Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
8 Сентябрь 2021, 08:10

ТАМУҠ ТУПҺАҺЫНДА (Хикәйә)

Саттар Ғәфиәт улы тәүҙә үҙе барып килде. Элек арыу ғына урын биләгән кеше булғас, танып торалар икән.

Онотмағандар, оҙон, төҙ кәүҙәһен әйҙүкләп ҡаршылайҙар. Тәүҙә бүл­мәләрҙе күрһәтеп сыҡтылар. Дирек­тор, тип таныштырған егет былай йүнсел генә күренә, бүлмәләр таҙа, йы­йыштырылған. Аш бүлмәһенә үттеләр, тәмле еҫтәр сыға, хатта өҫтәлдәрҙә әфлисун, лимон күренә. Ошонан да яҡшыһын ҡайҙан табаһың инде, тип эстән уйлап ҡуйҙы Саттар. Хәҙер атайҙың үҙен, күрһәтеп, урынлаштырырға ғына ҡала. Оҙаҡҡа түгел бит. Тәүҙә – ике аҙнаға, шунан һуң – бер айға. Оҡшаһа, ошонда төпләнә ала.

Нисек кенә үҙен тынысландырмаһын, күңелендә ауыр ғына тойғолар уянды. Тирә-яғын ҡараны, таныштар килеп сыҡмаһын та­ғы, ояты ни тора, уңайһыҙ... Ҡоймаһы бейек, ләкин майҙаны бәләкәй, өс ҡатлы йорт шуның яртыһын тип әйтерлек алып тора. Ҡатыны, әлбиттә, Саттарҙы ғәйепләй: “Үҙең ҡуҙ­ғаттың, үҙең алып килдең, хәҙер мә­шәҡәттәрен дә үҙең хәл итәһең инде”, – тип тора. Ә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Ваҡытты үҙенең бизнесына саҡ еткерә.

Саттар биш йыл элек ауылдан атаһы менән әсәһен килтергәйне. Ҡала эргәһендәге коттеджда йәшәнеләр. Ҡарттарға оҡшай, тә­биғәттең бик гүзәл ҡосағында ҡоштар һайрай, эргәлә генә Ағиҙел йылғаһы, тик әсәһе баштан уҡ килене менән уртаҡ тел таба алманы. Финә – ҡала ҡыҙы – ауыл әбейен оҡшатамы ни инде? Әсәһенең йорт эштәренә әллә ни ҡыҫылғаны ла булманы. Тәүҙәрәк өндәшмәй генә йөрөнө лә, ара-тирә ки­лененең хаталарын төҙәткеләп китә икән. Саттарҙың ҡатынына был оҡшамаған. Нисек тә йәшәрҙәр ине әле, ҡарсыҡ ауырып китте. Уны дауалау, дауахананан дауаханаға йө­рөтөү байтаҡ ваҡытты алды. Саттар бер дуҫы менән уртаҡ бизнесҡа нигеҙ һалғайны, эш­тәре былай табышлы ғына бара, әсәһе сир­ләгәс, эшен ҡалдырырға, ҡатынына йөк­мәтергә мәжбүр булды. Бер йыл үттеме, юҡмы, әсәһе вафат булып ҡуйҙы. Инде әсәһенең ҡырҡын үткәргәйнеләр, эшкә тотонайым, тиһә, ҡатыны бизнесҡа эҫенгән дә киткән. Бәйләнештәр урынлаштырҙым, миңә оҡшай, һин хәҙергә атайыңды ҡарап тор, тип ең һыҙғанып тотондо ла ҡуйҙы. Ә ни өсөн әүрәп китеүе һуңынан асыҡланды...

Бына Саттар әле атаһын ҡарттар йорто менән таныштырып йөрөй. Ҡарт былай иҫен юғалтмаған әле, ләкин ҡайҙа килеп эләккәнен, ҡапҡаны аша үткәс тә, һиҙеп ҡалды:

– Эх, улым, был бит ҡарттар йорто, – тине. Һуғышты үткән, донъя күргән ҡарттың йөҙө ағарҙы, ул туҡтап ҡалды, тотлоҡто.

Саттар шул тиклем ғәрләнде, баҫҡан урынында борола яҙҙы. Күреп тора, атаһының ҡулдары төштө, бите һалынды, күҙ алдында ҡыйшайҙы ла ҡуйҙы.

– Атай, оҙаҡҡа түгел, – тине улы. – Бына бер аҙ эштәрҙе көйләйбеҙ ҙә, кире ҡайтырһың, – тип ышандырырға тырышты.

– Ауылғамы? – тип йөҙө асылып китте ҡарттың. – Ауылға булһа, ҡайтам! Күркәленең һауаһы бөтөнләй икенсе бит! Күркәленең һауаһына етәме һуң инде!

Ата менән улды директор үҙе ҡаршылап тора. Бик йылғырҙыр, исеме, атаһының исеме менән өндәшә бит әле!

– Рәхим итегеҙ, Ғәфиәт Усманович! – тине ул. – Әйҙәгеҙ, Саттар Ғәфиәтович! Танышып сығығыҙ! Беҙ бында бер ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ! Барыһына ла оҡшай, хатта ҡайтҡылары килмәй, ошонда ғына йәшәйбеҙ, тиҙәр ҙә ҡуялар. Ә бына кем килә, таныйһығыҙмы?

Саттар саҡ сырамытты. Кем булды һуң әле ул был? Бигерәк йөҙө таныш. Бәй, был бит Сәмиғуллин! Элекке беренсе секретарь! Ҡара әле, үҙенән нафталин еҫе килеп торған һы­маҡ, ә йәп-йәш күренә. “Беренсе”, әйтерһең, ғүмер буйы бергә йәшәгән. Тәүҙә Ғәфиәт ҡартты, аҙаҡ Саттарҙы ҡосаҡлап уҡ алды:

– Рәхим итегеҙ! Рәхим итегеҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! – тине ул, ауыҙын йырып. – Бында беҙҙең өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Әлдә бына директор ҡусты бар, беҙҙе ҡарайҙар, ашаталар, көн һайын концерт, кино, телевизор, ҡыҙҙар кәрәкһә, бына әбейҙәр ултыра. Килеп, дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Бында – ожмах, ерҙәге ожмахтың үҙе! Короче, вам повезло! Короче, бына ошо була ул –коммунизм! Беҙ шуның өсөн көрәштек!

Сәмиғуллиндың телмәре Ғәфиәт ҡартты дәртләндереп ебәргән һымаҡ булды. Ул инде хәҙер язаға хөкөм ителгән, бүлмәлә һуңғы аҙымдарын яһаған кеше һымаҡ түгел, йәшәүгә ышаныс, өмөт менән ныҡ итеп атлай. Саттар Ғәфиәт улы ла ҡыуанып китте:

– Бында һис тә насар түгел, шикелле. Юғиһә, төрлөһөн һөйләйҙәр. Ана, бер көн телевизорҙан күрһәттеләр. Ҡот осҡос! Өфө эргәһендә хәҙер шундай пансионаттар күбәйҙе шул. Тәртип тә юғыраҡтыр. Шөкөр! Быныһы ундайға оҡшамаған, шикелле.

Саттар атаһын уйлай. Ҡәнәғәт булып ҡына йөрөһә ярар ине. Бинаның бер ҡанатына ишек асылды, аһылдашҡан, шөҡәтһеҙ ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде. Ауыр еҫ бөркөлдө. Директор, бер екереү менән, ишекте япты һәм бикләтте.

– Унда беҙҙең ауырҙар ята. Улар менән ҡыйыныраҡ, араларында төрлөләре бар, – тине ул аҡланған һымаҡ.

Шөҡәтһеҙ тауыштар тиҙ томаланһа ла, тынсыу еҫ бик ныҡ һеңгәйне. Саттарҙың күңеле болғанды, тағы ла уңайһыҙланып, атаһына ҡарап ҡуйҙы.

Директор:

– Әйҙәгеҙ, эштең башы – аш, – тип икеһен дә өҫтәл артына ултыртты. – Бына – бөгөнгө рацион. Теләгәнгә – билмән, кемгә – борщ, кемгә – ҡуллама. Икенсе блюдо менән дә шул уҡ хәл. Диета һаҡлана, ит юғары сифатлы, турағыс аша үткәреп кенә бирәбеҙ, сөнки күбеһенең теше үтмәй. Ашау ресторан-кафеларҙан арыуыраҡ. Бында иң яҡшы ашнаҡсылар эшләй. Әгәр шикләнһәгеҙ, ышанмаһағыҙ, эскә инәбеҙ, – тип ныҡыша һаман директор.

 

(Дауамы бар).

 

 

– Юҡ, юҡ, кухняғыҙ бик матур күренә, – тип тынысландырҙы Саттар хужаны. – Ашығыҙ ҙа бик тәмле.

Саттар ҡатыны бешергән ашты хәтергә төшөрҙө. Фәниә ханым шундай итеп бешерә, ашарлыҡ та, ауыҙға алырлыҡ та түгел. Ә быларҙың – һәйбәт.

– Ә хәҙер йоҡо бүлмәһен ҡарайыҡ, – тине директор. – Мин үҙем, юғары белемле булғас, өлкән йәштәгеләрҙең бәхетле ҡартлығын тәьмин итеү өсөн нимә кәрәклеген беләм. Хәҙер ике йыл эшләйбеҙ, бер ялыу, шикәйәт булғаны юҡ. Ана бит, телевизорҙан нимә күрһәтәләр! Беҙҙә уның булыуы мөмкин түгел!

Саттар аҡрын ғына атаһын күҙәтә. Ҡарт һиҙҙе ҡайҙа килеп эләккәнен. Ҡарттар йорто, нисек атаһаң да, нисек биҙәһәң дә, ҡарттар йорто инде ул, курорт та, санаторий ҙа түгел. Саттар ҡайтырға йыйынды. Аттаһы әллә иларға итә инде, көс-хәл менән ултырған һымаҡ. Хушлашыуы бигерәк ауыр булды:

– Эх, улым, – тине атаһы. Нимәлер әйтергә ынтылды, өндәшә алманы, тыны быуылды. – Ерләгәндә ауылға алып ҡайт, – тине лә, боролоп китеп барҙы.

– Борсолмағыҙ, Саттар Ғәфиәтович! Улар бит хәҙер бала һымаҡ. Бына, мине бәләкәй саҡта пионер лагерына ебәрҙеләр. Түҙмәйем инде, атай-әсәйҙе һағынам, ҡайтҡы килә. Егерме бер көндө саҡ үткәреп ебәрҙем, – тип хәтирәләргә бирелде директор.

Ғәфиәт ҡарт алыҫ китмәне, ағас төбөнә барып эйелде. Директор быны күреп ҡалып:

– Туҡтағыҙ, ағайҙы үҙем урынлаштырам, – тип бина эсенә инеп китеүе булды, эргәһенә, ҡарсыға һымаҡ, йәлп итеп “беренсе” килеп етте.

– Обкомда эштәр нисек? Беҙҙекеләр ныҡ торамы? Бында – тамуҡ! Тамуҡ ошонда башлана! Беҙҙе туҡмайҙар, ҡортлаған ит ашаталар! Бына һеҙҙе арыу ашаттылар. Һин туйҙың, ә беҙ ас ултырабыҙ! Был бит – төрмә! Беҙҙе бында бикләп тотоу дөрөҫ түгел! Партия йәшәйәсәк! Беҙ барыбер еңәсәкбеҙ! Бындағы хужаларҙың бөтәһен дә атып бөтәсәктәр! Мин беләм, күңелем һиҙә! Бындағы фашист ҡалдыҡтарын Гитлер ҡалдырып киткән. Мин һине лә, атайыңды ла үҙебеҙҙең ойошмаға яҙам. Беҙ бер заман барыбер еңәсәкбеҙ! Мин әле аҡса йыям. Билетлыҡ аҡса туплаһам, барыбер ҡасасаҡмын, Мәскәүгә Думаға барып етәсәкмен! Унда ла булмсаһа, ООН-ға осасаҡмын! Ярамай! Беҙ ғүмер буйы эшләнек! Ветерандарҙы бындай хәлдә тоторға ярамай! Күрҙегеҙме, уң ҡулда ишек бар? Шуның эсендә әбейҙәр ҙә, бабайҙар ҙа шәрә ята. Сөнки ҡарағылары килмәй.

“Беренсе”нең һөйләгәндәре Саттар Ғәфиәт улын шаңҡытҡан һымаҡ булды. Әйтерһең дә, уны ҡараңғыла тотоп алдылар ҙа, төрлө яҡтан тороп, күҫәктәр менән бәргеләнеләр. Саттар бер һүҙ ҙә өндәшә алманы, күҙ ҡырыйы менән генә директорҙың йүгереп килгәнен күреп ҡалды.

– Нимә һөйләй, нимә һөйләй был тағы? – тине ул уҫал итеп.

“Беренсе”нең ауыҙ китте йәйелеп. Саттарға күҙ ҡыҫты.

– Маҡтайбыҙ, директор ҡустым, маҡтайбыҙ! Әлдә һеҙ бар, директор ҡустым! Һеҙгә рәхмәт! Партияға рәхмәт! Йәшәһен беҙҙең уртаҡ йортобоҙ! Беҙ уны берәүгә лә бирмәйәсәкбеҙ!

*   *   *

Саттар Ғәфиәт улы ҡапҡа аша сығыр алдынан ниңәлер пансионатҡа боролоп ҡарайһы итте һәм ике-өс тәҙрә араһында, уға яҡынырағында, атаһын күреп ҡалды. Атаһы, башын эйеп, ҡулдары менән тәҙрәне һөртә-һөртә, һығылып-һығылып илай һәм нимәләрҙер тип ҡысҡыра ине. Быны директор ҙа күрҙе.

– Бер үк борсолмағыҙ, Саттар Ғәфиәтович. Тәүге көндәрҙә бөтәһе лә шулай була, – тип тынысландырҙы ул, – бына, Сәмиғуллинды ҡарағыҙ.Тәүге көндәрҙә ҡайтҡыһы килә, йоҡлай алмай ине, ә хәҙер ҡыуып ҡайтарырлыҡ та түгел. Шулай бит, иптәш беренсе секратарь?

– Дөп-дөрөҫ, иптәш директор! Ғәфиәт Усманович та өйрәнеп китер әле!

– Тик бер генә үтенес, – тине директор, – әгәр мөмкин булһа, бик йыш килеп йөрөмәгеҙ. Атайығыҙға – ҡыйын, һеҙгә – стресс, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Аҡсаһын теүәл түләп торһағыҙ, шул еткән.

Ике аҙнанан килермен, тигәйне, өлгөрмәне. Ике ай үтеп китте, бара алманы. Үҙенә лә оят була башланы. Тормошоноң бик ауыр, ҡатмарлы көндәре ине. Саттарҙың ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгән сағы, бар эшен күтәреп һуҡты ла, атаһын күрергә килде. Алдан шылтыратып ҡуйғайны, ҡаршылап торалар – директор, уның эргәһендә “беренсе” өтәләнеп йөрөй. Атаһын саҡырып сығарҙылар. Шунда Саттарҙың шаңғып тетрәнеүе һәм кисерештәре!.. Элек һәлмәк кенә итеп, һелкетә баҫып йөрөгән атаһынан шәүлә генә тороп ҡалғайны. Ябыҡҡан! Йүнләп ашамағаны, йыуынмағаны күренеп тора...

– Һеҙгә әйтеп ҡуяйым, – тине директор. – Бындағыларҙың күбеһе юғары ҡан баҫымы менән йонсой. Атайығыҙ, моғайын, быға тиклем инсульт кисергәндер. Әгәр өҫтәп түләһәгеҙ, МРТ-ға алып бара алабыҙ. Табип та шул хаҡта һөйләй. Былай атайығыҙ ҡараулы, унан ялыуҙар юҡ.

– Ниндәй ялыу һөйләйһегеҙ? – тине, ярһып, Саттар. – Ул бит хәҙер кешелек сифатын юғалтҡан!

– Туҡтағыҙ әле, Саттар Ғәфиәтович, – тине директор. – Һеҙҙең атайығыҙға – һикһән йәш. Был йәштәгеләр күптән үлеп бөттө йәки түшәктә генә ята. Ә һеҙҙең атайығыҙ йөрөй әле, беҙгә рәхмәт әйтегеҙ. Бына, Сәмиғуллин иптәште алайыҡ. Уға, мәҫәлән, туҡһан тулып уҙҙы, әле лә һин дә мин. Сөнки партия хеҙмәткәренең йәшәү рәүеше шундай булған: аныҡ режим, һәйбәт туҡланыу, ваҡытында дауаланыу. Беҙҙең бурыс – һеҙҙең атайығыҙҙы һеҙҙең менән мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәтеү.

Шул ваҡыт ҡарт телгә килде.

– Күр-Күркәле, – тине ул, саҡ аңлайышлы итеп.

– Күркәле ҡайҙа ул? – ти директор.

– Ташбаш районында, тыуған ауылы, – тине Саттар.

Таныш район, таныш ауылдың исеме ишетелгәс, ҡарт ҡыуанып ҡуйҙы, хатта сәпәкәй итте. Саттар оҙаҡ ултыра алманы. Күп булһа, ун биш-егерме минут. Алда уның тормошон пыран-заран килтергән, баш түбән әйләнлергән ваҡиғалар тора. Ярай, килеп ҡайттым, тип аҙмы-күпме тынысланды Саттар һәм ҡайтырға сыҡты.

Ә алда уны бер яҡшылыҡ та көтмәй. Ҡатыны, Финә Сираевна, уртаҡ бизнес менән шөғөлләнгән йәшлек дуҫы Ирек менән тап ошо көндәрҙә Саттарҙы эштән тамам ситләттеләр. Дөрөҫөрәге, эшен тартып алдылар. Ҡатыны өйөнә индермәне, асыҡлап әйткәндә, ҡыуҙы. Асҡыстарын, документтарын тартып алды һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй торған ҡарауыл ултыртты.

Бәлки быныһын ғына күтәрер, һөйләшер, кәңәшләшеп, бизнесының бер өлөшөн ҡайтарыр ҙа ине, ләкин Финә менән Иректең мөнәсәбәттәре ябай эшҡыуарлыҡ менән генә сикләнмәгән. Саттар, ғөмүмән, көтмәгән, күҙ алдына ла килтермәгән кимәлгә сыҡҡан. Дуҫы ҡатынын айырған һәм хәҙер Фәниә менән бергә йәшәп яталар. Балаларҙың ҡарашы был үҙгәрештәргә – битараф. Ҡараһа, ул хәҙер бер үҙе, яңғыҙ. Саттар ике ут араһында ҡалды. Ирҙең мәшәҡәттәре бының менән генә бөтмәне. Атаһын ҡарай алмай, йәшәргә урын юҡ, аҡса етмәй. Атаһының пенсияһын уны ҡарау һәм тәрбиәләү иҫәбенә пансионатҡа күсерергә тура килә. Улары ваҡыт-ваҡыт, шуны эшләнек, дарыу алдыҡ, тигән һылтау менән, өҫтәлмә аҡса талап итә.

Саттар, атаһын пансионатта тотоу мәсьәләһе киҫкенләшкәс, үҙе барып сығырға булды. Алдан шылтыратып ҡуйһа ла, директор элекке һымаҡ сығып ҡаршылау түгел, ултырғысынан да ҡуҙғалмай ҡаршы алды. Бер үҙе түгел. Эргәһендә ярым хәрби кейемдә күҫәк тотҡан һаҡсыһы ултыра.

– Һеҙҙең эштәрегеҙ бик насар. Һеҙ килешеү талаптарын үтәй алмайһығыҙ. Һеҙ күсергән аҡса атайығыҙға лайыҡлы ҡартлыҡ тәьмин итергә етмәй. Шуға күрә беҙ, уны, хеҙмәтләндереүҙең арзанлыраҡ юлдарын тәьмин итеү маҡсатында, ауыр хәлдәгеләр янына күсерергә мәжбүр булдыҡ, – тине.

– Ә быны нисек аңларға? – тине Саттар.

– Нисек бар, шулай аңлағыҙ! – тине директор һауалы ғына. – Хәҙер уны килтерерҙәр, эргәлә күрешеү бүлмәһе бар, шунда осрашырһығыҙ.

Күрешеү бүлмәһенә үттеләр. Уныһы тимер эскәмйәләрҙән, рәшәткәле тәҙрәнән торған бүлмә икән. Саттар, килеп ингәс, үҙен төрмәләге һымаҡ итеп хис итте. Бына атаһын килтерҙеләр. Ике санитар, ике ҡулынан тотоп, һөйрәп, тигәндәй, алып инделәр ҙә, эскәмйәләрҙең береһенә ултырттылар.

– Һеҙҙең утыҙ минут ваҡытығыҙ бар, – тине санитарҙарҙың береһе һәм, сыҡҡас та, ишекте бикләп алдылар.

Саттар ап-аҡ сәсле, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, башы һалынып төшкән, аяҡ-ҡулдары ҡалтырып торған ҡарт эргәһенә эйелде. Ошо кеше уның атаһымы? Һуң, ҡасан ғына Саттар бөтөнләй икенсе кешене ҡалдырып киткәйне.

– Атай, атай, был һинме ул? Ниндәй көнгә ҡалдырғандар! Юҡ! Былай ярмай! Бер сараһын күрергә кәрәк!.. – тип ысынлап өҙгөләнде улы атаһы эргәһендә. – Мин һине күрәләтә үлтертеүгә юл ҡуймаясаҡмын! Атай, һине ашаталармы? Йыуындыралармы? Өҫ-башыңды ҡараусы бармы? – тип бер-бер артлы һорауҙар яуҙыра улы.

Ә ҡарт өндәшмәй. Аҡрын ғына башын күтәреп, улына ҡараны.

– Һин мине Күркәлегә алып ҡайт, – тип мөңгөрләне ул, – мин бында йәшәй алмайым.

Ә күҙҙәрендә йәш, үпкә һәм һағыш, хатта нәфрәт сағылғандай.  Саттар, атаһын етәкләп, директорҙың ишеге яғына атланы. Үҙе менән һөйләшергә кәрәк. Ни эшләп йәшәү шарттары шул хәтле насар? Тимәк, яҡшылап ҡарамайҙар! Ишекте асып та өлгөрмәне, ҡаршыһына һаҡсы баҫты.

– Рөхсәтһеҙ үткәрмәйбеҙ! – тине ул ҡәтғи.

– Саҡырығыҙ, үҙе менән һөйләшәм, – тине Саттар.

– Әле ваҡыты юҡ. Үтенесегеҙҙе тапшырырмын.

Байтаҡ көтөргә тура килде. Бына бер заман килеп сыҡты. Ашап-эсеп ултырғандар, ахыры, ҡыҙарынып, бүртенеп бөткәндәр.

– Нимә? Ялыуығыҙ бармы? – тине директор һауалы ғына. – Ҡалдырығыҙ, разберемся! Тик кемдәр ваҡытында хисаплашмай, беҙ уларҙың ялыуҙарын ҡарамайбыҙ.

– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, атайҙың хәле бик насар бит, – тип аптыранды Саттар.

– Ә һеҙ беләһегеҙме, иптәш Саттар Ғәфиәт улы!? – тип тауышын күтәрҙе тегеһе. – Беҙгә – сират. Әгәр беҙҙең тәрбиә оҡшамаһа, атайығыҙҙы алып ҡайтып китә алаһығыҙ. Әлбиттә, бурысығыҙҙы түләгәндән һуң. Минең менән әҙәплерәк һөйләшергә кәңәш итер инем! Үҙегеҙ беләһегеҙ, һеҙ атайығыҙҙы танышлыҡ менән килтерҙегеҙ. Мин маҡтанмайым. Ҡала эргәһендә ошондай бер нисә тиҫтә пансионат бар, һәр береһендә шул хәл күҙәтелә. Беҙ кешеләр менән эш итәбеҙ. Ошондағыларҙың 90 роценты үҙ-үҙҙәрен ҡарай алмай. Ә беҙ – ҡарайбыҙ, уларҙы тәрбиәләйбеҙ.

– Һуң, кешене ошо кимәлгә төшөрөргә түгел бит! – тип һөйләнде һаман Саттар. – Ул бит кешелек сифатын юғалтҡан.

– Оҡшамаймы? Оҡшамаһа, алып ҡайтығыҙ! Уның урынын ун кеше көтөп тора! Ун кеше! Бына ҡарағыҙ, ҡапҡа алдында көн һайын биш-алты машина ултыра. Бына – ғаризалар. Беҙгә – сират, – тип туҙынды директор һәм тороп, ҡыңғырауға баҫты.

Ишектә һаҡса күренде.

– Сәмиғуллинды тотоп килтерегеҙ әле бында, беренсе секретарҙы.

Оҙаҡламай, ялтаңлап, уныһы килеп тә инде.

– Иптәш Сәмиғуллин, Ғәфиәт Усманович буйынса һорауҙар бармы? Ялыу менән мөрәжәғәт иттеме?

– Юҡ, ул бында иң күндәм, тыңлаусан, тыныс, ипле, әҙәпле пациенттарҙың береһе. Ашамағанын беләм, аппетиты юҡ, тиҙәр. Бәлки берәй сир йонсоталыр? Эйе, килгәс, үҙгәрҙе. Бында килгәндә шап-шаҡтай ине. Ә һеҙ үҙегеҙ нисә тапҡыр килеп хәл белдегеҙ? Ике аҙнанан киләм, тип китеп юғалып, өс айҙан һуң килгән кеше һеҙ түгелме? Ә хәҙер дәғүәләр ҡуяһығыҙмы? Ҡайтарып ебәрергә кәрәк!

Үҙе һөйләнә, үҙе, ауыҙын ҡыйшайтып, үсекләй, үҙе ваҡыт-ваҡыт күҙ ҡыҫа. Мин һөйләгәнгә ышанмағыҙ, тип әйтеүе шулмы икән?

– Ярай, – тип тынысландырҙы директор. – Һеҙ бик һорағас, атайығыҙға айырым кеше беркетербеҙ. Тик был ғына уға бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй. Сөнки ул, атайығыҙҙы әйтәм, ысынбарлыҡтан айырылып бара инде.

– Ә быныһын нисек аңларға? – тип аптыранды Саттар.

– Альцгеймер. Уның хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?

Саттар һиҫкәнде. Ишеткәне лә, күргәне лә бар. Ҡарттарҙы сабыйға әйләндергән, кешелек сифаттарын юҡҡа сығарған, был донъяға ник тыуҙым – тигән көнгә төшөргән, бер кемде лә аяп тормаған бәлә.

– Мөнәсәбәттәрҙе боҙмайыҡ, – тине директор. – Мин һеҙгә, нисек бар, шулай һөйләнем. Иң һуңғы сиккә әҙер булырға кәрәк. Әгәр атайығыҙҙы яратһағыҙ, күреп ҡалырға теләһәгеҙ, элеккенән айырмалы, йышыраҡ килегеҙ. Беҙҙең ишектәр һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ.

Директоры, йышыраҡ кил, тип һайрай башланы, тип ғәжәпләнде Саттар. Тағы берәй нәмә ҡыланырға итәме икән, тип аңламай тора. Урамға сыҡҡас та, Саттар пансионаттың һары, шөҡәтһеҙ бинаһына ҡарап торҙо. Әллә, ысынлап та, атаһын бында килтереп, бындағыларға ышанып, хаталандымы икән? Ә атай бит үҙе тыуған яҡтарына – Күркәлегә ынтылды. Шунда ҡайтып, һуңғы төйәген табырға теләгәйне. Бәлки теге ваҡыт әсәһе менән икеһен нигеҙҙәренән ҡуҙғатмаҫҡа ла булғандыр. Аҡсаһын түләһәң, ауылда ла ҡарт-ҡороно тәрбиәләрлек кешеләр бар бит. Ана, күпме кеше эшһеҙ йөрөй? Әсәһе менән атаһын бында килтереүҙән берәү ҙә отманы. Мандыманылар. Әсәйемде ҡарайым, дауалайым, тип бизнесын юғалтты, ҡатыны менән мөнәсәбәттәре боҙолдо, ғаиләһен юғалтты. Һөҙөмтәлә, әсәй ҙә, эш тә юҡ. Бына, сыҡты ла, тора. Ҡайҙа барып ҡунырға? Ярай, машинаһы үҙенең исемендә ине, һаҡлап алып ҡалды. Хәҙер ҡайҙа барырға? “Тойота”һы менән аҡрын ғына оло юлға сығып барғанда, ҡапыл Саттарҙың хәтеренә төштө: ниңә баш ватырға? Уның бит Күркәлеһе бар. Заманында атаһы менән әсәһенә өйҙө үҙе ныҡтан төҙөтөп биргәйне. Газы, һыуы, ваннаһы бар, ниңә шунда ҡайтып йәшәмәҫкә? Иҫке балта боҙ сабырға ярай, тигән һымаҡ, бәлки берәй эше лә табылыр. Ҡайтһын, ҡараһын, шунан һуң атаһын алып ҡайтыр. Ниңә былай, миллионлы ҡала буйлап меҫкенләнеп, ҡунырға урын эҙләп йөрөргә? 250 саҡрымды хәҙер ике-өс сәғәттә үтә ул! Бензин тултыртты, кәрәк булһа, тип күстәнәс алды.

Күркәленең үренә күтәрелгәндә күҙ бәйләнә лә башламағайны әле. Машинаһы менән геүләтеп, тыуған йорт эргәһенә килеп туҡтаны. Күршелә Зөбәйҙә инәйгә асҡыс ҡалдырған икән атаһы, инәйгә күстәнәс тотторған һымаҡ иткәйне, әллә ҡайһы арала табын әҙерләп өлгөрҙө. Ауылдаштары ярата Саттарҙы. Хәл белергә, күрешергә килеп еттеләр. “Әйҙә, эшкә ҡайт. Элекке һымаҡ ер һөрөп, иген үҫтереп, яңынан йәшәй башлайыҡ”, – тип ҡоторталар. Әлегә өндәшмәй Саттар, вәғәҙә бирмәй. Һүҙ биргәнһең икән, үтәргә кәрәк. Шым ғына ҡараштыра, мөмкинлектәрен барлай, кеҫәһенә һуҡҡылай. Берәй грант эләктергәндә, бәлки инвестор ҙа килеп сығыр. Күпме ер һөрөлмәй-сәселмәй ята, бында эш сығарып булыр ине. Һуңғараҡ Хәлиулла бабай килеп ултырҙы.

– Минең Ғәфиәт ҡорҙаш ни хәлдә? Алып ҡайтмайһың, күрһәтмәйһең, – тип үпкәләп алды.

Саттар шуға иғтибар итте, ауылдаштар хәҙер элекке түгел. Һәр береһе үҙ донъяһына бикләнгән. Элек ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ көслө була торғайны, Ана бит, атаһының дуҫы, Хәлиулла ҡарт та, ҡырыҫ, этеп-төртөп һөйләшә, хатта асыуланған һымаҡ.

– Һаулыҡ нисек, Хәлиулла ағай? – тип һораша Саттар.

– Насар, хәҙер беҙ ҡартайҙыҡ. Балалар, һинең һымаҡ, һирәк ҡайта, бар тип тә белмәйҙәр. Элек баҡса тултырып картуф ултырта инек, хәҙер ташланым, быйыл бер тоҡ ҡына сәстем. Улым әйтә, һатып алабыҙ, ти. Һатып алабыҙ, тимәй, һинең хеҙмәтең кәрәкмәй, ти ул миңә. Һатып алғас, алығыҙ. Һыйырҙы ла бөтөрҙөм, ауылда хәҙер көтөү ҙә юҡ. Белмәйем, нимә менән бөтөр?

– Ә ауылда эшләрлек кеше бармы? – тип ҡыҙыҡһына Саттар.

– Юҡ, – ти бабай. – Хәҙер кем эшләһен? Эшләгән кеше кәрәкме ни? Беҙ ни, заманында эшләнек, атайың да эшләне? Ә атайың нимәгә ҡайтманы? Ниңә алып ҡайтманың? – тип әллә һораша, әллә асыулана, белмәҫһең.

– Атай сирләп тора, инсульт үткәрҙе. Былай ҡарайбыҙ. Тормоштан ҡәнәғәт, – тип мыңғырланы Саттар.

– Атайым ҡәнәғәт, тиһеңме? Нисек ҡәнәғәт булһын, һин бит атайыңды ҡарттар йортона япҡанһың! Әллә һин беҙҙе иҫәр тип беләһеңме?

Ишек алдына байтаҡ кеше йыйылғайны, Хәлиулланың туҙынғанын ишетеп, тын ҡалдылар. Был ҡарт ҡала ҡунағын бешә генә!

– Үҙем эш менән булам, – тип аҡланды Саттар. – Атайҙы пансионатҡа урынлаштырҙым. Унда бөтә шарт та бар.

– Бөтә шарт та бар? – тип бот сапты Хәлиулла. – Һин беҙҙе, телевизор ҡарамай, гәзит уҡымай, интернетты күҙәтмәй, тип уйлайһыңмы? Өфөлә йәшәмәһәк тә, ошонда ятып, Өфөлә нимә барғанын вис беләбеҙ. Хәйер, һин белмәйһеңдер, элек тә белмәнең, үҙеңдең мәнфәғәттәреңде ҡайғыртып, партбилетыңа ышыҡланып йөрөнөң, – тип һаман ҡыҙа ҡарт.

– Ҡуйсы, Хәлиулла ағай, бөтә бәләне миңә таҡма. Бына ҡарарға ҡайттым. Бер аҙ арлы-бирле итәм дә, атайҙы алып, бында ҡайтам. Бәлки берәй эшкә тотонормон.

– Эй, ҡарағыҙ әле, берәү эшкә тотона, – тип үсекләшә Хәлиулла ҡарт. – Хәҙер ҡайтырға һуң инде. Элегерәк, көслөрәк сағыңда уйларға кәрәк ине. Оноттоңмо ни, атайың менән әсәйең нигеҙ эргәһендә нисә көн илап ултырҙы, Өфөгә бармайбыҙ, йорт-еребеҙҙе ташламайбыҙ, тип? Ә һин тыңламаның, алып киттең! Алып киттең дә, харап иттең. Бына миңә атайың менән бер сама. Ул нисектер, белмәйем, ә мин бында аҡрынлап булһа ла, йөрөйөм. Эшен эшләйем, кәзәһен ҡыуам. Әҙ булһа ла, картуфын ҡарайым. Ә һинең атайың менән әсәйең нимә эшләй? Сәй эсеп ултырамы? Ғүмер буйы эшләп, көс түгеп йәшәгән кеше, бер ике көнгә генә хәрәкәтһеҙ ҡалһа, ҡата башлай, ҡустым. Иҫән сағында атайыңды алып ҡайта һал, унда, ҡалала, харап итмә, ғүмерлек үкенес булыр. Үҙең дә ҡайт, бәлки берәй эш сығарырһың. Ай-һай, ергә хужалар күбәйҙе хәҙер. Ә береһе лә эшләргә теләмәй. Хужа булырға, һатып ебәрергә йөрөйҙәр. Әүәлдән билдәле, ерҙә эшләйһең икән, ерҙә аяҡтарың менән ныҡ баҫып торорға кәрәк! Ат аҫырайһың икән, һин ат һымаҡ булырға тейешһең! Һыйыр тотаһың икән, һыйыр һымаҡ әрһеҙ бул! Ҡустым, әйткәнемә үпкәләмә, мин һинән өлкәнерәк. Ошо йәшкә еткәс кенә ерҙә теләһә-кемдең эшләй аламауына төшөндөм.

Саттар бик ныҡ тыңланы. Ризалашмаһа ла, өндәшмәне. Хәлиулла ағайҙы еңеп булмай. Саттар үҙе лә белә, ҡарттың әйткәндәренең күбеһе дөрөҫ. Ул әле ныҡ баҫып торған Хәлиуллаға ҡараны, бәлтерәп бөткән атаһын иҫкә төшөрҙө. Юҡ, әлегә һуң түгелдер. Хакимиәткә барыр, арлы-бирле йомоштарын йомошлар, таныштарының хәлен белер, киләһе аҙналарға Өфөгә барыр ҙа, атаһын алып, бында кире ҡайтыр. Халыҡ ауылда тәртипле, өйөнөң бер нәмәһенә теймәгәндәр. Мунсаға, тип атаһы ярып ҡалдырған утынға тиклем өйөлөп ята.

Саттар электән эскегә бик әүәҫ булманы. Шулай ҙа, бер ҡайтҡас, ара-тирә тотҡоларға тура килде.Таныштары ла килеп сыҡты. Киләһе дүшәмбе кире Өфө яғына ыңғайларға ҡарар итте. Был яҡта шуныһы ғына насар, кеҫә телефоны насар тота. Өҫтәүенә, зарядкаһын онотоп ҡалдырған. Ун көн буйына телефондың нимә икәнлеген онотоп, тыныс ҡына йөрөнө лә ҡуйҙы. Берәү ҙә эҙләмәй ҙә, шылтыратмай ҙа, мәшәҡәтләмәй ҙә.

Дүшәмбе таң менән ҡуҙғалғайны, сәғәт туғыҙҙарға баш ҡалаға килеп тә инде. Иң тәүҙә телефонына зарядка һатып алды, уныһы, тоташырыуға, байтаҡ йыйылған икән, туҡтауһыҙ шылтырай башланы. Ҡайһыһына яуап бирергә лә белмәй.

Саттар шылтыратыуҙарҙың иң күбе пансионат директорыныҡы икәнлеген һиҙеп ҡалды һәм күңеле, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ фажиғә алдында торған һымаҡ, шомланып ҡуйҙы. Бына – СМС-ка, директорҙан. Хәбәрҙә: “Атайығыҙ вафат булыу сәбәпле, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Ерләү эштәрен ойоштороу өсөн, тиҙ арала килеп етеүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тип яҙылғайны. Саттар, нимә эшләргә белмәй, шаңғыны ла ҡуйҙы. Көс-хәл менән нисек пансионатҡа барып етеүен дә аңғарманы. Сәмиғуллин, Саттарҙың килеп туҡтауын күреү менән, директор яғына йүгерҙе.

Ҡаршыһына директор килеп сыҡты.

– Нимә булды? – тине Саттар шым ғына.

– Полиция, табиптар үҙен ҡараны, енәйәт осрағы түгел, бәхетһеҙлек осрағы, тип теркәнеләр. Атайығыҙ, мәрхүм, ҡайҙалыр барырға йыйынған. Сумкаһына әйберҙәрен һалып алған. Шунан, ҡапҡа бикле булғас, ҡойма аша сығырға теләгән. Шунда пинжәге таҡтаға эләгеп, мәрхүм, быуылып, үлгән. Беҙ ғәйебебеҙҙе таныйбыҙ. Ул көндө дежурҙа торғандар эштән ҡыуылды. Ерләү эштәрен беҙ пансионат иҫәбенә атҡарып ҡуйҙыҡ...

– Ниндәй ерләү эштәре?! Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ?!

– Эйе, беҙ уны бында һаҡлай алмайбыҙ. Моргтағы хәлдәрҙе үҙегеҙ беләһегеҙ. Көндәр ҙә эҫе тора. Ә һеҙҙе беҙ эҙләнек, иртәнән алып, кискә тиклем эҙләнек. Мин үҙем көн һайын өс-дүрт тапҡыр шылтыраттым. Һеҙ ниңә атайығыҙҙы ташлап киттегеҙ? Беҙҙең ғәйеп юҡ. Беҙ уның өсөн, һеҙҙең өсөн, һеҙ һорағанға, барыһын да эшләнек.

Саттарҙың хәле бөттө, башы шауланы. Ул, директорға ҡарап: “Һыу, һыу бирегеҙ”, – тип кенә әйтә алды. Тиҙ генә һыу килтерҙеләр, йүгереп табип килеп инде. «Тиҙ ярҙам»ға шылтырата һалдылар. Ләкин һуң ине. Саттар бер-ике генә һелкенеп, тартышып ҡуйҙы. Хатта бер тапҡыр: “Эх, атай”, – тип әйткәндәй булды.

Сыҡмаған йәне бар ине әле Саттарҙың. Санитарҙар уны, һаҡ ҡына, эргәләге яҡҡа, ауыр хәлдәгеләр эргәһенә, индереп һалдылар.

Директор янына бүлек мөдире килеп етә һалды:

– Атаһының да әллә күпме бурысы ҡалды, бының өсөн кем түләр икән? – тип ныҡлы ҡыҙыҡһынды.

– Башыңды ҡатырма! – тине директор уҫал ғына. – Нимә, тере кешене урамға сығарып һалырға итәһеңме? Ҡулыңдан килгәнсә, дауала! Фәҡир кеше түгел. Тере ҡалһа, түләр, ә инде булмаһа, ни хәл итәһең, ул тиклем генә юғалтыуҙар була инде. Бына – асҡысы. Әлегә машинаһын индереп ҡуйығыҙ.

Ауыр хәл бөтәһен дә тигеҙләй шул. Бая ғына мөһәбәт кәүҙәле булып күренгән Саттар көс-хәл менән, йыш-йыш тын алып, ҡаҡ матрац өҫтөндә тапланып бөткән юрған ябынып ята. Бер-ике укол ҡаҙанылар, тамсыға тоташтырҙылар. Ә был ваҡытта Саттар Күркәлегә ҡайтҡан да, ялан аяҡлап, һыу буйында йөрөй. Ауылда ҡайһылай рәхәт һәм тыныс, ти ул. Ана, атаһы менән әсәһе килеп сыҡты, уларға Хәлиулла ҡарт эйәргән. “Хәлең нисек?” – ти атаһы...

Саттар өндәшмәй, сөнки атаһына әйтер һүҙе юҡ. Атаһының ҡайҙа йөрөгәнен дә, ҡайҙа ерләнгәнен дә белмәй ул. Эргәһендә генә кемдәрҙер ыңғыраша, ярҙам һорай: “Һыу, бер стакан һыу!” – ти кемелер.

Саттар өндәшмәй. Уға хәҙер бер ни ҙә кәрәк түгел. Хатта һыу ҙа эскеһе килмәй..Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: