Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Октябрь 2021, 18:26

Етем. Хикәйә

– Оятһыҙ! Ҡара, бәләкәй балаһын ташлап, ят ир менән сығып ҡас әле! Ҡыҙ бала бит әле, етмәһә! Ҡәбәхәт... Ғиндулла бабайҙың төҫө ҡарайҙы. Ул уҡытыусы, коммунист, ә ҡыҙы шундай ғорур исемдәргә тап төшөрҙө. Нисек хәҙер ауылдаштарының йөҙөнә ҡарар? Нисек балаларҙы намыҫлы булырға өйрәтер? Хурлыҡ! Ғәрлек!

Ниңә шулай икән: яман хәбәр ҡоштай осоп тарала. Уны йәшереп тә, кешенең ҡыҙыҡһындырыуын һүндереп тә булмай.

Ауыл туҙҙырылған умарта кеүек геүләне.

– Оятһыҙ! Ҡара, бәләкәй балаһын ташлап, ят ир менән сығып ҡас әле! Ҡыҙ бала бит әле, етмәһә! Ҡәбәхәт...

Ғиндулла бабайҙың төҫө ҡарайҙы. Ул уҡытыусы, коммунист, ә ҡыҙы шундай ғорур исемдәргә тап төшөрҙө. Нисек хәҙер ауылдаштарының йөҙөнә ҡарар? Нисек балаларҙы намыҫлы булырға өйрәтер? Хурлыҡ! Ғәрлек!

Ҡара мәрйендәй күҙҙәрен олатаһына төбәп, ябыҡ ҡына, бәләкәс кенә Әминә өҫтәл янында тора. Ни булғанын һорарға ҡурҡып, өндәшмәй бер аҙ торҙо ла өйҙән сығып китте.

Ихата эшен бөтөрөп, өйгә инәм тигәндә, Фатима әбей баҫҡыста ултырған кескәй Әминәне күрҙе.

– Бәй, ҡыҙым, ниңә ҡараңғыла бер үҙең ултыраһың әле? Ваҡыт һуң, әйҙә, инәбеҙ, һиңә йоҡларға ваҡыт, – тине ул, ҡыҙыҡайҙың ҡулынан алып. Әминә, ололарса тәрән уфтанып, өләсәһе менән өйгә инеп китте.

Ғиндулла бабай һаман ҡуҙғалмайса өҫтәл янында ултыра биргән икән.

– Ярай инде, ҡарт, тыныслан, булған эште үҙгәртеп булмай. Үҙебеҙ ғәйепле, аҡыл бирә алмағанбыҙ ҡыҙыбыҙға!

– Тайт! Минең ҡыҙым юҡ! Ишетәһеңме? Юҡ! Әҙәм страмыыы... – Ғиндулла, башын ике ҡуллап тотоп, бер яҡтан икенсе яҡҡа һелкетә башланы. – Әминәнең ата һы Ҡыҙыл Армия сафынан ҡайтҡас, кем уға әсәһенең хыянаты тураһында һөй ләп бирер? Һинме, ә?

һөй ләп бирер? Һинме, ә? Фатима әбей өндәшмәйенсә генә баланы етәкләп шаршау артына кереп китте. Киң карауатта теҙелеп киткән мендәрҙәрҙе һыпырып алды ла юрған өҫ тө нә Әминәне ултыртып ҡуйҙы.

– Әйҙә, балам, сисен, ятабыҙ

– Өләсәй, ниңә олатам шундай асыулы? Мин бит бөгөн ныҡ аҙып шаярманым.

– Йә, йә, бәпкәм, тыныслан, ҡайғырма, һинең ғәйебең юҡ.

– Әсәйем ҡасан эштән ҡайта? Ул миңә, йоҡларға ятҡанда «Әлли-бәлли» йырлайым, тип иртәнсәк һүҙ бирҙе...

Фатима әбей йәшертен генә күҙ йәшен һөртөп ҡуйҙы.

– Эше күптер, ят, үҙем йырлайым, – тип ҡарсыҡ ҡапыл башына килгән таҡмаҡты шыбырлай башланы:

Минең ҡыҙым ҡыҙ кеше,

 Уға килер йөҙ кеше.

 Йөҙ кешенең араһынан

Алып китер бер кеше...

– Ҡайҙа алып китер, өләсәй? Минең бер ҡайҙа ла киткем килмәй... – тине Әми нә йоҡо аралаш һәм бер аҙҙан йоҡлап та китте. Фатима әбейҙең ҡолағына ба ланың тыныс, тигеҙ һулышы ишетелде.

Ҡыҙ кеше... Һине кемдәр алып китер икән? Ҡайһы яҡтарға? Әсәңде тағы ла күрергә насип булырмы, етем бәпкәм?!

***

Йәй таңдар иртә ата... Июнь аҙағында бәрәңге баҡсалары алһыу сәскәләргә кү мелгән, йәм-йәшел үлән ауыл урамдарын келәм һымаҡ ҡаплаған. Әтәс тауыштары ишетелә, малды аҡландарға сығарырға тип ҡатын-ҡыҙ аҙбарҙарҙа биҙрәләрен шылтырата торған ваҡыт.

Ғиндулла уянып, күҙен асҡанда ғына, кемдер ныҡ итеп тәҙрә быялаһын ҡаға баш ланы:

– Ғиндулла, ас, ас, тим! Хәтәр, хәтәр! Хәтәр хәбәр!!!

Бабай тәҙрәгә ташланды, үҙе әсе уйҙарынан бушамай: «Әллә кире ҡайтҡанмы?» – тигән уй йүгерҙе башына.

– Сәйфи, ни булды? Ниңә таң һарыһынан тамаҡ яраһың? – тине Ғиндулла, күр ше һен күргәс, асыуы килеп.

– Һуғыш башланған, Ғиндулла!

Сәйфи күҙҙәрен шар асып, тәҙрә яңағына тотоноп тора ине.

Һуғыш... Ғиндулла Герман һуғышының әсеһен-сөсөһөн татыған кеше булһа ла, йөрәге дарҫлай башланы...

– Фатима, ғәйепләп ҡалма инде, бәлки, бүтән күрешә лә алмаҫбыҙ... Һуғыш хә лен белеп булмай. – Ғиндулла һалдат тоғон арҡаһына элеп алды. – Әминә ҡыҙыбыҙҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡла... Башҡа балабыҙ ҙа юҡ. – Уның тауышы ҡалтыранды.

Фатима ҡарсыҡ, Әминәне ҡосаҡлаған килеш, күҙ йәшен күлдәк итәге менән һөрт көләп:

– Ҡуй, ҡуй әле, фронтҡа барып етмәйенсә үҙеңде үҙең гүргә ятҡырма. Алла бирһә, Әминәкәйҙең туйында ла бейербеҙ әле, шулаймы, ҡыҙым? – тип һөйләнде.

Ауылдың һәр өйөндә – хушлашыу; бөтә ирҙәр – йәше лә, олоғайып барғаны ла – доброволец булып фронтҡа китергә ҡағыҙ яҙғандар. Һәр ғаиләнән өс-дүрт ир- егет илебеҙҙең азатлығы өсөн йән аямай көрәшергә ант бирҙе.

Кемдәргә генә яуҙан иҫән-һау ҡайтырға насип булыр икән?

Их, һуғыш йылдары... Бер айы бер йыл оҙонлоғона тиң. Фронтта һуғышҡан яҡындарыңдан хат алған көндәр менән иҫәпләнде, гүйә, ваҡыт.

Ғиндулланан хаттар бик һирәк килде (ут эсендә хат яҙып ултырырлыҡмы ни инде?), әммә һәр «өсмөйөш» түҙемлек өҫтәй, Еңеүгә ышаныс уята ине.

– Өләсәй, олатай нимәләр яҙа? Орден алғанмы? – Әминә туҡтауһыҙ ләпелдәй, өләсәһе янына килеп ултыра.

– Мә, ҡыҙым, үҙең ҡара әле, күҙем ниңәлер күрмәй башланы...

Әминә тулҡынланғанлыҡтан ҡалтырап торған ҡулына фронттан килгән бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәген алды. Бына бит, күпме аралар үтеп, был хат Мәскәү ерҙәренән уларҙың ауылына килеп еткән! Ҡыҙыҡай, яңы ғына уҡырға өйрәнгән булғас, һүҙҙәрҙе бүләбүлә ашыҡмайынса уҡый башланы.

«Минең ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә ҡайнар фронт сәләмен Ғиндулла Зөбәй улы ебәрә. Дошман утты туҡтатып торған минуттарҙа хат яҙырға булдым. Һағынып бөттөм һеҙҙе, матурҙарым! Үҙем иҫәнһаумын, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙсы, зинһар! Ҡулым да – ҡорал, йөрәгемдә – нәфрәт, дошмандарҙы ҡыуып барабыҙ! Мәскәүҙән улар ҙы алып ташлағас, күңелемдә ышаныс арта бара: халҡыбыҙҙы еңеп булмаҫ, һуң ғы ҡан тамсыһына тиклем илебеҙҙе яҡлаясаҡбыҙ! Көтөгөҙ беҙҙе! Хуш, һеҙҙе яратып – Ғиндулла».

Әминә хатты Фатимаға кире бирҙе. Ул хатты ҡалтыраған ҡулдары менән алып, йөрәк түренә һалып ҡуйҙы. Икеһе лә бер аҙ өндәшмәйенсә ултырҙылар.

Кинәт Фатима ҡарсыҡтың күҙ алдына йылмайып торған, ап-аҡ күлдәк кейгән Ғиндуллаһы килеп баҫты. Ҡулында тальян гармун, күҙҙәре уттай шаян ялтырап тора.

Герман һуғышында булдым,

Дошманды ҡыуа барҙым.

Ауылыма ҡайтҡан инем,

Үҙем дә дошман булдым!

Ҡолаҡ төбөндә таҡмаҡ яңғырап та бөтмәне, Фатима ултырғыстан әкрен генә йы ғыла башланы. Әминә уны тотоп ҡалырға тырышты.

– Өләсәй, өләсәй, тим, улайтма әле, ә? – тип, көсө етмәйенсә, иҙәнгә ауып төш кән ҡарсыҡты ике ҡуллап ҡосаҡлап алды ул. – Тор, тор, күҙеңде ас!

Фатима көскә күҙен асып, йылмайырға тырышып ҡараны.

– Ҡурҡма, балам, хәҙер, хәҙер рәтләнермен, бер аҙ хәл йыйып алайым, ниңәлер башым әйләнеп киттесе... – Таштай ҡатҡан ирендәрен көскә ҡуҙғата алды Фа тима.

– Һин бит ас, иртәнсәк үҙеңә тейеш әпәйҙе миңә ашаттың, ахырыһы... Мин бүтән һинһеҙ бер киҫәк тә ҡапмайы-ы-ым... – тип Әминә ҡысҡырып иларға ке реш те.

Шул саҡ кемдер ишекте шаҡыны. Өҫтөнә сапан, һырма салбар, аяғына оло быйма кейгән берәү килеп инде – әллә ир, әллә ҡатынҡыҙ, этем белһен. Башына шәл бөркәнгән – бәй, Мәрфуға апай ҙаһа!

Иҙәндә ятҡан Фатиманы күреп, ул ҡарсыҡты тиҙ генә карауатҡа күтәреп ятҡырҙы.

– Илама, ҡыҙым, аслыҡтан иҫтән яҙған. Ҡоро һөйәккә ҡалып бөткән, меҫкенем. Эй, һуғыш, һуғыш, уның ауырлығы ир-атҡа ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙың да иңенә ята шул! – тип уфтанды. – Хәҙер бер нисә картуф алып керермен, бешереп аша тырһың да, аяҡҡа баҫыр, Алла бирһә! Ирһеҙ биҙа шул, минең ҡартым, ана, ҡул һыҙ булһа ла, тере ҡайтты, ихатала эшләп йөрөгән була. Ғиндулла ла ҡайтыр һу ғыш бөткәс, шулай бит, ҡыҙым? – Мәрфуға Әминәнең сәсенән һыйпап алды. – Әйҙә, картуф алып керерһең, ятһын өләсәйең, уға хәҙер пакуй кәрәк. Унан бер аҙ тамаҡ ялғап алыр...

Мәрфуға менән Әминә сығып киткәндә, Фатима һаман һаташыуын дауам итте.

– Ғиндулла, иҫән генә ҡал, зинһар, көс-хәлем бөтөп бара, һуғыш бөтөр көн дәрҙе көтөп алып буламы әле, юҡмы?.. Әминәкәйҙе кем аяҡҡа баҫтырыр? – тип Фа тима иренә бәғер хистәрен асты. – Ауылда ике генә ир... Береһе – Мәр фуғаның ҡарты, фронттан ҡулһыҙ ҡайтҡан Әкрәм, икенсеһе – туҡһанды ҡыуып барған Хисмәтулла бабай... Бөтә колхоз эше ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Аттарҙы һу ғыш ҡа оҙа тып, һыйырҙарҙы һуйып бөтөрҙөк. Картуф, арыш икмәге лә үлсәп кенә эләгә... Балалар йәл, ас йөрөйҙәр...

Ғиндулла, ниңәлер, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, моңһоу ғына ҡарап тора. Башына әл лә ниндәй аҡ салма кейгән... Уф, Аллаҡайым! Был бит бинт, башы яраланған тү гелме? Ғиндулла, Ғиндулла, бөркөтөм!

Күҙ йәштәре Фатима апайҙың мендәрен сылатты. Әллә яраланған, әллә һәләк бул ған?! Ташлап китмәсе беҙҙе, Ғиндулла бәғерем...

***

1943 йыл. Һуғыштың ике йылы Әминәгә мәңгелек оҙон күренде. Бына тағы ла яҙ етте, көн йылыта башланы, тик Ғиндулланың йортон ҡояш нурҙары түгел, ә ҡайғы һөрөмө ҡаплап алған һымаҡ. III Беларус фронтының хәрби часынан ҡара ҡағыҙ алдылар: «Ғиндулла Зубаевич Абдуллин геройски погиб в ходе жестоких боев в Смоленской области, защищая Советскую Родину».

...Иртәнсәк Әминә ҡойонан һыу алып ҡайтып бара ине. Ауыр силәктәр аҫҡан кө йәнтәһе иңбашын иҙеп барамы ни – шундай һыҙлай. Ярай инде, түҙ, өлә сәйем де ҡыуандырырмын, үәт үҫкән ҡыҙ, тиер, донъя терәге булып үҫеп килә, тип маҡ тар... Ҡыҙыҡай үҙ-үҙен дәртләндереп ауыр көйәнтәһе аҫтында бөгөлөп атлап бар ғанда, кинәт кенә кемдер уға өндәште. Почтальон апай икән! Әминә шунда уҡ силәктәрен ергә ҡуйып, көйәнтәһен ситкә ташланы ла бының ҡаршыһына йү герҙе.

– Әллә олатайҙан хат бармы? Күптән хәбәр килмәне шул! Бына өләсәй ҡы уаныр, хаттарын көтә-көтә борослоп бөттө! – Бер туҡтауһыҙ һөйләнеп, Әминә поч таль онға ҡулын һуҙҙы. Тик ҡатын, күҙен йәшереп, уны яуапһыҙ ҡалдырҙы.

– Апай, бирсе хатты, – тип тегенең муҡса ҡайышына йәбеште.

– Шундай хаттар килмәһен ине, балаҡайым... Фатима ҡарсыҡтың ошо хәбәргә йөрәге түҙерме? – тип моңһоу тауыш менән яуап бирҙе ул ахырҙа һәм, Әминә гә бәләкәй генә конверт тотторғас: – Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, балам, – тип ашы ғып китеп барҙы.

Әминә урам уртаһында фронт хатын ҡулына тотоп тороп ҡалды. «Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам?..» Нисек инде улай? Ниндәй ҡайғы? Кем һәләк булған һуң?» Ҡа пыл уның күҙ алды ҡараңғыланып китте, ҡойолоп төштө Әминә. Юҡ, булмаҫ, ышанмайым... Олатай? Олатааай!

Әминә үкһеп илай башланы, хатты ике ҡуллап күкрәгенә ҡыҫып, өйҙәре яғына йүгерҙе.

...Таң ата ла, төн була, ғүмер ағышын һис туҡтатып булмай. Ирен юғалтҡас, Фа тима өсөн донъя, гүйә, ҡатып ҡалды. Кистәрен мейес янында утҡа ҡарап тормош иптәше менән бергә үткәргән көндәрен иҫләп ултырыр ине. Шулай инде, ғүмеренең ахырында кеше тормоштоң тик матур һәм ҡыуаныслы мәл дәрен генә иҫендә ҡалдыра икән. Ауырлыҡтары ла, юғалтыуҙары ла – бөтәһе лә алыҫ тарҙа юғалып бөтә. Тик яҡындарыңды юғалтыу йөрәкте бер туҡтауһыҙ яндыра ла әрнетә. Һағышың күңелеңә һыймай...

Әминә ишекте киң итеп асып ебәрҙе лә шатлығынан хатта һикереп, тул ҡынланып өләсәһенә ҡысҡырҙы:

– Өләсәй! Ура! Еңеү, еңеү! Ишетәһеңме? Һуғыш бөттө! – тип Әминә тәҙрә янын да шәлгә бөркәнеп ултырған өләсәһе ҡырына килеп баҫты.

Фатима Ғиндулланың йәш саҡта төшкән һарғайып бөткән карточкаһын тотоп ҡуҙғалмайса ултыра бирҙе һәм... асыҡ күҙҙәрен мәңгелеккә төбәгән килеш йән бирҙе.

***

Күктә әле йондоҙҙар ялтырай. Ҡояштың беренсе нурҙары саҡсаҡ ағас баш тары на төшә башланы. Иртәнге һыуыҡ гимнастерка аша үтә. Ғиндулланың йөрәге күк рәгенән сығып килә тиерһең. Ул үҙ йортоноң ҡапҡаһы төбөнә килеп баҫты. Баҡ саны үлән баҫҡан, бер мал тауышы ла ишетелмәй. Иртә әле, Фатима менән Әми нәкәй йоҡлап яталарҙыр, моғайын. Яҡташ сержант Орловтың: «Әйҙә, беҙҙә генә ҡунып, иртәнсәк юлға сығырһың», – тигәненә: «Мин төн буйы арымай-талмай атларға әҙер, ҡәҙерлеләремде күрмәй түҙә алмайым!» – тип Ғиндулла, төн ҡа раңғылығына ҡарамаҫтан, ауылына ҡайтырға булды.

Район үҙәгенән ауылына тиклем бер егерме саҡрым ғына барҙыр. Ләкин фронттар үткән һалдат өсөн был юлдың ауырлығы бер ҙә һиҙелмәне. Һәр аҙым һа йын «оҙаҡламай һөйгәндәремде ҡосаҡлап алырмын» тигән уй көс биреп тор ҙо уға.

Район үҙәгенән ауылына тиклем бер егерме саҡрым ғына барҙыр. Ләкин фронттар үткән һалдат өсөн был юлдың ауырлығы бер ҙә һиҙелмәне. Һәр аҙым һа йын «оҙаҡламай һөйгәндәремде ҡосаҡлап алырмын» тигән уй көс биреп тор ҙо уға.

Йә, улар ҙа һағынып көткәндәрҙер! Ғиндулла ҡапҡаны асты ла ихатаға инде. Уны йәшен һуҡҡандай итте: ишектә оло тимер йоҙаҡ эленеп тора ине. Тешен ҡы ҫып, Ғиндулла, ауыр ҡапсыҡтай, болдорға ауып төштө. Бер нисә минут үткәс, үҙен ҡулға алды. Туҡта, без паники, һалдат! Тыныслан! Әллә күсеп кит кән дәрме? Ауыл да тыл ыҙаларын үткәреүе еңел булмағандыр! Силәбелә Фатиманың бер туған апаһы йәшәй ине, әллә шуға киткәндәрме?

Шулай була күрһен, тик иҫәнһау ғына йөрөһөндәр! Ғиндулла, һаран күҙ йәшен һөртөп алып, коммунист булыуына ҡарамаҫтан, әйтеп ташланы: «Аллаҡайым, һөйгәндәремдән айырма!»

– Мәрфуға апай, һин борсолма, бар, бар, мин өйҙө йыйыштырып алырмын, һы уын ташып ҡуйырмын, сәйен дә ҡайнатырмын. – Мөләйем ҡыҙҙың нескә тауы шы Ғиндулланы иҫенә ҡайтарҙы.

– Әминәм? Әминәкәйем! – Ғиндулла ҡапҡа артына йүгереп сыҡты.

Ҡаршы йорт янында буй еткергән Әминә Мәрфуға күршеһен оҙатып тора ине.

– Ҡыҙым... Иҫән, иҫәндәр, бына шатлыҡ! – Рюкзагын ташлап, Ғиндулла ҡыҙҙың ҡаршыһына йүгерҙе.

Әминә кинәт уны күреп ҡалды, үҙ күҙенә үҙе ышанмай, уның янына елдәй осоп килде лә олатаһының муйынына аҫылынды.

– Олатай! Олатайым ҡайтты! – Әминә ҡысҡырып ебәрҙе. – Ишетәһегеҙме, мин етем түгел хәҙер – олатайым фронттан ҡайтты!

Ғиндулланың сал сәстәрен һыйпай ҡыҙ, йә гимнастеркаһының төймәләрен то топ, йә беләген ҡыҫып ҡуя.

– Әминә, балам, өләсәйең ҡайҙа? Ниңә Мәрфуға апайҙарыңа күскәнһегеҙ әле? Фа тима сирләп китмәгәндер бит, ә?

Әминә башын эйеп, өндәшмәй тора бирҙе. Битенән күҙ йәше ағып төштө. Ниҙер әйткеһе килһә лә, ирендәрен генә ҡыймылдатып ҡуя алды.

– Әминә, ниңә илайһың? Үҙәгемде өҙәһең бит! – тине Ғиндулла, барыһын да аңлап...

– Похоронка алғас, йөрәге сыҙаманы... Илайилай һүнә барҙы, сәләмәтлеге лә шәп тән түгел ине бит...

– Ниндәй похоронка? Һин нимә һөйләйһең? Мин бит госпиталдә ике ай һушһыҙ яттым! Бер аҙ көйләнгәс, иптәштәрем аша хат ебәргәйнем! Алманығыҙмы ни?! – Ғиндулла көскә илауын тыя алды. – Нисек шулай булып сыҡты һуң? Ниндәй ҡәбәхәт похоронка ебәргән? Бәреп үлтерер инем мин уны!

Урам уртаһында торған һалдат менән ҡыҙ янына ауылдаштары йыйыла башланы.

– Ғиндулла, тыныслан, һин бит фронтовик! Һуғыш ул кешеләрҙе фронтта ғына түгел, тылда ла алып китә... – Ҡулһыҙ Әкрәм ине был. – Үҙеңде һаҡла, бер ҙә яра һыҙ ҡайтмағанһыңдыр... Әминәне аяҡҡа баҫтыраһың бар әле... Фатиманы теге донъянан ҡайтарып булмай шул, бик теләһәң дә. Ауыр тупрағы еңел булһын, шәп ҡарсыҡ ине...

Ғиндулла, Әминәне етәкләп, өндәшмәйенсә генә үҙ йортона табан йүнәлде...

***

Кеше ғүмере тәрән йылға кеүек – һайыраҡ урындарҙа сығып торған таштарға элә геп тәгәрәргә лә мөмкин. Үҙе матур, үҙе хәтәр...

Әминә ҡайҙалыр алыҫтарға ҡарашын төбәп ҡатып ҡалды. Әйтерһең дә, ул иң ҡә ҙерле ғүмер ваҡиғаларын барлай ине.

– Бына шулай ул ғүмерҙәр, матурым! – тип ҡуйҙы Әминә һәм ошо көнгә тиклем берәүгә лә асмаған серен сисә башланы. – Атайым, хыянатты ғәфү итә алмай, армиянан тура фронтҡа китте лә юғалды. Олатайым мине бер үҙе аяҡҡа баҫ тырҙы. Мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Уйлап ҡара: ир кешегә ҡыҙ баланы үҫтереү еңел булмағандыр! – Әминә Ғиндулловна йылмайып әхирәтенә ҡарап ҡуй ҙы. – Бер ситса күлдәк кейеп үҫтем, ләкин белем алырға ынтылдым – пед учили щенан һуң университетҡа ла уҡырға инергә мөмкинлек булды.

Әминә Ғиндулловна оло посылка йәшнигенә тағы ла ике ҙур сәй ҡаптарын һалып ҡуйҙы.

– Ә ниңә һуң әсәйегеҙ һеҙҙе бала саҡтан ташлап ҡасҡас, уға хәҙер тырышып по сылкалар ебәреп ятаһығыҙ, ә? Мин ебәрмәҫ инем. – Резеда аптырап ҡуйҙы.

– Их, йәшһең әле, шуға шулай ҡаты итеп әйтәһең. Үҙе ниндәй булһа ла, әсәй бит ул һәр кеше өсөн әсәй булып ҡала. Ауылда туғандарында һуңғы йылдары уҙа, күп ҡалғанмы инде...

– Юҡ инде, мәҡәлдә лә «Баланы донъяға тапҡан әсәй түгел, баланы аяҡҡа баҫтыр ған әсәй» тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Ысын әсәй алдында ғына бала бурыслы!

– Үәт, тел биҫтәһе! Мәҡәл тормоштағы хәлдәргә гел генә тура килмәй шул! – Әминә Ғиндулловна, моңһоуланып, посылка ҡумтаһын ҡалын еп менән бәйләп ҡуй ҙы. – Йәшлегемде хәтерләй башлаһам, кинолағы кадрҙар кеүек, бербер артлы төрлө күренештәр ағыла... Кисә генә ауыл буйлап йүгереп йөрөгән кеүек инем, бөгөн иһә малайым мәктәпте тамамлап килә.

– Бик матур малай Эрнест! Ҡайҙа уҡырға инергә теләй? – тип ҡыҙыҡһынды Резеда.

– Әллә инде, уҡыуы бик шәптән түгел. Кино, урам, тансымансы, – күрәһең, йәш тәргә ошо ҡыҙығыраҡ. Беҙ шундай ауырлыҡтар күреп үҫһәк тә, белем алырға тырышып яттыҡ, ә уларға бөтә шарттар бар,тик теләктәре генә юҡ. Аңлап етмәйем мин быны! Атаһы ла, исмаһам, аҡылға ултыртмай, гел эштә! – Әми нә Ғиндулловна башын сайҡап ҡуйҙы.

Резеда, ризалашып, баш ҡаҡты.

Әминә Ғиндулловнаның тормош юлын һәм ғаилә хәлен Резеда ка фед ра лаштары һөйләгәндән белә ине. Университетты тамамлағандан һуң, ул Мәскәүҙә аспи рантурала уҡып, диссертация яҡлаған, аҙаҡ Бөрө педагогия институтына эшкә ебәрелгән. Тап шунда үҙенең тормош иптәшен осратҡан да инде.

Әминә унан һигеҙ йәшкә олораҡ булһа ла, ғаилә ҡорорға булғандар. Иренең фа тирын алыштырып, Өфөгә күсеп йәшәй башлайҙар. Бына инде ун йыл самаһы Әми нә Ғиндулловна пединститутта уҡытып йөрөй. Галина исемле ка фед ралашы, Әминәнең тормош иптәше бик насар холоҡло, тип һөйләгәне бар. Ире ме нән талашып алған саҡта миңә ятаҡҡа ҡуна килгәне лә булды, ти гәй не бер ваҡыт Галина. Шундай ҡыҙғаныс, Әминә Ғиндулловнанан да йомарт һәм ке шелек ле зат юҡтыр донъяла.

– Малайға атай тәрбиәһе бик кәрәк! Үҙем атайһыҙ үҫкәс, улым атай янында үҫ һен тип түҙеп торам. Мин бит уны бер күргәс тә хыялый булдым да ҡуйҙым! – Әминә Ғиндулловна ниңәлер нығыраҡ сиселде. – Ышанаһыңмы, миңә ул ва ҡытта 35 йәш ине! – эштән ҡайтып килгәнен ятаҡ тәҙрәһенән күҙәтеп ултыра торғайным! – Әминә шуларҙы хәтерләп, хатта оялғандай итте. – Тик шул хистәр ара быҙҙа мәңгелеккә ҡалманы шул...

Резеда шундай эскерһеҙлектән бер аҙ уңайһыҙланып китте. Әминә Ғин дулловна, әхирәтенең хәлен һиҙеп, һүҙҙе икенсегә борҙо.

– Уф, Аллаҡайым, юҡбар хәтирәләрем менән башыңды ҡатырып бөтөрҙөм инде, ғәфү итсе, әйҙә, сәй яһайым, һыуынып бөткәндер! – Әминә Ғиндулловна сәй нүккә тотонда.

– Юҡсы, рәхмәт. Ун ике тула бит, кафедра ултырышына һуңлап ҡуймайыҡ! – тип Резеда сынаяҡтарҙы йыя башланы.

– Хәҙер, хәҙер, матурым! Иренемде генә буяп алайым! Өләсәй әйтмешләй, биҙән гән бит – бит кеүек, биҙәнмәгән .... үҙең аңла нимә кеүек, – тип Әминә Ғиндул ловна помадаһын сумкаһына һалып ҡуйҙы.

– Шулай инде! – тип көлөмһөрәне Резеда. – Минең өләсәйем дә телгә зәһәр ине...

Йорттан сыҡҡас, ике ғалимә ашығып Ленин урамы буйлап китте. Йәм-йәшел ағас тарға һәм сәскәләргә күмелгән яҙғы Өфө уларҙы ҡосағына алды.

***

Университет гөрләп тора. Тиҙҙән беренсе сентябрь – студенттар һәм уҡы тыусы лар яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Кемдер расписание ҡарай, кемдер ки тап ханаға ашыға.

Их, йәйҙәр тиҙ үтә шул! Ял аҙағы ла яҡынлашты, тағы ла – эшкә! Резеда уҡыу йы лы башын һәр ваҡыт шатланып көтөп ала ине. Йәш саҡта бит эше лә рәхәт кенә кеүек. Эштәге иптәштәрен, студенттарын, хатта институт кабинеттарын һа ғынып, август аҙағында гел генә кафедраһына инеп сыға ине.

Беренсе кафедра ултырышына килгәс үк, иптәштәренән нисек ял итеүҙәрен һораштыра башланы.

– Әминә Ғиндулловна һаман отпускыламы, әллә йәй имтихандарҙа ҡат наштымы? – Быны Резеда доцент Галинанан белеште.

– Юҡ. Ә һин уны йәй бер ҙә күргәнең булманымы? Йәнәшә генә йәшәйһегеҙ ҙәһә!

– Осрашып булманы, эҫелә ҡалала ултыраһыңмы ни? Тәүҙә ауылға ҡайтып ял иттем. Аҙаҡ әсәйҙәрем менән ҡунаҡҡа – Ҡазанға барып килдек! Ә нимә булды һуң? Һуҙма, һөйләп бир!

Галина ауыр көрһөнөп, күңелһеҙ генә яуап бирҙе:

 – Ныҡ сирләп китте, башында шеш тапҡандар, ти. Иҫеңдәме, гел башына зарлана ине? Их, шундай ир менән башың ғына түгел, әллә нимәләрең ауырта башлар... Улы ла атаһы юлынан киткән, ахырыһы... Эсеп ҡайтҡылай, әсәһенә тупаҫ һүҙ әйтеп ташлай...

– Әле өйҙәме, әллә больницаламы?

– Өйҙә ята, тормай... Йәл, уға нишләп шундай яҙмыш насип иткән икәндер... Резеда менән Галина өлкән уртаҡ әхирәттәрен ҡыҙғанып телгә алдылар. Кафедраға килгән һәр йәш уҡытыусыға Әминә Ғиндулловна шул тиклем ихлас ярҙам лашыр, дәрестәренә инеп, кәңәштәр биреп, ваҡытын йәлләмәйенсә, оҫ талыҡ ҡа өйрәтер ине...

Кафедра ултырышы уҙғас та, Резеда Әминә янына ҡабаланды. Ишекте Эрнест асты. Иҫке футболкала, ҡырынмаған.

– Әйҙәгеҙ, уҙығыҙ, Резеда апай, – тип ул Резеда апаһын әсәһе ятҡан бүлмәгә оҙа тып ҡуйҙы. – Ярай, мать, ҡунаҡ килгәс, яңғыҙ ҡалмайһың, йөрөп ҡайтайым әле, – тип ҡысҡырҙы егет ишек төбөнән, һәм йоҙаҡ шыҡылдауы ишетелде/

– Бына бит, Резедаҡай, ниңәлер сирләп, хәлем бөтөп ятам. Сентябрь баш ланды, лекцияларым әрәм була, дәрестәр юғала!

– Ҡайғырмағыҙ әле, Әминә Ғиндулловна! Тиҙерәк шәбәйегеҙ, аяҡҡа баҫығыҙ! Лекциялар ҡасмаҫ! Бына мин һеҙгә витамин алып килдем. Ҡояш төҫлө әфлисундар!

Әминә тәрән итеп тын алды.

– Ҡояш тиһеңме? Витаминдар аяҡҡа баҫтыра алырмы икән?.. Ышанмайым мин, үлермен, ахырыһы...

– Ҡуй, апаҡайым, ҡуй! – Кинәт Резеда «һин»гә күсте. – Үҙең мине нисек өйрәтә инең? Сабыр бул, үҙүҙеңә ышан, тип, бөтәһе лә рәтләнер, тип, ә? Ниңә әле шундай ауыр һүҙҙәр һөйләйһең? Ярамай! Төҙәлерһең, ишетәһеңме? – тине Ре зеда тулҡынланып һәм кухняға сынаяҡ йыуам тип сығып китте. Тик шунда ғына ул күҙ йәштәренә ирек бирҙе, Әминә ишетеп ҡалмаһын тип, ауыҙын ҡулы ме нән ҡаплай һалды. Бер аҙ тынысланып, күҙ йәштәремде һиҙһә, тағы ла ҡай ғырыр, хәлдәр насар тигәнде иҫбатлау булыр тип, үҙүҙен ҡулға алды.

Әминә Ғиндулловна күҙҙәрен йомоп ята ине. Резеда тауышһыҙ ғына сынаяҡты өҫтәлгә ҡуйҙы.

– Рәхмәт һиңә, Резеда, яҡшы һүҙҙәрең өсөн, – тине сырхау, күҙен асып. – Тик үҙемдә бер ҙә ышаныс юҡ төҙәлеү тигәнгә... Башым шаулап тора, ауыҙым кибә... Резеда әкрен генә уның янындағы ултырғысҡа ултырҙы.

– Мин генә түгел, бөтәһе лә ышанмай... Теге аҙнала ауылдан ҡәйнәм килеп ҡайт ты. Һауытһабаны хлор менән йыуҙы, сирең беҙгә күсмәһен, тип... Баш осонда уҡынып ултырҙы... Нимә уҡыйһың, тип һорағаныма, кеше үлгәс уҡый тор ған доғаны өйрәнәм, тип яуап бирҙе... Бына нисек...

Әминә Ғиндулловна үҙе хаҡында түгел, сит кешенең үлеме тураһында һөйләп ят ҡан кеүек ине – шул хәтлем тыныс һәм бошмаҫ булып ишетелде Резедаға.

– Һин бар, ҡайт, көтәләрҙер. – Ауырыу стенаға боролоп ятты.

... Әминә оҙаҡ сирләп ятманы. Берике ай эсендә һүнде. Резеда һуңғы көндәрҙә уға көн дә килеп уколдар яһап, уның менән бер аҙ аралашып алғайны. Әминәнең ҡапҡара, бала саҡтағы кеүек (Резеданың ул фотоларҙы күргәне бар) мәрйендәй күҙҙәре мәңгелеккә йомолғансы был донъяға сабыр ҡараны.

***

Лекциялар тамам. Резеда кафедраһына китеп барғанда институттың киң баҫҡыстарынан Эрнест менеп килә ине.

– Эрнест, сәләм! Һине беҙгә ниндәй елдәр ташланы? Хәлдәрең нисек? Атайың ни хәлдә? – Резеда, ҡыҙыҡһынып, Эрнестың хәләхүәлдәрен һорашты. – Эшләп йөрөйһөңмө? Беҙгә уҡырға инергә теләгең тыуманымы әле?

– Эй, Резеда апай, хәлдәр... насар, тип тә әйтеп була. Атай өйләнеп, йәш бисә менән йәшәп ята. Үҙем оҡшаған ғына эш таба алмайым. Оҡшаған эш буламы инде ул, – тип көлөп ҡуйҙы Эрнест. – Ярай, һеҙгә ҡамасауламайым, дәрестәрегеҙ күп тер. Бер үтенес бар ине... – Егет кеше, бер аҙ уңайһыҙланып ҡуйған һымаҡ, ты мып ҡалды. – Бурысҡа аҡса биреп тормаҫһығыҙмы? Мин ҡайтарып бирер мен, честное пионерское! – Егет шаяртып ҡуйҙы.

– Әлбиттә бирәм. Нисә һум кәрәк?

– Ике мең. – Ҡәнәғәт яуап бирҙе Эрнест, аҡсаны ауыҙ йәйеп алды. – Рәхмәт, Резеда апай! Күрешкәнгә тиклем, пока!

Эрнест тиҙ генә күҙҙән юғалды. Резеда уның артынан ҡарап ҡалды. Их, әсәйһеҙ тормош еңел түгел шул!

Кафедрала Галина һүҙлектәрҙе бер тирәгә йыйып маташа ине. Резеда уға өндәште:

– Ҡара әле, яңы ғына Эрнест килеп, бер аҙ аҡса һорап торҙо. Бирҙем инде.

– Мин дә бирә инем. Ләкин, көн аша килә башлағас, бирмәй башланым. Эшкә урынлашһын! Хәҙер һинән һорай башлаған икән. Ул бит эшләмәй, әсәһенең таныш тарынан һәм туғандарынан теләнселәп йөрөй. – тине Галина. – Бурыстарын ҡайтармай... Етмәһә, фатирында насар компаниялар йыйыла, тиҙәр, «үлән» тарталар, наркотиктар ҙа булыуы ихтимал, тип һөйләнеләр. Ул йортта минең таныш тарым да йәшәй бит. Шундай йәл, Әминә үҙе етем булып үҫте, хәҙер улы ла, тере атаһы булып та, тәрбиәһеҙ, иғтибарһыҙ йөрөй!

Резеда аптырауынан ҡатып ҡалды: бына нисек икән хәлдәр! Атаһы Эрнесты эш кә урынлаштырып, үҙе йәш бисә алып, икенсе фатирҙа йәшәүе, улына унда һан да аҡса биргеләүе Резедаға мәғлүм ине инде. Тимәк, хәҙер атаһы ла улына ҡул һелтәп ҡуйған булып сыға түгелме?

***

...Эрнест гуманитар корпустан бик ҡәнәғәт сыҡты. Ништәк, тағы ла бер аҙ аҡса табып булһа, марафетҡа точно етә! Тик кемдән һорарға икән? Кинәт уның күҙе административ корпусҡа төштө. Әллә тура ректорға инеп сығырғамы? Әсәйҙе хәтерләйҙер әле! Уның аҡсаһы күптер, ректор ҙа кеше лә баһа! Эрнест ҡыйыуһыҙ ғына ректор кабинетына юлланды, сәркәтибе юҡ саҡ ине.

– Хәйерле көн, ректор ағай! Юҡ, юҡ, мин студент түгел. Минең йомошом бар ине... Әсәйем институтта уҡытты... Әминә Ғиндулловна! Хәтерегеҙҙәме?

– Әлбиттә. Бик маҡтаулы доцент ине. Йәл, ваҡытһыҙ вафат булды... Ә йомошоғоҙ ниҙә, йәш дуҫым?

Егет бер аҙ ҡаушап ҡалды. Асыуланып ҡыуып сығарһа? Кеҫәһендәге ике мең аҡсаны йомарлап, әйтеп ҡуйҙы:

– Аҡсаһыҙ ҡалдым бит... Бурысҡа биреп тормаҫһығыҙмы? Силәбегә барып ҡайтаһы ине. Унда әсәйҙең ҡәйенһеңлеһе йәшәй. Кил, Эрик, кейемһалым, бер аҙ аҡса биреп ебәрермен, тигәйне телефон аша... Бүтән туғандарым ярҙам итмәй. – Егет «хәле бик ауыр» икәнен күрһәтеп мутлашты, хатта ыңғырашты.

– Күпме кәрәк һуң!

Эрик бер аҙ өндәшмәй торҙо. «Их, может, прокатит!» – тип уйланы ла әйтеп тә ташланы:

– Ике мең!

Ректор уға тура ҡарап ҡуйҙы ла, пинжәгенең эске кеҫәһенән күн янсығын сығарып, ике шығырҙап торған банкнотты Эрнестҡа һуҙҙы.

– Уф, вот рәхмәт һеҙгә! Ысынлап әйткәндә, шундай йомартлыҡты көт мә гәйнем! Мәңге онотмам! Юҡ, шикләнмәгеҙ, бурысты ҡайтарып бирер мен... Силәбенән ҡайтҡас та. – Егет, үҙ күҙенә үҙе ышанмай, аҡсаны һаман ҡулында тотоп, арты менән атлайатлай сығып юғалды.

Ҡабул итеү бүлмәһенән сыҡҡас, шатланып уйлап ҡуйҙы: «Бына бит, донъяла бер ҡатлы кешеләр бөтмәгән! Ҡурҡып тораһы булмаған! – Институттан сығып еткәс, Эрнест үҙүҙен әрләй башланы: – Алйот! Шундай «бабка»ларҙы еңел генә итеп һорап алдың, башың юҡ бит тағы ла күберәк һорап алырға! Хайуан, лох!»

Бер аҙ икеләнгәндән һуң, ул кире корпусҡа инеп китте. Баҫҡыстан ректор төшөп килгәнен күреп, уға ташланды:

– Ғәфү итегеҙсе, тағы ла борсойом! Һанап ҡараным: билетҡа йәнә бер мең етмәй икән шул!

Ректор уға күҙлек аша моңһоу ғына ҡарап ҡуйҙы.

– Их, егет кеше, мине бер генә алдап була. Икенсегә – юҡ. Һау булығыҙ!

Эрнест уның артынан ҡарап ҡалды.

***

Иҫке гәзит менән ҡапланған тәҙрә аша ҡояш нурҙары хатта күренмәй ҙә. Ауыр еҫ тын алырға бирмәй. Иҫкереп бөткән бысраҡ диванда Эрик ята. Тәне уттай яна, ауыҙын аса ла алмай, тамағы шундай кипкән... Күҙ алдында әллә ниндәй уттар һикерешкән кеүек. Эрик аяғын һуҙып ҡараны. Тәненә меңәрләгән энәләр ҡаҙалғандай булды, ул саҡ иҫтән яҙманы.

– Уф, ниңә ҡараңғы бында? Ниңә утты бер кем дә ҡабыҙмай... – Ҡалтыранып торған бармаҡтары менән ирененән кипкән ҡан тамсыларын көскә һөртөп алды. – Әсәй, кил әле,.. ҡотҡар мине... Мин бит һинең улың, берҙәнбер улың... Ниңә тәнем шул хәтлем сәнсә... Әсәй, бир ҡулыңды! Мин... ҡараңғыла юғалам бит,.. әсәй... Әсәәәй...

***

Кеше ғүмеренең хаҡы ниндәй икән? Ә маҡсаты? Һәр кешенең был һорауға үҙ яуабы барҙыр. Тик шуны аңлаһаңсы һин, әҙәм балаһы: ҡояш нурҙары ҡараң ғылыҡ ты һис шикһеҙ еңеп сыға. Тәҙрәңде генә киң итеп асып ҡуй... Астыңмы?!

Рәйсә КӘРИМОВА

Читайте нас: