Әҙәбиәт
26 Ноябрь 2020, 08:18

«Шиғырҙарым – күңел һандығы»

Хозур тәбиғәтле Ирәндек ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе Гөлзифа Зекриә ҡыҙы Исрафилованың шиғри йыйынтыҡ сығарыуы ауылдаштары өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ул мәктәптә уҡыған сағында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыяллана. “Дәрестә миңә бигерәк тә шиғырҙарҙы өйрәнеү оҡшай торғайны, үҙем дә яҙып маташа инем”, – тип хәтерләй уҡыу йылдарын.

Уҡытыусыһының “Киләсәктә кем булырға теләйһең?” тигән һорауына, уйлап та тормай, ҡапыл “Уҡытыусы йә булмаһа туҡыусы”, — тип яуап биреүе Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәндер... Мәктәпте тамам­лағас та, Иваново өлкәһенә барып, туҡыусы һөнәрен үҙләштерә, бер нисә йыл шунда эшләй.

— Эшемде бик оҡшаттым. Бер үҙем бер нисә станокты хеҙмәтләндерҙем. Эш хаҡым да ҙур булды, механик булып эшләгән атайымдың бер йыллыҡ эш хаҡын мин бер айҙа ала торғайным. Әммә һағыныуҙарым үҙәккә үтте. Һағыштарымдан яралған шиғырҙарым ғына күңелемде баҫа ине. Һатыусы һөнәре алдым да, Иҫәнбәткә ҡайтып, магазинға эшкә урынлаштым. Ошонда ғаилә ҡорҙом. Донъя мәшәҡәттәре арҡаһында шиғыр яҙыуҙы ситкә ҡуйып торорға мәжбүр булдым, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша мәҡәләм геройы.

Ире Шәһәрғәзи Солтанғәзи улы менән утыҙ йыл бик матур, бәхетле ғүмер кисерә, өс балаға – Зөлфиәгә, Луизаға, Радмирға ғүмер бирәләр. Әммә алда Гөлзифаны ауыр тормош һынауы көтә: ун туғыҙ йәшлек улын, тормош иптәшен юғалта. Ошо ҡайғылар уны тағы ла ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр итә, бөтә күңел кисереше шиғыр булып ярала.

– Минән йыш ҡына: “Ҡасан яҙа башланың?” – тип һорайҙар. Ҡулыма үҙем менән бергә ҡартайып килгән, тышы һарғайып бөткән 48 битлек дәфтәремде алам. Тышлығында инде күптәргә таныш яҙма:

“Шиғырҙарым — күңел һандығы”. Эсендә, беренсе биттә, былай тип яҙып ҡуйғанмын – “Йоҙағы — үҙем, асҡысы – һүҙем. Ысын күңел биреп уҡыр булһаң ғына, һүҙҙәр мәғәнәһенә төшөнөр булһаң ғына ас!” Нимәһенә үҙем дә ғәжәп итәм — ҡасандыр сығарасаҡ китабыма исемде 44 йыл элек һайлап ҡуйылған... Шиғыр яҙам тип көсәнмәйем. Шиғырҙарға эләгеп-йығылып йөрөйөм, тигән һүҙҙәремдә һис бер шаштырыу юҡ: ҡайһы берҙәре бер бүлмәнән икенсеһенә сығып барғанда тыуырға мөмкин.

Йәшлегем донъя ҡыуалап,

Бала үҫтереп үтте.

Күкрәгемдән ҡош осорор

Мәлдәрем килеп етте.

Өр-яңы һулыш асылып,

Яңы йәшәй башланым.

Тормош дәфтәрен яҙырға

Яңы биттән башланым.

Иң емешле йылдарым — ауылымдың моңһөйәр, рухлы инәйҙәрен берләштергән “Һандуғас” фольклор төркөмө менән эшләгән йылдарым, тип әйтер инем. Ике тиҫтә йылда мин сығарған таҡмаҡтарҙы йырлап, ҡайҙарҙа ғына йөрөмәнек. Ваҡыты менән төбәк гәзите – “Атайсал”да баҫылып сыҡҡан, интернет селтәрендәге төркөмдәргә ҡуйылған шиғырҙарымды үҙ иткән яҡташ­тарымдың “Шиғырҙарыңды китап итеп сығар әле”, тигән теләге, үҙемдең дә күптән күңелдә йөрөткән хыялым тормошҡа ашты: үҙемдән ҡалыр эҙ итеп, кемдәрҙелер һағышҡамы, уйғамы һалыр һүҙҙәремде йәтеш кенә йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарҙым.

Гөлзифа Зекриә ҡыҙы үҙенең ижадын ҙурлап, баһалап, ижад емеше – тәүге шиғыр йыйынтығының исем туйын ойоштороп үткәргән ауылдаштарына – клуб мөдире Нәсимә Азамат ҡыҙына, уҡытыусылар Рәзимә Юныс ҡыҙына, Әнисә Айрат ҡыҙына, тәрбиәсе Фәймә Мәжит ҡыҙына, "Һан­дуғастар" фольклор төркөмөнә, шатлыҡ уртаҡлашырға тип тыуған ауылы Басайҙан килгән "Әхирәттәр" төркөмө ҡыҙҙарына, музыкаль күстәнәс менән килгән Айҙар Рәшит улына, Күсей ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Лилиә Хәбир ҡыҙына, яҡшы һүҙле, йылы мөғәмәләле Сибай типо­графияһы хеҙмәткәре Миңсара Рәшит ҡыҙына һ.б. бик күптәргә рәхмәтле. "Ауылыбыҙ шағирәле лә, китаплы ла булды", – тип уның күңелен үҫтергән ауылдаштары ла, әсәй тип өҙөлөп торған ҡыҙҙары ла, һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәре лә Гөлзифа Зекриә ҡыҙын ижадҡа илһамландыра, ҡанат ҡуя.


Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА.

Баймаҡ районы.



Йондоҙ йыям бүләккә


Төнгө күктә, ем-ем итеп,

Баҙлай йондоҙҙар.

Шундай эре, шундай яҡты,

Шундай сағыуҙар.

Беләгемә силәк элеп,

Тышҡа сығайым,

Бүләк итеп өләшергә

Йондоҙ йыяйым.

Яҡтылыҡ эҙләп килгәнгә

Йондоҙ бирермен,

Һуҡырайған күңеленә

Мин шәм элермен.

Йылы эҙләп

Йөрөгәнгә лә

Йондоҙ бирермен,

Һүнгән күмерҙәй йәненә

Мин ҡуҙ өрөрмөн.


Кемдәр аҙашып ҡалғандар –

Юлға сығайым.

Йондоҙҙарзан күңелдәргә

Мин юл һыҙайым.


Һөйөү көтөп зарыҡҡандар,

Бәхет көтөп талсыҡҡандар,

Юлдарынан яҙлыҡҡандар,

Йүгерә-атлай һеҙгә киләм,

Силәгемдән берәм-берәм

Һәммәгеҙгә йондоҙ бирәм,

Һеҙгә яҡты булһын өсөн

Йөрәгемде күккә эләм.


Тәгәрәне ғүмер

йомғағым


Тыуған йорт ҡапҡаһы аҫтынан

Тәгәрәне ғүмер йомғағым.

Биштәремде аҫып, ҡапҡа асып,

Йомғағымды эҙләп юлландым.


Ҡапҡа аҫтынан сыҡҡан кескәй

йомғаҡ

Оло юлға килеп тоташты.

Тормош тигән оло мәмләкәткә

Алып килде мине юл башым.


Тормош тирмәнендә зыр

әйләнеп,

Һүтелә-сиселә тормош

йомғағым.

Тирмән мөшкәһенән эреле-

ваҡлы

Ҡойола көндәр, айҙар,

йылдарым.


Эләктем дә ошо ҡуласаға,

Юғалттым мин йылдар хисабын.

Әйләнеп тә күҙем һалғайным,

Кесерәйеп бара йомғағым.


Юлдарымдың осо сыҡмай

торһон,

Тәгәрәһен әле йомғағым.

Атлап киләм тормош

һуҡмағынан,

Артта ҡала ғүмер йылдарым.


Тәгәрәп тә китеп йомғағым,

Сығып ҡасты ҡапҡа аҫтынан.

Оло юлдан китеп барам әле,

Ғүмер йомғағының артынан.


Тау артылдым, урман-ҡырҙар

үттем,

Тәрән ятыу, йылғалар кистем.

Тәҡдир кәсәһенән ни ҡойолһа,

Әсеһен дә, татлыһын да эстем.


Тормош бит ул


Тормош булғас, булыр инде

Ағы ла, ҡараһы ла.

Һағыштарҙың һарыһы ла,

Йөрәктең яраһы ла.


Был тормошта юҡ түгел шул

Бәғере ҡатыһы ла.

Үкенестәргә ҡалырлыҡ

Бәндәнең хатаһы ла.


Тормош булғас, берәү үлмәй,

Берәүһе тыумай тормаҫ.

Ерҙә орлоҡ һибеп үткән

Сәскәнен урмай тормаҫ.


Тормош бит ул, бер үк юлдан

Үтер һауы, аҡһағы.

Хағынан күберәк булыр

Уның бигерәк нахағы.


Был тормошта осрай торор

Байы ла, фәҡире лә.

Юлдар ҙа гел тура булмай,

Булыр ул кәкере лә.


Бер гонаһһыҙ йәшәп булмай,

Эселер хәмере лә.

Һуңғы юлға оҙатырға

Ҡаҙырҙар ҡәберҙе лә.

Тормош – йәйғор төҫөндә,

Ул шуға ҡәҙерле лә.


Ауыл симфонияһы


...Әтәс борғоһон уйнатты –

Торорға ваҡыт.

Йәйге таң. Түшәктә нисек

Сыҙарһың ятып.


Иртәнге һауа шундай саф,

Шундай ләззәтле.

Көн дә күреп танһыҡ ҡанмай

Ошо рәхәтте.


Һәр тарафтан ҡоштар һайрап,

Уйнай һауала,

Дирижерһыҙ оркестрҙан

Моңдар тарала.


Үләндәрҙән ысыҡ кисеп,

Көтөү ҡыуамын.

Йылғала һыу сылтыр-сылтыр,

Битем йыуамын.


Ошо гүзәллекте көн дә

Күреп туймамын.

Тормош симфонияһында

Мин бер нотамын.


***


Елдәй етеҙ үтә көндәрем,

Йылдай оҙон, оҙон төндәрем.

Күпме күҙ йәштәрем

түгелгәндер –

Өнһөҙ шаһит яран гөлдәрем.

Елдәй етеҙ үтә көндәрем,

Яҡыная ғүмер көҙҙәрем.

Мин киткәс тә мине хәтерләтер

Ҡалһа ине ерҙә эҙҙәрем.


Күңелемде күр әле


Ҡай берәүҙәр күрешә лә:

– Үҙгәрмәйһең бер ҙә, – ти.

Икенселәре аяп тормай:

– Бирешкәнһең, еңгә, – ти.


Үҙгәрәмдер, бирешәмдер,

Йылдар үҙ эҙен һала.

Киптерелгән йөҙөм ише

Һутыңды һығып ала.

Шатлыҡтан күҙҙәр нурлана,

Йөҙҙәр алланып яна,

Тик бит әле бер ҡайғыһыҙ

Йәшәп булмай донъяла.

Хәсрәттең дә үҙ эҙҙәре

Бар инде йөҙкәйемдә.

Йыйырсыҡтар, бураҙналар

Ҡайғының төрәнендә.


Матур булып ҡалғы килә

Ниндәй йәшкә еткәс тә.

Бирешмәйһең бер ҙә, тиеп

Әйт әле күрешкәс тә.


Күҙгә ҡарап алдашһаң да,

Йәнгә йылы өр әле.

Шул көйөһөң һаман, тиеп

Күңелемде күр әле.


Фото: Т.Аманов


Читайте нас