Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Май 2021, 07:37

Әсәйем, әсәкәйем

Бер нисә көн элек Рәйләгә Нәсимә апаһы шылтыратты. Эш мәшәҡәттәре менән мәж килеп, һуңғы арала йыш һөйләшә алмай улар. Телефондан Нәсимәнең бәрхәттәй йомшаҡ, яғымлы тауышын ишетеүе була, күңеле күтәрелеп китә. Апай һеңлеһенең кәйефен һиҙеп тора шикелле. Ул кинәт:

– Әсәйең ауырып киткән бит, барып хәлен белер инең. Бар янына. Бик һағынған һине, – тип ҡуйҙы. Нимә уйлағанын әйтеп өлгөрмәне Рәйлә, бәйләнеш өҙөлдө…
Был хәбәрҙән йәш ҡатын уйға батты. Бала сағы, үҙен белә башлағандан бирле барлыҡ тормошо, кино таҫмаһы һымаҡ, күҙ алдынан үтте.
…Ҡыҙыҡай ҡәҙимге ғаиләлә үҫте. Атаһы ҡара сәсле, аҙ һүҙле. Бик матур тип тә булмай уны. Әсәһе, киреһенсә, бигерәк сибәр, зәңгәр күҙле, ҡыйғас ҡашлы. Оҙон һары сәстәре ҡояшта ялтырап тора, үҙенән шундай тәмле хушбуй еҫе килә. Ҡыҙсыҡ әсәһенең бейек үксәле туфлиҙарын кейеп атлап ҡарағаны бар. Үҙе өйҙә яңғыҙы ғына булғанда помадаһын да алып һөрттө. Тик яңылыш һындырып ҡуйҙы шул. Әрләнде генә шул саҡта... Әсәһенең матур зәңгәр күҙҙәре шундай асыулы, шундай хәтәр ҡарай ине:
– Күпме биҙәнмә, матур булмаҫһың. Ҡара маймыл! – тип әрләп ташланы. Гүзәлдәрҙән-гүзәл әсәй сабыйын маймыл менән сағыштырҙы.
Йомшаҡ һоро айыуын ҡосаҡлап, мөйөштә үкһегәне, ҡайғырғаны иҫтә ҡалған… Ул айыу күпме күҙ йәшен һеңдергәндер. Шул уйынсыҡ Рәйләнең дуҫы ла, күңел йыуанысы ла булды. Диван мөйөшөнә боҫоп ҡына ултырыр ине ҡыҙыҡай. Әкиәт китаптарын ҡарап, ундағы матур тормош хаҡында хыялланыр ине. Гүзәл апаһы, Таһир ағаһы аҡ йөҙлө, һары сәсле. Гел бергә йөрөнөләр, бергә уйнанылар. Уларҙың йәш айырмаһы ике йәш кенә. Рәйләне уйындарына ҡушманылар. Ҡыҙсыҡ үҙ алдына уйнап ултырҙы. Ул ете йәшлек сағында атайҙары башҡа икәнен белде. Донъялағы иң яҡын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәһенең үҙен яратмағанын һиҙҙе. Утыҙ ике йәшлек ҡатындың бар һөйөүе, күңеленең бар йылыһы тәүге балаларына бүленгәндер, ә бәләкәсенә… Рәйлә – өсөнсө бала, иң бәләкәйе, кинйәкәйе булһа ла, иркә булманы, иркәләү эләкмәне лә. Нескә күңелле Рәйлә атаһына ылыҡты, уныһы ла бәләкәсен яҡын күрҙе.
Ағаһы үҫкәс, бөҙрә сәсле, оҙон буйлы һөйкөмлө егеткә әйләнде. Апаһы – аҡ битле, һары сәсле, ҙур зәңгәр күҙле шаталаҡ һылыуҡай. Төҫкә матурҙарға барыһы иғтибар итә, ярата. Гүзәл буйға еткәндә бик хәтәр, тәкәббер холоҡло ҡыҙ ине. Фәнисә йәш сағында тап шундай булған, тиҙәр.
…Ун өс йәшлек сағы Рәйләнең. Уртаса буйлы, тулыраҡ кәүҙәле ҡыҙыҡай. Көҙгөләге сағылышы бик матур түгел. Ҙур танаулы, һоро күҙле. Сәсе йоҡа, үҙе бигерәк оялсан. Әсәһе, һин бигерәк йәмһеҙ, тип әйтә бит. Яратҡан әсәйең йәмһеҙ күргәс, кем генә матур тиһен инде?! Ҡыҙ хатта көҙгөгә ҡарамаҫҡа тырышты. Бер мәл мәктәптән ҡайтып килгәнендә бала күтәргән иргә ярҙамлашты, сумкаһын тотошто.
– Ҙур рәхмәт, матурым, – тип маҡтап китте таныш булмаған ағай.
Өйгә ингәс, көҙгө алдына килде. Беренсе тапҡыр күргән һымаҡ тикшереп ҡараны үҙенә. Һыуыҡтан ингәс, биттәре алһыуланған, артыҡ ҡара ла түгел. Сиған ҡыҙҙарын хәтерләткән класташтары бар, ә уның йөҙө күпкә ағыраҡ, сәсе лә ҡап-ҡара түгел. Керпектәре оҙон, ирендәре килешле генә икән. Гүзәл кеүек артыҡ матур булмаһа ла, ул да нисауа бына. Беренсе тапҡыр Рәйлә үҙен матур итеп күрҙе. Тәү тапҡыр күргәндәй, үҙ-үҙенә һоҡланып ҡараны. Көҙгөләге сағылышын оҡшатты.
Нисек бар шулай уны атаһы менән ҡартәсәһе генә яратты шикелле. Ун дүрт йәшенә тиклем апаһының күлдәктәрен кейҙе, уға яңы кейем алалар, иҫкереп тә өлгөрмәй, Рәйләгә ҡала.
Әсәһе ун һигеҙ йәшендә генә кейәүгә сығып, икенсе ба­лаһына өс йәш булғанда айырыла. Һуңынан Рәйләнең ата­һына бара. Ҡыҙҙың атаһы шып-шым, баҫалҡы кеше, һора­һаң, яуап бирә, бик һөйләшеп бармай. Эшкә уңған булды. Ҡатын-ҡыҙ эше тип торманы, ашарға ла бешерер, хатта кер, иҙән дә йыуыр ине. Әсәһе ҡупшыҡай булды, уның биҙәнмәгән сағын хәтерләмәй. Үҙенә кейемгә аҡса йәлләмәне. Ательеға матур күлдәктәргә заказ бирҙе. Ҡулы оҫта булды, үҙе лә тегенеп, зауыҡлы кейенде. Ҡыҙҙарына ла байрам күлдәктәре текте.
… Бәлә көтмәгәндә-уйламағанда килде. Рәйләгә ун ике йәш тулған көндө атаһына инсульт булды. Дауаханала оҙаҡ ҡына ятты ул. Һеңлеһе Нәсимә ҡиммәтле дарыуҙар һатып алды, ағаһына бер нәмә лә йәлләмәне. Күпме тырышты – палатала янында ултырҙы. Шифаханаға юллама алып та ҡараны. Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тиҙ генә булманы, уға пенсия бирҙеләр. Атайҙары бер аяғын һөйрәп атланы, ауыр һөйләште, һүҙҙәрен әйтһә, аңлап та булмай. Ә күҙҙәре барыһын да һөйләй кеүек – ҙур ҡуңыр күҙҙәре шундай итеп ҡарай… Күңелендә ниндәй хистәр ҡайнағаны, ниҙәр уйлағаны – ҡарашында барыһы ла сағыла. Кемдер уға тиҫбе килтереп киткәйне. Сәғәттәр буйы шуны тартып, үҙ алдына мығырлап ултырыр ине. Ни ҡөҙрәттәндер, бармаҡтары етеҙерәк ҡуҙғала, әйткәне лә аңлашыла башланы.
Ир менән ҡатын араһына һалҡынлыҡ йүгерҙе, әсәһе иренән ситләшә башланы. Йәш, матур, быға тиклем ҡайғы-хәсрәттең ни икәнен белмәгән ҡатын сирле ирен ҡарарға әҙер түгел ине.
Бер мәл әсәһе күрше ҡатын менән сәй эсте.
– Ялҡтым ауырыу ир ҡарап, матурлығым, йәшлегем әрәм. Бәхетем булманы шу-у-ул. Айырылам да ҡуям, ғүмеркәйем бер генә, үҙем өсөн йәшәгем килә, – хужабикә йәмһеҙ тауыш сығарып илай. Башы өҫтәлгә төшөп китә. Сәй генә эсеп ултырманы әхирәттәр, шешәбикәне бушатып, эс серҙәрен бүлештеләр. Күрше бүлмәлә тыңлап торған үҫмер ҡыҙыҡайҙы ниндәй ҡайғыға һалыуҙарын уйлап та бирмәнеләр…
Ҡайһы саҡта Рәйләнең әсәһе өйгә ҡайтмай ҙа ҡуя, ҡайҙа булғанын әйтеп тә тормай… Матур, ҡупшы ир, йәш һөйәр табып сығып киткән, имеш… Ғаиләһенә, балаларына ҡул һелтәне. Яҡындары бар ни ҙә, юҡ ни уның өсөн.
Рәйлә, һуҡыр эсәге шартлап, дауаханаға эләккәйне. Апаһы Өфөлә уҡый, ағаһы – армияла. Янына башта бер кем дә килмәне. Палаталаш ҡатындар уны үҙҙәренсә йыуатҡан була. Бына хәҙер килерҙәр, тип көткән була ҡыҙ. Өсөнсө көндө Нәсимә апаһы килде, янына көн дә йөрөнө. Шундай йәлләп ҡарай ул һеңлеһенә, әкрен генә ҡулдарынан һыйпай. Һөйләшерлек тә хәле юҡ ине Рәйләнең, күҙҙәренән субырлап йәш аға. Апаһы ҡулынан, сәсенән һыйпай. Ҡыҙыҡай зарығып әсәһен көттө. Килер, мине алып ҡайтыр, тип өмөтләнде. Ә ул килмәне...
Атаһы менән әсәһе рәсми рәүештә айылышты. Әсәһе яңы иренә киткәндә кейемдәре, теген машинаһы менән өр-яңы һыуытҡыстан башҡа әйбер алманы.
Гүзәл уларға барып йөрөнө. Бер мәл Рәйлә лә барҙы. Фәнисә ҡәҙимге халатта, биҙәнмәгән, бик тә йонсоу ҡиәфәттә ине. Ҡыҙ әсәһенең бындай сағын тәү тапҡыр күрҙе. Һәр саҡ бөхтә кейенгән, биҙәнеп-яһанып ҡына йөрөгән әсәһе бик сәйер тойолдо. Яңыраҡ ҡына балаһы төшөп, ҡайғырып йөрөгән ваҡыты булған икән. Әсә менән бала өҫтәлдең ике яғына ултырып сәй эсте, тик һөйләшмәнеләр. Әллә өйҙәрендә тәмәке тарталар – уҡшытҡыс һаҫыҡ еҫтән Рәйләнең күңеле болғанды...
Үгәй атай ҡыҙға тишерҙәй булып, шундай нәфрәт менән ҡараны. Ҡатынының балалары менән аралашҡыһы килмәгәнен шундуҡ һиҙҙерҙе. Ауыр күҙ ҡарашын күтәрә алманы, Рәйлә тиҙерәк сығып китергә тырышты... Бында уны көтмәүҙәрен, үҙенең сит икәнлеген аңланы зирәк ҡыҙ…
Атаһының бер туған һеңлеһе Нәсимә апаһы уларға күсеп килде. Төҫкә-башҡа бик матур булмаған ҡараҡай, аҙ һүҙле ҡатын бик хәстәрлекле, ярҙамсыл ине. Ул килгәс, өйҙәренә ҡот ҡунды. Апай кәрәк саҡта кәңәш бирә, үҙе төпсөнмәй, фекерен көсләп таҡмай. Бер кемде лә яманламаны ул, хатта бер туған ағаһын ташлап киткән еңгәһе хаҡында ла бер ауыҙ һүҙ әйтһәсе! Миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек өлгөһө булған апай яндарында булмаһа, бик ҡыйын булыр ине, моғайын.
Гүзәл педучилищены тамамлау менән кейәүгә сығып, Мәскәү өлкәһенә күсеп китте. Әсәһе менән хат яҙыштылар, хатта бер-береһенә посылкалар һалалар ине.
Марат Чита өлкәһендә хеҙмәт иткәйне. Армиянан һуң шунда ҡалды. Рус ҡыҙына өйләнеп, ул үҫтерә. Ара алыҫ булғас, бик һирәк ҡайттылар. Рәйлә медучилищеға уҡырға инде. Атаһын һауыҡтырырға хыялланды, тырышып уҡыны.
Тик яҙмыштан уҙмыш булмай шул, уға һынауҙар килеп кенә торҙо. Егерме бер йәше тулған көндө атаһы яҡты донъя­ны ҡалдырҙы. Ауыр булды ҡыҙға. Һағынып көтөп алған, уның бәләкәй генә уңышына ла шул ҡәҙәр шатланған, серҙәрен тыңлап, кәңәштәр биргән яҡын кешеһе ине атаһы. Бер ваҡытта ла мыжыманы, барлыҡ ауырлыҡҡа түҙергә тырышҡандыр ул. Бер нисә айҙан һуң атаһының бер туған һеңлеһе Нәсимә үҙенең фатирына ҡайтты. Башта поликлиникала эшләп алды. Пенсияға сыҡҡас иһә түшәктә ятҡан оло йәштәге ҡатынды ҡараны.
Рәйлә дуҫлашып йөрөгән егетенә кейәүгә сыҡты, ике улы тыуҙы. Аллаға шөкөр, ире яҡшы. Холҡо менән атаһы мәрхүмде хәтерләтә кеүек.
…Әсәһе менән бер нисә йыл аралашманы тиерлек. Бөгөн Нәсимә апай аша уның хаҡында ишетте. Артыҡ хәбәр һөйләргә яратмаған апай әсәһе тураһында һөйләне. Уның борсоулы тауышынан, һөйләгәндәренән хәлдең хөрт икәнен аңланы.
…Әсәһе яңы ире менән бәхетле булмаған. Улы тыуып, биш айлыҡ сағында ғына үлеп ҡалған. Ире бер нисә йыл йәшәгәндән һуң, йәш ҡатынға әүрәп, уны ташлаған. Яратҡан кешеһенең хыянатын ауыр кисергән ул. Эсә башлаған, эштән ҡыуылған. Әле дауаханала, етди сир табылып, операцияға ятҡан, имеш.
– Ҡыҙыҡай, әсәйеңә үсегеп йөрөмә. Өс көндән артыҡ үпкә һаҡларға ярамай. Йылдар буйы аралашмайһығыҙ бит. Ғәфү ит, – тип өгөтләне Нәсимә апай.
Рәйләнең хәтере ҡалғайны, күңеле ҡатҡайны, был хәбәрҙе тыныс ҡабул итте. Бәләкәй сағында күпме хафаға һалған әсәһенән һыуынғайны ул.
Шулай ҙа яратҡан апаһының кәңәшенә ҡолаҡ һалды. Дауаханаға барырға булды.
Фәнисә хирургия бүлегендә ята ине. Үтә ябыҡҡан, йөҙө һарғайып киткән. Элекке сағыу матурлығының эҙе лә ҡалмаған – ҡатын ҡаҡ һөлдәгә әйләнгән. Зәңгәр күҙҙәрен шундай мөлдөрәтеп ҡарай, тоноҡ ҡарашында һыҙланыу, тәрән һағыш сағыла...
– Миндә панкреатит, интегәм бигерәк, – Фәнисә ҡыҙына ҡалтыранған ҡулын һондо, – Ғәфү ит, балам, рәнйеттем һеҙҙе, ташлап киттем. Бәхет эҙләп йөрөнөм. Уның янымда икәнен күрмәгәнмен.
– Ғәфү итергә? Күпме иланым мин һин киткәс. Атай менән Нәсимә апайҙан башҡа бер кемгә кәрәкмәнем. Хәҙер иҫеңә төштөммө?
– Ҡыҙым, балаҡайым... – Ҡатын ыңғырашып, түшәгенән күтәрелде. – Үлеп китһәм, хушлашырға кил…
– Һинең сирең үлемесле түгел. Тағы… Ҡыҙың, улың бар.
– Улар… Уларға мин кәрәкмәйем… У-у-у... – Сирле илай башланы…
Рәйлә коридорға атылып сыҡты. Ярһыуын баҫырға теләне. «Нимә эшләүең был, оятһыҙ!» – тип үҙ-үҙен битәрләне, урамға сыҡҡас, хис-тойғоларына ирек бирҙе. Парк аша үтеп бара ине. Эскәмйәгә ултырҙы. Бәхетенә күрә, паркта кеше юҡ. Ярһып-ярһып иланы шунда… Оҙаҡ ултырҙы. Улдары – санаторийҙа, ире – командировкала. Магазинға инеп, күстәнәскә кәнфит алды ла әхирәтенә китте. Бар ҡайғыһын һөйләп бирҙе. Зилә уны тыңланы ла:
– Эй, әхирәт! Һинең, йүнһеҙ булһа ла, әсәйең бар. Йәш сағында хаталанған, язаһын алған. Үсегеп йөрөмә инде, етер. Минеке бөтөнләй юҡ, әсәйем йәшләй үлде.
– Уй, ғәфү ит. Гел йылмайып ҡына йөрөгәс, барыһы ла һәйбәттер тип уйлай инем.
– Әсәйем ҡырҡ өс йәшендә ауырға ҡалды. УЗИ малай күрһәткәс, шундай шатланып йөрөгәйне. Атайыма ул бүләк итергә теләне… Тик һуңынан бик интекте. Ҡан баҫымы күтәрелде, аяҡ-ҡулдары шеште. Бер бөйөрө генә эшләй, тинеләр, баланы алдырырға өгөтләнеләр. Ул риза булманы... Шул тиклем малай тапҡыһы килде. …Бала тапҡанда үлеп ҡалды. Ҡустым да оҙаҡ йәшәмәне, ҡырҡ көнө лә тулманы. Атайым, йүнле булһаң, ул табыр инең, тип гел уны игәне, битәрләне. Юғалтҡас, ҡайғырып бер булды… Уйлаһам, би­герәк ҡыйын, йөрәгем яна. Әсәйҙе уйламаған көнөм юҡ. Беҙ, гонаһлылар, ерҙә, улар ожмахталыр, тип үҙемде йыуатҡан булам. Ул иҫән булһа, бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәҫ инем, өрмәгән ергә ултыртмаҫ инем, – тип Рәйләне битәрләп ташланы, һамаҡлап-һамаҡлап, аһ-зарын түкте. Ике әхирәт икәүләшеп иланы…
Икенсе көндө, тамам тынысланғас, уйҙарын тәртипкә килтергәс кенә Рәйлә өйөнә ҡайтты. Әсәһе шундай йәл ине. Шунда уның ят кеше түгел икәнен аңланы. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта.
Операция уңышлы үтте. Әсәһен палатаға күсереү менән янына килде.
– Балаҡайым, килдең бит… ҙ-у-ур рәхмәт! – Фәнисә ҡыҙына һоҡланып ҡараны. «Бәхетле генә бул, иҫән-һау ғына бул, балаҡайым», – тип уйланы ул.
– Ғәфү ит, әсәй! – ҡыҙы уның ҡулына ҡағылды, айҙар-йылдар буйы йыйылып килгән асыу-үпкәләүе онотолғандай булды… Ирекһеҙҙән илай башланы. Шулай икәү – әсәле-ҡыҙлы туйғансы илап күңелдәрен бушатты… Бер аҙҙан әсәһе йоҡоға талды.
Рәйлә әсәһенең юрғанын рәтләп япты ла, коридорға сыҡты. Асыҡ тәҙрә янына килеп торҙо. Дауахана баҡсаһында ҡоштар сутылдаша. Уларҙың күңелле концерты йәне булған бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Ҡатын иренә шылтыратты. Уның менән һөйләшеп торғанында күккә ҡараны… Борсоулы уйҙарға батып йөрөп, күптән һауаға ҡарағаны юҡ икән. Салт аяҙ, бер болотһоҙ күк йөҙө әсәһенең күҙҙәрен хәтерләтте. «Әсәйемдең күҙҙәре төҫлө бит», – тип уйланы Рәйлә. Йәш ҡатын үҙен беренсе тапҡыр тулы бәхетле тойҙо...
Римма Әхмәтйәнова.
Читайте нас: