Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
8 Май 2021, 07:49

Тыуған көн бүләге

– Тиҙ генә килеп ет, йыйылыш бөгөн. Һинең булыуың мотлаҡ, тине хужа, – йыйыштырыусы Ләбибә апай йомошон ашығыс ҡына әйтте лә трубканы һалып ҡуйҙы. Тәүҙә хәл белешеү, үҙҙәренекен яйлап һөйләү ҙә юҡ. Бер ҙә ғәҙәти Ләбибә апайға оҡшамаған. Быға тиклем, бына инде 15 йыл бер урында бергә эшләгәс, уның менән туғандар һымаҡ та булып киткәндәй инек. Көнөнә ике-өс тапҡыр шылтырата ҡайсаҡ

. Ялда йә командировкала тип тә ҡарап тормай. Ә был юлы – тынлыҡ. Мин дә балалар мәшәҡәтенә күмелдем дә ҡуйҙым. Етмәһә, тыуған көнөм. Әлеге лә баяғы шуны байрам итеп, эштәгеләремде өйгә саҡырырмын тип йөрөүем. Түрбашты ҡарап, кәрәк урындарын төҙәткеләгән булам. Уныһын-быныһын яраштырам. Урам яғына ҡараған тәҙрәм дә бысраған, көн дә шуны һөртөргә ниәтләйем дә, тик барып етә алмайым. Бөгөн дә шул тәҙрә эргәһенә килеп еткәйнем генә, Ләбибә апай шылтырата. Эй, бер бәхетһеҙ тәҙрә булды инде...
– Ә-ә-ә, аңланым! Улар мине тыуған көнөм менән ике көн алдан ҡотларға булғандыр. Минең өйгә саҡырасағымды белмәйҙәр ҙә бит әле. Бер юлы саҡырып ҡайтырға уңайы сыҡты. Эй-й-й, бушҡа мәшәҡәтләнәләр! – тием күрше апайға балаларҙы ҡалдырып торорға ингәндә.
– Әллә, һылыу, ул тиклем үҙеңде өмөтләндермә. Хужағыҙҙы бик яҡшы беләм, шатлыҡтан былайыраҡтарын бүләк итергә ярата торған әҙәм ул, – тип икеләнеүҙәремә боҙ өҫтәп ебәрҙе.
Дөрөҫөн әйткәндә, яңы хужаны, Рәис Мөхлис улын, әле белеп бөтмәйбеҙ. Ярты йыл элек кенә беҙҙең цехҡа күсергәйнеләр. Ул үҙе менән Фаил бабайҙы алып килде, уныһын минең бүлеккә төҙәтеүсе итеп ултырттылар. Бер үҙемә ауырыраҡҡа тура килһә лә, бирешмәй эшләп йөрөй инем, ике кеше булыу барыбер еңелерәк икән, тип ҡыуандым. Элекке етәксене, Марс ағайҙы, пенсия йәше еткән тип, хаҡлы ялға ебәрә һалдылар. Ярай әле бәләкәй генә цехтағы бүтән эшселәр үҙ урынында ҡалды. Быға тиклем бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлашып, кәрәк урында ярҙамлашып өйрәнгәндәр менән тағы 15 – 25 йыл эшләһәм дә үкенмәм, тип ҡыуандым. Дизайн оҫтаһы Хәлил ағай, көйләүсе Рәдиф, Әнүр ағайҙарға үҙемә ышанғандай ышана алам бит мин. Ә йыйыштырыусы Ләбибә апай бигерәк кеше йәнле инде, сер ҙә һаҡлай, яҡшы кәңәшсе лә.
Тәғәйен ваҡыттан әҙ генә алдараҡ килһәм дә, бөтәһе лә етәксе кабинетына йыйылып, мине көтөп ултыралар ине. Һаулыҡ алыусы ла булмағас, аптырап, курткамды сисеп тормаҫтан, буш урынға ултырырға тура килде. Мин ултырыу менән, Рәис Мөхлис улы һикереп тора һалды:
– Беҙҙең цехта ЧП. Бөгөн әйләнешкә ебәрә торған 2304-се башҡортса йырлап-бейегән роботтың схемаһы юғалды.
Эргәмдә ултырыусыларға күҙ йүгертәм. Улар ҡапыл үҙҙәре робот һымаҡ күренеп ҡуйҙы: минең шыбырлауыма ла ҡолаҡ һалмай, ике күҙҙәре май ҡапланғандай, һораулы ҡарашыма ыжламай, етәксенең ауыҙына ғына текләй ине. Ләбибә апайҙың ҡабырғаһына төртәм – уныһы ла иғтибар бирмәй. Хәлил ағайға ымлайым, ҡулын һелтәп кенә ҡуйҙы...
– Ыста, ул ни тигән һүҙ? Быға тиклем булмаған хәбәр! Бөтә ерҙе лә яҡшылап ҡаранығыҙмы? – минең һорауым тынлыҡты боҙҙо.
– Тәк, һылыу, ныҡлап уйлаһаҡ, ул схема был ағайыңа кәрәкмәй, был апайыңа бөтөнләй кәрәк тә түгел, үҙең беләһең, йыйыштырыусы барыбер бер нәмә лә аңламай, – шунан етәксенең төртөп һөйләгән һуҡ бармағы мине һуғып ҡолатып, тапағандай башымдан аша үтте лә: – Хәлил ағайға ла кәрәге юҡ, ә был ағайың – шул схеманы юғалтҡан кеше. Хәҙер үҙең уйла, кемдә ул схема?..
– М-ми-индәме?
– Был һүҙҙе һин үҙең әйттең. Тимәк, һин урлағанһың! Эштә бер кем дә булмаған ваҡытта килеп урлағанһың да, Фаил ағайҙың компьютерынан бөтөнләй юйҙырып ҡасҡанһың!
– Нисек?
– Бына шулай! Күрҙегеҙме барығыҙ ҙа бурҙы?!
Теге “роботтар” һаман бер ни өндәшмәй, етәксенең ауыҙына ҡараған.
– Хәлил ағай, Ләбибә апай, һеҙ мине беләһегеҙ, нишләп бер ни ҙә өндәшмәйһегеҙ? Миңә ғүмерҙә лә кеше схемаһы кәрәккәне булманы. Үҙем оҫта. Хатта бүтәндәргә лә ярҙамлашам да һуң!? Йә, нишләп өндәшмәйһегеҙ?
Ағайҙарым, апайым баштарын аҫҡа эйҙе. Түҙмәй, етәксе өҫтәле янына йүгереп килдем, шул арала таяныс эҙләгәндәй, артҡа әйләнеп ҡараһам, тегеләрҙән елдәр иҫкән – бүлмәлә етәксе лә мин генә ҡалғанбыҙ.
– Рәис Мөхлис улы, миңә ул схема кәрәкмәй. Теләһәгеҙ, шундай уҡ, хатта унан да яҡшыраҡ итеп башҡортса әрләшә белгән йәки ҡыҙыҡлы таҡмаҡтар йырлаған роботтарҙың схемаларын төҙөп килтерә алам. Таҡмаҡтарын да үҙем яҙырға вәғәҙә итәм. Һеҙ белмәйһегеҙҙер әле, мин бит шағирә... Ә һеҙ мине нахаҡҡа ғәйепләйһегеҙ! Был цехта инде 15 йыл эшләйем. Вуз бөтөп, диплом яҡлаған көндә үк Марс Ғәлим улы ошонда саҡырғайны. Әлегәсә бер ҙә ундай хәлдәргә тарығаныбыҙ юҡ. Әйҙәгеҙ, ныҡлап эҙләйек. Ярҙам итәм. Бәлки, тиҙ генә икенсеһе менән алыштырып торорға ла, тегеһе табылғас... М-м-м... Ҡасан юғалды ул схема?
– Кисә.
– Һуң, мин ялдамын. Ике аҙна инде ялдамын. Өйҙән сыҡҡаным юҡ. Әгәр бында килеп киткән булһам, мине барыһы ла күрер ине. Һеҙгә лә инеп, хәлегеҙҙе белешеп сығыр инем...
– Марш минең бүлмәнән, битһеҙ! Хәл белешмәксе тағы!.. Аҡыллы баш берәү! Тиҙ генә ғариза яҙ ҙа бөтөнләйгә эштән кит! Аңлатып тора бында! Һин кем әле?! Шағирә, имеш... Бәлки, һин фельетон да яҙаһыңдыр, ә?! Нимә өсөн бүлек мөдиренә тиклем күтәрелдең?! Ошонан киткәс, валлаһи, бүтән бер ерҙә лә эшләй алмаясаҡһың, мин һиңә шундай яҙмыш вәғәҙә итәм. Ҡулымдан килә, мине бөтә ерҙә лә беләләр, минең ауылдашым юғарыла... Ә һин бынан һуң бер ниндәй ҙә схема уйлап сығармаясаҡһың, ишетһен ҡолағың!.. Шағирә, имеш...
Был тиклем ҡысҡырыныуға түҙмәй, уның өҫтәлендә инде күптән яҙылып әҙер ятҡан ғаризаға ҡул ҡуйҙым да, артыма әйләнеп тә ҡарамай, йүгереп сығып киттем. Күҙ алдым ҡараңғыланып, ҡолағым тондо. Башым әйләнгәнгә, ҡабул итеү бүлмәһендә бер ултырғысҡа таянайым тиһәм, ҡапыл танау төбөнән ул ултырғысты Ләбибә апай һыпырып ала һалды. Йығылып китмәҫ өсөн стенаға тотоноп бер аҙ хәл алдым да, бығаса бер ҡасан да сыҡмаған күҙ йәштәремә ирек биреп, ҡайтып киттем... Бер аҙна үткәс, документтарымды алырға килгәндә, үҙ урынымда Фаил бабай ултырыуын күреп, алдағы тамашаның ни өсөн ойошторолғанлығын аңланым. Ләбибә апай ҙа инде иҙән йыуған сепрәктәрен йәшергән, уның ҡарауы, күҙлеген ҡырыныраҡ кейеп, етди ҡиәфәттә сәркәтип урынында компьютер мониторында кәрт һала ине.
...Был хәлдән һуң теүәл ун йыл ваҡыт үтте. Ауыл уҡ булмаһа ла, баш ҡаланан хәбәрҙәр килеп етеп тора. Миңә ҡулланылған кеүек, әммә бүтәнерәк йөкмәткеле әкәмәттәр менән ғүмерҙәренең күп йылдарын ошо хеҙмәткә бағышлаған ағайҙар берәм-берәм эштән ебәрелде. Хәҙер инде заманында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән яңы технологиялы роботтар эшләүсе цехты ябып уҡ ҡуйғандар, бөгөн ул бер ниндәй программаһыҙ, ябай ғына, бармаҡ буйы ҡурсаҡ сығарыусы төркөм булып ҡалды. Төркөм вәкилдәренең кем икәнен күҙаллау ауыр түгел. Улар эшләп сығарған бәләкәй ҡурсаҡтар кейемһеҙ, хатта уйылған күҙҙәре төҫһөҙ, ҡолаҡтары урынында өтөр, танау-ауыҙҙары урынында – һиҙелер-һиҙелмәҫ нөктә. Ә тауар ярлығына “Рәис” тип кенә тамға һуғылған. Үҙем ҡыҙыҡһынып өйрәнмәгәс, бахыр ҡурсаҡтарҙы шаштырып тасуирларға ла тартынам. Ә шаян телле халыҡ ул ҡурсаҡҡа "Рәис пупсигы" тип исем ҡушып ҡуйҙы. Һатып алыусылар булмай киткәнгәлерме, Яңы йыл байрамы алдынан уларҙы балалар йортона, балалар баҡсаһына бушлай Ҡыш бабай тоғона ла һалып ҡарайҙар, тик ыңғай һөҙөмтә бирмәй.
Ә минең барыһы ла яҡшы. Балаларым да үҫте, улар ыңғайына мин дә икенсе һөнәргә уҡып алдым – ғаиләбеҙҙең бәләкәй генә бизнесы бар. Шулай ҙа тәүге һөнәремде лә онотоп, ташлап ҡуйманым, ваҡыты-ваҡыты менән тыуған көндәргә, байрамдарға заказдар ҡабул итеп, рәхәтләнеп яңы роботтарға йән өрәм.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Читайте нас: