Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Апрель , 11:14

Ауыл мәҙәктәре иленә рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле дуҫтар, уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та бынан бер нисә йыл алдараҡ гәзитебеҙ биттәрендә сыҡҡан рубриканы тергеҙергә булдыҡ!

Халҡыбыҙ элек-электән мәрәкәләп һөйләүгә, көләмәстәр сығарыуға бик маһир булған, һәр дәүер һайын халыҡтың көнитмешен биҙәрҙәй әкәмәт оҫталары тыуып торған – Хужа Насретдин, Ерәнсә сәсән, Үлмәҫбай, Кәкре Сүкеш һ.б. Беҙ ҙә ошо матур традицияны дауам итеп, ауыҙ-тел ижады һандығын яңы әҫәрҙәр менән байытырға теләйбеҙ. Икенсе изге ниәтебеҙ – гәзит уҡыусыларға яҡшы кәйеф өләшеү. Дуҫтар, үҙегеҙҙең ауылығыҙҙа, районығыҙҙа булған мәҙәктәрҙе, лаҡаптарҙы беҙгә яҙып ебәрегеҙ. «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөбөҙгә – https://vk.com/yeshlek_gazite йә – [email protected] адресы буйынса электрон почтабыҙға ебәрә алаһығыҙ.

«Һабантуйға кем бара?»

Бер заман алдар Миндийәр тәмәке көйрәтеп, Миңлекәримдең өйө ҡаршыһында баҫып тора икән. Шунда Сәхипъямал еңгәй үтеп бара, ти. Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһынмай түҙәме ни: «Ни эшләп тораһың, кемде көтәһең?» – тип һорай икән. Ә тегенеһе уйлап та тормайынса:

– Бына, Кәримде көтәм әле, район һабантуйына алып барырмын, тигәйне. Ашарға инеп китте, – тимәһенме.

– Ә! Ниңә уны башта уҡ әйтмәйһең? Мин дә кеше күреп ҡайтайым әле. Кибеткә инермен, тип аҡса ла алғайным. Шәп булды әле, – тип Сәхипъямал машина кузовына менеп тә ултыра.

Уныһы урынлашыуға Мөшрифә түтәй килеп сыға. Сәхипъямалдан күреп, ул да машина кузовына менеп ҡунаҡлай. Шулай ярты сәғәттә бер машина ҡатын-ҡыҙ йыйылған.

Бына бер заман өйөнән Миңлекәрим килеп сыға. Сыға ла ҡапҡа төбөндә шаҡ ҡатып ҡала.

– Апайҙарым, ни эшләйһегеҙ унда? – тип һорай икән, ғәжәпләнеп.

– Һабантуйға инде... Беҙҙе лә алып бар әле, – ти икән ҡатындар.

– Һуң, ниндәй һабантуй булһын, машинаның тәгәрмәстәре юҡ бит, бүкәндәр өҫтөндә ултыра.

Ҡараһалар, ысынлап та, машина дүрт бүкәндә ултыра, имеш. Ҡатындар Миндийәрҙең тетмәһен тетмәксе итһә, тегенән инде елдәр иҫкән.


Бошонмаҫ кеше

Тимерхан ағай йәш сағында ер һөрөп йөрөй икән. Бер заман шул тирәлә көтөү көткән егет ат менән сабып килә лә быға:

– Тимерхан ағай, ауыл яна. Әйҙә, ҡайтабыҙ! – ти.

Тегеһе тракторын туҡтатып, ауыл яғына ҡарай, ысынлап та, төтөн күренә. Әммә быға иҫе лә китмәй.

– Пускай горит, не моя горит, – ти ҙә, тыныс ҡына тракторына ултырып, ер һөрөүен дауам итә.

Кис етә, ағайыбыҙ һәлмәк кенә атлап,  эштән ҡайтып килә. Урамға етһә, ни күрһен, йортоноң ҡара бүрәнәләре генә һерәйеп ултыра.

Беҙҙең ауылда «не моя горит» тигән лаҡап бына шунан тороп ҡалған.

 

Ахмаҡ һорау

Ғариф бабай ҡартайғансы дыуамаллығын ташламаны. Бер заман иртән иртүк был мунсанан сығып килә икән. Күршеһе күреп ҡалған да:

– Нимә, Ғариф ағай, иртә таңдан мунса яғырға йөрөйһөңмө?

– Юҡ. Кисә һалған баштан ҡатын менән һүҙгә килештек.

– Шунан?

– Шунан ни, ҡыҙып китеп, бисәне өйҙән ҡыуып сығармаҡсы булғанмын.

– Әстәғәфирулла. Сығып киттеме еңгәй?

– Ахмаҡ, үҙемдең мунсала ҡунғанымды күрмәйһеңме ни!

Беҙҙә хәҙер һалмышыраҡ кешегә, мунсала ҡундыңмы, тиҙәр.

Заһит МУРАСОВ.

 

 
Шылған Фәрит

Был хәл Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында була. Атайымдың ағаһы Фәрит бабайым ҡыш көнө сана һөйрәп, ҡултыҡ аҫтына балтаһын ҡыҫтырып, урманға утынға китә. Барып, бер ҡоро ағасты йығам тигәндә генә лесничий килеп сығып, ҡулынан балтаһын тартып ала. Ул рус милләтенән икән. «Как фамилия?» – тигәнгә Фәрит бабай:
– Тотормасов Шылған, – тип яуап биргән.
Теге ҡәләм алып яҙа башлағас, бабай санаһын һөйрәп ауыл яғына һыпыртҡан. Лесник эҙенән юллап, Тәүәкән ауылына килеп сыҡҡан. Идараға барып: 
– Бына Тотормасов Шылғандың балтаһы, штраф һалам, уны бында саҡыртығыҙ, – ти икән.
Рәйес шунда уҡ балтаның тамғаһынан кемдеке икәнен таныһа ла, ауылдашын һатмаған. Рәйестең русса белеме лә самалыраҡ булған. Быға нисек итеп Тотормасов Шылғанды аңлатырға инде, тип, ахыры, өҫтәлдән ҡара һауытын шылдырып күрһәткән: «Ну, бына, шылған да киткән инде», – ти икән. Шунан бирле Фәрит бабайҙы «Шылған Фәрит» тип йөрөткәндәр.

«Самолет бит...»

Бабайымдың йәш сағында ҡатындар менән шаяра торған ғәҙәте булған. Братскиға эшкә барғас та бер татар ҡатынын осратып, бер-ике аҙна шуның менән йәшәгән. Үҙенә фатир йүнләгәс, инәйем менән ҡыҙҙарын алып килергә ҡайтҡан. «Теге бисә тураһында нисек әйтергә? Барғас, күрә бит инде. Нисек тә үҙемә әйтергә кәрәк. Әһә! Әмәлен таптым, самолетҡа ултырғас ҡына әйтер­мен», – тип план ҡорған.
Самолетҡа ултырғас, бабай нисек һүҙ башларға белмәй: 
– Миңнурый, ни бит әле, бына беҙ барғансы, өйҙө әҙерләп, ашарға бешереп торһон... – тигән.
Ләкин инәйем әйтеп бөтөргә ирек бирмәгән:
– Нимә? Тағы бисә таптыңмы? Әйҙәгеҙ! – тип ҡыҙҙарына йыйынырға ҡушҡан. Бабай көлөмһөрәп кенә: 
– Миңнурый, туҡта! Самолет бит, самолет. Нисек һикерәһең? – ти икән.
Хәҙер улар инде гүр эйәләре. Татыу, тыныс, бәхетле ғүмер итеп донъя ҡуйҙылар. 

Л. ҒӘЛИЕВА.
Күмертау ҡалаһы.

«Һабын тәме килә башланы»

Үҫмер ваҡытында Хәммәди бабай: «Әйҙә, япун һуғышы уйнайыҡ», – тип эргә-тирәләгеләрҙең тәҡәтен ҡоротор булған. Шуға ла уға «Япун» тигән ҡушамат таҡҡандар.
Уны ҡарт көнөндә килене Миңнур апай ҡараған. Килене лә бик шаян һәм изге күңелле кеше ине. «Япун» бабайҙың өҫтөндә һәр ваҡыт ап-аҡ күлдәк, ыштан, аяғында ап-аҡ йөн ойоҡ һәм йылтыр үзбәк кәлүше ине. Килене хатта бабайҙың ап-аҡ ыштанына «стрелка» ҡуйып, үтекләп кейҙергән, имеш.
Ауыл магазиндарында алма повид­лоһының яңы күренә башлаған мәле булған. «Япун» бабайҙың килене бер банка повидло алып ҡайтҡан да, самауыр ҡуйып, ҡайныһына:
– Ҡайным, бына алма повидлоһы алып ҡайттым, тәмләп кенә сәй эсеп ал, – тигән.
Бабай тәүҙә балғалаҡ менән повидлоны маҡтай-маҡтай ашаған. Килене:
– Ҡайным, күңелеңә тейер, сәй ҡушып эс, – тиһә лә, повидлоны ғына ашай биргән. Һуңынан ҙур ҡалаҡ һорап алған. Повидлоны маҡтай-маҡтай һаман ашаған, ти. Банка төбөндә генә ҡалғас, «Япун» бабай:
– Килен, был нәмәңде алып ҡуй, һабын тәме килә башланы, – тигән.
Хәҙер беҙҙә был лаҡап һүҙгә әйләнде. Әгәр берәй кеше ныҡ туйһа: «Һабын тәме килә башланы, туйҙым!» – тип әйтә.

Зифа НИҒМӘТУЛЛИНА.
Күмертау ҡалаһы.

«Хоҙайҙың көнө тарынан да күп»

Киң яурынлы, олпат кәүҙәле, юҡ-барға бошонмаҫ, ҡабаланып-ҡарһаланып бармаҫ кеше ине Сабирйән бабай. Беҙ бала саҡта үгеҙ егеп, колхозда яғыулыҡ ташый торғайны.
Шулай бер көндө ауылыбыҙ осондағы Хәҙисә баҫыуында колхозсылар иген сәсә ине. Беҙ ҙә шул тирәлә уйнап йөрөйбөҙ. Бригадир ағайҙың ҡыҙып-ҡыҙып кемделер әрләүенә иғтибар иттек. Баҡһаң, әлеге Сабирйән бабай үгеҙен етәкләп килә икән. 
– Тиҙерәк бул, исмаһам, һине техника көтөп тора ла баһа! – тип ҡысҡырған бригадирға бабай иҫе китмәй генә:
– Хоҙайҙың көнө тарынан да күп. Бөгөн сәсеп бөтмәһәгеҙ, иртәгә лә көн бар, – тип кенә ҡуйҙы. Шул көндән башлап беҙҙең ауылда эшләнеп бөтмәгән эшкә: «Хоҙайҙың көнө тарынан да күп», – тип ҡуялар.

«Үгеҙ үлһә, мин үлмәйем...»
Беҙ бала саҡта Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булды, шуға ла яҙ көндәре ныҡ таша. Яҙғы сәсеү бөтмәҫ элек бар техниканы аръяҡҡа сығарып ҡуя торғайнылар. Боҙҙар ағып бөткәс, һал менән халыҡ та теге ярға сыға.
Шулай бер көндө Сабирйән бабайҙы үгеҙе менән аръяҡҡа орлоҡ алып сығырға ҡушалар. Хәҙрәт кисеүендә һал көтөп тора. Сабирйән үгеҙен шунда мендерә. Ҡуҙғалалар былар. Һаҡмар уртаһына еткәс, үгеҙе ниҙәндер өркөп, ситкә тайшана. Һалдағы йөк, бабай, үгеҙ, бер-бер артлы һыуға сума. Сабирйән бабай ярға табан йөҙә башлай. Ә ярҙа торған түрәләрҙең береһе: «Үгеҙҙе ҡотҡар! Үлтерәһең бит!» – тип ҡысҡыра. Ә Сабирйән бабай:
– Үлһен, үгеҙ үлһә, мин түләйем, ә мин үлһәм, кем түләй? – тип яуап бирә икән.

Ф. АМАНҒОЛОВА.
Баймаҡ районы, 
Муллаҡай ауылы.

«Ҡайһыһы дурак?»

Беҙҙең ауылда Абдулла тигән бер ағай була торғайны. Ул һәр ваҡыт: «Мин партия ҡушҡанды эшләйем», – ти ҙә йөрөй ине. Башҡарған эштәре колхозда шул инде: хисапсы, бригадир йә берәй кәзә-һарыҡ фермаһына мөдир була торғайны.
Көҙөн ашлыҡ уңһа, Абдулла ағай: «Үәт, быйыл урожай партия ҡушҡанса булды», – ти. Көндәр ҡоро килеп, яуым-төшөм булмаһа: «Былай партия ҡушмай, был партияға оҡшамай», – ти торғайны.
Партияға ныҡ бирелгән Абдулла ағайҙы бер заман партком секретары итеп һайланылар. Ағайҙың түбәһе күккә тейҙе. Ул хәҙер, КПСС ҡушҡанды эшләйбеҙ һәм партияса йәшәйбеҙ, тип кенә ебәрә.
Бер көндө райком инструкторы килеп етә. Абдулла ағайға «ҡыҙыл мөйөш»тө, клубты йыһазландырып, политбюро ағзаларының портреттарын элергә ҡуша. Аҙаҡ партйыйылыш була, тип хәбәр итә. Нишләйһең, ағай, КПСС ҡушҡанса эшләп өйрәнгән кеше, келәттәрҙә саңланып ятҡан портреттарҙы сығарып, клуб һәм «ҡыҙыл мөйөш» стеналарына йәбештерә. Брежнев менән Хрущевтыҡын бер урынға ҡуя.
Инструктор һәм секретарь йыйылыш үткәрергә килә. Тәүҙә клубты, «ҡыҙыл мөйөш»тө ҡарап сығырға булалар. Абдулла ағай улар артынан эйәрә. Райком секретары Хрущев һәм Брежнев портреттары тәңгәленә еткәс, шып туҡтай ҙа:
– Ә был дуракты кем ҡуйған? – тип Абдулла ағайҙан һорай.
Абдулла күп уйлап тормай: «Уларҙың ҡайһыһы дурак?» – ти...

Мөхлис ИСМӘҒИЛЕВ. 
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.

«Алла бирһә, ишек ас...»

Был хәл аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы осоронда була. Һапаш ауылында Фатима менән Аллаяр туғандарын йыйып, һуғым ашына ултыра. Фатима бешкән итте ашъяулыҡ менән иренең алдына бүлеп өләшергә килтереп ҡуя. Аллаяры нимә һөйләгәндер, Фатимаһы: 
– Алла бирһә, тип әйт, – тигән. 
– Алға килеп ултырған итте «Алла бирһә» тип әйтмәһәк тә ашарбыҙ, – ти икән Аллаяр.
Шул саҡ, ишек дөбөрләтеп, аҡтар килеп инмәһенме.
– Аллаяр, запрягай лошадь! – тип ауыҙ итеп тә өлгөрмәгән итте ашъяулығы менән алып сығып та китәләр.
Бер нисә көндән һуң Аллаяр Кананикольский яғынан төндә ҡайтып төшә:
– Фатима, Алла бирһә, ишек ас! – ти икән, ишеген шаҡып.
Шул ваҡыттан һуң ул гел генә был һүҙҙе ҡушып һөйләр булған. Ул һүҙ әле лә халыҡ телендә йөрөй. Ошо көндә ул ҡарттың ике улы, бер ҡыҙы иҫән.


«Хәмит экзаменда, ат Әғзәмдә»

Ҡорбанғәле бабай ауыл көтөүен көтөшөргә һәр саҡ ейәндәре Хәмит менән Әғзәмде саҡыра. Тегеләре иһә «айт» тигәнгә «һайт» итеп кенә тора, ни тиһәң дә, малайҙар ат йәнле, көнө буйы ат сабыштырырға форсат сыға, икенсенән, кисен рәхәтләнеп тауыҡ бото кимерәһең. Бер йылда көтөү сираты оло ейәне Хәмиттең сығарылыш имтиханына тура килә. Әғзәм малды яңғыҙы алып сыға. Әмәлгә ҡалғандай, иртә менән яр буйында бер һыйыр быҙаулап ҡала. Ун өс йәшлек үҫмер быға иғтибар бирмәйме әллә атҡа әүрәп, күрмәй ҡалғанмы, ни булһа ла, был хаҡта ауылға хәбәр ителмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, игеҙ быҙауҙар үлеп ҡала. Был хаҡта ишеткән һыйыр хужаһы Ҡорбанғәле бабайға килә.
– Бабай, нишләп хәбәр итмәнегеҙ? Быҙауҙар харап булған бит. Көтөүсегә мал ҡарап йөрөтөр өсөн тапшырыла, – тип асыулана икән.
Ҡапыл ҡаушап ҡалған бабай нимә тип аҡланырға белмәй тора-тора ла, елкәһен тырнап, урыҫсалап:
– Һуң, Хәмит экзаменда, ат Әғзәмдә, никак сообщить итеп булманы шул, – тигән. 
Хәҙер инде Йәнбәктә берәйһе сетерекле хәлгә тарыһа, «Хәмит экзаменда, ат Әғзәмдә булды бит» тиҙәр.


Ф. БАҠМАНОВА.
Күгәрсен районы,
Хоҙайбирҙин ауылы.

«Муйынға бәйлә»

Беҙҙең ауылда бөтә ғүмерен колхоз эшенә арнаған, Бөйөк Ватан һуғышының ут-ялҡынын   үткән Шаһыбал исемле ағай бар ине. Әле һөйләнәсәк әкәмәт уның хаҡында.
Яңы ғына өйләнгән Шаһыбал ҡайныһы менән күс ҡундырырға күтәргән умартаны ҡарарға киткән. Барып етһәләр, бәрәкалла, күс ҡунған, тимәк, кейәүҙең ырыҫы бар! Малайлыҡтан сығырға ла өлгөрмәгән кейәүе өйрәнә торһон типтер инде, ҡайныһы ағас башына менеп китә.
Матурлап умартаның кейәһен яба ла, арҡан менән ныҡлап бәйләп, икенсе осон йыуан ғына ботаҡ аша кейәүенә ырғыта:
– Кейәү, муйылға бәйлә!
Ағас япраҡтары шыбырлауы арҡаһында яҡшылап ишетмәгән Шаһыбал:
– Аһ-аһ, ни эшләп муйынға бәйләй, ти, билгә бәйләйемсе, – тип, арҡандың осон биленә бәйләй. Ҡайныһы бәйләгәнен һорағас, эшен башҡарғанды белдерә. Ҡайны кеше умартаны яйлап төшөрә. Инде үҙе төшәйем тиһә, кейәүе эргәһендә тора!
– Аһ-аһ, кейәү, нисек... ҡайһы арала менеп өлгөрҙөң? – тип аптырай ҡайны.
– Муйынға бәйләмәгәнгә рәхмәт әйт әле, ҡайным, – ти икән Шаһыбал.
Баҡһаң, еңел генә кәүҙәле кейәүҙе умарта үҙ ауырлығы менән күтәреп мендергән икән.

Рифҡәт ИШЕМЙӘРОВ. 
Ейәнсура районы,
Үтәғол ауылы.


"Тракторы чепуха ул!"

Бер тракторсы ағай ауылға утын алып ҡайтып килгәнендә йылға кисеүендә йөгө-ние менән бата. Бер нисек тә сыға алмай аптыранып ултыр­ғанында, быны бер егет йөк машинаһында ҡыуып етә. Тракторҙы машинаға тағып һөйрәп сығарырға булалар. Ләкин һөйрәткән саҡта машина тракторҙы яңылыш ауҙара тарта ла ҡуя. Егет, ҡото осоп, йүгереп килһә, ағай кеше бысраҡҡа буялып, һүгенә-һүгенә кабинанан имгәкләп сығып килә. Егет, нишләргә белмәй:

– Ағай, ҡайһы яҡҡа ҡасайым икән? – тип һорай, ти.

– Һиндә ҡасыу ҡайғыһы, атаң башы малай! Ә минең бәлә бында!

– Трактормы?

– Тракторы чепуха ул! Бына өр-яңы туфли әрәм булды!

"Кейәүҙең артына тыҡ"

Был хәл бесән өмәһендә булды. Кискеһен кәрәк-яраҡты йыйып, ҡайтырға йөрөйбөҙ. Ир-ат – эш ҡоралдарын, ҡа­тын-ҡыҙ һауыт-һабаны теүәл­ләй. Еңгәләрҙең береһе: "Бы­нау ҡаҙанды ҡайҙа итергә икән?" – тип һорағас, атайым, уны, ана, кейәүҙең артына тыҡ, тине. Беҙ быны үҙебеҙсә аңлап, урман яңғыратып көлөп ебәрҙек. Атай беҙгә ғәжәп­ләнеп ҡарап ҡуйҙы. Ул ҡаҙанды кейәүҙең машинаһының багажнигына һалырға ҡуш­ҡайны.

"Айыу, тор, Билал килә!" 

Ауылдашыбыҙ Билал олатай (хәҙер мәрхүм) оҫта һунарсы булды. Бер мәл, колхоз һыйырын айыу һуҡҡас, етәкселәр олатайға йыртҡысты юҡ итергә ҡушҡан. Ул һунарға бер иптәшен эйәртеп алып китә. Былар һыйыр үләкһәһе ятҡан ерҙә, ағас башына сарҙаҡ ҡороп, шунда менеп ултыра ла көтә башлай. Бер сәғәт үтә, ике сәғәт – айыу юҡ та юҡ, ти. Көтә-көтә арығас, Билал олатай йоҡлап китә. Иптәше, мылтығын ҡосаҡлап, һаман да тирә-йүнде күҙәтә икән. Бына бер заман ағас-ҡыуаҡтарҙы шатыр-ботор һындырып, ҡара урман эсенән айыу килеп сыға. Теге кеше, ҡурҡыштанмы-ниҙәндер, олатайҙы төрт­көс­ләп: "Айыу, тор, Билал килә!" – тип уята, ти.

"Зам"

Ферма мөдире эш буйынса ҡайҙалыр юлланыр алдынан, малсы егетте юрый ғына шаяртып: "Бында минең урын­баҫарым булып ҡалаһың, ферма менән һин етәкселек итерһең инде", – ти. Теге, бер ҡатлы әҙәм, быға ышана һәм ең һыҙғанып үҙ бурысын үтәргә тотона. Йөрөй икән бик етди ҡиәфәттә, һәр кемеһенә үҙенсә бойороҡ биреп. Һүл­пәнерәк эшләгән хеҙ­мәт­кәрҙәрҙе һүгеп тә ала, ти. Был хатта бер көндө, пинжәк-салбар кейеп, галстук тағып, колхоз идараһына барып инә. Инә лә бик ҡәтғи рәүештә колхоз рәйесенән фермаға кә­рәкле әйберҙәрҙе таптыра башлай. Рәйес башта бик ғәжәпләнә, әлбиттә, шулай ҙа "яңы мө­дир"ҙең кем икәнлеген һо­раша. Быныһы эре генә: "Мин – зам!" – тип яуаплай. Ошонан алып уға "зам" ҡушаматы йәбешеп ҡалған. Шулай ҙа ул фермаға тейешле әйберҙәрҙе ҡай­тар­тыуға өл­гәшкән, тиҙәр.

И. САФИУЛЛИН.

 Баймаҡ районы.


Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ

Ауылдашым Рәмзил ағай – үтә мәрәкәсел, шаян ир-егет. Элегерәк уның ҙур хәйлә ҡороп, вузға уҡырға инеүе үҙе ни тора.

Шулай бер саҡ ул Өфөгә, тарих факультетына һынау тоторға барырға була. Тәүге имтиханды ҡабул иткән уҡытыусыларҙың күптәренең урыҫ, берәүһе генә башҡорт икәнлеген белешә коридорҙа. Инеп билет алғас, үҙенең башҡорт телендә һөйләйәсәген белдерә. Уҡытыусылар риза була. Ә уның билетында Персия менән Төркиә араһындағы һуғыш хаҡында һөйләргә ҡушылған икән.

Абитуриент билдәле ваҡытта «әҙерләнеп», бик ышаныслы ҡиәфәттә уҡытыусыларҙың ҡаршыһына килеп ултыра. Һәм ҡыҙып-ҡыҙып һуғыш хаҡында һөйләй ҙә башлай:

– Алла бойорһа, Турция, ошо ҡабул итеү имтиханын, Персия, имен-аман тапшырып сыҡһам, Турцию, һеҙҙе, хөрмәтле ағай, в Персию, Өфөнөң иң затлы ресторанына индереп, Турция, елле генә итеп бер һыйлар инем. Валлаһи әйтәм, Персия. Мин үҙем ауылдан ул, Персию, шуның өсөн саҡырып, һыйлап, Турция, итен, һөтөн, майын күпләп тейәп тә килер инем. Ярай, ағай, һөйләштек, инде эш һеҙҙән ҡала. И в конце-концов победила Турция! – тип яуабын ослап ҡуя абитуриент.

Бер ниндәй тотлоғоуһыҙ, ышаныслы итеп һөйләгән абитуриент башҡа профессорҙарға оҡшап ҡала һәм уны ҡабул итәләр. Үҙ сиратында Рәмзил ағай үҙенә ярҙам иткәнен яҡшылап һыйлай, күстәнәсен дә тейәп килә. Иң мөһиме – ул уҡырға инә!

Роза ӘҘЕҺӘМОВА.

Баймаҡ районы.

 

«Һаҙый, алдап кит әле»

Бүрәнә өҫтөндә теҙелешеп ултырған Зөләйха, Мөғлифә еңгәләр, Ғөбәйҙә апайым алдаҡсы Һаҙый ағайҙы туҡтатып:

– Йә, алдап кит әле! – тип көлөшәләр.

– Ҡайҙа алдап торорға ваҡыт, ана, комплекста он һаталар, тоҡҡа йүгереп ҡайтып барам, – тигән дә юлын дауам иткән тегенеһе.

Еңгәләр өйҙәренән тоҡтарын алып сығып йүгермәһендәрме! Барһалар, ҡоштар сутылдаша ла талғын елгә аҡ ҡайындар япраҡтарын елпелдәтә икән унда. Еңгәләр ни асыуланырға, ни үпкәләргә белмәй. Шунда ғына төп башына ултырғандарын аңлайҙар.

Нәғимә СӘҒИТОВА,

Көйөргәҙе районы,

Отрада ауылы.

 

«Баяғы һүҙеңде ҡабатла әле...»

Элегерәк булған хәл. Ат менән Ырымбурға барған саҡ. Үрге Бабалар ауылына килен булып төшкән Маһикамал бер төркөм ҡатын менән баҙарға барған. Һәр ваҡыттағыса, знакумдарына сәйләргә ингәндәр, ти. Ул ваҡытта ырымбурҙарҙа ҡыҫтап сәй яһау ғәҙәте булмаған. Хужа:

– Килтер, Маһикамал, тағы берәрҙе эс әле, – тигән.

Тегеһе:

– Булды, булды, – менән сикләнгән.

Бер аҙ ваҡыт үткән. Ҡатындар менән хужалар гөрләшеп сәй эсә икән. Көлөшәләр, мәҙәк хәлдәр һөйләйҙәр, ти. Маһикамал ултыра торғас, хужаға:

– Баяғы һүҙеңде бер ҡабатла әле, – тигән, имеш.

А. БУЛАТОВА,

Көйөргәҙе районы,

Үрге Бабалар ауылы.

 

«Йыуатҡан»

Фәриҙә менән Нәғимә апай ферманан эштән ҡайтып килгәндә колхоз рәйесе быларҙы берәр литр һөт менән фаш итә. Фәриҙә апай, әхирәтенең уфтанып торғанын күреп, үҙенсә йыуатырға теләй:

– Нәғимә, ул тиклем борсолма. Беҙ нимә инде, ярай әле, бәхетенә күрә, Гөлсимә ял итә. Ул булһа, тоғо менән фуражын да йөкмәр ине.

 

«Һатманым»

Ферма мөдире икенсе көнөнә эшкә килгәс, мал ҡараусы булып эшләгән Вәлитте һорау менән ҡаршы ала:

– Дөрөҫөн генә әйт әле, ҡурҡма, кисә бер тоҡ фуражды кемгә һаттың?

– Нимә һөйләйһең? Аңламайым, – ти Вәлит, ғәжәпләнгәндәй.

– Алдашма!..

– Әйттем бит, юҡ, һатманым.

– Үрге ос Сәкинәгә алып барманыңмы ни?..

Теле осонан ысҡынған һүҙҙе Вәлит үҙе лә һиҙмәй ҡалды:

– Сәкинә өйҙә юҡ ине, Әсмәләргә илттем...

Тимер МӨХӘМӘТ.

Стәрлебаш районы,

Ибраҡай ауылы.

 

«Ҡоҙау, сәлтәне пәлтәй!»

Нуҡай ауылы яҡтарында булһа кәрәк, ике ҡоҙағый ғүмер иткән. Бик татыу булған улар, тормоштоң ағына һөйөнөп, ҡараһын күрмәҫкә тырышып йәшәгәндәр. Берҙән-бер көндө йәшерәге олоһона ашығып килеп инә. Ҡапҡанан инешләй күҙенә салына: ихаталағы бауға йыуып эленгән пәлтәне быҙау сәйнәй.

Йәш ҡоҙағый инешләй үк һөрән һала:

– Боҙағый, ҡоҙауығыҙ сәлтәңде пәлтәп тора!

 

«Ҡаумы, Сауый!»

Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында элек колхоздың бик бай йәшелсә-емеш баҡсаһы булған, тиҙәр. Нимә генә үҫмәгән унда! Берҙән-бер көндө бер инәй, аҙ булһа ла ҡайнатма ҡайнатырға уйлап, унда ҡарағат йыйырға бара. Баҡса ҡарауылсыһы Ҡауый ҡарт күрмәһен өсөн йәшеренеп кенә ҡыуаҡ төбөнә сүкәйеп, емеш тирә. Тик үткер күҙле ҡарауылсы ла йоҡламай, үҙ эшен теүәл үтәй: һаҡ ҡына “ҡараҡ” янына барып та баҫа.

“Енәйәт” урынында тотолған татар инәй ҡаушауынан саҡ ҡолап китмәй, шулай ҙа тороп баҫып, “Ҡаумы, Сауый!” – тип сәләм бирә.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Күгәрсен районы,

Мораҡ ауылы.

 

«Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы»

Элек, кешенең һыуытҡысы юҡ саҡта, ҡаймағын, сөпрәһен, хатта әсегән балын да мөгөрәптә һаҡлай торғайнылар. Шәрифә инәй бабайына мөгәрәпкә яңы баҫҡыс яһарға кәрәклеге тураһында гелән әйтеп килгән. Ләкин бабай: «Иртәгә яһармын әле», – тип, гелән һуҙа икән. Бер көн Ғәзизйән бабай мөгәрәптән әсе бал алып тәмләп ҡарарға була. Тик серек баҫҡыс түҙмәгән – һынып киткән, бабай төпкә осҡан. Иң тәүҙә, бал да эргәлә генә булғас, бик ҡайғырмаған был. Шулай ҙа, көн кискә ауышҡас, бик өшөгән, тик сыға алмаған. Көтөү төшөп, һыйырын һауғас ҡына Шәрифә инәй уны барып тапҡан. Эштең айышын аңлап, саҡ һөйрәп сығарған быны. Бабай ҡалтырана-ҡалтырана былай ти икән: «Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, теләй-теләй теләк ҡалманы. Ни йәнең менән түҙеп ултыраһың, Шәрифә, шәл бәйләп?!»

Хәҙер кеше берәй хәлгә тарыһа, уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, тиҙәр.

Г. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

Ейәнсура районы.

 

«Мунсаның эсен күрһәт!

Һәр ауылдың мәҙәк кешеләре була. Хәҙер мәрхүм инде, беҙҙең ауылда Хаммат ағай була торғайны.

Киномеханик булып эшләйем. Балаларға рөхсәт ителмәгән «Дом и хозяин» фильмы бара. Бер күренеш: ире мунса ишеген асып, ҡатынынан һалҡын һыу һорай. Уныһы эргәләге йылғанан һыу алып килеп биргән ваҡытта, ире биҙрәһе-ние менән мунса эсенә һөйрәп ала. Шунан һуң икенсе күренеш башлана.

Күп тә үтмәй, кино будкаһының ишеген дөбөрләтәләр. Хаммат ағай яу һалып ҡысҡыра: «Иршат, дауай мунсаның эсен күрһәт»!

Иршат ИХСАНОВ.

Әбйәлил районы,

Рыҫҡужа ауылы.

 

«Янғантау»ың ары торһон!»

Бынан 10 – 15 йыл элек эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш башланғайны. Магазинда «зәм-зәм» һыуы булмағас, күп кеше әсе бал ҡоя торғайны. Саҙрый еҙнәй ҙә бер феләк бал әсетә. Әсеп еткәс, «дегустация» үткәреү маҡсатында бер ярты литрлыҡты күтәреүе була, – тәҙрәнән ҡыҙыл фуражкаларҙың өйгә инеп килеүен күреп ҡала. Ни эшләргә? Әгәр  әсегән балды күреп ҡалһалар, протокол төҙөйәсәктәр, мул ғына штраф сәпәйәсәктәр, етмәһә, район гәзитендә лә «маҡтаясаҡтар», тигән уй үтә уның башынан.

Аптырап ҡалмай был: тиҙ генә салбарының балағын күтәрә лә, ойоғон да сисеп тормай,  аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өй эсе әсе, һаҫыҡ  еҫ менән тулған, берәү аяғын ҙур ғына бал һауытына тығып ултыра. Иҫерек һымаҡ та түгел, тик ауыҙы ғына ҡолағына еткән.

– Ни эшләп ултыраһың, ағай? – тип һорауҙарына Саҙрый еҙнәй:

– Бына, ҡустылар, аяҡ һыҙлап, тәҡәтте ҡорота бит, табиптар кәңәше буйынса дауаланып ултырам әле. Әсе бал һыҙлауҙы баҫа, аяҡта йыйылған һары һыуҙы ла һура, «Янғантау»ың ары торһон! – тип яуаплай.

Тегеләр нишләһен, үҙенең отҡорлоғо менән ҡотолдо бит был, тип көлөшөп сығып китәләр.

 

Фәрүәт ХИСМӘТУЛЛИН.

Бөрйән районы,

Яңы Монасип ауылы.

 

 

Яңы мода

70-се йылдар аҙағында ауылға Себерҙә эшләгән Ғәлимйән исемле егет ҡайтты. Ул магазинға араҡы алырға инә. Унда шул йылдарҙағы ғәҙәти хәл – бисәләрҙән торған оҙон сират. Ирҙең өҫтөндә – һүрәтле футболка һәм беҙҙең яҡтарға модаһы килеп етмәгән лампаслы спорт салбары. Бисәләр баштан-аяҡ егетте күҙәтә (кеше Себерҙән ҡайтҡан бит). Теге араҡы ала ла, рәхмәт әйтеп, сығып китә. Шул ваҡыт магазинда йыйыштырыусы булып эшләгән Сәлиха инәй:

– Дә-ә-ә, элек кешеләр Себергә барып, машиналыҡ аҡса эшләп ҡайта торғайны, ә беҙҙең Ғәлимйән салбарлыҡ та эшләй алмаған икән. Ҡустыһының салбарын булһа ла һорап торһа, ни була икән, әтеү трико менән йөрөүе кеше алдында оят бит, – ти икән.

Шунан бирле беҙҙә «спортивка»ны трико тиҙәр.

 

Фәрзәт ҠАҺАРМАНОВ.

Бөрйән районы,

Яңы Ҡыпсаҡ ауылы.

 

«Балыңа сода өҫтә»

70-се йылдар. Ауылда гөж килеп йорттар һалалар. Тимәк, балһыҙ булмай бит инде. Гөлғәйшә апай ҙа бер мискә итеп ҡойоп ултырта. Инде әсеүе етеп килгәндә генә өй төҙөүселәргә йор һүҙле, хәйләкәр Ғиндулла ағай килеп инә.

– Ҡана әле, Гөлғәйшә һеңлекәш, балыңдың «пробаһын сымать» итеп алайым әле, әсеүе еткәнме икән? – ти был.

Гөлғәйшә апай йүгереп йөрөп, бер сүмес итеп һоҫоп та алып бирә. Ғиндулла ағай һемерә лә, мыйығын һөртөп, ирендәрен сәпелдәтеп:

– Ох! Шәп! Шәп бит был, ә! – тип баш бармағын үргә сөйөп маҡтай. – Тик бына бер ҡалаҡ самаһы сода өҫтәп ебәрһәң, балың ишу ҙа шәп буласаҡ...

Көтөлмәгән ҡунаҡтың сығып китеүе була, Гөлғәйшә апай бер ҡалаҡ соданы мискәгә тондора. Үәт, китә бит бал шажлап, күпереп – түҙеп кенә тор! Апай ни эшләргә белмәй: ҡапҡасы менән ябып та ҡарай,  яҫтыҡ менән дә томалай, ахырҙа  өҫтөнә менеп ултыра. Юҡ бит, тынмай ҙа тынмай. Шулай итеп, мискә эсендәге бөтә «ҡәҙерле ризыҡ» ташып, түгелеп бөтә.

Әле лә берәйһендә бал мискәһе күреп ҡалһалар: «Бер ҡалаҡ сода өҫтә һин быға», – тип мәрәкәләйҙәр.

 

Роза ӘҘЕҺӘМОВА.

Баймаҡ районы.

 

 

Ауылда ғына ҡәҙере юҡ

50-се йылдарҙа ирҙәр ҡыштарын күрше урыҫ ауылдарына эшкә йөрөгән. Ҡайҙа утын бысып, ярып, ҡайҙа бесән ташып, аҡса эшләйҙәр икән (уларҙы беҙҙә «зимагорҙар» тип йөрөтәләр).

Шулай йөрөгәндә бер урыҫ үлеп китә һәм быларҙы ҡәбер ҡаҙырға ебәрәләр. Ерләгәс, мәйет сыҡҡан өйгә ашҡа индерәләр. Өҫтәл артына ултырышалар. Иҙрис исемлеһенең урыны өй мөйөшөнә тура килә. Өйҙән сыҡҡан һәр урыҫ Иҙрис ағай ҡаршыһында суҡынып, баш эйеп китә икән. Шуға ла беҙҙекеләрҙең береһе:

– Иҙрис ағай, әллә урыҫ Аллаһына әйләндеңме, һәр береһе һиңә башын эйеп сыға, – тип шаярып һүҙ ҡушҡан. Тегеһе, урыҫ тәреһенең мөйөшкә ҡуйылғанын белһә лә, иҫе китмәй генә:

– Эй, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул! – тип яуап ҡайтарған, ти.

Хәҙер ҙә, мулдаштарҙы ситтә осратып, ни эшләп йөрөүҙәре менән ҡыҙыҡһынһаң: «Эй, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул!» – тип шаярып алалар.

 

«Жуликҡа»

Егерме йыл тирәһе элек була был хәл. Көҙгө уңыш йыйыу мәлендә ауыл ҡарттары ла эшкә сыға. Төшкө ашҡа ололарға ҡымыҙ килтерәләр һәм йән башына берешәр ҙур сынаяҡ таратып сығалар. Шул саҡ Сәғит күршеһенең икенсегә ҡымыҙ һалдырып алғанын күреп ҡала. Аптырап, сос күршеһенән уның нисек алыуын һорай. Быныһы ҡымыҙ уртлай-уртлай:

– Этемә һораным, Хәйбуллин жуликҡа, тигәйнем, бирҙе, – тип дуҫына серен аса. Сәғит яуапты ишеткәс, йәһәтләп ашнаҡсы янына бара ла, шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Баҡтиһәң, Хәйбуллин жуликҡа, тигәс, ағай малайына ала икән тип уйлаған (беҙҙә ҡайһы берәүҙәр малайҙарҙы «жулик» тип йөрөтә ине).

Хәҙер беҙҙә «Кемгә аш етмәне?» тигән һорауға «Хәйбуллин жуликҡа» тигән яуапты йыш ишетергә мөмкин.

Гөлнара.

Учалы районы.

 

«Аштан оло булып булмай»

Бер әбей кейәүенә:

– Кейәү, аш ашайһыңмы? – ти икән.

– Ашыңды этеңә бир инде, астыр...

– Әтеү һөт булһа ла эс.

– Һөтөңдө бесәйеңә эсер, – тигән, ти, тегеһе.

– Улай булғас, кейәү, араҡы ла эсмәйһеңме? – ти икән әбей, аптырап.

– Аштан оло булып булмай инде, ҡәйнәм, – тигән, имеш, кейәүе.

 

«Наҙан»

Бер ҡатындың аяғын һыйыры тибеп ауырттырған. Был мал табибына барған.

– Апай, ниңә миңә килдең, табипҡа бармай? – тип аптырай мал табибы.

– Мине һыйыр типте лаһа, бигерәк наҙанһың икән, – тип, әбей сығып киткән.

Г. ҠОҘАШЕВА.

Йылайыр районы,

Юлдыбай ауылы.

 

«Ярамағанмы миңә?!»

Элегерәк беҙҙең Ташаҫты ауылында икешәр әбейле өс ҡарт йәшәй ине (Әхмәҙулла бабай, Ишназар, Ноғман ҡарттар). Нисек ғәҙел йәшәне улар: әбейҙәр бер-береһенең балаларын ҡарай, бабайҙарҙы алмашлап тәрбиә­ләйҙәр.

Көндәшле ҡатындарҙың береһе шым ғына муллаға килә. Күрәһең, үҙен ҡыйырһытылған итеп тойғандыр инде. Өшкөртөү өсөн бер ҡаҙаҡ май, бер тәңкә аҡса килтергән ҡатын иренең яратмауына зарлана. Шуға ла бетеү өшкөрөп биреүен үтенә. Мулла шаяныраҡ булғандыр инде:

– Уны һөйҙө ни миңә,

Быны һөйҙө ни миңә.

Бер тәңкә аҡса, бер ҡаҙаҡ май

Ярамаймы ни миңә?! –

тигән бетеү яҙып биргән.

 

Дине башҡа

Ғафури районының иң эре башҡорт ауылдарының береһе Ҡауарҙының көнбайышында, Мағаш тауы итәгендә, Таҡман тигән урыҫ ауылы бар ине (унынсы йылдарҙа халҡы күсеп киткәндән һуң, Таҡман ултырышы тигән атамаһы ғына ҡала).

Ошо Таҡман урыҫының аты ауырып китә. Урыҫтар башҡорт муллаһының өшкөрөүе килешеүен белгән. Данила исемлеһе атын Тау башы муллаһына килтерә. Диндар белгән: иманһыҙҙы өшкөрһәң, доғаның киреһен уҡырға кәрәк. Мулла аттың башын һыйпап былай өшкөргән:

Даниланың аты ҡашҡа,

Минән дине башҡа.

Ике бот бәрәңге бирҙе,

Уныһы ярай ашҡа.

Даниланың аты төҙәлгән. Хужаһы өҫтәп тағы картуф килтергән.

Зәйтүнә МЫРҘАГИЛДИНА.

Ғафури районы,

Ҡауарҙы ауылы.

 

«Һал да ҡуй»

Һамар өлкәһендә урыҫтар араһында йәшәһәк тә, элегерәк улар төп башҡорт ауылдарына һирәк булһа ла килгеләп йөрөгән. Шул ваҡытта булған хәлде бәйән итмәксемен. Бер йәмле йәй көнөндә апалы-һеңлеле Һылыуҡай менән Ырыуҡай өй алдында усаҡ яғып ҡаҙанда бутҡа бешерә икән. Береһе усаҡтағы ҡуҙҙы рәтләй, ә икенсеһе ҡаҙандағы бутҡаны болғап тора, ти. Урамдан үтеп барған бер урыҫ утты күреп ҡала ла, тәмәке тартҡыһы килеп китә. Ул ҡыҙҙар янына йүнәлә. Килеп еткәс, бер ауыҙындағы тәмәкегә, бер утҡа төртөп күрһәтеп, ниҙер һөйләй икән. Ҡыҙҙар, урыҫса белмәгәс, аптырашта ҡала. Урыҫ ҡат-ҡат аңлатып ҡарай, ә тегеләр өндәшмәй. Был әҙәмдең бик ныҡ тәмәке тартҡыһы килгән, күрәһең, тотҡан да усаҡтағы утҡа эйелгән. Ҡаҙандағы бутҡаны болғап торған Ырыуҡай:

– Һылыуҡай, бынау бәндәнең башына бутҡа һалһам, ни эшләр икән? – ти икән. Һылыуҡай:

– Һалайыммы, юҡмы, тип торғансы, һал да ҡуй! – тигән.

Шуны ғына көткән Ырыуҡай бер ҡашыҡ бутҡаны урыҫтың башына һалған. Шул саҡ тегеһе әллә ниндәй тауыштар сығарып, башындағы бутҡаны тырнай-тырнай аҡырып китеп барған.

Ҡыҙҙарҙан үсен алмаҡсы булғандыр инде, идараға барып, рәйескә хәлде һөйләгән. Теге ҡыҙҙарҙы саҡыртырға ҡушҡан: «һә» тигәнсе уларҙы алып килгәндәр, ти.

– Йә, Ырыуҡай, Һылыуҡай, ни эшегеҙ был? Ни эшләп зыяны теймәгән кешегә насарлыҡ эшләйһегеҙ? Ниңә уның башына эҫе бутҡа һалдығыҙ? – ти икән рәйес.

Бер ҙә аптырап тормаған Ырыуҡай:

– Ни эшләп зыяны теймәһен, тейҙе шул. Ул бит Һылыуҡайҙың түшенән тотто, мин шуға уның башына бутҡа һалдым, – тип яуап биргән.

Шунда ултырған ҡыҙҙарҙың ағалары һикереп торған да урыҫты дөмбәҫләй башлаған. Бер ни аңламаған бахырға сығып ҡасыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

Әле лә шул хәлде иҫкә алып, аш-һыуға ултырған кеше: «Һалайыммы-юҡмы тип торғансы, һал да ҡуй», – ти мәрәкәләй беҙҙә.

Разия УСМАНОВА.

 Һамар өлкәһе,

Костино ҡасабаһы.

 

Заводлы Юлдыбай

Граждандар һуғышы ваҡытында Юлдыбай  белорус ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтмаҡсы була. Ҡыҙға:

– Минең өс ҡатлы йортом, заводым бар, – ти. Шулайтып ҡыҙҙы Уралға барырға күндерә был. Кәләш килгәс, ҡайҙа икән Юлдыбайҙың өс ҡатлы йорто, заводы, тип уйлана. Ләкин бер ни өндәшмәй ғүмер кисерә. Әбйәлил районының Йәҙгәр утарында ғүмер кисерәләр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Кәләш тыуған яғын һағына, илай башлай. Юлдыбайына:

– Һин,  алдаҡсы, мине алып ҡайтып киттең. Ҡайҙа һинең өс ҡатлы йортоң, ҡайҙа заводың? – ти икән.

Юлдыбай ҙа аптырап тормаған. Ҡатынына өйҙөң бер ҡаты тип баҙын, икенсе ҡаты тип йәшәгән өлөшөн, өсөнсө итеп ҡыйыҡты күрһәтә икән. Заводы – дегет яҡҡан соҡор, имеш. Шунан ҡатыны мыжыуҙан туҡтаған. Улар ауылда беренсе булып йәшелсә-емеш үҫтереп, күпләп мал-тыуар үрсетеп, матур ғүмер иткән.

Б. УСМАНОВА.

Әбйәлил районы, Буранғол ауылы.

«Май түш кейәү!»

Борон беҙҙең башҡорт халҡы бик әҙәпле булып, олоно оло күреп, хөрмәт иткән, кесене ҡәҙер иткән. Күрше ауылда Һиҙиәт исемле олатайым була торғайны. Егет ҡорона еткәс, күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙҙы әйттерәләр быға. Ул ваҡытта йәштәр туйҙың ҡасан булырын да белмәгән. Барыһын да ата-әсәһе хәл иткән. Олатайым иһә бик егәрле, аҡыллы, тыйнаҡ булған.

Туй көнө килеп етә. Ғәҙәт буйынса ҡыҙҙы йәшерәләр. Эҙләп тапҡас, еңгәләре кәләште кейәүгә тоттороп, ишекте бикләп сығып китә. Туй барғанда кейәү оялып, бөтөнләй ашамаған була. Бер аҙ ятҡас, ул үҙенең бик асыҡҡанын тоя. Ипләп кенә тора ла, көндөҙ еңгәләре йөрөгән түрбашҡа барып, ниҙер булһа ла ашарға уйлай. Ҡараңғыла шкафтарҙы һәрмәштерә торғас, башына ниҙер түгелеп китә. Тауышҡа кәләше һикереп тора. Кистән һөҙөп ултыртылған иттең тоҙлоғо олатайымдың өҫтөнә түгелгән икән. Ни эшләргә? Өҫтөндәге кейемдең майын бер нисек тә бөтөрә алмайҙар. Шул көндән башлап олатайымды «май түш Һиҙиәт» йә «май түш кейәү» тип йөрөткәндәр.

Нәбирә ҒӘҘЕЛШИНА.

«Туғыҙға һигеҙ күбә»

Һыуыҡтар төшөп, мал ҡураға ингәс, ҡырҙа ултырған бесәнде өйгә алып ҡайтыу өсөн Мырҙағәле бабай, трактор һорап, бүлексә етәксеһенә бара . «Управ»тың трактор бирергә ризалығын ишеткәс, бабай:

– Юҡ-юҡ, ҡустым, бер генә тракторҙың көсө етмәҫ, 9-ға 8 кәбән ҡойғайным, һин миңә мотлаҡ ике трактор бирергә тейешһең! – ти.

Етәксенең ай-вайына ҡуймай, икенсеһен дә һорап ала ул. Барасаҡ тракторсылар кәбәндең ҙурлығын ишеткәс, ҡурҡа төшә. Ундай ҙурлыҡтағы кәбәнде урынынан ҡуҙғатыуы ауыр булыр инде, бесән ҡойолоп ҡаңғыртмаһа ярар ине лә, тиҙәр икән.

Ҡарттың сабынлығына барып етһәләр, бәләкәс кенә кәбән икән. Уны бер трактор еңел генә итеп һөйрәп алып ҡайтып киткән, икенсеһенә эйәреп ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

Шунан һуң беҙҙең яҡта «туғыҙға һигеҙ» кәбән һалыу модаһы инеп китте. Бесән мәле етһә, «туғыҙға һигеҙ кәбән һалдым әле» йә «һай, кәбәнең туғыҙға һигеҙ булған түгелме һуң» тигән шаяртыуҙарын көт тә тор.

«Йоҡларға була әле...»

Һеҙҙә нисектер, беҙҙә берәй ергә өтәләнеп, сабырһыҙланып ҡабаланған кешене: «Поезд тора әле, йоҡларға була әле», –тип туҡтаталар. Был хәлдең тарихы былай була.

Ғәлинур ҡалаға китер өсөн тимер юл станцияһына юллана. Сәғәтенә күҙ һалһа, поезд ҡуҙғалыуға тиклем байтаҡ ваҡыт бар икән. Кире боролһам – юлым уңмаҫ, бер сыҡҡас, юл ыңғайы дуҫты күреп китәйем, тип, ауыл осондағы Рәхмәтулланың өйөнә ыңғайлай. Дуҫтар осрашҡас, аҙағы билдәле инде...

Арыу ғына ҡырын төшөрөп алған ҡунаҡ станцияға юллана. Күмпелер юл үткәндән һуң быуындары тамам йомшара Ғәлинурҙың. Ергә ауа ла, бер аҙ йоҡлағандан һуң күҙен аса. Ни күрһен – ҡаршыһында вагондар. Күтәрелергә әмәле булмағас, поезд тора әле, йоҡларға була әле, тип юлсы ҡабат әүен баҙарына китә. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана: Ғәлинур күҙен нисә асһа ла, вагон уттарын күрә. Шулай итеп, юлсы «тыныс күңел» менән төн үткәрә. Иртә таңда Ғәлинур һыйыр мөңрәгән тауышҡа уянып китә һәм эштең айышына төшөнә. Иҫерек баш менән ферма эргәһендә йығылып, уның тәҙрә уттарын поезд тип уйлап төн үткәргәнен аңлай.

Ғәлинур  ҡабат ҡалаға нисек юлланғандыр, әммә шул ваҡиға яңы лаҡаптың тыуыуына сәбәпсе була.

«Ҡуяйыммы берҙе?»

Бер көн Кәрим менән Әхмәтте күрше ауылға ҡунаҡҡа саҡыралар. Мәжлестең иң ҡыҙған мәлендә, артыҡ «төшөрөп» алған бер ир килгән бөтә ҡунаҡҡа бәйләнә башлай. Әхмәттең йәне көйөп китә. «Кәрим, әллә берҙе ҡу­яйыммы шуға?» – тип ағаһының ҡолағына шыбырҙай. Кәрим: «Ҡуй, юҡ менән булма», – тип әйтеп тә өлгөрмәй, Әхмәт һикереп тороп, теге ирҙең яңағына берҙе «ҡуйып» та ебәрә.

«Нишләп буш булһын инде...»

Кәримдең малайын комсо­молға алалар. Комиссия вәкил­дәре Саматҡа төрлө һорау бирә. Американың президенты кем, тип һорағанға был өндәшмәй тик тора икән. Ғәлимә апай ярҙам итергә теләп, Бушмы, тигән. Самат аптырап ҡарап: «Нишләп буш булһын, ул урында берәү ултыра инде», – тип яуап ҡайтарған.

«Ҡарап торам»

Ауыл халҡы колхоз малы өсөн бесән әҙерләгән мәл. Аш бешереүсе Сабира еңгә төшкө ашҡа биҙрә төбөнә һалып майлы икмәк бешерергә ҡуйған да: «Тәнәй, ҡарап ҡына торсо әле!» – тип һыу буйына төшөп киткән. Һыуҙан килһә, икмәк көйөп, төтәп ята, ти.

– Ашаның ҡәһәр төшкөрө, Әхмәт, ниңә әйләндермәнең, ә? – тип йәһәтләп әйләндерә һалған. Әхмәт тыныс ҡына:

– Һин бит, еңгә, әйләндер, тип әйтмәнең миңә, ҡарап торсо, тинең. Шулай тигәс, ҡараным да торҙом, тәүҙә ҡабарып сыҡты, аҙаҡ төтәй башланы, оҙаҡламай үҙең килдең! – тип яуаплаған да эшселәр янына киткән.

Гөлнара МОСКОВА. Учалы районы.

«Ниғәмәт ни муха!»

Беҙҙең ауылда Ниғәмәт исемле бик мәҙәк ағай йәшәне. Төшөрөргә ярата ине мәрхүм.

Бер мәл бик ҡаты бахмурҙан, сәмәй тип уйлап, себен дарыуын һемергән. Зәһәр булғандыр инде тегенеһе, ағайыбыҙ, ауыҙынан күбектәр сығарып, иҫһеҙ йыйылған. Табип саҡыртҡандар, саҡ ҡотҡарып ҡалғандар.

Иҫенә килһә, ҡатыны ҡысҡырып илай икән. Үҙе бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай:

– Уй, үлә бит! Ниғәмәт! Үлә бииит!

Ағайыбыҙ ауыҙынан сыҡҡан күбектәрҙе һөртә лә:

– Ниғәмәт не муха, себен дарыуына үлеп ятырға! – тигән, ти.

Шул көндән үҙенә «Ниғәмәт не муха» тигән ҡушамат эләкте. Хәҙер беҙҙә «бирешмәйем» тигәнде «Ниғәмәт не муха!» тиҙәр.

Берйән БАЙЫМ. Баймаҡ районы.

«Мин һыйырҙан һорамайым»

Район үҙәгендә үҙ эшен белгән оҫта ветеринар булған. Ул ауырып киткән дә дауаханаға эләккән.

Табипҡа ингән.

– Йә, һөйләп ебәр, ҡайһы ерең ауырта? Нисек ауырыйһың?

– Мин, Рәхим Хамматович, һыйырҙан, ҡайһы ерең ауырта, тип һорамайым, ҡарайым да беләм, – ти икән сирле ветеринар. – Ҡарағыҙ ҙа диагноз ҡуйығыҙ.

Табип бер аҙ уйланып ултырған да быға сисенергә ҡушҡан.

Арҡаларын-түштәрен арлы-бирле баҫҡылап ҡарағандан һуң шәфҡәт туташын саҡыртып:

– Быға тоҙ һалып, бер биҙрә ашлы һыу бирегеҙ. Бер-ике көн тотҡас, мандымаһа, һуйырһығыҙ, – тигән, ти.

 

Ике майор, ун биш башҡорт

Бер бабай менән әбей йоҡларға ятҡас, уларҙың өй тәҙрәһен сиртеп:

– Ун биш баш ҡорот һәм ике йомғаҡ май Себер китте, – тигәндәр, ти.

– Йә инде, Хоҙай, ике майоры урыҫтыр әле, уларына бер ни булмаҫ, анау ун биш башҡорто ни эшләр инде, меҫкендәр, – тип йәлләгәндәр  ҡарттар.

Иртән тороп аласыҡҡа сыҡһалар, 15 баш ҡорот, ике йомғаҡ май урынында юҡ, ти.

Ф. ИШБАЕВА.

Бөрйән районы.

Донъяла төрлө төбәктә юмор баш ҡалалары булған кеүек, яҡын-тирә ауылдар араһында Йөйәк ауылы халҡы, ундай уҡ кимәл менән үлсәнмәһә лә, үҙенең тормошҡа юмор аша ҡарай алыу һәләте менән айырылып тора. Көләмәс сығарыу, лаҡаплау, кәзекләү оҫталығы тураһында ғына һүҙ бармай бында – уны ҡабул итә лә белеү һәләте булырға тейеш. Ҡайһы бер урында уйын-көлкө менән һөйләшеүҙе бөтөнләй ҡабул итмәүселәр ҙә осрай. Ә йөйәктәргә эскерһеҙлек, шаянлыҡ, ниндәй генә хәлдә ҡалһалар ҙа, уны уйын-көлкөгә һабыштырырға тырышыу хас.

Йөйәк ауылында байтаҡтан йәшәп килгән ҡыҙыҡ ваҡиғалар, төрлө хәлдең бер аҙы менән генә таныштырып үткем килә. Уларҙың геройҙарының байтағы был донъяла юҡ та инде, ауылдаштарҙы матур итеп иҫкә алайыҡ, башҡа уҡыусылар ҙа йөйәктәрҙең эске донъяһының матурлығын белһен. Ул хәл-ваҡиғаларҙы күмәк ижад емеше икәнен күҙ уңында тотайыҡ. Мин уларҙы йыйып, теркәүсе генә. Ҡайһы бер урындарына ғына, бәлки, ҡәләм тейҙергәнмендер, унда ла йөкмәткеһенә, асылына ҡағылмайынса ғына...

“А-а-а-мат, мужыт ентер ул...”

Ғәтиә әбей менән бабайы Азамат Үрғышлауҙа бесән ваҡытында ҡыуышта яталар икән. Күршеләре Ибраһим бабай, ялҡауы килмәй, ҡараңғы төшкәс, былар­ҙың ҡыуышы янына килеп, "һупылдап" тауыш бирә*. Әбей, ҡото осоп, бабайына:

– А-а-а-мат, мужыт ентер у, ҡың­ҡырауыңты шылтырат! – тип инәлә. Күр­шеләре тауыш биреүен дауам итә, әбейҙең тамам ҡото китә бит. Бабайы тыңламағас, ҡыуыш янына бәйләп ҡуйған атты менә лә ауылға саба. Йән-фарман елгән аттың ҡыңғырауы бесәндә ҡунған бөтә халыҡты уятҡан.

Иртәгәһенә "ен күргән Ғәтиә" тураһында тотош ауыл белгән. Атын ауылға еткәнсе саптырған ул. Әбей тиһәң дә, ул саҡта мин иҫтә ҡалдырған Ғәтиә әбей күпкә йәш булған, әлбиттә. Эйәрһеҙ менгәс ни, был бөтөнләй эшлектән сыҡҡан, өс көн тора алмай ятҡан, һыйырын бер аҙна буйы Ибраһим бабайҙың әбейенә һауырға тура килгән. Эш улайға уҡ китер, тип уйламаған бабайҙың этлеге әбейенә көс төшөргән шул...

 *Тауыш биреү(диал.) – берәй йәнлек, ирҙәр тауышын һ.б. тауышын сығарыу. Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡурҡытыу йә берәйһен шаяртыу өсөн ҡулланыла.

«Уволнять будем...»

Руссаһы һайыраҡ булыуы арҡаһында бер егет төрлө ҡыҙыҡ хәлгә тарый. Бер саҡ кадрҙар бүлеге етәксеһенең ҡотон алыуы былай булған.

Инйәр урман хужалығы саҡ тын алған осор. Эш хаҡы ла йүнләп түләнмәй. Был кемдәндер эштән китергә ғариза яҙҙыртып алған да контораға йүнәлгән. Русса белмәгәс, етәксе эргәһенә инергә лә ояла икән. Конторала кадрҙар бүлеге етәксеһе өҫтәле бухгалтерҙар менән бер бүлмәлә урынлашҡанмы икән, ҡыҫҡаһы, яңғыҙы ғына булмаған. Был егет бер нисә тапҡыр ишекте аса ла яба, аса ла яба, үҙе йылмайған була икән. Һуңғы сиктә ишекте аса биргән дә, ишек ярығынан ғаризаһын ялбыратып:

– Увольнять будим, уволнять будииим, – тип һуҙа икән...

Кадрҙар бүлеге етәксеһе лә, бухгалтер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аптырап ҡалған. Был әллә берәй ергә ялыу яҙып, улар өсөн ҡурҡыныс яуап килгәнме, тип хатта бер аҙ шөрләгәндәр ҙә. Әле ауылда берәйһе эшенән китергә йыйынһа:

– Увольнять будешь, да? – тип көлөп  алалар...

Ен тауышын ишеткәндәр

Йөйәктәрҙән өс араның ирҙәре Асыу тауында ағас ҡырҡып ята. Күрше Берештамаҡ яҡында ғына – тау аҫтын­да. Тимер юлы һалынмаҫ элек унда туранан юл тау аша була торғайны. Бер көн кискә табан ашап алырға тип ҡыуышҡа төшһәләр, күктән тауыш килә икән: "Өфө һөйләй!.."

Былар, ен, тигән дә ауылға йән-фарман сапҡан. Араларынан иң өлкән ағай: "Алға сыҡһағыҙ, муйынығыҙҙы өҙә сабам", – тип, балтаһын өҫкә күтә­реп, ян-яҡҡа ялтыратып килә икән. Ендән иң ҡурҡҡаны ул булған, тиҙәр.

Былар һә тигәнсе Һилеғорғо та­мағына килеп тә төшкән, ауыл унан күренеп тора. Йәшерәге бешеп ултыр­ған бутҡаны ла эләктергән, коте­логының боҫо сығып тора икән. Шул ерҙә быларға Хәсән бабай осраған, ауылға ла индермәй, барыһын да кире алып киткән. Юлда тегеләрҙе әрләй-әрләй: "Берештамаҡ радиоһы бит ул", – тип аңлатҡан. Леспромхоздың конто­раһы янында бағанаға радио ҡуйған ғына саҡ булған, уны белмәгән йө­йәктәр шулай ен тауышын ишеткән...

«Үс алдыҡ...»

Хәсән бабай Хызыров 1937 йылда репрессияға эләгеп, ун йылын ла­герҙа үткәреп ҡайтҡан. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы ла, промартелдә культурник булып та эшләгән. Ауылда тәүгеләрҙән комсомол, тәү­ге ойошма секретары ла булған. Бабайҙан:

– Ул заманда комсомолдар нимә эш­ләй торғайны? – тип һорайым. Ул:

– Наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәштек, улым, дингә ҡаршы, муллаларға ҡаршы ла көрәштек, – тип яуаплай.

– Ә муллаларға ҡаршы нисек көрәштегеҙ һуң? – тип һорағас, бабай, хәйләкәр йылмайып:

– Ой, ҡаты көрәштек, улым, ныҡ көрәштек. Уларға үс итеп, барыбыҙ ҙа ҡыҙҙарын кәләш итеп алдыҡ та ҡуйҙыҡ, – тигән була...

Ринат ШӘЙБӘКОВ.

Белорет районы, Йөйәк ауылы

Галош

70-се йылдар башында магазинға килгән дефицит әйберҙәрҙе йомортҡа тапшырған кешегә генә бирәләр ине.

– Магазинға яңы тауар килтергәндәр, – тигәнгә халыҡ унда ашыға.

Һатыусы:

– Быныһы – иткә, быныһы – һөткә, ана тегеһе – күкәйгә, – тип аңлата.

Һуңлабыраҡ ингән бер олораҡ ҡына ағай:

– Һеңлем, анау галошыңды бир әле, – тип һорай.

– Ағай, ул галош – күкәйгә! Әллә яҙыуҙы уҡый белмәйһең инде, – тип асыулана ҡыҙ.

Ағай абайлабыраҡ ҡараһа, галош менән электр үтеге ҡуйылған ерҙә «Күкәйгә» тигән яҙыу эленеп тора икән.

– Һайт, шайтаның, мин ул галошты аяҡҡа кейергә икән тиһәм, ул – шунда, имеш, – ти ҙә сығып китә.

Ҡыҙ бер ни әйтә алмай, аптырап тороп ҡала.

 

Миҙхәт ХӘЛИЛОВ. Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауылы.

 

Ҡара быҙау

Мәсетле районының бер ауылында булған хәл. Бер апай үгеҙен бестермәй ҡалдыра. Йәнәһе лә, аҡса «һуға». Кемдең һыйыры быҙаулай, шуларҙан барып аҡса һыға икән:

– Минең үгеҙем ҡасырҙы һеҙҙең һыйырығыҙҙы, давай, шуның өсөн түләгеҙ!

Һыйырҙары быҙаулаған сираттағы йортҡа килеп, аҡса талап иткәс, йорт хужаһы:

– Үгеҙегеҙ ниндәй төҫтә һуң? – тип һораған.

Теге апай:

– Ҡыҙыл, ә ниңә? – ти икән.

– Улай булғас, бер нисек тә һеҙҙең үгеҙегеҙгә түләй алмайым, сөнки беҙҙең һыйырҙың быҙауы ҡара бит әле!..

 

Бөтөн йомортҡа

Элегерәк булған хәл. Мәсетле районының бер ауылында ир-ат бесәнгә йыйына икән. Улар бер нисә көн ҡуна ятып саба. Шуға ашарға ла арыу ғына алырға кәрәк.

Юлда ат менән китеп барғанда, егеттәр Сәмиғулла исемле ағайҙың төргәгендә бешкән ике йомортҡа ятҡанын күрә. Ҡатыны һараныраҡ булғанмы, бик етеш йәшәмәгәндәрме – уныһы мөһим түгел.

Әлеге лә баяғы шуҡ егеттәрҙең береһе ипләп кенә төргәкте асып, бер йомортҡаға ҡәләм менән «Күкәйҙең береһен алып ҡайт!» тип яҙа ла кире урынына һалып ҡуя. Сәмиғулла ағай быны һиҙмәй.

Ҡыҙыу эштән һуң төшкө ашҡа туҡтайҙар. Көлөшә-көлөшә тамаҡ ялғайҙар. Сәмиғулла ағай бер йомортҡаһын ашай ҙа икенсеһендәге яҙыуҙы күреп ҡала: әйләндереп-әйләндереп ҡарағас, кире һалып ҡуя. Кисен дә, икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана – алып ҡарап ултыра ла кире һала. Барыбер йомортҡаны ашамай теге. Үҙе һыр ҙа бирмәй, тәки ҡатынына «ҡуян күстәнәсе» тигән булып алып ҡайта.

Ә егеттәр ауылға ҡайтып еткәс кенә Сәмиғулла ағайға шаяртҡандарын әйтә. Шулай ҙа була тормошта.

А. СИРБАЕВ. Өфө ҡалаһы.

 

«Ғорлаһынан тотоп эсте»

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Шешәне өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти. Ысынында, кейәүе менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.

Рита КИНЙӘБАЕВА, Әбйәлил районы, Ҡушый ауылы.

 

«Егерме!»

Ғибаҙрислам бабай колхозда һарыҡ ҡараған. Һис көтмәгәндә фермаға райондан комиссия килеп төшкән. Ә һарыҡтар тулмай, ти, шуны былар һанап сығырға булған.

Райондан килгән кешеләрҙең аяғында яҡшы ботинка. Ферма эсенә үтерлек түгел, бысраҡ икән. Былар Ғибаҙрислам бабайға һанарға ҡушҡан.

– Мин бит, ағай-эне, егермегә ҡәҙәр генә һанай беләм, – тигән, ти, бабай.

– Ярай улайһа, һин егермегә тиклем һана ла беҙгә ҡысҡырырһың, ә беҙ ишек төбөндә яҙып торабыҙ, – тигән тегеләр.

Шунан Ғибаҙрислам бабай һанарға керешкән. Аҙыраҡ һарыҡ араһында йөрөй ҙә «егерме» тип ҡысҡыра, ти. Тағы ла йөрөй, тағы «егерме» тип ҡысҡыра, ти. Шулай ҡысҡыра торғас:

– Йә, ярай, башҡа һанама, бында былай ҙа артып китте, – тигән дә ревизорҙар, машиналарына ултырып, ҡайтып та киткәндәр, ти.

Ғибаҙрислам бабай уларҙың артынан серле генә йылмайып, көлөп ҡалған, ти.

Таһир Вилданов.

Ҡырмыҫҡалы районы.

 

 

Отолған башҡорттар

Бер ваҡыт ауылға төркөм-төркөм сиғандар килеп төшкән. Улар кешеләрҙе, тиҙ генә балыҡ һөҙөп бирәбеҙ, тип ышандырған һәм Өршәк йылғаһы буйына кит­кәндәр. Сиғандар эй балыҡ һөҙөп йөрөгән була, ти. Быны бөтә халыҡ ҡарарға килгән. Ә улар артынан буш ауылға килеп төшкән сиған­дар рәхәтләнеп бар нәмәгә «айыу майы һөртөп» йөрөгән.

Шулай отолоп ҡалған беҙҙең башҡорттар. Хәҙер иһә «балыҡ һөҙөү» беҙҙә халҡыбыҙҙың «айыу майы һөртөү» һүҙенә бәрәбәр.

Айһылыу Әхмәтова. Ауырғазы районы, Усман ауылы.

«Барына етешеп ултырығыҙ!»

Йәндәй яҡын дуҫтың тыуған көнөн үткәрҙек. Күлдәк еңдәрен төрөп, аяғөҫтө баҫып һыйлай был. Ихласлыҡҡа ирәмһеп, беҙ ҙә оҙағыраҡ ултырып ташлағанбыҙ. Эңерҙән таң атҡанға ҡәҙәр. Дуҫым беҙҙе оҙатҡас, мәктәпкә киткән, беренсе дәресенә ингән.

Билдәле, өйгә эште тикшерерлек, яңы теманы аңлатырлыҡ хәле лә, рәте лә юҡ. Уҡыусыларға үҙаллы эш биргән дә ултырған ерендә төнәп киткән категориялы уҡытыусы, үҙе йоҡо аралаш ҡоласын йәйеп-йәйеп ебәрә, ти:

– Ағай-эне, әйҙәгеҙ, барына етешеп ултырығыҙ, хәҙер бисәкәй ҡоротлап һурпа килтерер!

 

«Ҡоймаҡ ҡойоу бер ни түгел»

Беҙҙең күршелә бер ҡарсыҡ йәшәй ине (хәҙер мәрхүмә инде). Уның рухын рәнйетергә теләмәһәм дә, ҡалған бер мәҙәк һүҙе хәтерҙән сыҡмай.

Әбейҙең оло улы мәрйә килен алып ҡайта. Аш-һыу яғына мәрйә оҫта булһа ла, ҡарсыҡтың яратҡан ризығы – ҡоймаҡты ҡоя белмәгән. Шулай итеп, әбей киленен ҡоймаҡ ҡойорға өйрәтмәксе булған. Ә үҙе урыҫса икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай. Плита янына киленен ымлап саҡырып килтергән дә, ҡыҙған табаға шыйыҡ ҡамырҙы ҡойоп, былай тип әйтә икән:

– Шаж иттереп һалғански ҙа шап иттереп алғански...

 

Фиҙаил Мөхәрмәтов. Ғафури районы.

 

«Неприятный вызов»

 

Кеҫә телефоны яңы сыҡҡан мәл. Бер инәйгә икенсе инәй сәйгә килә. Оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултыр­ғандан һуң хужабикә телефонына күҙ һала ла хафалана башлай:

– Ой, әттәгенәһе, ни булды икән? Килендән «неприятный вызов» тигән яҙыу килгән. Улым ҡырҙа эшләй, әллә бер нәмә булдымы икән?

Сәбәләнгән ҡатынды тыныслан­дырырға теләп, әхирәте телефонын алып, үҙе уҡып ҡарай. Унда «непринятый вызов» тип яҙылған була...

«Күҙеңде йом, әбей!..»

Беҙҙә һуғыш ветераны йәшәне. Fүмере буйы күрше ятҡан Васильевка ауылынан ат менән почта ташыны, шунан пенсияға сыҡты. Йыуаш, әҙәпле, йомшаҡ һүҙле ине ул. Эргә-тирәһендәгеләргә ҡатыр­ға­нып, төрпө өндәшеүен хәтер­ләмә­йем. Бер заман ҡарсығы бының теңкәһенә тейә башлай, сабырлығын юйҙыра, түҙемен өҙә. Бабай, яһил­ланып, әбейен ҡаты ғына итеп бәргесләп алырға әҙерләнеп бөткәс, етәкләп өйгә индерә лә, мөйөшкә ҡы­ҫырыҡлап, дебет шәл менән елпетә башлай, үҙе бер юлы хәстәрлекле һа­маҡ­лай икән: «Хәҙи­сә, мин һуҡҡанда абайла, шәлдең сәсәге күҙеңә тейеп ҡуймаһын!..»

«Тешкә йәбешә лә ҡуя»

Амбулаторияла фельдшер булып эшләп йөрөйөм. Өлкән йәштәге Шәмсинур Итбаева килде. Белә-күрә гел мәрәкәләйем, әле лә уны журналға теркәгән булып ҡыланам:

– Һеҙҙе кем тип яҙып ҡуяйыҡ?

– Этбаева Шәмсинур мин.

– Этбаева. Атайығыҙҙың исеме?

– Малбай.

– Хайуанбай.

– Ни тинең, ишетмәйерәк ҡал­дым? – Әбей шау һөйәк ҡул осон ҡолағына ялғап секрәйҙе.

– Яҙып ҡуйҙыҡ, тим. Нимә борсой?

Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны бында әлеге мәлдә әшәке геморройы килтергән. Башҡа дарыуҙарға ҡушып, осаның һыҙ­лауын баҫа торған майшәмдәр яҙҙым. Кисекмәҫтән ауырыу янына саҡырғас, дарыуҙарҙы нисек ҡул­ланырға кәрәклекте шәфҡәт тута­шының төшөндөрөүенә ышанып, сығыу яғына йүнәлдем.

Бер нисә көндән әбекәй менән яңынан әңгәмә ҡорабыҙ.

– Хәлең нисек, инәй?

– Алланың рәхмәте яуһын үҙеңә, балам, бөтәһе лә һәйбәт.

– Дауалар килешәме һуң?

– Килешә, килешмәгән ҡайҙа, тик анау һуҡ бармаҡ оҙонлоҡ кәнфит һымағын йота алмай хитланам, ауыҙға һылашып, тешкә йәбешә лә ҡуя.

«Бомба»

Һалҡын һуғыш йылдары. Америка атом бомбаһы һуғышы башламаһа ярар ине, тип ҡурҡып ҡына йәшәй халыҡ. Шулай бер төндә ҡот осҡос шартлау Сәлих бабай менән Ғәрифә әбейҙең тыныс йоҡоһон бүлә. Сос бабай, ырғып тора һалып, әбейҙе ҡабаландыра икән. «Тор, Ғәрифә, тегеләр Мәғниткә төшөрәбеҙ тип, бомбаны яңылыш беҙгә ташлағандар, буғай», – ти. Тороп ҡараһалар, бөтәһе лә имен, тик мейес башындағы бал мискәһенең ҡапҡасы ғына иҙәндә ята, ә түбәнән шапылдап бал ағып тора икән.

Хәҙер беҙҙә бал мискәһен «Америка бомбаһы» тип йөрөтәләр.

 

«Ҡал да ҡуй»

Йәйге эҫе көн. Туғайҙа бер ғаилә кәбән ҡойоп йөрөй икән. Көтмәгәндә былар эргәһенә айыу килеп сыға. Ир «һә» тигәнсе улы менгән атҡа менгәшә лә ауыл яғына саба башлайҙар. Ҡатын да етеҙ булып сыға, сабып барған аттан ҡалышмай, ти. Ире ҡысҡыра икән: «Арыйһың бит, Зилә, һин ҡал да ҡуй». Шунан алып, берәй ерҙән ҡасһалар: «Арыйһың бит, ҡал да ҡуй», – тиҙәр беҙҙә.

 (Әлфиә Хөснөтдинова. Сибай ҡалаһы.)

 

«Ну, как в России?»

Бер ваҡыт Әбйәлил районынан бер апам «гурыт»ҡа барған. Улар әйтмешләй, «гурыт» – Магнитогорск ҡалаһының халыҡ телендәге атамаһы. Элек-электән эргә-тирәләге район кешеләре бар йомошон шунда йомошлаған, май-ҡаймағын, емеш-еләген һатып донъя көткән, хәйер, әле лә шулай. Апа ла ҡыш көнөндә баҙарға берәй нәмә алырға барған булғандыр инде. Автобустан төшөп, йәһәтләп урам буйлап атлаған. Бар осраған кеше быға аптырап ҡарай икән, ауыл кешеһен тәүгә күрәләрме?..

Бер йәш егет йүгереп килгән дә: «Ну, как в России?» – ти икән. Апа аптырап: «Хорошо», – тип яуап биргән. Бесән эшләп ҡара янған былай ҙа ҡара апамды негр тип уйлағандар.

 

«Һинән алда ағаң бар әле»

Өлкәнерәк класта малайҙар бәҙрәф артында тәмәке тарта икән. Түңәрәккә тороп, бер тәмәкене алмашлап көйрәтәләр. Мәктәп директоры былар янына ипләп кенә барған да, тартып торған уҡыусыһының яурынынан ҡағып, миңә лә ҡалдыр, тигән. Хәлит апа директор икәнен абайламай: «Һинән алда ағаң бар әле», – тигән, ти.

 

Айыу менән тәмәке тартҡан

Хәлит апамдың малай сағынан ҡалған мәҙәк. Бер мәл бесән сабып йөрөгәндә, апам һаҙға инеп киткән, йәнәһе лә, хәжәтен үтәй. Ә ул һаҙға, атай-әсәйҙән йәшенеп, тәмәке көйрәтергә йөрөй икән. Был юлы эш уңмаған, янында ғына ҡыуаҡ араһында емеш ашап торған айыуҙы күреп, сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Сыҡһа, ауыҙҙа тәмәке, ти. Хәҙер быны көлөп иҫләйһе ҡалды, ә ул ваҡытта апаға ҡаты ғына эләккән.

(Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ. Әбйәлил районы, Буранғол ауылы.)

 

«Миңә һылта...»

Талон заманаһы. Магазинда оҙон сират, этеш-төртөш. Бер ағай сыҙамаған, күрәһең, һауаны боҙоп ҡуя. Сираттағылар әйләнеп-әйләнеп ҡарай икән. Ағай аптырап тормай, артында торған егеткә:

– Ҡустым, оялма, миңә һылта ла ҡуй. Ҡарт кешегә бара ул, – ти икән. Теге егет ҡыҙара-бүртенә сығып шыла.

Хәҙер беҙҙә ошондайыраҡ хәл булһа, «Миңә һылта ла ҡуй», – тип көләләр.

(Рим Мәхмүтов. Баймаҡ районы.)

 

«Ғорлаһынан тотоп эсте»

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Яртыны өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти. Ысынында, кейәү менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.

Рита КИНЙӘЛБАЕВА. (Әбйәлил районы, Ҡушый ауылы).

Фото: Т,Аманов

Читайте нас в