Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
3 Май 2021, 12:01

Йәшлек хаталары хаҡ һорай

1990 йылдың ҡышында таныштыҡ беҙ. Өҙөлөп тороуыңа ҡарап, күрҙең дә ғашиҡ булдың, тип әйтергә булыр ине һине. Мин ул ваҡытта 18 йәшлек ҡыҙ. Оҙатып уҡ ҡалмаһам да, Илмир исемле егет менән хатлашам. Оҙаҡ ҡына һиңә өйрәнә алманым, Иҙел. Үҙеңде кире ҡағып та ҡараным. Ә һин ныҡыш булып сыҡтың. Шул ваҡытта уҡ өҙә һуғырға булған да бит... Был тиклем дә йөрәк яраларым әрнемәҫ, рәнйешемдән үҙәктәрем өҙөлмәҫ ине. Күрәһең, яҙмыш....
Бик матур итеп осраша башланыҡ. Һин мине өҙөлөп яраттың, буғай, Иҙел. Һөйөү тулы наҙлы ҡараштарың, ҡурсалауың әйтеп тора ине был хаҡта. Мин дә үҙем эҫендем, һин тип йән аттым, һөйҙөм, һөйөлдөм, наҙыңда иренем, мөхәббәткә сорналдым.
Ваҡыт үтә торҙо. Икебеҙ өсөн дә донъя гүзәл! Тормош ваҡлыҡтары, насар кешеләр, аҡ-ҡара юҡ, барыһы ла йәйғор төҫөндә. Беребеҙ өсөн икенсебеҙ өҙөлөп, күҙ ҡарашыбыҙҙан аңлашып, кино-концерттарға йөрөп үтә ине йәшлек таңыбыҙҙың матур көндәре. Бәхетле инек. Өйләнешергә теләнек. Тик ата-әсәйең нишләптер ҡаршы төштө. Һин медицина институтының 3-сө курсындаһың, яңы ғына армиянан ҡайтҡанһың. Мин беренсе курста ғына. Өйҙәгеләр, уҡый бирегеҙ, тип кәңәш итте, тинең. (Һинекеләр, ғөмүмән, миңә өйләнеүеңә ҡаршы булған икән, был хаҡта аҙаҡтан еткереүселәр табылды).
Көтмәгәндә йөккә уҙҙым. Атай-әсәй алдына нисек ҡайтып күренермен, кеше ни әйтер, тигән аптыраулы хәлдә ҡалдым. Оят ине. Бер үк ваҡытта рәхәт тә... Һуң миңә һинән дә яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк кеше бар инеме икән ул мәлдәрҙә? Юҡ, һин минән баш тартманың, бөгөндән өйләнергә әҙер инең, тик ата-әсәйеңдән тартындың, дөрөҫөрәге, ҡурҡтың!!! Бына шул ваҡытта ныҡышыраҡ булһаң, ир-егет һүҙендә тороп, табип булараҡ дәлилдәреңде иҫбатлай алһаң, тормошобоҙ, бәлки, икенсерәк булыр ине лә, донъялағы иң ҙур гонаһҡа батмаҫ инек бит... Хәҙер уйлайым да, үкенесле уйҙарға уйылам. Һөйләрҙәр ҙә тынырҙар ине... Тыуҙырырға кәрәк булған сабыйымды! Бөгөн әсәйем дә, ташламаҫ инек әле, тип әйткән була. Ә ул ваҡыттағы ҡурҡыуым, кисерештәрем... Абортҡа барҙым. Ново-Александровкаға үҙең үк оҙатып ҡуйҙың. Мөхәббәт емешебеҙҙе үҙ ҡулыбыҙ менән үлтерәбеҙ, тинең дә ул һуңынан әсенеп. Тик «барма» тип әйтергә көс тапманың. Һуңынан икәүләшеп әҙ иламаныҡ. Дарыу эсеп, ағыуланырға ла маташып ҡараның, эсеп иҫереп, ҡыйыҡ башынан һикерәм, тип ҡурҡытҡан саҡтарың булды. Хәтерләйһеңме, таныныңмы үҙеңде, Иҙел? Эстә нимәлер сыңлап тартылды, әрнеп өҙөлдө. Ә шулай ҙа мөхәббәтебеҙ һүрелмәне. Һин мине һаҡланың, ҡурсаланың, усыңда ғына йөрөттөң, бер ауыр һүҙ әйтмәнең. Бер теләгемә лә ҡаршы килмәнең, ә мин бигерәк иркә, үҙһүҙле инем шул.
АРАБЫҘҒА ҠАРА ШӘҮЛӘ ИНДЕ
Йыл-йыл ярымдан армиянан Илмир ҡайтты. Ҡайтты ла арабыҙға ҡара шәүлә булып инде. Уны көтмәһәм дә, осрашыу эҙләп бер килерен күңелем менән һиҙә инем. Сөнки армияға китер алдынан беҙ ныҡ ҡына һүҙгә килешеп, үҙен икенсе ҡыҙ оҙатып ҡалғайны. Тегеһе уны зарығып көттө, сөнки бик ярата ине. Ғөмүмән, Илмир ҡыҙҙарҙы алмаштырырға ярата булып сыҡты. Бер кис килеп, ышандырып, илап ултырған булды, хайуан! Кем уйлаған, шул ваҡытта уның һиңә үс һаҡлап йөрөгәнен.
Ә йәйен Илмирҙың ауылына яҡын йәшәгән әхирәтемдең туйына шаһит булып барҙым. Ул да бар ине. Ә һин, минең менән бармай, Өфөлә тороп ҡалдың. Ғәҙәттәгесә, йәштәр клубҡа сыҡты. Илмир: «Аңлашайыҡ, һөйләшәйек, онота алмайым бит...» – тигән булып, мине клуб артына һөйләшергә саҡырҙы. Иҫәр, уға ниңә ышанғанмындыр? Үҙемсә, мине яратҡас, насарлыҡ ҡылмаҫ, тип уйлағанмындыр. «Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй», – тиҙәрме? Дөрөҫ түгел. Ышанмағыҙ! Был ир-ат үҙенең ҡыйыш аҙымын аҡлар өсөн генә уйлап тапҡан әйтем. Күпме көрәштем... Үҙемде-үҙем күрә алманым, ерәнгес хис ине. Нисек итеп кенә һинең яныңа ҡайтып күренермен, күҙҙәреңә нисек ҡарармын, тип өҙгөләндем.
Һүҙһеҙ, барыһын да күҙҙәремә ҡарап аңланың. Ә мин, юҡ, хыянат булманы, тип алдай алманым. «Сығып кит», – тинең, ә сығып барғанда, китмә, һинһеҙ йәшәй алмайым, тип кире туҡтаттың. Ғәфү иттең, ә йөрәгең менән бер ҡасан да онота алманың. Татлы алдашыуға ҡарағанда әсе дөрөҫлөктөң бәғерҙәрҙе нығыраҡ телгеләүен кем белгән.
Барлыҡ үпкәбеҙҙе, хыянат-хатабыҙҙы оноторға, хәтерҙән юйырға тырышып, юлдарыбыҙ йәнә беректе. Йылдар үтә торҙо, бер-беребеҙгә ныҡ эҫендек. Мин һинһеҙ бер көн дә тора алмай инем. Тик һин, һин, һин генә...
Ахырҙа, өйләнешергә булдыҡ. Дуҫтарыңа, буласаҡ ҡатыным, тип таныштыра инең. Хәйер, бер кем дә туй булырына аптырамай ине, әлбиттә. Көтөлгән хәл.
Йәй аҙағында паспортыңды килтереп бирҙең, мин ауыл советына барып, никахлашырға ғариза яҙҙым. Үҙемде иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ тип хис иттем ошо минуттарҙа! Шул тиклем ярата инем бит һине, Иҙел! Туй күлдәге, балдаҡтар алынды. Әммә һис кенә лә әсәйеңдәрҙең бәхетебеҙгә ҡаршы икәнлеген белмәй инем.
Хәтерләйһеңме, әсәйем Үзбәкстанға күрәҙәсегә бара, тип, үҙең һорап, фотомды алып киттең. Әллә шунан һуң, ни сәбәптәндер беҙҙең арала үпкәләшеүҙәр, аңлашылмаусанлыҡ башланды.
Тағы ауырлымын... Өфөгә уҡырға барырға ваҡыт етте. Алдараҡ барып, таныштар аша икебеҙгә бүлмә алдым. Шул ваҡыт ғәйбәт сыҡты: минән биш йәшкә өлкәнерәк Фәрзәнә исемле ҡыҙға йөрөй башлағанһың. Ул ғына ла түгел, Фәрзәнә: «Мин уларҙы барыбер айырам», – тип әйткән. Биллаһи, ышанманым. Дөрөҫөрәге, ышанғым килмәне. Нисек инде ул? Һин бит минеке, минеке генә!!!
Мин һине көттөм, берсә өҙөлөп һағынып, берсә яралы күңел менән асыуланып. Килдең. Бер ни булмағандай, ҡаршыма килеп баҫтың. Алдаша белмәйһең, шуға күҙҙәремә тура ҡарап, дөрөҫөн һөйләнең, нисә тапҡыр осрашыуыңа тиклем. Сөнки дөрөҫлөктө талап иттем! Аһ, ул ваҡыттар!!! Йөрәгемде, йәнемде үткер бысаҡ менән телгеләнең. Яйлап, тәрән яралар ҡалдырып, ҡанһыратып, әрнетеп тороп... Ниндәй генә һүҙҙәр яҙһам да, ул ваҡыттағы кисерештәремде үҙем генә беләм. Бәлки, кемдең башынан үткән – шул аңлар...
Шулай ҙа ятаҡтағы әлеге бүлмәбеҙгә ремонт яһап, обойҙар йәбештереп, ваҡ-төйәк алып, атай-әсәйҙәрҙән йәшерен генә үҙебеҙсә донъя көтә башланыҡ.
ҮС ИТТЕМ, БУҒАЙ!
Тәмһеҙләшеүҙәр, бер-беребеҙҙе кәмһетеүҙәр, ғәйепләүҙәр башланды. Бер нисек тә аңлай алмай инем һине. Юҡҡа ғына үпкәләп сығып китәһең, йә мин «кит» тим. Аҙаҡ тағы һағынып күрешәбеҙ, бер-беребеҙҙе шашып һөйәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, бергә тороу ҙа мөмкин түгел, айырым да түҙеп булмай. Тағы ауырымды алдырҙым. Был юлы һин хатта тыйып та торманың.
Аралар һыуынды, үпкәләр ҡуйырҙы. Һине башҡа ҡыҙҙар менән күргеләнем. Аҙаҡ улар менән тәҙрә төбөнән үткеләй башланың. Йәшлек бит ул – йүгәнһеҙ ат. Мин дә, һиңә үс итеп, башыма ни килһә, шуны эшләнем. Үҙемә урын таба алмай үрһәләндем, бәргеләндем. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр. Ата-әсәйемә лә хәбәр барып етте. Минең өсөн улар ярты ҡартайҙы. Әсәйем шунан һуң ауырып китте, әле лә дауахананан сыҡмай тиерлек. Ул һине һаман да ғәфү итә алмай, баламдың бәхетен тапаны, тип илап ала. Атайым, эсеп алып, күңеле йомшарған һайын иҫенә төшөрөп рәнйер ине. Тик туйға тип алған араҡыны (туйға ғариза буйынса ғына һатыла ине ул ваҡытта) ҡунаҡ килгәндә сығарһа, «туй күстәнәсе» тип әсенеп көлә торғайныҡ.
Шулай оҙаҡ ташлаша алманыҡ. Мин кәмһенеүгә барып еттем. «Ташлама, һинһеҙ нисек йәшәрмен, инде мин кемгә кәрәк?» – тип өҙгөләндем, аяҡтарыңа йығылдым. Күпме ваҡыт мине яратып, ҡурсалап йөрөнөң дә, нисек шулай ҡырҡа икенсе кешегә әйләндең? Уйҙарымды күңел төшөнкөлөгө биләне. Йоҡлай алмай интектем, уҡыуыма ҡул һелтәнем, дәрестәргә йөрөмәнем. Йәнем әсене. Үҙ-үҙемә ҡул һалырға уйлаған саҡтарым да булды, ярай һеңлекәшем Зөмәрә һәр аҙымымды күҙәтеп торҙо. Рәхмәт үҙенә.
Ауыр ине миңә, ныҡ ауыр булды. Һине ғүмерем буйы ғәфү итә алмаҫмын кеүек ине. Беҙҙең осрашыуҙар, дөрөҫөрәге, мин һиңә бара инем (ниндәй түбәнселек!), йылыңды бер тойор өсөн әллә нимәләр бирергә әҙер инем бит, хыялый. Йәшлектәге хаталарҙан, ҡайһы саҡта аҡылға һыймаҫлыҡ ҡылыҡтарымдан әле булһа ла оялып, ер тишегенә инерҙәй булам.
1994 йылдың ҡышында өйләндең. «По залету». Ә нисек өйләнгең килмәй ине. Мин гел ышандым, йәнә килерһең, үкенерһең, һағынырһың әле, тип көттөм...
Тик мин бер нәмәне аңламаным, нисек һин мине ауырға ҡалдырып та, яратып та, өйләнмәнең? Ҡатыныңдың туған-тыумасаһы кеүек минекеләрҙән, өйлән, өйләнергә тейешһең, тип йөрөүселәр булмағанғамы? Улай дөрөҫ түгел бит, Иҙел. Һеҙҙең туйығыҙ булған көндө мин дә Салауат ҡалаһына бер ҡыҙҙың туйына барғайным. ЗАГС-та һин күҙ алдыма килдең, икенсе кеше менән тормош юлын үтергә тип, никахлашып, кәләшеңде үбеп тороуың күҙ алдымдан үтте. Күҙ йәштәрем башта тамды, аҙаҡ йылға булып аҡты. Тауыш-тынһыҙ ғына. Түҙмәйенсә сығып киттем. Ярһып-ярһып, үкһеп-үкһеп, бөтә донъяны дер һелкетеп иланым. Күңелемдәге бушлыҡтан, кәмһенеүҙән, йәшәү мәғәнәһен юғалтыуҙан ярһып иланым да иланым. Ниңә шул тиклем бәхетһеҙмен һуң мин!!!
Ә шулай ҙа, һин өйләнгәндән һуң ике тапҡыр осраштыҡ. Ҡыҙың тыуғас. Ә ул 4 – 5 айҙан һуң, 4 июлдә, тыуҙы. Мин һине помадаға буяп, үҙемсә үс алып, индереп ебәрҙем. Һаман ярата инем әле. Аҡылдан шашыр хәлгә етеп һағына инем һине, Иҙел! Ә дуҫлашып йөрөгән егетем, тәҡдим яһаһа ла, китте минән. «Һин Иҙелеңде ғүмерҙә лә онота алмаҫһыңдыр, башҡа кешене яратҡан ҡатын кәрәкмәй миңә», – тине. Быға артыҡ ҡайғырманым, сөнки уны яратмай инем. Ә кейәүгә сығырға күптән ваҡыт еткән. Тағы бер егет менән йөрөп ҡараным да, уныһы ла, ҡәһәрләп: «Үҙеңде лә шулай итеп береһе ташлап китһә, һәйбәт булыр ине», – тип үпкәһен белдерҙе. Ташланылар инде. Бәлки, шуға ла мин шундайҙыр? Тик, башҡа бер кем, бер ир-егеткә күҙ һирпеп ҡарау юҡ, тиеберәк, һәүетемсә йәшәй бирҙем. Һеҙҙең туйығыҙҙан һуң әхирәтем бер сыуаш әбейгә алып барҙы. Ул, һиңә боҙом яһағандар, ул бер ҡасан да һинеке булмаясаҡ, ҡатынынан, китәм, тигән саҡтары булһа ла, китә алмаясаҡ, мин һине «һыуындырам» тип, әрләп-әрләп, үҙенсә нимәлер ҡыландырҙы. Шунан һуң әкренләп тыныслана башланым.
ШУЛАЙ ҘА БЕР ОСРАШТЫҠ
Икенсе осрашыуыбыҙ 1995 йылдың йәйендә булды. Уртаҡ дуҫтарыбыҙҙың ҡыҙының тыуған көнө ине. Килеп инеү менән, мине күреп, ҡойолоп төштөң. Бер үҙең килгәйнең. Әллә осраҡлы, әллә минең буласағымды белеп. Ә шулай ҙа, өҫтәл артынан торғас, никах балдағыңды сисеп бәрҙең. Йәнемде көйҙөргөң килмәгәндер. Тик күҙҙәремә тура ғына ҡарай алмай инең. Күрәһең, минең алда ғәйебеңде һиҙгәнһеңдер.
Тағы ла, әйтерһең дә, беҙҙең араға ике йыл ғүмер ятмаған, күңелдәге тойғолар иләҫ-миләҫ килде. Һин оҙата килеп, миндә ҡундың. Төнөбөҙ кем ғәйепле темаһы буйынса, бер-беребеҙҙең ғәйебен асыҡлау менән үтте. Тик һин барыбер икенсе инең: нисектер ят, дорфа. Һәм шунда һиңә, мин яратҡан Иҙел үлде, юҡ ул, тип әйтергә көс таптым. Сығып киткәнеңдә, әйләнеп тә ҡараманым. Шул тиклем йәл инем мин үҙемә. Элекке Иҙелде оҙаҡ онота алманым. Йоҡлар алдынан, татлы уйҙарға бирелеп, хәтер йомғағын һүтә инем. Кинолағы кеүек: башта мин һине шашып яраттым, аҙаҡ шул тиклем күрә алманым, аҙаҡ минең уңыштарымды белеп, үкенер, ҡәҙеремде белер, тинем. Һуңынан бер ниндәй ҙә хис-тойғо кисермәй башланым. Ә шулай ҙа һиңә рәхмәтлемен, Иҙел. Китеүең миңә ниндәйҙер сәм өҫтәне. Бер нәмәгә лә артыҡ ышанып, минеке генә, тигән уй менән йәшәргә ярамай, бар нәмә лә ҡасандыр үтә икән. Йәшлек үтте инде, 40-ҡа етеп барам, һин дә хәҙер ир уртаһында. Вазифаң, ғаиләң, өс балаң бар. Тик ҡатының ғына, сыҙап ҡына йәшәйем, тигән. Ә мин элегерәк, һиңә бик таман, белә тороп, тырышып-тырмашып сыҡтың бит, ти инем эстән. Ә хәҙер йәл... Ҡатындан бәхетең юҡ бит...
Ә миңә Хоҙай Тәғәлә ул яҡтан бәхетте йәлләмәне. Тормош иптәшем менән ун икенсе йыл бергә ғүмер итәбеҙ. Ғаилә тормошобоҙ башланған тәүге көндәрҙән үк ул миңә ҡарата ипле булды, бер ауыр һүҙ әйтмәне, тырнаҡ менән сиртмәне. Һинең турала барыһын белһә лә, ауыҙ асып битәрләмәне, иҫкә төшөрмәне. Уға һинең турала үҙем һөйләгәйнем.
Иремдең эше һәйбәт, бер нисә фатирыбыҙ, ике ҡатлы йортобоҙ бар, сит ил машиналарында елдерәбеҙ. Етеш йәшәйбеҙ, мөнәсәбәттәребеҙ ҙә ныҡ яҡшы, бер-беребеҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙербеҙ, яратабыҙ, һаҡлайбыҙ. Тик... балабыҙ юҡ. Сабыйлы булыу тик өмөттә генә...
Бына ҡайҙа йәшлектәге хаталар үҙенең хаҡын һорай. Хоҙай Тәғәлә, биргәндә алыр кәрәк ине, тип әйтә кеүек. Аллаһы Тәғәләнән көн дә гонаһтарымды ярлыҡауын, бала насип итеүен һораным. Мин бер үҙем генә гонаһ ҡылмағанмын бит, ниңә һиңә өс бала насип иткән дә мине генә ҡәһәрләгән, тип һине рәнйеп иҫкә төшөрәм. 18 йәшлек балам үҫер ине бит.
Ә мин яҡшы әсәй булыр, тик баламдың мин күргән, кисергән яҙмыш һикәлтәләре аша үтеүен генә теләмәҫ инем.
Гәзит уҡыусылар араһынан кемдер мине тәнҡитләһен, битәрләһен өсөн йәки яҡлау, ғәйеп эҙләп яҙманым. Был – минең Иҙелгә өндәшеүем, йылдар буйы йыйылған, әйтә алмаған һүҙҙәрем, серҙәрем.
Мөхәббәт өсөн көрәшергә, уны һаҡларға кәрәк. Беҙҙең хаталар күп булды. Ғәйепте лә минән йәки һинән генә эҙләү дөрөҫ түгел. Ҡайһы бер йәштәр фәһем, ғибрәт алһын.
Инде мин уй-кисерештәремде, кәйефемде йүгәнләй белгән төплө ҡатын, шул уҡ ваҡытта, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, бәләкәй генә ҡыуанысты ла ҙур итеп ҡабул итә белгән ҡатын-ҡыҙ, уңған хужабикә лә, иремә иптәш тә, ҙур терәк тә. Ун ике йыл эсендә бер генә тапҡыр ҙа хыянат итеү тураһында уйламаным (хатта, Иҙел, һинең менән дә), иремдең дә хыянатын күргәнем булманы, Аллаға шөкөр.
Мин һине күптән ғәфү иттем, Иҙел. Тик рәнйешем генә үҙәктәрҙе өҙөп-өҙә. Инде башҡа бер тапҡыр ҙа хәтер һандығын аҡтармаҫмын. Серҙәремде йәшерәм, йәшерәм, төпкә, күңел түренә...
Гөлсибәр.
Өфө ҡалаһы
Читайте нас: