+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
30 Апрель , 17:02

Ҡуласа (Хикәйә)

Эшҡыуар Мәликә Мансуровна Ишйәрованы көтмәгәндә ҡала хакимиәтенә саҡырҙылар. «Ололар көнө алдынан тағы ла байрам үткәреү өсөн аҡса һығырғалыр уйҙары…» – тип екһенһә лә, ҡырамалай ҡырҡ мәшәҡәтен ҡуйып, барып әйләнергә булды. Ни тиһәң дә, урындағы етәкселек менән килешеп йәшәргә кәрәк – бөгөн ул ҡала хужаһына, иртәгә үҙенә лә, йөҙ һыуын түгеп, шул йорт ишеген асырға тура килеүе ихтимал.
Көндәлек эшендә һәр ваҡыт спорт стилендә кейенеп йөрөй, шулай ҡулайлыраҡ. Хакимиәттең яҙылмаған үҙ ҡанундары, унда был килеш күренеү ярамай һәм килешмәй. Шуға фатирына һуғылып, өҫтөн алыштырырға булды. Юл ыңғайы ювелир магазинына инеп, йөҙөнә семәрләп ҡим мәтле таштар батырылған көмөш беләҙек, супермаркеттан оло пакет тултырып тәм-том һатып алды ла ишекте асып инеү менән фа тирҙы яңғыратты:
– Рәсимә? – Был ваҡытта ҡыҙының институтта икәнлеген белә күрә һораны, йоҡлап ҡалып ҡуймаһын был, тип хафаланыуы. – Әсәй, һин ҡайҙа?
– Рәсимә ни һинең артыңдан уҡ сығып китте уҡыуына, иртәнге сәйен эсереп ебәрҙем. Миңә ҡалһа, һеҙҙән китеп ҡайҙа ғына барайым… – Бөксәңнәп, тыш та быш итеп һөйләнә-һөйләнә, зал яғын ан килеп сыҡҡан әсәһе яҙып ябынған яулығын төҙәткеләп ҡаршыһына баҫты.
Биреште һуңғы осорҙа Маһира ҡарсыҡ, күҙгә күренеп биреште. Ошоғаса тилбер йыбырлап йөрөп ятҡан, йорт мәшәҡәттәрен ауырлыҡһыҙ атҡарған ҡарсыҡтың былай ҙа йоҡа кәүҙәһе хәлһеҙләнеп бөгөлдө, төҫһөҙ күҙҙәренең нуры ҡайтып, күгелйемләнгән күҙ соҡорҙарына һеңеште, бураҙналар сыбарлаған йөҙөнән ҡан әҫәре ҡасты. Атлағанда ла уң яҡ ҡабырға аҫтын услап йөрөүҙе ғәҙәт итте, ашау-эсеүҙе лә онотто, көсләп саҡырмаһаң, өҫтәл янына килмәй ҙә. Йәнә йыш ятаҡлай һуңғы осорҙа, оло йәш тә икәнлегенә һылтанып табиптарға күренеүҙән ҡыр ҡа баш тартһа ла, сәләмәтләнеүенә өмөтө һүрелмәгәндер, күрәһең, – үҙенсә дауаланып аҙаплана. Шулай ҙа зарын, уфтаныуҙарын тышҡа сығармай, шәлкемләп бәйләп киптерелгән әрем, меңъяпраҡты бер гә ҡушып ҡайната ла ҡуйы сәй төҫөнә ингән төнәтмәне бисмиллаһын әйтеп, сытыраймай ғына эсеп ҡуя, шунан ҡыуарған, шау һөйәккә ҡалған ҡул һырты менән ирендәрен һыпырып, башҡарырҙай күренгән йорт мәшәҡәттәренә тотона ла китә.
Йәлләй әсәһен, ауылдан ҡуҙғатып алып килеп, бында, туғыҙынсы ҡатҡа, бикләп ултыртыуына үкенә лә биреп ҡуя, мәгәр етмешен тултырған ҡарсыҡты ауыл ерендә ҡалдырыу – мөмкин булмаған эш. Йорт-ҡурамды туҙҙырғым килмәй, йәнә ҡош-ҡортом до, бесәй-этемде кемдең ҡулына ҡаратып ҡалдырам, тип һуңғы көнөнә тиклем бында күсеп килергә теләмәй ҡырталашты. Ҡышын-йәйен ҡала менән ауыл араһын тапап, ҡур салау-хәстәрләүҙәрҙән арыған Мәликә әсәһен һуңғы сиктә күндерҙе тәки. Хәҙер йәне тыныс, көнитмеше теүәл: дүрт бүлмәле фатирҙа әсәһе менән институттың һуңғы курсында уҡыған ҡыҙы бергәләп көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡан көндәре. Хәлбүки, тормошоноң бөтөнлөгө китек барыбер: ҡыҙы Рәсимә бишенсе класта уҡыған йылы тау байыҡтырыу комбинатында баш инженер вазифаһында эшләп йөрөгән Зиннуры ҡапыл ғына йөрәк сиренән үлеп китте. Шаңҡыны, аптыранды, ҡайҙа барып бәрелергә белмәне башта. Шунан, иҫен йыйғас, хакимиәттә юрист вазифаһында эшләп йөрөгән еренән байтаҡ ҡына кредит алып, үҙенең шәхси эшен асып ебәрҙе. Хоҡуҡи өлкәләге белемен урынлы ҡулланып, сәмләнеп, ныҡышмал тотонғайны, кәсебе лә уңышлы ғына китте, матди хәле лә зарланырлыҡ түгел, уның менән партнерлыҡ итергә теләүселәр ҙә бихисап, аҡса тип тә йонсомай, танып белгән ҡала етәкселеге лә уға ихтирам менән ҡарай. – Әйҙә әле…
– Мәликә Мансуровна, сибек яурынынан ҡармап, әсәһен зал яғына ыңғайлатты, сығып диванға ултырғас, алдына бүләген һалды: – Ике көндән – ололар көнө, һине Рәсимә ейәнсәрең менән беҙ шул байрам айҡанлы ҡотлайбыҙ. Ошо беләҙекте икебеҙ исеменән ҡабул ит. Унан да ҡулай нәмә тапман ым.
– Ай, Аллам, расхутланмаһаңсы шул ҡәҙәре, күстәнәсе тағы нимәгә, һы уыт P ҡыс тулы тәғәм… – Шулай һөйләнһә лә, әсәһенең йөҙө яҡтырып китте, аҙыҡ-түлек тулы пакеттың эсенә ҡәнәғәт күҙ атты, ҡатын-ҡыҙ көйәҙләнеүе еңеп, затлы беләҙекте тупайған ҡушҡар тапҡырына элде лә ҡурайҙай беләген алға һоноп әйләндергеләне.
– Әсәй, һиңә бер ни ҙә йәл түгел, оҙаҡ йәшә, йәме, сәләмәт бул!
– Йә! – Ҡарсыҡтың йөҙөнән моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үтһә лә, ҡәнәғәт кеткелдәне. – Эштәрең нисек бара һуң, балам, иртән сығып китеп кис ҡайта инең, бөгөн, ни сәбәптәндер, иртәләгәнһең.
– Тәгәрәп кенә китеп бара, ай аҙағында ике йыл элек ябылған теге ит комбинатының яртыһында колбаса цехын асабыҙ, йыл аҙағына ҡәҙәр һарыҡ йөнө, тиреләр ҡабул итеп, эшкәртә башлаясаҡбыҙ. Уның өсөн дә бина таптыҡ, шуны ремонтлап ебәргәндә, эсенә кәрәкле ҡорамалдар ҡуя башларға ла мөмкин.
– Ауыл шөғөлөн ҡыуалатаһың әләйгәс, ҡатын-ҡыҙға кейем-һалым, матурлыҡ са лондары, сәс алдырыу урындарын асып, шуның мәшәҡәттәре менән шөғөлләнеү ҡулайлыраҡ түгелме?
– Һуң мин бит – ауыл балаһы, ер хәстәре йәнемә яҡын да, ҡәҙерле лә. Яҡын тирә райондарҙың береһендә тирмән асыу уйы ла бар әле. Урындағы халыҡҡа ҡулай, миңә отошло буласаҡ. Ир-егеттәр тотонмай тип, ҡул ҡаушырып ятайыммы тағы? Тик бына һуңғы йылдарҙа ҡабатланып килгән ҡоролоҡ ҡына бәкәлгә һуға. – Тороп баҫҡан Мәликә Мансуровна үҙенең бүлмәһенә йүнәлде лә, кейем шкафын асып, өҫтөн алыштырырға керешеп китте, үҙе асыҡ ишек аша һөйләшеүен дауам итте. – Иртәләүемдең әтнәкәһе шунда: ҡала етәкселегенә саҡырҙылар.
– Улай икән… – тип һуҙҙы Маһира ҡарсыҡ, уны, өй кешеһен, эш ығы-зығыһы бөтөнләй борсомай, шуға әңгәмәне үҙ яйына ҡайырҙы.
– Райондар ту раһында башлағасың, һорайым әле, йөрөгәнеңдә беҙҙең ауылға һуғылаһыңдыр ҙа?
– Хәҙер янымда булғасың, йәнә унда яҡын туғандар ҡалмағас, артыҡлап ҡайтҡы ла килмәй. Былай, булып киттем унда, ун – ун биш көн элек. – Саҡырылған урындарға тәғәйен ләнгән костюм-күлдәген кейеп, трюмо алдына баҫты ла бит-йөҙөн рәткә килтерҙе, шунан зал яғына муйынын һондо. – Нишләп ҡапыл ғына ауыл иҫеңә килеп төштө әле?
– Һин онотһаң да, Сабир бер ҙә генә лә иҫемдән сыҡмай, килен бул ып төшөп, бауыр баҫып йәшәгән ауылым, ни тиһәң дә. – Маһира ҡарсыҡҡа «ҡайтҡым килмәй» оҡшаманы шикелле, әсе ҡапҡандай, ризаһыҙ сытырайҙы. – Нишләптер ауыл ға туҡтап китеүең хаҡын да бер тапҡыр бул һа ла һүҙ ҡуҙғатманың, будты ул һиңә ят төйәк...
– Әйтһәм, өй беренсә төшөп һәр береһен теүәлләп һораша башлаясаҡһың. Ә мин ауыл башлығы, теге Ҡара Гәрәйҙе күрҙем дә, йомошомдо йомошлағас, кире боролдом.
– Ауылдан сығышлай беҙҙең өй яғына ла күҙ һалғанһыңдыр әле?
– Һалмаған ҡайҙа! Бөткән. Ергә һеңешкән тауыҡ кетәгендәй генә нәмә ҡалған шунда.
– Улай тимә, кендек киҫелгән йорт бейеклеге менән түгел, булмышты арбап үҙенә тартып, саҡырып тороуы менән ҡәҙерле.
– Әсәһе гелән һүҙҙәрҙе һайлап, уға ниндәйҙер мәғәнә һалып һөйләргә ярата. Шуларҙы әйтте лә, берауыҡ тынып ҡалғас, фекерен йомғаҡланы: – Һин генә түгел, ағайың, апайҙарыңдың йылыһы һеңгән уға.
– Әсәй, һин ысын философ!
– Уныһы кем була тағы?
– Тәрән фекерле аҡыл эйәһе.
– Аҡыллымын тип әйтеүе – үҙе үк ахмаҡлыҡ, әммә белем алыуға килгәндә, йүнле уҡыу эләкмәне шул беҙгә – миңә лә, атайыңа ла. Ҡайтышлай беҙҙең ауылдан бире юл эсендә Ҡәнзәфәр ауылы ята бит әле, ауыл осондағы йортҡа ла иғтибар ит мәгәнһеңдер инде?
– Ауылдағы һәр хужалыҡты ҡарап йөрөй алмайым! Ташландыҡ өй нимәгә ул миңә?!
– Кейенеп бөткән Мәликә залға сығып баҫты. Яуап ярайһы уҡ тупаҫ ишетелде. Күпте күргән әсәһе генә ҡылъяйманы:
– Унда һинең атайың йәшәгәнлекте беләһең. Өйө яғына һуҡмаҡ бармы, уға инеп-сығалармы икән, тим.
– Ҡараманым, күрмәнем, тим бит. – Һе, сәйер холҡоң менән зерә лә аптыратаһың. – Яуап тағы оҡшаманы. Әсәһе һуҡ бармағы менән яҫы маңлайын ыуҙы. Үпкәләгәндә уның шулайта торған ғәҙәте бар.
– Ҡәнзәфәр ауылы аша үткәндә телефондан һөйләшә инем. – Телефундан. Бына, аҡланыр яуабын да тапты. – Әрепләшеүгә тартым һөйләш еүҙе дауам иткеһе килмәгәнгәлер, һин дә мин һораны:
– Атайыңдың һуңғы алған әбейе үткән йыл үлеп ҡалған, тип ишеткәйнем.
– Әсәй, ҡалала туғыҙынсы ҡатта йәшәйем тимәйһең, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе белеп, белешеп ултырған көнөң.
– Һуң, белмәй тағы, яҙ көнө беҙҙең ҡаршы яҡ урамдағы Нурия килен килеп киткәйне бит хәлемде белергә, шул еткерҙе.
– Атайымдың был нисәнсе ҡатыны ине әле?
– Бына быныһы инде һин хисаптар һан түгел.
– Иҫкәрмә йомшаҡ тауыш менән әйтелһә лә, ярайһы уҡ уҫал һәм ҡәтғи яңғыраны. Тамам кәйефе киткән Мәликә Мансуровна ишеккә йүнәлде, шулай ҙа, мөмкин тиклем итәғәтлек күрһәтеп, әсәһенең байрам кәйефен һаҡларға тыр ышты:
– Әсәй, Рәсимә ҡайтһа, әйт, табын хәстәрләһен, өсәүләп ултырып алырбыҙ. Ни тиһәң дә, һинең йылына бер килгән байрамың, мине тегендә, моғайын да, оҙаҡ тотмаҫтар. Ашығыңҡырап сыҡҡан икән дә баһа, сәғәтенә күҙ атты ла, ҡаланың үҙәк майҙан ын үтешләй, машинаһын парк башланған юл ҡырына ҡайырып туҡтатты. Көн һалҡынса булһа ла, аяҙ һәм салт ҡояшлы. Парктағы ағас-ҡыуаҡтар көҙ төҫөнә төрөнөп, нурҙарға ҡойоноп ирәйеп ултыра. Күк йөҙө күҙҙе сағылдырғыс ҡуйы зәңгәрлеге менән, таш һуҡмаҡ ситендәге ҡыртышта морон төрткән йәшел ҡурпы йәм-йәшеллеге менән ер йөҙөндә һары көҙ, аҡ ҡыштан һуң, асыҡ төҫтәр хакимы наҙлы яҙ айы барлығын һәм уның да үҙ мәлендә күкрәп килерен иҫбат итәләр төҫлө. Эш көнө булһа ла, ял итергә сығыусылар байтаҡ ҡына күренгеләй: кемеһе ултырғыстарға ултырып, күҙҙәрен йомоп, йөҙөн йылы нурҙарға ҡуйып кинәнә, кемеһе, парлашып, ашыҡмай ғына таш һуҡмаҡты ҡыҙыра. Парктың уртаһында әйләнгән дәү шайтан ҡуласаһы яғынан шат тауыштар ишетелә. Килгән ҡу наҡтар ҡуласаның иң өҫтөнән ҡаланы тамаша ҡыла ала, унан бар тирә-йүн ус төбөндәгеләй күренә. Ҡолағында таныш шиғыр юлдары яңғырағандай итте:
Әйләнә карусель, әйләнә,
Карусель ҡоролған хәйләгә…
Машинаһына инеп ултырып ҡуҙғалып киткәс тә, һәммә халыҡты бәүелмәле ултырғыстар беркетелгән оло дүңгәләгендә әүрәтеп әйләндергән шайтан ҡуласаһынан, теге шиғыр шауҡымынан арына алманы. «Ҡыҙыҡ был тормош тигәнең, хас та өҙлөкһөҙ әйләнеп торған карусель инде, бөгөн мин өҫкә ҡалҡып сығам, ә иртәгәһен түбәнгә түңкәрелеп, башҡаларҙың юғарыға сөйөлөүе бик тә ихтимал… Карусель ҡоролған хәйләгә… хәйләгә…»
Хакимиәткә килгәнсе тамам тынысланғайны. Башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһендәгеләр менән ихлас иҫәнләште лә бер яҡ ситкәрәк барып баҫты. Апаруҡ ҡына халыҡ йыйылған бында: таныштарын осратҡандар тауыштарын баҫып, шым ғына әңгәмәләшә, кәңәшмә-фәләнгә һирәк саҡырылғанға күрә үҙҙәрен әле ситен тойғандар битараф ҡиәфәттә төп бүлмәгә инеүҙе көтөп ойоп ултыра. Янына ҡалала бер нисә магазин, киоскалар селтәр ен тотоусы Фәрит Яманғолов килә һалып етте лә, итәғәтле иҫәнләшкәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ тауышы менән сыйылдап ҡыҙыҡһынды:
– Мәликә ханым, нишләп саҡырта икән хужа, белмәйһегеҙме? Үткәндә йыйып алып мейене сереттеләр, бөгөн тағы. Ололар көнөнә тип аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным бит инде, тағы ни етмәй икән быларға, ә?
Нишләптер өнәп еткермәй ошо Яманғоловты: ҡыҫмыр, хәйләкәр, шылғаяҡ әҙәм осраған һайын күңелендә ытырғаныу тойғоһо уята, бер зыяны теймәһә лә, уны ирештергеһе, асыуландырғыһы килә башлай. Һуңғы сиктә ты йыла, был кешегә ҡарата кире мөнәсәбәтен эсенә йома. Шул юл менән ике арала арауыҡ һаҡларға тырыша, бер өлкәлә, уртаҡ шөғөл атҡарғанға ғына уның менән ҡатнашырға, аралашырға мәжбүр, әммә йәне тартмаған әҙәмгә сәбәпһеҙгә мөрәжәғәт итергә ынтылып та бармай. Был юлы ла Яманғоловҡа әсе төрттөрҙө:
– Әйтәм, кәүҙәң биш процентҡа йоҡарғандай күренә! Яманғолов аҫҡа һалынған бирән ҡорһағын эскә тартып, уны ҡыҫҡа ҡулдары менән ҡармағас, үпкәләгәндәй һөйләнде:
– Ярай инде, мыҫҡыллама, йәме, былай ҙа бисә шул ҡорһаҡҡа аҙым һайын бәйләнә, беләһегеҙ килһә, ир кешенең кендектән юғары яғы яурынға иҫәпләнә.
– Әләйгәс, һеҙ киң яурынлы, оло кәүҙәле уҙаман булып сығаһығыҙ инде! – Тәбәнәк буйға, өрөп тултырылған туптай тыңҡыш кәүҙәгә, балаларҙың кейем элгесен хәтерләткән һалынҡы яурындарға күҙ атҡан Ишйәрова, сыҙап ҡала алмай, көлөп ебәрҙе лә, Яманғоловты ысынлап үпкәләтеүҙән тартынып, эшлекле дауам итте.
– Аҙыҡ-түлеккә биш процентлы ташлама түгел, усҡа һалып иҫәпләмәле аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ, Фәрит Фәйзуллович! Уларға, – бүлмә ишегенә ымланы, – хәҙер үк кәрәк, шуның өсөн саҡыртҡандар ҙа! – Яманғоловтың ҡыҫмырлығын белгәнгә, уның ауыртҡан еренә һуҡтырып, мәғәнәле йылмайҙы.
– Ҡайҙа инде миндә аҡса, ундай нәмәне күргән дә юҡ һуңғы осорҙа, бөтәһе лә оборотта йөрөй бөгөнгө көндә, әлеге моментта бер тинһеҙ интегелә. Ысын! – Әңгәмәсеһен ышандырырға теләгәндәй, ҡоласын йәйҙе.
– Күсереү юлы менән башҡарабыҙ барлыҡ финанс операцияларын, ҡағыҙҙарҙағы һандар ғына билдәләй аҡса күләмен, билдәле булыуынса, уның даирәһе тар һәм сикле. Өҫтәүенә, һалым, пенсия хеҙмәттәре муйынды быуа, тын алырмын тимә. Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман, тигәндәй, туя белмәйҙәр, асмәйелдәр. Үәт, замана китте, ә!
– Йыуан, килбәтһеҙ аяҡтарын йәшергән һалынҡы сал бар балаҡтарына һуҡты.
– Урта эшҡыуарлыҡты үҫтерәйек, ярҙам итергә кәрәк, тип боғаҙ ярған булалар, ғәмәлдә иһә аҙым һайын аяҡ салалар, тәгәрмәскә таяҡ тығалар. Теге аҙнала пожарниктар килеп, етешһеҙлектәр табып бәйләнеп маташтылар, баҡти һәң, уларға машиналарын ремонтлау өсөн аҡса кәрәк икән, кеҫәләген ҡырып-юнып һоғон дорғайным, өндәре тығылды. Так што, хөрмәтле ханым, был донъя ла ғәҙеллек бөттө… Фәрит Яманғолов һандырауын тамамлап өлгөрмәне, бүлмә түрендәге өҫтәл ар тына ҡунған тәтәй ҡыҙ, алдындағы исемлеккә тағы ла бер тапҡыр күҙ атҡас, саҡырылғандарҙың йыйылып бөтөүен күреп, тиҡый ҡиәфәттә мөрәжәғәт итте:
– Инегеҙ. – Иҫкәртелгәндер, күрәһең, бойорғандай итеп өҫтәне: – Ололар түрҙә урынлашҡан, һеҙ ингән яҡтағы стена ҡырына ултырырһығыҙ.
– Беҙҙең урын һәр ваҡыт ишек төбөндә инде! – Алдан төшөп атлаған Ишйәрованың төртмәтелләнеүен секретарь ҡыҙ ишетмәмешкә һалышып, эшем эйәһеләй, алдындағы ҡағыҙҙарына эйелде. Башлыҡтың кабинетының түр яғы халыҡ менән тулғайны. Кәңәшмәләр үткәреү өсөн ҡырғараҡ ҡуйылған өҫтәл тирәләп башлыҡтың урынбаҫарҙары теҙелгән, ҡаршы яҡ стеналағы ултырғыстарға тиҫтәгә яҡын ҡарт-ҡоро һаҡҡан. Ишйәрова ишек төбөндәге ултырғысҡа абруйлы ғына урынлашҡас, сумочкаһын алдына һалып, былай ҙа ыҫпай таралған сәстәрен һыйпаштырҙы ла, мине ни өсөн саҡырҙығыҙ, тигән һораулы йөҙ менән башлыҡҡа төбәлде. Рөстәм Ишмөхәмәтович, инеүселәр урынлашып бөткәс, ҡалын ҡаштарын йәмерәйтеп, үсеккәндәй һөҙөп ҡарап һәммәһен теүәлләне лә тамаҡ төбө менән һүҙ алды:
– Йә, йыйылып бөттөк, буғай, – тәғәмдәрҙән һығылған өҫтәл артында ултырамы ни, һыйға саҡырғандай, ҡулдарын йәйҙе. – Хуш ҡылып, башлайыҡ! Хәйер, башлайыҡ, тиһәм дә, бына әле урынбаҫарҙар менән инәй-олатайҙарҙың ҡарттар йортонда нисек йәшәүҙәре хаҡында әңгәмәләшеп алдыҡ. Әйтергә кәрәк, республика етәкселеге, шулай уҡ беҙ ҡарттар йортон һәр ваҡыт контролдә тотабыҙ, кисәге көн минең беренсе урынбаҫарым барып, ундағы йәшәү шарттары менән танышып ҡайтты. Шуға ла бөгөнгө ҡорҙоң ойошторолоуы бер ҙә осраҡлы хәл түгел. Ҡарттар йорто администрацияһы менән бергәләп уйлаштыҡ, кәңәшләштек тә, йыйылып алыу зарурҙыр, тигән дөйөм фекергә килдек. – Пластик һауыттан стаканға минералка һалып, ғолҡолдатып эсеп алды. – Билдәле булыуынса, илебеҙ оло быуындарға хөрмәт йөҙөнән йыл һайын уларҙың көнөн билдәләй. Беҙ был көндө ветерандарыбыҙға үҙебеҙҙең ихлас хөрмәте беҙҙе күрһәтәбеҙ, рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, бүләктәр тапшырабыҙ. Әйтергә кәрәк, был хәстәрләү бер көндә генә башҡарылыр эш түгел, ололар хаҡында йыл әйләнәһенә ҡайғыртырға бурыслыбыҙ, сөнки улар быға лайыҡ…
«Тағы башланы… Ни тиһәң дә, элекке партком секретары шул, трибуна артына баҫып вәғәз һөйләргә күнеккән…» Тантаналы телмәрҙәрҙе, фәлсәфәүи сығыш тарҙы, нотоҡ уҡыуҙарҙы үҙ итмәгән Ишйәрова башын аҫҡа эйҙе, башҡаларға һиҙҙертмәҫкә тырышып ауыҙын ҡаплап иҫнәп алды ла эстән генә асыласаҡ колбаса цехына нимәләр хәс тәрләргә кәрәклеге хаҡында иҫәпләргә тотондо.
– Бына бөгөн, хөрмәтле йәмәғәт, эшлекле эшҡыуарҙар, арҙаҡлы ағай-эне, һеҙҙе ҡарттар йортонда көн күргән атай-әсәйҙәрегеҙ менән осраштырырға йыйҙыҡ. Юғиһә, унда барыу юлын онотҡан икән бәғзе берәүҙәр. Көтөлмәгән хәбәрҙән тертләп китте Мәликә Мансуровна, башын ҡалҡытып, алдында теҙелгән ҡарт-ҡороно теүәлләне, ҡарашын һаҡал-мыйыҡ ебәргән, башына йылтырап ҡатҡан теүәтәй кейгән, ҙур танауына ҡалын һөйәк тирәсле лу палы күҙлек атландырған йоҡа кәүҙәле ҡартта туҡтатты: «Атай бит был, атайым… Уны күрмәгәненә нисә йыл үтеп китте, олоғайған, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән… Заманында баҫҡан урынында тороп сыҙамаған етеҙ хәрәкәтле, ҡырыҫ тауышлы, эшһөйәр кеше ине бит атаһы… Әүәле ошо кеше ғаиләһен генә түгел, тотош ауылды дер һелкетеп йәшәгән, тиеүгә кем ышаныр бөгөн?..»
Үткәндәрен хәтеренә төшөрөргә теләгән Мәликә Мансуровна маңлайындағы иҫке яра йөйөн ыуҙы, ә ул, тыштан бөтәшһәм дә, эстән һыҙам әле, тигәндәй, сәнсеп-сәнсеп һулҡып ҡуй ҙы…
– Алдынғы тракторсы Мансур Булатов урып-йыйыу эштәре һөҙөмтәһе буйынса колхоздың ураҡ чемпионы тип билдәләнә һәм «Урал» мотоциклы менән бүләк ләнә!..– Ауыл клубы бер аҙға ғына тын торҙо ла гөрләтеп ҡул сабырға тотондо, рәттәрҙә хуплау ауаздары ишетелде: «Маладис, ҡорҙаш, һынатмайһың, әй, бында мотоцикл алдың, районда, моғайын да, «Москвич»ҡа ултыртып ҡайтарырҙар!.. Мансур, һинән бер сирек, былай булғас, аҙна буйы туҡтамай йыуырға була!.. Сәхнәгә сыҡҡас, бер юлы рәхәтләндереп бейе лә ҡуй инде, ойотоп баҫҡаныңды күптән күргән юҡ!..»
Күтәрмәлә тәмәке тартҡандыр, ишекте шар асып килеп ингән атаһы ауыҙында быҫҡыған тәмәкеһен иҙәнгә ырғытып, кирза итегенең үксәһе менән тызыны ла, маҡтауҙарҙан күркәләй ҡабарып, үҙе менән бергә көҙгө һалҡын һауаны, ҡырҡыу папирос еҫен эйәртеп, ҡырып йыуылған иҙәндә бысраҡ эҙҙәр ҡалдырып, сәхнә яғына ыңғайланы. Шул мәлдә алғы рәттә ултырған бухгалтер Вәлимә эргәһенән үтеүсе иргә ишеттерерлек итеп кенә шыбырҙаны: «Мансурчик, ҡулсырчик, бөгөн кил, көтәм…» Яратмай Мәликә шул ширҡаңдаҡ бисәне, күрҙе иһә, талағы таша башлай. Колхоз контораһында баш бухгалтер Яңыбай ағайҙың ярҙамсыһы булып ултырған ҡатынға, йомош табып, йыш һуғыла атаһы. Эйәреп барһа, атаһының кәнсә күтәрмәһен дә күренеүен көтөп ала алмай хәле бөтә. Ә тегеһе сығырға ашыҡмай, ваҡыт-ваҡыт тәҙрә аша тыш яҡҡа, ҡаршы яҡ урам ултырғысында суҡайған ҡыҙына күҙ атып ала ла кире юғала. Шулай итеп, хәтһеҙ ваҡыт көт өргә мәжбүр ҡыла: йылы көндәрҙә беленмәһә лә, һыуыҡтарҙа шоҡорайып, быҫҡаҡта күшегеп этләнеүҙәре еңелдән түгел. Атаһы ниндәйҙер эске дәрт менән, күҙҙәре осҡонланып килеп сыға ла, фуфайка кеҫәһенән бәләкәй көҙгө киҫәге килтереп сығарып, ҡыҙыл таптар яғылған биттәрен, муйынын ҡулъяулыҡ менән һөртөргә кереш ә. Ҡайтышлай магазинға һуғылалар ҙа, төргәккә төрөп тәм-том һатып алған атаһы, ҡырыҫ ҡарап, уҫал киҫәтә: «Мә, кәнфит аша. Вәлимә апайыңа барғанды әсәйеңә әйт еп ҡуйма! Ысматри, яңылыш ысҡындырһаң, Юлай ағайыңа, Фәрзәнәгә, Фәһимәгә ҡушып һыҙырам!..» «Һыҙырам» һүҙе нән үтә лә ҡурҡа Мәликә, ҡурҡһа ла, ғаиләлә иң кесе бала булараҡ, уға ҡайыш тәтегәне юҡ әлегә. Хәйер, башҡаларға ла туҡмаҡ-йәбер эләгә һалып бармай, айыҡ саҡта атаһы йыуашайып, баҫалҡыланып ҡала, хәүеф-хәтәрҙән һипһенгән терпеләй эсенә йомола, ауыҙынан артыҡ хәбәр тартып алырмын тимә. Шундай саҡтарында ул, йөк атылай, эшкә егелә, алды-ялды белмәй көнө-төнө тир түгә, ҡайтып күренә белмәй, эстеме, йәненә шайтан инеп оялаймы ни – бар тирә-яғын ватып-емерергә әҙер. Атаһы әллә ярата, әллә яҡын күрә – уны гелән үҙе менән эйәртә. Бына әле лә башҡалар өйҙә ҡалды, улар икәүләшеп клубҡа килделәр. Бер төркөм бала-саға менән сәхнә алдындағы иҙәндә ултырған Мәликә, Вәлимә яғына уҫал ҡарап: «Атайым Ҡулсыр түгел – Мансур батыр, – тип ҡысҡырҙы ла ҡыуаныслы тауыш менән ары сәрелдәне, – Атай, атаҡайым, мотоциклыңа иң тәүлә әсәйемде, шунан беҙҙе ултыртып ауыл буйлатып елдереп кенә йөрөтөрһөң, йәме!?.» Ә мотоциклдың асҡысын бармаҡтарында уйнатҡан атаһы уны, аяҡтары аҫтында буталған баланы, бар тип тә белмәй терәлеп үтте лә Вәлимәгә һирпелеп, шаян ҡаш һикертеп, күҙ ҡыҫты. Тегеһе, уның артынан эйәргеһе килгәнгәлер, кейемен кипсәлдергән тығыҙ кәүҙәһен уйнаҡлатып, ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
Шатлығы эсенә һыймаған Мәликә йүгерә-атлай ҡайтып инде лә, ишек ябылыу менән, ҡыуаныслы яр һалды:
– Әсәй, беләһеңме, атайыма колхоз мотоцикл бүләк итте! Шуның ҡыҙыл бант бәйләнгән асҡысын тотош ауыл халҡы алдында колхоз хужаһы Ғәлимйән олатай атайыма тотторҙо! Атайым сәхнәнән төшкән ыңғайы мине күтәреп алды ла: «Һине мотоциклда елдереп алып йөрөйөм!» – тине. Әсәй, һине, тағы Юлай ағайымды, йәнә Фәрзәнә менән Фәһимәне лә бер юлы ултыртып алып ҡунаҡҡа ла барырбыҙ әле, тине.
– Тәтелдәмә әле, ярыҡ барабан, ағайың, апайҙарың дәрес әҙерләй, һинең ише эшһеҙ түгел бит улар! – Түрбашта ҡамыр баҫҡан әсәһе, башын ҡалҡытып, орошмай ғына иҫкәртте лә кире эйелде.
– Аңламайһығыҙмы әллә, беҙгә матас бүләк иттеләр, бер кемдеке лә юҡ, ә беҙҙеке бар! – Ҡуйырҙан ҡуйманы Мәликә, иҙән уртаһына баҫып, ҡулдарын һелтәп бытылдай бирҙе. Ҡаштарын йыйырған Юлай ағаһының иҫе лә китмәне шикелле, мыштыр-мыштыр килеп сумкаһына китаптарын тултырырға керешеп китте, Фәрзәнә менән Фәһимә тырышып-тырышып дәфтәрҙәренә яҙыуҙарында булдылар. Ҡамырын әүәләп бөткән әсәһе табаҡтың өҫтөнә ашъяулыҡты бөкләп ябып ҡаҙанлыҡ яғына индергәс, ҡомған менән ашыҡмай ғына ҡулдарын сайҙы ла, тыныс өндәшеп, уның тыйып торғоһоҙ тантанаһын һүрелтергә тырышты:
– Колхоз идараһының ҡарары хаҡында бер аҙна элек үк билдәле ине инде. Күрше Нәғимә инәйең инеп һөйөнсөләп тә сыҡты. Бөгөн сәхнәнән шул хаҡта әйткәндәр генә.
– Улайһа, нишләп һин дә барманың, ундай ҙур бүләкте етәкләшеп сығып алғанда ла аҙ әле!
– Атайың клубҡа йөрөгәнемде яратмай шул, колхозда хисапланмаған башың менән унда ни ҡалған һиңә, ти.
– Уның ҡарауы, һин өйҙә эшләйһең, әсәй, атайҙың ҡырҙан ҡайтырын көтөп алаһың, керҙәрен йыуаһың, тамағына йүнәтәһең, беҙҙе ҡарайһың.
– Шулай ҙа бит, ул уны беләме ярмуш…
– Нишләп атайыма гел исем тағаһығыҙ ул, Вәлимә апай уға бөгөн ҡулсыр тине, һин ярмуш тиһең.
– Ҡулсырлығын ул ғына белә торғандыр. – Арыған йөҙҙән борсолоу күләгәһе йүгереп үтте.
– Әсәй, әйҙә, былай итәбеҙ, хәҙер күмәкләп аш өйҙәге урындыҡ аҫтындағы тәмлекәстәрҙе бында сығарып өҫтәлгә ҡуйып, атайҙы ҡаршылайбыҙ. Ул ҡайтып инһен дә, әллә ҡәҙерле ҡунаҡ киләме беҙгә, тип уны көткәнде лә һиҙмәй аптырап торһон. Шунан көлөп ебәрһәк, бөтәһен дә аңлар, төшөнөр. Эй, мәрәкә булыр, ибет!?
– Атайың тиң-тошона бүләген йыуҙырып йөрөп һуң ҡайтыр шу, ә һеҙгә йоҡларға кәрәк… – Этеп алып барған ярһыуға ыңғайлай төшкән әсәһе, ҡулдарын алъяпҡысына һөртөштөрөп, юғалып ҡалды.
– Шулайтайыҡ инде, әсәй, ә беҙ ярҙам итербеҙ! – Мәликә өҫтөндәге йоҡа бишмәтен һалып ырғытты ла ҡамыр еҫе килгән еүеш ҡулға барып йәбеште. Әсәһе лә дәртләнеп китте шикелле:
– Ай, Аллам, белә тороп, әҙерләнмәй тик йөрөнөмсө, һин әйтмәһәң, белегем дә юҡ, шыпа. Балалар, ярҙамлашығыҙ, әләйгәс. Октябрь байрамына, Яңы йылға тип һаҡлап тотҡан тәм-томдо өҫтәлгә теҙеүгә артыҡ күп ваҡыт китмәне. Өҫтәп картуф әрсеп бешерергә ҡуйҙылар, теге ҡалҡып өлгөрмәгән ҡамырҙы йәйеп, табикмәк әтмәләнеләр. Картуф әрсеү менән Юлай ағаһы булашһа, апалары табикмәк бешергән әсәләре эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлдөләр, ҡыҙарып бешкән, хуш еҫ бөрккән түңәрәктәрҙе бер яҡ ситтәге тәрилкәгә һалып торҙолар, ә ул банкаларҙан һауыттарға сейә, еләк, ҡарағат, бөрлөгән ҡайнатмалары һалды. Ағаһы байрамға тигән матур күлдәген, ҡара сатин ыштанын кейеп алған бул ды, ә ҡыҙҙар сиратлашып сәстәрен тарашып, толомдарына таҫма таҡтылар, әсәһенең өҫтөндәге сәскә биҙәкле күлдәге лә бигерәк килешле. Бөтәһе лә әҙер булғас, өҫтәл тирәләй ултырып, атаһын көтөргә керештеләр. Үҙенә ҡалһа, бигерәк сыҙамһыҙ шул, бер нисә тапҡыр күтәрмәгә сығып әй ләнде. Тупһаға һөйәлеп көҙгө төн ҡараңғылығына күпме генә өңөлөп төбәлһә лә, ҡапҡаны шығырҙатып асып инеүсе булманы. Ярты төн ауышҡансы ҡайтмаған атаны көтөп тә ала алмағас, ҡайҙа етте шунда ятып әүелйеп киттеләр. Таҡта солан стенаһын таһыр-тоһор бәрелгеләп, ишекте шар асып, шунан ҡаҡлыҡтыра ябып ингән тауышҡа һиҫкәнеп уяндылар. Ишек яңағына йәбешеп болғаңлап, лаяҡыл иҫерек аталары баҫып тора ине. Ҡайтышлай бер нисә урында йығылғандыр: фуфайкаһы, салбары ҡойоланып бөткән, итектәре эт алғыһыҙ бысраҡ. Әсәһе диванға ҡырын ятып торған еренән ҡалҡынды ла, сәстәрен рәтләштереп, хәүеф-хафа көткәндәй йөҙөн һағайтып, бер яҡ ситкә баҫты. Юлай ағаһы, апалары ла, йоҡоларынан айный алмай аңҡы-тиңке килеп, иҫнәп ултыралар.
– Йә, бына мин ҡайттым! – Һалынып төшкән ялан башын кинәт ҡалҡытҡан ата кеше, ҡыҙарған күҙҙәрен хәтәр яндырып ҡарап, һөжүмгә күсте. – Йәнә ләх булғансы эскән, тимәксеһегеҙме? Имею право! Патаму што мин колхоздың ураҡ батыры, бик белгеһеҙ килһә! Колхоздыҡы ғына түгел, райондыҡылыр ҙа әле. Ә һеҙ, – балаларына ҡамсылай һалынған ҡулын алға ташлап төрттө, – елкәмде кимергән паразиттар, башымды ҡымырйытҡан ас беттәр. Әсәйегеҙ – өҙлөкһөҙ көсөкләгән кәнтәй һәм бездельник! Ма-Ма-Маһира, иреңдең тапҡан-таянғанына йәшәгәнлегеңде беләһеңме, йыбытҡы! – Быуындары тотмағанғалыр, ишек яңағына арҡаһы менән терәлгәйне, аяҡтары ал яҡҡа шыуып китеп, тырпырап иҙәнгә һуйҙайҙы, шунан өйәҙәй-йонсой ҡалҡынды ла ике ҡулына терһәкләнгән килеш шун да ҡалды.
– Мансур, әйҙә, сисендерәйем дә, ят инде. Һуң бит, балаларға таң менән мәктәпкә, һиңә лә эшкәлер. – Әсәһе, эйелеп, быуынһыҙ кәүҙәне ҡалҡытырға маташҡайны, көслө ҡул уны эләктереп алып, ситкә елтерәтте:
– Пашла вон, ду-ду-дура! Һин дә булдыңмы бисә! Вә…Вә… – Ни тиклем генә иҫерек булһа ла, артыҡ һүҙ ысҡындырғанын самалап, төҙәтә һалды. – Вәт, исмаһам, ҡайһы берәүҙәр йәшәй белә, өйҙәре таҙа, йыйыштырыулы, аш-һыуҙарынан өҫтәл һығыла, үҙҙәренән хушбуй еҫе аңҡый… – Ауыҙы ситенән һарҡҡан ялтыр шайығын ҡул һырты менән һыпырып, Юлайға ҡарашын атты.
– Һи-һи-һи-һин, күрше малайы, ниңә яңы эшләнгән ҡапҡаға инергә шөрләгән аңра һарыҡ ише, дәдәңә ҡарап таҫыраяһың, ә?
– Мансур, балалар алдында әҙәплерәк ҡыланһаңсы, ниндәй дядя ул тағы? Ниңә үҙ малайыңды түбәнһетәһең шулай? – Әсәһе тыйырға итә.
– Мин әйткәс, күрше малайы! Какая гарантия, што ул уйнаштан тыумаған? Иҫбатла, што түгел! – Ауыҙын ҡулы менән ҡаплап, йәштәренә төйөлөп торған ҡатынына һуҡ бармағын төрттө. – Дакажи! Өнөң тығылдымы? То-то! Әйткәндәрем сәпкә тейгәс, ана бит, оятыңа сыҙай алмай, күҙҙәреңде шәмәртәһең…
– Мине һанламаһаң, балаларыңдан тартын, Алланан ҡурҡ, исмаһам!
– Алла? Алып килеп күрһәт хәҙер үк уны миңә, күрәйем, тотоп ҡарайым, ышанайым барлығына. Юҡ ул Алла! Һинең ише наҙан бисәгә, бәлки, барҙыр, ә ысынында иһә – юҡ! Был Сабир ауылында Мансур Зә-ә-әбирович Алла, прсиҙәтель түгел. Прсиҙәтель ул бары конторская крыса ғына. Эшсән кеше ауылға хужа булырға тейеш, сөнки ул ғына халыҡты туйҙыра һәм йәшәтә. Ғәлимйән ише боламыҡтарға етәкселек дилбегәһен тотторорға ярамай! Вапше-то, кем ул Ғәлимйән? Минең эргәлә сүп! Район хужаһы иң тәүлә минең менән күрешә, шунан һуң ғына уға ҡулын һона. Ызнашит, мин ул глаунай кеше ауылда! Вә…Вә…вәт, шулай тип әйттеләр бөгөн миңә ҡайһы берәүҙәр. Һәм ул… улар хаҡ, дөрөҫ тә әйтәләр! – Бумала башын артҡа ташлап, бер килке ойоп ултыр ҙы ла, ҡапыл һиҫкәнеп китеп, күҙҙәрен алартып тирә-яғын байҡаны, ҡарашы тағы Юлайҙа туҡталды. – Кү-ү-үрше-е-е малайы, кил әле яныма. – Һүҙһеҙ буйһоноп ҡаршыһына баҫҡан малайының еңенән тартты. – Ни сәбәптән кәртинкә һымаҡ кейенеп алдың, тәтәй малай? Хәҙер күлдәгеңде сис! Сис, сис! Юлай сисенде лә, әллә һалҡындан, әллә тулҡынланыуҙан ҡош тәне ҡалҡҡан тәнен йәшереп, күлдәге менән яланғас ерҙәрен боҫормаланы. – Ә хәҙер кей! Кей, кей! Тә-ә-ә-к, бик тә һәлкәү ҡыймылдайһың, инде кире сис! Сис, тим, инәңде! – Кеҫәһен ҡапшап, тәмәке килтереп сығарҙы ла тоҡандырҙы. Быҫҡып ултырҙы берауыҡ. Түшәмгә шыйыҡ төтөн болото күтәрелде. Ҡулындағы шырпыны тоҡандырып, юғарыға күтәрҙе.
– Ошо шырпы бөртөгө 45 се кунд эсендә янып бөтә. Армиялағы ише, шул ваҡыт арауығында һин сисенеп, шунан кейенеп өлгөрөргә бурыслыһың. Кейен!.. Сисен!.. Кейен!.. Өлгөрә алмайһың, эшкинмәгән! – Шырпы ялҡынына бармағы өтөлгән ата ҡулын һелтәп ебәрҙе лә улының беләгенә йәбешкәйне, ең ҡултыҡ төбөнән бүҫелеп төштө.
Юлай сүкте лә, йөҙөн ҡушуслап, һыңҡылдап илап ебәрҙе. Әсәһе эйелеп улын ҡосаҡланы.
– Һин нишләп, йөрөмтәл кәнтәй, уйнаштан тыуған тыумаңды яҡлайһың! Ул бит – һинең күршең Сәлимйән зимагурҙың балаһы!
– Алла алдында намыҫым таҙа, нишләп ғүмер буйы нахаҡҡа рәнйетәһең мине, Мансур! Бында Сәлимйән ағайҙың ни ғәйебе? Беҙ бит уның менән, ағалы-һеңлеле һымаҡ, бергә уйнап үҫтек…
– Уйнап түгел, уйнаш итеп, тиген! – Ауыҙы ситендә төтәгән тәмәкене алып, ласылдатҡа нсы төкөрҙө лә мейес көлдөксәһе яғына быраҡтырҙы.
Эшлекле, егәрле әсәһе көн дә йыуып алған иҙән тәмәке төпсөгө, шырпы бөртөктәре, итектәргә эйәреп ингән урам ҡойоһо менән ҡыйланды, бысранды. «Бая ауылдаштар алдында иҙәнгә төпсөгөн иҙеп хаяһыҙ ҡыланғайны, хәҙер өйҙө таплай… – Күҙәтеүсән, һынсыл Мәликәгә был оҡшаманы: – Инде һине етәкләп эйәреп йөрөһәмме!»
Атай кеше, кесе ҡыҙының уйын уҡығандай, уға ҡалҡып ҡараны. Мәликә сәстәрен ялбыратып, апаларын ҡурсырға теләгәндәй, алғараҡ сығып, ҡыйыу ҡарап баҫып тора. Ҡараштар сәкәште. Арыған, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, араҡы томаны шәүләләгән ҡараш һуңғы сиктә еңелде барыбер – ул ишек башында эленеп торған Аятел Көрсигә тайпылды, әммә изге яҙыу һипһендермәне иманһыҙҙы, киреһенсә, оторо ярһытты ғына. Өй хужаһы ҡулдарын болғап аҡырырға тотондо:
– Алып ырғыт был сепрәк киҫәген! Бер тапҡыр ясно излагал, мне кәжетсә, Алла юҡ, ул – томаналар уйлап сығарған әкиәт, һағым! Ә был сусҡа балалары мине яратмайҙар! Яҡын күрмәйҙәр, үҙ итмәйҙәр, белеп, һиҙеп, күреп йөрөйөм. Һин дә яратмайһың! Боҙ ҡаялай һалҡынһың! Үҙең дә һалҡын, түшәгең дә. Ә бына Вә…Вә… – Телендә әйләнгән бәйләнсек өндән ҡотолорға теләгәндәй сәбәлән еп, ҡулдарын болғаны. – Вә-вә-вәссәләм, бөттө-китте!
– Һуң үҙең яраттырыр өсөн нимә лә булһа эшләнеңме, ә? Исмаһам, бер тапҡыр булһа ла ваҡытында, айыҡ ҡайтып ингәнең бармы, йә әйт!
– Өйрәтмә мине, һәпрә! Нисек теләйем шулай көн итәм, ҡасан теләйем шунда ҡайтып инә алам, мине тыймаҡсыһыңмы? Атаһы, ултырған еренән ҡалҡынып, әсәһенә тибеп ебәрҙе лә, тегеһе килбәтһеҙ ялтанғайны, эсенә тондорҙо, шунан бөгөлөп иҙәнгә ҡолаған кәүҙәне йомарлап төйгөсләргә кереште. Фәрзәнә менән Фәһимә, шарылдап илап, мөйөшкә тартылдылар. Юлай менән икәүләп көрмәкләшеүселәрҙе аралаға ташланғайнылар – йоҙроҡ эләккән ағаһы диван яғына осто, ә ул сығыу яғына елтерәне лә маңлайы менән ишек яңағына бәрелде. Яранан сәсрәгән ҡан стенаға һибелде. Енләнгән ата, ырғып тороп, иҙәндә һуҙылған кәүҙәне типкеләргә тотондо, ыңғайы бер һонолоп өҫтәл япмаһын һыпра тартты, стена буйындағы серванттағы һауыт-һабаны алып, иҙәнгә бәрә башланы.
Иртәгәһен медпунктҡа алып барып, уның башын бәйләттеләр. Фельдшер Сания яра алыуҙың сәбәбен асыҡларға иткәйне лә, әсәһе, уйнап йөрөгәнендә яңылыш йығылып йәрәхәтләнде, тип аҡланды. Сания апай ҙа аңлағандыр, төшөнгәндер – бары мәғәнәле һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнде. Атаһы колхоздан эш хаҡы алғансы ярылған-сатнаған һауыт-һабаны тотонған булдылар, аҙна – ун көндән башындағы яраһы ла бөтәште, тик күңеленә төҙәлмәҫлек яра, атаһына ҡарата рәнйеш инеп оялағайны инде…
Тағы беренсе сентябрға барғаны хәтерҙә. Мәктәп янындағы тантанаға барлыҡ ауыл халҡы йыйыла – мәшәҡәттәрен ҡуйып, һеперелеп олоһо ла кесеһе лә килә. Беренсе класҡа барыусылар ата-әсәләре менән етәкләшеп атлайҙар, ғәҙәттә. Уны әсәһе оҙата барған булды. Был мәлдә атаһы төнгө эскелектән һуң, ах та ух килеп, башын ҡушуслап, диванда аунай ине. Ата-әсәһенең уртаһына төшөп атлаған Нәсимә, уларҙың тапҡырына еткәс, әсәһенең сығыуын көтөп ҡапҡа төбөн һаҡлаған Мәликәгә ҡайырылып телен күрһәтте, күр, йәнәһе, минең атайым һинеке ише эскесе түгел. Бәлки, улай тип тә кәмһетергә теләмәгәндер, күңеле китек Мәликә көндәшенең ым-ишараһын шулайыраҡ ҡабул итте һәр хәлдә.
Шул уҡ көндө кис ҡыҙмаса ҡайтып ингән атаһы ҡатынын, балаларын ҡыуып сығарып, ишекте шарт бикләп ҡуйҙы. Көҙ айының башы ғына булһа ла, төндәр һалҡынайтҡайны, яланаяҡ, күлдәксән сыҡҡанлыҡтан, тештәре тешкә теймәй дерелдәп өшөй башланылар. Күшеккән себештәрҙәй, әсәһенә һыйыналар, аяҡтарын тумбыҡтырмаҫ өсөн, сиратлап ишек ауыҙында ятҡан һеперткегә баҫ ҡан булала. Көтөп тә ишекте астыра алмағас, ярты төндә мал һарайының ҡыйығына үрмәләнеләр.
Тормоштарының йәме лә, рәте лә китте. Әсәһе, аптыраған көндәндер, ярҙам өмөт итеп колхоз идараһына, ауыл Советына мөрәжәғәт итеп ҡараны. Тегеләре ни, идараға саҡыртып тормай, өйгә килеп алдынғы тракторсыны еңелсә генә тәнҡитләйҙәр ҙә, боҙолошмай, һауыт-һаба шалтыратмай татыу ғына йәшәгеҙ инде, тип оло эш башҡарған ҡиәфәттә сығып китәләр. Һауыт-һаба шалтырау ғына түгел, шауҙырлап ватылыуы, ғаиләнең бөтөнлөгө йәнселеүе хаҡында ишетмәйҙәр, ишетергә лә теләмәйҙәр. Әкренләп йүгәндән ысҡына барған иргә шул ғына кәрәк тә: түрәләр әпәүләүенә арҡаланып, киләсәктә лә яҡланасағын, аҡланасағын белеп, тағы ла яһилланыбыраҡ типтерергә тотона. Ул яйлап өй имгәгенән шик-шөбһәгә һалған ауыл ҡазаһына, ике аяҡлы бәләһенә әүерелә барҙы.
Буранлы ҡышҡы кистәрҙең береһендә һуңлап булһа ла ҡайтып күренергә күнеккән атаһы бөтөнләй ҡайтманы. Әсәһе күтәрмәгә ҡат-ҡат инеп-сығып уны көттө, бешергән ашын да ҡайта-ҡайта йылытты. Балалар ғына атаһының ҡайтып күренмәүенә бошонманы. Ғәҙәттә, ул юҡта өйҙә йылы күтәренкелек хөкөм һөрә: Юлай радио-телевизор схемаһын сығарып, йәбештереү эштәре менән мауығып китә, Фәрзәнә, өлкән ҡыҙ булараҡ, бәйләү-сигеү эштәрен ҡулына ала, Фәһимә менән Мәликә, иҙәнгә һуҙылып ятып, һүрәт төшөрә. Ҡыҙҙарҙың һүрәттәре был осраҡта яҡтыраҡ, нурлыраҡ, матурыраҡ килеп сыға. Башҡаларға нисектер, Мәликәнең башын да бер генә уй әйләнә: «Атайым бөтөнләй ҡайтмаһа ине…» Хоҙай Тәғәлә уның теләген ҡабул ҡылғандыр – атаһы икенсе көнгә лә, өсөнсө көнгә лә, аҙна аҙағына ла күренмәне. Икенсе аҙнаһына ауыл буйлап хәбәр таралды: «Мансур Вәлимә менән йәшәп ята икән!» Был хәбәр әсәһенә иртәрәк тә ишетелгәндер, бәлки, мәгәр был хаҡта өй эсендә һүҙ ҡуҙғатыусы булманы, дүрт баланың, исмаһам, береһе, атайым ҡайҙа, тип яңылыш булһа ла ысҡындырманы.
Эңер мәлендә ишек шаҡынылар. Тупһа ауыҙында атаһы тора, ғәжәпкә ҡаршы, айыҡ ине был юлы. Инде лә өндәшмәй генә түргә үтте, карауат аҫтынан юл сумкаһын сығарып, кейер кейемен шунда тултырырға кереште. Шөғөлөн ослағас, өҫтәл артына ултырып бер килке шымтайҙы, тамағы төбөнән ҡарлығыулы өн һығылып сыҡты: «Һеҙҙән китәм, Маһира… Былайтып күпме ҡаңғырырға мөмкин. Ғаиләмде ҡалдырып бәхетле йәшәй алмаҫымды ла беләм, ни хәл итәйем, маңлайыма яҙғаны шулдыр…» Ишек төбөнә килде, көйәнтәләй бөгөлөп торҙо ла ҡараңғылыҡҡа атланы. Ҡайырылып ҡараманы.
Атаһы, эсеп йөрөһә лә, ғаиләне туйындырған барыбер – тиҙҙән ҡытлыҡ, юҡлыҡ үҙен һиҙҙерә башланы. Махсус белеме булмаған әсәһе ырҙын табағына иген ағыулауға йөрөй. Иртән сығып китә лә эңер төшкәс кенә арып-талып, йөҙө һурылып ҡайтып инә. Ағыулау мәлендә, махсус һаҡланғыс булмағас, танау-ауыҙҙарын яулыҡ менән томалайҙар икән. Һарғылт-ҡыҙыл туҙан яулыҡты ғына тү гел, әсәһенең тотош өҫтөн япҡан була. Инеү менән өй эсе зәһәр ағыу еҫенә тула. Хеҙмәт хәүефһеҙлеген һаҡлау ниәтенәндер, ферманан көн һайын ике литр һөт бирәләр. Уны һыйыр ағына ҡушып, көн аша ҡатыҡ итеп ойоталар. Ни тиклем ауыр булмаһын, әсәһе осто осҡа ялғай алды, балаларын ас та, яланғас та итмәне.
Йыл да тулманы, башын эсеүгә һалған тотанаҡһыҙ ирҙе Вәлимә лә ҡыуып сығарҙы. Тик атай кеше үҙ ғаиләһенә ҡайтырға теләмәне, ауыл осонда яңғыҙы көн иткән, мед пунктта йыйыштырыусы булып эшләгән Вәғиҙәгә барып инде. Эсергә хирес икәү ҡушылғас ни, тормоштарының рәт-сүрәте күренмәне. Йыш ҡына урам буйлап эсергә эҙләп әйенселәү был икәүҙең йәшәү рәүеше ине.
Мәликәнең хәтерендә: мәктәптән сығып ҡайтып килә ине, ҡаршыһына етәкләшкән теге икәү осраны. Бер яҡҡа ҡайырылырға иткәйне, бит-йөҙө шешенке атаһы йүгерә-атлай уның ҡаршыһына килеп теҙләнде лә тилмереп күҙҙәренә төбәлде. Таушалған кәүҙә иҫереп болғаңлаһа ла, һалынҡы ҡабаҡтар аҫтынан ҡараған күҙҙәр һағышлы ине. «Бәләкәсем, һаумы? – Яуап ишетмәһә лә, ҡабаланып ары теҙҙе. – Ҡайһылай ҙурайып киткән булған… Ағайың, апайҙарың нисек? Юлай минән ҡаса, һөйләшергә лә теләмәй, урынһыҙға, сәбәпһеҙгә күп ҡыйырһыттым шул. Матур итеп йәшәгеҙ, һеҙ йәшәһәгеҙ, мин дә имен-аман булырмын…» – «Хәстрүш абышҡа, нимә унда һейгәгең менән шыбырҙашаһың? Ағыуға ҡатҡан Маһираңды, етемәктәреңде бик тә һағынып юҡһынһаң, тотмайым, ҡыуҙым-сығарҙым булыр, дүрт яғың ҡибла!» – Ата һы яр биреһеләй әрпеш кейенгән, туҡтамай бытылдап иләмһеҙ хәбәр һөйләгән эскесе ҡатындың артынан эйәрҙе.
Ни тиклем эсһә лә, атаһы тракторынан төшмәне, яҙлы-көҙлө ер һөрҙө, көҙ етте иһә – комбайнға ултырҙы, ҡыш көндәре ҡырҙан колхоз малына аҙыҡ ташыны. Тырыш, хеҙмәт өсөн генә тыуған тракторсыны эшенән бушатырға ашыҡманылар, уның етешһеҙлектәренә, ҡайһы саҡ ышанысты аҡламауына бармаҡ аша ҡаранылар. Эскән килеш трактор рычагы артына ултырыу – енәйәт ҡылыуға бәрәбәр: бер тапҡыр, ер һөрөп йөрөгән еренән янтайып, тракторын юл ситенә ауҙарҙы, икенселәй яңғыҙы көн иткән Фатима ҡарсыҡтың картуф баҡсаһының осонда урынлашҡан иҫке мунсаһын төкөп емерҙе. Һуңғы тапҡыр үҙе ҡазаланды – тракторын да түгел, ҡышҡы селләлә иҫерек килеш оҙаҡ ятып, ҡул, аяҡ бармаҡтарын туңдырҙы.
Шул хаҡта ишеткәйнеләр, әсәһе район дауаханаһына йыйына башланы, Юлайҙы башҡаларға күҙ-ҡолаҡ итеп ҡалдырып, Мәликәне үҙе менән эйәртте. Ҡул-аяҡтары бинт менән сырмалған атаһын айырым палатаға һалып ҡуйғайнылар. Әсәһе карауат янына ултырҙы, ул баш осона баҫты.
Атаһының шырт баҫҡан йөҙө тартылып киткән, күҙ төптәренә ҡарағусҡыл күләгә ятҡан, етек сәстәре бумалалай тырпайған. Өндәшмәй суҡайҙылар. Ниһайәт, тамаҡ ҡырған атаһы тоноҡ тауыш менән һүҙ ҡатты:
– Бына, ятам әле, ғәрипкә әйләнеп, ҡул-аяҡты тупысайтып, бармаҡтарҙы киҫеп ырғыттылар…
– Ишеттем, шуға эште ҡуйып килеп етә һалдыҡ… Вәлимә йә Вәғиҙә килгәндәрҙер ул?
– Ҡайҙан… Белә күрә йәнгә теймә, йөрәкте өҙмә инде…
– Үпкәләмә, артығын һораным шикелле… Шуға килдек, беҙгә ҡайтырһың, баш ҡа кемгә кәрәгең бар… Мин, балалар шулай хәл иттек…
«Яңылыш һөйләй әсәйем, ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатманылар ҙа баһа…» Мәликә, шулай уйлаһа ла, өндәшмәй ҡалды.
Атаһы берауыҡ һүҙһеҙ ятты ла башын ситкә ҡайырҙы. Эре күҙ йәштәре һурынҡы биттәре буйлап түбәнгә һарҡты. Ул илай ине. Ир кешенең илағанын күргәне булмағас, уның да күңеле тулып китте, иламаҫ өсөн аҫҡы иренен тешләне. Яңынан иңрәү һығылып сыҡты:
– Һине күп тапҡырҙар рәнйеттем, Маһира, кисерә алһаң, кисер… Балаларҙы ла, һине лә үҙемдән биҙҙерҙем… Аламалыҡтарымды бер кемгә лә япһармайым, әммә, ҡош ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул, тиҙәр бит, минең дә баштан кирегә һапланды… Үҙең беләһең, атайым да эсеүгә һабышҡан кеше ине бит, ҡылыҡ-холҡо ла ауыр булды… Шуға ла бит беҙҙе, әсәйем мәрхүм булғас, ҡалалағы балалар йортона бирҙеләр. Атайымдан, артабан ҡаҙна йортонан күргән йәбер-рәнйеш ҡонон һеҙҙән алырға маташтым… Алйот… Аламалыҡ гонаһты уҙыра икән ул, әле килеп шуны аңланым… Хәҙер Юлайҙың, ҡыҙҙарымдың шундай булып китеүҙәренән ҡурҡам, уларҙың йәненә асыу орлоҡтары сәселгән бит, йәндәрендә бер шытым бирмәһә бер бирер… Ҡайтыуға килгәндә, юҡ… Сәләмәт аяҡтарым менән сығып китеп, ғәрип булып, бәйнәтемде һалып ҡайтмаясаҡмын… Минең холоҡто беләһең… Димләмә, булмай! Кисә, профкомын эйәртеп, Ғәлимйән ағай килеп китте, миңә район үҙәгенән бер өкәлтәк йүнләп йөрөйҙәр икән. Эш тураһында һүҙ ҡуҙғатыу – әлегә иртәрәк… Нисек тә йәшәрмен әле… Башҡаса килмәгеҙ, мине бахырға тиңләп йәлләү кәрәкмәй… Балаларҙы нисек тә әҙәм ит, Маһира, һин бит аҡыллы, егәрле, көслө ҡатын…
– Нишләп шул һүҙҙәреңде элегерәк әйтмәнең, Мансур?
– Йәнемә инеп оялаған иблис ирек бирмәне… Йә, бәхилләшәйек…
– Бәлки…
– Юҡ, сигенмәйем, был – һуңғы һәм кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарым…
– Үҙең ҡара, улайһа… Балаларға килеп йөрөргә рөхсәт бир. Һин бит атай…
– Ҡыуанып ризалашыр инем, тик уларҙа ундай теләк тыумаҫ шул… Тағы ла шуны әйтмәксемен: башҡаса сыҡма шул ағыуға…
– Ҡайҙа ғына барайым, аптырағандың көнөнән йөрөлә, аҡсаны ла арыу түләйҙәр унда
. – Сәләмәтлегеңде хәҙерҙән аҡсаға алмаштырһаң, балаларҙы кем үҫтерер? Ғәлимйән ағай менән һөйләштем-килештем, алдағы аҙнанан быҙауҙар ҡарарға сығырһың. Исмаһам, унда йылы, мәктәптән сыҡҡас, Юлай барып ярҙамлашыр, Фәрзәнә лә ҡул араһына кереп бара.
– Рәхмәт хәстәреңә. Хуш, Мансур…
– Хуш, Маһира…
Атаһы хаҡлы булып сыҡты: исмаһам, береһе уны күрергә, янына барып хәлен белергә теләмәне. Башта ла, һуңынан да. Ә атаһы, район үҙәгендә бер нисә йыл йәшәгәндән һуң, күрше Ҡәнзәфәр ауылына килеп төпләнде, үҙе кеүек бер ғәрип ҡатынға өйләнде. Бәлки, ғаиләһенә яҡыныраҡ булырға теләгәндер. Яттарҙың уйын ҡайҙан белмәк, тоймаҡ, кеше күңеле – ҡара урман, тиҙәр бит…
* * *
– Шулай итеп, иҫтәлекле, хәтерҙә ҡалырлыҡ осрашыуҙы дауам итәйек, хөрмәтле ағай-эне!.. – Рөстәм Ишмөхәмәтович ишек яғындағыларға мыҫҡыллы ҡарашын атты. – Беренсе һүҙҙе һеҙгә бирәйек, Мәликә Мансуровна, бәлки, атайығыҙға әйтер, ололар көнө алдынан уға еткерер теләктәрегеҙ барҙыр… Ысынын әйткәндә, Мәликә Мансуровна, һеҙҙең атайығыҙҙың ҡарттар йортонда йәшәгәнен белмәнем. Был минең өсөн – көтөлмәгән һәм, өҫтәргә кәрәк, шатлыҡлы бул маған яңылыҡ… Һеҙҙең менән нисәмә йыл бергә-бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә тура килде, шул серҙе лә йәшереп тотҡанһығыҙ… Көтмәгән инем, көтмәгән инем! – Ҡулында әйләндергеләгән күҙлеген өҫтәлгә ырғытты ла, тәкәббер төбәлеп, креслоһында ҡайҡайҙы.
Башлыҡтың был хәрәкәтенә өйрәнеп бөткән,– тимәк, ул үҙен хаҡлы итеп тоя, тимәк, ул сығарған ҡарар ҡаты һәм аяуһыҙ буласаҡ. Мәликә Мансуровна яй ғына ҡалҡты, сәстәренә ҡағылды, күлдәк итәген тартып төҙәтештерҙе. Тағы ла бер тапҡыр бүлмәләгеләргә ҡарашын һирпте, тишерҙәй итеп атаһына төбәлде:
– Һаумыһығыҙ, Мансур Зәбирович. Танынығыҙмы, был мин – Мәликә булам…
– Һауғынаһыңмы, балам… – Мансур ҡарт уң ҡулында ҡалған ике бөртөк бармағы менән лупа күҙлеген төҙәтте лә башын баҫты.
– Мин Һеҙгә бала түгел, шуны иҫегеҙгә һеңдерегеҙ! Яҡты донъяға тыуҙырыу ғына аҙ, атай исемен йөрөтөү өсөн ауыҙҙағы һуңғы телемде өҙөп ҡаптырып, баланы тәрбиәләп үҫтереү ҙә зарур. – Аяуһыҙ башлауын тойоп, баҫыла төштө. – Әсәйем дә миндә йәшәй, имен әлегә…
– Ишетеп ятам…
– Ишетәм тигәнсе, уны эҙләп табып, килеп хәлен белһәң, үҙеңдең ҡайҙалығыңды еткерһәң, арыу булыр ине.
– Ары, рәсмилек һаҡлап ҡала алмай, «һи н»гә күсте. – Юғиһә, атаһынан баш тартҡан енәйәтселәй мир алдында баҫып тороуы миңә лә еңел түгел.
– Ҡыҙым, бында тамсы ла ғәйебем юҡ, минең өсөн һинең менән осрашыу – көтөлмәгән хәл.
– Көтөлмәгәнме, әллә ҡыуаныслымы?
– Ҡыуаныслы…
– Тура баҫып, ҡырын һөйләмәйек, Мансур Зәбирович, ә мин был осрашыуҙа шашып ҡыуанырлыҡ сәбәп тапмайым. Һинең хәлеңде лә аңлайым, ҡыуаныуҙан бигерәк, тетрәнеп ултыраһыңдыр. Үҙеңә мәғлүм, бының өсөн йөйҙәр, күңелеңде сырмалтҡан төйөндәр етерлек. – Башлыҡҡа ҡараны. – Рәхмәт, Рөстәм Ишмөхәмәтович, ҡайһылай ҙа матур, онотолмаҫ осрашыу ойошторғанһығыҙ, бала сағыма ҡайтып урағандай булдым.
Башлыҡ, хәл-ваҡиғаны асығыраҡ күрергә теләгәндәй, күҙлеген кире алып кейеп, урыбаҫарҙарына мәғәнәле ҡарап ҡуйһа ла, яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Мәликә дауам итте:
– Алдан уҡ иҫкәртәм, беҙҙең бөгөнгө әңгәмәләшеү еңелдән булмаясаҡ. Икәүҙән-икәү ултырып аңлашһаҡ, күпкә еңелерәккә төшөр ине лә бит, тик ни хәл итәһең, бары менән байрам. – Яман һулап ҡуйҙы ла ҡарашы менән бөршәйеп ҡалған кәлбер кәүҙәне өттө. – Беҙҙән ғүмерең буйы ҡасып-боҫоп йәшәнең, ә бына уның нилектән икәнлеген аңламаным, әле лә аңламайым. Һине ғәфү итә алмайым, атай, сөнки беҙҙә йәшәгәнеңдә гел әсәйҙе йәберләнең, кәмһеттең, мыҫҡыл иттең…
– Ҡыҙым!..
– Бүлдермә берүк, һуңынан аҡланырһың, әгәр аҡлана алһаң! Балаларыңа ни көн күрһәттең һуң? Һин булмағанда өйгә ҡот, йылылыҡ, яҡтылыҡ инеп ҡала торғайны, быныһын бөтәһенең алдында асыҡтан-асыҡ әйтә алам. Өйөн – боҙ һарайына, яҡындарын ҡурҡытыу, мыҫҡыллау объектына әйләндергән әҙәм үҙен ғаиләлә баш итеп иҫәпләй аламы? Юҡ! Хәҙер ҡара минең маңлайға, бынау йөйҙө хәтерләй һеңме? Хәтерләүең бик тә икеле, сөнки лаяҡыл иҫерек инең! Балаһының ҡанын ағыҙған кеше атай исемен йөрөтөргә хаҡлымы? Тағы ла юҡ! Иртәгәһен, ғәфү үтенәһе урынға, яңынан тауыш ҡуптарып, әсәйемде урамға алып сығып типкеләнең, сәстәрен йолҡҡосланың. Ишек алдында елдә туҙышҡан сәстәрҙе ғүмеремдең һуңғы көндәренә ҡәҙәр онотаһым түгел. Тағы, эскән килеш тракторыңа ултырып алып, күршеләрҙең яңы ғына сыҡҡан ҡаҙ себештәрен тапаттың. Инәлеге имгәнгән, себештәре иҙелгән ата ҡаҙ ҡош теле менән ҡарғамаған тиһеңме!? Һин ғаиләң өсөн генә түгел, тотош ауыл өсөн дә имгәк инең, хөрмәтле алдынғы тракторсы! Ниндәй генә хеҙмәт булһа ла, ул иң әүәл аҡыл менән нығытылырға тейеш. Шул саҡта ғына ул йәмғиәт өсөн файҙалы. Һуҡыр, мәғәнәһеҙ хеҙмәт атҡарып, шуның емешенә, һөҙөмтәһенә ҡыуанырға беҙ бит ҡолдар түгел! Һин ғүмерең буйы ер һөрҙөң, иген һуҡтың, былар маҡтауға лайыҡ, тик ғаиләңдәгеләрҙең күңелен һөрөп аҡтарырға, йәндәрен туҡмаҡларға тейеш түгел инең…
– Ҡыҙым, үтенәм, етер…
– Юҡ, етмәне әле, бөгөн әйтмәһәм, был хаҡта тағы ла ҡасан әйтәм!
– Мәликә Мансуровна, әйткәндәрегеҙ аңлашылды. Һеҙ бер аҙ тынысланғансы, фекер туплағансы, бәлки, башҡаларҙы тыңларбыҙ, ә?
– Осрашыуҙың көтөлмәгән йүнәлеш алыуынан юғалыңҡырап ҡалған башлыҡ сараға рәсми төҫ биреп, һөйләшеүҙе һәүетемсә йүнәлешкә борорға теләне. – Бәлки, Фәрит Яманғолов әфәндене тыңлап ҡарарбыҙ? Ни өсөн ҡәҙерле әсәһе бөгөнгө көндә ҡарттар йортонда көн итә икән?
– Әсәй үҙе теләп китте, фатирығыҙ тар, мин түгел, үҙегеҙ һыя алмайһығыҙ әле, ҡарт кешегә пакуй кәрәк, тине. – Урынынан теләр-теләмәҫ ҡалҡҡан Яманғолов, ҡорт саҡҡандай, сәбәләнеп китте. Яманғолов һүҙ алғас, урта төштә ултырған, ҡойто ғына кейенгән һикһән йәштәр самаһындағы әбей иҙәнгә һалынып тиерлек төшкән итәген һыпырғылап, ҡымғырлай биреп ҡуйҙы, ап-аҡ сәстәрен, тәрән һырҙар сыбарлаған маңлайын ыуҙы ла ҡулы менән тештәр тойолмаған мөйтәңләк иренле ауыҙын ҡапланы. Күренеп тора: нәҫ баҫҡан, фани донъяға ҡул һелтәгән ҡарсыҡтың ризаһыҙлығын әйтергә лә, бәхәсләшергә лә, үҙ-үҙен яҡларға ла яйы юҡ. Тоҙ төҫөн алған күҙҙәр генә бар тирә-яҡҡа рәнйеп, үпкәләп ҡарайҙар.
– Фатирығыҙ нисә бүлмәле, Фәрит Әлтәфович?
– Быны социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар һораны.
– Һуң, тар ғына дүрт бүлмәле өкәлтәк инде шунда: зал, йоҡо бүлмәһе, малайҙың бүлмәһе, тағы минең эш кабинеты, бөттө-китте. Етмешенсе йылдарҙағы йорт планировкаһы бит беҙҙә, дөйөм майҙан бөгөнгө бер бүлмәле фатир кимәлендәй генә.
– Тормош хәлең үтә лә ауыр икән дә баһа, Фәрит Әлтәфович, шуға иртәгә үк уны яҡшыртыу йәһәтенән ғариза яҙып килтер! – Башлыҡ, әсе ҡапҡандай, йөҙөн сирҙы.
– Што һеҙ, кәрәкмәй, быныһы артыҡ, мин бит скромный кеше! – Кинәйәне аңламаған Яманғолов үҙенекен тыҡыны. – Әсәйемә килгәндә, айына бер барып, уның хәлен белеп, йәшәү шарттары менән танышып, бағыусыларына ҡәтғи талаптар ҡуйып торабыҙ. Што һин, контролләү необходимо, как никак мине бағып үҫтергән бит ул!
– Әсәйегеҙгә матди ярҙам күрһәтәһегеҙме һуң? – тине иҡтисад буйынса урынбаҫар.
– Ә кәк же! – Яманғолов ҡупырайҙы – Мәҫәлән ололар көнө айҡанлы барлыҡ аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным, әсәйем генә түгел, барлыҡ әсәләр ҡыуанһындар әйҙә...
– Рөстәм Ишмөхәмәтович, Фәрит Әлтәфовичтың әсәһенең тормош хәлен контролләүен, бәлки, аҙаҡҡараҡ ҡалдырырбыҙ, мин бит әле әйтеп бөтмәнем. – Урынында тапанған Ишйәрова турайып баҫты.
– Разве я против, улар һораны, мин яуап бирҙем. – Бәйләнеүҙән ваҡытлыса булһа ла ҡотолған Яманғолов, ултыра һалып, күршеһенең яурыны артына боҫто.
– Мансур Зәбирович! – Тарҡалған уйҙарын тупларға теләгән Мәликә бер аҙ тын торҙо. – Юлай ағайымды Афғанстандан ҡурғаш табутҡа тығып ҡайтарғандарында уны ерләү мәлендә тотош район халҡы йыйылды, ә һин ҡайҙа инең?
Мансур ҡарт ҡалҡты, көҙгө елдә тирбәлгән ағастай бәүелеп торҙо, бер яҡҡа ҡырын шылған түбәтәйен төҙәтте, танау осона шылған күҙлеген алып, күрмәлекһеҙ пинжәгенең түш кеҫәһенә тыҡты ла, тупыс ҡул һырты менән йәшләнгән күҙҙәрен ыуғас, ауыр тын алып, быуылғандай ғыжылданы:
– Эргәгеҙҙә инем, балам, зыярат эргәһендәге сауҡалыҡта ағасты ҡосаҡлап үкһей инем… Ауыл халҡына, райондан килгәндәргә күренергә батырсылыҡ итмәнем. Уларҙың хөкөм иткән асыулы ҡараштарын күтәрә алмаҫ инем барыбер… Шунан, төн еткәс, зыяратҡа инеп, таң атҡансы Юлай улым менән һөйләшеп, серләшеп ултырҙым… Билләһи, тауышын ишеттем уның, ул да мине асыҡ ишет те һәм аңланы… Алла бар был донъяла, балам, йәшәй-йәшәй шуға инандым. Намыҫ – әҙәм балаһына Алла тарафынан бирелгән һәләт… Ә мин намыҫ һыҙ йәшәнем, ғәйеплемен, һеҙҙән ярлыҡау, кисереү өмөт итмәйем… Атаһының һуңлаған үкенеү һүҙҙәрен ишеткән Мәликә Мансуровна сыҙап ҡала алманы – йәшенә төйөлөп, сығыу яғына атланы. Уны тотҡарлаусы булманы.
Ҡайтышлай паркка һуғылды, урталағы эскәмйәләрҙең береһенә ултырҙы. Көн үҙәген дә шайтан ҡуласаһына ултырып әйләнергә теләүселәрҙең һаны бермә-бер артҡан, ана, әле генә түбәндәге ҡыҙый юғарыға сөйөлдө лә, аҫҡа ҡарап, атаһына шат тауыш мен ән ҡысҡырҙы: «Мин өҫтә, ә һин – аҫта!» Ҡыуаныстан ирәйгән тегеһе лә ҡоласын йәйеп һөрәнләй: «Һин гел шулай юғарыла бул, ҡыҙым!»
Был юлы ҡаршы сығыусы булманы. Әсәһе бүлмәһендә ятып тора ине. Мәликәнең төпсөнөүенә лә битараф ҡул һелтәп яуап бирҙе: «Ҡарт кешенең сырхауы бөтәме, бөгөн һаумын, ти, иртәгәһен ҡараһаң – ерләргә алып китеп баралар…»
– Үтенәм, күңелгә шом һалып, юҡ-бар һөйләмә берүк.
– Шом тип, тормошта була торған хәл, нимә, әллә мине бөксәңдәтеп яныңда ғүмер буйы йөрөтөргәме иҫәбең?
– Йәшә әле, әсәй.
– Ярай әләйгәс, һин ҡушҡас, йәшәрмен. – Маһира ҡарсыҡ һүнгән күҙҙәрен көлдөрҙө. – Үҙеңде ни йомош менән саҡырғандар һуң?
– Хакимиәт башлығы ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе күрһәтергә йыйған… – Артыҡ хәбәр ысҡындырыуын һиҙгән Мәликә тотлоғоп ҡалды.
– Кемдәрҙе инде?
– Ҡалала йәшәгәндәрҙе.
– Һуң, кисә генә, ололар көнөн үткәреүгә ярҙам йөҙөнән мул ғына аҡса бүлдем, тип әйтә инең дә баһа. – Зирәк, отҡор әсәһе һөйләшеүҙе элә һалып алып, дауам итте. – Ҡарттарҙы мәжлескә йыйғас, моғайын да, араларында берәй танышың булғандыр, юғиһә, һиңә өндәшә булалар будты.
– Мәжлес-табындарын күрмәнем.
– Башта – кәңәш-төңәш, һыйы аҙаҡтан инде, йолаһы шул. Унда, ҡарттар йортона, тирә-яҡ райондағыларҙы ла урынлаштыралар шикелле.
– Бәлки, шулайҙыр ҙа, уныһы миңә ҡараңғы… – Был турала ары һөйләшкеһе килмәүен белдереп, ситкә ҡайырылды. Был ишараны өнәмәгән әсәһе ҡырт киҫте:
– Ҡасандан алып әсәйеңә һыртыңды ҡуя башланың әле?
– Иғтибар менән тыңлайым, әсәй.
– Тыңлаһаң шул: Нурия килен үткәндә һүҙ араһында Мансур олатайҙың йортона ингән һуҡмаҡты үлән баҫҡан ине, уны ҡарттар йортона алып кит кәндәрме-ниме, тип тә ишеттем, тине. Саҡырылған ҡарттар араһында һинең атайың юҡ инеме?
Оло кешене әүрәтеп уратып-суратыуҙан, ялғанлауҙан фәтүә ҡалманы:
– Эйе, атайым да бар ине.
– Әйтәм бит, күңелем һиҙә ине. Атайың бер нисә тапҡыр төшөмә лә инде, беҙҙең йортҡа килгән дә ишекте шаҡый, үҙе инергә ҡыймай икән тип күрәмсе, өҫтөндә лә һап-һары күлдәк, бит-йөҙө лә еҙ самауыр ише һарғайған, имеш. Ә һин ғүмереңдә лә ялғанлай белмәнең, ҡыҙым, нимә әйтереңде әле күҙҙәреңдән күрәм. Арып киттем, яңғыҙым ғына ҡалайым әле. – Кипкән ирендәрен яланы.
– Бәлки, сәй ҡойорғалыр, әсәй? Рәсимә ҡайҙа йөрөй әле, институттан ҡайтманымы?
– Ҡайтты ла, кейенеп-яһанып, әллә ниндәй кисә була, тип сығып та йүгерҙе. Сәй ҡойоп мәшәҡәтләнмә, яңы ғына, һин ҡайтыр алдынан, эстем сәйҙе. Бер аҙ яңғыҙым ятып тор айым.
– Ну, Рәсимә, елғыуар, һикрәңдәк, мин уға нимә тинем әле, әйткәнем бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға.
– Бөтә балалар ҙа бер иш вайымһыҙҙар, һин дә минең өсөн шулар иҫәбендәһең. Бар, тыныслыҡта ҡалдыр, тинем бит. Әсәһенең ятаҡлап тороуын күреп өйрәнмәгән Мәликә эшенә йүгерергә ашыҡманы. Өҫтөн алмаштырҙы ла, залға сығып, папкаһындағы ҡағыҙҙарға тағы ла бер тапҡыр күҙ йүгертте, ундағы һандарҙы ҡушып-алып иҫәпләй башланы. Уңарсы хәлһеҙ саҡырыу ишетте:
– Мәликә, ин әле…
– Ашығып бүлмәгә ингәйне, әсәһе күҙ ҡарашы менән эргәһендәге ултырғысҡа ымланы.
– Ултыр ошонда. Атайымды күрҙем, тип күңелемдең тыныслығын алдың бит әле. Төҫ-башҡа нисегерәк һуң?
– Арыу. Элекке кеүек.
– Мине тынысландырам тип, тағы алданың. Әбейһеҙ ҡарт ҡарауһыҙ бала менән бер була, мөҙөргәндер, бирешкәндер.
– Әлләсе, көн һайын күреп йөрөмәгәс, артыҡ үҙгәреш һиҙмәнем.
– Бына шул-шул, һиңә күпме әйттем, ауылға барғаныңда инеп хәлен белеп сыҡ, тип. Тыңламаның.
– Һуң, ул икенсе әбей менән йәшәй ине лә.
– Йәшәһә һуң. Һин бит уның балаһы. Миңә ярамаһа ла, һиңә килешә. Моғайын да, әбейе бороп сығармаҫ ине әле.
– Үҙең дә беләһең, әсәй, ысынын әйткәндә, уны бер ҙә күргем килеп тормай. Беҙҙе етем итеп бала саҡта уҡ ташлап сығып китһен дә, инде килеп, уны ҡайғыртып йөрөйөммө тағы?
– Бына, ниһайәт, дөрөҫөн әйттең. Ялғанламаның. Һиҙәм, тегендә лә тотош халыҡ алдында шул хәбәрҙе ярып һалғанһыңдыр. Һинең шарҙауай-яндырайлығыңды беләм мин.
Мәликә башын эйҙе.
– Хәҙер әйт, балам. – Башы аҫтындағы яҫтығын төҙәтештерҙе, сал сәстәрен яулығы аҫтына йәшерҙе. – Ҡасан да булһа һеҙҙең алдығыҙҙа атайығыҙҙы әрләгәнем йә кәмһеткәнем булдымы?
– Юҡ…
– Тағы өҫтә: атайың өйҙә тауыш ҡуптарғанда урамға сығып, уны ғәйбәтләп исемен һатып йөрөнөммө? Үҙем үк яуап бирәм: юҡ! Һарай башында ҡунһаҡ ҡундыҡ, күрше-күлән алдында түбәнһенеп, ауыҙҙағы ҡанды яттар алдына төкөрөп йөрөмәнем.
– Ә ул һине, беҙҙе күпме ҡыйырһытты, кәмһетте.
– Быныһына ла яуабым әҙер: тимәк, хата үҙемдә лә булған. Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ул.
– Атайым алдында һинең ғәйебең ниҙә, әсәй?
– Тәңре алдында, атайың алдында выжданым саф, гонаһтарым юҡ, мәгәр ғәйептәрем, боҙоҡһоҙ хилафлыҡтарым һис шикһеҙ булғандыр. Төп етешһеҙлегем – уны етерлек дәрәжәлә тота алмауҙалыр. Әгәр ҙә мәлендә ҡатылыҡ күрһәтеп, ғаиләмдең бәхете өсөн йәнтәслим көрәшһәм, был хәлдә килеп сыҡмаҫ ине. Ә мин, етәктәге быҙау ише, барына күнеп, баш эйеп йәшәнем.
– Барыбер төп ғәйеп атайымда ине бит.
– Кешене бер яҡлы ғына ғәйепләргә ярамай. Хаҡлыҡ өсөн шуны ла өҫтәйем: атайың баштан уҡ икенсе юлдан киткән, аҙашҡан кеше ине, ғүмере буйы үҙенең асылын эҙләп бәргеләнде, ғазапланды… Ары бүлдермәй генә тыңла, сөнки тегендә, йыйылыусыларҙы шаҡ ҡатырып, атайыңа ниндәй ғәйеп ләүҙәр ташлағаныңды һүҙһеҙ ҙә төшөндөм. Тоҫмаллап, тойомлап шуларға яуап бирергә иҫәбем. Атайыңдың мине, һеҙҙе яратыуы хаҡында әйтмәксемен. Сәйер яңғыраймы? Шулай булһа ла, тыңла һәм аңларға тырыш.
Мин Юлай ағайыңа ауырлы йөрөй инем. Ауырлы ҡатын уныһына-быныһына һайланыусан булып китә бит. Бер көн иртәнсәк, уны аптыратып, хәбәр һалдым: «Мансур, бағыр балығын тотоп ҡарағым килә…» Аңламай аңшайып тора был.
– Ундай балыҡ Һаҡмарҙа юҡ, Маһира. – Беләм, шуны тотоп ҡарағым килә, алып килеп күрһәт тә кире ебәрерһең…
– Мин бит балыҡсы түгел.
– Ярай инде, күрһәткем килмәй, тиген дә ҡуй! – Турһайып ситкә боролдом. Ялға ҡаршы юҡҡа сыҡты атайың. Әйтмәй-нитмәй ҡайҙалыр китеп юғалды. Бер тәүлек үтеп, икенсеһенең ярты төнө ауышҡас, ишек һуға был. Асып ебәрһәм, ҡулындағы өс литрлыҡ банкаға теге мең төҫтәре менән йымылдап балҡыған батша балығын һалған атайың тора! Өшөп-туңып бөткән, ни тиһәң дә, ҡырпаҡ ҡар яуған ноябрь урталары ине. Беҙҙән етмеш-һикһән саҡрымдағы Ете Бөгөлдө уратып аҡҡан тау шишмәһе Ерекленән алып ҡайтҡан бағырҙы. Балыҡсы булмай тороп нисек эләктергәндер ул был хәйләкәр, өркәк, йылғыр балыҡты, бер Хоҙай белә…
Шул илаһи мәлде хәтеренән үткәргән әсәһенең йөҙө яҡтырып китте.
– Атайыңдың оҫта бейеүсе икәнлеген белмәйһеңдер ҙә әле. Һеҙ иҫ белгәндә бейемәй ине шул, сөнки бейеү өсөн дә иң әүәл күңелдең дәрте, йөрәктең ашҡыныуы кәрәк. Әгәр ул сәнғәт юлынан китһә, бәлки, икенсерәк яҙмышҡа ла дусар булыр ине. Тәү тапҡыр, ҡыҙ саҡта, уның үҙенән бигерәк бейеүенә ғашиҡ булғайным мин. Бейеүе менән арбай ине һәммәһен, һеңдерә баҫып тыпырлағанында йөрәктәр елкенер, хатта аҫҡаҡ-тупыстар, сыҙамай, урындарында һелкенеп ултырыр ине. Хәтеремдә, Фәрзәнә апайың тыуған көндө йәштәр клубта концерт ҡуйған. Шунда атайыңдың осоп-ҡунып, кис буйы сәхнәнән төшмәй бер үҙе концерт ҡуйыуын әле лә хәтерләп һөйләйҙәр. Ә һуң һинең тыуған көнөңдә, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан, бер ҡосаҡ муйыл сәскәләрен ҡосаҡлап ҡайтып инеүе! Һине яратып һөйҙө лә кире ер һөрөргә сығып йүгерҙе. Шунан аҙаҡ атайыңдың һеҙҙе яратмауына кем ышаныр?! Тағы ауылдың етем-еһеренә ҡырҙан ҡоро-һары тейәп апҡайтып ауҙарыр ине гел генә. Быны уға хужаһы ла, ауыл башлығы ла ҡушмай, үҙ белдеге менән, миһырбанлы йәне ҡушҡанса башҡара. Бына, атайымдан гонаһһыҙ фәрештә лә яһап ҡуйҙың, тиһеңме, юҡ, улай тип иҫбатларға йыйынмайым, һиндә атайыңдың, минең ҡаныбыҙ аға, шуны ғына әйтмәксемен. Атай-әсәйҙе һайламайҙар, шуны онотма. Ҡәҙерҙәрен һуңлап беләбеҙ шул, улар күҙҙәрен мәңгелеккә йомғас, иҫебеҙгә төшә лә, тик һуң була. Әҙәм балаһының кендеге фанилыҡта ике тапҡыр киҫелә, тыуғас һәм икенсе тапҡыр – ата-әсәһен юғалтҡас. Һуңғы киҫелеү әллә күпмегә фажиғәлерәк, аяныслыраҡ, шуны хәтереңдән сығарма… Был донъя ла бер кем дә мәңгелеккә тыумаған, иртәме-һуңмы бөтәбеҙ ҙә әхирәткә юлланабыҙ. Һуңғы үтенесем шул, сөнки эргәбеҙҙә әле һин генә: Юлай ағайың мәрхүм, Фәрзәнә апайың ер аяғы ер башы Алыҫ Көнсығышта, Фәһимә бөгөн сит ил тип иҫәпләнгән Ҡаҙағстанда. Шулай булғас, бөтә ауырлыҡ һинең иңеңә төшә лә инде. Мине ауылға алып ҡайтып ерләрһең, атайыңды ла йәнәшәмә һалырһың…
Ерләү эштәре менән сабыулағанда беленмәгән икән, яңғыҙы ҡалғас, Мәликә Ман суровнаның балтаһы һыуға төшөп, һеңгәҙәп ҡалды; ҡулына эш бармай, нимәгә тотонһа ла таралып бара төҫлө, өҙлөкһөҙ йөрәге һыҡрап иңрәй. Еңел һөйәк ле, етеҙ хәрәкәтле ҡураныс әсәһе янында ҡая таш артындағылай ышыҡ, хәүефһеҙ булған икән дә баһа. Етеһен уҡытҡан көндө магазинға барып күстәнәстәр һатып алды ла ҡала ситендә урынлашҡан ҡарттар йортона йүнәлде. Ана ул, диуарҙай ҡалҡҡан таш йорттарға берекмәй, етем һерәп бер яҡтараҡ яңғыҙы һерәйгән. Башҡа йорттар алдындағы майҙан сы ҡтарҙа шат балалар тауышы ишетелеп ҡалып, үткән-һүткәндәр хәрәкәте ниндәйҙер йәнлелек хасил итһә, бын да шомло һәм шул уҡ ваҡыт та сәйер тынлыҡ. Ҡаҡшап-мҫкергән, «хрущевка» атамаһын йөрөткән өс ҡатлы харабаның бер ишекле подъезына инеүсе-сығыусы күренмәй, рамдары серей башлаған тәҙрәләргә лә ҡалын ҡорғандар тартылған, тимәк, унда йәшәүселәр бер кемде лә көтмәй, булмыштарын өмөтһөҙ нәҫ баҫҡан. Ишек төбөндә аҡ халатлы, мөләйем йөҙлө, урта йәштәрҙәге ҡатын ҡаршы ал ды:
– Һаумыһығыҙ. Һеҙгә кем кәрәк? – Мансур Булатов. Ул, моғайын, бында йәшәйҙер.
– Эйе, ярты йыл самаһы инде. Кеме булаһығыҙ?
– Кесе ҡыҙы
. – Саҡырырғамы?
– Юҡ, әлегә кәрәкмәҫ… Әгәр мөмкин булһа, уға ошо күстәнәстәрҙе тапшырығыҙ, зинһар?
– Тапшырам, әлбиттә.
– Инеүсенең икеләнеп ҡалыуын күреп, һорай һалды.
– Һеҙ тағы ла килерһегеҙ, тип ышанам.
– Килермен. – Үҙ-үҙен ышандырырға теләп, ҡабатланы: – Килермен, тик… һуңғараҡ. Һау булығыҙ. Ҡатын эйәреп сығып, ул күҙҙән юғалғансы ҡарап, оҙатып ҡалды. Үтешләй ағастарға күмелгән, парк уртаһында урынлашҡан теге шайтан ҡуласаһы яғына күҙ атты. Дәү ҡояшты хәтерләткән ҡуласа үҙенең әйләнәһенә олоһон-кесеһен, бәхетлеһен-бәхетһеҙен, иманлыһын-иманһыҙын, ҡотлоһон- ҡотһоҙон, шатын-болоҡһоуын бергә туплап, уларҙы бер юғарыға сөйөп, бер түбәнгә төшөрөп яй ғына әйләнә лә әйләнә…
Хәйҙәр Тапаҡов.