+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Сентябрь , 21:38

Ҡабырсаҡ. Хикәйә

Ҡулындағы китабы шап итеп иҙәнгә төшкән тауышҡа тертләп, Иштуған күҙҙәрен асты. Иҙәндәге балаҫты тағы тышҡа алып сыҡҡандыр Ғәйшәһе. Китабы төшһә лә, телевизорҙың пульте төшөп китһә лә, тауыш – тынһыҙ ғына барып яталар ине ҡалын балаҫҡа. Саңын һурҙырып торалар шул балаҫтарҙың ураған һайын, юҡ, тәки

 

Ҡулындағы китабы шап итеп иҙәнгә төшкән тауышҡа тертләп, Иштуған күҙҙәрен асты. Иҙәндәге балаҫты тағы тышҡа алып сыҡҡандыр Ғәйшәһе. Китабы төшһә лә, телевизорҙың пульте төшөп китһә лә, тауыш – тынһыҙ ғына барып яталар ине ҡалын балаҫҡа. Саңын һурҙырып торалар шул балаҫтарҙың ураған һайын, юҡ, тәки үҙенсә эшләй һаман - сығарып элдертә лә гөпөлдөгөн сығарып балаҫ туҡмай. Яҫтыҡ - юрғандарын, түшәк - кейеҙҙәрен дә ҡағып ала гел. Ярата шул эште Ғәйшә. Ҡаралдыларын теҙеп элеп бөтә лә,тәүгә күргәндәй, ситкәрәк китеп, һоҡланып тора үҙе. Яңы оҙатылып килгән йәш килен, тиерһең.

- Саң еҫе бөтһөн әле, - ти ҙә ҡояшта, елдә ҡалдыра. Бер аҙҙан:

- Ҡорамалары уңып ҡуймаһһын, - тип икенсе яҡтарын әйләндереп сыға.

- Йөрөйҙөр инде тағы шулай ҡыялып. Эш тапмаған эш тапҡан...

Күҙлеген танау осонан алып маңлайына күтәреп ҡуйҙы. Аяғына тәпешкәләрен эләктереп, сығырға ыңғайланы. Үҙе, берәйһе ишетеп ҡалмаһын тигәндәй, тирә - яғына ҡаранып алды ла шыбырҙап ҡына һүҙен бөтөрҙө:

- ... ыштанынан бет тапҡан.

- Ҡыҙыҡ бисә инде ошо әбей. Эш тапмаған, теге, ни, бет тапҡан! - тип көр тауышы менән ихатаны яңғыратты күтәрмәгә сығып баҫҡан Иштуған. Үҙенең был тупаҫыраҡ мәрәкәһенә егерме йыл эсендә әллә нисә тапҡыр Ғәйшәһенең бер үк һүҙҙәрен:- Тапманым шул әле, юҡтыр бет тигәнең, - тигән өйрәнелгән, көткән яуабын ишетмәне Иштуған. Ғәйшә ишек алдында юҡ ине.

- Балаҫты ла элмәгәнһең. - Иштуған яуап кәтөп тора бирҙе.

Һарай, кәртә яғына барып ураны, мунса соланын асып, эскә ҡолаҡ һалды. Юҡ, бында юҡтыр. Кисә үк, мунсаға кермәҫтән алда, иҙәнен ҡырып йыуып ҡуйғайны Ғәйшә.-Һы. Бының да әйтмәй - нитмәй сығып йөрөр көнө бар икән.

Ҡойма аша күршеләренең урам эсен байҡап алды. Күренмәй Ғәйшә, тауышы ла ишетелмәй. Башҡа саҡта үҙе менән булһа ла һөйләшә ул әбейе. Мөңгөр - мөңгөр сыҡан тауышынан ҡайһы тирәлә икәнен шундуҡ тоҫмаллай Иштуған.

- Әбей! Һин ҡайҙа ул? Ҡайт, сәй эсеп алмайыҡмы?

Ғәйшәһенең:- Үү, хәҙеер, хәәҙер, - тип баҡса эсенәнме, келәттәнме килеп сығыуын көткән Иштуған тағы аптыраны.

Кире өйгә инде, аш бүлмәһенә үтте.

- Һа! Уат һин әй!

Иштуғандың аптырауының сиге юҡ. Иртәнге сәй өҫтәле йыйыштырылмаған! Башҡа һыймаҫлыҡ бындай хәлдең уларҙа булғаны юҡ бер ҡасан да. Ялт иттереп тота Ғәйшә донъяны. Үҙенекен дә, Иштуғандыҡын да.

- Һин ун етегә ун туғыҙ асҡысты күрмәнеңме, ҡайҙа ята икән? - тип һора, хәҙер килтереп тоттороп китә ҡулыңа. Литолдың ҡайҙа ҡуйылғанын да, гидравлика шлангыларының ҡайһы сөйгә эленгәнен дә әйтеп бирә. Иштуғандың гаражы эсендә лә таҙалыҡ, тәртип. Ә бында ана нимә - ә Ғәйшә өйҙә лә юҡ!Иштуған тағы тышҡа сыҡты. Улай - былай ҡаранып, ҡолағын ҡарпайтып тора биргәс, үҙе лә һиҙмәҫтән әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Урманда йөрөймө ни. Ихатаһы урман кеүек инде былай - ишек алдынан уҡ емеш ағастары, ҡыуаҡтар башлана.- Ғәйшә!

Тағы урманда, бесәндә йөрөгәндәй ҡысҡырып, ҡарсығын саҡырҙы Иштуған.

Юҡ. "Әү!"- ҙә тимәй, ғәҙәтенсә: "Үү!" - ҙә тимәй.

Ҡайҙа барырын әйтмәйенсә, бер аҙым ситкә баҫмаған Ғәйшәһенең тауыш бирмәүенә аптыраған Иштуған алмағас төбөнә сүкте.

Туҡта, әллә Ғәйшәһен һаҡһыҙ үпкәләтеп ҡуйҙымы? Уйламай һүҙ әйтеп? Юҡ, шикелле. Үпкәләшерлек сиккә еткәнсе һөйләшеп тә ултырманылар, буғай. Ғәйшә былай ҙа аҙ һүҙле ул. Һәр ҡайһыһы үҙ уйына бирелеп эстеләр сәйҙе иртәнсәк. Ҡатыны сынаяғындағы сәйен яртылаш ҡына эскән ниңәлер.- Бынау ишек алдындағы алмағастың аҫҡы ботаҡтарын ҡырҡып ташла сәле, Иштуған. Улай үтһәң дә, былай үтһәң дә, эләктереп - тартып, зыйтҡа тейәләр. Башымдағы яулығымды тағы һыпырып алды бына. Иң яратмағаным - башымдағы яулыҡтың һыпырылыуы... Күпме әйттем.

Диванға, Иштуғандың аяҡ осона килеп ултырған Ғәйшә сәстәрен һыйпап, өҙәткеләп, шулай тигәйне уға.

Китабынан күҙен алмай ғына:

- Ҡарсыҡ, һин ул яулығыңды ни әбейҙәрсә ябын да эйәгең аҫтынан бәйлә, - тип кәңәш биргәйне Иштуған.

- Һин әбей, тиһәң дә, әбей түгел әле мин, Иштуған, минең еләк кеүек сағым әле хәҙер, белә белһәң, - тигәйне Ғәйшә.

- Күрҙем инде мунсала еләк икәнеңде. Һуты һығып алынған еләк.

Урынынан тороп сығып барған Ғәйшәнең артынан әйтеп ҡалғайны был һүҙҙәрен Иштуған.- Тфү, телеңде эт ялаған нәмә!

Һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Ботаҡҡа эләгеп, башындағы күҙлеге ергә төшөп китте, сыбыҡтың сәнскеһе сикәһен сыйып ебәрҙе. Нимәгә көс төшөрөргә белмәгән ир һә тигәнсе алмағасты ботап та ташланы. Асыуы нисек тиҙ ҡабынһа, шулай тиҙ баҫылды. Бысҡыһын һүндереп, ергә ҡуйғансы, үҙе лә һыуынды. Ә ишек алды иркенәйеп, яҡтырып ҡалды. Үҙенә лә оҡшаны был эше. Ғәйшә әллә нисә тапҡыр әйткәйне шул, әИштуған ниңәлер ҡолаҡ һалманы. Үҙе белеп тотонмаһа, ул нисектер теләкһеҙ генә башҡарып ҡуя Ғәйшәнең ҡушҡанын.

Бысҡыһын урынына илтеп ҡуйҙы ла ботаҡтарҙы утынлыҡҡа ташыны. Үткер балтаһы менән ҡыя - ҡыя сабып, өйөп тә ҡуйҙы.

- Алма еҫтәре генә сығып торор инде сабынғанда, эйе бит, әбей?-тип артына боролдо. Сырайы ҡараңғыланып китһә лә, Ғәйшә ҡайтып ингәнсә өлгөрөп ҡалырға теләгәндәй, селек һепертке менән бысҡы табын, бөртөгөн дә ҡалдырмай, һепереп алды. Был эш тә күңеленә хуш килде.

- Сүрприз булыр әбейемә.

Тағы ниндәй сүрприз эшләргә икән?

Вахтанан ҡайтҡан саҡтарында эшләп өлгөрә Иштуған йорт - ҡура тирәһендәге эштәрен. Ҡалала уҡыған малайҙары ялға ҡайтҡанда әсәләренең ҡулынан эште алалар, ял бирәләр. Ҡалғанын Ғәйшә тота - яңғыҙлығын эшкә баҫа. Шуға донъялары төҙөк, күркәм. Ире өйҙә саҡта Ғәйшә лә уның янында булырға тырыша. Ә бөгөн, ана, һыпыртҡан ҡайҙалыр.

- Өй һалдым, малайҙар бар, ағас ултырттым, ҡалғаны һинән, - тип шаяртһа ла, ҡатынын йәлләй ине Иштуған шуға мул аҡса табырға ла, донъяһын тәрбиәләп, ҡарап китергә лә өлгөрргә тырыша. Бер ҡайҙа ла китмәҫ ине, уҡыған һөнәренә ауылда эш юҡ шул. Нефть быраулау белгесенә ауылда ниндәй эш булһын?

Ғәйшә лә эшһеҙ ҡалды Китапханасы булырға уҡыған ул. Ауылға эшкә килгәндә Иштуған тотоп алды Ғәйшәне. Ҡалала йәшәргә риза булманы кәләше. Ауылда ҡалдылар. Иштуған шофер булып эшләне. Ауылдан ҡалаға көнө - төнө ағылған байлыҡ бөткәс, уҡыған һөнәре буйынса эшкә китергә мәжбүр булды. Ситкә күп китте ул саҡтарҙа типһә тимер өҙөрҙәй йәш ирҙәр. Ә Ғәйшәне "ҡыҫҡарттылар."

Шулай булды. Ғәйшә донъя көттө, Иштуғанды ҡаршы алды, оҙатып ҡалды.

- Тәәк, сүрприз, тиген. Булдырабыҙ беҙ уны, ҡарсыҡ.

Ғәйшәһен дүрт күҙ менән көтөп, көн үткәрә алмай ине Иштуған, хәҙер иһә ҡатыны оҙағыраҡ йөрөһә, ҡайтмайыраҡ торһа ярар ине, тип дәртләнеп тағы эшкә тотондо.

Ҡулы белгән кешегә эшме ни был? Сәғәт тә тулманы, алмағас төбөндә ике кешелек кенә һөйәнгесле, терһәк терәп ултырмалы уңайлы ғына, ҡупшы ғына ултырғыс хасил булды. Тағы ла һепереп алды Иштуған ерҙәге таптарҙы. Был юлы ла үҙ эшенән ҡәнәғәт булды.

- Давай, ҡабул итеп ал. Матур түшәктәреңдең береһен һалырһың да ултырып. ял итеп алырһың, ҡарсыҡ. Ошолай итеп икәүләшеп тә ултырырбыҙ.

Янында Ғәйшә бар кеүек хис итеп, уны яурынынан ҡосаҡлап алғандай уң ҡулын ултырғысының һөйәнгесенә һалып, аяҡтарын һоноп ебәрҙе. Башын артҡа саңҡайтты.Елгә елберләшкән япраҡтар араһынан зәп - зәңгәр күк күренә. Ҡоштар сутылдаша, алмағаста бал ҡорттары безелдәшә. Ә Ғәйшә юҡ та юҡ. Иштуған тынысһыҙлана башланы. Улайтып оҙаҡлап йөрөмәй ул берәй ергә сыҡһа ла. Әхирәттәре менән сәйгә саҡырышҡанда ла иң алда ул ҡайтып китә.

Иң аптыратҡаны шул - ике сәғәт булып килә, ә Ғәйшә юҡ. Ул бит әйтмәй, иҫкәртмәй китмәй ҡайҙа барһа ла. Күршегә инһә лә ҡасан ҡайтырын әйтеп сыға өйҙән.Иштуған шуға өйрәнгән.

- Ну, ярай, бауырың аҫтынан ел үткәреп йөрөп ҡайт әйҙә.

Үҙен тынысландырып, шулай тиһә лә, нимәлер күңелен өйкәй Иштуғандың. Ғәйшәнең юҡ булып тороуы тиктәҫкә түгел һымаҡ ниңәлер. Берәй нәмәгә үсеккәнгә, иренә әйтеп китеүҙе кәрәк тимәгән, тимәк. Моғайын, шулайҙыр. Өндәшмәй генә сығып китеүенең сәбәбен шунан күрә. Ғәйшәне үпкәләттем, буғай, тип борсола ул, тиҙерәк ҡайтһа, ғәфү үтенермен, тип көтә.

- Һуты һығып алынған еләк... Һы. Мин дә инде...Алйот. Уйламай һөйләйем хәбәрҙе.Ә, туҡта. Ғәйшә бит үҙе лә сей еләк ҡаптырҙы Иштуғанға сығып барғанда. Нимә тине әле? Теле әсе Ғәйшәнең дә. Бер әйтә, берәгәй әйтә. Нисек әйтте бит ауыртҡан ерҙе әрнетеп.

- Һуты алынһа ла, еләген ташламайҙар, барыбер кәрәге тейә. Ә кибеп барған шишмәгә өмөт әҙ.

- Һы. Уат әй! Иҫәп бергә бер. Тимәк, үсекмәгән Ғәйшә еләк өсөн.

Бынан да яман итеп әйтешеп алалар улар, тик иҫәпте тигеҙ итә беләләр. Уйланып лтыра торғас, шуны аңланы Иштуған: һуңғы һүҙҙе Ғәйшә әйтә икән шулай ҙа.

Төймәнән дөйә сығарарға йөрөгәнен аңлап, Иштуған ултырғыстан торҙо. Ғәйшә ҡайҙа ла Ғәйшә ҡайҙа, тип нимәгә ҡаңғыра әле? Ҡайтыр, ҡайҙа китер, тиһең. Ана, күршеһе, ҡатыны көнө буйы ауыл ҡыҙырһа ла, иҫе китмәй.

Салбар балаҡтарына йәбешеп ҡалған бысҡы таптарын ҡағып тора ине, ҡарашы алмағас төбөндә ятҡан төймәгә төштө. Иғтибар итмәҫ тә ине, елберләшкән япраҡтар араһынан төшкән ҡояш нурҙарына төймә йылт - йылт итеп ҡала. Ынтылып алды ла әйләндереп - әйләндереп ҡараны. Ҡабырсаҡ төймә. Һиҙәп, ти торғайны әсәһе.

Яҙын урам һепергәндә үлән тамырына эләгеп ятып ҡалғандыр. Ғәйшә сүпләп алып бөтә ул быяла ярсыҡтарын, төймә - фәләндәрҙе. Ә был эләкмәй ҡалған Ғәйшәнең тилбер бармаҡтарына.

Төймәне алмағас төбөнә кире ташларға иткән ҡулын ҡапыл тартып алды ла төймәне усына һалды. Бәй!.. Төймә түгел был! Был бит... Был теге бит! Ҡабырсаҡ йөрәк бит был, төймә түгел!

Ҡулйыуғыстың ҡояшта йылынып киткән һыуына ҡабырсаҡты йыуып, күлдәк сабыуы менән һаҡ ҡына һөртөп ҡоротто һәм тағы усына һалды. Ялтырап, балҡып китте ҡабырсаҡ йөрәк.Ҡулъяулыҡҡа төрөп түш кеҫәһенә һалып алды ла өйгә инде. Толҡа тапмай кире сығып ултырҙы ултырғысҡа. Үҙенең ике күҙе ҡапҡа яғында. Хәҙер ҡайтып инһә, һөйөнсөләр, һөйөнсөһөнә:

" Иренеңдән бер үптерһәң, бирәм юғалтҡаныңды," - тиер. Шунда инде ҡарсығының бөтә үпкәләүҙәре онотолор.

- Сылбыры өҙөлөп, төшөп ҡалған ҡайҙалыр. Эҙләмәгән ер ҡалманы, - тип бик ныҡ көйәләнде ул саҡта Ғәйшә.

- Ярай, ҡайғырма ул тиклем, тағы эшләрмен әле. Түшәлеп ята ул ҙур һыу буйҙарында ҡабырсаҡ, - тигәйне Иштуған.

- эшләрһең дә ул... Ә теге ҡабырсаҡ йөрәк һинең миңә биргән тәүге бүләгең ине бит. Студент сағың, төҙөлөш отрядың, Ҡара диңгеҙ иҫтәлеге ине бит.

Оҙаҡ маташҡайны ул саҡта үҙемә медальон эшләп алам тип Иштуған. Егеттәр менән бер - береһенән ҡарап, эшләп өйрәнделәр. Иштуғандың ҡабырсаҡ йөрәге шул тиклем матур, нәфис килеп сыҡты. Егеттең баһадир күкрәгендә ул киң далала бер бөртөк кенә ынйы сәскәһе кеүек ине. Ҡырып, һырлап эшләгән ҡабырсаҡ йөрәктең уртаһын уйып ал ҡан тамсыһындай ҡаш ҡуйҙы. Көмөш сылбырға тағып, Ғәйшәнең баш аҫтына һалғайны ҡушылған төндә.

- Бына был, исмаһам, сүрприз буласаҡ һиңә, ҡарсыҡ.

Ә Ғәйшә һаман юҡ. Ғәжәп.

Яулығыңды әбейҙәрсә ябынып йөрө, тигәнгә үпкәләнеме, юғиһә? Улай тиһәң, егерме йәшлек кәләшенә:

- Ҡарсыҡ! Эй! Әбей! - тип өндәште Иштуған тәүге көндән үк. Танышып йөрөй башлағас та, Ғәйшәнең исеменә көлөп:

- Исемең әбейҙәрски икән, - тип шаяртҡайны.

- Әбей, әйҙә, күрше ауылға концертҡа барайыҡ, - тиһенме,

- Ҡарсыҡ, һин мине яратаһыңмы? - тиһенме. Яҙылышырға барғанда ла:- Ҡултамғаңды ҡуйҙыңмы, әбей, минеке булдыңмы?- тип ҡосаҡланы.

Юҡ, әбей тигәнгә үсекмәй ине Ғәйшә. Үсекһә:

- Иштуғаным - ишкенәм, - тип яратыр инеме?

Көтөүҙән, сәйер билдәһеҙлектән ни уйларға ла белмәй Иштуған. Ғәйшәһен ҡыуандырам, тип сабырһыҙлана ине, күңеле ҡайтты инде. Ярата бит ул ҡарсығын, һағынып, йән атып ҡайтып төшә. Уның әле танһығы ла, һағыныуы ла ҡанмаған - ҡайтҡанына саҡ бер аҙна. Ә Ғәйшәгә, күрәһең, барыбер. Иртәнсәк сәй эскәндә лә ниңәлер һөйләшмәнеләр. Кисә кис Ғәйшәнең хәбәрен:

- Бөтмәйме әле отчеттарың, әбей? - тип бүлдергәйне, бәлки, шуғалыр бөгөн һүҙ ҡушманы әбейе..

Ауыр атлап өйгә инде, өҫтәлде йыйыштырҙы ла сәй ҡуйҙы.

Сәй ҡайнағансы, тип, залға үтте. Йоҡо бүлмәһенең ишеге яртылаш ҡыҫыҡ икәнде күреп, ябып ҡуйырға булды. Тик эстә кемдер кеүек тойолдо уға. Ябам тигән ишекте шар асып ебәрҙе лә бындағы күренешкә шаҡ ҡатты.

Асыҡ тәҙрәне ҡаплап торған зәңгәр ебәк пәрҙә еләҫ елгә беленер - беленмәҫ кенә сайҡала Тын иртәләге диңгеҙ тулҡыны тауышы ишетелеп ҡала кеүек хатта. Бүлмә серле зәңгәрлектә. Ә карауатта Ғәйшә йоҡлай. Ул ошонда булған, тимәк! Ә Иштуған унда аҡылдан зая була яҙҙы.

- Уат әй, ғәмһеҙ. Ике сәғәт буйы... Хәҙер мин һине... Хөкөм итәм мин һине, ҡарсыҡ, белдеңме, ҡарсыҡ? Кибеп барған шишмә, имеш. Ишкенәң әле - оһо! - тип хәйләкәр тауыш менән шыбырҙаны Иштуған, кинәнесе йөҙөнә сыҡты.

Иштуған, оҙаҡ эҙләгән табышына ниһайәт юлыҡҡан кейектәй, аяҡ остарына ғына баҫып, Ғәйшәгә яҡынланы һәм нисек ҡосағын йәйгән, шул килеш ҡалды.

Ғәйшә йоҡлай. Һары атлас ябыуҙың бер осон ғына өҫтөнә тартып, битен генә ҡалдырып ябынған да йоҡлай. Дымлы сәстәре бөҙрәләнеп маңлайына таралған. Һыҙған кеүек ҡыйғасланып торған ҡаштары һушыңды юйыр кеүек. Бит алмалары алһыуланып киткән, аҫҡы иренен балаларса ҡымтыған. Ҡуйы керпектәре күҙ төптәренә күләгә һалған.

Ғәйшә, уның Ғәшәһе, яңы ғына асылған диңгеҙ ҡабырсағы эсендәге ынйы кеүек баҫалҡы ғына балҡый. Ә үҙе ҡарашты арбай, үҙенән ебәрмәй.

Иштуған түш кеҫәһенән ҡабырсаҡ йөрәкте алған арала Ғәйшә күҙҙәрен асты.

- Иштуған?. Мин оҙаҡ йоҡланыммы? Мунсала кер сайҡаштырып алдым да, һыуы әрәм булмаһын, тип, үҙем дә ҡойоноп сыҡҡайным. Саҡ ҡына ятып алайым, тигәйнем. Хәҙер торам.

Ғәйшә ябыуҙы һирпеп ебәрҙе лә урынынан торҙо.

-Ҡабырсағыңды таптым, ҡарс... Кәләш, һөйөнсө! Һинеке алмағас төбөндә ятҡан, эргәһенән үтеп йөрөгәнбеҙ. Минең ҡабырсағым да эргәмдә, йәнәшәмдә генә булған. Ҡарап йөрөһәм дә күрмәй йөрөгәнмен.

 

Таңһылыу Ҡарасурина.