Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
3 Март 2022, 17:30

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби кафе

Шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Шағир донъяһы

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби кафе

(Уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашлығында)

Кабинет матур итеп биҙәлгән. Рәми Ғариповтың портреты , “Шағир донъяһы” яҙыуы эленгән.Өҫтәлдәр сатраш тәртибендә ултыртылған. Матур япмалар ябылған. Ваза менән сәскәләр ҡуйылған. Һәр өҫтәл артынды 5-6 кеше ултыра.Уҡыусылар менән уҡытыусылар аралаш ултыралар.Шиғырҙар барыһы ла яттан һөйләнелә.

1-се һәм 2-се алып барыусылар кисәне башлай.

1.Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң,

Тормош кеүек булһын шиғырың-

Шулай йәшәргә бит тырыштым мин,

Икеһен дә бергә һыйҙырып!..

 

2.Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа,

Бар бәхетем халҡым телендә.

Халҡым ҡалһа, әле мин ҡалырмын,

Һүҙем йәшәр әле илемдә.

 

Музыкаль фон.

 

1 Киләсәгем! Ас ишегеңде!

2 Кем тупһамда?Кемде күрәм мин?

1 Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит...

2 Ас тиҙерәк! Был мин-Рәми.

1 Ниңә улай һуңлап ҡайттың,егет?

2 Булды юлда төрлө кәртәләр...

Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?

1 Бәлки танырҙар , тип әйттеләр

2 Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?

1 Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта

Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит

Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...

 

Уҡыусы тороп һөйләй.

“Ҡабатланмаҫ моңло шиғриәт”

Р.Ғарипов- халҡыбыҙҙың бөйөк улы, бөйөк шағиры.Мин быны икеләнмәй, ҡулымды йөрәгемә ҡуйып әйтә алам.

Әгәр ҙә Р.Ғариповтың шиғырҙары бөтөн телдәргә тәржемә ителһә,бар донъя хайран ҡалыр ине. Әммә беҙ, башҡорттар, улар араһында иң бәхетлеләре, сөнки Рәми Ғарипов телендә һөйләшәбеҙ, уҡыйбыҙ, уйлайбыҙ. Үҙ телебеҙҙә уның шиғырҙарының матурлығын, сафлығын тоябыҙ, яғымлы моңон ишетәбеҙ. Һәм ул моң йөрәктәргә  үтеп инә.

 

  Рәми Ғариповтың шиғриәт диңгеҙенә бер генә сумып алыу

Әллә ҡалай балҡып китте донъя,

Йәйғор менән тулды йөрәгем.

Күңелемде көн-төн баҫып торған

Болоттарҙы ғыуып ебәрәм...

 

Күк көмбәҙе шундай зәңгәр, бейек

Тирә-яғым иркен йәшеллек.

Мин тағы ла һөйәм һәм һөйөләм,

Мин тағы ла сикһеҙ йәш кеүек.

Был шатлыҡты үҙем берәйһенә

Әйтергә лә хатта оялам,

Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла

Ысын бәхет икән доъяла!(1960)

Күпме уйҙар,хистәр,тойғолар был шиғырҙа! Ниндәй матур һүҙҙәр! Йөрәккә үтеп инеп, ниндәйҙер  юғары хистәр, яҡты тойғолар уята һәм күңелдә йәйғор ҡалҡа.

Күпме шағирҙар булған, буласаҡ. Күпме матур-матур  шиғырҙар ижад иткәндәр, ижад итерҙәр. Әммә Р.Ғарипов әҙәбиәт күгендә ҡабатланмаҫ яҡты йондоҙ, ҡабатланмаҫ моңло шиғриәт.

Ул донъяла берәү генә. Мәңгелеккә!

 

Бер. Кеше күңелендә шиғриәткә һөйөү уятҡан, уның йөрәгендә осҡон ҡабыҙған ижад. Ул ижад көслө бер йылға кеүек, нисек кенә уны быуып, ҡороторға тырышып ҡарамаһындар, ул үҙ юлын таба, бөтә ҡаршылыҡтарҙы йырып алға табан ашығып аға ла аға. Шулай итеп, ул моңло шиғриәткә сарсағандарҙың һыуһынын ҡандыра, кемдеңдер күңелен сафландыра, кемдәлер ысын һөйөүгә ышаныс уята,кемделер тормош ауырлыҡтары, һынауҙары алдында көслө булырға өйрәтә һәм, иң мөһиме,туған телеңде, Тыуған илеңде һөйөргә,уға тоғро булырға өндәй.

Ике.Әле һүҙебеҙ шундай шиғриәт тураһында булыр.Бөгөн әҙәби кафела Рәми Ғарипов ижадын яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр йыйылған. Был осрашыуыбыҙ бөйөк шағирыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейына арнала.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың шиғриәт донъяһына рәхим итегеҙ.

 

Уҡыусы.

Шағир дәүләте.

Шиғырҙары тыуған бөтә ер ҙә

Тыуған ере була шағирҙың.

Йылдар буйы

Юлдә йөрөй торғас,

Тыуған ерем иттем күп ерҙе.

Тик талмаһын илһам ҡанаттарың,

Бар ғүмерең йырға оҡшаһын.

Шиғриәт бит үҙе бер дәүләт ул,

Шул дәүләттең шағир-батшаһы!..

 

Бер. Ысынлап та, Р.Ғариповты шиғриәт иленең батшаһы, тип әйтеп була.Әммә уға был еңел бирелмәй.Уны ни тиклем ауырлыҡтар һағалауы, тормош юлының һикәлтәле булғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ.Серле лә, ҡатмарлы ла яҙмышлы ул.

Ике. Шулай ҙа йылдан-йыл шағир донъяһы беҙгә нығыраҡ асыла бара. Быға яҙыусылар,шағирҙар, дуҫтары,туғандары һәм уның ҡатыны Надежда Васильевна күп көс һалалар. Ләкин уның ижадын өйрәнеүселәр: “ Р.Ғариповтың күңел донъяһы шундай тәрән, төпһөҙ, ә ижади мираҫы бай, уны асып бөтөрлөк түгел,әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе”,-тиҙәр.

 

Уҡыусы.

 Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа,

Бар бәхетем халҡым телендә.

Халҡым ҡалһа,әле мин ҡалырмын,

Һүҙем йәшәр әле илемдә.

Эш эҙләйем артыҡ һүҙ ҡуйыртмай,

Беҙҙән дә бер ҡалһын ир һүҙе.

Ә ҡалғанын халыҡ хөкөм итһен,

Хөкөм итһен заман ,ер үҙе..

 

Р.Ғарипов һүҙҙәренә йыр яңғырай. Көтәм һине.

 

Бер. Сәсән телле Р.Ғариповтың тәрәндән, ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан шишмәләй, уның йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан саф һәм ихлас тойғоло шиғырҙарын уҡыу рухи байлыҡ, ҡеүәт бирә.

 

Ике.

Һүҙем бар. (1960)

Ни ғәләмәт шашып йәшәйем (1963)

Исемле шиғырҙарында шағир образы, уның бар булмышы бик тапҡыр әйтеп бирелгән.

Ике. Был шиғырҙарында бер генә артыҡ юл юҡ, һәр һүҙ үҙ урынында. Р.Ғарипов барлыҡ ижадында бына ошондай сәнғәт камиллығына ынтыла һәм 60-сы йылдарҙа башҡорт лирикаһын – аҫыл үрнәктәр менән байыта.

 

 

Һүҙем бар

Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин.

Төнгө уйҙар.

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

Бер . Рәми Ғариповтың ҡыҙы Гөлнаранан интервью алғанда шундай һору бирәләр:

  • Гөлнара,атайыңды иҫкә төшөргәндә ул нисек күҙ алдыңа баҫа?
  • Дөрөҫөн әйткәндә, төҫө, буй-һынына ҡарағанда, иҫемә төшөрһәм, уның “ Гөлнарау,ҡыҙым”,- тигән тауышы, тәмәке еҫе һеңгән сәстәре, уның еҫе хәтеремә килә. Ижад иткән бүлмәһендә миңә шул тиклем рәхәт була торғайны. Ижад мөхите, атайҙың төндәр буйы яҙыуын, китап кәштәләре эшләүен күҙәтеүе-минең өсөн сикһеҙ бәхет ине.Кешеләр тәмәке еҫен үҙһенмәй, ә миңә атай янында шул бүлмәлә ятып йоҡлауы шул тиклем күңелле була торғайны. Сөнки унда- атай мөхите, атай донъяһы,атай йылыһы, атай наҙы.Атай миңә бөтәһе лә ине. Шуға күрә уны юғалтыу күңел донъямда ҙур ҡыйралыш яһаны. ( “ Йәшлек”, № 17, 10 февраль)

Ике. Р.Ғарипов. “Көндәлектәр”. 1972,16 июнь.

“Барыбер миңә атай хаҡында поэма яҙырға кәрәктер. Исеме- “Атайым”, “Атай, атаҡайым”( Гөлнара миңә атай, атаҡайым ти бит, матурҡайым, хатта яҡшыҡайым, ти бит)

Аталар һәм балалар- үткән, бөгөнгө, киләсәк хаҡында -уйланыуҙар иң конкрет деталдәр һәм донъя, тормош, һуғыштар-ғөмүмән, кешелек, милләттәр, хатта тәбиғәт яҙмышы хаҡында уйланыуҙар менән үреп бирергә кәрәк. Беҙҙең атайҙар хаҡында изге уй киләсәктең дә уйы булып ҡалһын ине...”

 

Төштәр.( атаһы тураһында шиғыр)

 

Бер. Халыҡ шағирының бер туған һеңлеһе Мәршиҙә Хәйрисламова хәтерләй:

Ул беҙгә инәй ҙә, атай ҙа булды. Ағайҙың оло шағир булып китеүе- инәйҙең тәрбиә емеше. Эшкә лә ең һыҙғандыра белде, тормошто ла аңларға өйрәтте.Әле уйлайым да, артыҡ ғәҙел, артыҡ намыҫлы, артыҡ тура һүҙле итеп үҫтергән ул беҙҙе. Бизмәнгә һалһаң,был изге төшөнсәләрҙең кәме-артығы булмайҙыр ҙа, бәлки. Намыҫлы кешегә бысраҡ йәмғиәттә йәшәүе ҡыйыныраҡ булһа ла, заман, ваҡыттың үҙ иләге, үҙ тирмәне үҙенсә барыбер гәрәбәләй бөртөктәр сүптәр араһында буталанмай.Йөрәгем нисек ҡуша, шулай яҙҙым, шулай йәшәнем, тиер ине ағайым. Инәйебеҙ беҙгә бәләкәйҙән шундай орлоҡ һалған.

 

 Юҡ,инәкәй, мин хыялый түгел ( 1965)

Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм( 1965)

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

Бер . Р.Ғарипов шиғырҙарында уйсан лирик, донъяға мөнәсәбәте буйынса философ ҡарашлы, ғорур тәбиғәтле, тура һүҙле булып күҙ алдына баҫа.

Ике. Уның бит тағы көндәлектәре лә бар әле.Уҡыусы сағынан уҡ даими көндәлек алып бара. Ошо көндәлектәре оло талантты беҙгә тағы ҡайһы яҡтан аса?

 

Көндәлектәре тураһында уҡытыусы һөйләй.

 

Йыр. Үтте лә китте йәшлегем.

 

Бер.. Шағир ижадының төп маҡсаты һәм мәғәнәһе, халыҡ тормошондағы урыны тураһында йылдан-йыл нығыраҡ уйлана.Кеше ,кеше күңелендәге рухи хазинаны һаҡлау тураһындағы хәстәрлек, бәхет төшөнсәһенең асылын нығыраҡ аңларға тырышыу уны тағы ла уйсаныраҡ итә, шиғырҙарына моң фекер өҫтәй.

 

 

Күпме генә йәшәй ерҙә кеше.( 1962)

Бәхет (1962)

Кеше (1961)

Төнгө уйҙар.

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

Йыр. Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ.

 

Бер. 1957 йылдың  11 майында Р.Ғарипов ҡатынына былай тип яҙған: “ Баҡһаң, минең шиғырҙарым бик күп икән, иллегә яҡын. Ә бына иң һуңғыһы, иң һәйбәте һәм иң кәрәклеһе “ Туған тел”. Минең бөтә шиғырҙарымды оноторға мөмкин, ләкин башҡорт телен ҡәҙерле күргән кешегә был шиғырҙы оноторға ярамай”.

Ике. Был шиғырында шағирҙың ижадында артабан үҙәктә торасаҡ идея- тематик йүнәлештәрҙең береһе- туған тел яҙмышы, милләттең рухи киләсәге тураһында уйланыу, әҫәрҙән-әҫәргә, йылдан-йыл көсәйә барасаҡ.

 

 Туған тел.

Әсәләрҙең күкрәк һөтө менән

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

 

 Бер. Р.Ғарипов тел яҙмышы, ил яҙмышы тураһындағы хәүефле уйҙарын башҡаларға ла еткерергә теләй. Шуға ла кешеләрҙе вайымһыҙлыҡтан уятыу, тел яҙмышына битараф булмаҫҡа, уны ҡәҙерләргә саҡырыу маҡсатында сәсәндәрҙең халыҡҡа оран һала торған алымын- ҡобайырҙы бик уңышлы һайлаған.

 

Уҡыусы.Уйҙарым ( ҡобайыр)

 

Бер. Мин яратам ғашиҡтарҙы,

Ғашиҡтар матур була.

Наҙлап һөйгән ҡыҙ алдында,

Егет тә матур була.

Ике. Р.Ғариповтың ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре бигерәк тә уның мөхәббәт лирикаһында сағыу кәүҙәләнде.Һөйөүҙең иң һағышлы, хатта ғазаплы саҡтарын да ул яҙмышы бүләк иткән бәхет итеп ҡәҙерләргә тырышҡан.

Бер. Шағирҙың мөхәббәт лирикаһы- нурлы, ҡояшлы донъяға алып инә. Был мәңгелек тойғоно ул шундай юғарылылыҡҡа күтәрә, кешенең кешелеклелеге, намыҫы,шәхестең рухи байлығы ошо тойғо аша һынала.

Ике. Мөхәббәттең бөйөклөгөн, күңелдәрҙе арбаусан моңон, күҙҙең яуын алыр төҫтәрен уҡыусыларға Р.Ғарипов кеүек еткерә алған шағирҙар бик һирәк. Шағирҙы һәр һылыу һиҫкәндерә, уның йөрәгенә ут һалып үтә.Һәм шул саҡтарҙа уның күңелендә шундай юлдар тыуа.

 

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...( 1962)

Тәүге һөйөү.

Йәншишмә.

Күптән көлгәнем юҡ ине шулай...

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

Йыр. Ат эсерәм йылыуҙан.

 

Бер Шағир тол ҡалған ҡатындарынан йә уңа, йә уңмай , тигән әйтем бар.Надежда Васильевна Ғарипова шағир яҙмышы тигән тәҡдирҙе Р.Ғарипов менән бергә күтәрә.Әлеге көндө лә ул уның шиғырҙары , тотош ижады менән йәшәй.

 

Ауыр булыр һиңә минең менән.

 

Ике. Һәм, ысынлап ,та шаярта ла белгән.

 

Эй,һылыуҙар,һылыуҙар. ( 1966)

Оҡшамаҫ һүҙ. (1966)

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

 

Бер. 60-70-се йылдарҙа Р.Ғарипов башҡорт поэзияһында иң оҫта һәм талапсан тәржемәсе булып таныла. Башҡорт уҡыусыларын донъя лирикаһының гәүһәрҙәре менән мөмкин тиклем күберәк таныштырыу өсөн ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.

Ике. Үҙенең дә шиғырҙары рус теленә тәржемә ителеп ике китап булып “Горицвет” һәм     “ Возвращение” исеме аҫтында баҫылып сыҡты. Беҙҙең уҡыусылар ҙа ул өлкәлә үҙҙәрен һынап ҡараны.

 

 Уҡыусылар Р.Ғарипов шиғырҙарының руссаға тәржемәләрен уҡыйҙар.

 

Бер. Шағир яҙмышы- үтә ҡатмарлы яҙмыш. Бөтә ҡыйынлыҡтар, кисерештәр,әрнеүле һағыштар уның йөрәге аша үтә. Һәм тәрән уңалмаҫ яра һала.

 

Ике. Заманымдың бөтә тауыштарын

Заман улы булып һеңдерҙем.

Ул тауышты бөтә замандарҙың

Һөрәненән өҫкә мендерҙем.

 

Бер. Шул заманым минең-саф иманым,

Ир булырға ул бит өйрәтте.

Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,

Заман ярып үтте йөрәкте.

 

Ике. Р.Ғарипов йөрәк хаҡында йыш яҙҙы,йәшәү һәм үлем тураһында күп уйланды. “ Болоҡһоп, һул яҡ күкрәгемә, ут баҫҡандай, һалам уң ҡулды”,- утыҙ йәшлек шағир шулай тип яҙған. Бынан һуң әле күпме һынауҙарҙы, күпме  яныуҙарҙы үтергә тура килә уға.

 

Бер. Йөрәгем-ҡәберлек минең,

         Унда үткәндәр илай.

         Йөрәгем – сәңгелдәк минең,

         Унда үткәндәр  даулай.

 

Ике. Р.Ғарипов уҙғандар менән ғорурланып, бөгөнгөһөнә ҡарап һыҙланып, киләсәккә ҡарап өмөтләнеп йәшәне. Ысын шағир заман балаһы ғына түгел, ә киләсәк кешеһе лә ул.

 

 

Уйҙарымды уйлап ята торғас...

Мин дә булмам бер көн дуҫҡайҙарым...

Ләкин мин яңғыҙ ҡалғанда ла...

Матурлыҡ.

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

Йыр. Кәкүк.

 

Бер. Бай рухлы шағирҙың ижады зиһендәрҙе уята, йөрәктәрҙе елкендерә,тулҡынландыра һәм үҙеңдең дә күңелеңдә шиғыр тыуа.

 

Уҡыусы.Р.Ғариповҡа арналған шиғырын уҡый.

 

 Йырың тыуғас үлмәһен...(1962)

Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән

Шиғырҙарын һөйләйҙәр.

 

Бер.  Кистәрен офоҡтар тағы ла зәңгәрләнеп ,яҙҙың тәүге һулышы күңелдәрҙе елкендергән миҙгелде яратты. Р.Ғарипов ғүмер буйы килер яҙҙарына ашҡынды,ҡарҙарҙы ҡулы менән аҡтарып, кешеләргә тиҙерәк сәскә бүләк итергә ашыҡты, кешеләрҙең күңелендә сәкәләр эҙләне.

 Ике. Бәлки, уның иң ҙур байлығы ла ҡарҙы тишеп сыҡҡан сәскә менән кешеләр күңеленән бөркөлгән яҡтылыҡ булғандыр. Шағирҙың иң яратҡан миҙгеле-яҙ, яратҡан күренеше- ағын һыу,иң яратҡан ҡошо-һабантурғай ине. Былар барыһы ла яңырыу билдәһе.

 

  Яҙ

 

Бер. Беҙ ҙә бөйөк шағирыбыҙҙың ижадынан илһам алып, яҡты киләсәккә өмөтләнеп, матурлыҡҡа һоҡланып, уны тойоп йәшәйек.

 

Ике.Әҙәби кафелағы бөгөнгө осрашыуҙан, шиғриәт усағынан алған йылылыҡ күңелебеҙҙе оҙаҡ йылытып торһон, ә Рәми Ғариповтың моңло, йырлы шиғырҙары ҡолағыбыҙҙа сыңлар әле, сөнки ул тере шишмәләй мәңге.

Ләйсән Йәнйегетова, 

Аҡъяр 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Хәйбулла районы.

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Рәми Ғариповтың шиғри йыйынтыҡтары.
  2. “ Әҙәби кафе” сценарийы Рауил Бикбаевтың “ Шағир донъяһы” мәҡәләһенә таянып төҙөлдө.
Читайте нас: