сәфәрендә хәүеф-хәтәрҙәр күп һағалай. Яуыз ғәрәп ҡәбиләләре бай карауандарҙы йыш талай, ләкин һаҡсылар яллаған юлсының улар һөжүменә әллә ни иҫе китмәй.
Уның борсолоуы эргәһендә барыусы үҫмер менән бәйле. Был егеттең исеме Һәдән Ғула – Араҙ Ғула тигән иптәшенең ейәне. Эшләгән изгелектәре өсөн ул Араҙ алдында үҙен бик бурыслы тоя. Шуға ла Һәдән Ғула өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләгеһе килә, әммә ошо турала күберәк уйланған һайын, тап егет арҡаһында, был мәсьәлә уға тағы ла ауырыраҡ тойолған һымаҡ.
Таҡҡан биҙәүестәренә ҡарап: “Ирҙе ялтырауыҡтар биҙәй, тип уйлайҙыр инде, ә шулай ҙа ҡараштары олатаһыныҡы һымаҡ ҡыйыу. Әммә ул үтә ҡупшыланып кейен­мәй торғайны. Атаһы мираҫты аңһыҙ рәүештә туҙҙырып бөтөргәненән һуң, мин бит уны үҙем саҡыртып алдым, шуның өсөн дә яңы тормош башларға нисек булһа ла ярҙам итергә тейешмен”, – тип уйланды сауҙагәр.
Уйҙарынан уны Һәдән Ғула бүлдерҙе: “Ниңә һин алыҫтарға карауандар йөрөтөп, шул тиклем күп эшләйһең? Үҙең өсөн йәшәүгә бөтөнләй ваҡытың ҡалмай түгелме?”
 “Үҙең өсөн йәшәргә тиһең инде, – тип йылмайҙы Шәрру Нада. – Ә һин минең урында нишләр инең?” “Минме? Һинең ке­үек бай булһам, мин батшаларса йәшә­йәсәкмен... Эҫелә сүллектәр ҡыҙырып йөрөгөм килмәй. Янсығыма төшкән һәр бер тәңкәне мин шунда уҡ тотонор инем, иң затлы кейемдәр кейеп һәм иң матур биҙәүестәр тағасаҡмын. Ошондай тормош оҡшай, мин шулай йәшәсәкмен!”
Икеһе лә рәхәтләнеп көлдөләр.
Олатайың бер ҡасан да биҙәүес таҡмай торғайны, тип уйламайса әйтеп һалды Шәрру Нада һәм: “Ә һин хеҙмәт өсөн ваҡыт тапмаҫ инеңме ни”, – тип шаяртып, һүҙҙе икенсегә борҙо. “Хеҙмәт хеҙмәтселәр өсөн”, – тип яуапланы Һәдән Ғула.
Быға ҡаршы ҡарт яуап таба алманы, улар тау итәгенә еткәнсе һүҙһеҙ барҙы. Үрҙе артылғандан һуң йәшел дала күренде.
“Даланы күрәһеңме? Ә алыҫтараҡ Бабил диуарҙары төҫмөрләнә. Иң бейек манара – Бэл ғибәҙәтханаһыныҡы. Күҙең һәйбәт күрһә, уның осонда мәңгелек ут төтөнөн дә аңғарырға мөмкин”.  “Бына ниндәй икән ул Бабил ҡалаһы?! Мин донъялағы иң бай ҡаланы күрергә һәр ваҡыт хыяллана торғайным. Бабил... Тап ошонда минең олатайым мөлкәт йыя ла инде. Эх, олатайым тере булһа... Беҙ былай ыҙаламаҫ инек”.  “Ул маңлайына яҙылғанын теүәл йәшәне. Ниңә уның ерҙә артығыраҡ ҡалыуын теләйһең? Атайың менән икегеҙ уның эшен дауам итә алаһығыҙ бит”. “Ҡуйсәле! Беҙҙең ундай һәләт юҡ. Атайым да, мин дә байлыҡ серҙәрен белмәйбеҙ”.
Шәрру Нада өндәшмәне һәм атын алға, дала яғына йүнәлтте. Уның артынан саң болото ҡалҡытып, тотош карауаны ла ҡуҙғалды. Тиҙҙән улар батшалар юлына барып етте һәм көньяҡҡа, крәҫтиән баҫыуҙары яғына боролдо.
Сауҙагәр ер һөрөүселәргә иғтибар итте. Бабайҙар ниңәлер ныҡ таныш тойолдо уға. Юҡтыр, ҡырҡ йыл ваҡыт уҙҙы, нисек инде унда һаман шул уҡ кешеләр йөрөһөн? Әммә, эске тойғоһона эйәреп, уларҙың нәҡ шул кешеләр булыуын һиҙемләне. Берәүһе сибек кенә ҡулдары менән һуҡа тотоп бара, ҡалған икәүһе сыбыҡтар менән үгеҙҙәрҙе ҡыуа.
Ҡырҡ йыл элек ул һөрөүселәр урынында булыр өсөн бөтәһен дә бирергә әҙер ине. Тик ваҡыт үтеү менән күп нәмә үҙгәрҙе, ныҡ үҙгәрҙе. Ул артҡа әйләнде һәм Дамасктан ҡиммәтле тауар тейәгән, иң яҡшы дөйә-ишәктәрҙән торған карауанына ғорурланып күҙ йүгертте. Һәм былар – уның мөлкәтенең тик бәләкәй генә бер өлөшө.
– Һаман да шул уҡ кешеләр ер һөрә, – тине ул, бабайҙарға ҡарап. 
– Ә ниңә шул уҡ кешеләр тиһең?
– Минең бит уларҙы күргәнем бар, – тине ул башында бер-бер артлы өйөрөлгән хәтирәләрҙе барлап. Ниңә ул һаман үткәндәрҙе уйлай, ниңә хәҙергеһе менән йәшәй алмай? Шул мәл уның алдында Араҙ Ғула иптәшенең йылмайған ҡарашы пәйҙә булды һәм эргәһендәге ҡупрыш егет менән араһындағы аңлашылмаған кәртәләр ҡапыл юҡҡа сыҡты.
Ә шулай ҙа анһат тормош яратҡан һауалы егеткә нисек ярҙам итергә? Ул теләге булған һәр бер кешегә эш бирә ала, ләкин үҙен эштән өҫтөн тойғандарға ғына тәҡдим итерлек нәмәһе юҡ. Ҡалайтһа-ҡалайтыр, әммә олатаһы хаҡына был егеткә ул нисек булһа ла ярҙам итергә тейеш. Улар – Араҙ Ғула менән эште урын-еренә еткереп башҡарырға күнеккән кешеләр.
Шул мәл уның башында ҡапыл шәп фекер тыуҙы. Ләкин шунда уҡ кире уйланы: күптән онотолған, әрнеткес хәлдәрҙе яңынан кисерергә тура киләсәк. Әммә сос ҡарарҙар яҡлы ҡарт икеле уйҙарын тиҙ генә ҡыуып ебәрҙе лә тәүәккәлләргә булды.
 “Олатайың менән икебеҙҙең нисек уңышлы эшҡыуар булғанды белгең киләме?” – тине сауҙагәр. “Алтын тәңкәләрҙе нисек эшләүеңде генә һөйлә, мине шул ғына ҡыҙыҡһындыра”, – тип ҡаршы төштө егет.
Шәрру Нада яуапҡа иғтибар итмәй дауам итте:
– Хикәйәмде ер һөрөүселәрҙән башлайым. Мин ул мәлдә һинән саҡ ҡына өлкәнерәк булғанмындыр. Беҙҙең төркөм ошо баҫыу эргәһендә бара ине, сынйырға минең арттан тағылған Миғәд ҡарт ер һөрөүселәргә аптыраны: “Күрәһегеҙме бынау ялҡауҙарҙы? Һуҡала барғаны ҡорамалды исем өсөн генә тота, ә тегеләре үгеҙҙәренә бөтөнләй иғтибар итмәй. Бындай тырышлыҡ менән ниндәй уңыш үҫтерергә мөмкин?” 
– Миғәд һиңә тағылған ине, тинеңме?!. – тип аптыраны Һәдән Ғула. 
– Эйе, муйындарыбыҙҙағы баҡыр муйынса аша бөтәбеҙҙе лә бер сынйырға бығауланылар. Миғәдтән һуң Зәбәҙи исемле һарыҡ ҡарағы бара ине. Мин уны Һәррун саҡтарынан уҡ беләм. Иң артта Пират атланы. Ысын исемен өндәшмәгәс, тәнендәге диңгеҙсе билдәһенә ҡарап беҙ уға Пират ҡушаматы бирҙек. Ҡолдарҙы бер-береһенә дүртәр-дүртәр кешелек сафтарға бүлеп таҡтылар, – тип аңлатты Шәрру Нада. 
– Һеҙҙе ҡол һымаҡ бығаулағайнылармы?! – тип тағы ла сикһеҙ аптыраны егет. 
– Олатайың минең ҡасандыр ҡол булғанымды һөйләмәнеме әллә? 
– Һинең турала күп әйтә торғайны, әммә был турала өндәшмәне. 
– Ул сер һаҡлай белгән кешеләрҙән ине. Һиңә лә, моғайын, ышанырға булалыр? – тип егеттең күҙҙәренә тура ҡараны Шәрру Нада. 
– Борсолма, бер кемгә лә һөйләмәм. Шулай ҙа ныҡ аптыраттың. Ошо турала ентекләберәк һөйләйһеңме әллә?
Шәрру Нада яурындарын ҡалҡыта биреп ҡуйҙы: 
– Бындай бәләнән бер кем дә һаҡланмаған. Михнәттәремә ҡомарлы уйындар менән һыра сәбәпсе булды. Ағайымдың ғәмһеҙлеге өсөн мин яуап бирҙем. Дуҫы менән талашып китәләр ҙә, ул ҡыҙыулыҡ менән иптәшен үлтерә. Уны һаҡ аҫтынан сығартыу өсөн бөтәһенә лә әҙер булған атайым мине мәрхүмдең тол ҡатынына аманатҡа ҡалдырҙы. Аҡсаны оҙаҡ тапмағанға асыуланған ҡатын мине ҡоллоҡҡа һатып ебәрҙе. 
– Ниндәй ғәҙелһеҙлек! – тип ярһыны егет. – Ә нисек кире ирекле була алдың? 
– Һөйләрмен, тик нисек икәнен һуңғараҡ аңларһың. Баяғы баҫыу эргәһенән үткәндә теге ер һөрөүселәр беҙҙе мыҫҡыл итә башланы. Берәүһе туҙып бөткән ҡалпағын систе лә ныҡ ҡына эйелеп: “Хуш килдегеҙ, батша ҡунаҡтары! Һеҙҙең өсөн суҡраҡ һәм кирбестәр күптән әҙер, ул һеҙҙе шунда көтә”, – тине лә күмәкләп көлөргә тотондолар. Пират уларҙың мыҫҡыллауына көйөп китеп, үҙҙәрен дә әрләп ташланы. 
– Ниңә улар, һеҙҙе батша көтә, тине? – тип ҡыҙыҡһындым мин. 
– Арҡаң һынғансы кирбес ташыт­тырасаҡтар. Бәлки, унан да алдараҡ таяҡ менән туҡмап үлтерәсәктәр. Әммә мин бирешә торғандарҙан түгел. Мин үҙем уларҙы үлтерәм.

Азат Көмөшбаев тәржемәләне.

(Дауамы бар).


Шул саҡ Миғәд ҡарт телгә килде: “Тырыштарҙы туҡмамаҫтар, тип уйлайым. Хужаларға, киреһенсә, шундайҙар оҡшай һәм улар менән яҡшы мөғәмәлә итәләр. Әңгәмәгә Зәбәҙи ҡушылды: “Ә кемдең тир түгеп, ихлас тырышҡыһы килһен? Баштары эшләй ер һөрөүселәрҙең, күрәһегеҙ бит, исем өсөн генә йөрөй улар”. Миғәд уның менән ризалашманы: “Тырышмайынса, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай. Бер көндә тотош гектар һөрә икәнһең – бик яҡшы, хужалар һинән ҡәнәғәт буласаҡ. Әгәр ҙә йыбанып яртыһын ғына өлгөрһәң, был бөтөнләй ярамаған эш. Ҡуйылған бурысты урын-еренә еткерергә яратам. Хеҙмәт – минең иң яҡшы дуҫым. Тырышлығым менән ферма төҙөнөм, мал ишәйттем, яҡшы уңыш йыйыуға өлгәшә торғайным”. – “Ә хәҙер улар ҡайҙа? Башыңды эшләтеп, хәйләләшеп өйрән! Күрерһең әле, мин һыу ташыу кеүек анһат ҡына берәй эш табасаҡмын, ә һин көсәнеп кирбестәр ташырһың...” – тине лә Зәбәҙи сәйер көлөргә тотондо.
Ул төндө мине ҡурҡыу солғап алды, бөтөнләй йоҡлай алманым. Башҡалар ятҡас, мин яңы эшкә сыҡҡан Ғәдәс исемле һаҡсының иғтибарын йәлеп итергә тырыштым. Ул бик яуыз ғәрәп ине, янсығыңды урлай ҡалһа, уның һымаҡтар, үңәсеңдән салырға ла күп уйламаҫ. “Ғәдәс, – тинем мин шыбырҙап ҡына. –  Барып етһәк, беҙҙе диуар төҙөүгә ебәрәләр микән?” “Ә ниңә ул һиңә?” – тип һорауыма һорау менән яуапланы һаҡсы.  “Аңлайһыңмы, – тип ялбарҙым мин. – Мин йәшмен. Ә төҙөлөштә үлтергәнсе туҡмайҙар, тип ҡурҡыталар. Яҡшы хужа ҡулына эләгеп булмаҫ микән?” Ул миңә былай тип шыбырҙаны: “Һин һәйбәт егет, беҙгә мәшәҡәт тыуҙырғаның юҡ. Ғәҙәттә беҙ иң тәүҙә ҡол баҙарына барабыҙ. Ә хәҙер тыңла. Әгәр ҙә һинең менән ҡыҙыҡһына башлаһалар, хужа мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәгеңде һөйлә, һатып алырға өгөтлә, юғиһә иң ауыр эшкә – кирбес ташырға ебәрәсәктәр”. 
Ул киткәс, мин йылы ҡом өҫтөнә яттым да йондоҙҙарға ҡарап эш тураһында уйлана башланым. Шул саҡ Миғәд ҡарттың, хеҙмәт – иң яҡшы дуҫым, тигән һүҙҙәре иҫкә төштө һәм мин үҙ-үҙемә, бәлки, миңә лә хеҙмәтте иң яҡшы дуҫҡа әйләндерергәлер, тигән һорау бирҙем. Әгәр ҙә инде ул мине бәләнән ҡотолдора алһа, тип уйландым.
Миғәд уянғас, уға шым ғына һаҡсынан ишеткән ҡыуаныслы хәбәрҙәрҙе еткерҙем. Был беҙҙең берҙән-бер өмөтөбөҙ ине. Кискә ҡарай ҡалаға яҡынлашҡас, текә һуҡмаҡтар буйлап ҡырмыҫҡа ише аҫҡа-өҫкә йөрөгән ҡолдарҙың сафтары күренде. Яҡын уҡ килгәс, бәғзеләре соҡор ҡаҙыған, ҡайһылары иҙмә яһап кирбес эшләгән меңәрләгән ҡол хеҙмәтенә хайран ҡалдыҡ. Кешеләрҙең күп өлөшө ҙур һауыттарға кирбес тултырып, текә юлдар буйлап ташсыларға кирбес ташый ине .
(1Бабилдағы ғибәҙәтхана, эленмәле баҡса, ер һуғарыу өсөн ҡаҙылған ғәйәт ҙур һыу каналдары кеүек данлыҡлы ҡоролмалар ҡолдар хеҙмәте менән төҙөлә. Ҡолдар менән вәхшиҙәрсә мөғәмәлә итеү – уларҙың күп өлөшөн хәрби әсирҙәр тәшкил итеүе менән аңлатыла. Улар рәтендә енәйәт ҡылған йәки финанс йөкләмәләрен үтәмәгән өсөн ҡоллоҡа һатылған Бабил граждандары ла була. Ул мәлдә бурысҡа алынған аҡсаны ҡайтарыуҙы, хөкөм йәки башҡа ҡарарҙар үтәлеүен гарантиялау өсөн үҙеңде, ҡатыныңды йәки балаларыңды аманатҡа биреү тәжрибәһе ҡулланылған. Әгәр ҙә йөкләмәләр үтәлмәһә, аманатҡа ҡалдырылған кеше ҡоллоҡҡа һатылған.)
Баҡтансылар артта һөйрәлеүсе йәки сафтан сығыусы ҡолдарҙың арҡаһын һүгенә-һүгенә сыбыҡ менән яра. Бахырҡайҙар сайҡала-сайҡала барып, ауыр йөктәренә көсө етмәй ҡолай ҙа күтәрелә алмай. Сыбыҡ менән аяҡҡа баҫтыра алмаһалар, меҫкендәрҙе ситкә сығарып үлергә ҡалдыралар. Һуңынан мәйеттәрҙе аҫҡа һөйрәп алып баралар ҙа дөйөм ҡәберлектә күмеү өсөн үлектәр өйөмөнә быраҡтыралар. Бындай хәшәрәтте күреп, ҡотом осто. Ҡол баҙарында һатып алмаһалар, атамдың улын да шундай уҡ хәл көтә ине.
Ғәдәстең әйткәндәре дөрөҫ булып сыҡты: ҡала ҡапҡаһынан ингәс, беҙҙе ҡолдар зинданына бикләнеләр, ә иртәгеһенә баҙарға алып сыҡтылар. Һатып алыусылар тауарҙы яҡшылап ҡарай алмағас, һаҡсылар ҡоттары осҡан ҡолдарҙы ҡамсылап ҡуҙғата. Ә беҙ Миғәд менән һатып алырға ҡыҙыҡһынғандарҙың һәр береһе менән ихлас һөйләштек.
Пират ныҡ тиҫкәреләнгәс, ҡол һатыусы сауҙагәр һаҡсыларҙы саҡыртты ла, уны сынйырға бәйләтеп, ҡаты итеп туҡматты. Алып китеп барғандарын күреп, мин уны ныҡ йәлләнем.
Миғәд тиҙҙән айырылашасағыбыҙҙы һиҙә ине шикелле. Һатып алыусылар булмаған ваҡытта ул миңә хеҙмәттең әһәмиәтлеге хаҡында аңлатып ҡалырға тырышты: “Ҡайһы берәүҙәр эш яратмай. Хатта дошман күрә. Ләкин һин уны хөрмәт ит, дуҫың итеп ал. Ауыр эштән ҡурҡма. Яҡшы йорт төҙөгәндә лә бит кеше, кирбес ташыуы ҡыйын йәки һыу ташыуы алыҫ, тип уйланмай. Һин миңә һүҙ бир, улым: әгәр ҙә һатып алһалар, хужаңа бөтә ихласлығыңды биреп хеҙмәт ит. Тырышлығыңды тейешенсә баһаламаһалар ҙа бошонма. Һәйбәт үтәлгән эш башҡарыусыһына барыбер файҙа килтерә, уны ысын кеше яһай”. Яныбыҙға эре кәүҙәле эшҡыуар килеп, беҙҙе күҙәтә башлағас ҡына ул шымып ҡалды.
Миғәд унан быйылғы уңыш һәм хужалығы тураһында һорашты, унан да һәйбәтерәк эшсе таба алмаясағына ышандырҙы. Ҡолдар хужаһы менән оҙаҡ һатыулашҡандан һуң эшҡыуар янсығын сығарып иҫәпләште лә Миғәд менән икәүләп китеп тә барҙылар.
Иртәнсәк тағы ике кешене һаттылар. Сауҙагәр ныҡ арыны, иртәнгегә ҡалмаясаҡ, кискә тиклем һатылмағандарҙы батша кешеһенә бирәсәк, тип еткерҙе Ғәдәс төш мәлендә. Был хәбәрҙән шаңҡып торғанда майҙанға йыуан ғына бер ир килеп сыҡты ла арабыҙҙа икмәк бешереүсе булыу-булмауын һораша башланы.
Мин уның янына барҙым да: “Һеҙ үҙегеҙҙән дә оҫтараҡ икмәк бешереүсене барыбер таба алмаҫһығыҙ. Минең кеүек тырыш хеҙмәтсене өйрәтеп алһағыҙ яҡшыраҡ булмаҫмы? Мин йәш, көслө һәм эшләргә яратам. Мөмкинлек бирһәгеҙ, һеҙҙең янсыҡты алтын-көмөш менән тултырыу өсөн бөтә тырышлығымды һалып хеҙмәт итәм”,  – тип әйттем.
Ашҡыныуым менән яҡшы тәьҫир иттем, ахыры. Ул сауҙагәр менән һатыулаша башлағайны, ошоға хәтле күҙенә лә элмәгән ҡолдар хужаһы ла минең менән ҡыҙыҡһына төштө. Ул һәләттәремде, сәләмәтлегемде, алсаҡлығымды маҡтарға кереште. Шул мәл үҙемде иткә тапшырырға әҙерләнгән һимеҙ үгеҙ һымаҡ тоя башланым. Ниһәйәт, ҡыуанысыма күрә, улар уртаҡ фекергә килде. Мин үҙемде Бабилдағы иң бәхетле кеше һанап, хужам артынан эйәрҙем. 
Яңы өйөм бик оҡшаны. Нәнә-нәйед исемле хужам ихатаһындағы тирмәндә арпа тартырға, мейестә ут яғырға һәм баллы йыуаса бешереү өсөн кунжут оно яһарға өйрәтте. Йоҡлау урыным иген келәтендә ине. Хужалыҡ эштәре өсөн яуаплы Сәүәсти тигән ҡол әбей, ауыр эшендә ярҙам итеүемә ҡыуанып, мине яҡшы ашата торғайны.
Хужам өсөн кәрәкле хеҙмәтсе булыуыма сикһеҙ ҡыуандым һәм ошоноң аша ирек яулауға өмөтләндем. Нәнә-нәйедтән ҡамыр баҫырға һәм икмәк бешерергә өйрәтеүен һораным. Ашҡыныуымды күреп, ул шунда уҡ ризалашты. Икмәктән һуң баллы йыуаса яһарға ла өйрәндем һәм бөтә эш миңә йөкмәтелде. Хужам быға ҡыуанды ғына, ул шундай тормошто ярата. Сәүәсти ҡарсыҡҡа ғына уның ҡылығы оҡшаманы. “Эшһеҙлек кешене яҡшылыҡҡа алып бармай”, – тиер ине ул.
Яйлап-яйлап ирек һатып алыу өсөн аҡса эшләргә уйлана башланым. Ҡушылғандарҙы төшкә хәтлем тамамлай торғайным, шуға ла төштәң һуңға өҫтәмә эш табып, килемде үҙе менән бүлешһәм, Нәнә-нәйед ҡаршы булмаҫ тигән фекергә килдем. Һәм ҡапыл башыма хәтәр уй килде: тағы ла күберәк баллы йыуасалар бешереп, урамдағы кешеләргә һатырға ҡарар иттем. Һәм хужама ошондай тәҡдим яһаным: “Әгәр ҙә мин, өҫтәмә эш табып, Һеҙҙең өсөн аҡса эшләһәм, килемдең ниндәйҙер өлөшөн үҙемә ҡалдырһам, ҡаршы булмаҫһығыҙмы?” “Әлбиттә, ҡаршы булмайым”, – тине ул. Планымдың йыуаса бешереп һатыу тураһындағы икенсе өлөшө менән таныштырғайным, ул тағы ла нығыраҡ ҡыуанды. “Былай итәбеҙ, – тине хужам. – Һин уларҙың берәүһен ике тәңкәгә һатһаң, аҡсаның яртыһы он, бал һәм утын сығымдарын ҡапларға китәсәк. Тағы бер тәңкәнең яртыһы миңә, ҡалғаны һиңә.”
Уның йомартлығына хайран ҡалдым: миңә килемдең дүрттән бер өлөшөн үҙемә ҡалдырырға мөмкин буласаҡ. Ул төндә мин тауарымды һалып йөрөтөргә батмус яһап, һуңға ҡалғансы эшләнем. Нәнә-нәйед өҫ-башым лайыҡлы күренһен өсөн элекке кейемен бирҙе, ә Сәүәсти ҡарсыҡ уны йыуып-йүнәтеп ипкә килтерҙе. 
Иртәгеһенә өҫтәмә рәүештә йыуасалар бешерҙем. Телде йоторлоҡ һәм матур итеп  бешерелгән йыуасаларҙы батмусҡа теҙҙем дә урам буйлап тәҡдим итеп йөрөй башланым. Тәүҙә, бер кем дә ҡыҙыҡһынмағас, кәйеф ҡырыла биреп ҡуйҙы. Шулай ҙа туҡтаманым, кискә ҡарай, кешеләр асыға башлағас, тауарымды үткәреп, өйгә буш батмус менән ҡайтым.
Нәнә-нәйед бик ҡәнәғәт ине һәм ҙур ризалыҡ менән өлөшөмдө тотторҙо. Мин дә үҙем эшләгән тинлектәргә ихлас ҡыуандым. Миғәд ҡарт, яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе хужалар хөрмәт итә, тип дөрөҫ әйткән. Ул төндә ҡыуанысымдан йүнләп йоҡлай ҙа алманым: бер йылда күпме аҡса туплаясағымды, ирек һатып алыу өсөн нисә йыл кәрәк буласағын һанап сығарырға маташтым.  
Көн һайын сауҙа итә торғас, даими һатып алыусыларым күбәйҙе. Улар араһында һинең олатайың Араҙ Ғула ла бар ине. Ул келәмдәр менән сауҙа итте, тауарын ишәгенә тейәп алыр ҙа ҡол менән ҡаланың был осонан теге осона йөрөй торғайны. Үҙенә ике, ҡолға ла ике йыуаса алып ашаған мәлендә минең менән әңгәмәләшә ине.  Шундай һөйләшеүҙәрҙең береһе хәтеремдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. “Йыуасаларыңды яратам мин, егет, йыуасаңдан да бигерәк уларҙы нисек һатыуыңды оҡшатам. Бындай һәләтең менән ҙур үрҙәр яуларһың”.
Күҙ алдына килтерәңме, Һәдән Ғула, бындай хуплау ишетеү ҙур ҡалала яңғыҙы, хурлыҡтан сығырға маташыусы ҡол кеше өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булғанын?  
Ай артынан ай үтте, минең дә янсығыма тәңкәләр йыйыла барҙы. Хатта уларҙың ҡыуаныслы ауырлығын да тоя башланым. Миғәд ҡарт әйтмәксе, эш иң яҡшы дуҫыма әйләнде. Мин бәхетле инем, ә Сәүәсти ҡарсыҡтың күңеле ниндәйҙер хәүеф тоя ине. “Хужаң ҡомарлы уйындар менән ныҡ мауыға”, – тип борсолдо ул.

Көндәрҙән бер көндә урамда Миғәд дуҫымды осратып ҡыуандым. Ул йәшелсә тейәгән өс ишәкте баҙарға алып китеп бара ине. “Эштәрем бик яҡшы бара, – тине ул. – Хужам намыҫлы хеҙмәтемде баһалап, мине үрләтеп ебәрҙе. Бер үҙемде баҙарға сығара, ғаиләмде лә алып килергә рөхсәт итте. Башыма төшкән бәләләрҙән тик хеҙмәт арҡаһында ғына арына башланым. Берәй ваҡыт ирек һатып алырмын, шунан тағы ла үҙ өйөм һәм хужалығым булыр тип өмөт итәм”.
...Ваҡыт үтә торҙо, Нәнә-нәйед тә баҙарҙан ҡайтыуымды ниндәйҙер сабырһыҙлыҡ менән көтөүсән булып китте. Килеүем була, килемде ҡомһоҙлоҡ менән бүлергә керешә, яңы һатыу урындары эҙләргә, аҡсаны тағы ла күберәк табырға өндәй ине. 
Мин, Бабил ҡапҡаларынан сығып, ҡала диуарын төҙөгән ҡолдарҙы бағыусы һаҡсыларға ла йыуаса һата башланым. Ундағы хәшәрәтте күрге килмәһә лә, даими һатып алыусылар табылғас, сауҙаны туҡтатманым. Көндәрҙән бер көндө унда Зәбәҙине осраттым. Ул һауытына кирбес тултырыу өсөн сиратта тора ине. Ябыҡҡан, бөкрәйгән ине элекке танышым, ә арҡаһы – туҡмалыуҙан тотош яра. Йәлләп йыуаса тотторғайным, ул ризыҡҡа ҡырағай йәнлек һымаҡ йәбеште. Ныҡ асығыуын күргәс, батмусымды тартып алыуынан ҡурҡып, тиҙерәк китергә ашыҡтым. 
 “Ниңә һин шул хәтлем күп эшләйһең?” – тине миңә бер мәл Араҙ Ғула. Бөгөн һин дә бит миңә шундай һорау бирҙең. Уға, хеҙмәт – минең иң яҡшы дуҫым, тип Миғәд һүҙҙәре менән яуап бирҙем. Тәңкә тулы янсығымды ғорурланып күрһәттем дә ирек һатып алырға аҡса йыйыуымды һөйләнем. Ул: “Ирекле булғас, нимә менән шөғөлләнергә уйлайһың”, – тип һорашты. Мин: “Сауҙагәр булам”, – тип яуап бирҙем. Һәм шул мәл ул миңә үҙенең серен асты. “Беләһеңме, мин дә бит һинең кеүек ҡол. Тик мин хужам менән хеҙмәттәшлек итергә килештем”, – тип ғүмерҙә лә уйламаған хәбәр еткерҙе.
– Туҡта! Олатайым исемен буяусы алдыҡ, тыңламайым, – тип бүлдерҙе Һәдән Ғула. – Ул бер ваҡытта ла ҡол булманы, – тине лә күҙҙәре асыу менән тулды.
Шәрру Нада тыныс ҡалды.
– Мин олатайыңды ныҡ хөрмәт итәм. Ул башына төшкән бөтә бәләне лә йырып сыҡты һәм Дамаск халҡының ихтирамын яуланы. Һин дә бит шул уҡ ҡамырҙан эшләнгәнһең. Ә хәҡиҡәтте ҡабул иткең килмәй, әллә һиңә хыял диңгеҙендә генә йөҙөү оҡшаймы?
Һәдән Ғула эйәрендә турайып ултырҙы ла көйәләнеп яуап ҡайтарҙы: “Олатайымды бөтәһе лә ярата торғайны. Ул күп изгелек эшләне. Йот килгәндә бит олатайым үҙ аҡсаһына Мысырҙан иген һатып алып, аслыҡтан интегеүселәргә таратып бирҙе. Ә хәҙер һин уны, Бабил ҡоло булды, тип хурлайһың”.
– Әгәр ҙә ҡол булып ҡына ҡалһа, хурлар инем. Ләкин Араҙ Ғула үҙ тырышлығы менән Дамаскта иң ҙур кешеләр рәтенә инде һәм Хоҙай уны бәләләренән ҡотолдороп, дан-шөһрәт менән бүләкләне, – тип яуапланы Шәрру Нада. 
– Үҙ хәлен аңлатҡандан һуң ул азатлыҡ һатып алыу өсөн ни рәүешле ашҡынып эшләүен бәйән итте, – тип дауам итте Шәрру Нада. – Етерлек аҡса туплап, хыялына ирешеү өсөн күп тә ҡалмаған мәлдә уның сауҙа эштәре нишләптер көйһөҙләнә башлай һәм ул хужаһының илтифатын юғалтыуҙан ҡурҡа ине.
Мин уның икеләнеүҙәрен хупламаным: “Хужаң тураһында күп уйланма. Ирекле сағыңды иҫлә һәм азат кеше һымаҡ уңышҡа ынтыл. Нимә теләгәнеңде аныҡ итеп билдәлә, ә хеҙмәт һиңә шул маҡсатҡа ирешергә ярҙам итәсәк”. Баҙнатһыҙлығы өсөн шелтәләгәнем өсөн ул рәхмәт әйтеп, ҡыуанып китеп барҙы . 

Бер мәл ҡала ҡапҡалары аша сыҡҡанда кешеләрҙең ҙур төркөм булып йыйылғанын күрҙем. Үтеп барыусынан йыйылыш сәбәбен һорашҡайным, ул: “Ишетмәнеңме ни? Бер ҡол батша һаҡсыһын үлтергән һәм хәҙер уның үҙен дә хөкөм итеп язаға тарттыралар. Батша үҙе лә тамаша ҡыласаҡ, – тип яуап бирҙе. 
Кешеләр шул хәтлем тығыҙ баҫҡан, батмусымдағы тауарҙы ҡолатыуҙан ҡурҡып, улар араһына инмәнем. Шуға ла төҙөлә башлаған диуарға менеп, алыҫтан күҙәтергә булдым. Миңә хатта алтын арбаһында яйлап ҡына килеп туҡтаған Нәбүкһәднәззар батшаны күреү бәхете тейҙе. Бәрхәт һәм алтындан торған иҫ киткес байлыҡ-зиннәтте беренсе тапҡыр күрҙем.
Язалауҙы күреп булманы, минең яҡҡа меҫкен ҡолдоң ҡот осҡос тауыштары ғына ишетелде. Бөйөк батшабыҙҙың ошондай әшәкелекте ҡарауына аптыраным, ҡурҡыныс мәлдә лә ярандары менән көлөшөп ултырыуҙарын күргәс, уның ныҡ яуыз булыуын һәм шуға ла ҡолдарға ҡарата мәрхәмәтһеҙ сара ҡулланыуын аңланым.
Ҡол йән биргәндән һуң уны бөтәһе лә күрерлек итеп аяғынан элделәр. Йыйылыусылар тарала башлағас, мин яҡыныраҡ барҙым. Йөнтәҫ түшендә үрелгән йыландар һүрәтен күреп, уның Пират икәнен аңланым. 

Киләһе осрашҡанда Араҙ Ғула бөтөнләй икенсе кеше һымаҡ ине. “Күрәһеңме, һин ҡол тип белгән кеше ирек яуланы”, – тине ул. Һүҙҙәреңдә бөйөк хикмәт ятҡан. “Сауҙам яҡшыра, килемем дә көндән-көн арта. Ҡатынымдың да ҡыуанысы сикһеҙ. Ул бит ирекле ҡатын, хужамдың туғаны ине. Хәҙер ул ҡол булғанымды береһе лә белмәгән икенсе ҡалаға күсеүебеҙҙе теләй. Унда балаларымдың минең өсөн йөҙө ҡыҙармаясаҡ. Хеҙмәт – иң яҡшы ярҙамсым булды. Тик шуның арҡаһында ғына үҙ-үҙемә ышанысым артты һәм сауҙам яҡшырҙы”, – тип дәртләнеп һөйләне олатайың.
Саҡ ҡына булһа ла һүҙ ярҙамым тейгән өсөн шатландым, сөнки мин дә ваҡытында уның хәстәрен тоя торғайным.
Кистәрҙән бер кистә Сәүәсти хәүефле хәбәр еткерҙе: “Хужаң өсөн ҡурҡам, ул бәләгә тарыны. Бер нисә ай элек ҡомар уйынында ныҡ отолған һәм хәҙер бойҙай менән балға түләй алмай. Рибаға алған бурысын да ҡапламай. Уны эҙәрлекләй башланылар”. Миңә барыбер ине: “Ниңә беҙ борсолорға тейеш. Уның үҙ башы бар”. – “Бер нәмә лә аңламайһың, егет. Ул бит аҡса алыр өсөн риба хужаһына аманатҡа тип һине күрһәткән булған. Ҡанун буйынса уның, бурыс хаҡына, һине һатып ебәрергә лә хаҡы бар. Хәҙер нишләрбеҙ, белмәйем... Хужабыҙ һәйбәт кеше. Ниңә генә ул ошо бәләгә тарыны икән?”
Сәүәсти ҡарсыҡтың хәүефе бушҡа булмаған. Иртәгеһенә икмәк бешереп торғанда рибасы әҙәм Сәси исемле кешене эйәртеп килеп етте. Ул һынсыл ҡараш ташланы ла, мин уның эшен башҡара аласаҡмын, тине.
Рибасы бурысын ҡайтарғанды көтмәне, Сәүәстигә мине алып китеүен хужама еткерергә ҡушты. Төйөнсөгөмдө генә артмаҡлап, билемә янсығымды эләктереп, икмәгемде лә бешереп бөтмәй сығып киттем. Дауыл ағастарҙы аҡтарып тынысһыҙ диңгеҙгә быраҡтырған кеүек, мине лә шулай яҡты өмөттәремдән айырҙылар. Тағы ла шул һыра һәм ҡомарлы уйындар бәләләремә сәбәпсе булды. 
Сәси бик тупаҫ һәм алама кеше ине. Ҡала буйлап барғанда Нәнә-Нәйедкә ниндәй эштәр эшләгәнемде һәм уға ла шул уҡ хеҙмәт күрһәтәсәгемде һөйләнем. Ләкин уның яуабы күңелде йылытырлыҡ түгел ине: “Миңә ундай эш оҡшамай. Хужама ла был хеҙмәт кәрәкмәй. Батша уға мине ҙур канал төҙөлөшөнә ебәрергә ҡушҡан. Был эште тиҙерәк тамамлар өсөн ул сыҙамлы ҡолдар һатып алырға ебәрҙе. Шулайтып ҡына бындай ҙур төҙөлөштө тиҙерәк тамамлап була түгелме ни?”
Ә хәҙер сүллекте күҙ алдыңа килтер: унда бер бөртөк ағас юҡ, тәпәш ҡыуаҡтар ғына үҫә, ә ҡояш шул хәтлем ҡыҙҙыра, хатта һауыттарыбыҙҙағы һыу ҙа эсә алмаҫлыҡ итеп ҡайнай. Шулай уҡ ирҙәрҙе күҙ алдына килтер: улар сафҡа теҙелеп тәрән соҡорға төшә лә, һауыттарына ауыр суҡраҡ тултырып, саңлы һуҡмаҡтар буйлап кире күтәрелә. Һәм ошо рәүешле таң һарыһынан эңер төшкәнсе йөрөйҙәр. Беҙҙе, сусҡалар һымаҡ, ашты ялғаштарға түгеп, ашата торғайнылар. Ышыҡланырға бер ниндәй түбәлек тә юҡ, түшәп ятырлыҡ һалам да булманы.
Миңә бына шундай шарттарҙа көн күрергә тура килде. Янсығымды үҙем генә белгән урынға күмдем, әммә уны берәй ҡасан кире алыуыма ла өмөт юҡ һымаҡ тойолдо.  
Башта бирешмәҫкә тырышһам да, бер нисә айҙан һуң һына башлағанымды аңланым. Һәм шул мәлдә тамам арыған кәүҙәмде биҙгәк тотто. Ашау теләге юғалды, шулай булһа ла әҙ-әҙләп йәшелсә менән ит ҡабып маташтым. Төндәрен дә йоҡлай алмай ыҙаландым. 
Ошондай мәлдәрҙә, бәлки, Зәбәҙи хаҡлы булғандыр ҙа, тип уйландым. Ул бит тырышып эшләргә ярамай, тип әйтә торғайны. Ләкин уны һуңғы күреүемде иҫкә төшөрҙөм дә уның ниәте ныҡ шәп булмағанын аңланым.
Шунан мин Пиратты иҫләнем һәм, бәлки, уның кеүек баш күтәрергә һәм һуғышырға кәрәктер, тип уйлай ҡуйҙым. Күҙ алдыма эленеп торған кәүҙәһе пәйҙә булғайны, уның фәлсәфәһе лә файҙаһыҙ, тигән фекергә килдем.
Һәм Миғәд ҡарт менән һуңғы күрешеүебеҙ тураһында уйландым. Эйе, уның ҡулдары ауыр эштән һөйәлләнгәйне, әммә күңеле тыныс һәм йөҙө шатлыҡ бөркә ине. Уның фекере иң яҡшыһы икәненә төшөндөм.
Мин бит Миғәдкә ҡарағанда әҙерәк эшләмәйем, хатта унан да нығыраҡ бил бөгәм тип, күңелем ҡаршы төштө. Ниңә һуң мин башҡарған эш уңыш һәм бәхет килтермәй? Миғәдте эш бәхетле иттеме әллә бәхетле һәм уңышлы булыу тик Хоҙайҙан ғына торамы икән? Ғүмер буйы бил бөгөп тә, бер ниндәй бәхет татый алмаҫмынмы? Ошо һорауҙар башымда өйөрөлдө, тик мин уларға бер нисек тә яуап таба алманым. 
Тағы бер нисә көн үтте. Башҡаса сыҙар әмәлем ҡалманы, һорауҙарыма ла яуап табылманы. Һәм шул көндө миңә Бабилға ҡайтып етергә ҡушып, яңы хужамдан сапҡынсы хәбәр еткерҙе. Мин күмелгән янсығымды таптым да, ҡасандыр кейем булған, сепрәк-сапраҡ ҡалдыҡтарына уранып юлға сыҡтым. 
Ҡайтып барғанда биҙгәкле мейемдә шул уҡ уйҙар өйөрөлдө. Нимә өсөн икәне лә билдәһеҙ булған һынауҙар тағы ла насип булырмы? Мине тағы ла ниндәй бәхетһеҙлек көтә?
Хужам ҡапҡаһына килеп ингәс, Араҙ Ғуланы күреп аптырап ҡалдым. Ул аттан төшөргә ярҙам итте лә, мине оҙаҡ күрешмәгән ҡәрҙәше һымаҡ ҡосаҡланы. 
Мин уның артынан хужаһына эйәргән ҡол кеүек атланым, ләкин ул мине шунда уҡ туҡтатты. Ҡулдарын яурындарыма һалды ла былай тине:  “Мин һине ҡайҙа ғына эҙләмәнем. Өмөтөм өҙөлөргә генә торған мәлдә Сәүәсти осраны һәм рибасы тураһында һөйләне, ә ул яңы хужаңа ебәрҙе. Беҙ уның менән оҙаҡ һатыулаштыҡ, ул бик юғары хаҡ ҡуйҙы, әммә һин уға торошлоһоң. Һинең фәлсәфәң һәм эштәрең мине ошондай уңышҡа дәртләндерҙе”. “Ул Миғәд фәлсәфәһе, минеке түгел”, – тип уны бүлдерҙем. “Миғәдтеке һәм һинеке лә. Һеҙҙең икегеҙ арҡаһында беҙгә Дамаскка барыу бәхете тейә. Беҙ хәҙер бергә эшләйәсәкбеҙ. Ошо мәлдән һин – ирекле кеше”.  Ул шулай тине лә минең ҡол тип яҙылған балсыҡлы таҡтамды күккә ырғытты. Ергә төшөп ватылған балсыҡ ярсыҡтарын да ул аяҡ кейеме менән саңға әйләнгәнсе иҙгесләне. Күҙҙәремдә ҡыуаныс йәштәре төйөлдө. Мин тағы ла үҙемде Бабил ҡалаһында иң бәхетле кеше итеп тоя инем.
Күрәһеңме, яҙмышымдың иң ауыр мәлдәрендә лә хеҙмәт иң яҡшы дуҫым булды. Хеҙмәткә ынтылышым арҡаһында ғына миңә ҡала диуары төҙөгән меҫкендәр өлөшө эләкмәне. Һәм йәнә лә шуның өсөн олатайың менән дуҫлаштыҡ, һәм ул мине үҙенә компаньон итте.
– Олатайым байлығының иң ҙур сере – хеҙмәт, тип әйткең киләме, – тип һораны Һәдән Ғула. 
– Эйе, беҙ танышҡан осорҙа был уның берҙән-бер сере ине, – тине Шәрру Нада. – Олатайың бик тырыш булды. Шуның өсөн дә Хоҙай уны ҙур ниғмәттәр менән бүләкләне. 
– Хәҙер аңлайым, – тине Һәдән Ғула. – Олатайымдың тырыш хеҙмәт менән яулаған уңыштары арҡаһында дуҫтары күбәйгән. Тик хеҙмәт арҡаһында ул Дамаскта хөрмәт ҡаҙанған. Мин яратҡан бөтә нәмәне лә ул тик хеҙмәт менән яулаған. Ә мин, хеҙмәт – хеҙмәтселәр өсөн, эш ҡолдарға ғына ярай, тип уйлай торғайным. 
– Тормошта күп ниғмәт бар, – тип үҙ фекере менән бүлеште Шәрру Нада. – Һәр береһенең үҙ урыны. Ләкин мин хеҙмәт ҡолдар өлөшө генә булмағанына ҡыуанам. Былай булмаһа, тормоштағы иң ҙур ниғмәттән мәхрүм булыр инем. Миңә күп шөғөлдәр оҡшай, ләкин хеҙмәтте бер нәмә лә алыштыра алмай. 
Шәрру Нада менән Араҙ Ғула Бабил ҡалаһының ҙур баҡыр ҡапҡаларына ла килеп етте. Уларҙы шәйләгән ҡапҡа һаҡсылары ҡаланың абруйлы кешеһен ихтирам итеп, баш эйҙе. Ғорур ҡиәфәтле Шәрру Нада һәм ул етәкләгән оҙон карауан өҫкә ҡарай, ҡала урамына үтте. 
– Мин һәр ваҡыт олатайым һымаҡ булырға теләнем, – тип сере менән бүлеште Һәдән Ғула. – Ләкин уның ниндәй кеше булыуы хаҡында уйланмай торғайным. Һеҙгә рәхмәт. Хәҙер мин уны аңланым һәм тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм, уның кеүек булыу теләге тағы ла көсәйҙе. Миңә уңыш серен асыуығыҙ өсөн һеҙгә мәңгелек бурыслымын. Ошо көндән алып мин дә уның серен ҡулланасаҡмын. Уның кеүек иң аҫтан башлау, биҙәүестәргә ҡарағанда, миңә нығыраҡ тап килә. 
Һәдән Ғула ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә, алҡа һәм балдаҡтарын сисеп, ҙур ихтирам менән карауан хужаһын алға үткәрҙе.

Азат Көмөшбаев тәржемәләне.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: