Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
7 Сентябрь 2021, 18:08

Ҡолонло бейә

Эш көнөн саҡ үткәреп бөтөп ҡайтты Әлмира. Быға тиклем төнгәсә ҡалып ултырып, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ яҙыу-һыҙыуынан арынып сыҡҡанында, мәктәбендә төнгө ҡарауылсынан башҡа йән эйәһе ҡалмай торғайны. Бөгөн йәш уҡытыусыларҙан да алдараҡ ысҡынды. Сөнки йөрәге тыныс түгел.

 Сөнки ҡайта һалып хәл итә торған эше бар. Өҫтөн алыштырып аш бүлмәһенә үтте. Иртәнсәк яҙа-йоҙа йыйыштырып киткән ҡашығаяғын тәртипкә килтерҙе. Һөҙөп ултыртылған һурпаһын сығарып плитәгә ҡуйҙы. Кисәге итен йылытты. Юл ыңғайы һатып алған әсе ҡамырҙы йәйеп, шаҡмаҡлап ҡырҡҡыланы ла, табаға шыйыҡ май ҡойоп газға ултыртты. Хәҙер ҡыҙартып ҡына майғикмәктәр бешереп алыр. Улы ярата бит. Күптән үҙен былайтып иркәләгәне лә юҡ. Шул мәктәп тип йөрөп һаман... ғүмер буйы...Ишек асылыу менән Айраттың шат тауышы яңғыраны:

— Подъездан уҡ еҫен һиҙеп киләм! Бындайҙы минең әсәй генә бешерә ала тип уйлайым!Әлмира уның ошо һүҙҙәрен көтөп тора, йөҙө ҡояштай балҡый:

— Әйҙә, балам! Ҡулыңды йыу ҙа кил, һыуынмаҫ борон.Айрат кейемен генә һала ла, тәрилкәлә өймәләп булып ятҡан ваҡ икмәктәрҙең береһен эләктереп тә ҡаба:

— Ммм... телеңде йоторлоҡ! Әсәһе уны бәләкәй балалай итеп шелтәләй:

— Ҡулыңды? Ҡулыңды кем йыуа?

Улы уны “әп” итеп ваннаға юллана ла, йыуынып сығып ҡаршыһына килеп тә ултыра.

— Күптән миңә бындайҙы ашатҡаның юҡ бит, әсәй. Ҡалай һағындырған, - тип һөйләнә-һөйләнә ихлас тотона.

— Ҡабаланма, улым. Башта аш ашап алайыҡ, ҡоро икмәк менән тығынма, - тиһә лә улының ошолай ашағанын ярата ул.

Аш аҙағынан сәй килде. Әлмира балаһына ҡарап-ҡарап ала, тик тел осондағын нисек сисергә, һүҙҙе ҡайҙан башлап китергә белмәй.

— Эшеңдә нисек, улым? Ауыр түгелме?

Айрат яңы урынға күскәйне, был эшендә ике ай ғына йөрөүе.

— Юҡ, коллектив һәйбәт, все нормально.

— Ярай атыу. Бик яҡшы. Ә-ә... ҡатын-ҡыҙҙар күпме?

— Бар былай.— Ҡыҙ-ҡырҡын тейем. Күҙ һалырҙай ҡыҙҙар һиңә...

— Ниндәй ҡыҙҙар, әсәй? – Айрат, ғәҙәтенсә, бындай һүҙҙән ситкә китмәксе.—

Ниндәй ҡыҙҙар тип, ҡыҙҙарға ла күҙ һалырға ваҡыт, мине киленһеҙ итмәҫһең дә инде?

— Булыр, әсәй, ваҡыты еткәс.

Ҡатын улына үпкәле төбәлеп ҡалды.

— Йә? – тине уның был ҡарашын белгән улы, - Әйт, нимә ишеттерергә теләйһең?

— Улым, — әсә бер генә тәрән тын алды ла теҙеп һалды, — Һинең кем менән буталғаныңды еткерҙеләр инде. Тик мин ҡаршы. Мин был мөнәсәбәткә тешем-тырнағым менән ҡаршымын. Ишетәһеңме?Айрат уны ҡаштарын үргә сөйөп тыңланы ла, һындыра ҡарап ҡаршы һорау бирҙе:

— Ниңә ҡаршыһың? Нимәһе менән оҡшамай һиңә Дилә?

— Шулай, балам, оҡшамай. Ул ҡыҙ һиңә пар түгел.

— Ә ниндәй ҡыҙ пар миңә? Алтын сәсле, көмөш тешлеме? – Айраттың тауышы тыныс ҡалды, әммә унда тимер сыңы ла салынды. Улын ҡатылыҡ менән һындыра алмаҫын белгән ҡатын ҡапыл ғына икенсе юҫыҡҡа төштө.

— Балаҡайым, һин бит уны бөтөнләй белмәйһең. Шуға әйтәм бит, ҡыҙ-ҡырҡын менән күберәк аралаш, күр, һайла тип. Кеше бер-берен йәш саҡта һайлай инде.

— Диләне һин саҡырҙың бит беҙгә, һин таныштырҙың. Һинең мәктәп уҡытыусыһы. Нисек инде белмәйем? – улы һаман яуап талап итте.Әлмира һөйләшеүҙе ошо ыҙанға алып бара бит инде. Ярып та һалды:

— Бына ул һиңә балаһы бар икәнлеген әйттеме? – улының ҡарашынан аңлап тантана ла итте, — Ә-ә! Әйтәмәгән бит! Ә һин уны беләм тиһең.

— Нисек... Ниндәй балаһы?

— Бына шундай балаһы. Ҡыҙы бар уның, дүрт-биш йәштәр самаһылыр инде. Ирһеҙ тапҡан булған.Айрат был яңылыҡты ысынлап белмәгән, ахыры, бер килке өндәшә алмай ҡалды. Уның был халәтен күҙәтеп ултырыуы еңелдән дә түгел ине әсәгә.

— Ирһеҙ?.. Ул бит шундай йәш... Ҡасан?.. Мәктәптә уҡығандамы ни?

— Мәктәпте бөткән дә ауырға ҡалған инде. Ярай, уныһы нимәгә беҙгә? Иң мөһимен әйттем – балалы ҡатын кәрәкмәй беҙгә.

— Беҙгә? Һиңәме әллә миңәме?Йә инде, кемгә оҡшап ҡарышҡыр еңмеш һуң был малай?

— “Беҙ” ул, улым, беҙҙең ғаилә тигән һүҙ, йәғни, икебеҙ.

— Мин фекеремде әйтмәнем әле.

Ауыр ҡарашын күтәрҙе улы әсәһенә. Тәүгә күргәндәй төбәлде. Унан һәр һүҙен айырым-асыҡ итеп яйлап ҡына әйтте:

— Үҙемә кем кәрәк икәнен мин үҙем хәл итермен, әсәй. Рәхмәт ашыңа.

— Айрат! Мин бит һине уйлап... – улының бүлмә ишеге ябылды.

Төнө буйы йоҡламаны Әлмира. Уйламаған уйы, ҡормаған планы ҡалманы. Инде был хәбәрҙе ҡуҙғатырын ҡуҙғатҡас, башлағанын тамамлап, ҡабат ҡайтмаҫлыҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Ярай, улы әлегә асыуланды, тик был оҙаҡҡа бармаҫ. Уның холҡо шундайыраҡ бит. Үҙенә оҡшамағанды ныҡышһаң, баҫым яһаһаң арҡырылана ла китә. Ыңғайына һыпырыңҡырап, яйлап, ҡаты бәрелмәй генә ыҡҡа килтереп була уны. Әлбиттә, ыңғайламай ҡуя торған яғы ла бар. Әммә был мәсьәләлә ҡалайтһа ла ҡалайтыр Әлмира, ризалаштырыу яйын күрер. Сөнки башҡаса булыуы мөмкин түгел. Уның берҙән-бер ғәзиз балаһы, күҙ өҫтөндәге ҡаш булған улы нисек итеп балалы ҡатын алһын, ти? Юҡ-юҡ! Бая анау бер һүҙе лә көйгәнендә башына килеп инде бит әле, саҡ әйтеп ысҡындырманы. Ҡолонло бейә! Һы... Уны ҡалай тота килеп иҫләне әле? Хәтеренә төшөрөп тормаһа ла, күңеленә ныҡ уйылып ҡалған икән......

Әлмира ла йәшләй генә әсәй булғайны. Мәктәптән артынан йөрөгән Сәлих, армияға повестка алғас та, ата-әсәһен ебәрҙе уларға. Әлмираның әсәһе “йөрөп ҡайтһынсәле” тип ҡараһа ла, йәштәр өтөп-ҡырып алып барҙы. Никахлашып аҙна-ун көн йәшәп ҡалдылармы, ирен алып та киттеләр. Ул китеүгә ике ай тигәндә йәш ҡатын йөклө икәнлеген төшөндө, мәле еткәс улы ла тыуҙы. Педучилищела уҡып йөрөгән еренән бер йылға ял алып ауылға ҡәйнәһе янына ҡайтты килен. Шунда ирен көтөп алды. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла яйлы кеүек ине лә, Сәлихы ғына ҡайтҡанынан алып эсендәге һыҙланыуға түҙә алмай яфаланып хәүефкә һалды. Дауаханаға һалғайнылар, ауырыуы бер аҙ баҫылды ла, сығып аҙыраҡ йөрөүгә тағы башланды. Шулайтып бер ятты, бер сыҡты, унан ҡабат ятты. Бәләкәс балаһы, йәш ҡатыны менән рәхәтләнеп йәшәү бәхетен татый ҙа алманы. Ыҙаланы, сырайы һытыҡ, йөҙө йонсоу булды. Был халәтенән уңайһыҙланды, шуға ла бүлмәлә стенаға ҡарап бөгәрләнеп ятыуға күнекте. Табиптар эсәктәрендә ниндәйҙер инфекция таптылар, ваҡытлыса ауыртыныуҙарын баҫтылар, әммә тулыһынса ҡотолдора алманылар. Әлмира уның менән һөйләшеп, әүрәтеп ҡарай ҙа, артыҡ бер ни менән дә ярҙам итә алмай. Үҙенә лә бәләкәй бала менән уҡыуын тамамларға, эшкә төшөү юлдарын ҡарарға кәрәк. Ауырыу ире менән улын ҡәйнәһе ҡарамағына ҡалдырып диплом яҡлауға юлланды. Эштәрен тамамлап, ҡыуанып, өйҙәгеләренә бүләктәр ҡарап йөрөй биреп фатирына ҡайтып инһә, унда ҡурҡыныс хәбәр көтә: ире аҫылынған!

Егерме ике йәшендә бала менән тол булып ултырып ҡалды ҡатын. Өҫтөнә күк ҡабағы ауҙарылып төшкәндәй булғайны башта. Әммә ул йәш ине, сәләмәт ине, етмәһә эргәһендә иғтибар даулап бәләкәс улы йөрөй. Ваҡыт та үҙенекен итте. Ауылдағы мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә урынлашты, балаһын баҡсаға йөрөттө, әсәһе менән, ҡустыһы өйләнмәгән ине әле, көңгөр-ҡаңғыр килеп йәшәне лә яттылар.Ауыл ерендә уның һымаҡ йәш ҡатындар оҙаҡ яңғыҙ булмай ҙа. Әлмираның сәскә атҡан сағы, дәртле, егрәле, алдына алғанын ҡуймай торған ҡара тырыш заттан бит ул. Өс-дүрт йыл уҡытыуынан “яҡшы уҡытыусы” тигән даны ла сыҡты. Һәм ауылда уға ирҙәр түгел, ә егет-елән күҙ һала ине. Шулар араһынан күрше ауылдың уҡытыусы егетен яҡын күрҙе үҙе. Уныһы ҡатындың һырт бормағанын аңғарғас һандуғас булып һайраны, ҡарлуғас булып кәйелде. Ял көнөндә матайына атланып килеп етте, алсаҡланып өйҙәренә лә килеп инде, әсәһе менән һин дә мин һөйләште, ҡустыһына ярҙамлашып ярап алды. Был күренеште ауыл халҡы ла күреп-күҙәтеп торҙо. Эштәр туйға баралыр инде тигәндә генә, берҙән бер кис әсәһенең күрше ауылда йәшәгән ҡустыһы еңгәһе менән килеп төштөләр. Башта әсәһе менән шыш-быш һөйләштеләр ҙә, аҙаҡ Әлмираны ла саҡырып алып күҙен астылар. Баҡтиһәң, кейәү булырға йөрөгән егеттең әсәһе улының һайлаған кешеһен белгәс яу ҡуптарған икән. Улын тетеп һалыуы ғына етмәгән, ағаларына ла килеп еткән. Төп йортта ҡала торған кинйә улын балалы ҡатынға өйләндереү хаҡында һүҙ ҙә булмаясағын тиҙ төшөндөргән быларға.

— Ҡолонло бейә кәрәкмәй беҙгә! – тип бармаҡ янап ҡысҡырған ул ҡапҡа алдына сыҡҡас та... дөрөҫ булһа инде. Был әйтелгәндәрҙе күршеләр ишеткәндер, күрәһең. Һәм тиҙ арала бөтә ауыл белгән.Көн дә мәктәбенә барып-ҡайтып бер ни булмағандай йөрөһә лә, эсендә янған уттан саҡ тоҡанып китмәй үткәрҙе ул мәлдәрҙе Әлмира. Ниндәй генә хәл булғанда ла, “яратам” тип өҙөлгән кешеһе килер, аңлашыр тип көттө. Бер ай көттө, ике ай... уныһы килмәне. Тимәк, әсәһе теләгенә ҡаршы бара алманы, һөйөүен яҡларлыҡ көсө булай сыҡты. Исмаһам ошоларҙы килеп аңлатып та китмәне. “Ҡурҡаҡ! Ҡурҡаҡ...” тип кенә әсенеп уйлай, төндәрен тауышһыҙ һығылып илай алды ҡатын. Шулай өнһөҙ -тынһыҙ кисерҙе ул был һөйөү ғазабын, ҡатылығына барып хатта еңгәләренә лә, иң яҡын әхирәттәренә лә бер хәсрәтле “аһ”ын ишеттермәне. Шул уҡыу йылы тамамланыуға эшенән сыҡты ла, баш ҡалаға барып урын эҙләп тапты. Ситтән тороп институтҡа инде. Йәшәргә бүлмә тапҡас улын да алып китеп, бәләкәс кенә бер ғаилә булып айырымландылар.

Бында ла тырыш уҡытыусыны аңғарманылар түгел. Нисәлер йылдан завуч итеп күтәрҙеләр. Тиҫтә йылдан ашыу ошо вазифаһында ал-ял белмәй сапты ул. Бөтөн тормошо мәктәптә булды. Улы ла янында уҡыны. Ҡала, республика кимәлендә данлы уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре итеп күтәрҙеләр. Үҙенең дә бөтөн ҡыҙыҡһынғаны балалар, уҡыусылары, коллективы, мәктәбе булды. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған ерҙә уның иғтибарын йәлеп итерҙәй ир заты ла булманы, ул турала уйларға үҙенең теләге лә тыуманы, димләгәндәргә ыҡҡа ла килмәне. Ҡасандыр бер ваҡыт ишеткән “ҡолонло бейә” ҡушаматы уға ныҡ тәьҫир иткәйне. Тәҫьир иткәйне генә түгел, ә йөрәген ир-атҡа ҡарата мәңгелеккә бикләгәйне.

Унан килеп, көтмәгәндә, мәктәп директоры итеп күтәрҙеләр. Бынан һуң инде Әлмира өсөн эргә-тирәләге башҡа донъя юғалғандай булып ҡалды. Баш-көллө шул йәмғиәтенә сумды. Ул арала улы үҫеп етеп институтҡа инде, һалдат хеҙмәткә барып килде, эшкә урынлашты. Башта тәжрибә өсөн йөрөһә, күптән түгел аҡсалы ғына урын табып та төшөп китте. Йәшәйештәре камил ғына ине... бынау ҡыҙ килеп сыҡҡанға тиклем.

Диләне ысынлап Әлмира үҙе алып ҡайтты шул өйөнә. Мәктәпкә эш эҙләп килгән йәш уҡытыусыны завучы эшкә алмаған да, был яҡлау эҙләп директорға килеп ингән. “Мин һеҙҙең райондашығыҙ булам, Әлмира Ҡыуандыҡовна, зинһар, ярҙам итегеҙсе”, - тип инәлеп тороуына ҡолаҡ һалды шул. Һөйләшеп киттеләр, уртаҡ таныштары булып сыҡты. Бала сырайлы ғына ҡыҙҙың өс йәшлек ҡыҙы ла бар булып сыҡты. Әле ауылда әсәһе ҡулында икән. Үҙе ситтән тороп уҡый, сессияға китергә кәрәк буласағын белгән бер мәктәптә лә алмайҙар. Илар сиккә етеп ултырған йәш ҡатынды йәлләне шул саҡ Әлмира, райондашы булыуы ла үҙенекен итте һәм ул урынбаҫарын саҡыртып алып Диләнең документтарын барларға ҡушты. Ҡыуанысы эсенә һыймаған ҡыҙ йүгереп килеп ҡосаҡлап алды директорҙы, ҡат-ҡат рәхмәттәрен уҡыны. Эшләп киткәс тә яйы тура килгән һайын инеп хәл белеште, ауылдан килгән һөт-ҡаймаҡ ҡалдырҙы. Улы икенсе ҡалала уҡыған Әлмираға ла ошондай кеше кәрәк ине, буғай, яңғыҙлыҡ ялҡытҡан да, күрәһең. Ул да хәҙер ҡыҙҙы ялдарға саҡырғылай, баҡсаһына барғанда өндәшә башланы. Алсаҡ йәш ҡатындың һөйләшеүен, фекерҙәрен оҡшаттымы, әллә йәшлеген ҡыҙыҡ күрҙеме, һәр хәлдә береһе оло, икенсеһе йәш булып та бер тиңдәй аралашып алып киттеләр. Ҡарап-ҡарап ултырып был ҡатынды үҙенә лә оҡшатып китә ине ул. Әлбиттә, Дилә уға ҡарағанда йомшағыраҡ, хислерәк, әммә ул да ҡасандыр Әлмира үткән юлды үтергә тырышып-тырмашып ята. Уҡыуын тамамлайым, балаһын янына алам, йәшәргә берәй мөйөш булдырам тип дәртләнеп йөрөй.

Йыл ярым самаһы элек улы янына ҡайтып бында төпләнгәйне. Әлмира юбилейын үткәрергә булып китте. Ҙурлап билдәләмәҫ тә ине инде, коллективы өҙмәне лә ҡуйманы. Кафела тантана яһағас, яҡыныраҡ кешеләре менән өйҙә лә ултырып алырға булдылар. Әлбиттә, бындай мәшәҡәтле мәлдә Дилә иң беренсе ярҙамсыһы ине. Бына шунда таныштырғайны улын был ҡыҙ менән. Әммә һис тә улына тиң, уға килен булырҙай итеп түгел, ә йәш коллегаһы итеп кенә күрһәткәйне. Кем уйлаған улы күҙ һалыр тип? Ә тегеһенә, Диләгә, шундай егетте ер тетеп эҙләһә лә табырлыҡ түгел ине. Әллә маҡсатлы рәүештә танышҡандырҙа әле, кем белә? Ҡатын-ҡыҙ мәкеренең сиге бармы?..

Улы иртәнсәк тә яҙылмаған ине әле. Әсәһенең йөҙөнә ҡарамай ғына ашаны ла, сығып китте. Хәҙер өйөндәге был күңелһеҙлектең, низағтың ғәйебен бер Диләлә күргән Әлмира, мәктәбенә барып еткәнсе ярһыны. Уның ҡаты, һалҡын ҡарашынан ҡаршыһына осраған уҡытыусылар албырғашып ҡалды. Сәләм биреүселәргә әллә яуап бирҙе, әллә юҡ. Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ ҙа хужабикәһенең кәйефһеҙлеген аңғарып һикереп торҙо:

— Хәйерле иртә, Әлмира Ҡыуандыҡовна!

— Хәйерле... Ҡалай тынсыу, килгәс тә тәҙрәләрҙе ас тип әйтәм бит... Кисәге иғланды ла һаман алмағанһың.

Кабинетына ингәс, ҡушҡандарын йүгермәләп йөрөп үтәгән сәркәтибенә яңы фарман бирҙе:

— Дилә Фәритовнаны саҡырт әле, срочно ғына.Бер-нисә минуттан Дилә уның ҡаршыһында тора ине инде. Ул да етәксенең йөҙөнән үк етди һүҙ булаһын аңғарып һағайып ҡалған.

— Ултыр. Башта ишекте яп.Йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған ҡаты һәм һынсыл күҙҙәре менән алдындағы йәш ҡатынды ентекле күҙҙән үткәреп алды директор. Уның ҡиммәтле булмаған, әммә ҡупшы кәүҙәһендә матур ултырған ябай ғына костюмын, тырнаҡтары ҡыҫҡа итеп киҫелгән маникюрһыҙ бармаҡтарын, ниндәйҙер биҙәкле үреү менән үрелеп төшөп иңбашына ятҡан оҙон булмаған толомон тәүгә күргәндәй итеп ҡарап сыҡты. Был ҡараштан ҡыҙ ҡаушаны.

— Әлмира Ҡыуандыҡовна... Берәй нәмә булдымы әллә?

— Булды, — тине өҙөп кенә Әлмира, — нимә булырға тейеш булһа, шул булды.

— Ә... нимә?..— Айрат менән беҙҙең арала бик етди һөйләшеү булды. Мин һеҙҙең бергә киноға йөрөүегеҙҙе, ял итеүегеҙҙе беләм. Мәктәпкә курьер алып килгән сәсәкәләрҙең унан икәнлеген еткерҙеләр. Так что, все под контролем.

— Әлмира Ҡыуандыҡовна, һеҙ, зинһар, насар уйламағыҙ...

— Мин бер нәмә лә уйламайым, ҡәҙерлем. Бында мин уйлап ултырыр сәбәп юҡ! Һин үҙеңде минең улыма тиң икән тип уйлайһыңмы әллә?

Дилә нимәлер тип әйтергә асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп ҡалды. Ә ҡыҙғандан-ҡыҙа барған Әлмира төнө буйы йыйылғанын тышҡа һирпте.

— Әлбиттә, юғары белемле, яҡшы эшле, сибәр, тәрбиәле, фатирлы ҡала егете кемде ҡыҙыҡтырмаҫ? Тик уны өйләнмәгәс тә, һине көтөп йөрөгән тип уйлама. Ул бала ошондай булып күктән килеп төшмәгән. Мин уны яңғыҙ үҫтереп кеше иттем! Шул баланы уйлап үҙ тормошомдо ҡорманым, сит ир күҙенә ҡаратып ултыртҡым килмәне. Бөтөн булмышымды улыма бағышланым. Һәм һәр әсәй кеүек үк мин дә улымдың үҙенә тиң ҡыҙ алыуын теләйем. Һәр кем тормошта үҙ тиңе менән йәшәргә тейеш.

Етәксеһенең тел төбөн төшөнгән Дилә ҡайтарып яуап бирмәне. Ул тәҙрәгә ҡарап тынып ҡалғайны. Ниндәйҙер ҡаршылыҡ көтөп ярһыған Әлмираға бер аҙ тауышын баҫыуҙан башҡа сара ҡалманы.

— Дилә, һин мине дошман итеп күрмә. Мин һиңә дөрөҫөн һәм тейешен әйтәм. Уны-быны аңлап алһа Айрат һине үҙе үк ташлаясаҡ. Ул саҡта тағы ла ауырыраҡ булыр ине, аңлайһыңмы?

— Аңлап етмәйем... Һеҙ мине нимәлә ғәйепләйһегеҙ?

— Улымдың башын ҡатырыуҙа. Ул яңы яҡшы эшкә төшкән, әле үҙен күрһәтәһе, карьера эшләйһе бар. Унан үҙенә барғандай ҡыҙ... Һин бит күреп тораһың, ул ниндәй егет?!

— Ниндәй? – ниһайәт, Диләнең дә күҙҙәрендә осҡондар хасил булды.

— Нисек “ниндәй”? Белемле... Тыштан ғына алғанда ла... нисек кейенә, үҙен нисек тота... мәҙәниәтле, сибәр ҡала егете... Нисек икәнлеген һин үҙең лә күрәһең бит. Мин һинең уға ғашиҡ булыуыңа ла аптырамайым.

— Эйе, Әлмира Ҡыуандыҡовна, һеҙҙең улығыҙ миңә яҡын, — йәш ҡатын йылмайғандай ҙа итте, — Тик мин уның, һеҙ уйлағанса, әүрәтергә лә, башын бутарға ла йыйынмайым. Киреһенсә, ул миңә дуҫлыҡ тәҡдим итте, ул мине эҙләп килде. Ул әлеге ваҡытта минең иғтибарымды яулау менән мәшғүл.

— Ишетергә лә теләмәйем. Улай намыҫлы булғас, ни эшләп һин уға балалы икәнлегеңде шундыҡ әйтмәнең?

— Һеҙ әйткәнһегеҙ бит инде, — йәш ҡатындың ҡарашын күтәрә алманы Әлмира, ситкә боролдо. – Үҙем әйтмәҫ тигәйнегеҙме? Мин ваҡыты еткәнен көткәйнем, әгәр хистәре ысын булһа, әгәр ирҙәрсә хәл итә алһа, баламды ла артыҡ күрмәҫ тигәйнем.

— Белмәйем, Дилә Фәритовна, артабан нисек итерһең, әммә һиңә улымды тоттороп ҡуяһым юҡ. Баштан уҡ шуны бел! Бар дәресеңә.

Ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң бер-нисә көн йөрәге тулап ыҙалатты Әлмира Ҡыуандыҡовнаны. Ҡан баҫымы күтәрелә биреп йөрөнө. Медсестра саҡыртып бер-ике укол сәнстерҙе. Унан яйлап тынысланды. Эргә-тирәһе лә уның менән килешкән, уның фекерен ҡабул иткән кеүек булды. Эшендә лә, өйөндә лә эш-хәлдәре элекке ыҙанына төштө. Тағы ла еңел һулғандай итте.Улының алдан билгеле булған командировкаһы килеп етте. Германияға өс айға уҡыуға ебәрәләр ине эш урынынан, ниндәйҙер замана технологиялары буйынса.Етәкселеккә әҙерләйҙәр, тимәк. Әсәләрсә борсола ла, шул уҡ ваҡытта бындай яңылыҡтарына ҡыуана ла Әлмира.Ике-өс көн рәттән юл сумкаһын йыйҙылар. Әсәһе сумаҙанға бер нәмәләрҙе һалды, улы кире алды. Әлмира тағы нимәләрҙелер тултырҙы, Айрат уларҙы башҡаһы менән алмаштырҙы. Бәхәсләшеп тә киттеләр. Ҡалай ҙа төйөнсөктәр төйнәлде һәм мәлендә әсәле-уллы аэропортта ултыралар ине.Әлмира улының ҡәҙерле йөҙөнән күҙҙәрен ала алмай. Тегеһенең тынысһыҙлығын, нимәгәлер эстән борсолғанын тойомлағанға шулай итә. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла туҡтауһыҙ телефонына күҙ һала, ҡапыл һикереп тороп оҙон булып бер килке баҫып тора, яҡ-яғына ҡарана ла ҡабат утыра. Һөйләшкәндә лә иғтибарһыҙ кеүек, әйткәнде ишетеп-аңлап етмәгәндәй. Башта юлға сығыуына шулай тынысһыҙланалыр тип уйлағайны ла Әлмира, юҡ, бында икенсе ғиллә икәнлеген аңлап алды. Ул ғилләнең сәбәбен дә, исемен дә белә хатта. Әммә төшөнмгәнгә һалышты, бөтөнләй икенсе нәмәләр һөйләне.

— Уҡыуға ғына ҡапланма, сит илдең матур урындарын да күреп сыҡ. Бындай бәхет һәр кемгә тәтемәй.

— Эйе, - тип кенә килешә лә, хәбәрҙе ялғамай улы.

— Минең бер таныштың ҡыҙы шулай Францияға уҡырға барҙы ла, торҙо ла ҡалды. Кейәүгә лә сыҡҡан шикелле. Сит илдә тормош күпкә яҡшы тиҙәр бит.

— Шулайҙыр...— Йылырак куртка алманың әле, яҙ унда ла һыуыҡтыр инде , ә?

— Алырмын. Кәрәк булһа унда алырмын.

— Ҡарале... анау медколледждың директоры Земфира Ғафаровнаны иҫләйһеңме? Шуларҙа ҡунаҡта булғайным ошо шәмбе, ҡыҙы һылыу булып үҫеп еткән икән, иҫләйһеңме Региналарын? Медицина институтын тамалап килә, табип буласаҡ. Ҡалай һәйбәт һөнәр, ивет?

Айрат иғтибарһыҙ ғына баш ҡағыуҙан үтмәй.

— Бына шул ҡыҙыҡай “Айраттың хәле нисек тә, хәле нисек” тип һорашты, номерын да яҙып бирҙе әле. Мә, тегендә күңелһеҙ булмаҫ, аралашып торорһоғоҙ. Ата-әсәһе яҡшы кешеләр...Тик улы әсәһе һуҙған ҡағыҙға үрелергә ашыҡманы. Ҡағыҙ тотҡан ҡулының һаман һауала аҫылынып тороуына, унан бигерәк һөйләгәндәренең тейешле урынға барып етмәүенә йәне көйҙө ҡатындың.

— Нимә, әсәйең һиңә яманды теләйме әллә? Әсәң һүҙен тапап китерлек булып үҫкәнһең икән.

Эске кисерештәрен баҫып, нисек тә тыныслыҡ һаҡларға тырышып ултырған Айраттың да сабырлығы самалы.

— Мин һинән ҡыҙ һораманым, әсәй. Был мәсьәләне үҙем хәл итәм тип әйттем бит.

— Итерһең хәл! Кемде көткәнеңде аңламай тип уйлайһыңмы? Оялмаһа килһен!

— Ә нишләп ул оялырға тейеш? Етәкселегең менән файҙаланып уны ҡурҡытҡан һиңә оят булырға тейеш.

— Ә-ә-ә?! – Әлмира һуҙып ҡысҡырып ебәрҙе. Уға хатта эргә-тирәләгеләр боролоп ҡараны. – Ошаҡлаштымы ла ни?

— Ошаҡлашманы. Ул хатта трубканы ла алмай, мине күрергә лә теләмәй. Үҙем төшөндөм, сөнки әсәйемде яҡшы беләм. Минең әсәйем һәр ваҡыт үҙ һүҙен һүҙ итеп, башҡаларҙы шул фекеренә, әйткәненә буйһондороп өйрәнгән. Ниндәй юлдар менән булһа ла теләгәнен алға сығарырға күнеккән. Ә ул уйлап сығарылған тәртиптәрҙең, тейеш булғандарҙың башҡаларға кәрәкме-түгелме, башҡаларҙың яҙмышын боҙамы-боҙмаймы икәнендә уның эше юҡ.Бындайҙы уҡ көтмәгән ҡатын ныҡ аптырауын белдертә булып берсә маңлайын, берсә түшен баҫты. Әммә әртисләнеүе улына тәьҫир итмәне. Ул ысынлап борсолоп, хатта бөлөп китеп алдына төбәлгән.

— Һин шулай әсәйеңде бөтөрәһең инде атыу? Бер ниндәйҙер... ҡолонло бейә тип!

Айрат ҡапыл уға күтәрелеп ҡараны. Күҙҙәре ҙур асылып киткәйне:

— Ниндәй... бейә? Был ниндәй һүҙ ул? Әсәй... ҡайһылай түбәнселек...

— Түбәнселек, эйе. Әммә дөрөҫ һүҙ. Мин уйлап сығармаған. Халыҡта ғүмер буйы әйтелә. Ул һүҙҙе миңә лә әйттеләр. Мин ҡабул иттем, урынымды белдем, күндем. Балалы ҡатын егеткә пар була алмай, йәш ҡыҙҙар тол иргә бармай. Тәртибе шулай. Һәр кем үҙ тиңе, үҙ пары менән йәшәргә тейеш. Һин нимә аңлайһың әле был тормошта?

Артабан һөйләшмәй ултырҙылар. Икеһе лә, әлбиттә, әйткәндәренә үкенде. Тик ҡапыл ғына яҙылып та китә алманылар. Асырғанып ҡаранып та ҡарашы танһыҡлаған һынды көтөп ала алмауҙан да, әсәһе менән низағлашыуҙан да кәйефе төшкән Айраттың ҡиәфәте бигерәк тә ҡыҙғаныс ине. Ҙур кәүҙәһе сүгеп, яурындары төшөп киткәйне. Хушлашыуҙы ла оҙаҡҡа һуҙып торманы, иғлан ишетелеү менән ҡалҡынып, йәштәренә быуылған әсәһенең маңлайынан үпте лә, ҡосағынан һыпырылып сығып китеп тә барҙы.

— Айрат... шылтырат! Улым! Ишетәһеңме! Барғас та шылтырат...

Шылтыратты былай. Барып етеп урынлашҡанлығын хәбәр итте. Тик был тәртип өсөн генә ине. Телефон ауаздарынан йылылыҡ, яҡынлыҡ көтөп тилмерҙе Әлмира, бына-бына улы көлөп ебәрер, берәй йылы һүҙ әйтер, ҡыҙыҡтарын һөйләр, тип өмөтләнде. Әммә улы аралашыуҙы ҡоро һәм ҡыҫҡа тотто. Нурлы йөҙөн күрмәгәс, телефондың теге яғындағы кешенең тауышын танымағандай ҙа булып китте әле. Тап шул ваҡыт үҙе менән бала түгел, ә ҡырыҫ ҡына ир һөйләшеүен аңлағандай булды әсә. Был асышынан хатта шаңҡып ҡалды. Ул был ир менән һөйләшкәндә һүҙ һайлай, уның кәйефен самалай, әллә ҡурҡыңҡырай ҙа инде?.. Ул был ирҙе асыуландырмаҫҡа... ыңғайына һыпырға тырыша түгелме? Аллаҡай... Ҡасан былай булып китте әле?.. Ҡайҙа булған уның күҙенә генә ҡарап торған балаһы ла, ҡайҙан килеп сыҡҡан әлеге холоҡһоҙ ир? Унан тыуған, ул үҫтергәнме ни? Йә инде, был ни хәл?.. Улы үҫкән... Улы ир булған... Улы уға буйһонмай.

Мәктәп тынып ҡалды. Балаларҙың йәйге каникулы башланды. Уҡытыусылар үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл, ҡағыҙ-документтарын тапшыралар, отпускыға әҙерләнәләр. Дилә лә эштәренә йомғаҡ яһай, кабинетын йыйыштыра, нимәләрендер төҙөкләндерә. Уға отпускыға ғына юлланырға түгел, ә бөтөнләй эштән китергә кәрәк. Шуға хәстәрҙәре лә күберәк.

Йәш уҡытыусының ниәтен белгән завуч борсолоп китте, уйларға кәңәш итте. Тик Диләнең хәле нисек уйлаһаң да үҙгәрерҙәй түгел ине. Уҡыу йылын көс-хәлгә тамамланы бит инде. Бынан өс ай тирәһе элек, директор саҡыртып әрләгәндән һуң, көйлө барған хеҙмәтендә аңлашмаусанлыҡтар китте. Класына ураған һайын шелтә эләкте, күргәҙмә дәрестәре түбән баһа алды, киләһе уҡыу йылына дәрестәре лә аҙ ғына ҡалдырылды. Күп уҡытыусылар ҡырын ҡараны. Берәүҙәре теге хәлде ғәйбәт итеп шыбырлашты, икенселәре хужабикәләренә ҡуштанланып өҫтән ҡараны. Бөтөн был ҡаршылыҡтарҙың ҡайҙан сыҡҡанын белгән Диләгә, бүре өйөрөндә эт булып өрөү хәүефле булған кеүек, дөрөҫлөк юллап маташыу ҙа баш етмәҫлек хәл ине.

Был мәктәптән генә түгел, был ҡаланан китергә тура киләсәк уға. Әлмира Ҡыуандыҡовнаның авторитеты ҙур, ниндәй мәктәпкә барғанда ла ул теләһә насар мәғлүмәт бирә ала. Эш урынынан ғына түгел, ҡаланан да сығарып ебәрергә тырышасаҡ бит инде. Улы әйләнеп ҡайтҡансы уның исемен дә, еҫен дә онотторасаҡ был тирәлә.

Теге мәл, әсәһе менән һөйләшкәндән һуң, Айрат һуң ғына шылтыратҡайны. Йоҡо алдынан хәл белә торған тип алғайны, егеттең тауышы бошонҡо сыҡты.

— Һин миңә берәй нәмә һөйләргә теләмәйһеңме? – тине ул тура итеп.

— Мәҫәлән, нимә? – ҡыҙ шаяртыуға бормаҡсы.

— Мәҫәлән, балаң булыуы хаҡында. Ни эшләп мин был хаҡта әсәйемдән ишетергә тейеш? Беҙҙең арала серҙәр юҡтыр, миңә мөнәсәбәтең етдилер тип өмөт иткәйнем.

Дилә бер аҙ өндәшә алмай торҙо. Яйлыраҡ һүҙҙәр эҙләне:

— Айрат... Минең балам булыуы берәүгә лә сер түгел. Мин уны йәшереп йөрөртмәйем. Һине бер аҙ ҡарайым, күҙәтәйем, һынайым тигәйнем... Бер тапҡыр ауыҙың бешкәс, икенсеһе һыуыҡ булғанда ла өрәһең икән...

— Шунан?

— Шунан... Кемдер минең баламды ҡабул итмәй тип, мин унан баш тартырға йыйынмайым. Мин уны тиҙҙән яныма алам, үҙем тәрбиәләп үҫтерәсәкмен. Үҙемде ысынлап яратыр кеше ҡыҙымды ла яратыр. Булыр әле ундайы. Ә һиңә – хуш! – тине лә трубканы ташланы.

Икенсе көн аңлашып та өлгөрмәнеләр, Әлмира Ҡыуандыҡовна барыһын да урынына ҡуйҙы. Ғорурлығы һәм намыҫы тапалған Дилә инде Айратҡа боролоп ҡарамаҫлыҡ булды. Шылтыратыуҙарын алманы, смс-тарына яуап бирмәне, күрешеүгә сыҡманы, юлына сыҡһа һөйләшмәне, килһә ишеген асманы. Егеттең дә зитына тейҙе был. Ул да ҡапыл йөрөүҙән туҡтаны һәм ғазаплы көндәр башланды. Ни өсөн бындай хәлдәр бары Дилә менән булалыр? Беренсе курста үлеп ғашиҡ булған егете, алтын тауҙар вәғәҙә итте лә, әсәләренә ҡунаҡҡа алып ҡайтып күрһәтеп, артынан ҡалмай йөрөнө лә, ауырға ҡалғанлығын белгәс, мин атай булырға әҙер түгел әле, тип баланан баш тартты. Ниндәй генә түбәнһенеүҙәр үтмәне был юлда буласаҡ әсә, туғандарынан әрләнде, егетенән ташланды, ғәйбәт-хәбәр инешенә әйләнде, әммә ҡарынындағы сабыйынан төңөлмәне. Беренсе курсын тамаланы ла, ситән тороп уҡыуға күсеп, төйөрөм генә ҡыҙсығын күктәгенә ҡыҫып, ауылына ауылына ҡайтып киткәйне.

Һәм бына тағы ла ул матур һүҙҙәргә әүрәй. Һәм бына тағы ла ғашиҡ була. Һәм сираттағы ир заты уның балаһын күпһенә. Юҡ! Дилә быға юл ҡуймаясаҡ. Үҙе ниндәй хәлде лә кисерер, нимәгә лә түҙер, тик балаһын ҡыйырһытырға, хатта уға ҡырын күҙ менән ҡарарға ла бирмәҫ. Әгәр яҙмыш сираттағы тапҡыр уна һөйөү менән бала араһын ҡуя икән, ул сираттағы тапҡыр балаһын һайлаясаҡ. Башҡаса булыу ла мөмкин түгел. Нимә тигән әле уны Әлмира Ҡыуандыҡовна? “Ҡолонло бейә” тигәнме? Әйтһен! Эйе, ул ҡолонло бейә. Ҡолоно ҡалған ергә әллә нисә саҡрымдар урап та сабып ҡайтыр, ҡолонон ҡалдырып алыҫ китә алмаҫ, ҡайҙа ла уның сыңғырау тауышын ишетеп һиҫкәнеп йөрөр айбарлы, алаҡандаҡ бейә ул. Әйтһен, был һүҙгә ул бер ҙә генә лә кәмһенмәй. Булһын әле уларҙың да шундай ҡолонҡайы! Һөйөп туймаҫ, еҫкәп туймаҫ, яратып туймаҫ ҡолонсағы.

Оҙаҡ йылдар дуҫлашҡан әхирәте бар Әлмираның. Ҡултыҡлашып йөрөшөп, ауыҙға-ауыҙ терәшеп сөсөләшмәһәләр ҙә , ваҡыттары булғанда осрашып күңелдәрен бушатып алалар. Ҡасандыр икеһе лә ауылдан килеп бер мәктәптә уҡыта башлағайнылар. Гөлниса алсаҡ һәм шаян, Әлмира ҡырыҫыраҡ булып парлашып алдылар. Бер-береһенә дуҫ-иптәш, ярҙамсы инеләр. Артабан Әлмира шул мәктәбендә ҡалды, Гөлниса бер ағайҙың саҡырғанына әүрәп мәғариф министрлығына сәркәтип булып күсте. Тормошҡа сыҡмаған һәм бар аҡсаһын үҙенә генә тотоноп йәшәгән әхирәте аҙ ярҙам итмәне Әлмираға. Аҙығы булмаһа аҙыҡ, аҡсаһы булмаһа аҡса тотоп килде, балаһын да ҡарашты, башҡа мәсьәләләрҙә лә кәрәк ерҙә һүҙе үтте. Министр урынбаҫарының һөйәркәһе ине бит һәр хәлдә. Уның был тормошон Әлмира хупламаны, йәшәүен бер улына бағышлаған уның өсөн бындай еңел-елпелек аңлашылып етмәй ине. Әммә шул уҡ ваҡытта әхирәтенең ғашиҡ икәнлеген дә аңлай. Эргәһендәге берҙән-бер иркә холоҡло, йомшаҡ күңелле йән эйәһен нимәлер тип рәнйетергә лә теләмәй. Шулай икеһе ике холоҡло, ике төрлө рәүешле, бөтөнләй башҡа яҙмышлы әхирәттәр булды улар.

Ялды еткереп, алдан хәбәр итеп барҙы Гөлнисаға. Әхирәте уны һәр ваҡыттағыса оло ҡунаҡ итеп ҡаршы алды. Эй, төҫ ташламай ҙа инде үҙе! Йөҙө көлөп тора, буйы зифа, теле татлы.

— Алтыным! Әйҙә үт. Һағындырып ҡына күрешә инде, эшем эйәһе ҡатын бит ул, — тип төрттөрөп тә өлгөрә.

— Эштән бушап буламы ни? Аҙнаһына бер ял көнө, уныһы ла һиңә тәтемәй.

— Ярай-ярай, аҡланма. Һинең ғүмер буйы шулай булды. Бөтөн ереңдә тәртип булдармайынса йоҡларға ла ята алмайһың бит һин, белмәйемме инде, — Гөлниса үҙе хәбәренән үҙе сыңғыратып көлөп йөрөй, өҫтәл ултыртып йөрөй.

Әхирәттәр ғәҙәти донъя хәлдәрен һөйләшеп, ваҡ-төйәк ғәйбәтте һөйләшеп, яңылыҡтарын һөйләшеп бөттө. Ҡупшы ғына йоморо сәйнүк әллә нисә ҡабат эҫетелде. Өҫтәл артынан диванға күстеләр. Унда ултырып та, ҡара ҡаршы ҡырын ятып алып та гәп һаттылар. Әлбиттә, Әлмира улы менән булған хәлде лә, үҙ ара боҙолоп торған мөнәсәбәттәрен дә ентекләп һөйләп бирҙе. Гөлниса аңламаған ерҙәрен ҡайта-ҡайта һорап тыңланы. Хәҙер барын төпсөнөп белеп бөткәс, Әлмираның аһ-зарын ишеткәс, ул уға яҡшы ғына кәңәш бирергә, һис юғында уны яҡлашып фекерен әйтергә, бик булмағанда ҡуша әрләшергә тейеш ине. Элек шулай була торғайны. Һәр ваҡыт шулай булды. Улайһа ул бында нимәгә килә?

— Ҡарале... Әлмира, мин нимә уйлап ултырам, — бер арауыҡ шымып ҡалған Гөлниса нисектер ҡыйыуһыҙ ғына итеп һүҙ башланы, — Был хаҡта йыш уйлайым мин һуңғы йылдарҙа... Хәтерләйһеңме, мин бер ваҡыт ауырға ҡалғайным?

— Эйе, тик ул нимәгә әле бында?

— Шул ваҡыт мин ни эшләргә белмәй һиңә килгәйнем, иҫләйһеңме?

— Иҫләйем.

— Утыҙ биштәмен, йәшем үтеп бара... Ғүмер буйы яратҡан кешемдән йөклөмөн... Шундай бала тапҡым килә... ә ҡыймайым...

— Ул йүнһеҙ һине егерме йыл буйы алдап алып йөрөнө! Ана алам, бына алам тип! Оноттоңмо әллә?

— Юҡ, онотманым... Ул да мине яратты, минең уға үпкәм юҡ, бары ғаиләһен ташлай алманы. Ә мин шунда әллә нишләп һине тыңланым... бойһондом һиңә.

— Мин бер үҙем бала аҫыраған кеше инем һәм бының ни икәнлеген яҡшы белдем. Әйтерһең мин һине яман уйҙан абортҡа алып барған? Ултырып ҡалыр инең бала менән, минең шикелле эт күрмәгәнде күреп йәшәр инең.

— Йәшәр инем әле... бына һин күтәргәнһең бит. Хәҙер ҡандай улың бар һинең, ҡарап туйғыһыҙ. Шул баламды тапҡан булһам, бәлки, минең дә шундай улым йә ҡыҙым булыр ине...

— Мин ғәйеплеме инде хәҙер? Әйҙә, барығыҙға ла мин ғәйепле булып ҡалайым.Гөлниса үпкәләп түгел, ә нисектер эске бер зар менән әйтте быларын:

— Юҡ, барына ла мин үҙем генә ғәйепле. Һөйөүемә баш була алмағанға ла, баламды алдырғанға ла. Мин бит һине һәр ваҡыт дөрөҫ йәшәй, дөрөҫ кенә эштәр эшләй, бар нәмәне лә дөрөҫ хәл итә тип ҡабул иттем. Шуға ла һинең “Алдыр, яңғыҙыңа бала нимәгә” тиеүеңә лә ҡаршы тора алманым. Етәкләп алып барғаныңда, табыпҡа индергәнеңдә эсемдә кескәй генә бер ҡаршылыҡ бар ине, ул шундай туланы, йөрәгемде өҙөрҙәй итеп һулҡыны... әммә ул да һинән көсһөҙ ине...

— Беҙ үкенгән нәмәләр аҙ түгел, Гөлниса, ҡалайтаһың? Мин дә һине ирһеҙ бала тотоп ултырмаһын, үҙ кешеһен тапһын, бәхетле булһын тигәйнем.

— Ә ҡайҙан белдең һин мин һайлағандың үҙ кеше түгеллеген? Йәки башҡа кеше теләгәндең хата икәнлеген? Йәки икенсе кешегә нисек бәхетле булырға икәнлекте һин ҡайҙан беләһең ул? Нисек һин улай ҡәтғи фекерле була алаһың? Нисек итеп һәр ваҡыт дөрөҫ әйтеүеңә, дөрөҫ хәл итеүеңә иманың камил була ала?Әлмира был һорауҙар ямғыры аҫтында күшегеп, әхирәтенең йомшаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан да ҡарашына төбәлеп ҡатып ҡалды. Нимә булған был Гөлнисаһына? Уның менән килешмәйме?.. Һәр ваҡыт килешмәгәнме әллә?.. Нисек инде...

— Эйе, мин үҙемсә, хаталар һәм яныуҙар эсендә йәшәнем, — тип һаман да һаҡ ҡына дауам итте Гөлниса. – Әммә мин үҙем теләгәнсә, күңелемә хуш килгәнсә йәшәнем, йөрәгемә буйһоноп йәшәнем. Бәхетле инем уның янында, уны күреп йөрөүгә генә лә риза инем, әллә ниҙә бер осрашыуҙарға ҡанатланып бара инем. Үкенмәйем уларына. Бары тик бер нәмәгә генә үкенәм – ана шул баланы тапмағаныма. Шунан сығып әйтә алам, әхирәткәйем, һин һәр ваҡыт дөрөҫ уйламайһың һәм хәл итмәйһең. Һин дә беҙҙең кеүек үк ябай әҙәм. Башҡалар яҙмышына һин эйә лә, хужа ла түгел. Хатта әхирәтең яҙмышына ла, улың яҙмышына ла. Беләһеңме, ә мин ул ҡыҙыҡайға көнләшәм. Уның батырлығына, аҡылына көнләшәм. Ул балаһын һаҡлап ҡалырға батырлыҡ тапҡан, ә мин – юҡ.Төйөнсөк-сумкаларын йыйнап ултыртҡан Дилә, ишек туҡылдатыусыны фатир хужабикәһелер тип уйланы. Уны көтөп ултырыуы. Әммә тупһала көткән кеше түгел, ә Әлмира Ҡыуандыҡовна тора ине. Ҡыҙҙың аптыраулы ҡарашына ул уңайһыҙланып ҡына йылмайған булды. Унан үҙе үк һүҙ башланы:

— Үтергә яраймы?

— Үтегеҙ, — Дилә юл биреп ситкә тайшанды.

Килеүсе инеп бүлмәгә күҙ һалды:

— Йыйынғанһың икән...

— Эйе.Әлмира төпкәрәк үтте лә, тулыраҡ ҡалын кәүҙәһе менән еңел генә итеп әйләнеп баҫты:

— Ә мин һиңә үтенес менән килгәйнем. Тыңлаһаң, әгәр, рәхмәтле булыр инем.Диләнең ҡаштары өҫкә һикерҙе. Был хәбәргә ул нисек яуап бирергә лә белмәне. Был ни ғәләмәт? Үтенес, имеш...

— Тыңлайым, - тине шулай ҙа, башын бер яҡҡа ҡыйшайта биреп, йәнәһе, бөтөн иғтибары шунда.Әлмира сумкаһының биген бер асты-бер япты, тулынлана, күрәһең. Әллә уңайһыҙлана? Ҡыҙарып-бүртенде...

— Дилә... Мин, башта, һинән ғәфү үтенәм... Аңлайһыңмы?.. Мин улымды бер үҙем бәпләп үҫтереп, бар донъям унан ғына тороп... уны артыҡ үҙемдеке итеп ташлағанмын, ахыры. Уға берәү ҙә тиң була алмаҫ кеүек булып...

— Әлмира Ҡыуандыҡовна, мин балалы булыуымды кәм булыу итеп ҡабул итмәйем. Баламды күпһенгәндәр менән аралашмайым да.

— Дөрөҫ эшләйһең, һылыу. Һәр ваҡыт шулай бул, балаңды бер донъя рәхәтенә лә алмаштырма, һатма уның күңелен, ышанысын.Хәҙер инде директорға ысынлап аптырап ҡараны Дилә. Уның был тойғо кисерештәрен йөҙөнән уҡыған Әлмира күҙ йәштәре аша көлдө генә:

— Мин үҙем дә шул ҡолонло бейә бит. Ҡолоном тип алаҡанлаған, ҡолоном тип утҡа-һыуға ингән. Бына әле лә уның бәхетен юллап баш эйеп килдем.

— Быны нисек аңларға?

— Нисек бар – шулай аңла инде, Дилә. Һуңғы көндәрҙә оҙаҡ уйландым. Тормошом, эштәрем, ҡылғандырым хаҡында. Ике ай инде улым минең менән яҡшылап аралашмай ҙа. Хәл белә лә, хушлаша һала. Ә мин ғазапланам... Шулай ғазаплана-ғазаплана хаталарымды аңлай барам... Һәм мин дә һинең кеүек үк баламды һайлайым - уның бәхетле булыуын теләйем.

— Мин нисек ярҙам итә алам һеҙгә?

— Һин китмә, һылыу, йәме. Ҡал. Ҡыҙыңды алып кил, баҡсаға урынлаштырайыҡ. Тиҙҙән Айрат ҡайтып төшөр. Ҡаршы алайыҡ. Аңлашырһығыҙ, һеҙ бит йәштәр, үпкәләшеүегеҙ ҙә, ярашыуығыҙ ҙа бер урында... Ә?..

Йәйге эңер яйлап ҡына шылышып ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Бүлмәләге ҡатындарҙың артабан нимә һөйләшкәне уға ҡыҙыҡ түгел ине. Улар, моғайын, ут ҡабыҙыр, моғайын, сәй эсер, моғайын, әллә ниндәй хәбәрҙәргә төшөп китеп ултыра бирер. Ә эңерҙең мәле ҡыҫҡа.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Читайте нас: