Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
23 Октябрь 2021, 18:33

Йән яраһы. Хикәйә

Түштәре тумалана башлаған үҫмер ҡыҙыҡай, әсәһенән оялып, мунсаға яңғыҙ йөрөй башлағайны. Йыуынып бөткәс, сайыныр өсөн тасҡа һыу әҙерләгәндә, тайып китте лә бер сүмес ҡайнар һыу Нисаның түшенә түңкәрелде. Йәнасыҡҡа ҡысҡырған ҡыҙының тауышын таплыҡта ашҡаяҡ әрсеп торған атаһы ишетте. Аңын юғалтҡан ҡыҙ

Түштәре тумалана башлаған үҫмер ҡыҙыҡай, әсәһенән оялып, мунсаға яңғыҙ йөрөй башлағайны. Йыуынып бөткәс, сайыныр өсөн тасҡа һыу әҙерләгәндә, тайып китте лә бер сүмес ҡайнар һыу Нисаның түшенә түңкәрелде. Йәнасыҡҡа ҡысҡырған ҡыҙының тауышын таплыҡта ашҡаяҡ әрсеп торған атаһы ишетте. Аңын юғалтҡан ҡыҙын күтәреп алып, эләгә – ҡолай медпунктҡа йүгерҙе.

Эй, ул ҡыш... Һай, ул ҡышта кисергән ғазаптар. Яртыһы дауаханаларҙа, яртыһы өйҙә һыҙланып - һыҡранып үткәрҙе Ниса ул ҡышты.

Ҡайнар һыуға бешкән эсен, түшен бәйләп булмай, сей яра булып бысҡылдай ҙа китә. Үҙенең дә ите насар булғандыр - тиҙ генә уңалманы. Ике ҡулын ең эсенән ала ла, түш тәңгәлендә ҡаушырып йөрөй. Буш еңдәре йөрөй елпелдәп, һуғыштан төбөнән ике ҡулһыҙ ҡайтҡан Ғәббәстеке һымаҡ. Шулайтһа, күлдәге тәненә йәбешмәй. Йоҡлағанда йәбешһә инде... Шарылдатып айырып алырға тура килә әсәһенә күлдәкте.. Әсе ҡорот һарҡытына, тоҙло һыуға иреткән ҡаҙ майы ҡушып һөрттө өләсәһе Бәлхизә. Үҙе ауыртыныуҙан сеңләп илап ебәргән ҡыҙҙы йыуата:

- Сабыр ит, бәпәйем...Ҡалайтайым һуң... Йүнәле-е-ер, балаҡайым, янған бешкән ерҙәрең. Яңы ит үрер күкрәгеңә, Алла бирһә, эскенәң дә шымарыр. Тән яраһы төҙәлә ул, балам, күңел яраһы ғына уңалмай.

Ээй, ул ҡыш... Үлеп, ләхет таҡталары ябылһа ла онотолмаҫ мин күргәндәр, ти торғайны өләсәһе. Нисаға ла ғүмер буйына етерлек булды ул һыҙланыу - ғазаптар...

Уҡытыусылар килеп, эш биреп, аңламағанын өйрәттеләр, үҙе лә тырышты Ниса. Контроль эштәрҙе һәйбәт эшләп, класынан ҡалмай күсте һигеҙенсегә.

Йәй башында ҡыҙҙар менән тәүге тапҡыр һыу инергә барҙылар. Ҡыҙҙар сар - сор итеп сирҡаныс алалар, бер - береһенә һыу сәсрәтәләр, һыу эсенә сүкәйеп, юҡ булып торалар. Йөҙә белгәндәре Һаҡмарҙың уртаһынан барып урай, йөҙә белмәгәндәре, һыу төбөнә таянып, яр ситендә быстырҙашалар. Ниса бер үҙе - яр башында. Эй, һыу төшкөһө килә, шул теләге арҡаларын зымбырлата хатта. Һыуҙы ярата ул. Һыу инергә килһәләр, һаҡмарға иң тәүҙә ул осоп барып төшә, иң аҙаҡ ул сыға. Торғайны...

- Яр башында ултырма бер үҙең күҙеңде асалаҡ - йомалаҡ итеп! Өкө шикелле! Кил, төш! Тәүге һыуға вис кеше төшөргә тейеш! Нимәңде ҡарап ултыраң? Әйҙә!

Кемуҙарҙан ҡысҡырып, һыуҙа маз булған әхирәттәре Нисаның оялыуын һындырҙы.

Күлдәген сисеп, ултырған еренә бөкләп һалды ла Һаҡмарға боролдо.

Донъялағы иң ҡурҡыныс януарҙы күргәндә лә кеше улай ҡурҡмаҫ.

- Аһ!...

Күмәк иңрәү Һаҡмар өҫтөндә сайҡалды.

«Ниса мунсала эҫе һыуға бешкән!” - тигәнде бөтәһе лә ишетһә лә, шул тиклем үк яныуҙы күҙ алдына килтермәй ине берәү ҙә. Нисаның эсе, ике түштең өҫтөнән алып кендеккә тиклем ҡарт ҡайындың олонондағы суғыртмаҡ шикелле булып уңалғайны. Тик был суғыртмаҡ бурһыу ҡыҙғылт төҫтә - ҡайнар һыуға бешкән йоҡа тән төрөлөп, сурайып бөтәшкән ине. Тиреһе йоҡа ғына булып кирелгән ерҙәренең ите йып - йылтыр булып тартылған.

Йәш тулы ҡараштарын ҡыҙҙар ситкә алды, ҡайһылары услап – услап биттәренә һалҡын һыу һирпте.

Ниса йүгереп барып һыуға ташланды. Үкһей - үкһей, илай - илай йөҙҙө. Ҡыҙҙар ҙа йәштәрен тыйманы. Улар араһында иң шәп йөҙөүсе ине Ниса - Һаҡмарҙың арғы ярына етә яҙып туҡтаны. Һыуға сумып, оҙаҡ сыҡмай, һыу аҫтында өнһөҙ иланы. "Үләйем дә ҡуяйым ошонда... Һыу аҫтында... Сыҡмайым да ҡуяйым..." - тип иланы...

- Ниса!!! Алйотланма!!! Сыҡ, Ниса!!! Ааа!!!

Күмәк тауыш тағы Һаҡмар буйын яңғыратты.

Шунан һуң Ниса ҡыҙҙар менән Һаҡмарға һыу инергә йөрөгәндә эскүлдәк кейеп төшә башланы. Йоҡа ғына аҡ митҡалдан еңһеҙ итеп эскүлдәк тегеп алды һыу ингәндә кейер өсөн.

Ныҡ янғайны шул эсе, яңы ғына тумалып килгән түштәре.... Һул яҡ түше бигерәк тә ныҡ беште. Оло сүмес ҡайнар һыу нимә ҡуя?..

Тән яраһы яйлап уңалды. . Суғыртмаҡтар ҙа, бөтмәһә лә, әкренләп ярайһы ғына тигеҙләнде.

Ә ҡыҙҙар - әхирәттәр еткән ҡыҙҙар булып етешеп беште. Тығыҙ күкрәктәре матур, тигеҙ генә булып ҡалҡып тора. Түштәре теүәл булғас ни... Нисаның һул түше шул көйө ҡалды, үҫмәне. Уңы ла яралы, аҫҡы яғы ите - тиреһе тартылып уңалды. Ҡыҙ тәүҙә үҙе тегеп кейгән күкрәксәһенең һул яғына мамыҡ тултырып ала торғайны. Ә мамыҡ тик кенә ятмай, улай - былай шыла, ойоша, йыуып алайым, тиһәң, өҙөлөп бөтә. Һуңынан башы етте Нисаның - һулы өсөн, уңына үлсәп, яһалма түш тегеп алды. Ҡатлап - ҡатлап, һырып, күбеп. Мунсала ғына йыуып киптереп ала ла, лифчигына ҡуша тегеп ҡуя. Тора - бара Ниса оҫтарып китте - ул теккән яһалма түштәр ҡатҡыл ғына булып, ике түшен дә тигеҙ итә..

Яҙмыш үҙенең бизмәненең ике осон да тигеҙ тоторға ярата. Янған ҡыҙҙы әхирәттәре араһында иң һылыуы итте Тәҡдирбикә. Һипкел тигәндең нимә икәнен дә белмәгән ап - аҡ йөҙ, ҡыйылып киткән ҡаштар. Ҡамыш шикелле ҡуйы оҙон керпектәр араһында мөләйем ҡуңыр күҙҙәр.... Эйәгенең һул яғындағы ҡап - ҡара матур миңе ҡыҙҙы тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Оҙон ҡалын сәс толомон берҙән үреп, һул яурыны аша алға төшөрөп һала гел.

Урта мәктәпте бөткәс, ҡыҙҙарҙың ҡайһылары һыйыр һауырға эшкә сыҡты, ҡайһылары ҡалаларға барып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға керҙе, училищеларға таралышты. Бер нисәүһе кейәүгә сыға һалып китте - мәктәп тамамлағанды көтөп кенә йөрөгәндәр икән, тиерһең. Ә Ниса Стәрлетамаҡ институнына барырға, уҡытыусы булырға ниәт төйнәп бөткәне инде. Юлға бергә сығып китергә иптәш ҡыҙҙар ҙа бар - мәҙәни - ағартыу техникумына инергә иҫәптәре.

Конкурстан үтә алмаған Нисаға кире ауылға ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Ул саҡта ун класс белеме булған, армиянан ҡайтҡан егеттәрҙе, унды яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙҙарҙы уҡытыусы итеп эшкә алалар ине. Уҡытыусылар етешмәгәндер, күрәһең.

Ниса ла Йомрандар тигән ауылдың башланғыс кластары ғына булған мәктәбенә эшкә йүнәлтмә алды..

Был ауылға килгән көн ғүмерлек матур хәтирә булып иҫендә ҡалды Нисаның. Вәғиз ағаһы ат менән күсереп алып килде Нисаны ҡырҡ саҡрымда ятҡан Һаҡмар буйындағы тыуған ауылынан.

Йәй аҙағының сыуаҡ, йылы, зәп - зәңгәр күкле матур көнө иҫенә төшһә, Ниса ниңәлер гел күҙҙәрен йома. Күҙ алдына килеп баҫҡан зәңгәр офоҡ буйлап йөҙгән бөҙрә болоттарҙы ниндәйҙер нәфис фильмдың һоҡланғыс күренештәре итеп тоя. Һылыу йөҙө яҡтырып китә, ирендәренә йылмайыу ҡуна.

... Бына улар Вәғиз ағаһы менән йәп – йәшел баҫыу уртаһынан ҡыл тартҡан шикелле һуҙылған туп – тура юлдан егеүле атта киләләр. Ҡоштар сутылдаша, баш осонда һабантурғай сорлай.

... Бына уларҙы, ауылға килеп ингәс, иң ситтәге өйҙөң ҡапҡаһы төбөндә таяҡҡа таянып торған ҡарт, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, күҙ яҙҙырмай күҙәтә.

- Олатай, мәктәбегеҙ ҡайһы тирәлә? – тигән һорауға үҙе ниңәлер яуап бирмәй.

Их, бер барып ҡайтаһы ине шул ауылға... Шул көн өсөн генә.

 

Мәктәпкә барып туҡтанылар. Йыйыштырыусы ишек алдарын һепергән. Мәктәп ишеге шар асыҡ. Иҙәндәре тап – таҙа. Кәрәк - яраҡтарҙы, китаптар, таблицаларҙы бушатҡан арала яңы уҡытыусы киләсәген йүкә телефон аша әллә ҡасан уҡ ишеткән ҡатындар, бала - саға мәктәп ихатаһына килеп тулды. Ихлас күрешеп, ҡайҙан, кем балаһы икәнен һорашып бөткәндән һуң, Йомрандар ауылына тап ошондай һылыу уҡытыусы ғына килергә тейеш, тигәндәй, ҡыуанып риза булдылар. Кемгә фатирға төшөрөргә, тип күмәк кәңәшкә керештеләр.

- Үҙемә генә индерер ҙә алыр инем был кәртинкәне, - тип көлдөрөп алды Мөбирә тигәне, - балларым хут бирмәҫ.

- Зәһүрә әбейҙән ҡулайы булмаҫ. Уның үләре үлеп бөткән, китәре китеп бөткән. Өйө иркен. Силсәүит утын бирһә лә файҙа...

Зәһүрә тигәндәре барыбер миңә әпкилмәй хәлегеҙ юҡ, тип көткән, тиерһең йәйгелеккә, тип сығарылған, ап - аҡ итеп ағартылған мейесе янында самауыры борҡоп ҡайнай, бер ҡаҙан картуф, тәмле еҫтәр таратып, бешеп ултыра.

- Бер генә уҡытыусы киләме, тиһәм... Был дилигатсыя ҡалыу ҡайҙа ул, - тип мәрәкәләп ҡаршы алды килеүселәрҙе әбей..

Йәшел сирәм өҫтөнә йүгереп йөрөп балаҫ - кейеҙҙәр, ҡорама түшәктәр йәйҙеләр. Ашъяулыҡтар түшәнеләр. Унда күҙ асып йомғансы ризыҡ тулды. "Әйтәм, һәр береһенең ҡулында төйөнсөгө бар ине..." - тип аптыраны Ниса.

- Ҡалай итһәң, ит, Йомрандарға барып ет! Йомрандарға барһаң, май ҙа ҡорот, икмәк юҡ, тиһәләр ҙә, беҙҙә вис бар! - тип үҙҙәренең хәбәрҙәрен һөйләй - һөйләй, ашъяулыҡҡа һый теҙҙеләр.

- Игендәрен йомран ташып бөткән, тигән булаларҙыр...

Шуныһы ҡыҙыҡ ине Нисаға - балаларҙы айырым ултырттылар.

Сәй эсеп алғас, аяҡ һоноп ултырып, тағы оҙаҡ гәпләштләр.

- Йәгеҙ әле, апайығыҙға йырығыҙҙы йырлағыҙ.

- Йә әле, һин шиғырыңды һөйләп ишеттер.

- Бейеп күрһәт әле, - тип балаларҙы ла буш ҡуйманылар.

Шундай асыҡ күңелле, ихлас кешеләр араһында эшкә өйрәнеп китеүе лә еңелерәк булды Нисаға. Йыйылыштарға дәррәү йөрөнө ата - әсәләр. Балаларының холоҡтарын һөйләйҙәр, һин уны шулайт, һин быны нығыраҡ тот, тип, кәңәштәр бирәләр.

Уҡыу йылы бөткәс, институтҡа уҡырға инергә ныҡлы ҡарар итте ҡыҙ.

Ситтән тороп уҡыясаҡ. Яратып өлгөргән эшенән китһә, ҡалайтыр тегендә? Бынау муйыл күҙле теремек уҡыусыларын һағынып үлер, ташлап китһә.

 

Декабрь урталарында Йомрандарға һалдат ҡайтты. Ауылдағы ғәҙәт буйынса ҡунаҡ янына ҡунаҡ йыйҙы Әүзәр менән Зәйнәп. Зәһүрә менән Ниса ла саҡырылды ҡунаҡ янына. Зәһүрә нисек кенә өгөтләмәһен, Ниса өйҙә ҡалды.

- Дәресем күп, инәй.

Ишекте туҡылдатҡас, инәй ҡалай тиҙ ҡайтты, тип уйлап, Ниса келәне ысҡындырҙы ла Зәһүрәнең ингәнен көтөп тормай, өҫтәле янына үтте.

- Отставить! - тигән көр тауышҡа ялт әйләнеп ҡараны ла шаҡ ҡатты ҡыҙ. Ишеккә башын төкөмәҫ өсөн эйелеп инеп килгән һалдат, иҙәнгә төшөп киткән кәпәсенә эйелеп, хәбәрен теҙҙе:

- Аштан оло булырға ярамай! Боҫло ашты бора баҫмайҙар беҙ..ҙә.. Хәҙер үҙем барып... Тип...

Турайып баҫҡан егет телдән яҙҙы.

- И-ибраһим... Минең и-исемем...

- Ниса.

 

Ҡунаҡтағылар Ибраһимдың Нисаны алып килеү түгел, үҙе лә урап ҡайтмауының сәбәбен һүҙһеҙ ҙә аңланылар. Әүәлге моряк Баязит сығарған:

- Прапал парин... Панятны... - тигән ҡарарға бөтәһе лә риза булды.

Зәһүрә ҡайтып ингәндә Ниса өҫтәл артында, Ибраһим ишек төбөндәге эскәмйәлә ултыралар ине. Инәй ҡайтҡас, егет хушлашып сығып китте.

- Нимә һөйләштегеҙ?

- Һөйләшмәнек.

- Ыыста... Тик ултырҙығыҙмы?

- Эйе.

- Нисек тә... Ибраһим да хәбәр һөйләмәгәс... Ул ине тик ултыра торған кеше.

 

Ерҙән атламай хәҙер Ниса, ҡанатланып оса. Ул бәхетле, уны һөйәләр! Ҡыштың ҡалай үткәнен, яҙҙың ҡасан еткәнен дә белмәй ҡалды ғашиҡтар. Матур йөрөнөләр. Шофер булып эшләгән Ибраһим колхоздың өс ауыл фермаһының һөтөн ташыны, башҡа рейстарға йөрөнө. Буш ваҡыты килеп сыҡһа, һөйгәне янына ашҡынып килеп етә. Ниса ла уны һағынып көтә.

Ибраһим өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, Ниса быны күптән хәл ителгән нәмә, тип ҡабул итте.

Ҡайнар һөйөү утында янған ғашиҡ ҡыҙ ҡайнар һыуға янған күкрәге тураһында бөтөнләй онотто, уйлап та бирмәне.Үҙен өҙөлөп һөйгән Ибраһим уның хәлен аңлар. Аҡыллы егет бит ул. Ә хәҙер ул турала нисек һөйләһен Ниса? Ул турала нисек башлап һүҙ ҡуҙғатһын берәй яйы килеп сыҡмаһа? Күкрәген асып күрһәтһенме ни тиктомалдан?

Ә яйы, ана бит, сығырға тора. Бына әйттерелгән кәләш булғас, һөйләр. Ибраһимы менән ҡушыласаҡ төндә икәүҙән - икәү генә ҡалғас... Ибраһим кәләшен үбеп -наҙлап, һөйөп – иркәләп, сабырһыҙ ҡулдары менән уның кейемдәрен һалдыра башлағас....Бала сағында кисергән аяныслы фажиғәле хәл тураһында шул мәлдә һөйләр. Ибраһим уның яралы тәнен устары наҙлап һыйпар, йәшле күҙҙәренән үбеп, йыуатыр...

 

Май байрамында икәүләп Нисаларға барып килделәр. Стәрлегә китмәҫтән алда Нисаны кәләш итеп әйттереп ҡуйыу ниәте тураһында аңғартты Ибраһим, һөйләшергә ата - әсәһен ебәрәсәген әйтте.

Һуңғы ҡыңғырау булған көндөң кисендә Ибраһим килде. Ауыҙы ҡолағына еткән. Ата - әсәһе, Әүзәр менән Зәйнәп, бөгөн ат менән буласаҡ ҡоҙаларына барып килгәндәр икән. Алдағы йомала кәләш әйттерергә киләсәктәрен иҫкәртеп ҡайтҡандар.

- Нисек үткәреп ебәрергә инде был аҙнаны, ҡалайтып ҡына сыҙалыр икән?

Ибраһимдың ихлас ҡайғырып ултырыуына Ниса көлөп ебәрҙе.

- Һине мәңгелеккә үҙемдеке итәһем килә бит тиҙерәк, ҡалайтайым?

- Мин былай ҙа һинеке бит, Ибраһим, һинеке генә буласаҡмын.

 

Йылдай тойолған аҙна үтеп бара, ниһайәт. Бөгөн шаршамбы. Ниса әсәһенә ярҙам итер өсөн алдараҡ ҡайтырға булды. Йома көнө барып әйттерһәләр, ялдан һуң Ниса юлға сығасаҡ. РОНО - ға барып ҡайтты, ниәттәрен әйтте, ғариза яҙҙы.

Мәктәптең асҡысын тапшырҙы. Август урталарында килермен, тип балалар менән хушлашты. Әйберҙәренең, кейемдәренең килгәс кәрәк буласаҡтарын Зәһүрә инәһенә ҡалдырҙы.

Ә Ибраһим:

- Эштән ҡасан ҡайтһам да үҙем алып барырмын, ҡайтып китмә, мине көт. Ат менән килеп ыҙаламаһындар, - тип әйтеп китте иртәнсәк.

Кискә ҡарай елпетеп кенә мунса яғып ебәрҙеләр.

- Йомрандарҙың һыуын һағынырһың, йыуынып ал, - тине Зәһүрә инәһе.

Ниса сайынып бөтөп кейенергә йөрөй ине, мунсаға ҡапыл ғына Зәһүрә килеп инде.

- Төшөп бөттөңмө, ҡыҙым? Ибраһимың ҡайтып уҙҙы. Хәҙер килеп тә етер.

Ниса ҡалын, оҙон сәсе менән күкрәген ҡаплап өлгәрһә лә, Зәһүрә ҡыҙҙың йәрәхәтле тәнен күрҙе.

- Ай, балаҡайым!... Ай, Аллаҡайым!...

Зәһүрә Нисаның еүеш сәстәренән һыйпай – һыйпай илап ебәрҙе.

- Ибраһим беләме? Әйтмәнеңме ни? Ай әттәгенәһе... Ай әттә икән... Әллә инде былай булғас, әллә инде...

 

- Хат яҙып тор Эстәрлеңдән, хәлеңде белгертеп, - тип оҙатып ҡалды ҡыҙҙы Зәһүрә.

 

Нисаларҙың ауылына барып етергә ике саҡрымдай ҡалғас, Ибраһим машинаһын туғайҙа туҡтатты.

- Әйҙә, төшәйек әле, Ниса, әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ. Мин иртәгә ҡасан килгәнсә хәбәр йыйылып китер, юғиһә.

- Әсәйемдәр көтәлер, оҙаҡламайыҡ.

Ибраһим кабинаның ишеген асып, ҡыҙҙы ҡосағына алды, ҡайнар тыны менән Нисаның сикәләрен яндырҙы.

- Сабыр итәйек, йәнем...

Егет көслө ҡулдары менән ҡыҙҙы күтәреп йомшаҡ үләнгә һалды.

- Ибраһим, иртәгә...

- Ниса... Бөгөн ни, иртәгә ни...

Уның ярһып наҙлауына Ниса быуынһыҙ булды. Блузкаһының бөтә төймәләрен ысҡындырып, Ибраһим ҡыҙҙың түшенә ирендәрен тейгеҙҙе, һурып - һурып үбергә теләне.

- Ибраһим!!!

- Ниса, был нимә ул? Ниндәй сепрәк ята ул бында? Нишләп?! Ә ниңә?...

Ибраһимдың тауышы ныҡ алданған кешенеке һымаҡ ине.

- Ибраһим, мин бәләкәй саҡта мунсала эҫе һыуға яндым. Тайып китеп бер сүмес ҡайнар һыуҙы түшемә ауҙарҙым... Ошолай булып уңалды...

Йәйге ҡыҫҡа төндөң шыйыҡ ҡараңғылығы Нисаның тәнендәге яраларҙы йәшерә алмай, Ибраһимдың ағарынып киткән йөҙө лә асыҡ күренә

- Ә ниңә шулай икәнеңде минән йәшереп йөрөнөң?

- Нисек йәшерҙем? Нисек шулай икәнемде, Ибраһим?

Егет Нисаның күкрәгенә эйәге менән ымланы.

- Мин йәшермәнем, Ибраһим. Ә ҡасан әйтергә тейеш инем һуң? Бына, Ибраһим, минең түштәрем ошолай! – тип асып күрһәтергә инемме әллә, Ибраһим?

Ибраһим өндәшмәне, ҡарашын ситкә борҙо, ерҙә ятҡан кепкаһын алып кейҙе.

- Мин һиңә барыһын да иртәгә һөйләрмен, тип уйлағайным, Ибраһим. Һин аҡыллы бит, аңлар инең.

- Иртәгә? Эш үткәсме?

Белгертмәҫкә тырышһа ла, Ибраһимдың тауышы мыҫҡыллы ине.

- Нисек эш үткәс? Ни һөйләйһең һин, йәнем? Мин аңламайым?

Егет һүҙһеҙ ҡалды.

- Ибраһим, беҙ бер беребеҙҙе яратабыҙ бит! Мин һине тәү күргәндә үк яраттым! Башҡа берәүҙе лә яратманым да, егеттәр менән йөрөмәнем дә.

Егеттең ирен ситтәре ҡыйшайып киткәнен Ниса күрмәне.

-Һинһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым мин, йәнем. Башҡа ерҙәрем имен. Мин бит зәғиф, ғәрип түгелмен. Үҙем дә сафмын...

Ҡыҙ ике арала үтеп сыҡҡыһыҙ тәрән, ҡара упҡын барлыҡҡа килгәнен һаман аңламай ине әле. Был көтөлмәгән аңлашылмаусанлыҡ бөтөнләй иғтибарға лайыҡ тип һанаманы Бына хәҙер һөйгәне уны ҡосаҡлап алыр, иркәләр, наҙлар. Һәм Ниса инде иртәгәне көттөрмәҫ.

Ниса Ибраһимдың яурынына ҡағылды.

Егет һикереп торҙо лә ҡулынан тартып, Нисаны ла торғоҙҙо.

Ҡыҙ барыһын да аңланы. Блузкаһының төймәләрен эләктерҙе.

- Һеҙ килмәгеҙ иртәгә, Ибраһим. Атайыңдарға әйт, бармайбыҙ, тиген. Ниса шулай – шулай ҡыҙ булған икән, тип аңлат. Мин сыҡмайым һиңә.

Ибраһим, ихлас булырға тырышып, Нисаны ҡосағына алырға теләне.

- Нишләп килмәй, ти, киләбеҙ! Киләм! Һине...

- Кем алыр, тиһеңме? Алмаһалар, бармаҫмын. Ә һин ҡайт. Хуш! Ҡалдыр мине, үҙем ҡайтып етермен.

 

Һаҡмарының һалҡын һыуында илай - илай оҙаҡ йөҙҙө Ниса. Яҡтырып килгәндә ҡайтып ингән ҡыҙҙарының хәлен ата менән әсә бер ҡараштан аңланы.

Иртә менән атаһы Нисаны район үҙәгенә илтеп ҡуйҙы. Шул китеүҙән Стәрлетамаҡта ҡалды Ниса. Ҡалала ла аҡыллы егеттәр күп икән - кейәүгә сыҡты.

 

Ә Мәғәфүрҙән,

-Яратам!, Алам! Бармаһаң, үләм! – тиеүҙән башҡаны белмәгән егеттән, ауыҙы бер тапҡыр бешкән Ниса хәлен йәшермәҫкә ҡарар итте. Күрһен! Ташлаһа, алмаһа, ана бара юлы!

 

Егетте үҙе лә бик оҡшатһа ла, ымһынып, күңеле сайралыуҙан ҡурҡып, хистәренә юл ҡуйманы.

Тәүге тапҡыр Ашҡаҙарға һыу инергә барғанда, Ниса Мәғәфүр алдында ашыҡмай ғына, яйлап – берәмләп кейемдәрен һалды ла (Йәнәһе, һис оялмай, тартынмай. Ә үҙенең йөрәге ярылырҙай булып тибә) ярым асыҡ купальникта ҡалды. Ҡойоп ҡуйған кеүек һомғол, нәфис буй – һын, Һыуһылыуҙай һылыу ҡыҙға ҡарап, Мәғәфүр телдән яҙҙы, тын алырға ла онотто. Ниса егеткә иҫе лә китмәгән кеше булып, яһалма түштәрен ысҡындырып, күлдәге өҫтөнә һалды, кирелеп – һуҙылып алды. Бөтә ошо ҡыланышы менән ул:

- Бына, күрмәһәң – күр! Ә мин – ошолаймын! – тигәнде әйтергә теләне.

Эсен һыйпап, сәпелдәтеп һуғып – һуғып алды ла, ҡом араһындағы ваҡ ҡына осло таштар табанын ауырттырһа ла, яй ғыга атлап, йылғаға ыңғайланы.

-Ниса...

Мәғәфүрҙең ошо бышылдауы теге саҡта Һаҡмар буйын яңғыратҡан

-Аһ! – тигән иңрәүле тауыштан көслөрәк ишетелде.

Ниса ҡомға тубыҡланып, устары менән йөҙөн ҡапланы. Мәғәфүр, йүгереп килеп, ҡыҙ алдына теҙләнде.

-Нисам минең, һөйөклөм минең! Ныҡ һыҙландыңмы? Нисек түҙҙең? Илама, ҡәҙерлем... Беҙ бик бәхетле булырбыҙ!

-Мәғәфүр... Үләйем дә ҡуяйым бөгөн, тип килдем мин Ашҡаҙарға. Сумырмын да сыҡмаҫмын, тип...

 

Һөйөклө иренә ике ул табып бирҙе Ниса.

Тәүге малайына имсәк ҡаптырғанда, һул түше тәҡәтһеҙ ҡысый башланы. Тырнарға ҡурҡты, йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны ла һыйпаны. Ҡысыу баҫылды. Бер аҙҙан нимәгә эсемә йылы ғына булып китте икән, тип ҡарап ебәрһгәйне, таң ҡалды: имсәктең башы булырға тейешле урындан тып - тып, тып - тып итеп һөт тама! Ап - аҡ ҡына, йылы ғына һөт!

Тән яраһы уңалып, һыҙлауҙары онотолһа ла, ауылдан киткәне бирле йәне һыҙылып ҡына һыҙланы ла торҙо Нисаның. Бәпәйен имеҙгән мәлде көткән икән күңел яраһы. Бына хәҙер ул да уңалды. Ап - аҡ күкрәк һөтө икән йән яраһының дауаһы.

 

Таңһылыу Вәлиева.

Читайте нас: