+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
20 Сентябрь , 10:07

Ауыл мәҙәктәре иленә рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле дуҫтар, уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та бынан бер нисә йыл алдараҡ гәзитебеҙ биттәрендә сыҡҡан рубриканы тергеҙергә булдыҡ!

Халҡыбыҙ элек-электән мәрәкәләп һөйләүгә, көләмәстәр сығарыуға бик маһир булған, һәр дәүер һайын халыҡтың көнитмешен биҙәрҙәй әкәмәт оҫталары тыуып торған – Хужа Насретдин, Ерәнсә сәсән, Үлмәҫбай, Кәкре Сүкеш һ.б. Беҙ ҙә ошо матур традицияны дауам итеп, ауыҙ-тел ижады һандығын яңы әҫәрҙәр менән байытырға теләйбеҙ. Икенсе изге ниәтебеҙ – гәзит уҡыусыларға яҡшы кәйеф өләшеү. Дуҫтар, үҙегеҙҙең ауылығыҙҙа, районығыҙҙа булған мәҙәктәрҙе, лаҡаптарҙы беҙгә яҙып ебәрегеҙ. «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөбөҙгә – https://vk.com/yeshlek_gazite йә – ye02@yandex.ru адресы буйынса электрон почтабыҙға ебәрә алаһығыҙ.

Донъяла төрлө төбәктә юмор баш ҡалалары булған кеүек, яҡын-тирә ауылдар араһында Йөйәк ауылы халҡы, ундай уҡ кимәл менән үлсәнмәһә лә, үҙенең тормошҡа юмор аша ҡарай алыу һәләте менән айырылып тора. Көләмәс сығарыу, лаҡаплау, кәзекләү оҫталығы тураһында ғына һүҙ бармай бында – уны ҡабул итә лә белеү һәләте булырға тейеш. Ҡайһы бер урында уйын-көлкө менән һөйләшеүҙе бөтөнләй ҡабул итмәүселәр ҙә осрай. Ә йөйәктәргә эскерһеҙлек, шаянлыҡ, ниндәй генә хәлдә ҡалһалар ҙа, уны уйын-көлкөгә һабыштырырға тырышыу хас.

Йөйәк ауылында байтаҡтан йәшәп килгән ҡыҙыҡ ваҡиғалар, төрлө хәлдең бер аҙы менән генә таныштырып үткем килә. Уларҙың геройҙарының байтағы был донъяла юҡ та инде, ауылдаштарҙы матур итеп иҫкә алайыҡ, башҡа уҡыусылар ҙа йөйәктәрҙең эске донъяһының матурлығын белһен. Ул хәл-ваҡиғаларҙы күмәк ижад емеше икәнен күҙ уңында тотайыҡ. Мин уларҙы йыйып, теркәүсе генә. Ҡайһы бер урындарына ғына, бәлки, ҡәләм тейҙергәнмендер, унда ла йөкмәткеһенә, асылына ҡағылмайынса ғына...

“А-а-а-мат, мужыт ентер ул...”

Ғәтиә әбей менән бабайы Азамат Үрғышлауҙа бесән ваҡытында ҡыуышта яталар икән. Күршеләре Ибраһим бабай, ялҡауы килмәй, ҡараңғы төшкәс, былар­ҙың ҡыуышы янына килеп, "һупылдап" тауыш бирә*. Әбей, ҡото осоп, бабайына:

– А-а-а-мат, мужыт ентер у, ҡың­ҡырауыңты шылтырат! – тип инәлә. Күр­шеләре тауыш биреүен дауам итә, әбейҙең тамам ҡото китә бит. Бабайы тыңламағас, ҡыуыш янына бәйләп ҡуйған атты менә лә ауылға саба. Йән-фарман елгән аттың ҡыңғырауы бесәндә ҡунған бөтә халыҡты уятҡан.

Иртәгәһенә "ен күргән Ғәтиә" тураһында тотош ауыл белгән. Атын ауылға еткәнсе саптырған ул. Әбей тиһәң дә, ул саҡта мин иҫтә ҡалдырған Ғәтиә әбей күпкә йәш булған, әлбиттә. Эйәрһеҙ менгәс ни, был бөтөнләй эшлектән сыҡҡан, өс көн тора алмай ятҡан, һыйырын бер аҙна буйы Ибраһим бабайҙың әбейенә һауырға тура килгән. Эш улайға уҡ китер, тип уйламаған бабайҙың этлеге әбейенә көс төшөргән шул...

 *Тауыш биреү(диал.) – берәй йәнлек, ирҙәр тауышын һ.б. тауышын сығарыу. Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡурҡытыу йә берәйһен шаяртыу өсөн ҡулланыла.

«Уволнять будем...»

Руссаһы һайыраҡ булыуы арҡаһында бер егет төрлө ҡыҙыҡ хәлгә тарый. Бер саҡ кадрҙар бүлеге етәксеһенең ҡотон алыуы былай булған.

Инйәр урман хужалығы саҡ тын алған осор. Эш хаҡы ла йүнләп түләнмәй. Был кемдәндер эштән китергә ғариза яҙҙыртып алған да контораға йүнәлгән. Русса белмәгәс, етәксе эргәһенә инергә лә ояла икән. Конторала кадрҙар бүлеге етәксеһе өҫтәле бухгалтерҙар менән бер бүлмәлә урынлашҡанмы икән, ҡыҫҡаһы, яңғыҙы ғына булмаған. Был егет бер нисә тапҡыр ишекте аса ла яба, аса ла яба, үҙе йылмайған була икән. Һуңғы сиктә ишекте аса биргән дә, ишек ярығынан ғаризаһын ялбыратып:

– Увольнять будим, уволнять будииим, – тип һуҙа икән...

Кадрҙар бүлеге етәксеһе лә, бухгалтер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аптырап ҡалған. Был әллә берәй ергә ялыу яҙып, улар өсөн ҡурҡыныс яуап килгәнме, тип хатта бер аҙ шөрләгәндәр ҙә. Әле ауылда берәйһе эшенән китергә йыйынһа:

– Увольнять будешь, да? – тип көлөп  алалар...

Ен тауышын ишеткәндәр

Йөйәктәрҙән өс араның ирҙәре Асыу тауында ағас ҡырҡып ята. Күрше Берештамаҡ яҡында ғына – тау аҫтын­да. Тимер юлы һалынмаҫ элек унда туранан юл тау аша була торғайны. Бер көн кискә табан ашап алырға тип ҡыуышҡа төшһәләр, күктән тауыш килә икән: "Өфө һөйләй!.."

Былар, ен, тигән дә ауылға йән-фарман сапҡан. Араларынан иң өлкән ағай: "Алға сыҡһағыҙ, муйынығыҙҙы өҙә сабам", – тип, балтаһын өҫкә күтә­реп, ян-яҡҡа ялтыратып килә икән. Ендән иң ҡурҡҡаны ул булған, тиҙәр.

Былар һә тигәнсе Һилеғорғо та­мағына килеп тә төшкән, ауыл унан күренеп тора. Йәшерәге бешеп ултыр­ған бутҡаны ла эләктергән, коте­логының боҫо сығып тора икән. Шул ерҙә быларға Хәсән бабай осраған, ауылға ла индермәй, барыһын да кире алып киткән. Юлда тегеләрҙе әрләй-әрләй: "Берештамаҡ радиоһы бит ул", – тип аңлатҡан. Леспромхоздың конто­раһы янында бағанаға радио ҡуйған ғына саҡ булған, уны белмәгән йө­йәктәр шулай ен тауышын ишеткән...

«Үс алдыҡ...»

Хәсән бабай Хызыров 1937 йылда репрессияға эләгеп, ун йылын ла­герҙа үткәреп ҡайтҡан. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы ла, промартелдә культурник булып та эшләгән. Ауылда тәүгеләрҙән комсомол, тәү­ге ойошма секретары ла булған. Бабайҙан:

– Ул заманда комсомолдар нимә эш­ләй торғайны? – тип һорайым. Ул:

– Наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәштек, улым, дингә ҡаршы, муллаларға ҡаршы ла көрәштек, – тип яуаплай.

– Ә муллаларға ҡаршы нисек көрәштегеҙ һуң? – тип һорағас, бабай, хәйләкәр йылмайып:

– Ой, ҡаты көрәштек, улым, ныҡ көрәштек. Уларға үс итеп, барыбыҙ ҙа ҡыҙҙарын кәләш итеп алдыҡ та ҡуйҙыҡ, – тигән була...

Ринат ШӘЙБӘКОВ.

Белорет районы, Йөйәк ауылы

Галош

70-се йылдар башында магазинға килгән дефицит әйберҙәрҙе йомортҡа тапшырған кешегә генә бирәләр ине.

– Магазинға яңы тауар килтергәндәр, – тигәнгә халыҡ унда ашыға.

Һатыусы:

– Быныһы – иткә, быныһы – һөткә, ана тегеһе – күкәйгә, – тип аңлата.

Һуңлабыраҡ ингән бер олораҡ ҡына ағай:

– Һеңлем, анау галошыңды бир әле, – тип һорай.

– Ағай, ул галош – күкәйгә! Әллә яҙыуҙы уҡый белмәйһең инде, – тип асыулана ҡыҙ.

Ағай абайлабыраҡ ҡараһа, галош менән электр үтеге ҡуйылған ерҙә «Күкәйгә» тигән яҙыу эленеп тора икән.

– Һайт, шайтаның, мин ул галошты аяҡҡа кейергә икән тиһәм, ул – шунда, имеш, – ти ҙә сығып китә.

Ҡыҙ бер ни әйтә алмай, аптырап тороп ҡала.

 

Миҙхәт ХӘЛИЛОВ. Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауылы.

 

Ҡара быҙау

Мәсетле районының бер ауылында булған хәл. Бер апай үгеҙен бестермәй ҡалдыра. Йәнәһе лә, аҡса «һуға». Кемдең һыйыры быҙаулай, шуларҙан барып аҡса һыға икән:

– Минең үгеҙем ҡасырҙы һеҙҙең һыйырығыҙҙы, давай, шуның өсөн түләгеҙ!

Һыйырҙары быҙаулаған сираттағы йортҡа килеп, аҡса талап иткәс, йорт хужаһы:

– Үгеҙегеҙ ниндәй төҫтә һуң? – тип һораған.

Теге апай:

– Ҡыҙыл, ә ниңә? – ти икән.

– Улай булғас, бер нисек тә һеҙҙең үгеҙегеҙгә түләй алмайым, сөнки беҙҙең һыйырҙың быҙауы ҡара бит әле!..

 

Бөтөн йомортҡа

Элегерәк булған хәл. Мәсетле районының бер ауылында ир-ат бесәнгә йыйына икән. Улар бер нисә көн ҡуна ятып саба. Шуға ашарға ла арыу ғына алырға кәрәк.

Юлда ат менән китеп барғанда, егеттәр Сәмиғулла исемле ағайҙың төргәгендә бешкән ике йомортҡа ятҡанын күрә. Ҡатыны һараныраҡ булғанмы, бик етеш йәшәмәгәндәрме – уныһы мөһим түгел.

Әлеге лә баяғы шуҡ егеттәрҙең береһе ипләп кенә төргәкте асып, бер йомортҡаға ҡәләм менән «Күкәйҙең береһен алып ҡайт!» тип яҙа ла кире урынына һалып ҡуя. Сәмиғулла ағай быны һиҙмәй.

Ҡыҙыу эштән һуң төшкө ашҡа туҡтайҙар. Көлөшә-көлөшә тамаҡ ялғайҙар. Сәмиғулла ағай бер йомортҡаһын ашай ҙа икенсеһендәге яҙыуҙы күреп ҡала: әйләндереп-әйләндереп ҡарағас, кире һалып ҡуя. Кисен дә, икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана – алып ҡарап ултыра ла кире һала. Барыбер йомортҡаны ашамай теге. Үҙе һыр ҙа бирмәй, тәки ҡатынына «ҡуян күстәнәсе» тигән булып алып ҡайта.

Ә егеттәр ауылға ҡайтып еткәс кенә Сәмиғулла ағайға шаяртҡандарын әйтә. Шулай ҙа була тормошта.

А. СИРБАЕВ. Өфө ҡалаһы.

 

«Ғорлаһынан тотоп эсте»

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Шешәне өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти. Ысынында, кейәүе менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.

Рита КИНЙӘБАЕВА, Әбйәлил районы, Ҡушый ауылы.

 

«Егерме!»

Ғибаҙрислам бабай колхозда һарыҡ ҡараған. Һис көтмәгәндә фермаға райондан комиссия килеп төшкән. Ә һарыҡтар тулмай, ти, шуны былар һанап сығырға булған.

Райондан килгән кешеләрҙең аяғында яҡшы ботинка. Ферма эсенә үтерлек түгел, бысраҡ икән. Былар Ғибаҙрислам бабайға һанарға ҡушҡан.

– Мин бит, ағай-эне, егермегә ҡәҙәр генә һанай беләм, – тигән, ти, бабай.

– Ярай улайһа, һин егермегә тиклем һана ла беҙгә ҡысҡырырһың, ә беҙ ишек төбөндә яҙып торабыҙ, – тигән тегеләр.

Шунан Ғибаҙрислам бабай һанарға керешкән. Аҙыраҡ һарыҡ араһында йөрөй ҙә «егерме» тип ҡысҡыра, ти. Тағы ла йөрөй, тағы «егерме» тип ҡысҡыра, ти. Шулай ҡысҡыра торғас:

– Йә, ярай, башҡа һанама, бында былай ҙа артып китте, – тигән дә ревизорҙар, машиналарына ултырып, ҡайтып та киткәндәр, ти.

Ғибаҙрислам бабай уларҙың артынан серле генә йылмайып, көлөп ҡалған, ти.

Таһир Вилданов.

Ҡырмыҫҡалы районы.

 

 

Отолған башҡорттар

Бер ваҡыт ауылға төркөм-төркөм сиғандар килеп төшкән. Улар кешеләрҙе, тиҙ генә балыҡ һөҙөп бирәбеҙ, тип ышандырған һәм Өршәк йылғаһы буйына кит­кәндәр. Сиғандар эй балыҡ һөҙөп йөрөгән була, ти. Быны бөтә халыҡ ҡарарға килгән. Ә улар артынан буш ауылға килеп төшкән сиған­дар рәхәтләнеп бар нәмәгә «айыу майы һөртөп» йөрөгән.

Шулай отолоп ҡалған беҙҙең башҡорттар. Хәҙер иһә «балыҡ һөҙөү» беҙҙә халҡыбыҙҙың «айыу майы һөртөү» һүҙенә бәрәбәр.

Айһылыу Әхмәтова. Ауырғазы районы, Усман ауылы.

«Барына етешеп ултырығыҙ!»

Йәндәй яҡын дуҫтың тыуған көнөн үткәрҙек. Күлдәк еңдәрен төрөп, аяғөҫтө баҫып һыйлай был. Ихласлыҡҡа ирәмһеп, беҙ ҙә оҙағыраҡ ултырып ташлағанбыҙ. Эңерҙән таң атҡанға ҡәҙәр. Дуҫым беҙҙе оҙатҡас, мәктәпкә киткән, беренсе дәресенә ингән.

Билдәле, өйгә эште тикшерерлек, яңы теманы аңлатырлыҡ хәле лә, рәте лә юҡ. Уҡыусыларға үҙаллы эш биргән дә ултырған ерендә төнәп киткән категориялы уҡытыусы, үҙе йоҡо аралаш ҡоласын йәйеп-йәйеп ебәрә, ти:

– Ағай-эне, әйҙәгеҙ, барына етешеп ултырығыҙ, хәҙер бисәкәй ҡоротлап һурпа килтерер!

 

«Ҡоймаҡ ҡойоу бер ни түгел»

Беҙҙең күршелә бер ҡарсыҡ йәшәй ине (хәҙер мәрхүмә инде). Уның рухын рәнйетергә теләмәһәм дә, ҡалған бер мәҙәк һүҙе хәтерҙән сыҡмай.

Әбейҙең оло улы мәрйә килен алып ҡайта. Аш-һыу яғына мәрйә оҫта булһа ла, ҡарсыҡтың яратҡан ризығы – ҡоймаҡты ҡоя белмәгән. Шулай итеп, әбей киленен ҡоймаҡ ҡойорға өйрәтмәксе булған. Ә үҙе урыҫса икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай. Плита янына киленен ымлап саҡырып килтергән дә, ҡыҙған табаға шыйыҡ ҡамырҙы ҡойоп, былай тип әйтә икән:

– Шаж иттереп һалғански ҙа шап иттереп алғански...

 

Фиҙаил Мөхәрмәтов. Ғафури районы.

 

«Неприятный вызов»

 

Кеҫә телефоны яңы сыҡҡан мәл. Бер инәйгә икенсе инәй сәйгә килә. Оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултыр­ғандан һуң хужабикә телефонына күҙ һала ла хафалана башлай:

– Ой, әттәгенәһе, ни булды икән? Килендән «неприятный вызов» тигән яҙыу килгән. Улым ҡырҙа эшләй, әллә бер нәмә булдымы икән?

Сәбәләнгән ҡатынды тыныслан­дырырға теләп, әхирәте телефонын алып, үҙе уҡып ҡарай. Унда «непринятый вызов» тип яҙылған була...

«Күҙеңде йом, әбей!..»

Беҙҙә һуғыш ветераны йәшәне. Fүмере буйы күрше ятҡан Васильевка ауылынан ат менән почта ташыны, шунан пенсияға сыҡты. Йыуаш, әҙәпле, йомшаҡ һүҙле ине ул. Эргә-тирәһендәгеләргә ҡатыр­ға­нып, төрпө өндәшеүен хәтер­ләмә­йем. Бер заман ҡарсығы бының теңкәһенә тейә башлай, сабырлығын юйҙыра, түҙемен өҙә. Бабай, яһил­ланып, әбейен ҡаты ғына итеп бәргесләп алырға әҙерләнеп бөткәс, етәкләп өйгә индерә лә, мөйөшкә ҡы­ҫырыҡлап, дебет шәл менән елпетә башлай, үҙе бер юлы хәстәрлекле һа­маҡ­лай икән: «Хәҙи­сә, мин һуҡҡанда абайла, шәлдең сәсәге күҙеңә тейеп ҡуймаһын!..»

«Тешкә йәбешә лә ҡуя»

Амбулаторияла фельдшер булып эшләп йөрөйөм. Өлкән йәштәге Шәмсинур Итбаева килде. Белә-күрә гел мәрәкәләйем, әле лә уны журналға теркәгән булып ҡыланам:

– Һеҙҙе кем тип яҙып ҡуяйыҡ?

– Этбаева Шәмсинур мин.

– Этбаева. Атайығыҙҙың исеме?

– Малбай.

– Хайуанбай.

– Ни тинең, ишетмәйерәк ҡал­дым? – Әбей шау һөйәк ҡул осон ҡолағына ялғап секрәйҙе.

– Яҙып ҡуйҙыҡ, тим. Нимә борсой?

Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны бында әлеге мәлдә әшәке геморройы килтергән. Башҡа дарыуҙарға ҡушып, осаның һыҙ­лауын баҫа торған майшәмдәр яҙҙым. Кисекмәҫтән ауырыу янына саҡырғас, дарыуҙарҙы нисек ҡул­ланырға кәрәклекте шәфҡәт тута­шының төшөндөрөүенә ышанып, сығыу яғына йүнәлдем.

Бер нисә көндән әбекәй менән яңынан әңгәмә ҡорабыҙ.

– Хәлең нисек, инәй?

– Алланың рәхмәте яуһын үҙеңә, балам, бөтәһе лә һәйбәт.

– Дауалар килешәме һуң?

– Килешә, килешмәгән ҡайҙа, тик анау һуҡ бармаҡ оҙонлоҡ кәнфит һымағын йота алмай хитланам, ауыҙға һылашып, тешкә йәбешә лә ҡуя.

«Бомба»

Һалҡын һуғыш йылдары. Америка атом бомбаһы һуғышы башламаһа ярар ине, тип ҡурҡып ҡына йәшәй халыҡ. Шулай бер төндә ҡот осҡос шартлау Сәлих бабай менән Ғәрифә әбейҙең тыныс йоҡоһон бүлә. Сос бабай, ырғып тора һалып, әбейҙе ҡабаландыра икән. «Тор, Ғәрифә, тегеләр Мәғниткә төшөрәбеҙ тип, бомбаны яңылыш беҙгә ташлағандар, буғай», – ти. Тороп ҡараһалар, бөтәһе лә имен, тик мейес башындағы бал мискәһенең ҡапҡасы ғына иҙәндә ята, ә түбәнән шапылдап бал ағып тора икән.

Хәҙер беҙҙә бал мискәһен «Америка бомбаһы» тип йөрөтәләр.

 

«Ҡал да ҡуй»

Йәйге эҫе көн. Туғайҙа бер ғаилә кәбән ҡойоп йөрөй икән. Көтмәгәндә былар эргәһенә айыу килеп сыға. Ир «һә» тигәнсе улы менгән атҡа менгәшә лә ауыл яғына саба башлайҙар. Ҡатын да етеҙ булып сыға, сабып барған аттан ҡалышмай, ти. Ире ҡысҡыра икән: «Арыйһың бит, Зилә, һин ҡал да ҡуй». Шунан алып, берәй ерҙән ҡасһалар: «Арыйһың бит, ҡал да ҡуй», – тиҙәр беҙҙә.

 (Әлфиә Хөснөтдинова. Сибай ҡалаһы.)

 

«Ну, как в России?»

Бер ваҡыт Әбйәлил районынан бер апам «гурыт»ҡа барған. Улар әйтмешләй, «гурыт» – Магнитогорск ҡалаһының халыҡ телендәге атамаһы. Элек-электән эргә-тирәләге район кешеләре бар йомошон шунда йомошлаған, май-ҡаймағын, емеш-еләген һатып донъя көткән, хәйер, әле лә шулай. Апа ла ҡыш көнөндә баҙарға берәй нәмә алырға барған булғандыр инде. Автобустан төшөп, йәһәтләп урам буйлап атлаған. Бар осраған кеше быға аптырап ҡарай икән, ауыл кешеһен тәүгә күрәләрме?..

Бер йәш егет йүгереп килгән дә: «Ну, как в России?» – ти икән. Апа аптырап: «Хорошо», – тип яуап биргән. Бесән эшләп ҡара янған былай ҙа ҡара апамды негр тип уйлағандар.

 

«Һинән алда ағаң бар әле»

Өлкәнерәк класта малайҙар бәҙрәф артында тәмәке тарта икән. Түңәрәккә тороп, бер тәмәкене алмашлап көйрәтәләр. Мәктәп директоры былар янына ипләп кенә барған да, тартып торған уҡыусыһының яурынынан ҡағып, миңә лә ҡалдыр, тигән. Хәлит апа директор икәнен абайламай: «Һинән алда ағаң бар әле», – тигән, ти.

 

Айыу менән тәмәке тартҡан

Хәлит апамдың малай сағынан ҡалған мәҙәк. Бер мәл бесән сабып йөрөгәндә, апам һаҙға инеп киткән, йәнәһе лә, хәжәтен үтәй. Ә ул һаҙға, атай-әсәйҙән йәшенеп, тәмәке көйрәтергә йөрөй икән. Был юлы эш уңмаған, янында ғына ҡыуаҡ араһында емеш ашап торған айыуҙы күреп, сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Сыҡһа, ауыҙҙа тәмәке, ти. Хәҙер быны көлөп иҫләйһе ҡалды, ә ул ваҡытта апаға ҡаты ғына эләккән.

(Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ. Әбйәлил районы, Буранғол ауылы.)

 

«Миңә һылта...»

Талон заманаһы. Магазинда оҙон сират, этеш-төртөш. Бер ағай сыҙамаған, күрәһең, һауаны боҙоп ҡуя. Сираттағылар әйләнеп-әйләнеп ҡарай икән. Ағай аптырап тормай, артында торған егеткә:

– Ҡустым, оялма, миңә һылта ла ҡуй. Ҡарт кешегә бара ул, – ти икән. Теге егет ҡыҙара-бүртенә сығып шыла.

Хәҙер беҙҙә ошондайыраҡ хәл булһа, «Миңә һылта ла ҡуй», – тип көләләр.

(Рим Мәхмүтов. Баймаҡ районы.)

 

«Ғорлаһынан тотоп эсте»

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Яртыны өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти. Ысынында, кейәү менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.

Рита КИНЙӘЛБАЕВА. (Әбйәлил районы, Ҡушый ауылы).

Фото: Т,Аманов