+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Май , 06:00

Донъя – ҡуласа

Наҙгөл район үҙәгенә кәңәшмәгә барған һайын һәр ваҡыт дауаханала эшләгән һеңлеһенә инеп, хәлен белешеп сыға. Бына бөгөн дә машинаһы менән ҡапҡа төбөнә килеп туҡтауға, туғаны шылтыратты. – Апай, эргәмә генә ин инде, бер ауырыуҙы ташлап китә алмайым.

Наҙгөлдөң неврология бүлегенә килеп инеүе булды, коридорҙа инвалид коляскаһында таныш йөҙҙө күреп ныҡ тетрәнде, ҡатып ҡалды.
– Рәфит ағай?! – Ир ҙә уны таныны, бер ҡулына таянып торорға итте, ләкин аяғына баҫа алмай, шап итеп кире ултырҙы ла ҡулын һелтәй-һелтәй нимәлер әйтергә маташты. Шунан һау ҡулы менән түш кеҫәһенән бөкләнеп, һарғайып бөткән бер фотоны килтереп сығарып, Наҙгөлгә һуҙҙы. Ҡатын ундағы кешеләрҙе таныны ла «аһ» итте. Шул саҡ санитарка Рәфит ағайҙы па­латаһына этеп алып китте, ә ул фотоға ҡарап, нимәлер әйтергә тырыша ине.
Эргәһенә килеп еткән һеңлеһенең ҡото алынды.
– Апай, ни булды, нишләп ҡобараң осто?
Наҙгөл, хәле бөтөп, һеңлеһенең ҡулдарына йәбеште.
– Рәфит ағайға нимә булған ул, туғаным?
– Инсульт. Ә һин уны ҡайҙан беләһең?
– Мин йәш саҡта шул ауылда эш башлағайным бит.
– Эй, апай, ҡыҙғаныс инде: өйө лә, ғаиләһе лә юҡ икән. Йылдан ашыу больницала ята, янына бер кем дә килмәй. Әле бына ҡарттар йортона юллама көтә, тиҙәр.
Наҙгөл һеңлеһенә ауыл күстәнәс­тәрен ҡалдырҙы ла ҡайтырға сыҡты.
Юл буйы бынан утыҙ йыллап элек булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫенә тө­шөрөп, уйланып ҡайтты. Ул саҡта егерме йәшлек Наҙгөл был ауылға йүнәлтмә менән ебәрелеп, бухгалтер булып эшләй генә башлағайны. Ҡыҙ эштән ҡайтышлай өй буйындағы эскәмйәлә ултырған ут күршеһе Зөлхизә әбей менән көн дә иҫәнләшеп, уға бер-ике ауыҙ булһа ла һүҙ ҡушып китә ине. Һүҙгә йор әбей эргәһендә оҙағыраҡ та тотор ине, сәғәтле эшкә йөрөгән Наҙгөлдөң генә ваҡыты тығыҙыраҡ.
Гел иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләп ултырған әбей бөгәсә шым ғына ултыра, күҙҙәре лә шешмәкләнеп ҡыҙарғанға оҡшаған. Наҙгөлдө күреү менән уңайһыҙланды, үҙенең бындай һәләтен күрһәтмәҫкә тырышып, өйөнә инмәксе булып тороп баҫты. Һуңғы ваҡытта аяҡтары һыҙланып, саҡ йөрөгән әбей, аяҡтары тотмай, киренән лыпа ултырҙы ла ҡуйҙы.
– Ҡайҙа, ярҙам итәйем, инәй, көтөп тороғоҙ! – тип ҡыҙ йүгерә-атлай уның янына килде. Шунда күңеле мөлдөрәмә тулған әбей түгелеп иланы ла ебәрҙе. Наҙгөл, уның бындай сағын күргәне булмағас, эргәһендә сабыр ғына көтөп ултырҙы.
– Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, улым, ҡарттар йортона ыздавайт итәм, ти, бит мине! Наҙгөл әбейгә һораулы ҡараш ташланы.
– Бер аҙна ғына ҡалды үҙ өйөмдә йәшәргә... – Ҡулъяулығы менән ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды.
– Әсәй, ҡартайған көнөңдә йонсома, рәхәтләнеп йәшә, тип улығыҙ газ, һыу үткәртергә йөрөй, тигәйнегеҙ түгелме һуң?
– Шулай булыр, тип уйлағайным да... – Әбей көрһөнөп ҡуйҙы. Наҙгөл­дөң ихласлап, борсолоп тыңлағанын күргәс, һүҙен дауам итте:
– Был яландай өйҙө бабайым менән һуғыш башланған йылда эшләп бөтөп ингәйнек. Тау яғында буратып, бер нисә ат менән барып алғайнылар.
– Ҡарағастан бураттым, кәләш, беҙгә лә, балаларға ла, хатта ейәндәремә лә етерлек булһын, – тигәйне бабаҡайым... Өй ныҡ, шылт иткән ере лә юҡ, әле тағы йөҙ йыл һин дә мин ултырыр, тип уйланы ҡыҙ. Хәтирәләргә бирелеп, әбейҙең йөҙө асылып, нурланып китте.
– Уның менән ҡәһәрле һуғышҡа тиклем тупылдап торған өс ҡыҙ апҡайтып, матур ғына йәшәп ята инек. Бабай ниместәргә ҡаршы һуғыша, ә бында – аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш. Башаҡ, серек картуф йыйып ашайбыҙ. Балаларым әллә шул серек бәрәңгенең күмәсенән, әллә туң игендән, әллә ил рәте ауырыуы булдымы – эстәре китеп, бер аҙна эсендә янып, китеп тә барҙылар. Нисек хыялыйға әйләнмә­гәнмен шул ваҡытта, бер Хоҙай белә. Бабайым һуғыштан имгәнеп, бер аяғын өҙҙөрөп ҡайтты. Әлеге Рәфит улымды ҡырҡ ике йәшемдә генә таптым. Бик ҡәҙерләп, өрмәгән ергә ултыртмай, өф итеп кенә үҫтерҙек. Берҙән-бер, тип өҫтөндә гел энәнән-ептән сыҡҡан өр-яңы кейем, үҙебеҙ туя ашамаһаҡ та, бөтә тәм-том уға булды. Үҙен Өфөлә интернатҡа биреп уҡыттыҡ, институтын да бөтөрттөк... Зөлхизә әбей кеҫәһенән фото килтереп сығарҙы.
– Бына бит ниндәй аҫыл егет ине. Өфөгә барғанда, иҫтәлеккә ҡалыр, тип күмәкләп төшкәйнек. Бабайым ныҡ ине әле.
Наҙгөл Зөлхизә әбей менән бабайын һәм ун алты-ун ете йәштәрҙәге үҫмер Рәфитте таныны. Әбей ауыр итеп тын алды ла һүҙен дауам итте.
– Белемле егетте районға ҡайтар­ҙылар, яҡшы эш бирҙеләр, аҡсаны көрәп алды. Өйләнде, ҡыҙы тыуҙы. Өй һалды. Уны һатып, ҙурырағын һал­дыртты. Шунан башланды ла инде. Кәүҙәгә таҙа, һылыу, аҡсалы иргә ни ҡатын-ҡыҙ талпан һымаҡ йәбешә бит, улым аҙғын тормош алып бара башланы. Киленем бик тәрбиәле, тәүфиҡлы бала булды, һүҙем юҡ. Ул ни, бахыр, түҙҙе-түҙҙе лә тыуған яғына ҡайтты ла китте. Бына шунан бирле ейәнсәремде лә күргәнем юҡ, ҙур ҡыҙ булғандыр инде. Улым, яҙыусы-әртис ишараттары менән буталып, көнө-төнө кәйеф-сара ҡороп, рәхәт йәшәне. Тегеләре ни, аҡсалы ир янында йүгереп кенә йөрөйҙәр ҙә, аҙаҡ зым-зыя булалар ҙа ҡуялар. Шунан тағын донъяһын яңынан ҡорҙо. Уныһын да һатты... Атаһы уға биш өй һалышып бирҙе, беҙҙең бөтә тапҡан да шунда китеп торҙо. Сираттағы ҡатыны былтыр һылап-һыйпап, һуңғы өйөн һаттырып, үҙенә ҡалаға алып киткәйне, аҡсаһы бөткәс, артына типкән инде.
– Әле бына, бәйеле аҙып, атай нигеҙен дә һатырға ҡуйған, сабака малай!
Әбей шымып, уйланып алды, шунан ярһып, тағы һүҙен дауам итте:
– Гел әйтә килдем: нәфсеһенә эйәргән малынан да, аҡылынан да яҙған, шашма, тип. Юҡ, тыңламай, бәләкәйҙән шулай киҫекһеҙ булды. Еңел килгән бәхет ҡәҙерһеҙ була инде, нишләйһең... Зөлхизә әбей йөрәкһеп, сеңләп илап ебәрҙе.
– Ниңә һата һуң, инәй?
– Бурыстарым күп, түләмәһәм, төрмәгә ултырталар, ти бит.
Ярар, ағай менән үҙем һөйләшермен әле, тип уйланы Наҙгөл.
– Инәй, район үҙәгендә бабайыма, һуғыш ветераны булараҡ, бөтә уңайлығы булған фатир бирелде, тигәйнегеҙ бит, шунда йәшәргә барығыҙ һуң, – тип кәңәш иткән булды Наҙгөл. Әбей ҡулындағы таяғын йән көсөнә атып бәрҙе лә, ике ҡулы менән битен ҡаплап, һулҡылдап илай башланы. Бик оҙаҡ иланы ул.
– Юҡ ул... Дауны юҡ! Һатҡан ул!
– Эй, Аллам, рәнйейем мин улыма. Ныҡ рәнйейем! Ҡарғамайым... үҙем­деке бит.
– Ҡараусыһы юҡ, яңғыҙы газһыҙ, һыуһыҙ өйҙә йәшәй алмай, аймылыша ла, тип бөтә дүкәмиттәрҙе юллап алып бөткән инде ул.
– Хаҡ Тәғәләм, әсәй рәнйештәрен үҙең ярлыҡа!
Ысынлап та, бер аҙнанан күршелә Себерҙән ял итергә ҡайтыусылар йәшәй башланы...
Наҙгөл ауыр хәтирәләрҙән йөрәге сәнсеп-сәнсеп ҡуйғас, машинаһын юл буйындағы сауҡалыҡ янында туҡтатты. Ул ҡайындар араһында йөрөп, үҙен тынысландырырға тырышты. Үҙе донъя ҡорған, өй һалып ингән, балалар үҫтергән ҡатын хәҙер белә: йәшлеге менән Зөлхизә әбейҙең аяныслы яҙмышын бөтә нескәлегендә аң­ламағандыр ҙа инде. Шулай ҙа ул саҡта, күстәнәстәр алып, ике тапҡыр инәй янына барып, уны күреп килгәйне. Һуңғы барғанында әбейҙе хатта танымай ҙа торғайны: бәләкәсәйгән, күҙҙәрендә йәшәү мәғәнәһе ҡалмаған. Эй, шунда Зөлхизә әбейҙе йәлләп, ҡайтҡансы илағайны. Шунан күп тә үтмәй мәрхүмә булғанын ишеткәйне. Наҙгөл ҡайынды ҡосаҡлап, күккә ҡараны.
– Хаҡ Тәғәләм, үҙең ярлыҡа, –тигәйне Зөлхизә әбей.
Бына бит тәҡдир: юҡҡа ғына өләсәһе гел генә, донъя – ҡуласа, бер баҫмаһа, бер баҫа, тип әйтмәгәндер ...
Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.
Ғафури районы,
Урта Үтәш ауылы.