Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
24 Май 2021, 13:41

Сиған арбаһынан төшөп ҡалған

– Әсәйемде иҫкә төшөрҙөм әле ул, – кафела танышҡан ҡатын саҡ ҡына йылмайғандай итте. – Кит, ҡарасман, тай бынан, тип һуҡранғаны ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай тойолдо. Мин гел дә аяҡ аҫтында уралғанғалыр. Күмәк хужалыҡ – совхоз эшселәре өсөн икмәк бешерҙе әсәйем. Анау ҡәҙәрем халыҡҡа нисек етештереп өлгөргәндер. Икмәк баҫыу анһатмы ни?! Үҙемә иғтибар талап итеп, әсәйемде бер

туҡтауһыҙ бимазалаған­мындыр. Ҡай ваҡыт өлкән алдыры менән ҡамыр күтәреп китеп барғанда, йә тоҡлап он индергәндә, яңылыш мине тапай яҙып, һөрлөгөп, ҡайҙа инеп киләһең, ҡаҙалғыры, тип баҡыра. Өләсәй уны уҙҙырып ебәрә: йә сиған арбаһынан төшөп ҡалған, йә тажиктан тыуған нәҫтәкәй, тип осаға “шап”! Ҡуңыр йөҙлө булғаным өсөн шулай ти. Бына беҙҙең ғаиләлә мин бер үҙем иң ҡап-ҡараһы! Ҡартатайыңа оҡшағанһың, тиҙәр ҙә бит, тик мин ул ҡартатайҙы күрмәгәс, йәнем көйә ҡаралығыма. Бер көндө өләсәй, ауылға сиғандар килгән, сығып йөрөмәгеҙ, урлап алып китмәһендәр, тип ҡапҡаны бикләргә ҡушты. Ә минең күңелем “гөлт” итеп ҡалды: бәй, мине сиғандар арбаһынан төшөп ҡалған, тип әрләй ҙә баһа, бәлки, минең ысын туғандарым әлеге мәлдә ауыл буйлап йөрөйҙөр, тигән уй килде бумала башыма. Ҡапҡаны бикләнем дә, бер яҡ мөйөшөнән үрмәләп менеп, бағананың башына менеп ҡунаҡланым. Бер ваҡыт беҙҙең тыҡрыҡта ҙур төйөнсөктө иңбашына аҫҡан, яулығы һыпырылып иңенә төшкән, оҙон итәкле күлдәк кейгән ҡатын күренде. Мин – уны, ул мине күрҙе. Шөрләңкерәһәм дә, үрелеп уға ҡарайым, йәнәһе лә, үҙ ҡанымды – туғанымды танырға маташам. Минең тапҡырға етәрәк ул ҡулын болғаны, ҡалын тауыш менән өндәште. Ни әйткәнен аңламаным, аңшайып ултыра бирҙем. Ул һүҙен ҡабатланы:
– Әсәйеңде саҡыр!
Ултырған еремдән һикереп төштөм дә өйгә йүгерҙем. Өләсәйгә соландан уҡ:
– Унда минең туғандар әсәйҙе саҡыра, – тип һөрәнләнем. Ул аптырап:
– Бәй, ниндәй туғандар? – тине.
– Һуң, ана, мине арбаларынан төшөрөп ҡалдырғандар ҙа, шулар, – тигәйнем, өләсәйем ерле-юҡтан енләнде:
– Ай, зимагур бала... Ҡапҡаны ас ишшу! Ҡайҙа минең шапылдаҡ?! Туғандар икән!
Себендәрҙе һис бер йәлләүһеҙ шапылдатҡан шапылдаҡ минең дә арт һынға мәле менән эләгеп тора. Шуға ла өләсәйҙең иҫке галуштың ҡуңысынан ҡырҡып эшләнгән шапылдаҡты эҙләп тапҡанын көтөп торманым, һарай башына тайҙым. Унда бер арғы мөйөштә тауыҡтар йомортҡа һала, мин шунда инеп йәшерендем дә боҫтом. Сиған ҡатын да еңмеш, китмәй, ҡысҡырып, ҡапҡаға дөбөрҙәтеп тик тора. Өләсәйем уға белер-белмәҫ урыҫсаһы менән:
– Иди, гуляй, хәзәйкә нит! – тип ныҡ асыуланғас ҡына китеп барҙы. Минең сиғандар эпопеяһы шуның менән тамамланды. Үҙемдең “тажиктарҙан тыуған нәҫтәкәй” икәнде иһә өлкәнәйгәс, тәүге ирем менән айырылышҡас, хәтергә төшөрҙөм. Әй, беренсе ирем менән яратышып та йөрөмәнек, әллә нисек ҡыҙыҡ ҡына өйләнештек. Бергә ятып йоҡламаныҡ. Мин ни ятыр ҙа инем, ул мине ситләтте. Бер көндө үпкәләп:
– Яратмағас, ниңә өйләндең? – тип һораным.
Иңбаштарын һелкетте:
– Әсәйем һине һайланы.
– Быҙау, а...ҙ, – тинем.
Ә ул илтифатһыҙ ғына һүҙен дауам итте:
– Һине, эшкә шәп, тип алдырҙы.
Ҡәйнәм хаҡлы. Мин, ысынлап, ҡара тырышмын. Бәләкәй саҡтан бер эштән дә ҡурҡып, аптырап торманым. Тота ла эшләй башлай торғайным. Ғүмерҙә лә әйткәндәрен, арттан төрткәндәрен көткәнем булманы. Эй, ҡәйнәм яратты инде! Мине күҙемә ҡарап та, күрше-күлән алдында ла теттереп маҡтаны! Ул маҡтаған һайын емертеберәк эшләнем. Ҡәйнәм генә түгел, ирем дә яратһа ни булған, шулай бит?! Яратмағас яратманы инде. Ни балаға уҙып булманы. Ярты йылға бер йоҡлағас, ҡайҙан булһын... Ҡара көҙҙә башмағыбыҙ юғалды. Килеп тороп һимеҙ орғасыны эт булып эҙләйем. Уны ҡош-ҡортҡа ашатып ҡуйғы килмәй. Тауҙан төшөп, алыҫтағы бер баҫыуға барып етәрәк сауҡалыҡты уҙғас, ҡараһам, кәбән янында минең ирҙең тракторы тора. Был ни ғиллә, тип һағайып яҡыныраҡ барҙым. Ниндәй ғиллә булһын: минең ир ауылдаш ҡатын менән һөйөшөп ята. Мөхәббәттәре ныҡ ҡайнар булғас, көндөң һыуыҡлығына ла иғтибар итмәйҙәр. Өҫтәренә барып сыҡҡас, башмаҡ ҡайғыһы китте, атаһынан, инәһенән һалдырып һүгенеп, иремдең сәсенә барып йәбештем. Бисәкәй “сыр-р” итеп ҡалды. Улар мине бер ҙә көтмәгәстәре, тәүҙә юғалып ҡалғандай булһа ла, ир ирлеген итте, мине бер һелтәүҙә алып осорҙо. Ҡаты ергә “дыңҡ” итеп барып төштөм дә, ауыртыныуҙы ла һиҙмәй һикереп тороп, бисәгә ҡапландым. Көлмә, ир бирмәк – йән бирмәк. Ул мине яратмаһа ла, күңелемдә ниндәйҙер йылы тойғолар бар ҙаһа! Ирем фуфайкамдың елкәһенән матҡып тотоп, мине ҡабаттан алып ырғытты ла, теге бисәкәйгә торорға ярҙамлашты. Мин тырнарға, һуғырға ынтылам, ҡәһәрләп әрләп, ә ир мине бер ҡулы менән этә-этә, яратмайым мин һине, ҡайтып кит, тип аҡыра. Ғәрләндем. Хәшәрәттәр, тип төкөрөп, ауыл яғына һәптәнләнем. Ә улар тракторҙа ҡайтты... Билемде биртендергәйнем, саҡ ҡайтып еттем. Ҡайтып етеүемә өйҙә ғауға: ирем шарт-шорт баҫып, минең әйберҙәрҙе бер өйөмгә өйә, ҡәйнәм уларҙы кире һандыҡҡа, шифоньерға тултыра.
– Әгәр ҙә шуны (теге бисәнең исемен әйтә) алырға фатихаңды бирмәйһең икән, йәшә бисураң менән, ә мин сығып китәм, – тип яһилланған иремә ҡарап, рәнйенем. “Бисура” тигән һүҙе зитыма тейҙе. Ҡара, тигәс тә...
– Әллә кем һиңә йәбешеп ята, ҡыуғаныңды көтмәйем, үҙем ҡайтам, – тип кейемемде төйөнсөктәргә төйнәргә керештем.
– Ҡуй, килен, улайтма, әле икегеҙ ҙә ҡыҙғанһығыҙ, иртән һыуынырһығыҙ, төнгә ҡарай ҡайҙа бараһың? – тип өтәләнгән ҡәйнәм йәл, ләкин минең дә ғорурлығым бар ҙа һуң! Көсләшеп тороп йәшәп ятырға ни! Ҡайтырға алыҫ та түгел, һырттан тура сыҡҡанда тыҡрығыбыҙға тиклем – ҡул һуҙымы ара. Бахыр ҡәйнәм, йәне йәннәттә булһын, ҡалай ҙа яңғыҙымды ебәрмәне, төйөнсөктәремде күтәрешеп барҙы. Эйәртенешеп килгәндә:
– Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар алдында оят. Йә инде... – тип иламһырай. – Бәхетле генә була күр, киленкәйем. Шул тиклем үҙ ҡыҙымдай күреп яратҡайным. Балағыҙ булһа, бер ҡайҙа ла бармаҫ ине лә...
Һыртҡы кескәй ҡапҡаны асып, әйберҙәремде күтәреп, ҡәйнәм менән килеп ингәс, минекеләр лыпын ултырҙы. Ҡәйнәм хәлде үҙенсә йомшағыраҡ итеп аңлатып, төшөндөрөп, уфтанып, ҡайтып китте, әсәйем, ярай, мир бөтмәһә – ир бөтмәҫ, тип йоҡларға урын йәйҙе.
Ир бөтә торғаны бармы?! Яҙғыһын ауылға яңы ферма төҙөргә эшселәр килде. Әсәйем менән бергә ашханала эшләгәс, улар менән танышып, һөйләшә башланыҡ. Һәм төҙөүселәрҙең береһе, иң ҡараһы, ләкин үҙемә ҡалһа иң һөйкөмлөһө, миңә күҙ һалды. Ә исеме ниндәй матур уның – Баходур! Беҙҙеңсә баһадир инде. “Тажиктан тыуған нәҫтәкәй” булғас, Баходурҙың тажик булыуы ла үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Әсәйем беҙҙең ғишыҡ-мишыҡты тойоп, тыйҙы:
– Ҡара уны, ҡыҙый, әгәр ҙә мәгәр эш боҙғаныңды белһәм, ҡарап тормам!
Янауынан ҡурҡып, үбешмәй, ҡосаҡ­лашмай түҙеп булһасы! Баҡтиһәң, мин иремде бөтөнләй яратмағанмын да икән! Тәк сибе тойғолар. Ә Баходурға ҡарата йөрәк урынында ут! Ерҙән атлап түгел, осоп йөрөйөм. Иртән уяныу менән йыр­лағым килә. Йырлайым да. Тауышым бул­ғас ни. Әсәйем бер көндө бошоноп ҡына:
– Бөтә ауыл һине һөйләй, – тине. – Ҡарашы аҫтыртын уның, башыңды юғалтмаһаңсы...
Бөтә ауыл һөйләүендә эшем юҡ. Унда тағы ла бер-ике яңғыҙ ҡатын төҙөүселәр менән типтерҙе. Улар зина ҡыла, ә беҙҙең – мөхәббәт! Саф һөйөү! Силсәүиткә барып яҙылыштыҡ та, өләсәйҙе һылап-һыйпап, күндереп, уның өйөндә өсәүләп йәшәй башланыҡ. Бер ай кинәнеп, һөйөп һәм һөйөлөп йәшәп ҡалдым. Һөйөлөп, тиһәм дә, Баходурҙың һөйөүе оҙаҡҡа етмәне, үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тип белмәй әйтмәгәндәр, мөхәббәтенең “төҫө” тиҙ ҡайтты. Уй, ҡы­ҙыу, ҡыҙғансыҡ ине. Өләсәй алдында өн­дәшмәй, унан ҡурҡа. Өлкәндәргә ихтирамдары оло уларҙың. Төндә иһә миңә төрлө дәғүә белдереп, мине ауырттырып семтей ҙә, шым, тип ауыҙҙы усы менән ҡап­лай. Ниндәй дәғүәләр, тиһеңме? Ир­ҙәргә күп йылмаяһың, күп һөйләшәһең, бот-сатыңды ялтыратып йөрөйһөң, тип бәйләнә. Уны тыңлаһаң, баштан-аяҡҡаса ҡапланып уранып, ир затына башты ла күтәреп ҡарамаҫҡа, ауыҙ асып һүҙ ҡуш­маҫҡа тейешмен. Ә мин – сәүит балаһы, ир-егеттәр менән үҙемде тиң күреп өйрәнеп үҫ­кәнмен. Ләкин Баходурҙың сем­теүе лә ауырттырғыс, кәмһетеп би­тәрләүе лә эсте бошора. Уға ярарға тырышып, холҡомдо, ҡылыҡтарымды үҙгәртер­гә маташтым. Ауырға ҡалғас, нисек ҡы­уанғанымды бел­һәгеҙ! Ферманы төҙөп бөтөр саҡтарында Баходурға тыуған яғы­нан сәләм килде: әсәһенең ауырып китеүе тураһында хәбәр итеп, йәһәт кенә ҡайтыр­ға ҡушҡандар. Ул миңә, ҡал, мин тыуған яҡҡа ҡайтып, әсәйҙең хәлен беләм дә кире киләм, тиһә лә, ҡалманым, бергә барам, тип ныҡыш­тым. Йәнәһе лә, иремдең туғандары тарафынан ҡәҙер-хөрмәт күреп ҡайтайым. Күрмәгәндең күргеһе килә. Уй, аҙаҡ ниңә барған көнөмә төштөм, нисек ҡайтырға белмәй яфаландым... Унда мин бер кем дә түгел инем! Хеҙмәтсе! Ҡәҙер-хөрмәт кәрәк булған берәүгә. Ауырлы булыуыма иғтибар иткән кеше булманы, эшләттеләр ҙә эшләттеләр. Мин эштән ҡурҡмайым, әммә кешесә мөғәмәлә юҡ бит! Ҡәйнәм нимәнелер оҡшатмаһа, беләкте йолҡоп алғандай семтей. Баходур бына кемдән күреп отҡан был яман ҡылыҡты! Әйткәндәй, ҡәйнәм ауырый, тигәндәре буш һүҙ булған. Һин дә мин йөрөп ятты. Таң менән уяталар, ярты төн уҙғас ҡына эш тамамлана. Өс аҙна үткәс, әйҙә, ҡайтайыҡ, тиҙҙән отпуск бөтә, тиһәм, Баходур, ә мин бында ҡалам, ти.
– Нисек инде бында ҡалам?! – тип “аһ” иттем.
– Шулай.
– Ә мин?
– Һин ҡайта алаһың. Баланы тапҡас, – тимәһенме?!
Аҙаҡ аңланым: тажик ҡайны-ҡәйнәм, Ба­ходурҙың миңә өйләнгәненә асыуланып, уны тыуған иленә ҡайтартып, үҙ мил­ләтенән ҡыҙ алып бирергә йыйынған икән. Кәпәйеп торған ҡорһағымды күргәс, баланы таптырып, уны алып ҡалырға, ә мине ҡайтарып ебәрергә план ҡорғандар. Был турала белеү менән, шиш һеҙгә, ә бала түгел, тип ҡасып ҡайтыу яғын самаланым. Саҡ ҡына йомшағыраҡ булһам, тәки үҙ­ҙәренсә эшләп, баламды алып та ҡа­лырҙар ине. Әммә мин “сиған арбаһынан төшөп ҡалған” кеше бит, яйын табып, юлға сыҡтым. Әлдә әсәйем менән өләсәйемә рәхмәт, алдан белгәндәй, Тажикстанға юлланғанда, Баходурҙан йәшертеп кенә усыма аҡса йомдорҙолар:
– Был аҡсаны бер кемгә лә күрһәтмә! Кәрәге тейһә тотонорһоң.
Уларға рәхмәт уҡый-уҡый, мең ыҙа менән ҡайтыуым – үҙе бер айырым тарих. Уны һөйләй башлаһам, хәҙер вис гәзитегеҙ тула. Яҡшы кешеләр донъяла күп, шөкөр. Ярҙам иттеләр. Имен-аман ҡайтып етеүем булды, күп тә үтмәй, Тажикстанда сыуалыштар, аҙаҡ һуғыш башланды... Әлдә ҡайттым, тип һөйөнөүем! Бәпәйләгәс иһә, бәпесемдең тас ҡына үҙем булғанына ҡыуандым! Әсәйемдең алтын һүҙе раҫ: мир бөтмәгәс, ир ҙә бөтмәй. Өсөнсөгә бик уңышлы кейәүгә сыҡтым – үҙебеҙҙең кешегә. Геүләтеп донъя көтөп ятыш. Шәп ҡатындың ҡасан бөлөнгәне бар?! Баходур­ҙы ике ятып бер төшкә лә индермәйем, тип әйтмәйем. Инә төштәремә. Яҡты һағыш ке­үек йөрәк майын һыҙып ҡына үтеп китә лә хәтирәләр, томандай тарала. Балам был иремде, атай, тип үҫте. Ирем үҙ балаһынан артығыраҡ күрә тиктормаҫымды. Балам бит тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, холҡо менән дә – мин. Тик беҙ уға, сиған арбаһынан төшөп ҡалған, тажиктан тыуған нәҫтәкәй, тип бер ваҡытта ла әйтмәнек. Күңеленә әллә ниндәй орлоҡтар төшөп ятҡыҙып ни, Аллам һаҡлаһын! Ә тәүге ирем­дең балалары юҡ. Ярай, ул да үҙенсә бәхетле – һөйгәнен алды.
Көләкәс апай хәбәрен рәхәтләнеп тетеп, мин күңелем булғансы көлөп, ҡосаҡлашып һаубуллаштыҡ. Бер ҙә танауын төшөр­мәгән, ауырлыҡтарҙан баҙамаған, ихлас, ябай кешеләр менән аралашҡандан һуң, күңел шау сәскәгә күмелә...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: