Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
7 Февраль 2022, 15:18

«Туған тел» Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғыраясаҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһын әҙерләй. Республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкиле Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡый. Проект Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған.

«Туған тел» Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғыраясаҡ
«Туған тел» Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғыраясаҡ

 – Тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Туған тел» шиғырының төрлө телдәрҙә яңғырауын ишетерһегеҙ. Өҫтәүенә төрлө халыҡ вәкилдәре үҙ милли кейемендә яҙылырға килде. Йәғни тамашасылар телмәрҙе төрлө телдәрҙә ишетеүҙән тыш, ҡыҙыҡлы аутентик костюмдар ҙа ҡарай аласаҡ. Беҙҙең проект – халыҡтар дуҫлығы проекты, ул әҙәбиәткә генә түгел, донъялағы барлыҡ телдәргә һәм мәҙәниәттәргә ихтирам күрһәтеү. Беҙ Башҡортостан Республикаһы Халыҡтары ассамблеяһына, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтары дуҫлығы йортона, БДУ һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-лағы фекерҙәш дуҫтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ, – ти проекттың продюсеры Наил Юнысов.

Әйткәндәй, Башҡорт Википедияһындағы 50 меңенсе мәҡәлә тап ошо шиғырға арналған. Башҡорт телендәге мәҡәләне украин википедиясыһы Виктор Семенюк яҙған. "Туған тел" шиғырының рус, белорус, украин һәм саха телдәренә тәржемәләре билдәле. Быйыл исемлек тағы ла тулыланды – хәҙер ул ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәрҙә лә яңғырай.

Тәржемәләрҙе профессиональ тәржемәселәр менән бергә һәүәҫкәрҙәр ҙә тәржемә иткән. Уларҙың күбеһе шиғырҙы үҙҙәре уҡыған.

- Беҙҙең өсөн был мөһим проект. Төрлө халыҡ вәкилдәре Рәми Ғариповтың шиғырын туған теленә үҙҙәре тәржемә иткән, илдең төрлө төбәктәрендәге эксперттар менән кәңәшләшкән. Тәржемәләр төрлө, ысын мәғәнәһендә, ирекле стилдә бар, әммә мәғәнәһе бер: туған тел - һәр халыҡтың, бөтә кешелектең төп байлығы, – тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре.

 – Был ҡыҙыҡлы эш булды. Шуныһы ғәжәп: төрлө халыҡ вәкилдәре Рәми Ғариповтың үлемһеҙ әҫәрен туғандыҡы кеүек ҡабул итә, ул бөгөн дә, беҙҙең өсөн дә көнүҙәк, – тип иҫәпләй проект режиссеры Светлана Громова.

Ойоштороусылар проектты киңәйтергә ниәтләй. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире  Лариса Абдуллина әйтеүенсә, «Туған тел» шиғырын төрлө телдәргә тәржемә итеү – бик яҡшы идея, проект Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулған йылды масштаблы  булырға тейеш.

Шиғырҙарҙың тәржемәләре Башҡортостан юлдаш телевидениеһының социаль селтәрҙәге аккаунттарында урынлаштырылған. «Дуҫтар, әйҙәгеҙ, бөйөк Рәми Ғариповты бергәләп иҫкә алайыҡ, туған телдәребеҙҙең киләсәге хаҡында уйланайыҡ, «Туған тел»де тағы бер тапҡыр уҡыйыҡ һәм аңлайыҡ, шағирҙың васыятын ишетербеҙ. Һәр кем үҙенең туған телендә һөйләй ала. Беҙ күп милләтле илебеҙҙе яратабыҙ, ҡабатланмаҫ, бөйөк туған телдәребеҙ менән ғорурланабыҙ! Ә һеҙ?»  – тип, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы теләүселәрҙе флешмобта ҡатнашырға ла саҡыра. Бының өсөн #МинеңРәми90  #РоднойЯзык2022 хэштектарын ҡулланырға тәҡдим ителә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: