Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
11 Август 2021, 21:56

Алма

Мин килгән заманда уларҙың алты балаһының өсөһө юҡ. Йән атып торған төпсөктәренең әле Афған һуғышында йөрөп ятҡанын белмәүҙәре менән улар ниндәй бәхетле. Уның ҡайғыһынан еңгәм бер йылдан ауыр сиргә юлығасаҡ. Ябай ғына, шарылдаҡ ҡына күренгән ағайым, уны сабый бала кеүек ҡәҙерләп, ун йыл буйы ҡараясаҡ. Еңгәмде зыяратҡа алып китер ваҡыт еткәс, оҙатырға килеүселәрҙең барыһы ла тышҡа сыҡты. Шул саҡ нимәлер алырға ҡабат индем. Ағайым, тубыҡланып еңгәмдең йөҙөн асҡан да, уның һаман йәш, һылыу йөҙөнә шул тиклем яратып текләгән.

Алма
Алма

 

Ваҡыт һуң. Туҡталышта кеше юҡ дәрәжәһендә. Машиналар ҙа аҙайған. Урам фонарының яҡтыһында ҡар бөртөктәре ялҡау ғына өйрәлә. Күңелһеҙ уйҙарҙан тубал булған башымды аҫҡа баҫып, итегем менән ҡарҙа һүрәт төшөрәм

— Ниндәй уйға батҡан был матурҡай?

 — Ниңә, матурҙарға бойоҡ булыу ҙа килешә ул. Эйеме, һеңлекәш?

Уйынсаҡ тауышҡа ҡалҡып күҙ һалам: алдымда ике йәш кенә ир йылмайышып баҫып тора.

«Перестройка бармай. Союз тарҡалды. Унда ла, бында ла ҡан ҡойош. Шундай ваҡытта нисек шаярғылары килеп тора икән?» Мин быларға аптырап текләгән дә киткәнмен. Ә улар мине, аҡылдан шашҡан, тип уйланы, күрәһең, икеһе бер юлы ҡырт боролдолар ҙа китергә ҡуҙғалған троллейбус ишегенә барып ҡыҫылдылар.

 Ул арала минең автобус та күренде. Саҡ ҡыймылдап йөрөй торған һары ҡарышлауыҡ «Икарус» ярым буш. Тишек-тошоғонан ел өргәнлектән, эсендә эт бәйләһәң дә тормаҫлыҡ һыуыҡ. Шыҡрайып йылымды һаҡларға тырышам. Өйҙәге бөткөһөҙ мәшәҡәттәргә тотонғанға тиклем онотолоп торғанда килешер ине. Тик, арытылһа ла, йоҡлап китеп булмай. «Матур һеңлекәш»... Үҙемде йәшәрен йәшәгән ҡарсыҡ һымаҡ тойған миңә был һүҙҙәрҙе ишетеү сәйер.

Үҙгәртеүҙәр, ҡороуҙар, арбалыуҙар, өмөттәр һәм алданыуҙар. Барыһы ла кисерелде. Әммә мине, ике бала әсәһен, иң шаңҡытҡаны — шәп-шәрә магазин кәштәләре булды. Ә бит совет заманында екһендереп бөткән балыҡ консервалары, әҙәм башы ҙурлығындағы кулинар майҙары, маргарин мәңге бөтмәҫ, улар ана шул быяла витриналар артында үҙҙәренән-үҙҙәре үрсеп яталыр кеүек ине. Һәм шуларҙың бер төн эсендә юҡҡа сығыуы, буш магазинда үлсәгес, тимер герҙәр һәм эшһеҙлектән буш кәштәгә һөйәлеп йоҡомһораған һатыусы бисәнән башҡа бер нәмә лә ҡалмауы башҡа һыймаҫлыҡ булды. «Ғаиләмә нимә ашатырмын?» Ошо аяныслы уйҙан өтөлөп, икенсе, өсөнсө магазинға сабам — һәммә ерҙә лә шул уҡ хәл...

Ауылда ата-әсәм юҡ, баҡсам юҡ. «Эй, Хоҙайым, — тип ялбарыуҙан башҡа сарам да юҡ, — ошо ҡышты ғына балаларымды асыҡтырмай сығарһам, танауым менән ер һөрөп булһа ла картуф сәсер инем...»

Әҙәм балаһы бөтәһенә лә күнегә. Әммә күңел аслыҡтың шәүләһенән генә лә ҡурҡып гел һерелдәп тора. Әле лә ошоларҙы уйлап, башымды һалҡын быялаға терәйем дә күҙҙе йомам. Тик донъямдың ҡотһоҙлоғонан күҙҙе йомоп ҡына ҡотолормон тимә...

Сараһыҙлыҡ көрсөгөнә барып терәлгәндә һәр саҡ атай менән әсәйҙе уйлайһың. Диңгеҙселәр әйтмешләй: «һәр кемдең тормош ғәрәсәттәренән инеп боҫорлоҡ тыныс пристане булырға тейеш». Минең өсөн ул бәрәкәтле урын — атай йорто. Тик ул хәҙер бары хәтеремдә, ҡайҙалыр күңелемдең иң алыҫ нөктәһендә генә. Үҙәгем өҙөлөп, бер нисә тамсы тоҙло йәш һығылып сыға ла, күҙемде йомам. Йәш бөртөктәре, әллә һаран булғанғамы, шул тиклем әсе — сикәләрҙе уя өтөп аҫҡа тәгәрләй.

 Шунда ниндәйҙер көс урынымдан йолҡоп, ишеккә һөйрәй. Туҡталышта инеп тулған төркөмдө йырғыслап тышҡа атлығам.

...Төшөүем булды, күк төҫтәге бәләкәй автобус ҡуҙғалып та китте. Мин эргәмдәге ҡалын көрттәргә аптырап, тирә-яғыма ҡарандым. Эңер зәңгәрлегенә мансылған һил был урын Өфөгә һис оҡшамаған. Әммә әрнеткес кимәлдә таныш. Һыҙландырғыс...

Ни мөғжизә менәндер күпер төбөндә, өйөбөҙ тәңгәлендә баҫып торғаным аңыма барып етә. Был төш түгел. Әле генә мине төшөрөп ҡалдырған автобустың бензин еҫе лә таралып өлгөрмәгән. Өфөлә уҡып йөрөгән саҡтарҙа йылдың йылы ыҙаланып йә трактор санаһында, йә осраҡлы машинала йөҙәр саҡрым араны һыуыҡта туңып барыуҙарҙы хәтерләткәнгә, был еҫ айырыуса екһендергәс. Тыуған йорттан китеү әсенеше һеңгән уға.

Бында ҡыш уртаһы. Бөтөн ауыл йомшаҡ көрт күпмәһенә уранып, рәхәтләнеп йоҡомһорап ята. Урамда һис әҙәм әҫәре юҡ. Мөрйәләрҙән ялҡау ғына итеп йыуан төтөн бағаналары күтәрелә. Саҡ ҡына ҡыбырларға баҙнат итәм. һаҡ ҡына, сөнки тамсы яңылышһам да, йәнемде ләззәтле тыныслыҡ, йылы ҡыуаныс менән сорнаған был күренеш юҡҡа сығыр. Бер аҙым атлайым, ике. Барыһы ла урынында. Мин был ҡарлы урамда һаман да бик ныҡ һәм ышаныслы баҫып торам.

Иң тәүҙә күпер төбөндә үҫкән йыуан өйәңке төбөнә йүнәләм. Уның төбөндә ҡыштың иң ҡаты һалҡындарында ла туңмай торған Ҡаран бар.

Атайым вафат булғандан һуң, әсәйемде үҙебеҙгә күсереп алдыҡ. Ул үҙен яңы шарттарҙа ҡаһармандарса тотто, «һағынмайым, — тине, — ғүмерем буйы ер соҡоп, баҡса үҫтереп йонсоп бөткәнмен. Бында рәхәт. Балаларым янымда, крандан эҫе һыуы ағып тора, бөтә нәмә өйҙә». Болоҡһоуын хатта сырайына ла сығарманы. Тик бер мәлде хәл белергә килгән ауылдашҡа төшөн һөйләй:

— Автобустан күпер төбөндә төшөп ҡалдым. Ҡарандың теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын, тәмле һыуын услапуслап эстем дә: «Аллаға шөкөр, ошо һыуҙы эсергә тағы бер яҙған икән», —тип әйтәм, имеш.

— Һағынмайым, тиһәң дә, һағынаһың икән әле, — тинем мин аҙаҡтан.

 — Утыҙ йылдан ашыу ғүмерең үткән ерҙе ҡалайтып һағынмайһың инде? — тине әсәйем. Шунда беҙҙе көйҙөргөһө килмәгәнгә генә сыҙағанын аңланым.

Әле иң элек әсәйемдең өнөндә ғәмәлгә ашыра алмаған хыялын үтәнем: сит-ситтәре селтәрләнеп туңған боҙло дүңгәләктән һыу усланым. Тубыҡланған еремдән тороп, юлға күтәреләм. Ана ғына тора өйөбөҙ. Уның да мөрйәһенән зәңгәр төтөн урғыла. Сихырланған кеүек шул яҡҡа ыңғайлайым.

Буран үткән. Баҡсаны көрт баҫҡан. Өй эргәһендәге ике ҡарт алмағастың тарбаҡ ботаҡтарына ла мул итеп ҡар ятҡан. Аласыҡтың ҡыйығы ғына күренеп тора.

Атайым аҡ ҡыптыр тунын кейеп, кәпәсенең ҡолаҡсындарын төшөрөп ала ла, ҡулына һоҫҡо көрәген тотоп, йыбанмай һәр бер бурандан, мул итеп ҡар яуғандан һуң баҡса аша берләм һуҡмаҡ тапап сыға торғайны. Аҡ ҡарға уйылып ҡалған бынау семәрле калуш эҙҙәре хас та атайымдыҡы кеүек. Баҡса рәшәткәһенең сосайып торған ҡаҙығына тотоноп һуҡмаҡҡа баҫыуым була, ниндәйҙер тылсымлы донъяның көсөргәнешле тулҡынына эләгәм. Ул, бер яҡтан, хәүефле, икенсе яҡтан, ҡыуаныслы Һәм тулҡынландырғыс. Был тылсым ихтыярымды тулыһынса буйһондороп мине һуҡмаҡтан ситкә, баҡсаның эсенә әйҙәй. Унда ҡасандыр ҡартатайым бәүелеп уйнаған йыуан өйәңке. Билдән ҡар кисеп уға барам да ҡытыршы, сутырмаҡлы ҡабығына битемде терәйем, олононан ҡосаҡлайым. Уның ялбыр ботаҡтары араһына сумып, башында китап уҡырға ярата торғайным. Уны мин генә түгел, атайымдың тиҫтәләгән умартаһына геү килеп бал ташыған ҡорттар ҙа үҙ итә ине. Айырһалар, тап ошонда килеп ябалар.

Нескә тәлгәштәре боҙбармаҡтар менән осланған ҡарт өйәңке мине таный. Ҡолас етмәҫ олоно менән һиҙелерһиҙелмәҫ сүгәләп ҡуя. Теҙләнер ҙә, тәлгәштәре менән мине тотош ҡаплап, ажғыр тормоштан ҡурсалар ине. Шуға ишаралай. Мин аңлайым. Йәш томаны ҡаплаған күҙҙәрем менән уның ҡытыршы олононан үҙем өсөн ҡәҙерле һыҙаттар эҙләйем. Уны ҡосаҡлап һыйынған килеш баҡсаның теге яғына күҙ ташлайым. Унда— туғандан да яҡын булып киткән күршеләребеҙҙең өйө.

Атайым мәрхүм булып, әсәйем ауырып киткәс, ни тиклем йәл булһа ла, өйҙө һаттыҡ беҙ. Шул ваҡыттарҙа нигеҙ юғалтыу хәсрәтенең ҡайһы рәүешле һыҙландырып елеккә төшкәнен үҙ башымдан үткәрҙем. Ныҡ ауыр кисерҙем. Ул әрнеү көндәлек мәшәҡәттәр, ҡаланың ығызығыһы ҡыҫымында төпкө аңға боҫа ла, төнгө һиллектә төшөмә инә. Ике төшөм ҡабат-ҡабат һыҙландырҙы. Береһе былай: күршегә инәм, урындыҡтары ситенә терәлеп, анау тәҙрәләренең тупһаһына эйәгемде һалам да Үҙебеҙҙең өйгә ҡарап илайым. Төшөмдән буҫлығып уянып китһәм, мендәрем еп-еүеш. Шуныһы сәйер, тәҙрә төбө лә, унда эйәгемде терәгән мин дә бер үк, ә тыштағы күренеш төштәр ҡабатланған һайын төрлө. Йә шул тәңгәлдә генә үҫеп ултырған муйылыбыҙ шау сәскәлә, йә уның япраҡтары ҡыҙылланған, йәки олоно билдән көрт аҫтында. Тап әлегесә...

Әлегесә... Кинәт башыма барып етә. Ни ғиллә менәндер мин бит үткәнемә килеп юлыҡҡанмын. Мин хәтеремә, ваҡыт туҙаны баҫҡан көҙгөгә баҡҡандай, ҡарайым. Әгәр ҙә булғандарҙы, бер детален дә ҡалдырмай иҫкә төшөрһәм, улар йәнә ысынбарлыҡҡа әйләнә.

Ялан кәртә яғынан асырғанып һарыҡ баҡырғаны ишетелә. Моғайын, яңыраҡ ҡына бәрәсләгән дә, бәрәсе мейес араһында торалыр. Малға кискелеккә бесән һалынған. Ана, был яҡтараҡ әсәйемдең буралай ҡыҙыл һыйыры көйшәп ята. Мал, эйәһенә оҡшамаһа, харам була, тигән мәҡәлде раҫлап, әсәйемдең бөтә һыйырҙары ла сабыр, аҡыллы булды. Бишенселәрҙә уҡығанмындыр, әсәйем баҙарға шәл һатырға киткәс, һыйырҙы үҙем һауырға булдым. Ҡоймала эленеп торған һөт биҙрәһенең ситенә мул ғына ҡаймаҡ яғып, һыйыр янына сүгәләнем. Тулышҡан имсәктәре йәтеш кенә: тартҡайным, зеңгерләп һөт сәптерҙе. Аҡыллы малҡай, минең беләк көсөмдө самалағандай, ныҡ итеп эйҙе, имсәккә ҡағылыр-ҡағылмаҫтан һөт үҙе ағып тора. Сүкәйеп аяғым талғас, тора һалып, бәләкәй ултырғысты эҙләп йөрөйөм. Шул саҡ күрше инәй килеп инде.

— Нишләп йөрөйһөң ул? — тип һорай.

— Ултырғыс эҙләйем.

— Күнәгеңде һыйыр аҫтында ҡалдырғанһың, — тип һуҡрана инәй.

— Ырғыта тибә бит хәҙер.

— Нишләп типһен, иҫәүәнме әллә ул? — тип аптырайым. Ә малҡай сабыр ғына көрһөнөп, аяҡтарын һаҡ ҡына алмаш-тилмәш баҫа.

— Ҡуйсы-ҡуйсы, ошо күршенең һыйырҙары аҡыллы була, — тип инәйем үҙ һыйырын һауырға ҡайтып китә.

— Минеке булһа, әллә ҡасан һөтлө күнәктең эсенә баҫып, ырғыта тибеп китер ине.

 Тағы бер яғы йәтеш булды, беҙҙең малдар эҙләтеп йонсотманы. Көҙгөһөн баҡсалағы ике ҙур ағастан туҡтауһыҙ алма ҡойола, уны ауыл халҡы биҙрәләп ташый, компот, вареньелар яһала, тоҡлап-тоҡлап киптерелә, биҙрә-биҙрә ҡайнатмаға китә, ә инде ҡорт төшөп ергә ҡойолғаны мал-тыуарҙың улағына түгелә. Шуға күрә тәмлетамаҡ һарыҡ-кәзә, көнө буйы үлән-мүлән ашамайбыҙ тип ауыҙҙарын ҡымтып йөрөгәндәй, леһерләтеп өйгә йүгерә. Улар артынан оло-ҡара караптай булып мылҡылдагг, Һыйыр елдерә. Хатта ҡапҡаны асырға ла кәрәкмәй, элгәсен тарбаҡ мөгөҙө менән һелкеп кенә ташлай.

Атайым, ғәҙәтенсә, ишек алдын тап-таҡыр итеп көҙәгән.

Аҙ ғына утын да ярған. Ана бит, тауыҡ кетәгенең 5уйына өйөлгән утын өйөмөнөң бер яғына яңы ярылгандары өҫтәлгән. Дәртләнеп сыҡҡандыр ҙа оҙаҡ матада алмағандыр, сөнки һыуыҡ бабай битте ысынтылап ;емтей. Бындай мәлдә атайымдың танауы сыҙамай. Ҡырҡ ікенсе йылда разведкала туңдырған ҡылыс танауы ғүмер буйы һыуыҡҡа биреште.

Ярған утынының бер аҙын мейес араһына һалып шптерергә өйгә ташыған. Ана тап-тобо ҡойолоп төшөп калған.

Өйгә ынтылам да, сихырланған кеүек, тупһаға ҡарайым. Уның һәр бер еге таныш. Меңәр тапҡыр йыуғанмын, һөрткәнмен. Бынау эшләпәһе ҡыйышыраҡ ҡағылдан ҡаҙауға йүкә йыуғыс эләгеп ҡаҡшата торғайны. I бынау таҡтаны, элеккеһе серегәс, атайым яңынан катҡан. Ҡараштарым солан ишеген ҡапшай. Был һуңғы іынау икәнен тоям. Бында һәр бер йөй, элекке тотҡа, каҙау урындары яҡындарымдың йөҙөнә йылдар һәм яҙмыш һынауҙары һалған йыйырсыҡтар кеүек һөйкөмлө гәм ғәзиз.

 Ниндәйҙер көс юлымды быуа. Алдымдағы ишектең томанланып, күҙ алдымдан юғала барғанынан ҡотом >соп ҡулымды һонам, ҡытыршы таҡталарына усым тейгәс, әсемә йәнә йылы инә. Томан түгел, йәштәрем томалай. Яҙмышты артабан да һынап тоторға тәҡәтем ҡалмағанлыҡтан, баҙнатымды йыйып, тотҡаға үреләм дә һелкетэ тартып асам. Беҙҙең солан бейек. Өй кеүек үк. зары түбә таҡтаһы һалып йылытылмаған.

Һуғымға башмаҡ һуйғандар. Стенала бер нисә эйрәк түшкәһе эленеп тора. Бер-ике биҙрә һөт туңып глтыра. Әсәйемдең һыйыры һыуалған, күрәһең. Аяҡ аҫгымда ятҡан селек һеперткегә абынып туҡтайым. Танауыма йылы, ҡотло өй ипкене, тәмле аш еҫе бәрелә. Ишекте шым ғына асып индем дә, тыуған өйҙөң Таныш хуш еҫтәренән башым әйләнеп, күңелем тулыуҙан 

һушым быуылып, мөйөшкә һыйындым. Кейем элгестә атайымдың мал араһына кейә торған иҫке фуфайкаһы эленеп тора. Өй эсе ҡараңғы булһа ла, ут алмағандар. Әсәйем мейес тирәһендә шалтырай, ашҡа һуған турай, ахыры, мыш-мыш танау тартҡаны ишетелә. Күрмәһәм дә, әсәйем икәнен беләм. Сөнки бындай хуш еҫ тик ул бешергән аштан ғына сыға ала. Нисәмә йыл уларҙың таты тел осомда. Минең балаларым да шулай тәмле ашарға тейеш тип көн һайын тырыштырам, тик уға еткерә алғаным ғына юҡ.

Төпкө өйҙөң ишегенән был яҡҡа арты менән ултырған атайымдың арҡаһы күренә, ул, эйелеп, алдындағы радиоалғыста Мәскәүҙән «һуңғы хәбәрҙәр» эҙләй. Тимәк, хәҙер киске алты.

Мейес араһында йылыға иҙрәп йоҡлаған һарыҡ бәрәсе тышта яр һалып баҡырған әсәһенең тауышын ишетептер, ялҡау ғына мыҡырлай. Ул әле асығып өлгөрмәгән, күрәһең.

— Беҙ ашап алайыҡ та, — ти уға әсәйем. Уның тауышын ишетеүҙән тамағыма төйөр тығыла. — Шунан һине имеҙербеҙ, юҡһа таңға тиклем асығаһың.

Тыным быуыла, шуға һулышты тәрән итеп алырға тырышам. Ишек төбөндә кемдеңдер һыңҡылдағанын абайлап, әсәйем усаҡ янынан үрелеп ҡарай.

— Балам, — ти ул. Тауышында ғәжәпләнеү. Уның һиҙгерлегенә хайран ҡалам. Өндәшмәйем, сөнки тамағымды ауырттырып килеп тығылған төйөрҙө йотоп ебәрергә әмәлем юҡ. «Эйе, мин» тигәнде белдереп, мөйөш ҡараңғылығынан тәҙрә яҡтыһына аҙымлайым. Һаман үҙемдең нисәнсе йылға юлыҡҡанымды төшөнөп етә алмайым. Әммә әсәйемдең өҫтөндәге кейеменән, һынының әле төҙ булыуынан, яулыҡ аҫтынан бүҫелеңкерәп сыҡҡан сәстәренән уның ярайһы ғына йәш булғанын төшөнәм.

— Әбей, кем бар унда? — тип тауыш бирә атайым төпкө өйҙән.

— Ҡыҙыбыҙ ҡайтып төштө бит, бабай, — ти әсәйем ҡыуанып.

— Бая бер автобус үтеп киткәйне шул. Байрамға ғына ҡайтып киткәс, берегеҙҙе лә көтмәй инек. — Унан аптырап һорап ҡуя: — Аһа, матур пальтоң ҡайҙа?

Атайым ыуаланып килеп урта ишеккә маңлайын бәреп ала. Ул арала әсәйем ут тоҡандырырға үрелә. Әммә яҡтыла барыһы ла юҡҡа сығыуҙан ҡотом осоп, мин уның һонолған ҡулын тотам да, үкһеп илап, ҡосағына һыйынам.

— Ни булды, балам?—тип өҙгөләнә атайым.

Артабан да өндәшмәүемдең улар өсөн ғазап икәнен тойомлап:

— Бер ни ҙә булманы, — тип бышылдайым. — Бер ни ҙә булманы. Бары тик һағындым ғына... — Ултырығыҙ, — тием мин, үҙемде мөмкин тиклем ҡулға алғас. Аптыраған икәүһен дә диванға ултыртҡандан Һуң алдарына тубыҡланам. Өйҙә ҡараңғы. Усаҡтағы ҡуҙ емелдәүенән башҡа яҡтылыҡ юҡ. Улар минең сәйер ҡыланышымды аңламай. Минут һайын шомдары арта барғанын асыҡ тоям.

— Аптырамағыҙ ҙа, ҡурҡмағыҙ ҙа, йәме, — тием мин. — Бары мине генә тыңлағыҙ. Ниндәйҙер мөғжизә менән мин һеҙҙең янға киләсәктән килеп эләктем. Һағыныуҙарымдың сигенә еткәнгә шулай булғандыр. Шуға күрә кейемем дә башҡа.

Һеҙ алып кейҙергән матур пальто күптән туҙған инде. Минең иһә, ниндәй мөғжизә алып килгән, шул уҡ юл менән теләһә ҡайһы минутта кире китеүем ихтимал. Сөнки мине унда ла зарығып, мин һеҙҙе һағынған кеүек һағынып торған ике ғәзиз йән эйәһе — улым менән ҡыҙым бар.

Миңә текләгән дә ҡатҡандар. Бары тик, теләһә ҡайһы минутта китеүем бар, тигәндә ҡулдарыма икәүләшеп сытырман йәбешәләр ҙә, унда ике балам бар, тигәс, ҡыҫымдарын бушаталар.

 Әсәйем тиҙерәк үҙенә килә:

— Ағайың менән апайыңдар ни хәлдә унда? — тип ашығып һорай. — Иҫән-амандармы?

 Атайым баш ҡағып уның һорауын йөпләй.

— Аллаға шөкөр, — тием мин.

— Үҙҙәре лә, ғаиләләре лә иҫән-аман. Харис армиянан ҡайтып кәләш алды.

— Улар апайымдың иң ҙур улын ғына белергә тейеш. — Илсур менән Айбулатты һеҙ белмәйһегеҙ әле. Улар инде мәктәптә уҡып йөрөй. Әсәйемдең йөҙөмдө күргеһе килә. Наҙлы ҡулдары менән битемдән һыйпай. Моғайын, уға артыҡ ҡартайып һәм йонсоп киткән кеүек күренәмдер.

— Усаҡтағы утты булһа ла ләүкетеп ебәрәйемме әллә?—ти ул ни өсөндөр бышылдап ҡына.

 — Майшәм тоҡандырайыҡ, — ти атай.

— Утты яҡтыртһаҡ та бер нәмә лә булмаҫ, бәлки, — тип тәүәккәлләйем мин.

— Күргәндәй булайыҡ. Өй гөлтләп нурға тулғанға күҙ сағылып торған бер генә мәлгә улар мине килеп сытырман тота. Бер нәмә лә үҙгәрмәгәнен күреп, еңел тын алабыҙ.

— Балалар баҡсала ҡалды, — тием мин уларҙың өнһөҙ һорауҙарын аңлап.

— Барып алыр кешеләре бармы һуң? — тип ипләп кенә һорап ҡуя атайым.

— Аталары алыр, — тигәс, еңел һулайҙар.

— Кейәү арыу кешеме һуң? — тип һорай атайым. Күҙ алмаһылай балаһының яҙмышы ете ятҡа бәйләнгәнен атайҙар ауырыраҡ кисерә шул. Мәскәүҙә дүртте һуға. Тимәк, бында алты.

— Нисәнсе йыл әле?—тип һорарға баҙнат итәм.

— Бер мең туғыҙ йөҙ етмеш һигеҙ. — һүндерәһеңме әллә радиоңды, — ти әсәйем. — Ларылдамаһын.

— Эй асыҡтым, — тием. — Өйрәк ите һалып талғын ғына утта быҡтырылған өйрәне һинең кеүек бер генә кеше лә бешерә белмәй, әсәй. һинең кеүек мейес тултырып икмәк һала ла белмәй.

— Мәрфуға еңгәндең икмәге нығыраҡ уңа, — ти әсәйем. Ул үтә шаштырып маҡтауға бер ваҡытта ла мохтаж булманы. Шуға хатта ошондай мәлдә лә дөрөҫләмәй булдыра алмай.

— Бына туралған ит һалып бешерелгән кәбеҫтә бәлеше, ни тиклем генә тырыштырһам да, һинеке кеүек тәмле килеп сыҡмай. Йоҡа ҡоймаҡ та... Ярай, ҡоймаҡты апайым тап һинең кеүек бешерә инде.

— Кәбеҫтәгә кишер менән һуған да һалаһығыҙмы һуң? — тип серен аса әсәйем. Бисә-сәсә хәбәрен атайым сабыр ғына тыңлап тора.

— Донъяғыҙҙа ниндәй хәлдәр бар һуң? Тыныслыҡмы?

Колхозды миллионлы бурысҡа батырып, талап байып ятҡан оятһыҙҙар менән үлгәнсе айҡашҡан ысын коммунистың донъя менән ҡыҙыҡһыныуы тәбиғи.

Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған, тигәнгә ысынтылап ышанған, ғәҙеллек өсөн йәнен бирергә әҙер булған атайымдың торғонлоҡ һаҙлығында ни тиклем тонсоғоп йәшәгәнен хәҙерге мин яҡшы төшөнәм.

— Беҙ бөтөнләй башҡа донъяла һәм башҡа илдә йәшәйбеҙ. Бөтә нәмәнең аҫты-өҫкә түңкәрелде. Беҙ хәҙер капитализм төҙөйбөҙ. Урлашыуҙың бөтөн ил кимәлендә барғанын, ил талауҙың тамамланмай, яңы көс-ҡеүәт менән дауам иткәнен һөйләп, кәйефен ҡырмайым. Әммә ул күҙҙәремдән, барыһының да тиген генә түгел икәнен абайлап, һиҙеп ултыра. Тыйнаҡ баҫалҡылыҡ менән:

— Йәшәрлекме һуң унда, һеҙҙең киләсәктә, балам? — тип һорай.

— Бығаса йәшәрлек ине, — тием мин. — Һүҙ азатлығы бар. Һулар һауа сафыраҡ кеүек. Йәнә, элекке кеүек алдашмайҙар. Оятһыҙ рәүештә бөтәһен дә асыҡтан-асыҡ Һөйләйҙәр. Тик бына магазиндарҙың бушап ҡалыуы ғына... Балаларҙы асыҡтырмаһаҡ ҡына ярар ине. Ул үҙенсә, мин үҙемсә уйыбыҙға батабыҙ. — Тик, — тием мин. — Тик мин һеҙҙе шул тиклем һағынам. Унда, киләсәктә мине һеҙҙең кеүек итеп, бары бар булғаным өсөн генә, йәненән дә артыҡ күреп, фиҙаҡәр итеп яратыусы юҡ.

— Уның байы һин үҙең хәҙер шулай яратаһың, — ти әсәйем. — Һин унда үҙең әсәйһең. Һәм был мине үткәнем менән дә, киләсәгем менән дә яраштыра. Мин әсәймен. Был ысынбарлыҡ мине иң ләззәтле үткәндә лә тороп ҡалмаҫҡа мәжбүр итә. Улар, ашауҙарын да онотоп, миңә танып та, танымай ҙа ҡарай. Ә тышта, онотолоп китмәүҙе дәғүәләп, инә һарыҡ баҡыра, бында уға балаһы яуап бирә. Солан ишеге шығырлай.

— Зариф ағайыңдар килергә тейеш ине. Ике туған ағайымдың өс көн ҡырынмаған көләс йөҙөн күреп, әсем өҙөлә. Ә ул ғәҙәтенсә ларылдығын сығып, ҡолас йәйеп килә.

— Һауҙармы-шәптәрме, Өфө урынында торамы?

Мин килгән заманда уларҙың алты балаһының өсөһө юҡ. Йән атып торған төпсөктәренең әле Афған һуғышында йөрөп ятҡанын белмәүҙәре менән улар ниндәй бәхетле. Уның ҡайғыһынан еңгәм бер йылдан ауыр сиргә юлығасаҡ. Ябай ғына, шарылдаҡ ҡына күренгән ағайым, уны сабый бала кеүек ҡәҙерләп, ун йыл буйы ҡараясаҡ.

Еңгәмде зыяратҡа алып китер ваҡыт еткәс, оҙатырға килеүселәрҙең барыһы ла тышҡа сыҡты. Шул саҡ нимәлер алырға ҡабат индем. Ағайым, тубыҡланып еңгәмдең йөҙөн асҡан да, уның һаман йәш, һылыу йөҙөнә шул тиклем яратып текләгән.

Уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәтен иҫкә төшөргән һайын: «Бар ул, бар ул донъяла ысын мөхәббәт!» — тип уйлаясаҡмын.

— Хат яҙмай, шилмалар, — тип геүләй ағайым. — Еңгәң менән шуға көйөнәбеҙ.

«Барыһы ла әле бик һәйбәт, — тип әйткем килһә лә, тыйылам. — Ваҡ-төйәккә көйөп ғүмерегеҙҙең иң бәхетле һуңғы йылына күләгә төшөрмәгеҙ». Ни тиклем ҡыҫтаһаҡ та, улар оҙаҡ ултырмай.

Хушлашып ҡалғанда ҡабат-ҡабат ингән икенсе төшөм хаҡында уйлайым.

Көҙгө бысраҡта уларҙың өйөнә ашҡынып барам да, мәтеһе әйләнеп ятҡан күтәрмәләренә башымды сүкеп, үкһей-үкһей илайым, имеш. Ниндәйҙер эске һиҙенеү менән үҙемдең бындағы ваҡытым бөтөп барғанын тойомлайым.

— Миңә ҡабат китергә кәрәк, әсәй, — тием мин.

— Хәҙер, хәҙер, атайың инһен инде, — ти ул ыуаланып.

— Юҡ, юҡ, боросолма, уны көтәм әле, — тием ашыға - ашыға өҫтәмә кейенеп. Ә ул күҙ алдында юҡ булып ҡуйыуым ихтималынан ҡурҡып, күҙ ҙә йоммай миңә текләгән. Бына, ҡапыл урынынан ҡубып, аҡ таҫтамалға ураған күстәнәстәрен барлай башлай. Ул арала атайым килеп инә лә үҙе менән соланға әйҙәй.

— Ошоларҙы алып китергә урын булыр микән?—ти ул, ике һыйыр ботона, өс өйрәк түшкәһенә ымлап.

— Эй, әсәй-атай, — тием мин.

— Машина менән барып етер ер түгел бит киләсәк. Мин бер генә нәмә лә алып китә алмайым шул.

— Уй Алла, — тип үкһей әсәйем, үкенеп.

— Улай булмай инде, — ти ҙә алъяпҡыс кеҫәһенән ҙур бер алма сығарып ҡулыма тоттора.

— Теге ашнаҡ эргәһендәге ҡышҡы алма быйыл алты бөртөк кенә алма бирҙе бит. Бына шуның береһен булһа ла балаларға күстәнәскә ал. Алма ысынлап та ҙур. Бер яҡ битендә саҡ ҡына ороһо бар. Ваҡыт һәм арауыҡты оторға тырышып, уны пальтомдың кеҫәһенә йәшерәм.

— Балам, — тип өндәшә әсәйем. Уның тауышына тертләп, башымды ҡалҡытам да үҙемдең туҡталышта баҫып торғанымды күрәм.

Төшмө был, өнмө, аяҡ өҫтө һаташыумы, тип уйлайым ҡаланың шыҡһыҙ эңерендә иҫемә килеп. Йылға уртаһында суҡайып торған ҡая кеүек тротуар уртаһына баҫҡанмын. Оҙон автобустан бүҫелеп сыҡҡан күмәк халыҡ ағымы, миңә килеп еткәс, икегә айырыла ла йәнә кушыла. Һағыныуҙың сигенә етеп, һаташа башланым шикелле мин. Тик ҡулым менән кеҫәмдә тумпайып яткан алманы һәрмәйем. Бына ул — йоҙроҡ ҙурлыҡ, шып-шыма алма. Бер битендә бәләкәс кенә ҡытыршы ороһо бар. Мин уны сығарам да рәхәтләнеп еҫкәйем. Ул йыпйылы. Әйтерһең дә, әсәйемдең йылыһын һаҡлай. Мин был мөғжизәне өйөмә, инде һағынып өлгөргән балаларыма алып ҡайтырға ашығам. Тылсымым яй ғына килеп ҡунған ҡар бөртөгө кеүек иреп юҡҡа сыға.

Ерҙе йылы юрған кеүек ҡар ҡатламы сорнай. Ул киләһе яҙ шытып сығасаҡ орлоҡтарҙы һәләкәттән ҡурсалай. Ә күңелде яраларҙан бары һөйөү генә йолоп ҡала ала. Әҙәм балаһы иһә һәр саҡ бәхет артынан саба, фәҡәт һөйөү көҫәй. Улар етмәгәндә шым ғына иңрәп ғүмер Итә, ниңә йәшәгәнен дә аңламай башлай. Әммә һауа еткән саҡта, уның барлығын абайламағандай, был мөҡәддәс тойғо солғанышында беҙ уның ҡөҙрәтен һанламайбыҙ икән. Бары тик юғалтҡас, тонсоға башлағас, тормош ҡапыл шыҡһыҙланып киткәс, юҡһынабыҙ.

Мин аңланым.

Балаларым мине әсәй тип ярата. Ирем — ҡатыным тип. Әхирәттәрем дуҫ, серҙәш булған өсөн. Мин күп ҡырлы аҫылташ кеүекмен. Уларҙың һәр береһенә бер ҡырым менән балҡыйым. Әммә, ошо ташты эшкәртеп балҡытҡан оҫта кеүек, барлығыма, булмышыма тотош хаталарымды, етешһеҙлектәремде, кескәй генә уңыштарымды ла ҙур итеп ҡабул иткән, мине хатта үҙемдең асыуымдан да ҡурсалаған һөйөү юҡ икән дә. Күңелем ана шул юҡлыҡтан нисәмә йыл инде ҡорошоп һыҡтай һәм ысынбарлыҡтан хәтирәләр юҫығына күскән ҡотло донъямды юҡһына. Ғүмеремдең уртаһына еткәс, бер миҙгелгә генә ҡабаттан табып юғалтҡас, әсә менән ата һөйөүенең нимә икәнен һәм етемлектең ғазабын аңлайым.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: